“Иртәгә төштән һуң атайым Себерҙән ҡайта, йылы өйгә килеп инеү рәхәт булыр,”- тип уйланы ҡыҙыҡай.Иртүк тороп ул тағы мейес яғыр, күп итеп ит һалып, аш бешерер. Ун өс йәшлек бала әле әллә ни бешеренә белмәһә лә, картуф ҡыҙҙырырға, йомортҡа ҡурырға, туҡмас киҫергә оҫта. “Бәлки, берәй турама ла әтмәләп өлгөрөрмөн,”- тип Зөһрә интернетта рецептар ҡарай башланы. Шул саҡ солан ишеген дөбөрҙәттеләр. Әллә типкеләйҙәр ҙә инде... Ҡыҙыҡай, өй ишеген асып: “Кем ул?” – тип ҡысҡырҙы. Тыштан: “Ас! Нимә көпә-көндөҙ бикләнеп ултыраһың?” – тигән тауыш ишетелде. Келәне ысҡындырғас, сепрәк сумка тотҡан әсәһе, күрше ауылдан хәрәпсе Сәлимә килеп инде. Ул ҡатындың ауылсы тигән исеме сыҡҡан. Уға әсәһе ҡайҙан барып эләкте икән?
- Ҡайҙа йөрөйһөң ул, әсәй?
Ҡыҙының һорауын әсә кеше ишетмәне лә, шикелле. Кейемдәрен сисеп ултырғысҡа ырғытты ла, шаптырҙап йыуына башланы.
- Үт, әхирәт, ултырып садись, - үҙенең мәғәнәһеҙ шаяртыуына үҙе көлгән әсә түрбашҡа инеп, ултырғысҡа лапшайып барып ултырҙы:
- Ҡунаҡ килде, сәй ҡуй. Зөһрәкәй! Әллә көйәһең инде? ә? Зөһрәкәй! Кил әле, кил, тотоп бер һөйәйем. - Әсәһенең ҡыпһыуыр һымаҡ йәбешкән бармаҡтарынан ҡыҙыҡай саҡ ысҡынды.
- Көймәй ул, нишләп көйһөн, ти. Үҙ әсәһенә кеше көйәме һуң ул. – хәрәпсе Сәлимәһе түргә үк барып ҡунаҡланы. Үҙенең тотҡаһы ҡырылып бөткән сумка ишаратынан бәләкәй банкалағы тоҙло ҡыяр, бер ярты сығарҙы, шунан тантаналы рәүештә өҫтәлгә ултыртты.
Ҡыҙыҡай сәй шыжлатып ебәрҙе, ҡайнар плитә ситендәге картуфты табаһы менән ҡатындарҙың алдына ҡуйҙы.
- Иртәгә атайым ҡайта.
- Ҡайтһын!
- Ни эшләп эстең?
- А у тебя какое дело? Хочу пью, хочу – нет! Үҙемдекен эсәм! Атаңдыҡын түгел! Аҡсаны үҙем табам! Сама знаешь!
- Кәнишнә үҙенекен эсә. Ана ҡара әле, сумкаһы тулы аҡса! И, әхирәткәйемде. Уңған бит ул минең! – Сәлимә, ауыҙын йырып, рүмкәләрҙе тултырҙы.
- Ал аҡсаны, ал, ал! Һинең өсөн тырышам бит, Зөһрәкәй генәм...
Зөһрә сумканы әсәһенең ҡулынан һыпыра тартып алып, бүлмәһенә үтте. Үҙенә смартфон алам тигәйне бит ул. Юғалтып ҡуймаһа ярар ине. Ниндәй аҡса ти ул унда! Ниндәй телефон ти! Йөҙәр, иллешәр һумлыҡтар! Партманеның йәшерен бүлегендә бер-нисә меңәрлектәр ята. Башы эшләгән, баштан уҡ йыйып ҡуйған! Был хәрәпсеһе ҡасан ғына сығып китә инде! Сумка төбөндә шәлгә бик бөхтә итеп уралған бер яртыны тапҡас, ҡыҙҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тегеләр аңғармағанда ялп итеп сығып, араҡыны ышаныслы урынға тығып инде.
- Әсәй, етте. Ят, - тине ул, инәлеп.
- Ниндәй ятыу ти ул. Көпә-көндөҙ!
- Төн бит инде, әсәй. Иртәгә атайым ҡайта.
- Ултыра бирәбеҙ әле. Ғүмергә бер килеп... – Сәлимә тәмле итеп ҡыяр ҡытырҙата, үҙе мут йылмая. Әллә әсәһен юрамал эсерә инде, көнләшеп. Үҙенең ни ире, ни балалары юҡ...
- Туҡмалаһың бит, әсәй...
- Туҡмалмайым. Мин ул таҡыялы кәнтәйҙе... үҙем осора һуғам. Кех-кех-кех, - әсәһенең көлөүе йүтәлләүгә әйләнде.
- Ҡыҙҙар әсәһе яҡлы була ул, туҡматма. Үҙеңдән тора. Яҡлаш!
- Во! - әсәһенә шул етә ҡалды, рүмкәләге хәмерен йөҙөн сирыштырмай ҙа һелтәп ҡуйҙы.
Былар менән һүҙ көрәштереү мәғәнәһеҙлек икәнен аңлаған Зөһрә тағы интернет донъяһына сумды. Әсәһенең ҡарлыҡҡан тауыш менән “Уфтанма”ны йырлауын, аҙаҡ әллә нисәмә йырҙы бергә бутап һөрән һалыуҙарын ишетмәҫ өсөн ҡолаҡсын кейеп алды.
Ваҡыт арыу уҡ булып киткән икән дә. Ә мейес һаман һүрелмәй. Мониторға оҙаҡ тексәйеүҙән талған күҙҙәрен тызып, ҡыҙыҡай ҡуҙҙарҙы ҡағыштырҙы ла, әсәһенә төпкө, үҙенә бирге бүлмәгә урын һалды.
- Бар ят, йүшкене үҙебеҙ ябырбыҙ. Арығанһың, - тине Сәлимә, Зөһрәнең арҡаһынан дөпөлдәтә һөйөп. Уның көслө ҡулдарынан ҡыҙҙың үпкәһе урынына ҡуҙғалғандай булды.
- Ят әйҙә, ят. Беҙ ултыра бирәбеҙ әле. Ике тапҡыр йәшәмәйбеҙ. Бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ. Ашай алғанда ашап, эсә алғанда эсеп... эйе, - әсәһе йәмһеҙ итеп ҡысҡыртып кикереп ҡуйҙы. “Тимәк, бүтән эсергә ярамай. Артыҡ була,”- Зөһрә йәһәт кенә төбөндә берәй стаканлыҡ араҡы ҡалған шешәне эләктереп алырға иткәйне лә, оло ғауға сығыр, тип шым ғына үҙ бүлмәһенә үтте. Иҫеректәрҙең тауышын ишетмәҫ өсөн, юрғанын башы аша бөркәнеп ятты.
“Әсәйем ни эшләп эсә икән? Уға нимә етмәй икән? Нишләп кенә ошо өйҙө бәләкәйерәк итеп һалманылар икән? Өс бүлмә! Залы ҡайһы тиклем ҙур! Түрбашы! Өй һалабыҙ, тип әсәйем көмөшкә ҡоя башланы. Атайым да ҡаршы килмәне. Атайым Себерҙә саҡта ла кеше яллай һалып эшләтә ине. Көмөшкәһен тәмләп йөрөп эсергә өйрәнде. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Өй бәләкәй булһа, атайымдың көмөшкәһеҙ ҙә аҡсаһы етер ине... Алтын да бит әсәйем. Эсмәһә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Шәл бәйләй, кейем тегә. Хәйләкәрерәктәре, аҡса бирмәҫ өсөн, күлдәк тектергәнгә араҡы ҡалдырып китә. Әсәйем шуны ла аңламай... алып ҡала...
Теге айҙа атайым ҡайтҡанда эсмәгән сағы ине. Өйгә ҙур телевизор алдылар. Ундай телевизор ауылда бер кемдә лә юҡ. Атайым “Тойота”ның кредитын түләп бөттө. Иртәнсәк уларҙың сөкөрҙәшеп сәй эскәнен ишетеп уяныу шул тиклем рәхәт ине... Әсәйем көнөн-төнөн шәл бәйләне. Атайыма дебет ойоҡбаш, бирсәткә кейҙереп ебәрҙе. Яңыраҡ эреле-ваҡлы шәлдәрен сумкаһына тултырып, Өфө баҙарына киткәйне. Шунан ҡайтманы. Ҡайтты. Бөгөн генә”.
Әсәһенең өс - дүрт айға бер “ысҡынып”, ваҡыты-ваҡыты менән юғалып тороуына Зөһрә күнеп бөткән. Үҙе һыйыр һауа, ҡош-ҡорт, мал ҡарай. Әсәһенә берәй мәл аҡыл ултырырына ныҡ ышана ул. Атаһы ғына ышанмай. Үҙенең теләге булмаһа, файҙа юҡ, ти. Муллаларға ла алып барып ҡараны. Ярты йыл тирәһе һайрашып йәшәп алалар ҙа, донъя тағы тамуҡҡа әйләнә. Тағы иреш-талаш, һуғыш, ҡыйралыш… Шулай уйланып ята торғас, ҡыҙ ауыр йоҡоға талды.
х х х
Зөһрә өшөп уянды. Йүшке асыҡ, мейес эсендә елдәр уйнай. Ныҡлап ябылмаған ишектән һалҡын бәрә. Солан ишеге шар асыҡ. “Әсәй!” – Ҡыҙыҡайҙың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Төпкө бүлмәләге карауатта кейеме-ние менән арҡыры ятҡан, хоролдап йоҡлаған әсәһен күргәс кенә эсенә йылы йүгерҙе.
Зөһрә тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙе, ут яҡты. Ҡайнар һыуҙа ҡорот һыулап, әсәһен уятты.
- Нимә, - тегеһе ҡайҙа икәнен дә аңламаны, буғай.
- Тор, әсәй, тор.
- Нишләп?
- Хәҙер атайым ҡайта.
- Ҡайтһын, - ҡатын карауатҡа кире ауҙы.
Зөһрә уның яурынынан һелкетергә тотондо, төрткөләп бөттө, битенә бер-ике сәпәп тә алды.
- Нимә?! – ажғырып тороп ултырған әсәһенең төҫһөҙ күҙҙәрен күреп ҡыҙыҡайҙың ҡото осто.
- Тор, әсәй, тор! Хәҙер атайым ҡайта. Тағы туҡмалаһың бит. Үтенеп һорайым, тор! Бына, эс!
- Эсәм, - һонолған ҡулы рүмкә түгел, эҫе сеүәтәгә ҡағылғас, ҡатын кире ятты. Зөһрә нимә эшләргә лә белмәй өҙгөләнде – үҙен йәлләтер өсөн ҡысҡырып илап та ҡараны, әсәһенең күкрәгенә ятып, тынып та алды. Шунан малдарҙы ҡарарға сығып китте.
Ярай әле ҡышҡы каникул мәле! Мәктәптә уҡыған саҡ булһа! Дәрестә ултырғанда башты бер генә уй игәй - әсәйем сығып китмәне микән? Сығып китһә, ҡайтманымы икән? Ә һыуыҡ өйгә инеүҙәре!.. Бүтән ҡыҙҙарҙы әсәләре бәлештәр, пирожкилар бешереп көтөп тора, ә һине... Әсәһе эсмәгән саҡта ла Зөһрә, йөрәге ҡалтырап, өс ай үтеүен көтөп йөрөй. Бына-бына эсә башлаясаҡ, бөгөн булмаһа, иртәгә мәктәптән ҡайтыуына, ул араҡыһын яйлап ҡына һемереп, карауатта шым ғына ятасаҡ. Атаһы юҡта. Ә атаһы барҙа... арҡаһына йоҙроҡ яуасаҡ...
Зөһрә тыштан инеүгә әсәһе түрбашта мыштырҙап йөрөй ине.
- Ҡайҙа?
- Кем?
- Араҡы, тим! Ҡайҙа йәшерҙең?
“Уф, Алла. Хәтерләй икән дә...” Баланың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙалғандай булды.
- Бирмәйем.
- Бирәһең.
- Бирмәйем. Атайым ҡайтыуға айнып тор, – ҡыҙ, бүлмәһенә үтеп, матур күлдәген кейҙе. Сәсен сикәләп үрҙе. Шул арала әсәһе ике рәт келәткә сығып әйләнде. Ларҙағы бойҙайға ҡулын тығып болғаны, самауыр эсенә күҙ һалды, торбаһын һелкетеп ҡараны. Зөһрә уға бер нәмә лә өндәшмәне.
Сәйҙе шып ғына эстеләр. Әсәһе тыңлауһыҙ ҡулдары менән һөтһөҙ, шәкәрһеҙ сәйле сынаяҡ аҫтын ауыҙына яҡынайтҡан һайын ҡыҙҙың күңелен икеләнеү биләне. “Үлеп ҡуйһа? Әллә бирәйем дә ҡуяйым микән? Бахмурҙан бында бер ағай яңыраҡ ҡына үлеп ҡалғайны. Бер рүмкә генә араҡы етә ине, бирмәгән, йүнһеҙ, тип ҡатынын яманлап һөйләп йөрөнөләр. Әсәһенең күгәргән йөҙөнән күҙен алмай, Зөһрә һикереп кенә торғайны:
- Мине йәшер, - тигән һүҙҙән таш һымаҡ ҡатып ҡалды.
- ...
- Йәшер. Ҡурҡам.
- Ә һин ятып ҡына тор. Мин атайыма “ул ауырый” тиермен.
- Туҡмай ул мине.
- Туҡмамаҫ. Туҡматмаҫмын, – шулай тиһә лә, баланың йөрәге семетеп ҡуйҙы. Туҡмамаған ҡайҙа, туҡмай инде ул! Иҫерек икәнен белһә, енләнә лә китә ул!
Әсәһе залға үтте лә, кәкерәйеп, баҙ ауыҙын асты.
- Ошонда төшәм.
- Нишләп?
- Ҡурҡам.
Телефон шылтыраны. “Атай! Эйе! Көтәм! Ярай!” – Зөһрәнең тауышы гәлсәр кеүек ялтырап, яңғыраны. Әсәһе тиҙ генә баҙға ҡалын түшәк, юрған, мендәр ырғытты. Сепрәк сумкаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, яйлап ҡына баҫҡыстан төштө. Баҙҙан ҡәберҙән килгән кеүек тоноҡ тауыш ишетелде:
- Биҙрә.
Зөһрә тыштан ҡар һалынған иҫке биҙрә индерә һалып, уға һондо. Баҙҙа булһа ла, өйҙә әле. Исмаһам үҙем тәрбиәләп, терелтеп алырмын, тип йыуатты ул үҙен.
Бер сәғәт эсендә ҡыҙыҡай өйҙә орсоҡтай өйөрөлдө. Зал мейесенә мул итеп ут яҡты - әсәһе өшөмәһен. Термоста ҡорот һыуланы, әҙерәк һары май ҙа ҡушты (туҡлыҡлыраҡ булһын). Өйгә тора-бара нур инде. Әйтерһең дә, әсәһе иҫереп ҡайтмаған, өйҙә бөтөнләй булмаған...
Бесәйенә тиклем йән рәхәтен кисереп, хужабикәһенә һырпаланды. Уны һыйпаған һайын баланың кәйефе күтәрелде, тыныслана барҙы.
Бына ҡапҡа асылды. Соланда тып-тып ҡаты баҫҡан тауыш ишетелде. Атаһы ғына шулайта ул. Һепертке менән һепергәндән ҡалған ҡарҙы итегенән төшөрә.
Ишек асылыу менән Зөһрә атаһының ҡосағына атылды. Уныһы сабыйҙы бер-ике өйөрөлтөп алды.
- Һыуыҡмын бит, - тип йылмайып, иҙәнгә баҫтырҙы.
Тәмле итеп аш эстеләр, күстәнәстәр менән күңелле итеп сәй һемерҙеләр. Ир кеше ҡатыны тураһында һораманы ла.
- Әсәйем Өфөгә китте. Баҙарға.
- Әәәә...
- Шәл һатырға.
- Ярай шул. Ҡасан ҡайта?
- Ошо көндәрҙә.
Әсә тураһында һүҙ шунан ары китмәне.
Кисен Зөһрә атаһы алдына шашка таҡтаһы йәйҙе. Геү килеп уйнанылар, бер береһенең маңлайына сиртешеп бөттөләр.
...Иртәгәһенә Зөһрә ни эшләптер йөрәге һыҙып, эсе бошоп уянды. Булыштыра ундай хәлдәр. Шундай саҡта: “Их ҡына, йоҡлап китһәң дә, уянмаһаң ине ул”, - тип уйлай ул.
Өйҙә тауыш-тын юҡ. Ҡыҙ аяҡ осона ғына баҫып, баҙ эргәһенә барҙы. Иҙән ярығынан: “Әсәй”, - тип өндәште лә, шунда ҡолағын ҡуйҙы. “Әү”, - тигән тауышты ишеткәс, тынысланып, урынына барып ятты.
Сәй эскәндә атаһы: “Ҡыҙым, әллә район үҙәгенә барып әйләнәбеҙме? Аҙыҡ-түлек тә бөтөп киткән. Теләгән тәмлекәстәреңде һатып алыр инем,” – тине. Зөһрәнең бик барғыһы килә лә ул, атаһын етәкләп, магазиндан магазинға йөрөгөһө килә. Ауыл буйлап, иптәш ҡыҙҙарының күҙен ҡыҙҙырып, үҙҙәренең иномаркаһында елдереп үткеһе килә. Тик бына... әсәһе...
“Юҡ, атай, мин икенсе тапҡыр барырмын. Кер йыуыр кәрәк”,- Зөһрә үҙенең һүҙенә үҙе лә ышанманы, ахыры. Алдағанын һатмаһын өсөн, күҙҙәрен йәшереп, атаһына моҡсайҙар, сумкалар әҙерләй башланы.
Атаһы гараждағы машинаһы менән бик оҙаҡ булышты. Зөһрәгә көн шулай үтеп китер кеүек тойолдо. Оло ҡапҡа ябылып, машина тауышы тыныуға, ҡыҙыҡай, йәшергән еренән алып, әсәһенең итеген ишек төбөнә ҡуйҙы, пәлтәһен элгескә элде, шәлен ултырғыс башына һалды. Ҡыуанып, баҙ ауыҙын асты.
- Әсәй, сыҡ! Атайым юҡ!
- Ҡараңғы мөйөштә юрғанға уралған кәүҙә ҡыймылдаманы. Зөһрәнең ҡобараһы осто. Баҙға баҫҡыстан осоп тигәндәй төшөп, әсәһенә ҡапланды. Танауына араҡы еҫе килеп бәрелгәс, уны иҙгеләп ташларҙай булды.
- Нишләп эстең? Нишләп кенә эстең? Нишләп түҙмәнең! – тип иҫерек әсәһен дер һелкетте ул.
- Ҡыҙым... Зөһрә...кәйем, - кәкерәйгән бармаҡлы һул ҡулы менән нимәлер ишаралап маташҡан әсәһенең йөҙөнә лысҡылдатҡансы төкөргөһө килде ҡыҙыҡайҙың. Түшәк аҫтынан һәрмәп бушаған шешәне алды ла, йәшен тиҙлегендә ишек алдына сығып, ҡойма аша ырғытты. Кире инеп, шартлатҡансы баҙҙы япты ла, соландағы иҫке газ плитәһе артына ҡулын тыҡты. “Тапҡан! Әйтмәгән дә бит әле тапҡанын!”
Был минутта Зөһрә донъяны емерергә әҙер ине. Исмаһам минең өсөн эсеүен ташлаһа ни була! Нишләп мине яратмай икән ул? Нишләп үҙен генә ярата икән һуң ул! Улайһа, нишләп мине тыуҙырған? Шулай ыҙалатыр өсөнмө, мыҫҡыл итер өсөнмө?.. Бала, әсәһенең шәлен ҡосаҡлап, тәгәрәп ятып иланы. Тик уны ишетеүсе лә, йыуатыусы ла булманы...
Планы килеп сыҡмағанға ла әрнене Зөһрә. Атаһы китеү менән әсәһе, баҙҙан сығып, йыуынып-таҙарынып, ашарға бешереп, ирен көтөп торорға тейеш ине бит! Йәнәһе лә, яңы ғына Өфөнән ҡайтып төшкән! Нишләп был донъя һин теләгәнсә генә түгел икән һуң ул?!
х х х
Баҙарҙан ҡайтҡан атаһының кәйефе бик көр ине. Өҫтәл төрлө-төрлө ниғмәт менән тулды. Ул емеш-еләге! Зөһрә яратҡан хөрмә генәне лә дүрт-биш кило алғандыр.
- Икенсе барғанда кейемеңде яңыртам. Башыңа сабата менән һуғырға кәрәк, ана нисек үҫеп киткәнһең, - тине атаһы, баланың башынан һыйпап. Шундай йылы һүҙҙәрҙән һуң йөрәк урынына ултырғандай булды.
Әммә был тыныслыҡ оҙаҡҡа барманы. Кисен атаһының телефоны шылтыраны.
- Да, Игорек, я же просил не звонить. Сам бы позвонил. – трубканы ҡолағына йәбештергәнсә терәгән ир, өҫтөнә лә кеймәй, тышҡа сығырға ашыҡты, ишекте асҡанда, - Эштән, - тип әйтергә генә өлгөрҙө.
Күңеле нимәнелер һиҙенгән бала ипләп кенә, тәҙрә ҡорғанының ситен ҡайырып, ихаталағы атаһын күҙәтте. Лампа яҡтыһында тегенең бите ҡояштай ялтырай ине. Нимәгәлер һаһылдап көлә. Шылтыратыусыны диҡҡәт менән тыңлап та ала. Өшөүҙе лә һиҙмәй бит әле, сибиряк!
Атаһы бер ни булмағандай инеп, телевизор ҡарарға ултырһа ла, ҡыҙҙың күңеленә шик оялағайны инде. Серле Игоректың кем икәнлеген тиҙерәк белгеһе килде. Әммә форсат икенсе көнөнә генә тыуҙы.
...Иртәнсәк атай кеше мал ҡарарға сығыу менән Зөһрә тас менән ҡомған алып әсәһенә йүгерҙе. Йәһәт кенә йыуындырып алғас, баҙҙы ябып, термосҡа сәй тултырҙы. Күстәнәстәр йыйып, бер-ике төйөнсөктө әсәһенә тапшырҙы. Мәмәйҙәр урынына аҫтан уға ярау иткән биҙрә һонолғайны. Зөһрә уҡтай осоп, уныһын түгеп, биҙрәһен сайҡап, ҡар тултырып, кире бирҙе. “Әсәйем эшкинеп килә. Төҫ ингән. Атайымды берәй яҡҡа ебәрә һалып, сығарып алырмын”, - тип уйланы ул, һөйөнөп. Бөтөн ғаиләлә бәхетле тормош башланыуын күҙ алдына килтергән ҡыҙҙың йөҙөнә нур яғылды, күҙҙәре янып китте. Дәртләнеп, өйҙө нисек йыйыштырып ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Әсәйемдең дә ҡайтыр мәле етте. Һағындым. Ә һин?
Ир кеше өндәшмәне. Бер аҙ тынлыҡтан һуң:
- Нишләп шылтыратмай? – тип һораны.
- Телефоны ватылды, тинем дә инде. Шәл һатып, үҙенә смартфон алам, тигәйне. – Зөһрә ҡапыл телен тешләне. Телефонлыҡ аҡсаһы ҡалғанмы ни әсәһенең?
- Шәл һатып. Уға күпме телефон алырға була инде. – атаһының тауышы мыҫҡыллы яңғыраны.
- Әсәйем ҡайтһа, Зарифа инәйемдәргә барырбыҙ, йәме. Гел дә саҡыра. Каникулда барам, тигәйнем. Мине бер-нисә көнгә уларҙа ҡалдырып ҡайтырһығыҙ.
Һүҙҙе ҡапыл икенсегә борған ҡыҙына атаһы аптырап ҡарап ҡуйҙы.
- Зөһрә...
- Әсәйем һине ныҡ һағындым, тигәйне.
- Зөһрә, беләһеңме...
- Нимә? – күңеле һеркелдәүҙән, ҡыҙҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
- Һинең Өфөлә уҡығың киләме?
- Килә! Мин Сәнғәт институтына барам. Вокалға. Ариялар йырлаясаҡмын! Операла!
- Юҡ, быйыл, тим. Туғыҙынсы класҡа.
- Әлләсе... Нишләп?
- Ҡыҙым, үҙең белеп тораһың...
- Ә әсәйем?
- Әсәйең... эсә бит әсәйең. Ауыр бит һиңә.
- Юҡ, бер ҙә ауыр түгелсе. Әсәйем алтын! Алтын бит ул минең әсәйем! Уны дауаларға ғына кәрәк.
- Кем дауалай уны? Үҙе риза түгел бит.
- Кодировать итәйек. Сулпан еңгәй ныҡ эсә ине бит, ағайым кодировать иттерҙе. Хәҙер икеһе лә дингә бирелеп китте. Тағын бәпәй алып ҡайтырға йыйыналар. Ысын!
- Исмаһам, дингә лә бирелмәй бит...
- Бына ул ҡайтһын да, ай-вайына ҡуймай, алайыҡ та китәйек. Кодировать итергә!
- Ә ул эсеп ҡайтһа?
- Түлкә һин уны туҡмама, йәме. Туҡмап, ҡурҡытып бөткәнһең дә...
- Туҡмауҙан ни файҙа. Ҡыҙам да китәм шул... иҫерек йөҙөн күрһәм... үҙем дә ҡурҡам, үлтереп ҡуйырмын, тип... Шуға ла...
Зөһрә көсөргәнеп атаһының күҙҙәренә баҡты. Уның моңһоу күҙҙәре төпкә батып киткәндәй тойолдо.
- Шуға ла...
- Атай, әллә...
- Эйе, әсәйең менән айырылышырға булдым.
- Туҡта әле, атай... мин быға ҡаршы. Минең һеҙҙең менән бергә йәшәгем килә бит! – ҡыҙҙың мөлдөрәгән күҙҙәре бына-бына тәгәрәп төшөп китер һымаҡ ине. Ул атаһының еңенә йәбеште, алҡымына тығылған йәште саҡ-саҡ йотоп ебәрә алды.
- Ошо ялдан һуң өс айға китәм. Аҡса эшләп алырға кәрәк. Отпускы алып ҡайтҡас, һине Өфөгә интернатҡа урынлаштырам. Малдарҙы һатабыҙ, өйҙө һатабыҙ. Өфөлә бер бүлмәле фатир алабыҙ. Уҡып бөткәс, унда йәшәрһең.
- Ә һин?
- Мин Себерҙә ҡалам. Хәлеңде белеп йөрөрмөн.
- Ә әсәйем?
- Әсәйең... ул үҙ яҙмышын үҙе хәл итте инде. Уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай.
Зөһрә сәйен дә эсеп бөтмәй әпәр итте лә, кейенеп тышҡа сыҡты. Ялан кәртәгә барып, көйшәп торған кәзәкәйҙәренә, һарыҡҡайҙарына, һыйырына, башмағына оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Ҡойма буйлап эргәһенә бесәйе лә килеп етте. “Их, әсәй! – тип уйланы ҡыҙ әсенеп, - һинең арҡала донъябыҙ вайран була. Ғаиләбеҙ тарҡала! Ни эшләп шуны аңламайһың һин, ә!” Шул минутта Зөһрәнең баҙҙы асып әсәһен сығарғыһы, атаһы менн һөйләштергеһе, “бүтән эсмәйем” тип ант иттергеһе килде. Шунан ул тәүәккәл аҙымдар менән өйгә табан йүнәлде.
Ишектән ингәндә атаһы төпкө бүлмәлә кем менәндер телефондан һөйләшә ине. Үҙе карауат тапҡырындағы стенала элеүле торған ҙур фотонан күҙен алмай. Атаһы менән әсәһенең бәхетле саҡта, туй мәлендә, ҡосаҡлашып төшкән фотоһы ул.
Ҡыҙын күргәс, бите ҡыҙарып, ир кеше ҡапыл ғына телефонын һүндереп, кеҫәһенә тыҡты. Зөһрә ҡыйыу атлап, атаһы алдына килеп баҫты:
- Атай, мин...
Тағы телефон шылтыраны. Атаһы: “Эштән. Хәҙер”, - тине лә, арҡаһына фуфайка һалып, тышҡа ашыҡты.
Зөһрә диванға ултырҙы. Башында төрлө уйҙар сыуалып, сеймәлеп бөттө. Ҡыҙыулыҡ менән уйланы ла ул. Әсәһен сығарһа, атаһы “нишләп мине алданығыҙ?” – тиһә. Мине күралмай ҡуйһа? Алдаҡсы, тип. Йә әсәһенә ташланһа! Иҙгеләп ташлаһа...
Атаһы тыштан бик кәйефле килеп инде. Уның яуырынына ҡанаттар үҫкән дә, үҙе бына-бына осоп китер кеүек.
- Шунан? Ни әйтерһең? Ризалаштыңмы инде?
Зөһрә бер нөктәгә төбәлеп ултырыуын белде. Атаһының ҡуйынына һыйынып буҫығып-буҫығып илағыһы килде. Тик йөрәге таш булып уҡмашҡайны.
- Ярай, ҡыҙым, ашыҡтырмайым. Әле ваҡыт бар, - атаһының тимерҙәй ҡаты тауышынан бала кирегә юл юҡ икәнлеген аңланы.
Кискә тиклем ҡыҙ атаһының телефонын нисек ҡулға төшөрөргә белмәй йөрөнө. Мал ҡарарға сыҡҡанында вацаптан Игоректы тапты. “Милый, скучаю! “ тип бихисап йөрәк һүрәте ебәрелгәнен күргәс, ҡойолоп төштө. Был хәлгә ышанғыһы килмәне. Соланда аяҡ тауышы ишетелгәс, ялп итеп телефонды урынына һалды, үҙе мониторға тексәйҙе, әммә унда бер нәмә лә аңғарманы.
- Ҡыҙым, нишләп клубҡа ла сыҡмайһың ул, дискотекаға? - тине атаһы яғымлы итеп. Уның ике йөҙлөлөгөнән шартлар сиккә еткән ҡыҙ:
- Сыҡҡым килмәй, - тип дорфа ғына яуапланы.
- Уйнап алабыҙмы әллә? – Зөһрәнең атаһы ҡулындағы шашкаларҙы һуғып осорғоһо килде. Тик, үҙен ҡулға алып, уйнарға ултырҙы. Атаһы мәрәкәләргә маташты, шашкаларын ашатып та ҡараны. Ҡыҙыҡай бик етди ине.
Мал бикләргә ваҡыт етте. Атаһының тышҡа сығыуын ҡыҙ түҙемһеҙләнеп көттө. Телефонын ҡалдырып сыҡһа ярар ине... Йөрәге сикәһенә менеп ҡаға башлағандай тойолдо уға.
Шашкаларҙы йыйып алғас, атаһы телефонын кеҫәһенән алды, һүндерҙе, шунан үҙенең бүлмәһенә зарядкаға ҡуйҙы. Зөһрә уны ҡаш аҫтынан ҡарап күҙәтте. Үҙенең шиген һиҙҙермәҫкә тырышты. Телевизор ҡабыҙған булды.
Бына атаһы ашыҡмай ғына кейенде. Соландағы уттарҙы ҡабыҙып, тышҡа сыҡты. Зөһрә телевизорҙың тауышын кәметте. Тиҙ генә телефонды һурып алып, залға, яҡтыға сыҡты. Айфонды оҙаҡ ҡына ҡабыҙа алмай интекте. Игорек тигән исемде тапҡас, әллә ҡайһы тарафтарға оҙайлы гудок китте. Зөһрәнең йөрәге атылып сығырҙай булып тибә ине.
- Алло, дорогой, зайчик ты мой, что не спишь?
Ҡыҙ ҡапыл телһеҙ ҡалды. Унан, әллә ҡайҙан, күңел төпкөлөнән һығылып сыҡҡан тауыш менән һөйләй башланы:
- Вы, женщина, прошу, больше не звоните. Не звоните папе. Ладно. Он Вас не любит. Он меня любит. Мою маму любит.
- Нет, послушай, девочка. Мы любим друг друга. Разве он не говорил, - теге остан ишетелгән ҡуштан тауыш Зөһрәне сығырынан сығарҙы.
- Ты, слышишь меня, не звони больше. Поняла? Поняла, я тебя спрашиваю! Папу я тебе никогда не отдам! Он мой! Он наш! Не разрушай нашу семью! Ты ... меня слышишь! – ҡыҙ түҙмәй ҡысҡыра башланы, был мәлдә ул үҙенең тауышын үҙе ишетмәй ине, - Убъю я тебя, поняла! Убъю! Если заберешь папу! Так и знай! Убъю. Я ненавижу тебя! Ненавижу папу! Ненавижу всех! Всех! Будьте все прокляты! Хватит с меня! Хватит!
Балаһының әрнеп, үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырыуына әсә кеше түҙмәне, асырға тырышып баҙ ҡапҡасын аҫтан һелкетә башланы. Утын ҡосаҡлап ингән атаһы, уларын юл буйында иҙәнгә быраҡтырып, телефонға йәбеште. Зөһрә һаман да трубкаға ҡысҡырыуын дауам итте, тартҡылаша торғас, телефонды бар көсөнә иҙәнгә бәрҙе. Ҡыйбатлы айфондың экраны селперәмә килде, деталдәре тарҡалып, тирә-яҡҡа сәсрәне. Атай кеше, ырылдап, ҡыҙын этеп ебәрҙе. Ҡыҙыҡай ҡолаған ыңғайы башы менән өҫтәл мөйөшөнә бәрелде, артындағы ултырғыс менән бергә шатыр-шотор барып төштө. Баҙҙан сығып өлгөргән әсә арттан иренә йәбеште. Уныһы бетсә һымаҡ ҡаҙалған ҡатынды диванға атып бәрҙе. Зөһрә һикереп торҙо ла, ҡанҡойоштан ҡурҡып, яланаяҡ, күлдәксән көйө тышҡа атылды.
Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Донъя ла, тормош та шулай күҙ асып йомған арала ҡыйрала икән... Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә бер секундта юҡа сыға икән...
Зөһрә һыу буйына йүгереп төштө. Электән бында килергә ярата ул. Төндә. Ай менән һөйләшә: әкиәттәге етем ҡыҙҙай: “Ай, мине лә ал! Зөһрәне алғанһың бит! Ана бит – көйәнтә күтәреп тора,” – тип инәлә торған.
Шул саҡ артта: “Зөһрә, туҡта!” – тигән бойороусан тауыш ишетелде. Ҡыҙ артына әйләнеп ҡараны ла, йән фарман йүгереп килгән атаһын күрҙе. “Үлтергән... әсәйемде!” – йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үткән уй баланы мәкегә табан әйҙәне. Ул тубыҡланып ултырҙы ла, һыу төбөнә төбәлде. Унда Ай: “Күп ыҙаланың инде, алам һине үҙемә! Кил! Кил!” – тип саҡыра ине. Зөһрә аяҡтарын мәкегә тыҡты. Табаны һыу өҫтөндәге сыйҙымды йыртҡанда ауыртыуҙы ла, өшөүҙе лә һиҙмәне.
Аяғы ерҙе тоймай йүгергән атай кеше ҡыҙын, аждаһа ауыҙынан тартып алғандай, мәкенән һурып алды ла, күкрәгенә ҡыҫты. Тунының төймәләрен ысҡындырып, кескәй аяҡтарын ҡуйынына тыҡты. Бер туҡтауһыҙ битенән үбеп, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Күҙенән сөбөрҙәп аҡҡан йәштәре баланың ут булып янған битенә тамды.
Ҡапҡа төбөндә уларҙы әсәһе ҡаршы алды, бара һалып ишектәрҙе асты. Ҡыҙына ятырға урын әҙерләне, юрған аҫтынан төрөргә йылы шәлдәрен сығарып йәйҙе.
- Бар фельдшерға! Тиҙ! – үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй өҙгөләнгән ҡатын нисек сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тәнен тырышып ыуған атаһының: “Үҙем генә ғәйепле. Үҙем генә! Ғәфү ит, балаҡайым. Ғәфү ит! Эй, Аллам, ярҙам ит инде! Балаҡайымдың йәнен алғансы, минең йәнемде ал!” – тип һамаҡлап илауын бала ишетмәй ине инде.
Зөһрә иҫенә килгәс, оҙаҡ ҡына күҙҙәрен асмай ятты. Ҡолағына таныш тауыштар сағылғас, өйҙәмен икән, тип уйланы. Хәс тә элекке кеүек. Йоҡонан уяныуына шыжлап сәй ҡайнай, ҡоймаҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Атаһы менән әсәһе киләсәккә пландар ҡора.
- Атай, - тине ул шыбырлап.
Атаһы менән әсәһе кемуҙарҙан балаға ташланды. Ҡулдарын үпкеләне, битенән һыйпаны. Хәс тә бала саҡтағы кеүек...
- Атай, һин беҙҙе ташлама, йәме, - ҡыҙҙың күҙҙәренең эре йәш тәгәрәп төштө.
- Ташламай, балам, ташламай! Ул бит беҙҙең менән! Һәр саҡ беҙҙең менән! - әсәһенең ебәктәй йомшаҡ, наҙлы тауышы ҡолаҡты иркәләне.
- Мин бер ҡайҙа ла китмәйем, Зөһрәкәйем. Бер ҡасан да...
Ҡыҙыҡайҙың йөрәгендә нисәмә йылдар буйы һаҡланған төйөн яҙылғандай булды. Һуңғы йылдарҙа ул тәүге тапҡыр үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙо.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.