Барый Ноғоманов
Башы.
Донъя тып-тын. Донъя ҡараңғы... Ҡалай бөтә яҡтан ҡыҫып килгән һиллек баҫҡан шау-шыулы был ер өҫтөн!.. Ошондай ауыр тынлыҡ ҡапыл ғына йөрәкте өшөтөп, ҡурҡыныс, ят донъяға оҡшап ҡалған. Ниңә бер тауыш та ишетелмәй, ни эшләп гөрһөндөләр яңғырамай, был саҡлы ла ниндәй дөм ҡараңғылыҡ биләгән? Әллә... әллә ахырызаман етеүе ошо буламы икән?..
Рәмзил бер нисә секунд эсендә буталсыҡ уйҙар кисерергә өлгөрҙө. Ул, имәнес төштән һиҫкәнеп уянған кешеләй, бер ни аңламай, һаман да ҡара томандар араһында сыбаланды. Егет үҙенең ҡайҙа ятыуын айырырға тырышып, тирә-йүнгә баҡмаҡсы булды, әммә күҙ ҡабаҡтары асылмай, әйтерһең, ниҙер баҫҡан, башҡа саҡта сылт-сылт һикереп уйнаған керпектәре, балауыҙ һыланғандай, бер-береһенә йәбешеп уҡмашҡан. Ул ҡуҙғалмаҡсы итте, былай хәрәкәтһеҙ ятырға ярамай, тик ҡымшанырлыҡ та түгел, өҫтөнә ҡурғаш ауырлығындай йөк өйөлгән, әйтерһең.
Ысынлап та, ҡайҙа һуң ул? Ни эшләп япа-яңғыҙ ҡалған әле? Иптәштәре ниңә һүҙ ҙә өндәшмәй?..
Рәмзилдең башына өҙөк-өҙөк аң йүгерә башланы. Ҡолағына, бына әле генә һымаҡ, тауыштар килеп бәрелде.
– Алға! Алға!.. Траншеяларҙан бәреп сығарырға!..
Кемдәрҙер ҡысҡыра, кемдәрҙер өҙгөләнә: “Аһ!..”
Ҡапыл шартлау... Шунан ары Рәмзил бер ни ишетмәне: әле генә бар тирәне шаулатҡан ығы-зығы “һә” тигәнсә йәһәннәмгә китеп олаҡты...
Ҡуҙғалырға итте. Яурынын кирә биреп, беләктәрен ике яҡҡа йәйергә ниәтләне. Тик уң ҡулын ҡыбырлатыу менән ҡаты ыңғырашып, йәнә аңҡы-тиңке килде. Артабан... артабан да тынлыҡ...
Күпме ятҡандыр, уныһын хәтерләмәй ҙә Рәмзил. Бәлки, бер сәғәт, бәлки... бер тәүлек. Инде бер ниндәй ҙә өн-тын ишетелмәй. Көнмө хәҙер, төнмө – Хоҙай үҙе генә беләлер.
Ыңғырашып, оҙаҡ ятты егет. Ваҡыт үткән һайын, хәле мөшкөлләнә барыуын һиҙҙе: ут эсендә янған да кеүек, йә еңеләйеп тә киткән төҫлө. Бер аңына килә, бер килке ниндәйҙер тәрән упҡынға осҡандай.
Сеү!.. Уның өҫтөнән ҡыштырлап, кемдер атлап үтте түгелме? Бер былай, бер тегеләй, дөп-дөп кемдеңдер аяҡһыуы был. Ни булһа ла булһын, Рәмзил, ҡыҫыла барған күкрәген тултырып, көслөрәк тауыш бирҙе. Өҫтә лә кемдәрҙер һөйләште буғай. Һүҙҙәре аңлашылманы, әммә уныһы мөһимме инде хәҙер, Хоҙай бәндәһе ошо ҡәберлектән генә ҡотҡарһын уны. Яңынан барлыҡ көсөн йыйып, тамаҡ ярып, өн бирҙе Рәмзил.
Өҫтә тағы ла һөйләшеү, аяҡ тауыштары, көрәк менән ерҙе аҡтаралар, күрәһең. Сәғәткә тиң оҙон, хәтәр минуттар: ниндәй яҙмыш көтә уны, өҫтәгеләр кемдәр – өмөтөңдө балта менән сабып өҙөр кешеләрме, әллә ялғаусылармы?..
Ят тауыштар әкренләп яҡыная бара. Өҫтәге ауырлыҡ та бер аҙ еңеләйгәндәй. Тимәк, йәһәннәмдән уны һөйрәп сығарырға уйлайҙар.
Рәмзил дә уларға ярҙам итмәксе: тирә-яҡҡа тупраҡты этмәксе.
– Аһ!..
Әлеге уң ҡулын ҡуҙғатыуы булды, йәне һурылдымы, бөтә тамырҙарына тиклем ҡорошто, үтә ауыртыу тәнен ҡапыл шартлатҡандай урап алды. Артабан ул бөтөнләй юғалып ҡалды: бер ни һиҙмәй ҙә, ишетмәй ҙә, был донъянан юҡҡа сыҡты, әйтерһең...
* * *
Рәмзил яңынан аңына килгәндә, йәнә билдәһеҙ бер ҡараңғылыҡ эсендә ята ине. Өҫтөндәге ауыр йөк кенә ҡайҙалыр һыпырылып ташланған, тирә-яҡтан ҡоршау ҡыҫмай хәҙер.
– Һыу... Һыу... – Ул уртына ҡатҡан телен көскә әйләндерә алды. Тәне яна, тамаҡ кипкән, ҡулын ҡуҙғатырлыҡ түгел, бәйләнгән.
– Һыу... Һыу...
Өҫтә, шығырлап, ниҙер асылды. Һуҙылып ҡына тоноҡ яҡтылыҡ һирпелде. Баҙлауыҡтай ғына ошо яҡтылыҡ айнытып ебәргәндәй итте Рәмзилде, тирә-йүнгә күҙ һирпергә көс өҫтәне. Ул аңлайышһыҙ бер ҡаралтының мөйөшөндә ятҡанын шәйләне.
Баҫҡыс буйлап май шәме тотҡан ҡыҙ баланың төшөп килеүе күренде. Кемдәр ҡулына эләккән ул, әсирлеккә алынғанмы – яҡтылыҡ балҡышынан да етеҙерәк уй йүгереп үтте башынан һалдаттың. Әммә уй тиҙ юғалды, сарсауы көслөрәк булып сыҡты.
– Һыу... Һыу...
Ниндәйҙер телдә ҡыҙ ҙа тауыш бирҙе. Аңламаны уны Рәмзил. Янына килеп баҫҡас, ҡыҙ ҡапыл урыҫсаға күсте.
– Ни кәрәк һиңә? Әллә ниндәй телдә өндәшәһең.
Шунда ғына Рәмзил һыуҙы башҡортса һорағанын төшөндө. Ул да ни теләгәнен урыҫса белдерҙе.
Ҡыҙ “йылп” итеп баҫҡыс буйлап күтәрелде. Күҙ асып йомған арала, яңынан Рәмзил эргәһенә килеп баҫты. Бер ҡулы менән егетте ҡосаҡлап башын күтәрҙе, икенсе ҡулындағы һыулы сеүәтәне ирененә терәне.
– Хи, – тине ул үҙ телендә, унан урыҫсаға күсте. – Эс аҙ ғына.
Рәмзил бер-ике уртларға ғына өлгөрҙө, сеүәтәне тартып та алды ҡыҙ.
– Әй, күп эсергә ярамай, тәнең һыуыныр.
Рәмзилгә, ымһынып, сеүәтә артынан муйынын һоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Аҙ ғына ирен сылатһа ла, еңеллек өҫтәлгәндәй булды егеткә. Үлә яҙып сарсағанда, һыуҙан да татлыраҡ ни бар икән донъяла!..
Тыныслана төшкәс, егет һынаулы һәм һораулы ҡараш ташланы ҡыҙға.
– Мин ҡайҙа ул, нишләп бында килеп эләктем?
– Һин беҙҙә, өйөбөҙҙөң подвалында. Боевиктар күрмәһен тип, йәшереп ҡуйҙыҡ. Яралыһың һин, ҡулың иҙгеләнгән, әсәйем үҙ белдегенә генә бәйләштереп, шәфҡәт туташын эҙләп йүгерҙе. Хәҙер әйләнеп ҡайтыр, сыҙа инде, һалдат.
Ҡыҙ шулай урыҡ-һурыҡ аңлатып, Рәмзилдең эргәһенә үк эйелде. Үҙе ҡулындағы сеүәтәһен әйләндергеләп, “хи, хи” тип ҡабатланы.
Рәмзил дә йәнләнә төштө.
– Эйе, һыу, һыу...
– Һин беҙҙеңсәгә яҡынлаштырып әйтәһең “хи”ҙы, урыҫ түгелһең, ахыры.
– Башҡортса әйтәм мин: һыу, һыу.
– Ә-ә, башҡортса, мосолмансамы ул?
– Нәҡ мосолманса инде.
Ҡыҙ мөләйем, бер ҡарағанда, һеңлеһенә оҡшаған. Йәше лә һеңлеһе самаһында булыр: ун дүрт, ун биш тирәһе.
Күпмелер һүҙгә арбалып, беләгенең һыҙлауын да онота бирҙе һалдат. Инде тороп ултырырға ла ниәтләгәйне, ҡуҙғала алманы, өҙөп ауыртыу һынын ҡатырҙы. Ҡыҙ ҙа кескәй, йомшаҡ ҡулдары менән һаҡ ҡына күкрәгенә баҫты.
– Ҡуҙғалмағыҙ, ололар һүҙен тыңларға кәрәк, әсәйем тик кенә ятып торһон тип иҫкәртте.
Ул арала өй ишеге шығырланы. Ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.
– Айсет, һин ҡайҙа?
Ҡыҙ йылғыр йәнлек етеҙлеге менән өҫкө ҡатҡа үрмәләне. Өҫтә әкрен генә һөйләшеүҙәр иғтибарын тартты егеттең. Ҡайһы бер һүҙҙәрен аңлағандай ҙа итә Рәмзил. Әлеге “хи” һүҙен йыш телгә алалар былар.
Бер аҙҙан шәм тотоп ике ҡатын төштө уның янына. Улар артынан Айсет та күренде, ҡулында шыйыҡсалы быяла һауыт та бар. Ҡатындар үҙҙәренсә ниҙер әңгәмәләшә башланы. Рәмзил уларҙың теленән “мосолман” тигәнде генә аңланы. Йәлләйҙәр ине булһа кәрәк егетте, күҙ ҡараштары шул хаҡта һөйләй.
Күпмелер фекерләшкәндән һуң, өлкәнерәге яралыға эйелде, маңлайына усын баҫты, күҙ ҡабаҡтарын күтәреп ҡараны. Йылылыҡ килеп бәрелде Рәмзилгә, өмөт сатҡылары һикереште.
– Бер аҙ ғына түҙергә тура килер инде, улым, сисендереп, яраңды бәйләмәй булмаҫ, – тине әлеге ҡатын, ҡараштырып, һыйпаштырып алғас.
– Түҙермен, түҙермен... – Теш аралаш ризалығын белдерҙе һалдат.
Сисендереү еңелдән булманы. Яралы ҡулды ең эсенән сығарыу өсөн кейемде киҫкеләргә тура килде. Ҙур, үткер ҡайсы “ҡыж-ҡыж” гимнастеркаһын ярғыланы.
Рәмзилдең уң ҡулы терһәк тирәһендә бөтөнләй сәрпәлгән. Ҡатындар бер-береһенә аптырашҡан ҡараш ташланы. Уларҙың һөйләшеүенән шуны аңланы егет: күп ҡан юғалтҡан, ошо килеш нисек иҫән ҡалған был?!. Ҡан ағыуын туҡтатыр өсөн терһәктән өҫтәрәк беләген ҡыҫып бәйләнгәндән һуң, яраны үткер, әрнеткес шыйыҡса менән һөртөп, бинт һалдылар. Иҫ киткес ыҙаланыу кисерҙе Рәмзил: күҙҙәре тоноҡланды, бер кеше икәү-өсәү булып күренде.
Ҡатындар һаман үҙ-ара кәңәшләште, борсолоуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан.
– Юнысты эҙләп табырға кәрәк, ул ни әйтер: ҡотҡарып булырмы быны? – тине өлкәнерәк ҡатын.
– Ҡайҙан эҙләргә икән һуң уны?
– Урыны билдәле инде: яралылар янында... Юныс кәрәк хәҙер, Юныс. Мин, кисекмәй, эҙләп китәйем. Тапһам, алып килермен.
Өлкән ҡатын өтәләнеп китергә йыйынды.
– Йәһәтерәк бул инде, Хазбикә, хәле ҡыл өҫтөндә бит уландың, – тип хәсрәтләнеп-ялбарып оҙатты уны икенсеһе. Унан ҡыҙға әйләнде: – Бар, Айсет, ишекте бикләп ҡал, сит-ят кеше килеп инмәһен, күргәндән күрмәгәндәре яҡшы.
Ҡыҙ менән әсә артабан да һалдат тирәһендә өйрөлдө. Йомшаҡ әйберҙәр түшәп, шунда күсерҙеләр егетте, өҫтөнә лә йылы әйбер яптылар.
– Йә, тынысланып ҡына ятып тор инде, – тип, өҫтөнә япҡан әйберен йүнәтеп ҡыҫтырғыланы әсә кеше. – Бәлки, бер аҙ серем дә итә алырһың әле.
Айсет һаман да үҙенсә ҡайғыртыуын белдерҙе.
– Әсәй, ул асыҡҡандыр, моғайын, бер туҡтауһыҙ ғолт-ғолт төкөрөгөн йота. Әллә һөт йылытып эсерәйемме?
– Эсер, ҡыҙым, тамағы ялғаныр, кем белә уның ҡасан ашағанын.
Ҡыҙ тиҙ генә өҫкә күтәрелеп, табаҡ-һауыт шылтыратты. Әсә кеше лә подвалдан сыҡты. Яңғыҙ ҡалғас, нисектер, Рәмзил борсолоп ҡуйҙы. Кешегә күпме мәшәҡәт тыуҙырҙы бит. Ул мәшәҡәт улай ғына үтеп китһә ярай ҙа... Ә ҡапыл боевиктар килеп инһә?.. Һис шикһеҙ уның ғүмерен өҙәсәктәр. Өй хужаларының да башынан һыйпамаҫтар, урыҫ һалдатын йәшергән өсөн йәлләп тормаҫ, ниндәйҙер яза бирерҙәр. Һәр хәлдә, улар үҙҙәренекен дә аямай, ә һалдатҡа ҡарата бер ниндәй мәрхәмәтлек көтәһе түгел.
Был уйынан үҙе лә ҡурҡа төштө Рәмзил, ҡапыл тәне эҫеле-һыуыҡлы булып ҡорошто. Әллә ҡараңғы төшөү менән нисек тә сығып, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп китергәме? Ҡайҙа икән һуң хәҙер иптәштәре? Бер ниндәй ҙә атыу тауыштары ишетелмәй, ауылды боевиктарҙан таҙартып, ары ташланғандарҙыр, эҙәрлекләп. Командирҙары бер туҡтауһыҙ алға ла алға ҡыуаланы бит.
Шулай ҙа былай ятыу килешмәҫ, ҡайҙалыр боҫоп ҡалыу дезертирлыҡҡа тиң. Ә илгә хыянат иткәнде бер кем дә яҡшы тимәҫ, үҙеңдеке булһа ла...
Рәмзил урынынан тормаҡсы итеп, күтәрелергә маташты. Әммә көсө юҡ, ҡаты һыҙлау яңынан урынына тәгәрәтте: “Аһ!..”
Баҫҡыста йәнә Айсет күренде. Ҡулында баяғы сеүәтә, тағы ниҙер. Үҙе, ҡыуанғандай, Рәмзилгә өндәшә:
– Һалдат, һалдат, икмәкләп йылы ғына һөт эсеп ебәрһәң, хәл инеп китер. Бирешмә...
– Рәхмәт, һылыуҡай, тәғәм дә ҡабаһым килмәй, – тип ҡарышты Рәмзил. – Мин ас түгел, иртән һалдат бутҡаһы ашағайныҡ.
– И-и, иртән ашаған, имеш, берәү, хәҙер кис бит инде. Мә, үҙем тотоп эсерәм һөттө.
Айсет сеүәтәһен әкрен генө Рәмзилдең ирендәренә яҡынлаштырҙы, һул ҡулына икмәген һондо. Һалдат бер килке алырғамы тип икеләнде, ҡыҙға ҡараған да ҡымшанмай ята бирҙе.
– Һул ҡулың иҫән һинең, ал. Үҙ ҡулың менән ашаған ризыҡ тәмле була ул...
Берәү йомшаҡ ҡына итеп сикәһен һуҡҡылай Рәмзилдең. Подъем ваҡыты килеп тә еткәнме? Әгәр ҙә команда бирелеүен ишетмәй ҡалһа, старшинаның сираттан тыш наряд сәпәрен көт тә тор: йә көн буйы бәҙрәф таҙартаһың, йә ҡат-ҡат иҙән йыуаһың. Хәйер... хәйер, палаткала ниндәй иҙән ти ул... Бармаҡтар яңынан яңағына тейеп-тейеп ала. Туҡта!.. Әллә боевиктар ҡулына эләктеме ул?..
Күҙҙәрен асыу менән, Рәмзил үҙенә төбәлеп эйелгән һаҡаллы кешене шәйләне. Йәшен тиҙлеге менән бер уй ярып үтте: боевиктар тырнағына ҡапҡан!.. Ул, ҡурҡышынан, ҡапыл һикереп тормаҡсы, автоматын эләктермәксе. Былай ғына бирелмәҫкә, һалдат антына тоғро ҡалырға!..
Үҙе лә һиҙмәҫтән, уң ҡулына таянып, кәүҙәһен күтәрҙе. Күтәрҙе лә, ҡорошоп, яңынан ҡаҡ салҡан ауҙы. Кемдер беләген һындырғансы күҫәк менән һуҡтымы ни, һөйәктәре ярылды, ҡаты ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе хатта.
– Ҡурҡма, һалдат, тыныс бул! – тине һаҡаллы кеше, бер ҙә яуызлыҡ билдәһе күрһәтмәй.
– Бына табип үҙе килде, – тип өҫтәне ҡатын тауышы.
Бер аҙ баҫыла төшкәс, һалдат сытырлатып йомған күҙҙәрен асты. Уның алдында һаҡаллынан башҡа теге ике ҡатын, Айсет баҫып тора.
Юныс, баҫҡысты шығырлата-шығырлата, өҫкә күтәрелде. Бер нисә минуттан ишек ултырғыстар өҫтөнә һалынғайны инде. Ымлап, бөтәһе лә әҙер тигәнде аңлатты һаҡалтай. Ул ике ҡатын ярҙамында Рәмзилде аяғөҫтө баҫтырҙы. Ҡайсы менән өҫ кейемен бөтөнләй тураҡлап төшөрҙө.
Табип Рәмзилдең беләген ҡулбашына бер теге яҡҡа, бер был яҡҡа һелкетеп ҡараны. Йә, Хоҙай, ниндәй ҡарарға килер икән? Ҡулын бөтөнләй киҫеп ташларға кәрәк тимәһә генә ярар ине.
Һаҡалтай тын да алмай ҡурҡып ҡатҡан ҡатындарға ҡараны, ниһайәт.
– Ҡулбаш быуынына зыян килмәгән, – тине, ҡыуанғандай.
Ҡатындар иркен һуланы.
Улар Рәмзилде ҡаҡ салҡан ишек өҫтөнә ятҡырҙы. Ятҡырҙылар ҙа үҙҙәре уҡынырға ултырҙы. Хоҙайҙан мәрхәмәтлек теләүҙәре булыр был.
Уҡынып алғас, табип йылы һыу менән ҡулын йыуҙы, ауыҙ-бит тирәһен аҡ сепрәк ҡаплап бәйләтте. Дарыуҙарын, башҡа кәрәк-яраҡтарын таҙа һөлгөгә теҙҙе.
– Хәҙергә укол яһап торабыҙ, унан яраһын таҙартырбыҙ, йә, бисмиллаһир-рәхман-ррәхим!
Ҡатындар өлтөрәп булышты. Хатта бик етди төҫ алып, Айсет тә йылымыс һыуын әҙер генә тота.
– Хәҙергә булды шикелле, һөйәк онтаҡтарын сүпләп бөттөм, – тип йөҙөндәге япмаһын һыпырып төшөрҙө Юныс. – Артабан нисеклеген күрһәтер, әйтергә иртә әле. Өҫкө яҡҡа зарарлы ҡан эләгә күрмәһен, яраланыуына хәтһеҙ ваҡыт үткән бит.
...Төрлө фекерләүҙәргә бирелеп, оҙаҡ ятты Рәмзил. Хәйер, һыҙланғас, керпеккә ниндәй йоҡо ҡунһын инде.
Уның хәлен белергә ара-тирә төшкән хужабикә ғәжәпһенә:
– Һаман йоҡламайһыңмы ни, балаҡай. Серем итергә тырыш, йоҡо үҙе яҡшы дауа ул.
Таблетка эсереп, өҫтөндәге япмаһын ҡараштырып, яңынан үҙ бүлмәһенә күтәрелә апай. Ул китеү менән уй-хыялдар бәллеүенә сума Рәмзил.
Был юлы тыуған ауылы хәтер йомғаҡтарын һүтте. Тыуған ауыл!.. Рәмзил уны бер сәғәткә лә иҫенән сығараһы түгел. Матур-матур йорттары, урамдары, ярҙарында киң тарбаҡлы өйәңкеләр теҙелгән йылғаһы, эсер һыуы, ризыҡ бирер баҫыуҙары, йоҡара барһа ла, урманы, күккә олғашмаһа ла, тауы, иң мөһиме, бер-береһен үҙ күреп, аһ итеп торған кешеләре бар. Шунда Рәмзил аяҡ баҫты, тар һуҡмаҡтан киң донъяға юл асҡан мәктәбендә уҡыны. Шунда – ауылға терәлеп ятҡан Сауҡа тауҙа тәүге мөхәббәтенең саф сәскәһе ҡапыл бөрө асты.
Мәктәп йылдары, бер тиҫтә ара менән иҫәпләнһә лә, күҙ асып йомған саҡлы ғына хәҙер. Үтте лә китте бер-бер артлы, һағынып һөйләрлек иҫтәлектәре генә ҡалды. Иҫтәлектәре ҡалды, тәүге мөхәббәтен уятты.
Унынсы синыфта уҡыған сағында булды ул. Юҡ, уға тиклем үк Рәмзилә менән Рәмзилдә бер-береһенә ҡарата яҡынлыҡ ялҡыны ҡабынғайны инде. Өндәшмәй генә, күҙ-ҡараш менән генә, Рәмзил гармун уйнағанда, Рәмзилә йырлап ебәргәндә. Исемдәренең оҡшашлығы түгел, күңелдәренең моңланыуы яҡынлаштырҙы уларҙы.
Рәмзил мәктәптә иң өҙҙөрөп уйнаған гармунсыларҙың береһе ине. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, атаһының һәләте күскәндер, күрәһең. Атаһы ла музыкант уның: баянда, ҡурайҙа уйнаусыларҙан яҡын-тирәлә тиңләшеүсе тапмаҫһың. Ни тиһәң дә, Өфөлә сәнғәт училищеһында уҡып ҡайтҡан кеше бит!
Фәнзил улына ла өйрәтте гармунда уйнарға. Отҡор булып сыҡты улы, ихлас йәбеште, көндән-көн оҫталығы арта барҙы. Үҫә төшкәс, мәктәптең концерттарында ҡатнаша башланы. Бейетһенме ел уйнатып, йырлатһынмы йөрәк елкетеп, бөтәһе лә ҡулынан килә Рәмзилдең. Баянда уйнарға өйрәнеп алғас, көйҙәрҙе ифрат моңло килтереп сығара.
Гармунсыға иғтибар ҙа ҙур, ихтирам да. Юғарыраҡ кластарҙа уҡығанда, концерт менән күрше ауылдарға ла йөрөштөрөп ҡайталар. Бына шунда иң уртала – Рәмзил. Концерттан һуң уға илтифатлы ғына килеп өндәшәләр:
– Бер аҙ йәштәрҙе лә бейетеп ҡайт инде, күптән бындай гармунсының килгәне юҡ.
Ялындырмай егет, сылтыр-сылтыр һыу ағышына оҡшатып, көмөш телдәргә баҫып ебәрә. Моң урғылып таралыуы менән, осоноп, ҡыҙҙар-егеттәр төшөп тә китә. Их-ма!..
Ҡайтҡанда инде иптәштәре Рәмзилде шаяртып маҙаһына тейә.
– Бөтә һылыуҙарҙы ауыҙыңа ҡараттың бит!
Рәмзилдең күңелендә тик бер генә ҡош һайрауын кем белһен дә кем күрһен. Ул ҡош йөрәгенең иң түрендә, иң ҡайнар урынында йәшәй ҙәбаһа! Ошо ҡыҙҙар араһынан кем уның күңеленә ҡош булып оялағанын һиҙемләүсе лә юҡтыр әле. Рәмзил тойғоларын йәшерә белеүсе егет ул.
Йәшерә белә, имеш. Бына бер көндө, мин бында тигәндәй, килде лә сыҡты ҡошҡайы.
Рәмзил әҫәрләнгән, күңелендә моңдар эркелгән саҡтарында Сауҡа тауға сығып йөрөргә ярата. Бына шунда, ап-аҡ ҡайындар араһында, япраҡ шауҙарына ҡушып үҙенең хистәрен дә тарата.
Сеү!.. Әллә һандуғас һайраймы? Һандуғастар һайрауҙан туҡтағайны түгелме һуң?.. Ниндәйҙер ефәк наҙ килеп бәрелде Рәмзилдең ҡолағына. Баҫҡан урынында һын турайтып, ҡолаҡ һалып тын ҡалды Рәмзил. Ишетелер-ишетелмәҫ моң тағы ла сыңлап үтте. Тегендә, төптәрәк, тау үркәсендәрәк. Һаҡ ҡына шул яҡҡа атланы егет, был тауыш, магнит һымаҡ, үҙенән-үҙе тарта уны. Бер аҙ бара ла туҡтап тыңлай, моң яңынан ҡанат елпә. Бәй, кемдер йырлай бит унда, тулҡындар уйнатҡан иҫ киткес нәзәкәтле тауыш!.. Ҡайындарға ышыҡлана-ышыҡлана, һиҙҙермәй генә яҡынлаша егет. Инде бөтәһе лә асыҡ: был Рәмзилә йырлай.
Рәмзил түҙемһеҙлеген юғалтты, бесәй һымаҡ ҡына баҫып, яҡынлашыуын белә. Ҡыҙ үҙе лә күренде: һомғол аҡ ҡайынға һөйәлгән дә, күкрәге аша оҙон бөҙрә толомдарын төшөрөп, моңлана бирә. Ай, ошонда Рәмзил урынында берәй рәссам булһа, бына тигән картина яҙыр ине! Күпмелер тыңлап торғандан һуң, тағы ла яҡыныраҡ этәрҙе күңеле. Тубыҡтары ҡалтырандымы, әллә бөтөнләй һушын юйҙымы, сытырлатҡансы ҡоро сыбыҡ өҫтөнә баҫты ла ҡуйҙы, ҡәһәрең. Сырт иткән тауышҡа Рәмзилә лә ҡапыл һиҫкәнде.
– Абау, кем йөрөй унда?!.
Инде йәшеренеү сараһы ҡалманы, йыуан ҡайын артынан башын күрһәтте.
– Мин был, Рәмзилә!
– Кит, ҡотомдо алдың, өрәк кеүек һиҙҙермәй генә йөрөп ятаһың.
– Ғәфү ит, тертләтергә уйламағайным да, ҡоро ағасҡа баҫтым яңылыш, шәйләмәй.
– Һин ни эшләйһең бында урман ҡарауылсыһылай?
– Йөрөйөм сауҡалыҡҡа һоҡланып... Ә һин ни эшләйһең һуң?
– Мин... мин бөрлөгән йыйҙым.
– Шулаймы? Ҡана күрһәт әле, бөрлөгән өлгөргән дәме ни?
– Күҙ тигәнең биҙҙер, ана, тирә-яғыңда ҡып-ҡыҙыл.
– Ысынлап та...
Рәмзил яҡын уҡ килде, Рәмзилә, уңайһыҙланып, сәс толомдарын һыпырғылап алды. Ниңәлер, ҡыҙҙың күҙҙәрендә һағыш бөркөлгәндәй.
Улар, бер ҡайынды ҡосоп, һүҙһеҙ ҡалды бер аҙға. Икеһе лә телде сисерлек килешле һүҙ тапмай аҙапланды. Рәмзилә, был тынлыҡты боҙоп, һауытынан мәрйен һымаҡ сылт ҡыҙыл бөрлөгән усланы ла Рәмзилгә һондо.
– Мә, һыйлан, әскелтем генә, тәмле!
– Рәхмәт. Һыйлағанда һыу ҙа эсәләр, был – емеш, ер таты, – тип егет бер нисә бөртөк ҡабып ҡуйҙы. – Ниндәй һутланып бешкән!..
– Нәҡ өлгөргән, ҡыҙарған сағы!
-– Һинең бит алмаң кеүек, – тип һалмаһынмы Рәмзил.
– Уф, был егеттәрҙе, мин ысынлап әйтәм, ә ул шаярта.
–- Мин дә дөрөҫөн әйтәм, ана, ҡояш нуры уйнағандай.
Ҡыҙ, ҡапыл Рәмзилгә ҡаршы баҫып, ҡара күҙҙәре менән өтөп баҡты. Уның бындай ҡыйыулығынан уңайһыҙланып ҡуйҙы егет. Һүҙҙе икенсегә борорға тырышты, ахырыһы.
– Йәштәр уйынға сыға кистәрен, һин бер ҙә күренмәйһең, Рәмзилә.
– Саҡырыусы юҡ бит, үҙемә генә уңайһыҙ.
– Саҡырам бына, сыҡ бөгөн, рәхәтләнеп күңел асырбыҙ. Мин уйнармын, һин йырларһың...
Мин уйнармын, һин йырларһың... Нисек уйнармын һуң мин хәҙер яралы ҡул менән... Рәмзил бармаҡтарын ҡыбырлатмаҡсы булды, улар тыңламаны. Ҡулын күтәреп ҡарамаҡсы, аһ-уһ, ярһыулы һыҙлауҙан башҡаны тойманы. Уйға бирелеп, һыҙлау бер аҙ онотола төшкәйне әле, бына ҡуҙғатҡас, хатта үҙе лә һиҙмәҫтән, ыңғырашып ебәрҙе. Ошо иңерәүҙе ишетепме, баҫҡыстан Айсеттең әсәһе күренде. Ул безләүек шәмен Рәмзилдең ҡулына яҡын килтерҙе. Бик һынаулы ҡарап торғандан һуң, ҡурҡыу тауышы сығарҙы:
– Уй, балаҡай, һәләк булып ҡуймағайы!..
Оҙаҡламай Юныстың ҡара һаҡалы күренде. Алпан-толпан баҫҡыстан төшөп етеүе булды, егеткә эйелде. Күпмелер тикшергәндән һуң, ошондай хәбәрен һалды:
– Ҡабаттан теге ишекте алырға инде. Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк урын әҙерләйек.
Урын тиҙ ҡуйылды. Был юлы егетте бөтөнләйгә тиерлек сисендереп, өҫтөнә яҡ япма япты табип. Унан шыбырлап ҡына былай тине:
– Быға операция яһарға кәрәк кисекмәҫтән.
Бөтәһе лә шаҡ ҡатты.
– Нисек?!.
– Шулай. Юғиһә һәләк була был балаҡай.
– Киҫәһеңме ни? – Хазбикәнең йөҙө үҙгәрҙе.
Инде ни булаһын аңлаған Зөләйхан да ике усы менән сикәһен ҡыҫты.
– Хәҙер иғтибар менән тыңла, балаҡай, – табип бик етди, – нисек тә түҙ, бөтә ихтыяр көсөңдө йый, күрһәт мосолман сыҙамлылығын! Иҫһеҙләндереү наркозы юҡ, операцияны ошо килеш яһарға тура килә.
Табиптың иҫкәртеүенән тәндәре зымбырланы Рәмзилдең, үҙен аяҡтарын бәйләп һалған мал урынында күрҙе. Икеләнеү ҙә килтереп һуҡты башына.
– Операцияһыҙ булмаймы ни? – тине һиҫкәнеп егет, кемдең күрәләтә бысаҡ аҫтына ятҡыһы килһен инде.
– Була. Ул саҡта ике көн генә йәшәр ғүмерең ҡала. Асығы шул һиңә, үҙең хәл ит: йәшәргәме, әллә алма кеүек сағыңда ер ҡорттары кимерһенме?
Табиптың һүҙҙәре йәшен уғы һымаҡ хәтәр ҙә, хәнйәр йөҙөләй үткер ҙә ине. Шул уҡ ваҡытта күпмелер ышаныс барлығы ла һиҙелә. Ҡәтғи һүҙҙәр ине был, аяныслы ла, аяуһыҙ ҙа.
Бер секунд эсендә ошондай фекер ҙә килеп ҡағылды Рәмзилгә: ни менән бөтһә лә бөтөр, яҙмышы яҙғандыр, тегеләй ҙә, былай ҙа барыбер... Тик бына ата-әсәһе, туғандары, иптәштәре йәл, Рәмзиләне башҡа күрә алмауы үкенесле... Ә, бәлки, ғүмер ахыры түгелдер әле. Һаҡалтай нишләп йөрөр ине төн йоҡоһон йоҡламай, әгәр өмөтһөҙлөк күрһә...
Ул ихтыярына буйһондо, табиптың әйткәненә яуап ҡайтармай, тыныс ҡына күҙҙәрен йомдо.
...Ҡапыл бөтә тәнгә бер юлы һөйләп аңлатмаҫлыҡ үткер әрнеү таралды. Снаряд шартлап ҡулына бәргәндәге кеүек, тупаҫ ауыртыу ине, быныһы... Егет күкрәгенә ҡалҡынмаҡсы, ҡайҙа ул ҡуҙғалыу әмәле, ҡоршалған. Етмәһә, башына Зөләйхан апай ауыр ҡулдарын баҫҡан. Ошо әсенеү таралған секундта уҡ тәненә хас та мең-мең энә ҡаҙалды, тирене тишеп төрткөләр ҡабарғандай. Битенә, маңлайына ташып ҡайнар тир бәреп сыҡты. Рәмзил сыҙаша алмай ҡысҡырып ебәрҙе.
Үткер әрнеү тағы ҡабатланды. Күҙ алдында осҡан ҡыҙыллы-күкле осҡондар сәсрәп таралып, ҡайҙалыр юғала барҙы. Оҙаҡламай күҙ алды бөтөнләй ҡараңғыланды егеттең. Рәмзил артабан ни булғанын хәтерләмәй ҙә, ул аңын юғалтҡайны.
Рәмзил ҡулы һыҙлауы үҙен белдергәс кенә уянды. Табип һалған уколдарҙың көсө кәмейҙер, күрәһең. Ул ипләп кенә икенсе яғына әйләнеп ятмаҡсы, аяҡ-ҡулы зәңкеп ойоған. Өҫтөнә япманы тартып аҙапланғанда, Зөләйхан апай килеп төштө. Бына һиҙгерлек, саҡ ҡына ҡыштырлауҙы ла ишеткән бит, үҙ балаһын ҡурсалаған әсә шикелле.
– Һәйбәт йоҡланыңмы? – тип хәл дә белеште.
– Бер ни белмәй, үлек кеүек.
– Беләк нишләй, ауыртамы?
– Бар инде бер аҙ.
– Мә, таблетка йотоп ебәр, баҫыла төшөр һыҙлауы.
– Уң ҡулымды ни эшләттегеҙ, ҡыҫҡарған бит ул?
– Ҡыҫҡарған шул. Ҡыҫҡарһа ла ҡуллыһың әле, ә тегеләй ҡороп бөтөр йә үҙеңде ҡоротор ине..– Киҫкән сағын бөтөнләй хәтерләмәйем, кисә лә бәйле көйө шәйләмәгәнмен, һыҙлау өтөп алып барғас ни, – тип һораштырмаҡсы Рәмзил.
– Кисә хәлең шәптән түгел ине шул... Ярай, балаҡай, тағы бер тына йоҡлап ал, таң беленергә лә күп ҡалманы, һуңынан иркенләп бер ултырып һөйләшербеҙ әле, Хоҙай насип итһә...
Апай безелдек шәменең бесәй усындай ялҡынын йәлпелдәтеп өҫкө ҡатҡа күтәрелде.
Башҡаса ныҡлап йоҡлай алманы Рәмзил, илереп кенә тик ятты йоҡо менән өн араһында. Күҙе йомола башланымы, терт итеп уяна ла китә. Ҡулы тынғылыҡ бирмәне, барыбер һыҙып ҡына һыҙлауын дауам итә.
Ҡул... ҡул... Уңы бит әле ул, етмәһә. Гармун менән ғүмергә хушлашыу ошо булғандыр инде. Ҡулһыҙ гармунсыны бер кем дә күргәне юҡтыр бығаса. Һул ҡулына протез кейҙерелгән гармунсылар барлығын белә Рәмзил, бына уң ҡулы... Аяҡ бармаҡтары менән уйнаусылар тураһында ла ҡасандыр уҡығайны.
Һуғыш аяуһыҙлығы уның барлыҡ хыялдарын селпәрәмә ҡыйратты. Егет сәнғәт училищеһына барырға ниәтләнә ине. Атаһы ла шунда өндәне. Бөттө хәҙер, емерелде, ҡаты ямғырҙан уйылған ярлауыҡ һымаҡ ишелде өмөттәре, ҡан менән ҡушылып һыуға аҡты...
Бындай уйҙар егет күңеленә ҡулы һыҙлауынан да көслөрәк әрнеү һалды. Снаряд ярсығы, әйтерһең, ҡулын теткеләмәгән, күңелен өҙгөләгән: ауыр, мәрхәмәтһеҙ, һалҡын тимер ярсыҡтары хистәрҙең нескә ептәрен киҫеп, эскә инеп ултырған, бер ниндәй үткер бысаҡ менән дә алырлыҡ, иң әсе, иң иҫерткес дарыу ҙа иретерлек түгел. Юҡ хәҙер күңел, гармун булмағас. Рәмзиләне кем йырлатыр, кем бейетер йәштәрҙе? Хәйер, уныһына ҡалһа, Рәмзиләне лә йырлатыусы табылыр, бейеүҙәр ҙә туҡталмаҫ, тик Рәмзил генә яңғыҙ ҡаҙға оҡшап ҡаңғылдап йөрөр...
Өҫтә тек-тек аяҡ тауыштары. Зөләйхан апай яңынан төшәлер бында. Айсет икән.
– Һин үҙең ҡайһы яҡтан һуң, һорашҡан да юҡ, – тип ҡаш ҡаҡты Айсет.
– Мин – Башҡортостандан. Башҡорт егете, тинем бит инде.
– Беҙҙең егеттәргә тартымһың. Ҡайҙа ул Башҡортостан, алыҫмы?
– Алыҫта. Уралтауҙа.
– Уралтауҙа... Беҙҙеке һымаҡ тауҙармы унда ла?
– Таулы ил. Ҡаялы, үркәсле, урманлы, йылғалы, яланлы яҡ. Һеҙҙәгеләй, нефть тә сыға.
– Оҡшаған икән шул... Йылғағыҙ беҙҙең Аргун ишеме?
– Унан да киңерәк. Тик талғыныраҡ аға. Аҡ һыулы булғанға, Ағиҙел тигәндәр.
– Һеҙҙә лә һуғышалармы?
– Юҡ, беҙҙә тыныс йәшәйҙәр, татыу ғына итеп.
– Күрһәң ине шундай илде барып, – тип ҡыҙыҡһыныуы хаттин ашты Айсеттың.
– Иҫән-һау әйләнеп ҡайта алһам, саҡырырмын, бөтә тарафтарҙы күрһәтеп йөрөрмөн.
– Аллаһы бирһә! Көтөп ҡалған ҡыҙың да барҙыр әле һинең?
– Һалдатҡа алынырлыҡ егеткә йәр һөйөргә лә ярайҙыр, моғайын.
– Кем исемле ул ҡыҙ?
– Рәмзилә.
– Бәй, бер туған түгелһегеҙҙер бит?
– Юҡ, әлбиттә, исемдәр генә тура килгән.
– Ул кем инде, уҡыймы, эшләйме?
– Мәктәпте тамамларға тейеш ине. Уҡырға китәме, эшкә урынлашамы – белгән юҡ. Хат яҙыша алмайбыҙ байтаҡтай.
– Хәҙер оҙаҡҡа яҙа алмаҫһың инде, икенсе – һул ҡулың менән өйрәнгәнсе. – Йәлләп алды Айсет. – Әллә үҙем яҙып ебәрәйемме?
– Бынан хат барып етмәҫ бит.
– Ҡалаға китеүсе берәйһе артынан инде. Әйт адресын, яҙырмын да, уҡып күрһәтермен.
Шул арала Айсет ҡағыҙ, ҡәләм тотоп килеп тә төштө.
* * *
Туҡ!.. Туҡ!.. Кемдер ишек шаҡый. Рәмзилдең тәне буйлап табанына тиклем эҫелек йүгереп үтте. Әллә боевиктар килеп сыҡҡанмы? Юныс табип һаҡ булырға юҡҡа ғына иҫкәртмәгәндер бит.
Туҡ!.. Туҡ!.. Зөләйхан апайҙың әкрен генә һораған тауышы ҡолаҡҡа салынды.
– Кем?
– Мин бит, Зөләйхан.
– Ә-ә, Юныс ҡустым, һин икәнһең. Иртәләгәнһең түгелме?
– Аҙаҡ аңлатырмын, әйҙә, егеттең хәлен белешәйек, – тип табип туп-тура подвалға төштө.
Рәмзил баш ҡалҡытты, ғәжәпһенә биреп.
– Ҡуҙғалма, ят урыныңда. Хәлең нисек һуң?
Әллә йүгереп килгән, йыш-йыш тын алып һораша табип.
– Баҫыла бара.
– Яҡшы, улайһа. Ҡана, тиҙ генә бинтын алмаштырайыҡ.
Үҙе эргәһендә өйөрөлгән Зөләйхан апай менән Айсеткә күҙ һирпә-һирпә хәбәрен теҙҙе.
– Керпек тә ҡағыр форсат булманы бөгәсә таңда. Һеҙҙән һуң теге егеткә йүгерҙем. Уның да хәле ауыр, төрлө дауалар бирергә тура килде. Инде тынысланып ял итәйем тиһәм, боевиктар тулды өйгә.
– Боевиктар?! Ҡайтҡандармы ни?
– Ҡайтҡандар. Тауҙан төшкәндәр.
– Шунан?
– Шунан ни, мине ҡыҫа башланы былар: әйт тә әйт, урыҫ һалдаттары күренмәйме? Юҡ, мин әйтәм. Ышанмайҙар. “Яралылары ла ҡалмағанмы? Ярҙам итәһеңдер әле, ҡартлас, бик миһырбанлы булып ҡыланаһың икән, һөйләүҙәре буйынса. Имеш, Гиппократ антына тоғро кеше. Һин шәриғәт антына тоғролоҡ һаҡларға тейешһең”, – тип һаҡалдан тотоп һелкеттеләр. “Белеп ҡалһаҡ, аҡһаҡал, табип икәнеңә ҡарамабыҙ”, – тип тә ысҡындырҙылар... Аңлашылалыр хәҙер. Бик асыулылар, ярһыуҙар, тиктомалға ҡыҙып баралар, хәтәр инде! Әгәр мине ҡыҙғанһағыҙ, үҙегеҙҙе лә һаҡларға теләһәгеҙ, йәшерергә кәрәк был баланы. Улар яҡтырыу менән өй беренсә тентеү үткәрмәксе.
Һуңғы әйтелгәне ығы-зығы ҡуптарҙы өйҙә. Айсеттең дә, апайҙың да йөҙө ағарҙы.
– Ҡайҙа йәшерәйек икән һуң? Улар беренсе булып подвалды ҡараясаҡ. Бүлмәләрҙең дә аҫтын-өҫкә килтерәсәк.
– Тыныс ҡына уйлашайыҡ әле: күҙ һалмаҫ урын ҡайҙа бар?
– Ҡыйыҡта тиһәк, унда ла менерҙәр шул.
– Ҡайҙа һуң? – Башын тотоп, яурындарын бөрөштөрөп, арлы-бирле аяҡһыны Зөләйхан апай. – Әллә табып алған соҡорона кире илтеп күмәйекме?
– Шунда тиһеңме? – Ҡолағын ҡарпайтты табип. – Быныһы ышаныслы һымаҡ.
Улар соҡорҙо ҡарарға ашыҡты. Күп тә үтмәне, әйләнеп тә инделәр.
– Нимәгә һалабыҙ һуң һалдатты, былай ғына күмеп китеп булмай тере әҙәмде, – тип хафаланды табип.
– Өй ҡыйығында он һалып йөрөткән иркен генә йәшник ултыра, шуны алмаһаҡ. Йәнә өй башына үрмәләнеләр, шатырлатып таҡта йәшник килтереп төшөрҙөләр. Ҡапҡасы ла бына тигән, ҡалын ғына, ер баҫып емерерлек түгел.
Айсет тағы ризаһыҙлығын белдерҙе.
– Нисек тын алһын ул, ҡапҡасын ябып өҫтөнә тупраҡ өйгәс?
– Дөрөҫ әйтә ҡыҙың, торба тығып ҡалдырырға кәрәк.
Торбаны тиҙ таптылар: ул ат арбаһының эсе ҡыуыш артҡы күсәре ине. Инде Рәмзилде сығараһы ҡалды. Егет, Айсет ярҙамында, аяғына үҙе баҫты.
– Туҡтағыҙ!..
Юныс ниҙер уйланы тағы.
– Һалдат кейемен алмаштырырға кәрәк. Башҡа кейем табылмаҫмы? Әгәр боевиктар эләктерә икән, ағайымды эҙләп йыраҡтан килдем, тиерһең. Мосолманһың бит, үҙ илеңде әйтерһең. Әсиргә алынған ағайымды эҙләп йөрөгәндә, бомба шартлап, күмеп китеүенә һылтанырһың. Ышанһалар әгәр...
Егет йәшник эсенә урынлашҡас, баш осона торбаны тығып, ҡапҡасын ябып, тикшереү үткәрҙеләр. Торбаның тышҡы башына еңелсә сүп-сар өйҙөләр.
– Бер полиэтилен ҡапсыҡҡа һыу һалығыҙ, бер аҙ икмәк ҡуйығыҙ. Бына таблеткалар үҙеңә, көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсерһең, – тигән хәстәрлеген күрҙе артабан табип. – Шик-шөбһә бөтөү менән соҡоп алырбыҙ. Йә, фатиха ҡылайыҡ.
Тиргә батып ятҡан бер мәлдә, соҡор тирәһендә кемдер йөрөгәндәй итте. Торбаның теге башында шытыр-шытыр ҡыштырлау ҡолаҡҡа сағыла. Малмы был, этме, кем булыр? Шыҡ-шыҡ торба башына ниҙер тейә. Унан әкрен тауыш килде.
– Рәмзил! Рәмзил, тим, ишетәһеңме мине?
Был, һис шикһеҙ, Айсет ине. Йылылыҡ биләне тәнен Рәмзилдең, ҡыуаныс хисе бөркөлдө.
– Ишетәм, Айсет!
– Асыҡтыңмы, оҙаҡ яттың бит?
– Тегеләр килеп киттеме инде?
– Килделәр, ләкин китмәнеләр, икәүһе беҙҙә ҡунырға ниәтләй.
– Ай, шулай уҡмы ни? Бында йөрөгәнеңде һағалап тормаһындар.
– Әле сығып киттеләр ашарға бешерергә ҡушып, ҡайҙалыр йыйылышып, һөйләшеп алмаҡсылар.
– Улайһа, күмәктәрҙер.
– Әйтә алмайым... Мин һиңә йомортҡа бешереп килтерҙем. Әсәйем, астан интегәлер, тип ебәрҙе. Бына йомортҡаларҙы торба буйлап тәгәрәтәм, нисек тә ватып ашарһың әле.
– Ярар. Рәхмәт!
Торбанан туҡ-туҡ өс бешкән йомортҡа Рәмзилдең ирененә тейә яҙып тәгәрәне. Әгәр ҡабығы әрселгән булһа, ауыҙыңды ас та тор, прәме.
– Төшөп еттеләрме, Рәмзил?
– Алдымда яталар, йылымыс ҡына.
– Тағы ни кәрәк: таблеткаң, һыуың бармы?
– Бөтөргә тора, аҙ ғына ҡалды.
– Уларын төшөрөргә лә берәй әмәлен эҙләрмен. Хәҙергә хуш, Рәмзил!
– Айсет! Айсет!.. Һаҡланып йөрөй күр инде.
Яуап ишетелмәне, тимәк, ҡыҙ ашығып китеп барған. Әллә боевиктар ҡайтып киләме? Ауылдағы хәлдәрҙе һорашып та өлгөрә алманы егет. Ҡасан китерҙәр улар? Әгәр оҙаҡҡа ҡалһалар, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп, тигән һымаҡ була инде.
Үҙ уйынан үҙе тертләп китте Рәмзил. Нисек ҡотолорға, ҡайһылай сығып тайырға бынан? Күңеленә тынғы бирмәне ошо теләге.
ДАУАМЫ БАР.
* * *