Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
14 Сентябрь 2022, 21:50

Сөңгөл (хикәйә)

Артынан ишекте япты. Башҡаса асырға теләмәгәндәй күн япмаға арҡаһы менән терәлә биреп тә торҙо. «Инер ишегеңде ҡаты япма», тиҙәр бит, ә ул бөгәсә рәнйегән күңелен иңрәтеп кире ҡайтмаҫҡа хәл итте.

Сөңгөл (хикәйә)
Сөңгөл (хикәйә)

Һыҙылып өлгөрмәгән таң ҡараңғылығында күтәрмәлә таш балбалдай биниһая ваҡыт һерәйгәс, бөксәңдәп, төртәләнә-төртәләнә бейек тупһанан төштө, ҡараңғылыҡ шаршауын бөркәнеп йоҡлаған тын урамға сыҡты. Ҡартайыуы еткән йоҡоһоҙ Аҡтырнаҡ һаҡ ҡына килеп аяғына һыйынды ла ялағайланып, ҡойроғон болғай-болғай һырпаланырға тотондо. Ошо һунар этен кейәүе көсөк кенә сағында күрше Михайловка ауылындағы ҡатышып йәшәгән белешенән ике һарыҡҡа алмашып алғайны. Ҡиммәттән һалдырып ҡаршы төшөп маташҡайны ла Фәриҙә, тоҡомло зат арзандан булмай ул, тип кейәүе ҡуйырҙан да ҡуймай апҡайтты барыбер, бер генә ҡулға өйрәтеп үҙе ҡарап үҫтерҙе, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырғанда артынан ҡалдырманы. Ҡарыулы, алғыр сағында дан һунар эте ине, хужаһы менән ҡош-кейекһеҙ ҡайтманылар, хәҙер йорт-ҡура тирәһен һаҡлауҙан арыға эшкинмәй. Һаҡлай, тип әйтеү ҙә үтә шартлы инде, тоҡомло йән эйәһе булғанғамы үҙен тыныс, сабыр тота, сәүек эттәр ише ерле юҡҡа сарғаланып бармай, көн тимәй, төн тимәй күләгәләй ҡымғырлап йөрөп ятыуы. Ҡымтылған йоҡа ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҙып шыбырҙаны: «Тынғы белмәҫ тоғро мәхлүк, минең ише һинең дә хәжәтең ҡалмаһа ла һаман һаҡтаһыңмы ни әле? Һиңә бит һуңғы көндәреңә саҡлы бында йәшәргә. Бар!..» Бурҙайҙың ялбыр йөнөнән һыйпаны, муйынсаһынан эләктереп ишек алдына йүнәлтте лә артында шар асыҡ ҡалған бәләкәй ҡапҡаны үҙенә ҡарай тартып келәһен элде. Ауырлыҡ менән ҡайырылып утлы тәҙрәләргә төңөлөүле баҡты, ҡорған аша ялпылдаған шәүләләрҙе сәйерһенеп күҙәтте. «Әллә һуғышалар инде?.. Кем олоһо кем кесеһе йәшендәләр, әҙерәк оялһаларсы! Хәйер, кемдән тартынһындар, түлһеҙ зарығып икәүҙән-икәү генә көн итәләр бит ғүмерҙәре буйы, балаһыҙ өйҙән ҡот та, әҙәп тә, тәртип тә ҡаса шул шулайтып…» Эстәге иреш-талаш хатта бында ишетелеп торғандай. Ул барҙа әрләшеүҙән, ғауға ҡуптарыуҙан нисек тә тыйылалар ине, әле бына сығыуы булды ҡаныҡҡандай бер-береһенең муйынына барып йәбештеләр шикелле. Фәриҙә ҡыҙының сеңләп илауы ҡолағына салынды. Ошо ерҙә һиҫкәнеүле тертләп китте. Тыуғас та барлығын иҫбатлап яр һалған сабыйының тәүге өнөн ишеткән саҡта һыҙланыу аша йылмайып оҙаҡ көсөргәнеүҙән еүешләнгән башын түрбаш яғына ҡайырғайны түгелме? Барса ауылдың балаларын яҡты донъяға ҡабул иткән кендек инәһе Ҡыҙбикә ҡарсыҡ ҡыҙыл йоморосайҙы һәлмәкләп һикертеп, юғары күтәреп, һөйөнсөләгәндәй уға күрһәткәйне: «Сөбхәналла, Гөлбикә килен, осло күҙ тейә генә күрмәһен берүк, туп-тумалаҡ, бынамын тигән ҡыҙың бар! Ауырлығы ла сап-самай, үҙенә етмәле, ағзалары ла теүәл. Сарғаланып мыжыуы ҡыҙ затынан икәнлеген иҫбатлап наҙланыуы ғына…» Уңғансы, урындыҡтың шаршау менән бүленгән яғына яҡынламаһа ла йылымыс һыу, таҫтамал хәстәрләп, башҡа мәшәҡәттәрҙә кендек әбейенә булашып йүгергеләгән бейеме кәсә менән ҡоротло һурпа индереп бирҙе, уны ауыҙ иткәс тулғаҡ тотоуҙан йонсоған тәненә хәл кереп киткәндәй итте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң апһыны аҡ биләүгә төрөлгән сабыйын эргәһенә индереп һалды ла белекле төҫтә аҡыл өйрәтте: «Мә, бәпесеңдән имсәгеңде еңелсә генә алдыр ҙа кире бир, ыуыҙыңды артыҡ һурһа эсенең ауыртыуы бар!» «Бәпес, бала?!. Минең бит ҡыҙым бар, мин әсәй!» Шул уйынан ҡояштай балҡып китте лә эргәтирәһендә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ураланыуға ҡарамаҫтан һөттән тирткән түшен тартына-тартына күлдәк иҙеүен ҡайырып сығарып имсәк осон уймаҡ ауыҙға ҡаптырҙы. Теләр-теләмәҫ кенә ирендәрен сәпелдәткән ҡыҙы һөт тәмен тәтегәс талпандай ҡаҙалып, ҡомһоҙланып имергә кереште. Тәнен кинәт, ошоғаса кисереп ҡарамаған ҡытыҡты килтергес ләззәт солғап алды, булмышы гөлтләп тоҡанды, балаһы менән айырылғыһыҙ булып береккән йәне шатлыҡ-ҡыуаныстан йондоҙло асманға сойорғоно… Хәҙер ана, йәш яғынан уны ҡыуалатып, пенсияға етеп килгән ҡыҙы сеңләп илай. Әсә өсөн балаһының илауын ишетеүҙән дә ауыр ғазап бармы икән был донъяла? Юҡтыр.

 Ваҡыт-ваҡыт ҡабатланған талаш-тартыш, ерле юҡтан яралған тәмһеҙләшеү, асыҡтан-асыҡ, ярып әйтмәһәләр ҙә фәҡәт уның өсөн генә сыға ине шикелле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул бында, Хәлфетдин кейәүе менән Фәриҙәнең йортонда артыҡ тамаҡ. Хәйер, бында ғынамы икән? Фәриҙәһенең: «Ике уртала нисек тә йәшәрһең әле, бер ай миндә, бер ай Сәғиҙәлә, яңғыҙ әсәләрен дә ҡарарға эшкинмәйҙәр, тигән ғәйбәтте ишетеүе беҙгә лә еңелдән түгел» тигән шыма әүрәтеүенә ымһынды. Мәңгелеккә күҙҙәрен йомған Хәтмуллаһының ҡырҡы үткәнсе уның өйөндә йәшәне лә мәлендә Мөхәммәте, балалары менән көн иткән, инде нисә йыл буш торған төп торлағына күсенеп сыҡты, шунан күп тә тормай уның да тәҙрәләренә иҫке-моҫҡо таҡта ҡаттырҙы, араталы ел ҡапҡаһын йүкә бау менән сырманы һәм берҙән бер ҡаралтыһы - ағас ҡумталы сәғәтен ҡултығына ҡыҫып ауылдың урта төшөндәге Фәриҙәһенә йүнәлде. Уларҙың алты мөйөшлө ҡарағай өйө, ишек алдында теҙелеп китеп шифер ҡыйыҡлы һарайға барып терәлгән усаҡлыҡты, келәтте, мунсаны эсенә алған хужалығы ян-тирәгә йәм биреп ауылдың ҡалҡыу ерендә урынлашҡан. Оҫталыҡ шөғөлөнә сымры кейәүе өйҙөң эс яҡ стеналарын сутлап, урталыҡты йү-кә таҡталар менән килешле һәм күркәм итеп бүлмәләп бүлеп сыҡҡан, уларҙы төҫһөҙ лакка ҡатырған, иҙән-түбә сағыу, ялтыр буяҡ менән шалланған. Бөтә урында тәртип һәм таҙалыҡ. Уны ишек төбөндә өҫ кейемен элеү өсөн ҡулайлаштырылған, әлеге мәлдә артыҡ әйберҙәр менән тыңҡыслап тултырылған бер карауат ҡына һыймалы тәҙрәһеҙ өкәлтәккә урынлаштырҙылар. Һушты алырлыҡ хан һарайы кәрәкмәй ҙә инде хәҙер, ошоноһо ла баштан ашҡан, иң мөһиме яңғыҙ түгелмен, тип шөкөрәна ҡылды. Ишек алдына сығып тауыҡ-ҡаҙҙарға ем һибеп, мал-тыуарға күҙ-ҡолаҡ булғандан һуң инеп бүлмәһенең ишеген ябып ятып торһа өйҙә барлығы беленмәй ҙә. Хәлбүки һүҙ менән түгел, ҡырыҫ ҡараш, өнһөҙ мөнәсәбәт менән еткерелгән тарһыныуҙы тәүге көндән үк тойҙо: аш бүлмәһенә инһә Фәриҙәһе һауыт-һабаны ғәҙәттәгенән нығыраҡ шауҙырлатырға тотона, өҫтәл артына ултырһа, ҡаштарын төйгән кейәүе тәғәмләнеүен бүлеп, ауыҙына ҡапҡан ризығын сәйнәй-сәйнәй шарт та шорт баҫып сығып китә. Бында һанламайҙар, һөйләшеү, оло кеше булараҡ кәрәк саҡта кәңәш ҡороу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Былайтып, күҙгә төшкән сүптәй итеп күргәстәре ни сәбәптән урынынан ҡуҙғаттылар икән, һыртынан ҡарап тороуҙарына ла риза ине бит. Уны, артыҡ ҡалаҡты береһе икенсеһенә һылап ҡуйырға ниәтләгәндәрҙер күрәһең, кесеһе өлкәне алып ҡарар тип өмөтләнгән, быныһы киреһенсә. Фәриҙәлә йәшәргә тейеш айын тултыра алманы, артыҡлығын тойоп, кейенер-сисенерен үҙе менән алып Сәғиҙәләренә китте. Унда ла төйөнсөгөн эргәһенә ҡуйып ишек төбөндәге тар ағас карауатта урынлашты. Был йорт Фәриҙәләрҙеке ише түгел, алты мөйөшлө булһа ла ҡыҫынҡы, түшәме тәпәш, йәнә эсендәге һәммәһенә урта ҡул кеше ҡағылғанлығы һиҙелә, бар нимәлә күҙгә бәрелеп бармаған әрпешлек тойомлана, бер һүҙ менән әйткәндә эшләп еткермәгән ир һумалтырлығына, ҡатын заты йәм, бөхтәлек өҫтәй алмаған. Ә бит Сәғиҙәһен бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтергәйне, бына бит, йылдар үтеү менән кешелекһеҙ кейәүенең кимәленә, көй-яйына төштө лә ҡуйҙы, дәрт-теләк һүрелеүме был, нәҫ баҫыумы? Белмәҫһең. Армиянан ҡайтып һаман да өйләнергә йыйынмаған Гранит ейәненең аҙып-туҙыуы ла ғаиләгә тынғылыҡ бирмәй. Хаяһыҙ Ришат кейәүенең тупаҫ мөғәмәләһенә, эт ашамаҫ һүгенеүҙәренә аҙна-ун көн самаһы ғына түҙҙе, сыҙаны. Хәҙер бына тибелгән туптай ике уртала йөрөп ятыуы. Бер ҡыҙынан икенсеһенә эңер мә-лендә, кеше аяғы һил саҡта күсенә, күсенеүе лә шартлы, һәммәһе үҙе менән. Бара ла һаҡ ҡына тупһа янындағы тәҙрәгә ҡағыла, уның был сиртеүен балалары танып бөткән, һауындан, көҙ ырҙын табағынан һуңлап ҡайтҡанда шулай итә торғайны. Бәләкәстәре кем икәнлекте һорамайынса ишекте асалар ҙа ҡосағына һыйыналар, йәне тынысланып, кәйефе күтәрелеп китә ине шул саҡта. Хәҙер ҡыҙҙары ҡаты баҫып килеп келәне ысҡындыралар ҙа, бимазаланың, йонсоттоң да баһа, тигәндәй ҡырт боролоп инеп китәләр, кейәүҙәре, ейәне бер тапҡыр ҙа асып алғандары юҡ. Хәтмуллаһының йортона түгел, төп торлағына ҡайта алмауына сәбәп – ул күсенеп сығыу менән аяғына эләккән һәр нимәне яҙа ебәрмәүсе өлкән кейәүе мейесте емереп кирбестәрен ташып алды ла, усаҡлығы нигеҙенә тығып, тыш яҡтан цемент менән ҡатырып ҡуйҙы. Шунан күп тә тормай Сатан Зәбиргә һатты өйҙө, күпмегә сауҙалашҡандыр инде, һәр хәлдә уның менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тапманы.

 Ярайһы уҡ ҡыҙмасаланып алған Хәлфетдин кейәүе төн уртаһын ауҙарып ишек шаҡыны. Иренең күренеүен түҙемһеҙләнеп, талағы ташып көткән Фәриҙәһе тегегә ҡуйырҙан-ҡуймай бәйләнә башланы. Шайма-шай ҡайтарылған кәзекләшеү бәхәскә ялғанды, бәхәс ғауғаға олғашты. Ыҙғыш ни сәбәптән һуңға ҡалып ҡайтып инеүгә килеп терәлгәйне кейәүе йәшереп-боҫормай тураһын бәрҙе: «Әсәйеңдең һыҡраһын еҫкәп ятмаҫ өсөн өйгә һуңға ҡалып ҡайтам, шуны ла һиҙмәйһеңме ни? Бик беләһең килһә, - ул ус ҡыры менән боғаҙын арҡыры һыҙып салыу хәрәкәте яһаны, - наҙайыл миңә был йәшәү! Өңөн ҡайғыртып сабыулаған көшөл ише донъя ҡыуған бажа һатты өйҙө, шуның аҡсаһын уртаҡ бүлһә, беҙҙең эсте тишер инеме? Үҙҙәре әүеш-теүеш итеп әжерен алдан алғастары ҡарсыҡты ла ҡараһындар! Йә әпсәңде Сәғиҙә балдыҙға оҙатаһың, йә мин йорттан бөтөнләйгә сығып китәм, морон төртөр ерем юҡ түгел…» Йоҡламай ятҡанлыҡтан бөтәһен дә асыҡ ишетте, ишетте һәм тәне өшөгәндәгеләй ҡалтыранып ҡуйҙы: «Бына нисек? Белде ниһайәт дөрөҫөн…» Һеңгәҙәгәндәй ҡымғырлап ҡалҡты ла ҡурайҙай ҡаҡ аяҡтарын иҙәнгә һалындырып карауатында ҡарасҡылай бер аҙ һерәйгәс һиҙгерлеген юғалта барған ҡулдарын килешһеҙ хәрәкәтләндереп кейенә башланы. Ир менән ҡатын кинәт шымып ҡалдылар, ингәндән алып тыныслана алмай уҫал лауылдаған кейәүе лә артығыраҡ ысҡындырыуын төшөнөп, уңайһыҙланғандай башын баҫҡан. Барлы-юҡлы әйберҙәрен төйнәп бөткәс, ашыҡмай ғына яулығын яҙып ябынды, ҡулына таяғын алды ла түргә үтеп, стенаға эленгән ҡумталы сәғәттең ишеген асып, түңәрәк маятнигына ҡулын тигеҙеп туҡтатты, шунан ялтыр ураталағы һандарға, ҡара уҡтарға оҙаҡ ҡына текәлеп торғас, ишек яғына йүнәлде. Әсәһенең буш ҡул менән сығырға йыйыныуын күргән Фәриҙәһе бының тикмәгә түгеллеген һиҙенеп һенағастай ҡатып артынан ҡарап ҡалды…

  – Ярай, имен-аман ғына итеп, үҙегеҙсә йәшәгеҙ, балалар… – Тәҙрәләргә һирпелеп фатиха биргәндәй үҙ алдына шулай һөйләнде лә аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡулындағы таяғы менән юлды ҡыуалатып соҡор-саҡырлы, дөм ҡараңғы урам буйлап атланы.

 Сәғиҙәләре тапҡырына туҡтаны. Тәҙрәләренә ауыр ҡорғандар тартылған өйҙә ым-тым тойолмай. Апаруҡ иҫкергән торлаҡ сәхәр тынлығында иҙерәп йоҡлай төҫлө. Сәғиҙәһе Фәриҙәнән, Сәғиттән ҡала өсөнсө бала, төпсөктәре Фәрит ир бала булғанғамы иркәләү күберәк уртансыға эләкте. Бөтә матур кейемде, тәм-томдо үҙенән арттыра белмәгән, ҡарап, маҡтап һоҡланып тороуҙарына күнеккән ҡыҙ үҙһүҙле һәм тәкәббер булып үҫте, ғәйебен танып ғәфү үтенә белмәне.

 Айыт байрамындағы бер ваҡиға хәтерендә уйылып ҡалған. Был изге һәм яҡты көндә һәр кем ҡунаҡ саҡыра, хәленә һәм самаһына ҡарап һыйын, тәмле-татлыһын өҫтәленә ҡуя, әйенселәүсе балаларҙы ла ҡоро итмәй ҡулдарына күстәнәс-маҙар тоттороп, йә бутҡа менән һыйлап сығаралар. Мөхәммәте ауырып киткәнлектән балтаһы һыуға төшөп йөрөй ине, бешереп-төшөрөргә лә, күрше-тирәне сәйгә йыйып алырға ла ҡулы барманы. Айыт тағы ҡабатланыр, Мөхәммәте төҙәлеп аяғына баҫыр, шул сағында ҡунаҡ йыйырға ла, өйгә май еҫе таратырға ла форсат сығыр, тип йыуатты үҙен-үҙе. Байрам көндө йорт мәшәҡәттәре менән булашыу яҙыҡ иҫәпләнһә лә колхоз эштәренән бушап ҡайтып инмәгәнлектән ҡул тейгәндә, тип өйҙө йыйыштырырға керешеп китте, уны ослағас кер йыуып алырға йыйынды. Төш мәле яҡынлашҡас ни ғиллә менәндер, күршеләре Шатморат менән Ғәшиә парлашып һуғылдылар, бер аҙҙан урта төштә көн иткән Зәбихә ҡарсыҡ, ауыл осонан Йомағәле бабай әбейе Вәлимәне эйәртеп килеп инде, ҡапҡа ауыҙында урам аша йәшәгән Һылыубикә, Хәкимә ҡарсыҡтар күренде. Көллөһө байрамса кейенеп алған, һәммәһе йәүкәләп саҡырылғандай түргә үтеп ултырып биттәрен һыпырып доға ҡыла ла иркенләп оҙон хәбәргә күсә. Тимәк, һәр береһе үҙен саҡырылғанға иҫәпләй. Тик кем йыйған һуң уларҙы? Мәктәптән ҡайтып ингән Сәғит менән Фәриҙә сумкаларын ҡалдырҙылар ҙа, тышҡа, мал ҡарарға сыҡтылар. Сәғиҙә генә күренмәне. Инеп-сығыусыларға инселәп тары бутҡаһы бешергәйне, шуны ҡош табаҡҡа бушатып, уртаһына бер ҡалаҡ башы май һалып ҡунаҡтары алдына ҡуйҙы, ҙур эсле еҙ самауырына һыу тултырып, үҙәгенә ҡуҙ төшөрөп терелтеп күтәрмәгә сығарҙы. Үҙ хәле үҙенә саҡ Мөхәммәт тә ятҡан урынын йыйыштырып ауылдаштарының күңелен күрергә тотондо. Табын оҙон көнгә һуҙылды, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас та әле һайманды йыуып урынлаштырғансы эңер төштө. Кәртә-ҡура тирәһен ҡараштырғандан һуң уйнарға сығып шылған Сәғит менән Фәриҙә ҡайтып инеп китап-дәфтәрҙәрен сығарып дәрес әҙерләргә керешеп киттеләр. Ишек ауыҙында Сәғиҙә күренде лә сисенеп ҡурсаҡтары менән уйнай башланы, йәнәһе өйҙә нимә булғанлығын күрмәгән дә, белмәй ҙә. Киске сәйгә ултырғас аҡыл керә башлаған Фәриҙә һеңлеһен ҡыҙҙырып ташланы: «Атай ауырып ятҡанда ҡунаҡ ҡайғыһы бармы?» «Дөрөҫ эшләне ҡыҙым, күрше-тирәне йыйғас, хәл инеп, йәшәгеләр килеп китте әле…» Мөхәммәте һүрәнке йылмайҙы, ә һүҙен-һүҙ итеп өйрәнгән Сәғиҙә тантаналы йылмайып ҡаш аҫтынан ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде. Шул саҡ ҡыҙы хаҡлы инеме, әллә хата ебәрҙеме, әле хәҙер ҙә аңлата алмай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, елғыуар Ришатҡа кейәүгә сыҡты Сәғиҙә, хәҙер ана, йонсоп көн итә, көнитмештәренең шыпа ғына ла рәте күренмәй…

 Ә был йорт уларҙыҡы. Өйләнешеүҙәренә ике йыл тигәндә Мөхәммәт менән күтәрҙеләр уны. Рәшәткәһенә ҡағылғайны, сәләмен алған ел ҡапҡаһы күңелле шығырлап ҡуйҙы. Тәҙрәләре таҡта менән ҡаҙаҡланған йорт ҡына күҙҙәре бәйләнгән кешеләй бер нимә лә һиҙмәй һерәйгән. Бәләкәй ҡапҡаны асып ишек алдына үтте лә итәген кипкән үлән һәрпенделәре тартҡылай башлағас туҡтап ҡалды, урынында тапанды. Торлаҡ ташландыҡ харабаға әүерелеп бара, кәртә бағаналары сереп аушайған, солан ҡыйығы сереп тишелеп эс яҡҡа бүҫелергә тора, ишек алдын бил быуарҙан кесерткән япҡан. Бар донъяһын бер юлы сәләмләгәндәй ишетелер-ишетелмәҫ итеп: «Нисек йәшәп ятаһығыҙ?», тине. Ишек алдындағы баҡсалағы ҡарт алмағас таныш тауышты ишетеүенә ҡыуанғандай япраҡтарын ҡыштырҙатты. Беләк буйы үҫентене өй күтәреп сыҡҡан йылы Мөхәммәте райондағы йәрминкәнән алып ҡайтҡайны. Ауылда иң беренсе ултыртылған емеш ағасы ине ул. Өсөнсө йылына ҡыҫыр сәскә атҡайны, ары өс бөртөк алмаға тумаланды. Шул төймәләй генә йәшел нәмәләрҙең өлгөрөүен көтөп, ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп йөрөгән ине бит балалары!

 Мөхәммәткә кейәүгә лә һөйөү, ғишыҡ тотоу тойғоһон кисермәй генә, яусы ебәреп әйттереү, бата уҡытыу йолаһын атҡарғандан һуң сыҡты. Ул саҡта яңы ун алтыһы тулған, буйға ҡатма, түштәре һиҙелер-һиҙелмәҫ тиртеп беленә башлаған, аяҡ сираҡтары сиңерткәнекеләй ҡаҡ үҫмер ине, мәгәр ана шул сәскәгә тумаланған гөлдөң алдағы көндәрҙә балҡып сәскә атыуын тоҫмаллаған әсәһе йыш ҡына: «матурҡайым минең», тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп ярата торғайны. Аҡ йөҙө, ҡыйғас ҡаштары, йоморосай бит алмалары, биленә төшкән ҡалын сәстәре, текә һыны уны башҡа әхирәттәренән айырым итеп күрһәтә, шуғалырмы һәр шөғөлдә баһаһын, самаһын белеп ҡылана. Быны күргән тиңдәштәре: «эрекәй, ханбикә», тип турһаялар ине ҡайһы саҡ.

 Буласаҡ иренә килгәндә уның инде бар ҡиәфәте, күҙгә бәрелмәгән, урталыҡтан ары китмәгән ҡарасман, фиғеленә килгәндә барлығы ла юҡлығы ла тойолмай, тик шул йыуашлығын ҡайһы ваҡыт көтөлмәгән яндырайлыҡ тоҡандырып ебәрһә хәрәкәттәре тилберләнә, күҙҙәре осҡонланып яна. Шул саҡта күрмәлекле, һөйкөмлө, мөләйемгә әүерелә. Нисек кенә булмаһын ҡәһәрле һуғыш ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, ауыр эш менән сыныҡтырып иртә өлгөрттө уларҙы. Селлә үткәс әйттереү йолаһын үткәрергә килеште аталары, мәле еткәйне, әмәлгә баҡҡандай ил башлығы Сталин үлеп китте. Тотош ауыл фажиғә кимәлендәге ҡайғынан сеңләгәндә өйләнешеү ҡайғыһымы инде, тағы көҙгәсә кисектерҙеләр. Шулай итеп яҙмыштарын баштан алып аҙағынаса ата-әсәләре хәл итте.

 Атаһы менән ҡайныһы элекке дуҫтар, утты-һыуҙы кисеп ауыр һуғышты иңдәрендә татыған, ҡайтҡас дүрт йыл буйына ир ҡулы ҡағылмағанлыҡтан миктәгән колхозды аяҡҡа баҫтырыусы, ауылдың нигеҙ ҡотон тотоусы уҙамандар ине. Ҡатышып йәшәгән ике ғаилә береһенең улы, икенсеһенең ҡыҙы тыуғас мәжлес мәлендә ҡол-аҡтарын тешләткәндәр йәнәһе лә. Атаһы һуғышҡа киткәнде хәтерләмәй ҙә тиерлек, һарылған муйындан айырылғыһы килмәй шарылдап илауы, йәнә ағастарҙан тирелеп, донъяны ябып һап-һары япраҡ яуыуы ғына аңында уйылып ҡалған. Мөхәммәттең атаһының 44-се йылдың ҡышында ауыр яраланып һыңар аяҡта, атаһының 46-сы йылдың ҡара көҙөндә сәстәренә сал йүгеретеп ауылға әйләнеп ҡайтыуы бөгөнгөләй күҙ алдында. Осрашыу-күрешеү шатлығынан албырғаған атаһы өҫ кейемен һалып та өлгөрмәгәйне, аҡһап-туҡһап Хисбулла ағай килеп инде һәм тар өйҙө тултырып шат һөрәнләп тә ебәрҙе: «Һо-о-о, ҡайттыңмы, ҡоҙа, ызнашит бергәләп йәшәйһеләребеҙ бар икән әле, знамы бар!» «Атайымды ҡоҙа тисе, уның исеме бит Дәүләтбай», тип уйлап ҡуйғайны бала аҡылы менән, баҡтиһәң, Хисбулла ағай теге ҡолаҡ тешләтеүҙе һаман онотмаған булып сыҡты. Үҫеп буйға еткәс тә уға йәрәшелгән кәләшкә ҡарағандай ҡаранылар, кискеһен клубтағы уйындарҙан һуң ҡайтҡанында артынан оҙатырға тырышыусы ла булманы. Мөхәммәт тә уға ҡарата тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф мөнәсәбәттә ине, һаҡлап-ҡурсып, кәрәк саҡта яҡлап йөрөмәне, бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ йәнәһе лә, ине, тамғаһы һалынған. Әйттереү ҙә, бата уҡытыу ҙа һәүетемсә, һин дә мин үтте. Ирен дә Хоҙай яҙғаны, яҙмыш ҡушҡаны һымаҡ ҡабул итте. Тик кәләште йәшергәндән һуң буласаҡ кейәүҙе йортҡа йыртыш йыртып индереп, йоланы еренә еткереп үтәгәндән аҙаҡ еңгәләрҙең ҡабартып һалған түшәгендә ҡушылған төндә ҡыҙ сағынан ҡатынлыҡ осорона күскеһе килмәй түгелеп иланы. Өйләнешкәс ҡайны йортона оҙатылып барҙы. Һалам башлы, сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым ғына йорт ине ул. Өйҙөң һулаҡай яртыһын мейес, оҙон урындыҡ, ҡалған өлөшөн ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шкафы, уртаны ҙур өҫтәл, ике-өс артлы ултырғыс биләгән бәләкәй генә майҙансыҡта өйҙәш көн итеүе еңелдән түгел ине. Сымылдыҡ менән бүленгән урындыҡтың тәҙрә яҡ ҡырында йоҡлап йөрөнөләр, бер-береңә тартылып һөйөшөү, иркәләшеү ҡайҙа, һаҡһыҙ ҡымғырлаһаң да аҫтағы ҡаҡ таҡта әсе сыйнап шығырларға әҙер. Шул уҡ шаршау артына боҫоп өҫтөн алмаштыра, кейенә-сисенә. Кейәүгә сығыуының тәүге айҙарында юҡ юҡ та күңеле болоҡһоп, йәне елкенеп ҡуя ине уның, йәш, дыуамал йөрәге ҡайҙалыр ашҡына, йә тиктомалға үҙенә урын таба алмай ыҙалана. Айырым, үҙ аллы тормош көткөһө килеүҙәндер былар, тигән һығымтаға килде. Ҡайны-ҡәйнәһе менән арҡа терәп тиерлек йоҡлап йөрөп, былай көндәрҙә лә һипһенеп, тартынып көн иткәнгәлер оҙаҡ ҡына ауырға ла ҡала алманы. Үҙ мөйөштәрен хәстәрләп айырым йәшәү тураһында һүҙ араһында ғына иренә тумбытҡайны, тегеһе шул хәбәрҙе генә көткән тиерһең, дәртләнеп тотондо ла китте, ҡайны-ҡәйнәһе лә ҡаршы килмәне. Лесничествонан уҫаҡ яҙҙыртып алып ҙур булмаған бура бураттылар, уны күтәреп, нигеҙен Олотауҙан ат арбаһына тейәп ташыған таш менән тығып, башын арыш һаламы менән япҡайнылар ҡалған эш ыңғай ғына, үҙ яйына алға тәгәрәне, сөнки торлаҡ яйлап, берәмтәләп, тәфсирләп йыйыла, шуның өсөн дә өй бер урынға өйөү һүҙенән алынған да инде. Күсеп сығыуҙарына бер йыл тигәндә Фәриҙәһе тыуҙы, ары Сәғит, Сәғиҙә. Шулай итеп айырымланғандан һуң да һүрелмәгән, үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән талпыныулы хистәрен балалары баҫты, илаһилыҡҡа илтер хыял ҡошо тормош даръяһында аҙ-ашты, хис-теләге яйлап-яйлап көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелде…

 Бейек, ҡыйыҡланып эшләнгән урыҫ ҡапҡаһына килеп төртөлдө, мәгәр эскә үтмәне, урынында ҡалды. Бына был, ауыл осондағы уларҙан өй аша һалынған ҡаҡландағы йорт - Хәтмулланыҡы. Таҡта ҡойма менән уратылғанға, ишек алды урам яҡтан күренмәй тиерлек. Йорт хужаһы ла тойғоларын башҡаларға тиҙ генә асып бармаусан, йомоғораҡ кеше ине, тик шул йомоҡлоҡ эсенә бай хис, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, йомартлыҡ йәшеренгәйне.

 Хәтмулла сиҙәм күтәргән осорҙа ағас сумаҙанын күтәреп, юл моҡсайын артмаҡлап, район үҙәгенә барған ылауға һағып килеп төшкәйне, ҡайтмаҫҡа булғандыр ниәте, Ҡыпсаҡ ауылында бөтөнләйгә төпләнде. Ул колхоз рәйесендә йомошон йомошлап кәнсәнән сығып килә ине, үҙәк усадьбанан почта ташыған Сәйфетдин ҡарттың аты баҡса рәшәткәһенә төртөлөп килеп туҡтаны ла йәш бесән һалынған оҙон арбанан хәрби кейем кейгән, мыҡты кәүҙәле, таныш түгел егет һикереп төштө:

  – Һаумы, һылыу, колхоз идараһы ошонда урынлашҡанмы? - Теге тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы.

 Тәүбашта сәбәпһеҙгә ауыҙ йырған егет оҡшаманы, әммә илтифат менән һирпелгәйне, йөрәге сабырһыҙ тулап китте. «Китсе, бығаса улайтып юғалып ҡалғаны булманысы бер тапҡыр ҙа, ҡарап тороуға башҡаларҙан бер яғы менән дә алға китмәгән…» Кисерештәрен еңергә теләгәнгәлер ҡаш аҫтынан ҡарап уҫал яуапланы:

  – Сәйфетдин олатай туралап алып килгәс, ошондалыр!

  – Ул хаҡта һорап өлгөрөлмәне шул. – Хәрби ас яңаҡлы, йәмшек танаулы йөҙөн етдиләндереп ыҫмалалай бөҙрә сәстәрен һыпырҙы, көйәҙләнеп бил ҡайышын төҙәтте, галифе салбарын тартыштырҙы.

  – Һин ҡустым, был ҡырыҫ ҡыланған һеңлекәш һөйкөмһөҙ икән, тип уйлама, беҙҙең иң сибәрҙәребеҙҙең береһе, һауынсы булып эшләй, Мөхәммәт ҡустының ҡатыны, ҡурсаҡтай ҡыҙ үҫтереп яталар. - Һалпыш мыйығының остарын се-меткеләп хәбәрен теҙгән Сәйфетдин ҡарт тәфсирләүен ҡуйып уны шелтәләп алырға ла онотманы. - Ә һин, һеңлекәш, алыҫтан килгән ҡунаҡҡа ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп өйрән. Ҡунаҡ та түгел әле ул, беләһең килһә, сиҙәм күтәрергә, тип беҙгә тоҫҡап килгән. - Хәрби яғына ҡайырылды. - Идара ошонда була, ҡустым, бар ин, рәйес тә моғайын урынындалыр. Ә мин пуштыны ҡалдырайым да, ҡайтып Бибикамал инәйеңә әйтеп сәй хәстәрләтә торайым. Беҙ, а-а-а-нау ҡабыҡ ҡыйыҡлы өйҙә йәшәйбеҙ. - Йүкәнән ишелгән сыбыртҡыһын төртөп күрһәтте.

 Һөйләшеүҙе тыңлап бөтмәй китеп барҙы. Һуңынан һөйкөмлө юлаусыға төрпө ҡаҙалыуына оялып, үкенеп тә йөрөнө. Ипле һүҙле Сәйфетдин ҡарттың да әйткәндәрен оҡшатманы: «Сибәр, тип әйткәс, ниңә Мөхәммәттең ҡатыны, йәнә балаһы бар, тип өҫтәргә?.. »

Ауылда таралған урыҡ-һурыҡ хәбәргә ҡарағанда хәрби кейемдәге егет балалар йортонда тәрбиәләнгән, өс йыл Армия сафында кесе командир дәрәжәһендә хеҙмәт иткән һәм партияның ҡушыуы буйынса бында килгән. Хәрби хеҙмәттән тура бында юлланыуы раҫтыр, өҫтөнән төшөрмәй кейгәне лә яурындары уңа төшкән гимнастерка ла кирза итектәр, билендә теге һары ҡайыш. Гелән етеҙ, ышаныслы, эре аҙымлаған егет торғаны менән һалдат, погондар ғына етешмәй! Сиҙәм күтәреү кампанияһы осоронда бүлексәлә тракторсылар бригадаһының етәксеһе, ары ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамлағас бүлексәнең ҡырсылыҡ эштәре бригадиры вазифаларында йөрөнө. Ошо ергә йорт ҡалҡытты. Башҡалар ише әйләнә-тирәһен сәүел шаҡарма менән түгел, район үҙәгенән таҡта ташытып шуның менән уратты, һалам башлы ауылда тәүгеләрҙән булып өйөнөң түбәһен транса менән ҡыйыҡланы. Шулайтып донъяһын нығытты, мәгәр өйләнергә ашыҡманы, яңғыҙаҡ тормош көтөүен дауам итте. Моңһоу йөҙлө, ныҡ кәүҙәле егет уны тап ит-кәндә, тәү осратҡандағы кеүек күҙҙәренә тура ҡарап йылмая биреп иҫәнләшеп уҙа торғайны. Ул да уны осратһа юғала ла ҡала, башы әйләнә, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫ өсөн ғәйепле кешеләй аяҡ остарына текәлеп йүгерә-атлай үтеп китергә ашыға. Шунан ошо мәлдең ҡабатланыуын түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Ир ҡатыны була тороп бындай аҙғын теләкте теләргә ярамағанлыҡты ла белә лә һуң, тик ҡайһылай итһен, айыҡ аҡылына ҡайтырлыҡ, хистәрен йүгәнләрлек ихтыяр көсө генә юҡ.

 Фәриҙәһе тыуған йылы өсәүләшеп ауылдан саҡрым ярым тирәһе ситтә, баҫыу ҡырындағы ҡайын сауҡалығында үткән һабантуйға барҙылар. Тәү тапҡыр бергәләп ҡатнашҡан йыйындары ине; үҙешмәкәр артистарҙың концертын ҡарап кинәнделәр, шунан мауығып ат сабышын күҙәттеләр. Фәриҙә томраны яратмай тызылдарға тотонғас ҡайтыу яғына йүнәлгәйнеләр, ҡайын күләгәһендә табын ҡорған ата-әсәләрен тап иттеләр. Улар менән әҙерәк һыйланғандан һуң урман эсенә инеп балаһын имеҙеп алғайны, тегеһе тамағы туйып һалҡынса күләгәне тойғанғамы йоҡлап та китте. Өлкәндәр ейәнсәрҙе үҙҙәре менән алып ҡалырға иткәйнеләр, Мөхәммәте көрәш майҙанына ашыҡты, уға ла теләр-теләмәҫ кенә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Мөхәммәт кәүҙәгә ҡатма, әммә ҡатҡыл мускул-тарамыштарға сырмалған сыныҡҡан һынлы. Кәбән ҡойғанда ла оһолло ҡыланып өс саталы күкрәк һәнәгенә оло күбәне тотошлайы менән сәнсеп алып юғарыға бырғыта, уны тотошлайы менән күтәремгә күмә лә шунан ҡыҙыҡ табып рәхәтләнеп көлә. Бирешмәй йөрөп ятһа ла ире ни сәбәптәндер иртә яҙҙан муйыл сәскәһен ҡойғансы йүтәлләп ҡан төкөрә башлай, ана шул өйәнәге мөҙөртә лә инде. Йәйге осорҙа кәзә һөтөн эсереп, ҡымыҙ менән дауалап әҙәм итеп алалар. Быйыл яҙ шул сырхау ни сәбәптәндер ситләп үтте, шуға ирәйеп, дәртләнеп йөрөп ятыуы. Көрәш сәме еңгәнгәме Мөхәммәт башта бер яҡ ҡырҙан күҙәтте, ары халыҡты йырып иң алға сығып баҫты. Ҡомары тоҡанғанғалыр күҙҙәре осҡонланып янып киткән, бил һынашыусыларға эйәреп йә сүгәләп китә, йә көсөргәнеп тороп баҫа. Сиҙәмсе Хәтмулла ла оҫта көрәшсе икән, уртаға сыҡҡан береһен уңлы-һуллы елгәрә генә. Сираттағы бер нисәүҙе бер-бер артлы әйләндереп һалғас уны ла көслөләр рәтенә ял итергә ултырттылар. Бер аҙҙан Хәтмулла эргәһендәге ике бәһлеүәнде бер-бер артлы башынан аша алып осорҙо. Бына ул еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарын киреп майҙан уртаһына баҫты ла, ҡарашы менән уны эҙләп тапҡас тағы ла арбатҡыс йылмайҙы. Оялышынан алдына баҫҡандарҙың артына боҫто. Ошо күҙ асып йомғансы ғына булып алған текәшеүҙе күреп ҡалған Мөхәммәтенең йөҙө үҙгәреп китте, фиғелендә теге яндырайлығы, алабарманлығы тоҡанғанлығы һиҙелә. Муйынына бер нисә таҫтамал һалып алған элекке оҫта көрәшсе, хәҙер судья вазифаһын башҡарыусы Фәтхулла ҡарт Хәтмулланы етәкләп майҙанды урап сыҡҡас йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте: «Йә, уртаға сығыр батыр бармы? Табылһа, рәхим итһен! - Башҡаса көрәшергә баҙнат итеүселәрҙең булмаҫына инанғанғамы тантаналы һәм көр тауышланып ҡысҡыра. - Әләйһә, хәҙер еңеүсене иғлан итәм. Йә, бармы?» «Бар!» Мөхәммәт өтәләнеп алға ынтылды. Ҡорт күселәй геүләгән халыҡ бер аҙға ғына шымып ҡалды, ҡыҙыҡһыныулы ҡараштар уға ҡаҙалды. Күптәр ҡаҡса кәүҙәле Мөхәммәттең унан бер башҡа бейегерәк Хәтмулланы еңеренә шикләнеп ҡараны. Һүҙ рәтен белмәгән Данир мыҫҡыллы хихылдап та ебәрҙе: «Нимәгә ынтылаһың, хөрәсән, һөйәктәреңде тоҡҡа тултырып ҡайтырғамы иҫәбең?» Быларҙы асыҡ ишеткән Мөхәммәтең сикә мускулдары бейешеп ҡуйһа ла ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында ҡалды. «Ир-егет көс менән түгел, иң әүәл теләк менән алдыра, тәүәккәллә, әләйгәс! Һин бит беҙҙең билбирмәҫтәр тоҡомонан!» Туғанлыҡҡа һуҡтырып көрәшсене дәртләндерергә теләгән Фәтхулла ҡарт муйынындағы таҫтамалдарҙың береһен алып Мөхәммәткә тотторҙо, тегеһе уны шундуҡ ҡулына ураны. Былар береһе икенсеһен һынағандай текәлә биреп торҙолар ҙа ҡоластарын йәйеп билдәрен аймашҡас китте көрмәкләшеү, китте алыш. Ҡарап тороуға йоҡа ғына күренһә лә ире шыпа ла бирешергә теләмәй, еңел еңеүгә иҫәп тотоп илке-һалҡы ҡыланған Хәтмулланың ҡабырғаларының аҫтынан бөрөп алып ҡаты ғына һелкеп ебәргәйне, тегеһе лә эштең етдилеген самалап ысынтылап тотоноп китте. Хуплау, дәртләндереү ауаздары аҫтында бил бирергә теләмәгән икәү йомғаҡтай тәгәрәп майҙанды бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты, Хәтмулла дуғаланған билдән ҡармай алмағас, таҫтамалын тубыҡтар аҫтынан эләктереп Мөхәммәтте башынан аша елгәрергә йәтәхәнләнгәйне генә тегеһе шуны ғына көткәндәй быны бер яҡҡа һелтәп тә һалды. Йыйылыусылар гөж итеп ҡалды, әммә этйығышлыҡҡа юл ҡуймай бәхәсһеҙ еңеүҙе талап иткән Фәтхулла ҡарт көрәште дауам итергә саҡырып ҡоласын ғына йәйҙе. Булмышын аҙағынаса төшөнөп бөтмәгән сәйер хис биләп алды, ике ир фәҡәт уның өсөн генә йәнтәслим айҡашалар һымаҡ тойолдо. Тик береһенә лә өҫтөнлөк биргеһе килмәне; Мөхәммәте балаларының атаһы, өй хужаһы, хәләл ире, ә Хәтмулла… йәнен уттай тоҡандырып, йөрәген көтмәгәндә тертләтеп ебәрергә мәжбүр иткән кеше, әгәр ул көн аша, йә аҙнаһына бер тапҡыр юлында осрап тормаһа тормошо төҫһөҙләнеп, йәшәү мәғәнәһе бүҫкәреп ҡалыр ине. Уға ҡалһа Мөхәммәт менән Хәтмулла ошо ерҙә таҫтамалдарын уртаға ырғытып икеһе ике яҡҡа китеп барһалар ҙа риза булыр ине. Йәне ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-теләктән тартҡылаша, әйтерһең мир алдына сыҡҡан да ҡайһы тарафҡа ташланырға белмәй икеләнеп бәүелә. Намыҫ һәм сәм һал-ынған көрәште ары күргеһе килмәгәнгә китеү яғына йүнәлгәйне генә, тағы гөж итеп ҡалдылар. «Кемеһе еңде! Мин кемдеке булырмын?» Үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән иләҫ-миләҫ уй мейеһен ярып үтте. Боролдо. Фәтхулла ҡарт Мөхәммәттең ҡулын юғарыға сөйгәйне. Бер аҙҙан һабантуйҙың төп бүләген уның елкәһенә килтереп йөкмәттеләр. Ире йыйылғандарға мөрәжәғәт итте: «Таралмағыҙ, ағай-эне, тәкәне, хәҙер үк ошонда һуям, һыйыбыҙҙан ауыҙ итегеҙ!» Ҡайтып әҙер һалмаһын, башҡа аҙыҡ-түлек, кәрәк ярағын тотоп килеүгә итте ҡаҙанға һалғандар ине инде. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе лә табынды хәстәрләп йүгермәләйҙәр, Хәтмулла ла үҙенең еңелеүенә бошонмағандай Мөхәммәткә ихлас ярҙамлаша. Апаруҡ һуҡмыш, һыйлы табындан ҡоро ҡалырға теләмәгән Данир ҙа: «Еңереңә баштан уҡ ышанғайным, бирешмәнең бит ҡорлаш, үҙеңдә лә көс, ҡарыу бар шул!», тип бер үк маҡтауын тыҡый. Табын хәстәрләнгәс ҙур түңәрәк яһап сирәмгә ултырҙылар. Фәтхулла ҡарт мәжлескә йәм өҫтәп ойоҫҡотоп ҡурайын тартып ебәрҙе, күкрәк төбөнән сыҡҡан әһаңлы тауышы менән пушты Сәйфетдин йыр башланы. Ҡунаҡтың тыйнаҡ булырға тейешлеген иҫендә тотоптор, Хәтмулла уға иғтибар итмәгәндәй, һауынсы Нәйләгә ҡыҙыҡ һөйләй, ә теге ҡыйшаңдаҡҡа шул ғына кәрәк тә, башын артҡа ташлап шарҡылдап көлә. Тәүге тапҡыр көнләште, ят ирҙе ят ҡыҙға ҡаратҡыһы килмәй көнләште. Ә кис өйгә ҡайтҡас Мөхәммәт ҡапыл хәлһеҙләнеп китеүен әйтеп түшәккә ятты, ирендәре ситенән алһыу ҡан һығылып сыҡты. Хафаланып: «Хәлеңде белә күрә ҡырталашаһың, үҙеңде йәлләмәгәнгә күрә беҙҙең хаҡта уйлаһаңсы», тигәйне, «бөгөн шул майҙанда ятып үлһәм дә еңергә тейеш инем», тине ире ситкә ҡарап. Саҡырыуға килгән фельдшер Зарифа әйләндереп-тулғандырып тыңлап ҡараны ла Мөхәммәтте шундуҡ участка дауаханаһына ҡыуаланы, уға унда бер ай самаһы ятып сығырға тура килде. Ғүмере буйы яңғыҙы көн итә алмай бит инде, көҙ етеп уңышты йыйып алғас, артыҡ шаулатып туй-маҙар үткәрмәй генә Хәтмулла Нәйләгә өйләнде, хәлбүки оҙатыу шартына тап килтерелгәйне: егелгән ҡара айғырҙың көмөш төймәләре йылтыраған сбруйы өҫтөнә ҡыҙыл туҡыма ябылған, дуғаһына көмөш ҡыңғырау, ҡолаҡбауҙарға сәскәле яулыҡтар тағылғайны, крандас та рәйестең район кәңәшмәләренә генә тотонғаны. Тормошо кинәт төҫһөҙләнеп ҡалды, шул ҡыҫыр мөхәббәте йәшәтә ине бит уны, тормошона йәм һәм мәғәнә бирә ине. Ҡайғы-хәсрәт яңғыҙы йөрөмәй, тиеүҙәре раҫтыр, һин дә мин, теттереп донъя көтөп ятҡан атаһы менән әсәһе көтмәгәндә мунсала еҫ тейҙереп бер төптән үлеп киттеләр.

 Мөхәммәттең төҙәлмәҫ сире йылдар үтеү менән йыш ҡабатлана торҙо, ул тәрәнәйә, еңә барған һайын йоҡа кәүҙә ҡаҡланып, йоҡарып ҡорҙай ғына булып ҡалды, ошоғаса әйләнә-тирәгә ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәр йәшәү сатҡыһын һүндереп күгелйемләнгән соҡорҙар эсенә батты. Ире йонсоу көндәрҙә быуылып йүтәлләп кенә ҡалмай, төнө буйы тәне уттай янып сыға. Яҙғыһын сәсеүгә сыға алмай түшәккә лыпын ятты. Хәле ыңғайға ғына китеп бара ине һымаҡ, бер көн кис ишек ауыҙында бригадир ярҙамсыһы Фазылйән күренде. Ипле һүҙле, шул ындыйлығы менән йомошон йомошлата белә торған оҫталығы бар уның. Был юлы ла инде лә инәлгәндәй, үтенгәндәй ҡиәфәттә ҡоласын йәйҙе: «Мөхәммәт Хисбуллович, - һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыуылыр, ололап өндәште, - ҡыуғын бригадаһына башлыҡ таба алмай ҡаңғырабыҙ. Мәҫтәк һыртында йәйгеһен мал аҙбары төҙөү өсөн уҫаҡ йыҡтырғайныҡ. Үҙең беләһең, ундағы ҡабраға йәйәү, йә һыбай ғына барырлыҡ, техника менән үтеп булмай. Ағасты эшкәртеп аттар ярҙамында Һаҡмар ярына тартҡайныҡ, шуны юллы ергә ҡәҙәр ағыҙырға кәрәк, бер аҙна тирәһендә, ташҡын шәп саҡта өлгөрөп ҡалмаһаҡ бүрәнәләр шунда тағы ла бер йылға ятып ҡалды, тигән һүҙ. Ә бында, фермала, малға урын етмәй. Тегендәге төп бурыс – егеттәргә күҙ-ҡолаҡ булыу, йәштәрҙең тинтәклеге билдәле, берәй хилафлыҡ ҡылып ҡуйыуҙары бар. Йәнә һине сәсеүҙә туҙан йоттороп йөрөтөп тә булмай, өйгә лә һалып ҡуя алмайбыҙ, район үҙәгенән упалнамущынный килде, бөтә колхозсыларҙы тәүлек әйләнәһенә эшләргә ҡушып ҡырға, сәсеүгә ҡыуа. Тегендә саф һауа, мәшәҡәте лә бер-ике көнлөк кенә». «Гөлбикә, бармаһам килешмәҫ, ҡайһылайтып уттай ҡыҙыу осорҙа йә баҫыуға сыға алмай, йә хужалар ҡушҡанынан баш тартып өйҙә ятмаҡ кәрәк». Шул китеүенән ат арбаһына тейәп алып ҡайттылар. Егеттәр ише сая, алабарманыраҡ холоҡло Нәйлә лә кеше юҡлыҡтан ҡыуғынға кашауар булып барырға ризалашҡан, уны-быны абайламай яр ситенә барып баҫҡан да иреп, ҡумшып шыуған яр менән бүрәнәләр тыйлығып аҡҡан боҙло һыуға ҡолап төшкән. Уны ҡотҡарам, тип Мөхәммәт артынан һикергән. Нәйләнең кәүҙәһен ике көн үткәс кенә Ҡәрйән туғайында, йылғаның ағышы әкеренәйгән ерҙә, яр ҡырында таптылар, ә тал ҡыуағына һағып сығып өлгөргән ире түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ятты, боҙло һыу сырхау кәүҙәне үтәнән-үтә һуғып өлгөргәйне. Хәленең шәптән түгеллеген тойомлап, бының нимә менән барып бөтөрөн самалап әллә дауаханаға барыуҙан ҡырҡа баш тартты, эргәмдә йөрөгән һиңә, балаларыма ҡарап ятырға рөхсәт кенә ит, тине, быуылып йүтәлләйһе урынға буҙарып, ҡара тиргә батып, дерелдәп, һауа етмәгәндәй ауыҙын асып түшәмгә текәлеп ята башланы, сәләмәтлеге арҡа биреп, көнләп түгел сәғәтләп кирегә тәгәрәне. Иртәгә һабантуй, тигән көнө зыяратта ҡара түмәләс ҡалҡып сыҡты, Мөхәммәтте һуңғы юлға тотош ауыл оҙатырға сыҡты. Күҙгә бәрелмәй йәшәп ятҡан кеше китеп барғас ҡына уны юҡһындылар шикелле ауыл халҡы; ир-ат хәсрәттән башын баҫты, ҡатын-ҡыҙ сарғаланмай ғына быш-быш илап яулыҡ осона йәшен һөрттө, ә уның өсөн йәйге сыуаҡ көн төҫһөҙләнде, аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни!

 Иренең ҡырҡы үткәнсе шаңҡып, ни ҡылырға белмәй бәргеләнде, ары нисек тә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк бит, тештәрен ҡыҫып эшендә лә өйөндә лә өлгөрөргә тырышты. Бала ҡайғыһы ни ҡуйһын: башта ағас аяғы менән көскә ҡымғырлап йөрөгән ҡайныһы, шунан ҡәйнәһе мәрхүм булдылар. Ни тиклем генә донъя мәшәҡәте баҫһа ла йылдар үтеү менән һөйөргә-һөйөлөргә теләү тойғоһо өҫкә ҡалҡты, йүгәнләй, ауыҙлыҡлай алмаған ҡатын-ҡыҙ теләге ташты, йәш тәне ир танһыҡланы. Гөнаһлы нәфсене ҡандырыу өсөн ирҙәр табылыр ҙа, йән тартҡаны Хәтмулла ғына. Ул да осраған һайын элеккеләй йылмайып ҡарап уҙа башланы, мәгәр ауылдың ҡайһы бер йөрөмтәл ирҙәре ише оятһыҙланманы, төндә ишеген ҡағып маҙаһыҙламаны. Ә ул уны теләй һәм көтә, тәҙрә сиртеүенән танып ҡосағына сумып онотолорға әҙер. Ә бер кис һауындан ҡайтышлай Хәтмулланың уты һүнгән өйөнә аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре тарттылар…

 Хәтерләүҙәренең ошо еренә еткәс өшөгәндәй тәне ҡалтыранып ҡуйҙы. Был ике ваҡиғаны оноторға тырышһа ла йәненә яғылған ҡара тапмы ни, уны яҙмышына яҙған йылдар ҙа, шул йылдарға һыйған һанһыҙ ваҡиғалар теҙмәһе лә юя, оноттора алмай. Ошо ике ваҡиға берегеп тыуған сабыйҙарҙай айырылғыһыҙ, иҫенә төшһә йәне тертләп китә.

 Бер көн Хәтмулла Әлмөхәмәт туғайындағы һауынсылар йәйләүенә һуғылды. Һауындың бөтөүен көтөп бер яҡ ситтә өйкөлөшкән ир-аттың янына барып ике ҡулын һоноп күреште, түш кеҫәһенән папирос сығарып өләште лә ялан кәртәләге һыйырҙары араһында йүгергеләгән һауынсылар менән ҡысҡырып иҫәнләшкәс, ферма мөдиренең ҡайҙалығын белеште. Ул да һауып башлаған һыйырын һауып бөтөрмәйенсә кәртә ситендәрәк торғанының аҫтына барып сүгәләне. Ҡабалан күҙ атып шуны сырамытты, баһыуға һөйәлеп тәмәке тоҡандырған ҡырсылыҡ бригадирының йомошо ферма мөдирендә түгел унда ине. Бер мәлгә генә күҙҙәр осрашты: ирҙең ҡарашында тыйып торғоһоҙ дәрт һәм сабырһыҙланыу ярылып ята. Хәтмулла крандасына ултырып ауыл яғына елдереп киткәнендә һиҙҙе, ул уның ҡайтыуын Баланлы Үҙәк сауҡалығында көтәсәк, элекке көн дә эңер төшкәс шунда осрашҡандар ине бит. Һыйырҙарын ашыҡ-бошоҡ һауып бөтөрҙө лә уны үлсәтеп тапшырғас, ҡабаланып ҡайтырға йыйына башланы. Әхирәте Зәлифә бергә атлайыҡтан һалдырып эйәрергә иткәйне, юл ыңғайы көтөүҙән тороп ҡалған һыйырҙы эҙләйем, тип алдашты, тегеһе: «Ул аҙғынды тапҡан ереңдә үк тамсы ла һутын ҡалдырмай эйендекләп ҡайтар!» тип мәғәнәле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәйлә менән алдырыу ҡайҙа - белеп бөтөрмәһәләр ҙә, күҙгә бәреп төпсөнмәһәләр ҙә һиҙәләр шикелле уларҙың йәшерен осрашыуҙарын, шуға яйы сыҡҡан һайын төртмә телләнәләр. Хәтмулла ысынлап та колхоз айғырын муйыл ҡыуағына төртөп ҡамтарған да шунда көтә ине. Бик оҙаҡ айырылышып торғандар тиерһең, өҫтәге кейемдәренән нисек етте шулай ҡотолғас бер-береһенең ҡосағына ташландылар. Һөйөп-иркәләшә торғас ҡояш ҡыҙарып алыҫтағы тауҙар киртләсенә һаҡты ла, яланғас ир менән ҡатынды башҡаса күҙләргә оялғандай табаҡтай битен яртылаш офоҡҡа батырҙы. Эңер төшөүе уларҙың һиҙгерлеген алды шикелле, көтмәгәндә өҫтәренә Фәриҙә килеп сыҡты, ул кисәге ҡайтмаған тананы эҙләп йөрөй ине булһа кәрәк. Хәтмулла эргәләге ҡапрыҡ артына шыуышты, ә ул ҡулдары менән түштәрен ҡаплап, аяҡтарын ишеп сатын боҫормалап урынында ҡалды. Ҡыҙы көтөлмәгән осрашыуҙан тетрәнеп, шаңҡып, асҡан ауыҙын да йоморға онотоп ҡатып ҡалды, шунан устары менән йөҙөн ҡушуслап биниһая ваҡыт һеңгәҙәп торҙо ла ҡымтылған ирендәренән иңрәүле өн һығып сығарҙы: «Оят, мәсхәрә, әсәй түгелһең, уйнашсыһың, ә мин һиңә ышанған булдым…» Эләгә-йығыла ауыл яғына ҡарай йүгерҙе. Ул да эргәһенә ятҡан эске кейемдәрен ашыҡ-бошоҡ, нисек етте шулай кейеп, күлдәген ҡулына эләктереп Фәриҙәнең артынан йүгерҙе: «Балам, тороп тор, дөрөҫ аңла, туҡта бер минутҡа ғына… Мин… мин бит әсәй генә түгел, ҡатын кеше лә, үҫкәс аңларһың…» Ҡоралайҙай йүгергән үҫмерҙе, бар, ҡыуып етеп ҡара! Фәриҙәһе йоҡларға ҡайтманы, ә ул уны эҙләп төн үткәрҙе лә иртәнсәк баҡса ултырғысына һағып төнәгәйне, иртә таң менән кемдер яурынбашына ҡағылды. Янында Фәриҙә тора ине. Бер төн эсендә йөҙө тартылып киткән. «Бына ҡайттым. - Әсәй, һүҙен ҡушманы. - Үҙенә үҙе ҡул һалып ҡуймаһын был, тип шөр ебә-рҙеңме? Яңылышаһың, минән улай еңел генә ҡотола алмаҫһың…» Тағы ла бер аҙ-на үтеүгә, Фәриҙәһенең асыуы бер аҙ һүрелә төшкәйне, әсәй, һүҙен ҡушып өндәшә башланы, мәгәр ул кәрәк булған өсөн генә әйтелә ине булһа кәрәк, донъяларына күҙгә күренмәҫ һалҡынлыҡ бәреп инде, араларын аңлашмаусанлыҡ шаршауы бүлде. Ана шул сәйер мөнәсәбәт яйлап-яйлап Сәғиткә, Сәғиҙәһенә күсте, бындай кире тәрбиәнең башында кем торғанлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине. Ауылда – артыҡлап беленмәһә лә мәктәпте тамалап медучилищеға уҡырға ингәс, ҡыҙының холҡо насар яҡҡа үҙгәрҙе, эргәһенә егет-еләнде эйәләтә башланы. Йәйгеһен ауылға ҡайтҡанында ла уның ҡаршылыҡһыҙ икәнлеген бер-береһенән ишетеп өлгөргән егеттәр, егеттәр генә түгел, йәш ирҙәр эргәһендә йыш урала торғайнылар.

 Бер көн ырҙын табағынан ҡайтышлай кисә йыуынғандан ҡалған һыу менән иген туҙанын сайырға теләп мунсаға инде, һәрмәнеп мейес ауыҙында ятҡан шырпыны табып ултырмалы һуҡыр шәмде тоҡандырҙы һәм… ҡурҡышынан тертләп ишеккә тартылды. Эләүкәлә сыр яланғас ир менән ниндәйҙер ҡатын ята ине. Күҙҙәре ҡараңғыға өйрәнә төшкәс таныны, әзмәүерҙәй ир кәүҙәһе менән боҫормалап йәшерергә тырышҡан һын Фәриҙәһе ине. Көтөлмәгән күренеш шаңҡытты, телдән ҡалды, мейеһен бәйләнешһеҙ уйҙар йыбырлатты: «Нисек инде, ун һигеҙе лә тулмаған ҡыҙы ир уртаһы кеше менән… Булмаҫ! Ул бит әле бала ғына, һәр хәлдә уның өсөн бала…» Һенағастай тора бирҙе лә иҫенә килеп, ҡапыл үрелеп эләктереп ирҙең арҡаһына тас менән тондорҙо, ыңғайы бер ярһып, ят тауыш менән аҡырып ебәрҙе: «Һинең бит ике балаң, ҡатының бар, ни эшләп минең ҡыҙыма йоғонаһың, ауылда башҡа тол бисәләр бөткәнме! Мә һиңә, мә, оятһыҙ, ер бит, һаҫыҡ кәзә тәкәһе!» Үҙе аяуһыҙ һелтәнә, үҙе аҡылдан шашҡан кешеләй һамаҡлап илай. Ир иҙәндәге кейемен нисек етте шулай һәрмәп алып сығып шылғайны, тасты таңғырҙатып эләүкә яғына елгәрҙе лә быуынһыҙланып бөгөлөп төштө һәм хәле бөтөп бышылданы:

– Балам, нимә ҡыланаһың һин, ә?.. Ул бит ғаиләле ир, һине ҡыуалатып үҫеп килгән ҡыҙы бар!

 Фәриҙә тырпырап ятҡан еренән тороп ултырҙы ла үҙенә тартып ике тубығын ҡосаҡланы, шунда башын һалды. Һалынып төшкән сәстәре йөҙөндәге кисерештәрҙе тойомларға ирек бирмәй.

  – Ниңә өндәшмәйһең, ишетәһеңме мине, балам?

  – Ишетәм. Нишләп ишетмәй тигән, һаңрауланмағанмын әлегә. - Тауыш үтә лә тыныс, баҙҙан килгәндәй тоноҡ ишетелә.

  – Был кем? - Ир сығып киткән яҡҡа, ҡоромло ишеккә төрттө. - Ҡасандан бирле уның менән сыуалаһың?

  – Кем булһын - ир. Ҡасандан алып сыуалһам да һиңә барыбер түгелме ни?

  – Түгел! - Ҡолаҡтарын томалап бөгөлөп төшөп тынып ҡалды, шунан иңрәү-ле шыбырҙап ары дауам итте. - Кейәүгә сыҡма, тимәйем, уҡып бөтөр башта, шунан йәнең тартҡанын һайла, тик былай итеп мине мәсхәрәгә ҡалдырма берүк! Ир ҡуйынына инеүҙең эҙемтәләрен беләһең, уҡып бөтөрмәҫ борон атаһыҙ бала ҡосаҡлап ултырырға яйың бармы? Зинһар тыңла балам, аҡылыңды юйма, үтенәм…

  – Аңлайым. Бригадир һәм уның һөйөклө ҡатынының ауыл кимәлендә абруйы төшә. Ай, ни тиклем аяныс! - Яланғас ҡыҙы, кейенергә ашыҡмай, һамаҡлауҙы тыңлап ултыра биргәс мыҫҡыллы йылмайҙы. - Бригадир Хәтмулла тигәндәй, уның менән булған мөхәббәтеңде, дөрөҫөрәге уйнашыңды иҫеңә төшөр әле?

  – Етте, балам… - Шулай тине лә артығын тыйыр рәте ҡалмағас тынып ҡалды.

  – Юҡ, етмәне, башлағас аҙағынаса асыҡлап ҡуяйыҡ. Хәтереңдәме муйыл сауҡалығы? Мин шунда һеҙҙе тап иткәндә әле һин кисергән тойғоно кисерҙем. Бәлки, үҫмер аңы өсөн ул күренеш бындағына ҡарағанда күпкә аяныслыраҡ та булғандыр. Һеҙҙең эргәгеҙҙән гөнаһ ояһынан өрккәндәй ҡастым; үҙем эләгеп йығылып китәм, тағы тороп йүгерәм, өҫтөм үлән онтағына, юл туҙанына буялып бөттө, ташлы ергә һөрлөгөүҙән тубыҡтарым үҙәккә үтеп ауыртты, тубылғы һыҙырған балтырҙарым быуланы. Иҫемә килгәндә Һаҡмар ярында ултыра инем. Беләһең бит теге сөңгөлдө? Унда батҡандар бит кире сыҡмай. Минең дә шунда йотолоп үлгем килде. Ҡая сусағында таң һыҙылғансы ултырҙым. Донъя менән бәхилләшеп бөткәс күҙҙәрем алдына ҡустым һәм һеңлем килде. Китеп барһам, кемгә ҡала улар, шул хаҡта уйланым… Хыянатҡа һәләтле әсә кеше ҡустым менән һеңлемде ҡарармы, ҡурсырмы, тинем…

  – Минме… хыянатсы? Ни һөйләйһең һин, балам?

  – Мин дә хыянатсы, һин дә хыянатсы! Атайымдың күҙҙәре йомолмаҫ элек үк шул Хәтмулла, тип күҙҙәрең тона ине бит, уны мин генә түгел күптәр белә ине. Шул иҫәптә атайым да.

  – Атайыңа, хыянат иткәнем булманы балам, Хоҙай шаһит!

  – Иреңде яратмай йәшәү гөнаһ түгелме ни? Ошонан аҙаҡ, яуап бир, мөхәббәтһеҙ өйҙә мөхәббәтле балалар тәрбиәләү мөмкинме? Шуға ла ерҙә мөхәббәт барлығына ышанмайым мин, ышанмайым, һәм бөттө китте. Ә бөгөнгө ир менән ҡатын уйынына килгәндә алма бит ағасынан алыҫ төшмәй, мин һиңә оҡшағанмын, әсәй!.. Ҡономдо ҡайтарам, бары шул ғына, тыйма һәм ҡурҡытма, янама ла, файҙаһы булмаясаҡ! Бар, Хәтмуллаңа ҡайтып ошаҡлаш, бәлки, ул берәй йүнлерәк кәң-әш бирер!

 Нәфрәтенә быуылып, һүҙһеҙ ҡалып ситкә ҡарап ҡуйыу менән сикләнде, әйтелгәндәрҙе инҡар итерлек дәлилдәре юҡ ине шул. Аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып йығылды. Нимә булды, ауырып киттеңме әллә, тип Хәтмулланың хафаланыуына ла яуап ҡайтарырлыҡ хәлдә түгел ине. Төнө буйы сөңгөл менән алышып һаташып сыҡты, буръяҡлы һыу төбөнә батып китә, кире өҫкә ҡалҡып сыға, ә Фәриҙәһе яр ситенә баҫҡан да ҡулдарын ҡаушырған, таш һымаҡ ҡатҡан йөҙөндә аяу ҙа, йәлләү ҙә юҡ. Ҡара таңда тиргә батып уянып китте. Тормош сөңгөлө фанилыҡтағынан күпкә тәрән һәм аяуһыҙыраҡ шул.

 Фәриҙә училищеның һуңғы курсында ауырға ҡалып, уға әйтеп, кәңәшләшеп тә тормай аборт яһатты һәм ҡылған хилафлыҡтарынан айнып киткәндәй ҡапыл аҙғынлығынан туҡталды һәм Хәлфетдингә кейәүгә сыҡты. Тик бәхетле ғаилә ҡора алманылар барыбер, беренсе балаһын алдырыу эҙһеҙ үтмәне, ҡыҙы ҡыу ағас ише емешһеҙ ҡалды.

 …Хәтмулла менән осрашыуҙары ярты йыл самаһы дауам иткәс, беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмаған кеүек ауылда ла ауыҙҙан-ауыҙға хәбәр таралды, ул үҙе лә ваҡыт үтеү менән кәүҙәгә ауырайып киткәнлеген тойҙо. Икәүләп һөйләшкән-аңлашҡандан һуң бергә йәшәргә ҡарар иттеләр. Тик ғорур Хәтмулла баштан уҡ берҙән-бер, әммә ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуйҙы: «Донъям ныҡ, өй ҙә иркен, миңә күсеп килегеҙ!» «Балалар бит, тегендә өйрәнгән, һәр береһенең үҙе ултырған, ятҡан урыны, мөйөшө бар, тигәндәй, әллә һин үҙең…» «Юҡ, Гөлбикә, ҡатындың өйөнә оҙатылып барған ирҙе өнәп бөтөрмәйҙәр, быны яҡшы беләһең. Килегеҙ, барығыҙҙы ла теләп ҡабул итәм» Шулай хәл иттеләр ҙә бит, әммә ләкин күсенеп сығыу балалар тарафынан илау-һыҡтау аша ҡабул ителде, ә Фәриҙә беренсе көндән үк үгәй атаһына яратмай, ятһынып ҡарап эсенә йомолдо, Сәғите бынан ары ла тик әсәйемде генә еҫкәп йоҡлаясаҡмын, тип аяҡ терәп ҡырталашып түшәккә талашты, Сәғиҙәһе лә уйнарға үҙҙәренең ишек алдына китә, ашарға, йоҡларға ғына ҡайта, ул сағында ла бар нимәнән ситләшә, күршегә йомошҡа, ҡуҙ алырға ингән тиерһең. Төпсөгө Фәрит тыуҙы. Тик икенсе атанан булғанғамы уны балалары ятһынып ҡабул иттеләр, илаһа, сәңгелдәге эргәһенә килеп бәүетеүсе, уйынсығы төшөп китһә, алып биреүсе булманы, ә яһил, аҫтыртын холоҡло Сәғиҙә яйы сыҡҡанда бороп семтеп алыуҙан да тартынманы.

 Алыҫтағы офоҡҡа һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ ойотҡоһо ҡунған, яртылаш урман ҡуйынына һыйынған ауыл да әкеренләп йоҡоһонан уяна: кемдеңдер әтәсе һуҙып ҡысҡырып ҡуйҙы, ләүкелдәп эт өрөп алды, һыйыр мөңгөрәне. Ҡатҡан билен ҡушуслап ығырлап-шығырлап ҡалҡынды. «Былайтып ҡарасҡылай урам ҡыҙырыуымды күреп ҡалһалар әллә ни уйлауҙары бар… Ҡайтайым… Тик ҡайҙа?..» Үҙ һорауына үҙе яуап эҙләгәндәй ян-яғына ҡаранды. Хәтмулланың өйөнөң ҡапҡаһы асмаҫлыҡ итеп тимер сыбыҡ менән сырмалған. Нисә йыл ошо өйҙә татыу, берҙәм, бер-береһен аңлап, күтәрмәләп көн иттеләр. Юҡ, юҡ, Мөхәммәте менән дә бәхетһеҙ йәшәмәне. Бергә уйнап, күҙ алдында үҫкән иренә тәүге осорҙа ихтирам менән ҡараны, шунан сире көсәйеп киткәс, уны йөрәге һыҙып ҡыҙғана ине. Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы көслө затҡа буйһоноу, унан яҡлау һәм һаҡлау өмөт итеү, ә йәлләү мөхәббәт тойғоһон уята алмай. Ә Хәтмулла йәлләүҙе ҡабул итмәгән, был йәһәттә хатта ҡырыҫыраҡ та зат ине. Яҙмышына ике ир яҙғайны, береһен ихтирам итте, икенсеһен яратты, әммә шул яратыуы көндәрен, айҙарын, йылдарын ҡәҙерле һәм мәғәнәле итте. Тән генә түгел, йән һыйыныр кеше менән ғүмер кисереү ерҙең сыуаҡлыраҡ, йылыраҡ, яҡтыраҡ яғында йәшәүгә бәрәбәр.

 Был торлаҡ уға ҡәҙерле һәм яҡын, тик уныҡы түгел. Төп өйөнөң мейесен емереп ташыған мәлдә Хәлфетдин кейәүе уны үҙләштерергә яҫҡынғайны ла: «Оронма кейәү, сереп ергә һеңгәнсә ул бары Хәтмулланыҡы ғына булып ҡаласаҡ!», тип өҙә әйтте.

 «Сәғиҙәгә барайым, бер аҙ унда йәшәһәм, асыуын онотҡан Фәриҙәһе үҙе үк кире йүгереп килеп етер. Шунан һәүетемсә йәшәп алыр ҙа китерҙәр. Балаларынан нимәгә саманан артыҡ иғтибар талап итергә, уларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте…» Шулай ҡайтымһаҡ уйын уйлағансы Сәғиҙәләргә килеп етте, һаҡ ҡына итеп ишек ҡаҡты. Өй эсенән ым да тым да ишетелмәй. Тағы ҡаҡты, тағы…

 Бына өй ишеге асылды, яланаяҡ шапылдап атлаған аяҡ тауыштары соланға сыҡты: «Йоҡларға бирмәйҙәр, инәңде эт әмәлләгер… Кем?» Тамаҡ төбөнән ҡарлығып сыҡҡан тауыш ярайһы уҡ тупаҫ яңғыраны. «Мин кейәү… Ас…» «Һинме ни әле был, убыр?.. Башҡаса килеп йөрөмә, забудь сюда дарогу! Ишетәһеңме, ике аяғыңдың береһен баҫма! Өйөңдө кем приватизировал, шунда йәшә, вон, ҡортҡа!» Иҫерек янауҙың һүгенеүле яғы ябылған ишектә бүленде.

 Ҡапыл башы әйләнеп китте, хәлһеҙләнеп таҡта стенаға һөйәлде. Оҙаҡ ҡына шул хәлдә торғас сығыу яғына йүнәлде. Аяҡтары атламай, тотош кәүҙәһе ҡалсылдап таралып бара. Иң тәүҙә үҙ өйөнөң ҡапҡаһына барып терәлде, ары Хәтмуллаһыныҡына. Мейеһен ошоғаса ике ятып бер уйына инмәгән хәтәр уй ярып үтте: «Былайтып йәшәгәнсе китә лә барайым… Улай тиһәң барыр ерем, батып үлер күлем юҡ…» Уйындағы күлде күрергә теләгәндәй тоҙ төҫөнә ингән күҙҙәрен юғарыға сөйҙө. Яҡтырып килгән күк йөҙөнөң үҙәгендә әйләнеп ятҡан сөңгөлдө хәтерләтеп ҡарағусҡыл болот ҡатҡан. Тотош ауыл, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урман, урман эргәһендәге аҡлан, хатта ул ғына ла түгел, тотош Ер шары ана шул Йыһан сөңгөлөнөң үҙәгенә тартылып әйләнә-әйләнә йотолор, һеңер һымаҡ. Аңы төпкөлөнә йәшеренгән, онотола барған уйы яңырҙы: «Һуң теге сөңгөл бар ҙа баһа… Теге сөңгөл… Хәҙер тартып алыр уны…» Унан ике тапҡыр ҡотолоп ҡалды. Тәүгеһендә арлы-бирле генә яр ситендә сәпелдәй белгәнендә батырлығын күрһәтергә теләп тура шул яҡҡа ҡарай йөҙҙө. Тәрән урынға етте лә ҡурайҙай ғына беләктәренең арыуын тойҙо, аяҡтары тыңламаны. Сәүек көсөктәй ярҙамға өмөт итеп урынында әйләнгеләне лә башҡа һыу өҫтөндә ҡалҡып торорлоҡ рәте ҡалмағас, бырхылдап һыу төбөнә китте. Бер-ике уртлам һыу йотҡас, өҫкә ҡалҡты, билдәһеҙ көс ҡабаттан һыу төбөнә тартты. Өсөнсөгә сәсәй-сәсәй ҡалҡып сыҡҡанында сусаҡ ҡаянан һыуға һикергән атаһын күрҙе. Ары күҙ алдары тамам ҡараңғыланды, иҫен йыйғанда ул яр ситендә ятып уҡшый-уҡшый ҡоҫа ине. Өйгә ҡайтҡас ҡатынын эйәртеп Хисбулла ағай килеп етте, өлкәндәр, күлдәге менән тыуғандыр был бала, тип ҡыуаныштылар. Эйе, сөңгөл менән айҡашыр һәм еңер өсөн тыуғандыр ул, икенсе тапҡыр ҙа бирешмәне бит уға. Бына хәҙер өсөнсөгә… Икеләнеүле уйын еңергә теләгәндәй таяғын эргәһенә ҡуйып сүгеп төштө. «Әллә йәшәп ҡарарғамы … Тик нисек? Кемгә кәрәге бар уның был рәхимһеҙ донъяла? Әҙәм балаһы һөйөүҙән ҡөҙрәт алып йәшәй, уға ҡарата ана шул йылы мөнәсәбәт кәмеһә, йә бөтһә тамырһыҙ ҡалған ағастай кибә, юҡҡа сыға ә ул ҡулланыуы үткән тауарҙай туҙҙы, бәлйерәне…» «Былайтып йәшәгәнсе, етте, түҙҙем ошоғаса!..» Ҡәтғи уйы уның быуындарына дыуамал ҡеүәт өҫтәне. Тик унда, Һаҡмарға саҡлы ике саҡрымдан ашыу ара ята, мөсһөҙ аяҡтары менән барып етә алырмы? Етер, нисек тә етер, ҡабаланып китер ергә бармай. Ҡалҡыу түңдән хушлашҡандай ауылды күҙҙән үткәрҙе, ҡарашын оҙаҡ итеп үҙ өйөндә, шунан Хәтмуллаһыныҡында туҡтатты. Хәтере ҡалыуы Фәриҙә менән Сәғиҙәнең өйҙәренә ҡарарға ирек бирмәне. Берләм һуҡмаҡҡа төштө лә һаҡ ҡына баҫып Һаҡмар йылғаһы яғына ҡарай атланы. Алыҫтан таныш сыйнауҙы ишетте. Аҡтырнаҡ уның ҡарарын һиҙеп, әсенгәндәй олой ине. «Әҙәм балаһына ҡарағанда кейектең кейеге мәрхәмәтлерәк, һиҙгерерәк барыбер…»

Һаҡмар туғайына ултыра-тора, мөштөрҙәп килеп еткәнсе ҡояш ҡалҡып тышау буйы күтәрелергә өлгөрҙө. Гөлбикә ҡарсыҡ яр ҡырында ятҡан, төбөнән аҡтарылып ауған, ҡарт өйәңке өҫтөнә килеп ултырҙы. Үҙәк тамыры һынһа ла ергә ҡаҙалған вағыраҡ тамырҙарҙан әҙләп һут килгәнлектән ағас бирешергә теләмәй йәшәргә тырышып ятҡан көнө: олондоң ос яғы кибеп юҡҡа сыҡҡан, әммә аҫҡы өлөштә япраҡтар елберҙәгән бер нисә сибек ботаҡ тырпайып күренә. «Кемдең яҡты донъянан тиҙ генә киткеһе килһен…» Дымланған маңлайын яулығының осо менән ҡоротто.

 Көн яңы ғына тыуып торһа ла, кисәге баҫылып өлгөрмәгән ипкен ҡайнарығына бөгөнгө томра өҫтәлгәс, ер өҫтө ҡыҙған табаны хәтерләтә. Йыл аша тиерлек ҡабатланып килгән ҡоролоҡ быйыл уғата аяуһыҙ, яҙ башынан тәбиғәт ямғыр төҫөн күргәне юҡ, үлән-ҡыяҡ кибеп бөттө, бөжәк ябырылған ағас-ҡыуаҡтар ҙа иҫке-моҫҡо кейемле асарбаҡтай ярым-яланғасланып, ҡойтоланып ҡалған. Элгәре бәрҙеһе һикереп уйнаған, таҙа, тештәргә үтмәле һалҡын һыулы Тиләк йылғаһы ла ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, тимәк Һаҡмарҙың сафлығы ла күпкә ҡайтышланғандыр. Тәбиғәттең хозурлығы ла замандың мәғәнәһеҙ йәшәйеше ише кирегә тәгәрәй. Ҡулындағы таяғына эйәген терәп тынып ҡалды. Ауылда сығарған яндырай ҡарары ыҙалай-йонсой бында килеп еткәнсе һүрелеп, булмышын бөләңгерт битарафлыҡ биләгәйне. Һе, был уй тигәнеңдең осо ла ҡырыйы ла юҡ икән дә баһа, ә сал сәсле башы сырмалған, урын-урыны менән ялғанған уйҙар йомғағылай. Оҙаҡ суҡайҙы Гөлбикә әбей ҡарт өйәңке өҫтөндә, оҙаҡ. Ашыҡмай ғына һүткән иҫтәлектәр ебенең осо ла ҡырыйы ла күренмәй. Ғәжәп, был донъяла етмеш биш йылдан ашыу йәшәп тә ташлаған, ә ғүмер инеше кисә генә башланғандай. Күргәне, кисергәне берәмтәләп яҙмыш тиҫбеһенә теҙелгән, барсаһы иҫтә, барсаһы ҡәҙерле, барсаһы яҡын. Тегендә әхирәткә күскәс, ир затына өс һорау бирерҙәр ти: үҙ ғүмереңдә өй һалдыңмы, ағас ултырттыңмы, нәҫелеңде дауам итерлек малайың бармы? Ошо һорауға яуапты Аллаһы Тәғәлә моғайын унан да алыр, сөнки Мөхәммәте үлеп киткәс, балаларына бер юлы әсәй ҙә атай ҙа хөкөмөндә йөрөнө ләһә. Йорт һалыуға килгәндә уны күтәргән мәлдә ире бүрәнәнең бер осонан тотһа, икенсе яғына ул барып йәбеште. Шулайтып колхоз мәшәҡәттәренән арынған арала ваҡыт табып, икәүләп бөтөрөп инделәр йортто. Арымауҙарын әйт, күршеләре лә былар ендәрен ҡушып эшләтәләрҙер, тип иҫтәре китеп аптырай торғайны. Яҙғыһын башлаған йортто Октябрь байрамына бөтөрөп тә инделәр. Икенсе аҙнаһында өй туйлағанда ҡунаҡтарҙы балаҫ түшәп иҙәндә һыйланылар, ата-әсәләр алдан һөйләшеп ҡуйғандарҙыр, үҙҙәре менән һарыҡ эйәртеп, бер пар ҡаҙ, әтәсе менән тауыҡтар тотоп килеп инделәр, колхоз идараһы йомартлыҡ күрһәтеп еленле тана бүләк итте. Әсегән балдан ауыҙ итеп күңеле күтәрелгән ҡайныһы протез аяғын көйлө шығырлатып ҡайһылай ҙа дәртләнеп бейегәйне! Ағастар тиһеңме? Һи-и-и! Яҙ һайын сәсеүгә төшкәнгә ҡәҙәр лесничествоға ағас ултыртыуға йөрөп күпме ҡыялды? Ер соҡоғос махсус кәйлә менән кәҫ аҡтара-аҡтара устары ҡабарып бөтә ине. Ул ултыртҡан ҡарағай үҫентеләре бөгөн урман булып шаулай Һары Тай буйында. Улдарына килгәндә Сәғите ҡалала йәшәй, институтты бөтөргәс тә шул уҡ уҡыу йортонда хеҙмәтен дауам иткәйне, тырыша торғас ҡала ситендә ике ҡатлы йорт бөтөрөп, шунда уҡ емеш-еләк баҡсаһы үҫтереп тамам ҡала кешеһенә әүерелде, йыл һайын ярҙам итергә түгел, ирәүәнләп ял итергә ҡайтып әйләнә. Төпсөгө Фәрит Армияла флотта хеҙмәт иткәйне, шунда ҡалды ла әле диңгеҙ тулҡындар ярып илдәр гиҙә, донъяның ҡайһы ғына илендә булмаған да, ниндәй генә халыҡтар менән осрашмаған, ана шул илгиҙәрлегенән йәм, тәм, мәғәнә таба. Балаларын әҙәм итеүе еңелдән булған тиһеңме? Уларҙың һәммәһенә тән йылыһы ғына түгел, йән йылыһы ла биреп үҫтерергә кәрәк бит әле. Һәр әсә балаларын ҡәҙерләй, ҡурсый инде, ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта. Ҡартайған көнөндә дүрт тарафынан игелек күреп, хәстәр тойоп, йән ҡәнәғәтлегенә, күңел байманлығына ирәйеп көн итер һымаҡ ине лә ғүмер баҡый… Ә улары әллә кемгә оҡшап миһырбанһыҙ, ҡаты бәғерле булып үҫтеләр. Сәбәбе ниҙә, ҡайһы ерҙә үҙенән балаларын ситләшерлек хата ебәрҙе? Икенсегә кейәүгә сығыуын ҡабул итмәнеләр шул, һуң ҡайһылай итһен, йәш ине бит әле, тағы Хәтмулланы ярата ине, ә балалары бер яҡлы яратыуҙы талап иттеләр, уны ят ир менән бүлешергә теләмәнеләр. Үгәй атай йортона күсенгәс, балалары үҙҙәрен икенсе, ят мөхиткә барып ингәндәй тоттолар. Һуң шулай булмай тағы, йәй сыҡһалар яҙ төйәгенә ҡайтҡан ҡоштар ише үҙҙәренең төп өйөнә ашыға торғандар ине бит, көҙ еткәнсе шунда йоҡлап йөрөйҙәр. Үҙҙәре генә, өсәүләшеп йәшәйҙәр, хатта бәләкәй ҡустыларын да эйәртергә теләмәйҙәр, ни тиһәң дә ул икенсе ҡандан яралған. Хәтмулла ла теләктәренә ҡаршы килмәне, хәйер, нимә тип кенә әйтһен инде? Ул йәй буйы балаларына ашарға ташый, кейемдәрен алып ҡайтып йыуып килтерә. Был ҡылыҡтары йылдар үтеү менән үтер, тип өмөтләнде. Ҡайҙа инде, былар тағы ла, уҡыуға ингәс тә, йәйге каникул осоронда тыуған нигеҙҙәренә ҡайттылар, кейәүгә сығып өйләнгәндә лә һүҙ ҡуйышҡандай тантаналы мәлдәрен йәй уртаһында билдәләп туйҙы шунда үткәрҙеләр. Һүҙгә ипле, балаларға ҡатырғана белмәүсе Хәтмулланы ят бауыр күреп ҡабул итмәнеләр, «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай» шул. Һуң үлгән артынан үлеп булмай, баштан уҡ аймылыш киткән яҙмыштарын бергә ҡушырға, олоғайған көндәрендә бәхетте тәтеп ҡарарға хаҡлы инеләр бит. Ә балалары аңламанылар, аңларға теләмәнеләр…

 Йәнә замана башҡа, заң башҡа, тигәндәй хәҙерге көнитмеш кире йоғонто яһаны фиғелдәренә, байлыҡ, аҡса, тип күҙҙәре тона, сикәләре ҡыҫыҡ, күңелдәре тар. Улай тип әйтергә хатта теле лә әйләнмәй, ни тиһәң дә йөрәген ярып сыҡҡан, йәнен иңрәтеп үҫкән ғәзиздәре. Белмәйҙәр әле улар әсәне юғалтыу хәсрәтен, тоймайҙар әле икенсе тапҡыр кендек киҫелеүҙең ни тиклем дә аяныслы икәнлеген, әсә янда йөрөгәндә генә тормош бөтөн була, ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомдомо, булмышты бушлыҡ биләй, йәнде хәсрәт баҫа. Шул саҡта ғына юҡһынып иларһығыҙ, мин генә кире ҡайтмам, мин генә булмам… Һай, боларҙы бит йәшәйеш, төпһөҙ сөңгөл һымаҡ өйрөлә генә: буштан-бушҡа Ер шары әйләнә, кеше яҙмыштары әйләнә… Тарих та юҡ, киләсәк тә… Бары бөгөнгө көн генә бар. Шул вайран килеп ҡыйралып ятҡан арауыҡта әҙәми заттар нимәнелер бүлешә алмай талаша-тартыша, урлай-талай, ватылмай ҡалғанды емерә, көллө юҡҡа ғүмерҙәр ҡыйыла… Балаларына үпкәләне, тик яратамы һуң уларҙы, әллә рәнйешле хәтере генә ҡалдымы, йәне боҙҙай ҡаттымы? Рәнйеш ҡарғыштан яман тиҙәр. Ярата, әүәлгеләй ярата, Хоҙай шаһит! Ауыл менән хушлашҡанында ҡыҙҙары йәшәгән яҡҡа ҡарарға теләмәүе бала ҡылтайыуына оҡшағайны, шул мәлдә икеһенең береһе сығып тауыш бирһә лә үпкәһен онотоп ҡайырылыр ине моғайын. Ҡайһы әсә балаларын насар итеп күрергә теләһен, уларҙан ваз кисһен, ҡарғаһын, бәддоға уҡыһын? Дүртәүһенең береһенән йылы хәбәр килһә, йә улар хаҡында маҡтау ишетһә һары майҙай ирергә әҙер!

 «Сәғит, Сәғиҙә! Әйҙә ҡайтайыҡ!» Сәрелдәк ҡыҙ тауышы ҡолаҡты ярҙы. Таныш, ҡәҙерле исемдәрҙе ишеткән Гөлбикә ҡарсыҡ ҡапыл һиҫкәнгәндәй итте, һыу инеп ҡайтыу яғына йүнәлгән балалар икәнлеген шәйләгәс, төҫһөҙ күҙҙәрен ҡыҫып башын аҫҡа эйҙе лә йоҡомһорағандай тынып ҡалды, хәлбүки ғәме кескәйҙәрҙә ине, нимә эшләрҙәр былар? Терәлеп тиерлек үттеләр, сәләм биреүсе, уға иғтибар итеүсе табылманы. «Ахрызаман балалары! Сәләмләй ҙә белмәйҙәр исмаһам. Мәктәптә нимәгә өйрәтәләрҙер…» Мәктәп, тигәндәй Сәғиҙә үткәндә барғанында зарланып ултырҙы: «Сей елкәгә тейҙе ошо мәктәп, екһендем, ус яларлыҡ аҡса ла түләмәгәстәре уҡытҡым килмәй шыпа. Ярты мәшәҡәт артыңдан эйәреп ҡайта, ултыр инде ярты төн ауғансы иртәнге көнгә план яҙып, дәрес әҙерләп, дәфтәрҙәр тикшереп. Тағы, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй балалар аҙҙы, йә йүнләп уҡымайҙар, йә тәртиптәре тәртәгә һыймай, алкаш, бер килке әтрәгәләм ғаиләләренән ни көтәһең?! Йыйын һыу мейеләр йыйылған инде, хәлемдән килһә, көнө-төнө мейе серетеп, китаптарға күмелеп ултырғансы, коммерсантлыҡҡа китер инем. Исмаһам алыпһатарҙар әҙәмсә көн итә, иреклеләр, кейенәләр, аҡсаһыҙ ҙа йонсомайҙар». «Аҡсаға бәйле ерҙә ирек булмай ул, ҡыҙым». «Коммерсанттар, минең ише, ҡойроғо боҙға туңған бүре хәлендә түгелдәр инде һәр хәлдә». «Теләкһеҙ башҡарған шөғөлдән ҡыйын нимә юҡ, баланы яратмай тороп уға нисек ғилем һеңдермәксеһең? Үҙеңде, башҡаларҙы алдап йөрөгәнсе, ауырымаған яғыңа ят, ҡыҙым», – тигәйне. Яуап тағы ла Сәғиҙәһенә оҡшаманы, үпкәләгәндәй һыртын ҡуйҙы ла аҙаҡтан бер ни тиклем ваҡыт тырҫ та бырҫ йөрөнө. Аңламаҫһың, ыңғайға һыпырыуҙы ла ҡабул итмәй хәҙерге йәштәр, кирегә ҡайырып әйтһәң дә оҡшамай. Бынау, әле эргәнән терәлеп үткән балалар, ябай әҙәпте белмәгәстәр, шул йөкмәтелгән вазифаһын минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип башҡарған мөғәллим тәрбиәләгән уҡыусыларҙыр. Хәйер, күрмәһә күрмәйҙәрҙер: тамыры аҡтарылған ағас менән кипкән әбейҙең кемгә хәжәте бар? Уларға кәмит кәрәк, мөғжизә кәрәк!

 Тиҙҙән был яҡ йылға буйы бушап, тынып ҡалды, теге ярҙа ла ситтән килеп ял итеүселәр күренмәй. Шуны ғына көткән Гөлбикә ҡарсыҡ бөксәңдәп ҡалҡты ла тағы ла бер тапҡыр шау һөйәк бармаҡтары менән өйәңкенең ҡайрылары ҡалтайған олонон һыйпаны. Әллә хушлашыуы булды, әллә бәхилләшеүе… Башындағы яҙып ябынған һарғылт сәскәле яулығын төҙәтештерҙе, ҡулына шымарып бөткән имән таяғын алды. Теүәлләп бөттө шикелле бар мөлкәтен, инде ҡуҙғалһа ла була.

 Был күрмәлекһеҙ яулыҡты үткән йыл Ришат кейәүе баҙарҙан алып ҡайтып япҡайны. Әллә һуҡмышлығынан шулай эшләне, әллә күңеленә аҡлыҡ килде. Кейәүе алып ҡайтҡанын йомарлап уның алдына быраҡтырҙы ла ситтәренә эрен ҡатҡан шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәрен секрәйтте: «Мә, түщщә, паҙарык! Күр кейәүеңдең йомартлығын! Фәритең бүләк биреү түгел нисә йыл ҡайтып күренгәне лә юҡ, зимагор. Сәғиҙә Мөхәммәтовнаны ла, мине лә ихтирам итмәй, әҙәмгә хисапламай йәнәһе, ҡыутомшоҡ! Ни тиһәң дә икенсе батянан шул, икенсе ҡан, икенсе йән… Әйт-кәндәй, кәнтәй бит һинең ҡыҙың, холҡо йәш саҡтағы ҡайынбикәгә тартҡан, әгәр мин тотоп килмәһәм, әллә ҡасан директоры аҫтына ятып, уның менән һөйрәлеп йөрөр ине. Тучныһын әйткәндә, мин генә тотам хәзәйствоны, һинең йыбытҡың түгел, вот… Граниттан да йүн сыҡманы сәбәкә, урам ҡыҙыра, һантыйланып. Биғәйбә, күп лыбырҙайым шикелле, короче, мин һиңә һуңғы тиндәрҙе йыйып паҙарык алып ҡайттым, ә һин пинсиәңде алғас, байрам итеп, тамаҡ сылатып алырлыҡ аҡса тамыҙырға онотма!» Ҡиммәткә төштө ул бүләк, бер эсә башлаһа бер-ике яртыға мөрхәтһенеп туҡталамы һуң кейәүе?.. Одеколондан башлап тәҙрә таҙартҡыс шыйыҡсаға ҡәҙәр ҡуймай, улары бөтһә, ауылдаштарҙың теңкәһенә тейеп урам буйлап теләнселәй, хәйерселәй, оялмағанын әйт. Тормозы ысҡынһа, өйҙә лә тынғылыҡ бөтә. Бер көн ярһып ҡайтып инде лә, айыҡтың уйында, иҫеректең телендә тигәндәре раҫтыр, теге мәктәп директорын иҫенә төшөрөп ғауға ҡуптарҙы. Сәғиҙәһе хужаһын яҡлап һүҙ әйткәйне, тегегә етә ҡалды, ҡатынының яғына суйын сүместе алып елгәрҙе. Ҡаҡ маңлайға барып эләкте теге нәмә. Баш тиреһе ныҡ ҡанай бит ул, сәсрәп ҡан атылды. Гранит ҡойроғон бот араһына ҡыҫҡан ҡурҡаҡ эттәй сығып һыҙҙы. Ә ул илай-илай яулығын һыпырып ҡыҙының яраһына баҫты. Яҡлашыуҙы яратмаған кейәүе ҡоторған үгеҙҙәй уның өҫтөнә ябрылып килә башлағайны, кинәт аяғөҫтө баҫып ҡулына таяғын эләктерҙе: «Етте, кейәү! Кәрәк саҡта беҙ ҙә елле, буйтлы итеп, һеңдергәнсе тондора беләбеҙ! Тағы ла бер аҙым яһаһаң - бынау таяҡ менән мейеңде сәсрәтәм, билләһи! Инде бынан бүтән баламды рәнйетергә бирмәм, мин йәшәремде йәшәгәнмен, ғүмеремде ҡурсып ҡурҡыр ерем юҡ! Йә, яҡынла!» Бындай тәүәккәл ҡаршылыҡты көтмәгән кейәүе баҙап ҡалды башта, шунан: «Ҡоторған мәскәй, булыр һинән!..» – тип мығырҙанып урынында тапанды ла асыуына сыҙаша алмай ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрәне осора тибеп сығып китте. Ғәҙәт ҡаламы, ошо сәкәләшеүҙән аҙаҡ енләнһә енләнде, мәгәр уның алдында Сәғиҙәһенә башҡаса ҡул күтәрергә йөрьәт итмәне. Шунан бирле башынан һалғаны юҡ ошо яулыҡты. Ни тиһәң дә ҡыҙының ҡаны һеңгән нәмә бит ул!

 Гөлбикә ҡабаланмай ғына, абайлап баҫып атлай. Тубыҡ быуындары ҡатты шул һуңғы ике йылда, шул арҡала аҫҡаҡҡа әүерелде, һыҙланыуы теләйме-юҡмы, таяҡҡа таяндырҙы, ә ауырыуының сәбәбе - һауынсы булып эшләү касафатылыр, ҡыш буйы иҙәнһеҙ, һалҡын һарайҙа резина итек кейеп шыйыҡ тиҙәк кисеү ни ҡуйһын! Ҡайтарырға ине лә һуң элекке өтә баҫып йөрөгән йылдарҙы, мөмкин түгел. Атлауы етеҙ булған хәлдә лә ҡайҙа ашығырға, ҡыуанып сабыр ергә йыйынмай. Теге йылды Һаҡмарҙың боролошон үҙгәртеп, тар урынына күпер һалырға тырышып күпме ҡыялдылар, һөйләүҙәренә ҡарағанда һанһыҙ аҡса, бихисап сығымлы хеҙмәт түгелгән, ә ул ни борғаланырға теләмәй үҙенең ғүмер баҡый һалған ташлы һуҡмағын буйлатып аға бирә. Тик шуныһы - ҡан баҫымы кәмеп тәнгә һеңеп батҡан нәҙек тамыр ише әүәле алҡынып ятҡан йүгерек тулҡындар һиҙелеп үҙәнгә тартылған, ике яҡ ярға, элек һыу төбө булған ергә тумалаҡ таштар түшәлгән. Кесерәйгән, мөсһөҙләнгән йылға. Уның бында килеп урамағанына ла байтаҡ йылдар үтте шул. Һауынсы булып эшләгәнендә Әлмөхәмәт туғайында йәй буйы ҡыуышта йәшәйҙәр, ауылға ла ике-өс көнгә бер ҡайтып күренә, кәртә-ҡураны байҡап, мал-тыуарҙы теүәлләп, балаларының ашарына хәстәрләп китергә кәрәк. Ярай өс баланы ҡул араһына ингән Фәриҙәһе ҡараны, былай булһа ҡайһылайтып йөрөмәк. Хәтмулла менән йәшәй башлағас, Фәрите тыуғас, кантораны йыйыштырып эшләп алды бер аҙ, барыбер был шөғөл йәненә ятманы, ауыр булһа ла өйрәнгән һөнәренә, һыйырҙарына кире ҡайтты. Шулай ҙа тол саҡтағылай йәйгеһен йәйләүҙә ҡуна ятып эшләү мөмкин түгел ине, ауыл менән йәйләү араһында йүгермәләп өлгөрөргә тырышты, сөнки йорт тирәһенә генә түгел, кескәй Фәриткә лә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк бит әле. Хәтмуллаһы ни эшенә ҡара таңдан сығып китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә, ә яҙлы-көҙлө тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙарҙа йөрөй. Арҡырыға-буйға ҡыҙырҙы был ерҙәрҙе, һәр туғайын, һәр ағасын яттан белә, аяҡтарында көс барҙа туғайҙарында йәйен еләк, бөрлөгән, көҙөн муйыл, балан тирҙе. Һыу буйлатып туранан тартһаң Муйыллы Туғайға барып сығаһың, уңға ҡайырылып бер һыуһын ер китһәң Баланлы Үҙәк, Сейәле Түң, ары Ат Сапҡан.

 Уйланып килә торғас сөңгөлгә килеп төртөлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Килде лә көтөлмәгәнлектән ҡатты ла ҡалды, йоҡа иренле тешһеҙ ауыҙынан: «Ләхәүлә… ки-тсе… булмаҫ!..» тигән өн һығылып сыҡты. Борон-борондан бар әҙәмдең ҡотон алып ятҡан төпһөҙ ятыу булыр-булмаҫ быуаны хәтерләтә ине. Теге саҡта утынлы санаһы һаҡҡан тал ҡыуағының тапҡыры хәҙер лапыланып йылғанан был яҡҡа ҡарай хәтһеҙ ара шылған, ә тауыҡ кисмәле генә һыу йәйелгән яр буйын яҫы япраҡлы ҡапырыҡ, өйкөмләнеп күренгән ҡамыш ҡаплаған. Бар ине бит был сөңгөлдөң дә ҡеүәтле, ажарлы саҡтары! Күпме кешенең, мал тыуарҙың башына етте. Асмәйел дә булды үҙе, бер ҙә ҡорбанын кикереп кире өҫкә ҡалҡытманы, осто-гүҙе йотто. Мал юғалһа, сөңгөл алғандыр, тип эҙләмәнеләр ҙә, кеше ғәйеп булһа һырғый һайғау менән, рәт сыҡмаҫын белә-күрә, сараһыҙлыҡтан, һыу төбөн көргөп мәшәҡәтләнделәр. Аптырағас әпкилеп әсетеп бешерелгән икмәк йөҙҙөргән булалар. Йәнәһе лә сөңгөл икмәкте өйрөлтөп йота ла батҡан мәйетте сығара инде. Ҡайҙа ул, тере йәнде йоторға һәләтле ятыу түтәрәм икмәккә мөрхәтһенәме! Юҡҡамы ни ун-ың эргәһенән ҡурҡыныс нимәнән һипһенгәндәй ситләтеп үтә торғайнылар. Уйл-ап ҡараһаң бәләкәй йылғаның да шундай хәтәр урындары булыуы ғәжәп, бында ла бит өҫ яҡтан көтөү арғы туғайға сығып йөрөмәле ер бар, ә аҫ яҡта, Ҡаулан туғайына сыҡҡан ерҙә, ҡырсынташлы ярға оло юл килеп төртөлгән кисеү.

 Онға ҡытлыҡ башланды бер осор, ни сәбәптәндер күрше Ивановка утарындағы тирмәнде лә туҡтаттылар, бар халыҡ кибеттәгенә ҡарап ҡалды. Унда ебәргәндәре лә размол: бойҙайға ҡушылған кукуруз, борсаҡ, арыш ҡатнашмаһы. Күрше Байғужа ауылында магазинда эшләгән әхирәте һинең өсөн бер тоҡ ҡалдырҙым, тигәс, ферма мөдиренән рөхсәт алып, киске һауынға урынына кеше ҡалдырып, ҡул санаһын һөйрәп шунда китте. Хәтмулла атына ултыртып, һә тигәнсе елдереп кенә алып барып килер ҙә ине, ғорурлығына барып, уның ихатаһында егеүле атты күрһә лә өндәшеп торманы. Яңы ғына ҡырпаҡ ҡар ятҡан ноябрь башы, атлауға еңел булһа ла кире боролғансы эңер төштө, шуға тиҙерәк ҡайтырға теләп кисеүҙән түгел, туранан тартты ла, әллә көҙгөләй ялтыр боҙҙоң ныҡлығына ышанып, әллә яһиллығына барып ятыуҙан аша тартты. Был ниндәй әрһеҙ, тигәндер, ғәйрәтле сөңгөл боҙ ҡоршауын сатнатып асып шундуҡ уның ярты кәүҙәһен һоғона ла һалды. Ай-һай, ҡайһылайыраҡ алышҡайнылар ике еңмеш, бәйелһеҙ упҡын уны еңел генә йоторға итә, йәш, беше кәүҙә бирешергә теләмәй. Өҫтөнә кейгән кейеме тиҙ генә һыу һеңдереп таштай ауырға әйләнде, шуға нисек етте шулай, аяҡтары ярҙамында быймаларын систе, шунан тырыша торғас фуфайка, дебет шәленән ҡотолдо. Кәүҙәһе күпкә еңеләйҙе, әммә боҙло һыу һалҡынлығы менән тәнде өтә, ҡороштора, бындай шартта 10-15 минутҡа ғына сыҙаясаҡ, тимәк, уларҙың алышына ла шул саҡлы ваҡыт бүленгән, йә ул ятыуҙы еңә, йә ул мәңгегә сөңгөл төбөнә китә. Ҡапыл ғына күҙ алдына Мөхәммәтенең һабантуйҙағы көрәше килеп баҫты: нисегерәк алышҡайны бит ул, беләгендәге көсөнән бигерәк рух көсө менән алдырғайны, бына хәҙер уға ла сират етте. Башын юғарыға сөйөп йондоҙҙар емелдәшә башлаған күк йөҙөнә ҡараны, ошоғаса иғтибар ҙа итмәгән, сикһеҙ Йыһан үҙе төпһөҙ упҡынға оҡшаған икән дә баһа, ана шул ҡарағусҡыл зәңгәрлеккә сумырға теләмәгән йондоҙҙар Йыһан битенә һаҡҡандар. Юҡ, ул да бирешергә тейеш түгел, йәшәү өсөн көрәшергә, еңергә, балалары хаҡына булһа ла йәшәргә тейеш! Бар көсөнә, алдындағы боҙ ҡатлауын ярып алға ынтылды, тағы, тағы… Яр ситендәге һыуға эйелгән тал һәрпендеһенә лә етергә күп ҡалманы, ул бер үк ваҡытта үрелеп алмалы ғына, бер үк ваҡытта һонолоп етмәҫлек алыҫ. Тал сыбығы фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһына сират күпереләй тартылған, уға йәбешеп өлгөргән хәлдә генә ул тере ҡаласаҡ. Аҡтыҡ көсөн йыйып ынтылды һәм ҡулына үҙенән үҙе йомшаҡ ҡайыш килеп йомарланды. Гөлбикә Хәтмулланың күреп ҡалып яҡынлауын да, уға бил ҡайышын һоноуын да абайламаған. Бригадирҙың бында эңер мәлендә тороуы бер ҙә осраҡлы булмаған, уны юғалтып ғауғалашҡан балаларҙан белешкән дә ҡаршыһына елдергән. Ир уны ауырлыҡһыҙ ғына һыуҙан тартып алды ла тиҙ генә саналағы толопҡа төрөп ауыл яғына ҡарай елдерҙе. Манма һыу булып ҡайтып ингәс, ни-сегерәк үрһәләнеп сеңләгәйнеләр кескәйҙәре. Хәтмулла тиҙ генә мунса яғып ебәреп уны бөтөрҙө лә йәнә бала ише күтәреп шунда алып барҙы, уның йыуыныуын соланда көтөп ултырып торҙо. Өйгә алып ҡайтҡас, балаларҙың аптыраулы ҡарашына ла иғтибар итмәй, бер шешә араҡыны боҙоп шуның менән уның аяҡ табандарын ыуырға керешеп китте. Бирешмәне алай ҙа, аҙна самаһы еңелсә тымауланы ғына. Иртәгеһен Хәтмулла ферманан ҡайтышлай тап булды ла: «Хәлдәрең нисек?», тип әҙәпле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Үҙен шул минутта, шул тиклем дә бәхетле итеп тойҙо: «Уны яҡлаусы, һаҡлаусы, ҡурсыусы кеше бар бит был донъяла!» Шул кистә тыңлауһыҙ аяҡтары Хәтмулланың өйөнә ҡарай тарттылар, тәҙрәләрҙә ут һүнһә лә ул уны көткәндәй ишегенә бик һалмағайны. Кисәге боҙло һыуҙа тулғанған кәүҙәһе шул кистә ялҡынлы, арбатҡыс, һуштан яҙҙырғыс ҡосаҡҡа сумды, тормош тигәнен бер боҙға, бер ялҡынлы утҡа ырғыта шул шулайтып.

 Хәтмулла ярҙам итмәһә, үлемесле ятыуҙан ҡотолор инеме икән? Һуңынан ошо хаҡта ҡат-ҡат уйланды. Тере ҡалыр ине, һис шикһеҙ тере ҡалыр ине. Өс балаһын яҙмыш һынауына ташлап, уның үлеп ҡалыуы мөмкин инеме һуң! Балаларының ихлас, эскерһеҙ теләге әрсәләп алып ҡалды әжәлдән, уларҙың һөйөүе ҡотҡарҙы. Хәҙер күргеләре лә килмәй, ҡыуалап унда-бында тинтерәтәләр… Әҙәмде мөхәббәт йәшәтәлер был донъяла, һөйөү уны кеше итәлер, мөхәббәттән мәхрүм ҡалғандар ҡартая һәм үләлер. Һалҡын мөнәсәбәт уны бер нисә йылда бәлйерәгән әбейгә әүерелдерҙе, быуынын алды, йөҙөнә юйылмаҫ хәсрәт тамғаһын һалды. Күреп йөрөй бит, 80 йәштән уҙғандар ҙа уға ҡарағанда күпкә теремегерәк күренә, сөнки күҙҙәрендә өмөт осҡоно яна. Ә уның йөҙөндәге нур һүнде, киләсәккә ышанысы һүрелде. Һәр кем, ғүмере буйы, бәхетенә илткән һуҡмағын бүлгән даръяларҙы еңергә теләп хыялынан күпер төҙөй, ә ул ҡом һарайҙай ишелә. Бирешергә теләмәй кеше, аҡтыҡҡы көсөн йыйып тағы йәбешә башлаған шөғөлөнә, тағы, тағы… Бик һирәктәр генә ирешә моратына. Бик һирәктәр. Күптәр ғүмере ахырында ярыҡ ялғаш алдында һемәйеп тороп ҡала. Ул да шундайҙар ҡоронда. Хәҙер бына үҙ теләге менән сөңгөлдөң ҡосағына ташланырға килде. Был ятыуға бирешмәй тере ҡалған берҙән-бер тере йән ине бит әле ул! Әзмәүерҙәй ир-ат ҡотола алманы, ә ул ҡотолдо һәм тере! Әйҙә йотһон сөңгөл, был юлы үҙе теләп еңелә. Теге саҡтағылай ҡаршылашмаҫ, тыпырсынмаҫ, зәңгәр күккә төбәлеп талпынып бағып яҡты донъя менән бә-хилләшер ҙә һыу төбөнә китер. Тик сөңгөлдөң айбарлығы күренмәй бит әле, уны йоторлоҡ рәте тойолмай.

 Гөлбикә әбей ятыу һыртындағы ҡалҡыу урынға улай-былай итеп менде лә, бер аҙ хәл алырға тип яр ситенә ултырҙы. Хәҙер башындағы яулығын һыпырыр, имән таяғын эргәһенә һалыр, ҡабаланмай ғына үҙенә ясин сығыр, шунан ғына сөңгөл өҫтөндә ҡалҡҡан таш сусаҡҡа яҡынлар…

 …Ярай, һыуға ташланып үҙ йәнен үҙе алды ла икән ти, аҙаҡтан нимә булыр? Медпунктҡа үкелгә, дарыуға тип барғандар йөҙөнә бәреп әйтеп Фәриҙәһенең күҙен дә асырмаҫтар бит, ә Сәғиҙәһе ниндәй дәлилдәр килтереп аҡланыр икән? Ул бит ни тиһәң дә мөғәллимә кеше, балалары алдында ни йөҙ менән баҫып торор, һорауҙарына нимә тип яуап бирер? Ҡартайғайны шул, аҡылға һайыға башлағайны, шуға шундай аҙымға барған, тип яуаплар микән? Хәбәр Өфөгә барып олғашыр, Сәғите эшләгән уҡыу йортона ишетелер. Әллә ниндәй дәрәжә яҡлайым, тип йөрөй ине бит ул. Уларҙа йәшәгәнендә ваҡыты тығыҙлыҡтан эргәһенә ултырып һөйләшергә лә форсат тапманы, әйтерен дә сүселдәк бисәһе аша еткерә ине. Хәбәр Сәғиттең етәкселәренә барып ишетелһә уға ынтылған дәрәжәһен бирмәүҙәре бик тә ихтимал. Тимәк улының артабанғы яҙмышына кәртә ҡуя түгелме уның был аҙымы? Фәритенә лә хәбәр итерҙәр, итмәй ҡалмаҫтар. Алыҫ тарафтарҙа йөҙөүҙә йөрөһә ҡайта алмаҫ та әле. Кинйә булғанғамы Фәрите уға нишләптер яҡынынраҡ, ул да уны үҙ күрә шикелле. Анау йылды теге түлһеҙ мәрйәһен эйәртеп ҡайтып ауылда ике аҙна самаһы ял иткәйнеләр, шул саҡта Фәрите эргәһенә ултырып: «Мам, ты такая хорошая, добрая, живи долго… А мы каждый раз будем приезжать!» – тигәйне. Теге, гелән ярым-яланғас йөрөргә яратҡан, тыу бейәләй уйнаҡлап торған, буяҡтан ғына хасил йөҙлө, ерән бөҙрә сәсле мәрйәһе лә үтә алсаҡ. Нимә тигәйне әле: «Бабушка не горюй, вот твой сын выйдет на пенсию, угомонится, мы тебя обязательно заберем в город, будешь жить у нас!» – тигәйне. Улының пенсияға сығырына ла байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, ярай, әйтеүҙәренә рәхмәт, тип ҡыуанғайны шул саҡ. Төпсөгөм алып китәм, тип ныҡыша, бармаҫҡа булдым, ят тарафты, ғүмерҙә күрмәгән диңгеҙ ярын үҙһенә буламмы, тип маҡтанып әхирәттәренә һөйләп тә йөрөгәйне. Шул Фәрите ҡайтып төшөр, ауылдаштарының йөҙөнә нисек ҡарар? Оялыр. Ояты ни тора, әлегә әбей-һәбейҙең ошондай юл менән яҡты донъянан киткәнен ишеткәне юҡ әле. Араҡынан баштары маңҡортланған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан йәштәр саҡ ҡына уйлап ҡарамай баштарын боғалаҡҡа тығалар бөгөн. Аптырарһың уларға, йәшәй ҙә башламағандар, ә көн итергә, тормош көтөргә тырышып сәбәп ҡылырға теләмәйҙәр. Ауылдарынан ике йөҙҙән ашыу ир-ат фронтҡа, ил һаҡларға китте. Шуларҙың яртыһынан күбе яу ҡырында, сит яҡтарҙа ятып ҡалды, исемдәре ауыл Советының эргәһенә ҡуйылған обелискыға уйылған. Ә бит, эсеп, йә үҙ-үҙҙәренә ҡул һалғандарҙың һаны уларҙан ике-өс тапҡырға артып китте. Унан ҡалһа анау Кавказ яғынан ҡурғаш табуттар ҙа килгеләп тора. Аңламаҫһың бөгөнгөнө, үләт төштөмө икән әллә йәшәйешкә?

 Йәш-елкенсәк даланан маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ ише аңҡы-тиңке килеп йөрөй-йөрөй ҙә бер килкеһе ҡалаға китеп олаға, ҡалғандарының яҙмышы бер иш - йә араҡыға янып, ағыуланып һәләк була, йә баяғылай ҡыланалар. Өйләнеп әҙәмсә тормош көтөргә теләүселәре һирәк, һәүеректәр инде, һәүеректәр, тоҡом ҡалдырырыға хәлдәренән килмәгән, өйөр тарафынан ситкә тибәрелгән, етлекмәгән айғырҙар! Әүәле ирмен тигән ир йә кәләшлеккә ҡыҙ, һис юғында ат урлаған. Ә былар… Ниңә алыҫтан эҙләйһе, Фәриҙәнең өлкән малайы Гранит нимә ҡылана һуң! Исемен дә тапҡандар бит әле, йә башҡорт түгел, йә урыҫ түгел, тигәндәй. Исем ататыр алдынан малайға Искәндәр, тип ҡушайыҡ, тип күпме әйтте, тыңламанылар. Иҫкергән исем, тигән булдылар. Хәҙер исеменә есеме тап килә, йә белеме юҡ бының, йә ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәй, ҡоҡана инде, торғаны ҡоҡана! Иртәнсәк сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс, лаяҡыл иҫерек ҡайтып инеп ауа. Атаһына ҡушылып кәйеф-сафа ҡороуға хирес. Ҡырағаһыҙ былай, ҡаты таш исемен йөрөтһә лә боламыҡ бер йән эйәһе шунда. Эсеп алһа, күлдәген һалып Чечняла янған арҡаһын күрһәтеп иларға тотона: «Тәнемде генә түгел, йәнемде лә шул ҡәһәрле һуғыш яндырҙы! Ҡәҙимге йәшәгеһе, ҡатын иркәләгеһе, бала һөйгөһө килмәй бының, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, мин дә кеше, минең дә әҙәмсә көн иткем килә!..» Бер тапҡыр бәҙрәфкә бикләнеп аҫылынып та маташты. Ваҡытында абайлап ҡалып төшөрөп алдылар. Байтаҡ ҡына эленеп торғандыр күрәһең, хәҙер иҫе лә инәле-сығалы булып һантыйланып ҡалды. Шул бәләнән һуң да улар хаҡында бер килке геү килеп ғәйбәт һатҡайнылар ауыл бисәләре. Инде ул шулайтып, ҡартайған көнөндә һыу мейеләй ҡыланып яҡындарының йөҙөнә ҡара яҡһынмы?.. Ярамаған хилаф ҡылыҡ был! Уларҙың быуыны бит икенсе ҡамырҙан әүәләнгән, хәҙергеләр ише шыйыҡ, тотанаҡһыҙҙар затынан түгел. Яҙмыш алдына бихисап һынауҙар ҡуйҙы, һыуыҡта ҡороштороп, эҫелә ҡатырып, иңдәренә ауыр хеҙмәт һалып һынаны. Шул заманда бирешмәгәнен, инде килеп еңелеп ятырғамы? Юҡ, тағы ла бер тапҡыр юҡ! Ә ары нисек йәшәргә? Нисек?! Ҡарттар йортона барырғамы әләйгәс?

 Гөлбикә ҡарсыҡ хәтһеҙ ваҡыт ойоғандай, онотолғандай ултырҙы ла кинәт зиһенен йыбырлатҡан өмөтлө уйҙан тертләп китте: «Нишләп ошо аҡыл бығаса башына килмәгән?! Ә ул тотошлайы менән гөнаһҡа батырға самалай!..» Һуң бит уның һатылған өйө буш тора ла! Теге Сатан Зәбирҙең арҡыры ятҡанды буйға һалырға эшкинмәгән төпсөгө Әхмәҙей мейесһеҙ өйҙә йәйге осорҙа ғына йәшәне лә көҙ һалҡындар төшкәс, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡағып, ғаиләһен алып ҡалаға китеп олаҡты. Ҡайтып күренгәне лә юҡ, шунда ятаҡҡа урынлашып ҡарауылда эшләп йөрөй ти. Зәбир ҙә ул йорт хаҡында бөтөнләй онотто шикелле, сөнки ҡайтанан һатырлығы ҡалмаған уның. Яртылаш ергә һеңгән, таҡта ҡыйығы иҫкереп ҡарайып урын-урыны менән күгәреп бәшмәк төшкән хараба бигерәк күрмәлекһеҙ шул. Ошондай хәлдә кемдең күҙенә эләгер тиһең, ауылда бынамын тигән тиҫтәгә яҡын өй һатылмай тора. Хәҙер бит бөтәһе лә рәхәткә, ҡалаға ынтыла, уйлап та тормай нигеҙҙәрен ташлайҙар ҙа китәләр. Бындай барыш менән барһа бер ун-ун биш йылдан ауылдың урыны ғына тороп ҡаласаҡ. Ауылдар бөтһә кем туйындырыр икән халыҡты? Шул торлағы уның ғүмеренә етер ине әле, аҙмы-күпме йәшәре ҡалған. Иртәгә барып шул хаҡта силсәүит рәйесенә әйтер ҙә ябыныр-яҫтанырын алып күсенер ҙә сығыр, ә теге бүҫелгән солан ҡыйығын моғайын Хәлфетдин кейәүе төҙәтеп бирер. Рөхсәт итмәһәләр ҙә күсенер, хәләл көсөн түгеп Мөхәммәте менән һалған өйө! Үҙаллы йәшәй башлаһа, бәлки, балаларының да уға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрер. Инә ҡорт умартаны ташлап китһә башҡа ҡорттар ҙа тырым-тырағай таралып бөтәләр түгелме? Ҡайтһын әле үҙ йортона, тәҙрәләрен иртәнге ҡояшҡа асып ебәрһен, хәҙер йәмләнеп китер тормошо. Йәнә теге ҡумталы сәғәтен эшләтеп ебәрер, әйҙә күңелле, өмөтлө итеп хисаплаһын ваҡыт ағышын. Ҡот, йәм ҡайтыр шул саҡта тупһаһына. Ишетеп ҡалһа әллә ҡайҙа ил гиҙгән Фәрите ҡайтып төшөр, бәлки. Яңғыҙ ҡалмай ҙа, һыртынан ҡарап торорға Фәриҙәһе, Сәғиҙәһе ҡыуанып риза булырҙар. Йәй һайын Сәғите ғаиләһен эйәртеп Фәриҙәгә ял итергә ҡайтҡан була. Ни тиһәң дә ят донъя бит, аҙна самаһы ғына булалар ауылда. Ә бында бит үҙ өйҙәре, миңә тимәһә, йәй буйы тотҡарланһындар, уның өсөн дә ҡыуаныс ҡына буласаҡ. Силсәүит менән колхоз бүлексәһе моғайын утынһыҙ итмәҫ. Уның шайы ғына булашыуҙан баш тартмаҫтар, заманында колхозды күтәрәм, тип ни һан «таяҡҡа» эшләп йөрөнө. Шул таяҡтарҙы әйҙә бөгөн утынлата ҡайтарһындар, хатта уның менән генә лә хисаплаша алмаҫтар әле.

 Башына килгән иҫ китмәле фекерҙән дәртләнгән ҡарсыҡ кинәт урынынан ҡалҡты ла башын ҡайтыр яҡҡа ҡайҡайтты, ҡарашын юлдың уң яғында ағарып күренгән Аҡбейек ҡаяһына йүнәлтте. Матур ҡая, мәғрур ҡая! Әллә ҡайҙан күренеп, бар-тирә яҡты йәмләп күктәргә олғашҡан! Тормош матурлығына дан йырлаған тәбиғәт һәйкәле! Уның башына Мөхәммәте менән өйләнешкән йылы менгәйнеләр. Ауырыумын тимәй ире алдан төшөп алған булды, ул арттан көлә-йылмая эйәрә. Баш осонда бәхет ҡояшы нурҙарын бөркә…

 Гөлбикә ҡарсыҡ ҡайтыр юлынан янтайып уң яҡҡа ҡайырылды ла Аҡбейеккә ҡарай йүнәлде. Ыҙаланһа ыҙаланды апаруҡ текә түбәгә менеп етте тәки. Һоҡланыулы ҡарашын ян-яҡҡа атты. Ана, түбәндә уны еңә алмаған сөңгөл ята. Бейектән ҡарағанда ул ҡойто ғына һоро буҫтау киҫәген хәтеләтә. Ҡая өҫтөндә яулығы, таяғы онотолоп ҡалған. Ауыл яғындағы һуҡмаҡтан өс-дүрт кешенең былай табан йүгерә-атлай килеүҙәре күренде. Таныны: Хәлфетдин кейәүе, Фәриҙә, Сәғиҙә, Гранит ейәне… Бынан улар себендәй, бахыр бөжәктәрҙәй генә булып күренәләр. Йыбырлай-йыбырлай сөңгөлгә ҡарай йүгерҙеләр. Фәриҙәһе яулыҡты, таяҡты ҡулында алды ла ятыу яғына төртөп күрһәтте. Әсәйем батып үлгән, тип сәрелдәйҙер әле. «Яңылышаһың, ҡыҙым, әсәйеңде һин белеп бөтөрмәйһең әле!.. Минең ҡояшым байымаған, уға байырға иртәрәк!»

 Бына улар бер юлы ҡая яғына әйләнеп баҡтылар ҙа йәшен атҡандай ҡаттылар ҙа ҡалдылар. Гөлбикә ҡарсыҡ та ҡалҡынды, уның ирендәре ситенә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу сатҡыһы ҡунды. Шул мәл ел иҫеп ебәреп күлдәк итәктәрен ялпылдатты. Ул ситтән ҡарағанда күпте күргән инә бөркөттө хәтерләтә ине.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас: