Бөтә яңылыҡтар

Гөлсөм

Иренән айырылғас Гөлсөм ике балаһын яңғыҙ үҫтерҙе.

Ғорур булды, алиментҡа бирмәне. Бер туҡтауһыҙ эш алыштырған йә айҙар буйы эшләмәй ятҡан иренән ярҙам көтөп булмай. Бәхетенә күрә ике балаһы ла тырышып, юғары стипендия алып уҡыны. Улы эшләп уҡыны, уны мәшәҡәтләмәне.
Ҡыҙы егерме бер йәшендә ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Туйҙы Өфөлә кафела үткәрҙеләр.
Хәҙер ике ейәне үҫеп килә, кейәүе уңған. Ипотекаға фатир алдылар, бер-береһен ҡәҙерләп татыу йәшәйҙәр.
Улы, егерме алты йәше тулырға бер аҙна ҡалғас, ҡунаҡ алып ҡайтасағын хәбәр итте.
Ҡатын төрлө тәмлекәстәр бешереп көттө улын, уның дуҫ егеттәрен.
Тик улы дуҫтарын түгел, таныш булмаған ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтып инде.
–Әсәй, таныш бул. Минең кәләшем Әнисә. Өләсәһендә үҫкән йәтим ҡыҙ. Кисә генә яҙылыштыҡ, – тип таныштырҙы улы.
–Ярай, бәхетле йәшәгеҙ, – тигән булды Гөлсөм, эсенән генә " Әллә бер ай йәшәрһегеҙ, әллә биш ай. Мине мәшәҡәтләмәгәс ярай инде", – тип уйланы. Ҡыҙына туй үткәргәндә кредит алып нисә йыл түләгәне иҫенә төштө.
Әнисәне күреү менән ҡатындың тәне эҫеле- һыуыҡлы булып, ток һуҡҡандағы кеүек зымбырлап китте.
Ҡаушауын һиҙҙермәҫкә тырышты былай, тиҙ генә сәй әҙерләне. Әнисәгә сынаяғын һонған саҡта ҡулы ҡалтырап, сәйе түгелеп китте.
Әнисә ярҙам итергә ашыҡты. Етеҙ хәрәкәтләнеп өҫтәлде һөрттө. Сәй яһап килтерҙе...
Гөлсөм бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы. Битен ҡыҙғылт таптар ҡапланы. Йөрәге күкрәк ситлегенән атылып сығырҙай булып ярһып, дарһылдап типте. Ҡатын ғүмерендә тәүге тапҡыр аңлайышһыҙ сәйер тойғо кисерҙе...
Улы Әнисәне бигерәк оҡшата буғай. Ике күҙен тултырып текләп тик ултыра бит шул ҡороғорға. Уның өсөн донъялағы иң сибәр ҡыҙ булып тойолалыр инде. Тегеһе лә Алмаздан күҙен алмай.
Гөлсөмгә ҡыҙ оҡшаманы. Төҫкә уртаса, иҫ киткес матур тип булмай. Һарғылт сәсле, һипкелле ябыҡ ҡыҙ.
Хыялында күрше ҡыҙы Альбинаны килене итеп күрә ине. Сибәр, уңған, аҡыллы ҡыҙ менән улы ниндәй матур пар булыр ине. Альбинаның атаһы Себерҙә эшләй, әсәһе бухгалтер. Етеш йәшәйҙәр.
Ә был ҡыҙ таныш түгел. Ата-әсәһе ниндәй булғанын бары фараз итергә генә ҡала. Төрлө ҡаршылыҡлы уйҙар солғанышында ҡалды ҡатын.
Иң яҡын әхирәте, серҙәше Айһылыуға барып һөйләшеп ултырғанында уйлағанын әйтеп һалды.
– Улың оҡшатҡан икән, түҙәһең инде. Сабыр бул. Араларына инмә. Мин дә кейәүемде оҡшатманым башта. Ҡыҙыма пар түгел тип көйөп, һыҙланып бер булдым. Эстән һығылдым, эстән ҡайғырҙым, тик балама һиҙҙермәҫкә тырыштым..
Өйрәнеп киттем. Хәҙер кейәүем дә ҡәйнәм тип өҙөлөп тора. Аҡса таба, ҡыҙым бәхетле.
Һин дә өйрәнерһең. Йәтим ҡыҙ, ҡайғыны етерлек күргәндер. Барыһын да яҡшыға юра.
— Шулай ҙа бит. Уны күргәс, ток һуҡҡан кеүек булдым шул. Әллә нисек булып киттем.
– Кейемдәр синтетика бит. Шуға ток һуҡҡандай булғандыр, – тип тынысландырҙы Айһылыу.
Бер йыл да үтеп китте. Йәштәр район үҙәгендә, Әнисәнең өләсәһенән ҡалған ике бүлмәле фатирҙа, йәшәйҙәр. Ял һайын ҡайтып ярҙамлашалар.
Гөлсөм Айһылыуҙың кәңәшен тыңланы, улы хаҡына киленен ҡабул итергә тырышты.
Килене уңған былай. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп, тырышып эшләй. Баҡсалағы иҫке тишек мискәләрҙе буяп, төрлө сәскәләр ултыртып сыҡты, баҡсаһы тағы ла йәмлерәк, күңеллерәк булып китте.
Бер йыл күрешмәгән ике туған Ләбибә апаһы килгәйне. Һеңлеһе бешергән тәмлекәстәр менән һыйланып, ҙур самауырҙы бушатҡансы ултырҙы. Тирә- яҡҡа ҡаранып, тауышын әкренәйтә төштө. Шунан бик әһәмиәтле, үтә мөһим хәбәр әйтергә теләгәндәй, серле йылмайып белдерҙе:
–Эй, әйтергә оноттом бит, киленеңдең атаһы сизола ятҡанында үлгән икән дә. Кеше үлтергәнме шунда... Тёмная история..
–Ҡоҙа Алыҫ Көнсығышҡа эшкә китеп юғалған бит. Милицияға ғариза яҙып эҙләтеп ҡарағандар, табылмаған.
– Юҡ шул. Уголовник ул. Алмазың уголовник ҡыҙына өйләнгән бит. Алма ағасынан йыраҡ тәгәрәмәй, тиҙәр. Күрәһегеҙ алда икән.... Бер тигән егет, бик шәп ҡыҙ менән пар булыр ине лә бит. Эй Аллам, һе
ҙҙе йәлләп бер булдым. Тамағыма аш бармай, йоҡом осто. Туғанҡайым, ҡайғырма инде. – Ләбибә ләззәтләнеп бысраҡ һүҙҙәрен теҙҙе генә.
Әнисәнең атаһы тураһында хәбәрен ул уйлап сығарғайны. Алдаҡ хәбәрен һөйләй торғас, үҙе лә ышана башлаған ине...
Гөлсөм йөрәге ауыртыуын тойҙо. Шулай ҙа мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышты.
– Уф, апай, шул хәбәрҙе әйтер өсөн килдеңме? Ярай, ҡайт инде. Яңғыҙым ҡалғым килә, – тип әйтергә көс тапты. Хушлашып, бер ни булмағандай йылмайып ҡайтып китте Ләбибә.
Уйламай әйткән хәбәре менән һеңлеһенең уңалып етмәгән күңел яраһына тоҙ һипкәнен уйлап та бирмәне.
Апаһын оҙатҡас, Гөлсөм яңғыҙы ҡалып дарыу эсте лә диванға ятты.
Йөрәк ауыртыуы көсәйҙе. Айһылыу әхирәте фельдшер бит. Уға барырға уйланы.
Айһылыу менән һөйләшһә, уның аҡыллы кәңәштәрен тыңлап тынысланыр. Укол ҡаҙатһа, йөрәк ауыртыуы баҫылыр...
Ул ҡапҡа тышына сығып бер аҙым атлап өлгөрмәне, йөрәген тотоп йығылды...
Әсәһенең йөрәк өйәнәге менән реанимацияға эләгеүе Алмазға аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Быға тиклем бер ваҡытта ла һаулығына зарланмаған, дауаханаға ятмаған әсәһе ике тәүлек үлем менән йәшәү араһында булһын әле! Төн йоҡламай ҡайғырҙы ир. Әнисә лә һурығып, ябығып китте.
Ун йәшенән әсәйһеҙ ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫте ул. Былтыр өләсәһе лә гүр эйәһе булды. Ҡәйнәһен, йәндәй күргән Алмазының һөйөклө әсәһен, яратып өлгөргәйне йәш ҡатын.
Реанимацияға иң йыш шылтыратыусы, иң күп борсолоусы Алмаз менән Әнисә булғандыр.
Ике тәүлектән Гөлсөмдөң хәле яҡшыра башланы. Уны кардиология бүлегенә, ике кешелек палатаға күсерҙеләр.
Улы менән килене көн дә килә уның янына. Килене һаҡ ҡына ҡағылып одеялын рәтләй, ҡулдарын һыйпай. Хәлен яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләргә тырышҡан була.
Ә күҙҙәре... Шундай ихласлыҡ уның ҡарашында, шундай һөйөп ҡарай балаҡай. Гөлсөм ҡасандыр уны яратмағанын уйлай ҙа, уңайһыҙланып китә.
– Бигерәк яҡшы һинең ҡыҙың, күҙ теймәһен үҙенә! – Әнисә ҡайтып киткәс әйтеп ҡуйҙы палаталаш ҡатын.
– Киленем ул, – йылмайып ҡуйҙы Гөлсөм. Ҡасандыр өнәп еткермәгәнен, икенсе килен хаҡында хыялланғанын уйлай ҙа оялып китә. Улының бәхете бар булмышынан наҙ, ихласлыҡ бөркөлгән ошо ҡыҙыҡайҙа бит. Быны ваҡыт үткәс кенә аңланы Гөлсөм. Әнисә килеп инһә палата нурға тулған кеүек, яҡтырып, йәмләнеп киткәндәй тойола.
Бөгөн улы менән килене икеһе бергә килде.
Алмаз бер әсәһенә, бер кәләшенә йылмайып ҡарай. Нимәлер әйтергә уйлай ҙа, әйтеп бөтөрмәй кеүек.
Бына ул әсәһенең ҡулына ҡағылды. Һаҡ ҡына ҡағылып, иркәләп ҡулын һыйпаны:
–Әсәй, беҙҙең ҡыҙыбыҙ буласаҡ.
– Эй улым, бөгөн төндә шундай матур төш күрҙем бит. Ҡыуаныслы хәбәр ишетергә яҙҙы. Иҫән-һау булып тыуһын! – Әсә улы менән килененә яратып ҡараны. Бите буйлап шатлыҡ йәштәре тәгәрәне...

РИММА ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: