Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (хикәйә)

Наҡыя менән Айзаттың бергә ултырыуы мөхәббәт утының дөрләп тоҡаныуына килтерҙе. Ауылдың ике осо малайҙары быға тиклем дә бер-береһе менән дуҫ булмағас, Айзаттың көпә-көндөҙ Наҡыя йәшәгән йорт эргәһенә килеп сығыуы күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ҡурҡмай килеүен әйт әле!

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (хикәйә)
АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (хикәйә)

Беренсе бүлек

Рәмзиә, Аллаға ялбарған һымаҡ, “алтылы”һына өндәшә: “Түҙ, ап-ағым, түҙ, хәҙер барып етәбеҙ”. Юҡ, күпме генә тырышмаһын, барып етә алманы. Үткән быуатта уҡ был ерҙәргә килгән автомобиль тиҙлеген кәметте, бер тапҡыр сөскөрҙө, бышҡырҙы һәм юл ситенә сығып, туҡтап ҡалды. Яғыулығы бөткәс, ҡайҙа барһын, ана, кеше лә оҙағыраҡ ашамай торһа, хәле бөтә, хатта үлеп тә ҡуя.

Эш менән булып, ҡатын яғыулығын ҡарарға онотҡан шул. Ҡыҙыл уты янғас ҡына иҫенә килде, ләкин һуң ине. Ярай әле, һөтөн-ҡаймағын һатып бөткәйне. Юғиһә әсеп әрәм булаһы икән. Ә эргәһенән машиналар ике яҡҡа ла ағыла ғына! Исмаһам, берәүһе туҡтарға уйлаһа! Ташҡын булып киләләр. Сәғәттән артыҡ торҙо Рәмзиә. Ярҙам итергә теләүсе түгел, хатта туҡтаусы ла юҡ. Шундай заманда йәшәйбеҙ, һәр береһе – эшем эйәһе, ваҡыты юҡ, ҡабалана, өлгөрмәй. Ошо тиклем машина араһында бер танышының осрамауын әйт әле! Әллә такси йә эвакуатор саҡыртып ҡарарғамы икән? Күңеленән генә иҫәпләп сығарҙы: такси тигәне әллә килә, әллә юҡ, ләкин яғыулыҡ станцияһына барып еткәнсе, мең тәңкәне һыпырасаҡ. Ә эвакуаторға шылтыратҡайны, уныһы иң тәүҙә ике мең һум аҡса күсереүҙе талап итте. Йә инде, бер тутығып бөткән “алтылы” өсөн бер көнлөк килемеңде тоттор ҙа ҡуй, имеш! Июндә былай ҙа эше күп, айыртылған һөтө күпсеп ултыралыр, иртәгә эремсеге әҙерәк була инде.

Шул ваҡыт эргәнән үтеп барған “Тойота” дүрт тәгәрмәсен дә асфальтҡа сыйылдатып туҡтаны ла, артҡа бирҙе.

Рәмзиәнең күңелендә ышаныс уянды. Яҡшы кешеләр бөтмәгән бит әле! Әллә берәй танышымы икән? Ярты битен күҙлек менән ҡаплаған ҡатын:

– Ни хәл, Рәмзиә? Нимә булды? – тип ҡоро ғына өндәште.

Кем тиһә, был Әлиә лә инде! Ҡайһылай “текә” кейенгән!

– Бензин бөттө, Әлиә, рәхмәт инде, туҡтауың өсөн! – тине Рәмзиә.

– Канистрың бармы? – тине Әлиә. – Нисә литр кәрәк?

– Бер-ике литр етә инде. Канистр ҡайҙан булһын...

– Заправкаға тиклем йыраҡмы әле?

– Автосервис ултырған боролоштан һуң, ике километрҙай булыр.

– Йыраҡ икән шул...

Рәмзиә канистры юҡлыҡҡа ныҡ үкенде. Әлиә менән һөйләшкеһе лә килгәйне. Күптән осрашҡандары юҡ бит. Ни әйтһәң дә, ҡоҙа-ҡоҙағый булыша яҙған кешеләр бит.

Әлиә ҡуҙғалып китергә, заправканан бензин алырға йыйынғайны, иҫенә төштө:

– “Галстугың” бармы?

– Галстук? Ниндәй галстук? – тип аптыранды Рәмзиә.

– Машинаңды таҡтырырға, арҡаның бармы?

Рәмзиә, йүгереп барып, багажнигын асты:

– Бына ята, ошомо ни “галстук”?

– Эйе, тик туҙған икән.

Текә “Тойота”, туҙған “алтылы”ны тағып, алға ынтылды. Бик аҡрын барҙылар. Әлиә, яғыулыҡ станцияһына барып еткәнсе, байтаҡ хәтирәләргә бирелеп өгөрҙө. Икеһе лә дуҫ, әхирәт булдылар. Рәмзиәнең улы Айзат, Әлиәнең ҡыҙы Наҡыя класташ булды. Бер партала ике йыл буйына юҡҡа ултырманылар. Хәҙер кемде булһа ла ғәйепләп булмай, уҡытыусыларҙан кемдер шаян Айзат эргәһенә Әлиәнең ҡыҙы Наҡыяны ултыртырға тәҡдим иткән. Йәнәһе, Наҡыя һәйбәт уҡый, етди ҡыҙыҡай. Тәртипһеҙ, тиктормаҫ Айзатты тәрбиәләп алыр. Ә улар нимә эшләгән? Ҡыҙ менән егет тәүге дәрестә үк бер-береһенә эҫенеп киткәндәр. Берәү ҙә белмәй, Айзатты нимә арбағандыр, Наҡыя тиктормаҫ малайға нисек ғашиҡ булғандыр? Бер урамда йәшәһәләр, тағы бер хәл, икеһе ауылдың ике осонда. Хатта бер-береһенә оҡшамағандар ҙа бит әле.

Наҡыя менән Айзаттың бергә ултырыуы мөхәббәт утының дөрләп тоҡаныуына килтерҙе. Ауылдың ике осо малайҙары быға тиклем дә бер-береһе менән дуҫ булмағас, Айзаттың көпә-көндөҙ Наҡыя йәшәгән йорт эргәһенә килеп сығыуы күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ҡурҡмай килеүен әйт әле! Быны ни эшләтергә икән, тигән ҡиәфәт менән үрге ос малайҙары йыйыла ла башлағайны, өйҙән Наҡыя килеп сыҡты, Айзат менән бер аҙ һөйләшеп торҙо ла, бығаса бер ҡыҙ ҙа йөрьәт итмәгән батырлыҡты ҡылды. Ҡыҙ, егетен етәкләп, өйөнә кереп китте. Ҡарап торған егет-елән аһ итте. Уларҙың икеләнеүенең сәбәбе шунан ғибәрәт: Наҡыяның атаһы - атаҡлы көрәшсе, етмәһә, ауыл хакимиәте башлығы. Уның ҡыҙы эргәһенә килгән егеткә нисек ҡул күтәрәһең дә, ни йөрәгең етеп, уны ҡыуалап ҡайтараһың? Айзат шулай итеп үрге осҡа үҙе оҡшатып йөрөгән ҡыҙ менән етәкләшеп килеп инде.

Әлегә уларҙы алда байтаҡ мажаралар көтә. 1998 йылдың көҙө генә, халыҡ ҡулынан килгәнсә йәшәргә ынтыла һәм капитализмдың тәүге емештәрен татый...

Ә әле Әлиәнең текә джибы тутығып, үтәнән-үтә күренеү кимәленә еткән “алтылы”ны уңайһыҙланып ҡына яғыулыҡ станцияһына һөйрәп китеп бара. Әлиәнең күнмәй сараһы юҡ. Донъя хәлен белеп булмай, уларҙы бәйләгән хәтирәләр ҙә бар бит әле...

...Балалар әлегә бер партала ултыра, уларға унынсы, ун беренсе синыфтарҙы тамамларға кәрәк. Белем алыу, һөнәр һайлау һымаҡ яуаплы эштәрҙән дә ҡотолоп булмаҫ...

Кем белә, Әлиәләрҙең ауылда Бөкөләр ҡушаматы йөрөткән нәҫел-ырыуының Рәмзиә ҡараған Бүкәндәр ояһы менән әллә ни уртаҡлыҡ та, бүлешә алмаған мал да юҡ. Шулай булғас, ниңә тартынып торорға, бөгөн Әлиә ярҙам итһә, иртәгә Рәмзиәнең ярҙамға килеүе бик ихтимал. Балалар инде күптән үҫеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтылар. Айзаттарының, Наҡыяны мөрхәтһенмәй, ҡала ҡыҙына ылығып китеүе Бөкөләрҙең хәтерен ҡалдырғайны-ҡалдырыуын. Бишектәге бала бишкә төрләнер, тигән һымаҡ, ул ваҡытта нимә булырын кем генә фаразлаған инде?

Рәмзиә “алтылы”һының нәҙек кенә руленә сытырлатып йәбешкән һәм аҡрын ғына килеүгә ҡарамаҫтан тормозға баҫа яҙып-баҫа яҙып килә.

Донъя шулай, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә. Кем уйлаған инде Рәмзиә осрар ҙа үҙенең машинаһына тағып алып ҡайтыр, тип. Әлиә Бүкәндәрҙең Айзатын уйлай. Былай ипле малайға оҡшағайны, тәүге күргәндән үк оҡшатҡайны, тик өйләнешергә насип булманы шул. Улдары ни хәлдә икән? Ярай, яғыулыҡ станцияһына барып еткәс, яйын табыр, һорашыр әле. Хәйер, был Бүкәндәр шыма халыҡ инде, дөрөҫөн һөйләмәҫ. Ауыҙы тулы ҡара ҡан булһа ла, төкөрмәҫ халыҡ. Хәҙер ауыл ҙурайғас, кемдең ҡайҙа йәшәгәненен дә белеп булмай. Ҡаланан кешеләр күпләп күсеп килә. Ауыл хәҙер үҙе лә ҡаланың бер өлөшө иҫәпләнә. Күпселек Ишембайҙа урын таба алмай, йә Салауатҡа, йә Стәрлетамаҡҡа ынтыла. Күптәр вахтала.

Бына яғыулыҡ станцияһы эргәһенә килеп туҡтанылар. Әлиәнең Рәмзиәне ошонда ҡалдырып китеү мөмкинлеге бар ине, ҡалдырманы, ташламаны ауылдашын. Тартырып килтереп, колонканың эргәһендә үк туҡтатты. Хатта күптән ҡул күрмәгән бензонасосын табып, уныһын эшкә ҡушты, һәм шунда уҡ, “алтылы”һы ла әрһеҙ инде, бер тибеү менән, тоҡанды ла ҡуйҙы.

“Башнефть”кә ҡараған яғыулыҡ станцияһы эсенә инеү менән, аҡлы-ҡаралы йәшелдән кейенгән малайҙар һәм ҡыҙҙар: “Бәлки сәй, кофе? Ҡабымлыҡтар бар”, – тип тәҡдим итеп тора. Рәмзиә үҙен бурыслы тойғас, Әлиәне берәр шәшке сәй эсергә саҡырҙы. Икәүләшеп мөйөшкә барып торҙолар, ул арала булмай, сәйе лә, ҡабымлыҡтары ла алдарына килеп ултырҙы. Рәмзиә рәхмәтле булыуын йәшермәне. Хатта һүҙ араһында үкенгән һымаҡ:

– Эй, Әлиә, рәхмәт инде! Онотмағанһың икән! – тип ихтирамлы һүҙҙәрен йәлләмәне.

– Шулай шул, беҙҙең бит яҡыныраҡ булыу мөмкинлеге бар ине, – тип ысҡындырҙы хатта Әлиә. – Айзатты әйтәм, ҡайһы яҡта йөрөй?

Рәмзиә, улы хаҡында һүҙ сыҡҡас, тотлоҡто. Әллә былар һаман уның улына өмөт итәләр инде? Әйтәм, сыйылдап килеп туҡтаны.

– Йөрөй инде шунда, – тине теләр-теләмәҫ кенә Рәмзиә, хатта ҡул һелтәп ҡуйҙы. – Тормошонан үҙе лә, беҙ ҙә ҡәнәғәт түгелбеҙ. Донъя көтөү ауырлашты бит. Улым һаман үҙенә урын таба алмай әле. Бынауы, Машзавод уҡытҡайны бит. Ул завод, үҙең беләһең, бөлөп, юҡҡа сыҡты. Ни фатир алып өлгөрмәне. Ә үҙеңдеке нисек? Наҡыяны әйтәм.

– Мәктәптә эшләй инде. Бер малай үҫтерәләр. Әллә ни ҡыуанырлыҡ хәбәрҙәр юҡ, – тине Әлиә.

Нимә тип әйтһен инде, Наҡыям өс тапҡыр өйләнгән иргә кейәүгә барҙы, уныһы – бер алкаш – ҡыҙымды туҡмап, сығарып ебәрҙе. Улын үҙебеҙ ҡарайбыҙ, тип күрәләтә үсәтеп йә ҡыуандырып торһонмо? Былай ҙа сәләм дә бирмәҫлек кешене, юҡ ваҡытын бар итеп, ошонда тиклем һөйрәп килтерҙе, бына әле һыуынған сәйен, ҡатып бөткән ҡабымлығын ауыҙ итеп тора инде. Ә Рәмзиә үҙе ныҡ, элекке һымаҡ яғымлы һәм матур. Ә улын тәки өндәшмәне бит. Кеше әйткәйне инде, ҡыҙыңды килен итеүгә Рәмзиә үҙе лә, ире Рифмир ҙа ҡаршы икән, тип. Ярай, Әлиәнең ул яҡта таныштары күп. Аҡрынлап һорашыр әле. Әлиә менән Рәмзиә телефондарын алыштылар. Рәмзиә хатта Әлиәне машинаһына тиклем оҙатып, ҡулдарынан тотҡолап, ҡосаҡлаған һымағыраҡ тороп ҡалды.

Әлиәнең уға үпкәһе юҡ. Рәмзиәнең улының өйләнеүе Әлиәләрҙең Наҡыяны кейәүгә биреүен ҡабаландырҙы ғына. Ә ҡабаланмаһалар ҙа була ине. Бәлки, ҡабаланмаһалар, анау Ғирфан килеп эләкмәҫ тә ине. Шул ҡарт ир бөтә эште уйҙы ла ҡуйҙы инде. Үҙе тәү ҡарамаҡҡа хатта зыялы, ипле кешегә оҡшағайны. “Һеҙ” тип кенә өндәшә, бүләктәрен йәлләмәй. Аҙаҡ асыҡланды, бүләккә тигән аҡсаны урам саты һайын ултырған ойошманан алған икән. Йүләр! Утыҙ мең һумлыҡ бүләкте бер айҙан йөҙ мең итеп үҙҙәренә түләргә тура килде. Түләмәй, ҡайҙа барһындар, ауырлы ҡыҙҙарын иртәнән алып кискә тиклем коллекторҙар мәшәҡәтләй башлағас...

Икенсе бүлек

Рәмзиә оло юлда Әлиәне осратыуына ни ҡайғырырға, ни аптырарға белмәне. Ауыл, ғаилә тәрбиәһе көслө шул. Ярай, үҙенә аҙмы-күпме ярҙам күрһәтте. Кем белә донъя хәлен, улы Айзатты Наҡыя менән осраштырып ҡарарға кәрәк ине. Күп ваҡыт та үтмәне, ваҡиғалар үҙенән-үҙе шул йүнәлештә бара башланы.

Наҡыяларҙың урамына Айзат үҙе килеп сыҡты. Был нимә булғандыр, үҙе лә аңламай. Ошоға тиклем өйөндә ваҡ-төйәк эш менән генә булған Айзат, үҙе лә һиҙмәҫтән, юғары осҡа сығып китте. Юғары ос урамдары, хәҙер танырлыҡ та түгел, ялт итеп тора – асфальт, бағаналарҙа лампочкалар яна. Айзат ары һуғылды, бире һуғылды, тик таныш бер урынды ла тапманы. Әлиәнең өйө булырға тейеш урында икеме әллә өсмө ҡатлы йорт ултыра. Айзат шул ваҡыт үҙе терт итеп ҡалды. Ҡаршыһына, еңел генә атлап, Ғәрифулла ҡарт, Наҡыяның олатаһы, килеп сыҡты. Килеп сыҡты ла, ҡараңғыла Айзатҡа ҡарап тора башланы. Айзат эргәһенә килһә, таныр һымаҡ. Танымаһа, өндәшергә, кем икәнлегеңде әйтергә тура килә. Айзат Ғәрифулла ҡарттың мәктәптә һуғыш тураһында һөйләгәндәрен әле лә яҡшы хәтерләй. Тәүҙәрәк һуғыш йылдары хаҡында: “Беҙ бында Дутов менән Колчактың кәрәген бирҙек кенә! Арттарына ла әйләнеп ҡарамайынса ҡастылар! Ленин янына барған башҡорттарҙы мин һаҡлап алып барҙым. Бөйөк Ватан һуғышында бер миҙалымды бирмәй ҡалдырҙылар”, – тип һөйләй торғайны. Һуңынан: “Беҙ Чапай менән Хрунзены (Фрунзе – ред.) ҡыуалап, Башҡортостанды азат иттек”, – тип һөйләне. Шул ҡарт: “Улым, кил әле бында”, – тип саҡырып алды. Эргәһенә килгәс, Айзат, әҙәпле генә итеп:

– Һаумы, бабай! – тип өндәште.

– Һин кемдең улы? Ҡайҙан килдең? Нимә эҙләп йөрөйһөң? Һыйырығыҙ юғалдымы әллә? – тине ҡарт.

Айзатҡа үҙенең түбәнге остан килеүен, әсәһенең Рәмзиә, атаһының Рифмир икәнлеген әйтергә, ошонан үтеп барыуы хаҡында һөйләп бирергә тура килде. Тиҙ генә ҡотолоп буламы ни, Ғәрифулла ҡарттың һуғыш йылдарындағы бер батырлығы хаҡында байтаҡ тыңларға тура килде.

– Атайың Рифмир булғас, ул һуғыштан ҡайттымы ул? Рәмзиә ҡайҙа эшләй? Һыйыр һауамы? Магазиндамы? – тип һорашты ҡарт.

Шул ваҡыт эргәләге өс ҡатлы йорттоң бер тәҙрәһе асылып ябылғаны тойолдо. Кем белә, Наҡыя түгелме икән? Ҡарттың был хәтлем һөрәнләүенә әллә кемдәр йыйылыр әле.

Айзат күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды, Наҡыяға оҡшаған бер һын ихатанан килеп сыҡты ла, арыраҡ атлап, тынып ҡалды. Ә был ваҡытта бабай Берлинды нисек яулауҙары хаҡында һөйләй башлағайны. Ләкин Айзат уны тыңлап торманы, юғарыраҡ атлаған һындың артынан йүгерҙе. Килеп сығыуы булды, уны Наҡыя ҡосаҡлап та алды.

– Мин бит һине көн һайын көттөм, – тине Наҡыя, Айзатты ҡосаҡлап үбә-үбә.

Урамда кеше-мәҙәр күренмәй, егет тамам ҡыйыуланды, ҡыҙҙы күтәреп үк алды.

– Кеше күреп ҡалыр, төшөр, – тине Наҡыя.

Егет уны ҡосаҡлап, яланға атланылар. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ошонда йөрөй торғайнылар. Хәҙер бында, аҙым һайын, тип әйтерлек, шәхси йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Бер урында газ үткәрһәләр, икенсеһендә юл төҙөйҙәр.

Наҡыя туҡтаны һәм Айзаттан:

– Кемде эҙләп йөрөйһөң ул? – тип һораны.

– Кемде булһын, һине эҙләйем, – тине егет.

– Иҫеңә төшкәнмен икән, ниһайәт, – тине ҡатын. – Ә мин һине яңыраҡ төштә күргәйнем...

– Төштә күрҙеңме? – тип һораны егет. – Ә мин һине төштә күрмәгән төнөм булдымы икән? Нимә булды, һин ҡайҙа юғалдың?

– Кем юғалғанын асыҡларға кәрәк әле. Һине бит өйләнде, тинеләр. Әсәйең магазинда сиратта торғанда, туйға әҙерләнәбеҙ. Улыбыҙ өйләнә. Машзавод директоры Шәриповтың ҡыҙын һораттыҡ, тип һөйләгән. Был хаҡта ишетеп ҡалған әсәйем, йәне көйөп, шунда уҡ миңә кейәү эҙләй башланы. Эҙләһәң, табыла бит, Ғирфан килеп сыҡты. Ғирфан Ғүмәрович. Һуңынан ғына асыҡланыҡ, комбинатта инженер булып эшләгән, өс тапҡыр өйләнгән, ике балаға алимент түләй. Минән ун йәшкә өлкән, – тип теҙеп һөйләй башланы Наҡыя.

Айзат аптыранды:

– Һуң уның ҡарт икәнлегенә иғтибар итмәнеңме ни?

– Беләһеңме, ул бик йәш күренә ине. Хатта беҙҙән ун ике йәшкә өлкән икәнлеген күҙ алдыма ла килтермәнем. Эх, тәүҙә паспортын тикшерергә булған. Әсәй менән атай ҡабалана, тиҙерәк, тиҙерәк. Уҡыу йылы башлана, мәктәпкә барырға кәрәк. Ә һинең хәлдәрең нисек, Айзат?

–Үҙең күреп тораһың, бер ҙә ҡыуанырлыҡ түгел, – тине Айзат.

– Әллә эсәһеңме? – тип Наҡыя егеттең сәстәренән һыйпаны.

– Ҡайһы ваҡыт эсергә лә тура килде. Ләкин улай уҡ артығын түгел. Һәр хәлдә, араҡыға ғына бирешмәм, тип уйлайым. Эх, һинең менән өр-яңынан тормош башлап, йәшәй башларға ине, – тине егет.

– Башла һуң, һиңә кем ҡамасаулай? – тине ҡатын талапсан ғына итеп.

– Һин риза булыр инеңме?

– Риза булмай, ҡайҙа барайым инде? Минең хәҙерге тормошомда бер мәғәнә лә юҡ. Был үткән йылдар миңә шуны төшөндөрҙө: минең, һинән башҡа, бер кемем дә юҡ һәм булмаған. Хатта кейәүгә сығыуым да – ваҡытлы ғына хата. Шулай булғас, ул хатаны төҙәтеү өсөн мин барыһын да эшләргә әҙермен. Мин үҙемде атайым менән әсәйем, улым алдында бурыслы тоям. Сөнки атай менән әсәй мине уҡытып, кеше итеү өсөн барыһын да эшләне, хәҙер мин үҙемдең бурысымды ҡайтарырға тейешмен. Улым ваҡыт-ваҡыт: “Ҡайҙа минең атайым?” – тип һорай. Һинең атайың ситтә, командировкала, бик яуаплы эш башҡара, тип кенә алдаштырам. Ул ышана, атаһын көтә. Шул тиклем арыным – яңғыҙлыҡтан, һине һағыныуҙан, билдәһеҙлектән һәм өмөтһөҙлөктән. Хәҙер шуға төшөндөм, минең иң ҙур хатам – һинән тороп ҡалып, икенсе уҡыу йортона барыу булған икән. Әгәр теге ваҡыт һиңә эйәреп, мин Өфөгә киткән булһам, беҙ ғүмерҙә лә айырылышмаҫ инек.

– Һин минең фекерҙәремде уҡыған һымаҡһың. Мин дә күптән түгел тап ошо хаҡта уйлағайным. Һин бит тик “бишле”гә генә уҡып бөттөң. Һин үҙең теләгән уҡыу йортона керә ала инең. Беҙ бергә булһаҡ, шунда уҡ өйләнешә инек. Әле эшеңдән ҡәнәғәтһеңме, Наҡыя? – тип һораны Айзат.

– Мин үҙемдең эшемдән ҡәнәғәт, – тине Наҡыя, – ғүмерлек һөнәр һайлағанмын. Шуныһына ҡыуанам, уҡытыусы булып эшләү, уҡыусылар менән аралашыу миңә кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Мин әле лә мәктәпкә, уҡытырға беренсе тапҡыр барған һымаҡ, ҡыуанып, дәртләнеп, илһамланып барам. Сөнки мин уҡытам, унда мине балаларым көтә.

– Хәҙер мәктәптә тәртип юҡ тиҙәр бит, – тине Айзат. – Һин бөтөнләй икенсе нәмәләр хаҡында һөйләйһең.

– Бындай баһа миңә ҡағылмай, – тине Наҡыя. – Уҡыусыларҙың да төрлөһө бар. Ләкин уларҙың күбеһе мәктәпкә белем алырға, тиҫтерҙәре менән аралашырға, кеше булырға килә. Йә, ярар, әсәйем аптыраналыр, мин ҡайтайым. Улым йоҡламайҙыр.

– Иртәгә мин һиңә килә аламмы? – тине Айзат, Наҡыяны ҡосаҡлап үбә-үбә.

– Ә ниңә уны һорап тораһың? Мин һине тәүлектең һәр сәғәтендә көтәсәкмен. Шуны бел, Айзат, минең һиңә мөхәббәтем шул тиклем көслө. Мин һине бер тапҡыр ҡулдан ысҡындырып, үҙем өсөн ҙур хатаға юл ҡуйҙым. Хәҙер мин ул хатаны төҙәтергә әҙер. Мин һине иртәгә көнө буйы көтәсәкмен.

Өйгә ҡайтҡандан һуң Айзат бик оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Әсәһе лә көтөп торған икән. Улының кәйефе күтәрелеп ҡайтыуына иғтибар итте. Рәмзиә лә бер аҙ тынысланғандай булды. Улы, ниһайәт, кәйефе күтәрелеп, йылмайып, һөйләшеп ултырҙы. Әллә иптәштәре менән осраштымы икән, йә берәй ҡыҙ менән таныштымы?

– Әле ҡайҙа булып ҡайттың? – тип ҡыҙыҡһынды әсәһе улынан.

– Үрге осҡа барып килдем, – тине улы, әсәһенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап.

– Тимәк, Наҡыя эргәһенә барғанһың?

– Эйе, әсәй, беҙ осраштыҡ.

– Ә мин һине уны күптән онтҡанһыңдыр, тип уйлағайным. Ярай, үҙең ҡара, улым, – тине әсәһе. – Мин һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп, дөрөҫ йүнәлеш биреп ултыра алмайым.

– Әсәй, һиңә нисек әйтергә икән... Һин минең тормошомдоң бер хәл иткес мәлендә ҙур ғына төҙәтмә индереп ебәрҙең инде. Шулай булғас, һиңә артабан минең яҙмышыма һағыраҡ ҡарарға кәңәш итер инем, әсәй.

Әсәһе шунда уҡ аптыуын белдерҙе:

– Ә быны нисек аңларға инде, улым?

– Иң тура мәғәнәһендә, әсәй. Бәлки һин онотҡанһыңдыр, ләкин минең хаҡта: “Ул өйләнде. Машзавод директоры үҙенең ҡыҙын бирҙе. Фатир, машина бүләк итте”, – тип һөйләп йөрөмәһәң дә булған инде.

– Ышан, улым. Улым, ышан. Мин һиңә быларҙы иң изге маҡсаттан сығып эшләнем.

– Рәхмәт, әсәй. Һинең маҡсатың ниндәй булғандыр, белмәйем, изгеме ул, изге түгелме, ләкин ул тормошҡа ашты. Миңә ҡағылған өлөшөндә, тип әйтергә теләйем.

– Улым, һин бик серле итеп һөйләшергә өйрәнгәнһең.

– Әсәй, быға мине һин өйрәтмәнеңме икән? Мин институт бөттөм. Оҙаҡламай, утыҙ йәш була. Ә мин һаман өйләнмәгәнмен. Һәм, уйлауымса, әсәй, һинең тырышлығың арҡаһында.

– Һин мине ғәйепләйһеңме?

– Хоҙай һаҡлаһын, әсәй. Мин һине ғәйепләүҙән алыҫ торам. Һине ғәйепләргә, әсәй, намыҫым ҡушмай.

– Шулай булғас, һиңә нимә етмәй, улым?

– Миңә, әсәй, беренсе мөхәббәтем етмәй.

– Ә һин беләһеңме, мин ни өсөн һеҙҙең өйләнеүегеҙгә ҡаршы булдым?

– Белмәйем, хатта ҡыҙыҡһынмайым.

– Ҡыҙыҡһынмаһаң да, тыңла, улым...

Өсөнсө бүлек

– Юҡ инде, улым, һин миңә һүҙҙәреңде әйттең, хәҙер һин мине тыңла. Наҡыяның әсәһе менән беҙҙең класташтар икәнлегебеҙҙе беләһеңдер, тип уйлайым.

– Беләм, әсәй, тик беҙҙең бөгөнгө һөйләшеүгә уның ни мөнәсәбәте бар?

– Әлиә һәр ваҡыт алдынғы булды. Яҡшы уҡыны, гел маҡталды. Хатта тананауын да күтәреп ебәрҙе.

– Әсәй, бәлки ул һиңә генә шулай тойолғандыр?

– Тойоламы, тойолмаймы, күптәр уларҙың мул йәшәүен, һәйбәт кейенеүен, яҡшы ашауҙарын яратмай торғаны. Элек бит күпселек халыҡ фәҡир йәшәне. Фәҡирлек бөтәһен дә тигеҙләй, башҡаларҙан айырылып торорға мөмкинлек бирмәй ине. Кем белә, бәлки мин хаталанамдыр. Миндә Әлиәгә ҡарата электән үк нәфрәт тойғоһо тәрбиәләнде. Бөгөн мин көндөҙ нимә булғанын, улым, һөйләнемме әле?

– Ишетмәнем, әсәй, нимә булды?

– Баҙарҙан ҡайтып килә инем, машинабыҙ иҫкергән бит, бензинды күп ашай, юлда һүнеп ултырҙым. Ярҙам көтөп сәғәттән артыҡ торҙом, исмаһам, берәү туҡтаһасы. Инде өмөтөмдө өҙгәйнем, Әлиә килеп туҡтаны, джип менән.

– Әсәй. Ул һиңә ярҙам иттеме?

– Әллә һин мине унан ярҙам һорағандыр, тип уйлайһыңмы? Үҙе килеп туҡтаны, заправкаға тиклем һөйрәтеп алып барҙы, һуңынан кереп, сәй эстек.

– Һуң, әсәй, ул бит һиңә ярҙам иткән. Ауыр хәлдән ҡотҡарып алып ҡалған.

– Һуң, шуны һөйләп торам бит, улым. Мин унан ярҙам һораманым. Мин уның ярҙамына мохтаж түгелмен. Һинең уларҙың Наҡыяһына өйләнеүеңә лә тәүҙә ҡаршы түгел инем, ләкин кире уйланым. Әгәр мин һеҙгә өйләнешергә рөхсәт итһәм, туғандарҙың күпселеге ҡаршы буласаҡ. Уларҙы әллә кем итеп ни... Шулай булғас, улым, әсәйеңдең һүҙен тыңла! Өйләнмә һин уларҙың ҡыҙына. Ана, һиңә йәп-йәш ҡыҙҙар ғашиҡ булып йөрөй, теләгәнен һайлап ала алаһың. Ә Наҡыяны онот!

– Юҡ, әсәй. Наҡыяны мин онота алмайым. Беҙ иртәгә тағы осрашырға һөйләштек.

– Юҡ, әле мин тере саҡта һеҙҙең туйығыҙ булмаясаҡ! Мин улыма балалы ҡатынға өйләнергә рөхсәт итмәйәсәкмен! Ишет шуны!

Айзат күндәм генә башын эйҙе:

– Мин һине яратам һәм хөрмәт итәм, әсәй, – тине.

– Хөрмәт итмәй, ҡайҙа бараһың? Шулай булғас, улым, тыңламай, сараң юҡ. Ә Һин, улым, Юламановтарҙың нисек йәшәгәненә иғтибар иткәнең бармы? Улар ғүмер баҡый бай һәм етеш йәшәгән. Кантон тирәһендә уралғандар, түрәлек вазифаһын биләгәндәр, өйөр-өйөр ат тотҡандар, көтөү-көтөү һыйыр малы. Ә тирә-йүндәге барлыҡ халыҡ уларға бил бөккән, ялсылыҡта йөрөгән. Үҙең уйлап ҡара, ҡайҙа бына ғәҙеллек, улым? Сөнки ғәҙеллек юҡ. Ә ғәҙелһеҙлек быуаттар төпкөлөнән килә. Күҙ алдыңа килтер, улым. Уларҙың ата-бабалары, олаталары йылҡылдап торған тиреле уйнаҡлап торған айғырҙарҙа елдергән. Ә беҙҙең олатайҙарҙың, әйтеүе лә оят, ике-өс ҡорсаңғы тайынан, саҡ-саҡ йөрөгән һыйырынан башҡа, бер нимәһе лә булмаған. Һәм ул әле лә дауам итә. Әгәр шулай булмаһа, Әлиә текә джипта минең тутығып бөткән “алтылы”мды һөйрәтеп ҡайтмаҫ ине. Улыҡайым! Әлиә килеп туҡтағас, ғәрләнеүемде күрһәң! Ер тишегенә инеп китерҙәй булдым! Миңә оят! Ни өсөн улар бай, етеш йәшәй, ә мин үҙемдең балаларымдың ауыҙынан өҙөп, бер тамсы тотонмайынса, ҡаймаҡты баҙарға сығарып һатам? Кемдер ашаһын, кинәнһен өсөн мин үҙемдең балаларымды мәхрүм итәм. Уларға ҡалһа, бөтәһе лә килеп тора. Ана, халыҡ күреп тора бит, илле һыйыр һауалар, тана һатып алырға йөрөйҙәр, ти.

Ошо урында Айзат тороп уҡ китте. Уның асыуы йөҙөнә сыҡты, ләкин егет бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

– Эх! – тип ҡулына ҡулын һуғып ҡына ҡуйҙы.

– Әйтер һүҙең, улым, йөҙөңә сыҡты. Әйт, әйт, ҡурҡмай әйт.

– Эйе, әсәй, мин Юламановтарҙың затлы нәҫелдән икәнлеген беләм. Ләкин мин уларҙың байлығына көнләшеп йә нәфрәт менән ҡарамайым. Һоҡланып күҙ һалам. Йәшәй беләләр бит улар, әсәй. Ә беҙгә улар һымаҡ йәшәргә кем ҡамасаулай? Әсәй, ә һин беләһеңме, Юламановтарҙың XVII быуатта ла, XVIII-лә лә, XIX-ҙа ла ошолай етеш йәшәгәндәр. Көнө-төнө мал менән булғандар, үҙҙәре өлгөрмәһәләр, кеше яллағандар. Тимәк, башҡаларҙы эшле һәм ашлы иткәндәр.

– Бушты һөйләгән! Ҡайҙан ашлы итһен! Ялсы итеп тотҡандар! – тип асарғаланып ҡысҡырҙы әсәһе.

– Шулайҙыр, – тип ризалашҡандай булды Айзат һәм былай тине. – Шул уҡ ваҡытта, Юламановтар ауылдаштары араһынан иң һәләтле балаларҙы йыйып алып, мәҙрәсә асҡандар, үҙ аҡсаларына хәлфә яллағандар. Ә мәҙрәсәлә уҡыусы балалар араһынан иң көслөләрен йыйып алып, үҙ иҫәптәренә Өфө, Ырымбур, Стәрлебаш мәҙрәсәләрендә уҡытҡандар, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндәр. Ә һин был хаҡта, әсәй, беләһеңме?

Әсәһе өндәшмәне. Ә улы был хаҡта кемдән ишетте икән? Ундай хәбәр ауылда электән ишетелә. Легенда һымаҡ йөрөй ине, тик был хаҡта бик һөйләп бармайҙар. Әллә белмәйҙәрме?

– Эйе, ишеткеләнем мин ул хаҡта, – тине әсәһе. – Мәҙрәсәлә уҡытып ҡына сауап алып буламы икән?

– Юламановтар быны сауап өсөн эшләмәгән, әсәй, – тине улы. – Улар ауылдаштарының белемле, мәғлүмәтле булыуын теләгән. Йә, ярай, әсәй. Һинең менән бәхәсләшергә минең намыҫым ҡушмай. Былай артыҡ һөйләмәнем шикелле, шулай ҙа, ғәфү ит. Ғәфү ит һәм бер биш мең аҡса биреп тор, әсәй.

– Биш мең?.. Тағы эсеп бөтөрөргә уйлайһыңмы? – тине әсәһе асыулы ғына.

– Ҡуй, әсәй, мине хәҙер тәрбиәләргә һуң инде. Кем әйтмешләй, миңә кәңәш түгел, аҡса кәрәк. Күреп тораһың, өҫтә бер йүнле кейем юҡ. Эсеп тә арыным. Хәҙер күңелемдә бер ышаныс барлыҡҡа килде.

– Әлеге Наҡыямы? – тип ҡушылды әсәһе.

– Эйе, ул да бар. Ғүмерем бушҡа үткән һымаҡ, әсәй. Ғаиләм дә, йәшәр урыным да, һис юғы, эшем дә юҡ бит әле. Бындай шарттарҙа нисек йәшәмәк кәрәк? Ярай, әсәй, һин бар, ҡыуалап сығармайһың. Себергә бараһым килмәй.

– Һин дөрөҫөн әйт. Ни өсөн Себергә барырға теләмәйһең? Һин бин – инженер. Һөнәрең буйынса эш табырҙар ине.

– Егеттәр саҡыра ул, минең иптәштәр унда байтаҡ эшләй. Әлеге өмөтһөҙлөк, киләсәктең булмауы мине тотоп тора. Ярай, Себергә лә барҙым, ти, эшен дә таптым, аҡсаһын да түләһендәр. Башлағанда 50-60 меңдән артмаҫ. Аҙаҡ, әгәр ышаныс яулаһаң, йөҙәр мең, хатта күберәк алырға мөмкин, тиҙәр. Ә ул аҡса миңә кәрәкме? Бер ай шунда эшләп, бында ҡайтҡас, ай буйы эсеп ятыу өсөн генә аҡса эшләүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Ана, төҙөлөштә көн һайын ярҙамсы ҡулдар талап ителә. Көн һайын сығып тора, эсерлек аҡсаны, әсәй, мин бында ла табам. Тормошомдоң мәғәнәһен тапмайым. Бер ниндәй маҡсатым да юҡ. Ә кисә мин үҙемдең йәшлегемде күрҙем. Минең беренсе мөхәббәтем, ул мине шул тиклем һағынған, илай-илай сәстәремдән һыйпап иркәләне. Тап мәктәптә уҡыған саҡта шулай булғайны. Мин йәшлеккә ҡайтҡандай булдым.

– Ярай, улым, үҙең ҡара. Мин үҙемдең фекеремдә ҡалам, һәр хәлдә фатихамды бирергә ашыҡмайым. Сөнки Юламановтарға мөнәсәбәтем миңә ата-әсәмдән, өләсәй-олатайҙарымдан мираҫ булып ҡалды һәм мин уға тоғро ҡаласаҡмын.

– Ә атайым был хаҡта нимә ти һуң?

– Эй, атайыңа беште ни ҙә, төштө ни. Былай йәне көйгәндә һөйләнеп ала инде. Ана, Юламановтар пай ерҙәрен үҙҙәренә рәсмиләштереп бөткән икән. Бик матур ерҙәр үҙҙәренә эләккән. Ә халыҡ бер нимә лә белмәй. Атайың әйтә: “Күҫәк күтәреп, үҙҙерен барып ботарларға тура килмәгәйе”, – ти.

– Ярай, әсәй, мине башҡа тәрбиәләмә инде. – тине улы. – Аҡса бирһәң, шул еткән.

Әсәһе өндәшмәй генә 5 мең сығарып бирҙе һәм:

– Етәме? – тине.

– Өҫтәһәң, ҡаршы түгелмен, – тине улы.

Әсәһе тағы биш мең өҫтәне:

– Тик, улым, эсеп йөрөмә инде.

Айзат әсәһенән машинаһын һорап торорға уйлағайны, тутығып, урыны менән йәмшәйеп бөткән “алтылы”ға ҡарап торҙо ла, таксиға шылтыратты. Такси килеп етеү менән, тәүҙә ҡалаға барып, баҙарға кереп сыҡты. Унан сәскә, бер ҡап кәнфит, сәй һәм ҙур уйынсыҡ йөк машинаһы күтәреп сыҡты һәм адресты әйтте. Юламановтарҙың ҡапҡаһы алдына килеп туҡтағас, Айзат, күрһендәр, тигән өмөт менән ҡабаланмай ғына таксистҡа аҡса түләне, сәйлек, тигән булып, 50 тәңкә өҫтәне. Ул арала булмай, бәләкәй ҡапҡаны асып, бер малай килеп сыҡты һәм Айзатты күреү менән: “Атай, атай! Атайым килгән! Һин минең атайыммы?” – тип такси тирәһендә йүгергеләй башланы. Айзат уйынсыҡ машинаны биргәс, теге малай “атаһын” ҡосаҡлап уҡ алды: “Атай миңә машина килтергән! Әсәй, әсәй! Атай килгән, миңә машина килтергән!”

Шул ваҡыт бәләкәй ҡапҡа яңынан асылды һәм унан 20 йәшлек Наҡыя килеп сыҡты. Уны күргәс, Айзат тамам телһеҙ ҡалды:

– Һаумы, Наҡыя, – тине ул тотлоға-тотлоға.

Ҡыҙ көлөп ебәрҙе:

– Мин оттом, бәхәсте оттом! Әйттем бит, мине апайым, тип ҡабул итәсәк, тип. Наҡыяның эше күп. Мин – Нәғимә. Еҙнә, һаумы!

Бына һиңә – мә! Наҡыя килеп сыҡҡас ҡына, Айзат алданыуына төшөндө. Улар, Айзат менән Наҡыя, мәктәптән һуң хушлашҡан ваҡытта тап әлеге Нәғимә һымаҡ йәштә ине.

Әйткәндәй, был хаҡта бик оҙаҡ онотмайынса, яйы сыҡҡан һайын, һөйләп, көлөшәсәктәр. Нәғимә менән Наҡыя икәүләшеп килеп, Айзатты ҡултыҡлап алдылар:

– Йә, егет, беҙҙең ҡайһыбыҙҙың исеменең кем икәнлеген беләһеңме? – тип шаярҙылар һәм күңелле итеп көлөшә-көлөшә эскә инделәр.

Наҡыя улын иҫкә төшөрөп, урамға яңынан сыҡты һәм машинаһы менән уйнаған Азатты, һөйрәкләп, тигәндәй, эскә алып керҙе. Наҡыя менән Азаттың инеүенә Нәғимә лә, Айзат та күренмәй ине. Тап ошонда, ошо ваҡытта Наҡыя үҙенең бала менән икәнлегенә һәм был хәлдең уның тормошонда байтаҡ, хатта үтеп сыҡҡыһыҙ кәртәләр тыуҙырасағына төшөндө. Тирә-яғына ҡаранды. Киң ихатала – өс ҡатлы йорт, йәйге йорт, ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр. Эргәлә генә мунса, ике-өс машиналыҡ гараж. Ә Наҡыя – яңғыҙ... Тегеләр күренмәй. Нәғимә лә, Айзат та, һыуға төшкән һымаҡ, юҡ булды. Ҡатын улының ҡулын ысҡындырып, хатта этеп ебәрҙе. Ҡапылда тын алыуы ауырлашты, йөрәге дөпөлдәне һәм ҡатын, ниндәйҙер бәлә килерен һиҙгән һымаҡ, ике ҡулы менән башын тотто, ергә тубыҡланды. Видеокамералар бар ҙа инде, хәҙер таба уларҙы.

Дүртенсе бүлек

Наҡыя, йүгереп, сервер урынлашҡан бүлмәгә үтте һәм камераларҙы бер туҡтатып, бер эшләтеп, Айзат менән Нәғимәне эҙләй башланы. Был ниндәй халыҡ ул? Килеп етмәйҙәр, иреңде һалдырып алырға торалар. Ҡарай. Бына мунса эргәһенән үтеп баралар. Әһә. Әллә гараждан килеп сыҡтылар? Юҡ, ҡунаҡ бүлмәһенә үттеләр түгелме һуң? Эйе, эйе, икәүләшеп ҡунаҡ бүлмәһенә үтеләр ҙә, юҡ булдылар. Бына үҙе, малайын етәкләп, урамдан килеп инде.

Наҡыя өҫ-башын рәтләштерҙе лә, тамағын ҡыра-ҡыра ҡунаҡ йортона үтте. Ҡосаҡлашып ултырмаһындар тағы. Күреп ҡалһа-мәгәр, үҙен тыйып тота алмаҫ. Наҡыя еңелсә ишеккә шаҡыны һәм эскә керҙе лә, ҡатып ҡалды.

Ә был ваҡытта Рәмзиә Ғирфанды эҙләп йөрөй ине. Әллә икеме, өсмө адрес табып бирҙеләр, береһе лә дөрөҫ түгел. Әллә бисәләренең, әлә адвокаттарының адресы булып сыҡты. Уға тип, Ғирфан Ғүмәровичҡа тип ярты литр ҡаймаҡ, тоҡсай тултырып эремсек, бәлки, кәрәктер, тип бер литр һөт тә ҡойоп алғайны. Ҡуй инде, эҙләп тапҡансы, һөт кенәһе ҡаймағы менән әсеп ҡуя инде. Аҙаҡ стадионда ниндәйҙер ярыш бара, Ғирфанды шунда күрҙек, тинеләр. Рәмзиә “алтылыһы” менән барып туҡтағайны, һис ҡайҙа парковка юҡ. Тегеләй үтте, былай үтте, машина өҫтөндә машина тора. Аптырағас, капотын асты ла, “аварийка”һын тоҡандырҙы ла китте. Намыҫтары етһә, иҫке машинаны алып китеп ҡараһындар!

Ғирфанды көс-хәл менән барып тапты. Уныһы ҡарап тороуға ипле генә бер иргә оҡшаған. Рәмзиәнән бик ентекләп, төпсөп һорашты. Ҡатын уралтып-суралтып торманы, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Тегеһе бик иғтибарлап тыңланы. Тыңлаған ыңғайы, ҡатындың аяҡтарына ла, түштәренә лә оҙаҡлап ҡарап торҙо. Хатта, үрелеп, тоҡсай эсендә нимәләр ятҡанын да барланы, шикелле.

– Мин яңыраҡ Әлиә менән осраштым, – тип күҙен дә йомай алданы Рәмзиә. – Хатта һеҙҙе хөрмәт итәләр. Һеҙ улар өсөн, ғөмүмән, бик абруйлы кеше икән. Шулай булғас, беҙ уртаҡ тел табырбыҙ, тип уйлайым. Өс һыйыр тотабыҙ. Килеп, һөттө күп бирәләр! Бына быныһы беҙҙән күстәнәс булыр.

– Әллә ҡаймаҡмы? Күптән ауыҙ иткән юҡ! Ҡайһылай тәмле, һөт еҫе килеп тора! Әһә! Һөтө лә бар! Маладис!

– Әгәр һеҙ, Ғирфан Ғүмәрович, Юламановтарҙың ҡыҙын үҙегеҙгә ҡаратып, үҙегеҙгә алһағыҙ, йәғни, өйөгөҙгә ҡайтарһағыҙ, мин һеҙҙе ҡаймаҡтан өҙмәм, тип уйлайым.

– Ә бына ҡаймаҡты һәм һөттө көн һайын минең өйөмә килтереп тороуҙы нисек ойошторорға уйлайһығыҙ?

– Бер нимәһе лә юҡ.Минең машинам бар. Көн һайын һеҙгә туҡталып китеү минең өсөн мәшәҡәт булмаясаҡ.

– О! Һеҙ автоледи икән!? – тип Ғирфан ҡаймаҡ һауытып асып, бик асыҡҡайнымы икән, шыйыҡ ҡаймаҡты эсеп тә күрһәтте.

Рәмзиә ҡаймаҡты көн һайын килтерәм, тиһә лә, ул әлегә был хаҡта уйламай. Һөттө көн һайын кешегә ташый башлаһаң, үҙеңә нимә ҡала? Үҙе ашамаған ҡаймаҡты бынау әрәм тамаҡҡа ташып тормай бит инде.

– Ғирфан ағай, мин шуныһын беләм, Наҡыяны әйтәм, ул һеҙҙе көтә. Тик һеҙҙән ҡыйыуыраҡ аҙымдар кәрәк. Үҙем ишеттем, шундай яғымлы, көслө ир икән. Малайы ла атаһын таптыра. Ни хәл итергә лә белмәйем, тик кире ҡайтарып ҡына ала алмайым инде. Өйөбөҙгә бер килеп инһә, ҡәҙерләп кенә тотор инем, тип әйткән, тип тә ишетелде.

Иргә был туҙға яҙмаған һүҙҙәрҙе ишетеү күңелле ине. Хатта ауыҙы йырылып, ҡаймаҡҡа буялған ирендәре ялтырап китте. Эргәләге кешеләр уларға боролоп-боролоп ҡарай.

– Әйҙә, бынан китәйек, – тине Рәмзиә. – Беҙҙең нимә хаҡында һөйләшкәнде белмәһендәр.

Ғирфанға был һүҙҙәр оҡшаманы:

– Былар барыһы ла – минең дуҫтарым. Уларҙан минең серем юҡ. Егеттәрем һәр ваҡыт минең яҡлы булды.

– Ярай, улайһа, мин ҡабаланам, – тине Рәмзиә. – Иртәгә берәр букет алырға онотма. Шоколад тотҡан бул, малайыңа – уйынсыҡ.

– Сәскә, шоколад, уйынсыҡ... Беләһеңме, күпме аҡса кәрәк? Иң кәмендә – ике-өс мең! – тип ыңғырашты ир. Күренеп тора, аҡса һығып ҡалырға самалай.

– Ярай, улайһа, бер букетлыҡ һәм малайыңа шоколадлыҡ бирәм – мең тәңкә. Башҡа аҡсам юҡ.

– Һеҙ мине шикләндерә башланығыҙ, – тине Ғирфан. – Бая ғына бик ҡаты, иркен һөйләшә инегеҙ. Иң кәмендә унлап һыйырығыҙ барҙыр, тип уйлағайным.

– Уныһы ла булыр, – тине Рәмзиә. – Әйҙә, мин һине хәҙер үк алып китәм.

– Ҡайҙа алып китәһең?

– Ҡайҙа тип... Кәләшең янына алып барам.

– Әйҙә һуң барайыҡ. Күптән мунса төшкән юҡ. Уларҙың мунсаһының шәплеген күрһәң!

Рәмзиә ҡабаланды. Тиҙ генә ирҙе машинаһына алып барып ултыртты. Ярай, бер нимәһенә лә теймәгәндәр. “Алтылы” Ғирфанды аптырата төштө, буғай. Шулай ҙа, өндәшмәне. Рәмзиә йүгереп төшөп, гөлләмә һәм шоколад һатып алды.

Юламановтарҙың өйөнә килеп еткәс, Ғирфан Рәмзиәнең телефонын һәм адресын һорап алды. “Минән һәйбәт хәбәрҙәр көтөгөҙ”, – тип төшөп ҡалды.

Рәмзиә, ҡыуанып, ҡайтып китте. Тап ошо минуттарҙа Наҡыя янына Айзат килергә тейеш. Хәҙер сәскәләрен күтәреп, Ғирфан барып керһә, эш бешә икән!

Ә был ваҡытта Наҡыя йүгереп-йүгереп Айзат менән Нәғимәне эҙләй ине. Юҡ инде, һис табырлыҡ түгел. Шым ғына мунса эргәһенә килгәйне, ҡайҙандыр мөңгөрҙәшкәндәре ишетелде. Мунсаға инеп ҡараны, берәү ҙә юҡ. Тауыш ҡыналары алма баҡсаһынан килә түгелме һуң? Кереп ҡараһа, алмағас күләгәһендә һөйләшеп ултыралар. Наҡыя эстән генә һеңлеһен әрләй. Уф! Бер туған һеңлең дә үҙен шулай тотҡас инде, башҡаларға ни ышаныс?!

Нәғимә ваҡиғалар ағышын үҙ ҡулына алырға тырыша түгелме һуң?

– Апай, сәйең ни эшләй ул унда? Әҙерме? Айзат сарсағандыр ул...

Сарсамағайы. Ҡара әле, үҙенән өлкән егеткә Айзат, тип торһон әле! Ағай, һис юғы, еҙнә тип тә әйтмәй бит әле!

– Сәй әҙер ул, – тине. – Ташый башлаһаң да була...

Юҡ, ҡуҙғалырға уйламай һеңлеһе. Апттырағас, өҫтәл аҫтынан тос ҡына бер тибергә тура килде.

Һиҙҙе һеңлеһе, кемдең хужа, кемдең апай икәнлеген. Шунда уҡ сығып йүгерҙе. Өҫтәлгә электр самауыры килеп ултырҙы, тәм-том өйөлдө, ҡунаҡ килтергән шоколад асылды. Һөттө алырға тип сыҡҡан Нәғимә ауыҙын йырып, ҡыуана-ҡыуана еҙнәһе Ғирфанды эйәртеп килеп инде. Ирен күргән Наҡыяның кәйефе шунда уҡ төштө. Айзат менән Ғирфан Ғүмәр улын таныштырҙылар. Улар бер-береһен белмәй икән. Ғирфан бик ентекләп Айзатты ҡараны һәм уның ҡатыны менән түгел, ә ҡатынының күпкә йәшерәк һеңлеһе менән ҡыҙыҡһыныуын күргәс, шыпа тынысланды.

Ә Наҡыя үҙенең хоҡуҡтарын белә. Һеңлеһен йүгертте генә. Әле тегеһен, әле быныһын ташытып, өҫтәл артына ултырырға мөмкинлек бирмәне, тип әйтерлек.

– Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы бер генә минутҡа мөмкинме? – тине Ғирфан өҫтәл артында ултырғандарға күҙ ташлап. – Мин бик яуаплы, һеҙҙең өсөн дә, үҙем өсөн дә кәрәкле эш менән йөрөйөм. Мин бер нисә йыл элек Наҡыяға өйләнеп, үҙемде һәм уны бәхетле иткәйнем. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында, беҙҙең никах тарҡала яҙыу кимәленә етте. Ләкин мин ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшеүҙе кәрәкле тип таптым. Күрәһегеҙме, бына минең улым үҫеп килә. Мин уны үҙем ҡатыным менән тәрбиәләргә теләйем.

Азат, Наҡыя менән Ғирфандың улы була инде, нимә хаҡында һүҙ барғанын төшөндөмө, юҡмы, билдәһеҙ. Ләкин ул нимәлер һиҙенеп: “Атай, атай, мин йоҡлайым”, – тип Айзаттың алдына менеп ултырыуҙы уңайлыраҡ тип тапты.

– Ғирфан Ғүмәрович! – тине теше араһынан һәр өндө ҡыҫып сығарып Наҡыя. – Мин һеҙҙе саҡырып килтермәнем! Һеҙ минең бер тапҡыр бәхетемде урланығыҙ инде. Был осраҡ һеҙҙең өсөн икенсе тапҡыр булмаясаҡ! Һеҙ, йә хәҙер үк сығып китәһегеҙ, йә мин һеҙҙе төрткөләп сығарам! – тип Наҡыя Ғирфанға килеп йәбеште һәм уны һуҡҡылап-төрткөләп, урам яғына ҡыуа башланы.

– Ипләп, ипләп! Һеҙ минең кейемемде бысратаһығыҙ! – тине тегеһе. – Ниндәй халыҡ һеҙ, үҙҙәре саҡырып килтерә, үҙҙәре ҡыуап сығара. Ҡайҙа минең бейсболка?..

Урамға сыҡҡас, ирҙең алдына ғына сәскә гөлләмәһе келеп төштө. Ғирфан гөлләмәне тибеп осороп китергә уйлағайны, урамда бер кеше юҡлығын күргәс, сәскәләрҙе ҡулына алды һәм йәһәт-йәһәт атлап, автобус туҡталышына ыңғайланы.

Ғирфандың ҡыуып ҡайтарылыуы Юламановтарҙың ихатаһы эсендә яңы тамырланған кисерештәрҙе саҡ ҡына ла еңеләйтмәне. Ә, киреһенсә, оторо көсәйтте генә. Айзат Наҡыяға һүҙ ҙә ҡушмай, күҙ ҙә һалмай, уның иғтибарын Нәғимә тулыһынса аймап алды һәм ваҡиғалар артабан да ҡуйыра башланы.

Бишенсе бүлек

Айзат хәҙер ике ут араһында ҡалды. Бер яҡтан – Наҡыя, икенсе яҡтан – Нәғимә балдыҙы. Нисек кенә булмаһын, иргә үҙенең хәҙерге хәле оҡшай ине. Эргәһендә быға тиклем хушлашҡан ҡиәфәттәге Наҡыяны алыштырған Нәғимә булһа, икенсе яҡтан – күҙенә генә ҡарап торған Наҡыяһы.

Апалы-һеңлеле икәү әлегә асыҡтан-асыҡ бәхәскә ингәндәре юҡ. Икеһе лә ипле, тәрбиәле ғаиләнән сыҡҡас, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡуйыртмайҙар, тыныс юл менән хәл итергә тырышалар. Был осраҡта хәҙерҙән мәғлүм, быҫҡып ҡына янған бәхәс еңел генә хәл ителмәҫ. Дөрләп тоҡанып китеп, өсөһөн дә ялмамаһа ла, ҡайһы бер юғалтыуҙар булыуы бик ихтимал.

Наҡыя, магазинға барып килеү һылтауы менән, һеңлеһен бергәләп йөрөп килергә саҡырҙы. Наҡыяның ғаилә мөнәсәбәттәре ҡатмарлашҡан саҡта атаһы менән әсәһе, уның әхлаҡи кисерештәрен өлөшләтә булһа ла ҡайтарыу маҡсатында, матди теләктәшлек күрһәткәндәр. Был һүҙҙәрҙе ябай тел менән әйткәндә, – “Пежо” автомобиле алып биргәндәр. Наҡыя “Пежо”һын ярата инде! Тәҙрәләрен һөрткөләй, саң ултырырға ла бирмәй. Еңел автомобиль, зыйлап, урамға килеп сыҡты ла, ҙур тиҙлектә трассаға ынтылды. Наҡыя оҫта ғына йөрөтөргә өйрәнгән, күрәһең, һыңар ҡул менән генә рулде борғолап, газға баҫыу менән, һеңлеһе, йөрәген усына йомарлап, ултырғысҡа һылышты ла ҡуйҙы. Ошо урында Нәғимә “Ипләп, ипләп! Ҡайҙа ҡыуаһың?” тип әйтергә тейеш ине. Өндәшмәне, түҙҙе. Сөнки белә, әгәр саҡ ҡына ҡурҡҡанын һиҙҙерһә, апаһы, тиҙлекте арттырып, уның ҡотон артабан осорасаҡ. Ә Наҡыяға нимә, көн һайын тегендә-бында машинала ҡыуып өйрәнгән кешегә, ен урынына елдерә генә!

Нәғимәһе күҙҙәрен сытырлатып йомған да, тын алырға ла онотоп, ни үле, ни тере түгел, “Пежо”ның ултырғысында күренер-күренмәҫ кенә булып ята бит инде.

Нәғимә тиҙлектең кәмеүен һиҙҙе һәм автомобиль бөтөнләй туҡтаны. Алда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тора икән.

– Документтарығыҙҙы! – тигән ҡәтғи тауыш ишетелде. – Ҡайҙа ҡабаланабыҙ? Сәғәтенә 120 километр!?

– Бына, һеңлем сирләп китте, – тине апаһы күҙен дә йоммай. – Шуның менән дауаханаға ҡабаланабыҙ, үҙен ҡотҡарып ҡалырға ине.

– Дауаханаға? – инспектор аптыраны. – Ҡала бит кире яҡта. Тимәк, дауахана ла шул яҡта.

– Бәй, мин бит йүнәлеште бутағанмын! – Наҡыя яңғыратып көлдө һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә хәрәкәттәр менән биш меңлекте протоколдар араһына һондо.

– Эх, ханым, – тине инспектор. – Һеҙ мине законды боҙорға мәжбүр итәһегеҙ.

– Беҙҙең закондар бынау электр бағанаһы һымаҡ, – тине Наҡыя, юл ситенә күрһәтеп. – Күтәрелеп булмай, ләкин урап үтергә мөмкин. Йә, һеҙ минең һеңлемдең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға мөмкинлек бирәһегеҙме, әллә юҡмы?

– Әлбиттә, әлбиттә! – тине инспектор. – Һеҙгә юл асыҡ.

Наҡыя “Пежо”ны әҙәм рәүешлерәк йөрөтә башланы. Ҡабаланмай, машиналарҙы туҡтауһыҙ үтеп китмәй.

– Апай, беҙ ҡайҙа барабыҙ ул? – тине Нәғимә, ҡалтырана-ҡалтырана.

– Бер ҡайҙа ла бармайбыҙ, – тине Наҡыя. – Мин һинең апайыңа ҡарата уй-фекерҙәреңде генә белергә теләйем.

– Уның нимәһен беләһең? – тине һеңлеһе. – Беҙҙең бер-беребеҙгә ихтирамыбыҙ иң юғары нөктәгә етте.

– Ә быны нисек аңларға һуң? – тине Наҡыя. – Мин үҙемдең киләсәгем өсөн тыныс була аламмы?

– Һис шикһеҙ! – тине Нәғимә.

Сөнки, тиҙлек менән һынауҙан һуң уның ҡолаҡтары шаулай, башы ауырта, күңеле болғана ине. Бар маҡсаты – апаһынан һәм уның “Пежо”һынан ҡотолорға, өйгә ҡайтып, исмаһам, бер-ике сәғәт ял итеп алырға.

– Тимәк, мин Азаттың атаһы өсөн борсолмаһам да була? – тип һүҙен дауам итте Наҡыя. – Һин уға ҡарата дәғүәләреңде ҡалдырғанһыңдыр, тип уйлаһам, хаталанмайыммы?

– Әлбиттә, юҡ, апаҡайым! – тип яуап бирҙе Нәғимә һәм эстән генә: “Был “Пежо”ға тағы бер ултырһаммы!” – тип уйлап ҡуйҙы.

– Улайһа, килештек! – тине Наҡыя. – Һин тағы аҙаҡтан, Азаттың яңы атаһы хаҡында һүҙ барғанын белмәнем, тип кире ҡағып тораһы булма! Шуны бел: Ғирфан Ғүмәр улының миңә бер бурысы ла юҡ. Мин унан үҙ ихтыярым менән баш тартам. Мәҫәлән, ә ниңә һиңә уны үҙеңә ҡаратып, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап алмаҫҡа? Бушаҡ кеше, ләкин ул тиклем юҡҡа сыҡҡан әҙәм түгел. Һәр хәлдә, ҡулланыу ваҡыты үтмәгән.

***

Иртүк килеп, Рәмзиәнең ишеген ҡаҡтылар. Хужабикә үрелеп ҡараһа, ишек төбөндә Ғирфан Ғүмәр улы тора. Ҡулында – йәтеш кенә тоҡсай. Рәмзиә аптыранды: таң менән ни эшләп йөрөй икән? Кисә лә килгәйне, ире Рифмир, күреп ҡалып, көнләшеп ҡуймаһын. Үҙенең ҙур пландары, ябай ғына итеп әйткәндә, Айзатты Наҡыянан биҙҙерергә тырышыуы хаҡында ишетһә, ире, үәт, һантый Барбара, тип кенә әйтәсәк.

Әллә ҡайһы арала Ғирфан Ғүмәр улы өйгә килеп тә инде.

– Мин аңламаным, – тине ул ишек төбөнән үк. – Һеҙҙең менән һөйләшкәндә мин иртән һауылған һөт һәм шулай уҡ иртән үткәрелгән ҡаймаҡ тураһында һүҙ баралыр, тип уйлағайным. Ә һеҙҙең кисәге ҡаймағығыҙҙан әсе тәме килә ине. Хатта бөгөн эсем дә гөбөрләп торҙо. Әсегән ҡаймаҡ арҡаһында булманымы икән, тип уйлап ҡуйҙым хатта.

– Шунда уҡ һыуытҡысҡа ултыртмағанһыңдыр? – тине Рәмзиә. – Минең ҡаймаҡ һәр ваҡыт өр-яңы була. Әсегәненән беҙ май бешәбеҙ.

– Шулайҙыр, тип уйлағайным да, – тине Ғирфан Ғүмәр улы. – Шулай ҙа, һөйләшеп ҡуяйыҡ әле. Күңелһеҙ хәлгә осрамаҫ өсөн, мөмкин булһа, һеҙ миңә ҡаймаҡты килеп алырға рөхсәт итегеҙ. Һәр көн иртән.

– Юҡ! – тине Рәмзиә өҙөп. – Мин бөтә килешеүҙе юҡҡа сығарам. Һеҙгә хәҙер ҡаймаҡ түгел, ҡатыҡ та эләкмәйәсәк! Сөнки һеҙ – бер нимәгә лә эшкинмәгән мәғәнәһеҙ кеше.

Был һүҙҙәр Ғирфандың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ул Рәмзиәгә асыуланып, ниндәй һүҙҙәр әйтергә икән, тип баш вата ғына башлағайны, ишек араһынан саҡ һыйып, Рифмирҙың килеп сыҡҡаны күренде.

– Йә инде! – тине ул яңғырауыҡлы тауыш менән. – Тағы бер ҡаймаҡ яратыусыны эйәләштергәнһең икән!

Ҡаймаҡ яратыусы? Был һүҙҙәр Рәмзиәгә оҡшаны, ул яңғыратып көлөп ебәрҙе.

– Йә, бер һантыйға ярҙам иткәндән, әллә нимә булмаҫ, – тип Ғирфанға ҡаймағын тотторҙо ла, этеп-төртөп тигәндәй, өйҙән ҡыуа ла башланы.

– Әйткәндәй, килешеүҙең юҡҡа сығыуында минең ғәйебем юҡ, – тип һөйләнде Ғирфан. – Һеҙ улығыҙҙың минең никахлы бисәмә әүрәүен икенсе планға ҡалдырһағыҙ ҙа була. Тәк, минең бисәнең исеме нисек булды әле ул? Наҡыя бит әле. Һеҙҙең улығыҙ, тәк, Наҡыянан төңөлөп, баштан-аяҡ Нәғимәгә ғашиҡ булған. Күңелем һиҙә, һеҙ был хаҡта беренесе тапҡыр ишетәһегеҙ. Ләкин ул һеҙҙе ҡыуандырыр, тип өмөт итмәйем. Ә һеҙҙең улығыҙ маладис! Һайлай ҙа, һайлана ла белә! Ана бит, күҙ алдында ҡартынан баш тартты ла, йәшенә ҡапланды ла ҡуйҙы! Дөрөҫ эшләй, уға нимәгә арбалы автомобиль? Тормош юлын өр-яңынан башлай ул!

Был хәбәр Рәмзиәне шаңғытты ғына түгел, тамам йығып һалды, ултыра төшөргә мәжбүр итте. Ул үҙе өсөн Наҡыянан һәм улынан ҡотолоу еңел тип иҫәпләһә лә, Нәғимә менән сәкәләшеү уның пландарына инмәй һәм өҫтөнлөк ҡыҙ яғында икәнлеге күренеп тора ине. “Йә инде, – тине эстән генә Рәмзиә. – Айыуҙан ҡотолоп, бүрегә барып эләктек”.

– Мин һеҙгә уңыштар теләйем! – тине Ғирфан Ғүмәрович. – Бик ҙур һәм тешегеҙ үтмәҫлек эшкә тотонғанһығыҙ. Бөкөләрҙе һеҙ белмәйһегеҙ әле. Бөкөләр хәҙер элекке Бөкөләр түгел. Уларға бер барып эләкһәң, еңел генә ҡотолоп булмай. Минең кәңәшем шул: улығыҙға Нәғимәһен алып бирегеҙ ҙә, эште түңәрәкләгеҙ. Юғиһә, ҙур һынауҙарға дусар булыуығыҙ бар.

Ғирфан Ғүмәр улының янау ҡатыш кәңәштәре Рәмзиәне тағы ла уйланырға мәжбүр итте. Әллә был Бөкөләр менән юҡҡа бәйләнде инде? Бәлки, ҡул һелтәргә лә ҡуйырға кәрәктер? Юҡ. Бер башлағас, аҙағына еткерергә кәрәк! Шуларға барып, тағы баш эйеп торһа инде!..

***

Һеҙ, Айзат ҡайҙа булды, тип уйлайһығыҙҙыр инде. Ул ҡайҙа булһын инде, тырышып-тырышып, күршеләге Ҡафтау кешеһенә өй төҙөргә ярҙам итә. Ярҙам итмәй сараһы юҡ, аҡса кәрәк. Бында эш, дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙыҡ ҡына ҡоролған. Кавказлыға төҙөйҙәр, ә төҙөлөш эштәре менән Үзбәкстандан килгән кеше идара итә. Ә аҡсаны, башҡарылған эш күләменә ҡарап, әллә урыҫ, әллә башҡорт түләй. Ҡыҫҡаһы, кемдең кемгә эшләгәнен дә белгән юҡ. Ләкин барыһы ла быны ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул итә һәм мөмкин тиелем күберәк эшләргә тырыша.

Кискә тиклем Айзат ошонда тир түгергә, бил бөгөргә һәм күҙ бәйләнә башлағас, үҙенең мең ярымын кеҫәһенә тығырға тейеш. Бына шундай шарттарҙа беҙҙең Айзат. Ул үҙенең әсе яҙмышын барлай һәм кискә буласаҡ осрашыу хаҡында хыяллана. Тик уны унда көтәләрме икән? Көткән осраҡта ла, ул ҡайһыһына нығыраҡ кәрәк? Эйе, уға юғары инженер белеме менән бер баштан икенсе башҡа кирбес һәм иҙелмә ташып йөрөүе еңел түгел. Килеп, көндәр эҫе тора, һыуһата. Кисен йыуынып өлгөрөргә лә кәрәк бит әле. Ә уға тиклем, бара һалып, сәскә гөлләмәһе алып өлгөрөргә кәрәк.

Эш сәғәте бөттө, буғай. Һәр кем үҙ мәшәҡәттәре менән таралышты. Әсәһе Айзатты аңдып ҡына йөрөй:

– Улым, ҡайҙа ҡабаланаһың? – тине ул. – Көнө буйы эшләп арының.

Егет өндәшмәй. Белә әсәһе ҡайҙа ҡабаланғанын. Тағы үҙенә оҡшамаған һүҙ ишетеп, һөҙөмтәһеҙ бәхәскә тарытырға йыйына. Йүгерә-атлай йыйына һалды. Кипмәһә лә, сәсен һыпырып ҡуйҙы:

– Ярай, әсәй, мин барып киләйем, – тине ул.

– Ял итер инең, – тине әсәһе. – Көнө буйына эшләнең.

Ә улы күңелдән булған һәм булырға мөмкин булған сығымдарын иҫәпләй. Таксиға – йөҙ тәңкә, гөлләмәгә – мең тәңкә. Эх, теге малай бер бүләк көтөп тора бит инде. Уға нимә алаһы икән? Ярай. Бөгөндән дүрт йөҙ тәңкә ҡала, иртәгә – дүрт йөҙ тәңкә. Ҡушһаҡ, берәй нәмә булыр әле.

Бына такси Наҡыяларҙың өйө эргәһенә килеп туҡтаны. Ике тәҙрәлә ике баш күренде. Әлбиттә, береһе Наҡыя булһа, икенсеһе – Нәғимә. Ә сәскә гөлләмәһе, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, берәү генә. Ә Азат инде, уйынсыҡ машинаһын этеп, әллә ҡайҙан: “Атайым килгән! Атайым килгән” – тип, һөрәнләп, йүгереп, килеп сыҡты.

Ә шулай ҙа, гөлләмәһе кемгә икән? Хәҙер беләбеҙ. Айзат, малайҙы етәкләп, эскә атланы.

Алтынсы бүлек

Бына бәләкәй ҡапҡа аша Азатты елкәһенә ултыртҡан, ҡулына мул ғына сәскә гөлләмәһе тотҡан Айзат килеп инде. Әлиә үҙ эше менән мәшғүл.

– Һаумыһығыҙ! – тип ҡысҡырып иҫәнләште Айзат.

Хужабикә йүгереп уның эргәһенә килеүгә, Айзат анһат ҡына итеп сәскә гөлләмәһен Наҡыя менән Нәғимәнең әсәһенә тотторҙо. Был егеттән рәт сығырлыҡ, – тип уйлап ҡуйҙы эстән генә Әлиә, ҡыҙҙарына күҙ ташлап.

Ай-һай, был донъяла ҡыҙҙар үҫтереүе анһат түгел шул, ошо хаҡта бөгөн иртән ире менән дә һөйләшеп алдылар. Батырҙың ни эше күп булғас, төшкө ашҡа ҡайтып ҡына йөрөгән кеше, эшенән һис тә бушамай. Иртәнсәк аталарына һөйләп алғайны, Айзаттың килеүе, Рәмзиә менән осрашыуы, Бүкәндәр менән эш итеүҙең ауыр икәнлеген төшөндөрөргә тырышҡайны, Айзаттың эштән һуң килеп йөрөүен, ҡыҙҙары менән бик яҡын аралашыуын да онотманы. “Их, был икәүҙең береһен алып китһә, йәки өйләнһә, ҡайһылай шәп булыр ине”, – тип һөйләнде ул иренә һыйынып.

Ә ире нимә тигән була инде:

– Алам-маҙар тигән булһа, икеһен дә тоттор ҙа ебәр.

Ҡатыны урынынан һикереп тора биреп ҡуйҙы:

– Мин һиңә етди итеп һөйләйем, – тине ул асыуланып. – Һин көлкөгә бораһың да ҡуяһың.

– Уйлағаным да юҡ, – тип тынысландырҙы ире. – Ана, береһен ҡабаландырып, бер һантыйға тоттороп ебәрҙең дә, эште уйҙың да ҡуйҙың. Ни үҙенән ҡотолоп булмай, йә алып китеүсе юҡ.

– Айзатты әйтәм, Наҡыяны күрәм, тип килгәйне бит, Нәғимәһен күреп ҡалған да, апаһының йәш сағына оҡшатып, баяғы, әүрәне лә ҡуйҙы.

– Һуң, был хаҡта һин миңә бер һөйләнең дә инде. Мин дә аптырандым, – тине Батыр. – Наҡыяны эҙләп килгән икән, һәйбәт булған. Ә бына һеңлеһенә иғтибар итеүе насарыраҡ. Икеһе лә, үҙеңә оҡшап уҫалдар, бында мин яҡшылыҡ та көтмәйем. Егетен беләбеҙ, инженер, уҡыған кеше. Ундайҙар хәҙер күп, ләкин эшләгәндәре әҙ. Мин инде алға ҡарап әйтәм, хәҙер һыйырҙар бар, тағы грант тәҡдим итәләр. Еребеҙ етерлек, техника кәрәк буласаҡ. Беҙгә инженер ҙа артыҡ түгел. Шулай булғас, ҡыҙҙарыңды ғына түгел, ферманың эшен хәстәрләргә кәрәк.

Ҡайһылай хәйләкәр, аҡыллы баш, тип уйлай Әлиә ире хаҡында. Ошоларҙы бер ай элек кенә иренә һөйләп, аңлатып биргәйне, хәҙер вис кенә үҙенеке итеп кешегә һөйләп тә йөрөй икән. Теге көн район гәзитенә лә интервью биргән, телевизорға төшкән, радиоға һөйләгән. Ҡатыны иһә, хәҙер эйәреп йөрөгән кеше һымаҡ ҡына була инде. Ә малдарҙы кем ашата? Һөтөн-маҙар кем эшкәртә? Баҙарҙа кем һата? Юҡ, Әлиәне иҫкә алыусы ла юҡ. Тик был хаҡта өндәшеп булмай. Бер генә һүҙ әйт, хәҙер тоҡанып китәсәк, йорт буйлап дөбөр-шатыр йөрөй башлаясаҡ. Ә кисен инде эсеп-иҫереп ҡайтырын көт тә тор.

***

Айзаттың ҡайтыуын Рифмир көтөп тора ине. Көтмәй, һөйләшмәй сараһы юҡ, Рәмзиәһе бая сәғәт буйы тылҡыны. Өйләндерергә кәрәк. Донъяһы ҡараулы булыр. Ана, кешеләр, мал-тыуар алып, кем әйтмешләй, эштәрен ҙурайталар. Өс һыйыр менән алыҫ китеп булмай. Ауыл хужалығы идаралығында һөйләште, ғариза яҙ, документтарыңды килтер, ерен дә, таналарын да алып бирәбеҙ, техника менән ярҙам итәбеҙ, тип торалар.

Рифмир улына бик оҙаҡ һөйләне. Тегеһе көнө буйы эшләп арыған булһа ла, ҡайһы бер һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тырышты.

– Әле кемделер тапҡанһың түгелме һуң, улым? – тине Рифмир, улына ентекләп ҡарап. – Ниңә һайланып тораһың, береһенә ал да ҡайт.

– Атай, үҙең һөйләп тораһың бит, әсәйең һин Бөкөләрҙең ҡыҙын алыуға ҡаршы, тип. Мин инде Наҡыяны күрәм, тип барғайным, Нәғимәһе сығып, мөлдөрәп тик тора.

– Әсәйеңде тыңлап йөрөһәң, ғүмерҙә ҡатын ала алмаясаҡһың! – тине атаһы. – Ғөмүмән, бындай эште ир-ат үҙе хәл итһен ул. Шуны бел, улым. Ҡатын-ҡыҙ ул иң ҙур һәм, асылһа, нимә ятҡаны ла билдәле булмаған серле һандыҡ. Үҙеңсә эшлә. Ҡатын-ҡыҙҙы аңлап, аңлатып, хатта һәр ваҡыт уныңса ҡабул итеп тә булмай. Һин түгел, ошо йәшкә етеп, үҙем ҡабул итә һәм аңлай алмай йонсойом. Ай-һай, икәү тинең бит әле. Һине ҙур һынауҙар көтә. Хәйер, бисә менән кемгә еңел икән? Бына, утыҙ йылдан артыҡ йәшәйбеҙ, әсәйең менән донъя көтөүе ҡасан еңел булды икән, тип уйлайым, ләкин хәтергә төшөрә алмайым. Сер түгел, әсәйең мине күп эштәргә дәртләндерҙе. Һәм бына ошо көнгә төшөрҙө.

– Сеү, атай, әсәйем тыңлап тормаһын, – тип ишек яғына күҙ һалды улы. – Икебеҙҙе лә ҡыуып сығарыр.

– Ниңә? Артыҡ бер һүҙ әйтмәнем. Мин был хаҡта әсәйеңә ғүмер буйы һөйләйем, – тип Рифмир ҡатыны ишетһен, тигән маҡсаттанмылыр, тауышын ныҡлы күтәрҙе. – Шуны бел һәм онотма: ҡатын-ҡыҙ – изге йән. Улар кешегә ғүмер бирә, тормошто дауам итә. Ә беҙ инде ғүмер буйы ҙур сабый булып ҡалабыҙ. Улым, ҡатынды аңлап булмай. Уларҙы иғтибарлабыраҡ ҡарарға һәм түҙергә генә ҡала. Баяраҡ, бала, тинем. Тик бала ғына үҙенең нимә эшләгәнен белмәй һәм халыҡ әйтеүенсә, холоҡ-фиғелдәре өсөн яуап бирмәй. Үҙеңде ҙур һынауҙарға әҙерлә, улым. Тик мин һине тәүге көндәрҙән үк үҙеңде ғүмер буйы оҙатып йөрөрлөк һынауҙарға дусар итеүеңде теләмәҫ инем.

– Ә быныһын нисек аңларға? – тине улы, ауыр итеп иҫәнләп.

– Нисек бар, шулай аңла, улым. Әле өйләнеп өлгөрмәгәнһең, ә үҙең кемгә өҫтөнлөк бирергә белмәйһең. Ярай, апайын алырһың, ти, һеңлеһе йәл. Ә һеңлеһе һинән байттаҡҡа йәшерәк тә, шикелле. Уртаҡ тел таба алырһығыҙмы икән?

Шул ваҡыт Айзаттың телефонына СМС-ка килде. Егет үрелеп телефонға ҡараны һәм ауыҙы йырылды. “Тыныс йоҡо! Ә мин һағынып та өлгөрҙөм. Ҡасан кис була инде...” – тип яҙылғайны.

Бер ыңғай Айзаттың телефоны шылтыраны, урам яғынан ишек шаҡығандары ишетелде.

– Бар әле, Айзат, ҡара, кем һуңлатып йөрөй унда? Һинекеләр түгелме?

Айзат урам яғына сыға торған бәләкәй ҡапҡаны барып асһа, Гөлсирә апай менән ҡыҙы Хәбирә тора.

– Һеҙгә мөмкинме? – тине апай ҡоро ғына. – Көпә-көндөҙ килеп керегә уңайһыҙландыҡ.

Өйҙән Айзаттың атаһы менән әсәһе килеп сыҡты. Улар һуңлап килгән ҡунаҡтарҙы күреп, ғәжәпкә ҡалды. Гөлсирә апай ошо ауылдыҡы. Ҡыҙы медколледж бөтөп, ҡалала дауаханала эшләп йөрөй. Элегерәк ишетелеп ҡалғайны, Айзат ҡыҙын өйөнә оҙатҡылап ҡуйғанмы шунда, хатта бер-ике тапҡыр ҡунып та ҡайтҡайны. Уныһы нимә менән бөткәндер, ләкин хәҙерге һуңлаған сәфәр Айзат өсөн бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй. Ғөмүмән, уның яңғыҙаҡ тормошона өр-яңы бит өҫтәр һымаҡ тойолдо.

Ауылдарҙа килгән кешене ҡапҡанан бороп ебәреүгә юл ҡуйылмай. Ғәҙәттә, ҡунаҡ кем генә булмаһын, һый өҫтәленә саҡыралар. Быныһы йола һәм мәңге һаҡланасаҡ традиция. Юғиһә, һуңынан сәй ҙә эсермәй сығарғандар икән, тигән хәбәр оҙаҡ йылдар һаҡлана, хатта ҡаҙан тултырып билмән, йәки итле туҡмас менән һыйлаҡған осраҡта ла, эсерелмәгән сәй онотолмай.

Бер-береһенә ҡараштылар, өҫтәл артына ултырыштылар.

– Атаһы Себерҙә йөрөй, – тип һөйләй башланы Гөлсирә. – Йәйгелеккә ике вахтаға ҡалам, тигән. Ҡалһа, ҡала инде, бер әмәл дә юҡ, түҙербеҙ. Ә бына ҡыҙымдың хәле һис тә кисектерелек түгел.

Мәсьәләнең нимә хаҡында барасағын һиҙемләгән Рифмир уралтып-суралтып торманы:

– Улай уҡ ашығыс һәм һанаулы булғас, нисә аҙналыҡ инде? – тип һораны.

– Үҙе әйтә, алты аҙна, ти. Айзатты әйтәм, һеҙҙең улығыҙҙы, өйләнәм, тип тә әйткән, шикелле.

Йорт хужаһы йөҙөнә талапсан ҡиәфәт сығарып, улына ҡараны:

– Йә, Айзат, хәҙер нимә әйтерһең? – тине.

Ә улы нимә әйтһен инде? Көнө буйы кирбес ташып, иҙмә бутап йонсоған егет ултырған ерҙән йоҡлай ине.

Әсәһе сәрелдәп, улына төртөп алды:

– Нәмә йоҡлап ултыраһың? Ана бит, һиңә килгәндәр! – тип сәрелдәп тотондо әсәһе.

Ваҡиғаларҙың бындай көтөлмәгән үҙгәреше Рәмзиәнең уй-ниәттәренә тап килә һәм ул был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырырға йыйынмай ине. Бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң, шулай ҙа? Айзатҡа йоҡлау мөмкинлеге бирергә һәм йәштәрҙең хәлен әлегә үҙ-ара ғына тикшерергә ҡарар иттеләр.

Йоҡлап ултырһа ла, Айзат әсәһе менән ҡыҙының ни өсөн килгәненә төшөнгән икән.

– Мин риза! – тине ул ап асыҡ итеп. – Тик, ҡарағыҙ уны, сабый тыуғас, ДНК анализын асыҡлайбыҙ, әгәр минеке икәнлеге раҫланһа, шартына килтереп, туй үткәрәбеҙ.

Ф. Ильясова.

Сығанаҡ: "Һәнәк" журналы / Яндекс Дзен.

Читайте нас: