Бөтә яңылыҡтар

Туй дауам итә (хикәйә)

Хәмитовтар ауылда абруйлы, хәлле ғаиләләрҙән иҫәпләнә. Уларҙың уртансы ҡыҙы Эмилия май байрамдарына ҡолғалай буйлы, нәҙек муйынға ултырған сөрәкә башлы, һаламдай таралып төшкән һары сәсле, аҡһыл ҡаштары аҫтына боҫҡан сәгер күҙле, ас яңаҡлы оҙонса биттәрен һипкелдәй сәселеп ҡыҙыл сәбертке ҡаплаған егетте эйәртеп алып ҡайтҡайны.

Туй дауам итә (хикәйә)
Туй дауам итә (хикәйә)

Тикмәгә булмаған ҡушарлап йөрөүҙәре, һөйләшеп-килешеп, туйҙы йәй уртаһына билдәләгәндәр. Был турала үҙ кибетендә һатыу иткән Ғәлиә буласаҡ ҡоҙаларын оҙатҡандың икенсе көнөндә үк ингән-сыҡҡанға шаштырып һөйләп торҙо:

– Эмилия бәпесем ырыҫы, өлөшө менән тыуған, төшөр урыны тап-таман, уларға ҡала үҙәгендәге евроремонт үткәрелгән, ҡаралтыһы урынлаштырылған ике бүлмәле фатир әллә ҡасан уҡ әҙерләп ҡуйылған. Хәҙер ул, законная городская булып, ҡаланың өсөнсө ҡатынан үткән-һүткәндең түбәһенә төкөрөп кенә көн итәсәк, үәт! Иван Васильевич ҡоҙа үҙе ҙур урындарҙа эшләп хөрмәт ҡаҙанған түрә, хөкүмәт кешеләре менән типә-тиң итеп һөйләшә, аралашып эшләй, ҡатышып йәшәй. Мария Петровна ҡоҙағыйыбыҙға килгәндә, ул – дамахәзәйкә. Бәй, абышҡаһының эш хаҡы тауыҡ та сүпләп бөтөрә алмаҫлыҡ сәселеп ятҡанда, нәмәҫтәкәйгә уға бил бөгөргә? Кейәүкәйебеҙ ҙә күрер күҙгә итәғәтле, тыйнаҡ, бер ҙә генә ҡала ышпанаһына оҡшамаған. Иван Васильевич уныһын-быныһын өйрәтеп, гелән эргәһендә генә йөрөтә, ти, бөтә сетерекле эштәрҙе уға ҡуша, йәнәһе лә. Тимәк, бер көн килеп, ҡоҙабыҙ пенсияға сыҡҡас, кейәүебеҙ шул ултырғысты биләүе бик тә ихтимал. Кейәүебеҙ ҡыҙыбыҙҙы ысынлап яраталыр, тоғро эттәй күҙҙәренә генә ҡарап тилмерә...

Аҡса иҫәпләргә күнеккән етеҙ бармаҡтар телефон йөҙөндәге һандар өҫтөнән йүгерҙе:

– Анжела ҡыҙым, привет! Хәлдәрегеҙ нисек, арыумы? Балалар уҡыу йылы ҡасан ғына бөтә, тип күҙҙәре тоналыр инде. Бындағылар менән генә әүеш-тәүеш иттек, ниңә ҡайтманығыҙ запойға? Кейәүҙе ебәрмәһәләр, һин бит үҙеңә үҙең хужа. Нишләп ҡабаландыҡмы? Һуң үткәндә кинәйәләп тумбытҡайным да, төшөнмәнеңме ни, эш бит ҙурға китеп бара, көҙгә ҡалдырһаҡ, туй мәлендә эйәген кәпәйгән ҡорһағына терәп ултырһынмы, ыстырамы ни тора... Ярай, Эмилияға артыҡ үпкә юҡ, егеттең аҡсалыһын ауыҙлыҡламаҡсы, шуныһы арыу... Атайыңмы? Йөрөй ҡушҡанды ташып... Ҡартәсәйең ята ергә һеңешкән өйөн еҫләндереп, етмешен урталаны, дөмөкмәй ҙә, исмаһам. Шул ихатаны йәмһеҙләгән харабаны бульдозер менән эттеpeп кенә ырғытыр инем, хәлемдән килмәй. Табын ҡыҙған мәлдә түшәктә ятҡан еренән тороп, туңҡанлап инеп килә был, йәштәргә әйтер теләгем бар, фатиха бирәм, тисе, битһеҙ! Иҫе инәле-сығалы ҡарсыҡ үҙебеҙсәләй ебәрмәһенме! «Что за Баба-Яга?» тип, ҡунаҡтар киткән аптырашып, атайың ни, ултыра әпсәһенең әйткәндәрен баш ҡағып йөпләп, миңә килеп тороп уңайһыҙ... Шулайыраҡ булып бөттө беҙҙә. Туй көнөн йәй уртаһына билдәләнек... Һеҙ ҙә йыйына башлағыҙ ныҡлап, хәлле ҡоҙалар, елле ҡунаҡтар алдында оятҡа ҡалыу юҡ! Эйе, мин дә ҡалала ресторанда үткәрәйекме икән, тип алдан ыжығайным атайыңа, ул, йыуаштан йыуан сыға, тигәндәй, ҡайһы саҡ сығынсы аттан былайыраҡ бит, туйҙы атай нигеҙендә үткәрәмдән ары китмәне... Ярай, яҙғанын шул өйөбөҙҙә күрербеҙ... Эйе, табынға хәллерәктәрҙе йыйырға иҫәп. Һеҙ бирешмәҫһегеҙ ҙә ул, үҙең коммерсант, кейәү ГАИ-ла... Минекеләр үҙемә оҡшап әрһеҙ, талымһыҙ, ә бына ҡайным мәрхүмдәр яғы гел ярлы-ябаға. Ултырырҙар шунда мәсхәрәгә ҡалдырып. Белмәйем, атайың ни тиер, уға ҡалһа, саҡырабыҙҙан һалдырыр инде... Туйға өс йәшник араҡы һеҙҙән, өсәүһен үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ... Нишләп, тисе, теге халыҡ бит араҡыға бешкән, йөҙгәнсе эсмәһә, күңелдәре булмай. Әйҙә, мас булып тығынһындар... Эйе, арыуҙан, дозаторлыһынан ҡарап ал, бындағы, мин һатҡан самопал, суррогат бармай... Йәнә конвертҡа һалырҙы алдан ҡайғыртығыҙ, ҡабатлап әйтәм, тегеләрҙән кәм булмаһын, штубы!

Ҡыҙы Эмилияға шылтыратты:

– Һаумы, ни хәл, ҡыҙым?

– Ничего, мам... – тине теге остағы тауыш.

– Нимә унда ҡаласа бытылдайһың?

– Андрей рядом... – булды яуап.

– Ҡыҙым, кейәүҙең паспорты ҡайҙа?

– Зачем он тебе?

– Бер ҙә зачем түгел, эҫе мәлендә алып, үҙеңдекенә ҡушып апҡайтып, силсәүиткә тапшырып ҡуй. Һеҙҙе бит ауылда загсҡа яҙалар, шуға паспорттарҙың бында, сейфта бикле ятыуы зарур!

– Успеется...

– Арҡыры-торҡоро һөйләмә, йәме, эсең һыртыңа сыҡҡан килеш һемәйеп, ярыҡ ялғаш алдында ҡалһаң, терһәгеңде тешләргә үрелерһең дә, һуң булыр. Йәнә ҡоҙа фатир әҙерләнем, ти ине, алдан хәстәрләп, пропискаға инеү яйын ҡара, яҙылып ҡалһаң, һинең рөхсәтһеҙ кире төшөрә алмаҫтар. Шулай закунлаштырһаң, айырылыша ҡалған хәлдә лә, фатир ҡап урталай бүленә!

– Уңайһыҙ, әсәй...

– Уңайһыҙланыу, әҙәп, кисәге көн төшөнсәһе, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй, замана башҡа, заң башҡа хәҙер. Һин бит ҡатын-ҡыҙ, яйла, майла, хәйләлә, кәрәкле ерҙә балауыҙ һығып алһаң да килешер, әммә һәр ваҡыт үҙеңдең яғыңды ҡайыр. Ир-ат, тәртәгә егелеп ауыҙлыҡланған ат ише, бисәләренән үтеп, бер ҡайҙа ла бармай ул!

– Ладно, мам... – Ҡыҫҡа гудоктар ишетелеп, бәйләнеш өҙөлдө.

Төшкә тиклем кибеткә тиҫтәгә яҡын кеше һуғылды, башлыса ошо аҙна башында пенсияларын алған пенсионерҙар ҙа эскегә хирес ир-ат. Ауылда ошоноң ишеләр генә ҡалды хәҙер, йүнсел йәштәр, тормоштарын үҙгәртергә һәләтлеләр әллә ҡасан инәһеҙ ҡалып туҙыраған ҡорт күсе ише сит яҡтарға таралып бөттө. Хәмитовтарға ошолары ла еткән: көнкүреш тауарҙарын, өҫтәлгә ҡуйыр наҡыҫ аҙыҡ-түлекте, йәнә баш төҙәтерлек һыра-араҡыһын ташып өлгөртһәләр, шөкөр, яраған. Ошо эште тиҫтә йыл самаһы дауам иттереп, аҡса, бол төйнәштереп алырҙар ҙа, юллы, йәшәү шарттары ҡулайлыраҡ ергә шылырҙар. Ә бөтөүгә барған Сабир ауылының яҙмышы күптән хәл ителгән.

Ғәлиә ҡайтып, төшкө ашын үҙе генә ҡапҡыланы ла, кире түң башындағы элекке рабкооп магазинында урынлашҡан кибетенә ашыҡты. Ишек алдындағы иҫке йортта көн күргән бейеменең хәлен белергә лә ваҡыт тапманы. Ә ул ихатала күренмәне, һуңғы мәлдә ауырыҡһынып, йыш ятаҡлай шул. Ире ҡайтып инеп, мал-тыуарҙы ҡаршылап япҡандан һуң, киске аш янында хәбәр ҡуҙғатты:

– Көнөн билдәләнек тә ул, кемдәргә өндәшәбеҙ? – Өҙә-йырта һөйләүенән тойомлай, Ғилман шыпа ла көйһөҙ. Бына ул сынаяҡ аҫтына ҡойған сәйен ашыҡмай ғына һемереп ҡуйҙы ла, яҫы ҡаштарын төйөрөп, ситкә ҡараны. – Төш мәлендә әсәйҙең хәлен белеп сыҡһаңсы, йылдай оҙон көндә ауыҙы кибеп ятыуы еңелме?

– Атаҡ-атаҡ, бер баҫаһы урынға ике баҫып йүгермәләүемде беләгүрә бәйләнәсе. Төш мәлендә эштә инем, әпсәңдең ауыҙы кибеп ятһа, мин бүре башын ашар сиктә ас торҙом. – Ул бирән ҡорһағын көслөк менән эскә тартты. – Ауырыһа ни, духтыр түгелмен, ҡайһылай итәйем, запой мәлендә Разифаны бороп индереп ҡараттым да, ҡартлығы еткән, мөҙөргән, тигән диагноз ҡуйҙы.

– Бәлки, уны район больницаһына апарып тикшертергәлер?

– Эйе, тикшерҙеләр ти тикшермәй ҙә, хәҙер врачтар хөкүмәттең яңы күрһәтмәһе нигеҙендә етмеште үткәндәрҙе бөтөнләй ҡабул итмәй, ти, беҙҙәге йәшәү оҙайлығы алтмыштан да уҙмай бөгөнгө көндә. Ә әпсәң...

– Бейем, тиң!

– Һүҙҙән йөй эҙләмә, йәме, бейемдең ул сикте уҙғанына ни ғүмер...

– Кемгә күпме йәшәү бирелгәнлеген бер кем дә алдан билдәләп ҡуймаған...

– Күпме тыҡыйым, йортобоҙ янына кибет һалып алайыҡ, тип, ҡолағыңа ла элмәйһең, исмаһам, тауарҙарыбыҙға күҙ-ҡолаҡ булыр инек. Усаҡлыҡ ҙурлығындағы бураны күтәреү өсөн ҙур сығым да, оҙаҡ ваҡыт та кәрәкмәй, теләк кенә булһын. – Ғәлиә һөйләшеү темаһын үҙгәртә һалып, иң яҡшы һаҡланыу сараһы һөжүм икәнлеген яҡшы белгәнгә, күп тапҡырҙар сәйнәгәнен яңыртты. Яңылышманы, был юлы ла ире тиҙ ипкә килде:

– Туйҙы нишләп йәйге селлә осорона билдәләнегеҙ, борон ундай изге ғәмәлде уңыш йыйып алып, мал ҡураға ингәс үткәрә торғайнылар, ти, әсәйем, – тине ул.

– Хоҙай Тәғәләнең бөтә көндәре лә изге, һәм уларҙың һәммәһе лә кеше сәбәп ҡылып көн итһен өсөн тәғәйенләнгән, ти Шәрифйән мулла.

– Нимә белә ул һинең мулла тигәнең, элекке ата атеист һәм совхоз осорондағы бүлексәнең алыштырғыһыҙ парторгы.

– Унан башҡа гонаһһыҙҙы йыйын әтрәгәләмдәр араһынан, бар, табып ҡара! Исмаһам, был Ҡөрьән тәржемәһен ижекләп булһа ла уҡып, йола атҡара, бөтөнләй динһеҙ йөрөгән һымаҡ түгел.

Ғилман төп хәстәргә күсте:

– Кемдәргә өндәшәбеҙ, тигәндәй, Анжелика ҡыҙым менән Джон кейәүҙән башлайыҡ, шунан Себер яғында көн иткән Уйылдан ҡустылар, малайҙары Альберт менән Артур... – Ғәлиә, ризалашҡандай, ҡыҫҡа, һимеҙ бармаҡтарын бөгә бара. – Шунан атай мәрхүмдең ағаһы Ғиндулла, улы Рәхимйән ағай менән Разифа апайҙар...

Һуңғыларҙы ишеткән Ғәлиә йомған бармаҡтарын тарбайтып, ҡорт саҡҡандай һикереп китте:

– Уларҙы саҡырып, нимәләрен алмаҡсыһың?

– Мин уларҙың бер нимәһен дә алырға йыйынмайым!

– Килеүен килгәс, йәштәрҙе бүләкләмәй ҡалмайҙар бит инде, батмусҡа ямаулыҡтарын һалһындармы?

– Туй мөлкәт йыйыу сараһы түгел, унда ҡотлап, теләктәр әйтеү өсөн киләләр!

– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, бушты һөйләмә, йәме, тәүге тапҡыр килен төшөрөп, ҡыҙ бирмәйбеҙ. Һуң өйләнешкәндәр ғаилә ҡороуҙарының иртәгеһенә нисек тә йәшәп китергә тейеш бит әле.

– Һуң беҙ йәшәп алып киттек түгелме? Онотмаһаң, туйға бер һыйыр ҙа ике бәрән төштө. Ҡалғанын үҙебеҙ йыйҙыҡ, үҙебеҙ хәстәрләнек.

– Йәшәп алып киттең шул, миңә тап килгәсең. Анау күрше ауылда уҡытып йөрөгән Фәрзәнәгә өйләнһәң, икенсерәк һайрар инең. Үткәндә район үҙәгендә осраттым уны, кейгәне тотош прастуйҙан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тиҡый бит әле, мине күрмәмешкә һалыша.

– Эйе, тап иттем шул, тап иттерҙең...

– Нимә, һинең аяҡ-ҡулдарыңды бәйләп, сараһыҙламаным, үҙең алдан әйенселәп, эште боҙмаҫ кәрәк ине!

– Бейә кешәнәмәһә, айғыр яҡынлай һалып бармай...

– Хәләл бисәһен бейәгә тиңләргә нисек теле әйләнә бының. – Апаруҡ өндәшмәй тымпайһа ла, Ғәлиәнең үҙенең теле лә башҡа алыпһатарҙарҙыҡы ише йомшаҡтан, ипленән түгел, шуға үпкәһен тиҙ үк онотоп, биш былтыр элек булып үткән ваҡиғаларға күсте. – Әгәр иҫәпләшеүгә китһә, еленләгән, быҙауларға етешкән һыйыр минең яҡтан төштө, ә һинекеләр бүләк иткән бәрәндәр ҡыҫыр һәм ҡорсаңғы инеләр. Өйләнешеүебеҙгә бер йыл тигәндә, еҙнәйем биргән ағастан йорт бөтөрөп индек. Ҡалымға нимә һалдың әле? Әсәй мәрхүмә менән миңә сатин күлдәклек тә ҡытай яулығы, атайым мәрхүмгә теүәтәй ҙә калуш! Әллә мин өндәшмәй йөрөгәс тә, хәтере ҡыҫҡа бының, тип уйлайһыңмы!

– Еҙнәйеңә килгәндә, ярты урманды һатып эсеп төңкәйҙе, ниңә быларын да өҫтәмәйһең?

– Мәрхүмдең ҡәберен ҡуҙытып бисәкәйләнмә берүк!

– Давай, етте! – Ҡулын ҡылыс һымаҡ һелтәп, һауаны ҡыйған Ғилман яндырай ҡалҡынып урынынан тороп китте лә, асыҡ ишек тупһаһына барып ялпашты, алдына көл һауытын ҡуйып, тәмәке тоҡандырып, төтөн ауалатып апаруҡ һүҙһеҙ шымтайҙы.

Ғәлиә лә тырҫ-мырҫ итеп, сағыу тауышландырып, ҡашығаяҡ йыйыштырырға тотондо ла, бәхәсте дауам итергә саҡырып, дорфа ҡыҙыҡһынды:

– Төтөнөңә ҡарлыҡтыңмы әллә, ниңә өндәшмәйһең?

– Һине тыңлай башлаһаң, ҡарлығырһың да, – Ғилман тәмәкеһен һауытҡа тызып һүндереп, башын ишек яңағына терәне. – Ғиндулла олатайҙан, уның улы һәм ҡыҙынан башҡа был ауылда яҡындарҙан тағы кем бар? Йомош төшһә, шуларға барабыҙ.

– Йомош, тимә, кәңәш, тигән. Улар бирерҙән алда иң тәүҙә ас беттәй һине таларҙар әле. Ғиндулла ҡарттың бер аяғы түрҙә, икенсеһе гүрҙә, Рәхимйән урман алып шуны ҡырҡып, бура бурап һатып ғаиләһен аҫырай, Разифа медпунктта тиндәр өсөн бил бөгә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, рәтле туғандарың юҡ һинең.

– Әләйһә, әйҙә, район үҙәгенән бар алыпһатарҙарыңды йыйып, туй үткәрәйек, Ғәлиә...

– Кибет асҡансы ғына мин Ғәлиә инем, хәҙер күптәр Ғәлиә Сәләхетдиновна, тип кенә ебәрә, тимәк, ихтирам итәләр, автаритет ҡаҙанғанмын, ә ул буштан ғына килмәй. Эш яйға һалынғас, туйып һикерә башланың, Ғилман, ашаған сеүәтәңә төкөрәһең. Әгәр мин һаман да яғылмаған клубта завклуб вазифаһында бил бөкһәм, ә һин мөғәллимлегеңә барып, һаман да үҙеңдең дә, балаларҙың да башын шул хисаплауҙарың менән ҡатырһаң, әллә ҡасан ярлыға таянып дөмөгөр инек!

– Һиңә һүҙ әрәм иткәнсе! – Ғилман шарт та шорт баҫып сығып китте.

Ғәлиә лә өй эсендәге ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен теүәлләгәс, ялан кәртәгә ябылған һыйырҙарын һауырға йүнәлде. Ире ишек алдында күренмәй, моғайын, әсәһенең янына хәл белергә ингәндер, уның менән көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, шул кибеп бөткән ҡарсыҡтың кәңәштәрен тыңларға, тоторға әүәҫ бит ул. Тәүҙә елтән Алаҡайын һауып алырға итте. Үҙе менән тотоп сыҡҡан бәләкәй ултырғысты йәтешләп ҡуйып, уға ағас тирмәндәй йәйенке осаһын терәне, ҡыҫҡа тарбыҡ сатына биҙрәне ҡыҫтырҙы. «Минең менән арҡыры-торҡоро һөйләшһә лә, әсәһе менән сөкөрҙәшәлер әле... Ә бит бейеме килен булып төшкәндән алып уны мөрхәтһенмәне, йә кәңәш-төңәштәре, йә һүҙҙәре берекмәй...» Өйҙән эйәреп сыҡҡан сәкәләшеү шауҡымына әле мейеһен йыбырлатҡан асыуы ла ҡушылғайны, йәнендә биреһе ҡотороп, һөт менән тулышҡан еленгә сат йәбеште лә, имсәктәрҙе көсәнеп тартҡылай башланы. Бындай тупаҫ мөғәмәләне ҡабул итмәгән һыйыр артҡы аяҡтарын күтәреп, төбөнә буйтым һөт йыйылған биҙрәне әллә ҡайҙа, баһыу буйына ырғыта типте, тояҡ саҡ сикәһенә эләкмәне, кинәт артҡа янтайып, ялан кәртә уртаһында батмустай йәйелеп ятҡан «шыйыҡ ҡоймаҡҡа» ултыра төшөп өлгөрҙө. «Ҡороғор, мине типкән аяғыңды эт кимергер нәмәҫтәкәй!» Әсе тауыш менән сәрелдәп ҡарғанып, өйәҙәп ятҡан еренән туңҡаңлай-йөгөнөкләй ҡалҡынды ла, еүешләнеп өлгөргән осаһын усы менән һыпырҙы, әммә йәшел үләндән генә хасил тиҙәк уның һайын ҙурыраҡ йәйелде, күлдәген эт алғыһыҙ итте, ҡулын бысратты. Туйтаңлап мал аҙбарына ҡаршы урынлашҡан мунса яғына атланы, өҫтөн һалып, ҡаҙанда кисәгенән ҡалған йылымыс һыуҙы тасҡа тултырып алып сайынды, йыуырға тип әҙерләгән керҙәр араһынан халатын табып кейҙе. Сығышлай бер яҡ ситтә тәгәрәп ятҡан биҙрәне беләгенә элде лә, өкәлтәктә сабырһыҙланып тыбызыҡлаған быҙауҙарҙы һыйырҙарға ҡушып, өй яғына йүнәлде. Шөғөлөнөң рәт-яйы киткәйне. Уның көйһөҙлөгөн һиҙгән Алабай ҡойроғон бот араһына ҡыҫып, арты менән өңөнә ҡарай шылышты. Инеп, биҙрәне түрбашҡа ҡуйып, залдағы диванға сумды ла, телевизор экранына тексәйҙе. Унда мөхәббәт хаҡында сериал күрһәтәләр ине. «Үәт, йәшәй бит башҡалар, ә! Әкиәттәгеләй мөғжизәле, йәмле, күңелле көн итәләр, килешле итеп кейенәләр, торлаҡтары хан һарайынан былайыраҡ. Ресторандарҙа тәғәмләнгән өҫтәлдәре һуң, нәзәкәтле ҡыланып мөғәмәлә итеүҙәре! Илереп ғашиҡ тотоуҙары эсмәйенсә башты әйләндерерлек, ҡауышыуҙары серле илаһилыҡҡа сорналған. Ә бит ысынында ундай тормош бар ерҙә, тик ул ырыҫлылар өсөн тәғәйенләнгән. Күк менән ер араһылай айырмалы ике донъя, әйтерһең, бер ваҡытта ла киҫешмәҫлек итеп йәнәш һалынған берләм һуҡмаҡ: береһенән ҡотлолар атлай, икенсеһенән уның ише өлөшһөҙҙәр. Ошонан аҙаҡ, ғәҙеллек бар ерҙә, тип әйтеп ҡара! Йәшә инде бына һуҡыр сысҡан ише ерҙә соҡоноп, һыйыр тиҙәгенә болғанып, бер ниндәй гүзәллек тә, нескәлек тә юҡ ерҙә. Ә бит уның да ғашиҡ утында янып йөрөгән саҡтары булманы түгел, булды. Анау мәҙәниәт бүлеге начальнигы Вәлитйән ашарҙай итеп ҡарап, яйы сыҡҡанда, аулаҡта, дәртте тоҡандырғыс итеп тығыҙ түштәренән, дерелдәк осаһынан һәрмәй торғайны бит. Ваҡыт үтеү менән шул ҡытыҡты килтергес һәрмәүҙәр төпкәрәк шылып, мөнәсәбәттәр тәрәнгә китте. Йәше урта саманан уҙып барғанда тоҡанған хистәре ихластан ине. Һаҡмарҙан һыу инеп ҡайтып килешләй сауҡалыҡта ашыҡ-бошоҡ сафлығынан яҙҙырғандан һуң, ҡайҙалыр китеп олаҡҡан Камилды иҫәпкә алмағанда, ошоғаса Вәлитйән һымаҡ уны бер кем дә яҡын күрмәне һәм уның һымаҡ бер кем дә артынан оҙаҡ ҡыялып йөрөмәне. Ә бит тәбәнәк буйын, тулҡын рәүешендә бүлкәтләнеп май ҡунған ҡабырғаларын, түш яғынан осаһына һыпыра тоташҡан билен, бер аҙ ҡамыт ҡыҫҡа аяҡтарын иҫәпкә алмағанда, төҫ-башҡа анау тиҡый Фәрзәнәнән артыҡ булмаһа, һис тә кәм түгел. Ул эшләгән клубтың сәхнә артындағы бүлмәһендә дәртле ҡыҫышып, ирендәрҙе ҡанатҡансы үбешеүҙәрҙең емеше булып Рәмилгә ауырға ҡалды. Был хаҡта ишетеү менән Вәлитйәндең ауыл клубын ҡайта-ҡайта тикшереүе ҡырҡа һирәгәйҙе, бара-тора бөтөнләй туҡталды. Аптырағас, ғорурлығын еңеп, Ғәлиә район үҙәгенә бер нисә тапҡыр барып ураны, начальникты тап итә алманы, ул райондың башҡа клубтарын тикшерергә сығып киткәйне. Ауыр хәлдә тороп ҡалған Ғәлиә яйын тапты барыбер, эсе беленә башламаҫ борон уҡ бешкән дегәнәктәй Ғилманға һырыҡты. Тегеһе тиҡый Фәрзәнә менән күптән дуҫлашып йөрөһә лә, тәжрибәһеҙ һәм бер ҡатлы булып сыҡты. Ярай әле, һуңынан шыма ғына китте. Теге һапалы юғары математик анализға оҫта булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың серле хисабына мәшәү икән дә баһа, белмәне лә, һиҙмәне лә, осрашыуҙарына аҙна самаһы үткәс, күҙҙәрен йәшләндереп «Һинән ауырға ҡалдым», тигәйне, яңы ҡапҡаға тексәйгән һарыҡ тәкәһеләй тупайтып ҡарап ышанды ла ҡуйҙы, ике һүҙҙең береһендә «Өйләнәйек»тән һалдыра башланы. Ғәлиәгә шул ғына кәрәк ине лә. Рәмил артынан Анжелика тыуҙы, шунан Эмилия. Гонаһы юҡ, һуңғы икәүһе тәғәйен Ғилмандан. Тимәк, бөтөнләй гонаһһыҙ һәм саф, йәш саҡта кем кемгә ғашиҡ булмай ҙа, кем кем менән йөрөмәй! Вәлитйән Ғәлиә кейәүгә сыҡҡас, «Беренсе һөйөү онотолмай ул», тип, бәйләнеште яңыртырға маташҡайны ла, Ғәлиә уны яҡынлатманы, «Мин – һине, һин мине белмәйһең», тип кенә ебәрҙе. Ауыл ерендә ир өҫтөнән икенсе берәү менән сыуалыуҙың хәтәр икәнлеген белә ине ул. Шуға гонаһлы йәнендәге аҙғынлығын боҫормаларға, баҫырырға үҙендә көс тапты. Ярай әле үҙенең аҫтыртынлығы, шылғаяҡлығы ярҙам итте, ауырға ҡалыуға килтергән мауығыуын белеүсе, һиҙеүсе булманы алай ҙа. Вәлитйән биләгән вазифаһынан файҙаланып, ҡыҫымға алды, әүрәтеү, янау һөҙөмтә бирмәгәс, көсөнә һалышты. Начальниктың ҡаты үпкәләүе тиҙҙән асыуға күсте, асыуы ҡанығыуға ялғанды. Ул кәңәшмә һайын Ғәлиәне баҫтырып ҡуйып тәнҡитләр булып китте. Сыҙаманы эҙәрлекләүгә, эшенән сығып, аҙ-маҙ төйнәнгәндәренә төйөрөм генә кредит өҫтәп алып, яңы күтәрелеш ала барған алыпһатарлыҡҡа күсте.

Һөйләшкән-килешкән буйынса балалары, атап әйткәндә, Джон кейәүенең ғаиләһе, Андрей менән Эмилия туйға бер аҙна самаһы алдан ҡайтып төштө. Уға ҡәҙәр былай ҙа буяр ерҙе буяп, аушайған бағаналарҙы төҙәтеп ултыртып, көндәре үтә ине, ҡаланыҡылар ҡалған эшкә тотоноп киттеләр. Ҡатын-ҡыҙ ҡаралтыны сығарып елләтеп, тотош өйҙө йыуып рәткә килтерҙе, мунсаның ҡоромло стеналарын ағартып, иҙәнен ҡырып йыуып сыҡты.

Ир-егеттәр Рәхимйәндең етәкселеге аҫтында туй табыны барыр ерҙе киңәйтеп, оло ҡыуыш ҡорорға тотондо. Сәбилә әбей ятҡан иҫке йортҡа ғына оронманылар, сөнки стеналарынан балсығы ҡойолоп, түшәм таҡталарының сереге өҫкә яуған, тотош донъя аламаһы нышып тултырылған иҫке өйгә йәшәү рәүешен керетеү өсөн генә лә аҙна-ун көн самаһы мәшәҡәтләнергә тура киләсәк. Өҫтәүенә, унда быҙауҙар, һарыҡ-кәзә бәрәстәре ҡышлағас, торлаҡҡа елләтеп булмаҫлыҡ дәрәжәлә һыҡра еҫе һеңгән, ваҡыттары ҡалһа, тыш яҡтан аҡлаштырырҙар ҙа, инеп-сығып йөрөмәһендәр өсөн ишеккә йоҙаҡ һалырҙар, иң еңел юлы ана шул.

Иртәгә туй, тигән көндө ауылдан аралашҡан кешеләрҙе сәйгә алдылар ҙа, уларҙы оҙатып, үҙҙәре генә ҡалғас, өҫтәл артында ултырған Ғилман өй хужаһы булараҡ һүҙ башланы:

– Һый-ниғмәттәрҙе теүәлләп, донъяны ипләнек, иң мөһиме, туй тыныс үтһен инде. Өлөшөбөҙгә төшкән бурысты ҡайтарып бөтәүебеҙ ошо, бисәкәй. – Ҡатынының яғына һирпелеп алғас, ҡарашын башҡаларға күсерҙе. – Ни тиһәң дә, оло йыйын бит, Рәмил, өлкән булараҡ, төп эштәр һинең өҫтә, ә һин, Джон кейәү, уға ярҙам итерһең. Уйылдан ҡусты уландары менән килә лә бит, ни тиһәң дә, беҙҙән алыҫ ятҡандар мәшәҡәттең яйын-рәтен белмәҫтәр. Ҡапҡа төбөндә ҡаршы алыу – килендәргә, машиналарҙы урынлаштырыу, Джон кейәү, ГАИ булараҡ – һиңә. Ишек алды яландай иркен, һыйырҙар әле.

– Шунан кейәү булаһы егеткә, Эмилияға һирпелде. – Һеҙгә эш ҡушмаҫбыҙ, үҙ мәшәҡәттәрегеҙ ҙә баштан ашҡан.

– Яҙылыу сельсоветталыр? – тип һорау ҡыҫтырҙы Анжелика.

– Бәрәмәс, шунда, башҡа ҡайҙа булһын!

– Ауыҙын тултырып көйшәгән Ғәлиә сәйнәгәнен сынаяҡ аҫтындағы сәй менән шыйыҡлап төшөрөп ебәрҙе лә, элә һалып алды. – ЗАГС-ты ҡоҙалар аңламаҫ, ҡабул итмәҫ, тип, һәммәбеҙ аңлаған телдә апарырға әйткәйнем дә, Ибраһимдың теле ул яҡҡа ҡаты бит. Шуға йоланы атҡарыуҙы урыҫса матур ғына һупалаған уҡытыусы Хөмәйрәгә йөкмәтергә хәл иттеләр, уның ҡайҙа эшләп йөрөгәнен кем генә төпсөнөп торор тиһең...

– ЗАГС-тан һуң мәсеткә, шунан һуғышта ятып ҡалғандарҙың һәйкәленә барып, сәскәләр һалыу модала... – Быны Рәмилдең ҡатыны Әлфиә өҫтәне.

– Батаны теге парторг Шәрифйән уҡыр инде, тигәйнек, бер аҙна башын да ҡалҡытмай эсеп, бахмурҙан ята, ғибрәт. Ә һәйкәлгә килгәндә, бағып, ҡарап тормағас, уны дегәнәк, кесерткән баҫҡан. Так што, юҡ-бар менән булашмаҫбыҙ. – Был турала ары сурытырға теләмәгән хужабикә иғтибарҙы икенсе мәсьәләгә йүнәлтте. – Йоҡлауға килгәндә, һарай башы иркен, яңы сабылған бесән йәйеп һалһаҡ, йәш-елкенсәк шунда төнәр, ә өлкәнерәктәрҙе, Рәмил, һеҙгә апарырбыҙ, Ғиндулла олатайыңдың, уның улы менән ҡыҙының өйөнә таратырбыҙ.

– Иң мөһиме, араҡыны йәлләмәй ҡояйыҡ, тәгәрәгәнсе эсәйек, иң шәп, күңелсәк ҡунаҡ – иҫерек ҡунаҡ! – тине Джон.

– Эсәйек, тип күҙҙәреңде майландырып ултырма, йәме, һин ҡойоусы ғына, – тип иҫкәртә һалды Анжелика.

– Хәҙер күп урындарҙа араҡыһыҙ туй үткәрәләр, – тине Әлфиә.

– Булдыҡ беҙ ундай туйҙа. Ир-ат аҙбар яғына барып, ҡасып-боҫоп йотоп килә лә өҫтәл артында суфый ише ҡылана. Лучше йәшермәй эсһен дә ҡуйһындар. Ниңә үҙеңде лә, башҡаларҙы ла алдарға! – Анжелика ҡушылып китте.

– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, кемдеке – шуныҡы, туй матур, иң мөһиме, ыҙғышһыҙ үтһен, – тип һөйләшеүҙе йомғаҡланы Ғилман.

Ҡунаҡтар, «Күрегеҙ, бына беҙ ниндәйерәк», тигәндәй, тиҫтәнән ашыу сит ил машиналарына тейәлеп, кемуҙарҙан пипелдәтешеп, ҡош-ҡорт өркөтөп, эт өрҙөрөп, туҙан борхотоп, Сабир ауылын бер тапҡыр уранылар ҙа, Ғилмандарҙың ҡапҡа ауыҙына килеп туҡтанылар. Унда баҫҡан йәш килендәр, Джон менән Рәмил ҡунаҡтарҙы араҡы, һыра, кеүәҫ эсереп, колбаса һоғондороп үткәрә башланы.

– Драстуйте! – Ғәлиә эркет гөбөһөләй йыуан, саҡ байпанлап атлаған ҡоҙағыйына ҡаршы йүгермәләп барҙы ла, ике ҡулын һоноп күреште. – Как доехали? – Көн һайын аралашмағас, һөйләшеүе ошо ерҙә өҙөлдө, ул һүҙен күтәрмәләүгә өмөт итеп, эргәһендәге Анжеликаһына һирпелде.

– По проселочной дороге долго ехать, от жары и от пыли чуть с ума не сошла! – Мария Петровна йөҙөн ризаһыҙ сирып, ерән төҫкә буялған ҡыҫҡа сәстәрен, тирле маңлайын ҡул һырты менән һыпырҙы, шунан уның өсөн генә айырым батмуста килтерелгән рюмканы сытыраймай ғына түңкәреп, ирендәре үтә ҡыҙыл помада менән ҡайылған йәйенке ауыҙын төйөрөм колбаса киҫәге менән томалап ҡуйҙы. Бер аҙҙан икенсе рюмка ла тәүгеһенең артынан юлланды һәм дәү, мискәләй ҡорһаҡтан ҡәнәғәт кикереүҙе ҡыуалап сығарҙы. Ниһайәт, һимеҙ биттәргә алһыулыҡ бөркөлдө, маңлай һырҙары яҙылды. – Но у Вас тут красиво, не тронутые цивилизацией райские места... – Шешенке ҡабаҡтарын яҙып, алыҫта киртләсләнеп күренгән тауҙарға, үҙәндән бормаланып аҡҡан Һаҡмарға, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡайын урманына ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын атты.

– Мәтрүшкәле ҡайын миндеге ебетелгән, кәрәк-яраҡ та әҙер, мунсаға саҡыр, Анжела!

Ҡалған ҡунаҡтарҙы сәй табыны артында һыйлауға апаруҡ ваҡыт китһә лә, төп ҡоҙағый мунсанан сығырға ашыҡманы. Сәғәт ярым самаһы юғалып торғандан һуң, эс майы һәм янбаш целлюлиты туғарланып, аҫҡа һалынған килбәтһеҙ кәүҙәһен көскә һөйрәп, ах та ух килеп, тышылдап соланға сыҡты ла, әҙерләп ҡуйылған кеүәҫте төп күтәрә ебәргәс, баяғынан да ҡеүәтлерәк итеп геүелдәтеп кикерҙе, шунан беренсе һорауын бирҙе:

– Есть ли в ваших краях другие деревни? Тел төбөн шунда уҡ төшөнөп алған Ғәлиә ҡабаланып-ҡарһаланып яуап бирә һалды:

– Есть. Васильевка. Пятнадцать километров от нас...

– Есть ли там церковь?

– И церковь есть, и поп там...

– После ЗАЕСа поедем туда! – Мария Петровна кире ҡаҡҡыһыҙ бойороулы тонда шулай тине лә, сиркәүгә барыу сәбәбен төшөндөрөп ҡуйҙы. – В церковь хожу только по большим религиозным праздникам, и в бога я не верю. Но обожаю внешний атрибут, люблю шоу. Наше посещение будем снимать на видео, потом будем показывать друзьям. Для этого с собой взяли профессионального оператора.

Был хаҡта ишеткән Әлфиә аптырап бот сапты:

– Нисек була инде был, бейем, сиркәүгә барып суҡынырға тейешбеҙме тағы? Аҙаҡ ауылдаштар күҙенә нисек ҡарарбыҙ?

– Өндәшмә, – тип ыҫылданы Ғәлиә. – Берәй сәғәткә юғалып тороуыбыҙҙы кем күрә лә кем белә? Бер тапҡыр суҡыныуҙан берегеҙҙең дә уҡаһы ҡойолмаҫ, мәсет тә, сиркәү ҙә – икеһе лә Алла йорттары, ҡайһыныһына барып табынһаң да барыбер түгелме ни?

– Ҡунаҡтарҙың күңелен ҡыймайым тип, тәрегә табынайыҡмы инде, бейем? Улайһа, әйҙә, заманса ҡыландырайыҡ, мәсетенә лә, сиркәүенә лә бармайыҡ. Һеҙ суҡынып ҡына китегеҙ, ә мин бында ҡалам, аш-һыу тирәһен ҡараштырырға ла кеше кәрәк бит әле.

– Күршең һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ, тигән мәҡәлде ишеткәнең бармы? Барырһың, мин әйткәс, Рәмилде ҡултыҡлап иң алдан юрғаларһың!

Ары һүҙ көрәштерергә теләмәгән килен башын баҫып китеп барҙы. Туй мәле етеүгә, ауыл ҡунаҡтары күренгеләй башланы. Түшен тултырып орден-миҙалдарын тағып алған Ғиндулла ҡарт яҡындарын эйәртеп, тәүгеләрҙән булып килеп инде лә, кимәл һаҡлап, һәммәһе менән күрешкәс, түр яҡты биләне; иң башта төп ҡоҙа менән абруйлы ғына әңгәмәләште, шунан кесерәктәренә күсте: «Ғилманға саҡырылһаң да, ауыл осонда йәшәйбеҙ, башта юл ыңғайы миңә һуғылырға тейеш инең», – тип, Уйылдан ҡустыһын еңелсә ҡыҙҙырып алды. Улы, кейәүе урындар-ын белеп, ситкәрәк тартылды, ҡыҙы менән килене ярҙамлашырға тип, алъяпҡыстар быуып алып, ҡаҙанлыҡ яғына йүнәлде. Ары ҡатындарын эйәрткән мәктәп директоры Нур Талипович, хакимиәт башлығы Ибраһим Ғәлимйәнович күренде. Улар ҙа Ғиндулла ҡарттың эргәһенә ҡунаҡланы.

Саҡырылғандар йыйылып бөткәс. Ғилман ҡайҙа ултырырға белмәй аптыранышып ҡалғандарҙы йәштәренә, дәрәжәләренә яраҡлы урынлаштырҙы. Йәштәр өсөн ишек алдынында ҡупшы сатыр эшләнгәйне. Мәжлес ҡыҙған мәлдә уларҙың өҫтәлдәрҙе бутап, өлкәндәр яғына сығып ҡаңғыртасаҡтары көн кеүек асыҡ, ни хәл итәһең, ихатанан ситкә ҡыуып сығарып булмай бит. Ҡап уртала күңел асыу өсөн таҡтанан иҙән түшәлгән. Муйындарына ҡыҙыл таҫма бәйләнгән шешәләр шауҙырлаған йәшниктәрҙе ике еңгә бейей-бейей индергәс, ошоғаса ҡорт күсендәй геүләгән табын дәррәү сәпәкәй итеп ебәрҙе: «Көрәгә килә, көрәгә, бәрәкәт!» – тигән ауаздар ишетелде. Ғилман туйҙы асҡандан һуң, исем-шәрифтәрен әйтеп, туғанлыҡ яғын аңлатып-төшөндөрөп, яҡындары менән таныштыра башланы. Ҡала ҡунаҡтарына был ҡыҙыҡ та, мөһим дә түгел ине шикелле, битараф йөҙҙәрен төмһәртеп, ҡасан бөтөр был, тигән ҡиәфәттә ултыралар, бәғзеләр ашҡа хуш биргәнде лә көтмәй һалып эсеп ебәреп, ашауға йомолдо. Ә егеттең атаһы барлауҙы ла кәрәк һанамай, ҡоласын ғына йәйҙе: «Вот они, мои! Давайте, выпьем за всех нас!» Беренсенең төбөндә ҡалдырырға ярамағанлыҡтан, таҙа итеп йотоп ҡуйҙылар, шунан өй хужаларының һаулығына, ары туйҙың матур үтеүен теләп күтәрҙеләр. Рюмкалар бушаған һайын йөҙҙәр алһыуланды, телдәр сиселде, баштағы тартыныу юҡҡа сыҡты.

ЗАГС-тан һуң Васильевкаға елдерҙеләр. Был хаҡта артыҡлап шауламаһалар ҙа, юлдарында осрағандар уларҙың ҡырын сәфәргә сығыуын һиҙемләне шикелле. Милләттәр, диндәрҙең һәммәһе тигеҙ, һәммәһе айырым ихтирамға лайыҡ, һәр тел, мәҙәниәт үҙенсә гүзәл, үҙенсә ҡабатланмаҫ, әммә ләкин уларҙы айырып тотҡан, береһе икенсеһенә яҡынламаҫлыҡ итеп араларына тартылған күҙгә күренмәҫ шаршау ҙа бар бит әле. Шул сикте ашатлап сығырға ярамай. Ярамай! Ҡан ҡатнашыуы, милләттәрҙең, диндәрҙең буталыуы, маңҡортлоҡҡа һәм динһеҙлеккә килтерә. Ваҡытһыҙлыҡ, быуынһыҙлыҡ тантана итеүе ошомо икән әллә, йәшәйеште бит мәғәнәһеҙ уртасыллыҡ һәм исемле исемһеҙҙәр баҫып бара. Ғилман һылтауын табып, тәмәке тартҡанға һалышып, сиркәүҙең эсенә иң аҙаҡҡа ҡалып инде лә, күңелен баҫҡан шөбһәне еңә алмай, мөйөшкә һыйынды, сөнки бәләкәй саҡтан уҡ тәренән һипһенеү һәм тартылыу аңына һеңгән. Ҡыҙмаса ҡунаҡтарҙың һуҡмыш төбәлеүҙәренән боҫһа ла, видео-камераның объективынан ҡаса алманы, ирештергәндәй, яҡындан да, китә биреп тә, сүгеп, аҫтан өҫкә ҡаратып та уны видеоға төшөрә башланылар. «Сәсрәп кенә китегеҙсе, мәйелегеҙ, маташтырығыҙ әйҙә, һеҙгә бит шау-шыу, шоу кәрәк!» Яурындарын кирә биреп, турайып баҫты. Поптың үтә лә тырышып йоланы атҡарыуын, монашкаға оҡшатып ҡара яулыҡ бөркәнгән ҡатынының иң алға баҫып, тырышып-тырмашып суҡыныуын асы йылмайыу аша екһенеп күҙәтте. Ысынбарлыҡҡа тиҙ яраҡлаша белә шул Ғәлиә, елдең ҡайҙан ҡайҙа табан иҫеүен һә тигәнсе абайлап, шунда уҡ сараһын күрә һалып та ҡуя. Бөгөнгө алыпһатарлыҡтың асылы ла, бәлки, шундалыр, сөнки беренсе урынға мәңгелек ҡиммәттәр түгел, аҡса, килем ҡуйыла, өлөшөн һаҡлап, эргәһендәгеләрҙе тамаҡларға әҙер ас бүреләй өҙлөкһөҙ табыш артынан ҡыуыу әҙәм балаһының йөҙ-фиғелен үҙгәртеп, унан быға тиклем күрелмәгән яңы йән эйәһе – «бүреэт» әүәләй. Ғәлиәһе лә бит бөгөн ана шул аҡсаны Аллалай күргән мөхиттә әйләнә... Юҡ, юҡ, уны һис кенә лә яманларға, кәмһетергә йыйынмай. Өй тирәһен ялт иттереп таҙа тота, ҡара эшкә әрһеҙ, аш-һыуға сымры, өҫ-башын әрпеш йөрөтмәй, ә ир-егет өсөн былар аҙ түгел. Йәнә нисә йыл уртаҡ түшәктә арҡа йылытышалар, бер-береһенә эҫенеп, өйрәнеп бөткәндәр. Тик яратамы һуң ул уны? Әйтә алмай... Ундай илаһи хисте Фәрзәнә менән дуҫлашҡанда ғына тәү ҡат кисерҙе: уны күрһә, йәне елкенеп, йөрәге дөбөрҙәп бейеп, асманға атлыға торғайны. Фәрзәнә лә уға наҙлы итеп, үҙ итеп, яратып ҡарай, тойғолары ла саф, хатта үпкәләшеүҙәре лә эскерһеҙ. Ҡыҙ асылып бармаһа ла. Ғилманды ярата ине шикелле, юғиһә, институтты тамамлау менән республиканың төньяҡ райондарының береһендә йәшәп тә, уның йәшәгән районына, хатта ауылына йүнәлтмә алып килмәҫ ине, моғайын. Тик бер кистә ерле юҡтан йөй табып, ҡылтайышты ла ҡуйҙылар. Дәрестәр әҙерләп, онотолоп дәфтәр тикшереп ултырып, ҡыҙ һуңлайһы урынға осрашыуға ул һуңлағайны, баҙарын төшөрөргә теләмәгән ҡыҙ сыпраңланы ла китте. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ул да булдымы инде үпкә? Үтә ғорур булғанлыҡтан, береһе икенсеһенә яҡынларға һәм ғәфү үтенергә ашыҡманы.

Шул мәлде генә көткәндәй, ике уртала Ғәлиә пәйҙә булды. Фәрзәнә кис оҙата барып, хушлашҡан саҡта битенән генә үбергә рөхсәт итһә, был ни шундуҡ, ымһыныулы, серле «һыйҙың» мулын һоғондорҙо. Йәш тәндә урғылған теләктән бушанып, ҡырағай дәрте һүрелгәндә рәтләнере рәтләнгән, ҡылыныры ҡылынғайны шул. Шул минутта үкенеүле үртәлеүҙән янған Ғилман уны ваҡ ҡына киҫәктәргә өҙгөсләп ырғытҡыһы килде. Әле генә тәне тартылған ҡыҙ ҡотто осорғос ят һәм һөйкөмһөҙ күренде. Тик ҡатын-ҡыҙҙы ҡул менән түгел, һүҙ менән дә ҡыйырһыта белмәгән егет таш балбалдай һерәйеп тора биргәс, ярһыуынан бүлмә стенаһын йоҙроғо менән төйҙө, уҡтай атылып тышҡа сыҡты, клуб күтәрмәһенән эләгә-йығыла түбәнгә һикерҙе лә, бушлат төймәләрен дә элеп аҙапланмай, кәпәсен ҡулына йомарлап ыжғыр буранға ҡаршы атланы...

Иртәгеһен көнө буйы һәүетемсә мәшәҡәттәр менән булашып, эңер төшөүгә теге, тәүге тапҡыр кисергән тетрәндергес ваҡиғаның йәнде ҡыйған ҡырҙары һиҙелерлек тупарғайны, асыуы тамам баҫылғайны. Клубта бүлмәһе яғына ҡаш һикертеп саҡырыулы йылмайған Ғәлиәне күргәс, аяҡтары араһындағы гонаһ шомлоғо башындағы айыҡ аҡылына буйһонорға теләмәй, кисәгенән дә ғәйрәтлерәк ҡабарып, ҡабаттан теге ләззәтте тәтергә ҡотортто. «Бөгөн генә, һәм... башҡаса барыу юҡ!» Ике көн үтте, өс көн, унан ары... шунан сыға алмаҫлыҡ булып, Ғәлиәнең ҡуйынына батты. Ауыл ерендә бит бер оста сөскөрһәләр, икенсе осонда «Йәрхәмбикалла!» тиҙәр, был хәбәр ҙә бик тиҙ таралды. Тырышып таратыусыһы Ғәлиә үҙе ине. Ғүмере буйы ғәҙел йәшәп, унан өлгө алыуҙарына күнеккән Фазлетдин ҡарт шырпы бөртөгөләй тоҡанып китеп, бил ҡайышына йәбеште, улының уҡытыусылығына ла ҡарап тормай, уңлы-һуллы бәргесләп ташланы һәм өҫтәлгә йоҙроҡлап тондороп, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарын сығарҙы: «Төшөп ҡалған, арҡыры ятҡанды өйөнә ташыған кибетсе Ҡомаҡ Сәләх менән ҡоҙалашырмын, тип, ике ятып бер төшөмә инмәгәйне, донъя шулай итеп бер алдын, бер артын күрһәтә икән ул, ҡәһәрең! Ҡулың менән эшләгәс, иңең менән күтәрә лә бел, киләһе йомала әйттерергә барабыҙ, ә һин, Сәбилә, күлдәк-яулыҡтарынды, мәһәреңде әҙерлә!»

Ул өйләнгәс, оҙаҡ та тормай, Фәрзәнә күрше ауылға кейәүгә сығып китте. Осраҡлы ғына урамда тап булышҡайнылар. Фәрзәнә күҙҙәрен монһоуландырып: «Нимә эшләнең һин, Ғилман, үкенерһең бер килеп...» – тип бышылданы. Үкенгән саҡтары булманы түгел, булды, өйләнешеүҙәренең тәүге йылдарында барыһын күтәреп-бәреп башы һуҡҡан яҡҡа сығып китергә лә йыйынып ҡуйҙы. «Өйләнгәсең – йәшә, беҙҙең тоҡомда ҡатындарын йәберләүселәр, ташлаусылар, айырыусылар булманы һәм булмаясаҡ!» – тип ҡырт киҫте ҡырыҫ холоҡло атаһы. Ғилман үҙе лә белә-күрә йөрөй, Ғәлиәһе уның өсөн йән атып, үҙәләнеп бармай. Йылдар үтеү менән ғаиләһе ишәйҙе, йәнен өйкәгән ятһыныу, әйтелмәгән, бер тапҡыр ҙа әйтелмәйәсәк үпкә һүҙе икенсе планға күсеп, уның урынына балаларына булған наҙ һәм уларҙы теләһә ниндәй мәлдә лә ҡурсырға ынтылыу тойғоһо ғына тороп ҡалды. Ҡатыны ла тормош ғәменә сумды, донъя хәстәренә батты, аҡса хисаплауға әүәҫләнеп алды. Билдәле бер мауығыу икенсеһен бөтөнләй оноттора икән шул...

Килтергән бүләктәрҙе һалыр мәл еткәс, ике яҡтан да вәкилдәр сығарып, иҫәпләү комиссияһы тәғәйенләнде. Иң беренсе һүҙ Ғилман менән Ғәлиәгә бирелде. Теге саҡ, әйттерә килгәндәрендә бүләк итеп күпме аҡса һалырға кәрәклекте урата-һуҡтыра белешкәйне лә ул, ҡоҙаһы «Это уже ваши проблемы», тип ҡуйыу менән генә сикләнде. Ауыл ерендә ҡалыр йәштәргә һыйыр һалалар, ғәҙәттә, ә быларға ни ҡылырға икәнлекте ҡатыны менән оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, һатыуҙан килгән килемде ҡырып-юнып, аҡсалата һалырға иттеләр. Бүләк, үҙҙәренең хисабынса, түңәрәк һәм йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек тойолдо. Ғилман тулҡынланыуҙан тамағын ҡырып алды, тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡтарын теүәлләгәндәй, ҡарашын өҫтәл буйлап йүгертте. Ғилмандың ҡотлауы ҡыҫҡа, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡоро һәм рәсми килеп сыҡты. Уның ҡарауы, Ғәлиәһе килештерҙе: оҙон-оҙаҡ теләктәрен әйткәндән һуң, барып кейәүен һәм ҡыҙын «әп» итеп алды, кире урынына килеп баҫҡас, күҙен йәшкәҙәтеп, балауыҙ һығып алырға ла онотманы. Иң һуңынан Ғилман пинжәгенең түш кеҫәһенән теге төйөрөм конвертты сығарып, ундағы хаҡты әйтеп, һонолған батмусҡа ырғытты. Туғандары бындай йомартлыҡты көтмәгәнлектән, хуплап, ҡул сабып ебәрҙе. Ҡаланан килгәндәрҙең иҫе лә китмәне. Күҙ ҡырыйы менән шуны ла һиҙҙе: төп ҡоҙаһы мыҫҡыллы йылмайып та ҡуйҙы шикелле.

Бына Иван Васильевич менән Мария Петровна ҡайҡайып ҡалҡындылар. Уларҙың һүҙенең рәт-сүрәте булмаһа ла, үҙҙәрен һауалы, эре тотоуҙары күҙгә ташлана. Ҡотлауын тамамлаған ҡоҙа йәштәргә алдан инселәгән фатирҙан тыш, малайына – ҡиммәтле иномарка, ә килененә ҡиммәтле шәшке тун бүләк итеүе хаҡында иғлан итте. Ауылдағылар шаңҡып ҡалды, кемеһелер, быныңса мөлкәтте ғүмер буйы йыйһаң да туплап булмай инде ул, тип телен шартлатты. Ғилмандың кәйефе китте, ғәрсел күңелен «мәсхәрәгә ҡалдыҡ», тигән уй тырнап үтте. Тик түбәнһенеүе алда булған икән әле. Бай ҡунаҡтар береһе икенсеһен уҙҙырып бүләктәрен һала башланы, бындағылар килтергәндәрен сығарырға тартынып, ауыр хәлдә ҡалды. Күпте күргән, кисергән Ғиндулла ҡарттың ғына был ығы-зығыға иҫе китмәне, түрҙә батшалай ҡуҡрайып ултырыуын дауам итте. Бына сират уға ла етте. Ул пинжәген япҡан орден-миҙалдарын сыңлатып тороп баҫты, һүҙ башларҙан әүәл имән ботағылай ныҡ бармағы менән ҡупшы һаҡал-мыйығына ҡағылды. Ошоғаса ҡыҙмасаланып геү килгән туй аҙға ғына тынды.

– Балаларым, – тине ветеран йәштәргә мөрәжәғәт итеп, – бөгөн һеҙҙең өсөн иң тантаналы көндә әйтелгән бар теләктәргә инәйегеҙ ҙә, мин дә ихлас ҡушылабыҙ. Байлыҡ – бер айлыҡ, тигәндәй, иң әүәл һеҙгә сәләмәтлек, шунан мөхәббәтле, һөйөүле-һөйөлөүле йәшәү теләйбеҙ!

– Слушай, старик! – Килгәндәрҙең араһынан ала-сола сәсле, бит-йөҙө буяҡтарҙан ғына хасил ҡатын ҡулын болғап сәрелдәне. – Во время взаимного влечения выделяется гормон любви допамин, и этот гормон живет в организме человека в течении 5-6 лет. Исчезает допамин, уходит и любовь. Как врач, заявляю, нет любви на свете, и никогда не было!

– Нина!.. – Эргәһендәге йоҡа кәүҙәле күҙлек кейгән ир бүлдерергә иткәйне лә, был оторо ярһып китте. – Сиди, чурбан несчастный, ты мне надоел как горькая редька! Так что – горько! – Алдындағы аҡ араҡы ҡойолған рюмканы ауыҙына түңкәрҙе лә ҡомһоҙ ирендәре менән эргәһендәге ирҙең сикәһенә талпандай ҡаҙалды.

Был әҙәпһеҙ ҡунаҡты бүлдермәй тыңлап бөткән Ғиндулла ҡарт тамағын ҡырып алды:

– Беҙҙең халыҡта йәштәргә «әсе» тип ҡысҡырыу хилафлыҡҡа иҫәпләнә, ҡайны йортона төшкәндә киленгә ҡаршы сығып, бал-май ҡаптыралар, йомшаҡ мендәргә баҫтыралар, былар инде татыу, килешеп йәшәү теләүгә ишара. Ә мөхәббәткә килгәндә, минең фекерем былайыраҡ: ул кешегә һирәк бирелгән һәләт менән бер, кемгә эләгә, ә кемгә – юҡ. Бәс, шулай икән, ер йөҙөндә мөхәббәтһеҙҙәрҙең йәшәүенә лә аптырайһы, ғәжәпләнәһе түгел...

– Дед, ты же ветеран войны, скажи, за кого воевал? – Йәштәр өҫтәле яғынан ҡысҡырҙылар. – Лучше было проиграть эту войну, потому что побежденная Германия и Япония сегодня процветают!

– Беҙҙең ҡотлау ҡотлау булманы, һорауҙарға яуап һымаҡ килеп сыҡты. – Ғиндулла ҡарт көлөмһөрәне. – Шулай ҙа яуап бирәм. Беҙ тыуған ер өсөн, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштек. Дошманға һөжүмгә барғанда күҙ алдымда һәр ваҡыт тыуған ауылым, туғандарым һәм яҡын кешеләрем торҙо, мин уларҙы һаҡлап, уларҙы ҡурсып, дүрт йыл буйы үлемесле яуҙа йөрөнөм. Иманым камил, һәр һалдат ана шул төшөнсәләр өсөн йән аямай алышҡандыр һәм ҡорбан булғандыр. Ошо яуҙа ҡот осҡос юғалтыуҙарҙан тыш, 28 миллионға яҡын кеше башын һалды. Әгәр еңмәһәк, бөгөн бына ошолайтып ултыра алыр инек микән? Юҡтыр. Беҙгә бит Германияның ябай халҡы түгел, ә уның фашистары ҡан дошман ине. Фашизмдың асылын аңлатып тороу кәрәкмәҫ, моғайын да, белемле кешеһеңдер, улым. Немец һәм япондар эшлекле һәм эшһөйәр, беҙгә уларҙан күп нимәне өйрәнәһе бар әле. Ә һин әйткәндәр «Алма беш, ауыҙыма төш», тип көтөп ятҡан, хатта бөгөнгө тыныс көндәрҙә лә ил алдындағы изге бурысын үтәп, армияла хеҙмәт итәһе урынға, ҡасып-боҫоп ятҡан булдыҡһыҙҙарҙың һәм ялҡауҙарҙың идеологияһы! – Көлөуҙән табын геү итеп ҡалды. – Йәштәргә теләктәр менән бергә бүләк һалыу тигән күркәм йола ла бар бит әле. Беҙ батмусҡа Ғиндулла ҡарттың бер айлыҡ пенсияһын һалырға ҡарар иттек.

– Сколько получаешь пенсию, старик, назови сумму! – Баяғы хаяһыҙ егет еңелергә теләмәй, бәйләнә бирҙе.

– Күпме тәғәйенләнгән, барыһы ла беҙҙеке, ә уның теүәл хаҡын хөкүмәттән генә барып белеш, сөнки урыны был түгел...

Туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы: ползункиҙың балаҡтарына килем-байлыҡтарына маһайған, береһе икенсеһен уҙҙырырға тырышҡан йомарттар тыңҡыслап аҡса тултырҙы, кәләш менән кейәү бейегәндә лә иҙәнгә ауыл халҡының бер айлыҡ эш хаҡы кимәлендә ҡағыҙ аҡсалар осто. Ят ҡорға килеп эләккәндәренә үкенгән ауылдаштар һиҙҙермәй генә таралыша башланы, үҙҙәрен ихтирам итмәгәндәр, кимәлдәрен һанламағандар һәм шешә төбөн күҙләүгә әүәҫтәр генә ҡалды. Табында мәжлестәрҙе йәмләгән ҡурай моңо ла ишетелмәне, йәнде арбар, булмышты сафландырыр оҙон көй һуҙыусы ла, ойота баҫып бейеп күңел асыусы ла булманы. Иҫерек тауыш бөгөнгө мәғәнәһеҙ йәшәүҙең моңһоҙ таҡмағын һамаҡларға тотондо:

Аҡ кәзә йөндәре,

Күк кәзә йөндәре,

Эрүмкәләр буш ултыра,

Ҡайҙа хәзәйендәре!..

Түр яҡты биләгән ике йәш ҡатынға етә ҡалды, һеҙ улай булһағыҙ, беҙ былайыраҡ, тигәндәй, кемуҙарҙан элеп тә алдылар :

С неба звезда упала,

Прямо милому в штаны...

Теге үҙен табипмын, тип таныштырған яһил, тотанаҡһыҙ ҡатындың эсеүе еткәндер, блузкаһын сисеп ташлап, былай ҙа ҡыҫҡа юбкаһын өҫкә тартып күтәреп, күкрәксәгә саҡ һыйған түштәрен бәүелдереп, бот төптәрен ялтлатып өҫтәлгә менеп баҫты. Табынға ҡуйылған һый, ризыҡ ер иҙәнгә һибелде, шауҙырлап ҡашығаяҡ ватылды. Аяғында саҡ баҫып торған ир ауа-түнә иҫке өйҙөң ишек тотҡаһына барып аҫылынды ла, уны бар көсөнә һелкетә тартты, тик ҡуш йоҙроҡ дәүмәле йоҙаҡ һалынған ишек ваҡытһыҙ бимазалауҙарына үпкәләгәндәй, арҡыры ҡоршау менән нығытылған тимергә бәрелеп, ауыр сыйнап ҡуйыу менән генә сикләнде. Ә тынсыу өй эсендәге тар карауатта ятҡан Сәбилә ҡарсыҡ был мәхшәрҙе күрмәне лә, ишетмәне лә, ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомғайны...

Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ҡара болот тиҙ арала тотош күк йөҙөн ҡаплап алды. Ауыр шаршауҙы утлы ҡамсыһы менән ялландырып, ялт та йолт килеп йәшен йәшнәне, ер һелкетеп, күк күкрәне, мәгәр көткән ямғыр яуманы, ҡорғаҡһыған, дыңғырҙап ҡатҡан, ярғысланған ер өҫтөнән күҙ йәштәреләй эре тамсылар ғына йүгереп үтте. Донъяны япҡан туҙан да баҫылманы, томра һауа ла сафланманы. Ас кешенең ымһыныуын ҡуҙғытҡан аш быуылай таралған танһыҡ ямғыр еҫен, һөткә тулышҡан елендәй ҡабарған болоттарҙы ҡибланан иҫкән ҡыуан ел нисек тиҙ өйөрөп килтерһә, шул етеҙлектә тағы ситкә, офоҡта тимгелләнгән киртләс тауҙар артына ҡыуаланы. Алыҫта, бик алыҫта, ерҙә әле матурлыҡ барлығын, уның әле йәшәйеште ташлап ҡасмағанлығын иҫбатлап, айыҡ аҡыллыларҙы, зиһенлеләрҙе, мөхәббәтлеләрҙе өмөтләндерергә теләгәндәй, ете төҫтә балҡып салауат күпере ҡалҡып сыҡты. Бында урамдағы саңды, сүп-сарҙы күккә ауалатып, баҡса ағастарын, эргәләге урманды шомло шаулатып ҡойон йүгереп үтте. Йылы ямғырға, шифалы дымға сарсаған тәбиғәттә дауыллы ғәрәсәт ҡоторҙо, ә араҡы йылға булып аҡҡан, тотош ауылды яңғыратып иләмһеҙ сит ил көйө аҡырған Хәмитовтарҙың ишек алдында туй мәжлесе дауам итте...

Хәйҙәр Тапаҡов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: