

Айвар тағы ла өҫтәлгә ит тулы оло табаҡ ҡуйҙы.
– Әйҙә, әле, Рәшиҙә, нимә йоҡлап ултыраһың! Һыйла ҡунаҡтарҙы, беҙгә мәскәүҙәр көн һайын килеп төшмәйҙәр! – тип ул мәғариф идаралығы етәксеһенә йылмайып ҡарап алды.
– Рәхмәт төшкөрө, рәхмәт. Оҫтабикәләр әҙерләгәнде биш көн буйы ашап бөтөрлөк түгел! – Екатерина Борисовна, көлөп, рюмкаһын ситкә алып ҡуйҙы.
– Ю-ю-юҡ, башҡорттар әйтмешләй, ҡунаҡ – хужаның ишәге! Ишеткәнегеҙ бармы шундай әйтемде?! Һеҙ бит филолог, шулаймы? Рус телендә бармы шуға оҡшаш әйтем? – Айвар һорау бирҙе лә, рюмкаһын урынына ҡуйып, һыйлауын дауам итте.
– Ғәжәп, ләкин иҫкә төшөрә алмайым ниңәлер. Башҡорттар өсөн ҡунаҡсыллыҡ – иң изге сифат, тип ишеткәнем бар! Минең Башҡортостанға был беренсе килеүем түгел, ауыл мәктәптәрен йыш ҡына ҡарап йөрөргә тура килә, – Екатерина Борисовнаның ошо һүҙе хужаның йөрәгенә хуш еҫле май булып түгелде.
– Ҡунаҡсыллыҡ тигәс, мин еҙгә күптән булған бер хәлде өйләйем әле. Ул саҡта мин яңы ғына өйләнгән инем. Хәҙер балалар үҫеп бөттөләр инде.
Ғаилә нигеҙе бит, үҙегеҙ беләһегеҙ, – ауылдамы, ҡалаламы – өй, усаҡ. Шуға ла туғандарым менән миңә ҙур өй алырға булдыҡ. Бөрйәндә таныштар йәшәй ине, бура һатып алырға шунда киттек, – Айвар йәш саҡтарҙы хәтерләп, бер аҙ йомшарып һөйләй башланы. – Беҙҙең ауылдан Бөрйән яҡтарына юл алыҫ ҡына, тап ике көн дә бер төн, тигәндәй. Унға ун метрлыҡ бураны алып ҡайтырға өс “КАМАЗ” ыҙ эш килеп сыҡмаҫ тип, оҙон прицеплы машиналарға ултырып киттек бер саҡ. Водителдәре йәш кенә егеттәр, икәүһе – урыҫ, берәүһе – башҡорт малайы. Кабинамда бер йәшник араҡы ла бер тоҡ папирус. Үҙегеҙ уйлағыҙ, бураны тейәргә кәрәк, эшселәрҙе лә тиҙерәк эшләһендәр өсөн майлайым, тим бит инде.
Көн буйы иҫәбе-хисабы булмаған ауылдарҙы, ялан-урмандарҙы үтеп, кис еткәс бәләкәй генә йылға ярында туҡтарға булдыҡ. Тәбиғәте бигерәк матур: алда урман, тауҙар башлана, йылғаһы тар ғына бул а ла, бормалы, шарлауыҡлы. Рәхәт! Ҡараңғы төшөп китте бер заман. Тиҙ генә ҡоро-һары ағас йыйып, усаҡ яғып ебәрҙек. Тағанды элеп, йылғанан һыу алып килеп – элек һәр бер йылғаның һыуын шикләнмәй эсә инек – сәй ҡайнатырға ҡуйҙыҡ.
Йылға шылтыр -шылтыр таштарын тәгәрәтә, уның теге яғында, тау битендә, биш-алты өй – әллә ауыл, әллә берәй хутор, шайтан белһен – саҡ-саҡ күренеп тора.
Сәй ҡайнап та өлгөрмәне, ҡапыл ғына ниндәйҙер тауыш ишетелде. Йылғаһы һай бит инде, һыу сәпелдәгән тауыш ишетелде. Кит, әйтәле һин, төн уртаһында Алла үҙе онотҡан, эт бармаҫ ерҙә кем йөрөй икән кеше ҡурҡытып!
Ҡот осто, тип әйтеп булмай инде, дүрт ир-атбыҙ, йәшбеҙ, шулай ҙа егеттәр монтировкаларын һәрмәп алып ҡуйҙылар – так, на всякий пожарный. Тын алмай торабыҙ, шаҡ ҡатып, малай. Ә шул арала бер нисә кеше зарланып, асыулы тауыш менән үҙ-ара һөйләшеп яҡынайып килә. Эх, мин әйтәм, эләктек былай булғас! Күрәһең, йылға ярында туҡтарға ярамаған, йә шул ауылдың берәй законын боҙғанбыҙ . Ҡыйын булһа ла, берәй яйын табып, был хәлде төҙәтергә кәрәк. Нисек итеп һуң? Шулай тип уйлап та бөтмәнем, ут янына өс кеше килеп баҫты. Иң олоһо, алғараҡ сығып, туҡтауһыҙ зарлана башланы:
– Һеҙ кемдәр булаһығыҙ? Ниңә төн уртаһында күк аҫтында туҡтап усаҡ яғаһығыҙ? Ҡара һин уларҙы! Сәй эсеп ултыралар, имеш! Ҡайһы яҡтарҙан, ҡайҙа юл тотаһығыҙ?
Мин, каруан башлығы булараҡ, килеп сығам бит инде, һүҙ ҡыҫтырырға маташып ҡарайым:
– Ярай инде, ағай, тыныслан, бигерәк уҫалһың, ғәйеплебеҙ икән – әйҙә, аңлашып, һөйләшеп алайыҡ. Делов-то! – тигән булам, үҙем ипләп кенә тегене тикшерәм. Ҡарап тороуға уҫал күренһә лә, сырайы асыҡ, яғымлы һымаҡ тағы.
– Делов -то, тиһеңме? Үәт оятһыҙ зат! – тип ҡыҙып киткән булды ағай.
Их, мин әйтәм, эштәр хөрт инде былай булғас. Урыҫ егеттәре, бер нәмә лә аңламағас, бүкән кеүек ҡатып тик торалар монтировкаларын тотҡан килеш, ә башҡорт малайы бөтөнләй минең арҡаға ышыҡланып тора.
Теге ағай былай тимәһенме бер ваҡыт:
– Юҡ инде, былай булмай, йәмәғәт! Ауылдаштар минән көлөр, ҡунаҡтарын яланда йоҡлатҡан, ашатып-эсереп тә сығармаған, ата-баба йолаһын тотмай, тип. Минең йорт, ана, бер-ике саҡрымда ғына бит, тауға менеп еткәс ни, аның ҡалған яғы нимә генә инде!? Үәт ялҡау халыҡ, йә инде.
Ағай башын сайҡап, аптыраған йөҙ менән беҙгә ҡарап ҡырҡа ғына:
– Йә, усаҡты һүндерегеҙ йылға һыуын йәлләмәйенсә, моторҙы ҡабыҙығыҙ ҙа – ать-два! Әбейҙең ите бешеп, самауыры ҡайнап тора!
Был үҙҙәрҙе ишеткәс, саҡ ҡосаҡлап алманым теге ҡартты. Йә инде, яман кеше түгел, ҡәҙерле ҡунаҡ икәнбеҙ ҙә!
Егеттәр китте аптырап, бер ни аңламайҙар:
– Чо делать-то будем, Айвар? Что он сказал? Ты чего так разулыбался, черт тебя пойми?!
Мин тегеләргә хәлде аңлатып, утты үндереп, йыйынырға ҡуштым. Ярты сәғәт тә үтмәне, ауыл ситендә торған өйгә килеп тә еттек. Ябай ғына йорт инде, эсе таҙа, йәмле. Түрҙә өҫтәлдә оло ҡоштабаҡта яңы ғына ҡутарылған ит боҫрап ята, самауыр йырлап ултыра ине.
– Эх, ағай, ҡурҡыттың бит Өфө егеттәрен! Ҡоттары боттарына төштө бит, ә, – тип көлә-көлә, өҫтәлгә күстәнәстәремде сығарып ала башланым. Хәтәр хәл уҙып киткәс, һәр кем батырайып китә шул ул.
Егеттәр, өҫтәл янына ултырғас, ҡыйыуланып киттеләр хатта. Ундай ғына хәлдәрҙә булғаныбыҙ бар, имеш...
– Йә, ағай, төндә үҙегеҙҙе борсоп йөрөүебеҙ өсөн ғәйепләмә инде, рәхмәт һиңә шулай матур итеп ыйлаған өсөн! Ҡунаҡ хужаның ишәге инде ул, – тип мин күҙ ҡыҫып ҡуйҙым да ымлап: – Әйҙә, командуй! – тип өҫтәнем.
Ағай йылмая биреп, бер аҙ уйланып торҙо ла былай тип үҙ башланы:
– Ҡунаҡ күрмәгән өйҙөң йәме юҡ, тигән ата-бабалар! Тап шулай! Һеҙгә йыраҡ араларҙы яҡын итеп, өйөмә ҡунаҡ рәхәтен килтергән өсөн рәхмәтлемен. Ә ишәк тип, ни инде, уныһы бит ҡунаҡ һыйҙан баш тартмаһын өсөн генә әйтелә! Әле алда юл төшһә тағы, бер ҙә шикләнмәйенсә туп-тура өйөмә килегеҙ! Әйҙә, итенән ауыҙ итегеҙ, һыуына ла...
Таң һарыһынан юлға сығырға булғас, табынды оҙаҡҡа һуҙмай, йоҡларға яттыҡ. Хужабикә ҡунаҡтарға түргә урын йәйеп ҡуйған булған. Ишәк инде, ишәк! Үҙҙәре мейес янында иҙәнгә кейеҙ йәйеп яттылар...
– Шулай була ул “ҡунаҡ – хужаның ишәге!” – Айвар хикәйәһен йомғаҡлап ҡуйҙы. – Теге ҡунаҡсыл ағайҙы һаман иҫкә алам. Алып ҡайтҡан бура матур һәм ныҡ өйгә әйләнде, балаларым шунда үҫте. Өйөбөҙҙән ҡунаҡтар ҙа өҙөлмәй! Ҡарағыҙ әле, ысынлап та, ҡунаҡсыллыҡ тураһында маҡтанып һөйләп ултыра, ти, берәү. Әйҙәгеҙ әле, һыйланып ултырығыҙ. Әллә мин хужа түгелме?..
Рәйсә КӘРИМОВА.