Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
19 Сентябрь 2022, 21:50

Тоҙло перәниктәр (хикәйә)

Йөҙәрләгән ҡараш миңә төбәлде. Абына-һөрөнә сәхнәгә күтәрелгәндә лә, уртаға сы­ғып баҫҡанда ла шул ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар мине оҙата барҙы. Халыҡ ара­һы­нда ултырып ҡарау ғына еңел икән. Алдымда ер убылғандай булды, бөтә һабантуй сай­ҡа­­лғандай итте, тамағым кипте. Ярҙам өмөт иткәндәй халыҡҡа төбәлдем.

Тоҙло перәниктәр (хикәйә)
Тоҙло перәниктәр (хикәйә)

«Тоҙло перәниктәр булмай!» – тиерҙәр күптәр. Бәхәсләшмәйем. Эйе, улар баллы, тат­лы ғына булалар. Ләкин бала саҡта ҡапҡан перәник әле лә хәтерҙә. Ҡабырҙан ал­да уға субырҙап әсәйемдең күҙ йәштәре тамғайны, шуғалырмы, уртты ҡорош­то­рор­ҙай тоҙ тәме килде унан.

Әсене хәтерләгәс, бала сағың сөсөнән булмағандыр, тип алдан һорарға ашыҡ­ма­ғыҙ. Юҡ, улай тимәйем. Бала саҡ, нисек кенә үтмәһен, ул сафлыҡ, паклыҡ диңгеҙендә йө­ҙгән, тылсымлы йоҙаҡтарға бикләнгән әкиәт һарайы сүрәтендә, ымһындырғыс, ар­ба­тҡыс көсө менән әсир итеп, һәр ваҡыт үҙенә әйҙәп, саҡырып тора.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡыусым, шул хыял даръяһында йөҙгән, «Бала саҡ» тип аталған серле утрауға аҙға ғына булһа ла барып әйләнәйек. Һәр кемдең үҙ утрауы. Ми­нең ут­р­а­у­ҙа һеҙҙе бер ҡатлы, саф күңелле, мөғжизәләргә ышаныусан, шағир йәнле ете йәштәр самаһындағы ауыл малайы оҙатып йөрөр.

* * *

…Әсәйем үлмәй ҡалды. Ҡышҡы селләлә дауаханаға инеп йығылғандан һуң, мө­гөҙө һыныҡ ҡарт һыйырҙы колхозға һатып, шуның аҡсаһына мең михнәт менән табылған дауаларҙың да шифаһы теймәгәс, һауығырына табиптар ҙа күптән өмөттәрен өҙгәйне. Көндән-көн һарғая, кибә барған әсәйем, яҙ һулышы ергә йылымыс тыны ме­н­ән һарылғас та, ни мөғжизә менәндер, яйлап-яйлап карауатынан ҡалҡынып ултыра башланы. Һирәкләп булһа ла сыуаҡ, йылы көндәрҙә, одеялын бөркәнеп, дауахананың бейек күтәрмәһендә лә күренгеләне. Ә ерҙәр йәшәреп, сәсеүҙәр бөтөп, иртәгә һабантуй тигән көндө әкрен генә атлап ҡайтып та инде.

Өй эсендә шатлыҡлы сыр-сыу ҡупты. Оло апайым Раушания, кесе апайым Мәҙи­нә әсәйемә барып йәбештеләр. Өләйәсем яҙып ябынған яулығын төҙәткеләп, бер яҡ ситтәрәк үҙ сир­а­тын көтөп тора. Уның да йыйырсыҡтар менән сыймаҡланған йөҙө, төҫһөҙ күҙҙәре балҡый, йылмая.

Миңә ҡалһа, был ғаиләлә берҙән-бер ир заты, сабыр ҡалырға тейешмен. Ә үҙем­дең шатлығым эсемә һыймай, апайымдар һымаҡ, әсәйемде ҡосаҡлағым, дарыу еҫе аң­­ҡы­ған күлдәген еҫкәгем килә, тик шул әлеге лә баяғы кәпәсле булыуым тыйып тота.

Әсәйем, ҡыҙҙарҙан арынғас, өләсәйем менән күреште лә, килеп, урындыҡ ситендә ултырған минең арыҡ арҡамдан һыйпаны:

  – Бына Айҙарым да егет булып килә. Ул өйҙә саҡта донъям бөтөн минең.

  – Ҡаҙ себештәре теүәл теүәллеген. Аҙғын ғына ҡайтманы, – тип ебәрҙем эре генә.

Өләсәйем миңә үтә лә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшырған. Өй хужаһы көн оҙоно бы­уа ярында ҡаҙҙар көтөргә, кис көтөүҙән тирә-йүндә яманаты сыҡҡан Аҙғын ҡуша­м­атлы кәзәне алып ҡайтырға бурыслы. Аҙғын үҙе онотҡанда бер генә ҡайтып күренә. Кәйефе килмәгәндә иһә, ғорур атлап, ауылдың бер килке аңра һарыҡтарын эйәртеп, урам ур­та­һынан үтә лә китә. Инәлеп, ялбарып ҡысҡырыуыма, ҡулымдағы икмәк ҡатыһына, исмаһам, бер боролоп ҡараһасы!

  –Бөгөн булмаһа, иртәгә ҡайтыр. Бар уйнап кил. – Әсәйем миңә һөйөп ҡараны. – Киткән мал ҡайтыр, һаулыҡ ҡына…

Уның һуңғы һүҙҙәре артымдан ябылған ишектә бүленеп ҡалдылар – мин урамға атылдым. Малайҙар күптән бура һуға, ҡараңғы төшкәнсе уйнап ҡалырға кәрәк.

Уйындың уртаһында ҡайнайым. Бөтә нәмә тыңлай миңә бөгөн, аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре йүгерәләр, сәпкә ырғытҡан таяҡтарым да бураның ҡап уртаһына ғына барып тейә, йәнемә тейгән, көн һайын ҡыйырһытҡан Шәриф тә күрер күҙгә һөйкөмлө генә икән дә баһа, хатта минең тарафҡа йылмайып ҡараны ла шикелле.

Эңер төшкәс кенә ҡайтып индем. Өйҙәгеләр йоҡларға ятҡан. Өҫтәлдәге көршәкте һәрмәп табып, һөт һемергәс, әсәйемдең уң яғына барып һыйынып яттым. Һиҙемләүемсә, кесе апайым әсәйҙең һул яғына ятырға тейеш. Әсәй шулай итә, икебеҙҙе йәнәш һалмай, сөнки юрған өсөн тере һуғыш сығасағын белә. Ул дауаханала саҡта өләсәй уртала ята торғайны. Әле уның тын алышы урындыҡ төбөнән ишетелә.

Оло апайым өйҙөң берҙән-бер йыһазы булған көмөш ситле тимер карауатта йо­ҡ­лай, өҫтөнә лә яңы алынған сейә ҡыҙыл атлас тышлы юрған ябына. Рәхәттер ул яңғы­ҙыңа мамыҡ юрғанды бөркәнеп, тәҙрәнән төшкән ай нурында балҡыған көмөш кар­а­у­атта маҙырап ятыуы! Өләсәйем әйтмешләй, оло апайым еткән ҡыҙ, тиҙҙән кейәүгә лә сығып китер әле, күр ҙә тор. Нихәл итәһең, сыҡһа сыға ла китә инде, тик шуныһы ғы­на – уның менән бергә карауат, урынды йәмләп ятҡан юрған бирнәгә әүерелеп юлланһа, мөл­к­әтһеҙ тороп ҡалырбыҙ бит. Башымдан күңелһеҙ уйҙарҙы ҡыуып, ҡәҙерле дарыу еҫен еҫкәй-еҫкәй, иҙерәп йоҡлап киттем.

Уянғанымда ҡояш байтаҡ юғары күтәрелгәйне. Күршебеҙ Сәғиҙә инәйҙәр яғына терәлеп тиерлек ҡараған берҙән-бер тәҙрәле өйөбөҙҙө көн яҡтыһы һирәк иркәләй. Торлағыбыҙҙы күр­ер өсөн, ҡояшҡа иң әүәл күршебеҙҙең ҡыйығына менеп ҡунырға кәрәк. Унда ла әле ну­р­ҙар түрбаш яғына үтмәй, тәҙрә кәсәктәрен һәрмәштерә лә юҡҡа сыға. Тәү ҡарашҡа һөҙгәк үгеҙҙе хәтерләтеп ҡыйшайған, иҫке һалам түбәһендә алабута, әрем елберҙәгән донъябыҙ ҡотһоҙ ҙа күренәлер, бәлки. Төптө улай түгел. Уның ҡарауы, ишегебеҙ, ки­лгән ҡунаҡтың ҡулы тейер-теймәҫтән, теге аушайған яғына, шағыр ҙа шоғор та­у­ыш сығарып, асылып та китә. Әйҙә, рәхим ит, хөрмәтле ҡунаҡ, тартынып торма!

Өйҙә өлкәндәр күренмәй. Янымда Мәҙинә генә бумала башын яҫтыҡҡа төртөп, мы­ш­науын белә. Раушания апайым, моғайын, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан Һаҡмар буйындағы йәйләүгә иртәнге һау­ын­ға киткәндер.

Тыштан табала май сыжлағаны ишетелә, асыҡ ишектән үтеп ингән тәмле еҫ тан­ау тишектәрен наҙлай, тамаҡ төбөн ҡымырйыта. Бәй, бөтөнләй хәтерҙән сыҡҡан: бөгөн һаб­ан­туй ҙа баһа, байрам бит бөгөн! Тиҙ генә урындыҡтан шыуып төшөп кейенә һалдым да тышҡа атылдым.

Ситән соланға ҡушарлап эшләнгән йәйге мейес янында көлдөксә ауыҙында баҙрап ятҡан ҡуҙҙан йөҙө алһыуланып киткән өләсәйем йүгергеләй, майҙа ғына йөҙҙөрөп, ҡа­ба­ртмалар бешерә, әсәйем уға булыша. Әсәйемдең дә ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡҡан, яп-ябай, ғәҙәти ҡа­тын-ҡыҙ мәшәҡәттәренә һыуһағанлығы күренеп то-ра.

  – Бөгөн һабантуй, һабантуй! – Тирә-яҡҡа яр һалдым.

  – Улайтып ярҙауайланма, ярыҡ барабан. – Өләсәй асыуланмай ғына орошоп ал­­ды. – Бар, ана, битеңде сай ҙа Мәҙинәне уят, сәй эсеп алырбыҙ. Бәлки, Раушания ла ҡайтып өлгөрөр. Юғиһә, халыҡ байрамға ҡуҙғала ла башланы.

Инеп, мейес ауыҙына ҡуйылған ҡомғанды алып сығышлай Мәҙинәнең юрғанын иҙәнгә һөйрәп төшөрҙөм. Был минең «Тор, йоҡо сүлмәге!» тигәнде аңлата.

Сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә иртәнге сәйҙе эскәс, өләсәй йорт-ҡураға хужа булып ҡалды, ә беҙ, етәкләшеп, һабантуй барған яҡҡа ыңғайланыҡ. Оло апайым ҡайтып өлгөрмәне. Ҡа­йт­һа – барыр, сыҙап ятмаҫ. Әсәйемдең сағыу төҫлө ебәк күлдәген кейеп, осло тағалы ту­флийын эләктерер ҙә артыбыҙҙан йүгерер. Уйлап ҡараһаң, ғәҙеллек юҡ был ерҙә: бәғзеләр иркен карауатта, атласҡа төрөнөп кенә йоҡлайҙар, ебәк күлдәк кейеп кенә тип­те­рәләр. Мин генә, көн дә кейгән салбарымдың балаҡтарын төрөп алғанмын да, арт­та ҡалмаҫҡа тырышып, туҙанлы юлдан йүгерә-атлай киләм. Дөрөҫ, тағы ла бер са­лб­а­рым бар барлыҡҡа. Тик ул, мәктәпкә барырымды көтөп, һандыҡ төбөндә ята. Көтө­лгән көндө еткерә алмай, күҙҙәрем тоноп бөттө инде. Өләсәйем, япраҡтарға һары ҡунғас, уҡырға төшөрһөң, тигәйне лә бит, улары һарғайырға уйламайҙар ҙа. Яҙын ағ­а­с­т­ар оҙаҡ япраҡ ярмай йөҙәттеләр, хәҙер килеп ҡарағусҡыл-йәшел япраҡтарын елдә елберҙәтеп бер килеп һарғайыуҙарын һанға һуҡмай ултыра бирәләр.

Көҙҙөң ҡасан килерен бер кис клубҡа уйынға ашыҡҡан оло апайымдан белергә иткәйнем дә, теге «йөҙәтмә әле» тип кенә ҡуйҙы. Һөйләшеүҙе ишетеп торған Мәҙинә «пырх» иттереп көлөп ебәрҙе лә, ғәҙәтенсә, йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыуын сығарҙы:

  – Наҙан!

Әле юл ситендә шыбырҙашҡан ҡарағусҡыл йәшел ҡыуаҡтар мине кемуҙарҙан «наҙан, на-ҙан, на-а-ҙа-а-н-н-н» тип ирештерәләр төҫлө.

Мәҙинә мәктәп күлдәген кейгән, аҡ яға тағып ебәргән, түшендә Ленин бабайлы значок балҡый, һәр хәрәкәте, күҙ ҡарашы уҡымышлылығын, белемлелеген күрһәтеп тора. Шуға ла минең менән йәнәш барыуҙы тиңһенмәй, әсәйемдең икенсе яғынан, мине «наҙан» тип үсекләгән хөсөт ҡыуаҡтар яғынан атлай.

Әсәйемдең өҫтөндә – төҫө уңа башлаған ҡыҙыл сатин күлдәк, уныһы ла ябыҡ кәү­ҙә­гә тоҡ һымаҡ һалынып төшкән. Уны кейеме матурламай матурлауға, шулай ҙа һомғол кәүҙәһен йәмһеҙләй алмай. Иңе аша ишелеп төшкән, икенән үрелгән сөм-ҡара сәс толомдары ни тора! Теге Раушания апайым клубҡа сыҡҡан һайын өҫтөнән төш­өр­м­әгән ебәк күлдәкте иртәнсәк ҡулында әй­ләндергеләп торҙо ла кире һалды, әллә уны кейергә дәрт итмәне, әллә еткән, биҙәнергә, осоҡланырға хирес ҡыҙын ҡай­ғырт­ты. Һиҙгәндер, һауындан ҡайтып инһә, апайым өйҙөң аҫтын өҫкә кил­те­реп шул кү­л­дәкте, осло тағалы туфлиҙарҙы эҙләргә керешәсәк, сөнки күптән уларҙы үҙене итеп иҫәпләй.

Һабантуй туғайына етәрәк, әсәй юлдан ситкә төштө лә туранан тартты: тынсыу, ту­ҙ­анлы юлда хәле етмәҫтәй тойолдомо, өҫтөндәге кейеменән оялдымы – белмәҫһең. Ә оло юлдан атлыһы ла, йәйәүлеһе лә, машиналарға тейәлгәндәре лә ағылды ла ағылды. Ул­ар беҙҙе шәйләмәйҙәр ҙә шикелле. Юҡтыр, ысығы яңы кибә башлаған, билбыуарҙан үҫкән үл­әндә­рҙе ярып барыусы өсәүҙе хатта күктәге ҡояш та күрмәй һымаҡ, күрһә, шул тиклем дә аяуһыҙ ҡыҙҙырмаҫ ине. Беҙ генә бөтәһен дә күрәбеҙ, тантана итәбеҙ. Апайым сәскә­ләр­ҙән гөлләмә яһап тотто, әсәйем, тәү ҡат күргәндәй ағастарға, алда йәйрәп ятҡан бол­он­ға йотлоғоп та, һоҡланып та ҡарай, үлән-сәскәләрҙе һындырып ҡуйыуҙан ҡурҡ­ҡандай, ипләп кенә һыйпаштырғылап үтә. Үҙем дә ҡосаҡ тултырып ҡымыҙлыҡ йыйып алдым.

Әлһерәткес ҡояш та, туҙаны ишелеп, күпереп, аяҡтарҙы тышап ятҡан юл да бай­рам кәйефемде һүрелтмәне. Донъям бөтөн, йәшәүем түңәрәк бөгөн. Күңелем йырлай, күкрәк ситлегемде дөбөрҙәтеп йөрәгем бейей, осона. Алда мөғжизәләрҙән ҡо­ролған, тылсымдарҙан хасил төпһөҙ зәңгәр сатырлы башланмаған көнөм тора, яныбыҙҙа хә­ү­еф-ҡазаларҙан ҡурсалар ел-ямғырҙан таш ҡаялай ышыҡлар ке-ебеҙ атлай. Ҡай­һы­лай һәйбәт икән ул әсәйле булып йәшәүе! Хистәремә, йәнемде ҡанатландырған илһа­м­ыма сыҙаша алмай һамаҡлап ебәрҙем:

Алтын ҡояш, нурыңды ҡой,

Ҡотло булһын һабантуй!

  – Бәй, – тип йылмайҙы әсәйем. – Айҙар ҡайһылай матур шиғыр отоп алған.

  – Юҡ, отманым, үҙем яҙҙым! – Телемде ҡысытҡан маҡтаныуҙы ысҡындырҙым.

  – Яҙҙың, яҙмай ҙа ни, наҙан! – Апайым теленән төшмәгән түбәнһетеүен сатна­тып әйтте лә әсәйем аша үрелеп телен сығарып күрһәтте. – Иң тәүҙә хәреф танырға өй­рән әле, үәт!

Әсәй беҙҙең бәхәсте бүлде:

  – Айҙар шиғырын күңеленә яҙып ҡуйған, эйе бит, улым?

Шулайын шулай ҙа, тик апайымдың һүҙҙәрендә лә дөрөҫлөк бар. Уныҡы ише ял­тыр ҡаптырмалы сумкам да, матур тышлы, ғәләмәт күп һүрәтле китаптарым да, төҫлө иҫәпләү таяҡтарым да юҡ минең. Мәҙинә быйыл икенсе класты тамамланы – уҡ­ыған кеше, шуға күрә мине томаналыҡта ғәйепләргә хаҡлы.

Халыҡ йыйылған киң туғайлыҡ йәнләнә лә башлаған. Төрлө тарафтарҙан ағыл­ғ­ан кешеләр бер урынғараҡ эркелгән һайын, һабантуй күҙгә күренеп ҙурайып, үҫкән һайын төрлө тауыштар бергә ҡушылып, ҡурай, гармун моңдарына сорналып, әһаңлы бер көй хасил итә. Байрам ҡото – майҙан уртаһындағы оҙон шыма ҡолғаға затлы бүләк­тәр эленгән, көрәш майҙанында, таҡтанан эшләнгән сәхнә тирәһендә лә йәнлелек. Йыл­ға буйына теҙелгән ҡаҙандар аҫтынан сыҡҡан шыйыҡ төтөн, тал, ҡайындар тәл­гәш­тәренә йәбешә-йәбешә, юғарыға үрләй.

Ана, яңғыҙ ҡайын төбөндә Менәүәрә апай һатыу итә. Бер яғына – аҙыҡ-түлек, ик­е­нсе яғына кейем-һалым өйгән. Тимәк, бөгөн кейем-һалым һатыусы Ҡыйышкүҙ Хәбир эшләмәйәсәк. Моғайын, «салыш» тейәргә өлгөргәндер ҙә әле. Ул саҡ ҡына йоторон яҙа төшөрһә, ризыҡ тип ейгәнен яҙа һалһа, донъ­я­ға тура ҡараған сәләмәт күҙе ҡылый күҙенә үпкәләгәндәй уға ҡапма-ҡаршы яҡ­ҡа ау­ыша. Ундай мәлдә Хәбир һатыу ҙа итә алмай, әҙәмсә юрғалар хәле лә булмай. Был­ай үҙен шәп һатыусы тиҙәр, кибеткә инеүсене Хәбир ҡоласын йәйеп, тауарҙарын маҡ­тай-маҡтай, баҡыр күҙҙәре менән тишерҙәй итеп ҡарап ҡаршы ала ла, һатып алыу­с­ының уйын һиҙгәндәй, кәрәкле әйберҙәрҙе алдына килтереп тә өйә. Кибеттәге бер әйбер ҙә Ҡыйышкүҙ Хәбирҙең сәлгер ҡарашынан аҙға ғына булһа ла сит­кә яҙлыҡмай: сәләмәт күҙе инеүсе менән һатыу иткән арала, салыш күҙе әйберҙәр юғалып ҡуй­ма­һын, тигәндәй, кәштәләр яғын күҙәтә. Шул Хәбир әле үҙенә тәғәйенләнгән урында кү­р­енмәй.

Һатыу урынындағы сиратта күршебеҙ Ғәлләм ағай тора, эргәһендә кесе улы Рәсих бутала. Дуҫымды күргәс, ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙем:

  – Рәсих, кил бында, икебеҙҙең дә эстәребеҙ күберлек ҡымыҙлыҡ йыйҙым!

Рәсих тауыш килгән яҡҡа боролдо. Мине күргәс, оҙон, төҙ танауының өҫтөнә ҡунған ҡыҫыҡ күҙҙәре тағы ла ҡыҫыла төштө, ауыҙы йырылды. Эргәһенә килгәс тә, ҡымыҙлыҡтарҙың ҡап яртыһын уға тотторҙом. Ул да үҙ сиратында ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә ашыҡты:

  – Әйҙә беҙгә барайыҡ, перәник ашарбыҙ, атайым шуға тип сиратҡа баҫҡан.

Ул беҙҙе эйәртеп алдан төштө.

Ғәлләм ағайҙың ғаиләһе йылға янындағы өйкөм таллыҡ күләгәһендә табын ҡорған ине. Үләнгә йәйелгән сағыу балаҫ өҫтөнә Ғәлимә апайҙың эркет гөбөһөләй йыуан кә­ү­ҙәһе ялпашҡан. Уны тирәләп уртансы улдары Рафиҡ, ҡыҙҙары Динә менән Зилә ҡун­аҡ­ла­ған. Улдары төҫкә һуйған да ҡаплаған Ғәлимә апай булһалар, ҡыҙҙары Ғәл­ләм ағайға тартҡандар. Табаҡ битле, йәбештерелгән һымаҡ яҫы ҡашлы был ҡыҙ­ҙар­ҙың күҙҙәре бер ваҡытта ла йомолмайҙар һымаҡ. Динәһенә көс етмәгәс, Зиләһенең ҡаш­та­рының йәбештерелмәгәненә, күҙҙәренең йомолғандарына ышандым-ышаныуын, тик һуңынан өләсәйҙән бик ҡаты ғына эләкте.

  – Һаумы, Ғәлимә күрше. – Әсәйем эркет гөбөһөнөң эргәһенә сүгәләне.

Теге әллә ишетмәне, әллә ишетмәмешкә һалышты – сәләмде алманы, май бөргән эсен, ауыр тын алып, ыуалаштырып бер аҙ ултырғас, бөтөнләй тороп уҡ китте. Сум­ка­ларҙы аҡтарып, һауыт-һабаны шалтыратып бушатты, усаҡтың былай ҙа матур ғына янып ятҡан торонбаштарын болғатырға тотондо.

Мин бүлешкәндән ҡалған ҡымыҙлыҡтарымды балаҫ уртаһына һалдым. Рафиҡ шу­ларҙың береһен алып таҙарта башланы

  – Рафиҡ, үлән ашамаһаң, әллә тамағың асмы? Былай ҙа эсең ауырта! – Ғәлимә апай тамаҡ төбө менән улына екерҙе.

Рафиҡ һаман да ҡулындағын ташламағас, байпаңлап янына килде, күстәнәсемде тартып алып ситкә быраҡтырҙы.

  – Кемгә әйтәләр, ә?! – Рафиҡтың маңлайына майлы ус сәпелдәне. Тегеһе турһа­й­ып, ярҙам өмөт иткәндәй, бер миңә, бер әсәһенә ҡарап ултырҙы ла илап ебәрҙе.

  – Ниңә шаулашаһығыҙ, бисә? – Эргәләге талдар артынан ҡалын тауыш ишетел­де, һәм артынса уҡ Ғәлләм ағайҙың һонтор кәүҙәһе пәйҙә булды.

Әйтеп үтеүемсә, Ғәлләм ағай ҡыҙҙарына оҡшап тора. Уның ярайһы уҡ йоҡа, һонтор кәүҙәһенә ҡыҫҡа аяҡтар, нескә ҡулдар һәм сөрәкә баш ялғанған. Шул ҡуш йоҙроҡ дәү­­мәлле генә баш тарамыш, күкшел тамырҙарҙан һәм ҡоро тиренән генә хасил ҡолға муйынға ултырған. Әллә шуғалырмы, «мине ни сәбәптән улай уҡ бейеккә ҡун­а­ҡ­л­ат­тылар икән?» тигән һымаҡ, ҙур түңәрәк күҙҙәр тирә-йүнде аптырап, таһырайып күҙәтә. Йәнә Ғәл­ләм ағай – саманан ашҡан, өлкәндәр әйтмешләй ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран. Кибеткә килһә лә, һатып алырын алмайынса, оҙаҡ ҡына уныһын-быныһын төпсөнөп ҡарап тора, ҡайта-ҡайта хаҡтарҙы белешеп кибетсене йонсота. Шу­­нан һуң ғына сыбыртҡылай тотанаҡһыҙ ҡулын тәрән салбар кеҫәһенә терһәгенәсә тығып ебәрә лә ярты ус самаһы баҡыры ҡа­т­ыш көмөш тәңкәләр килтереп сығарып, күҙҙәрен түшәмгә терәп, йоҡа ирендәрен ҡый­мылдатып, башында тейешле хаҡты иҫәпләп сығарғас, аҡсаһын һатыусы алдына һа­ла:

  – Йә, Менәүәрә, ҡәрендәш, мул ғына итеп шәкәр үлсәп ебәр әле, – тигән була артығы эләкмәҫен белә тороп.

Өйөнә ҡайтҡас та, был шәкәр бик һаҡсыл тотонола. Сәй эскән һайын бер шаҡ­маҡ бәләкәй ҡыпһыуыр менән дүрткә ярылып, балалар алдына һалына, үҙҙәренә тигәне икегә бүленә. Шәкәр он­таҡ­та­рын да Ғәлләм ағай бик ҡәҙерләп, баш бармағы битенә баҫып ялап ҡуйырға онот­май.

Әле лә тауарҙарҙың хаҡын ҡат-ҡат һорап, белешеп, эҫелә ҡаҡланып йонсоп кил­де булһа кәрәк, ғаилә башлығы – шунда уҡ балаҫҡа ятып ҡыйшайҙы.

  – Ә-ә-ә, Йәнбикә күрше… – Ул әсәйемде яңы ғына шәйләне һымаҡ, уның яғына боролдо. – Бик мөҙөргәнһең, тиҙәр ине, ысын икән. Ауырыу кешегә бындай көндә өй­ҙә генә ятырға кәрәк. Ҡара, көнө ҡайһылай ҡыҙҙыра, һау кешеләр аяҡтарын көскә һөйрәп йөрөйҙәр.

  – Әлләсе, балаларҙың күңелдәрен асып апҡайтайым тигәйнем дә… – Әсәйемдең тауышы тамағы төбөнән ҡыҫылып сыҡты.

Ғәлләмде әсәйемдең яуабы ҡыҙыҡһындырманы, ул йыуатҡандай итеп илауҙан бу­ҫ­ыҡҡан малайына өндәште:

  – Йә, ярай, Рафиҡ, етте, бына мин һеҙгә һабантуй ризығы әпкилдем. – Күн тышлы, сепрәк тотҡалы сум­ка­һын үрелеп алып, тубыҡтары араһына ҡыҫты ла, көмөш ҡаптырмаһын ысҡынды­р­ып, дүрт бөртөк перәник сығарҙы. – Динә, Зилә, тотоғоҙ! – Ҡыҙҙарының йәйелгән ит­ә­к­тәренә күстәнәсен ырғытты. Шундай уҡ өлөш Рафиҡ менән Рәсихҡа ла эләкте.

Ике әхирәте перәник кимерергә тотонғас, Мәҙинә башын аҫҡа эйҙе. Апайым миңә үтә лә йәл тойолдо. Их, өлөш тейһә, үҙемдекен мотлаҡ уға тотторор инем дә бит, күс­тәнәс мине лә аша үтте шул.

  – Рәсих, перәнигеңдең ыуағын ергә ҡойма. – Ғәлимәнең әсе тауышы ҡолаҡты ярҙы.

Эргәмдә үҙ өлөшөн усында ыуғылап торған Рәсих теләр-теләмәҫ кенә балаҫҡа сүк­те. Хәҙер дуҫымдың арыҡ арҡаһын һәм мөйтәңләгән эйәген генә күрәм.

Башымды ситкә борҙом. Әсәйем усаҡ янына барып баҫҡан булды. Уның һарғылт ҡулдары итәген төҙәткеләй, биттәре уттай яна. Аяҡтарын алмаштырғылап баҫа. Ҡап­ыл ниндәйҙер ҡарарға килгәндәй, эргәбеҙгә йүгерә-атлай килеп етәкләп алды:

  – Әйҙәгеҙ, балалар, анау аҡланда күп балтырған, ҡуҙғалаҡ күргән инем, шу­л­арҙы өҙөп бирәм. – Ул ҡабаланып хушлашты ла алға ынтылды. Артыбыҙҙан Ғәл­имә­н­ең: «Үләкһә, төбөркөлөз башы менән байрамдың йәмен ебәреп йөрөмәһә…» – тип зә­һәр ыҫылдағаны ишетелде.

Артыма боролоп: «Әсәйем төбөркөлөз түгел, үпкәһе генә шешкән, һауығасаҡ тиҙ­ҙән, күрерһегеҙ!» – тип ҡысҡырғым килде. Ләкин әсәйемдең шытырҙатып ҡыҫҡан ҡу­лдары алға елтерәтте.

Ҙурайғас, табип буласаҡмын. Ошо хаҡта әсәйемә лә әйттем, ҡыш көнө дауаханала тубыҡтарына башымды һалып ултырғанда әйттем.

  – Нимә ул төбөркөлөз?

  – Кем улай ти, Айҙар?

Ирендәремде турһайттым.

  – Ғәлимә апай, төбөркөлөз балаһы менән уйнатмайым тип, Рәсихте сығармай. Шәриф менән уйнағым килмәй. Батырйән ауырып ята. Көнө буйы өйҙә тик ултыр­ам…

Әсәйемдең ҡарашы моңһоуланды:

  – Улым, төбөркөлөз түгелмен, үпкәм генә шешкән. Таһир ағайың шулай тине.

  – Үҫкәс, Таһир ағай һымаҡ табип булырмын, йәме әсәй! Һатҡан һыйырыбыҙ­ҙың быҙауы бар бит. Шуның аҡсаһы миңә уҡырға етер, моғайын. – Әсәйем һаран ғына йылмайғас ҡыйыулана төштөм. – Ауылда ауырыуҙарҙың эҙе лә ҡалмаҫ. Тағы Ҡыйышкүҙ Хәбирҙең күҙен төҙәтәсәкмен, юғиһә йыш болғаңлап йөрөй бит ул.

  – Ҡыйышкүҙ түгел, Хәбир олатай, тиген. Ә хәҙер бар инде, ҡайт, доктор, ҡа­р­аңғы төшөп бара. – Әсәйем мин етәкләне лә ишеккә тиклем оҙата килде. Ҡаҡ һөйәк кенә булһалар ҙа, ҡайһылай йомшаҡ әсәйемдең ҡулдары…

Бөгөн шул ҡулдар беләгемдән матҡып алғандар ҙа әллә ҡайҙа һөйрәйҙәр, ысҡы­н­ырмын тимә.

Әсәй беҙҙе аҡланға түгел, урман ситенә һөйрәне. Артынан саҡ-саҡ өлгөрөп юрға­л­айбыҙ, һөрөнөп китәбеҙ, битте сыбыҡ-сабыҡ сыйып бөттө, аяҡтарҙы гөлйемеш ҡыуағы һыҙ­ы­рҙы, ә ул ҡабаланып атланы ла атланы. Гармун, ҡурай тауыштары, кешеләрҙең шау­л­а­уы алыҫта, артта ҡалды.

Бына әсәйем ҡапыл туҡтаны, шәп атлауҙан тыны быуылғандай биттәрен ҡушуслап хәрәкәтһеҙ торғас, устарын йәйҙе. Күҙҙәре асыҡ, ә биттәре буйлап йәштәр тәгәрәй.

  – Әсәй, илама, әтеү Мәҙинә лә илай башлар. – Итәгенән тарттым. Ысыны: үҙем­дең дә тамаҡ төбөнә ҡаты төйөр килеп тығылғайны.

  – Юҡсы, иламайымсы, Ғәлимә апайың усағын болғатҡайны бит, шунда күҙемә төтөн бәрелде…

  – Әсәй, ҙурайғас, һеҙгә күп итеп перәниктәр алып бирермен, йәме. Сумка тул­т­ы­рып. – Ғәлләм ағайҙың сумкаһынан да ҙурыраҡ. Мәҙинә, һин Зилә менән Динәне һый­ларһың, мин Рафиҡ менән Рәсихте. Һабантуйҙа осрағандарҙың барыһын да һый­лар­быҙ.

  – Ярай, шулай итерһегеҙ… – Әсәйем йәш аралаш йылмайҙы.

  – Теләйһегеҙме, хәҙер үк әпкиләм! – Әсәйем ауыҙын асырға ла өлгөрмәне, тороп йүгерҙем. – Китешләй боролоп ҡысҡырҙым: – Һеҙ китмәй ошонда ғына көтөгөҙ, мин оҙаҡламай килә-ә-ә-әм. Көтөгөҙ!

Дыуамалланып йүгереүен йүгерҙем дә, перәниктәрҙе ҡайҙан алырмын һуң? Ке­ҫ­ә­м­дә аҡса түгел, төймә әҫәре лә юҡ.

Төймә тигәндәй, төймә урта урам малайҙары араһында аҡса ҡиммәтендә йөрөй. Шәрифтең кеҫәһендә һәр ваҡыт ярты кеҫә самаһы баҡыр аҡсалар ҙа, төрлө ҙурлыҡ­тағы төймәләр ҙә ята. Үәт, исмаһам, байлыҡ! Сөнки Шәриф – иң оҫта кәрт һуғыусы. Минең дә, дуҫым Батырйәндең дә барлыҡ төймәләре – уның ҡомағай кеҫәһендә ята. Ҡо­том юҡ шул минең, ырыҫым юҡ, шуға гел отторам. Улайға китһә, бөтөнләй төймә­ләр­гә йәлсеп булмаҫтыр, билләһи.

Элекке көн күлдәгемдең һуңғы төймәләрен кәрткә һалып ҡайтҡас, өләсәй ҙә: «Ҡуй инде, ҡуй, лафка күлдәген алдың ни ҙә алманың ни, төймәләре ике көнгә лә сыҙамай, – тип орошоп алды, – Боронғо киндер ебен ҡайҙан алаһың хәҙер». Әммә минең тараф­ҡа үпкә белдермәне. Исмаһам һуҡранһын ине. Кәнсир һауыттағы байлыҡтарын ур­ы­ндыҡҡа йәйеп төймә эҙләүсе өләсәйемде йәлләп ҡуйҙым. Белеп торам, эҙләгәнен таба алмаясаҡ. Унда булһалар, мин ни эшләп күлдәктән өҙәйем, ти. Кисҡырын бөтә төй­мә­ләрҙе отоп, кире ҡайтарырға, башҡаса ундай алама уйынды уйнамаҫҡа ант итеп, Батырйән менән Шәрифтәргә киттек. Шәриф, тиҫкәре нәмә, ҡоро уйнамаясаҡ, шуға ус­ымда өләсәйҙең кәзәкейенән йолҡоп алынған ике бөртөк төймә ята. Отам да төймәләрен кире ҡаҙайым, ҡалғандарын кәнсиргә тултырам. Иртән өләсәй кәнсирен асып ҡара­һын да әйҙә аптыраһын. Шул саҡта ғына серҙе асасаҡмын.

Хыялым бушҡа сыҡты. Кәзәкей төймәләре берәм-берәм сиратлап Шәрифтең төп­һөҙ кеҫәһенә төшөп яттылар. Ғәрлектән күҙгә йәш төйөлдө. Батырйәнгә ҡарайым, яр­ҙам итерлек хәле юҡ. Ана бит, төймәһеҙ күлдәге елдә елберҙәп ултыра. Байғош ҡиәф­әте­мде күргәс, Батырйән сыҙаманы, өйҙәре яғына ҡарай тороп сапты һәм бер аҙҙан уртаға тимер төймәләр килтереп һалды. Батырйән дә отторҙо.

Баштарыбыҙҙы эйеп ҡайтып киләбеҙ. Күңелһеҙ тынлыҡты боҙор өсөн дуҫҡа өн­дә­шәм:

  – Салбар төймәләрен әйтәм, шәптәр ине – Көндөҙ Сәлихә еңгә ишек алдын тултырып салбарҙар йыуып элгәйне, һиҙемләүемсә отторолған төймәләр шунан булырға тейеш.

  – Шәптәр ине шул. – Батырйән теләр-теләмәҫ кенә ризалаша. – Кәстүм кейһәң са­лбар төймәһеҙ икәне беленмәй ул. Тик Ырыҫбикә инәй ҡунаҡҡа нисек йөрөр икән, төймәһеҙ кәзәкей кейеп…

Беҙ хушлашмай ғына өйҙәребеҙгә ыңғайланыҡ.

…Һабантуй тағы ла йәнләнә төшкән, төш яҡынлағанға күрә, күптәр ҡаҙандар ти­р­әһендә урала. Сәхнә янында, һатыу иткән ерҙә шау-шыу тағы ла көсәйгән. Тиҙ­­ҙән концерт башланалыр – халыҡ араһында клуб мөдире Ғәзиз ағай йүгермәләп йөрөй.

  – Эй, Ҡотой малайы!

Ҡапыл өндәшеүҙән тертләп киттем. Минән алыҫ түгел ҡалҡыулыҡта өс ир табын ҡорған. Табын уртаһына гәзит өҫтөнә бешкән йомортҡалар, бәлештәр, ҡурған бал­ыҡ өйөлгән. Өндәшеүсе ҡыҫҡа, йыуан түмәр һымаҡ кәүҙәле, туп ҡорһаҡлы, быжыр битле колхоз рәйесе Хәлим ағай булып сыҡты.

Колхоз хужаһы минең атайым була торғайны. Уны көҙгө ыҙғырыҡта, төн уртаһы тип то­рмай, ҡыҙыл фуражкалы ағайҙар алып сығып киткәйне, һаман ҡайтмай ҙа ҡуя. Өйҙәгеләргә һиҙҙермәй генә ауыл ҡапҡаһына сығып эңер төшкәнсе оло юлға өңөлөп ҡарап торғаным да бар. Ҡайтмаһа ҡайтмай икән кеше. Атайым буйға оҙон, йоҡа кәүҙәле булһа ла ғәләмәт көслө, мине еңел генә күтәреп ала ла әллә ҡайҙа, юғарыға сөйөп ебәрә торғайны. Ә миңә ҡыҙыҡ, шарҡылдап көләм, йығылып ҡуйырмын тип тә ҡурҡмайым, сөнки беләм, теләһә ниндәй мәлдә лә көслө ҡулдар тотоп ҡаласаҡ, һаҡлаясаҡ, ҡурсыясаҡ. Хәҙер мине күптән инде күккә сөйөп яратыусы ла юҡ, ә әсәйем ипле генә итеп етәкләп йөрөтә. Болоттарҙы ҡоса яҙып юғарыға сойорғомағас, йәнем дә элеккеләй асманға ашып, Йыһанға ынтылып бармай. Йәнә һәммәһе лә атайымдың ғәҙел, эшлекле, оҫта етәксе булыуын әйтә. Ғәйепһеҙҙе бикләп тотоуҙарына аптырайым. Өлк­ән­дәрҙең ҡылыҡтары аңыма барып етһә лә, зиһенемде ҡуҙғытмай. Атайымды алып кит­еп, әсәйем ауырып йығылғас, өләсәйем беҙҙе үҙенең тауыҡ кетәгендәй генә өйөнә алып ҡайтты.

Табында Шәрифтең атаһы Насырғол ағай аяҡ бөкләп ултырған, ситтәрәк урын­ла­­шҡаны – ят кеше. Тәү ҡараштан уҡ ул кеше миңә шыпа ла оҡшаманы; асҡалаҡ йө­ҙө төмһәреп ҡарай, сәгер ҡараған күҙҙәре ялбыр ҡаштар аҫтына боҫҡан, йә­м­шеге­рәк та­нау аҫтындағы Чапайҙыҡына тартым мыйыҡ алғыр эттең ҡойроғ­олай тырпайып кү­р­енә, йәнә уң яҡ бит осонан эйәк төбөнә ҡәҙәр тәрән яра йө­йө ялтаслан­ып тө­ш­кән. Биленә ҡылыс аҫып, алтатар тоттор, торғаны юлбаҫар инде, урман ҡа­рағы.

Хәлим ағай, ҙур түрә булһа ла һәр ваҡыт эсеп, йә ҡыҙмаса йөрөргә ярата. Әле лә үҙенән түбән кешеләрҙе тиң күреп кәйеф-сафа ҡороп ултыра.

  – Кил әле яныма. – Хәлим, йөнтәҫ ҡулдары менән матҡып, янына ултыртты, ҡырлы стакандарға ғолҡолдатып араҡы ҡойҙо, береһен миңә шылдырҙы. – Атайың минең менән табында ултырыуҙы бер ҡасан да тиңһенмәне, исмаһам байрам ашынан һин тот.

  – Эскегә һабышманым әле. – Көтөлмәгән тәҡдимдән баҙап ҡалдым.

Хәлим һаһылдап көлөп ебәрҙе, уға табындаштары ҡушылды.

  – Ярай, эсмәһәң эсмә. – Хужа ризалашты. – Улайһа аша.

Ризыҡҡа ҡағылмаһам да, көсләп маташманы. Хатта ташбыҡ күҙҙәрен йоммай ғы­­на ойоп та китте, шикелле. Шунан, ҡапыл йоҡоһонан уянғандай, тертләп-һиҫкәнеп ҡу­йҙы, табындаштарын барлап сыҡҡас, Насырғолға өндәште:

  – Йәле, ҡорҙаш, йырла булмаһа.

Етерлек тейәгән Насырғол ағай инәлтеп маташманы, алдындағы ярты стакан ар­а­ҡыны оло ауыҙына түңкәрҙе лә йыр башланы:

Порт-Артур тигән таш ҡала

Күп ҡалаға баш ҡала…

Көсәнеүҙән уның ҡорҙай бәләкәй, таҡталай йоҡа кәүҙәһе ата күркәнеке ише ҡа­б­а­ра башланы, маңлай, муйын тамырҙары бармаҡ йыуанлыҡ булып күтәрелеп, бүр­теп сыҡты. Муйын аҫтынан ҡыҙыл бүртектәре ҡалҡып сығыр, ҡанаттары аҫҡа һалы­н­ыр ҙа күркәгә әүерелгән Насырғол ағай табындаштарын бына-бына пыр туҙҙырып ҡы­у­ып ташлар төҫлө. Алай ҙа улай итмәне, аяғын салып тәхетенә ҡунаҡлаған төрөк сол­таны ише һауалы ҡиәфәттә ултырыуында булды. Эсеп ҡайтҡанында ла, табында ла, һарғайып бөткән һаплы балтаһы менән таптарҙы сәсрәтә сабып, яңғыҙы бура бу­р­ағ­а­нда ла бер үк йырҙы һуҙа Насырғол ағай. Уның был йырына күнегеп бөткәнбеҙ. Таң атыуын белдереп әтәстәр ваҡытында ҡысҡырмаһа ла, нисектер хилаф тойола бит, шу­ның кеү­ек. Эскән мәлдәрендә яратҡан йырын аҙағынаса ослай алғаны юҡ. Йыр яртылауға тауышы дерелдәй башлай, аҙағында инде, оло ауыҙын күккә терәп ҡыс­ҡы­рып илай ҙа ебәрә. Тағы ла шул хәл ҡабатланды.

Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ

Ыңғырашып яталар…

Балалар һымаҡ илаған йырсыны табындаштары әүрәтмәне лә, тыйманы ла. Аң­ла­­маҫһың был өлкәндәрҙе – перәник бирмәһәләр ҙә илайҙар, йырлап та илайҙар…

Насырғол ағайҙың сеңләүе оҙаҡҡа һуҙылғас, ҡыйынһынып ҡына урынымдан тор­ҙом:

  – Китәйем булмаһа, әсәйемә перәник алайым тип кенә килгәйнем.

  – Перәник тиһеңме, аҡсаң бармы һуң?

Аптырап ҡалдым, нимә тиергә? Юҡ, тиһәм, тағы ла көлә башлаясаҡтар, бар, ти­ер инем – кеҫә төбө таҡыр. Хәлемде һүҙһеҙ ҙә төшөнгән Хәлим ағай үрелеп, үлән араһынан буш шешәләр алып ал­дыма ырғытты:

  – Мә, ошоларҙы тапшырып ал.

  – Кәрәкмәй, аҡсам бар ул. Китәйем. Әсәйем көтә торғандыр.

Алдаша белмәйем шул – шунда уҡ биттәрем, ҡолаҡ остарым ҡыҙара, яна башлай. Ял­ғанлауымды күрһәтмәҫ өсөн сәхнә тирәһендә өйкөлөшкән халыҡ яғына ҡарай йүгер­ҙем.

Концерт башланып ҡына тора икән. Сәхнәгә ҡыҙҙар, малайҙар сығып, сиратлап үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә. Беҙҙә шулай – йыр-моң бәйгеһен, төрлө ярыштарҙы кескәйҙәр аса, ары ололар дауам итә.

Клуб мөдире булып эшләүсе Ғәзиз ағай сәхнә ситенә ҡуйылған ҡумтанан бүләктәр ала ла сығыш яһаған бере­һенә тоттора. Арғы оста йәшәгән Бөрсә Фәндиҙә бейегәйне, уға матур ҡурсаҡ тотторҙолар. Кәкре урамдағы Телдәр Ғәлегә шиғыр һөй­ләгәне өсөн хәтәр ҡылыс эләкте. Концерт шулай һәүетемсә генә дауам итте, балалар сиратлап сыға торҙо, бүләктәр тарала торҙо, уның һайын Ғәзиз ағайҙың ҡу­лы ҡумтаға тәрәнерәк сумды. Бына ул һоро айыуҙы юғары күтәрҙе:

  – Бүләктең иң затлыһы төптәрәк ятҡан икән. Шиғыр һөйләүсене лә ишеттек, бейеүҙәр ҙә булды. Ә хәҙер кем матур итеп йырлай – бүләк шуға!

Өндәшеүсе күренмәй. Хәҙер берәйһе сығыр ҙа алыр. Ғәзиз ағай иң ҙур бүләк тине бит. Эләктергәндә, Мәҙинә апайыма шәп уйынсыҡ булыр ине. Перәник кимереп кин­ән­мәһә лә, исмаһам айыуға ҡыуаныр.

  – Йә, кем батыр?

  – Мин!

Йөҙәрләгән ҡараш миңә төбәлде. Абына-һөрөнә сәхнәгә күтәрелгәндә лә, уртаға сы­ғып баҫҡанда ла шул ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар мине оҙата барҙы. Халыҡ ара­һы­нда ултырып ҡарау ғына еңел икән. Алдымда ер убылғандай булды, бөтә һабантуй сай­ҡа­­лғандай итте, тамағым кипте. Ярҙам өмөт иткәндәй халыҡҡа төбәлдем.

Түбәнге остар ултырғыстарҙың алғыларын биләгәндәр, арыраҡ урта урам улты­р­ған, ситтәрәк Фатима еңгә күренә, янына урын ҡалдырған. Тимәк, Насырғол ағай һаман да сеңләп бөтмәгәндер. Арттараҡ Динә менән Зиләнең тумалаҡ күҙҙәре быз­ыл­дай. Ана, аҡ халатлы Менәүәрә апай тора, ҡулдарын ҡаушырған да мине күҙәтә. Уға ҡар­а­ғас, ҡеүәт бирергә теләгәндәй, башын һелкте, йылмайҙы. Бирешмә, йәнәһе.

Ысынлап та, хәл кергәндәй булды, тубыҡтар ҡалтырамай башланы. Тамағымды ҡырып, берҙән-бер белгән йырымды һуҙып ебәрҙем:

Зәңгәр һауа, ҡояш яна…

Нәҙек башланым, тыным быуылды, күҙҙәремдә уттар күренде хатта. Бөттөм. Мәсхәрәгә ҡал­дым. Оятҡа баттым.

Тирә-яҡ тып-тын, көлгән тауыштар ишетелмәй былай. Менәүәрә апай миңә тын өрөргә теләгәндәй, алға уҡтала биргән. Йырҙы дауам иттем:

Ул бер малайҙың һүрәте…

Китте был. Тәүге юлдары ла, унан ары ла. Шәп сыҡҡас, Насырғол ағайға оҡ­ш­а­тып ҡабарынып, ҡоласты йәйеп ебәрҙем:

Һәр ваҡыт булһын әсәй!

Булайым һәр саҡ мин!

Йырлап бөткәс, гөрләтеп ҡул саба башланылар, хуплау тауыштары ишетелде.

Ғәзиз ағай бүләкте килтереп тоттороп, сәхнәнән төшөрҙө лә, китергә йыйынғас, уның еңенән тарттым:

  – Ни… айыу кәрәкмәй ине бит әле…

  – Нисек кәрәкмәй? Шәп йырланың, бүләк һинеке.

  – Айыуға алмашып, әсәйемә, апайыма етерлек перәник кәрәк…

  – Перәник юҡ шул ҡустым, ошоно ғына ал, йәме! – тине лә үҙ эшен дауам итер­гә йүгерҙе.

  – Айҙар, үҫкәнем! – Артымдан кемдер ҡосаҡлап алды. Белеп торам, Менәүәрә ап­ай шулай итә. Уның беҙгә килеп эшләй башлауына күп тә түгел, шул арала дуҫлашып та өлгөрҙөк. Мине ҡайҙа осратһа ла, туҡтап, нимә лә булһа өндәшеп үтә. Мәҙәк хәбәр әйтеремде көтә. Әгәр шундайырағы ысҡынһа, ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән һоро сәстәрен артҡа һирпеп, аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп, ҡыйғас ҡара ҡаштарын юғары сөйөп, рәхәтләнеп көлә. Шуға уның көлөүен гел күрер өсөн, мәҙәк уйлап, йыш ҡына кибет тирәһендә уралам. Бөгөн шатланып һөйләнеүенә лә ҡыуанманым, башымды аҫ­ҡа эйеп тора бирҙем. Ә ул иркәләп, өлтәйгән сәстәремде һыйпай, тирле битемде ху­ш­бый еҫе аңҡыған ҡулъяулығы менән һөртә.

  – Айҙар, һин ғәләмәт шәп йырлай ҙа беләһең икән дә баһа. Бүләктең иң шәбе һиңә эләкте.

  – Миңә… миңә бүләк кәрәкмәй… – Баянан бирле күҙҙәремде әсеткән әсе төйөн һытылды, битем буйлап йәштәр тәгәрәне. – Әсәйем ауырый, перәник ашағыһы килә…

Менәүәрә апай ҡосаҡлап алды:

  – Йә, йә, Айҙар, илама. Хәҙер һиңә күп итеп перәник бирәм. Ҡайҙа Йәнбикә ап­ай, Мәҙинә? Яңыраҡ ҡына бергә инегеҙ бит. – Шулай һөйләнә-һөйләнә, мине эргә­һе­ндәге һатыу иткән урынына алып китте.

Ә минең күңелемде ҡурҡыу биләп алды: аҡсамдың юҡлығын белмәй ҙә инде ул. Ләкин ул минән аҡса һораманы, кеҫәләремә һап-һары, баллы перәниктәрҙе тултырыр­ға тотондо, ҡағыҙға ла төрөп бирҙе. Ҡыйынһынып ҡына алдына айыуымды һалдым:

  – Бына, апай, перәник өсөн…

Менәүәрә апайҙың йөҙөндә һаран йылмайыу төҫмөрәнде, биргәнемде ҡабат ҡуй­ыныма ҡыҫтырҙы:

  – Бик матур уйынсыҡ, уйнат, йәме, йә Мәҙинә апайыңа бир. Миңә аҡса кәр­әк­мәй.

Ҡырҡа боролоп, төргәкте кире һалдым:

  – Аҡсаһыҙ алмайым әтеү! – Кеҫәләрҙәген бушата башланым.

Менәүәрә апай аптырап ҡалды, шунан ҡабаланып перәниктәрҙе кире кеҫәләремә тултырырға кереште:

  – Аҡса алырмын, йәме, тик бөгөн түгел. Берәй ваҡыт килтереп бирерһең улайһа.

Икеләнеп ҡалдым:

  – Мин бирәсәкте килтергәнсе елкәңә сыҡмаҫмы?

Менәүәрә апай, ғәҙәтенсә, башын артҡа ташлап көлөп ебәрҙе. Көлгән була, елкәңә сыҡһа, бөтөнләй ямаҡай булып ҡалырһың әле бына. Хәтәр нәмәкәйҙең күп һатыусы­ла­рҙың, шул иҫәптә Ҡыйышкүҙ Хәбирҙең елкәһенә сыҡҡан, тигәнде ишеткән бар, күргәнем генә юҡ.

  – Ҡурҡма, сыҡмаҫ. Үҙемдең аҡсамды һалып торормон. – Сәстәремдән һыйпа­ны. – Бар, йүгер!

Ҡыуаныстан йүгереп киттем. Ҡуйында – һоро айыу, кеҫә тулы, ҙур төргәк тулы – баллы перәниктәр! Күҙ асып йомған арала байыһа байый бит кеше! Китешләй боро­лоп ҡысҡырҙым:

  – Менәүәрә апай! Эшләп эш хаҡы алғас та, килтереп түләрмен, йәм-е-е-е! Ир­тәгеһенә ү-ү-үк! Шау-шыу араһында ул мине ишетмәне лә, шикелле, башын ҡаҡ­ты, йылмайҙы, ҡулын болғаны.

Әсәйемдәр ҡалған ергә етәрәк, аҙымдарымды һәлмәкләттем, аҡрынайттым. Күр­һен әле апайым, уҡымаған шыр наҙан булһам да, баштан-аяҡ байлыҡҡа батҡанымды.

Килеп еткәс, бүләгемде эре генә апайыма тотторҙом, төргәкте әсәйемә һондом:

  – Бына, әсәй, перәниктәр, туйғансы аша.

Ләкин әсәйем төргәккә ҡағылманы ла. Баяғы һымаҡ, икебеҙҙе лә тағы ҡосағына ҡыҫты.

Кеҫәмдән перәник алып ҡабырға иткәндә, юғарынан ике бөртөк йәш ризығ-ым­дың өҫтөнә тамды. Ҡапҡас, ауыҙымды ҡороштороп, тоҙ тәме килде…

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас: