

Беҙҙең үҙ өйөбөҙ юҡ, шуға, йә әбейҙәрҙә, йә бабайҙарҙа, йә абзыйҙарҙа өйҙәш булып торабыҙ. Өйҙәш булғас, миңә, хатта ҙур үҫкән 5 йәшлек ҡыҙға ла, тауышланырға ярамай. Сит кеше балаһы кемгә хәжәт инде, тегеһе лә, быныһы ла тыя, әрләй башлай. Ә ҡартинәйем ҡайтһа, шундай рәхәт – шатлығым әсемә һыймай, һикергем, уйнағым килә. Әммә ул да миңә шауларға ҡушмай. Ниңә ул да мине тыялыр? Әлеге лә баяғы, өйҙәшлек касафатылыр инде.
Әле бына рәхәтләнеп, киң ялан буйлап, икәү генә знакумдарға ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Ғәҙәттә, ҡартинәй ҡунаҡҡа мине алып йөрөтмәй – үҙе генә барып ҡайта. Ундай мәлдәрҙә уны һағынып, илап алам. Ә бөгөн – рәхәт. Матур сыуаҡ көн. Ғәзиз кешем эргәмдә генә барғас, был көн тағы ла йәмлерәк төҫлө. Мин талпынып ҡысҡыра-ҡысҡыра алға ҡарай йүгерәм, тау-урмандар аша ҡаҡлығып, миңә кире килеп ишетелгән шаңдауҙы тыңлап алам да, үләндә тәгәрләп, тәкмәс атып китәм. Күктә ап-аҡ толпар-болоттар йөҙә. Күҙҙе ҡыҫа биреп ҡараһаң, ошо болоттар менән бергә үҙең дә йөҙгән һымаҡ тойола. Ни эшләп улай икән? Мин күктә йөҙмәйем бит, ә ерҙә ятам. Ҡыҙыҡ... Бейектә, талпынып, ниндәйҙер ҡоштар һайрай. Улар уҡтай атылып төшә лә, күҙ күрмәҫлек бейеклеккә кире ынтыла. Бындай иркенлекте, был тиклем һиллекте әле минең бер ҡасан да тойғаным юҡ...
Үҙе генә белгән көйҙәрҙе ауыҙ эсенән көйләп, мин ятҡан урынға килеп еткән ҡартинәйемә: «Ҡартинәй, ә кешеләр һауаға менә аламы ул? Нисә баҫҡыс кәрәк икән унда менергә? Ана, ҡоштар ҙа болоттарҙан бейек оса бит. Һауала йәшәп буламы икән ул?» – тигән һорауҙар яуҙырырға керешәм.
– Баҫҡыс ҡуйып, менерлек түгел – ете ҡат бит ул күк йөҙө, беҙ ул ҡаттарҙың береһен генә күрәбеҙ, – тип яуаплай күпте белгән ҡартинәйем. Уның был яуабы минең ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла арттыра:
– Кем уны һанап төшкән?
– Кит, кафыр һүҙе һөйләп торма, китапта шулай яҙылған, – тип, ҡырт киҫә ҡартинәйем.
Көн эҫетеп, ҡояш түбәне ҡыҙҙыра башланы. Хәҙер, ни эшләптер, ялан буйлап йүгерге лә, ҡысҡырып уйнағы ла килмәй. Ҡартинәй артынан киләм.
– Йә, атла тиҙерәк, хәҙер Ерекле йылғаһына етәбеҙ, шунда хәл алырбыҙ, – тип, ул мине ҡабаландыра. Бына Ерекле йылғаһына ла килеп еттек. Йылға тигәне ҡойоло бер үҙән генә икән: һыуы кибә яҙған. Ниңә улай? Аңламайым.
– Һуғыш ваҡытында еректәрен киҫеп бөтөрҙөләр, шуға йылғаһы ҡороно, ҡойоһо ғына ҡалды, – тип, ҡартинәйем шәлъяулығынан еп һурып алды ла, һыуға һалды. Берәй ырым булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Бына ул шәлен һыуға йәйгәйне, уның өҫтөнә таҙа ғына һыу һарҡып сыҡты. «Эс, әйҙә!» тип, миңә өндәште. Мин, тубыҡланып ултырып, һыуһыным ҡанғансы яулыҡ менән һөҙөлгән һыуҙы эстем. Ҡартинәй, бер һыныҡ сөсө күмәс һоноп, бер-нисә үлән йолҡоп, «ҡушып аша», тип, миңә тотторҙо. «Бынағайыш, үлән ашарға мин һарыҡ түгел дә баһа!» тип уйлап алдым.
– Был – ҡаҡы. Күрәһеңме, һары ғына сәскәләре саҡ күренеп килә. Әле ҡаҡы ҡатмаған да – ыуыҙ ғына. Һабағын әрсеп аша, йәме. Рәхмәт яуғыры, ҡымыҙлыҡ та сыҡҡан, ҡымыҙ тәме килә, – тип һөйләнә-һөйләнә, ҡартинәйем миңә ашарға яраҡлы үләндәр күрһәтә башланы һәм артабан дауам итте, – ә бына ҡуҙғалаҡтың һабағын ғына түгел, япрағын да ашарға ярай. Ашҡа һалһаң – әсе, ләүәшкә һалһаң – шәкәр тәме бирә. Күрҙеңме, үлән осо ҡыҙара биреп тора? Ашай торған үләндәр күп: кәзә һаҡалы, ҡаҙ тәпәйе, ҡуян тубырсығы... Ҡуян тубырсығы күберәк һөрөнтө ерҙә үҫә. Кейәү үләне, аҫҡырһаҡ, меңьяпраҡ, кесерткән – былар дарыу үләндәре. – Ҡартинәйем һанап сыҡҡан һәр үләнде күҙҙән үткәрә, ҡайһыларын ҡулдары менән һыпыра, ҡайһыһын еҫкәп ҡарай.
– Эй, Илаһым! Һуғыш ваҡытында ошоларҙы ашап ҡына иҫән ҡалдыҡ. Күпме халыҡ аслыҡтан ҡырылды, – тип һөйләнеүенә аптырап: «Әллә миңә һөйләй, әллә үҙ алдына һөйләнә?» – тип уйлап алдым. Шунан: «Ни эшләп кешеләр һуғыша? Үҙең бит миңә, кешегә түгел, малға ла тейергә ярамай, тиһең? Ә ҡырылған халыҡ ҡайҙа була?» – тим.
– Ҡайҙа булһын, ер ҡуйынына илтеп һалабыҙ. Бишәр, алтышар бала бергә үлеп ҡалған саҡтарҙа санаға һалып ташый торғайныҡ. Ҡышын бигерәк ауыр ҡәбер ҡаҙыуы: ҡар күп, ер туң, үҙәк өҙгөс һыуыҡ, кейем юҡ. Ир-ат һуғышта, аттар колхоз эшенән бушамай, ҡоро һөлдәләр үҙҙәре, бахырҡайҙарым... Һөйләп бөткөһөҙ! Ошо ҡәһәрле һуғышта ҡартатайың менән инәйең баш һалды...
Ҡартинәйемдең күҙҙәренән субырлап йәш аға, ә ул уны һөртөп тә тормай, сеңләп, илап ебәрҙе. Ике күҙем шарҙай булды: атаҡ-атаҡ, ололар ҙа илай белә икән дә баһа! Өндәшергә ҡурҡам, ни ҡылырға белмәйем, ахырҙа, уға ҡушылып, үҙем дә илай башланым. Ул: «Йөрәккәйем, бәләкәсем, илама, һин илағас, миңә бигерәк ҡыйын. Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ, ҡысҡырып илаһам да юҡ», – тип, ҡартинәйем атлауын белә.
– Ҡартинәй, ә «инәй», «ҡартатай» кемдәр була ул? – тип, үҙем өсөн яңы һүҙҙәрҙең айышы менән ҡыҙыҡһынам.
– Инәйең – минең ҡыҙым. Ә ҡартатай – уның атаһы, – тип яуапланы өләсәй.
Эләгә-йүгерә эйәреп килгән ерҙән мин ҡапыл шып туҡтаным: күкрәгемдә нимәлер «һеңк» итеп ҡалды ла, шул нәмә тамағыма килеп тығылды, ирендәрем дерелдәй башланы.
– Мин, мин һуң, кемдең ҡыҙы?.. – тип ярһып, үҙемдең әлеге булмышымды аңлаған, һәр хәлдә, аңларға иткән һымаҡ, әсенеп, ҡысҡырып ебәрҙем. Килеп тығылған баяғы төйөр, әсе күҙ йәшенә әйләнеп, танау эргәләй субырлап ағып төштө лә, бәлшәйгән ауыҙыма тулды. Ҡартинәйем: «Үҙемдеке, минеке, ҡолонсағым», – тип, сәстәремдән үбә, башымдан һыйпай, арҡамдан һөйә башланы. Баҫылдым. Тынысландым. Йәш булып өлгөрөп етмәгән төйөр, күкрәгемде өйкәп, тороп ҡалды. Һыңҡылдап, атлайым. Ҡартинәйем, күҙ ҡарашын алыҫтарға төбәп, офоҡ менән зәңгәр күк араһынан нимәлер эҙләгән төҫлө, хәтирәләр тәсбихен тарта башланы:
– Һуғыш башланғанда инәйеңә (әсәйеңә) бары 18 йәш ине. Ҡартатайың, Маһирамды ҡосаҡлап: «Балаҡайым, һине һуғыш өсөн тыуҙырманыҡ та бит, илгә төшкән бәлә, заман ауырлығы һинең иңеңдә буласаҡ», – тип иланы. Инәйеңде Кемпаускиға (Кемерово) вербауайт иттеләр – урман ҡырҡырға. Ҡартатайың нимескә ҡаршы һуғышҡа алынды. Мин дүрт балам менән кеше өҫтөндә тороп ҡалдым. Яраланғас, Мәскәүҙән яҙған хаты килде: «Әлифә, әллә килеп китәһеңме? Аҙаҡҡы күрешеү булмағайы», – тип яҙған. Юҡ, юҡ, барырлыҡмы һуң! Колхозда эш күп, займ яҙҙырҙылар, уны түләргә кәрәк, ит, йөн, май, йомортҡа менән дә һаман йыялар, уларын аҡсалата түләйем. Балаларым ас ултыра. Бер генә тәғәм дә ризыҡ юҡ. Йәйен үлән ашап сығабыҙ, ҡышын ҡышлауы бик хәтәр. Яҙ айында Стәрлетамаҡтан, елкәгә йөкмәп, симәнә ташыйбыҙ. Сабаталар сыҙамай, һыу кисеп ҡайтабыҙ. Нисек ауырыманыҡ икән? Шулай бер көн ҡайтҡанда, он тартып, балаларыма боламыҡ болғармын, тип, бер ус бойҙай усланым. Күпер төбөндә кырандаста ултырған уполномоченный Тәскирәне күреп, бойҙайымды һыуға ырғыттым. Мәликә апай кеҫәһенә һалған икән, уныһы тишек булып сыҡҡан, бойҙайы бишмәтенең эсенә һибелгән. Тентеп, таптылар, минән дә эҙләнеләр, таба алмай, тәҡәттәре ҡороно:
«Алғанһың, моғайын. Ҡайҙа ҡуйҙың?» – тип, йәнемде үртәнеләр. Мәликә апайға пыртакул яҙып, имсәк балаһы – Гөлмәрйәме менән 10 йылға алып та киттеләр. Икенсе яҙында ҡаланан ҡайтыуыбыҙға бихисап бала-саға, бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро туң башаҡ ашап үлгәйне. Ундағы сыр-сыу, илаш... Мәйеттәрҙе ерләп өлгөрә алмайбыҙ хатта. Һуғыштың нисәнсе йылы булғандыр, 1944 йыл шикелле, үҙебеҙ алып ҡайтҡан симәнәне, һабанға һыйыр егеп, сәсеп сыҡтыҡ. Сәмсиямал әбейең, «һыйырым быуаҙ», тип, малын йәлләп, һыйыры эргәһенә үҙе егелде. Мин – һабандамын, Ғәффә әбейең – сәсеүҙә. Йәп-йәш кенә ҡыҙҙарҙы тракторға ултырттылар. Беҙҙән Сәфәрғәлиева Миңлекамал тракторсы булды. Тик трактор һөрөүе бик тәтемәй шул, йыш ватыла. Ватылһа, тағы илаш китә. Күрҙек инде, күп күрҙек! Берәүҙең иркә генә төпсөк ҡыҙы ат урынына ер һөрһөн әле...
Ашарға эҙләп, урыҫ ауылдарына барып сығабыҙ. Ҡарт мәрйәләргә тиҙәк, саман һуғып, баҡса ҡаҙып бирәбеҙ. Улары, үҙҙәрендә ни бар, шуның менән бәхилләтәләр. Хәрәм булһа ла, сусҡа майын да ашарға тура килде, ни эшләйһең, хәлһеҙлектән ауып барабыҙ. Ул мәлдә иң ҡурҡынысы бүре ине. Мәхлүктәр, әллә ир-ат юғын белеп, аҙҙы, әллә үҙҙәре лә беҙҙең кеүек ас булғас, һуңғы сиктә кешегә яҡынлаштымы – белмәҫһең. Урман-Ҡатау аша ҡайтҡан саҡта теге бүреләр арттан төшмәһен, тип, йырлашып, ҡысҡырышып ҡайтабыҙ. Йыр ҡайғыһымы һуң? Кинйәбикә былай тип йырлай торғайны: «Ирем һуғышҡа китте, германский войнаға. Ҡайтһа, ҡайтыр, ҡайтмаһа, юҡ, алыр әле ҡайнаға». Эй, Хоҙай, ошо йырын йырлаған сағында уҡ «ҡара ҡағыҙ» алғайны инде, ике ҡыҙы менән тол ҡалды. Ҡыҙҙар тауына еткәнсе, аһылдашып, йүгерәбеҙ, ауыл күренгәс, хәлдән тайып, тәгәрәйбеҙ. Аяҡ быуындары тотмай башлай. Төн сыҡҡансы Ҡушкүлдән (Золотоножка), Батафтан (Потаповка), Сәғәҙәйҙән (Чегодаевка) әйләнеп ҡайтабыҙ, иртән – эшкә. Һуғыш бөткәнсе Наил, Йәүҙәт, Венера бәләкәстәрем вафат булды, апайың Гөлирә генә ҡалды. Ҡартатайың һуңғы хатында: «Һуғыш бик ҡаты бара, пүләләр себен шикелле оса, донъя хәлен белеп булмай, иҫән ҡалыу икеле», – тип яҙғайны. Оҙаҡламай «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ ғына килде...
Ҡартинәйем һөйләгәндәрҙе бик үк аңлап бөтмәһәм дә, тыңлап киләм.
– Бына, Байғараға килеп еттек, теге яҡ битләүендә Батаф башлана, – тип, аңлата ҡартинәйем.
– Байғара нимә ул? – тип һорамай булдыра алманым.
– Әллә инде, ҙур бер соҡор, «бай» һүҙе башҡортса булһа, «гора» – урыҫса. Ошо ике һүҙҙе ялғау ярҙамында был һүҙ килеп сыҡҡандыр, моғайын. Теге яҡ – урыҫтар ере. Соҡор булһа ла, бик бай урын ул: ул шишмәһе, ул еләк-емеше, йәнлеге, утыны, бесәне тиһеңме – барыһы ла мул бында, – тип, ауыл тураһында һөйәп бирҙе ҡартинәй. Ауылға керҙек. Бер кем дә юҡ, буп-буш, өйҙәре берәм-һәрәм генә, береһенән-береһе йыраҡ ултыра. Шулай ҙа, ауыл тип әйтмәһәң, хәтере ҡалыр.
– Мария знакум, здраствуй, нисауа ла нетме ни? – тип, ҡартинәйемдең өндәшеүенә, ҡаршыбыҙға бер әбей килеп сыҡты ла, уны ҡосаҡлап алды:
– Ай, Алифа, здравствуй, – ти. – А это кто, Магиры что ли дочка?
Әбей минең башымдан һыйпап, арҡамдан гөпөлдәтеп ярата, үҙе: «Сиротиночка моя», – тип илай. Бер һүҙен дә аңламайым, ҡартинәйемдең итәгенә йәбешеп, мыштым ғына торам.
Өйгә индек. Ултырырға һикеләре юҡ. Мөйөштә һике һымаҡ нәмә бар, әммә унда мендәрҙәр өйөлгән, уларҙың өҫтөнә аҡ селтәр ябылған. Һикенең баш баштарында бәләкәй генә шарҙары ялтырап тора. Телем бик ҡысытһа ла, мин ул шарҙарҙы яламаҫҡа булдым. Ҡыш көнө Хөсниямал әбейҙәрҙең соланында ялтырап торған йоҙаҡты, матур булғас, телем осо менән генә ялап ҡарағайным, телем йәбеште лә, ауыҙым эсе ҡан менән тулғайны...
«Ҡартинәй, был нимә ул?» – тип, ялтыр шарлы сәйер һикегә ымлайым. «Йоҡлар өсөн карауат. Ана, ултырғысҡа ултыр», – ти ҡартинәйем. Мәрйә әбей өҫтәлгә тоҙло ҡыяр, йомортҡалар, йәшел һуған, икмәк, һөт, һалҡын сәй ултыртты ла: «Кушайте, кушайте, ешьте, ешьте, аша-аша», – тип ҡыҫтай башланы.
Әһә, мин әйтәм, ҡунаҡты шулай һыйлайҙар икән. Инәлтеп ултырыу юҡ.
Ашап туйғас, стаканға һалҡын сәй ҡойоп бирҙеләр. Уны уртлағайным, саҡ сәсәмәнем: әп-әсе, абау!
– Был – кеүәҫ. Урыҫтар сәй эсмәй – кеүәҫ эсә. Яратмаһаң, ана, һөт эс, – тине ҡартинәйем. Шунан төйөнсөгөн асып, «синька», тип, теге әбейгә зәп-зәңгәр он һалып бирҙе. Минең ныҡ аптырауҙы күреп, аңлатып ҡуйыуҙы кәрәк тапты: «Буяу ул, буяу». Услап, өҫтәлгә матур-матур төймәләр сығарып һалды. «Выбирай, ал, – тине мәрйәгә. – Помнишь, как плохо было беҙ пуговок, фуфайку, штаны веревками завязывали. Ал, ал. Детдомда, Стәрлебашта Ямал работала бит, Ленинградтан посылка прислал, гостинца, вот раздаю...»
Ошо ауыл буйлап йөрөп, сиңкә менән төймәләрҙе таратып сыҡтыҡ, бер көҫәптәй аҡ һаҡаллы бабай ғына алманы, үҙе беҙҙе бал, икмәк менән һыйлап сығарҙы.
Исмаһам, берәй ҡыҙыҡай йә малай осраһамы урамда, ҡартинәйем һымаҡ «здраствуй, знакум», тип өндәшер инем, тип уйлап алдым.
– Ир-егет булмағас, ҡыҙҙар ситкә таралышҡан, өй һайын ир-ат һуғышҡа китеп бөткән. Кем ҡайтҡан, кем – юҡ. Әйҙә, Тарас бабайҙы ла күреп киләбеҙ ҙә, ҡайтырбыҙ. Ул бөтөнләй яңғыҙ ҡалды, бахыр. Үҙе ауылдан ситтә көн күрә. Дүрт малайы һуғышта башын һалды. Барыһына ла «пахарун» килгән, тинеләр. Ошо ҡайғыны күтәрә алмай, әбейе түшәккә йығылған. Йә, ярай, хәҙер барып етәбеҙ... – тине ҡартинәй. Мин ул һөйләгән ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңламаным һәм аҙаҡ һорашырмын, тип ҡуйҙым. Бына Тарас бабай утарына ла килеп еттек. Ҡартинәйем менән Тарас ҡарт гәпләшеп ултырғансы, мин ишек алдына ҡунаҡлап, бөгөнгө күргән (урыҫтарҙы тәү күреүем ине), ишеткәндәремде иҫкә төшөрҙөм. Үҙем ипләп кенә тирә-йүнгә күҙ һалам: бушлыҡ, иҫ-аҡыл китерлек тынлыҡ. Кәртә-ҡура юҡ, ишек алдын бесәй үләне, хатта тупһаға тиклем ҡаҡы баҫҡан. Эргәлә генә булғас, эйелеп алып, ашағы ла килмәй. Ултырам... Ары-бире себен, серәкәй безелдәгәне ишетелә. Йә шунда бал еҫе аңҡытып, ҡорттар осҡолай. Эргәмдәге бүрәнә ярығына шөкәтһеҙ ҙур һағыҙаҡ инеп китте. Ололар әйтмешләй, ҡояш «боролдо», ахыры, ишек алды күләгәләнде, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һалҡын ел иҫеп алды. Күңелемде быға тиклем белмәгән һағыш ялманы. Шомло, ҡурҡыныс булып китте. Өйгә индем. Өй эсе лә буш, ҡояш киткәс, ҡараңғы, моңһоу. «Ҡайтайыҡ», тип, ҡартинәйгә мыжып алдым.
Бабай беҙҙе юлға тиклем оҙата килде.
– Ошо юлдан ҡартатайың менән күп йөрөнөк, бынан Шәкәр ауылына тура юл. Күҙемде йомһам, мылтыҡ аҫып, үҙе килә кеүек. Тыным менән тартып алыр инем... – тине ҡартинәйем
– Ҡартинәй, мылтыҡ, тип әйтмәсе, ҡурҡам, – тим.
– Ул бит кешегә ата торған мылтыҡ түгел, һунар мылтығы. Тирә-яҡҡа даны таралған һунарсы ине ул ҡартатайың. Бер мәл тере бүре һуғып алып ҡайтты. Абау, бүренең күҙҙәре йәшел утмы ни, баҙлап тора. Ҡараһаң, йөрәк жыу итеп китә. Икенсе тапҡыр ҡарарға ҡот оса. Тиреһе матур, күгелйем төҫтә, ялтырап тора. Тиреләрҙе үҙе иләп, бесеп, тун, бүрек, итектәргә хәтлем тегә ине...
Был хәбәрҙе тыңлағым килмәйенсә: «Ҡартинәй, нимә ҡурҡыныс: бүреме, нимесме?» – тим.
– Икеһе лә кеше башын ашай торған нәмәләр, – тине ҡартинәй.
– Ниместәр йыраҡмы, килеп сығып, беҙе атып йыҡмаҫтармы?
– Юҡ, бик йыраҡ улар, ҡояш байыған яҡта. Унда тимер юл менән генә барып етеп була. Ҡуй, ниңә юҡты һөйләп, маҙаһыҙлайһың әле, ни суртыма кәрәк улар һиңә? – тине ҡартинәй. Ҡайтышлай Ерекле йылғаһынан ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ыумасҡа, тип, балтырған йыйҙыҡ. Ошоноң менән минең тәүге тапҡыр ҡунаҡҡа барыуым тамамланды. Һуңғараҡ ҡартинәйем: «Әйҙә, шунда ҡунаҡҡа барып киләйек», – тиһә, «Юҡ, минең ҡунаҡ булғым килмәй», тип, ҡырт киҫер булдым. Ниңә инде миңә ҡунаҡҡа барыу? Ниңә илау? Ниңә ҡартинәйемде илатыу? Ана, бөгөн ҡунаҡҡа барған саҡта әллә күпме ҡайғылы хәбәр ишеттем, бихисап хәсрәтле кешене осраттым. Юҡ, ҡыйын булһа ла, ҡартинәйҙе бынан ары өйҙә генә көтөрмөн, тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Колхозда яҙғы-йәйге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр башланды. Һарыҡ өҫтө алыу, тиҙәк һуғыу, ферма-келәттәрҙе һылау, бәрәңге утау китте. Ҡартинәйем миңә умырзая сәскәләре төшөрөлгән, ерлеге ҡыҙыл салбар тегеп кейҙерҙе лә, йыраҡтан күренеп торһон, тип, эш ваҡытында асыла торған балалар баҡсаһына бирҙе. Тәүге көндө үк шуҡ малайҙар: «Аҡ ыштан, ҡыҙыл ыштан ҡайтып килә һуғыштан», – тип, мине үсекләй башланы. Кис менән, күпер аша ҡайтмайынса, үҙебеҙгә тура сыға торған баҫма аша ҡайтып киттем. Аяҡтарымды һәлендереп, баҫмаға ултырып, бер ғәйепһеҙ салбарымдың ағып киткәнен ҡарап ҡалдым. Ошо салбар менән аңыма, йөрәгемә инеп оялаған һағыш та киткән һымаҡ тойолдо. Һуғыш тураһында бүтәнсә һүҙ ҡуҙғатыусы булманы.
Иҙән һепергәндә ҡанат осона эләккән ваҡ сүп-сар шикелле, һуғыш ғәрәсәте минең дә яҙмышымды өйөрөлтөп, эләктереп алып китте, буғай... Гел үҙемде торор өйһөҙ, туғандарһыҙ, яңғыҙ, яҡлаусыһыҙ тойоп йәшәнем. Бәләкәй генә йөрәгем аша үткәргән кисерештәрҙе ҡағыҙға төшөргән мәлдә буш ауылдарға яңынан ҡайтып килгән рәүешкә индем. Йән тыныслығы таба алмай, бошоноп, бойоғоп, 2-3 төн йоҡомдан яҙҙым. Үтә ауыр булды. Күҙемде йомһам, Тарас бабайҙың ишек алды һәм ундағы моңһоу, аяныслы, шомло тынлыҡ килә лә баҫа...
Ә минең был сәйәхәтем – алыҫта ҡалған бала сағымдың бер көнө генә. 5-6 йәшлек баланың тәүге күргән-ишеткән ваҡиғалары. Шул кисерештәрҙе түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға төшөрөргә тырышылды. Үҫә килә ҡартинәйемдән тағы ла күп нәмәләр хаҡында белдем. Уның ҡартатайыма булған һөйөүен миңә лә күсерә алыуына хайран ҡалам. Һөргөндән 7 йыл буйы көтөп алып, «халыҡ дошманының бисәһе» тигән исем аҫтында йәшәүе, инде килеп, һуғыштан һуң 31 йыл буйы ирен теленән төшөрмәүе – бөйөк мөхәббәт шул булалыр ҙа! Һуңғы сәғәте еткәс: «Ҡартатайың кырандасҡа ултыртып, алып китте, оҙаҡ тормам. Балаҡайым, ҡолонсағым, яңғыҙ ҡалаһың бит, бәхил бул», – тип, кистән һөйләшеп ятҡан ерҙән, берҙән-бер яҡын кешем, таң алдынан күҙәрен мәңгелеккә йомдо. Ҡартатай, ҡартинәй, мәңгелек донъяла ҡауышығыҙ! Урындарығыҙ ожмахта булһын! Амин!
Венера АБДУЛЛИНА. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.