Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
27 Сентябрь 2022, 21:45

Икмәк (Тормош күренештәре)

Һөйөклөм менән ике йыл ярым дуҫлашып, яратышып йөрөп өйләнешһәк тә, бергә тормош көтөп алып китеүе шыма ғына булманы. Бер-беребеҙҙе ныҡ һөйә, беребеҙ өсөн беребеҙ утҡа-һыуға инергә әҙер, йән атып тора инек. Һүҙһеҙ генә, күҙ ҡараштары менән аңлашып, уйҙарыбыҙҙы уҡып ҡына беребеҙ икенсеһенең хәл торошон белеп, күреп йөрөр ине. Бер-беребеҙҙе беҙҙән дә яҡшы белгән кеше юҡ һымаҡ тойола торғайны.

Икмәк (Тормош күренештәре)
Икмәк (Тормош күренештәре)

Ә барыбер ваҡыты-ваҡыты менән ғорурлыҡ, үҙһүҙлелек, ҡаршылашыу тигән яман ғәҙәттәр өҫтөнлөк алып, арабыҙҙа ҡытыршылыҡтар тыуҙырып торҙо. Шундай ваҡыттарҙа һөйөклөмдөң оло аҡылы, һиҙгерлеге, һәр яйһыҙ хәлдән сыға белеүе, нисек кенә ауыр булмаһын, тыныслыҡ һаҡлай алыуы һәм бер ваҡытта ла бар яуаплылыҡты минең әҫтәмә ауҙармауы, ниндәй генә хәл булмаһын, ярҙам итергә әҙерлеге ҡотҡарып ҡалғандыр беҙҙең ғаиләне тарҡалыуҙан. Сөнки беҙҙе ҡурсып, яҡлап, һаҡлап, хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, ярҙам итеп торор өлкәндәребеҙ юҡ ине. Хәләлемдең әсәһе был донъянан киткәйне инде ул ваҡытта. Ә минең атай-әсәйем башҡа районда йәшәйҙәр. Яңы 22 йәше тулған беҙ икәү һәм мәктәптә уҡып йөрөгән ике ҡәйнешем генә ине йәнәшәбеҙҙә. Беҙҙең өҫтәбеҙҙә оло яуаплылыҡ – шул ике малайҙы ҡарау, бағыу, уҡытыу, кеше итеү. Уларға бөтә яҡлап терәк булыу.

Уңдырып икмәк бешереп өйрәнгән йылды булды был хәл. Ҡомалаҡтан үҙем эшләгән сүпрә менән әсетеп, оло бер аяҡ ҡамыр баҫам. Ҡалҡыуы етеп, ҡамырым әҙер булғас, мейескә яғып ебәреп, икмәкте матур итеп бешереп алырға ғына ҡала. Эй, күпереп бешкән эҫе икмәкте мейестән сығарып, яңы айыртылған ҡаймаҡ йәки һары май, бал менән һөйөклөмә тәмле сәй эсереүе үҙе бер оло бәхет ине. Ә бөтә өйгә таралған яңы бешкән икмәк еҫе иҫ киткес кинәнес тыуҙыра торғайны. Ошолайтып һушыңды алырлыҡ тәмле, уңдырып икмәк бешереп өйрәнгәнсе, күп кенә көс, сыҙамлыҡ кәрәк булды миңә.

Тыуып үҫкән йортто ҡалдырып, атай-әсәйҙән, ҡартәсәй-өләсәйҙәрҙән һәм башҡа туғандарҙан айырылып, 16 йәштә генә ауылдан сығып киткән мин ҡайҙан ғына икмәк бешерә беләйем инде. Кейәүгә сығып, ауылда йәшәрмен тип, ике ятып бер төшөмә кермәй торғайны бит инде. Әхирәтем, ауылда йәшәйәсәкбеҙ, тип сигеү сигергә, бәйләм бәйләргә өйрәнергә тотондо. Ә мин, ҡалала йәшәйем ғүмер буйы, бөтә нәмәне лә һатып алам, тип, туп тибәм, футбол, волейбол, баскетбол уйнайым, бассейндан сыҡмайым. Эштән арынып, аҙ ғына ваҡыт булһа, ҡала паркында йүгерәм, асыҡ һауала күнегеүҙәр эшләйем, тирҙа винтовканан сәпкә атам, лекцияларға йөрөйөм.

Бөтөнләй киреһенсә килеп сыҡты: кейәүгә сыҡҡас, әхирәтем ҡалала йәшәп ҡалды, ә мин һөйөклөмдөң ауылына йәшәргә күсеп килдем. Барыһына ла өйрәнергә тура килде: сигергә, бәйләргә, бешеренергә, аҡты (һөттө) эш итергә һәм башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ауыл йорт -ҡураһындағы эштәргә өйрәнеп алырға тура килде.

Икмәк бешерергә өйрәнеү тураһында ине бит әле һүҙем. Үҙем икмәк һала белмәгәс, күрше инәйҙәрҙән өйрәнеп, яҙып алып бешерәм икмәкте. Бөтәһен дә дөрөҫ эшләйем кеүек, инәйҙәр өйрәткәнсә еренә еткереп үтәйем. Ләкин икмәгем күбеп бешер урынға, сөсө икмәк һымаҡ ялпашып килә лә сыға мейестән. Икмәк һалған һайын көнөм илап тамамлана. Ә был инде ҙур трагедия минең өсөн, йәнәһе, мин эшләгән эш һәр ваҡыт иң яҡшыһы, иң уңғаны булырға тейеш. «Эшләһәң, еренә еткереп эшлә, ҡулыңдан килмәй икән, бөтөнләй тотонма!» – минең ғүмерем буйына девизым ошо. Әгәр ҙә эште ҙур теләк менән, күңелемде һалып башҡарам икән, уны еренә еткермәйенсә туҡтала алмайым. Ә инде нимәнелер эшләргә теләгем юҡ икән, мине бульдозер ҙа урынымдан ҡуҙғата алмаясаҡ. Шуға ла һалған икмәгемдең уңмауы ҙур проблема ине ул саҡта.

Бер көндө ҡәйнешемдең өлкәнерәге: «Еңгәй, икмәк әсетеп һалһаң, миңә әйт әле, ниндәй хата эшләйһең икән, ҡарайыҡ», – тине. Икмәк һалырға йыйынған көндә ҡәйнешемдең өйҙә булыуын һорайым. Ул ҡамыр әсетергә ҡуйғандан алып, минең ниндәй эштәр башҡарғанымды байҡап йөрөнө. Мейескә яғып ебәргәс, әле яртылаш ҡына янған мейескә ҡарап, ҡәйнешем: «Еңгәй, ҡамырыңды табаға эшләп ултыртырға ваҡыт», – тине. «Иртә бит әле, мейес ҡуҙланып өлгөрмәгән», – тип яуаплайым. «Ҡуҙланғас һуң була, ҡамыр ҡалҡып өлгөрмәй, шуға күрә икмәгең сөсө икмәк һымаҡ була», – ти ҡәйнешем.

Был юлы бешереп алған икмәгем шул тиклем күбеп, йомшаҡ, хуш еҫле булды. Ә мин ҡыуанысымдан ҡәйнешемде ҡосаҡлап, үбеп-үбеп рәхмәттәр уҡыным, бәхетемдән бейеп-бейеп алдым. Һөйөклөмдөң эштән ҡайтҡанын көтөп, саҡ кис еткерҙем. Ул ҡапҡанан ишек алдына ингәндә, мин икмәктәремде тотоп, уны ҡаршылап, өй тупһаһында бейеп тора инем. Икмәгемдең шул тиклем матур булып уңып бешкәнен, уны ҡәйнешем ярҙамында эшләгәнемде, ниндәй бәхетле икәнемде бер тынала һөйләп бирҙем. Ҙур түңәрәк икмәкте шул көйө тешләтеп, ауыҙ иттерәм ғәзиземә, үҙемде лә онотмайым. Ә һөйөклөм, мине икмәктәрем менән ҡуша күтәреп, көлә-көлә ишек алды буйлап өйрөлдөрә, ул минән дә бәхетлерәк, минән дә шат. Ошонан һуң һәр икмәк һалыуым шатлыҡ, ҡыуанысҡа, байрамға әйләнде минең өсөн...

Бер көндө өйҙә беҙ икәү генә ҡалдыҡ, ҡәйнештәрем күрше ауылға киткәйне. Мин ҡамыр ҡуйғанмын, һөйөклөм ишек алдында мотоциклын йүнәтә, мөкиббән китеп соҡой, техника тиһәң, иҫе китә торғайны. Ҡамыр бер нисә тапҡыр ҡалҡып сыҡты, мин мейес тоҡандырырға итһәм, ярып әҙерләнгән утын бөткән булып сыҡты. «Утын ярып бир әле тиҙ генә, зинһар!» – тип үтенәм ғәзиземә. «Хәҙер, хәҙер, бер минут!» – ти ул, үҙе һаман шул матайы менән мәж килә. Утын ярыу минең ҡулдан килмәне инде ғүмер буйы, өйрәнә алманым, оһолом юҡ. Үҙем иртәнсәктән ҡыҙып, янып барам, тиҙ генә дөрләп тоҡанырға ғына торам. Тәүге балама ауырлымын, әллә шуғамы? Утын яра белмәгәнемәме? Һөйөклөм үҙенең эше менән булышып, мине ишетмәгәнгәме? Белмәйем, ниндәй сәбәптәндер енем сығырға әҙер тора. Бер нисә тапҡыр өндәшәм, һөҙөмтә шул уҡ. Иң ахыры эсемдәге ҡоторонған енем сығып китә. Мин: «Нишләп шул утын ярып бирергә лә ҡаңҡылдатаһың кешене? Матайың ҡасып китәме әллә? Бер аҙға айырылып торһаң, тимереңә бер нәмә лә булмаҫ ине әле. Ҡамырым ныҡ әсеп китә ләбаһа! Икмәк миңә генә кәрәкме ни ул? Һиңә кәрәкмәгәнде, мин нишләп көйәм әле?» – тип, шул енләнгән ҡыҙыулыҡ менән ҡамырымды елтерәтеп алып сығып, һарай янындағы ҡош-ҡорт һауытына ауҙарам да, дөбөр-шатыр өйгә инеп китәм. Ярһыуымды баҫа алмай, бер килке хитланам.

Мин ҡабаттан ишек алдына сыҡҡанда төйлөгәндең ҡаҙ бәпкәһен типкәнен күреп ҡалам. Бар донъяға һөрән һалып, төйлөгәнде баҫтыра башлайым. Таш, тупраҡ, таяҡ елләйем, яман тауыш менән ҡысҡырам, баҫтыра-баҫтыра төйлөгәнде тетәм генә. Бәпкәнең ауырлығынан осоп китә һалырға өлгөрә алмаған бурҙың өҫтөнә ябырылам. Минең асыуым шул тиклем ҡурҡыныс булғандыр инде, төйлөгән ҡото осоп, бәпкәне төшөрөп ҡалдыра. Ләкин муйыны һынған бәпкә үлгәйне инде, мин илай-илай уны ергә күмәм. Кире ишек алдына ҡайтып ингәс, тауыҡтарҙың ҡояш йылыһына тағы ла нығыраҡ ҡалҡып киткән ҡамырымды тапауын, суҡыуын күреп, мин инде үкереп илайым. Бирлелегемде тыя алмай, ниндәй вәхшилек эшләүемде аңлауым мине иҫ киткес хәсрәткә күмеп китә. Тауыҡтарҙы борҡолдатып ҡыуып ебәрәм дә, ҡамырлы һауыт эргәһендә сүгәләп, үҙемде әрләй-әрләй илайым. Был хатаны төҙәтеп булмағаны бигерәк тә аяныслы, йән әрнеткес үкенесле, әсенешле хәл булды минең өсөн.

Ипләп кенә яуырынымдан ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫып, һөйөклөм мине тынысландырырға тырыша:

– И -и-ии, яһилым, бирлем минең! Ғәфү ит, ғәфү ит мине, йәнем! Зинһар, илама! Тыныслан, үҙеңдең дә, бәпәйҙең дә һаулығына зыян булыр. Ул тиклем көйөнөрлөк бер нимә лә юҡ бит. Зинһар, тыныслан! Бары ла яҡшы бит, хафаланма!

– Бер нәмә лә юҡ тиһең! Ә ҡамырымды күрмәйһеңме? Мин тауыҡ суҡып, тапап бысратһын өсөн икмәккә ҡамыр әҙерләгәнменме ни? Етмәһә, анау төйлөгәне бәпкәләремде урлай! – тип ҡаршылашам.

– Ҡамырҙы беҙ башҡа тапатмайбыҙ, йыйып алып, мейестә көлсәләр (көлгә күмеп бешерелгән өшә) бешереп, һарыҡ-кәзә, башмаҡтарға ашатырбыҙ, – ул һөйләп кенә ҡалмай, ҡамырҙы йыйып алып, утъяҡҡысҡа алып инеп тә китә. Мейескә лә яғып ебәрергә өлгөргән икән. – Бөтәһе лә һәйбәт булыр! Тик һин генә илама, йәнем! Зинһар, көйәләнмә! Йә, йылмай әле, йылмай! Ә төйлөгәнгә килгәндә, һин уның шул тиклем ҡотон осорҙоң, ул башҡа беҙҙең ишек алдына яҡын да юлламаясаҡ, алыҫтан урап осоп үтәсәк. Туғандарына ла һөйләйәсәк, Зилдәнең бәпкәләренә теймәгеҙ, кем тыңламай, уға үлем янай, тип. Шуның өсөн төйлөгәнде онот та, бер генә йылмай әле, йәнем! – иркәләп, һөйөп, барыбер тынысландырып, йылмайтып ҡуя мине ғәзизем. Бер аҙҙан мин дә унан миңә үпкәләмәүен үтенәм. Алйотлоғом, сабырһыҙлығым менән ҡылған хатам өсөн ғәфү үтенәм. Башҡа бер ҡасан да, нисек кенә бирләнһәм дә, ризыҡтарҙы сығарып елләмәҫкә һүҙ бирәм. Һәм мин ғүмерем буйы ул һүҙемде тотасаҡмын.

Ошо көндән алып мин бер ваҡытта ла утын тип йонсомаясаҡмын. Утын һәр саҡ ярылған, өй тупһаһына ташып өйөп ҡуйылған буласаҡ. Айырым ҡумтала ҡоро тап, туҙ тултырылған, һәм гел генә шулай буласаҡ. Ашнаҡ, мунса соландарында ла ҡоро утын ярып өйөлгән, эргәһендә ҡумтала тап, туҙ торасаҡ. Һөйөклөм дә, ҡәйнештәрем дә миңә башҡаса утын тип иларға юл ҡуймаясаҡ. Ә мин уларҙы һәр ваҡыт хуш еҫле, тәмле, күпереп бешкән икмәктәр менән һыйлаясаҡмын.

Ә шулай ҙа 13-14 йылдар үтеп киткәс, мин тағы бер шундайыраҡ эш ҡылып ҡуясаҡмын. Был инде бөтөнләй икенсе сәбәптәргә, икенсе хәл-ваҡиғаларға бәйле буласаҡ. Күңелем килһә, һөйләрмен әле бер саҡ.

Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: