ЯҢЫ ЙЫЛ ТЕЛӘКТӘРЕ

Әмилә ауырып китте. Ҡапыл эсе ауыртыуға сыҙамаған ҡыҙын күреп, әсәһе ≪Тиҙ ярҙам≫ машинаһы саҡыртты. ≪Һуҡыр эсәк≫, – тип алып та киттеләр.

Операция эшләгән табип ағай: ≪Байрамға йүгереп йөрөрһөң әле≫, – тиһә лә, урынынан саҡ тороп, яйлап ҡына атлап йөрөй. Киҫкен хәрәкәт эшләү түгел, көлһә лә, тегелгән йөйө тартышып, ауыртырға керешә. Апаһының өй эштәренән азат булып, күп ваҡытын китап уҡып үткәргәнен күреп һеңлеһе Айгөл көнләшеп тә ҡуя.

– Һиңә рәхәт, – ти ул. – Өй йыйыштырмайһың, һауыт-һаба йыумайһың. Етмәһә, атай менән әсәй ҙә, һин тип, өҙөлөп тора.

Һеңлеһе бәләкәйерәк әлегә, күп нәмәне аңлап та етмәй. Урыныңдан торғанда ла, аяғыңа кейгәндә лә кеше көнлө булып ултырыуҙары еңелдән түгел. Етмәһә, мәктәптә үтәсәк Яңы йыл кисәһенә лә һанаулы ғына көндәр ҡалып бара... Дәртләнеп әҙерләнеп йөрөгәндә сирләне шул. Ата-әсәһенән күпме инәлеп һораманы, уны байрамға ебәрмәнеләр. ≪Сатлама һыуыҡта эсеңә һыуыҡ тейеп, өҙлөгөп китеүең бар≫, – тинеләр. Үҙе өсөн борсолоуҙарын аңлаһа ла, барыбер күңелһеҙләнеп алды ҡыҙ. Әммә дөйөм байрамда ул булмаһа ла, байрам уға үҙе килде. Яңы йыл кисәһенән һуң синыф етәксеһе, синыфташтары күмәкләшеп килеп керҙе. Ҡыш бабай бүләге, яҡшы уҡығаны һәм һәйбәт тәртибе өсөн директорҙан ≪Рәхмәт хаты≫, ҡышҡы каникулда уҡыласаҡ китаптар... Иптәштәренең ҡапылдан ғына ҡубып сығып китмәгәндәре күренеп тора, алдан килерҙәрен белгәндәр, әҙерләнгәндәр.

Үҙенә булған иғтибарға, йылы мөғәлләмәгә күңеле тулып китте Әмиләнең. Бәләкәс бала кеүек илап тормаҫ инде, күҙ йәштәре аша йылмайып синыфташтарының һорауҙарына яуап бирҙе, күмәкләшеп көлөшә-көлөшә сәй эстеләр. Күңеле болоҡһоп ҡына торғанда, иптәштәре килеп киткәс, күңеле күтәрелеп, күпмелер ваҡытҡа эсенең ауыртыуы ла онотолоп торҙо хатта.

Йыл да Яңы йылды күршеләре менән ҡаршыларға ғәҙәтләнгәндәр. Быйыл да ҡупшы биҙәлгән шыршы, әҙерләнгән өҫтәл эргәһендә куранттар һуҡҡан ваҡытта ил президентының ҡотлауҙарына ҡушылып, бер-береһенә изге теләктәр теләнде.

Оҙаҡ ултырырға ярамағас, был ваҡытта Әмилә урынына барып ятҡайны инде. Һыуыҡ бабайҙың тәҙрә быялаларына төшөргән һүрәттәренә ҡарап, иләҫ-миләҫ уйҙарға бирелеп ятты. Үткән йылда буйға тартылыу менән бергә башында елдәр уйнаған, үҙен генә ҡайғыртып, бүтәндәр фекеренә ҡолаҡ һалып бармаған үҫмерҙән уйсан, етди ҡыҙға әйләнеп бара. Тағы ла тормош йомғағының ни тиклем буталсыҡ, сырмалсыҡ икәненә төшөнгән кеүек.

Бәғзе әҙәм балаһы үҙе ҡыйынлыҡтар кисермәйенсә, башҡаларҙың ауырыуҙарына, бәлә-ҡазаларына вайымһыҙ булыуҙан туҡтамайҙыр ул. Ул ғына ла түгел, хатта яныңдағыларҙың үҙен ни тиклем яратыуҙарын да, ҡәҙерләүҙәрен дә белмәй йөрөй.

Элек Әмилә лә Айгөл һеңлеһе менән: ≪Һеҙ уны нығыраҡ яратаһығыҙ!≫ – тип ата-әсәһенең уға мөнәсәбәтенән бер аҙ көнләшә ине. Әсәһе Әмилә менән ≪Тиҙ ярҙам≫ машинаһына ултырып бергә барҙы. Ҡыҙының хәлен нисек еңеләйтергә белмәй өҙгөләнгән әсә, өйҙә яңғыҙы ҡалған кинйә ҡыҙы хаҡында ла борсолдо. Кис, атаһы ла эштән һуң ҡайта. Наркоздан яңы уянған ҡыҙының ирендәрен һыулы мамыҡ менән сылата-сылата әсәһе, минут һайын тиерлек Айгөлгә шылтыратып, нимә эшләүе, яңғыҙы ҡурҡыу-ҡурҡмауы хаҡында белешеп торҙо. Әсәһенең икегә ярылырҙай булып тороуын күреп:

– Әсәй, яныма шәфҡәт туташтары кереп тора, кәрәкһә, уларҙан ярҙам һорармын. Ә һин Айгөл янына ҡайт, – тип тә ҡараны. Әсәһе ҡырҡа баш тартты:

– Атайың оҙаҡламай ҡайтып инер, ә һиңә ярҙамым төндә лә кәрәк булыуы бар.

Ысынлап та, төнөн ауыҙы кибеүгә, эсе һыҙлауға нисә тапҡыр уянһа ла, әсәһенең күҙ ҙә йоммай ҡыҙы янында өлтөрәп тороуын шәйләне. Үҙе һаман да: ≪Айгөл төнөн юрғанын асынып ята йә бөтөнләй ябынмай йоҡлай. Өшөмәһә ярар ине≫, – тип, кесе ҡыҙын ҡайғырта бит әле. Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауыртҡан кеүек, әсә кеше лә нисә балаһы, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһе тураһында уйлай, һәр береһе өсөн борсола инде. Ике ҡыҙын да бер тигеҙ яратҡан, оло йөрәкле әсәһе барлығын шунда саҡ аңланы Әмилә.

Һуңғы ваҡытта бер нисә синыфташы менән дә аралары боҙолошоп киткәндәй Әмиләнең. Синыфта һәр көн бер генә уҡыусы дежур була. Исемлекте журналдағы фамилияларҙың яҙылыу тәртибе буйынса билдәләйҙәр. Бер көндө Әмиләнең парталашы, Зөлфиәнең сираты етте. Әсәһенә аш-һыу яраштырғанда ярҙам иткән ваҡытта бысаҡ менән һаҡһыҙ тотоноп, әхирәте бер бармағын йәрәхәтләгән. Ул көндө еүеш сепрәк менән тәҙрә төптәрен, шкафтарҙы, таҡтаны һөртә алмағас: ≪Бөгөн мин дежур була алмайым, әйҙә, урындарҙы алмашып торайыҡ, һинең сиратыңда мин дежур булырмын≫, – тине. Нимәгәлер йәне көйөп йөрөгән Әмилә: ≪Сиратың еткән икән, эшеңде үҙең эшлә. Бәләңде һалмай ғына йөрө≫, – тип әхирәтенең тәҡдименә риза булманы. Шулай тағы ла бер нисә синыфташына ярҙам итеүҙән баш тартҡаны булды уның. Ғөмүмән, проблеманы һәр кем үҙе тыуҙыра, шулай булғас һәр кем унан үҙе сығырға тейеш тип уйлай торғайны. Ә тормошта төрлө хәлдәр була, кеше төрлө ваҡиғалар солғанышына үҙ теләгенән тыш та тарып ҡуя. Ул да ауырыуҙы һорап та, теләп тә алманы бит. Улар арҡыры, уҫал ғына синыфташы ауырығас, бына, күмәк килеп хәлен белделәр. Береһе лә, ауырыған икән, яңғыҙы ғына ятһын, янына бармайыҡ, тип тормаған.

Тышта ябалаҡлап ҡына ҡар яуа башлағанын да аңғармай ҡалған Әмилә. Өләсәһенең: ≪Ямғыр, ҡар яуғанда бар тереклек, ер дымға туйына, шуға ла был ваҡытта изге теләктәр теләргә, доғалар уҡырға кәрәк≫, – тигән һүҙҙәре иҫенә өшөп, тәҙрәгә ҡарап тороп изге теләктәр теләй башланы.

Һуңғы ваҡытта донъяла һаулыҡтан да ҡәҙерле нәмә юҡ икәнен аңланы. Ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың, иптәштәреңдең һин тип өҙөлөп тороуҙарынан да, уларҙың шат йылмайған йөҙҙәрен күреү, тауыштарын ишетеү ҙә бәхет. Тағы ла, һәр атҡан таңға ҡыуанырға, тормош алдыңа ниндәй һынауҙар ҡуйһа ла, баҙап, ебеп ҡалмаҫҡа, уны яратырға кәрәк икән. Ябалаҡлап ҡар бөртөктәре менән бергә аҡлыҡ-сафлыҡ яуған мәлдә теләгән теләктәренең тормошҡа ашып, киләсәктә аҡыллы, матур, яҡындарына терәк-таяныс булырҙай ҡыҙ булырына ихлас ышана Әмилә. Яңы йылға аяҡ баҫҡанда...

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас