

2-се бүлек
Ике-өс көн тип Нәфисәгә вәғәҙә бирһә лә үҙ эшенән аҙна үткәс кенә бушаны Камил. Яңы төҙөлөш объекты алғайны. Рәсмиләштереп, эште башлап ебәреү арыу ғына ваҡытты алды. Әле унда, әле бында, әле үҙендә кәңәшмәләр үткәрҙе. Яуаплы кешеләрен тейешле урынға тәғәйенләп, документҡа ҡул ҡуйғас ҡына, еңел тын алды.
Вәғәҙә – иман тигәндәй, эшен яйға һалыу менән, Нәфисәнең улын табырға ярҙам итеү маҡсатынан, үҙенең шәхси юрисы менән кәңәшләште. Баланы детдомға тапшырыуы ғына еңел. Кире ҡайтарып алыу өсөн бик күп инстанциялар үтергә кәрәк. Нисә йыл бергә, ҡулға-ҡул тотоноп эшләгәнлектән, Камил юрист-адвокатына ышанып тапшырҙы был эште. Фәиз Фәрит улы үҙ эшенең бар нескәлектәрен белә. Ошоға тиклем дә сетерекле мәсьәләләрҙе законға таянып хәл итеп килде. Моғайын, был юлы ла проблеманы хәл итә алыр.
Фәиз Фәрит улы эшен Нәфисә менән танышыуҙан башланы. Ҡатындан улы, үҙе тураһында мәғлүмәттәр алды. Вадимды оҙаҡ эҙләргә тура килмәне. Өсөнсө көн тигәндә малайҙы Өфөнөң бишенсе һанлы балалар йортонан тапты. Детдом директоры, оло йәштәге Луиза ханым, Фәиз Фәрит улын ҡапыл-ғара ҡаушабыраҡ ҡаршыланы. Быны Фәиз Фәрит улы үҙе лә һиҙҙе. Үҙем түгел, өҫтөмдәге форма ҡурҡытты буғай, тип уйланы ул. Тыныс ҡына үҙе менән таныштырып, килеүенең маҡсатын еткергәс, ханымдың йөҙө асылып китте. Фәиз Фәрит улына урын тәҡдим итеп, директор әңгәмәне башланы. Вадимдың дүрт йыл үҙҙәрендә тәрбиәләнеүен еткерҙе.
– Беҙгә килгәндә Вадимға өс йәш тулып килә ине. Атаһы детдомға тапшырыуының сәбәбен сит илгә китеүе, Вадимды көтөргә кеше юҡлығы менән аңлатты. Ваҡытлыса урынлаштырам, ҡайтҡас та килеп алырмын тип вәғәҙә бирһә лә, бына дүрт йыл көтәбеҙ, килеп күренгәне юҡ . Вадим килгәндә теремек, шаян ғына малай ине. Детдомға ауыр өйрәнде, әле булһа йоҡо аралаш “әсәй”, йә “атай” тип һөйләнә. Рәсем дәрестәрендә гел генә матур итеп әсәһенең һүрәтен төшөрә. Ғаиләһенән айырылыу ауыр тәьҫир итте малайға. Бөтөнләй үҙәгәрҙе ул. Аҙ һүҙле, уйсан балаға әүерелде. Баштараҡ атаһын йә әсәһен таптырып илағаны ла булды. Беҙгә балаларҙың хәлен белергә йыш йөрөйҙәр, шул саҡта күҙҙәренә йәш алып, беҙҙе лә илатып ҡуя ул. Быйыл беренсе класҡа уҡырға бара. Тәрбиәгә алырға күп һоранылар Вадимды. Тик атаһы кире килеп алам тигәнгә һораусыларға һәр саҡ отказ бирә киләбеҙ. Былай булһа, әллә ҡасан уллыҡҡа алған булырҙар ине. Һораусылар күп. Аҡыллы, тыныс малай. Атаһы әсәһен төрмәлә ултырғанлығын әйтһә лә, ни өсөн ултырыуын, күпме срокка икәнлеге тураһында информация бирмәне.
– Әсәһе срогын тултырып ҡайтты. Аңһыҙ ҡаза булған, – тип һүҙгә ҡушылды Фәиз Фәрит улы.
– Әле әсәһе ҡайҙа? Балаларын әсәләре, йә аталары эҙләп килә. Һеҙҙең кеүек закон кешеләре, ғәҙәттә, түрә-ғара ҡушыуы буйынса йөрөйҙәр беҙгә.
– Юҡ, әсәһе үҙе детдом балаһы, бер кеме лә юҡ. Ә миңә килгәндә, мин хужамдың ҡушыуы буйынса килдем һеҙгә, шәхси адвокаты булам. Уның детдом балаһына ярҙам итергә теләге ҙур.
– Аңлашылды. Беҙ хуплайбыҙ ярҙам итәбеҙ тигәндәрҙе. Тик закон кешеһе булғас, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, беҙ уға килеү менән, Вадимды тоттороп ебәрә алмайбыҙ.
– Эйе, беләбеҙ. Яҡын арала Вадимдың әсәһе эшкә урынлашасаҡ. Йәшәү урынын да хәстәрләрбеҙ. Бөгөн үк тоттороп ебәрмәһәгеҙ ҙә Вадимға әсәһе менән аралашырға мөмкинлек биреп була бит. Әйҙәгеҙ шул мөмкинлектән мәхрүм итмәйек әсә менән улын. Әсәһе киләсәктә Вадимды үҙе янына алырға теләй.
– Беҙ ҡаршы түгел. Әлбиттә, детдом, нисек кенә һәйбәт булмаһын, үҙ әсәһен алыштыра алмай.
– Ярай улайһа, килештек, иртәгә Вадимдың әсәһе улын күрергә килә. Һеҙ уларҙың икеһенә лә һәр яҡлап ярҙам итерһегеҙ тип ышанам. Бөгөн миңә Вадимды күреп китергә мөмкинме? – тип һораны Фәиз Фәрит улы.
– Мөмкин. Тик ситтән генә күҙәтерһегеҙ. Йөрәгенә ут һалмай торайыҡ. Әйттем бит, былай ҙа ят кеше күрһә йөрәкһеп, күңеле тула. Аҙаҡ йәшенеп иларға ла мөмкин. Башҡалар менән аралашмай, үҙенә бикләнеп бер нисә көн йөрөй...
Төшкө аш ашап ултырған балалар погонлы ағайҙы иғтибарға алманылар. Директор тәрбиәсегә Вадимдың янына барып баҫырға ҡушты. Ситтән ҡарап торған Фәиз Фәрит улы сибек, аҡ ҡына йөҙлө малайҙы әсәһенә сырамытты. Ысынлап та аҡ йөҙлө, түңәрәк күҙле, моңһоу ғына ҡарашлы малай әсәһенә оҡшаған ине.
Иртәгеһенә Фәиз Фәрит улы Нәфисәне үҙе алып килде детдомға. Ҡарап тороуға һөйкөмлө, йәтеш кенә кәүҙәле, мөләйем генә йәш ҡатын менән еңел генә аралашты адвокат. Ипле, матур ғына, күҙгә ҡарап һөйләй. Артыҡ зарланмай. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән. Йөҙө лә, кәүҙәһе лә күркәм. Тик бойороуға өйрәнгәндер, баҙнатһыҙыраҡ. Машина янына сыҡҡас та ишеген асып ултырырға уңайһыҙланып торҙо. Адвокаттың инеп ултырығыҙ, тигән тауышын ишеткәс кенә, ишекте асып артҡа ултырҙы. Ҡуҙғалып китеп, бер аҙ барғас, ҡатындың өнһөҙ генә тәгәрәгән күҙ йәштәрен шәйләп ҡалды Фәиз ағаһы. Нисә йылдар инде хоҡуҡ органдарында төрлө ситуацияларҙы күреп өйрәнһә лә, Фәиз Фәрит улы бындай ситуацияла беренсе тапҡыр. Шуға ла башында әсә менән улдың осрашыуын фаразлаған төрлө уйҙар ҡайнай.
– Нәфисә, кисә улыңды мин һиңә оҡшатып таныным. Үҙеңә оҡшаған, – тип тынлыҡты боҙҙо Фәиз Фәрит улы. – Нисә йыл осрашмағанығыҙға?
– Биш йыл тула. Минән ике йәштә ҡалғайны. Эйе, үҙеңә оҡшаған тип әйтәләр ине шул, бәләкәй сағында ла.
– Бәләкәй ҡалған икән шул. Шулай булһа ла төштәрендә “әсәй” тип һаташа ти тәрбиәселәре. Атаһын да һораған.
– Мине иҫләмәйҙер ул, онотҡандыр инде балағынам. Иртә һөйләште ул үҙе. Йәш ярымдан теле асылды. “Әсәй, атай” тип татылдап йөрөп ҡалғайны ла ул. Ни хәл итәһең яҙмыш, айырҙы шул баламдан.
– Нәфисә, әле генә һиңә улыңды бирмәйәсәктәр. Мин шулай ҙа күрешеп, аралашып торорға һөйләштем. Һиңә официально эшкә урынлашып алты ай тирәһе эшләргә, эшләгән ереңдән үҙең тураһында ыңғай характеристика кәрәк булыр. Йәшәргә лә үҙ мөйөшөң булырға тейеш. Бына шулар үтәлгәс кенә , Вадимды үҙеңдең яныңа алып була.
– Беләм, ағай, мин күрешеп тороуға ла риза. Күрмәгән, белмәгән детдом балаһына ваҡытығыҙҙы әрәм итеп, ярҙам итәбеҙ тип йөрөйһөгөҙ, рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ һеҙгә. Аллаһы тәғәләнән ҡайтһын сауаптары. Мәшәҡәтле эшегеҙҙең изгелеген генә күреп йәшәгеҙ. Мине шул тиклем ҡыуандырҙығыҙ. Үҙегеҙгә лә минең кеүек ҡыуынырға яҙһын. Эй, матур итеп әйтә белмәйем инде, ағай. Камил ағай ҙа , һеҙ ҙә һау ғына булығыҙ. Башҡа һүҙем юҡ.
– Килеп еттек, Нәфисә, хәҙер беҙҙе ҡаршыларҙар. Тыныс булырға кәрәк. Зинһар, иламағыҙ, күҙ йәшегеҙҙе күрһәтмәҫкә тырышығыҙ йәме.
Детдомдың ҡапҡаһын асып инеү менән йөрәге өлпөлдәне Нәфисәнең. Үҙе тәрбиәләнгән детдом булмаһа ла бөтә нәмә таныш һымаҡ. Ҙур ишек алды. Оҙон эскәмйәләр. Ана тегендә мәктәп йәшендәгеләр туп тибәләр. Ҡыҙҙар арыраҡ түтәлдән нимәлер йыя. Туп тибеп йөрөгән ерҙән ике малай Нәфисәләр ҡаршыһына йүгереп килде. Етмәҫ элек туҡтанылар ҙа инеүселәргә “беҙҙе алырға килдегеҙме әллә?” тигәндәй һораулы ҡараштарын төбәнеләр. Нәфисә был ике малайҙың ҡарашын шунда уҡ аңланы. Үҙе лә бит ҙурайғансы миңә килмәнеләрме икән тип, ят кешеләрҙе күргән һайын ҡаршыларына сыға торғайны. ”Эй, малайҙар, һеҙҙең дә яҙмыш минекенә оҡшаған икән,” – тип уларҙы йәлләп уҙып китте.
Улар барып ингәндә, Вадимдың группаһында рәсем дәресе бара ине. Директор Луиза ханым тәрбиәсегә Вадимды ҡунаҡ бүлмәһенә алып инергә ҡушты ла Нәфисәне үҙе менән эйәртте. Дөп-дөп типте Нәфисәнең йөрәге. Йә , Хоҙай, был көндө лә күрергә яҙған икән. Танырмы уны улыҡайы? Юҡтыр, танымаҫ, биш йыл байтаҡ ғүмер бит, онотҡандыр, иҫләмәйҙер. Ҙурайғандыр инде.
Оҙон коридор буйлап барғанда ла үҙенең детдом тормошон күҙ алдынан үткәрҙе Нәфисә. Үҙе тәрбиәләнгән детдомда ла ошондай оҙон коридор ине. Коридорҙың осонда ҡара төҫтәге диван. Ҡаршыһында ҡунаҡ бүлмәһе. Улар ҡунаҡ бүлмәһенә ингәс тә Луиза ханым ултырырға тәҡдим итте.
– Вадим менән психолог бөгөн бер аҙ әңгәмә үткәрҙе. Тик әсәйең килде, тип әйтмәнек беҙ уға. Ҡунаҡ килә һине күрергә тинек. Быға ул ифрат шатланды. Бер үк бала ингәс тә сабырһыҙланмағыҙ. Тыныс ҡына ултырырға кәңәш итәм. Вадим беҙҙең күңелсәк кенә, тиҙ генә илап бара, – тип иҫкәртеү яһаны.
Фәиз Фәрит улы башындағы фуражкаһын сисеп, ҡулына тотто. Күреп, һиҙеп ултыра. Көскә тыя күҙ йәштәрен бисара ҡатын. Шулай ҙа үҙе тыныс күренергә тырышҡан була. Эсендә, уйында мәхшәрҙер инде. Үҙе генә белә.
Ҡапыл ҡунаҡ бүлмәһенең ишеге еңел генә асылып китте лә Вадимды етәкләп, тәрбиәсе менән психолог килеп инде. Ете йәшлек малай бүлмәгә инеү менән тирә-яҡҡа күҙ һалды, шул минутта ике ят кешене шәйләне. Башта ҡаршыла ултырған ир кешегә түп-түңәрәк күҙҙәре менән текләп торҙо, аҙаҡ ҡарашын Нәфисәгә күсерҙе. Түңәрәк кенә бәләкәс күҙҙә ниндәйҙер өмөт сатҡылары сағыла. Күҙен дә йоммай, бүлмәләге быш-быш тауышҡа ла иғтибар итмәй, бер килке текләне ҡатынға. Ни тиклем тырышһа ла Нәфисә күҙ йәштәрен тыя алманы. Өнһөҙ күҙ йәштәре йылға булып аҡты. Үҙенең ҡаны бит, үҙенеке. Был тиклем дә үҙенә оҡшар икән. Нисек кенә танымайһың инде, йөрәк ярып сыҡҡан балаңды. Сабырлыҡтың сигенә етеп, саҡ түҙә әсә. Их, ҡана ла һуң йүгереп барып ҡосағына алырға!Эй, Хоҙайым, күҙ алдына килеп баҫҡан балаңды ла ҡосаҡҡа ала алмай, тыйылып ултыр сәле. Шул ваҡыт директор Луиза ханым:
– Вадим һин был апай менән ағайҙы күргәнең юҡ инеме? – тип һораны. Малай Луизаның һорауын ишетмәй ҙә, ике күҙ Нәфисәлә. Бер аҙ торғас, ҡапыл башын күтәреп Луиза ханымға ҡараны ла, шул саҡ барыһын да аптыратып:
– Это же моя мама, – тип Нәфисәгә барып аҫылынмаһынмы? Береһе лә көтмәгәйне был хәлде. Нәфисә башта албырғаны. Шулай ҙа ҡапыл үҙен ҡулына алды. Улын күкрәгенә ҡыҫты.
– Балаҡайым, улыҡайым, онотмағанһың бит мине. Бәләкәй генә булып ҡалһаң да иҫеңдә йөрөткәнһең. Рәхмәт, улым, бәләкәсем, рәхмәт, онотмағанһың әсәйеңде. Башҡаса мин һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын, балаҡайым. Улым, улыҡайым, берҙән-берем, һине лә күрер көнөм бар икән, – тип һамаҡлап илап ебәрҙе.
Был осрашыу барыһын да шаңҡытты. Фәрит Фәиз улы түҙмәне, әллә илап ебәреүҙән ҡурҡты, бүлмәнән сығып китте. Психолог менән тәрбиәсегә лә Луиза ханым сығырға ымланы.
Вадим әсәһенең ҡосағынан айырылманы. Әсә улының башынан һыйпап үпте, сәстәрен рәтләне. Арҡаһынан һөйҙө. Уның һайын нығыраҡ һыйынды бала әсәһенә. Был минутта Вадим менән Нәфисәнән дә бәхетлеһе булмағандыр. Оҙаҡ айырылыша алманы әсә менән улы. Ҡайтырға сыҡҡас, көскә айырып алып ҡалдылар Вадимды. Әсә кеше үҙе лә күҙ йәштәрен тыя алманы айырылғанда. Балаһына тағы ла килергә вәғәҙә биреп, машинаға ыңғайланы. Оҙаҡ ҡына машина эсендә көтөп ултырһа ла Фәиз ағаһы Нәфисәне йылмайып ҡаршыланы. Тормоштоң оло дауылында яңғыҙ ҡалған йәш ҡатынға ярҙам итә алыуына сикһеҙ шат ине адвокат.
Нәфисәне эшкә урынлаштырыуҙы Камил үҙе хәстәрләне. Башта хостел директорынан эш урындарына вакансиялар барлығын белеште. Костелянша кәрәк икән. Бөгөн Нәфисәнең үҙен күреп һөйләшергә тип, эштән иртәрәк сығып, Камил хостелға һуғылды. Коридор йыуып йөрөгәндә осратты Нәфисәне. Камилдың:
– Эшкә төшөп тә өлгөргән инде әллә, Нәфисә? – тип өндәшеүе булды, эшкә әүрәп йөрөгән ҡатын, ҡапыл тертләп, әйләнеп ҡараны.
– Һаумыһығыҙ, Камил ағай, юҡ шул әле төшмәнем, бына иҙән йыуыусы апайға ярҙамлашып йөрөйөм, – тине бер аҙ уңайһыҙланып.
–Мин һинең янға килгәйнем. Һөйләшәһе һүҙҙәр бар ине, ҡайҙа һинең бүлмәң?
– Мин хәҙер, Фирая апайға биҙрәһен биреп, ҡулымды ғына йыуайым да, дүртенсе бүлмәгә инә торһағыҙ ҙа була, – тип Нәфисә Фирая апаһын эҙләп китте.
Камил дүртенсе бүлмәне асып инде. Ике урынлыҡ яҡты бүлмә. Тәҙрәлә матур селтәр , обой менән бер төҫтә шторалар. Бар ерҙә тәртип. Хатта тумбочканың өҫтөндә матур ғына вазала ҡыр сәскәләре бүлмәгә йәм биреп ултыра. Моғайын, хостел артындағы урмандан йыйғандыр. Хостелдең артынан ғына урманлыҡ башлана. Камил аяғындағы туфлийын сисергә торғанда, Нәфисә килеп инде:
– Ҡуй ағай, туфлийығыҙҙы сисмәгеҙ, бер ниндәй бысрағы ла юҡ, булһа һөртөп алырмын, әйҙә үтегеҙ, бына ошонда ултырығыҙ, – тип артлы ултырғысты койка эргәһенә ҡуйҙы. Камил ултырғысҡа ултырғас ипле, яғымлы тауышы менән:
– Нәфисә, иң элек шатлығың менән уртаҡлашырға рөхсәт ит. Фәрит Фәиз улы Вадим менән осрашыуығыҙҙы һөйләгәйне. Бер ҙә һине онотмаған, үҙе таныған икән. Мин бик шат һеҙҙең өсөн, башҡаса айырылырға яҙмаһын.
– Рәхмәт һеҙгә , Камил ағай. Ул шатлыҡты бит һеҙ бүләк иттегеҙ. Әгәр ҙә юлымда һеҙ осрамаған булһағыҙ, белмәйем, тиҙ генә был шатлыҡтарҙы татып булыр инеме икән? Вадимды мин үҙем меңдәр араһынан да таныр инем, үҙ ҡаным бит. Балағынам, үҙе мине онотмаған шул, ”мама” тип килеп аҫылынды.
– Әле барҙыңмы янына, тағы күрештегеҙме?
– Кисә барҙым. Аҙнаһына бер-ике күрешергә мөмкин тинеләр. Төштән һуң барып йөрөрмөн. Әле улар беренсе сентябргә әҙерләнә. Быйыл уҡыуға бара бит. Шиғыр ятлайҙар, йыр өйрәнәләр, шуға тәрбиәсе төштән һуң, бер аҙ бушағас килергә мөмкин тип әйткәйне.
– Йыраҡ түгелме йөрөргә? Кисә нисек барҙың, йәйәүме?
– Хостелдән өс остановка тирәһе булалыр, ярты сәғәт тирәһе йәйәү барырға. Бәлки турараҡ барһаң яҡыныраҡтыр, мин әле был яҡты белеп бөтмәйем.
– Алыҫ түгелме йөрөүгә?
– Юҡ, юҡ, бер ҡыйынлығы ла юҡ, ҡәҙерле баламды күрергә мин Ҡаф тауы артына барырға ла ризамын, Камил ағай.
– Ярай улайһа, мин хостелдең директоры Урал Вәкил улы менән һөйләшкәнем, костелянша кәрәк икән. Әгәр теләһә иртәгә үк приказ яҙам тигәйне, нисек ризаһыңмы?
– Риза, һайланып тора алмайым, ағай. Хатта бөгөндән үк эшләргә риза. Тик миңә аҙнаһына бер-ике тапҡыр Вадим янына барырға ғына мөмкинселек булһа.
– Һөйләшербеҙ уныһын Урал ағайың менән. Улайһа килештек, приказ яҙылыр. Иртәгәнән эш башларһың. Бына һиңә визитка, кәрәк саҡта шылтыратырһың. Вадим янына буш барыуы үҙеңә лә ҡыйындыр, аҡсаң юҡлығын беләм, шуға һиңә ярҙамдан тип бер аҙ аҡса ҡалдырам. Әле бит һиңә аҡса алғансы бер ай тирәһе йәшәйһе лә бар. Ваҡыт булғанда килеп хәл белеп китермен. Үҙең дә һорауҙар килеп тыуһа, шылтыратырһың. Килештекме? Уңыштар һиңә. Вадимға минән дә сәләм еткер. Уның менән мин дә танышырға теләйем. Берәй көн янына барып сығырмын. Әлегә Камил олатайҙан тип сәләм әйтә тор.
– Камил ағай, минең һеҙгә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Хаҡ тәғәләнән ебәрелгән яҡлаусым итеп ҡабул итәм һеҙҙе. Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын. Яҡшылығығыҙҙы бер ҡасан да онотмам. Һеҙ донъялағы иң изге кеше минең өсөн. – Рәхмәттәрен уҡый- уҡый машинаһына тиклем Камилды оҙатып ҡалды Нәфисә.
***
Ваҡыт тигәнең елдәй елә икән... Әле генә ине... Костелянша булып эш башлаған мәле. Вадимдың беренсе класҡа уҡырға барыуы. Урал Вәкил улы үҙе иртән оҙатып ҡуйғайны машинаһында детдомға тиклем. Хатта Вадимға тип бүләген дә бирҙе. Онотолмаҫлыҡ булып иҫтә ҡалды ул көн. Белем көнөнә арналған линейканың алдынан ғына Камил ағаһы килеп инде. Бер ҡулында матур букет, икенсеһендә уҡыу кәрәк яраҡтары менән уңайлы портфель. Букетты ҡотлап Нәфисәгә биргәс, ҡаушаны йәш ҡатын. Бындай иғтибар күргәне булдымы икән ошоға тиклем? Юҡ, иҫләмәй. Линейканан һуң Камил Вадимдың класына күстәнәстәр таратты. Эй балаларға күп кәрәкме ни, ҡыуанышып һикерештеләр. Вадим бөтөнләй ятһырамай ғына аралашты Камил олатаһы менән. Ипле, аҡыллы Камилды беренсе күреүҙә үк Вадим үҙ итте. Хушлашҡанда малай Камилдың тағы килеүен үтенде. Олатаһы һүҙендә торҙо. Эштән бушаған арала малайҙың хәлен белде. Килгән һайын үҙенә генә түгел, класына ла күстәнәс алып килде. Бәләкәй малай менән хәстәрлекле олатай араһында дуҫлыҡ тыуҙы. Ошо ике яҡын кешеләренең дуҫлығы Нәфисәгә ысын һөйөү алып килде. Камил сөсөләнмәне, алтын тауҙар вәғәҙә итмәне, ялтырауыҡлы һөйөү һүҙҙәре лә әйтелмәне. Үҙенең иғтибары, хәстәрлеге менән нужа күргән, тыуғас та яҙмыш ҡосағына ташланған йәш ҡатындың күңеленә үтеп инде. Ҡыйырһытылған йөрәккә күп кәрәкме?
Вадимды үҙенен янына алырға документтар юллап бөткәйне. Берәр аҙнанан билдәле булыр тигәйнеләр. Вадим да , әсә лә түҙемһеҙләнеп көтә был көндө. Шулай бер көн көтмәгәндә кис менән хостелгә Камил килде. Ишек шаҡыуға койкаһында китап уҡып ултырған Нәфисә терт итеп ҡалды. Унғанса булмай ишектән Камил ағаһы күренде. Аҙна тирәһе осрашҡандары юҡ ине. Эше буйынса командировкала ине. Вадим инде барған һайын олатай килмәй тип биҙалана ла башлағайны.
– Һаумы, хәлдәр нисек Нәфисә! Эш күп булды, иртәрәк килермен тигәйнем дә, һуңға ҡалдым. Кисә төндә ҡайтҡайным Самаранан, иртәрәк ҡайтһам Вадим янына барырмын тигәйнем дә булманы, кисә лә, бөгөн дә. Иртәгә бер нәмәгә ҡарамай барып хәлен белеп китермен, көтәлер.
– Һаумыһығыҙ, Камил ағай. Хәлдәр һәйбәт әле, шөкөр. Эйе Вадим барған һайын һеҙҙе һорай шул. Һағынып өлгөргән.
– Минең дә күрге килеп китте, аҙнанан ашыу күрешмәгәнгә. Нәфисә, асыуланма, оҙон-оҙаҡ һуҙып бер беребеҙҙең ваҡытын алмайыҡ. Фәиз Фәрит улы белешкән. Ошо көндәрҙә һиңә Вадимды үҙеңдең яныңа алырға рөхсәт бирәсәктәр. Мин һинең өсөн бик шатмын. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: шуны әйтмәксе булам, әйҙә Вадимды минең өйгә алып ҡайтайыҡ!
– Нисек? Аңламайым, Камил ағай.
– Бына шулай шул,. Ошо йәшкә етеп аңлата ла алмай торам. Нәфисә, ғәфү ит, күргәс тә күңелемә яттың. Ярты йылдан ашты һине белгәнемә. Уйламаған көнөм һирәк. Ошоға тиклем тойғоларымды йәшереп тә, бикләп тә ҡараным. Булмағас, булмай икән. Йөрәккә бойороп булмай. Вадим менән танышыу һиңә булған хистәремде көсәйтте генә. Уны мин хәҙер үҙемдең улым кеүек күрәм. Ошо йәштә яратам тип торһам әллә нисек һымаҡ, ҡыҫҡаһы, һин миңә ныҡ оҡшайһың, кейәүгә сыҡ миңә. Вадимды бергә тәрбиәләйек. Матур һүҙҙәр һөйләй белмәйем. Беләм, ауыр тормош юлы үткәнһең. Шулай ҙа кеше булып ҡала алғанһың. Әле һинең иң матур сағың. Вадимды ла, үҙеңде лә йәберләмәм. Ҡаға-һуға торған ғәҙәтем дә юҡ. Әйтергә кәрәк, эш күп ваҡытты ала. Шулай ҙа һеҙҙең өсөн ваҡыт табырмын. Яңғыҙлыҡ минең дә үҙәккә үткән. Булат уҡырға киткәс, бөтөнләй яңғыҙ ҡалынды. Ғүмер тигәнең үтеп тик бара. Йәш тә ырай. Уйла әле, зинһар, кире ҡаҡма. Әле үк яуап бир тип талап итмәйем. Улым Булат был турала белә. Ҡаршы түгел, киреһенсә, минең өйләнергә уйлайым тигәнгә ныҡ ҡыуанды. Уйларға ваҡыт бирәм. Иртәгә киләм, шунда яуабыңды әйтерһең. Әлегә хуш булып тор, – тине лә Камил кире яуап ишетеүенән ҡурҡтымы, бүлмәнән сығып та китте.
Нәфисәнең башында “мин бит уға тиң түгел, ташландыҡ детдом балаһымын, етмәһә төрмәлә ултырып сыҡҡанмын” тигән уйҙар ҡаршы булырға өндәһә лә йөрәк “ул һинеке, ул ғына һине бәхетле итәсәк, бәхетеңә ҡаршы төшмә” тип ярһыны. Йөрәк үҙенекен эшләне. Баштағы уйҙарҙы еңеп, йөрәк тантана итте. Нәфисә Камилға ризалығын бирҙе.
Вадимды алырға рөхсәт булғас, Камил менән Нәфисә бергә барҙылар алырға. Детдом хужаһы менән тәрбиәсе Вадимды етәкләп алған Нәфисә менән Камилды һоҡланып, бәхет теләп оҙатып ҡалдылар.
***
Барыһы ла кисә генә булған ине кеүек. Ваҡыт - арғымаҡ... Бер ғаилә булып йәшәй башлағандарына ике йыл да тулып килә. Вадим өсөнсө класта уҡый, яҡшы билдәләр алып ҡыуандыра. Булат дүртенсе курсын бөтә быйыл. Нәфисә Камил менән яҙылышҡас, хостелдәге эшенән китте. Камилдың документтары менән өйҙә эшләй. Ни тиһәң дә һөнәре буйынса экономист-бухгалтер бит ул. Камилдың эше тығыҙ. Нәфисәгә үҙенә автобус менән йөрөргә тура килә. Зарланмай ул үҙе, тик Камил бит өҙмәй ҙә ҡуймай права уҡытты. Вадимды түңәрәктәргә йөрөтөргә кәрәк, тип. Ярай тыңлап уҡыған, хәҙер рәхмәт уҡый иренә. Барыр ере булһа, гараждағы машинаға ултыра ла сығып китә.
Нәфисәнең ике ятып, бер төшөнә лә инмәне әлеге тормошо. Ғүмеренең аҙағына тиклем детдом балаһы тигән мөһөр оҙатып барыр һымаҡ ине. Хоҙайына мең рәхмәттәр уҡып, бәхеттән туҡылған һәр көнөнә шөкөр итеп йәшәй хәҙер Нәфисә.
Бөгөн ул айырыуса бәхетле. Тиҙҙән ул тағы әсә буласаҡ. Ошо шатлыҡлы хәбәрен иренә еткерер өсөн эштән ҡайтҡанын ашҡынып көтә. Камил күптән көтә ине был шатлыҡлы хәбәрҙе. Ишетеү менән һис һүҙһеҙ ҡыуанысынан Нәфисәһен ҡосаҡлап алыр, ғәҙәттәгесә бер һүҙ менән “бәхетем” тип яратыр. Бәхетле ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп бәхетле бала тыуыр...
Айһылыу Юнысбаева.