Бөтә яңылыҡтар

Юлдағы ҡарт

***

«Ялҡытты. Бөттө, китәм. Күпме мөмкин шулай? Илаҡ бала, мәңге арыған бисә. Ярҙам ит тә ярҙам ит... Мин элеккесә йәшәгем килә. Наҙ кәрәк. Мин бит эшләйем. Ҡайтып ял да итә алмайым. Мине яратҡан ҡатын янына ҡайтҡым килә. Дуҫымда йәшәйем дә, аҙаҡ күҙ күрер, үҙемә йәштән табырмын әле».

Сәғит ошо уйҙары менән машинала елдерҙе. Тулҡынланыуҙан үҙе бер туҡтауһыҙ көйрәтте.

Ҡатыны менән яратышып өйләнешкәйнеләр ҙә бит. Ауырға ҡалғас, нисек ҡыуанғайнылар, ә? Тик бала тыуыу менән бөтөнләй икенсе тормош башланды. Сәсе лә таралмаған, мәңге йоҡоһо туймаған әрпеш ҡатын янында. Уныһы бер туҡтауһыҙ «ярҙам ит» тип мыжый етмәһә. «Иң мөһиме татыу булығыҙ, беҙ ярҙам итербеҙ»,—тип туйҙа вәғәҙә биргән туғандары ла юҡ булып бөттө. Сабыйҙы икәүләп ҡосаҡлап ултырҙы ла ҡалдылар.

—Мин әҙер түгел ундай тормошҡа,—тип Сәғит ишекте шарт ябып сығып китте. Өйҙә бала ҡосаҡлап үкһеп ҡатын илап ҡалды.

Сәғит машинала елдерә... Бына ул саҡ тормозға баҫып туҡтап өлгөрҙө.

— Нимә? Йәшәүҙән ялҡтыңмы, ҡартлас? — йәне көйөп тәҙрәнән башын тығып ҡысҡырҙы йәш ир.

Һындың ҡатып тороуын күреп янына уҡ сыҡты. Унда бабай тора ине.

— Ялҡтым шул, — тине бабай.

— Берәй ярҙам кәрәкме?

—Башҡа йәшәгем килмәй, шуға торам әле.

—Юҡ, олатай, нимә уйланың, ҡуйсы, әйҙә, өйөңә илтеп ҡуяйым. Юлда һөйләрһең, бәлки ярҙамым тейер, — тине Сәғит һәм ҡартты машинаһына әйҙүкләне.

— Олатай, һөйлә, ниндәй ҡайғы баҫты?

—Оҙаҡ булыр.

—Минең ваҡыт күп ул. Һөйлә.

Ҡарт рулдәге йәш иргә иғтибар менән ҡараны, машина эсендәге бер фотоны күреп текләне, унан һүҙ башланы.

— 51 йыл элек бер ҡыҙҙы осраттым. Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Барыһы ла бик тиҙ барҙы. Әйләнеп тә өлгөрмәнем ...бала бар. Улым бар, минең нәҫелемде дауам итеүсе бар! Бына бит бәхет! Ҡыуанып йәшә лә йәшә. Тик кәләштең йонсоулығы, төн йоҡлатмаған бала тиҙ арытты. Эштәге бер ҡыҙ менән роман башланды. Кәләш белеп ҡалды, айырылдыҡ. Теге йәш ҡыҙ менән бер нәмә лә килеп сыҡманы. Кәләшем инде икенсегә кейәүгә сыҡты, улым ул ирҙе «атай» тине. Ә мин һаман йөрөнөм дә йөрөнөм.

— Шунан?

— Оҙаҡ йөрөп ташлағанмын. Ғүмер үткән, йә кәләш юҡ, йә ғаилә юҡ, йә бала юҡ. Ә бөгөн улыма 50 йәш. Ҡотларға барғайным, тупһанан да индермәне. Үҙем ғәйепле, — тине ҡарт.

— Олатай, ҡайҙа алып барайым?

—Бына, ошо ерҙә туҡта. Анау өйҙә йәшәйем, — тине лә ҡарт төшөп 9 ҡатлы йорт яғына ыңғайланы. Сәғит уны подъезға инеп киткәнсе ҡарап торҙо. Унан магазинға барып гөлләмә алды ла ҡатыны янына ашыҡты.

— Ғәфү ит, кәләшкәйем, — тине өйөнә ингәс тә. — Бар ял ит, баланы бөгөн үҙем йоҡлатам.

Улын алып бүлмәгә ыңғайланы. Тәү ҡат бәүелтеп йоҡлатты йәш атай. Мышнап ҡына йоҡлап ятҡан сабыйға ҡарап Сәғит: «Башҡаны атай тимәҫһең инде! Бер кемгә лә бирмәйем», — тип шыбырланы.

Был ваҡытта ҡартты фатирҙа әбейе ҡаршы алды.

— Тағы упҡынға «батыусы»ларҙы ҡотҡарып ҡайтып киләһеңме? — тип йылмайҙы.

— Әлбиттә, йәштәрҙе тәрбиәләргә һәм ҡотҡарырға кәрәк, — тине ҡарт.

— Уларға ярҙам кәрәккәнен тояһыңмы әллә?

— Һиҙәм. Ундай йәштә үҙемә лә ярҙам һәм кәңәштәр кәрәк ине.

— Әйҙә, сәй эсергә. Иртәгә бер кемде лә «ҡотҡарып» йөрөмә. Иртән улыбыҙҙың тыуған көнөнә барабыҙ, — тине әбей.

— Иҫләйем, әлбиттә, мөхәббәтебеҙ емешенә 50 йәш бит, — тип йылмайҙы ҡарт.

Елена Коновалованан тәржемә.

Сығанаҡ: https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-01-17/yulda-y-art-3108692

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: