Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙылъяр

Мин тыуған яғымды тыным менән тартып алырҙай булып, осоп-ҡунып уға уҡталһам да, Верхнеуральск ҡалаһына килеп еткәс, хәл тамам бөттө. Аяҡ быуындары тотмай, күҙ алдында ҡара түңәрәктәр бейешә. Эңер ҡараңғылығына сумған ҡалаға тәнтерәкләп килеп индем. Берәй ерҙә туҡтап, төн үткәреү сараһын күрмәй хәл юҡ.

Ҡыҙылъяр
Ҡыҙылъяр

(Новелла)

Моғайын, һәр кемдең тормошонда башҡаларға ғибрәт итеп һөйләрлек ваҡиғалар булалыр. Ғүмер бит ул. «Үтеп кенә киткән ғүмеремде ярты көнкәйҙәй ҙә күрмәнем» тип йырлаһалар ҙа, шөкөр итә белгәндәр өсөн шаҡтай оҙон. Йәшәлгән йылдары саманан үтә башлаған ҡайһы бер ололарҙың: «Ялҡтым ошо тормоштан», – тигән һуҡраныуы шуға ишара. Тик нишләмәк кәрәк – ғүмер тигән шәйгә беҙ хужа түгел. Теләп килмәгән донъянан үҙ теләгең менән китеп тә булмай.

Бына мине алайыҡ. Әгәр теләк буйынса яралыу мөмкинлеге булһа, һис тә мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йылда тыумаҫ инем. Донъяға алдараҡ йәки һуңыраҡ килһәм, бәлки, исемемде лә Клара тип ҡушмаҫтар ине. Йәнәһе, заман заңына яраҡлашалар. Атай менән әсәйҙе әйтәм инде. И-и, ул йылдарҙа яҡты идеалдар һәм яңы тормош тип Һаташҡандар бер улар ғына булған тиһеңме?

Әгәр әлеге яңы тормош тигәндәре батмусҡа һалып ҡына тапшырыла торған ғәләмәт булһа, уға бер кем дә ҡаршы килмәҫ ине. Баяғының бөтә ғилләһе шунда: уның өсөн кемдер һуғышырға тейеш. Әлбиттә, уныһы ҡыҫыр хыялдар шауҡымынан илереп, һөрән һалған, олоғара фетнә ҡуптарған «аҡыллы баштар» иңенә түгел, ә минең атайым һымаҡ ябай халыҡ өҫтөнә төшкән. Ә һуғыш хатта әкиәттә лә ҡорбанһыҙ булмай. Шуларҙың береһе – минең граждандар һуғышында һәләк булған атайым. Бер төркөм фанатиктарҙың ҡотҡоһонан ҡупҡалйыған ҡан-яу арҡаһында беҙ уның менән бер-беребеҙҙе күреп тә өлгөрмәгәнбеҙ хатта.

Бер һөрөнһәң – ҡара кискәсә, тигәндәй, мин әсәйемдең төҫөн дә яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем. Ул, йоттан миктәп, мең туғыҙ йөҙ егерме икенсе йылда вафат булғанда, мин дүрт йәштә генә булғанмын. Күпме тырышһам да, әсәйемдең сырайын асыҡ итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Бары тик урындығыбыҙ өҫтөнә түшәп йөрөгән әрмәккә төрөп, уны зыяратҡа алып киткәндәрен иҫләп ҡалам. Тағы ла әсәйемдең кәүҙәһен өйҙән алып сыҡҡан саҡтарында йәнемде тетрәткән йәлләү тойғоһо хәтерҙә ҡалған. Әйтерһең, кескәй йөрәгемдең иң аяулы бер киҫәген өҙөп алып киттеләр ҙә, әсәйем менән бергә күмделәр.

Минең аңлы тормошомдоң бер өлөшө Сәрмән балалар йортонда үтте. Аҙаҡтан билдәле булыуынса, ауылда атайымдың ир һәм ҡыҙ туғандары булған, әммә уларға мин кәрәкмәгәнмен, күрәһең. Уйлап ҡараһаң, үҙҙәре көскә йән аҫрап йәшәгән меҫкендәргә бер имгәктең ни хәжәте? Әсәйемә килгәндә иһә, уның морон төртөр ҡәрҙәштәре булмаған шикелле, сөнки үҙе етемлектә үҫкән. Йыш ҡына ошоларҙы уйлайым да: «Етемселек зат ҡыуа», – тигән халыҡ һынамышының дөрөҫлөгөнә хайран ҡалам.

Ун алты йәшем тулғас, балалар йортоноң юлламаһы буйынса мин Өфөгә Тимирязев исемендәге педагогия дәүләт институты эргәһендә ойошторолған эшселәр факультетына барып эләктем. Ул ваҡытта әлеге рабфак беҙҙең кеүек йәш-елкенсәкте башлыса педагогия йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн әҙерләй ине. Минең уҡыуым Сәрмән балалар йортондағы башланғыс синыфтарҙа уҡ шәп булды. Рабфакта иһә уҡыуға булған һәләтем тағы ла асыла төштө, белем алыуға ынтылышым көсәйҙе. Уҡыу алдынғыһы булыуымды, әүҙемлегемде иҫәпкә алып, факультетта комсомол комитеты секретары итеп һайлап ҡуйҙылар. Балалар йортонда тәрбиәләнеү ҙә йоғонтоһоҙ ҡалмағандыр – ул мине үткерлеккә, бешелеккә өйрәткәйне. Үҙемдең дә йәшлек көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән дәртле саҡ ине шул – уҡыу менән йәмәғәт эштәренән тыш, яҙышыуға таҫылланып алдым. Ул замандарҙа Өфөлә сыҡҡан «Ленин юлы», «Яңы юлда» гәзиттәрендә, «Октябрь» журналында әленән-әле мәҡәләләрем, очерктарым даими рәүештә баҫылды. Уҡыуға сат йәбешеп ятыуым да, йәмәғәтселек күҙенә салынырға тырышып, гәзиттәргә яҙышыуым да аңлы рәүештә башҡарылды, сөнки мин инде еткән ҡыҙ һәм шуны төшөнә инем: үҙ-үҙемдән башҡа ышаныр кешем юҡ.

Мең туғыҙ йөҙ утыҙ алтынсы йылда рабфакты тамамланым. Өмөтлө ҡәләм тибрәтеүсе, тип, минең бер үҙемде Ҡаҙан университетының журналистика факультетына ебәрергә тейештәр ине. Ләкин тап шул саҡта тормош юлымда Нурисламдың осрауы яҙмышымды ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе. Уны мин тәү башлап Юғары мәктәп үҙәк комитетының Өфөләге вәкиллегендә, артабан уҡырға китеү хәстәрлеген күреп йөрөгәндә осраттым. Нурислам әлеге комитеттың Башҡортостандағы вәкиле вазифаһын башҡара ине. Минән ни бары ун йәшкә оло булыуына ҡарамаҫтан, байтаҡ тормош тәжрибәһе туплаған: үҙҙәренең яғындағы волость үҙәгендә урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлаған, Ҡаҙандағы Үҙәк мосолман хәрби-сәйәси мәктәбендә уҡыған. Бынан һуң ике телде лә һыу һымаҡ белгән уҡымышлы егет үҙ төбәгендәге волостарҙа партия йүнәлешендәге ҙур-ҙур вазифаларҙа хеҙмәт иткән. Өфөгә күскәс, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтында сектор мөдире, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләп өлгөргән.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ та ҡуйҙыҡ. Һирәкләп булһа ла тәү күреүҙән тоҡанған ысын һөйөү осрай бит ул. Мин быны үҙ башымдан кисергәнгә әйтәм. Нурисламдыҡы нисектер, әммә минең йөрәк танышып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән: «Шул!.. Шул!..» – тип тибә башланы. Ғашиҡ булмаҫлыҡ түгел ине үҙе лә: уртасанан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ кәүҙәле, киң яурынлы. Ҡара тулҡынлы сәстәре килешле генә итеп артҡа таралған, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштары аҫтынан һорғолт күҙҙәр баға. Уларҙан ихласлыҡ һәм ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ эске нур бөркөлөп, сырайына мөләйемлек, олпатлыҡ бирә.

Мин дә һылыулыҡта һуңғыларҙан булмағанмындыр, юҡһа, егерме һигеҙ йәшкә еткән егеттең күңелен сихырлай алыр инемме? Бығаса юлында ниндәй генә ҡыҙ осрамаған тиһең, ә ул йөрәген тап миңә асты – ғашиҡ булғанын аңғартты. Күрәһең, тойғолары ысынлап та саф һәм тәрән булғандыр – бер нисә осрашыуҙан һуң өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Мин дә Нурисламға иҫ-аҡылымды юйыр сиккә етеп ғашиҡ булғайным –тәҡдименә риза булдым. Яҙылышып, бергә йәшәй башланыҡ. Уҡыуҙы бер йылға кисектерергә ҡарар итеп, «Яңы юлда» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башланым.

Үкенескә ҡаршы, һөйөү менән бәхеттән туҡылған ғаилә тормошобоҙ ни бары бер йылға һуҙылды. Мәңге шулай бер-беребеҙҙе яратып, иркә һәм наҙ кисереп кенә йәшәрбеҙ һымаҡ тойолған тылсым донъябыҙҙың күген шомло репрессия болоттары ҡаплап алды. Улар, ҡуйырғандан-ҡуйыра барып, халҡыбыҙҙың күҙгә күренгән, йәне-тәне менән партия һәм ил эшенә бирелгән һыу һөлөгөндәй ул-ҡыҙҙарына ябырылды. Кешенең тәбиғәте шулай: тирә-йүндәге бәлә-ҡаза үҙенә ҡағылмаҫ, урап үтер, тип уйлай. Хатта әжәлдең нәғеҙ уға яҫҡынырына һуңғы сиккәсә ышанмай. Беҙ ҙә баяғы афәттең ишегебеҙҙе ҡағырын, ҡорола ғына башлаған оябыҙҙы туҙҙырырын күҙ алдыбыҙға ла килтерә алмай инек.

Йәй башында Нурисламды ҡулға алдылар. Уға япһарылған нахаҡ ғәйеп – буржуаз милләтселек ине. Милләтсе – тимәк, халыҡ дошманы. Халыҡ дошманы – тимәк, атырға! Йәй урталарында, халыҡ дошманының ҡатыны булараҡ, сират миңә лә килеп етте – топ-тойоҡҡа Себергә, холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә хөкөм иттеләр. Шулай итеп, бер мең дә туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл кемдеңдер ҡара золомо һәм мәкерле ихтыяры буйынса беҙҙең быуын зыялыларын үҙебеҙ көнө-төнө хеҙмәт иткән халыҡҡа дошман яһап ҡуйҙы.

* * *

Тотҡонлоҡ минең өсөн бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ етенсе йылда тамамланды. Был – һуғыштан һуң ил халҡының яраларын ялаған, хужалыҡтағы тишек-тошоҡтарҙы ямаған сағы ине. Ҡайҙа ҡарама – аслыҡ, яланғаслыҡ. Станция һайын ҡыҙырас балалар өйөрө. Улар, сәүкә тубы һымаҡ сыр-сыу килеп, бер нисә минутҡа туҡтаған поезға ябырыла, вагондар буйлап икмәк һорай, әйбер, аҡса теләнселәй.

Силәбегә етеп килгәндә минең лагерҙан бирелгән ҡоро паегым, уға ҡушып үҙем алдан киптереп әҙерләгән йыйынғым һалынған тоҡсайымды урланылар. Ул вагондың бер яҡ осондағы чандан кружкама ҡайнар һыу ағыҙып алып килгән арала юҡ булды. Шуға күрә, ниһайәт, Магнитогорскиға килеп төшкәндә, минең эстә ас бүреләр олой ине. Уға ҡарамаҫтан: «Аслыҡҡа өйрәнгән баш», – тип уйланым да, тыуған ауылым урынлашҡан Яйыҡ үренә ҡарай атланым. Илдә сыпсыҡ үлмәй ул. Моғайын, атайымдың берәй зат-зәүере йәшәйҙер унда – морон төрттөрөрҙәр әле. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тигәндәре буш хәбәр түгелдер.

Мин тыуған яғымды тыным менән тартып алырҙай булып, осоп-ҡунып уға уҡталһам да, Верхнеуральск ҡалаһына килеп еткәс, хәл тамам бөттө. Аяҡ быуындары тотмай, күҙ алдында ҡара түңәрәктәр бейешә. Эңер ҡараңғылығына сумған ҡалаға тәнтерәкләп килеп индем. Берәй ерҙә туҡтап, төн үткәреү сараһын күрмәй хәл юҡ. Ләкин тирә-яҡтағы башҡорттар өсөн ғүмер баҡый ят булған ҡалала кем индерер? Тоттом да, ҡарамаҡҡа ҡалғандарынан ҡайтышыраҡ булған өйҙөң ҡапҡаһын туҡылдаттым. Үҙҙәренә боролғас уҡ өрә башлаған эт ярһып абаларға тотондо. Өй ишеге асылды, хужаның этен тыйған тауышы ишетелде: «Төрткөз! Тыныш!.. «Бәхеткә күрә, үҙебеҙҙең ҡаҙаҡтар булып сыҡты. Әллә ни яҡты йөҙ күрһәтмәһәләр ҙә, ҡундырып сығарырға риза булдылар. Минең эс йылынып китте. Хоҙайҙың рәхмәте төшкөрө әҙәмдәр! Шул ваҡытты уйлаһам, йөрәкте әле булһа йылы тойғолар солғап ала, күңел нескәрә, илағы килә. Донъяла бер үкенесем ҡалды: аҙаҡтан, тормошом рәтләнгәс, эҙләп табып, ҡабаттан рәхмәт әйтеп, икеһенә лә күлдәк кейҙереп китә алманым. Әлеге шул тормоштоң ығы-зығыһынан бушай алмаған булып ҡыялыу ғәләмәте. Хәҙерге көндә улар тере түгелдәрҙер инде. Йәндәре йәннәттә булһын!..

Хужа тура һүҙле, асыҡ-ярыҡ кеше икән – башта уҡ иҫкәртеп ҡуйҙы:

– Ҡоналҡа бар, нан жоҡ.

«Ай, Алла, ниндәй нан?! – тип уйлайым эстән. – Илдә булмаған икмәк был өйҙә нисек булһын? Һеҙ индермәһәгеҙ, ҡайҙа барыр инем?..» Ошо урында уйҙарым өҙөлә тәҡәтһеҙ булып арыған тән ял һорай һәм мин ҡайғы-хәсрәттәрҙән, тормоштоң барлыҡ хәстәрҙәренән азат булған йоҡо донъяһына сумам...

Иртәгәһенә, хужаларға рәхмәттәр уҡып, юлымды дауам иттем. Яйыҡ буйлап һуҙылған ат юлы күгәреп ятҡан үркәсле тауҙарға яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Уларға ҡул һуҙымы ғына ара ҡалғандай тойолһа ла, әле сәйәхәттең аҙағына тиклем байтаҡ. Самалауым буйынса, йәнә бер көнлөк юл. Уны үтеүе былай саҡта әллә ни ҡыйын булмаҫ ине, тик әлеге лә баяғы ҡорһаҡтың аслығы бәкәлгә һуға – хәл юҡ.

Хәл йыйырға туҡтаған арала юлдың ике яғында ҡыҙарышып бешкән еләктәрҙе өҙөп ҡабам, Яйыҡты ҡаплап үҫкән ҡуйы һаҙ эсенә инеп, серәкәйҙән талана-талана, ҡарағат ашайым. Емеш-еләк йөрәккә ял булып ҡалһа ла, ашағы килеү теләген оторо ҡуҙғыта. Их, бер туйғансы икмәк ашаһаң ине!

Төш ауыуғараҡ Ҡыҙылъяр ауылына килеп еттем. Ул тәрән ҡаҙан эсендә ултырғандай – тирә-яғын төрлө бейеклектәге тауҙар уратып алған. Яйыҡ йылғаһы уның көнсығышындағы тарлауыҡтан сыға ла, тауҙар тотҡонлоғонан арыныуына ҡыуанғандай ирәйеп, далаға аға. Йылғаның ярайһы уҡ тәрән, әммә һөҙәгерәк ярындағы йәйпәк таш өҫтөнә ултырып хәл алырға булдым. Эш шәптән булмаһа ла, күҙ – даръя – тирә-йүнде байҡап ултырам. Ана, яр аҫтында ике үҫмер уйнап йөрөй. Сыр-сыу килеп һыуға сиратлап таш ташлайҙар, ни тураһындалыр бәхәсләшеп алалар. Уларҙы күҙәтеп ултыра торғас, башҡа бер уй килде.

Әй, малайҙар! – тип ҡысҡырам. – Килегеҙ әле бында!

Тыңлаулы ғыналар икән – тауышты ишетеү менән кемуҙарҙан үрмәләп янға килеп тә еттеләр. Ҡарамаҡҡа 14-15 йәш тирәһендәләр. Береһе, буйға ҡалҡыуырағы, ҡаҡса кәүҙәле, икенсеһе тәпәшәгерәк, үҙе йыуантыҡ. Мин, мөмкин тиклем яғымлыраҡ булырға тырышып, сәләм бирәм:

– Һаумыһығыҙ әле, егеттәр! Бер тауыштан тиерлек сәләм ҡайтарғас, буйға оҙонорағы, күҙҙәрен мут йылтыратып, һорай:

– Ни булды, апай? Нимәгә саҡырҙың?

– Һеҙгә бик ҙур үтенесем бар ине, – мин әйтәм.

Был юлы тегеләрҙең төпөшө һүҙ ҡыҫтыра:

– Һә... Йә, ниндәй йомош?

– Зинһар өсөн, өйөгөҙҙән бер-ике һыныҡ икмәк кенә алып килегеҙсе. Бик алыҫтан, Себер яғынан килеп ултырам. Ике көн ашағаным юҡ – хәлем бөттө...

Бер-береһенә мәғәнәле ҡарашып алғандан һуң, һонтор әйтә:

– Ниңә, була ул...

Уның был һүҙҙәренән күңелем тула – тауышым ҡалтыранып сыға:

– Изгелегегеҙҙе ғүмерҙә лә онотмаҫ инем...

Әммә иртәрәк ҡыуанғанмын икән – һонторҙоң хәбәренең аҙағы быға асыҡ дәлил:

– Түлкә буштың атаһы күптән үлгән, тиҙәр бит әле.

– Бирерлек нәмәм юҡ шул, – тим. – Ҡайтып килгән ерем аҡса эшләй торған урын түгел.

– Ә кем һинән аҡса һорай? – ти баяғы мут күҙ. – Күрһәтһәң, беҙгә шул еткән.

Мин ҡапылғара һүҙҙең айышына төшөнмәйем, шуға күрә:

– Нисек? – тип һорайым. Һонтор, төшөнмәһәң, төшөн, тигәндәй, тура яра:

– Нисек булһын? Сисеп инде...

Ах, маңҡалар!.. Ах, оятһыҙҙар!.. Ҡара һин уларҙы, әле үк баштан уйҙарында нимә! Тәүге уйым – тегеләрҙең тетмәкәйҙәрен тетеү, эт тиреләрен баштарына ҡаплап әрләү ине. Тик ул саҡта икмәкте оноторға тура киләсәк. Туҡта, имандарын уҡытайым мин быларҙың! Асыу менән ғәрлекте төпкәрәк йәшереп:

– Ярар, риза. Бар, алып килегеҙ икмәгегеҙҙе, – тип әйтергә үҙемде мәжбүр иттем.

Малайҙарҙың ниндәй тиҙлек менән ауылдары яғына йүгергәнен күрһәгеҙ ине! Аяҡтарына күҙ эйәрмәй хатта. Тыйылғанды күреү теләге шул дәрәжәлә көслө микән ни? Уларҙың йән-фарман елеүҙәрен ҡарап ултырыу ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине. Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәндәре шулдыр инде...

Ошоларҙы уйлап та өлгөрмәнем – һәүректәрем анталашып килеп тә етте. Һонтороноң ҡулында – икмәктең дүрттән бер өлөшө. Уны күргәс, минең ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп китте. Тамшаныуымды белдермәҫкә тырышып:

– Икмәкте бынау таш өҫтөнә һалып тороғоҙ, – тигән булам. – Үҙегеҙ артығыҙ менән әйләнегеҙ, белгертермен – шунан боролоп ҡарарһығыҙ.

Үҫмерҙәрҙең мин әйткәнде үтәүе булды – йүгереп барҙым да икеһен дә яр аҫтына сөрсөтә төрттөм. Ул көс менән сәмде ҡайҙан алғанмындыр инде. Ләкин ҡыҙған саҡта уны-быны тикшереү ҡайғыһы юҡ – шул ыңғайҙан таш өҫтөндәге икмәкте эләктереп ала һалып, ҡайтыу яғына һыпырттым.

* * *

Ошо ваҡиғанан һуң утыҙ йыл үткәс, теге мут күҙ менән ҡабаттан осрашырбыҙ, тип кем уйлаһын? Осрашыуҙың да ниндәйе әле! Ысынлап та, урыҫ әйтмешләй, Ер түңәрәк, ә донъя йөҙө тар, ахырыһы.

Теге ваҡытта анау үҫмерҙәрҙән талап тигәндәй алған икмәктең ҡеүәте менән тыуған ауылыма ҡайтып ауҙым мин. Ауҙым, тигәс тә, аҫтыңа түшәк, башыңа яҫтыҡ әҙерләп тороусы кеше ҡалмаған тиерлек – атайымдың ике ҡустыһы ла һуғыштан ҡайтмаған. Дөрөҫ, өйләнеп өлгөргәненең ҡатыны ҡалған, ләкин ағайың иҫән булмаһа, еңгәй – кеше балаһы. Хәйер, уны ла аңларға була: береһенән-береһе ваҡ ике бала менән осон-осҡа саҡ ялғап йәшәй. Өҫтәүенә, колхоз эшенә ҡыуып йонсоталар.

«Былай булмай», тип уйланым да, бер аҙ баш-күҙ алғас, Өфөгә юлландым. Ни тиһәң дә, өйрәнгән ер. Баш ҡалала эшкә урынлашыу, шәхес булараҡ үҫеү өсөн дә мөмкинселектәр сағыштырғыһыҙ ҙур. Уйым асылда дөрөҫ булһа ла, бер нәмәне иҫәпкә алмағанмын икән – халыҡ дошманы мөһөрө. Ә уның менән гәзит-журнал тирәһенә яҡын да юларлыҡ түгел. Ҡыйынлыҡҡа өйрәнгән баш, тинем дә, асылыуына бер йыл ғына тулған моторҙар эшләү заводы идаралығына йыйыштырыусы булып эшкә урынлаштым. Черниковка биҫтәһендәге эшселәр ятағынан урын бирҙеләр, тормошом яйлап көйләнеү яғына китте.

Заводта өс йыл эшләгәс, шунда слесарь булып хеҙмәт иткән Ғәбиткә кейәүгә сыҡтым. Был ваҡытта мин бухгалтерҙар курсын тамамлап, завод идаралығының иҫәп-хисап бухгалтерияһында эшләп йөрөй инем. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Атаһыныҡына оҡшаш итеп, уға Сәғит тип исем ҡуштыҡ. Минең күңел үҫә төштө. Ә бит быға тиклем, биҙәү ҡатынмын тип, үҙ-үҙемә ҡул һелтәгәйнем. Тимәк, тәүге никахтан бала булмауҙа мин ғәйепле түгел. Күрәһең, Нурислам мәрхүм түлһеҙ булған.

Бер мең туғыҙ йөҙ илле алтынсы йыл миңә һөйөнөс тә, көйөнөс тә алып килде. Һөйөнөсө шул: мине аҡланылар, йәғни хәҙер халыҡ дошманы түгелмен. Ләкин был аҡлауҙан ни файҙа: миллиондарса кеше бер ғәйепһеҙгә атылған, иҫән ҡалғандарының яҙмыштары ҡыйралған. Ҡалай рәхәт – бер үк кешенән бөгөн дошман, иртәгәһенә дуҫ яһайһың. Бына һиңә атайҙар ғүмерҙәрен ҡорбан итеп яулаған яңы тормош!

Был йылдың көйөнөсөнә килгәндә, Ғәбит ҡапыл фажиғәле рәүештә вафат булып ҡалды. Төнгә ҡаршы тәмәкеһе бөткәйне, шуны алырға магазинға китеп барғанда үлтереп киттеләр. Ул йылдарҙа Черниковка бандиттар ояһы ине бит. Шулай итеп, алты йәшлек Сәғитемде ҡосаҡлап, тағы ла ирһеҙ ултырып ҡалдым. Күрәһең, миңә ир бәхетен тулыһынса татыу яҙмаған.

Бер-береһенә ялғанып йылдар үтте, йылдар менән ярышып улым үҫте. Ҡайһы бер көндәрҙә таң менән эңер араһы мәңгелектәй тойолһа ла, тулайым алғанда ғүмерҙең иҫ киткес йылдам үтеүенә ғәжәп итерлек. Быны мин Сәғиткә ҡарап әйтәм: әле генә беренсе класҡа барам тип ҡыуанып йөрөгән баланың уйынсыны тамамлағаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Унан һуң Өфө нефть институты. Быныһы бигерәк тиҙ үткәндәй тойолдо: яңы ғына унда керергә имтихандар биреп йөрөй ине, бөгөн иһә дипломлы белгес. Өфө нефть эшкәртеү заводында эш башлауына ла өс йыл булып китте.

Ә минең, киреһенсә, пенсияға сығыуыма өс йыл. Хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу: Өфө моторҙар эшләү заводы. Унда оҙаҡ йылдар бухгалтер булып хеҙмәт иттем. Һуңғы ун йылда баш бухгалтер урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Дөйөм алғанда, тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ҡәнәғәт түгелмен, тип тә ҡайҙа бараһың – ҡалай булһа ла ғүмер уҙған, сабата туҙған.

Хоҙайҙың икһеҙ-сикһеҙ хикмәттәренең береһелер инде – мең туғыҙ йөҙ етмеш бишенсе йылда Сәғит, ниһайәт, бер ҡыҙ менән танышып, осраша башланы. Исеме Вәлимә, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында дүртенсе курста уҡып йөрөй. Тап килһә килә бит –ҡыҙыҡайҙың тыумышы минең райондан булып сыҡты. Былай үҙе төҫкә-башҡа арыу ғына, холҡо ла һәйбәт күренә. Минең өсөн был һөйөнөс кенә, сөнки быға тиклем Сәғиткә ғаилә ҡороу хаҡында бер нисә мәртәбә ишаралап ҡараһам да, ул йә быны шаярыуға бора, йә булмаһа буш вәғәҙә менән күңелемде йыуата ине. Һиҙәм: Вәлимә уға оҡшай, аралары көндән-көн яҡыная бара. Тимәк, ошо мөләйем, итәғәтле ҡыҙ сүрәтендә минең улыма ла мөхәббәт килә, бәхет йылмая. Эй, Хоҙайым, шулай ғына була күрһен инде!

Дуҫлашыуҙарына бер йыл үткәс, өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатырға булдым. Ысын, ниңә һуҙырға уны – иртәме, һуңмы, эш барыбер шуға килеп төртөләсәк бит. Сәғиттең йәше үтеп бара, ҡыҙ бына-бына ҡулына диплом аласаҡ. Ошонан да уңайлы мәлдең булыуы мөмкин түгел. Улымдың тел төбөнән аңлауымса, йәштәр ғаилә ҡороуға һис ҡаршы түгел, тик Вәлимә атаһының асыуын ҡабартыуҙан ҡурҡа, имеш.

– Ниңә улай? – тип һорайым мин. – Ҡыҙ бала ата йортонда мәңге тора алмай инде.

– Эш унда түгел, – ти Сәғит. – Буласаҡ ҡоҙаң бит үҙҙәрендә райкомдың икенсе секретары булып эшләй. Вәлимә беҙҙең ниәтте әсәһе аша әйттереп ҡараған икән, тегеһе туҙынған да киткән. Йәнәһе, бөтә ерҙә былтырғы ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса көрәш барғанда, кейәү ҡайғыһымы? Вәлимәнең әсәһенә ныҡ ҡына эләккән, шуға ла был турала ҡабаттан һүҙ ҡуҙғатырға шикләнәләр икән.

Ярһыным да киттем. Эй, илаһым, тағы ла шул партия! Кеше яҙмыштары менән уйнарға кем хоҡуҡ биргән уға? Беҙҙең быуын кешеләренең тормошон зил-зибәр килтереү етмәгән!

– Ҡурҡмағыҙ! – мин әйтәм. – Үҙем һөйләшермен. Вәлимә менән кәңәшләшегеҙ ҙә, өсәүләшеп юлға сығабыҙ. Тик һуҙмағыҙ. Мин ниндәйерәк һүҙҙәр табырға белермен.

Йәштәр ни, ҡыуанды ла китте. Кәйефтәре күтәрелеп, ҡиәфәттәре үҙгәреп ҡалды. Ҡыуаныстан ҡайҙа баҫҡандарын белмәй йөрөгән булалар, балаҡайҙар. Шулай итеп, бер-ике көн эсендә тиҙ-тиләмә генә йыйындыҡ та, юлға сыҡтыҡ.

Әммә миңә бер ниндәй ҙә махсус һүҙҙәр эҙләп ыҙаларға тура килмәне, сөнки ҡоҙа була торған кеше таныш булып сыҡты. Таныштың да ниндәйе әле: беҙҙе район үҙәгендәге затлы йыһаздар менән тулы фатирҙа хәтеремә мәңгелеккә уйылып ҡалған мут күҙҙәр ҡаршы алды. Әлбиттә, үҙе олпатланған, ҡорһаҡ үҫтереп алған, шилма, ләкин күҙҙәр бит һимермәй ҙә, үҙгәрмәй ҙә. Хужаны күргәс тә, йөрәгем жыулап ҡуйҙы, иҫемә «ҡылт» итеп Ҡыҙылъярҙағы теге ваҡиға килеп төштө. Ләкин сер биреү ҡайҙа!

Күрешеү, хәл-әхүәл белешеү шау-шыуынан һуң, йәштәр айырым бүлмәгә инеп йәшенде – тартыныу ғәләмәте инде. Хужабикә ни биреп, ни ҡуйырын белмәй өтәләнеп, кухняға сығып китте. Иренән бер әрләнгәс, бәләһенән баш-аяҡ, тиҙер, моғайын. Иркен залда ҡоҙа булаһы кеше менән икәүҙән-икәү генә ҡалдыҡ. Мин, мәҙехләп тормайынса, урыҫ әйтмешләй, үгеҙҙе шунда уҡ мөгөҙөнән алдым:

– Ҡоҙа, мин тағы ла һоранырға килеп ултырам әле. Хужа дорфа ғына яуап бирә: – Во-первых, мин ниндәй ҡоҙа булайым? Во-вторых, һеҙҙе тәүгә күрәм. – Әллә ысынлап танымай, әллә танымағанға һалыша был.

– Дә-ә, – тип һуҙам мин, – осрашмағанға утыҙ йыл. Байтаҡ ваҡыт шул...

Теге миңә «ялп» итеп ҡарап ала. Уның һынсыл күҙ ҡарашы, бигерәк тә бынау һорауы ниҙер һиҙенгәнгә оҡшай:

– Туҡта, һеҙ ҡайһы яҡтан һуң?

– Ошо райондан, – мин әйтәм. – Ҡырҡ етенсе йылда Себерҙән ҡайтышлай ауылығыҙҙан үтеп киткәйнем. Ҡыҙылъяр үҙгәргәндер инде?

Минең был һүҙҙәр уға тетрәткес тәьҫир итә: битенә тимгел-тимгел ҡыҙыллыҡ сыға, үҙенең өрәйе шиңеп, нисектер кесерәйеп ҡалғандай тойола, һүҙенең дә рәте-сираты юҡ:

– Ауыл ни... как ауыл инде, – тип мығырҙай. Ҡайҙа булды баяғы тәкәбберлек менән һауалы төҫ?

«Ә-ә, таныныңмы, шайтан? – тип уйлайым эске бер ҡәнәғәтләнеү һәм аңлашылмаған кинәнес менән. – Әҙерәк йәнеңде үртәп алайым әле».

– Теге ярығыҙ һаман шулай текәме әле?

Минең был һорауым һауала аҫылынып ҡала, сөнки залға бер ҡосаҡ һауыт-һаба күтәргән хужабикә килеп инә. Ул үҙе алсаҡ, тауышы яғымлы:

– Юлда асыҡтығыҙ инде! Хәҙер аш өлгөрә. Вәлимә, сыҡ әле бында! – Ул иренә өндәшә:

– Бар, әйт әле, ярҙамлашһын.

Хужа, уңайһыҙ һорауға яуап биреүҙән ҡотолғанына ҡыуанған төҫлө, тамағын ҡыра-ҡыра йәштәр бүлмәһенә ыңғайлай.

Табын артында һүҙ, асылда, йәштәр, уларҙың артабанғы яҙмыштары тирәләй уралды. Ул кистәге сәйер әңгәмә барышында мин ҡапыл йыуашланып ҡалған хужаны икебеҙгә генә аңлайышлы телдә мәрәкәләүҙән йәм таптым. Күптән ундай рух күтәренкелеге тойғаным юҡ ине үҙемдә. Бер яҡтан, тәгәрәп ятып көлгө килә, икенсе яҡтан, әхлаҡи ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәм. Әйтерһең, фирҡәнең бер ағзаһын аҫтыртын рәүештә мыҫҡыл итеп, үҙемдең ҡыйралған яҙмышым, барлыҡ яфаларым өсөн тотош партиянан үс алам.

Кинәт йомшарып ҡалған хужаны, ысынлап та, танырлыҡ түгел ине. Моғайын, мәжлес һуҙымында иренә бер нисә мәртәбә һынаулы ҡарап алған ҡоҙағый ҙа, атаһына аптыраулы ҡараш ташлап ҡуйғылаған Вәлимә лә шулай уйлағандыр. Ҡоҙа булаһы кешене мин, ҡыҙы һөйләгән хәбәргә, бигерәк тә үҙемә ҡарата баштағы дорфалығына ҡарап, эшендә лә, ғаиләһендә лә бөтәһен үҙ ихтыярына буйһондорорға тырышҡан деспот, үҙ хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында булған кантон рәүешендәрәк күҙ алдыма килтерә инем. Һәр хәлдә, минең был уйым дөрөҫлөктән бик алыҫ булмағандыр. Шундай кеше күҙ алдында йөҙ ҙә һикһән градусҡа үҙгәрһен әле! Уның үҙ-үҙен тотошон, бахыр ҡиәфәтен күҙәтеп ултырыу, бер яҡтан, ҡыҙыҡ, ә икенсе яҡтан, йәлләү тойғоһо уята ине.

Мәҫәлән, мин килеүебеҙҙең маҡсаты, туған-тыумасабыҙҙың юҡ дәрәжәһендә булыуы арҡаһында яусы вазифаһын үҙемә башҡарырға тура килеүе хаҡында һүҙ башлағандан һуң:

– Кәнишнә, ҡыҙ һорау икмәк һорау һымаҡ ҡына түгел инде... – тим дә, тәрән мәғәнәле итеп туҡтап алам. Мин әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерәм, ә ҡоҙам бер буҙара, бер ҡыҙара, күҙҙәрен ҡайҙа йәшерергә белмәй ыҙалай.

«Ә-ә, йән яфаһы бына шулай була ул, – тип уйлайым, – әле һин выждан ғазабын хаҡлы рәүештә кисерәһең. Үҙең түш кеҫәңдәге ҡыҙыл ҡатырғаға ышыҡланып, хаҡмы, нахаҡмы икәнен тикшереп тормайынса, кемдәрҙе генә рәнйетмәгәнһеңдер».

Бер аҙға өҙөлөп торған әңгәмә киренән ялғанып китә. Һәүетемсә генә һөйләшеп ултыра торғас, бер яйы килеп сыға ла, мин тағы ла йәтеш кенә итеп төрттөрөп алам:

– Буштың атаһы күптән үлгән, тиһәләр ҙә, Вәлимәне тикәйгә алабыҙ инде – элекке һымаҡ ҡалым түләү юҡ бит.

Был сәнстереүҙән ҡоҙа йәнә ҡыҙарына ла бүртенә, ә һүҙ айышына төшөнмәгән ҡоҙағый үҙенсә ыңғайға һыпырырға ашыға:

– Уй, ҡоҙағый, ниндәй ҡалым? Заманы улмы?

– Шаяртам, – мин әйтәм. – Ә шулай ҙа буштан-бушҡа алмайым ҡыҙығыҙҙы. Уның хаҡы – берҙән-бер улым.

Ҡыҫҡаһы, мин ул кистә ҡоҙа булаһы кешене нисек теләнем, шулай мәсхәрәләнем. Халыҡта ундай күренеште ҡыйыш атып, тура тейҙереү, тиҙәр шикелле. Күптән бындай күңел күтәренкелеге менән рухи өҫтөнлөк тойғоһо кисергәнем юҡ ине – ярты көн эсендә, гүйә, тотош бер ғүмер йәшәнем.

Ә ҡоҙаға килгәндә, бесәй менән сысҡан уйынына оҡшаған был тамаша башта ҡыҙыҡ тойолһа ла, аҙаҡҡа табан йәлләмес булып китте. Ул меҫкендең күҙҙәрен күрһәгеҙ ине! Ҡасандыр мутлыҡ һәм хәйләкәрлек сатҡылары уйнап торған ҡарашта кис буйы: «Һатма мине! Артығын ысҡындыра күрмә!» – тигән өнһөҙ ялбарыу аҫылынып торҙо. Мин уның инәлеү тулы күҙҙәренә ҡараған һайын: «Бик кәрәгең бар ине, – тип уйлайым. – Әгәр йәштәр осрашмаған булһа, был донъяла барлығың менән юҡлығыңды ла белмәҫ инем – хәтеремдән бөтөнләй юйылғайның»

Был кистә уға төрттөрөп-сәнстереүҙәрем дә тормошомдағы берҙән-бер йыуанысым – улым өсөн ине. Дөрөҫөрәге, уның бәхете өсөн. Ярата бит ул Вәлимәне, ысын күңелдән ярата. Сәғитем өсөн ҡулымдан һәм телемдән килгәндең барыһын да эшләргә әҙермен. Әгәр ҡоҙа булаһы кеше яҡындары менән улай тәкәббер ҡыланмаһа, миңә дорфа ҡағылмаһа, мин дә был кәмитте ҡороу түгел, үҙемде танытып та тормаҫ инем. Ә төптәнерәк уйлап ҡарағанда, нисек кенә аяныслы булмаһын, һәр кем донъялыҡта ҡылғанының ҡоһорон донъялыҡта татырға тейеш.

Аяныс, тигәндәй, ул үҙе тере саҡта ҡоҙа булып өлгөрә алманы – Сәғит менән Вәлимә килендең туйына ун биш көн ҡалғас, бик серле шарттарҙа райком машинаһында Ҡыҙылъярҙан осоп үлде. Ете төн уртаһында япа-яңғыҙы район биләмәләрендәге урып-йыйыу барышын тикшереп ҡайтып килгәндә тап әлеге яр өҫтөндә йөрәге туҡтаған, тинеләр. Ундай саҡта фараздар күбәйә: ҡайһы берәүҙәр, руль артында йоҡлап киткән, тип һөйләһә, икенселәренең хәбәре буйынса, лаяҡыл иҫерек булған, имеш.

Шәхсән минең эске һиҙемләүемә нигеҙләнгән дүртенсе фараз да бар. Уның буйынса, ҡоҙаның был һәләкәте осраҡлы түгел һымаҡ. Минең тәрән инаныуымса, ул ғәрлегенән, мин-минлеге менән ғорурлығын еңә алмауҙан был аҙымды аңлы рәүештә яһағандыр. Әгәр шулай булһа, ысынлап та, ниндәй үкенес! Утыҙ йыл элек булған ул ваҡиға, бер уйлаһаң, мәҙәк кенә. Тормоштоң өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итеүсе ҡеүәтле инстинкттың саҡырыуына буйһонған үҫмерҙәрҙең шуҡлығы. Бөтәһе лә яп-ябай: тот та әлеге хәлде хәтерләп туйғансы көл, кәрәк булһа, ғәфү үтен һәм онот. Кем менән ниҙәр булмай был ғүмерҙә? Юҡ шул, беҙ донъяның һемәйткес шартлылыҡтарын ысын итеп ҡабул итәбеҙ. Йәнәһе, беҙ райкомдың икенсе секретары, ә ул кем? Нишләп беҙ уның алдында ваҡланып торорға тейеш?

Мәрхүмдең анау кистәге ялбарыу тулы ҡарашын күҙ алдыма килтерәм дә, кинәйәләр яһап ғәрләндереүемә, йөрәген өҙгөләүемә үкенәм. Әллә ҡасанғы нәмәләрҙе соҡоп сығармай ғына һөйләшеп булмағанмы икән? Уйлайым-уйлайым да, үҙемдең ҡылығымды ла аҡлап ҡуям – әгәр уны шөбһәләндереп, рухи өҫтөнлөк алмаһам, бәлки, йүнле һөйләшмәҫ тә ине.

Аңлауығыҙса, былар тик фараз ғына. Ә һәр бер фараз мең төрлө һорау тыуҙыра. Ләкин был һорауҙарға яуапты әҙәм балаһы түгел, ә тормош ғәли йәнәптәре үҙе генә бирә ала.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.

Читайте нас: