Кәкүк әсә

Булған хәл, исемдәре үҙгәртелде.

Кәкүк әсәКәкүк әсә
Кәкүк әсә

Айһылыу бала саҡтан бигрәк нескә күңелле, хисле, уйсан булды, тәбиғәтте яратты. Болондар буйлап емеш-еләген, файҙалы үләнен йыйып, сәскәләрҙең көләс йөҙөнә, һәр япраҡтың үҙенсәлекле һырҙарына һоҡланыр ине. Хатта елдә елферләгән ағас япраҡтарына ла үҙ итеп бағыр булды. Ҡыҙҙың хисле күңеле һәр тереклекте яратып, аҡҡан һыуҙарҙың серле бер моң көйләп сылтыраған тауышына ғашиҡ булды. Төпһеҙ киңлектәрҙә йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап, тик ҡыҙҙар күңеленә генә һыя алған һөйөү менән инанды был тормошҡа.

Мәктәптә уҡығанда ирекле темаға яҙған иншаһын уҡытыусы уҡып, һәләтен күреп һоҡланыуын йәшерә алманы. "Айһылыу, һинән шәп журналист йә башҡорт теле уҡытыусыһы сығасаҡ, уҡыуҙы тамамлағас та ҙур уҡыу йортона кереп, уҡырға кәрәк", - тип киҫәтеп әйтеп ҡуйҙы. 

Имтихандарға әҙерлек башланды. Айһылыу атаһы мәрхүмдең журналдарын аҡтарып, инша өсөн материал эҙләне. Эх, ошо күрәсәген алдан белгән булһа, бәлки, ҡағылмаған да булыр ине, бөхтә итеп теҙелгән журналдар өйөмөнә. Шул журнал араһынан көтмәгәндә иҙәнгә килеп төшкән, һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәге, бөтөнләйгә яҙмышын үҙгәртте ҡыҙҙың.

Шул ҡағыҙҙа яҙылған алыш-биреш килешеүен уҡып, үҙенең тәрбиәгә алынғанын белгәс, таш һындай ҡатып, телһеҙ ҡалды. Йөрәге ситлегенән атылып сығырҙай йыш-йыш типте. Йөҙөнә һалҡын тир бәреп сыҡты. Тамағына тығылған төйөр һулышын быуҙы, урғылып сыҡҡан йәш күҙен томаланы. Сабый яҙмышы менән шаярған кешеләргә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ асыу-нәфрәт тойғоһо уянды. 

Ул ташландыҡ бала... Ул бит кемгәлер кәрәкмәгән... Үҙ әсәһе сабыйынан баш тартҡан... Ә тәрбиәгә алғандары балалары юҡлыҡтан алыш-бирешкә дусар булған...

Айһылыу әсәһенең ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ниһайәт, әсә ҡайтты. Йөҙө ағарынған ҡыҙын күреп ҡото алынды. Ҡыҙ бала һорау артынан һорау яуҙырҙы, ә әсәһе илай-илай, бер ни ҙә йәшермәй, түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. 

Айһылыуҙың тәүге кисереше: үҙ әсәһен эҙләп табып, күҙҙәренә ҡарап, тик бер генә һорау бирәһе ине. 

Был ҡуйылған маҡсатынан ниҙер тотҡарланы Айһылыуҙы. Ҡарап үҫтергән әсәһен рәнйетеүҙән ҡурҡыпмы, күңел түрендә тынғы бирмәгән һыҙлауыҡтан нисек ҡотолорға белмәй оҙаҡ яфаланды. Шул ҡағыҙ киҫәген ҡулына бер алды, бер һалды. "Ҡултамғаһын ҡуйғанда нисек ҡулы ҡалтырамаған кәкүк әсәнең", - тиеп йөрәге телгәләнде. Ниһайәт, ул бер ҡарарға килде: ҡағыҙ киҫәген йыртҡыслап, утҡа ырғытты. Ул тарих шул килеш, көлгә әйләнеп, елгә таралды.

***

...Күҙ ҡарашын йыраҡҡа төбәп, тоҙлы күҙ йәштәренә быуылып, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо Тәскирә әбей. Радио тулҡынынан яңғыраған йыр сәбәпсе ине. Ниндәй моңло йыр! Йөрәккә үтеп инеп, күңел түрен айҡап сыҡты ла, үткәндәргә алып ҡайтты. Шулай Тәскирә инәйҙең серле ғүмер йомғағы әкрен генә һүтелде, ә күҙ йәштәре туҡтауһыҙ түгелде лә, түгелде.

   Үтте лә китте йәшлегем

   Үткәнен дә тойманым,

   Йә үтмә тип, йә китмә тип,

   Үҙем дә бит тыйманым...

Кисәге генә һымаҡ күренештәр, аҡлы-ҡаралы хәтирә булып, берәм-берәм күҙ алдынан үтте. Бәхетле көндәре лә әҙ булманы, ҡайғы-хәсрәтҽ лә ситләп уҙманы...

Күңел түрендә һаҡлап йөрөткән ауыр таш, нисәмә йылдар инде тынғы бирмәй. Әйләнгән һайын, көс еткеһеҙ ауыр йөк йөрәген тырнап, ҡайтанан ҡайта ҡан һауҙырып, һыҙлатты. Оноторға тип күпме тырышһа ла, онота алманы. Ҡайҙа ғына барһа ла, эҙәрлекләне. "Минән ҡасып ҡотола алмаҫһың", - тигәндәй, гел киҫәтеп торҙо.

Эй был йәшлек хатаһы! Ниңә шул саҡта башына төшкән аңлайышһыҙ ҡатмарлы мәсьәләне ваҡытында хәл итә алманы?! Фәһемле кәңәш бирерлек, аҡыл өйрәтҽрлҽк берәр яҡын кешеһе лә булманы бит, исмаһам. Тормош юлының тәүге боролошонда уҡ абынды. Аауырлыҡтанмы, яуаплылыҡтанмы ҡурҡып, кеше башына һыймаҫлыҡ яңлышлыҡ эшләне. Яңғышлыҡ ҡына ла түгел, енәйәт ҡылды тиһәң дөрөҫөрәк булыр.

...1936 йылдың йәмле йәйендә, ғаиләлә өсөнсө булып, ҡыҙ бала Тәскирә тыуа. Ата-әсәһен һөйөндөрөп тулы ғаиләлә татыу ғына ғүмер кисергәндә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Биш йәшлек Тәскирә, оло апаһы һәм ағаһы артынан эйәреп, ауыл осона саҡлы атаһын һуғышҡа оҙатып бара. Атаһының: "Бәләкәсҽм минҽң", - тип күтәрҽп, күккә сөйгәнҽ бөгөнгөләй иҫҽндә. 

Аслыҡ-яланғаслыҡҡа, юҡлыҡҡа бирешмәй, ауырлыҡтан ҡурыҡмай, бәләкәйҙән эшһөйәр, тырыш булып үҫә Тәскирә. Атаһы һуғыштан еңеү яулап иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Тик әсәһе генә ул көндө күрә алмай, ҡаты ауырыуҙан һуң аяҡҡа баҫа алмай, гүр эйәһе була. 

Ир-атҡа ҡытлыҡ саҡта икенсе ҡатын табыуы ауыр булмағанлыҡтан, әсәйҙәрен Мәүсилә инәй алмаштыра. Ире һуғышта вафат булған тол ҡатын үҙенең өс балаһын эйәртеп, яңы ғаиләгә, йәғни йәтим ҡалған тағы өс балаға әсәй булып килә. Шулай итеп тормош дауам итә. Ғаилә һаны йылдан-йыл ишәйә, бер-бер артлы уртаҡ ҡыҙ-улдары тыуа.

Тәскирә зифа буйлы, мөләйем йөҙле, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, муйылдай сөм ҡара күҙле, ҡашыҡҡа ғына һалып йоторлыҡ һылыу ҡыҙ булып үҫҽп ҽтә. Һылыулығы менән ауылдаштарын ғына түгел күрше-тирә ауыл егеттәренең дә йөрәктәрен елкендерә. Ун һигеҙе тулғанда инде, Тәскирә үҙе үлеп ғашик була. Һомғол кәүҙәле, осҡон сәсеп торған ҡара күҙле күрше ауыл егете Сәлим йәш ҡыҙҙың йөрәген бер күреүҙә әсир итә.

Ике йәш йөрәк бер булып тибә, киләсәктәрен бер-береһенән башҡа күҙ алдына ла китерә алмай. Күпме айлы төндәрҙе бергә үткәрҙе улар. Оҙон көндөң үткәнен, төн парҙәһе төшкәнен көтөп ала алмай, һағынышып бөтәләр ине.

Һуңғы осрашыуҙары бөгөнгөләй иҫендә Тәскирәнең. Ул көндө Сәлим ниңәлер иртәрәк килде. Көтөү ҡайтып эңер төшә генә башлау менән килеп тә етте. Ниҙер һиҙенгән Тәскирә һораулы күҙ-ҡарашын Сәлимгә төбәне. Осҡон сәсеп торған күҙҙәр бөгөн моңһоу ине. Башын түбән эйеп, "Мин иртәгә китәм, көтәрһеңме?" - тип саҡ-саҡ өндәште Сәлим һөйгәненә. Хеҙмәткә алынаһы билгеле булһа ла, был хәбәр йәшен һуҡҡан кеүек, ике ғашиҡ йөрәген тетерәтте.

- Һинһеҙ нисек йәшәрмен, бәғеркәйем? - тип, ҡыҙ үкһеп Сәлимдең күкрәгенә башын һалды.

- Йүләркәйем минең, мәңгелеккә китмәйем дә инде, - тип, һөйгәнен тынысландырҙы егет. - Көтөрһөңме мине?..

- Көтәм, ғүмерем буйы ла көтәргә ризамын!

Сәлимде оҙатҡас күп тә үтмәй балаға уҙғанлығын аңланы Тәскирә. Төн йоҡламай тиҙерәк таң атҡанын көттө: "Бәлки, бөгөн-иртәгә хат килер", - тип өмөтләнде. Һөйгәнен шатлыҡлы хәбәр менән тәүгеләрҙән булып һөйөндөрәһе килде уның.

Юлдан ғына яҙған бер хаттан башҡа хат булманы егеттең. Ай артынан ай үтте... Илай-илай күҙ йәштәре кибеп бөткән Тәскирә һаман өмөтөн өҙмәне, көттө... Бәлки, бөгөн... Ә, бәлки, иртәгә...

Билдәһеҙлектән йонсоп, кеше күҙенә күренеүҙән оялып, ни эшләргә лә белмәй йөрөгәндә, сабый донъяға килде. Берсә һөйөндө, берсә көйөндөТәскирә. Ай яҡтыһында бүләк ителгән һөйөү емешенә Айһылыу тип исем бирҙе.

Хәбәрһеҙ юғалған Сәлимдең Саратов өлкәһендә хеҙмәт иткәнен, икенсе ҡыҙға өйләнгәнен ишеткәс, Тәскирә таш һын һымаҡ ҡатып ҡалды:

- Нимә булды һуң? Кем ғәйепле? Ниңә? Ни эшләп?.. - Мең төрлө һорау ҡайнаны. 

Аяҡ аҫтында ер убылғандай, ҡояш һүнгәндәй, һыу ағышы туҡталғандай тойолдо. Ғәрлегенән ер тишегенә керергә әҙер ине ул. Үгәй әсәһенең сәнскеле һүҙенән, атаһының ҡаш емереп ҡарауынан, урамда бармаҡ төртөп күрһәтеп көлөшкән кешеләрҙән ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәне.

Берҙән-бер көндө түҙемлеге бөтөп, йәшәүҙән төңөлгән Тәскирә сабыйын ҡосаҡлап оло юлға сыға. Үткән машинаға ҡул күтәреп туҡтатты.

- Һылыу, ҡайҙа бараһың?

- Ҡайҙа булһа ла, - тип яуапланы.

Ниһайәт, ул сит районда. Бында уны бер кемдә белмәй. Тимәк, мыҫҡыллап, бармаҡ төртөп күрһәтеп көлмәйәсәк.

Иртәгә ни булаһын, ҡайҙа төн ҡунаһын башына ла китермәгән Тәскирә сабыйын күтәреп, урғылып аҡҡан йылға ярында оҙаҡ баҫып торҙо. 

- Бына бит ҡотолоу ысулы, - тип, һөйөнөп үк ҡуйҙы. - Бер кем дә белмәҫ, хатта, иҫкә алыусы ла булмаҫ. Ниңә миңә был донъяла йәшәргә?!. 

Ул урғылып аҡҡан ташҡын ҡосағына ынтылды...

- Һеңлем, ни эшләргә йыйындың?

Ул тауышҡа һиҫкәнеп, айнып китте. Оло йәштәге ҡатын ҡулынан һөйрәй ине. 

Башынан үткәргәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләне Тәскирә. Ә Нәсимә шым ғына тыңланы. Аҙаҡ ҡосаҡлашып илаштылар. Нәсимә апай ҙа үҙенең аһ-зарын, бала һөйөү бәхетенән мәхрүм икәнлеген, нисәмә йылдар һөйөкле тормош иптәше менән бала көткәндәрен һөйләне.

Мөләйем йөҙлө, фәрештә йәнле Нәсимә Тәскирәне үҙ йортона алып ҡайтты. Ашатты, йыуындырҙы, йоҡларға урын һалып бирҙе. 

Икенсе көндө иртән сәй эсергә өҫтәл артына ултырғас, Тәскирә: "Миңә бала кәрәкмәй", - тип ҡырт киҫте.

Яҙмышының шулай ҡырҡа үҙгәрҽп, ҡырыҫлыҡ күрһәтҽүендә ғәйепте сабыйҙан эҙләне. Күңеле ҡатты. Күңеле генә түгел, йөрәге боҙға әйләнеп туңды. Ғөмүмән, ауыр мәсьәлә хәл ителде. Ул сабыйын - һөйөүе емешен сит кешеләргә ҡалдырып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте. Хушлашҡанда иларға тырышманы, үҙ ҡулдары менән килешеүгә ҡул ҡуйып, юллыҡ аҡса алып, "Башҡаса һеҙҙе борсомам", - тине.

Үзбәкстан яғында йәшәгән йыраҡ туғандарына барып урынлашты. Төҙөлөшкә эшкә кереп, тормошон өр-яңы биттән башлап ебәрергә тигән маҡсатты күҙалланы. 

Йәшлек үҙенекен итте. Йөрәк һыҙлауы баҫылғандай, ҡылған гонаһтары юйылғандай тойолдо. Яңынан ғашиҡ булып, кейәүгә сыҡты. Оҙаҡ йылдар йәшәнеләр, тик балаға уҙа алманы. Табибтарға күренеп ҡараны, бер ниндәй ҙә сәбәп табылманы. Үзбәк ире: "Миңә бала тапмаған ҡатын кәрәкмәй", - тип айырып ебәрҙе. 

Бер нисә тапҡыр ҡабатлана шундай хәл. Юҡ, балаға уҙа алмай. "Рәнйеше төштө ахырыһы, шуға күрә Аллаһы Тәғәлә миңә бала бирмәй", - тип, Тәскирә ташлап киткән баланы ғәйҽпләнҽ.

Тәскирәнең ғүмере бик күңелле үтте. Уйнап-көлөп, үҙен генә ҡарап, үҙен яратып йәшәне. Тик йәшлек тиҙ үтте, сибәрлеге лә, оҙаҡҡа барманы, ҡояшта уңған сепрәк кеүек, төҫөн юғалтты. Ғаиләһҽҙ, балаһыҙ, яңғыҙы ҡалды. Бәхҽтлҽ, өй тулы балаһы булып, сабыр ғына парлы донъя көткәндәргә көнләшҽп ҡараны. 

Уның да бит ҡыҙы - Айһылыуы бар! Уға хәҙер 60 йәш тирәһе. Уның ейән - ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкәнен ишетеп белә инҽ Тәскирә. Тик ғәфү һорап барырға ғына баҙнат итмәне. Ҡарттар йортона килеп эләккәс тә өмөтләнеп ниҙер көттө, тәҙрәнән күҙен алмай, шешенеп бөткәнсе илап көттө.

Тәскирәнең йөрәгенә шырау булып ҡаҙалган яңлышлыҡ ваҡыт-ваҡыты менән иҫкәртеп торҙо. Урамда бала күрһә, тотоп һөйәһе килде. Күҙ йәштәренә мансылып, күпме иланы, йөрәге һулҡылдап һыҙланы.Тик терһәк яҡын булһа ла тешләүе мөмкин түгеллеген ваҡыт үткәс кенә аңланы.

Яҙмыш кешене күп төрлө ауырлыҡтар биреп һынай. Һәр кемдең үҙ ихтияры. Кемдер яҙмышына бойһоноп йәшәй, ә кемдер уны үҙгәртергә тырышып, һуңғы көсөнә, һуңғы һулышына саҡлы көрәшә. Көслө рухлылар, сабырҙар ғына маҡсаттарына ирешә һәм бәхеткә лайыҡ була ала.

Яҙмышты үҙгәртеп булһа ла, яңлышты төҙәтеп булмай икәнлеген, "Яҙмыш һинең теҙ аҫтыңа китереп һуҡһа - йығылмаҫ өсөн, яғаһына йәбеш" тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен Тәскирә һуңлап ҡына, һуңлап төшөндө...

Ғаилә ул - тормош нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы, ә балалар - көҙгөһе. Ғаиләне балаларһыҙ күҙ алдына китереүе бик ауыр. Улар беҙең тормошобоҙ йәме, биҙәге, ғүмер сәскәһе. Еңел генә уйлап, ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡып яңлышмаһаҡ ине. Был донъяға ауаз һалған бер гонаһыҙ сабыйҙан баш тартмаһаҡ, ӘСӘ исеменә тап төшөрмәһәк ине.

Бала Аллаһ биргән иң ҡиммәтле бүләк икәнен онотмай, ҡәҙерләп, һаҡлап, яратып "Балам, күҙ нурым" тип, йән атып йәшәһен ине һәр ӘСӘ...

Римма Баймырҙина.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас