Зәки Кәримович – оло йәштәге уҡытыусы. Тормоштан артта ҡалмаҫ өсөн ветеран көн һайын телевизорҙан, радиоалғыстан яңылыҡтар тыңлай, гәзит-журнал ҡараштырып бара. Донъяла нимәләр генә юҡ, ни генә ҡыланмайҙар. Ҡайҙа ҡарама – ыҙғыш та талаш, ығы-зығы. Ярай әле, күбеһе сит-ят яҡтарҙа. Зәки Кәримович уйлай-уйлай ҙа шундай һығымтаға килә: туйып һикерәләр. Ҡайһы берҙә кеше ышанмаҫлыҡ нәмәләр эшләнә. Кәрәккән-кәрәкмәгән закондар ҡабул ителә. Ҡайһы берҙәрен аҙаҡ үҙгәрткән, төҙәткән булалар, әммә күп осраҡта улар үҙҙәренең кире һөҙөмтәләре менән зыян килтереп өлгөрә. Бына әле республика баҫмаларында 309-сы һанлы “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына белем биреүҙең дәүләт стандарты төшөнсәһен һәм структураһын үҙгәртеү буйынса үҙгәрештәр индереү тураһында” тип исемләнгән Федераль закон хаҡында материалдар донъя күрә башланы. Төбәк компонентын алып ташлап, был закон Рәсәй милли мәғарифын төптән үҙгәртмәксе икән. Милли мәктәптәрҙә республиканың тарихын, телен, мәҙәниәтен уҡытыу кәрәкмәй, тимәк. “Халыҡ бындай законға ҡырҡа ҡаршы”, – тип яҙа гәзиттәр. Ошо мәсьәләгә арналған митингтар Өфөлә лә уҙғарыласаҡ икән. Зәки хәләл ефете Гөлғәйшә менән кәңәш-төңәш итеп, мотлаҡ митингыға барасағын белдереп, йоҡларға ятты. Тик йоҡоһо йоҡо булманы. Төнө буйы һаташып сыҡты.
Әллә ҡасан гүр эйәһе булған әсәһе моңло итеп “Зөлхизә”не йырлай, имеш. Йырлай ҙа һыҡтап илай. “Ниңә илай икән?” – тип уйлай Зәки. Ҡапыл, ҡайһы тарафтандыр – Зәки абайламай ҡалды – ялтыр ҡылыстарын елтәп, “буденовка” кейгән атлы әҙәмдәр килеп сыҡты ла урамдағы халыҡтың телен киҫә башланы. “Ниңә тел киҫәләр икән?” Аптырай Зәки. Шул мәл Мирғәсим пәйҙә була. “Ҡас, Мирғәсим, телеңде киҫәләр бит”, – тип ҡысҡыра уға Зәки. Мирғәсим көлөп тик тора. “Ниңә көләһең, иларға кәрәк тә...” – ти Зәки. “Минең телде киҫә алмай улар, телем юҡ бит”, – тип яуаплай Мирғәсим. “Телең бар һинең, бар, һин һөйләшмәйһең генә бит, Мирғәсим...”
Зәки йән тиргә батып уянып китте. Нимә булғанын да аңғармай ятты бер килке. Өн тиһәң өн, төш тиһәң төш түгел. Әсәһе мәрхүмә, ауыр тупрағы еңел булһын, элек тә йыш ҡына төшөнә ингеләй ине. Йырға оҫта булды әсәһе, әйтәһе түгел. Тормош ауырлыҡтарын да уға ана шул йыр-моңо күтәреште. Район, ҡала сәхнәләрендә лә уның моңло тауышына күп һоҡландылар. Әсәһенең йырлап та, илап та төшөнә кереүе ғәжәп. Анауы ҡылыслы әҙәмдәрҙең тел сабып өҙөп йөрөүҙәрен әйт әле. Иҫ-аҡылың китер. Йәнә Мирғәсим...
Зәки Кәримович ҡырҡ йыл ҡала мәктәптәрендә башҡорт балаларына әсә теле дәрестәрен уҡытты. Ҡалала бала рус теле мөхитендә үҫә, шуға күпселек әсә телен һанға һуғып бармай, өйҙәрендә лә, “башҡорт теле менән ҡайҙа бараһың” тигәнерәк ҡараш йәшәй, мәктәп администрацияһы өсөн дә ул – “арбаның бишенсе тәгәрмәсе”. Бындай шарттарҙа уҡытыусыға дәрес үткәреү шаҡтай ауырға төшә. Сөнки ул яңғыҙ, үҙ көсөнә генә таяна ала. Зәкигә лә еңел булманы. Балалар дәрестән ҡаса, килгәндәре лә уҡытыусы һөйләгәнен йүнләп тыңламай.
“Балаларҙа нисек әсә теленә ҡыҙыҡһыныу уятырға?” – тип йөрөгән сағы ине Зәкиҙең, синыфҡа яңы уҡыусы килде. “Мирғәсим” тип таныштырҙы ул. Үҙен тотоуы, килешле буй-ыны, тышҡы матурлығы менән синыфташтарын шундуҡ әсир итте ул. Тора- бара егеттең эске матурлығы ла асыла барҙы. Ул шиғыр ярата, уларҙы күп белә һәм бик матур уҡый. Мирғәсим, урыҫ теле менән бер рәттән, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ телдәрен дә яҡшы белә. Ата-әсәһе ҙур-ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашып,бер урындан икенсе урынға, бер республиканан икенсеһенә күсеп йөрөгән. Шунлыҡтан Мирғәсимгә төрлө мәктәптәрҙә уҡырға тура килгән икән. Башҡортса ла һәйбәт белә ине. Бер биргәненә Хоҙай өйөп бирә, тиҙәрме әле? Мирғәсим дә бөтә яҡлап та һәләтле ине. Хәтере иҫ киткес. Бер ҡат уҡып сыҡҡан әйберен – хикәйәме ул, шиғырмы – яттан һөйләй ҙә ҡуя. Шуға ла бик күп яҙыусыларҙың шиғырҙарын, хатта оҙон-оҙон поэмаларҙы яңылышмай һөйләй. Бер кисәлә ҡырғыҙ халыҡ эпосы “Манас”ты көйләп һөйләп бөтә мәктәп уҡыусыларын таң ҡалдырҙы. Мирғәсимгә эйәреп, башҡа балалар ҙа әсә теленә, әҙәбиәткә тартыла барҙы. Мәктәптә әҙәби түңәрәк ойошторолдо. Балалар төрлө әҙәби әҫәрҙәр уҡый, шиғыр һөйләүҙә ярыша. Кем күберәк шиғыр белә, кем шиғырҙы матурыраҡ уҡый. “Шиғыр ятлауҙың файҙалы яҡтары бик күп: ул хәтерҙе нығыта, тел байлығын арттыра, образлы фекерләргә өйрәтә”, – тиер ине Мирғәсим. Үҙе лә шиғырҙар яҙа. Бәлә көтмәгәндә килде.
Ғәҙәти әҙәби кисә ине. Яҙыусылар, журналистар ҙа саҡырылғайны. Түңәрәк ағзалары тыуған ил, туған тел, сафлыҡ, матурлыҡ хаҡында шиғырҙар өйләне. Мирғәсим “Урал батыр” эпосынан өҙөк ятланы. Ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең яңы әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Аҙаҡ йәнле фекер алышыу булды. Халыҡ зал тулы. Башҡа синыф уҡыусылары ла, күп кенә синыф етәкселәре лә килгән. Бер нисә көндән өлкә гәзиттәренең береһендә ошо кисә хаҡында ҙур ғына мәҡәлә донъя күрҙе. Зәки, мәҡәләне уҡып сыҡҡас, бер ни ҙә аңламай торҙо. Мәҡәлә түгел ине был, ә күрәләтә яла яғыу, кисәне алып барыусыларға ғына түгел, бөтә мәктәпкә, уҡытыусылар өҫтөнә бысраҡ һыу ҡойондороу. Автор матур әҙәби кисәне – милләтселәр митингыһы, шиғыр уҡыусыларҙы бунтовщиктар тип билдәләгән. Был йыйылышта (автор митинг тип атай) гел генә бер милләтте маҡтау өҫтөнлөк алған икән. “Башҡортостан – күп милләтле автономиялы республика, шулай булғас, бөтә милләттәр исеменән һөйләргә кәрәк”, – тип аҡыл һата автор. Икенсе көнөн үк мәктәпкә абруйлы комиссия килеп төштө. Китте тикшереүҙәр, һорашыуҙар. Шау-шыу аҙна-ун көнгә һуҙылды. Мирғәсимде һәм тағы дүрт уҡыусыны ҡайҙалыр алып киттеләр. Мәктәп директоры эшенән бушатылды. Синыф етәкселәренә, Зәкигә ҡаты шелтә бирҙеләр. Уҡыусылар, күҙ-баштары күгәреп, ике-өс көндән мәктәпкә килде. Араларында Мирғәсим юҡ ине. Аҙаҡ билдәле булды: Мирғәсим ҡаты туҡмалып, дауаханаға эләккән. Сәбәбен берәү ҙә аныҡ ҡына белә алманы. Һорау алғанда КПЗ-ла туҡмағандар, имеш, тип тә, урамда хулигандар типкеләп киткән, тип тә һүҙ йөрөттөләр. Асығын белеүсе булманы. Шул туҡмалыуҙан Мирғәсим теленән яҙҙы. Атаһы төрлө ерҙәргә йөрөтөп тә ҡараны. Ишетә, кеше һөйләгәнде аңлай, телен әйләндереп яуап бирә алмай. Егет бик йәл: өмөтлө ине, уҡыһа, ҙур кеше сығасаҡ ине унан. Зәки, ҡарашын алыҫҡа төбәп, уйланып ултыра бирҙе.
– Сәйең һыуынып бөттө. Ултыраһың инде һуҙылып. Бараһы ерең дә бар ине түгелме һуң? – Гөлғәйшә ирен еңелсә генә битәрләп алды. Зәки Кәримович башҡаса сәйенә үрелеп торманы, тиҙ-тиҙ кейенеп урамға сыҡты. Көн болотло, шулай ҙа матур ғына булмаҡсы. Көнбайыштан бер аҙ һалҡынса еле бар. Урамда халыҡ ҡайнаша. Күпселек митинг буласаҡ майҙанға ағыла. Зәки Кәримович та шул ағымға ҡушылды. Халыҡ ағымынан ҡарт уҡытыусының аҡ фетр эшләпәһе генә күренеп ҡала. Көслө ағым фетр эшләпәне лә бына-бына йотор ымаҡ. “Бер уйлааң, кеше тормош ағымына ҡушылып аҡҡан бер юнысҡы ише генә инде, – тип уйлай Зәки Кәримович. – Ағым уны, ҡаға-һуға, үҙе менән ағыҙып ала ла китә. Үҙеңсә ағырға теләһәң, берәй ҡырлы ташҡа сәпәргә лә күп һорамай”.
Мирғәсимдең һәләкәте лә ана шул көслөләр хасил иткән төп ағымға буйһонорға теләмәгәндән булғандыр инде, күрәһең. Теге кисәгә ҡағылышлы ялыуҙы тикшергәндә, иптәштәре ҡабат ундай кисәләр ойоштормаҫҡа үҙ биргән, ә Мирғәсим: “Беҙ ундай кисәләрҙе бик күп үткәрәсәкбеҙ. Башҡорт батшаларға ла баш бирмәгән”, – тип яуаплаған. Туҡмалыуының сәбәбе лә ана шул яуабы менән бәйле. Дөрөҫ, уны бүлмәлә туҡмамағандар, кисләтеп кенә сығарып, юлына ҡаршы төшкәндәр.
Ҡайһы йылда икәне хәҙер иҫеңдә лә ҡалмаған, мәгәр Зәки Кәримовичтың Мәскәү – Өфө поезында ялдан ҡайтып килеше ине. Купеһына утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡыҙғылт-һары сәсле ҡатын менән ун дүрт-ун биш йәштәрҙәге үҫмер инде. Китап уҡып ултырған Зәки инеүселәргә артыҡ иғтибар ҙа итмәне. Урынлашып бөткәс, ҡатын ҡул сумка ынан алып егеткә алма тотторҙо ла ятып йоҡлап китте.
– Ағай, һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ?
Егеттең яңғыҙ ҡалыуына эсе бошҡандыр, ахыры. Зәки китабынан айырылып өндәшеүсегә ҡараны һәм ғәжәпләнә төштө. Ҡаршыһында ултырған үҫмер кемделер хәтерләткән кеүек. Ҡап-ҡара сәс, яҫы маңлай, үткер ҡараш...
– Мин Өфөгә ҡайтып барам, ә һин ҡайҙа юл тоттоң?
Зәки ике күҙен тултырып үҙенә ҡарап барған егеткә ихлас яуапланы.
– Мин дә шунда барамдыр. Моғайын...
– Ә ниңә... моғайын?
Егет ҡулбашын ғына елкетеп ҡуйҙы.
– Әсәйең ҡайҙа барғанығыҙҙы әйтмәнеме ни?
Егет өндәшмәне.
Зәки, шуның менән үҙ бөткәндер, тип уйлап, йәнә китабына үрелмәксе ине, егет тағы телгә килде.
– Һеҙ кем?
– Мин уҡытыусы, – тине Зәки, бер ни тиклем аптырап.
– Милләтегеҙ кем?
– Башҡорт. Ишеткәнең бармы башҡорттар хаҡында?
– Ысынлап башҡортмо, әллә шаяртаһығыҙмы?
– Ә ниңә шаяртайым? Ысынлап та башҡортмон. Ниңә һорайһың? Башҡортто күргәнең юҡ инеме әллә?
– Күргәнем юҡ ине. Ә күрергә бик теләйем.
Зәки, ғәжәпләнеп, йәш егеткә төбәлде.
– Ғәжәпләнмәгеҙ, мин үҙем дә башҡорт, – үҫмер, ниңәлер, күңелһеҙ генә әйтте, – тик башҡортса белмәйем.
– Атай- әсәйең өйрәтмәнеме ни?
– Әсәйем мәрйә минең. Атайым башҡорт ине.
– Ниңә ине, әле ҡайҙа һуң атайың?
– Ул юҡ инде. Бер йыл була...
– Ғәфү ит. Ҡайҙа, кем булып эшләне атайың?
– Телһеҙҙәр мәктәбендә уҡытты. Ишетһә лә, атайым һөйләшмәй ине. Әсәйем дә телһеҙ минең. Үҙем интернат-мәктәптә уҡыйым. Паспортыма “башҡорт” тип яҙылғас, бөтәһе лә башҡорт тип ирештерәләр. Ә мин атайымдан башҡа башҡорт кешеһен күргәнем дә булманы. Атайымдан ҡала һеҙ – мин күргән икенсе башҡорт.
Зәки, күңеле ниҙер һиҙеп, һорай алды.
– Исемең кем?
– Саша тип йөрөтәләр. Паспортта Мирсәлих тип яҙылған.
– Атайыңдың исеме Мирғәсим түгел инеме?
– Мирғәсим. Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?
Зәки Кәримович үҫмерҙе ҡармап үҙенә тартты. Мирсәлих, ни әйтергә лә белмәй, билдәһеҙ ағай ҡосағында мыш-мыш танауын тартты.
Мирғәсимдең ғаиләһен – Людмила менән Мирсәлихте Зәки үҙҙәренә алып ҡайтты. Ун көн ҡунаҡтар Өфө менән танышып йөрөнө. Мирсәлих атаһы уҡыған мәктәпте барып күрҙе. Байтаҡ яфа күреп, ил гиҙгәндән уң, Мирғәсим Мәскәүгә барып телһеҙҙәр мәктәбен тамамлаған, институт бөткән. Людмила менән икәүләп шул мәктәптә эшләгән. Тик, сәләмәтлеккә туя алмай, ҡырҡ биш йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашҡан икән. Мирсәлих Өфөнө бик ныҡ оҡшатып, атаһының тыуған яғына йыш ҡайтырға үҙ бирҙе.
... Митинг булаһы майҙанға еткәс кенә уйҙарынан арынды Зәки Кәримович. Халыҡ күп йыйылған. Күбеһе йәштәр. Араларында уның ише ҡарттар ҙа күҙгә салына. Тағы шуға иғтибар итте ул: митингыға башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт кешеләре лә күп килгән. “Хәйер, үҙ халҡының теленә, тарихына вайымһыҙ милләт юҡтыр ул. Төбәк компоненты тигән таяҡ башы бар милләткә лә ҡағыла бит”, – тип фекер йөрөттө ҡарт уҡытыусы. Автобустарға тейәлеп башҡа яҡтарҙан да килгәндәр. “Халыҡ арыу күтәрелгән. Шулай булмай, күрәләтә халыҡты бар иткән, бер ҡорға туплап, аралаштырып йәшәткән иң ҡәҙерле, мөҡәддәс телгә ынтылһындар әле. Башҡорт илен, ерен, телен, азатлығын яҡлап быуаттар дауамында яуға күтәрелгән. Тарихты онотоу яҙыҡ”, – шундай уйҙарға сумып, Зәки халыҡты йырып эскәрәк үтте. Лозунгылар, плакаттар күтәреп рәткә теҙелгән йәштәр үҙен итәғәтле тота. Һөйләшәһе мәсьәлә бик етди булғанғамы, халыҡ уйын-көлкөгә тартылмай, уйсан, һәр кем дәрәжә аҡлай. Бер нисә урынға микрофон ҡуйылған. Микрофон эргәһендәрәк бер төркөм зыялылар тора. Унда Зәкиҙең элекке уҡыусылары ла бар. Ҡарт уҡытыусыны танып, эргәләренә әйҙәнеләр. Рәфит Закир, илгә билдәле ғалим, фән докторы, профессор, элекке уҡытыусыһын ҡосаҡлап уҡ алды ла эргәһендә торған урта буйлы, мыҡты кәүҙәле, күҙлекле ир менән таныштырҙы.
– Таныш булығыҙ, Зәки Кәримович, бына Мәскәү ҡунағы, төрки телдәре белгесе, йәш ғалим, фән докторы, профессор Мәғәсүмов Мирсәлих Мирғәсим улы. Сығышы менән Өфөнөкө. Ә был – беҙҙең хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Зәки Кәрим улы Шакиров.
Зәки Кәримович менән Мирсәлих Мирғәсимович бер-береһенә ҡарашып байтаҡ торҙо. Ҡарт уҡытыусының да, йәш ғалимдың да күҙҙәре дымланғайны.
Түләк ҒИРФАНОВ