"Һуңғы имтихан" (Хикәйә)

Иртәгә - һуңғы имтихан. Нисек кенә уны бирер Зөһрә? Күңеленең аҫтын-өҫкә килтергән хистәренә нисек баш булыр? Әллә бармаҫҡа лә ҡуйырға инде? Һуңынан икенсе инструктор менән бирер әле. Юҡ, ул бит бала-саға түгел - ҡасып ҡалырға.

"Һуңғы имтихан" (Хикәйә)"Һуңғы имтихан" (Хикәйә)
"Һуңғы имтихан" (Хикәйә)

 Нисек тә, үҙен ҡулға алып, ҡурҡыуын еңеп, был һынауҙы үтергә тейеш Зөһрә. Шунда ғына ул, үҙ-үҙен: көслө, ихтыярлы һәм аҡыллы ҡатын булараҡ - хөрмәт итә аласаҡ.

Ҡайҙан ғына башына төштө был - " право"ға уҡып, танытмаһын алам, тигән ныҡышмалы теләк? Уларҙы Рәмиле, ҡайҙа теләй - шунда, үҙе ултыртып йөрөтә лә һуң - нимәгә уға ул танытма? Декрет ялында ултырғанда алып ҡалайым, берәй заман кәрәгер, тип кенә уйлағайны. Ире лә ҡаршы төшмәне бит исмаһам, сәмләндерҙе генә, булдыра алырһыңмы икән, йәнәһе. Хәҙер ир алдында ла мах бирергә ярамай - тырышырға тейеш, уның ҡулынан ғына килмәгән эшме ни ул? Ә ире, үҙенең ялы айында, ике бәләкәй балаларын ҡарап торорға ризалашты, ни эшләһен, сәмләнгән бисәһенә ҡаршы төшөп буламы ни? Ә ҡаласыҡҡа машина йөрөтөү дәрестәренә сығыу бер нисә сәғәткә һуҙыла. Рәмил бит шунда ла, әсәһенә лә әйтмәй, үҙе ҡарай балаларҙы.

Ә Зөһрәнең күңелендә иләҫ- миләҫ хистәре көндән- көн ташҡын булып ҡайнай. Кейәүгә сыҡҡандан һуң тәүге тапҡыр үҫмер ҡыҙсыҡ хәленә төштө. Анау ут күршеһе шаталаҡ Гөлназ, әгәр шундай хәлдә ҡалыуын һөйләһә, Зөһрә уны елбәҙәклектә ғәйепләр ине, эсенән генә уны йомшаҡ, аҙғын тип уйлап, үҙен шул фонда бик тә юғары баһалар ине. Сөнки, ул, кейәүгә сығыу менән, "минең өсөн башҡа ир-егеттәр юҡ һәм уларҙың булыуы ла мөмкин түгел"- тигән ҡалып эсендә йәшәне, ә хәҙер, ҡайҙа уның таяуы? Әллә, берәй шайтан тигәне эйәләнеме эсенә?

Кемгә бит әле төштө уйҙары - инструктор иргә, уҡытыусыһына. Әгәр тиҙ арала хистәрен ауыҙлыҡлай алмаһа, газ менән тормозды бутап, имтиханды биреп, танытмаһын алыуы ла икеле. Ул ҡағыҙынан бигерәк, күңел торошон тәртипкә һалырға, яҙғы даръяны хәтерләткән, аҡылына буйһонмаған йөрәген йүгәнләргә көсө- аҡылы етерме?

Зөһрә ғаиләһенән уңды. Ирен яратып йөрөп кейәүгә сыҡты, бер- бер артлы балаларын тапты. Рәмил Зөһрәнән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк. Бына инде ете йыл үтте тыныс, татыу тормоштарына. Ире эсмәй, ситкә йөрөмәй, аҡса таба, тауыш күтәрмәй, улай ғына ла түгел - уны яратып, ихтирам итеп тора. Берәй заман ысынлап үпкәләштеләрме икән - хәтерләмәй ҙә. Зөһрә, балалар бәләкәйерәк саҡта, уға ҡайһы берҙә: " һин тегеләйтмәгәнһең дә былайтмағанһың," тип бәйләнгеләштерһә лә - ир булып ҡала белде уның Рәмиле. Ҡатынына ҡаршы һүҙ көрәштереп торманы, бер ваҡытта ла йөҙөнән алып кәмһетмәне. Ә балаларға булған йомшаҡ, йылы мөнәсәбәте, улар тип, йән атып тороуы, байрамдарҙы ҡалдырмай бүләктәр биреү, ял итергә ғаилә менән төрлө матур урындарға, диңгеҙгә барыу - бар теләгән нәмәләрҙе булдыра ире. Шуға күрә, Зөһрә Рәмилен ғаиләһенең тотҡаһы, донъяһының йәме, тип һанай. Шундай "ҡәлғә"һенең таяуы булған иренә күңеленән хыянат итеү - башҡа һыймаҫлыҡ ҙур гонаһтыр бит?!

Нисек улай аҡылын юйыуға аҙым яһаны, ҡайһы мәлдә йомшаҡлыҡ күрһәтте ул? Әллә ҡайһы берәүҙең арбау көсө йә сихыры бармы икән? Уны тәү күреүҙән үк оҡшатты бит Зөһрә. Ҡара күҙҙәре менән ҡара ҡаштарымы, ҡояшҡа янған йөҙөндә айырыуса аҡ булып күренгән тештәрен күрһәтеп, алсаҡ йылмайыуымы - нимәһе менән күңеленә хуш килгәнен аңлай алмай. Сибәр инеме ул, әллә уға ғына шулай күрендеме? Зөһрә үҙенең дә баһаһын белә- буй-һыны ла һомғол, йөҙө лә тәрбиәле, һылыулығын ташламаған йәш ҡатын әле. Тәүге тапҡыр дәрес алырға барған көндән үк, инструкторын бүтән йәшерәк ҡыҙҙарҙан көнләште, уның тик үҙенә генә йылмайыуын теләне. Шул көтөлмәгән тойғоһонан үҙе шаҡ ҡатып, өйөндә һалҡын баштан анализлап ҡараны. Эйе, уға үҫмер сағынан уҡ, ҡарағусҡыл йөҙлө егеттәр оҡшай торғайны, ти. Уныһын дә аңлатырға мөмкин- бала-саҡтан һинд киноларын иҫе китеп, илай-илай ҡарағанда, Митхун Чакраборти геройҙарын үлеп ярата ине. Тәүге әйтелмәй ҡалған мөхәббәте лә - ошо типаж. Тик, алйот үҫмер ҡыҙыҡайҙың күңел торошон аңлап булһа, Зөһрәнең йөрәге, утыҙҙы уҙғанда, ни тип тулай? Шулай итеп, ябай ғына күренгән машина йөрөтөргә өйрәнеү мәсьәләһе, йөрәк хистәренә бәйләнһә, бик тә ҡатмарлаша икән.

Инде был халәте үҙенә лә оҡшамай башланы: тыныслығын юғалтҡан йөрәге, хатта өйөндә лә, ситлектәге ҡошсоҡтай сәбәләнә. Хәҙер, өйҙән сығып китер алдынан, ул көҙгөләге үҙенең йөҙ-һынын оҙағыраҡ тикшерә. Өр- яңы кейемдәр алырға ла бер ҙә иренмәне. Сәсен ниндәйҙер ерән төҫкә буятып ҡуйҙы. Ә тырнаҡтары бер көндө тәтәй ҡурсаҡтыҡы һымаҡ булып китте. Әллә керпектәрен дә, теге йәш ҡыҙҙарға эйәреп, яһалма үҫтерергәме, тип уйлап торған еренән, нимәгәлер асыуы килеп:

- Етте, туҡта!- тип, үҙенә үҙе бойорҙо.

Бер көндө, шулай, көҙгөләге үҙенә ситтән ҡарап:

-"Бына инде килеп еттек. Ах-ха- ха, һин бит үҙенә иғтибар талап иткән тутыйғошҡа оҡшай башланың,"- тип, көлөп ҡуйҙы Зөһрә. Ҡайҙа булған гел ипле һәм тәрбиәле, уйлап эш итеүсән, ғорур ир ҡатыны, балалар әсәһе? Был ҡатын уға оҡшамаған шул - күҙҙәрендә хәтәр осҡондар уйнай, үҙен һауалы тота, йә, киреһенсә, үҙ уйҙарына уйылып, миңрәүләнеп йөрөй.

Ә уның Рәмиле күреп тора бит был үҙгәрештәрҙе, һиҙҙермәй генә ни уйлағанын. Өндәшмәй, уға ышана, тимәк. Был турала әле уйламаҫҡа тырышты ул, сөнки, үҙен, хыянатсы ҡатындай, ғәйепле тоя башлай.

Бер көндө, ҡыҙҙар менән бергә машинала йөрөргә өйрәнгәндә, Зөһрә, асыҡтан-асыҡ ирония менән һөйләшеп ҡараны. "Ҡараҡаш"тың ниндәйҙер иҫкәрмәһенә ҡаршы:

- Ә мин, һеҙгә ғашиҡ булғас, хәҙер юлды күрмәйем дә, алһыу болоттарҙа ғына йөҙәм, - йәнәһе шаяртып ҡыланды. Шулай бүтән кеше алдында ғына әйтә ала, икәүҙән- икәү ҡалғанда, киреһенсә, етди һәм һалҡын тота үҙен, белә инде. Үҙенән- үҙе көлөп, кеше ишетерлек итеп әйтһә, күңелендәге хистәре, күбәләк кеүек, осоп китеп юғалыр һәм еңеллек килер, һыуыныр һымаҡ тойолдо. Тик, киреһенсә килеп сыҡты шикелле. Сөнки, бынан һуң, уҡытыусыһының уға ҡарата айырым йылы мөнәсәбәте һиҙелә башланы. Йомшағыраҡ һөйләшә, күңеле һәр саҡ күтәренке, серле шаян ҡараштар ата, араларында күҙгә күренмәгән үрмәксе ауы һуҙылды. Бәлки ул ҡатынға ғына шулай тойолғандыр, күңеле шуны теләгәнгәлер? Ә үҙенең тойғолары көсәйгәндән-көсәйҙе генә, ҡуйы елем кеүек йөрәгенә йәбештеләр - һыҙырып алып ташлармын тимә.

 Эҫе июль көндәре тора ине. Ошо ваҡытта йәш ҡанда гормондар уйнаштыра, ғишыҡ уты тоҡаныуға уңайлы бер сәбәп тә етә. Бигерәк тә көндәрең эшһеҙ үтһә.

Зөһрә хәҙер руль артында көндән- көн ышаныслыраҡ йөрөй. Йылға янындағы юлдан китеп барғанда, һыу инеүсе кешеләрҙе күреп, ошондай томра көндө һыу буйында ғына ятырға ине лә бит, тигән уй башҡа килә. Ҡатындың уйҙарын һиҙгәндәй, инструкторы машинаны юл ситендә туҡтатырға бойорҙо.

- Әйҙә һыу инеп сығайыҡ, бер ун биш минутҡа ғына, - көтөлмәгән тәҡдимдән албырғап ҡалған Зөһрә ни тип яуап бирергә белмәй торҙо. Шунан ғына кинәт:

-Юҡ!- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙенең тауышынан уңайһыҙланып, өҫтәп ҡуйҙы: -Минең купальнигым юҡ бит, - аңламамышҡа һалышты.

- Купальникһыҙ ҙа һыу инәләр ул, ана бит, - был һүҙҙәрҙән Зөһрә үҙен шыр яланғас ҡалғандай һиҙҙе, - билдән түбәнге яғында ҡайнар тулҡындар йүгереп үтте. Әҙерәк иҫ йыйған арала, башын шикле уйҙар быраулай башланы - был бит интим эш! Нисек ул шундай тәҡдимде миңә яһай ала, әллә берәй еңел холоҡло ҡатын тип уйлаймы?

Ә мин быға нисек яуап бирергә тейеш булам икән? Уның урынында икенсе бер инсафлы, ғорур ҡатын машинанан шартлатып сығып: "Һеҙ мине кем тип уйлайһығыҙ?!- тип янъял ҡуптарып, -Тағы ла бер ошондай тәҡдим ишетһәм, башҡаса һеҙҙән дәрестәр алмайым!" - тип өҙә һуғып, тап ошо урында нөктә ҡуйыр ине, бәлки. Ә ул? Купальнигы юҡ, имеш. Сепрәк, һинең менән иҙән йыуырға ғына, тип үҙен әрләне Зөһрә.

Ярай, әле артыҡ бер нәмә лә булмаған бит, ҡыҙма,тип үҙен йыуатып, киреһенсә, тыныс, ғәмһеҙ булып күренергә тырышты.

- Яра-ай, ҡуҙғалдыҡ, -тине Ҡараҡаш, ахырҙа, уны өгөтләп, үҙ маҡсатына ирешә алмағас.

Ә бит ул да ғаиләһенән уңған, уға ни етмәй һуң, тип уйлай Зөһрә. Бер көндө ҡыҙҙар ғаиләһе тураһында һөйләндереп алғайны инде. "Бәхетлемен"- тигәйне. Ҡатыны, балалары тураһында һөйләгәндә, йөҙө яҡтырып китеүе ысын күңелдән һөйләүендә шик ҡалдырманы. Ә уның уйҙары ниндәй, бөгөн миңә ҡарата, был серле ҡараштар, йылмайыуҙар һәм килешмәгән тәҡдимдәр, - былар артында ниндәй уйҙар ысынында? Бер генә аңлатма: "Бо-ҙоҡ-лоҡ, иблес ҡотҡоһо!"- тип уйлай Зөһрә. Моғайын, улар ғаиләле ир менән ҡатын булмаһа, был осрашыу икенсе төҫ алыр ине. Ә был осраҡта, уларҙан ғына тормай - барыһы ла ҡатмарлыраҡ.

Дөрөҫөрәге, Зөһрә өсөн уның ниндәй кеше булыуы мөһим түгел. Сөнки ул уның менән яҡындан танышырға, һәм уны үҙ донъяһына индерергә маҡсат ҡуймаған. Уларҙы тоташтырған һуҡмаҡ та - икеһенең дә ауыл ерлегендә үҫеүе һәм йәштәш булыуында ғына. Был ир - уға алыҫта ҡалған йәшлек хистәрен бер аҙға ғына тергеҙеп, тиле ҡыҙыҡай һымаҡ уйнап, шаярып ҡалыр өсөн, бер уйлап сығарылған романдың геройы ғына. Шунлыҡтан, улар артыҡ һөйләшеп барманы, ә серле ҡараштар аша, һүҙһеҙ генә, йә иһә йылмайып ҡына аралаштылар. Был ҡараштар ҙа күп нәмәне аңлата ине - йә асыҡтан-асыҡ ымһындырғыс: "Һин миңә оҡшайһың", "Миңә һинең менән күңелле", йә иһә, бөтөнләй кире ҡағыусы: "Бының булыуы мөмкин түгел..."

 Был хәлдән һуң, ҡатын, машинала уның менән бергә ҡалған саҡтарында, ҡурҡыу тойғоһонан арына алманы. Үҙенең кисерештәрен һиҙҙереүҙән дә ояла, уның тағы берәй ҡыйыу аҙым яһап ҡуйыуынан дә ҡурҡа. Уйындағы романтик геройының тормошта һынланыуынан шөрләй Зөһрә. Ул саҡта бит тылсым көсө бөтөр, гәлсәр һандуғасы ыуалып төшөп, таш сәпсеккә әйләнер. Ошолай ҡул һуҙымында торһа, бер- береһенә ҡағылмаһалар ғына - күңелдә әкиәт йәшәй, ә ундағы герой матурыраҡ та, ышаныслыраҡ та күренә. Хатта туҙанлы, шаулы ҡала урамдары ла, әйтерһең, тик гөл-сәскәгә күмелгән хозурлыҡ донъяһына әүерелә.

Хоҙайым һаҡлаһын инде, тип ялбарҙы бөгөн дә ҡалала икәүһе генә йөрөргә мәжбүр булғас. Ҡурҡҡан алдыңа сыға, тигәнгә ышанырға яҙған, ахыры. Үтәнән-үтә асыҡ тәҡдимгә, ни тип яуапларға белмәй, тағы баҙап ҡалды:

- Беҙ йәй аҙағында һунарға сығабыҙ, беҙҙең группаға ҡушылырға саҡырам, әйҙә!

- Как это понимать?

- Очень просто. Әҙерәк матур тәбиғәттә ял итербеҙ, ҡабан итенән шашлык ашап ҡарарһың.

- Бигерәк тынсыу бында, саф һауа етмәй, - тип, янындағы иргә тултырып бер тәкәббер ҡараш ташланы ла, машинанан ситкәрәк китте ҡатын. Дөрөҫөрәге, тура яуаптан һәм үҙ-үҙенән ситкә ҡасты.

(Дауамы бар).

Венера Шәңгәрәева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас