

Атайымдың күп балалы ғаиләһендә беҙ һигеҙ йән инек: алты ул һәм ике ҡыҙ. Һуғыш бөтөүгә тиҫтә йыл үтеүгә ярайһы уҡ тамаҡ туйғайны инде. Ауылдар бер колхозлыҡ осорон үткәреп, ике-өс ауыл берләшеп, ярайһы уҡ ҙур ғына хужалыҡ булып йәшәй башлағайны.
Һөләймән райондың төньяғындағы Мейесле йылғаһының буйында ултыра. Ике яры ла ҡалын, бейек ҡамышлы. Эсенә йырып инермен тимә. Ә шулай ҙа беҙ, бер тырпай ауыл малайҙары, ҡамышты йырып инәбеҙ ҙә, йә Нафиҡ бабайҙың ҡарабалыҡҡа һалған мурҙаһынан, йә Ҡасим бабайҙың ауынан балыҡ сүпләп, алдан сиселгән күлдәгебеҙ эсенә һалып, йөҙөп, шул уҡ шау ҡамыш аша алан-йолан ҡарап, һаҡ ҡына кире сығабыҙ. Яланғас тән ҡаты ҡамышҡа сыйылып бөтә, ҡан да тамсылай. Шунда уҡ ярҙа үҫкән «Яра япрағын» иҙеп, сыйылған ергә һутын һөртәбеҙ ҙә, «Иҫке йорт» ағаслығына ҡасабыҙ. Унда балыҡтарҙы бүлешәбеҙ. Арабыҙҙағы йәшкә иң кесебеҙ алғараҡ китеп, арты менән баҫып тора. Ә йәшкә иң олобоҙ һәр өйөмгә бармағы менән күрһәтеп: «Был кемгә?» – тип һорай. Арты менән торған кесе малай сиратлап исемебеҙҙе әйтеп сыға. Ҡайһы ваҡыт өлкән малай шуҡлыҡ күрһәтә. Бер өйөмгә күрһәтеп, исемде һорай ҙа, уны ишетеү менән бармағын икенсе өйөмгә күсерә һала. Шунан китә беҙҙең арала ғауға. Балыҡтарҙы тағы ҡушабыҙ ҙа тағы бүлешәбеҙ. Тик был юлы оло малай үҙе арт менән тора. Ә кесебеҙ бармаҡ менән сиратлап өйөмдәргә күрһәтә. Кеселәр бер ваҡытта ла алдашмай. Малайҙар араһында ғәҙеллекте шулай яулап ала торғайныҡ.
Балыҡты өйгә алып ҡайтыуы үҙе мажара. «Ҡаптырҙыҡ» тип инәйҙе алдап булһа ла, атайҙы йә ағайҙарҙы алдап булмай. Сөнки беҙ ауҙан, мурҙанан алған балыҡтар йә ҡарабалыҡ, йә табан була. Ә был ике балыҡ беҙҙә ҡармаҡҡа ҡапмай, шунан башлана тикшереү...
Күп осраҡта беҙ ҡырға еләк, бөрлөгән, сейә ашарға сығып китәбеҙ. Һарна ҡаҙырға, тип, ҡыҫҡа ғына таяҡты ике яҡлап юнып, көрәк рәүеше кеүек яһап алабыҙ. Алты малай һәр саҡ бергә йөрөнөк. Марат, Фәйез, Сабит, Камил, Талип һәм дә мин. Бөтәбеҙ ҙә бер йылғыбыҙ. Мейесле йылғаһының ашаһында, ауылға ҡаршы, бик ҙур, оҙонлоғо ун, ун биш, киңлеге дүрт-биш саҡырымға йәйелгән һаҙ ята. Мейесле һаҙы тиҙәр уны. Һаҙ эсендә кеше аяғы баҫмаған өс-дүрт утрау һәм ярымутрау бар. Яҙ булдымы, Мейесле һаҙы беҙҙең өсөн даръя диңгеҙгә әйләнә. Унда йөҙәрләгән, меңәрләгән төрлө ҡош! Уларҙың һәр береһенең үҙ телендә ҡысҡырыу, саҡырышыуҙары тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Һаралйын күктә кәзә булып мыҡырҙай.
Ә ерҙә, һаҙ өҫтөндә, кезгеттеү, зырҡыуыт, селән, үгеҙ ҡош, тәгәрләк, тартай, аҡсарлаҡ, ике тиҫтәләй төрлө өйрәктәр, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар, торналар һәм башҡа бик күп ҡоштар уйнай. Бер-береһен ҡыуышалар, һәр кем үҙенә ҡуш эҙләйме, башҡа төрлө шөғөлмө, сыр-сыуҙан һаҙ өҫтө шаулап тора.
Яҙ көнө балыҡтар йылы, үләнле ергә ыуылдырыҡ сәсә. Ә һаҙҙың үләне йәй көнө сабылмағанлыҡтан, һыу аҫты ҡара урманға әйләнә. Ыуылдырыҡ сәсеү өсөн хөрриәт балыҡтарға. Шул осорҙа суртан да үлән араһына сыға. Ағайҙар эре суртандарҙы һағалап, көсһөҙ генә итеп яһалған яһау менән атып алһа, беҙ, малайҙар, үҙебеҙҙең өлөштө, йә ҡылдан ишелгән мәскәү менән мәскәүләп, йә һыйғыр менән һуғып, иҫәнгерәтеп алабыҙ. Быларын инде, хәләл көс менән тотолған балыҡтарҙы өйгә ғорурлыҡ менән алып ҡайтабыҙ. Батыр булып, мал тапҡыс булып.
Балыҡ бик эләкмәһә, йомран тоторға керешәбеҙ. Ояларына йә итектәребеҙ, йә ботинкаларыбыҙ менән һыу ҡойоп тотабыҙ. Беҙ, алтауыбыҙ ҙа, ауылдағы мәктәптә дүрт класты бөтөп, 4-5 саҡырымда ятҡан Мулдаҡайға көн һайын уҡырға йөрөйбөҙ. Ҡоштарҙы ҡарап ятыр өсөн иртә тороп дәрескә китәбеҙ. Һаҙ ситендә меңәрләгән ҡоштар уйнағанын ҡарап ятып, дәрескә лә һуңлап ҡуябыҙ. Дәрестән сыҡҡас, тағы ла ҡоштарҙы күҙәтергә шул түпһәлгә киләбеҙ.
Минән ике йәшкә өлкән ағайым бар. Әллә икенсе, әллә өсөнсө класта атайым менән инәйем уны уҡытманы. Шуға ла беҙ уның менән бер класта уҡыйбыҙ. Ауырығандыр. Үҙе ябыҡ, үҙе оҙон, бер ҙә йүнләп ит ҡунмай. Әммә көслө ине. Тарамыш. Әҙ һөйләшә. Минең кеүек татылдаҡ та түгел, аҡ та түгел, сәсе лә һары түгел. Ҡап-ҡара, шомороҡ. Миңә олораҡ малайҙарҙың береһе ҡырыныраҡ ҡараһа, уға ағайым менән аралашырға тура килә. Ә ул сапсанлығы, таһыллығы менән малайҙар араһында абруй һанала. Үҙемде хәтерләгәндән алып һәр саҡ алғы бүлмәлә киң ағас карауатта икебеҙ йоҡлайбыҙ. Унан ҡалған кейәмдәрҙе инәйем йыуып, ямап, миңә кейҙерә.
Ул йылдарҙа дүртенсе кластан алып унға тиклем йыл һайын дүрт-биш фәндән яҙғы имтихан була торғайны. Көҙгә ҡалһаң, көҙ имтихан бирәһең, булмай икән, кире класыңа ултыраһың. Алға барыш юҡ. Шул бишенсе класта яҙғы имтиханда башҡорт теленән инша яҙыр өсөн Мәжит Ғафуриҙың «Ҡыр ҡаҙы» тигән бик матур хикәйәһе тема булып килде. Ул хикәйәне мин бик ярата инем. Ҡыш көнө өйрәндек беҙ уны. Буран, һалҡын ине. Ә хәҙер яҙ! Етмәһә, барлыҡ ҡыр ҡаҙҙары иртәнән алып төнгә тиклем Мейесле һаҙында ҡаңғылдаша. Фатима апай Исламова «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһен беҙгә бик тәьҫирләнеп уҡып сыҡты. Мин шаҡ ҡаттым. Хикәйәләге малай, әйтерһең дә, мин үҙем. Ул малайҙы үҙем кеүек итеп ҡабул иттем дә, бөтә тәбиғәтте, Мейесле-Мейәс һаҙын тасуирлай-тасуирлай, ҡаҙҙарҙы, улар араһынан берәүһенең яраланыуын, уны тәрбиәләүем, ниҙәр кисереүем тураһында яҙҙым да яҙҙым. Иншаны тапшырып, ҡалған имтихандарҙы ла уңышлы биреп, йәйге каникулға сыҡтыҡ. Урамда күгәрсен күҙҙәре, кәкүк аяғы, аҡ һөттөкәй, күк һөттөкәй мыжғып сығып, сәскә атты. Һөттөкәйҙәр, йыуа, таш араһынан беттекәй өҙөп ашайбыҙ. Алтауыбыҙ һаман да айырыла алмайбыҙ. Ағайым беҙҙең менән уйнамай. Уның үҙ тиҫтерҙәре бар. Улар олораҡтар. Ҡайһы ваҡыт беҙҙең араға килеп, кемдең сәсе ҡаҡ итеп алынған, шуны тотоп, сиратлап башыбыҙға сиртеп китәләр. Кеҫәләрҙе лә ҡапшайҙар. Кемдең бәкеһе бар, уларға күсә. Һыҡтап, ошаҡлашып йөрөмәйбеҙ. Миңә әҙерәк ташлама бар инде, сөнки улар араһында ағайым абруйы ҙур бит.
Берҙән-бер көн киске сәйҙе эсеп ултырғанда ҡайҙалыр барып килгән атайым инәйемә шым ғына хәбәр һөйләй. Беҙ ағайым менән көнө буйы йүгереүҙән арып, ағас карауатҡа саңҡайғайныҡ инде. Ә мин йоҡламайым. Күҙемде ҡыҫҡан кеше булып ята бирәм.
– Хәтимә, бөгөнгө педсоветта Ильястың иншаһын бик маҡтап һөйләнеләр. Райондан килгән инспектор уны үҙе менән алды, райондың башҡа мәктәптәрендә уҡырбыҙ, тине, – тигән булды атайым.
– Нәмә булыр икән? – тип инәйем һүҙгә ҡушылды.
– Әллә. Бына ун бишендә районға барам, бәлки, берәй нәмә әйтерҙәр.
Атайым менән инәйемдең был һөйләшеүе шуның менән онотолдо.
Күпме ваҡыт үткәндер... Берҙән-бер көн атайым хәрби плащын ҡул башына һалып, тоғон тотоп, тағы ла ҡайҙандыр ҡайтып төштө. Өйгә инеп, әйбер-һәйберен һалып та өлгөрмәйенсә:
– Хәтимә, Ильясҡа Артекҡа путевка бирәләр. Бөгөн дүшәмбе, йома көндө вокзалға поезға алып барырға кәрәк. Райондан тағы ла өс баланы алып баралар. Ильяс менән дүртәү булалар. Бына нәмәләр әҙерләргә ҡуштылар, – тип инәйемдең ҡулына ҡағыҙ тотторҙо. Инәйем ул ҡағыҙҙы ентекләп уҡып сыҡҡандан һуң:
– Атаҡ-күсәк, ул трусик-майкаларҙы ҡайҙан алайыҡ? Испанкаһын тегербеҙ ҙә ул, – тип аптырап ултырғысҡа ултырҙы. Ағайым өйҙә юҡ. Ә мин аяғымды быялаға баҫып ярғанмын да ағас карауатта ятам. Инәйем уны билсәндең киң япрағына төрөп, тыштан сепрәк менән бәйләп ҡуйған. Кис беҙ йоҡлағас, инәйем шым ғына атайыма әйтә:
– Әйҙә, Ильястың урынына Ниязды ебәрәйек. Ябыҡ бит, һимермәй ҙә. Ильяс бит йоп-йоморо, һимеҙ... – Атайым өндәшмәй. Ә мин аңламайым. Нәмә була икән һуң ул Артек? Берәй кәнфит, прәник ашап ҡайта торған ауылмы икән? Әллә Мейесле ҡалаһы кеүек бағана баштарына үгеҙ ҡыуыҡтарына ел тултырып элеп ҡуйылған берәй сит ҡаламы икән? Малайҙарҙан һораһам, улар ҙа белмәй Артекты. Шулай ҙа Марат «Ул һыу керә торған ер. Ана беҙҙең «Үрге күл» кеүек», – тип әйтеп ҡуйҙы.
«Эй! Улай булғас, барып та тормайым мин унда. Һыуҙы өшөгәнсе көн һайын бында ла төшәбеҙ уны», – тип ҡырҡа ҡарар итәм эстән. Иртәгәһен инәйем «Зингер» тигән аяҡ машинкаһының артына ултырып тегенә башланы. Элек миңә салбар, күлдәк текһә, саҡырып, үлсәп-үлсәп ала торғайны. Ә быныһында – юҡ. Саҡырмай бит мине. Мин тышҡа сыҡҡанда ғына ағайымды саҡырып үлсәп алғанын һиҙәм. Инәйемдән көнөнә ике-өс тапҡыр һорайым. Ҡасан миңә «испанка» тегәһең? Ә трусик нәмә була ул? Инәйем миңә текләп ҡарап-ҡарап торҙо ла:
– Эй балам, балам. Трусик ул ҡыҫҡа ғына ыштан була. Түлке балаҡтары булмай. Мин һиңә уны аҙаҡ тегеп бирермен... Әлегә һорамай тор, йәме, тигәс, мин дә ризалаштым. Ул балаҡһыҙ ҡыҫҡа ыштан менән йә бөтә аяҡты, ботто кесерткән сағып бөтөрөр, тип үҙемде үҙем тынысландырам.
Атайым бер көндө колхоз бригадаһынан егеүле ат алып килде. Кис мине лә арбаһына ултыртып, атҡа төнгөлөккә ашарға бесән сабып килтерҙек. Ҡапҡа эсенә инеүебеҙ булды, сит-ситенә ҡыҙыл һалып тегелгән теге трусик тип аталған ҡыҫҡа ыштан, аҡ майка, испанка кейгән ағайым ялт итеп беҙҙең алға күтәрмәгә килеп сыҡты. Шунда минең дә бик трусик-майка, испанка кейгем килеп китте. Өйгә йүгереп индем дә инәйемдән ҡыҙыл һалып тегелгән трусик-майка таптыра башланым. Ә ул өндәшмәй генә минең башҡа нәҡ тә ағайымдыҡы кеүек испанка кейҙерҙе лә.
– Ҡалғанын аҙаҡ тегербеҙ, улым, – тип арҡамдан һөйөп сығарып ебәрҙе. Урамға сыҡһам, ағайымдың трусигын, майкаһын, испанкаһын ҡарарға бөтә тиҫтерҙәребеҙ йыйылған. Бөтәһенең дә ауыҙында Артек. Күбеһе шул трусик, майка, испанканы Артек тип уйлай шикелле. Төрлөсә һорайҙар, тотоп ҡарайҙар. Ағайым ҡайһы бер ваҡыт әллә әйтелгәнде тыңлап бөтмәй, әллә уның мәғәнәһен төшөнөп етмәй, әллә иғтибарһыҙлығы һөҙөмтәһендә онотоп, ҡайһы ваҡыт атай менән инәйҙе уңайһыҙ хәлгә лә ҡалдыра торғайны. Көндән-бер көн инәйем уны йомошҡа ебәрә. Ағайым әбей менән бабайға барғансы онота бит йомошон, ни тип тә әйтергә белмәй. Аптырағас, бабай менән әбейҙе киске етегә ҡунаҡҡа саҡыра ла ҡайта. Бабай менән әбей кисен, һыйҙыҡҡа ғына кейә торған мыйаттарын кейеп, тәғәйен сәғәттә килеп инәләр. Инһәләр, көткән аш та юҡ, әсе бал да юҡ. Аптырашып, мәсьәләнең әйеш-көйөшөнә төшөнөп, көлә-көлә сәй эсеп, риза булып ҡайтып китәләр.
Ә был юлы малайҙар ағайымдың матур трусигын, майкаһын тикшерә, кейеп ҡарарға биреп тор, тип тә бәйләнәләр. Көтмәгәндә ағайым уларға:
– Мин иртәгәнән алып Ильяс, ә ул – Нияз, – ти. – Бер үк быны берәүгә лә әйтмәгеҙ, әтү белеп ҡалһалар «Артек»ты тартып алырҙар, – тип тә өҫтәй. Малайҙар, аптырашып, бер миңә, бер ағайыма ҡарай.
Атайым ат килтергәс, нәмәлер һиҙенәм. Инәйем менән шыбыр-шыбыр нәмәлер һөйләшеп алалар. Бәләкәй генә шыума ҡапҡаслы таҡта сумаҙанға әйбер, бешкән йомортҡа, ит киҫәктәре тултыралар. Кис етте. Инәйем ағайымдан ҡыҙыл бөрмәле трусик һәм майкаһын һалдырып алды. Үҙенең көндәлек ыштанын, күлдәген кейеп алғас, ағайым миңә тағы ла яҡын, үҙ булып китте. Күңел дә тынысланды. Ҡосаҡлашып ятып йоҡланыҡ. Иртән соланда биҙрәнең ҡайҙандыр аунап төшөп шылтырауына уянып киттем. Ағайымды һәрмәйем, ә ул юҡ. Һикереп килеп тороп, тәҙрә аша ҡарайым. Ат та, арба ла юҡ. Йүгереп тышҡа сыҡтым. Инәйем гөбөр-гөбөр һыйыр һауа. Иламһырап, ағайым менән атайымды һорайым. Инәйем тыныс ҡына.
– Улым. Хәҙер оло юлдан машина Мейеслегә үтә. Атайың ағайыңды шул машинаға өлгөртөргә алып китте, – тине.
Мин шунда уҡ саяланып, илап, испанкамды кейеп сыҡтым да ауылдан 4 саҡрымдай ерҙә ятҡан оло юлға йүгерҙем. Быялаға баҫҡан аяғым һыҙлай, үҙем аҡһайым, үҙем йүгерәм. Инәйем артымдан ҡысҡырып тороп ҡалды. Йүгерәм оло юлға. Йүгерә торғас, Үрге күлгә лә барып еттем. Ҡараһам, ҡаршыла ат арбаһында атайым килә. Кире ҡайттыҡ. Ул минең ҡайҙа йүгереүем, ә мин унан ҡайҙан килеүен һорамайым. Былай ҙа беләбеҙ. Өндәшмәйбеҙ. Беҙ ирҙәр бит.
Тағы ла аҙна-ун көн ваҡыт үтте. Малайҙар хәҙер миңә исемемде әйтеп өндәшмәйҙәр. Һәр саҡ Нияз тиҙәр, ә үҙҙәре сырҡылдашып көлөшәләр. Берҙән-бер көн почтальон апай инәйемә ҡағыҙ тотторҙо. Телеграмма тигән нәмә икән. Атайым ҡайтып кергәс, ул ҡағыҙҙы икәүләп уҡып аптыраштылар. Атайым шул уҡ көндө кис тағы ла шул атты килтерҙе. Арба тәгәрмәстәрен икәүләп майланыҡ. Атайым миңә:
– Был юлы, улым, һине лә алып барам. Мейеслегә тимер юлы вокзалына барабыҙ, – тигәс, түбәм күккә тейҙе. Урра, урра! Мин дә Артекҡа барам, мин дә Артекҡа барам. Атай, дуҫым Талипты ла алып барайыҡ, уның да Артекты күргеһе килә, тинем. Атайым ризалашты. Арбала, йәм-йәшел бесән өҫтөндә күккә ҡарап ятабыҙ, һыйыр көтөүе менән бергә иртәнгелә үк юлға сыҡтыҡ.
– Атай, беҙ Мейеслегә Артеккә барабыҙмы ул? – тип һорайым.
Атайым көлөмһөрәп, эйе, эйе, улым, ти ҙә ҡуя. Йоҡлап киткәнмен. Бер ваҡыт шаҡ та шоҡ иткән һәм аждаһалай үкергән тауышҡа уянып киттем. Ҡараһам, быуҙарын борҡотоп, шаҡ та шоҡ булып аждаһа килә. Ат өркә. Поезд тигән аждаһаны ат та, минең дә күргәнебеҙ юҡ. Атайым атын бәйләп, миңә бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡушты ла, үҙе аждаһа-поезд яғына шәп-шәп атлап китте. Оҙаҡ ҡына ултырҙым арбала. Шулай тойолғандыр. Поездың һыҙғыртыуына боролоп ҡараһам, ағайымды етәкләп, фанер сумаҙанын ҡулына тотоп, атайым килә. «Ура, ура», тип ҡысҡырып, ҡаршы йүгерҙем. Мейеслелә тәмле һыу, пирожкиҙар ашап ҡайтып еттек. Онотолдо был ваҡиға. Урамдағы малайҙар өсөн һәр беребеҙ үҙ исеменә кире ҡайттыҡ. Тағы ла ярты ай самаһы ваҡыт үтте. Сейә бешеп бара ине. Берҙән-бер көн беҙгә Мулдаҡайҙағы уҡытыусым – инша яҙҙырыусым Фатима Ислам ҡыҙы килде. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлөшә-көлөшә сәй эстеләр.
Ә хәл былай булған икән. Артекҡа китеүсе балаларҙы бөтә Башҡортостандан Өфөлә йыйғансы аҙна ун көн ваҡыт үткән. Көн эҫе. Балалар бик һорағас, ҙур күҙәтеү аҫтында уларҙы Ағиҙелгә һыу инергә алып барғандар. Һыуҙа балыҡтай йөҙгән ағайым йыраҡҡараҡ йөҙә лә китә, йөҙә лә китә икән. Унан һай ергә сыға биреп баҫа ла, тағы ла туңҡайып, һыу аҫтына кереп китә икән. Унан сыға ла, ян-яғына ҡаранып оҙаҡ тора. Ярҙағы тәрбиәселәр быны һиҙеп ҡала. Башҡа балалар һыуҙан сығып бөтә. Ә был һаман бер сума, бер сыға икән. Аптырағас, ярҙағы тәрбиәселәр:
– Ильяс, сыҡ, ҡайтабыҙ, тиҙерәк сыҡ, – тип, ҡат-ҡат ҡысҡырһалар ҙа ағайым һаман да сыҡмай икән. Ахыры, йөҙгөр тәрбиәсе егеттәр тегене тотоп алып, ярға табан килтерә башлаһалар, ул ҡарыша, тырнаша, хатта сәйнәшә икән. Үҙе ике ҡулы менән йән ағзаһын ҡаплай, ти. Баҡһаң, уның ҡыҙыл таҫма һалып тегелгән трусигының резинаһы буш булып, һыу ағымына һыпырылып, аҡҡан да киткән. Был сыр яланғас торған да ҡалған икән.
Ҡалаға ҡайтҡас, тыңламайынса, һыуға төпкә йөҙөп китеүе өсөн шелтә эләккән. Ахыры, ағайым үҙен әрләтмәҫ өсөндөр: «Мин Ильяс түгел, әрләмәгеҙ мине, мин бит Нияз, ә Ильяс өйҙә», – тигән. Асыҡлау башланған. Һәм ағайымдың Ильяс булмағанын асыҡлағандар. Иртәгәһенә үк поезға ултыртып ҡайтарып ебәргәндәр. Шулай итеп, атайым менән мин Мейесле тимер юл вокзалында ағайымды ҡаршы алдыҡ. Артек уға ла, миңә лә эләкмәне.
Ауылға ҡайтып, сәй менән тамаҡ ялғағас, тағы ла урамға сыҡтыҡ. Тиҙ генә малайҙар йыйылып китте. Дуҫым Талип менән мин ағайымдан алда: «Беҙ Артек ашаныҡ, Артек эстек», – тип һөйләп алдыҡ. Малайҙар беҙҙең янға өйөлөштө. Ваҡ икмәк валсығы һалыуҙан ауыҙы ҡатып шымарып бөткән салбар кеҫәбеҙгә шундай уҡ ҡатып ярылып бөткән ҡулдарын тығып «Артек» эҙләйҙәр.
Арабыҙҙа туғырағы булған Марат дуҫымдың фекере башҡаса:
– Юҡ, малайҙар, улар Артекты беҙгә эсермәҫ өсөн һауыты менән өйҙә ҡалдырған, – тигәс кенә беҙҙе тентеү туҡтаны.
Нәҡ шул ваҡытта Артектың ни икәнен үҙ күҙҙәре менән «күреп ҡайтҡан» ағайымдың:
– Артек ул ашап-эсә торған нәмә түгел бит. Артек – ул ҙу-у-у-ур йылға, – тиеүе барыбыҙҙы ла ныҡ аптыратты. Артек нимә икән ул, туғандар?
Спартак Ильясов.