Таңға яҡын эсе йәрәхәтләнгән егетте алып килгәйнеләр, бысаҡ ҡорһаҡ ҡыуышлығына үтеп инмәгәс яраны эшкәртеп тегеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Шунан урам һуғышында тән йәрәхәте алған пациент тураһында полицияға хәбәр итте. Унан тиҙ арала инспектор килеп етте. Протокол тултырыуға ла апаруҡ ваҡыт китте. Ошо, төнгө эштән һуң ярым ҡараңғылыҡҡа сумған бүлек тынып ҡалғас хирург Тимерйән Әхмәров ҡулын баш аҫтына ҡуйып кушеткаға һуҙылып ятты ла тиҙҙән йоҡлап та китте. Күнегелгән ғәҙәт, шылт, иткән тауыш булһын, йә коридорҙа аяҡ тауыштары ишетелһен, шундуҡ уянасаҡ ул. Һуңғы осорҙа йоҡоһо болара нишләптер: ятһа һаташа, баҫлыға башлай. Был юлы ла төшөнә әллә ниндәй ҡурҡыныс һаҙлыҡ инде. Һаҙлыҡ тигәне болонға тартым түңәрәк асыҡлыҡты биләгән күтер (өҫтө ҡалын үлән менән ҡапланып, аҫты һыу булғанлыҡтан һеңкелдәп ятҡан батҡыл урын) икән дә баһа. Уны тәпәш, зәғиф еректәр, яртылаш ҡыуарған ҡойто талдар уратҡан. Тимерйәндең барыр юлы шул ерҙең уртаһынан үтә. Һуҡмаҡтың ике яғын күҙ яҙлыҡмаһын өсөндөр кемеһелер ике яҡ ҡырлауҙы ҡалҡытып-белендереп ҡыуарған сытыр-сатыр менән ҡайыған. Атлаған һайын аяҡ аҫты хәтәр тулҡынып тирбәлеп ята, яҙа баҫтыңмы - шыйыҡ, ҡойоһо күпсеп ятҡан төпһөҙ сөңгөлгә мәтәлдең тигән һүҙ. Шөрләй-шөрләй, һағайыулы ҡыймылдап төштө сират күперенә. Ә ара ҡайһылай ҙа йыраҡ, теге осҡа бер ҡасан да етә алмаҫ төҫлө. Оҙаҡ барҙы. Хатта көсөргәнеүҙән маңлайы еүешләнде, арҡаһы буйлап һалҡын тир һарҡты. Ниһайәт яҡынланы теге яҡ ярға, бер-ике аҙымдан табандары ҡатҡыл ергә тейәсәк. Хәлбүки мәленән алда өтәләнде шикелле, аҙымлаған аяғының береһен алға ынтылдырғайны ғына, бәкәленә сырмалсыҡ уралып йәпһеҙ тубыҡланды, йөгөнөкләүҙе аңдыған күтер тулҡыны уны башта өҫкә быраҡтырҙы, шунан ярты кәүҙәһен теге, иҫкәртеп билдәләнгән сиктән тышҡа ташланы һәм тубыҡтарына ҡәҙәр йәшелкелт келәмгә батырып йотоп та ҡуйҙы. Ҡорбанын һоғоноп ҡәнәғәт кикергән һаҙматтан танауына һалҡын, шул уҡ мәлдә уҡшытҡыс еҫ бәрелде. Ярҙағы талдар һабағына һонолған ҡулы ла төпһөҙлеккә сумды. Бына батҡаҡ биленә тиклем һурҙы, ары һалҡын һыу түшен, муйынын өшөттө, бер аҙҙан батҡаҡлыҡ өҫтөндә ялбыраған сәсле башы ғына һерәйеп ҡалды. Ҡурҡышынан аларған ҡарашын күккә төбәне. Ә ул зәңгәр түгел асыҡ алһыу төҫтә. Офоҡ ситендә ойошҡан ҡандай ҡуйы ҡыҙыл болоттар йөҙә. Асмандың тас түбәһендә шул уҡ төҫтәге ҡояш. Ул һарғайған ҡағыҙға ныҡ итеп баҫылған мисәткә оҡшаған. Юҡ, мисәт түгел – тамға, мөһөр. Ут шары шундай ҡыҙыу, ситтәрендәге ялҡын телдәре хәтәр ялпылдап бейей, тотошлайы менән янғын ялмаған торлаҡ тиерһең. Ипкене бар тирә-яҡты көйҙөрә, бешерә. Нишләп йығылғанға ҡәҙәр ул ошо ялҡынды һиҙмәгән?.. Эҫенән тыны быуылды. Бына күҙ асып йомған арала күтерлек ҡайнай башланы һәм бешкән өйрәне хәтерләтеп бытырлап өҫкә һикерешеп бейегән ҡайнар ҡойо танауына, ауыҙына тулды…
– А-а-а-аааа!!!
– Тимер Вәхитович, ни булды?
– Ә?.. Кем һин?.. –Урынынан ҡубып ҡалҡҡан Әхмәров ҡайтанан ҡайнаған һаҙлыҡҡа йығылып төшөүҙән ҡурҡҡандай бер ҡулы менән кушетка ситенә йә-бешеп, икенсеһе менән ян-тирәһен һәрмәштерҙе лә, һаташыуын алып ырғытырға теләп усы менән битен һыпырҙы, шунан ярты кәүҙәһен ишеккә тыҡҡан шәфҡәт туташын абайлағас ҡына уға рыя текәлеп тарҡау мығырҙаны. – Зарар юҡ, Рәғиҙә һылыуым, һаташтыра нишләптер…
– Улай ғына булһа ярай, юғиһә әле генә тотош больницаны яңғыратып кем-делер янығыҙҙан ҡыуып ҡысҡырҙығыҙ…
– Төндө ҡыуам эргәмдән, таң атһын, тим. – Хирург әле үҙе өсөн уңайһыҙ ки-леп сыҡҡан хәлде шаяртыуға ҡайырҙы ла тамам уянып ысынбарлыҡҡа ҡайтҡас һәүетемсә теҙҙе. – Йоҡламаһаң кофе эсеп алайыҡмы әллә, миндә уның шәбе бар.
– Йоҡларға ни, тиҙҙән таң ата, иртәнге процедураларҙы башларға ваҡыт. Аварияға эләгеп ҡул-аяҡтары һынған ауырыуға былай ҙа ике сәғәт һайын укол ҡаҙайым.
– Процедураларҙы башларҙан алда кофены тәмләйек шулай ҙа! - Тимерйән кушетканан аяҡтарын һалындырып шипатайҙарын ҡатты ла ятҡанда бөтәрләнгән халатының итәктәрен төҙәтештерҙе. – Мин тартып инәйем әле, йоҡо ла асылыр.
Рәғиҙә яҡын кешеһенә өндәшкәндәй ихлас хәстәрләй һалды:
– Яҙ етһә лә иртәле-кисле туңдыра, кейенеп сығығыҙ.
– Зарар юҡ, өйрәнелгән. - Тимерйән үҙ алдына ҡәнәғәт йылмайҙы. Ҡыҙҙың ҡайғыртыуы, яйы сыҡҡан һайын ҡурсып тороуы күңеленә майҙай яғыла шул.
Тышта ысынлап та тәнде сафландырыр һалҡынса һауа. Болотло, бер аҙ елләт-еп тә тора. Апрель баштары етһә лә көндәр йүнләп йылытмай бер ҙә. Көндөҙ ун-да-бында һырынып ҡалған алаҡсынды (башҡа төҫ өҫтөндәге аҡ тап) имшетә лә, төн етһә уларын да боҙға әүерелдереп шыҡырлатып туңдырып та ҡуя. Йыбанып, һыҙып иретеп, үҙе лә ын-йып, кешене лә йонсотоп килә быйылғы мыжыҡ яҙ. Сигарет ҡабыҙған Әхмәров көнсығышҡа һирпелде. Таң атыуға иртәрәк, шулай ҙа һиҙелер-һиҙелмәҫ тимгел-ләнгән офоҡта яҡтылыҡ ойотҡоһо моронлай. Тигеҙ сафҡа теҙелешеп, бал ҡорто кәрәҙҙәрендәй ҡалҡҡан бейек йорттарҙың тәҙрә өлгөләренә аша-төшә яҡтылыҡ ҡунһа ла ҡала таң бишегендә иҙрәй. Ял көнө бит, һәммәһе йоҡоһон туйҙырып ҡалырға теләй.
Офоҡ яғына ыңғайлаған, тоноҡ балдаҡҡа кәртәләнгән ай шекәрә болоттар аша ҡыҙарып күренә. “Йоҡоһоҙлоҡтан интеккән кешенең күҙҙәре ише… Көндәр аяҙға ыңғайларға йыйынмай шыпа, был йонсоу осор моғайын да яуынға барып ялғаныр.” Күңелләнергә теләп уйҙарын ыңғай юҫыҡҡа ҡайырҙы. “Гөлниса ла йоҡ-лайҙыр. Янына ятып тәненең йомшаҡлығын тағы ла бер тапҡыр тойорға, уның сәстәренән килгән иҫерткес хуш еҫте ҡомһоҙланып еҫкәргә ине”
Ошо хыялый теләге Тимерйәнде ысынлап та ярһытып ебәрҙе, ул яртылаш та-ртылған тәмәкеһен сиртеп ситкә атты ла бейегәндәй урынында тапанды. “Аңламаҫһың Гөлнисаны, сиселмәҫлек сер йомғағы билләһи! Яҡын да, буй етмәҫ-лек алыҫ та, наҙлы, нурлы, йылы ла, шул уҡ ваҡытта һалҡын диңгеҙ тулҡындар-ында ҡалҡҡан боҙ ҡаяһылай өшәндергес тә…” Ел тәнен үтәләй һуҡҡан Әхмәров ҡалтыранып ҡуйҙы ла ҡабаланып кире инеү яғына йүнәлде, ординаторҙар бүлмәһендәге диванға йәтешләп ултырғас уйҙар йомғағын ары һүтте.
Дежурствоны тапшырыр ҙа тура Гөлнисаға барыр. Төшкә ҡарай ҡала буйлап йөрөп әйләнерҙәр, таныш кафеға боролорҙар. Бер аҙ кәйефләнеп алғас үрелеп нәфис ҡулды үҙенә тартыр, кеҫәһенән ҡупшы итеп эшләнгән бәрхәт ҡумта ки-лтереп сығарыр, нәҙек бармаҡҡа алтын балдаҡ кейҙерер ҙә Гөлнисаның күҙҙәренә өмөт менән төбәлеп ҡатыным бул, тиер…
Гөлниса тормошона килеп ингәне бирле Тимерйәндең ҡуңалтаҡ көнитмеше бөтәйгәндәй итте. Бөтәйҙеме икән, әллә ошо яңылыҡ ҡараңғылыҡ эсенә һарҡҡан нур һыҙатылай үҙәрешһеҙ ҡабатланған һоро көндәренә өмөт сатҡыһы өҫтәнеме, яңғыҙлығын аҙға ғына булһа ла оноттороп торҙомо? Шәп ҡатын, тотош булмыш-ыңды йоторға әҙер ҡеүәтле, дәртле…
Танышыуҙары ла нисектер сәйерерәк, көтмәгәндәрәк килеп сыҡты. Эштән ҡайтышлай кафеға ингәйне, ишек яҡтан ситке өҫтәлде биләгән йәш ҡатынға иғтибар итте. Бәлки иғтибар ҙа итмәгәндер, тотош залды бер юлы байҡағанда аҙға ғына йүгерек күҙҙәрен туҡтатҡандыр. Сөнки ул был кафеға йыш һуғыла, кемдең нисек ял иткәнен, ҡайһы өҫтәлде биләп, ваҡыттарын нисек үткәргәнен ятлап бөтөргән. Ә был сибәрҙе тәүләп күреүе. Теге лә һирпелеүҙе абайлап өлгөрҙө, ҡы-йпысыҡланып йылмайҙы ла сәнскеһе менән алдындағы тәрилкәләге салатта тел-әр-теләмәҫ кенә соҡонорға керешеп китте. Шул арала Тимерйәнгә бер нисә тапҡыр ҡыҙыҡһыныулы ҡаҙалды. Һиҙҙермәҫкә тырышты әлбиттә, мәгәр йәйелеп китеп сибәрҙе күҙәтеү объектына әйләндерергә өлгөргән егет быларҙы абайламай буламы! Ризыҡтан тәм-тат тапмаған ҡатын килешле итеп буялған ирендәре ситенә салфетканың осон тигеҙеп алды ла йәнәшә өҫтәлдә табын ҡорған өс ирҙең фырт ҡына кейенгән, төҫ-башҡа ла күрмәлеклеһенә һылыу йөҙөн борҙо. Йәнәһе, һинән башҡа ла ир-аттар етерлек бында. Йәшерен, һынамсыл һирпелеүҙәр башҡаса сәкәшмәне. Тимерйән ҡабаланмай ғына ҡапҡылап алғас, ултырғысында ҡай-ҡайып, ҡулдарын ҡаушырып, йоҡомһорағандай тынып ҡалды. “Күҙҙәрен асыуға сибәр мотлаҡ теге әҙәм менән бейеп йөрөйәсәк” Яңылышмаған, ана ул икәү, бер яҡ ситтә әйләнәләр. Ирҙең ҡулы башта нәфис яурынбашта ине, бер аҙҙан ул ҡалаҡ һөйәк аҫтын һыйпағандай түбәнгәрәккә шылды, ары билде ҡарманы. “Мөмкинселектән файҙалана. Хөрәсән!” Шулай уйланы Тимерйән. Боролоп ҡарамаһа ла тегеләрҙең ни ҡыланып йөрөүҙәрен тотош тәне менән, арҡа буйы менән тоя. Бы-на бейеүселәр урындарына йүнәлделәр. “Хөрәсән” ҡатынға ултырғысын тартып ултырырға булышты, нәзәкәтле ҡыланып, бөгөлөп-һығылып һонолған ҡулға ир-ендәрен тигеҙеп рәхмәтен белдерҙе лә өҫтәле яғына йүнәлде. Килештерә, рыцарь булып ҡылана! Ҡатын теге иргә битарафлыҡ күрһәтеп хушлашҡан ыңғайы тағы ла бер тапҡыр Тимерйәнде ҡарашы менән көйҙөрҙө. Егеттең йөрәге сабырһыҙ тулап ҡуйҙы. “Ҡайһылай Розалияға оҡшаған! Беренсе мөхәббәтенә. Ҡыҙҙың ҡайнар, елгә ярғыланған, әрем тәме яғылған ирендәренә тәүге тапҡыр ҡағылғанында ла йөрәге күкрәк ҡыуышлығын дөбөрҙәтеп шашып бейегәйне. Шул ваҡыт алйып, әҫәрләнеп йондоҙло Йыһанға баҡҡайны. Унда бар тирә-яҡты алтын нурҙарға мансып тулған ай йөҙә ине. Иртә таң менән Һаҡмар буйына йүгереп төштө. Умырзаялар күкрәп сәскә атҡан аҡланда ҡоласын йәйеп салҡан ята. Йомарт яҙ ҡояшы наҙлы һәм йылымыс нурҙары менән йоҡоһонан яңы ғына уянған ерҙе, һөйөү хистәренә иҫергән үҫмерҙе ҡойондора. Һауа ла һулап туйғыһыҙ саф, ҡуйы һәм йыл-ымыс, рәхәтләнеп һемер ҙә һемер.” Тимерйәндең тормошо аҡ, ҡара юлаҡтарҙан әүәләнгән бит ул, кинәт күҙ алдына ошо илаһи мәлдең киреһе - йәнде-тәнде өшөткән декабрь төнө килеп баҫты. Ҡараңғы һәм шомло төн. Чечня. Спиртты самаһыҙ күп эсеүҙән аңы миңрәүләнгән Тимерйән сиратын еткереп подвалға йүнәлде. Розалияның: “Башҡаса хат яҙма. Ғәфү ит, кейәүгә сығам”, тип яҙған хаты кеҫә аша балтырҙы бешерә. Ут яҡтыһы һүрән яҡтыртҡан подвалдың бер яҡ мөйөшөнә теҙеп һалынған матрацтар өйөмө өҫтөндә тулы балтырҙарын оятһыҙ тарбайтҡан яланғас бисә ята. Тупаҫлыҡ һәм хайуан дәрте көҫәгән, ир кәренә туя белмәгән кәнтәй. « Әҙәмсә мөғәмәлә кәрәкмәй, улар әрһеҙ ҡыланғандарҙы, һөмһөҙөрәктәрҙе яҡын күрә, - тип өйрәтте әле генә прапорщик Мишин. - Шуға артыҡ наҙланып, наҙлап маташма. Бисә-сәсәгә көсһөҙлөгөңдө күрһәттеңме - бөттөң, уның ҡолона әүерелдең, тигән һүҙ…” Көтәүелләүсе - Надя исемле шәфҡәт туташы. Тыныс тормоштоң йәмен, тәмен тапмай бында, ут эсенә ҡот эҙләп килгән. Ҡайҙа ла бер ҡояш яҡтырта инде ул. Мыймылдаҡ тәнле, ир-ат тәҡдименә ҡаршылыҡһыҙ зат. Ошо йәшенә етеп тә түшәк серҙәрен татып ҡарамаған Тимерйән ныҡ иҫерек булһа ла был уға ҡыйыулыҡ өҫтәмәне, киреһенсә, күргәненән ҡапыл баҙаны ла ҡалды, хат-та дәрт-теләге һыпырып алғандай һүрелеп бер аҙ айный ҙа төштө. Надяға бе-ренселекте ҡулына алып үҙенә тырышлыҡ һалырға тура килде, иркәләп, наҙлап, яйын көйләп тәжрибәһеҙ Тимерйәндән ул шул төндә ир яһаны. Хыялында йөрөткән беренсе төнө йәненә ҡыуаныс килтермәне, тәне генә ҡырағай ҡомарҙан ике-өс тапҡыр тартышып ҡуйҙы ла барыһы ла тынды. “Нишләп бысранды? Нимәгә кәрәкте?” Ҡәнәғәтлек кисереүҙән сәстәре ялбырап, ҡул-аяҡтары туғарылып ятҡан Надяға ҡарарға ҡыйманы, уға ҡарата ошо мәлдә йәнендә нәфрәте, асыуы ҡайнай ине. Подвалдан күтәрелгәс карболка еҫенән, йәнә араҡы ҡеүәте кәмеүҙән күңеле болғанып ауыҙына ҡара һыу эркелгән Тимерйән тимер ишек яғына тәнтерәкләне лә сығып ҡыҙыл кирбестән һалынған йорттоң стенаһына маңлайын терәп һыны ҡатты. Боҙҙай һалҡын кирбес зиһенен сафландырманы, киреһенсә йәнен өш-әндергән, булмышын ҡалсылдатҡан ҡалтырау ғына күсте. Ни ҡылды уйламай? Ул бит офицер. Өлкән лейтенант. Прапорщик дәрәжәһендә йөрөгән фельдшер Ми-шин да, санитар хеҙмәтен үтәгән һөмһөҙ Шумейко ла түгел. Хәрби хирург. Быялаланып тирә-яҡты бөләңгерт күрһәткән ғазаплы күҙҙәрен юғарыға йүнәлтте. Ун-да йөҙөн Ҡош Юлына ҡайрап үткерләгәндән аҙаҡ ялбыр болоттарҙы киҫкән, тураҡлаған айбалта - Ай йөҙә. Ҡан сәсрәгәнгәлер төҫө тимгелләнеп, ҡыҙарып күренә…
Иртәгеһен теге Надя һис ни булмағандай тыныс ҡына йөрөй, гөнаһһыҙ фәре-штә тиерһең. Тимәк, кисәге хәл уның өсөн күнегелгән, даими ҡабатланып торған ғәҙәти күңел асыу бары. Тимерйәндең эргәһенән дә башын юғары сөйөп, тура ҡарап, вәғәҙәле йылмайып уҙҙы. Әхмәровтың күңеле екһенде: «Һеҙ барығыҙ ҙа бер һап та бер ҡап, прапорщик Мишин дөрөҫ әйтә…»
Әхмәров тәмәке ҡабыҙҙы, мул итеп рюмкаға араҡы һалып бөтөргәнсе эсеп ҡуйғас ҡабыр ризыҡ урынына тәрән итеп тәмәке һурҙы, башын артҡа ташлап, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп баяғы өҫтәлгә ҡараны. Ҡатын эйәген ҡушуслаған да уны иғтибарлап күҙәтә ләбаһа. Ҡалҡты. Сигаретын көл һауытына тызып һүндергәс шул яҡҡа ҡарай атланы ла өҫтәл эргәһенә килеп килешле эйелә биреп мөрәжәғәт итте: “Һеҙҙе бейергә саҡырырға мөмкинме?” Зал уртаһына сығып көй ыңғайына талғын ғына әйләнә башланылар. Йомшаҡ бармаҡтар уның усына йомолған. Ула-рҙан аша тәненә зымбырлау ҡатыш йылы ағым күсә төҫлө. Килешле итеп киҫтер-елгән сәстәрҙән аңлата алмаҫлыҡ хуш еҫ бөркөлә. Күлдәкте тығыҙлаған һығыл-малы бил ҡытыҡты килтереп уста уйнаҡлай. Хистәргә тулышҡан егет һүҙҙәрен бүлеп-бүлеп бышылданы: “Һеҙ оҫта бейейһегеҙ. Таныш булайыҡ. Тимер.” “Гөл-ниса”, булды яуап. Ҡолаҡты наҙлы иркәләгән музыка һүнә барып бөтөнләй тынды. Тимерйән ҡатынды урынына ҡәҙәр оҙатҡас уйындағын туранан һалдырҙы:
– Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, кисте бергәләп үткәрер инек. Мин яңғыҙмын, һеҙ ҙә.
Һәр хәлдә мин яңғыҙ түгелмен!
Был һүҙҙәр ҡәтғи һәм ҡырыҫ ишетелде.
Ғәфү итегеҙ. Бейеү өсөн рәхмәт.
Тимерйән китергә йыйынғайны һөйкөмлө йөҙгә серле йылмайыу ҡунды.
– Егет, мин юҡ, тимәнем бит әле. Шартым шул - кисте бергәләп үткәрергә риза, тик минең өҫтәлдә.
Ҡунаҡ өҫтәленән урын алған егет официантты саҡырып ишараланы.
– Нимә эсәбеҙ?
– Хөрмәтле ҡунаҡ, шул уҡ һорауҙы мин һеҙгә бирәм.
– Беҙҙең яҡта ҡунаҡҡа күстәнәс менән йөрөйҙәр.
– Ә беҙҙең яҡта ҡунаҡтың үҙе күстәнәс, тиҙәр.
– Мин дә һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ултырыуҙы оло бәхеткә иҫәпләйем.
– Шулай уҡмы? - Ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдө. - Һәр осраған сибәргә шундайыраҡ комплименттар әйтәһегеҙме?
– Юҡ, һеҙгә генә.
– Бәхетле булырға ашыҡмағыҙ. Хәйер, бармы икән ул, бәхет тигәнең?.. Бына мәсьәлә ниҙә! Официант, заказ! - Ҡатын меню папкаһын ҡулына алды.
– Борсолмағыҙ берүк, һеҙгә бит һыйлы табын артынан күстем.
– Улайһа аҡ вино һәм яҡшы араҡы килтерегеҙ! - тип бойорҙо ҡатын официантҡа.
Кафенан сығыуҙарына күҙҙе бәйләндереп ҡараңғы төшкәйне. Ары нимә эшләргә белмәгәндәй майҙансыҡта туҡталдылар. Ҡатын өшөгәндәй польто яғаһ-ын ҡалҡытып йөҙөн яртылаш шунда йәшерҙе. Тимерйән дә ботинкаларын бер-береһенә ҡағып бейегәндәй хәрәкәт яһаны.
– Хәҙер ҡайҙа барабыҙ?
– Миңә ҡайтырға. Ә һеҙгә, белмәйем.
– Өйөгөҙгә ҡәҙәр оҙатып ҡуйырға рөхсәт итегеҙ.
– Ҡала ситендә йәшәйем. Унда троллейбус та, трамвай ҙа йөрөмәй. Тағы сыҡмаҫ элек үк өшөп тә өлгөрҙөгөҙ шикелле.
– Ҡала сите… Ысынлап та йыраҡҡа икән. Мин һеҙҙе йәһәннәм төпкөлөнә яңғыҙығыҙҙы ғына ҡайтарып ебәрә алмайым, машина менән барайыҡ.
– Йәһәннәм төпкөлөндә ғәҙәттә сихырсылар йәшәй… Ҡурҡмайһығыҙмы?
– Сихырлағыҙ әйҙә, ҡыуанып ризалашам!
Тимерйән шулай тине лә ҡулын һоноп, такси туҡтатырға самалап юл ҡырына сығып баҫты.
Ҡала ситендәге бер ҡатлы йорттар теҙелгән урамдарҙы фаралар яҡтыһы мен-ән һәрмәп хәтһеҙ әйләнгеләгән такси иҫке генә өй ҡаршыһына килеп туҡтаны.
Йәмрәй йөҙлө таксист Тимерйән һонған аҡсаны иҫәпләп тә мәшәҡәтләнмәй түш кеҫәһенә йомарлап тыҡты ла ҡайҙан килеп эләктем әле, тиҙерәк ысҡынырға кәрәк бынан, тигәндәй кинәт ҡуҙғалып китеп барҙы. Ут яҡтыһын күҙ яҙғансы ҡарап ҡалған Гөлниса телгә килде:
– Ошонда йәшәйем. Оҡшаймы хан һарайым?
– Йәшәрлек. Һәр хәлдә мин көн иткән дөйөм ятаҡ түгел.
– Бөгөнгө кисә өсөн, оҙатып ҡуйыуығыҙ өсөн рәхмәт.
– Киреһенсә, һеҙгә рәхмәтлемен. Бик күңелле ял иттек.
– Һау булығыҙ, тыныс йоҡо.
Гөлниса бәләкәй ағас өйҙөң алдын ҡаплап ҡалҡҡан урыҫ ҡапҡаһының бәләкәй ишеген асып эскә үтте. Тигеҙ аҙымдар күтәрмәнән күтәрелде, асып-ябылғандан һуң солан ишегенә келә һалынды.
Ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Ер аяғы ер башына оҙата кил дә кире ҡайта алмай апты-ран инде. Яңынан такси саҡыртыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Эс яҡтан шығырҙата баҫып йүгерә-атлай яҡынлаған аяҡ тауыштары ишет-елде. Гөлниса күренде. Һомғол һын ҡапҡа яңағына һөйәлде:
– Хәйерле төн.
– Хәйерле…
– Ҡайтып өлгөрмәгәнһегеҙ икән…
– Хәҙер таксиға шылтыратам.
– Һеҙ сәй эсеп ҡайтырға теләйһегеҙ, ә мин саҡырырға сәбәп таба алмайым.
– Саҡырығыҙ һуң. Ҡыуанып ризалашырмын.
– Улайһа, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ…
Өй ҡыҫынҡы ғына бирге һәм төпкө яҡтан тора. Йәнә үтә тәпәш, Тимерйәндең башы түшәмгә тейә яҙа хатта. Ике бүлмәне бүлгән урталағы ишеккә әле ҡорған тартылған. Бирге яҡ бер үк ваҡытта аш бүлмәһе хеҙмәтен дә үтәйҙер, ҡаршы стенаны ҡырлатып ике бүлмәне иңләгән урыҫ мейесе менән мөйөш араһына ҡулдан эшләнгән өҫтәл урынлаштырылған. Өҫтәл өҫтөнә һауыт-һаба өсөн эленмәле шкаф ҡағылған. Ике ултырғыс күренә. Тимәк ҡатын яңғыҙы көн итмәй, килеп йөрөр кешеһе бар. Әхмәров Гөлнисаға сисенергә булашып үҙе лә кейемен сөйгә элгән арала ошоларҙы күҙҙән үткәрҙе.
Итектәрен һалып сәстәрен төҙәткеләп түргә үткән Гөлниса ҡунағына өндәште:
– Сисенегеҙ. Үтегеҙ. Хәҙер плитәгә сәй ҡоям. - Ике өй араһындағы ишек ҡорғанын асып ҡулын тыҡты ла төп яҡтағы утты ҡабыҙҙы. - Телевизор тоҡандырығыҙ.
Бында ла артыҡ әйбер күҙгә бәрелмәй: һулаҡайҙа иҫкерәк диван, мөйөштә телевизор, уңда йыйыштырылған, ҡабартылған ике мендәр ҡуйылған ағас карауат. Карауат эргәһендә журнал өҫтәле, тағы ла ике ултырғыс.
Ишек ауыҙына баҫҡан егет ары үтергә ҡыймай туҡтап ҡалды. Шул мәлдә артына килеп баҫҡан Гөлнисаның ҡулдары уның биленән ҡосаҡланы, биттәр арҡаға ҡағылды. Кинәт ҡайырылған Тимерйән һығылмалы һынды ҡосаҡланы ла биттәрҙе, нәфис муйынды шашып үбергә кереште. Кейемдәр тәртипһеҙ һибелеп тирә-яҡҡа остолар. Егет ҡатынды еңел генә күтәреп алып карауатҡа һалды ла сиселеп бөтмәгән кейем йораттарын ары йолҡҡосларға тотондо. Ҡулдары дерелдәгәс ваҡ төймәләрҙе ысҡындырыу, ҡаптырмаларҙан ҡотолоу еңелдән түгел. Гөлнисаның күҙҙәре ярым йомоҡтар, ул ҡаршылашҡандай ҙа итә, мәгәр хәрәкәттәр өтәләнгән-ҡарһаланған егеткә булашҡан кеүегерәк килеп сыға. Бына, ниһайәт тығыҙ түшт-әр, күләгәле сат яланғасланды, еренә еткереп шымартылған мәрмәр һындай кам-ил кәүҙәне тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәргән егеттең сарсаулы ирендәре ҡабаттан муйынға, бәрхәт яурынбаштарға ҡаҙалды. Иркәләүҙәрҙән аңын юғалта барған ҡатын руссаны, башҡортсаны бергә бутап һаташыулы ыңғырашты:
– Ти…Тимер… Нимә эшләйһең, кәрәкмәй… Не надо, Тимер, прошу…
– Гөлниса! Гөлниса!.. Йә инде… - Ары ни әйтергә белмәй бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаған Тимерйән шул арала ҡабарырға өлгөргән тороҡ түштәрҙе, ҡалҡыу осаларҙы тәненә һеңдерергә теләгәндәй ҡомһоҙланып үҙенә тартты. Шул мәлдә илаһи, ҡайнар тынлыҡты һиҫкәндереп, иҫтәрен йыя алмай ләззәткә ынтылыусы икәүҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтарырға теләгән сәйнүк ярһып һыҙғырырға тотондо.
– Тимер, сәйнүк… Һүндер әле шуны… Утты ла…
– Сәйнүк һуңынан, һуңынан…
– Үтенәм, һүндер, һыуы ҡайнап бөткәнсе туҡтамай ул…
– Их-х-х-х!
Сараһыҙлыҡҡа асыуы ҡабарған Тимерйән аяҡтарына тышалған салбарынан ҡотолоуҙы ла кәрәк тапмай ауа-түнә аш өй яғына өтәләнеп һикерәңләне лә плитәне һүндергәс эләгә-ығыла кире төп бүлмә яғына туйтаңланы.
– Утты һүндер... Ут яна бит…
Егет быларын үтәр хәлдә түгел ине, ҡаршылашҡан тумалаҡ балтырҙар ҡоршауын ярып ғәййәрләнеп алға ынтылды.
– Тимер!!!
Бер аҙҙан ир ҡыҫыуҙарынан ҡамалған ҡатын йылғыр әйләнеп өҫкә ҡалҡты ла ҡабаланмай ғына барып утты һүндергәс кире әйләнеп килде. Тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡ уға атланып ултырған Гөлнисаның талғын тирбәлгән кәүҙәһен, көсөргәнеп турайған муйынын, артҡараҡ ташланған башын, тәртипһеҙ һибелгән сәстәрен бермә-бер асыҡ күрһәтә. Өн дә төш тә буталды, ваҡыт ағышы ла бер мәлгә генә туҡтап ҡалды төҫлө. Бары ҡолаҡты тондорғос ҡайнар тынлыҡ та, тәҙрәнән һарҡ-ылған һары яҡтылыҡ ҡына бар…
– М-м-ммм!.. Ыһһһ!.. - Манма тиргә батҡан, ирҙең бар ҡеүәтен, ҡарыуын, һутын ҡеүәтле насостай үҙенә һурған ҡатын быуынһыҙланып уның өҫтөнә ҡап-ланды.
Өндәшмәй яттылар. Уңайһыҙ тынлыҡты боҙорға береһе лә йөрьәт итмәй.
– Тәмәке тартырға мөмкинме? - тине Тимерйән йыбанып ҡына. Тотош кәүҙәһе тымбаҙыған, талсыҡҡан егет хәҙер үк йоҡлап китергә әҙер.
– Тарт һуң. Көл һауыты юҡ, шкафтан сынаяҡ аҫтын ал. - Гөлниса күндәм яуапланы.
Ҡараңғылыҡты ярып тәмәке уты баҙланы. Гөлниса йыбанып ҡына үтенде:
– Ҡана мин дә бер ике тапҡыр һурайым. Тарта белһәм дә тәмәкегә әүәҫ-легем юҡ былай. - Гөлниса һуҡ һәм баш бармаҡтарына килешле итеп сигаретты алғас уны ирендәренә килтерҙе. Тәмәке уты уның ярым ҡыҫыҡ күҙҙәрен һөйкөмлө йөҙөн яҡтыртты. – О-о-о, күптән тартҡаным булмағас башым әйләнеп китте хатта… Һине аптыраттым шикелле, Тимер, ныҡлап танышып өлгөрмәгән кешене беренсе көндән үк еңел холоҡло фәхишәләй түшәгемә һалдым.
– Юҡ, ике кешенең үҙ ара мөнәсәбәтендә ғәйепле буламы икән ул?
– Барыбер сәйер һәм көтөлмәгәнерәк килеп сыҡты. Тик ғәйепләргә ашыҡ-ма. Һине тәү һирпелеп ҡарауҙан уҡ оҡшаттым, һәм минеке буласаҡһың, тинем. Беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлау мөмкин түгел, ҡай саҡ нимә ҡылырға кәрәклекте аҙа-ғынаса үҙебеҙ ҙә төшөнөп етмәйбеҙ, баш китерлек эштәр эшләйбеҙ, һуңғы сиктә маҡсатыбыҙға ирешәбеҙ барыбер. Бына һин минеке!.. Бер нимә лә белергә тыр-ышма, йәме? Әйҙә, барыһы ла сер булып ҡалһын… Ә мин һиңә нишләптер ыш-андым да ҡуйҙым… Бәлки был яҙмыштыр, ә, Тимер?.. Йоҡлайыҡ, иртә таңдан эш-кә. - Гөлниса яҡын кешеһенә һыйынғандай танауын көслө беләктәргә терәне лә тынып ҡалды.
Иртән уяныуына түшәк буш ине. Журнал өҫтәле өҫтөндә һыҙмаҡланған ҡағыҙ киҫәге ята. Тимерйән йыбанып ҡына күҙ йүгертте.
“Йылытылған аш плитә өҫтөндә. Киткәнеңдә асҡысты тупһа аҫтындағы һауыт эсенә һал. Ҡабаттан килергә теләһәң дә асҡыс шул урында булыр.”
Урамға сыҡты. Ҡышҡы иртә ныҡ һалҡынайтып ебәргән, һауа танау тишектәрен ярып алып бара. Тимерйән ҡалҡып килгән ҡояшҡа ҡараны. Унан нурҙар түгел, һалҡын һөңгөләр ергә сойорғойҙар төҫлө…
* * *
Тимерйән кеҫә телефонынан кәрәкле номерҙы йыйҙы:
– Һаумы, Гөлниса!
– Привет, һин ҡайҙа?
– Эштә. Тиҙҙән дежурствоны тапшырам.
– Кил, йәме. Һөйләшергә ине. Тик һуңғараҡ, төшкә ҡарай. Бер урынға йом-ош менән барып әйләнәм дә…
Гөлнисаның сәйер ҡылыҡтарына күнә барған Тимерйән артыҡ иҫе китмәне:
– Әлбиттә. Минең дә әйтәһе яңылығым бар. Бәлки кафела осрашырбыҙ?
– Юҡ, өйҙә көтәм.
Ишеккә Рәғиҙәнең башы тығылды:
– Тимер ағай, сәйнүк ҡайнаны.
Һыйлы өҫтәлгә яҡынлаған Әхмәров ҡыҙҙы маҡтап алды:
– Эй, уңғанһың да инде, Рәғиҙә һылыуым. Һиңә өйләнгән егет гел ҡәнәғәт-лек кисереп, рәхәтлектә йөҙөп кенә көн итәсәк, билләһи.
– Миңә тигәне тыумағандыр ул.
– Нишләп тыумаһын. Әллә ҡасан тыуған да, ошо мәлдә бар Ер шарын бер итеп һине эҙләп йөрөйҙөр әле.
– Егеттәрҙең йүнлеләре бар тиһеңме был донъяла?
– Бына мин арыу ғына егет инем йәш саҡта. Исмаһам әҙәп өсөн генә булһа ла, һинең кеүек һылыу, йәш ҡыҙҙар иғтибарға ла алмайҙар бит. Һине элгәрерәк осратҡан булһам бер кемгә лә бирмәҫ инем. Ысын! - Тимерйән Рәғиҙәне гел шу-лай мәрәкәләп һөйләндерергә ярата, үҙе шунан ҡыҙыҡ, күңел елкенеүе таба. Ҡыҙ алъюҫыҡҡа ҡыҙарынып китһә рәхәтләнеп көлә. - Йә, әйт әле, Рәғиҙә, әгәр етди итеп тәҡдим яһаһам миңә кейәүгә сығыр инеңме? Тик дөрөҫөн әйт! - Был юлы ла шулайыраҡ шаяртты.
Рәғиҙә гөлтләп тоҡанып китте, әммә сатнатып яуап бирҙе:
– Һеҙгә кейәүгәме? Сығыр инем!
Тимерйән һөйләшеүҙе яңынан уйынға ҡайырҙы:
– Эх, йәш үтеңкерәп ҡалған шул, йәш үтеңкерәгән! Йә, һыйла яңғыҙ дәрү-иште эҫе сәйең менән, бәлки йөрәк ҡайнарланыр.
– Сәйҙән йөрәгегеҙ ҡайнарланһа көндәр буйы һыйларға ла ризамын.
“Һе, ҡыйыуланған ҡыҙый, элеккеләй юғалып ҡалмай. Әллә ысынлап ярата инде? Яҡшы хужабикә сығыр ине Рәғиҙәнән. Ундайҙар йортто ҡотло, йылы итә беләләр. Тик күңелде генә тоҡандыра, ярһыта алмайҙар. Ә уны Гөлнисаға тыйып торғоһоҙ көс этәрә, илаһи көс…”
* * *
Яурындарына шәлен һалған Гөлниса аяҡ тауыштарын ишетепмелер, соланға сығып ҡаршы алды. Уның ынтылыуға ҡаршы һалҡын сикәһен генә ҡуйҙы.
– Привет!
– Һаумыһығыҙ, доктор? - Уны үткәреп ҡырын тартылды. - Әйҙә, инегеҙ.
– Инеп тормайым. Кейенә һал да кафеға барайыҡ. Серем бар.
– Сереңде бында ғына сисеп булмаймы?
– Юҡ, ул һүҙ фәҡәт беҙҙең кафела, теге өҫтәл артында әйтелергә тейеш.
– Өйҙә генә ултырайыҡ, Тимер. Миңә лә һинең менән һөйләшергә кәрәк.
– Тегендә, тинем бит. Такси көтә.
– Тантаналы шарттарға тап килмәгән хәбәр әйтһәм?
– Әйт һуң!
– Кафе бөгөнгә ҡалып торһон… Бар таксиҙы оҙат.
Өйгә инделәр.
– Сәй ҡуяйыммы? Асыҡҡанһыңдыр.
– Рәхмәт. Иртәнге сәйҙе тегендә, эштә эстем.
Гөлниса бер ҙә үҙенә оҡшамаған, хәрәкәттәре яй, һөйләшеүе рәсми. Ул өҫтәлгә терһәкләнде лә үтенгәндәй әйтте:
– Ултыр. - Тимерйән тыңлаулы бала ише әйткәнен үтәгәс уның ҡаршыһы-нан урын алып тоноҡ тауыш менән һөйләп алып китте. - Беҙҙең мөнәсәбәттәр сәй-ер, эйе бит? Бына һинең менән өс ай осрашабыҙ, ә бер-беребеҙ хаҡында бер ни ҙә белмәйбеҙ. Һин дә беренсе осрашҡан көндәге теләгемде үтәп төпсөнмәйһең, мин дә асыла һалып бармайым. Мәңге былай дауам итмәҫе билдәле. Түшәк кенә бүле-шеү, бер-береңде аңлау түгел бит әле… Һәр кеше ата-әсәһенең яҙмышын ҡабат-лай, тиҙәр. Бәлки ысынлап та шулайҙыр. Атайымды хәтерләмәйем дә, белмәйем дә. Паспортҡа бер исем яҙылған шунда. Әсәйем менән үҫтем. Бала кәрәккәс мине табып алған, бары шул ғына. Башта ауылда йәшәй инек, шунан таныштар ярҙамы менән бында күсеп килдек, әсәйем арыу ғына эш хаҡы алып ҡулай эшкә урынла-шты. Мин нефть институтын тамамланым. Әсәйем теге, йоғонтоло таныштары аша бында, нефть эшкәртеү берекмәһенең идаралығына урынлаштырҙы. Йылы урын биләгәс аҡсаға бер ҡасан да мохтажлыҡ кисермәнек, аҙыҡ-түлеккә лә, кейе-неүгә лә етте. Тик бына фатирға ғына аҡса төйнәй алғаным юҡ әле. Әсәйем ҡартайып үлеп киткәс ошо өй миңә ҡалды. Ишеңде тап та әйҙә, йәшә инде. Юҡ шул, үҙ яртыңды табыуы еңелдән түгел икән. Йөрәкте ярһытҡан, булмышыңды елкендергән йәрең булмағас ҡайһылайтып тормошта киҫкен боролош яһамаҡ кәрәк. Йәшәнем шулай. Ә йәшлек үтеп бара. Яңғыҙлыҡтан да биҙрәгәйнем. Мөхәббәттән ваз кискәс, юҡ тигәндә бала табырға булдым. Ауыр саҡта йән йыуатыр кешеңдең яҡы-нлығын тойоу ҙа кәрәк ҡайһы саҡ. Бик һорағас Хоҙай миңә бала бүләк итте. Үтенәм, кемдән, тип һорама, был мөһим түгел. Бер тапҡыр ҙа нишләп өйөңдә ике ултырғыс, ике сынаяҡ, ике яҫтыҡ, тип һораманың, үҙем һүҙ башларға ҡыйыулығым етмәне… Хоҙай миңә бала бүләк итте, әммә яҙмышыма оло хәсрәт, ҙур һынау өҫтәне. Малайым тыумыштан ауырыу, һуғылма менән яфалана, бик йыш тапмаһы тота. Башҡа ауырыуҙары ла етерлек. Тыумыштан мейеһенә ҡан һауған, шуға ярты кәүҙәһе сәләмәт, ярты кәүҙәһе үле кешенеке һымаҡ. Ярты-йорто мөхәббәттән яр-алған ярты бала… Ҡайҙарға ғына алып йөрөмәнем, кемдәргә генә күрһәтмәнем, һауыҡтыра алманым. Төпкөл ауылда имсе ҡарсыҡтың йәшәгәнлеген әйткәйнеләр, һуңғы сиктә өмөтөмдө усыма йомоп шунда киттем. Ә ул мине бөтөнләй төңөлдөрөп ҡайтарҙы, малайыңды ыҙалатып алып йөрөмә, үҙең дә өҙгәләнмә, маңлайыңа яҙғанға күн, бисараның күп йәшәре ҡалмаған, тине. - Гөлниса күҙ йәштәренә быуылып тынып ҡалды ла бер аҙ тыныслана төшкәс дауам итте. - Ғәҙәти, тулы көн эшләү мөмкинлеге ҡалмағас улымды зәғифтәр йортона урынлаштырҙым. Унда ҡараулы, ваҡытында уколын да ҡаҙайҙар. Шунда йәшәй, шунда уҡый, ял көндәре йыуындырып алырға, тамағын өй шарттарында хәстәрләргә алып ҡайтам. Бына ни өсөн шәмбе, ял көндәре һинең менән осрашмайбыҙ, сәйер ҡылығыма ниһайәт төшөндөңмө инде? Һин килер алдынан һәр ваҡыт Зөфәрҙең шәхси әйберҙәрен төпкәрәк, күҙгә бәрелмәгәнерәк ергә йәшерә инем. Уны күпме ҡасырып-боҫорор-ға мөмкин? Малайымды әле генә өҫ-башын йыуып, үҙен йыуындырып интернатына илттем. Кафеға саҡырыу сәбәбен дә һиҙәм, тәҡдим яһарға иҫәбең. Яуабым юҡ. Ары нимә ҡылырға икәнлеген үҙең хәл ит, сараһыҙламайым. Әгәр улымды күрергә теләһәң шәмбе көнө ҡайта. Кил.
Әсе ел уйнаған ҡала урамдарын оҙаҡ ҡыҙырҙы Тимерйән. Башына аныҡ ҡына фекер төйнәй алмай ҡаңғырҙы. Эркелеп, көндәлек мәшәҡәттәре артынан ашыҡ-ҡан халыҡ ағымына эйәреп атлай, мәгәр үҙе лә, уйҙары ла яңғыҙ, аҙашҡан. Гөл-нисаға ни тип яуап бирер? Әллә барыһын да оноторға ла ҡуйырғамы? Балалы ҡатындан башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән был донъяла. Ярай өйләнде лә икән ти, ауыр-ыу бала менән ғүмер буйына интегергәме? Бирелгән ғүмерҙе әҙәмсә йәшәп ҡалырға бер кем дә ҡамасауламай. Гөлниса алдында бурысы юҡ, бала уныҡы түг-ел, шулай булғас выжданы ла саф, таҙа. Нишләп сит кешенең ҡайғыһын, йөгөн теләп үҙ иңеңә һалырға?
Һуң ғына бүлмәһенә ҡайтып ингән Әхмәров үҙен үҙе дәрләндерергә маташты: “Ебеп төшөргә ярамай. Барыһын да оноторға. Кисекмәҫтән шылтыратырға ла ҡарарыңды өҙә әйтергә кәрәк.” Телефонға үрелде лә икеләнеп туҡтап ҡалды. Бөг-өн түгел. Иртәгә әйтер.
Аҙна самаһы ваҡыт үтте. Тимерйән Гөлнисаға шылтыратманы ла уға барып сығырға ваҡыт тапһа ла ҡыйыулығы етмәне. Ошо арауыҡ уның өсөн ысын мәғәнәһен-дә ғазапҡа әүерелде, ятһа ла, торһа ла күҙ алдында Гөлниса ғына: берсә йылмая биреп, йә уйсан текәлеп ҡаршыһына килә лә баҫа. “Оноторға!” Түшәгенә ауа ла сәғәттәр буйы китапҡа текәлеп ята, йә ҡулындағын атып бәреп тар бүлмәһе буйлап ҡабаланып йөрөргә керешеп китә. Бына әле лә яңғыҙы. Һары ҡалпаҡлы өҫтәл шәменән бүлмә эсенә сырхау яҡтылыҡ тарала. Бөләңгертлек йәнде лә тәнде лә баҫа. Ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ, шаулы ятаҡ коридорының да тынып ҡалған мәле булыр икән. Тағы бүлмәнең тар арауығын кәлепләргә тотондо ла башы әйлә-нә башлағас ултырғысына лыпын ултырып бөгөлөп төштө, сикәләрен ҡушуслап сәстәрен бармаҡтары менән аралап тараны, шунан ҡәтғи ҡарарға килгән кешеләй кинәт ынтылып телефонын алды:
– Һаумы, Гөлниса!
– Мине хәтерләр көнөң дә бар икән.
– Беҙгә хәҙер үк осрашып һөйләшергә һәм аңлашырға кәрәк.
– Нимә хаҡында?
– Артабанғы яҙмышыбыҙ хаҡында!
– Кәрәкме икән ундай һөйләшеү?
– Һис шикһеҙ кәрәк!
– Шул тиклеп ярһып ҡысҡырма, Тимер. Сәғәткә ҡара!
– Ярты төн ауышҡанын да беләм… Хәҙер барып етәм! - Тимерйән шулай тине лә уйының кире ҡаҡҡыһыҙлығын иҫбатлағандай, телефонын һүндереп үк ҡу-йҙы.
Гөлниса көткәндер, аш өй яғындағы тәҙрәлә ут күренә, ишек бикһеҙ.
Ул өҫтәл артында ултыра: өҫтөндә саманан тыш ҡыҫҡа итәкле, килешле төнгө күлдәк, башы түбән эйелгән, ҡуйы сәстәре тотошлайы менән тиерлек йөҙөн ҡап-лаған, уй-кисерештәрен төҫмөрләү мөмкин түгел. Ишек асылып-ябылғас тертлә-гәндәй итте. Тимерйән өҫтәл эргәһендәге ултырғысты тартып алып ишек төбөнә сүгәләне.
– Килдеңме? Хушлашырғалыр инде? - Гөлниса башын ҡалҡытты, сәстәрен төҙәтештерҙе, йөҙөндә тәрән һағыш, тауышында үпкәләү ауаздары.
– Юҡ. - Тимерйән әйткәнен раҫлағандай ҡулын ҡырҡа һелтәп өҫтәп ҡуйҙы. - Һинһеҙ йәшәүҙең мәғәнәһен тапмайым, ризалығыңды бир, бергә йәшәйек!
– Әгәр ризалашмаһам?
– Һин…һин бит мине яратаһың! Эйе бит?
– Яратыу - кейәүгә сығыу, тигән һүҙ түгел бит әле. Минең балам бар, зәғиф балам. Ә ундай имгәк менән кемгә кәрәкмен? - Гөлниса кинәт ҡалҡып стена яғына боролоп баҫты, яурындары дерелдәй башланы. Ул илай ине.
– Миңә кәрәкһең! - Тимерйән дә аяғүрә баҫты ла Гөлнисаны йөҙө менән әйләндереп ҡосағына ҡыҫты . - Һөйөклөм, һине күрмәгәнемдә аҡылдан шаша яҙҙым…
Ир танһыҡлаған ҡатын көсһөҙләнгәндәй итте, ҡулдары сыбыртҡылай һалынып төштөләр, тәне ҡыҫыуҙарға ҡаршылыҡһыҙ буйһондо, ҡырылмаған эйәк ауырттырып түштәрен ҡырғас ҡына ул зиһенен туплап иҫкәртергә өлгөрҙө. - Улым, Зөфәрем өйҙә…Ул төпкө яҡта… Мин хәҙер, был яҡҡа, иҙәнгә урын йәйәм… Үтенәм… Йә инде… - Ҡулдар ҡармауынан ҡотолған Гөлниса егәрле, дәртле баҫып йөрөп урын йәйергә керешеп китте, үҙе шул ыңғайы Тимерйәндең яғына ярһыу, осҡонло йылмайыуын атып-атып ала.
Тегеһе лә әллә ҡасан сисенеп бөткән, күләгәләй ике бүлмә араһында тауышһыҙ йүгергеләгән йылғыр кәүҙәне һонолоп эләктереп ала ла йоҡа туҡыма аша йә яурындарҙы, йә тығыҙ, ымһындырғыс түштәрҙе ҡапшай, унан ҡалһа һутлы ирен-дәрҙе һурып үбә. Тегеһе уның һайын хәлһеҙләнә, быуынһыҙлана бара. Бына түшәк әҙер, хәҙер унда сумырҙар ҙа ожмах ләззәтенә бирелерҙәр. Көтмәгәндә Гөлниса-ның йөҙөнән күләгә йүгереп үтте, шул ҡатмарлы эске кисереш кәүҙәһен ҡор-ошторҙо буғай, ул урынында ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан иҫенә килде шикелле, түшәккә сумып кейемдәренән арынғас хәләл иренә мөрәжәғәт иткәндәй ғәҙәти итеп өндәште:
– Утты һүндер ҙә, йоҡлайыҡ… Арыным. Башта эштә йөрөп, шунан һине көтөп…
Бындай битараф мөғәмәлә Тимерйәнде лә һипһендерҙе. Ул юрған ситен ҡайырып кәүҙәһен шунда тыҡты ла Гөлнисаға арҡаһын ҡуйып ятты. “Араларын бүлеп шаршау тартылдымы ни! Кем тартты уны? Теге малаймы?.. Ят йән шул. Ят… Әлегә уны бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ… Танышмаҫ элек үк екһендерә… Бергә йәшәй, көн һайын аралаша башлаһалар нимә килеп сығыр…”
Тимерйәндең яғына ҡайырылған Гөлниса боҙҙай һалҡын ирендәрен яурын-башҡа ҡағылдырҙы:
– Зөфәр уянды шикелле. Килгәнеңде һиҙҙе. Инде йоҡламаясаҡ. Мине башҡаларҙан ҡыҙғана ул.
– Улайһа ары нисек йәшәрбеҙ, Гөлниса?
– Белмәйем…
Уңғансы төпкө яҡта нимәлер хәрәкәткә килде: иҫке дивандың пружиналары әсе шығырҙаны, иҙәнгә нимәнеңдер тәгәрәп төшөүе, сылтырап ватылыуы ишетелде. Гөлниса ҡорт саҡҡандай тороп ултырҙы ла Тимерйәндең беләгенән матҡыны:
– Тапмаһы тотто тағы… Тимер, укол ҡаҙа зинһар… Дарыуҙары, шприц шунда, өҫтәлдә. Әҙер. Мин…уже не могу…Устала… - Гөлниса нишләптер руссаға күсеп шулай тине лә йөҙөн ҡушуслап кире түшәккә ауҙы.
Тимерйән торҙо, ашыҡмай ғына салбарын кейгәс ишеккә тартылған ҡорғанды тартып асып төпкө яҡҡа үтте, стенаны һәрмәп утты ҡабыҙҙы.
Диванда үтә лә сибек, арыҡ кәүҙәһендә ҡабырғалары беленгән малай тырпы-рап ята. Яҫтыҡ, юрған, иҙәнгә шыуған. Тәпәшәк өҫтәлдән төшөп ваҡ киҫәктәргә сә-срәгән вазаның ярсыҡтары вайран килеп таралған. Көсөргәнеүҙәндер малайҙың нәҙек ҡулдары ҡыу ағастай ян-яҡҡа тырпайғандар, етек сәсле бәләкәй башы яур-ынына ҡырын һалынған. Фалиж* һуҡҡан яғындағы күҙе йомоҡ, сәләмәте тирә-яҡ-ҡа аҡайып, аптырап, ғәжәпләнеп ҡарай, унда хис тә, тойғо ла, мәғәнә лә төҫмөр-ләнмәй. Сырыштар сыбарлаған биттең үле өлөшө һәммәһенә битараф ҡарай, ә икенсе яғына ҡурҡыу, фажиғә көтөү ғәләмәте битлеккә әүерелеп ҡатҡан. Тамаҡ төбөнән ғырылдауыҡ өнгә эйәреп сыҡҡан аҡһыл күбек салшая төшкән ирендәр-ҙән ҡыҫылып сыға ла түшәккә, ары иҙәнгә һарҡа.
“Бына һин ниндәйерәк икәнһең! Гөлнисаның йәнен ашап ҡартайтаһың, тиҙҙән беҙҙең бәхетте урлаясаҡһың…”
Тимерйән уйының аш бүлмә яғына ишетелеүенән ҡурҡҡан уғрылай ишек яғына ҡарап алды, ҡорғанды тартты. Ек ҡалманымы тигәндәй ҡорған ситтәрен ҡымтыштырып ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты. Өҫтәлдә ятҡан пакетты асып шприцты сыға-рҙы ла ампуланың осон ватып дарыу һурҙырҙы. Тағы ла бер тапҡыр ишек яғына ауыр ҡарашын атҡас туҡтап ҡалды, укол ҡаҙарға йыйынып малайҙың беләген үҙ-енә ҡарай тартты. Ул һалҡын ине. Пульсты ҡапшаны. Бәләкәй йөрәк ҡошсоҡтай талпынып тибә. “Дөмөкмәгән әле был, эт йән…” Насар уйҙан әллә тәне ытырған-ып ҡуйҙы. “Был бөгөн үлмәһә иртәгә дөмөгәсәк, иртәгә булмаһа иртәнән һуң. Теге имсе фаразлаған даһа. Гөлниса ла уны белеп, шуға күнеп, көтөп йөрөй… Әгәр убыр яңылышһа? Бөтәһен дә алдан тоҫмаллап хөкөм сығарырға ҡарсыҡ Ал-ланың ҡашҡа тәкәһе түгел. Әгәр был имгәк тағы ла ике, өс, дүрт йыл, унан да ары йәшәһә?.. Уларҙың тормошон ағыулаясаҡ ҡына… “ Был артыҡ йән, һалыҡ башҡа-ларҙы ыҙалатмай, йонсотмай ғына дөмөгөргә бурыслы… Бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмайым да, бары уға ярҙам иткем генә килмәй… Килмәй!”
Ҡаршылыҡлы уйҙарҙан ярһыған Тимерйән мәйет һалҡынлығы ҡунған ҡулды кире түшәккә ташланы ла шприцтағы дарыуҙы иҙәнгә йәйелгән коверға саптырт-ты. “Әйҙә ят, тере ҡалһаң йәшәрһең, хәлеңдән килмәһә башҡаларҙы ыҙалатма!” Шул килеш оҙаҡ торҙо һенағастай. Тынлыҡ. Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Гөлниса йоҡлаймы икән? Нишләп өндәшмәй ул? Тауыш бирһә еңелерәк булыр ине, бәлки.
Малай баяғы хәлендә ята. Фиғелендә үҙгәреш һиҙелмәй. Туҡта, уның аҡайған, сәләмәт күҙендә ниндәйҙер мәғәнә төҫмөрләнә түгелме, ана салшайған ирендәре лә остайҙылар, нимәлер әйтергә йыйыналар.
Тимерйән уның өҫтөнә эйелде… һәм ауыртыуҙан саҡ ҡысҡырып ебәрмәй арт-ҡа сигенде. Уға ҡарай һонолған ҡул түшенән матҡып өлгөргәйне. Тырнаҡтарҙан ҡалған тәрән яра эҙҙәре түшендә уйылғандар. Ҡанамайҙар, бары иткә саҡлы һыҙырылғанға уттай янып күренәләр. Был күҙ асып йомған арала килеп сыҡҡан хәлдән иҫен йыя алмаған Тимерйән ҡулындағы шприцты атып бәрҙе лә күкрәген услап иҙәнгә сүкте. Ҡыпһыуырҙай бармаҡтар йөрәген һурып алдылармы ни! Торҙо. Малай яғына күҙ атты ла диванға яҡынларға ҡурҡҡандай уны ситләтеп ишеккә ҡарай йүнәлде.
Гөлниса һаман да һыртын ҡуйып ята. Тимерйән дә утты һүндерҙе лә урынында бөгәрләнде.
– Зөфәр нисек? - Һорау баҙ төбөнән килгәндәй тоноҡ ишетелә.
– Ә?! Нимә тинең?
– Укол ҡаҙаныңмы?
– Эйе…
– Тынысланып йоҡлап киттеме?
– Ыһы…
Тағы тынлыҡ. Ҡәбер тынлығы. Стеналағы сәғәттең һуғыуы ҡолаҡты ярырҙай булып ишетелә. Йәнә уға ишек төбөндәге йыуынғыстан тамған һыу тауышы өҫтә-лә. Кемуҙарҙан һамаҡлайҙар төҫлө: “Үл-те-реү-се!.. Үл-те-реү-се!..Ҡур-ҡаҡ!..Ҡур-ҡаҡ!..” Нимә эшләне ул көтмәгәндә-уйламағанда? Ҡайҙан килде уға бындай ҡат-ылыҡ һәм миһырбанһыҙлыҡ? Әллә уның асылы шундаймы? Тыңланғандай ятты. Сәғәт менән һыу тамсылары көйҙәрен үҙгәртеп икенсе төрлө таҡмаҡлайҙар: “Йырт-ҡысс!.. Йырт-ҡысс!.. Иб-лес...Иблес...” Әллә малайға уколын ҡаҙарға ла был өйҙән сығып баш һуҡҡан яҡҡа олағырғамы? Нимәгә кәрәкте әле уға был ғаилә? Әйҙә йәшәһендәр үҙҙәренсә, үҙҙәренсә көн итһендәр, ыҙаланһындар, ғазаплан-һындар. Ул азат, уны бында бер нимә лә бәйләп тотмай… Юҡ! Гөлниса уныҡы, бары уныҡы ғына! Әгәр Хоҙай инселәгән өлөшөнән яҙһа ғүмере буйы яңғыҙы ҡал-асаҡ, ә уның яңғыҙ көн иткеһе килмәй. Күпме мөмкин. Улар әҙәмсә йәшәргә хаҡ-лылар. Ә был малай аҡтығы ҡамасаулай…
Һуңғы уйы Тимерйәндең ҡул-аяҡтарын бығауланы, түшәккә баҫты. Ул ҡулда-ры менән ҡолаҡтарын томаланы ла өшөй башлағас юрған эсенә башын йәшереп йомғаҡтай йомарланды. Өшөтә. Ҡайһылай ҙа өшөтә. Аҫҡы эйәге бейергә тотондо, тиҙҙән тештәре тешкә теймәй шаҡылдай башлаясаҡ. Ауырттырып яңаҡта-рын ҡыҫты. Тоноҡ тауыш тағы тынлыҡты боҙҙо:
– Нишләп мине ҡосаҡламайһың, иркәләмәйһең?..
– Мин арыным, ныҡ арыным, ял итәйек…
Иртәнсәк төпкө яҡҡа сыҡҡан Гөлнисаның иңрәүле тауышы өй эсен яңғыратты:
– Балам!.. Зөфәрем!..
* * *
Ерләү мәшәҡәттәре ҡәҙимгесә үтте: күрше бабай ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып килтергән ҡарағай таҡталарынан бәләкәй генә табут әтмәләне, әбейе тешһеҙ ауыҙын йыбырлатып белгән доғаларын уҡый-уҡый кәфен текте. Гөлниса шәүлә ише ҡыймылдай, уның бар икәнлеге лә, юҡ икәнлеге лә беленмәй. Интернаттан автобус бүлгәндәр икән, зыяратҡа юлланғанда табутты шунда ҡуйып эргәһенә биш-алты кеше һағып барҙы.
Ерләп ҡайтҡас шул уҡ кешеләр өҫтәл артына ҡыҫылып ултырышты, теге табутсы йүткерә-тотлоға йыназа уҡыны. Ир кеше булараҡ Тимерйән хәйер өләш-те. Шымтайышып аш ашанылар, сәй эстеләр. Мәрхүмде оҙата килеүселәр тара-лышҡас бүлмәлә икәүһе генә ҡалды. Тимерйән ғәйебе асылыуҙан ҡурҡҡан ҡараҡ-тай Гөлнисанан күҙҙәрен йәшерҙе. Ул да уның уйын аңлағандай әйтә ҡуйҙы:
– Бөгөнгә ҡайт… Мин дә ҡайғынан арынайым…
Шул һүҙҙәрҙе генә көткән Тимерйән ҡыуанып китте, өтәләнеп йыйына башла-ны:
– Йә. Мин шылтыратырмын, Гөлниса… Көн һайын… Әлегә, хуш…
Гөнаһ тамғаһы - теге яра бөтәшмәне. Ике- өс көн эсендә ул ҡалын ҡара ҡутыр менән ҡапланды һәм тырнаҡ эҙҙәре тигеҙ итеп яҙылған өс алты һанына оҡшап ҡалдылар. Тимерйәндең мейеһен ҡурҡыулы уй телгеләне: “Тәнемдә шайтан тамғаһы, иманһыҙҙар тамғаһы!.. Тикмәгә һалынманы был тамға, тикмәгә түгел…” Ул көҙгө ҡаршыһына ултырҙы ла ауыртыуын еңеп, эҙҙәрҙе юйырға тырышып, скальтель менән яраны соҡорға кереште. Бысаҡ менән юнылған эҙҙәр бергә уҡмаштылар ниһайәт, һәм түштә баҡыр тәңкәнән ҙурыраҡ, төпһөҙ күтерҙе хә-терләткән ҡанлы яра барлыҡҡа килде. Быныһы ла уңалырға ашыҡманы, тышлығының аҫтына яңынан эрен йыйып, ситтәре ҡыҙарып боҙолдо ла китте. Нимә генә ҡыландырып ҡараманы: иң ҡиммәтле майҙарҙы алып һөртөп тә мәшәҡәтләнде, ҡутырҙы имшетергә тырышып бинтҡа антибиотик сылатып ябып та ҡараны. Кил-ешмәһә килешмәй бит. Бөтәү яра үләттәй йәйелә бирҙе. Өҫтәүенә йөрәккә үтеп һыҙлай. Ҡала буйлап аптеканан аптекаға сапты, әжәл дарыуҙарылай күреп ҡиммәтле дауалар эҙләне. Ниһайәт яра табип тырышлығына, дарыуҙар ҡөҙрәтенә би-реште: ҡутыры һыҙырылды, төҙәлеп үк бөтмәһә лә уңала төштө, һыҙлауы ла баҫылғандай итте. Ауыр, сиселмәҫ мәсьәләне хәл иткәндәй еңел һулап ҡуйған Ти-мерйән, Гөлнисаға шылтырата һалды. Теге оста ҡоро ғына өндәшеү ишетелде:
– Тыңлайым.
– Гөлниса, беҙгә осрашырға ине.
– Һуңғараҡ. Эштә йөрөйөм, ваҡытым юҡ…
– Бөгөн шәмбе, иртәгә ял… Миңә дежурствоға ла түгел.
– Әйттем түгелме, һуңғараҡ тип! - Гөлниса ярһыуын көскә тыйып әйтте. - Пока!
Тағы ла бер аҙҙан яра бөтөнләй тартылды, кесерәйеп ҡалды, өҫтө баштағы таҙ-ға тартым тышлыҡ менән ҡапланды. Тимерйән дә уның тураһында онота төштө. Тик ғәжәп, яраһы уңалды, ә ул һаман төшөнә инеп йөҙәтә, йәнәһе лә боҙола, тәнгә инеп оялаған һаҙлыҡлы батҡаҡтай йәйелә бара. Дауаханала күргән төшөн яңынан күрҙе, энәһенән-ебенә ҡәҙәр ҡабатлап күрҙе: теге түшендәге тамға күҙҙәр иңләмәҫ оло һаҙлыҡҡа әүерелде лә ул унда бата башланы, күтер уны һура, йота бара. Йәне сыға яҙып, манма тиргә батып һаташҡан Тимерйәнде телефон шылтырауы уятты.
Гөлниса икән:
– Сәләм!
– Һаумы! Хәлдәрең нисек? - Һаташыуынан айнып етмәгән Тимерйән тарҡау яуапланы.
– Кил… - Телефонда ҡыҫҡа гудоктар ғына ишетелде.
“Кил, тине. Тимәк һағынған. Бөтәһе лә артта ҡалды, онотолдо. Бынан бүтән улар-ға бер кем дә ҡамасауламаясаҡ.” Онотолдо микән, ни, тигәндәй күлдәк аша теге яраһының урынын ҡапшап ҡуйҙы. Уныһы ла бармын әле, уңалып бөтмәнем әле, тигәндәй һулҡып алды.
Барып инеү менән Гөлниса уның ҡосағына ташланыр тип көткәйне, киреһенсә килеп сыҡты: һалҡын ҡараш, рәсми мөнәсәбәт, теләкһеҙ һөйләшеү. Турһайышып сәй эстеләр, ауыҙҙарына йөҙөк йәшереп апаруҡ телевизор алдында суҡайғас, ниһ-айәт, шулай тейеш, тигәндәй йоҡларға яттылар. Икеләнеүле арауыҡтан һуң уҫ-лаптай кәүҙә йылымыс тәнгә тартылды, ирендәр теләкһеҙ генә бергә ҡушылды. Уларҙың икеһендә лә бер-береһенә тартҡан ҡайнарлыҡ һүнгәйне, һүрелгәйне. Күндәм, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф Гөлнисаны тызый, ҡыҫҡылай башла-ны, ләкин Тимерйәндең йәнендә ҡырағай ир кәре уянманы. Оҙаҡ ыҙаландылар, оҙаҡ аунанылар түшәктә, Тимерйән уйы менән Хоҙайҙан ағзаһын баҙыҡландырыр ҡомарҙы саҡырҙы, ялбарҙы, әммә көткәне килмәне. Тәжрибәле ҡатын да ирҙең кө-сһөҙлөгөн һиҙҙе, торҙо, барып утты ҡабыҙҙы, йомош тапҡан булып инәнән-тыума килеш бүлмә буйлап йөрөп әйләнде, шунан кире түшәккә ятты, илгәҙәк һарыл-ып тилбер бармаҡтары менән ирҙең сикәләрен һыйпаны, ҡолаҡ һырттарын ир-кәләне лә ирендәрен йөнтәҫ түшкә тейҙергәс йылан саҡҡандай ҡысҡырып ебәрҙе:
– Был нәмә, Тимер? Ниндәй яра ул? Элек юҡ ине лә баһа!
Ошондай һорау бирелерен көткән Тимерйән әҙерләнеп килгәйне:
– Беҙҙә эшләгән хирург өй бөтөрә. Үткәндә барып уға ярҙамлашҡайным, аб-айламай стенаға яртылаш ҡағылған сөйгә һыҙырттым түште, күлдәк аша булһа ла ныҡ ҡына эләкте… - Яуап ышанысһыҙ ишетелде. Артыҡ ышандырырға тырышыу - бөтөнләй ышандырмай шул ул. Гөлнисаның йөҙөндә лә шундайыраҡ сатҡылар сағыла.
– Улай икән…
Ҡатын-ҡыҙҙың еренә еткереп иркәләүе ташты ла иретә, Тимерйәндең дә мускулдары ҡабарҙы, тәне баҙыҡланды. Ул тупаҫ ғәйрәт танһыҡлаған ирһәк бисәне әйләндереп түшәккә баҫты. Тағы ла бер ынтылһа мораҙына ирешәсәк. Ләззәт ҡая-һына артылдым тигәндә генә Гөлниса уны йән көсөнә этеп ебәрҙе лә үрһәләнеп түшәктән тороп уҡ китте, шунан сүгәләп ҡолаҡтарын ҡулдары менән томалап иң-рәүле иламһыраны:
– Юҡ, теләмәйем һине, түшеңдәге бынау нәмәң тынғылыҡ бирмәй. Арабыҙҙа төпһөҙ упҡын ята һымаҡ…
– Улайһа майканы кейәйем. Күлдәкте!
– Эш ундамы ни!
– Нимә ҡылайым һуң?
– Белмәйем…Ҡайт, әлегә, Тимер, һуңғараҡ килерһең…
– Нишләп саҡырттың улайһа?
– Һағынғайным. Бары шул ғына.
Хирургҡа бармаҡ йөҙөндәй яра нимә генә, тырыша торғас бөтөнләй уңалтты уны. Бер аҙ беленә беленеүгә, утта ҡыҙҙырып тәнгә баҫылған тәңкә сүрәтендәге йөй уйылып күренә.
Гөлниса рыя ҡаршы ала һуңғы осорҙа, бөтөнләй ят кешеләргә әүерелделәр. Оҙаҡ ултыралар бер-береһенә ҡарашып, һүҙ ҙә берекмәй, әңгәмә лә ялғанмай. Әйтерһең дә өйҙән әле генә мәйет сыҡҡан да шул ҡайғыны, тетрәнеүҙе яңынан кисерәләр. Сираттағы килеүендә Тимерйәндең уйын һиҙгән Гөлниса һүҙҙе шул яҡҡа ҡайырҙы:
– Зөфәр өйөмдөң ҡотон үҙе менән алып китте. Вафатына ҡырҡ көн үтте, торлаҡҡа йылы ла, йәм дә ҡайтмай…
– Аңлайым, Гөлниса…
– Нимә аңлайһың һин! Ҡатын-ҡыҙ донъяһын белер өсөн бисә булып тыу-ырға кәрәк. Беҙгә бит иң әүәл ныҡлы таяныс кәрәк. Шул терәкте, ышыҡланыр көс-тө тоймай тороп бер генә ҡатын да үҙен ышаныслы тотмай. Бына яҙмыш икебеҙҙе бер һуҡмаҡтан алып китте. Янымда һинең йөҙҙә ҡурсалаусым да бар. Теүәллән-деме донъям, көнитмешем? Белмәйем. Һине осратҡас Бөтә йәһәттән түңәрәк ғаилә ҡорорға ышаныу һәм уға ынтылышлы ымһыныу барлыҡҡа килде. Бына бе-ргә йәшәй башларбыҙ ҙа барыһы ла яйға һалыныр, тип өмөтләндем. Тик бер кәр-тә. Зәғиф бала. Беҙ йәшбеҙ, алда йәшәлмәгән йылдар ята. Шул ҡыҫҡа ғына ғүмер-ҙе имгәкте етәкләп үтәйекме инде? Һин дә мине ул барҙа бөтә тәрәнлегендә ярата алмаҫ инең. Шуны һиҙҙем. Ләкин… мин бит әсә! Нисек кенә булһа ла, ниндәй генә хәлдәрҙә лә үҙ баламдан баш тарта алмайым. Ул бит минең йәнемдең бер өлөшө, унда минең ҡаным аға. Терпе лә балаһын йомшағым, тип һөйә ти бит. Үткәндә улымды ярты мөхәббәттән яралған ярты бала булды, тигәйнем. Ысынлап та, уның бер яртыһында һөйөүем, өмөттәрем, бәхетем, киләсәккә булған өмөттәрем сағ-ылды, икенсеһендә… Улыма ҡарата миндә һәр ваҡыт ике төрлө ҡараш, ике төрлө тойғо йәшәне: уны күрмәһәм үҙәгем өҙөлөп һағынам, күрҙе ниһәм - күңелем ҡай-та. Сәләмәтлек һәм зәғифлекте бер юлы яратып буламы икән?! Ул минең өсөн бе-рәү, уны икегә бүлеп яратыу мөмкин түгел. Мин Зөфәремде өҙөлөп ярат-тым…һәм күрә алманым. Шулай ҙа була икән! Ғаилә ҡорорға тәҡдим яһағайның, хистәремдең икенсе яғы өҫтөнлөк алды. Аңыма гөнаһлы уй инеп ояланы - ошо һа-лыҡ беҙгә ҡамасауламаһасы, үлһәсе! Бына ул юҡ… Тик нимәгә ирештем? Кеше үлемен, бигерәк тә яҡыныңдың әжәлен көҫәү тормошҡа ҡот ҡайтармай, йәм өҫтәмәй икән…
Йоҡларға ятҡас Гөлниса Тимерйәндең түшенә сәйер генә итеп текәлде лә һыртын ҡуйып боролдо: “Һаман да шул яра… Мөһөр баҫылғандай…” тигән ыңғырашыу Тимерйәндең йәнен ҡыйҙы.
Хәҙер ятһа ла, торһа ла ҡайҙа ғына барһа ла мейеһен бер генә уй игәй, нисек кенә булһа ла ошо ҡәһәрле яра эҙенән ҡотолоу. Әле ул уңалды тип тынысланып йөрөһә Гөлниса нимә ти: “Мөһөр!” Ҡайһылай ҙа ҡурҡыныс, ытырғаныс һүҙ!
Йән биргәнгә - йүн биргән, тигәндәй яйын тап килтереп физкабинетҡа йөрөп шул ерен ультрафиолет нурҙарҙа ҡыҙҙыра башланы. Бәлки сихәте тейер. Аҙна-ун көндән тотош тәне ҡарағусҡыл төҫкә инеп янды, әйтерһең дә ул ялын диңгеҙ яр-ында үткәреп ҡояшта ҡыҙынған. Теге ҡәһәрле тамға ғына ҡыҙҙырыуға бирешмәне, киреһенсә ағара төшөп түштә бермә-бер айырылып күренә. Нимә эшләргә?
Дауахана коридорында институтта бергә уҡыған һабаҡташын осратты. Ул әл-лә ҡасандан пациенттар күп мөрәжәғәт иткән, табышлы пластик хирургия өлкә-һендә шөғөлләнә. Әле бүлеккә йомош менән генә һуғылыуы икән. Тимерйән уны ситкәрәк ҡултыҡланы:
– Слушай, хәл былайыраҡ тора…һин миңә ярҙам итә алмаҫһыңмы?
– Каким образом? Алдымда здоровый егет баҫып тора!
– Тәндә яра, дөрөҫөрәге яра эҙе бар, шуны бөтөрөргә ине.
– Шрам украшает мужчин, тиҙәр.
– Шулай ҙа, ҡотолорға ине унан.
– Без проблем. Кил. Көтәм. - Уға визитка һонолдо.
– Рәхмәт. Ҙур рәхмәт. - Тегеһе китергә йыйынғайны еңенән тартып туҡтат-ты. - Бөтөнләй эҙе ҡалмаҫлыҡ итә алаһыңмы?
– Обижаешь. - Танышы үпкәләгәндәй итте. - Фирма гарантирует!
Операциянан һуң яра яңынан ҡуҙҙы ла китте, әйтерһең скальпельдың ҡағылыуын ғына көткән: тағы ла йәйелә, сейләнә башланы, ҡаны ҡатыш эрене ҡойола өҫ-тәүенә. Хатта унан ниндәйҙер һаҫыҡ емтек еҫе лә килә. Инде биниһая ваҡыт Тимерйән Әхмәров эшенә йөрөмәй, бюллетень астырып өйҙә ята, әгәр эшенә барыу ғына түгел урамға сыҡһа ла ошо ҡот осҡос еҫтән кешеләр танауҙарын баҫып ситкә тайшанырҙар төҫлө. Әле иртә менән көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан ҡалын кейенеп, тотош кәүҙәһен одеколонға ҡойондороп ҡалаға сығып әйләнде, ашарына аҙыҡ-тү-лек, тағы ике шешә араҡы һатып алды ла ҡабаттан ҡайтып бикләнде. Подъезға инерҙән алда ҡояшҡа ҡараны, ул ихлас ҡыҙҙырһа ла һүнеп барған шәмде хәтерл-әтә.
Әле урамда саҡта беленмәй ине, бында кире ингәс бүлмәһенә тонсоҡторғос одеколон еҫе тулды. Еҫләнмәһен өсөн мәйетте шулай эшкәртәләр. Ул бит тере әл-егә. Юҡ, ер өҫтөндә ҡыймылдаған тере мәйет ул. Мейеһен ҡот осҡос ҡурҡыныс уй һулҡытты: “Тере мәйет…Тере мәйет…” Тумбочканың тартмаһын асып ҡарағ-усҡыл ҡыҙыл ҡумта килтереп сығарҙы, асып эсендәге алтын балдаҡты алып усына һалып тәү тапҡыр күргәндәй әйләндергеләне. Ошо никах балдағын күңеле хыял-дар диңгеҙендә йөҙгән мәлдә йөрөп һайлап алғайны. Хәҙер ул кәрәге ҡалмаған һары тимер киҫәге. Тумбочка өҫтөндә ятҡан телефонына текәлеп алды. Һуңғы осорҙа уға шылтыратыусы юҡ, шуға кәрәкһеҙ әйберҙәй тәгәрәп ята шунда. “Нимә һуң ул яңғыҙлыҡ? Ул кеҫә телефонының төп тәғәйенләнешен юғалтып ғәҙәти буд-ильникҡа әүерелеүелер, моғайын” Үрелеп телефонын алды, һүндерҙе, шунан ҡу-мтаға балдаҡты һалды ла ҡырҡа ҡарарға килеп икеһен дә форточка аша тышҡа быраҡтырҙы. Шулай итеп донъя менән һуңғы бәйләнеш, иҫәп-хисап өҙөлдө. Ҡар-шылағы туғыҙ ҡатлы йорттоң мөйөшөнә ауырыу, фанилыҡҡа һағайып ҡараған ай һаҡҡан. “Мөйөштән ысҡынһа ваҡ ҡына киҫәктәргә сәсрәп ватыласаҡ, әрәм бул-асаҡ…” Ул һәр ваҡыт ҡояшты, айҙы күҙәтергә яратты. Яҡты донъяға килгән бәғзе әҙәм балаһы шулайталыр, сөнки һәр тереклектең үҙ ҡояшы, үҙ айы… Элек ҡояш та, ай ҙа йәш, яҡты, нурлы инеләр, шунан ваҡыт үтеү менән ҡыҙарҙылар, хәҙер һа-рғайып, ҡартайып үлергә йыйыналар. Айҙың ҡолап төшөүен күрергә теләмәгән-гәме тәҙрә ҡорғанын тартып ҡуйҙы, өҫтәл эргәһенә килде лә унда һерәйгән ике шешәнең береһен асып ҡырлы стаканды тултырғансы ҡойғас ҡулындағын бер тына эсеп ебәрҙе. Зәһәр эсемлектән йөҙөн боҙоп сытырая бирҙе лә шөғөлөн ҡай-танан ҡабатланы һәм ризыҡ ҡабып та тормаҫтан карауатына бөгәрләнеп ятты. Ар-аҡы шауҡымынан тәненә еңеллек килде, ошоға тиклем арыған йоҡоһоҙ төндәрҙән талсыҡҡан зиһене сафланды, мейеһе аныҡ аҡыл йөрөтөр кимәлгә ҡайтты: “Әллә үлергә лә ҡуйырғамы? Кемгә кәрәге ҡалды уның был фани донъяла? Был мәғәнәһеҙ көн итеүҙән ни фәтеүә?” Илап ҡалыр, уның өсөн ҡайғырыр яҡындары ла юҡ исмаһам. Илаһа ауылда йәшәгән, инде һикһәнде ҡыуған әсәһе илар. Нишләп әле генә уны иҫенә төшөрҙө? Әсәһе бит ул уҡыһын, белем алһын өсөн бөтәһен дә эшләне, бәлки ауыҙындағы һуңғы ризығын өҙөп студент улына ебәргәндер… Уҡыуын тамамлаған йәш хирург мажара эҙләп, йәнә оҙон аҡса вәғәҙә иткәстәр Чечня ҡойонона башын алып барып тыҡты. Унан күңеле ҡатып, зиһене имгәнеп ҡайтты. Шулай булмаһа армиянан ауылына тура ҡайтып иң әүәл әсәһенең хәлен белер, уның етем донъяһын бөтәйтергә тырышыр ине. Юҡ бит, Өфөлә туҡталды ла ятаҡтан урын алып эшкә төштө лә китте. Ҡайтҡыһы килмәүҙең тағы ла бер сәбәбе бар. Розалия. Хәҙер ул теге боламыҡ Әлфәрискә кейәүгә сығып күршеләрендә көн итәләр ти, әсәһен һыртынан ҡарап, уны хәстәрләйҙәр ҙә икән. Насар йәшәйҙәр Әлфәристәр йәнәһе лә. Үткәндә ауылдан килгән танышы уны урамда осратып ошолар хаҡында хәбәр итте. Ауылда бөгөн, ни эше юҡ, ни ашы тигәндәй. Әлфәрис эшһеҙ, ҡатынының ҡулына ҡарап ята икән. Белеме буйынса ул агроном, башта совхоз, шунан бүлексә тарҡалғас инде ҡайҙа барып төртөлһөн? Әле күптәр башлап ебәргән фермер шөғөлө лә тырышлыҡ һәм таҫыллыҡ талап итә. Йүнһеҙлеген, әрәмтамаҡлығын араҡы менән йыуып көндәрен үткәрмәй ары ни ҡылһын? Розалия шул мәктәбендә уҡыталыр. Уға һис кенә лә үпкәһе юҡ. Былай ҙа уның институтты бөткәнен көттө, кейәүгә сыҡманы, Чечняға китеп олаҡҡас ҡына яңғыҙаҡ тормошон үҙгәртергә иткәндер. Ултыраҡ ҡыҙға әүерелеп ғүмерен үткәрә алмай ҙаһа. Әсәһен онотманы онотоуға, тегенән армиянан да ай һайын почта аша аҡса ебәреп торҙо, бында ҡайтҡас та шулай эшләне. Аҡсала, етешлектә түгел икән дә баһа тормош мәғәнәһе. Әле бына ауыр мәлдә әсәһе иҫенә килеп төштө. Нишләп тыуған йортона ылығып бармай? Сәбәп ниҙә? Белә - ғәзиз әсәһе түгел ул уның. Тимерйән - аҫырау бала. Уллыҡҡа ла иҫ белгәс алынды, иҫ белгәс кенә түгел, аңында донъяға ҡарата айырым фекер һәм ҡараш нығынғас. Алыҫ бала саҡ хәтирәһе юй-ылмаҫлыҡ булып аңына һеңгән: Тимерйән беренсе класҡа уҡырға бара, ҡулында күҙҙең яуын алған ҙур гөлләмә, бер яғынан атаһы икенсе яғынан сибәр, һөйкөмлө әсәһе етәкләп алған. Өсөһө лә шат йылмайып ҡояш сығышы яғында, ҡалҡыулыҡ-та урынлашҡан мәктәпкә китеп баралар. Ниндәй бәхетле, илаһи мәл! Тимерйән һуңынан ошо күренештең төшөндә ҡабатланыуын күпме тапҡырҙар көттө. Ҡабатланманы, күренмәне. Ҡәҙерле нимәләр өндә йә төштә сағыу балҡып алалар ҙа йөрәкте өҙөп һағындыралар икән ул. Йәнә әсәһенең исеме Йәнбикә, ә атаһыныҡы Вәхит ине. Уларҙың ғаиләләрендә урынлы-урынһыҙ мәжлес ҡороуҙар йышайғандан йышайҙы, ошо хәл бәхетһеҙлектәренең башы булғандыр бәлки. Вахта ысулы менән нефть сығарған атаһы ун биш көн эшләп ҡайта ла шул сама туҡтамай ҡунаҡ йыя, байрам ойоштора. Әсәһе лә иренә эйәреп эсеүгә хиресләнеп* алды. Дуҫтары ла күп шул, шаулап-гөрләп өй тултырып килә лә инәләр. Ары малай шу-ға иғтибар итте, әүәле килеүсе ҡунаҡтар күркәм, бөхтә кейенәләр ине, ваҡыт үтеү менән һуғылыусыларҙың кейемдәре лә, үҙҙәре лә ҡойтоланғандан-ҡойтолана барҙы. Һуңғылары донъяны йәмһеҙләүсе шәүләләр генә ине. Тормоштары ла кирегә тәгәрәне, ата әсәһенең ҡылыҡ-фиғеле лә һуңғы аралашҡан әшнәләре ҡороноң ҡотһоҙ ҡалыбына яраҡлашты: ҡырылмаған битле, тоноҡ күҙле ир, ытырғаныс ҡиәфәтле ялбыр башлы ҡатын. Ҡайҙа юғалды һуң уларҙың элекке матурлыҡ-тары? Тағы өй эсенә елләтеп тә бөтөрә алмаҫлыҡ араҡы һәм тәмәке еҫе һеңде. Һуңға табан атаһы ла, әсәһе лә шөғөлдәрен бөтөнләй оноттолар. Һатыусы булып эшләгән әсәһе магазинда һатылыр араҡыны кис өйҙән, итәк аҫтынан ҡиммәтерәк хаҡҡа елгәрә ине, хәҙер үҙе кис етһә темеҫкенеп сығып китә лә тоноҡ шыйыҡса тултырылған шешәне ҡуйынына ҡәҙерләп ҡыҫып ҡайтып инә. Сабырһыҙ ир теге-нең ҡулындағын һелкетә тартып ала, ҡырлы стаканға тултырғансы ҡойоп ауыҙына түңкәрә, шунан боҙолған тештәрен ыржайтып, моңһоҙ ғыжылдап берҙән-бер бе-лгән йырын һуҙып ебәрә:
Баҙарҙарға барһаң аҡ тун алһаң,
Хаҡ ҡынаһын үҙем түләрмен.
Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, Йәнбикә,
Һинең өсөн үҙем үлер-мен-н-н…
Йырҙың ошо еренә етһә атаһы оло ауыҙын күккә терәп иларға керешеп китә. Атаһы менән әсәһе һуңғы осорҙа айнып, донъяға айыҡ күҙ менән ҡаранылармы икән? Тимерйән тырышып-тырмашып дәресен әҙерләргә маташып ҡарай. Ҡайҙа ул! Бер көн ят кешеләр килеп уны балалар йорто тигән ергә алып киттеләр. Ҡаса-ндыр үтә һарыға буялып, әле төҫө уңып бөткән, стеналарына шыбаҡшып туҙан һеңеп ҡатҡан, түбәһе һәм инер ишеге көрән төҫкә буялған шыҡһыҙ йорт ине ул. Ишек ауыҙына бер яҡ сите йәнселгән дүрткел быялаға йорттоң атамаһын яҙып эл-гәндәр, хәрефтәрҙе өлөшләтә ямғыр йыуған, ел ашағанлыҡтан асыҡ ҡына итеп уҡыу мөмкин түгел. Тимерйән туҡталып ижекләп уҡыны: “ …б… йор-то” Ингәс тә иҙән йыуып аҙапланған өлкән йәштәге ҡатын эргәһенә йүгереп барып һорай һалды: “Инәй, әйт әле, нимә була ул б… йорто?” Ҡатын салланған сәстәрен яулы-ғы аҫтына йәшереп уға асыулы екерҙе: “Нишләп мин һиңә инәй булайым, бынағайыш!.. Тапты яҡын кешеһен! Б… йорто, ул был йорттоң тамғаһы, мөһөрө, мисәте беләһең килһә, бәйнәттәр йорто тигәнде аңлата, бәйһеҙҙәр, бәйелһеҙҙәр йорто был!” “Ниндәй һүҙ ул, бәйнәт?” “ Былайтып барыһын да төпсөнә башла-һаң, башың туҡмалыуҙан сыҡмаҫ. Һинең һымаҡ бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған им-гәктәр йәшәй бында! Бар, йөрөмә аяҡ араһында буталып!” Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тиҙҙән бөтә тәрәнлегендә төшөндө. Ысынлап та ул имгәк икән дә баһа. Ә имгәкте теләгәнсе ситнәтергә һәм йәберләргә мөмкин. Бында ул гел төйөлгән ҡа-шлы тәрбиәсене, тағы өлкәнерәктәрҙең кеселәрҙе өҙлөкһөҙ йәберләүҙәрен генә күрҙе. Тағы хлорка еҫе аңҡыған түшәк һәр ваҡыт еүеш һәм һалҡын була торға-йны. Сыҙамай сығып китеп вокзалда ҡасып-боҫоп йөрөнө. Таптылар, кире алып ҡайттылар. Әллә директор ҡушыуы буйынса, әллә үҙҙәренең йолаһы шундай, өлкән малайҙар кис еткәс подвалға төшөрөп ҡаты ғына туҡманылар. Уның күңеле ҡатты шул саҡ, бар донъяға, әйләнә тирәгә үсе уянды, эсенә бикләнде, башҡаларға ышанмаҫҡа өйрәнде, үҙе лә хаяһыҙлана барҙы. Бер көн директор бүлмәһенә саҡы-рттылар. Унда ҡупшы кейенгән, мөләйем йөҙлө ҡатынды күрҙе. Буласаҡ әсәһе ине ул. Малай мөйөшкә һырыҡты ла бүлмәләгеләргә ҡапҡанға эләккән бүре балаһылай асыу һәм нәфрәт менән ҡараны.
Тиҙҙән, яңы ғаиләгә күскәс Тимерйән өсөн бөтөнләй икенсе, бәхетле тормош башланды: йомшаҡ түшәктә, түрҙә ятып йоҡланы, тәмле-татлыны ғына ашаны, эйелеп эш эшләмәне. Ожмах. Хөрриәт. Уҡытыусы апай унан бер генә нимәне – уны әсәй, тип атауын үтенде. Атаны, әммә йәне ҡатҡайны, күңелендә башҡаларға ҡарата мәрхәмәт, миһырбан һүрелгәйне. Был әсәһенә ҡасан күңеле ҡайтты әле? Хәтерендә балалар йортонан килгәндең икенсе көнөнә үк уның таҡыр башы дуст менән эшкәртелде. Күнегелгән, тегендә лә даими рәүештә шулайталар ине. Был юлы Тимерйәндең екһенеүе шунан килеп сыҡты - бер үк ваҡытта ишек алдындағы Аҡтырнаҡтан да ошо химик мәтдә еҫе килә ине. Малайҙың башынан өлкәндәрсә, әсенеүле уй йүгереп үтте: “Икебеҙ ҙә бер ишбеҙ, тик айырма шунда - Аҡтырнаҡ ишек алдын һаҡлай, мин – уның яңғыҙаҡ тормошон йәмләргә, тулыландырырға тейешмен…” “Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай” инде ул. Тимер-йән дә үҙ әсәһен һағынды, эсмәгән, айыҡ саҡтағы әсәһен. Мәктәпте бөткәс меди-цина институтына уҡырға инде һәм туған тупһа юлын онотто. Нишләп медици-наны һайланы һуң? Кеше ғазаптарына битараф кеше унда эшләй алмаҫы билдә-ле. Дарыуҙан әүәл ауырыуға йылы һүҙ һәм ихлас мөнәсәбәт кәрәк. Тимерйәндең күңел төбөндә башҡаларға асмаҫ сере ята - бына табип һөнәрен алыр ҙа ата-әсә-һен эҙләп табыр, уларҙы эскелектән дауалар, шунан элеккеләй етеш йәшәп алып китерҙәр. Ошо бер ҡатлы, тормошҡа ашмаҫ хыялы бала саҡтан уҡ аңына һеңде, мәктәпте тамамлағас икеләнеүһеҙ ошо уҡыу йортона алып килде. Тик икенсе ку-рсты тамалағас уҡытыусыһы уны, башҡа студенттар ише икеләнеп тормайһың, ауырыу тәненә ҡыйыу тотонаһың тип, хирургия йүнәлешендә китергә димләне. Ул йәнә шәкертенә өҙлөкһөҙ тыҡып ҡына торҙо: “Һинең һөнәрең ҡырҡыу ҙа киҫеү, шул юл менән ауырыуҙың ғазаптарын еңеләйтеү, ҡалғаны тураһында ар-тыҡ уйлама, әгәр һәр ауырыу өсөн яна-көйә башлаһаң үҙең сырхауға әүерел-ерһең, йә инфаркт алырһың, бары шул ғына!» Ауылда уҡыған саҡта уҡ дуҫлашҡан Розалияһы ла мәктәпте тамамлағас педагогия институтына уҡырға инде. Дуҫ-лыҡтары һуңынан мөхәббәткә әүерелде. Йәй етһә ҡыҙ егетте ауылға ҡайтырға өгөтләй-өгөтләй ҙә һүҙен-һүҙ итә алмай үпкәләп ҡайтып китә, ә Тимерйән студ-ент отряды менән сит яҡтарға китеп олаға, ҡышҡы каникул көндәрен дауаханала эшләп үткәрә. Һөнәренә оҫталығы ла мөмкинлектәре лә бар ине. Шуға уны уҡыт-ҡан уҡытыусылары тиҙ үк күреп алдылар, дауаханаға эшкә йәлеп иттеләр.
Әле өсөнсө курста уҡығанында көтмәгәндә теге, үҙе тәрбиәләнеп киткән балалар йортона барыу теләге уянды. Сәбәбе - шунан хоҡуҡтарынан мәхрүм ит-елгән ата-әсәһенең адресын табыу. Шулай эшләне лә. Шунан китте ауылын эҙләп. Ишеге тутыҡҡан йоҙаҡ менән бикле, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡаҙаҡланған йорт янындағы баҡса ултырғысында оҙаҡ ултырҙы егет. Күңелен сыҙап то-рғоһоҙ иңрәүле, ауыр уйҙар баҫҡайны. Бына уның тыуған йорто. Ул уның алдында һәр ваҡыт бикле булды һәм буласаҡ. Ҡалҡты, тәҙрә эргәһенә килде лә таҡталар ярығынан эскә ҡараны. Тишек-тошоҡтар табып өй эсенә бәреп ингән ҡояш уҡта-ры һәммәһен асыҡ күрһәтә; һатмағандар икән, стенка ла, кейем шкафы ла урынында, уң яҡта оло карауат, иҙән уртаһында бихисап ҡыйғыпыр сәсрәп ята. Башҡа нимә күҙгә ташланмай. Ике урталағы ишеккә күҙе төштө, уның яңаҡтар-ында киртелгән эҙҙәр асыҡ күренә. Атаһы кәйефе барҙа уны ишек яңағына баҫ-тырып буйын үлсәй ҙә салғынан эшләнгән бәкеһе менән билдә һалып ҡуя торғайны. Һулаҡай яҡ мөйөштә уның карауаты торорға тейеш. Шунда текәлде лә шаңҡып ҡалды, унда тауҙай итеп буш шешәләр өйөлгәйне. Уның араҡыға һатылған бала сағы бына ҡайҙан башлана! Бала саҡтың мөғжизәле йәмен тойоп, күреп үҫ-мәгән кеше ғүмере буйына бәхетһеҙ булып ҡалалыр ул. Шул килеш оҙаҡ торҙо урынында, яурынына ятҡан ҡулға һиҫкәнеп ҡайырылды. Эргәһенә ҡупшы түңәр-әк һаҡаллы сал сәсле бабай килеп баҫҡайны. Кемделер сырамытҡандай текәлә биргәс ихласлап сәйгә әйҙүкләне. Бәләкәй генә ергә һеңешкән өйҙә йәшәүсе әбей менән бабай күршеләре икән. Әҙәп һаҡлап ипле һөйләшкән, үҙҙәрен итәғәтле тотҡан ҡарттар тәрәнгә төшөп төпсөнмәнеләр, егет тә асыла һалып барманы. Хәй-ер, бөтәһе лә көн кеүек асыҡ, аңлайышлылыр күпте күргән оло кешеләргә. Тегеләр уны йоҡлап китергә өгөтләп тә күндерә алмағастары ҡуҙғалыр алдынан шундай яңылыҡты еткерҙеләр: бынан бер нисә йыл элек хәләл ефете үлеп ҡалған ир ҡайҙалыр ил гиҙеп сығып киткән.
Ҡышҡы селләлә ҡаланың ер аҫты юлынан сығып барышлай ҡолағына таныш йырҙың һүҙҙәре салынды:
Баҙарҙарға барһаң, аҡ тун ал-һ-а-аң…
Тәне ҡайнар һыуға бештеме ни, тертләп киткән Тимерйән халыҡты этә-төртә шул яҡҡа ҡарай ашыҡты. Боҙло таш иҙәндә, аҫтына алама юрған йораты түшәгән, сәстәре етек, һаҡал мыйығына беленеп сал ҡунған ҡураныс кәүҙәле ир күҙҙәрен йомоп йыр һуҙып ултыра. Өҫтөндә ҡаҡашып ҡатҡан болонъя куртка, ниндәй төҫ-тә икәнен дә айырыуы ҡыйын спорт салбары, аяҡтарында бауһыҙ, ҡобарып бөтк-ән иҫке ботинкалар. Оҙаҡ һеңгәҙәне таныш түгел иргә текәлеп. Бына ир моңһоҙ йырын бүлде лә ҡаршыһына баҫҡан егеткә күтәрелеп ҡараны. Күҙҙәр осрашты. Тимерйән ғәжәпләнеп китте. Был асарбаҡтың йөҙө уныҡына оҡшағайны: шул уҡ ас яңаҡлы оҙонса биттәр, кәкесерәк ҡарсыға танау, яҫы маңлай. Тик был йөҙ торм-ош ауырлыҡтарына бирешеп кипкән, таушалған. Асарбаҡтың да яҫы ҡаштары юғарыға сөйөлә биреп ҡуйҙылар. Ул нимәнелер көсәнеп хәтерләргә тырышҡандай маңлайын йыйырҙы, әммә өҙлөкһөҙ эскән араҡы зиһенен күптән миңрәүләндер-гәйне, ошоғаса йәшәлгән көндәрен, йылдарын тотошлайы менән онотторғайны. Бына маҡау ирҙең йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөндә сөсө йылмайыу ишараты сағылды. Ул күп тапҡырҙар ятлап бөткән һүҙҙәрен теҙҙе:
– Балам Алла хаҡы өсөн… Өйҙә ауырыу ҡатыным, зәғиф малайым ҡалды… Астан үлмәҫлек кенә…Икмәклек…
“Зәғиф малай мин булам улайһа”, тип саҡ әйтеп ысҡындырманы Тимерйән. Ул кеҫәһенә ҡулын тыҡты ла барлыҡ ҡағыҙ аҡсаларҙы бармаҡтары зымбырҙап ауыртҡансы ҡыҫып йомарлап берәҙәктең алдына ҡуйылған ҡағыҙ ҡумтаға ташла-ны. Бындай мул төшөмдө көтмәгән ир аптырап ҡалды башта, шунан иҫенә килеп аҡсаларҙы йыйып тәңкләй һалып түш кеҫәһенә йәшерҙе, йөҙөндә яңынан теге йә-нгә тейгес йылмайыу сағылды:
– Алланың рәхмәте яуһын! Йомартһың, миңә оҡшағанһың…
– Исемегеҙ нисек һеҙҙең?
– Минеңме? – тип ҡабатлап һораны аптырай төшкән ир. - Ни бысағыма ул һиңә минең исем? - Шунан сумарт егеттең хәтерен ҡалдырыуҙан ҡурҡып ирәбел-әнә төшөп өҫтәне. – Дәдәңде Вася, тиҙәр. Ауылда йәшәгәндә, томана саҡта Вәхит инем. Хәҙер мин бит городской.
– Ҡаҙалып ҡына кит! – тип шыбырҙаны Тимерйән үҙе нәфрәт менән текә-лде: “Бәлки танып ҡуйыр… Бәлки… Йән тартмаһа ла ҡан тарта… Таныманы…”
“Вася” уның был донъяла барлығын онотто ла шикелле, һуҙып-һуҙып: “Өйҙә ауырыу ҡатыным, зәғиф балам бер һыныҡ икмәк көтә…” тип ҡысҡырҙы ла тәмәкегә ҡарлыҡҡан тауыш менән тоноҡ итеп йәнә һуҙып ебәрҙе:
Хаҡҡынаһын үҙем тү-ү-үләрме-е-енн…
Институтҡа көндә йөрөгән ер аҫты юлында атаһын башҡаса тап итмәне. Был урынға ул осраҡлы ғына килеп сыҡтымы, әллә яҙмыш ике яҡын йәндең барыр һуҡмаҡтарын шулай киҫештерҙеме - белмәҫһең. Үтешләй түгел, инселәп шул ер аҫты юлына төштө бер нисә тапҡыр, өмөт менән килде бында, кеҫәһенә степендияһының ҡап яртыһын һалып та алғайны. Ҡояшлы, яҡты ер өҫтө аҙаштырғас, бәлки һалҡын ер аҫты осраштырыр тағы бер тапҡыр. Осраманы атаһы, иртәнге ҡояш нурында күҙ асып йомған арала кипкән ысыҡтай юҡҡа сыҡты. Тимерйәндең күңелендә үкенес һәм көйөк ҡалды.
Институтты тамамлағас ҡайҙа эшкә барырға тигән уй уны борсоп өлгөрмәне. Сығарылыш имтихандары тапшырыр мәл еткәс военкоматтан вәкил килде. Чеч-няға табиптар йыялар икән. Оҙаҡ өгөтләне, алтын тауҙар вәғәҙә итте, хөкүмәттең әллә ниндәй өҫтәмә ташламалары менән әүрәтте. Тимерйән оҙаҡ уйлап тормаҫтан яҙылды ла ҡуйҙы. Аҙаҡтан ҡараһа исемлектә ул бер үҙе генә икән дә баһа. Быға ла артыҡ иҫе китмәне. Бында хәйерсе тиндәренә бил бөккәнсе бер-ике йылда апаруҡ ҡына бол туплаясаҡ. Ары күҙ күрер. Розалия уның китеүен теләмәне, егетте ҡарарынан дүндерергә тырышты. Үҙһүҙле Тимерйән бирешмәне. Уны вокзалға оҙатырға төшкәндә ҡыҙҙы әйтерһең дә алыштырып ҡуйғандар ине: һалҡын ҡараш, ҡырыҫ йөҙ, үпкәсел ҡымтылған ирендәр. “Аҡса эшләп ҡайтам да фатир алырбыҙ. Унда йөрөп ҡайтҡандарға былай ҙа льготалар бар, - тип ҡарарын аҡларға маташты Тимерйән. - Көтөрһөңмө?” “Белмәйем… Минең турала уйламаһаң исмаһам Сәғиҙә апайҙы ҡайғыртыр инең. Уға нимә тип әйтермен?”
Барғас та госпиталь начальнигы полковник Калиновский уға шелтәле һирпе-лде:
– Нимәңде юғалттың бында йәш кеше, башҡа урын бөткәнме һиңә? Чечня бит ул - Рәсәйҙең сей яраһы. Ә сей яраны дарыуҙар менән дауалауы ауыр, тради-цион булмаған алымдар кәрәк.
Кинәйәне аңлап бөтмәгәйне шул ваҡыт, һуңынан ундағы көнитмеш төшөндө-рҙө һәммәһенә. Ошоға саҡлы: балалар йортонда ла, ары институтта уҡығанда ла уға тулы исеме менән өндәшәләр ине. Бында килгәс “Тимер”гә әүерелде, “йән”е төшөп ҡалды, юҡ төшмәне, ҡайҙалыр осто.
“Һинең өсөн үҙем үлермен…” Араҡы башына сыҡҡан Тимерйән ике сикәһен услап мөңрәп йырлап ебәрҙе лә берәйе ишетеп ҡалыуҙан һипһенеп ян-яғына ҡарай һалды. Бүлмә тын. Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ятаҡ әллә ҡасан татлы йоҡоға талған. Тимерйән торҙо, ашыҡмай ғына күлдәген систе лә көҙгө ҡаршыһына барып баҫты. Ҡыҙыҡ. Яурындары ауыр йөк күтәргән кешенекеләй һалынып төшкәндәр. Ундайҙар хаҡында: “Ҡанаттары ҡайырылған бының, фә-рештәләре ташлап киткән”, тиҙәр. Уны аҡ, ҡара фәрештәләре бер юлы ташлап ҡа-сҡандарҙыр. Ҡылған игелектәрен, гөнаһтарын бизмәнгә һалыусы юҡ. Ул - Хоҙай Тәғәлә тарафынан онотолған әҙәм. Онотолған?.. Кеше ергә тыуған икән, уның оно-толорға хаҡы бармы? Юҡ! Бер кемдең дә. Хатта Зөфәрҙең дә… Уны әжәлгә этәреп үҙенең фажиғәһен яҡынайтты. Шул малай йөҙөндә бәхетһеҙ бала сағын, ҡотһоҙ бөгөнгөһөн үлтерҙе…Үҙен үлтерҙе… Уны оноторҙар, тиҙ оноторҙар, сөнки ул - ға-зраил, кеше түгел, ғазраил… Лейкопластырь менән тәненә беркетелгән сал-фетканы һыҙырып ырғытты ла яраға текәлде. Оҙаҡ текәлде. Шунан унан ҡото-лорға теләгәндәй бармаҡтары менән ҡыҫты. Яранан һығылып сыҡҡан бер нисә тамсы һүл иҙәнгә тамды. Тәненең ҡанлы күҙ йәштәре… Ошо йәшенә етеп бер тапҡыр иламаны ла исмаһам. Ҡайҙа булған уның йәштәре? Нишләп кипкәндәр, ҡороғандар? Күпме ҡайғы-тетрәнеүҙәр кисерҙе, мәгәр иламаны. Ваҡытында күҙ йәштәре менән сыҡмаған хәсрәт бөгөн килеп тәнен иларға мәжбүр итәме? Йөрәгенә үткән ауыртыуға сыҙамаған Тимерйән ауыр ыңғырашып ҡуйҙы ла һулҡып илап карауатына йөҙтүбән тәгәрәне…
Уны дауаханаға һалғандарына апаруҡ ваҡыт үтте. Башта яра тирәһе генә ҡороша ине, хәҙер ҡул-аяҡтары ныҡлап тартыша башланы, ул яйлап умыртҡа һөйәгенә күсә бара. Уның бер үҙен дөм ҡараңғы палатаға күсерҙеләр, бында ят тауыштар үтеп инерлек түгел. Тотош кәүҙәһен, аяҡ ҡулдарын нығытып карауатҡа сыр-мап бәйләгәндәр, сөнки өйәнәк мәлендә тартышыу уны ҡырамалай-ҡырҡ сүрәткә бөгә, ҡыу ағастай сатай-ботай итә, йолҡҡолай. Үҙенә диагнозды күптән ҡуйған – ҡарыштырыу*. Ҡурҡыныс ауырыу. Унан ҡотолоу әмәле юҡ. Яраһына шул ауыр-ыуҙың таяҡсалары ингән тимәк. Өйәнәк көсәйгәндән-көсәйә барып бер көн уның ҡул аяҡтары, шунан умыртҡа һөйәге һынасаҡ. Бында бикләп тотоуҙарының сәб-әбе шул - яҡтылыҡ, һыу ағышын, елдең иҫеүен ишетеү ҙә ауырыуҙы ҡуҙҙыра. Ғаз-аптарҙы еңеләйтергә теләүҙән эшләнә лә инде бәйләп һалыуҙар, ҡараңғы, тын бү-лмәлә тотоуҙар.
Табиптарҙан, Рәғиҙәнән башҡа инеп сығыусы юҡ. Бер көн ҡыҙҙың шым ғына илауын ишетте.
– Илама, һин бит аҡыллыһың… Һауыҡһам, миңә кейәүгә сығырһыңмы?
– Эйе… - Рәғиҙә танауын мырш-мырш тартты.
– Һин миңә малай, шунан ҡурсаҡтай һылыу ҡыҙ табып бирерһең…
– Йә.
– Беҙ татыу, бик бәхетле йәшәрбеҙ.
– Нимә һуң ул бәхет, Тимер ағай?
– Бәхетме?.. Ул кешеләргә зыян итмәү.
– Һинең бит бер кемгә лә зыяның теймәне, Тимер ағай.
– Мин…мин… - Ауырыу, яңылышаһың, мин ауыр гөнаһлымын, тип әйтергә уҡталғайны, өйәнәге тотто, ул көйәнтәләй бөгөлдө лә үлемесле ғырылдарға то-тондо.
* * *
Бында ваҡыт ағышы онотолдо. Әйтерһең дә ул ошо ҡуйы ҡараңғылыҡта тыуған да ғүмере буйы шул фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһында ыҙалана. Ғазаптарының осо ла ҡырыйы ла күренмәй.
Бүлмәгә һаҡ ҡына ингән аяҡ тауыштары ишетелде.
– Гөлниса… Килдеңме?..
– Килдем, Тимер.
– Ә мин һине көттөм. Килереңде, хатта бөгөн килереңде лә белеп яттым.
– Көн һайын килдем. Тик бында инергә генә ҡыйманым.
– Хәлдәр шулайыраҡ…
– Борсолма, төҙәлерһең.
– Йыуатма, һин бит минең менән бәхилләшергә килгәнһең.
– Кем кем менән бәхилләшә бит әле.
– Нишләп улай тиһең?
– Тормошомдоң йәме, мәғәнәһе ҡалманы, Тимер…
– Улай тимә. Һиңә йәшәргә кәрәк. Бына мин инде, күпме ҡырталашһам да бынан сығыр яйым юҡ. Гөлниса… Алай ҙа килдең әле. Әйтер һүҙем бар ине… Зө-фәрҙең үлемендә мин генә ғәйепле… Теге ваҡыт уға ярҙам ҡулы һуҙмай үлтерҙем уны. Түшемдәге фажиғәғә илткән мөһөрҙө лә ул һалды…
– Ары бер нимә лә әйтмә, Тимер… Ул енәйәтте икәүләп ҡылдыҡ… Һинең укол ҡаҙамағаныңды белеп яттым… Шулай булғас икебеҙ ҙә гөнаһлы… Үҙ теләгең менән ғәзиз балаңды үлтереш инде…Гөнаһ! Гөнаһ! Ярлыҡау юҡ миңә!
Тауыш алыҫлашҡандан алыҫлаша барып ишек артына инеп юғалды…
Кәүҙәне йәнә өйәнәк быуҙы. Ташҡа әйләнгән мускулдар ҡабарып ҡул-аяҡтар-ҙы ян-яҡҡа тырпыратып ҡатырҙылар, ҡот осҡос ауыртыу аңын томаланы. Һуңғы сиктә иҫ китмәле көс менән тартышып бауҙы өҙөп бөгөлгән умыртҡа һөйәге шыт-ырҙап һынды, тел тамаҡҡа килеп тығылды. Күҙ алдында теге саҡ төшөнә ингән, ялҡынланып янған ҡыҙыл шар пәйҙә булды ла ут шеше ҙурайғандан-ҙурая барып сәсрәп һытылды. Тирә яҡҡа урғылған ҡайнар ағым мейегә тулып бешерә, ҡайната башлағайны уның үҙәгендә урынлашҡан йән маңлай тапҡырынан осоп сыҡты ла башта күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә ниндәйҙер ҡара туннелдән елде, ары күҙ ҡамаштыр-ырлыҡ яҡтылыҡҡа сойорғоно. Баҡтиһәң, ул дауахананан күпкә юғарыраҡта аҫыл-ынып тора икән. Бар донъяны ул үтәнән-үтә күрә. Табиптар уның ҡороған ағастай сатай-ботай ҡатҡан тәненә йән өрөргә маташып, өтәләнеп, улай-былай йүгерге-ләйҙәр. Бушҡа тырышаһығыҙ. Уға бит бында шундай рәхәт… Ана шаулы, өҙлөк-һөҙ машиналар елгән урам аша яңғыҙ ҡатын сығып бара. Күрмәй микән ни светофорҙың ҡыҙыл утын?! Гөлнисаны таныны. Йән уны ҡурсырға теләгәндәй шул яҡҡа ҡарай осто. Тик һуңланы. Күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә барған машина тегене бәр-еп тә йыҡты. Күҙ асып йомған арала йәйелгән ҡан күләүеге уртаһынан тағы ла бер шыйыҡ томан йомғағы айырылды. Гөлнисаның фиғеленә әүерелгән томанды күргән йән ҡыуанырға ла ҡайғырырға ла өлгөрмәй аптырап ҡалды башта, шунан уны етәкләй һалып юғарыға талпынды. Бында яҡты, бында иркенлек... Ғазап та өҙлөкһөҙ мейене игәгән хәсрәттәр ҙә юҡ. Бары һиллек һәм еңеллек… Йән теге, әле генә тапҡан ишенең ҡулын ысҡындырырға иткәйне, улар айырылмаҫлыҡ булып береккәндәр икән. Шатланып китте, улар мәңгегә бергә ҡаласаҡ. Юғарыға ҡараны. Унда нурҙарҙан туҡылған оло ҡапҡа. Ожмахтыр. Шунда ынтылырға итәләр, тик уларҙы ниндәйҙер көс урында ҡаҙаҡлап тота. Бәй, уның түше тәңгәленә ҡурғаштан ауыр, суйыр таштан ҡаты мөһөр йәбешкән икән дә баһа. Бармаҡ башындай мөһөр. Бына ул тиҙ арала үҫте, ҙурайҙы ла береккән ике йәнде түбәнгә өҫтөрәне. Тартышалар, тыбырсыналар, ҡаршылашырлыҡ рәттәре юҡ. Бер аҙҙан тегеләр хәлдән тайып, ҡара тапты хәтерләткән мөһөр артынан эйәреп, бая осоп сыҡҡан ҡараңғы, һалҡын ер тишегенә, йәһәннәм төбөнә, тамуҡҡа тәкмәстеләр…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.