

Уҫалдарҙың теленән төшмәне ул көндәрҙә Рәйхан. Туй алдынан ғына сиселгән сер ауылды арҡырыға-буйға айҡап сыҡҡан ине шул. Һәммәһе шаҡ ҡатып һөйләне. Быға ҡәҙәр буй-һынын, йөрөшөн “тап атаһы!” тип йөрөгән малай бөтөнләй сит ҡан булып сыҡһын әле! Һөйләмәҫ ереңдән һөйләрһең.
Ә Рәйхандың ғәйбәтселәрҙә эше юҡ ине. Үҙенә асыулы ине ул, үҙенә. Былай килеп сыҡҡанына үҙе ғәйепле шул. Егерме йыл түҙгәнде, нисек инде һалған баштан дуҫына асылып китеп, Илназдың үҙ улы булмауын әйтеп ташлаған бит, йүләр. Уныһы – ҡатынына, ҡатыны – дуҫына… Бына шулай бөтөн ауылға таралған. Үҙе өсөн тамсы ла ҡурҡмай ул, ауылдаштарының мең һынау менән төбәлгән ҡараштарына туйҙа уҡ йыр менән яуап бирҙе.
Гармунын һуҙып:
“Ҡайҙа барһа ла юғалмаҫ
Рәйхандың малайҙары”, – тип йырлап ебәреүе булды, мәжлес кенә түгел, тамаша ҡылырға килгән ауылдаштары ла бер мәлгә өнһөҙ ҡалғандай булды. “Күр әле, нимә тип йырлай бит!”
Ихлас ине Рәйхан.
Үҙ улылай яратты ул Илназды. Әле төпсөктәренә – уртаҡ улдарына ҡарағанда нығыраҡ та яратты, буғай. Ныҡ, түҙем, көслө холоҡло булып үҫте Илназы. Төплө фекерле, бик ҡыҙыҡһыныусан, нимәгә тотонһа, шуға ҡулы ятып тора… Әллә ниткән аҡыллы фекерҙәр сыға үҙенән. Быға ҡәҙәр икеһе бер һүҙҙә булып йәшәгән улы менән ике араға күләгә төшһә, нишләрмен тип ҡурыҡты ир. Ул сискән сер Илназга барып ишетелә күрмәһен тип ҡурҡты. Баҡһаң…
Бик яҡындары ғына белгән был серҙе Илназга инде үҫмер саҡта уҡ “тишкәндәр” булып сыҡты. Нисек күтәрелеп бәрелмәгән дә, нисек атай-әсәһен һорауҙар менән интектермәгән?! Түҙәр көс ҡайҙан алған? Бер нисә көн үҙ алдына йомолоп йөрөгән улдарының эсендә ниндәй уттар ҡайнағанын ата-әсәһе ҡайҙан белһен? Ауылдан йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡтағы ҡалала кем дә булһа был серҙе Илназға еткерер тип шикләнә торған инеме ни?
Дөрөҫ, әсәһе Гөлдара тыуып-үҫкән ауылда был сер дә, яңылыҡ та түгел ине. Илназдың Рәйхандың үҙ улы түгеллеген дә, үҙ атаһы кем булыуын да бик һәйбәт беләләр. Тыйылған мөхәббәт емеше ул. Тыйылған емеш татлы була тиһәләр ҙә, Гөлдараның туғандары, яҡындары өсөн әсе, ай, әсе булды ул! Зинанан бала көткән ғаиләгә ауыл халҡының талҡаны, ни сәбәплелер, үтә ҡоро булды. Хәлдәренән килһә, тереләй күмерҙәр ине үҙҙәрен. Һәммәһе изге булып ҡыланды: үҙҙәре зина ҡылғандар ҙа, балалары боҙоҡ юлда йөрөгәндәр ҙә яйы сыҡҡан һайын ҡағыш-һуғыш килтерергә тырышты.
Түҙер хәле ҡалмаған Гөлдара биш айлыҡ ауыры менән ауылдан сығып китте. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ерҙәрҙә уны көтөп тороусы юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта аҙым һайын бармаҡ менән төртөп, күҙ менән тишеп, былай ҙа бәргәләнгән йәненә яңы яра яһаусы кешеләр ҙә юҡ ине. Киреһенсә, ҡарынындағы сабыйы хаҡынамы, юлда уҡ уға изге күңелле кешеләр осраны. Туған яҡтарынан йәйге ялдан китеүсе әлеге мәрхәмәтле ғаилә менән ул поезда танышты. Үҙе лә үгәй әсә менән үҫкәнгәлер, үтә йомшаҡ күңелле Наилә һәм ире Рәвил (киләсәктә ире буласаҡ Рәйхандың бер туған апаһы һәм еҙнәһе!) Гөлдараны башта үҙҙәренә һыйындыра, унан һуң да уға яңы урында йәшәп китеү өсөн хәл ҡәҙәренсә ярҙам итә.
Десантсы булып хеҙмәт иткән Рәйхан шул йылда армиянан туп-тура апалары янына ҡайта. Ауылда уны көтөп тороусы булмай. Үгәй әсә ҡанаты аҫтына ингән атайҙары унан үтә лә, балаларын яҡлай ҙа алмай шул. Артыҡ ҡашыҡ булуҙан ғарыҡ булған егет шундай ҡарарға килә.
Ул ҡайтыу хөрмәтенә апаһы дуҫтары, күршеләре менән бәләкәс кенә мәжлес ойоштора. Ана шунда күрә ул беренсе мәртәбә Гөлдараны. Күрә лә, тыныслығын юғалта ла. Оҙон ҡара толомдары биленә төшөп торған, сибәр, һөйкөмлө, ҡорһағы морнона еткән был ҡатын ниңә яңғыҙ ғына килгән, ире ҡайҙа, төнгө сменала микән, тип баш вата ул. Апаһынан һорарға ла, әлеге ҡатынға һүҙ ҡушырға ла ҡыйыулығы етмәй.
– Әйҙә әле, Гөлдара, ҡустым ҡайтыу хөрмәтенә берәр йыр йырла инде, – ти Наилә апаһы, мәжлес башланып бер ҡәҙәр үтеүгә. – Ҡустым, гармуныңды ал…
Күрер күҙгә сибәр булһа да, күҙҙәре үтә һағышлы-моңло ине ҡатындың. Шуға иғтибар итте Рәйхан.
Гөлдара ялындырманы. Быға ҡәҙәр ишетелмәгән өр-яңы йыр башланы.
“Айға ҡарап, күҙ нурыңды түкмә,
Һалҡын елдән яҡшы хәбәр көтмә.