Кеше кеше менән йөрөшмәй тормай

Уйланған эш бөткән эш, ҡыҙҙар уйнатмай, Айнур ҡасты, Айһылыуҙы етәкләп, Таңһылыуҙы күк кәләскегә ултыртып алдым да, үҙемсә шәп атлап киттем Иҙәшкә. Нисек кенә тырышһам да ауылды бик оҙааҡ сыҡтыҡ, Айһылыу ташлы юлдан атлай алмай, ауылды сыҡҡас бейееек тауға мендек, шунан тигеҙ юлдан атланыҡ. Мин арымаһам да һылыуым арыны, ултыра ла тормай ҙа ҡуя. Улай ҡыланырын белһәм, уны ла өйҙә ҡалдырып, Таңһылыу менән генә китер инем.

Кеше кеше менән йөрөшмәй тормай инде, әлдә туғандар күп, кемеһенә барһаң да "әйҙүк" тип торалар, тигән була әнейем, берәү менән һөйләшһә. Эй килештерә лә инде, йөрөшмәй тормағас.... улайһа нишәп мине бер ҙә ҡунаҡҡа ебәрмәйҙер инде, аптырайым, минең дә кеше менән йөрөшкөм килә. Кешегә түгел үҙенең әсәһенә, өләсәмә лә йылына бер тапҡыр ғына үҙе менән апара ла апҡайтып та китә. Матур итеп тә, инәлеп тә үсегеп тә, илап та еңеп булмай әнейемде. Әйтерһең өләсәм Ҡаф тау артында йәшәй, килгәндә күрҙем бит инде, бер тау менеп төшөп, һарыҡтар йәшәгән кәшәрҙе үтһәң, килеп тә етәһең. Әтейем " ярай, ҡалһын, бер ике көндән килеп алырмын" тип тора, юҡ, "әйҙә, утыр арбаға, илап вис кешене еңеп өйрәнгән, ҡалырһың ҡалмай ҙа ни, былай ҙа күрше торған ҡәрсәңдә аҙна яттың" тип бесән һалған арбаға, үҙенә терәтеп мендереп
тә ултыртты, әйтерһең ҡасып китәм инде. Әнейемде яратам мин, әммә ҡунаҡ булыу нығыраҡ оҡшай шул.


Сәфәр ҡартам " ярай, дочка, илама, әтейең торараҡ тағы әпкилер әле, әйтте бит" тигән була. Шәрифьямал өләсәм "мә, тегеләргә күрәтмә, ашай һал" тип бер ус имгесте кеҫәмә тығып та ҡуйҙы. Шулай итеп беҙ әнейемдең ауылы Һикенән ҡайтырға сыҡтыҡ, ат менән. Бара биргәс, мин ятып алдым, ипләп кенә, ҡағыҙын ҡыштырлатмай ғына асып, бесәйле кәнфит имәм.
Болоттарҙы күҙәтәм, ә уларҙа минең ҡайғы юҡ, әкрен генә йөҙәләр ҙә йөҙәләр... Сабышып та китәләр. Уларҙың да әнейе, әтейе бармикән? Ҡунаҡҡа барып, ҡайтмайым тип илаған болот була микән? Булалыр инде, ана бит улар ҙа кеше һымаҡ бер береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Их, мин дә болот булһам икән, әгәр мин болот булһам, ямғыр яуып йырып бөткән, саҡырлы соҡорло юлда ыҙалап килмәҫ инем. Әтейемдәр өйгә ҡайтып еткәнсе мин Һикегә әллә нисәне барып килеп өлгөрөр инем. Һикелә рәхәт ул, ҡартамдың өй артында ғына шишмә ағып ята, уның аша баҫманан сығаһыңда ҙууур баҡсаға килеп инәһең, ә унда, минең башым ҙурлыҡ ҡарбуз ҡауындар, ашҡабаҡ, ҡыяр, помидор тулып ята. Шан Алдартау башлана, унда ҡартамдын умарталары теҙелеп киткән. Балды һөйрәп йөрөп ашайһың. Ауыҙымдың һыуы ағып киткәндер инде " тороп ултыр, кәнфитең тамағыңа китер", тип әнейем ятҡан еремдән торғоҙҙо.


Һикелә ҡалдырыу түгел, теге ваҡыт ҡәрсәмә йәшәргә киткәне бирле мине кәртә артында йәшәгән Аниталарга ла саҡ ебәрәләр. Айнур, Айһылыу, Таңһылыу, дүртәүләп барабыҙ уйнарға. Әнейем бергә апарһан ғына бараһың тигәс, теләмәһәм дә "ҡойроҡтарҙы" ла эйәртәм. Айнур яндан бара, Таңһылыу кәләскәлә ятып, Айһылыу кәләскенең ситенә баҫып баралар. Әлдә алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй, Шәүкәт олатайҙың гараж артында ғына өй уйнайбыҙ. Уйнайбыҙ тигәс тә инде, мине гел әбей итеп өйҙә ултырталар, миңә бит бала ҡарарға ла кәрәк. Етмәһә, "анау аҡ шалдың уртаһын бөтә һалыр кәрәк" тине әнейем, "ситтәрен бөттөм, ҡушыр кәрәк, күпертәм дә баҙарға барып киләм" тип торҙо кисә генә. Анита, Зөлфирәләр матур сынаяк ярсығы эҙләп, алыҫҡараҡ китеп уйнай, ә мин Айһылыу, Таңһылыуҙар илағас, өләсәй булып, өйҙә ҡалам, урта бәйләйем. Ул арала Айнур юҡ була, әй ҡайтыр әле, ул түтей артындағы ҡойола Раян менән уйнайҙар.
Ҡыҙҙар минең менән уйнарға яратмай, һинең матур сынаяғың юк тиҙәр. Әнейемдең бер касаһын ватып әпкилергә микән? Сынаяҡ табырмын да ул, мынау ҡойроҡ булып йөрөгән Айһылыу менән Таңһылыуҙы ҡайҙа итергә?


Әгәр тыңламаһаң, сегәнгә биреп ебәрәбеҙ тиҙәр әнейемдәр, мин дә быларҙы сегәнгә биреп ебәрер инем дә ул, ул сегәнде ҡайҙан табырға?
Әнейем үҙенең туғандарын күреп ҡайтты, шуға мин дә үҙемдең туғандарымды күреп ҡайтырға булдым. Минең туғандарыма барырға ат егеп тороу кәрәкмәй, йәйәү ҙә барып була, мин барғаным бар инде Иҙәшкә, Фәрит олатама. Уйланған эш бөткән эш, ҡыҙҙар уйнатмай, Айнур ҡасты, Айһылыуҙы етәкләп, Таңһылыуҙы күк кәләскегә ултыртып алдым да, үҙемсә шәп атлап киттем Иҙәшкә. Нисек кенә тырышһам да ауылды бик оҙааҡ сыҡтыҡ, Айһылыу ташлы юлдан атлай
алмай, ауылды сыҡҡас бейееек тауға мендек, шунан тигеҙ юлдан атланыҡ. Мин арымаһам да һылыуым арыны, ултыра ла тормай ҙа ҡуя. Улай ҡыланырын белһәм, уны ла өйҙә ҡалдырып, Таңһылыу менән генә китер инем. Хәҙер инде һуң, мин уларҙы ла ҡунаҡҡа әпкитеп барам. Иҙәштә минең врач Фирҙәүс инәм йәшәй бит.Нәркәс апайым, Гүзәл апайым, Мәғәфиә инәм. Эй ҡыуанырҙар инде мине күргәс, ҡыҙым, әлдә генә килгәнһең тейерҙәр микән. Уйланып тороп, яныма килеп туҡтаған машинаны ла күрмәй торамсы. Шофер ағай беҙҙе ултыртып алды, кәләскене машина арбаһына ырғытты ла ҡайҙа,
кемгә бараһығыҙ, әтейең кем, әнейең кем тип һорашты. Фәрит олатамды белә икән, хәйер, мин белгәс, бөтәһе лә белә инде олатамды. Беҙҙе ҡапҡа төбөнә әпкилеп төшөрөп китте ағай. Фирҙәүес инәмдең күҙҙәре беҙҙе күргәс, ҡыуанысынан ҙуур булып асылып киттеләр, ныҡ һағынған шикелле, ул да. Өйгә индек тә Фәрит олатамды көтә башланыҡ. Инәм шулай тине, олатаң ҡайҡансы тип. Мин былай ҡабаланмайым да ул. Сәй эстек тәмләп, инәм әнейең, әтейең беләме ҡунаҡҡа киткәнегеҙҙе тей.Ҡайҙан белһендәр инде, беҙ бит ҡабалан ғына сығып киттек. Таңһылыуға ғына ҡунаҡта оҡшамай, мыжый.
Айһылыу сәй эсеп алғас йоҡлап китте.


Беҙ Гүзәл апайым Нәркәс апайым тышта ширлектә ултырып алдыҡ.
Күршеләрендәге бер малай вилсәпид менән йөрөргә саҡ өйрәнә шикелле, туҡтай алмай, ҡапҡаға барып төртөлә лә саҡ төшә.Белмәгәс йөрөмә лә ҡуй бит инде, маҡтансыҡ, йөрөй шунда,кеше көлдөрөп, исеме Дим шикелле.
Гүзәл апайымдар мунсаға һыу ташырға китте, яғалар инде мунсаны, уларға бит ҡунаҡ килгән.


Бына олатам да ҡайтты. Эй шатлығы эсенә һыймай инде, бер миңә бер Таңһылыу менән Айһылыуға, бер Фирҙәүес инәмә ҡарай. Шунан нимәгәлер тышҡа сығып китте. Фирҙәүес инәм "Танһылыу төндә илар микәәән" тип ҡуйҙы. Илай инде бала булғас, бәлки Айһылыу ҙа илар әле. Мин юҡ, иламайым, мин беләм ҡунаҡта иламайҙар.
Көтөү ҡайтҡас олатам менән инәм моҡсайҙарға күп итеп алма тултырып, күстәнәскә пишинйә, кәнфит һалып алып, ат менән беҙҙе ауылға әпкиттеләр. Олатамдың "балаларҙы юғалтҡандарҙыр, апарып киләйек" тигәнен ишеткәйнем дә ул, мине үҙҙәрендә ҡалдырып балаларҙы ғына апараларҙыр тиһәм, "ҡыҙым, әйҙә", тип мине лә ултыртып алдылар.Иҙәштә буйтым ҡунаҡ булып, ҡайтып киттек.


Хәҙер инде Фәрит олатам да баҡыйлыҡҡа күсте, Мәғфиә инәмдең дә йәне йәннәттәлер тип ышанам.
Нимәһе ҡыҙыҡ, теге дүрт баланы һөйрәп йөрөгән, Иҙәшкә барып тарихҡа инеп ҡалған, күк кәләске һаман ветеран булып, сафта ҡала бирә, тик унда хәҙер бәләкәй балаларҙы түгел, утын һәм башҡа юҡ бар һалып ташыйбыҙ.

АЙГӨЛ ШАҺИЕВА-ИШКИНИНА,

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас