Бөтә яңылыҡтар

Мәликә апайҙың ҡуңыр буғаһы

 Мәликә апайҙың Мәрүсе зым-зыя юҡ булды.

Көтөүселәр - үҫмер малай менән аяҡһыҙ фронтовик Сәхәү беренсе кис: "Һыйырыңдың көтөүҙән айырылып шырлыҡтарҙы ҡыҙырып йөрөүе бер бөгөнмө?.. Болан нәҫеленәндер ул..." - тип иҫтәре китмәһә, икенсе көн ней әйтергә  лә белмәнеләр... Башы-тояғы ла табылманы...

... Муйынынан арҡанды ысҡындырмайҙар, улай сәбәләнеп,  былай тартҡылашыуҙан эш сыҡмаҫын малҡай аңлағайны инде. Елене лә ташты...

- Малинка, Малинка... Буренушка,  успокойся, милая!.. - тип һырпаланды хужабикә.

- Сказано же! Прозвище - Марусь!- тип рәхәтләнеп көлдө хужа.

- Да кто даёт имена-то такие! - тип  Мария-Марусяның аптырауы бөтмәне. 

- То-то! Говорю Аптрейке, раз ты корову свою так кличешь, то бычка так и быть - Аптрейкой назову!

       Яңы хужалары мал йәнле кешеләр булып сыҡты. Хужабикә күңелсәк ҡатын, хатта аҙаштар, аңлауынса: күрше ҡатындар: "Маруся, а, Марусь! "- тип өндәшәләр хужабикәгә. 

      Етеш йәшәйҙәр: хужа иртән сығып китә лә кис ҡайта, Мария бер итәк балалары менән көн оҙоно донъя көтә. Мәрүсте көтөүгә бирмәй тоталар, башы-муйынына арҡан сырматылып яҡындағы аҡланда үлән ашай. Тимер юлдағы паровоздарҙың гудоктарына һис тә өйрәнә алмай, йөрәге "жыу" итеп ҡала, бөтә тәне  менән ҡалтырана... 

        Әллә нисә килеп китә эргәһенә Мария-Маруся. Кисен: "Марусечка моя,  буренушка, "- тип яратып алып һыйлай. Фураж,  тигәндәре бигерәк тәмле шул... Йомшаҡ ҡулдары менән һөтөн һауып ала...

...Балаҡайҙар сеүәтәләрен тотоп һөтөмдө көтөп торорҙар ине... Мәликәм нисек балаларын туйындырыр... Малдың күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәр аҡты...

...Мәликә аҙна- ун көн тирәһе көнө- төнө эҙләне һыйырын өлкәнерәк үҫмер ҡыҙҙары менән. 

- Мәрүскәйем, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү,

Мәрүскәйем, һәү - һәү, Мәрүскәйем, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү!..

Бәләкәстәр өйҙә ас. Урмандан һарынаһын, ҡымыҙлығын йыйып апҡайталар. Эй, Аллаҡайым,  балалары былай ҙа аслы-туҡлы ине, Һыйырының һөтөнә генә ҡарап торалар ине. 

- Бик эре һөйләшә инең!.. - тип иҫәпкә бар һанға юҡ ире Әптрәхим атын ситән тирәһендә уйнаҡлатып, һайтлатып сабып китте. Һуғыш бөтөүҙең өсөнсө йәйе, ул һаман "кейәү егете" булып йөрөй. Һуғышҡа тиклем үк тағы бер ғаилә ҡорғанына  күнгәйне, Мәликә...

- Был ниткән хәл!? - тип бәләкәс кәкре таяғына таянып Хәким олатаһы аһалаға төшөп, кәһелдәп килеп инде ихатаға, - Аллаһым-тәғәләм, балаларҙы йәлләһәңсе...

- Эҙләмәгән ер ҡалманы, айыу-бүре ботарланған, тиһәң,  бер-бер эҙе ҡалыр ине... Мәрүсемде табылыр, тип өмөтләнәм әле... - тине Мәликә олатаһына һәр ваҡыттағыса сабыр ғына. 

- Иииих, ҡыҙым! Ике аяҡлы бүреләр бар беҙҙә!..Көҙөн Минкамалдың башмағы зым-зыя юҡ булды... Үҙебеҙҙең ауылдан мал оҙатыусылар бар,  тигән фекергә килдем - инашэ никак!

       Ҡәйнәһе Бибикамал әбей ҙә көндәгесә аһылдап килеп етте:

- Шул тиклем дә миһырбанһыҙ булып кемгә оҡшаған, әҙәм аҡтығы! - тип һәр ваҡыттағыса төкөрөгөн сәсеп, улын ҡарғаны Бибикамал ҡарсыҡ, - Өмөтө ҡороғор!

-Ҡәйнә, ҡарғышма, балалар алдында...

- Шул тиклем дә йыуаш булырһыңма һинең ише!? Тешең-тырнағыңды күрһәтһәң, бисәләр ҙә айбаныр ине... Иреңде лә тотор инең!

- Етер, инде, ҡәйнәм! Былай ҙа йөрәгем сығып килә...

- Әле Мәғүҙәһендә - биш бала! Хәлимә менән сыуала тейҙәр ине, әнә бала табырға йөрөй Әптрәхимеңдән!!!

- Етәр инде...

- Бер итәк баланы нисек аҫрайһың!?Һыйырһыҙ!!! Ҡышын анауҙарҙың балалары күбенеп үлде... Исмаһам, быныуыныһы!..- тип мыжып көйһөҙләнгән дүрт тағандап йөрөгән ейәненә ымлап...

     Мәликә тубыҡланып һығылып төштө лә иңрәү тауыштары сығарып, устары  менән үлән-ерҙе йолҡоп тырнай башланы...

... - Успокойся, доча, успокойся... - тип күрше хуторҙан "сихырсы" Анна ҡарсыҡ нимәлер шыбырҙай ине. Төнәтмәләрен эсереп төн йоҡламай эргәһендә уҡынып ултырҙы. 

      Таң һыҙылып килгәндә төш күреп уянды Мәликә. Һыйыры: "Мин дә һеҙҙе һағынам, Мәликәм... Надежду не теряй, всё наладится," - тип һыйыры руссалап һөйләшә, имеш, күҙҙәрен тултырып ҡарап. Күңеленә шул тиклем еңел,  рәхәт... Был ни ғәләмәт...Анна ҡарсыҡтың эшеме...

Эргәһендә ҡарсыҡ та ойоп киткән.

...Ҡыбырламайыраҡ ятайым, оло бит инде сихырсы әбей, йоҡлай бирһен, тип күҙҙәрен йомдо...

     "Үҙ сире" тотоп, һуғылып ауырығандарға барып килтерәләр уны ауылға... хәлем шул тиклем үк булды микән...

Кискә табан имсе ҡарсыҡ тағы килеп етте:

- Малуша, доча, ты как агнец божий...

Я вон-а каждый день молю бога, прошу прощения... Молода была, не знала, что дару божиему нельзя обращаться без слова божиего... Бына һиңә брюква орлоҡтары, әле  лә һуң түгел, ер йылы, ямғыр булмаһа, көн дә кис һыу һибегеҙ. Орлоҡтарын үҙем өлгөрттөм, алла бирһә, брюкваларың емерелеп уңыр, ҡышҡыһын баларының ас ултырмаҫ. Һеҙҙең халыҡ бәшмәкте ситен итә, бушҡа Яҙҙан көҙгә тиклем йыйырға була. Ямғыры ғына яуһын.

     Аҙна-ун көндән миңә үҙең килерһең, тағы уҡырмын. Ҡартлыҡтан дауа юҡ - аяҡтарым һыҙлай, ҡыҙым. Ярай әле Әптрәхимең кисә,  бөгөн ултыртып  килтерҙе.

- Ул минеке түгел...

- Уға лә еңел түгел...

...Мәликә һандығын асып, ҡәҙерле әйбер-төйөнсөктәрен барлап, сигелгән ҡулъяулыҡ ҡатына ҡәҙерләп һалынған өсмөйөш хаттарҙы сығарҙы... Эстәлектәрен яттан белә.

"...Мәликәм! Һуғыштан иҫән-һау ҡайтырға яҙһа, матур итеп донъя көтөрбөҙ... был яҡтарҙағы өй- ихаталарҙы күрһәң!"

"...Тормошомдо, әгәр ҙә мәгәр иҫән ҡалһам, һинең менән генә күҙ алдыма килтерәм, Мәликә..." 

Мейескә яҡты...

...Мәрүсте йәй аҙағында көтөүгә ҡуштылар. Беренсе көндө үк көтөүҙән айырылып, тирә-яҡты ҡыҙырып килде, көтөүсенең сыбыртҡыһын татыны... Тағы... тағы... тағы...

- Заколим буренку! Ни пастуху, ни нам покоя нет! Иначе сбежит! - тип ярһыны хужа.

- Не дам! Другой токой коровы не будет! - тип яҡлашты  хужабикәһе.

- И то правда, что о тебе судачат!...

Күршеләре араһында Марияны "һыйыры менән һөйләшә"- тип хәбәр таралғайны. 

...- Буренушка моя, чувствую сердцем, Захару не люба я стала... вон петухи  первые запели... Вот, где он?! У кого!!!... С весны ведь так...всегда отмазку найдет... А на душе-то как тяжело, что жить не... Ооойййй... ыһ-ыһ-һыыы-һыыы... - тип  илай ине хужабикәһе... Мәрүс тә Марияның хәленә кереп, ауыр итеп ахылдай,  уфылдай, муйынын һуҙып хужабикәһенең беләген ышҡый, тынысландыра.

...Ҡыш үтте, яҙ етте. Мәрүстең игеҙ быҙауҙары тыуҙы... Тағы ла бер ҡыш үтте, яҙ етте. Мәрүс быҙауыланы. Тормош дауам итте...

"Мәликәнең һыйыры ҡайтҡан!"- тигән хәбәр бөтөн ауылды урап сыҡты, ҡарт-ҡоро, бала-саға саға,  бисә-сәсә һыйырҙы үҙ күҙҙәре  менән  күрергә килде.

          Мәрүс быҙауы,  башмағы менән ихата уртаһында хәтфә үләндә көйшәп ята...

- Кемдәрҙең ҡулында булған?

- Ҡайһы яҡтан ҡайтты?

- Ҡасан юғалғайны әле?

- Быҙауын да эйәрткәнме?

- Быҙауы ниндәй нәҫелдер, беҙҙең районда ундай тоҡом үгеҙҙәре юҡ...

- Башмағы ла бар!

Ололар тел шартлаттылар:

- Һааааййй! малҡай!!!

Хәким олатаһы:

- Бер ҙә аптырарлыҡ түгел,  Ҡуңыр буға юлын иҫегеҙгә төшөрҙөгөҙ!!!  - тип "Ҡуңыр буға" риүәйәтен тыңлаусылар булғас, бөгөн әллә нисәнсе тапҡыр бирелеп китеп һөйләне, - Мал ҡайһы бер әҙәмдән аҡыллыраҡ! - тип һығымта яһаны. 

- Малҡайымдың теле генә юҡ... - тип шатлығынан сыҡҡан күҙ йәштәрен Мәликә бөгөн тыйманы.

     Ҡәйнәһенең күләгә кеүек килеп инеүе Мәликәнең йөрәгенә шом һалды.

      Әптрәхим атын ҡамсылап сабып килеп, өй алдында ауыҙын  шаҡарып туҡтатты. Бригадир итеп тәғәйенләнгәндән бирле оторо шаша башлағайны.  Былтыр, Алла бирһә, башмаҡҡа алыштырырмын,  тип өмөтләнеп йөрөгән үгеҙен дә бит "потрава", тип тартып алдылар. Шундай законы булдымы, әллә ире тип һанаған Әптрәхимдең бергә эскән  әшнәләре менән эшләгән ҡара эше булдымы... Хатта ҡәйнәһенең: "Хайуандар ҙа үҙ балаларын ҡурсалай! Һин үҙ балаларыңдың ауыҙынан тартып  алаһың!" - тип улына рәнйеп илауына ла ҡолаҡ һалманы.

      Ҡапҡаны аяғы менән тибеп инеп:

- Нәмә! Эшһеҙ интегәһегеҙме!? Иртәнге биштән табырмын  мин һеҙгә  эште! - тип аҡырҙы йыйылған халыҡҡа.

     Мәликәнең эргәһенә килеп, ҡамсыһы менән һарай артына сығып һөйләшергә кәрәк икәнен ымлап күрһәтте. 

      Нисек ингән, шулай ҡапҡаны тибеп сығып китте. Бар халыҡ әле генә йылмайып торған Мәликәнең йөҙө ағарынып киткәнгә иғтибар итеп, күңелдәре төшөп өйҙәренә таралыштылар.

      Бер нисә көндән иҫ китмәле ваҡиғалар башланды. Ауылға урыҫтар килгән! "Бригадный дом"да ҙур ғауға ҡупҡан, имеш тигән хәбәрҙәр ауылды әллә нисә урап сыға һалды. Әптрәхим менән Захар тигәне  яғаға-яға килешкәндәр, тигән имеш-мимештәр таралды. Мәликәнен ҡәйнәһе Бибикамал ҡарсыҡ аһалаға төшөп килеп етте:

- Йыуаштан йыуан сыға,  тип һинең ишеләрҙе әйтәләр инде! Ней сәүесең етеп ир кешенең һүҙен йыҡтың!

Ыспурлы малдар, һуяйыҡ, тип һиңә күпме тыҡыныҡ, арҡыры төштөң! Ана Зәһәр тигәне: "Закунный малдарым, алып ҡайтам, "- тип даулаша, тей.

- Һыйыр минеке! Бөтәһе лә белә! - тип  ярһыны Мәликә.

- Иреңдең башын төрмәгә тығырға итәһеңме!? Теге йылды  Әптрәхимең һыйырыңды әшнәләре менән һатып ебәргәненә төшөнмәнеңме һаман!?

- Тәүбә! Илаһым!..- тип бөгөлөп төштө Мәликә. - Баларының ризығын...

       Теге йылды Анна ҡарсыҡ кәңәше буйынса брюква ултыртмаһа, балалары шешенеп  үлерҙәр ине ҡышын. Мал тиреһен ашанылар... Бәләкәстәр әле лә яҙҙан көҙгә тиклем йылға буйынан ҡайтмайҙар: селбәрә һөҙөп тамаҡ аҫрайҙар, өйҙә кисен берәр һыныҡ йәймә менән боланут сәйе... Ярай әле Кәриме - таянысы, күҙ нуры, быйыл уҡтан ҡуян атып алырға оҫтарҙы, һирәк булһа ла эстәренә ҡуян "һурпаһы" төшә...

      Мәликә төштөге кеүек кенә бар нәмәне күҙҙән үткәрҙе.

       Бына уның урамына әллә күпме ирҙәр килеп инде, ауылдаш ағайҙарҙың Мәликәгә ярҙам итә алмауҙары ҡара янған күңелһеҙ йөҙҙәренә сыҡҡан, әпкәләйҙәр урынлы-урынһыҙ урыҫтарға һүҙ ҡушып ыржаялар...

       Ире тип иҫәпләнгән кешеһе эшлекле ҡиәфәттә Мәрүстең муйынына арҡан һалып һарайҙан апсыҡты. Һыйыр, һиҙенеп, ҡаршылашты. 

- Ну, Марусь, хозяйка тебя заждалась,- тип икмәк телеме менән һыйлай башланы уны Захар. Икмәктең эрерәк валсыҡтары  ергә таралып төштөләр,  әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан бишенсе йәше менән барған Сабиры һыйыр менән Захарҙың аяҡ аҫтынан икмәк валсыҡтарын сүпләп ашай башланы. 

Захар икмәкте малайға тотторҙо. 

- Ну, хозяйка, не обижайся...- тине Мәликәгә күтәрелеп ҡарап. Мәликә һыйырын һуңғы тапҡыр һыйпап, яғымлы тауышлы урыҫҡа күҙ һирпеп кенә алды. 

       Захарҙың йөрәге сәнсте... Нисә тиҫтә йылдан һуң әсәһенең ҡарашын осратты... Хатта ап-асыҡ булып йөҙө лә күҙ алдына баҫты! Бала саҡта аслыҡтан интектеләр, атаһын да саҡ ҡына хәтерләй, беренсе донъя һуғышынан ҡайтманы... Әсәһе шул тиклем дә сабыр хатын булды... Ә бына Марияһы бер сәбәпһеҙ уны утлы табала бейетеп алырға ла күп һорамай. 

        Кисә инде төндә был яҡтарға килеп еткәс, күрше урыҫ хуторына барып йоҡланылар. Анна ҡарсыҡ та иртә таңдан: "Не бери грех на душу...Не забирай буренку у Малуши..." - тигәненә ҡул ғына һелтәгәйне. Ә хәҙер килеп тамағына төйөн тығылды...

        Әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт тә күрһәтә алманы, иртә донъя ҡуйҙы, бахырҡайым. Бына хәҙер уның алдында ҡаҡса ғына башҡорт хатыны сабыр ғына тора, тормошона зарланмай, туҙынмай... Ҡайһы арала эргәһенә 12-13 йәштәге малайы килеп торған - һаҡлаусы,  яҡлаусыһы! Бәләкәй малай менән бәләкәй ҡыҙыҡай ҙа, үҫмер ҡыҙҙар ҙа Захарҙы  иҫ киткес итеп күҙәтәләр - уның күңелендәге кисерештәрҙе үтәнән-үтә  күреп торалар,  тиерһең...

      Захарҙың дуҫы малдарҙы эйәртеп ихатанан алып сыҡты, ул да арттарынан эйәрҙе. Әсәһенең сабыр ҡарашы йөрәген телеп уны оҙатып ҡалды. Үҫмер малай ғына өмөтөн өҙгән, үсеккән һымаҡ һарайҙар артына йүгерҙе...

- Погодь! - тип өндәште  ул юлдашына, - Телку заберем, а корову и теленка оставлю, - тине. 

- Эй! малай! - тип һыҙғырҙы ул.- Эхей!!! поди, сюда!

Кешеләр ҙә  ниҙер һиҙенеп:

- Кәрим! Кәрим! Сыҡ тиҙерәк!- тип ҡысҡырыша башланылар. 

      Малай һарай артынан теләр-теләмәҫ кенә сығып, Захарға ҡыҙарған күҙҙәре менән һынсыл ҡараны.

- Забирай свою корову, теленка - никому не отдавай!  - тине йылмайып, арҡаһынан ҡаҡты. Һиҙҙермәйенсә генә Мәликәгә ҡарап алды, шатланғанында ла тыныс ине был хатын, әсәһе кеүек!..

       Оҙаҡ йылдар Захар, уның малайҙары Кәрим менән "знакум", "белеш", "тауариш" булып йәшәнеләр. 

28.01.2023 й.

Асия Закиржанова.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: