

Бер көндө яңылышмы, нишләптер, уның ҡулы ҡағылыуға, тәне буйлап земберләп ток йүгереп үткәнен, быуындары хәлһеҙләнеп бирешеүен тойҙо. Тәне- һатлыҡ йән икән, юҡ- юҡ, аҡылын юймаҫ элек, туҡтатырға ваҡыт был бесәй-сысҡан уйынын. Юғиһә, сыр еҫенә ылығып, үҙе үк ситлеккә эләккән ҡорбанға әйләнеүен көт тә тор. Ул бит әле ир ҡатыны, балалар әсәһе лә - башын юғары тотоп атларлыҡ статусы бар.
Шайтан уйындарына ҡаршы тороу өсөнмө, ҡатын күңеленән иренең тик һәйбәт яҡтарын барланы, ә Ҡараҡаштың үҙенә оҡшамаған һыҙаттарын ҡапма-ҡаршы ҡуйып дәлилләй башланы. Бына, ул кисә бер егеткә асыуын төшөрҙө, тауышын күтәрҙе - псих, тимәк, ә уның Рәмиле тыныс холоҡло - улайтмаҫ ине. Ана, ул һунарға йөрөй, бер ғәйепһеҙ кейектәрҙе атып ала - браконьер, тимәк, ә уның ире өйҙә балаларға хатта попугайҙар, сысҡандар тоторға ла рөхсәт итте, бер йән эйәһен дә үлтергәне юҡ. Шулай, аҡылы менән инструкторҙың һынын күңеленән ҡыуаланы. Был бит һөйөү хисе түгел, һөйөүҙең ундай булмағанын белә бит Зөһрә. Уның тәүге мәлдә иренә ҡарата тыуған мөхәббәте уны киреһенсә елкендерҙе, ҡанатландырҙы, йәшәүгә дәрт, бәхетле киләсәккә ышаныс менән һуғарылған ине. Ә был хис иҫертә, сихырлай, албырғата - улай иблес кенә ғазаплайҙыр!
Зөһрә былай төшөп ҡалғандарҙан түгел: сәмләнеп тырышты, ни тиһәң дә, юғары белемле, шуға ла, уға юл ҡағиҙәләре буйынса тест биреү ауыр булманы. Ҡаласыҡта йөрөү имтиханын да тәүге көнөндә үк
бирҙе. Тиҙҙән уның һуңғы, ҡалала йөрөү буйынса, иң ауыр имтиханды тапшыра торған көнө етә. Күптәр уны тәүге көнөндә бирә алмаясаҡ. Гаишниктар аҡсаға туйып ҡалғансы этләтәсәк, тиҙәр. Ә Зөһрәнең борсолоуҙары икенсе йүнәлеш алды, сөнки уның өсөн күңелендәге хистәр ташҡыны менән алышыу һынауы әлегә көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был көндө еткерә алмай, ғазаплы уйҙарынан бер туңды, бер янды, йә иһә, тиҙерәк уны үткәреп ебәреп, билдәһеҙлектән ҡотолорға теләне.
Бына ул - һуңғы имтихан бирәсәк көн! Ҡаласыҡҡа ул иренең машинаһына ултырып килде. Үҙе өсөн ҡурҡыу ситтән таяныс эҙләргә этәрҙе, ахыры. Ярай әле, Рәмил дә шундуҡ ризалашты.
Тулҡынланыуҙан, Зөһрә, хатта, кәрәкле ҡағыҙҙарын онотоп, машинанан төшөп китеп бара икән дә- ире иҫенә төшөрә һалды. Ҡатын иренә: - Ошонан бер ҡайҙа ла китмәй, янымда көтөп тор!- тип, киҫәтеп ҡуйҙы.
Зөһрә, нисек үҙенең сираты еткәс, гаишниктарҙың провокацион һорауҙарына яуап биреп, ҡағиҙәләрҙе боҙмай машинаны йөрөтөп, дөрөҫ туҡтатып сығыуын аңлата алманы. Был уның менән булдымы, әллә юҡмы? Уны бит ярты юлда туҡтатып, ҡыуып сығарманылар, тимәк, уның уңыш сәғәте һуғып, ул был имтиханды бирҙе! Хәҙер инде үҙенең иң ауыр һынауы ҡалды - һуңғы һөйләшеү...
Бына инде яҡын булып та, ҡулын тейҙерә алмаған таныш һынға - Ҡараҡашҡа һуңғы тапҡыр күҙ һирпеү, тейер- теймәҫ һаҡ ҡына ҡул ҡыҫышыу, ишетелер- ишетелмәҫ -Рәхмәт, һау бул! - тип әйтеүе.
- Саҡыр, көтәм! - аһ, кинәт боролоп, ашығып алыҫлаша барған Зөһрәнең ҡолағына яңылыш ҡына ишетелдеме был һүҙҙәр?!
Бына ҡатын, текә генә атлап, башын юғары сөйөп, арҡаһын төҙ тотоп, ҡара күҙлеген кейеп, иренең бейек кроссоверына инеп ултырҙы. Тәҙрәнән инструкторҙың ҡарашын тойоп, уға ҡул суҡтары менән генә хушлашыуға ишараланы. Күрһен, уның таянысы, терәге бар- ул ир ҡатыны, ә аулай торған сысҡан түгел!
Фу- ух!- ниһайәт, бөттө был илерткес- тилерткес осрашыуҙар. Ул - азат ҡош! Ҡасырға бынан, тиҙерәк өйөнә- "ҡәлғә"һенә ҡайтып бикләнергә, бүтән бер ҡасан да үҙен һунарсы аулаған кейек хәлендә тоймаҫҡа!
Берсә, имен- аман ҡотолдом шикелле, аллаға шөкөр, тип уйлаһа, берсә, күңеле һаман һыҙыла, уйҙары Ҡараҡаштың янына осоп китә лә бара. Уй- хистәре тегендә ҡалып, тәне менән бында булғанда, ярым- ярты кеше һымаҡ тойолдо үҙенә. Улай бер ҙә рәхәт түгел икән йәшәүҙәре, күңеленә ҡасан бөтөнлөк ҡайтыр икән?..
Нисек тә был халәтенән ҡотолорға. Эш!- бына нимә уға хәҙер ярҙам итәсәк! Ана, бер бүлмәләге обойҙар күптән яңыртылыуҙы көтә бит, оҫталарҙы саҡырып йәбештертербеҙ, тип уйлап торғайны ире. Зөһрә, бар көсөн һалып, үҙе ремонтҡа тотондо. Таныш геройы иҫенә төшкәндә, күңеле тулышып, һатлыҡ күҙ йәштәре лә ағып китте. Ҡолаҡ төбөндә: "Саҡыр, көтәм,"- тигән сихырлы тауыш сыңлай, шул саҡта, барыһын ташлап, сығып йүгерәһе килә. Янында сөкөрләшеп йөрөгән бәләкәстәренә ҡарап та, күңеле тулыша. Ә төндәрен ире менән бергә булһа ла, "уның" йөҙөн күҙ алдына килтереү менән - күҙҙәре йәшкә мансыла.
Үҙе менән алышыу һынауы аҙна буйы дауам итте. Бына, ниһайәт, уның күпме көтөп арыған һиллек, бөтөнлөк донъяһы ҡайтты! Шайтан уның менән булышып арынымы - бүтәндәрҙе миңрәүләтергә китте, ахыры. Ҡалай рәхәт был кисерештәре - йөҙөндә кинәнес, күңеле тыныс!
Инде, алҡымынан алған боғалағы бушап, еңел тын алыу, күкрәк тултырып саф һауа һулау мөмкинлеге ҡайтты.
Яҙғы ташҡындар ҙа бер заман ярҙарына ҡайта, һәм, йылғалар, болғанмай ғына, ағыуын дауам итә бит.
Зөһрә, һиҙҙермәйсә генә, иренең ниндәйҙер эш менән булашыуын күҙәтә. Ошо иң- иң ғәзиз кешеһенең үҙе янында йәшәүен тойоу ҡыуанысынан, күкрәгендә, гүйә, мең-мең һөйөү күбәләктәре яралып, иренә табан осоп китте...
Кисә, ире менән сәй эскәндә, шундай һөйләшеү булды:
- Ҡара әле, Рәмил, мин нисек теге ваҡыт еңел генә ҡотолдом икән ул, миңә артыҡ бәйләнмәнеләр ҙә бит? Бөтә группанан биш кеше генә бирә алды шунда ул имтиханды.
- Ә мин юҡҡа ғына һинең менән барған тиһеңме? Инструкторың менән, ситкәрәк китеп, һөйләшеп алырға тура килде - кәрәкле суммаға килештек.
-???
Ҡатын, башта йотҡан сәйенә сәсәп китте, унан һуң, алйот һымаҡ, тыйыла алмай көлә башланы...
*
Зөһрә, телефонына таныш булмаған номерҙан смс хәбәр килгәс, күреп уҡығайны, аптырап ҡалды:"Һин мине онотманыңмы әле?"-тип яҙылған. Һуңынан, иренә әйтеп, көлөштөләр - кем булырға мөмкин был, тип. -Минең ҡатындың "тайный поклоннигы",- тине Рәмиле. Шунда Зөһрәнең күҙ алдына, үткән йәй көндәрендәге, имтиханға бәйле хәтирәләр килеп төштө. "Уның" номерын юйғайны, бәлки, берәйһе яңылыштан ебәргәндер, тип кенә уйлап ҡуйҙы. Хәҙер инде был бөтөнләй мөһим түгел ине. Ә иренә был хаҡта әйтмәйәсәк, әлбиттә - был уның ғына сере булып ҡалыр.
Аноним смс-ка телефондың сүп кәрзиненә осто.
Венера Шәңгәрәева.