Бөтә яңылыҡтар

Миңле Буранғол (хикәйә)

Ғүмер буйы заводта инженер булып эшләгән Буранғолдың пенсияға сығыр алдынан ғына ҡулындағы миңе үҙен белгертә башланы. Бер эштән дә тартынып тормаған ир башта быға иғтибар итмәҫкә тырышты.

Дөрөҫөн әйткәндә, ҡулындағы таптың барлығын да онотҡайны. Беләгенә тыш яҡлап ятҡан йомарланған йоҙроҡто хәтерләткән был көрән тамға үҙен белә-белгәндән бирле бар һәм һис ҡасан борсоғаны юҡ. Миңме – миң: ҡысытмай ҙа, һыҙламай ҙа, йыл миҙгелдәренең үҙгәреше лә тәьҫир итмәй. Итмәй ине...

Бер көндө Буранғол йоҡонан уянып, миңенең төҫө үҙгәреүенә иғтибар итте. Эшенән һуңлатып ҡына ҡайтҡайны, бәлки, күҙҙәр арығандыр, шулай күренәлер, тип уйлап та өлгөрмәне, йыуыныу бүлмәһенә килеп ингән ҡатыны ҡысҡырып ебәрҙе.

– Атаҡ-атаҡ ! Был нимә тағы? Кислотаға бешеп ҡайттыңмы әллә?

– Юҡсы, – тиеүҙән башҡа бер ни ҡалманы. – Иртәнән кеше ҡулын тикшергәнсе, эшең менән бул, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Әммә эсендә ниндәйҙер шомло тойғо яралғандай итте: берәй насар сир булып ҡуймаһын тағы.

Көн артынан көндәр үтә торҙо, тик ҡулдағы миң торған һайын ҡыҙарғандан-ҡыҙарҙы. Ә бер көндө хатта унан ҡан килеп сыҡты. Инде ҡасандан бирле, бар балнисҡа, тип тылҡыған ҡатыны алтмышты ҡыуам тип торманы, иларға керешеп киттесе:

– Ғүмер буйы һин үҙеңде генә уйланың... Гел һинеңсә йәшәнек. Хәҙер инде балаларҙы башлы-күҙле иткәс, мине ташлап китергә йыйындыңмы?..

Тик Буранғол ғына нишләргә белмәне. Ул үҙен, әйтерһең, уйлауҙан, һөйләшеүҙән мәхрүм ителгән кеше кеүек тотто. Ярар, балнисҡа барҙы ла ти, унда нимә тип әйтһендәр инде? Хәҙер бит донъя тулған һатып алынған дипломлы белгестәр менән. Ундай юл менән һатыусы булып эшләргә була, ә бына ни йөрәктәре менән кеше һаулығы һағына баҫалар икән, тип әсенгәне бар Буранғолдоң.

– Берәй үлән төнәтмәһе юҡмы шунда? – тине ул, ҡулдарын һелтәп, оҙон-оҙаҡ ниҙер һөйләгән ҡатыны тынып ҡалғанын шәйләгәс.

– Шуны әйтәм дә һуң, Буранғол. Һис булмаһа, тоҙ күленән алып ҡайтҡан һыу менән сайҡап ҡарайһыңмы әллә? Зыяны теймәҫ ине әле...

Ҡатыны балкондан алып ингән һыу менән миңен ниңә сайҡаған көнгә төштө ир: ҡулы әле ҡысытты, әле әрнеп һыҙланы, ә ҡыҙыл тап хатта шешкән һымаҡ тойолдо уға. Был көндө Гөлбикә уның күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Ул, ваҡытты бушҡа әрәм итмәйем әле, тип, мәсеткә сығып йүгерҙе. Тереһыу тапҡан кешеләй ҡайтып ингән ҡатынын күргәс, башта Буранғол ҡыуанғайны, сәбәләнеүсән булһа ла, хәстәрлекле икәнен яҡшы белә ул уның. Тик өшкөрөлгөн тоҙ алып ҡайттым, тигәнен ишетеп, ныҡ йәне көйгәндә әйтелә торған һүҙен ыскындырмай булдыра алманы: сепрәк баш! Бер тапҡыр тоҙло нәмә менән булышты бит инде, нимә тип алып ҡайтты икән инде уны?

– Муллаға бөтәһен дә һөйләп бирҙем, ул шулай кәрәк, тине. Һиңә ярҙам итәйем тип йөрөгән баш, ә һин ҡысҡырынаһың, – ҡатын, өҙгәләнеп, иренә ҡараны. Һуҡранғанды бөтөнләй яратмай Буранғол. Тамам йәне көйөп, тышҡа сығып китте.

Бәй, бәй, был ни хәл? Һис ҡамасауламаған, хатта барлығы ла беленмәгән миңдең әле килеп көндән-көн боҙолоуы ғәжәпләндерҙе генә түгел, тамам хафаға һалды уны. Былай булмай, берәй сара күрергә кәрәк. Ғүмергә балнис юлында йөрөмәгән, ауырыу-һыҙлауҙың ни икәнен дә белмәгән кешене был хәл тамам көрсөккә терәне. Миңе көндән-көн боҙола, бер ниндәй төнәтмә лә, май-крем да ярҙам итмәй. Иртәгә заводтың табибына күренергә кәрәк булыр, моғайын. Өлкән йәштәге ҡатын ул, дөрөҫ кәңәш бирә белер әле, тигән ҡарарға килде.

Табибәнән башы түбән эйелеп килеп сыҡты Буранғол: тиҙ арала район поликлиникаһына мөрәжәт итергә ҡушып, йүнәлтмә бирҙеләр. Яман шешкә әйләнеп ҡуймаһын, тип ҡурҡытты бит әле табиптың эргәһендә ултырған шәфҡәт туташы. Бына һиңә – мә! Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ, тигәндәре ошомо икән? Былай нәҫелдәрендә ундай-бындай сир менән яфаланғандар юҡ-юҡлыҡҡа, әммә ғүмер буйы заводта эшләүен иҫәпкә алғанда, кем белә, етмәһә, һуңғы йылдарҙа, экология, тип саң ҡағалар... Ҡуй инде. Нимә генә булып бөтөр икән? Бәлки, әлегә хафаланырлыҡ урын да юҡтыр. Ана бит тәжрибәле табип Асия Фәнүз ҡыҙы үҙен бик тыныс тотто, етмәһә, район поликлиникаһына күренгәндән һуң яңынан үҙенә килеп китеүен һораны. Теләһә ниндәй сәбәп табып, үҙен йыуатырға тырышыуын аңлай ине Буранғол. Ярар, ни булһа ла булыр, Хоҙай ҡушмаған эш булмаҫ, тип йүнәлтмәләрен тотоп ҡайтып китте.

Өйҙә дүрт күҙ менән көтөп торған ҡатыны подъезға уҡ ҡаршы сыҡҡан.

– Йә, нимә тип әйттеләр? Дауаханаға ятырға ҡушманылармы? Ҡушҡандарҙыр инде ул? Бынау хәтлем хәлгә аптырап ҡалғандарҙыр әле?

Ҡатыны һорау биреп, яуабын да үҙе табырға тырышҡандай тотто үҙен. Фатирға килеп инмәйенсә Буранғол бер ни өндәшмәне. Ир йүнәлтмәләрен күрһәткәс, Гөлбикә өҙмәне лә ҡуйманы, әйҙә, хәҙер үк барайыҡ, бындайында сират ҙур булһа, түләүләһенә инәйек, бәлки, ваҡытты һуҙырға ярамайҙыр, тине ул. Һуңғы һүҙҙе ишеткәс, Буранғол уйға ҡалды. Ысынлап, бәлки, оҙон-оҙаҡҡа һуҙырға ярамайҙыр. Донъя хәлен кем белә, ана, күрше цехта бер ир эсем яна, эсем яна, тип йөрөгән, әммә табиптарға күренмәгән. Тамам ауыр хәлдә дауаханаға илткәндә эш үткән булған: ашҡаҙанында яман шеш тапҡандар. Меҫкенең ярты йыл эсендә ер ҡуйынына инеп ятты. Буранғолдың ҡатыны үҙен бик тәүәккәл тотто. Улар көрһөнә-көрһөнә поликлиникаға барып ингәндә, һыу буйы сиратта кем кемдең артынан булыуы хаҡында ҡыҙыу бәхәс бара ине. Көтөп торманылар. Ә инде түләүлеһендә күңелде тынысландырырлыҡ хәбәр әйтмәнеләр: әле еүешләнеп, әле ҡанһырап торған миң берәүгә лә оҡшап етмәне генә түгел, киреһенсә, тиҙ арала онкология үҙәгенә мөрәжәғәт итергә ҡуштылар.

Ҡатын эштең етди төҫ алыуын күреп, ирен тынысландырырға булып китте. Уй, Аллам, эй, яратмай уның ошо холҡон Буранғол: табылған бит бер ҡайғы уртаҡлашыусы. Берәй көтөлмәгән хәлгә тарыһаң, Гөлбикәне генә саҡыр инде: хәҙер анализ да бирә, кешеһен дә таба, барыһын көйләй, бөтәһен тынысландыра башлай.

Онкология үҙәге... Был һүҙбәйләнеш улар өсөн аяҙ көндө йәшен һуҡҡан һымаҡ яңғыраны. Буранғолдо тереләй ерләп ҡуйҙылармы ни! Унда берәүҙәр мөрәжәғәт иткән, икенселәр дауаханаһында ята, өсөнсөгә операция эшләгәндәр һәм башҡаларҙы ишеткәне бар барлығын. Тик үҙенә ҡағылмағас... Унда теләһә кемде ебәреүҙәре ихтимал, тик уны түгел кеүек ине. Хәйер, ғөмүмән, ул хаҡта уйлап ҡарағаны булдымы икән? Астың хәлен туҡ белмәй, тигәндәй, күршеһе яман шештән вафат булды, ә Буранғол уның ни сәбәпле, нисек ул хәлгә тарыуын белешеп тә торманы. Төбөнә тоҙ ҡоймайым тиһә лә, ҡайғыларын уртаҡлашып, аҡса биреүен бирҙеләр, ә бына ҡатыны, балалары менән һөйләшеп ултырырға ваҡыт тапманы... Тапманы, тип, ваҡыт тапты ул, нисектер төпсөнгән кеше һымаҡ күренергә теләмәне. Үҙеңдең өҫтөңә бәлә ишелмәйенсә, кеше хәлен аңлайһыңмы ни инде!..

Башта Буранғол эшенән һорап китеп, өйөндә үҙен онкоүҙәккә әҙерләне. Иртән тороп, Малаховтың үҙәк каналдарҙың береһендә барған һаулыҡ тураһындағы тапшырыуҙарын ҡараны, тире ауырыуҙары хаҡында белешмәләргә күҙ һалды, әммә береһендә лә миңдәрҙе ентекле өйрәнгән мәҡәлә тапманы. Һүҙ ыңғайында ғына фекер әйтелә, тик ауырыуға тәғәйен анализ биреү юҡ. Әҙерлек өсөн был ваҡыт ҡына уға етмәй булып сыҡты. Етмәһә, Асия Фәнүз ҡыҙы көн дә тиерлек шылтыратып, «хәл» һорашып тора. Буранғол больничный алды. Әммә оҙайтырға барған һайын яраһына тоҙ һалып ҡайтарҙылар. Ошо рәүешле йөрөй торғас, сираттағы отпуск көндәре лә үтеп китте. Ә миң әллә ниндәй зәңгәрһыу төҫтәргә инеп, шешкәндән шеште. Мин үлергә әҙер, тигәнгә тиң күрҙе онкоүҙәккә барырға риза булыуын Буранғол. Әммә нишләмәк кәрәк... Етмәһә, Гөлбикәһенең күҙенән йәш китмәне. Ярар, ни булһа ла булды, тип, дауаханаға юлланды улар.

Бәй, бында ла һыу буйы сират икән дә баһа! Был хәтлем халыҡ ҡайҙан йыйылған һуң, тип һорап та өлгәрмәне ҡатыны, шунда уҡ яуабы ла ишетелде: бөтә республиканан, күрше төбәктәрҙән инде. Бөгөн табипҡа эләкмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ ине. Бер яҡтан, Буранғол быға ҡыуанып та ҡуйҙы, бында аяҡ баҫыуҙы «үҙләштерергә» ваҡыт кәрәк әле. Ҡатыны ул арала төрлө таныштарына шылтыратты, үҙҙәренә кәрәклекте белдермәй генә ярҙам һораны. Хәйер, июнь башында кемде тота алаһың инде: күпселек халыҡ ялда, баҡсала... Сиратты көтөргә тура килде.

Уның ҡарауы, Буранғол бында бик күп яңылыҡ ишетте. Баҡтиһәң, Рәсәй халҡының 37 проценты яман шештән үлә икән! Әлбиттә, араларында ирҙәр күберәк. Миңдәр тураһында күпме генә һорашып ҡарамаһын, сираты етеп килгән бик мәғлүмәтле йыуан ҡатын да кәрәкле генә һүҙ әйтә алманы, һуңғы һөйләмен бөтөнләй теленән сығармаһа ла була ине: «Беҙҙең күршенең ҡыҙыл миңенә ошонда операция эшләгәйнеләр, бер ай ҙа торманы, меҫкенең. Миңдәрҙе киҫергә ярамай ҙа инде». Тынысландырҙы... Бына һиңә диагноз! Гөлбикәһенең был ҡатынға йәне көйҙө, саҡ талашып китмәнеләр.

Биопсия, анализдар, рентген барыһы ла Буранғолдоң файҙаһына түгел ине. Табиптар уның миңен күреп, тамам аптырашҡа ҡалды. Хатта иң тәжрибәлеһе лә нимә тип әйтергә, ниндәй диагноз ҡуйырға белмәне. Бөтәһе лә бер фекергә килде: миң тотош организмға зыян килтереүе ихтимал, шуға күрә мөмкин тиклем тиҙ арала унан арынырға кәрәк. Берәүҙәр – лазер, икенселәр химия ысулы, өсөнсөләр тәнгә таралмаҫ борон, бәлки, ҡулды киҫеү кәрәктер, тигән тәҡдим дә индерҙе. Тик бер өлкән йәштәге табип ҡына барыһына ла ҡаршы сыҡты: ҙурыраҡ ҡалаларҙағы клиникаларға барырға кәрәк, уларҙа медицина ҡорамалдары алдынғыраҡ технологияларға нигеҙләнгән, бәлки, аллергия ғыналыр, тине ул һүҙен тамамлап.

Ул арала Гөлбикә реклама гәзитенән бер иғлан табып, шунда барып киләйекме әллә, тине иренә. Аптыраған өйрәк күлгә арты менән сума, тигәндәй, нишләргә белмәгән Буранғол теләр-теләмәҫ кенә ризалашҡандай итте. Ә үҙенең имсе-томсо юлында һис йөрөгөһө килмәй. Хәҙер күптәр үҙен халыҡ табибы тип иғлан итеп, аҡса һуҡҡанын яҡшы белә ул, әммә нимәлер эшләргә кәрәк ине. Ярар, күңеле ятмаһа, сығыр ҙа китер. Етмәһә, ҡатыны әйтеүенә ҡарағанда, уларҙың заводының бухгалтеры улының бүҫерен шул марый Амалияла дауалатып алған икән. Уныһын ҡайҙан ишеттең, тип торманы Буранғол. Бәлки, бухгалтер ҡатын үҙе тәҡдим итеп шылтыратҡандыр әле, сөнки заводта бөтәһе булмаһа ла, күптәр Ҡаранаевтарҙың ниндәй бәләгә тарыуын беләлер. Буранғол бындай һығымтаға һуңғы арала хәл белешеүҙәр йышайып киткәндән һуң килде.

Имсе ҡатын оҙон-оҙаҡ һөйләп баш ҡатырып торманы, бары тик быуын-быуындан килгән сир булыуын һәм тиҙ арала һис көтөлмәгән һөҙөмтә биреүен генә әйтте. Улай булмаһын өсөн нимә эшләргә тейеш икән инде Буранғол? Һеҙгә бер нимә лә ярҙам итә алмаясаҡ, был һеҙҙең күрәсәк, тыуған яғығыҙға ҡайтығыҙ, бәлки, файҙаһы булыр, тине ул оҙатҡанда. Бына, исмаһам, ҡыуандырҙы! Юл буйына ҡатыны менән һөйләшмәй ҡайтты Буранғол. Ул тәҡдим итә тип, нишләп имсегә китеп барҙы икән? Артыҡ хәбәр эсте бошора, тигәндәй, теләһә кемде тыңлап йөрөргә берәй малай-шалайҙыр шул ул! Ҡатынының да ихлас ярҙам итергә тороуын аңлай, әммә теләһә ниндәй эсте бошорорлоҡ һүҙҙәргә әҙер булмай сыҡты уның күңел торошо.

Ҡарт табиптың кәңәшен тотоп, инде белгертмәйем тигән балаларына ла хәбәр итеп, Ҡаранаевтар Екатеринбургҡа юлланды. Ҡыҙҙарының бергә уҡыған әхирәте ошо ҡаланан ине, табиптарға күренергә ярҙам итер әле, тип өмөт итте ир менән ҡатын. Тик ни тиклем генә тырышһалар ҙа, бында килеүҙәренә алты көн тигәндә генә ҡабул иттеләр Буранғолды. Ул арала миң бөтөнләй эренләп, еҫләнеп китте. Профессор бик итәғәтле кеше булып сыҡты: «Ваҡытты һуҙып тормағыҙ, Мәскәүгә йәки Питерға барығыҙ, беҙҙә берәү ҙә дөрөҫ диагноз ҡуя алмаҫ, баш ҡалаларҙа аппаратура көслөрәк, әгәр теләһәгеҙ, таныш табиптарҙың телефонын да бирә алам, ғәфү итегеҙ, башҡаса бер нисек тә ярҙам итә алмайым, шуныһы көн кеүек асыҡ – миңдән арынырға кәрәк», – тине ул.

Миңдән арынырға кәрәк, тигәненә тамам аптыраны Буранғол. Әсәһе, киреһенсә, бала саҡтан миңгә ҡағылырға ярамай, ул Хоҙай билдәһе, ти торғайны. Бына һиңә аптыраш! Туҡтале, туҡта! Һуң уларҙың нәҫелендә бындай миңлеләр бар ҙа инде, улар нисек йәшәп ята икән? Ошо мәлдә Буранғол ике-өс кенә түгел, хатта бер туғандары менән күптән күрешкәне, һөйләшкәне юҡлығын иҫенә төшөрҙө. Оят булһа ла бөгөн үк апаһына шылтыратып, хәлен белергә кәрәк. Яҙ көнө төшөнә лә ингәйне әле.

Оҙаҡ һөйләштеләр апаһы менән. Күберәге өлкән кеше гөрөлдәне. Баҡтиһәң, операциялар үткәргән икән. Мин дә ауырып торам, тип әйтергә теле әйләнмәне Буранғолдоң. Бары тик, апай, теге миңең нисек, тип һорай алды. Нисек булһын, ҡасан юғалғанын да белмәй ҡалдым мин уның, тине. Минеке әллә нишләп һыҙлап торған кеүек әле, тигән булды Буранғол. Ана, ауылға ҡайт та шишмә һыуы менән сайҡа, бер ни ҡалмаҫ, тип көлгән булды апаһы. Бәлки, ысынлап та, тыуған яғына ҡайтып урарғалыр, күптән ата-әсәһенең ҡәберенә лә зыярат ҡылғаны юҡ. Буранғолды уйҙарынан ҡатынының: «Баҡсаны һатып алыусы таптым, ике көндән Мәскәүгә юлланырбыҙ», – тигән хәбәре бүлдерҙе. Гөлбикәһе, әйтерһең, тап ошо хәл өсөн йәшәгән, тамам асылып китте: ул табиптар эҙләй, баҡса һата, билеттарға заказ бирә... Буранғол ғына үҙ йәненә урын тапманы. Нимә булды һуң был ҡулдағы тап менән?

Мәскәүҙә лә, Питерҙа ла бер үк хәбәр яңғыраны: тиҙ арала ҡулды киҫергә кәрәк, сөнки был миң организмды зарарлай. Һирәк осрай торған сиргә диагноз ҡуйыусы ла табылған: родогор. «Минең практикамда һеҙ өсөнсө кеше, – тине академик Зеленович, – тәүге икәүһе Ҡаф тауы яғынан килгәйне. Береһе уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар уртаһында, икенсеһе теүәл туғыҙ йыл үткәс мөрәжәғәт итте. Шул уҡ хәл. Тап һеҙҙең кеүек бәләгә тарығандар. Тауҙа, тау буйында йәшәгән халыҡтарҙа ғына була был сир. Шуға ауырыуҙың атамаһы ла «родогор». Миңдән ҡотолорға кәрәк, ул организмды зарарлай. Минеңсә, уны яндырыу (прижигание) мөһим, сөнки ҡулды киҫеү мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙамлашыр, тип өмөт итеп булмай. Ҡулдағы был тап шуның менән ҡурҡыныс – уның тотош организмға таралыуы бар. Ә был инде, үҙ сиратында, фажиғәгә алып килә. Тәндең өлөштәрен юғалтмайынса ла миңдән ҡотолорға мөмкин бит, иптәш Белявский», – тине ул ассистентына ҡарап, ҡеүәтләү көткәндәй. Ҡаф тауҙан килеүселәрҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғас, Буранғолдоң кикереге шәлпәйеп төшә яҙҙы. Тәүгеһе миңен яндырған ваҡытта уҡ яҡты донъя менән хушлашҡан, икенсеһе тәүгеһенең хәле нимә менән тамамланғанын белгәс, ҡанһыраған миңе менән кире ҡайтып киткән. Хәҙер технологиялар үҫеште, һеҙгә уңыш йылмайыр, тип уйлайбыҙ, тиһәләр ҙә, Буранғол миңен яндырыуға риза булманы. Унан бигерәк ҡатыны ҡаршы сыҡты.

Өфөгә ҡайтып төшөүен төштөләр, әммә бында ла уларҙы билдәһеҙлек көтә ине. Нимә эшләргә белмәй ултырғанда, улдары шылтыратты. Баҡтиһәң, Австрия клиникаларының береһендә тап миңдәрҙе, сөйәлдәрҙе өйрәнеүсе ғалим бар икән, ул атаһына шунда мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәңәш итте. Тик үҙ ғүмерендә сит илгә сығыу түгел, ул хаҡта уйлап та ҡарамаған Буранғол бер ни тиклем баҙап ҡалды. Хатта Гөлбикә лә ҡаушаңҡыраған төҫлө булды. Улар нимә әйтһен инде, бында, үҙ илендә, үҙ ереңдә диагноз ҡуя алмағанды... Тик Сурағол ныҡышмалы булып сыҡты. Үҙ ғүмерҙәрендә балалары иңенә бәләләрен һалмаған, һәр мәсьәләне үҙ-ара кәңәшләшеп хәл итеп өйрәнгән Буранғол менән Гөлбикә улдарының тәҡдименә башта ғәжәпләнде. Күңелдәре лә тулып китте...

– Атай, иҫләйһеңме, техникумда уҡығанда осрашыуға немец студенттары килгәйне. Береһен мин үҙебеҙгә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡайным. Ике йыл элек шул егетте интернеттағы социаль селтәр аша табып алғайным. Уға һинең сирең тураһында әйтһәм, Европа дауаханаларында мөмкинлектәр ҙурыраҡ, тип, бер клиниканың адресын бирҙе. Тик ҡабул итеү, дауалау ҡиммәт – илле мең доллар. Баҡсағыҙҙы, фатирҙы һатып булһа ла барырға тырышырға кәрәк, ҡулымдан килгәнсә мин дә ярҙам итермен, донъяла иң ҡәҙерлеһе – ғүмер! – тине ул. Тик Сурағол баҡса аҡсалары ярты йыл эсендә ил буйлап таралып бөткәнен белмәй ине шул. Улының хәстәрлекле мөнәсәбәтенән эсенә йылы йүгерҙе Буранғолдоң. Тышҡа күҙ һалды. Бәй, тамсы тама түгелме? Улар ҡатыны менән әле бер, әле икенсе табипҡа яҙылған, йөрөгән арала көҙ, ҡыш үтеп, яҙ етеп килә лабаһа. Ҡубырға әҙерләнгән ҡутыр шикелле ҡатҡан миңе һаман һыҙлай ине әле, әммә ул кәмемәне лә, ҙурайманы ла, әйтерһең, хужаһы менән бергә ваҡиғалар ағышын күҙәтте.

Ҡайҙан тапһын инде ябай инженер, етмәһә, пенсияға китергә йөрөгән ҡарт белгес ундай аҡсаны? Тик улы аптырап тормаған, интернет селтәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Атаһының иҫәбенә бына аҡсалар яуа башламаһынмы! Кем – ун, икенсе берәү – илле, өсөнсөләр мең һум һалып булһа да, тотош Башҡортостан, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә ҡушылғас, йәйгә тиклем йыйҙы улар кәрәкле аҡсаны. Бына инде Австрияға юлланыр көн дә килеп етте. Бармаҫҡамы икән әллә, тип тә уйлағайны Буранғол. Анау хәтлем кешене борсоп, уйға һалып, үҙенсә итеп әйткәндә, кеше көлдөрөп йөрөгөһө килмәгәйне, әммә миңе лә ҡыҙыҡ итеп тота бит: әле һыҙлауҙан туҡтай, инде әжәлем шунандыр, күнәйем, тиһә, йөрәгенә төшөп һыҙлай, ҡан тама башлай. Ә бер көндө, тынысланайым, тип балыҡ тоторға сыҡҡанда, бер ҡарт менән танышып, күңеле лә күтәрелеп ҡайтҡандай итте. Уның ҡатынының бауырына сит илдә операция эшләгәндәр икән. Бик уңышлы үтте, әле һин дә мин донъя көтәбеҙ, тине бабай. Бына бит – Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, кем белә, бәлки, Буранғолға ла уңыш йылмайыр...

Яҡшы ҡаршыланылар сит илдә. Башта бер табип ҡараны, ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡайны. Үҙ телендә кемдәр менәндер һөйләшеп алды, икенсе көнгә табиптар һаны өсәүгә етһә, өсөнсө көнгә тотош взвод булды, тиергә мөмкин ине. Тәржемәсенең һөйләгәндәрен тыңлап, Буранғол тамам йығылып китә яҙҙы.

– Һеҙ сирле түгел, һеҙ бик үҙенсәлекле ҡанлы кеше. Ундайҙар Рәсәйҙә күпме икән? Миңегеҙгә бөтөнләй ҡағылырға ярамай. Ул Хоҙай бүләге, генетик тамға! Ер шарындағы айырым ҡәүем вәкилдәрендә генә була был миң. Уны һаҡларға кәрәк. Хәҙерге көндө медицина бик алға китте, шуға күрә кешеләрҙең физиологияһы ғына түгел, рухиәте лә тәрән өйрәнелә. Әйткәндәй, боронғо замандарҙа ла шулай булған, әммә кешелек үҙенең үҫеш этабында был һәләтен юғалтҡан. Бөгөн рухи медицина яңынан тергеҙелә. Һеҙ Ер шарының уникаль кешеһе, ер йөҙөндә рухи таҙалыҡты һаҡлаусыларҙың береһе. Әлеге мәлдә рухиәтегеҙ ҙур зыян күргән, шуға күрә миң ҡанай башлаған. Һеҙгә Ватанығыҙға ҡайтып, Ер кендегенә барырға кәрәк, иң ҙур тауығыҙға менегеҙ, иң таҙа шишмәнән һыу эсегеҙ, иң ҙур күлдә һыу инегеҙ, иң тар тарлауыҡтан үтегеҙ, иң саф урманға инегеҙ, иң тигеҙ далала таң ҡаршылағыҙ – ауырыуығыҙҙан бер ни ҙә ҡалмаҫ! Тик шуныһын онотмағыҙ: алған кисерештәрегеҙ хаҡында иң бәләкәй туғанығыҙға һөйләргә, ә иң ҡарт туғанығыҙҙың хәлен белергә онотмағыҙ! Клиника һеҙҙән аҡса алмай, ошо сумманы туған ерегеҙҙә изге урындарҙы һаҡлауға тотоноғоҙ! Насип итеп, беҙгә лә уларҙы күрергә яҙһын! Сәләмәтлек теләйбеҙ һеҙгә!

Буранғол табиптар янынан башы әйләнеп килеп сыҡты. Гөлбикәһе уның күҙенә ҡарап, илап ебәрҙе.

– Нимә булған? Хәлең шул тиклем насармы ни? Нишләп өндәшмәйһең?

– Гөлбикә, әле йәшәйбеҙ икән! Һинең кеүек ут бөрсәһе ҡатыны булған кеше ауырый тиме ни! – тине ир ҡатынын ҡосаҡлап, һәм миңе ҡанай башлағандан алып йыйылып йөрөгән йәштәренә ирек бирҙе.

Ҡатыны уның һүҙҙәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне, әммә аҡсаларын кире килтереп тотторғас, аптырашҡа ҡалды. «Ә ниңә Рәсәйҙә тик ҡулды ҡырҡыу, йә миңде яндырыу хаҡында һөйләнеләр икән, ә, Буранғол?» тигән булды ул самолетҡа ултырғанда. «Белмәйем, аңламайым», тиһә лә, уныһын Буранғол аңлай ҙа, аңламай ҙа ине...

Лариса Абдуллина.

Читайте нас: