Бөтә яңылыҡтар

Мин кемдән кәм! (Хикәйә)

Яҙыусы буласаҡ Төхфәт! Улар бит, эшкә барыу түгел, өйҙәренән дә сыҡмайҙар, урындарынан да ҡуҙғалмайҙар тиерлек. Илһам килгәндә генә өҫтәл артына ултыралар ҙа, күңелдәрен ҡағыҙға бушатҡас, яңынан йылы урындарына сумалар, йә булмаһа, саф һауала баш елләтергә, дуҫ-иштәре менән һыра эсергә урамға сығып китәләр. Ошонан да рәхәтерәк тормоштоң булыуы мөмкинме ни!

Мин кемдән кәм! (Хикәйә)
Мин кемдән кәм! (Хикәйә)

Туйҙырҙы был тормош Төхфәтте, туйҙырҙы. Яҡтырыр-яҡтырмаҫтан күҙеңде тырнап ас та, тегенән-бынан ғына ҡапҡылап, кистән ҡалған һалҡын сәй һемереп эшкә йүгер инде. Туҡталыштағы, автобустағы этеш-төртөштө әйтәһе лә түгел – сей елкәһенә тейеп бөткән. Хеҙмәт урынына барғас, башмаҡ күҙ Бәшәрҙе күреп, тағы ла бер кәйефе ҡырыла уның. Кит инде, кит, шул лығырҙаҡ, ҡап ҡорһаҡ әҙәмде лә мөдир итеп тоторҙар икән. Булыр-булмаҫ институттың булыр-булмаҫ лабораторияһына ярай, тиҙәрҙер, күрәһең. Етте! Төхфәт яңы эш табырға тейеш! Йоҡоһон туйғансы йоҡлап, теләгән ваҡытта барып, теләгән ваҡытта ҡайтып китә торған хеҙмәт урыны булдырырға кәрәк. Хәҙер барыһы ла шундай эштә. Ниңә әле уға, берәй предприятие асып, бизнесмен булып китмәҫкә...

Уйлана торғас, Төхфәт был хыялынан тиҙ сигенде – иҡтисади белеме һайыраҡ шул. Уның ҡарауы, ул тормошто һәйбәт белә. Туҡта әле, туҡта, ниңә уға яҙыу-һыҙыу эше менән шөғөлләнеп ҡарамаҫҡа? Мәктәптә уҡығанда һүрәт төшөрөргә һәләте булмаһа ла, берәй нәмә хаҡында тасуирлап яҙырға фантазияһы етә торғайны бит. Хатта әҙәбиәт уҡытыусыһы, аптырауҙан баш һелкеп, телен шартлатып ҡуйыр ине. Хәҙер ҙә институтта йыллыҡ отчеттарҙы нисегерәк төҙөй ул! Бер кемдең башы, аҡылы етерлек түгел. Сикһеҙ фантазия бында ла кәрәк икән.

Яҙыусы буласаҡ Төхфәт! Улар бит, эшкә барыу түгел, өйҙәренән дә сыҡмайҙар, урындарынан да ҡуҙғалмайҙар тиерлек. Илһам килгәндә генә өҫтәл артына ултыралар ҙа, күңелдәрен ҡағыҙға бушатҡас, яңынан йылы урындарына сумалар, йә булмаһа, саф һауала баш елләтергә, дуҫ-иштәре менән һыра эсергә урамға сығып китәләр. Ошонан да рәхәтерәк тормоштоң булыуы мөмкинме ни!

Тик нәмәнән башларға? Бәлки, шиғырҙар яҙыуҙандыр? Күләме лә бәләкәйерәк, тиҙ ҙә яҙыла. Уны, моғайын, мөгөҙлөләр генә ижад итмәйҙер әле. Төхфәт ҡулына ручка алып, алдындағы аҡ ҡағыҙҙарға текләп, уйға батты. Ярты сәғәт самаһы ирендәрен ҡыбырҙата-ҡыбырҙата ултырһа ла: «Эй, минең тыуған ҡырҙарым, болондарым, яландарым, мин эшкә барманым бөгөн, һеҙҙе уйлап тик ятам», – тигән юлдарҙан да шәберәген ижад итә алманы. Тәүҙә был ижад емеше үҙенә ныҡ оҡшаһа ла, һуңынан ниңәлер күңеле ҡайтты, хатта шиғыр яҙылған ҡағыҙҙы йыртып ырғытты. Юҡ, шиғырҙың мәшәҡәте күп икән. Нимә хаҡында яҙыуҙы уйлап баш ватаһың, уны рифмалаштырғанда икенсе тапҡыр ғазапланаһың. Ритм, образ кеүек тағы әллә нәмәләре бар. Уларына ла түҙер инең, ә нисек итеп уны оҙаҡ һәм оҙон яҙмаҡ кәрәк? Оҙон итеп яҙмаһаң, гонорары ла шул тиклем генә инде уның. Юҡ, шиғыр бармай!..

Төхфәт прозаға күсергә булды. Башта башҡаларҙың яҙғанына күҙ һалырға уйлап, дуҫ-иш, таныш-белештәренән әҙәби китаптар һорап торҙо. Ике әҫәр уҡыуға ҡәтғи ҡарарға килде: үҙ биографияһынан роман яҙасаҡ! Был турала иң башта ҡатынына әйтергә булды. Хөсни иренең һүҙен элеп алып:

– Бәй, яҙмай ни, яҙ, – тине, – бөтәһе лә яҙа ла. Һин кемдән кәм? Юҡ-бар бала-саға йыр-таҡмаҡ сығарып йөрөгәндә, һиңә, фән кешеһенә, ниңә ижад итмәҫкә, ти. Даны ла, аҡсаһы ла булыр, исмаһам. Яҙ, тик ҙурыраҡ итеп яҙ. Китабың кирбес ҡалынлығы булһын. Шул йәшеңдә, шул кәүҙәң менән бәп-бәләкәй китап яҙмаҫһың бит инде!

Төхфәт ҡатынының был һүҙҙәренән йәнләнеп китте.

– Үҙем дә шулай уйлап йөрөйөм. Солидный роман булырға тейеш. Биография бай бит минең: бала саҡ, мәктәп йылдары, армияла хеҙмәт итеү, ҡайтыу, институтҡа өс тапҡыр имтихан биреү, яңынан ауылға ҡайтып эшләү, яңынан Өфөгә килеү, әлеге эштә бәрелеш-тартыштар...

– Ә мине ҡайҙа ҡуяһың? – Хәсбиҙең тауышы бик ҡәтғи ине. – Ауылдашым, күршем тигәс тә, мине ҡулға еңел генә төшөрҙөм тип уйлайһыңмы? Артымдан әҙме егеттәр йүгерҙе. Айыу Ишҡәленең мин тип өҙгөләнеүҙәре, сабыуҙары үҙе бер романлыҡ. Ә теге күпер урамы Әтәс Әхәттең үлер сиккә етеп бөтөрөнөүҙәре...

– Улары ла керә инде, ҡатын. Ғөмүмән, китапҡа кемдәрҙе ыңғай, кемдәрҙе тиҫкәре герой итеп алыу тураһында иркенләп ултырып һөйләшербеҙ.

– Бәй, уны мин һиңә хәҙер үк әйтәм. Ыңғайҙар: мин дә, үҙең дә, Әюп ҡоҙаң. Малайың менән ҡыҙыңды, икеһен дә институтҡа алып, кем кеше итте? Ул! Ауылдағы Хәйри дуҫыңды нисек ҡалдыраһың? Урманға ул хужа булмаһа, дачаңа клубтай йорт төҙөп ҡуялмаҫ инең әле.

– Арзан ғына хаҡҡа һәр беребеҙгә тундар тегеп биргән Тәлиға ҡоҙасаны ла онотаһым юҡ.

– Эйе, ул да бар. Ә, ана, теге Муса ҡоҙа менән Сәнә ҡоҙағый кеүек һарандарҙы тиҫкәре ит. Әҙәм көлкөһөнә ҡалдыр һин уларҙы. Үткән йыл йыйған мәжлестәрен хәтерләйһеңме? Хурлыҡ бит! Өҫтәлендә йүнле эсер, ҡабыр әйбер булманы. Етмәһә, ауыҙ йыралар: имеш, эш аралашып, серләшеп ултырыуҙа... Романыңда, һаран кешеләр менән серләшеп тә, гөрләшеп тә ултырмайҙар, тип өҙҙөргәнсә әйт!..

Был кисте Төхфәт ҡатыны менән буласаҡ роман геройҙары хаҡында оҙаҡ әңгәмәләште, хатта ҡайһы саҡ үҙ-ара бәхәстәр ҙә сыҡҡылап ҡуйҙы. Аҙаҡ килеп, кемдәрҙе тиҫкәре герой итеп яҙыу тураһында бер һүҙгә килеп, уларҙың исемлеге төҙөлдө. Төхфәт ҙур әҫәрен яҙып бөткәнсе әлеге эшенән китеп торорға булды. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, Хәсби:

– Мин аҙыҡ-түлек магазинында эшләгәндә ас та, кейемһеҙ ҙә булмабыҙ, балаларҙы ла ҡарарбыҙ, – тине, иҫе лә китмәй. – Романың ғына сыҡһын. Алла бирһә, тағы ла нығыраҡ байырбыҙ...

Төхфәт әҫәре менән өс йыл яфаланды. Фатирында ла, баҡсаһында ла яҙҙы. Өфөнөң боҙоҡ һауаһы менән насар һыуы ҡамасаулайҙыр тип, тыуған ауылына ла, санаторийҙарға ла барып романы өҫтөндә эшләне. Бальзак кеүек туҡтауһыҙ кофе эсеп тә ижад итте.

Тик ҡатыны, балалары, ҡайһы бер дуҫ-иштәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары көткән роман, ауырыу мал кеүек, мандый алманы...

Иренең файҙаһыҙ үткәргән ваҡытына әрнеп, бер көндө ҡатыны Хәсби:

– Булдыҡһыҙ! Аҡсалы эш тап, икенсе йыл романға үҙем ултырам. Бына тигән әҫәр яҙасаҡмын! Мин кемдән кәм! – тине.

Булыр унан! Китап яҙыуҙы хәҙер сүп урынына ла күрмәйҙәр бит...

Риф Мифтахов.

Читайте нас: