

Йәшәгән ти ағалы-ҡустылы икәү. Татыу йәшәгәндәр. Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла уртаҡлашҡандар. Бер ҡасан да һүҙгә килешмәгәндәр. Бер йыл баҫыуҙарына бойҙай сәскәндәр. Күп уңыш йыйып алғандар улар. Нисегерәк итеп бойҙайҙы бүлешергә икән тип уйлай башлағандар. Олоһоноң ҡатыны һәм балалары булған, ә кесеһе яңғыҙ йәшәгән. Олоһо кесеһенә: “Һиңә өйләнергә, тормошоңдо яйға һалырға кәрәк. Ә минең бөтә нимәм дә бар, шуға ла бойҙайҙың күберәк өлөшөн һин ал” – тигән. Кесеһе инде: “Юҡ, һин күберәк ал. Һинең бит ғаиләң, балаларың бар. Һиңә кәрәгерәк,”- тип яуаплаған. Шулайтып һүҙ көрәштергәндәр-көрәштергәндәр ҙә, уңышты бер тигеҙ итеп бүлергә булғандар. Бүлешеп һәр береһе үҙ келәттәренә алып ҡайтып һалғандар бойҙайҙы.
Йоҡларға ятҡас олоһо: “Ҡустыма күберәк бойҙай бирер кәрәк булған. Уға кәрәгерәк бит,” – тип уйлай. Төндә тороп ике тоҡ бойҙайҙы ҡустыһының келәтенә алып барып һала. Шул төндә ҡустфүыһы ла йоҡлай алмай, уйланып ята. “Ни эшләп кенә ағайыма күберәк бойҙай бирмәнем икән? Уның бит ғаиләһе бар, балаларын ашатырға, кейендерергә, уҡытырға кәрәк,” – тип көйәләнә. Ул да тороп келәтенән ике тоҡ бойҙай тултырып ала ла, ағаһыныҡына алып барып һала. Был хәл тағы ла ике төн ҡабатлана. Шулай йөрөй торғас бойҙай тулы тоҡ күтәргән ағалы-ҡустылы был икәү ярты юлда осрашалар.
-Ҡайҙа йүнәлдең? – тип һорай ҙуры.
-Һиңә! Ә һин ҡайҙа? – тип яуап бирә ҡустыһы.-
-Мин дә һиңә!
-Беҙ төн һайын бер-беребеҙгә бойҙай ташыған булып сығабыҙ бит бит былай булғас!- тип ҡосаҡлашып көлөшә башлайҙар.
Ошонан һуң бер туғандар араһында бер-береһенә ихтирам тағы ла арта, дуҫлығы нығына, һәр эште кәңәшләшеп, бергәләп эшләйҙәр.
Олоно оло итеп, кесене кесе итеп, туғандар менән аралашып йәшәү – үҙе ҙур бәхет шул.