"Шамаханская царица" (аҙағы)

***

"Шамаханская царица" (аҙағы)"Шамаханская царица" (аҙағы)
"Шамаханская царица" (аҙағы)

Булған хәлдең башы ошонда

Күргәҙмәне тантаналы асыуҙан һуң, халыҡ ағымын  йырып, төпкө залдағы һүрәттәрҙе ҡарарға ынтылам. Рәссам ҡыҙҙың: "Башҡортостанға мөхәббәтем минең бала саҡтан..." - тигән һүҙе күңелгә ойотҡо һалып ҡуйғайны.

Сәнғәт белгестәре аҡыллы фекерҙәрен дауам итә:

- Аҡ ашъяулыҡта кәрәҙле башҡорт балы  менән гранат емештәрен һүрәтләү- символизмдың бер күренеше, сөнки... иғтибар итегеҙ... Ситтәре һырлы түңәрәк икмәк телем-телем булып ята, береһенә ҡуйы итеп яғылған ҡаймаҡ  ашъяулыҡҡа бына-бына ағып  төшә... 

Юҡ инде, юҡ!.. Бөтөнләй икенсе кешеләр тураһында иҫтәлектәр: әбей менән бабай ихатала эскәмйәлә ултыралар: йән-яҡтарында - ҡаҙҙар,  тауыҡтар,  һыйыр быҙауы менән тора. Әбей итәгендә бесәйҙе һыйпап ултыра, бабайҙың алдына эт алғы аяҡтарын ҡуйып, телен һәлберәтеп, хужаһын ялап алырға самалай...
Әсәйем: "Кит туҙға яҙмағанды! Эт менән бесәй һыйпап ултырмағайы!- тиер ине. 

"Сәнғәт белгестәре" юрамал минең эргәлә йөрөйҙәрме ни!

- Был етеш тормошто тасуирлау: әҙәм балаларының тәбиғәт менән  гармонияла йәшәйеше...- тип картина тураһында  һығымта яһайҙар.

Рәссам ҡыҙға яҡын килеп булманы ул көндө.

Художник икенсе аҙнала мөмкинлектәре сикләнгән мәктәп-интернат балаларына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүе тураһында күргәҙмәнең афишаһында иҫкәрмә
бар ине. Бушҡа баш ватып йөрөгәнсе,  тип, рәссам ҡыҙҙың  биографияһын интернеттан таптым, Гёлнарҙың ҡыҙының тыуған йылына бер нисек тә тура килмәй. Киноларҙа  ғына шундай тап килеүҙәр булыуы мөмкин...

...Рәссам ҡыҙ мольберт, палитралар, урынлаштырып йөрөй, ҡәләм,  бумалаларҙы барлай...

- Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ төпсөнгәнемә! Һеҙ рәсемдәрегеҙҙе башҡорт ауылында йәшәгән кеше һымаҡ яҙаһығыҙ...- тип ҡыҙыҡһыныуымды тыя алманым.

- Эйее! Ауылда булғаным бар, әлбиттә... Советтар Союзы тарҡалмағайны әле - 80-се йылдар аҙағында уҡ беҙҙең яҡтарҙа буталыштар башланды...
Ер тетрәүҙә туғандарыбыҙҙы юғалттыҡ...

Рәссам уҡыусы балаларға миҫал өсөн булһа кәрәк, һүрәттәр теҙмәһен урынлаштыра башланы: ҡәләм, мелки менән төшөрөлгән һүрәттәр,  акварель техникаһында башҡарылғандары...

Мин ирекһеҙҙән: "Шемаханская царица... - тип ҡуйҙым, ҡәләм  менән эшләнгән рәсемгә текәлеп...

- Эйе! Был минең әсәйемдең һеңлеһе! Бөйөк Пушкин һүрәтләгән Шемаха -  ул бит Азербайджанда!

- Эйе...Беләм ул тарихты... Хатта һүрәттә төшөрөлгән һылыуҡайҙың исеме Гёлнар, тип уйлайым...

- Эйе, гранат сәскәһе! ...Туҡтағыҙ әле...Нисек инде!?- аудиторияға шау-гөр килеп балалар инә башлағайны. - Бына  минең визитка!..

...80-се йылдарҙың аҙағында болғаныштар башланғас, Гёлнарҙың ире, ғаиләһен ҡурсалап, уларҙы үҙе менән Башҡортостанға алып килә. 

 "Советтар Союзы заманында милләт-ара никахтар беҙҙең яҡтарҙа ла байтаҡ инеләр, - тип һүҙен дауам итте минең яңы танышым. -  Гёлнарҙың ата-әсәһе - тап шундай  ғаилә ине, үтә лә ауырға тура килде уларға артабан да... Беҙҙең кейәү бригадаһы менән Спитакта ер тетрәүҙән емерелгән диуарҙар араһынан кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнашты... Бөтә ил халҡы ул ваҡытта берләшеп, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер ине.  Гёлнарҙың ире, төҙөлөш техникумын тамамлап, ғүмерен йорттар һалыуға арнаны. "Һәр ғаиләгә йорт кәрәк!"- тип әйтергә ярата беҙҙең кейәү. Ә мин рәссам булараҡ, образлы итеп әйтер инем: "Бөтә ғүмеребеҙ буйына беҙ үҙебеҙгә "бәхет йортон" төҙөргә ынтылабыҙ!"...

Мин рәссам ҡыҙҙың фәлсәфәһен бүлергә уңайһыҙ икәнен аңлаһам да:

- Ә Гёлнар һуң!? Гёлнар тураһында һөйләгеҙ! - тип тиҙерәк һүҙ ҡыҫтырам.

- Гёлнар балалары менән туризм өлкәһендә эш башланы, инде ун йыллап барҙыр. Улы етәкләгән ҡунаҡ йорто "Шемаха батшалығында ҡунаҡта" тип атала. Ә һеҙ - Гёлнарға "Шемаханская царица" иллюстрацияһы менән Пушкиндың китабын бүләк иткән апай булаһығыҙҙыр!

- Эйе!!! - тип ихлас көлдөм мин ул ваҡиғаны иҫкә төшөрөп.- Мин пединститутҡа имтихандарға әҙерләнгәндә ауыл библиотекаһынан яҙҙырып, ваҡытлыса алып торғайным ул китапты Гёлнар өсөн, рус телен шымартһын, тип.

Рәссам ҡыҙ ҙа ихлас көлөп:

- Хәҙер ул рус телендә туристар менән һин дә мин аралаша!  Халыҡ йолаларын сәхнәләштереп, ҡунаҡсыллыҡ традицияларын күрһәтеп, милли ризыҡтар менән һыйлайҙар. Ул һеҙҙең ғаиләне йылдар үтеү менән  йышыраҡ иҫенә төшөрә! "Ҡасандыр йыл да емештәр ебәрермен,  тип һүҙ биргәйнем бит, үҙемә..."- тип уфтанып та ала...

Ысынында, Башҡортостанды һүрәтләгән тәүге картиналарым - ул Гёлнарҙың һеҙҙең ил тураһында матур иҫтәлектәренән башланды!

Ул ашығыс рәүештә телефонын ҡабыҙып:

- Ғәфү итегеҙ! Саҡ ҡына! Гёлнарҙан һөйөнсө алайым әле!..

Мин "Гранат баҡсалары " картинаһына ҡарап, Гёлнарҙың тыуған яҡтарын күҙ алдыма килтерергә тырышам... Яҙған булһа, бәлки осрашырбыҙ... әсәйем әйтмештәй: "Иҫтәлектәр - үҙе бер ғүмер!.."

Асия Закиржанова. 
08.01.2023 й.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас