Бөтә яңылыҡтар

Мин үлер кәрәк ине лә...

Көйгәк булып китте ире һуңғы арала. Бер нәмә әйтеп булмай, дөрп итә лә ҡала. Тигеҙ ерҙә дау сығара юҡ - барға бәйләнеп. Бына әле лә... Ҡайҙан әйткән көнгә ҡалып тор инде хәҙер, ғәйепле башыңды эйеп... Йәш картуф соҡоп алғайны Зөлхиә бер - ике оянан. Ҡаҙ йомортҡаһындай булғандар, тип ҡыуанып сығып килә ине. Йәш картуф менән һыйланып алырҙар иртәнсәк үткәреп алған яңы ҡаймаҡҡа ҡушып. Ваҡ ҡына итеп йәшел һуған, укроп турағанды ярата Уйылдан. Иҫке ауыҙға яңы аштан ауыҙ итерҙәә-әр. Көнө былай - алайыммы!

Мин үлер кәрәк ине лә...
Мин үлер кәрәк ине лә...

Мин үлер кәрәк ине лә... (Хикәйә). Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина.

- Ҡарале, бабаюшка, картуф ҡайһылай булған! Хәҙер, берәй ярты сәғәттән әҙер булыр, ин, тип ҡысҡырырмын. Ҡарале, бабаюшка, картуфлыҡҡа сыҡҡан кәлиткәң ҡыйшайып киткән, асам - ябам, тиһәң, һөйрәлеп, ышырылып тора. Бабаюшка, шуныңды ҡараһаң... Ни була?..
Һүҙен әйтеп тә бөтә алманы, Уйылданы тағы тоҡанды.
- Һин әйтмәһәң, мин күрмәй! Һөйрәлһен! Бабаюшка ла бабаюшка! Бабаюшка булғас, ышырыла инде. Ана, мин үлгәс, йәш иргә барырһың да шул ирең эшләп ҡуйыр өр - яңынан!.
- ыы-ыста...
- Кит, торма юлда, һынағас ҡошап.Үҙем беләм...
Әйтмәҫкә булған, торһон ине... Күтәреп ябайым, тигәнсе картуфлы туҫтағы ҡулынан түңкәрелә төшкәйне. Уны - быны уйламаны шул. Тартай булып тор инде бына.
Яман итеп әрләй бит әле. Ярай әле, ҡысҡырмай - кеше ишетһә, оят булыр ине. Ярты ҡартайғас, әрләнеп йөрөүе лә оят инде уныһы.
Ситкәрәк, үлән араһынараҡ тәгәрәп киткән эре генә картуфты эйелеп алып Зөлхиәгә тотторҙо ла тупаҫ ҡына итеп ситкә этәрҙе.
- Кит, тинем бит. Торма юлда.
Йылан һымаҡ ыҫылдай бит әле, теш араһынан. Ярай, ыҫылдаһа, ыҫылдаһын, ҡысҡырмаһа булды. Күршеләр аптырар.
Зөлхиә лә аптырай Уйылдандың ҡылығына.
Быға ни булды был, ә? Ен алыштырҙы әллә? Әллә ирҙәрҙә лә буламы икән анау климакс тигән нәмәкәй? Аптыраҡ...
Һүрелде, буғай, бабайы. Бер аҙҙан туҡылдағаны ишетелде.

Зөлхиә йәш картуфты йыуырға ярата. Һауытҡа һалаһың да өҫтөнә һыу ҡойоп, таяҡ менән улай - былай бутайһың. Йәш ҡабыҡ әрселә лә төшә. Был юлы йыуҙы ғына - бабаюшкаһы тәүге картуфты әрсетмәй, витаминды әрәм итмә, ти.
Зөлхиә самауырын яңыртты, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, табын әҙерләй башланы.
Аласыҡтағы урындыҡты алдырманы Зөлхиә. Түрбашта һауыт - һаба өсөн - һике, сәй, аш өсөн - урындыҡ. Тап боронғоса быларҙың. Зөлхиә самауыр төбөндә, Уйылдан, аяҡ салып, уның янында ултыра. Артында - ҙур яҫтыҡ. Зөлхиә ашъяулыҡты йыйғас, был яғынан башын терәй. Һөйләшеп яталар, серем итеп алалар. Балаларына ла оҡшай был күренеш, көлә - көлә фотоға төшөрәләр.
Ә хәҙер ана һүҙ әйтеп тә булмай.

Сәйҙе әҙерләп кенә ҡуймаһаң, тағы әрләнерһең был быумалы бабайҙан. Бабай ҙа түгел инде, бер уйлаһаң иллеһе былтыр тулды. Зөлхиәгә алдағы йылда буласаҡ илле.
- Сәй ҙә ҡайнатмай Насирҙың ороһон ҡарап ултырҙыңмы быға тиклем, - тип әйтмәҫ был юлы - йәш картуф бешеп сыҡты, самауыр борҡоп ҡайнап ултыра. Бая уҡ ҡысҡырғайны, ҡайт, тип. Ишетмәй йөрөймө, эше бөтмәйме? Ярай, үҙе ингәнсе йөрөһөн, ҡайтыр әле. Эргәһенә барыр, тағы әрләнер. Уйылдандан ҡурҡып тормай ҙа ул, Зөлхиәнең дә теле - оһо! Тик йәм ебәреп тораһыңмы юҡ - бар өсөн. Өндәшмәй ҡалыу ҙа бер һөнәр әле ул.
Донъяға бер күҙҙән генә ҡарап, бер ауыҙлы - бер һүҙле булып йәшәйҙәр ҙә ул, тик Уйылдандың ниңәлер көйө китеп тора. Аңламай Зөлхиә. Аңламағас, бер нисек тә ярай алмай иренә. Алды - артына сығып, өйөрөлөп - сөйөрөлөп, ҡуштанланып ҡарай - юҡ, ыҡҡа килмәй.
- Юхаланма, - ти.
- Артыңда берәй бырың бармы әллә? - ти. Зөлхиәнең күҙенә эркелгән йәште күрһә:
- Нимәһенә шәмәрәһең тағы? Мин һиңә нимә эшләгән? - ти. Аптыраҡ...
Бер көндө ана нимә тине? Башҡа һыймаҫ һүҙ әйтте:
- Ҡәҙерҙе белмәйһең, әй! Бына мин үлер кәрәк ине лә һине килеп күрер кәрәк ине! Минһеҙ нишләр инең икән? Кемгә мыжыр инең? Кем һинең һәр нәмәгә ҡыҫылыуыңа сыҙар ине икән? Килеп күрер кәрәк ине шуны! - тисе...
Илле йәшлек ир уртаһы ир, балалар атаһы, ейәндәре өсөн үлеп барған кеше шулай әйтһен әле! Аҡылы бар әҙәм әйтәме быны? Улай тигән һүҙ буламы? Зөлхиә шаҡ ҡатты.
- Ы-ыс -та-а-а... Нисек инде ҡәҙереңде белмәйем? Нимәңә ҡыҫылам? Нимә һөйләйһең һин, алйот бабай? Ауыҙыңдан ел алһын! Алйый башланыңы әллә? Үәт әй, бабаюшка...
- Бабаюшка булғас, алйыйһың инде. Ҡана, кит әле бынан. Торма алдымда йәнемде үртәп
Һөйләш инде шуның һуңынан. Аптыраҡ.
Бетеү яҙҙырып алырғамы икән әллә? Ана, үҙе менән бергә уҡыған дуҫы им - томға ла, өшкөрөүгә лә шәп, тип ишеткәйне, шул Мағаз имамға алып барып ҡарағамы икән, малайҙарына әйтеп? Тоҙ, һабын, һыу өшкөртөп алыр ине. Уларға нимә тип аңлатырға һуң? Барамы һуң Уйылданың да? Тиҫкәренең дә арҡырыһы бит ул. Прәме генә аптыраҡ. Биш ятһаң да төшөңә кермәҫ был хәл.
Картуфты ныҡлап төрөп ултыртты ла самауырҙың түбәсәйен һалды.
Үҙе тупһаға сығып баҫты. Күренмәй Уйылдан.
Тағы саҡрҙы ирен.
- Һәәй, бабаюшка-ау! Ҡайт! Самауыр һүнә!
Тауыш та бирмәй, үҙе лә юҡ.
Зөлхиә ҡура яғына ыңғайланы ла утынлыҡта түмәр өҫтөндә ултырған Уйылданды күреп ҡалды.
- Нишләп ултыраһың унда, бабаюшка? Әйҙә, баянан бирле саҡырам бит.
Уйылдан башын да ҡалҡытманы, ҡымшанманы ла.
Зөлхиә күҙ асып йомған арала Уйылдан янына килеп п баҫты.
- Уйылдан! Уйылдан? Нимә булды, Уйылдан?! Йөрәгең ауырттымы әллә, Уйылдан? Әйҙә тор, Уйылдан, миңә тотон, Уйылдан. Картуф беште, самауырым борҡоп ҡайнай, сәй эсәйек, Уйылдан... Тотон миңә, Уйылдан.
Уйылдан еңел генә күтәрелде, өҫ - башын, салбарын ҡаҡҡыланы ла, шаян йылмайып, Зөлхиәнең яурынынан ҡосаҡланы.
- Күптән шулай тиҙәр уны! Уйылдан, тиҙәр уны! Уйылдан мин, У - йыл - дан! Исемем иҫеңә төштөмө? Йәшәгеләр килеп китте, әй, әбейүшкә! Бабаюшкаһын белеп алған да йәнде үртәпме - үртәй.
- Нишләп әйтмәйһең һуң үҙең? Нимә генә уйлап бөтмәнем. Мин үлер кәрәк ине, ти бит әле, етмәһә! Алйот.
- Бына әйттем бит. Йәш картуфың еҫенә йүгереп ҡайтҡандай булып, саҡ сыҙап ултырҙым. Ҡайттыҡ, Зөлхиә.
- Әйҙә, Уйылдан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: