Бөтә яңылыҡтар

Хәсрәтле хәтер. Хикәйә

Атаһын ерләгәс, бер-нисә көндән Йәмил ҡатыны Гөлгөнә менән бергәләп зыяратҡа ҡәбер ҡоймаһын буятырға барҙы. Тупраҡты тигеҙләп, көрәкте йәнәштәге ҡарт ҡайынға һөйәгәйне – ауҙы, торғоҙғайны – тере йәндәй, тағы ҡоланы. Йәмил шомланды, тәне земберләне.

Хәсрәтле хәтер. Хикәйә
Хәсрәтле хәтер. Хикәйә

Йәйге селлә. Бындай мәлдә, ныҡ эҫелә, бигерәк тә ҡояш ҡыҙҙырғанда, һикһәнгә яҡынлашҡан ҡарсыҡҡа күләгәлә генә ултырырға ине лә. Мәгәр ул һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Быға өйрәнмәгән дә, күнекмәгән дә. Йәш сағындағы һымаҡ таң һарыһынан тора, самауыр ҡайнатып, сәй эсә, шунан йорт-ҡаралты, ҡул эштәренә тотона. Уға әле «ҡуй», «етәр», «ял ит» тиеүсе юҡ, үҙ ихтыярынса һәм ҡарамағынса көн итә. Хәләле Әғләм менән алты малай, ике ҡыҙ үҫтерҙе ул. Балалар иһә күптән бик алыҫта, ҡалала йәшәй. Кесе ҡыҙы ғына етмеш саҡырымда ятҡан ауылда тормош ҡормош. Һәр ҡайһыһының – үҙ ғаиләһе, үҙ хәстәрлектәре үә мәшәҡәттәре. Олораҡтары – үҙҙәре олатай-өләсәй. Шулай ҙа телефондан шылтыратып хәл белешеп, байрамдарҙа, ял ваҡыттарында килгеләп, өйөн рәтләп, кәртә-ҡураһын йүнәтеп торалар.

Етмешен уҙғанда, һикһәнен ҡыуғанда ла гөрләтеп донъяһын көтә ине әле Сәғирә ҡарсыҡ. Йәйҙәрен ейән-ейәнсәрҙәре килеп тула, улар менән мәж була. Өләсәй бешергән икмәкте, ҡоротло ашты, ойотҡан ҡатыҡты, ҡойған буҙаны бик яраталар. Һөтө, ҡаймағы, әжегәйе, сейәле майы ла үтемле. Өҫтәл тирәләй бергә йыйылғанда айырыуса шәп тарта тирмәндәре. Яҡты йөҙ, йылы һүҙ, ихлас күңел менән үҫтереште Сәғирә балаларының балаларын. Инде буй етеп, өйләнешеп, үҙҙәре инәй-атай. Хәҙер һирәк килгәстәре, ҡайһы берҙә өләсәләре танымай ҙа ҡуя уларҙы. Олоғайған һайын хәтере нығыраҡ томалана, күрәһең. Мәгәр әүәлгесә үҙен һаман да хужабикә итеп тоя һәм һис кенә лә йорт эштәренән бушамай.

Баҡсаһында бәрәңгеһенең гөл кеүек аҡ, күк сәскә атҡан, хозурлығы менән күңеленә әйтеп бөтә алмаҫлыҡ рәхәтлек биргән мәлен ярата Сәғирә ҡарсыҡ. Мәгәр ошо йәмде ҡаплап, әллә ни арала алабута, билсән, кесерткән, күҙлут, һарут күтәрелә лә китә. Абайламайыраҡ йөрөгәндәрҙең бил быуырҙан үҫә, бәрәңге һабағы ла күренмәй. Ҡарты иҫән саҡта орлоҡ шытмаҫ элек ерҙе әллә нисә рәт тырмата торғайны, ҡый-һай самаһыҙ ҡотормай ине. Бабайы юҡ шул хәҙер, биш йыл әүәл ҡапыл ғына әхирәткә китте лә барҙы. Бер көн төштән һуң тауға селеккә барып, һепертке бәйләне, йорт-ҡура эсен һеперҙе. Шунан өй алдындағы эскәмйәлә йәйге эштәрҙе барлап, оҙаҡламай бесән етәсәген, бесәнгә кемдәр киләсәген уйлап, гәпләшеп ултырҙылар. Эңер төшөр саҡта ҡаланан ялға уртансы улдары Йәмил ҡайтып төштө. Ҡыуанышып, сәйләп, серемгә талдылар. Таң һарыһында ҡыштыр-ҡыштыр иткәнгә уянып китте Сәғирә ҡарсыҡ. Ҡараһа, иҙән буйлап ҡарты ары-бире йөрөп ята, ниңәлер йөрәк тирәм ауыртып тора, ти. Тороп кейенгәнсе, йомшаҡ урындыҡҡа һырышҡан. Шул арала ҡабат йоҡоға сумған әллә?

– Әғләм, Әғләметдин, – тип өндәшеп, кейеменән тартҡысланы, әммә ҡарты уянманы. Сәғирә ҡарсыҡ соланда йоҡлап ятҡан улын һелкетте:

– Тор әле, тор, Йәмил. Атайыңа әллә ни булған.

Йәмил йоҡоһо осоп та етмәгән килеш тегеләй ҙә, былай ҙа итеп яһалма һулыш алдырырға, атаһын иҫенә килтерергә маташып ҡараны, әммә ҡарт иренен дә, бармағын да ҡыбырлатманы. Ул ҡарсығы кейенгәндә үк тауышһыҙ-тынһыҙ ғына теге донъяға үткәйне.

Әғләм менән хушлашырға балалары ла, туғандары ла килде. Бөтә йоланы үтәп, мәңгелек йортҡа оҙаттылар, һәйбәт кеше ине, йәне йәннәттә булһын, тинеләр. Киткән артынан китеп булмай, Аллаһы Тәғәлә ҡалғандарға сабырлыҡ, һаулыҡ насип итһә икән. Әммә бик үк насип итмәне.

Атаһын ерләгәс, бер-нисә көндән Йәмил ҡатыны Гөлгөнә менән бергәләп зыяратҡа ҡәбер ҡоймаһын буятырға барҙы. Тупраҡты тигеҙләп, көрәкте йәнәштәге ҡарт ҡайынға һөйәгәйне – ауҙы, торғоҙғайны – тере йәндәй, тағы ҡоланы. Йәмил шомланды, тәне земберләне. Ҡойманы буяғас, Гөлгөнә: «Буяу артып ҡалды», – тине. Нимә әйткәнен үҙе лә аңғармай, Йәмил: «Минең ҡоймаға ла етер», – тип ҡуйҙы. Гөлгөнәнең йөрәге жыу итеп ҡалды. «Кеше ҡурҡытып, юҡты һөйләп тораһың», – тигән булды.

Яҙмыштың, уның асылының, хәл-тороштоң илаһи нескәлектәрен әҙәм нәҫеле асыҡ ҡына итеп белеп, төшөнөп тә етмәйҙер. Әммә ниндәйҙер сихри тәьҫирҙәнме, әйҙәүҙәнме, Йәмил йорттоң тимер ҡапҡаһын семәрләп эшләп бөтөрҙө, бер көндә ат менән биш бәрәңге баҡсаһын, үҙҙәренекен дә, күршеләрҙекең дә, күмде һәм барыһын да аптыратып, түшәккә ауҙы. Көс-ғәйрәте ташып торған бәһлеүәндәй ирҙе ашығыс ярҙам машинаһы ҡала дауаханаһына алып китте. Ике аҙна ятҡас, иртәгә өйгә ҡайтам инде тигәндә, кисен ятыр алдынан тәмәке тартырға сыҡҡан һәм баҫып торған урынында, зыяраттағы көрәктәй ауып, йән биргән.

Атаһы әхирәткә күскәндән һуң ни бары егерме көн уҙғас, бына шулай уның артынан эйәреп, ҡараңғы донъяға китте лә барҙы Йәмил. Туғандарына осрашҡан һайын: «Мин һеҙҙе туҡһан йәшемә саҡырам әле», – тигән уҙаман. Күрше-күлән уның көтмәгән вафатын шулай аңлатты: Әғләм ағай үткән мәлдә Сәғирә апай улын ҡапыл уятҡан икән, йоҡо аралаш атаһына ҡағылып, Йәмилдең ҡото осҡан икән...

Йәшен йәшәне, тип, Сәғирә ҡарсыҡ ҡартының гүргә инеүенә әллә ни бошонманы, ә Йәмилен уйлап, уның балиғ булмаған балаларын йәлләп янды, эстән көйҙө. Һуңғы йылдарҙа хәтирәләргә бирелеп, үткән ғүмерҙе барлағанда, йәшәйешкә төрлө ҡараш тыуғанда, һүҙгә килгәндә, Сәғирә ауыр саҡтарҙы иҫенә төшөрөп, үҙенсә ҡартына һеңгәҙгәнсе, һеңдергәнсе бер-нисә мәртәбә әйткеләне:

– Мин һине һәйбәтләп ҡарамаһам, тәрбиәләмәһәм, етмеште уҙыр инең, уҙмай. Анау үпкә сирең менән иллегә лә етмәҫ инең. Тик минең арҡала ғына атайыңдың йәшенән күпкә уҙҙың. Һиңә йәшләй генә кейәүгә сығып, әрәм булдым. Сыҡмаһам, уҡыр инем, әллә кем булыр инем. Заманалар ауыр ине шул, заманалар...

* * *

Һай, ҡара иҫәпкә шәп ине Сәғирә. Һуғыш башланғас, ун дүрт йәшендә генә күмәк хужалыҡҡа хисапсы итеп ҡуйҙылар. Артабан да ауыл, мал-тыуар мөхитенән айырыла алманы. Быға хәтле Совет власы өсөн көнө-төнө сапҡан атаһы «халыҡ дошманы» ялаһы яғылып, төрмәлә үлеп ҡалғас, биш балалы ғаиләнең көнитмеше тағы ла нығыраҡ мөшкөлләнде. Нишләргә белмәй, туғандарымдың, инәйемдең хәлен еңеләйтәйем, артыҡ тамаҡ булмайым, тип, ун етеһе тулыр-тулмаҫтан кейәүгә сығырға ризалашты Сәғирә. Етеш ғаиләлә үҫкән Әғләм малай-шалай холҡонан да арынып бөтмәгәйне, уйындарға ҡойма аша һикереп ҡаса торғайны.

Ҡатын кешене ярты ҡартайтҡан – ғәмһеҙ ир ҙә, сей утындыр. Сей утынды яндыра алмай һәм бөтөнләй утынһыҙ ҙа ныҡ ыҙаланы Сәғирә. Кәртә-фәләнде турап яҡҡан саҡтары ла булды. Эй күҙенән йәш субырланы, эй һыҡтаны. Мәгәр тормош һынауҙары тауҙай өйөлөп алда көткән икән.

Көн итә-итә итәге бала менән тулды. Ҡайһы һандыҡ, ҡайһы өҫтәл өҫтөндә, ҡайһы мейес башында йоҡлай. Йәшәргә йүнле өй, мал-тыуарға аҙбар-аран юҡ. Йөҙ бәлә менән яңы өйгә бура буратҡайнылар, үҙһүҙле, ҡаты бәғерле ҡайныһы менән ҡәйнәһе өндәшмәй генә һатып ебәргән. Ҡайныһы үтә уҫал, ҡырыҫ. Ашҡа интеккәс, килене Сәғирәне белмәгән, күрмәгән тарафҡа башаҡ йыйырға ебәрҙе. Өшөп ҡатып, урыҫтарҙан баҫтырылып, һынһыҙ булып ҡайтып йығылды ул. Әғләм иһә үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртҡан, гелән үҙ туҡһанын ғына туҡһан иткән ата-инәһенән хәләл ефетен һис ҡасан ҡурсаламаны, быға ҡыйыулығы етмәне. Сәғирә меҫкен бөтә ҡыйынлыҡҡа түҙҙе, ҡаршы һүҙ ҡатманы. Төртмә телле һеңлеһе генә: «Еҙнә, ир исемен күтәреп йөрөйһөң, ә әҙәмсә донъя ҡормайһың, көтмәйһең, бала әтмәләп ятырға ғына эшкинәһең», – тип Әғләмде сәнскеләп ала ине.

Урман ҡарауылсыһы булып торғанда, уҙған бал эсеп, һушынан яҙып, ҡарҙа оҙаҡ ятып, ҡаты һыуыҡ алдырҙы Әғләм. Үпкә сире менән йыш-йыш, оҙон-оҙаҡ дауаханала ятты. Шул арҡала бөтә донъя йөгөн яңғыҙы тартты Сәғирә, бер минут та буш торманы, әхирәттәре, күршеләре менән аралашырға, һөйләшеп ултырырға ла форсаты булманы.

Бер йәйҙе шифаханала ятып, ҡымыҙ эсеп, шәбәйеп ҡайтты Әғләм. Холҡо ла, үҙен тотошо ла үҙгәргәнгә оҡшай. Аҙна ла үтмәне, артынса ауылға сәсе ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған ҡатын килеп төштө. Буялған ирендәрен бүлтәйтеп, күҙен дә йоммай: «Шәфҡәт туташы булам, Әғләмдең сәләмәтлеген күҙәтергә килдем. Үпкә сире менән шаярырға ярамай», – ти. Туташ ҡашын һикертеп, ым яһаһа, ат егеп, урманға еләләр. Имеш, Әғләмде ҡарағай урманында йөрөтә, үпкәһен таҙартыр ылыҫ һауаһын һулата. Сәғирә аш-һыу әҙерләп биреп, оҙатып ҡала.

Был хәлгә ғәжәп итеп, ауылдаштары шыш-быш килә, төрлө хәбәр һөйләй башланы. Әхирәттәре, түҙемдәре бөтөп:

– Сәғирә, әллә бөтөнләй бер ҡатлыһың, әллә тома һуҡырһың инде, – тиҙәр. – Ҡыҫҡа сәс Әғләмеңдең шифаханала танышҡан нәмәкәйе бит...

– Шәфҡәт туташы, ти ҙә һуң...

– Иреңде аҙҙырған, һине мыҫҡыл иткән туташ. Элгәре көн еләк сүпләргә сыҡҡан Мәмдүҙә еңгәй ниндәй туташ икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡан.

– Эйе-эйе, ҡасып-боҫоп ғиш-ғишрәт ҡылалар. Әҙәмдән оялмайҙар, әстәғәфирулла тәүбә. Ҡайтар ҡыуып ул кәнтәйҙе!

Сәғирә һөмһөрө ҡойолоп, аҡайып ҡарағас, ҡыҫҡа сәс нәфрәтен тойҙомо, балаларын йәлләнеме, йәһәт кенә йыйынып ҡайтып китте. Әғләме, ат егеп, оло юлға сығарып ҡуйҙы.

Әлбиттә, балалары башлы-күҙле, үҙе олатай булғас, Әғләм ныҡ үҙгәрҙе, илла яҡшы, һоҡланырлыҡ олатай булып китте, үҙен ғүмере буйы тормош мәғәнәһен төшөнөп йәшәгән уҙаман һымаҡ танытты, аҡыл өләште, кәңәш бирҙе, тәртипкә үә әҙәпкә әйҙәне, хәленән килгәнсә һәр кеменә булышты, уландарының тырышлыҡтарын хупланы, ҡарсығының да ыңғайына ғына торҙо, уның һәр йомошон ихлас башҡарҙы. Бына шулай донъя һәйбәтләнеп, һөйөнөшөп, сөкөрләшеп һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Сәғирәһен яңғыҙ ҡалдырып китте лә барҙы Әғләметдине.

* * *

Ҡояш нуры – шәфҡәт ҡулы, тип, Сәғирә ҡарсыҡ көйләй-йырлай тағы ла бәрәңге баҡсаһына ыңғайланы:

Исеме Шәмси Ҡояшым

Тыуа ул матурланып.

Киң болонға ризыҡ сәсә

Йәмләнеп, ғорурланып.

Исеме Шәмси Ҡояшым

Нурланып ҡына килә.

Йоҡламайыҡ шул сағында –

Ул беҙгә ризыҡ бүлә... Йылдың иң хозур миҙгелендә, бар донъя терелгән, теремекләнгән мәлдә, тик тороу һис кенә лә килешмәй. Эше барҙың ғына – ашы бар. Бәрәңге иһә – ауыл ерендә көн дә ашаған аш. Был хәҡиҡәт йәненә уйылған, йәшәү ғәҙәтенә әйләнгән Сәғирәнең. Шуғамы, һикһәнгә еткәнен дә һиҙмәй, өс көн буйы бил яҙмай утаны ла утаны баҡсаһын. Дүртенсе көндө, ғүмерҙә булмағанса хәле бөтөп, тәне ауырайып, лыпын ятты ла ҡуйҙы. Бер ваҡытта ла дарыу ҡапмаған, дауаланып ятмаған, сәғәт һымаҡ йөрөп торған кеше.

Һаулығы бығаса иҫ китмәле ине ҡарсыҡтың. Һимеҙ итте лә һоғона, ҡоротлап һөҙлөклө һурпаны ла һемерә, буҙаһын, ҡымыҙын да... Тотһа, беләгеңде ҡыҫа тота. Тулы биҙрә һыу ташый. Сәғәттәр буйы эйелеп тороп эш атҡара, «билем» тип «ыһ» та итмәй. Ен ҡағылғандай, уйламағанда, көтмәгәндә нимә булды уға? Ҡапылғара күтәрелгән ҡойон да шәм һымаҡ ағастарҙы һындырып, йолҡоп ташлай бит. Ошондайыраҡ күренеш ғүмер ахырына яҡынайғанда Сәғирә ҡарсыҡты яҙмыш һуҡмағынан яҙлыҡтырҙымы икән?..

Төпсөк улының улы, йәғни ейәне, елғыуарыраҡ егет, ҡаланан талсыбыҡтай ҡыҙсыҡ эйәртеп алып ҡайтты. Никахһыҙ-ниһеҙ ҡушылып йөрөп яталар, имеш. Ата-инәһе хәмер һаҙлығына батҡан, аҙған-туҙған, төрмәгә лә эләккән бәндәләр, тиҙәр. Ҡыҙҙарының да рәте-сираты, морон төртөр урыны юҡтыр инде, ейәненә дегәнәктәй йәбешкән дә ҡуйған. Ғибрәт итеп, «Был ниндәй заман!» – тип, уфтанып ҡуя ҡарсыҡ. Уфтанырһың да. Ауылда эш юҡ. Аҡса артынан Себер сығып китеп, төпсөгөнөң ғаиләһе пыран-заран булды. Айҙар буйы ситтә йөрөгәс, үҙе тегендә, ҡатыны бында сит-ят менән сыуала. Буталды, боларҙы донъялар, ярылды яҙмыштар. Айырылышып ҡуйҙылар балаларының бәхетен уйламай. Икеһе ике яҡта интегә хәҙер.

«Никахһыҙ йәшәү – гонаһ. Фатиха ҡылыу фарыз» тип туҡый торғас, ниһайәт, никах уҡыттылар. Туй мәжлесенә ейәне яғынан туғандарының береһен дә саҡырманылар. Күрәһең, ҡыҙҙың бәйелһеҙ нәҫеле менән осраштырырға теләмәнеләр. Бүләккә күпереп торған мендәрен тотоп, йәштәргә ҡот-ырыҫ теләргә өләсәй генә барҙы.

Туйға барыу Сәғиҙә ҡарсыҡ өсөн тәүбә ҡылырлыҡ булды. Шарылдаҡ ҡоҙасалар: «Беҙ түгел әбейҙәр эсә, өшкөрөп алған аҡсаға», – тип, оло ҡоҙағыйҙы эсергә ҡыҫтаны. Оло баштары менән холоҡһоҙҙар, тотанаҡһыҙҙар. Бер «араҡы мискәһе» боларып, хәмерен ҡарсыҡтың башына, түшенә түгеп бөттө. «Беҙҙе һанлаһаң, тот, тот!» тигәстәре, ниңәлер биреште, шайтан һыуын йотто. Ҡойондай ҡыҫтауға ҡаршы тора алмай, тағы ғолтолдатты. Башы әйләнгәс, тәнтрәкләй-тәнтрәкләй ҡайтырға сыҡты. Уны бер кем дә оҙатып ҡуйманы. Көс-хәл менән атлай торғас, һөрлөктө һәм башы менән осло ташҡа барып төштө. Күршеләре шәйләгәндә, ҡарсыҡ иҫһеҙ, туйға ябынған байрам яулығы һығып алырлыҡ ҡан ине. Ошо хәлдән һуң Сәғирә ҡарсыҡ һиҙелер-һиҙелмәҫ яңылыша башланы.

* * *

Ауылдың шәфҡәт туташы, күнегелгәнсә, Сәғирә ҡарсыҡты яҡындағы Алтынтау ҡасабаһы участка дауаханаһына ебәрҙе, үҙ өҫтөнән мөллә төшөрҙө. Ҡайҙалыр ҡабаланған кәйефе ҡырылғаныраҡ ҡатын-ҡыҙ табип, әбейҙе ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡарап, йөрәк гипертрофияһы һәм быға бәйле мөмкин булған хәүеф диагнозын ҡуйҙы. Шунан һун уны ғүмерендә лә эсмәгән, ҡапмаған, ҡулланмаған онтаҡ үә шыйыҡ нәмәләр менән дауаларға керештеләр.

Иң тәүҙә яҡындараҡ йәшәгән кесе ҡыҙы менән уртансы улы килеп етте, улары туғандарына хәбәр итте. Йөрәге сирле, тип, инәйҙе ятҡан урынынан торғоҙманылар, хәжәтенә лә тышҡа сығарманылар. Дауалаусы табип, үҙе лә әллә ни төшөнмәйенсә, кәрәк-кәрәкмәгән матдәләрен тәғәйенләүҙе белде. Өҫтәүенә, баш ҡаланан күптән түгел медицина институтын тамамлаған ейәнсәре, телефондан шылтыратып, фәлән-фәлән антибиотиктар биреүҙе ныҡышты. Бындай имдән, ҡырау һуҡҡан үләндәй, ләж ятты ҡарсыҡ.

Эштәренән бушанып, ялға сығып, оло улы Ғәбит, ҡыҙы Ғәлиә менән кейәүе Тәлғәт тә Өфөнән килеп етте. Уларҙы күргәс, Сәғирә ҡарсыҡ бер аҙ йәнләнде. Дауахананың торошо ла, табиптарҙың кимәле, мөнәсәбәте лә ҡыуандырмай. Был күҙгә салынып тора. Бындай хөрт ханала ятып, ҡарсыҡҡа бөтөнләй хана булыуы ихтимал. Уны был тирәлә билдәле Аҡтау дауаханаһына һалырға ине. Ләкин унда сит тарафтан килгәндәрҙе ҡабул итеп бармайҙар. Әлбиттә, мөмкинлек бар. Тәлғәт тәүәккәлләп, ҡоҙаһына, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарына, шылтыратты, ул иһә – Аҡтау дауаханаһына. Баш табип Тәлғәткә телефондан ауырыуҙы остаздарҙың остазы Тамара Олеговна ҡараясағын белдерҙе.

– Ғәбит ҡайнаға, – тип өндәште Тәлғәт. – Инәйеңде минең еңел машинала алып барайыҡ Аҡтауға.

– Ашыҡма, кейәү. Улай ярамай. Махсус машина кәрәк.

– Нисек ярамай? Йомшаҡ, һелкетмәй. Шунан һуң ҡәйнәмдең бөтөнләй йөрәге ауыртҡанға оҡшамаған. «Ашығыс ярҙам» машинаһы, күрәһең, ватылып ултыра.

– Аҡтауҙан саҡырт.

Ҡайнағаһы, ҡаршылағы Арҡырытау һымаҡ арҡырыланғас, саҡыртырға, әммә оҙон-оҙаҡ көтөргә тура килде. Һәр кемгә үҙ туҡһаны туҡһан, әйҙә, күңеле булһын, тип уйланы Тәлғәт. Ғәбит – сетерекле холоҡло кеше, яҡшылығы ла аламалығы ла бергә уҡмашҡан уның. Үҙ бизмәне менән генә үлсәй, йәғни үҙ ҡарашынан ғына сығып баһа бирә. Нишләйһең, әҙәм фәрештә булмай.

Министр урынбаҫары күрһәтмәһе менән килгәнгәме, Аҡтау дауаханаһында һағайыбыраҡ, кемдәр һуң былар, тигән һымағыраҡ ҡаршыланылар. Тамара Олеговна иһә: «Мине ҡайҙан, кемдән белдегеҙ, миңә нисек сыҡтығыҙ?» – тип үк һораны.

– Һеҙҙең кеүек данлыҡлы табипты Аҡтауҙа ғына түгел, күрше райондарҙа ла белмәгән кеше юҡ. Министр урынбаҫары ла белә, – тине Тәлғәт ихлас йылмайып.

– Эйе, эйе, медицина институтында уҡыған сағында ул беҙҙә практика үткәйне шул. Бик тә һәләтле егет, кешелекле, кеселекле.

Тамара Олеговна Алтынтау дауаханаһы биргән медицина картаһы күсермәһенә баҡты, бошонғандай булды, шунан тамыр, йөрәк тибешен ентекләп тикшерҙе һәм болот ышығынан сыҡҡан ҡояштай, йөҙө яҡтырып китте:

– Йөрәге – йөрәк, шәп әле. Тор әле, апай, тор, үәт шулай, шулай. Йөрөп тә ҡара. Бик яҡшы. Инде ошо урындыҡҡа ултыр.

Тәлғәт ҡайнағаһына ҡараны. Ул бер һүҙ ҙә ҡатмай аптырап ҡарап тик тора. Алтынтау хәстәханаһында аҙналар буйы аяҡҡа баҫтырмай ятҡырғандан һуң әле икенсе табиптың инәһенә «тор», «йөрө» тиеүе сәйер тойолалыр, күрәһең. Ә Тамара Олеговна ауырыуҙы тағы ла ауырыраҡ хәлгә төшөрөүселәрҙе бешә:

– Алтынтау дауаханаһында кемдәр эшләй ул? Ветврачтармы? Ниндәй уҡыу йорто диплом биргән уларға? Хәсрәттәр! Дөрөҫ диагноз ҡуймағандар, әүәл дауаланып ятмаған, ҡәҙимге таблетка ла ҡапмаған кешене көслө антибиотиктар менән аңраландырып һалып ҡуйғандар, күҙҙәрен быялаға әйләндергәндәр.

Тамара Олеговна ҡарсыҡҡа төрлө һорауҙар бирә башланы. Урыҫса аныҡ яуап бирә алмаҫ, тип, Тәлғәт ҡыҫылды. Ауырыуҙы ҡарап бөткәс, Аҡтауҙың шөһрәтле үә тәжрибәле табибы уның балаларына шуны әйтте:

– Бер ниндәй йөрәк сире юҡ. Әбейҙең баш мейеһе артериялары зарарланған. Әйткәндәй, был нәҫелдән түгел. Айырым тамырҙар өлкәһе ҡыйралған, баш мейеһен ҡан менән тәьмин итеү хөртәйгән, һөҙөмтәлә хәтере ҡаҡшаған. Шунан һуң, ҡартайыуы ла һиҙҙерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, был осраҡта һауыҡтырыу, хәтерен тергеҙеү әмәлдәре юҡ. Әлбиттә, хәлен яҡшыртыу өсөн дауаханаға һалабыҙ, мөмкин булғанса дауалайбыҙ.

– Аңлауымса, артабан хәтере тағы ла нығыраҡ томаланасаҡ, яңғыҙы көн күрә алмаясаҡ, йәше лә бара, – тип хафаһын әйтте Тәлғәт. – Өфөгә алып китергә тура килерме икән?

– Ҡалаға һис кенә лә ярамай. Унда ялан сәскәһе һымаҡ һулыясаҡ. Ғүмер баҡый күнегелгән урында, бөтәһе лә ғәҙәтенә һеңгән ерендә йәшәү хәйерле уға.

Тамара Олеговнаның рөхсәте менән Ғәлиә инәһе янында ҡалды, уға тәрбиә ҡылды. Тәлғәт иһә ауылдан көн аралаш Аҡтауға йөрөнө, кәрәк-яраҡ, аш-һыу алып барҙы, өс аҙна үткәс, ҡәйнәһен өйөнә алып ҡайтты.

* * *

Үҙ йортонда Сәғирә ҡарсыҡ йәнә егәрле хужабикәгә әйләнде. Өйө алдындағы ҡойонан биҙрә-биҙрә һыу индереп, һауыттарҙы тултыра. Газды ҡабыҙып, мөлдөрәмә тулы сәйнүк ултырта. Һыу ҡайнап, ташып, утты һүндерә. Газ еҫен иҫкәрмәй, электрҙы яндырып ебәрһәң, ут ҡойононда ҡаласаҡһың. Шуға ла Тәлғәт газ баллонын ябып ҡуйҙы. Әммә ҡәйнәһе тынғы белмәй, сыҡҡан һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ утын индерә, әшәккә яға. Электр сәйнүген плитаға ултыртып, иретеп ҡуйҙы.

– Тышта утыҙ градус эҫе бит, яҡма, өйгә ингеһеҙ, тын алғыһыҙ, инәй, – тип, ҡыҙы ҡат-ҡат әйтеп тә ҡарай, мәгәр ҡарсыҡ, бороп ебәрелгән нәмәләй, утын индереүҙән бушамай. Әйтеүҙән фәтеүә юҡ. Шырпыны йәшереп ҡуйырға тура килде. Әммә, ашарға бешерәм, тип, ут яғыуынан йәһәт кенә ҡотолоп булманы, шырпы эҙләп, магазинға барҙы, күршеләренән һорап алды. Хәлде төшөнөп, бирмәгәстәре, был ниндәй заман, һуғыш ваҡытындағы кеүек ут һыҙғысҡа ла ҡытлыҡ, тип зарланды.

Сәғирә ҡарсыҡтың башҡаса бер үҙе донъя көтә алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Күршеләре ут-фәлән сығарып ебәрмәһен, тип ҡурҡа. Ә Ғәлиә менән Тәлғәттең эшкә сығыр, китер ваҡыттары ла етә. Нишләргә? Ҡарсыҡ менән бергә тора, уға күҙ-ҡолаҡ була алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ эҙләп ҡаранылар. Ҡапылғара ундай кеше табылманы. Кәңәш-төңәш итергә Ғәлиәнең ҡустыһы Илбәк менән һеңлеһе Ғәбиҙәне саҡырҙылар.

– Мишәр ҡасабаһында ҡарттар йорто бар. Йылы, йыйнаҡ, уңайлы, ҡараусылары кеселекле, кешелекле. Инәйҙе шунда алып барайыҡ. Әбей-бабайҙар менән аралашыр, сөкөрләшеп ултырыр. Хатта район түрә-ҡараларының бөтә зат-бото шунда, – тип тәҡдим итте Илбәк.

– Кит, иҫәүән, уйламай-нитмәй хәл ҡылмаҡсыһың. Бар халыҡ мыҫҡыл итеп һөйләр, ояты ни, килешмәгәнде, – тине өлкән ағаһы Ғәбит.

– Килешмәһә, үҙең алып ҡайт. Фатирың ҙур, дүрт бүлмәле.

– Инәйҙең ҡыҙ балалары бар. Шунан һуң уның ҡалала сыҙай торғаны бармы? Көн һайын ҡайтам тип ҡаңғыртыр. Ғәбиҙә туғаным, моғайын, инәйгә һиндә йәтеш булыр. Пенсияһы ла арыу ғына, һинең эш хаҡындан күберәк. Ирең эшһеҙ ятҡанда алтын тапҡандай тойолор.

– Ярай, улайһа, беҙҙә йәшәп ҡараһын, – тип ризалашты Ғәбиҙә. – Ирем генә ҡаршылашып, тартҡылашып маташмаһа инде.

Икенсе көндө үк Илбәк йөк машинаһы алып килде. Донъяһын туҙҙырмайыҡ әлегә, тиеүгә ҡарамаҫтан, ярһыу холоҡло Илбәк һарыҡтарын, тауыҡтарын ғына түгел, һыуытҡысын, телевизорын, карауатын, йөн-фәләнен дә тейәтте. Әрҙәнә-әрҙәнә ярылған утынын да оҙатырға ниәтләгәйне, Тәлғәт ҡаршы төштө:

– Барған ерендә, Урмансыла, урман өҫкә ауырға тора, ҡәйнеш. Ҡалһын утыны. Сит ауылда инәйең әллә сыҙай, әллә юҡ әле. Әйләнеп ҡайтыуы ла ихтимал. Ғәббәс кейәүеңдең дә холҡон беләһең.

Сәғирә ҡарсыҡтың йортонда бесәйе генә тороп ҡалды. «Былай ҙа үҙебеҙҙең өйҙә ике бесәй, өсөнсөһө кәрәкмәй», тип, Ғәбиҙә уны алманы. Мыраубикә бикле ишек төбөндә көндәр-төндәр буйы мыяулап, индереүҙәрен ялбарып ултырҙы. Мәгәр ишек асылманы. Ҡара көҙ еткәс, ауылға ике-өс көнгә Ғәлиә менән Тәлғәт килеп китте. Уларҙы ғәжәпкә ҡалдырып, ҡайҙандыр бесәй пәйҙә булды. Ябыҡҡайны, йонсоғайны. Өйгә кереп ураны. Хужабикәһен тапмағас, йәнә күҙҙән юғалды.

Ошо хәлде зиһененән үткәреп, йән эйәһен йәлләп, Тәлғәт уйланды. Был йорт йәнлеге кеше көнлө, әҙәм дә ҡартайғас, кеше көнлө. Улар араһында беҙ белеп, тойоп етмәгән нескә бәйләнеш бар. Бесәй ҡарғышы хужаһына төшә, тиҙәр. Әллә ҡәйнәһе бесәй балаларының йәберен алдымы икән? Бесәйҙәре балалаһа, күҙҙәре асылмаған йомарсайҙарын, мәгәр йән эйәләрен, биҙрәләге һыуға батыра торғайны. Үҫһәләр, уларҙы нисек аҫрайһың, ҡайҙа итәһең, тигәндер инде. Аҙаштырһаң да – гонаһ...

Башҡа әбейҙәр һымаҡ, ҡәйнәһе доға ла уҡыманы. Ысын күңелдән ышанып доғалар уҡыһаң, күп уҡыһаң, ҡан, йән таҙара, тиҙәр бит. Доға уҡылған һыу ҙа оҙаҡ боҙолмай, шифалы, сихәтле имгә әйләнә. Йәнә әхирәттәге рух-әруахтарҙы ризалау, ете быуынға бағышлап әлхәм уҡытып, ҡырҡ көн һайын ете кешегә хәйер биреү ҙә хәйерле. Ризаламаһаң, бәлә-ҡазаға дусар булаһың, имеш. Тәүге ишара – мал-тыуар зыянлар, әйбер-ҡараң юғалыр, мөлкәт ырыҫы китер, бирмәгәнеңде «нескә кимәл» үҙе алыр. Быға иғтибар итмәһәң, икенсе ризаһыҙлыҡ билдәһе – тән яфаһы тыуыр, сир-зәхмәт ҡағылыр. Шунан һуң да рух-әруахтарҙы ризаламаһаң, йән ғазабы – психик хәсрәт баҫыр. Әллә иҫерек килеш баш менән ташҡа оролоу, әллә бесәйҙәр ҡарғышы, әллә «нескә кимәл»де тотмау психик ыҙаға тарыттымы, йән тыныслығынан яҙҙырҙымы икән ҡәйнәһен?.. Аллаһы Тәғәлә генә белә.

* * *

Тау-таш, урман ҡосағында ята Урмансы ауылы. Бында көн торошо икенсерәк: ҡыш -һалҡынсараҡ, йәй – еләҫерәк. Халҡы ла башҡасараҡ, ҡырыҫырыҡ. Өйҙәре иһә – ҙур, иркен. Мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, бәрәңге, йәшелсә үҫтереп, ғәмәлдә ҡанбабаларса шәхси хужалыҡ иҫәбенә донъя көтәләр. Күмәк хужалыҡ тырым-тырағай булғас, ир-ат эшһеҙ, мәлһеҙ. Бәғзеләр генә утын ҡырҡып, һатып, бура бурап, һирәк-мирәк килем ала, йыртыҡ-мыртығын ямай, башҡалары аҙ-маҙ тапҡанын да хәмер-һәмергә әләф-тәләф итә.

Ғәббәс менән Ғәбиҙәнең өйө бүтәндәрҙекенән ҡайтышыраҡ, ҙурайтырға дарман-далан тапмайҙар, барына ҡәнәғәт ҡылып ғүмер һөрәләр. Теремеклек, йүнселлек етмәгәс, тереклек тә бер сама, таң ата ла кис була, һәр көн ҡәҙимгесә ҡабатлана. Өй түрендә ултырған төҫлө ҡумта ғына зиһенде арбай, үҙенә ҡарата, илдәге хәл-әхүәл, яңылыҡтар менән таныштыра, ары-бире күңелдәрҙе балҡытып, кәйефтәрҙе күтәреп ебәрә, ваҡытты оноттора, тәнде ойотоп, йоҡоға талдыра.

Күрер күҙгә Ғәббәс – им табырҙай кеше. Мәгәр һәләтен файҙаланмай, донъянан төңөлгәндәй йәшәй. Моғайын, эш, килер ер юҡлығы өмөтһөҙлөккә төшөрәлер, бәрәкәтен ҡасыралыр. Ғәйрәтең барҙа дәүләт табыу фарыз, тигәнде аҡыл итеү ҙә етмәйҙер.

Сәғирә ҡарсыҡ ҡашығаяҡ яғындағы ятағында иҫнәп ултырып, бик иртә йоҡоға тала. Ғәҙәтенсә, таң әтәстәре менән бергә уяна, утты яндырып, тегеләй-былай йөрөй башлай, ҡыҙы менән кейәүе серем итеп ятҡан бүлмәгә килеп инә, уларҙы мәле етмәй йоҡоларынан яҙҙыра. Был, әлбиттә, кейәүенә һис тә оҡшамай. Ғәбиҙә инәһенә: «Таң һарыһынан шаулап йөрөмә, беҙҙе борсома», – тип, көлөп тә, көйөп тә, тыйып та әйтеп ҡарай. Мәгәр ҡарсыҡ ҡыҙының ҡыҙыуын шунда уҡ онота.

Ҡәйнәһенең төндә хаттин ашып хырылдауы ла, көндөҙҙәрен бер нәмәне әйләнгән һайын ҡат-ҡат һорауы ла асыуын ҡабарта, тәҡәтен ҡорота кейәүенең. Ул да башҡа ир-ат кеүек бер ҡайҙа ла эшләмәй, ауылда ла, яҡын тирәлә лә эш юҡ. Малына бесән һалып инә лә, әлеге лә баяғы йәнһүрәтле ҡумтаға төңөлә, Ғәбиҙә медпунктҡа йүгерә. Ул китеү менән Сәғирә ҡарсыҡ өй эштәренә тотона, бәрәңге бешерә, кейәүе ултырған урындыҡ янына ашамлыҡ ташый, уны ашарға ҡыҫтай. Шунан утынлыҡтан ҡосаҡ-ҡосаҡ утын кертә, әшәккә яға. Өй тын алғыһыҙ булып эҫей. Әйтеп-әйтеп тә был ҡылығынан дүндерә алмағас, кейәүе әшәк ҡапҡасын тимер сылбыр менән йоҙаҡлап ҡуйҙы. Ҡарсыҡ иһә асырғанып:

– Усаҡ яғыуымды ла ек күрә былар, минән утындарын да йәлләйҙәр, – тип һөйләнә.

Ҡыҙына, кейәүенә оҡшамаған ҡылыҡ-тороҡтарынан арынманы Сәғирә ҡарсыҡ, йә бында, йә тегендә фәҡәт үҙенекен ҡылды. Күтәрмәне һепереүе, һарыҡтарға ашлы һыу эсереүе, тауыҡтарға ем һибеүе хуплауға ғына лайыҡ, әлбиттә. Мәгәр кейәүе, емде күп бөтөрә, әрәм-шәрәм итә тип, келәтен дә бикләп ҡуйҙы. Үҙе иһә төшкә тиклем мал тиҙәген дә алмай, йорт эсен дә һепермәй, телевизор ҡарап тик ултыра, яратҡан шөғөлө шул. Ҡәйнәһе һоҙғаҡ көрәккә, селектән бәйләнгән һаплы һеперткегә йәбешһә – төҫө боҙола. Ирҙәр эшенә тотоноп, мине күршеләр алдында хур итә тип, Ғәббәс һеперткеһен ҡәйнәһенең күҙ алдында көпкәгә индереп бикләне. Сәғирә ҡарсыҡ асырғанып ишеген бар көсөнә тартҡайны – биге ҡутарылды ла сыҡты. Бынан һуң кейәүе һеперткеһен сүплеккә алып барып быраҡтырҙы, ләкин ҡәйнәһен туҡтата алманы, ул йорт эсен ҡаҙ ҡанаты менән һеперә башланы.

Ихатала йыш буталмаһын, ирен сығырынан сығармаһын, тип, инәһенә йөн иләргә үә сиратырға, улдарына, ҡыҙҙарына, килендәренә, ҡоҙа-ҡоҙасаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаштар бәйләргә ҡушты Ғәбиҙә. Шулай ҡыш буйы йөн менән мәшғүл булды ҡарсыҡ. Май тыуғас, инәһен сирәмгә бәпкә көтөргә әйҙәне.

Инәһенең пенсияһы ҡыҙына көнкүреш кәрәк-ярағы, әйбер-фәлән алырға ярап ҡалды, уйламағанда күктән төшкәндәй тойолдо. Яңы һыуытҡыс, компьютер күптән кәрәк ине. Малайҙарының өҫтөн дә бөтәйтте. Донъя йөгөн ҡатыны иңенә һалған, үҙен хәмер хәстә иткән ире бының менән әллә ни ҡыҙыҡһынманы ла, үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа –утын, тигән ғәҙәтенән арына алманы. Сәғирә ҡарсыҡ ҡына: «Миңә ниңә пенсиямды бирмәйҙәр икән?» – тип, бәләселәне, кәүгәселәне лә, тора-бара уны онотто, һирәк-һаяҡ ҡулъяулығына төрөп йөрөткән тиндәрен генә һанап, күңеленә һиллек тапты.

Бер көн урамдан бәпкә көтөп ингәс, Сәғирә ҡарсыҡ: «Был ауылдыҡылар күрер күҙгә һөмһөҙ, һөймәлекһеҙ икән. Ирҙәре эскесе. Бисәләре йыуан, күбә кеүек», – тип хәбәр Һалды. Быны ишетеп, төшөрөп алған Ғәббәстең һарыуы ҡайнаны, ҡатынына:

– Туғандарыңа әйт, инәйеңде алып ҡайтһындар, мин башҡаса ҡарамайым, – тип ҡысҡырҙы.

* * *

Бер айлыҡ йәйге ял мәленә Ғәлиә менән Тәлғәт Сәғирә ҡарсыҡты Урмансынан тыуған ауылына алып ҡайтты. Юлда иномаркаһының радиоалғысын ҡабыҙып ебәрҙе. Башҡортса моңло йыр яңғыраны.

– Машинаң шәп икән, – тине ҡәйнәһе.

– Ҡыҙың бик бәхетле, – тип, уның кәйефен күтәрҙе кейәүе. – Шәп машинала музыка тыңлатып, наҙландырып ҡына йөрөтәм.

Ҡәйнәһе көлөмһөрәп ҡуйҙы, әммә кейәүе кеше балаһы булыуҙанмы, афарин, тигәнен ысҡындырманы, һүҙен ситкә борҙо:

– Ай-вай, юлыбыҙ ҡалай оҙон...

Ауылға килеп ингәс, Тәлғәт: – Таныйһыңмы, ҡәйнәм, был ниндәй ауыл? – тип һораны.

– Ҡоҙаштыр, – тине ҡәйнәһе. – Ентекләберәк ҡара, һинең илле йыл ғүмерең ошонда, уның болондарында, тауҙарында, ҡайынлыҡтарында үткән. Ошонда еләк йыйғанһың, бесән сапҡанһың, ураҡ урғанһың... Сырамытмайһыңдамы?

– Нәрәлеме әллә?

– Нәрәле шул. Нәрәле... Машинанан сыҡҡас, алдында алмағастар, сейәләр үҫеп ултырған өйөн, йәшелгә буялған ҡапҡаһын танып, ихлас ҡыуанды Сәғирә ҡарсыҡ. Теремекләнеп, күҙҙәре баҙлап китте, ҡапыл ғына Әғләмен иҫенә төшөрҙө:

– Минең ҡарт һуғып ултырамы икән?

– Келәмме? – тине Ғәлиә кинәйәләп.

– Араҡы эсеп ултыралыр, тим. – Шуны ла аңламайһыңмы, тигәндәй, инәһе ҡыҙына сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.

– Инәй, атайым үлгәнгә инде туғыҙ йыл. Һәр йәйҙе хәтер кисәһен үткәрәбеҙ, уға бағышлап аят уҡытабыҙ.

– Эй, меҫкенкәй... Мин үлгәнен белмәй ҙә ҡалғанмын шул.

Ниндәйҙер ғиллә арҡаһында Сәғирә ҡарсыҡ ғүмер ахырындағы тормошон, һуңғы тиҫтә йылдарҙағы хәл-ваҡиғаларҙы хәтерләмәй, ә кендек ҡаны тамған Ҡоҙашын, үҫмер сағын иҫләй, күптән әхирәткә күскән зат-нәҫелен иҫән, тип уйлай. Сәй эскәс, ҡашығаяҡты йыуып, йыйыштырып йөрөгән ҡыҙына, аптырағанда, вай, йырлағанда, вай кем, тип ҡыҫтырғандай, хайран ҡалып өндәште:

– Ғәлиә, минең уҡытыусыма ҡасан кейәүгә сыҡтың? Күптән йәшәйһегеҙме?

– Инәй, һиңә нисә йәш?

– Егерме һигеҙенсе йылғымын. Шунан иҫәплә инде.

– Һин һикһәндән уҙғанһың. Уҡытыусың күптән фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскән. Шунан ул минең нисек ирем булһын!

– Ә мин, тинтәк, уҡытыусым, тип ҡыуанып торам. Ҡарт хәтер – тишек иләк шул. Ҡарсыҡ булғансы, хәҙер балсыҡ булыуың хәйерлерәк инде.

Көндәр бик ҡыҙыу торғас, эҫе хәлде алғас, тиргә төшөргәс, Тәлғәттең сауыллыҡ-сауҡалыҡтығы дачаһына күстеләр. Бында – йәшеллек, еләҫ, сәрхәт, барыһы ла һоҡланған, хатта йәннәт, тигән хозурлыҡ. Ихата биләмәһендә ҡайын еләге, ер еләге шау сәскә ата, шунан ҡыҙарып бешә. Өй тирәләй миләш, балан, алма, дунала, армыт, һырғанаҡ, ҡарағат, сейә, әберсә үҫә. Тәлғәт электр ҡөҙрәте менән атылып сыҡҡан һыуҙы ямғыр һымаҡ яуҙырһа, сирәм тағы ла йәшелләнеп китә. Айырыуса ейән-ейәнсәрҙәре уйнап, йомшаҡ үләндә аунап рәхәтләнә. Көн һайын мунса төшәләр, ылыҫ, кесерткән, мәтрүш төнәтмәһе менән ҡойоналар. Йыуындырып, йәш япраҡ менән сабып, таҙа кейем кейҙергәс, Сәғирә ҡарсыҡ: «Аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ, йәнең-тәнең сырхауһыҙ, аҡылың таҙа булһын, йортоңдан ҡот-ырыҫ китмәһен», – тип, ҡыҙына теләк яуҙыра, рәхмәт уҡый.

Ҡарсыҡҡа алсаҡ йөҙ, ҡараш, йылы мөнәсәбәт әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һөйөнөс. Балаларының йорто, етеш йәшәүе лә кинәнес. Өйгә инһәң, сихәтле ҡарағай еҫе аңҡып, күңелгә ләззәт бирә. Тәлғәт бүрәнәләрҙе сутлап йунған, йышҡан, мүк ҡойолмаһын өсөн араларын обой елеме шыйыҡсаһына бысҡы онтағы ҡушылған иҙелмә менән шыма итеп һылаған, лаклаған. Бүлмәләрҙе һырлап йышылған ҡалын таҡталар менән бүлгән. Бөтә нәмә тиерлек тәбиғи, ғәҙәти.

Хәтере китһә лә, дәрте китмәгән ҡарсыҡтың. Әшәге, икмәк бешерер урыны, сыуалы булған мейесте әйләнгән һайын ағартырға дәрт итә, өйҙөң йәме мейес менән, тип ебәрә. Кирбес төҫөндәге утҡа сыҙамлы буяу менән буяғас ҡына мейесте аҡлау ниәтенән һүрелде, мәгәр яғыу теләге дөрләне. Йәйге селләлә! Тышҡа сыҡҡан һайын сытыр, тапсыҡ, ҡыҫҡа таҡта-һаҡта индерә. Тәлғәт уны күтәрмәнән кире бороп, утынын ихаталағы сыуал янына һалдыра.Ҡараңғы төшкәс, усаҡ яғып, ялҡынландырып, утҡа бағып һөйләшеп, йырлашып ултыралар.

Тәлғәт Өфөнән ҡан тамырҙарын таҙартыуға, киңәйтеүгә, зиһенде асыуға булышлыҡ иткән дарыуҙар килтергәйне. Аҡ, һары төймәләрен көн һайын йоттора, медпунктҡа алып барып укол да ҡаҙата. Бер көн кискә табан Тәлғәт ҡәйнәһенән:

– Мин кем? – тип һораны.

– Һинме? Еҙнәм...

Тәлғәт, еҙнәң түгел, ә кейәүең, тип раҫлап маташманы, ә уның ыңғайына:

– Әйҙә, балдыҙ, йырлап алайыҡ әле, – тине.

Ҡәйнәһе әүәл һәр мәжлестә оҙон көйҙәрҙе йырлап, ҡунаҡ һыйлай торғайны. Тәлғәт байтағын магнитофонға ла яҙып алды. Хәҙер улар уның хәтеренән юйылған, күрәһең. Әле ул элек ҡыҙы ла, кейәүе лә унан ишетмәгәндәрен йырлап ебәрҙе. Ҡарсыҡтың моңло тауышына әҫәрләнеп, тормошонда тәҡдиренә яҙылғанынан, күрәсәгенән дә күберәк күргәнен, мәгәр бөгөлмәгәнен, һынмағанын кисереп ултырып, Тәлғәттең керпектәре еүешләнде. Эй ҡәйнәм, башыңа төрлө уй төшәме икән хәҙер? Зиһенең асылып киткән мәлдәрҙә төшәлер, күрәһең, төшәлер...

Сәлимйән Бәҙретдинов.

Аҙағы бар

Читайте нас: