ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Мин уйнармын, һин йырларһың...

Машина тәпәш таҡта бина алдына килеп туҡтаны. Кабинала офицер ултырған икән, машина ишеген асып, Рәмзилгә төшөргә иша­раланы. Автомат тоҫҡап, арттан һаҡсы һалдат эйәрҙе. Рәмзилде бер бүлмәгә индереп япты­лар. Иң тәүге күҙгә ташланғаны бер нисә яра­лы һалдат булды. Йә күкрәге, йә ҡул-аяғы бинтланған. Рәмзилде лә дауаларға уйлайҙар­мы икән?

АҘАҒЫ
 
Эстән генә һөйләнә башланы хатта һалдат: үҙенә үҙе һорау бирә лә яуап эҙләп баш вата. Ҡайҙа китте былар? Ваҡыт үтте шулай, үҙен-үҙе игәй-игәй. Аҙығы ла, эсер һыуы ла, таблеткалары ла ҡалманы егеттең. Беләге һиҙелерлек ауырайҙы, гөптәй шеште, сыҙар әмәл юҡ, һыҙлай. Ни эшләргә инде?
 

Һуңғы өмөттәрен өҙөр мәлгә еткәндә, нәҡ уның өҫтөндә тапаныу барлыҡҡа килде.
 

– Йәнең тәнеңдәме, балаҡай?
 

Аһ-аһ, таныш тауыш та ул!
 

– Һеҙме, Юныс ағай?
 

– Мин инде, минән башҡа кем белһен һинең бындалығыңды? Сыҡ йәһәт!
 

– Атлай алмайым, аяҡ ойоған.
 

– Тырыш, балаҡай! Әйҙә, тиҙ генә аҙбарға!
 

Юныс табип уны һул белә­генән тотоп, үҙе үк елтерәтте. Бер нисә укол ҡаҙаны, дарыуҙар, шыйыҡсалар һөртөп, яңынан бинт һалды ҡулына.
 

– Өс көн инде бар халыҡ ауылдың теге башында ер ҡаҙый. Нығытма төҙөйҙәр боевиктарға. Береһен дә ҡайтармайҙар. Ҡаты һуғыш булыуы көтөлә. Яраланған бер нисә чечен егетен беҙгә килтереп һалдылар, шуларҙы дауа­ларға ҡуштылар. Өйҙән хәйлә табып ҡына сығып тайҙым яныңа. Ана һәндерәлә бесән күрәһеңме, шуның аҫтына сум. Улар тикшеререн тикшереп бөттө инде, килеп йөрөмәҫтәр башҡаса. Бер үк баш ҡалҡытаһы булма, ят боҫоп, кәрәк саҡта үҙебеҙ килербеҙ, – тип китеп барҙы һаҡалтай.
 
Ҡаса-боҫа ай самаһы ваҡыт ағыл­ды. Ул арала Рәмзилдең яраһы бөтәшә башланы. Ки­леп ҡараған һайын, Юныс ағай ҡыуана, шулай булмай ни, эшенең һөҙөмтәһе күренеп тора лаһа!
 

– Йәш һөйәк үҙенекен итә инде, тиҙ бөтә­шә. Былай икән, һаулыҡ ҡайта һиңә, егет. Ҡулыңдың яртыһын юғалт­һаң да, сәләмәтле­гең һаҡланһын!
 

Арҡаһынан һөйөп үк ҡуя яҡшы күңелле табип.
 

– Төҙәлеүен-төҙәләм дә бит, артабан ниш­ләрмен һуң? – тип күңел­һеҙләнде Рәмзил.

– Уныһы хафаға һала-һалыуын, алдан уҡ баш эймәйек әле, берәй яйы сығыр, – һаҡал һелкә Юныс ағай. – Тирә-яҡтан һалдат улда­рын эҙләп килеп тә сыҡҡылайҙар, шуларҙың ҡо­лағына төшөрөрбөҙ.
 

Айсет үҙенекен тәҡрарлай:
 

– Хат яҙып ебәрербеҙ, уңайлы ва­ҡыт ки­леп сыҡҡас. Миндә һөйгән ҡыҙыңдың адресы бар бит.
 

Йөҙө төҫһөҙләнде Рәмзилдең.
 

– Рәмзиләгә яҙа күрмә инде, һылыу, су­лаҡ кеше ниңә кәрәк уға, – тип һыҙ­лан­ды, хат яҙыуға ҡырҡа ҡаршы килеп.
 

– Ҡуй, юҡты һөйләмә, балаҡай, уйнап һындырғанһыңмы ни һин, яу касафаты был. Аҡыллы ҡыҙ икән, ҡоса­ғынан да ысҡындырмаҫҡа тейеш, – Зөләйхан апай үҙенең ҡара­шын шулай аңлатты.
 

– Алдан күрәҙәләмәйек, ҡайтып китергә иртә әле, бар яҡта боевиктар бик күп йыйыл­ған, – тип аҡыл һалды табип ағай. – Яңынан һуғыш булыр инде, йә, Раббым!
 

– Терелеп киләм тип иркенләмә, тен­теп йөрөмәһәләр ҙә, көнөнә бер ни­сә тапҡыр ауыл­ды ҡыҙырып үтә боевиктар, – Айсет һағайып ҡуйҙы шулай. – Бер кемгә бер ҡайҙа китергә рөхсәт юҡ.
 

Иркенлеккә сығырға иртә ине әле Рәмзилгә, һаман һәндерә башында һа­ламға эйәләшкән сысҡан шикелле ята бирҙе. Бигерәк изгелекле инде Айсет, көнөнә өс-дүрт мәртәбә хәл беле­шеп ала. Бер килгәндә һорай ҡуйҙы Рәмзил.
 

– Минең кейемдәрем ҡайҙа икән ул?
 

– Кейем тиер урыны ҡалдымы ни, киҫ­келәнеп бөттө. Ҡалғанын, боевик­тар­ҙан ҡур­ҡып, иҫке ҡойоға ташланым.
 

– Һәләк иттең, һылыуҡай, ай, һәләк ит­тең!
 

– Ниңә, кәрәк инеме ни?
 

– Әлбиттә. Минең һалдат булыуыма кем ышанһын хәҙер.
 

– Һин ниндәй һалдат, ҡулһыҙ кө­йөнә. Тыуған яғыңа шылыу яғын ҡа­рарға кәрәк һиңә. Әсәйем шулай ти.
 

– Документтарым бар ине бит кеҫәһендә.
 

– Үәт быныһын ҡарап тормаған­быҙ инде, шәп-шәп эләктерҙем дә ырғыттым бөтә кейе­меңде, – тип ғәйепле һананы үҙен Айсет.
 

– Документһыҙ бынан аҙым да атлай ал­майым, хәҙер эләктерерҙәр. Урыҫы, чечены өсөн дә мин шикле кеше.
 

– Улайға ҡалһа, киҫеп ташланған ҡулың­ды алырһың, һаҡланым мин уны, күрһәтәйемме?
 

Айсет китеп юғалды, хәтһеҙ ва­ҡыттан яңы­нан килеп менде.
 

– Бына ул, – тип аҡ төргәкте сисә башла­ны, – бер ни булмаған.
 

Рәмзил үҙенең ҡулына аҡылын юйып ҡараны: күм-күк, бармаҡтары тырпайып ҡат­ҡан. Ниндәй етеҙ итеп гар­мун телдәренә баҫҡан бармаҡтар, әҫәрләнеп, Рәмзиләһен тәү тапҡыр ҡо­саҡлаған ҡул!.. Уйнаған да, яҙған да, ҡосаҡлаған да ошо уң ҡул ине бит...
 

– Йәшер яңынан, – тине Рәмзил, илар сиккә етеп, – уны кемгә күрһә­тә­йем мин: пас­порт та, хәрби билет та түгел.
 

– Танытма. Һинең һуғышта булған таныт­маң ул, – Айсет барыбер үҙе­некен туҡыны.
 

– Танытма, танытма... Арҡаға аҫып йөрөргәме хәҙер үҙеңде танытыу өсөн.
 

Айсет тә күңелһеҙләнде.
 

– Мин былай ғына, аптырағандан...
 
 

* * *

 
 

Көндәр тыныс түгел, бына-бына буталыш ҡубырға торғандай. Әленән-әле һауаны верто­леттар ярып үтә. Өйөрөлә-өйөрөлә лә кире осалар. Рәмзилгә сер түгел уларҙың бар тирәне байҡауҙары, разведка үткәрәләр, тимәк. Самолеттар ҙа шом һала, хәҙер-хәҙер үле­месле бомба ырғытыр төҫлө. Хәйер, артыҡ иғтибар ҙа итмәй быға Рәмзил: күнегеп бөткән был тауышҡа ул.
 

Бер мәл Айсет өтәләнеп килеп менде һән­дерәгә.
 

– Бына вертолеттар ҡағыҙ яуҙырып китте, уҡып ҡара әле?
 

Был өндәмә ҡағыҙҙары ине. Ауылды ташлап сығырға ҡушҡандар халыҡҡа. Аңлашыла, бомбаға тотоу башланасаҡ. Бында боевиктар йыйылғанын белеп ҡалғандар.
 

– Нишләйһегеҙ һуң? – тине Рәмзил, ҡыҙҙың күҙенә ҡарап.
 

– Белмәйем. Боевиктар сыҡмаҫ­ҡа ҡуша. Кисә кис тағы өйҙән-өйгә йө­рөнөләр. Ҡайһы берәүҙәрҙе үҙ­ҙәре менән алып киттеләр. Хазбикә апай ҙа эләкте шулар араһына. Ике ут араһындабыҙ хәҙер.
 

Ашығып-ашығып, ауыл хәлен һөйләне Айсет, үҙе өҙлөкһөҙ танау тартып мышҡыл­дай.

– Әсәйең ниндәй ҡарарға килде? Һиҙ­ҙермәй генә китһәгеҙ, хәйерлерәк булыр, ми­неңсә, – тип кәңәш ҡылды һалдат.
 

– Һуң һин ни эшләйһең?
 

– Минең өсөн ҡайғыраһы түгел, үҙ яҙмы­шым – үҙемә.
 

– И-и, Хоҙай аралаһын инде берүк! – тине лә, илап, муйынына аҫылынды ҡыҙ Рәмзил­дең.
 

– Илама, һеңлем, чечен ҡатын-ҡыҙҙары көслө рухлы ул!
 

– Хәҙер һеңлеме инде мин, яғымлы итеп һылыу ти инең.
 

– Барыбер. Икеһе лә яғымлы.
 

– Иҫән ҡалһаҡ, мин һиңә хат яҙырмын, Рәмзил.
 

– Яҙырһың, мотлаҡ. Мин һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырмын, Зөләйхан, Хазбикә апайҙы ла, Юныс табипты ла. Һин эйәртеп алып килер­һең, йәме, һылыуым.
 

Рәмзил асыҡ итеп йылмайҙы, Айсеттең дә һөйкөмлө йөҙө балҡыны.
 

– Донъялар тынысланғас, – тип өҫтәне һалдат, – ҡасан да бер туҡтар был ҡәһәрле һуғыш, гел дауам итмәҫ!
 

– Барырбыҙ ҡунаҡҡа, тыуған илеңде күрербеҙ, һөйгән ҡыҙың менән танышырбыҙ, вәғәҙәңде онотма! – тип хәйләкәр генә күҙ ҡыҫты ҡыҙ.
 

– Ант! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ!
 

Иртәгеһен гөрһөндөләр уятты Рәмзилде. Бесәнгә күмелеп, донъяһын онотоп йоҡлаған, гонаһ шомлоғо. Ҡолаҡ ярырлыҡ шарт­лауға бер килке баҙап ҡалды. Бында ятыу мәғәнәһеҙлек хәҙер. Тейен етеҙ­легендә һике­реп торҙо, аҙбар ҡыйы­ғының ватыҡ шиферына күҙен терәне. Бынан урамдың бер өлөшө кү­ренә. Урамда ығы-зығы, халыҡ абына-һө­рөнә йүгерешә, ҡайһы берәүҙәре әйбер йөкмәгән. Гөрҫ-гөрҫ, бомбалар, снарядтар яуа. Кәбәндәй ут өйөрмәһе күтәрелә, унан да бе­йегерәк саң-туҙан ҡуба. Яман шартлау ерҙе һелкетә.
 

Бына бер вертолет ауыл өҫтөн әйләнеп үтте, ике яҡҡа бер нисә снаряд осто, ут һыҙыҡтары ғына күренеп ҡалды. Ҡолаҡ тондор­ғос шартлау бәреүенән һауа тулҡындары дауыл һымаҡ уйнаны, Рәмзил йәшенеп ятҡан аҙбар ҡыйығын да һелкетте. Йыраҡ та түгел, ялҡынланып ниҙер яна башланы. Берәү, икәү... ана тегендәрәк тә ялҡын ҡабына... Урамда бөтөнләй буталыш китте. Ошо минутта Зөләйхан апай ҙа атлығып сыҡты. Артынан – Айсет. Ҡыҙ бер секундҡа ғына туҡталып, аҙбар яғына күҙ һалды, был яҡҡа һикереп, эре-эре аҙымдар яһаны.
 

– Рәмзил, ҡас, бәлки, иҫән ҡалыр­һың!.. Беҙ киттек!..
 

Әсә менән ҡыҙҙы күҙ менән оҙатты ул, тау буйынараҡ һыйынған арғы урамғаса.
 

– Эх, юҡҡа тау буйына киттеләр, боевиктар ҙа шунда йомоласаҡ бит, тимәк, бомба, сна­рядтар яуыуын көт тә тор, – тип үҙ алдына һөй­ләнде һалдат егет.
 

Рәмзилгә лә ҡайҙалыр олағырға, боҫорға кәрәк. Һауаны дерелдәтеп, вертолет, самолет осоштары йышайғандан-йышая. Был өйҙө лә бом­ба теткеләп ташламаҫ тип уйлама, күҙ асып йомғансы таштары ғына һибелер... Нишләргә? Ҡайһы яҡҡа? Анау ҙур булмаған әрәмәлеккә.
 

Ике-өс йөҙ метр үтеүе булды, бомба ярылыуына әйләнеп ҡараһа, үҙе йәшеренеп ятҡан аҙбар янғанын күрҙе.
 

Рәмзил йән-фарман әрәмәлеккә ҡарай осто. Баш осонда вертолет өйөрөлдө, ғәләмәт дәү иңкеш кеүек. Хәҙер пулеметтан тондора бит был, боҫор урын да осрамай, хәйерһеҙ. Бер ҡойроғоңа баҫһа, ҡотолоу юҡ вертолет пулеметынан, тау тишегенә сумғанда ла эләктерер.
 

Әрәмәлеккә барып та инде, ҡыуаҡ төбөнә ауҙы егет. Бер аҙ тын алды ла, эскәрәк үтмәксе булды. Баҡһаң, бында ла кемдәрҙер бар, шытырлатып ҡыуаҡ яралар.
 

Ҡайҙалыр, йыраҡ та түгел, йәш бала илай, сабый ғыналыр, ярһыуына ҡарағанда. Рәмзил кеше күрмәҫлек ҡуйы сытырлыҡ араһында урын тапты.
 

Иртән авиация күберәк тау тирәһен шаң­ғылдатты. Рәмзил, һалдат кеше ни, аңлай: боевиктарҙы эҙәрлекләйҙәр. Автоматсылар, пуле­метсылар был тирәгә лә тыныслыҡ бирмәй – һыпырып ҡына тора. Ауыл янында танктар ажғыра. Шулай ҙа кисәге кеүек үк түгел, баш осонан әжәл ҡылысы ситкәрәк тайпылған һымаҡ.
 

Бына бер мәл автоматсы һалдаттар ошо әрәмәлекте тарай башланы. Уратып, теҙеле­шеп, һәр ҡыуаҡты тикше­рер­гә тотондолар. Шунда өркөп ятҡан ке­шеләрҙе табалар ҙа бер урынға йыялар. Тауыштарынан да ишетә, ҡы­уаҡты яра биреп ҡарап та күрә Рәмзил: былар, әлбиттә, МВД һалдаттары, ха­лыҡҡа ярҙам итмәкселәр.

Рәмзил ятҡан ҡыуаҡҡа ла яҡын­лашты бер төркөм.
 

– Ҡарағыҙ әйләндерел, япраҡ аҫты­на ла сумырға мөмкин ул хәйләкәрҙәр, – тип һөй­ләнде командиры.
 

Ярып инделәр, берәүһе Рәмзилде күреп ҡыуанды сикһеҙ.
 

– Таптыҡ тағы бер мужикты!
 

Елкәһенән ҡармап торғоҙҙо Рәмзил­де һал­дат.
 

– Ҡаптың, егет, сыҡ өңөңдән!
 

Рәмзилгә тыңламай ни ҡылһын, аң­лар­ҙар, һөйләшер, кемлеген белдерер.
 

– Мин – Рәсәй һалдаты, – тине Рәмзил алдарына баҫҡас.
 

– Һин – Рәсәй һалдаты?!
 

Бына шарҡылдап көлә былар.
 

– Оҡшап тораһың шул. Йолҡош.
 

– Яраланып ҡалдым үткән бәре­лештә.
 

– Яраланыуың бәхәсһеҙ, бандит. Беҙҙең тылға инеп, диверсия алып барғанһыңдыр, шунда эләккәндер ҡулың шартлауға. Ундай хәлдәр йыш була чечендар яғынан, – тип еке­ренә башланы офицер.
 

– Мин чечен түгел.
 

Рәмзилдең бәхәсе оҡшаманы бы­ларға.
 

– Етер, телеңде сарлама, быт­был­дыҡтай быт-быт килеп, кем икә­неңде хәҙер әйтеп би­рерһең. Марш, ана, ауылдаштарың янына.
 

Рәмзилде лә халыҡ өйкөмө араһына килте­реп тыҡтылар. Әлеге шул ҡатын-ҡыҙ ҙа, бала-саға, бер нисә олоғайған ир. Егет килеп баҫҡас, ҡайһылары, ҡы­рын ҡарап, шикләнеп, икенсе ергәрәк күсте.
 

Һалдаттар халыҡты, мал көтөүе ши­келле ҡыуып, һуғыш үткән йүнә­леш­кә алып китте. Ер өҫтө аҡта­рылып бөт­кән. Ҡайҙа баҡма – үлек кәүҙәләр ята, хәтәр барған бит һуғыш, ай-һай! Ха­лыҡ ҡанһыраған, яртылаш өҙгө­ләнгән, көйрәгән ҡорбандарға ҡарай ҙа үкһей башлай. Китте шау-шыу бер мәлде: кемдәрҙер, бәлки, яҡындарын танынымы, бө­тәһе бергә илай халыҡ, ҡысҡырып, ярһып. Тыйырлыҡ әмәл юҡ, һалдаттар шарт-шорт һауаға атып ҡына баҫтыра алды был бута­лышты.
 

Бынан да, тегенән дә халыҡ төркөм­дәрен алып килеүҙәр күренә. Ҡайҙа ҡыуалар һуң? Рәмзил үҙен яңылыш эләктереүҙәрен кемгә, нисек аңлатыр? Былар менән һөйләшеүҙең файҙаһы юҡ, тыңларға ла теләмәйҙәр, күп тә­телдәгәндәрҙең телен тиҙ тешләтәләр.
 

Бер Рәмзил генә түгел, ҡайҙа алып барыуҙары башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһын­дыра икән. Ҡарап тороуға олпат, үҙен бик дәрәжәле тотҡан чечен ҡарты ныҡыша башланы:
 

– Мин ауылдың аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, һорашырға, белешергә хаҡым бар: ҡайҙа ҡыуаһығыҙ беҙҙе?
 

Офицер ҙа йомшарҙы, бындай кешенең һорауын ҡәнәғәтлән­дермәй ҡалырға ярамаға­нын аңланы, ул халыҡ исеменән һорай.
 

– Һеҙҙе ҡайғыртабыҙ, хөрмәтле аҡһаҡал, КП-ла тикшереү үткәрәбеҙ ҙә ваҡытлыса йәшәү лагерына оҙа­табыҙ. Ауылығыҙҙа йәшәү мөмкинлеге ҡалманы бит инде, бандиттар тынғы бирмәҫ үҙегеҙгә.
 

Был яуап Рәмзилдә лә йылы бер сатҡы уят­ты. КП-ла үҙенең кемлеген аңлата алырына өмөтләнде ул.
 

КП алдында туп-тулы халыҡ. Алда Рәмзилгә лә таныш йөҙ сағылып ҡал­ды: Айсет түгелме? Ул бит!
 

Айсет тә күрҙе, буғай, Рәмзилде. Халыҡ араһынан, һиҙҙермәй генә, яҡынлаша уның янына. Килеп тә етте, үкһеп тә ебәрҙе.
 

– Әсәйем һәләк булды... Йорттарына сна­ряд төшөп, Юныс табип та утта үртәлеп үлгән...
 

Егеттең күкрәгенә башын терәп илай Айсет.
 

– Үкһеҙ ҡалдым хәҙер бер үҙем, – тип бы­шылданы ҡыҙ.
 

Егет, йыуатып, уның сөм-ҡара сәс­тә­ренән һыйпай. Иренен ҡымтыған Рәм­зил әйтер һүҙ таба алмай. Нимә тиһен инде, үҙе лә саҡ тыйы­лып тора. Күҙ алдына ҙур һаҡаллы табип, асыҡ сырайлы Зөләйхан апай килеп баҫты. Бына нисек ҡырыла бит бер ғәйепһеҙ кешеләр...
 

Ваҡ-ваҡ төркөмдәр менән кеше­ләрҙе КП аша үткәрә башланылар. Һорашалар, тентей­ҙәр, әйберҙәрен тикшерәләр, исемлеккә яҙа­лар. Ҡайһы төркөм менән үтеү мөһим түгел, шуға ла Айсет Рәмзилдән ҡалманы.
 

КП-ла Рәмзил үҙенең һалдат икәнен иҫбат­ларға тотондо. Ышанманы быға берәү ҙә. Үҙе­нең батальонын да әйтеп ҡарай, командиры­ның фамилияһын да.
 

– Ҡайҙа һуң кейемең, документың?
 

Шул минутта Айсет алғараҡ сыҡты. Нисек булғанын таснатып аңлата тегеләргә.

Офицерҙың берәүһе иғтибарлыраҡ тың­ланы.
 

– Ысынлап та, яртылаш ҡулы юҡ бит бы­ның. Ул әйткән батальондың бик ауыр һуғыш үткәреүе лә хаҡ. Ана теге район үҙәгендә, – тип йәнәшә­һендәгенә төшөндөрә.
 

– Ошо ҡыҙ дауаланымы ни? – тине икен­сеһе, күпмелер икеләнеп.
 

– Әсәһе менән икәүләп үлемдән ҡурсаланы мине, Юныс исемле табип, Хазбикә тигән шәфҡәт туташы дауаланы.
 

Хәл уның файҙаһына ыңғайлана барыуын һиҙенеп, Рәмзил ҡыйыулана төштө, үҙенең кемлеген йәнә лә бер аңлатты.
 

Тиҙ генә ышандырырһың быларҙы, ныҡышыуың менән.
 

– Ҡайҙа ул табип менән шәфҡәт туташы, бындамы әсәһе был ҡыҙҙың? – ти һаман төп­сөнөп офицер.
 

– Улар һәләк булды.
 

Үкһеп иларға тотондо Айсет.
 

Шул саҡ контроль пункт алдындағы төр­көмдән берәү ҡысҡырып ебәрҙе, һөйләшеүҙе ишеткәндер, күрәһең.
 

– Ул беҙҙең ауыл ҡыҙы, Айсет исемле. Һәләк булған шул әсәһе... Зөләйхан.
 

Тағы аптырашта офицер.
 

– Был егет кем була, танышмы? – тип өндәште төркөмдәге ҡатынға.
 

– Уны белмәйбеҙ, күргән кеше түгел. Беҙҙең менән ҡыуаҡлыҡтан алып сыҡтылар.
 

Рәмзил үҙенең ҡайһы частан икәнен яңы­нан иҫкәртте.
 

– Ышанмаһағыҙ, тикшереп ҡарағыҙ, – тип тә өҫтәне.
 

Бышыр-бышыр кәңәшләштеләр ҙә, Айсеттең исем-фамилияһын теркәп ҡуйҙылар.
 

– Бар, ана, тегеләр янына, – тип ҡыҙҙың арҡаһынан этәрҙе берәүһе.
 

Айсет, артына ҡайырыла-ҡайыры­ла, алға атланы.
 

– Хуш бул, Рәмзил, мин хат яҙыр­мын әле. – Ҡыҙ туҡтап ҡул болғаны.
 

– Хуш, Айсет!
 
 
Кискә табан, ниндәйҙер ҡур­ҡыныс енәйәт­се тиерһең, эр­гәһенә ҡораллы һалдат ултыр­тып, Рәмзилде алып кит­теләр.
 
Машина тәпәш таҡта бина алдына килеп туҡтаны. Кабинала офицер ултырған икән, машина ишеген асып, Рәмзилгә төшөргә иша­раланы. Автомат тоҫҡап, арттан һаҡсы һалдат эйәрҙе. Рәмзилде бер бүлмәгә индереп япты­лар. Иң тәүге күҙгә ташланғаны бер нисә яра­лы һалдат булды. Йә күкрәге, йә ҡул-аяғы бинтланған. Рәмзилде лә дауаларға уйлайҙар­мы икән?

Иртән уны икенсе бер бинаға алып барып, майор алдына баҫ­тыр­ҙылар. Бик яуыз кешегә оҡша­ған ҡарап тороуға: күҙҙәре тишеп бара, гел уртын сәйнәйме – яңаҡтары уйнай. Йыуан бүрәнәләй үҙе, һуҡһа, ат ҡолатырлыҡ суҡмар­ҙай йоҙроҡтарын төйнәгән.
Һорау алырға тотондо ул Рәм­зилдән. Һәр береһен бөтмөрләп һөйләүҙе талап итә. Ул һорай, Рәмзил ҡат-ҡат яуаплай бер үк нәмәне. Ситтәрәк ултырған ябыҡ лейтенант ҡабала­нып яҙа бара.
– Алдашаһың! – тип ажғырҙы майор, Рәмзил бер урында тотлоға биргәс, тауышы менән таш ярыр­ҙай.
 
– Ысын һөйләйем, – тине, ҡау­шап, егет, шөрләп тә ҡуйҙы хатта, һоҫһа, һөйәктәрең әллә ҡайҙа таралыр.
 

Майор Рәмзилдең йәшник эсен­дә ятыуына, кейем-документ­тары­ның юҡҡа сығыуына шикләнә ине. Әкиәт тип кенә ебәрә был.
 

– Дауалауҙы дауам итегеҙ барыһын да асыҡлағансы, – тип Рәмзилде алып килгән һалдатҡа тапшырҙы. Шуны ла өҫтәне, – Һаҡ ҡуйып, тегендә ябығыҙ!
 

Рәмзилде икенсе бер бүлмәгә индерҙеләр, тимер ишеклегә. Егет үҙенең тотҡон хәлендә икәнен аңланы.
 

* * *

 

...Ултырһа ла, ятһа ла гел уйында Рәмзиләһе. Аҡ ҡайындар ара­һында йөрөгән һымаҡ күрә лә тора, йырлай-йырлай бөрлөгән йыйған сағын. Мин уйнармын, һин йыр­ларһың, тип киске уйынға саҡыр­ғайны бит Рәмзил. Уйын ғәләмәт шәп үткәйне ул кистә. Түбәһе күккә тейгән кеүек һиҙҙе үҙен Рәмзил. Ысынлап та, ул уйнаны, ашҡынып гармун һуҙҙы; Рәмзилә, бөтә тауышты баҫып, монар уйнатҡан нур­ҙай, моңон тирбәтте, йылы йомшаҡ һағышҡа ураны һәр кемде. Ҡыҙ Рәмзил әйткән йыр юлдарын ҡа­батланы: “Мин уйнармын, һин йырларһың, күңелең тулһа, илар­һың...” Берәй нәмә һиҙенеп йырланымы ул ошо йырҙы, әйтеүе ҡыйын. Юҡтыр, ниндәй шик-шөбһә тыуһын әле ул саҡта, иң бәхетле минуттары һуҡҡан мәл ине бит. Бына хәҙер күрһә, ни тип йырлар ине икән? Күңеле тулып илап та ебәрер, ихтимал. Тик гармун уйнаусы ғына ул булмаҫ, башҡалар уйнатыр, мәңгегә һағынып һөйләргә генә ҡалды инде.
 

Ишек бигенең асылыуы ишетелде, Рәмзил, тертләп, аяғөҫтө баҫты, киләләр буғай.

Анау ваҡытта майорға алып барған һалдат күренде.
 

– Етте һиңә икмәк серетеп, еҫ аңҡытып ятырға, әйҙә.
 

Штабмы шунда, нимәлер, майор ултырған таныш бинаға табан әй­ҙәк­ләне һалдат. Рәм­зил – алдан, ул арттан автомат тоҫҡап бара. Бы­лай йөрөтөүҙәре тикмәгә түгелдер.
 

Бүлмәлә әлеге майор ҙа теге лейтенант. Ингәс, Рәмзилде урын­дыҡҡа ултырттылар. Яғымлыраҡ та күренде был юлы майор, ниш­ләгән ул, әллә бер аҙ бәғере йомшара төшкән­ме? Яңынан Рәмзил­дең исем-фамилияһын, ҡайҙа тыу­ғанын, ҡасан һалдатҡа алыныуын төпсөнөргә тотондо. Яңынан һөй­ләргә тура килде Рәмзилгә, ҡа­рышып ҡара!
 

Майор уны иғтибар менән тыңланы, лейте­нант ҡағыҙға ҡарап бармаҡ төртә барҙы. Теге ваҡытта һөйләгәнен яҙған ҡағыҙҙан дөрөҫлө­гөн тикшерәлер, күрәһең. Унан шул яҙманы майор алдына һалды.
 

– Бөтәһе лә тап килә, дөрөҫ һөйләйһең, – тине майор.
 

Аҙ ғына тын ҡалып, оло кәүҙәһен өҫтәл артынан күтәрҙе лә, Рәмзил янына килде, ауыр ҡулын егеттең иңбашына һалып, үҙенә тарта бирҙе. Яралы һалдат беренсе тапҡыр күрҙе офицерҙың йылы мөғәмәләһен.
 

– Беҙ һинең турала тыуған яғыңдан да, бы­нан да белешмәләр алдыҡ. Айсет тигән ҡыҙҙы ла, Хазбикә исемле ҡатынды ла таптыҡ. Ба­рыһы ла һин һөйләгәнсә дөрөҫләнде.
 

Рәмзил тыйыла алманы, үрә һикереп баҫты.
 

– Айсет менән Хазбикә апай иҫәнме?
 

– Иҫән, әлбиттә, нисек белер инек һау бул­маһалар.
 

Майор яңынан егеттең иңба­шына көрәктәй ҡулын терәп, урынына ултыртты.
 

– Ҡайҙалар һуң улар?
 

– Алыҫта түгел, Ингушетияла йәшәйҙәр ваҡытлыса. Ҡәнәғәт­һеңме инде?
 

Рәмзил йылмайып уҡ ебәрҙе.
 

– Оҙаҡ интектермәйек егетте, индереп ебәр үҙен, капитан.
 

Капитан икенсе бүлмәнең ишеген асып, Рәмзилдең арҡаһынан этәрҙе.
 

Эскә табан аҙым баҫыуы булды, шаҡ ҡатты Рәмзил, хатта теленән яҙҙы: ҡаршыһында – атаһы менән Рәмзилә! Улар ҙа ҡуҙғалмай, был да, аяҡтары ергә йәбешкән тиерһең. Күпмелер секундтан, атаһы улына ташланды. Көрәшкә әҙерләнгәндәй, өйөрөлөп-өйөрөлөп ҡосаҡлашалар. Атаһы бер һүҙҙе ҡабатлай:
 

– Әй, улым, улым!..
 

Рәмзилә лә ымһынып баҫҡан, Фәнзил ағай­ҙың ҡуйынынан ысҡын­ғанын көтә. Атаһы менән улы, ниһа­йәт, ҡосаҡлашып күңел­дәре булды. Шунда уҡ Рәмзиләнең ҡосағы йәйелде. Уңайһыҙланыуҙы иҫенә лә алманы Рәмзил, иҫән һәм тоҡос ҡулы менән үҙенә ҡыҫты ҡыҙҙы. Шул арала шыбырлап та алды:
 

– Һандуғасым минең!
 

– Иҫәнһең икән, Рәмзил! – Рәмзилә лә туҡтауһыҙ бер һүҙ ҡабатланы.
 

– Табылырыңа төңөлә лә башлағайныҡ инде, – тип атаһы ла ҡушылды.
 

Шатлыҡлы минуттар әллә күп­мегә һуҙы­лыр ине лә, яңынан капитан килеп инде.
 

– Әйҙәгеҙ, инәйек тегендә. Һөйләшер ва­ҡытығыҙ күп булыр әле, – тип артынан эйәртте.
 

Подполков­ник өҫтәл артынан иҙән уртаһына уҡ сыҡты. Рәсми­лектән ҡотолоп, ябай һүҙҙәр теҙҙе:
 

– Хәҙер улығыҙҙы алып ҡайтып китәһегеҙ инде, иптәштәре менән хушлашһын да. Бына һеҙгә документтар.
 

Аэродромға килгәс, Рәмзиләнең башына ҡылт итеп бер уй килеп төштө:
 

– Беҙгә ауылға телеграмма һуғырға кәрәк ине, Фәнзил ағай. Ҡайғыны быраҡтырып, ҡыуаныша торһондар.
 

– Телеграмма? Дөрөҫ әйтә һеңлекәш, кә­рәк, кәрәк, – тип, капитан осоу менән идара итеү бинаһына ашыҡты.
 

Бер нисә минуттан әйләнеп тә килде.
 

– Булды. Хәбәр иттеләр ҙә инде.
 

– Ҡайҙан белеп килдегеҙ әй? – Күптәнән ҡыҙыҡһындырған һорауын бирҙе Рәмзил.
 

– Табут алырға саҡырып хәбәр бирҙеләр бит.
 

– Бына үҙеңде алып ҡайтып ба­рабыҙ, үҙеңде! – тип осоноп ҡы­уанды Рәмзилә.
 

– Унан алда “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килгәйне.
 

Фәнзил ағайҙың әйткәнен Рәмзилә элеп алды:
 

– Башта уҡ ышанманым мин ул хәбәргә. Хатта улай яҙылмағайны.
 

Ҡолағы ҡарп итеп ҡалды Рәм­зилдең.
 

– Ниндәй хат ул?
 

– Бер ҡыҙ яҙған, Айсет исемле. Ул һинең иҫән булыуыңды бел­дергән.
 

– Айсет хат яҙған?! Ҡайҙан яҙған ул?
 

– Ингушетиянан. Бына ул хат, үҙең уҡы. Рәмзилә сумкаһынан конверт килтереп сығарҙы.
 

Рәмзил көндөҙҙәрен урамда йөрөргә тыры­шып барма­ны. Бер-ике тапҡыр ғына Сауҡа тауҙы әйләнеп ҡайтты. Өйҙә гармунына күҙ һала ла, мо­ңая ла ултыра. Ҡанаты һынған ҡош инде ул хәҙер, һәй, яңғы­ратып уйнап ебәрһәң ине лә бит гармунды!..
 

Бер кисте Рәмзилә килеп инде.
 

– Әйҙә мәҙәниәт йортона, йәштәр янында бул, исмаһам.
 

Ҡыҙ ҙа уның йомола барғанын һиҙенә, нисек тә күңелен күтәрергә ниәте.
 

– Бар, улым, ситләшмә улай, – тип атаһы ла ҡыҫтай.
 

Рәмзил битарафлыҡ күрһәтә.
 

– Унда ни эшләйем һуң?
 

– Беҙ концертҡа әҙерләнәбеҙ, әҙерәк кә­ңәштәр бирерһең.
 

Рәмзилә, ай-вайға ҡуймай, күн­дерҙе егетте.
 

Йәштәр тулы ине клубта, Рәм­зилде уратып алдылар.
 

– Һин бит йырға ла оҫта, шиғыр уҡыһаң да ярай.
 

Берәүһе үкенеү белдерҙе:
 

– Ҡайҙа гармунда өҙҙөрөүҙәрең, әйтмә лә инде!..
 

– Миңә уңайһыҙ ҡулһыҙ көйө сәхнәгә сы­ғып баҫыу, – тип ҡырт киҫте Рәмзил. Улай ғына ла түгел, аҙ-маҙ ҡараштырып йөрөнө лә ишеккә атланы.
 

– Рәмзил, Рәмзил! – Уны Рәм­зиләнең та­уышы туҡтатты. – Ҡайҙа ашығаһың, ҡайтма инде.
 

– Ҡайтам, ғәфү ит.
 

Нишләмәк кәрәк, Рәмзилә уны оҙата китте. Һөйләшергә һүҙҙәре берекмәй барҙы бер ара. Унан Рәмзилә ҡапыл алдына әйләнеп баҫып туҡтатты егетте.
 

– Һин әллә нишләгәнһең, йөрә­гең һыуын­дымы әллә, биҙгәнһең, чечен ҡыҙын уйлай­һыңдыр, – тип үпкәләргә тотондо.
 

– Киреһенсә, йөрәгемдә ут яна... Инвалид­тың кемгә кәрәге бар хәҙер... Айсетте лә йәлләйем, үкһеҙ йәтим ҡалды бит ул...
 

– Ундай төшөнкөлөктө башың­дан сығар, миңә кәрәкһең һин... Элеккенән дә яҡыныраҡ күрәм, – тине лә Рәмзилә үҙе үк муйынына аҫылынды.
 

Ҡосаҡлашып, биттәрен-биткә терәп хәтһеҙ торҙолар тыҡрыҡ буйында. Рәмзиләнең ҡай­нар тыны бәрелеүенән тәне терелә ине егеттең. Ошо һулыштан ғүмергә айырылмай йәшәһәң ине...
 

– Мин дә һине онота алмам, теләһәм дә... – тип бышылданы Рәм­зил.
 

– Ниңә теләргә?.. Тағы берәй сәбәп бармы әллә?..
 

Ҡара һин Рәмзиләне, ниндәй ҡыйыуланып киткән – егеттең бит осонан да үбеп алды лаһа!..
 

Рәмзилдең күңеле үҫте, ял­ҡынлы хистәре урғылды. Кәрәк икән әле ул, иң мөһиме, Рәмзиләгә кә­рәк! Йөрәген өйкәгән әрнеүле уйҙары әллә ҡайҙа китеп таралды. Ошондай тоғро дуҫың барҙа, ниңә башты эйергә, ул ғәйеплеме ни был хәлгә ҡалыуына. Еңеллек өҫтәлде егеткә, яҡты хистәр ҡа­баттан уянды.
 

...Рәмзилә менән икеһе ара­һындағы яҡын мөнәсә­бәтте ата-әсә генә түгел, ауыл халҡы белә хәҙер. Пар килгәндәр, тип кенә ебәрәләр. Фәнзил ағай ҙа, Мәрхәбә апай ҙа Рәмзиләне үҙ итеп ҡар­шылай. Әле лә ҡыҙ йылмайып килеп инде. Ҡыуана ине ул бар йөрәктән Рәм­зилдең һауығыуына.
 

– Кискә инермен, мәҙәниәт йортона барыр­быҙ, – тип саҡырып та китте ҡыҙ егетен.
 

– Бөгөн үкме?
 

– Бөгөн үк. Сюрприз көтә һине.
 

Рәмзил, түҙемһеҙләнеп, кис ет­керә алмай ыҙаланды. Ниндәй сюрприз икәнен белгеһе килде. Әллә нимә әҙерләгәндер әле Рәмзиләһе, булыр унан, хыялының сиге юҡ.

Кисләтеп, Рәмзилә йәнә ишек шаҡыны.
 

– Әҙерлән. Китәйек.
 

Рәмзил ыҫпай кейенеп, муйынына галстук та таҡҡас, бөтөнләй элекке һылыулығы ҡайт­ты. Сөкөр­ҙәшеп, баштарын бер-береһенә эйә биреп, клуб юлына атлағанын атаһы менән әсә­һе, һоҡланып, тәҙрәгә ҡапланып ҡарап ҡалды.
 

Клубта кеше юҡ ине әле. Рәмзил аптырабы­раҡ ҡалды.
 

– Ҡайҙа һуң сюрпризың?
 

– Репетиция бүлмәһендә ул, әйҙә, инәйек.
 

Инделәр. Рәмзилә баян күтәреп алды. Ул­тырғысҡа ултырҙы. Һыҙ­ҙырып ебәрҙе бер за­ман баянды, моң шишмәһе урғылды, тиерһең! Рәмзил ҡымшанырға ла ҡурҡып тыңланы.

Бер көй уйнаны ҡыҙ, икенсе, өсөнсө... Уйнаны-уйнаны ла ҡапыл тынып ҡалды.
 

– Ҡасан өйрәндең һин, Рәм­зилә?!.
 

– Һинең хаҡта юғалыу хәбәре кил­гәс тә башланым. Өйрәндем. Гар­мундан айырылырға тейеш түгел­мен, тип уйланым. Һинең иҫтә­леккә...
 

– Үәт, исмаһам, сюрприз был!
 

– Мин уйнармын, һин йыр­ларһың... Иҫең­дәме, Рәмзил?
 

– Иҫемдә. Онотола буламы һуң ундай көндәр.
 

– Һин йырларһың, Рәмзил, моңлоһоң бит.
 

– Йырлармын. Күңелем тулһа, илармын...
 

– Юҡ инде, уныһына рөхсәт бирелмәй. Минең менән булған саҡта тик шатлыҡ ҡына яуһын!
 

– Рәмзиләм минең, һандуғасым!
 

Был кисте клубта бер ни тартыныу ки­сермәне Рәмзил. Рәмзиләнең уйнауына ҡушы­лып, йырлап та алды. Ағылды моң, үтә оҫта йырсы уҡ булмаһа ла, яғымлы ине тауышы. Йәштәр ҙә ҡул сабып ҡар­шыланы.
 

– Сафыбыҙҙа тағы берәү ар­тасаҡ, – тиеш­теләр.
 

Ҡайтҡанда, Рәмзилә икенсе бер хәбәр һалды.
 

– Сәнғәт училищеһына ситтән тороп уҡыр­ға инермен, ахырыһы.
 

– Ниңә улай?
 

Быныһын көтмәгәйне Рәмзил.
 

– Рәмзил, Рәмзил... һине ташлап китә аламмы инде мин...
 

* * *

 

Икенсе көндө лә ашығып килеп инде Рәм­зилә. Ке­ҫә­һенән конверт сығарҙы.
 

– Хат алдым Айсеттән. Мә, уҡы.
 

Рәмзил хаттан ҡыҙҙың ауылында йәшәүен белде. Рәмзилдең ҡайҙалығын һорашҡан. Рәмзиләгә төбәп, шуны ла өҫтәгән: ул һеҙҙе бик ярата, бәхетле булығыҙ!
 

Рәмзилдең күҙ алдына сандыр ғына ҡыҙ килеп баҫты. Уның ярҙамында бит үлем ситлә­теп үтте. Аҡыллы, хуш күңелле, үҙе лә күпте кисергән алыҫтағы һылыуҡай.
 

– Уның беҙҙең яҡты бик күргеһе килә ине. Ҡунаҡҡа саҡырырға вәғәҙә биргәйнем, – тине Рәмзил, хат тәьҫиренән тулҡынланып.
 

– Шундай изгелекле ҡыҙҙы ниңә саҡыр­маҫҡа, саҡырырбыҙ. Ул яҡта донъялар имен­ләнеп бөтһөн дә, – тип Рәмзилә лә яҡынлыҡ тойғоһон белдерҙе.
 

Фәнзил ағай ҙа, Мәрхәбә апай ҙа фатихала­рын күндерҙе.
 

– Туғанлыҡтың артыуы донъяға ҡот ҡундыра, – тип ҡуйҙы Фәнзил ағай, кинәйәле итеп.
 

Рәмзил менән Рәмзилә Айсеткә хат яҙырға ултырҙы.
 

1999 – 2000 йылдар.
 
 
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: