Пулеметсы Сәхи. Хикәйә

Ҡапыл тоҡанған ялҡын һымаҡ балҡып киткән ят ҡатын менән бер мәлгә генә бер-беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалдыҡ. Шик юҡ, ул мине Сәхи ағайым менән бутаны. Тимәк, ул ағайымды белә. Минең эскә әйтеп аңлаталмаҫлыҡ йылы йүгерҙе.

Пулеметсы Сәхи. ХикәйәПулеметсы Сәхи. Хикәйә
Пулеметсы Сәхи. Хикәйә

Был хәлдәрҙе яҡын танышым Хәй ағай нисек һөйләһә, шул килеш ҡуйын дәфтәремә теркәп ҡуйғанмын. Ваҡытында берәй баҫмаға бирергә форсат теймәгән, күрәһең... Ағайҙың вафатына ла байтаҡ ғүмер үтте. Юлым осраҡлы ғына уның тыуған ауылы аша үтмәһә, танышым рухына белгән доғаларымды уҡып сыҡмаҡсы булып, ауыл зыяратына һуғылмаһам.

Ағайыбыҙ һуғыштан һуң яңы төҙөлөп ятҡан С. ҡалаһына барып урынлаша, ҡала төҙөүҙә ҡатнаша, үҙенә лә шунда йорт һалып инеп, ғүмерен уҙғара.

Байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡәберен тиҙ таптым, сөнки уны ерләүҙә үҙем дә ҡатнашҡайным. Ниәт иткән ғәмәлемде үтәп ҡуҙғалыуыма, күҙем киң итеп ихаталанған ҡәбергә төштө. Ирекһеҙҙән, йәнәш торған ике мәрмәр таштағы яҙыуҙарҙы уҡыным. Таштарҙың береһенә –«Сәхиулла Ғәлиулла улы Хәйретдинов», икенсеһенә «Евдокия Степан ҡыҙы Хәйретдинова» тип яҙылғайны.

Сәхи һәм Дуся?.. Хәй ағай бәйәне ҡылт итеп иҫемә төштө. Ағайҙы ерләгәндә был ҡәбергә нисек иғтибар итмәгәнмендер, белмәйем.

«Сәхи ағайым минән дүрт-биш йәшкә өлкән ине – тип башлана яҙма. – Уҡытыусылар институтын бөтөп (ул саҡта ике йыллыҡ шундай курстар бар ине), балаларға һабаҡ бирҙе. Ул ваҡытта ауылда уҡытыусының абруйы ҙур ине. Балаға хәреф танытып, мәктәптә генә уралманы улар. Өй һайын йөрөп, оло кешеләргә лә хәреф танытты, аңлатыу, өгөт-нәсихәтен дә бирҙе, кистәрен клубта концерт, спектаклдәр ҡуйҙырыу, төрлө уйындар ойоштороу менән дә шөғөлләнде. Гармунда, мандолинала ла уйнаны. Йәштәр уның эргәһенә яҡтыға йыйылған күбәләк һымаҡ эркелде.

Беҙҙең дә танауға еҫ керә башлаған саҡ. Ололар менән бер рәттән көн оҙоно эшләп йөрөһәк тә, арыу-талыу тигән нәмәне белмәйбеҙ, кис еттеме, уйын-көлкө, йыр-моң ағылған клуб яғына тартылабыҙ. Билдәле, ағайҙар беҙҙе уйынға ҡатнаштырмай. Ҡайһы бер уҫалыраҡтары клуб тирәһенән ҡыуып та ебәрә.

– Барығыҙ, ҡайтып йоҡлағыҙ. Һеҙгә был тирәлә уралырға иртә әле. Ауыҙ-мороноғоҙҙан һөт тә кибеп бөтмәгән, – тип үк ебәрәләр. Бындай кәмһетеү беҙҙе бик ныҡ ғәрләндерә, зитабыҙға тейә. Тиҙерәк үҫеп, ошо ағайҙар һымаҡ булғыбыҙ килә. Эй, йәшлек! Йүләрлек. Тағы ике-өс йылдан тын донъябыҙҙың аҫтын-өҫкә килтереп ҡәһәрле һуғыш башланыр ҙа, ошо ағайҙарыбыҙ менән бергә үлемесле ут эсенә барып инербеҙ, тип кем уйлаһын.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға йәше етһә лә, Сәхи ағайымды бронь менән ҡалдыра килделәр. Сөнки ул саҡта ауылда уҡытыусылар етешмәй ине. Тиҫтерҙәре ыҡсым ҡыҙылармеец кейемендә ялға ҡайта йә безкозыркала фотоға төшөп, һөйгән ҡыҙҙарына һала. Ошоларҙы күреп, ағайымдың түҙемлеге бөттө, ахырыһы, район үҙәгенә барып бронен алдырып, үҙ теләге менән хеҙмәткә китте. Китте лә һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Хаты ла, хәбәре лә булманы. Бер йылдан һуғыш башланды. Ул мәхшәрҙе күрергә, башҡа ваҡытта төшкә лә инмәгән яфаларҙы кисерергә беҙгә лә сират етте. Һуғышта артиллерия полкында төҙөүсе сифатында башынан аҙағынаса ҡатнаштым. Башымда һәр даим, бәлки, Сәхи ағайымды осратырмын, тигән уй йөрөнө. Юҡ, осраманы Сәхи ағайым. Иҫәнлеген белдереп ҡош телендәй генә хәбәре килһә лә, риза инек. Уныһы ла булманы. Өйҙәгеләр ҙә, мин дә уның был донъяла юҡлығына күнеп тә бөткәйнек инде. Биш йыл буйы бер ниндәй хәбәре булмаһын әле...

Еңеүҙе мин үҙем Австрияла ҡаршыланым. Дошмандың өңөнә үк барып етелмәне. Һуғыш тамамланыу менән, беҙҙең полкты тараттылар. Бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, иҫән-һау тыуған ауылыма әйләнеп ҡайттым. Атай ҡарттың сәләмәтлеге насар ине. Шулай булһа ла, уны трудармияға алғандар. Ул шунан ҡайта алмаған. Әсәй, ҡалған туғандар имен-аман торғандар. Ауыл, әлбиттә, беҙ киткәндәге түгел. Өйҙәр иҫкергән, йорт-ҡура туҙған, ихата-фәлән ҡалмаған.

Беҙҙең өйҙөң дә ҡапҡа бағаналары ғына һерәйешеп ултыра. Ихаталарҙы утын итеп мейескә яҡҡандар. Бөтәһен дә яңынан башларға кәрәк: иҫкергәнде яңыртырға, ауғанды торғоҙорға. Һирәкләп фронтовиктар ҡайтһа ла, ауылда эшсе ҡулдар етешмәй. Тормош әүәлгесә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға көсө менән бара. Йәшерәк фронтовиктар йөрөй-йөрөй ҙә ситкә сығып китә. Ғаиләһе булмағандар, ҡайтып та тормай, ҡалала төпләнеп ҡала. Минең дә иҫәп берәй ҙурыраҡ төҙөлөш барған тирәгә һыйыныу ине. Әсәй, туғандар йәл. Улар былай ҙа күпме түҙҙе, күпме ауырлыҡтарҙы еңеп, йән атып беҙҙең ҡайтыуҙы көттө. Уларҙы ташлап сығып китеү ғәфү ителмәҫлек хыянат булыр ине. Иҫ алғансы бер-ике көн йорт тирәһен ҡараштырҙым да колхоз эшенә сыҡтым. Мәктәп янынан үткәндә Сәхи ағайым иҫкә төшә лә, йөрәкте сыҙап торғоһоҙ юҡһыныу өйкәй. Һуғыш бөткәс, бәлки, берәй хәбәре булыр, тип тә өмөтләнә инек. Был өмөтөбөҙ ҙә аҡланманы. Еңеү яҙы ла, йәй ҙә үтте. Көҙ етте. Көс-хәл менән йыйып алған игенде ат арбаларына тейәп элеваторға илтәбеҙ.

Бер көн шулай ылауҙан арып-талып ҡайтып инһәм, өй эсе халыҡ менән тулған. Ҡот осто, әсәй менән бер-бер хәл булғанмы, тип шаңҡып киттем.

Күрәм: әсәй иҫән-һау, тик йөҙөнә ниндәйҙер билдәһеҙлек һыҙаттары ғына ятҡан. Шатлыҡтанмы, әллә хәсрәттәнме – аңлап булмай. Халыҡты йырып үтеп, әсәйҙе ҡосағыма алдым.

– Ҡунаҡтар бар бит әле, улым. Беҙгә тип төбәп килгәндәр. Түлке, ней, телдәрен аңлап булмай.

Тамам аптыраған әсәйем, ни ҡыуанырға, ни ҡайғырырға белмәй, һике ситендә бала ҡосаҡлап ултырған йәш кенә ҡатынға ишараланы. Ҡунаҡ ҡатын мине күреү менән һиҫкәнеп китте, ҡосағындағы ҡыҙ баланы ситкә этәреп, һикереп торҙо.

– Сәхи! – тине ул үҙәк өҙгөс тауыш менән, – Сәхи!

Ҡапыл тоҡанған ялҡын һымаҡ балҡып киткән ят ҡатын менән бер мәлгә генә бер-беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалдыҡ. Шик юҡ, ул мине Сәхи ағайым менән бутаны. Тимәк, ул ағайымды белә. Минең эскә әйтеп аңлаталмаҫлыҡ йылы йүгерҙе.

– Һин Сәхи түгелме ни? – тине ҡатын, минең өнһөҙ тороуымды күреп.

– Мин... түгел. Мин уның энеһе, – тинем, ҡаушауымды һиҙҙермәҫкә тырышып.

Ике ҙур һоро матур күҙҙән ике бөртөк йәш һытылып сыҡты.

– Һеҙ кем булаһығыҙ? Сәхи ағайымды ҡайҙан беләһегеҙ?

Ҡатын яуап бирәһе урынға ашыға-ашыға ҡул сумкаһынан нимәлер эҙләргә кереште. Унан таушалып бөткән, дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ киҫәге алып миңә һуҙҙы. Ҡағыҙҙы алыу менән ағайымдың яҙыуын таныным. Ул шулай хәрефтәрен һулға йығыбыраҡ яҙа ине. Күҙемә йәш төйөлә, хәрефтәр һикерешә. Ниһайәт, улар һикерешеүҙән туҡтай. «Ҡәҙерлеләрем, атай, әсәй! Бығаса төплө генә адресым булмағанлыҡтан, хат яҙа алманым. Шулай тура килде: гел күсеп йөрөйөм, гел юлдамын. Был хатымды ла машина кузовына һалып яҙам. Хәҙер ҡуҙғалабыҙ. Фашистарҙан тиҙерәк изге еребеҙҙе таҙартырға кәрәк.

Атай, әсәй! Был хатымды һеҙгә минең ҡатыным Евдокия һәм ҡыҙым Луиза тапшырыр. Һеҙ уларҙы мине яратҡан кеүек яратығыҙ. Иҫән булһаҡ, ҡайтҡас барыһын да һөйләрмен. Әле бик ашығам. Хуш-һау булығыҙ. Декабрь, 1943 йыл».

Ошо ҡыҫҡа ғына хатты ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Уҡыйым да, уҡығаныма ышанмай, тағы уҡыйым. Өйҙәгеләр тын да алмай минең ни әйтеремде көтә. Әсәйем, хаттың эстәлеген алдан белеп торған кеүек, килене менән ейәнсәрен ҡосағына алып, йәшкәҙәгән күҙҙәрен миңә төбәп ултыра.

– Әсәй, – тинем мин, – Сәхи ағайым иҫән. Был уның хаты. Һин ҡосаҡлаған ҡатын – киленең Дуся, ә ҡыҙы – ейәнсәрең Луиза.

Халыҡ ҡапыл мыш-мыш иларға тотондо. Минең дә, ниңәлер, күҙҙәрем томаланды. Тәмәке тартып кереү хәйләһе менән ишеккә йүнәлдем. Бер-ике ир ҙә миңә эйәреп ишек алдына сыҡты. Көҙгө көн кискә ауышҡан. Ҡояш, ялҡыны бөткән ағас ҡуҙы кеүек тамам һүрелеп, тау артына төшөп бара. Ирҙәр гәзит киҫәгенә махорка төрөп, тәмәке тоҡандырҙы. Минең тәмәке тартыу теләгем һүрелде. Башымда уйҙар сыуалды. Хатын уҡып, ағайым иҫән, тип хәбәр һалдым-һалыуын, хат бит бынан ике йыл элек яҙылған. Ә һуғышта кеше ғүмерен йылдар түгел, секундтар хәл итә. Дуся еңгәмдең мине Сәхи ағайым менән бутауы ла тиккә түгелдер. Мин өйгә ингәндә халыҡ таралып, өй бушап ҡалғайны. Әсәйем өтәләнеп өҫтәл әҙерләй, Дуся еңгә ҡыҙына нимәлер аңлата-аңлата уның сәсен үрә.

Әллә ни һөйләшмәй генә сәйгә ултырыштыҡ. Ҡайнар сәйебеҙҙе өрә-өрә эсеп тәүге сынаяҡтарҙы ла бушаттыҡ. Луиза ғына, бер нәмәгә лә ҡағылмай, муйылдай ҡара күҙҙәрен тултырып бер әсәйемә, бер миңә ҡарап ултыра. Әсәйем ейәнсәре алдына майҙа ҡыҙҙырылған йомортҡа, бөтәүләй бешерелгән бәрәңге ҡуя.

– Әйҙә аша, ҡыҙым, тартынып ултырма. Бына ҡоротона үрел, төйөлгән муйылдан ауыҙ ит. Бөтәһе лә сеүәжәй, үҙебеҙҙеке, – ти.

– Ейәнсәрең һине аңламай шул, әсәй, – тим.

– Ә улар ниндәй телдә һөйләшә һуң? – ти әсәйем.

Шул саҡ быуылып торған йырын асылып киттеме ни – Дуся еңгәм ҡыҙын ҡосаҡлап һығылып иларға кереште. Луиза ла әсәһенә ҡушылды. Сәй яһап торған әсәйем, ҡулы бештеме, сынаяғын төшөрөп ебәрҙе. Эҫе һыу һике таҡтаһы буйлап ағып әсәйемдең аяғына тама, ихтимал бешерәлер, тик ул быға иғтибар итмәй, яулыҡ сите менән йөҙөн ҡаплап һығылып төшкән. Мин өйҙә берҙән-бер ир кеше, етмәһә фронтовик, был хәлгә тыныс ҡарай алманым, асыуланған төҫ алып, урыҫсалап тороп: «Это что за привычка плакать!» – тип ҡысҡырып ебәргән булдым. Һуғышта беҙҙең расчет командиры ҡалын шырт мыйыҡлы Михайлов асыуы килгәндә беҙгә шулай ҡысҡыра торғайны. Дөрөҫ, ул: «Что за привычка ныть?» – тип әйтә ине. Һуғыш барғанда ҡырҡ ата балаһына шулай өндәшеү, бәлки, урынлы ла булғандыр. Мин үҙемдең ҡылығыма үҙем оялып киттем. Әммә әйтеләһе һүҙ әйтелде. Һуңлап үкенеүҙән файҙа юҡ. Ялауай итек менән иҙәнгә шаҡ иттереп тибеп тә ҡуйҙым. Иң башта Луиза иҫенә килде. Илауынан туҡтап, ҡара күҙҙәрен миңә төбәне. Уның оло итеп асылған күҙ ҡарашында ҡурҡыу, ялбарыу түгел, ялтлап зәһәр нәфрәт уты ҡабынды. Шунда ғына ошо сабыйҙың фашистар биләгән ауылда тыуып үҫеүе аңыма килеп етте. Дуся еңгәм ең осона ҡыҫтырылған ҡулъяулығын алып күҙҙәрен һөрттө.

– Беҙгә улай ҡысҡырмағыҙ, зинһар. Ҡурҡыу, кәмһетелеүҙәрҙән йөрәгебеҙ өшөп бөткән. Сығарып атыуҙарын көтөп арыған йәнебеҙ – филтәһе бөткән шәм кеүек һүнергә генә тора. Ә илауға иғтибар бирмәгеҙ. Ҡатын-ҡыҙ заты күҙ-йәш түкмәй тора алмай. Илауҙы беҙгә шундай яҙмыш инселәгән, күрәһең.

Күҙ-йәш аралаш эселгән сәйҙән һуң Дуся еңгәм һөйләүенән шул мәғлүм булды: һуғышты пулеметсы Сәхи ағайым Белоруссияла ҡаршылай... Ҡаты алыштарҙың береһендә уларҙың уҡсылар полкы ҡамауҙа ҡала. Бер нисә рәт дошман ҡулсаһын өҙөргә тырышып ҡараһалар ҙа, көстәр тигеҙ булмағанлыҡтан, урманға сигенәләр. Арттарынан бер туҡтауһыҙ фашистар эҙәрлекләй. Беҙҙекеләр бик аҙ ҡала. Атырға патрондары, ашарға ризыҡтары бөтә. Тәғәм ризыҡһыҙ бер нисә тәүлек урманда йөрөгәндән һуң, Сәхи ағайым яҡындағы ауылға барып ҡарарға хәл итә. Немецтар барын-юғын да белмәгән таныш түгел ауылға төнөн барыу хәүефле. Ағайым таң алдынан китә. Ауыл урмандан шаҡтай алыҫ, кескенә йылға буйында, үҙәндә. Ваҡ ҡыуаҡлыҡтарға ышыҡланып, шунда яҡынлай. Бер йәш ҡыҙҙың баҡсала соҡонғанын күргәс, уны бер аҙ күҙәтеп тора, шунан эргәһенә килә. Өҫ-башы бысранып бөткән хәрбиҙе күреп ҡыҙ, бер ни тиклем ҡаушаһа ла, ҡурҡып ҡалмай. Үҙен Дуся тип таныштыра. Немецтар хаҡында белешкәс, ағайым ҡамауҙа ҡалыуын, иптәштәре менән урманда йөрөүен һөйләй, яҡын-тирәлә партизандар барлығы-юҡлығын һораша. Бер нисә көн ашамауҙарын да йәшермәй. Дуся ауылда немецтар барлығын, һаҡ булырға кәрәклеген әйтә. Өйҙәренән бер аҙ сало, бәрәңге килтерә. Иртәгә лә ошо урынға килергә ҡуша. Ағайым иртәгәһен килеп байтаҡ аҙыҡ, яралылар өсөн бер ни тиклем медикамент алып китә. Икенсе килеүендә лә партизандар хаҡында һорағас, Дуся төндә өйҙәренә килергә ҡуша. Юлды яҡшы белгән ағайым төндә ул күрһәткән өйгә бара. Ҡыҙ ҡушҡанса ишек шаҡый. Оҙаҡ ҡына асмайҙар. Ниһайәт, келә ысҡындырылып, ишек яртылаш асыла. Ағайыма соланда өйөлгән бесән башына менеп йәшеренеп ятырға ҡушыла. Күңеленә, дошманға һатманылармы, тигән шик төшә. Бына хәҙер овчаркалар менән килерҙәр ҙә бесән башынан һөйрәп алып, ҡулдарын шаҡарып, төрткөләп алып китерҙәр, тип көтә. Ундай саҡта ваҡыт оҙаҡ үтә, минуты ла сәғәттәй тойола. Әллә һуң булмаҫ элек сығайым да китәйемме икән, тип тә уйлап ҡуя. Ни булһа ла, көтөргә хәл итә. Ярты төн уҙғас, тышта аяҡ тауышы ишетелә. Ағайым һағая, ҙур көсөргәнеш менән үҙен ҡулға алып, ни булырын көтә. Солан ишеген һаҡ ҡына асып берәү инә, өй ишеген шаҡый. Сәхи ағайыма өйрәткәнсә, ишек тиҙ үк асыла. Бер аҙҙан ағайымды ла өйгә саҡыралар. Һүрән генә янған шәм яҡтыһында ике ир һөйләшеп ултыра. Өлкән йәштәгеһе үҙен Степан тип таныштыра. Ерән һаҡаллы мыҡты ир үҙен «Һаҡалтай» тип кенә атай. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Степан – Дусяның атаһы, ошо йорт хужаһы «Һаҡалтай» – подпольела ҡалдырылған большевик Бойко икән. Һаҡалтай ағайымдың кем булыуын, урманда нисә кеше барлығын, ни өсөн партизандар менән ҡыҙыҡһыныуын төпсөнөп һораша. Ағайым үҙҙәренең аҙ ҡалыуын, боеприпастары бөтөүен, фронт һыҙығын үтеп сығырлыҡ көстәре булмауын, шунлыҡтан партизандарға ҡушылып фашистарға ҡаршы көрәште дауам итергә теләүҙәрен әйтә. Һаҡалтай ағайымды иғтибар менән тыңлай. Шулай ҙа һөйләгәндәренә ышанып бөтмәй, ахыры. Иртәгәһенә ике иптәшен алып килергә ҡуша. Йәнә кисәге хәл ҡабатлана. Ағайым бесәнлектә ике иптәше менән Һаҡалтай килгәнен көтә. Ә ул төн ауышҡас ҡына килә. Тағы һорашалар. Был юлы күберәк ағайымдың иптәштәре яуап тота. Һынап ҡарамаҡҡа төрлө йомоштар ҙа ҡушалар.

Йәнә ике көн үтә. Шунан һуң ғына Һаҡалтай асыла төшә. Ул әлегә был яҡтарҙа партизан отрядтарының булмауын, әммә уны булдырырға кәрәклеге хаҡында һөйләй. Күп тә үтмәй, партияның подпольела ҡалған комитеты ҡамауҙа ҡалған совет һалдаттары нигеҙендә партизан отряды ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Буласаҡ отрядтың командиры итеп Һаҡалтай тәғәйенләнә. Сәхи ағайымдар бөтә көстәрен биреп партизан отряды ойоштороу эшенә тотона. Фашистар үтеп инә алмаҫлыҡ төпкөл урындарҙа йәшәү, ҡышлау өсөн землянкалар төҙөлә. Дусяға яҡын-тирә ауылдарҙа халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу, отряд менән даими бәйләнеш булдырыу бурысы йөкмәтелә. Ағайым да төрлө йомош менән ауылдарға йыш йөрөй. Ошо мәл Дуся менән ағайым бик ныҡ дуҫлаша. Тора-бара дуҫлыҡ ысын мөхәббәткә әүерелә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә йәштәрҙең хисен аңлай. Фашист илбаҫарҙарының ауыл йәштәрен Германияға ҡыуыу өсөн исемлек төҙөй башлауы билгеле булғас, Степан менән Анна ҡыҙҙарын тиҙерәк күҙле-башлы итеү сараһын күрә: Сәхи ағайым менән Дуся өйләнешәләр. Окупанттарҙың үҙҙәрен вәхшиҙәрсә тотоуы халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе, урманға китергә мәжбүр итә. Отряд айлап түгел, көнләп үҫә. Оло ер менән бәйләнеш булдырыла. Ниһайәт, ул үҙ аллы хәрәкәт итерлек хәрби берәмеккә әүерелә. Һаҡалтай етәкселегендәге партизан отряды ике йыл йәшәү дәүерендә фашистарҙың тиҫтәләгән коммуникацияларын, ҡорал складтарын, тимер юлдарын, күперҙәрҙе сафтан сығара, халыҡты Германияға ҡыуыу пландарын өҙә, дошмандың байтаҡ көсөн үҙҙәренә йәлеп итеп тота. Отряд 1943 йыл аҙағында, совет ғәскәрҙәре был төбәкте немец баҫып алыусыларынан азат иткәс, регуляр армияға ҡушыла. Сәхи ағайым да ике йәше менән барған ҡыҙын, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫып үбә лә дошманды ҡыуып ары китә. Еңгәмдән ҡыҙы менән Башҡортостанға, үҙенең тыуған ауылына ҡайтыуҙарын үтенә. Хат, адресын яҙып бирә. Ул мәхшәрҙә йәш бала менән юлға сығырға еңгәм баҙнат итмәй. Ағайымдың ҡайтыуын көтөп, Еңеү көнөнә тиклем ата-әсәһе янында йәшәй. Мең ғазаптар сигеп көткән Еңеү көнө лә етә. Сәхи ағайымдан бер ниндәй хәбәр булмай. Иҫәнме, иҫән түгелме икәнлеге лә билгеһеҙ... Бәлки, яраланып тылға оҙатылғандыр ҙа өйҙәренә ҡайтҡандыр. Ошо уйы уға тынғылыҡ бирмәй. Берҙән-бер көндө йыйына ла дүрт йәшлек ҡыҙы менән юлға сыға.

Беҙҙең яҡтар еңгәмә бик оҡшаны. Әлбиттә, ул ваҡытта йәшәү шарттары беҙҙә лә үтә насар ине әле. Колхоз эш хаҡын игенләтә бирә. Уңыш булған йылды арыу ғына иген эләгә, уңыш насар йылды бер хеҙмәт көнөнә ике йөҙ грамм йәки унан да аҙыраҡ алаһың. Күмәк балалы ғаиләгә был иген ярты ҡышҡа ла етмәй. Эшләй алмағандарға айырыуса ауыр. Ашау етмәгәнлектән миктәп үлеп ҡалыусылар ҙа булды. Беҙҙең ғаиләне һыйыр һәм бәрәңге ҡотҡарҙы. Һыйырыбыҙ һөтлө булды. Бәрәңгене лә күп кенә ултырта инек. Дуся еңгәм бындағы хәлдәрҙе аңланы. Ике-өс көн торҙо ла колхоз идараһына эш һорап барҙы. Уны ашнаҡсы итеп алдылар. Еңгәм аш-һыуға бик оҫта ине. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем колхоз яланда эшләүселәр өсөн аш бешертә. Дөрөҫ, ашнаҡсы эше лә тынғыһыҙ. Колхозсылар ҡайҙа эшләй – ул шунда күсенеп йөрөй. Ел-ямғырҙан һаҡланыу урыны ла – малай-шалай әтмәләп биргән бер ҡыуыш. Уның ҡарауы, ҡыҙының да, үҙенең дә тамағы туҡ. Колхоз, билдәле, хеҙмәт көнөнән ашау өлөшөн тотоп алып ҡала. Яҙғы, йәйге өҙөктә тамағың туҡ булғас, хеҙмәт көнөн киҫһәләр ҙә күнәһең.

Сәхи ағайым бер йылдан һуң ҡайтты. Уның иҫән булыуына өмөтөбөҙҙө өҙөп үк бөткәйнек. Ә ул ип-иҫән, өр-яңы кителенең түше тулы орден, миҙалдарын ялтлатып, йәшендән һуң ҡалҡҡан йәйғорҙай балҡып ишектән килде лә инде. Барыбыҙ ҙа өйҙә, киске аш ашап ултырған саҡ. Иҫ тә, аҡыл да китте. Иң ғәжәбе шул: атаһын беренсе булып ҡыҙы Луиза танып, атай, тип ҡысҡырып ебәрҙе. Осрашыу минуттарында типһә тимер өҙөр таҙа, дәрте ташып торған ир-уҙаман кеүек күренһә лә, ағайым олоғайып, кәүҙәгә лә тартылып киткәйне. Йылдар буйы еүеш землянка ла, һалҡын окоптарҙа ятыу, әллә күпме яралары уның сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатҡан. Һуғыш бөткәс тә ҡайтарып ебәрмәй, комендатурала ҡалдыралар. Берлинда, бер йыл унда нимә эшләүен ағайым беҙгә һөйләмәне. Вафатынан һуң хәрби комиссариат кешеһе уның ҡайҙалыр оҙаҡ аҙашып йөрөгән Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырырға килгәс кенә, ағайымдың Берлин коменданты Берзариндың ярҙамсыһы булғанын белдек. Беҙҙең өсөн уның алты йылға һуҙылған хеҙмәттән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы оло шатлыҡ булды. Йорт-ҡура тирәһен ул элек тә тулы тәртиптә тотто. Был юлы ла ҡайтып инеү менән эшкә бирелде. Мәктәпкә эшкә саҡырып килһәләр ҙә, ул, ниңәлер, балалар уҡытыуҙан ҡырҡа баш тартты. «Хәҙер инде минән ниндәй тәрбиәсе сыҡһын», – тине. Уның был ҡылығы, «хәҙер инде» һүҙенә ниндәй мәғәнә һалыуы беҙгә аңлашылмай ҡалды.

Колхозда иҫәпсе, келәт мөдире кеүек эштәрҙә йөрөнө лә урман ҡарауылсыһы булып китте. Ул ваҡытта урманға иғтибар бар ине әле. Емерек донъяны тергеҙергә ағас кәрәк. Күп кәрәк. Йорттар ҙа ағастан бурала ине ул саҡта. Хәҙер генә ул таштан да кирбестән һала башланылар. Ағайым урман эшенә мөкиббән китеп тотондо. Бер генә ағасты ла әрәм-шәрәм иттермәне. Ҡулы ҡаты, күңеле йомшаҡ булды. Сәскә өҙөлгәнен күрһә лә, илар сиккә етеп борсола ине. Ситтән тороп техникумында ла уҡып алды. Ғүмер буйы урман ҡараған тиерһең. Таң менән тороп сығып китә, өйҙәгеләр йоҡларға ятҡас ҡына ҡайта. Ҡайһы саҡта үҙе төҙөп алған урмандағы өйөндә ҡунып та ҡалғылай. Дуся еңгәм ағайымдың был ҡылығын үҙенсә аңлатты. «Ике йыл буйы урманда партизан тормошо менән йәшәү ҡанына һеңгән».

Ысын әле, ситтән иғтибар менән ҡарап торһаң, ағайымдың үҙен тотошонда сәйер нәмәләр шәйләргә мөмкин ине. Китеп барған еренән кинәт туҡталып нимәлер тыңлай, иғтибарлап тирә-йүнен күҙәтеп ала. Атлап йөрөүе лә икенсе, келәмгә баҫҡандай йомшаҡ баҫып, һаҡ йөрөй. Дуся еңгәм ирен аңлай белде. Эштән ҡайтмай ҡалған сағында ла тауыш сығарманы, тыныс ҡына ағайым ҡайтҡандың икенсе йылында донъяға килгән улына, ҡыҙы Луизаға наҙын тигеҙ бүлеп, тулы тормош менән йәшәне.

Сәхи ағайым ҡайтҡас, мин күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым. Беҙҙән йыраҡ түгел төҙөлөп ятҡан ҡалаға барып эшкә керҙем. Ҡала кешеһе булып китһәм дә, ауылым юлын һыуытманым, ҡайтып йөрөнөм. Ағайым үҙе лә төрлө йомош менән ҡалаға йыш килеп торҙо.

...Бер ваҡыт шулай ауылға ҡайтҡан сағымда ағайым, атына ултыртып, миңә үҙенең биләмәләрен күрһәтеп йөрөнө. Мин, әлбиттә, урман күрмәгән кеше түгел. Ауылыбыҙ ҙа урман эсендә ултыра, тиһәм дә, алдашыу булмаҫ. Ләкин ағайым күҙлегенән күргән урман бөтөнләй икенсе ине. Ат әкрен генә урман юлынан атлай, саҡ ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары, оялсан ҡыҙҙар кеүек, һомғол ҡарағайҙар араһынан ҡаса-боҫа беҙҙе күҙләй. Ағайым һәр төбәктең тарихына, атамаһына, үҫемлектәренә, кейек-ҡоштарына аңлатма бирә. Мин моңло йыр тыңлағандай кинәнеп, эргәмдәге хозурлыҡҡа йәнем иреп киләм. Уҡтай төҙ ҡарағайҙар, баҙыҡ имәндәр, һөйкөмлө ҡайындар, әсә күңелеләй йомшаҡ йүкәләр, сая сағандар бер-бер артлы күҙ алдымдан үтә. Барыһы ла шундай таныш, яҡындар. Бығаса мин нишләп ошо матурлыҡты күрмәнем, яҡынлыҡты тойманым икән, ғәжәп. Ағайым һөйләй, ә миңә ағастар шауына, ҡоштар тауышына ҡушылып бар тәбиғәт йырлай кеүек. Әйткәйнем инде, һуғышҡа тиклем ағайым балалар уҡытты. Һөйләргә оҫта. Мәлен тура килтереп: «Ағай, һин ниңә уҡытыусы-тәрбиәсе эшенән баш тарттың?» – тип һорайһы иттем. Ағайым оҙаҡ ҡына уйланып килде. Аҙаҡ атын туҡтатып, утлауға ҡушты, миңә боролоп ултырып, һорауыма ҡаршы һорау бирҙе.

– Ә һин нисек уйлайһың?

– Һин балаларға ҡарағанда тәбиғәтте нығыраҡ яратаһың, буғай? – Башыма килгән тәүге уйҙы әйттем.

– Мин балаларҙы ла, тыуған яҡ тәбиғәтен дә берҙәй яратам. Эш унда түгел, – тине ағайым. – Үҙеңә мәғлүм, һуғыш бала-саға уйыны булманы.

Миллион ҡорбандар бирҙек. Үҙенең аяуһыҙлығы менән ул кеше психологияһын ныҡ үҙгәртте. Романтик рухлы, йомшаҡ күңелле кешеләр ҙә унан ҡаты бәғерлегә әйләнеп ҡайтты. Ә бәғере ҡатҡан кеше сәскә үҫтерә алмай. Ундай кешегә был эште көсләп ҡушыу ҙа яҙыҡ булыр ине.

– Һинеңсә, һуғышта ҡатнашҡан кеше тәрбиәсе була алмаймы инде?

– Мин улай тип әйтмәнем. Фронттың да төрлө урындары булды. Унда ла төрлө кеше үҙен төрлөсә тотто. Ә кем һуғыштың уртаһында булып, ысын мәғәнәһендә «ит турағыс» аша үткән, унан һәйбәт тәрбиәсе сығыуы икеле. Уның уҡыусылары йә үтә ҡаты бәғерле, йә аумаҡай, ҡушҡанды ғына үтәп йөрөүсе кеше буласаҡ.

Ағайымдың был ҡәтғи һығымтаһы менән ул ваҡытта мин килешә алмағайным. Әммә тормош һәр нәмәгә үҙенең төҙәтмәһен индерә. Ағайымдың артабанғы яҙмышында бер-бер артлы ҡабатланған ваҡиғалар сылбыры мине лә уйланырға мәжбүр итте. Урман техникумын тамамлағас, ағайымды эше буйынса үрләттеләр. Хәҙер уның тирәһендә оло түрәләр өйөрөлдө. Кемгә ағас, кемгә бура кәрәк. Һуңғы йылдарҙа урман йәнлектәре менән ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа бермә-бер артты. Уларҙы өйрәнеү, ишәйтеү йүнәлешендә түгел, ә уларға һунар итеү, атыу, үлтереү йүнәлешендә. Бигерәк тә һуғыштан һуң үҫеп еткән йәш етәкселәр әүәҫ булып сыҡты «урман ите»нә. Урман йәнлектәрен ҡырағайҙарса ҡыра башланылар. Ағайым уларға ҡаршы тороп ҡараны.

Бер көн шулай ҡаланан килгән түрә, ағайымдың ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, балалы мышыны ата. Сабыйы инәһе эргәһенән китмәй, хәсрәт һунарсыларҙы ла яҡын ебәрмәй. Шул саҡ йәнә мылтыҡ шартлай. Мышы быҙауы ла инәһе өҫтөнә ауа. Ошо вәхшилекте күреп торған ағайымда партизан ҡаны уяна: ҡушкөбәген алып, браконьерға сәпәй... Уны яралай... Ағайымды өс йылға хөкөм иттеләр, өс йыл урынына биш йыл йөрөп ҡайтты. Унда ла урман һаҡлаған икән дә «чиновничий произвол»ға ҡаршы сығып, тағы йылдар өҫтәткән икән. Ҡартайып, һаулығын тамам юғалтып ҡайтты ул. Шулай ҙа өйҙә сыҙап ята алмай, колхоз яландарын ҡараусы булып эшкә сыҡты. Бер уйлаһаң, пәләүәт (полевод) эшенән дә тыныс эш юҡ һымаҡ. Атыңа ултыр ҙа ялан ҡара. Баҫыуҙа мал йөрөһә, ҡыу. Улай түгел икән шул. Һәр нәмәлә үҙенең ҡатнашлығы барлығын тойған, һәр нәмәне үҙенекеләй күңеленә яҡын алған кеше башына бәләне лә тиҙ таба.

Бер мәл беҙҙең хужаларға ла ер етмәй башланы бит. Тал-ҡыуаҡтарҙы ышыртып, йылға, күл буйҙарын, туғайҙарҙы һөрә башланылар. Тәбиғәткә ҡарата эшләнгән был ғәҙелһеҙлекте күреп, Сәхи ағайымда йәнә партизан ҡаны уяна. Туғай һөрөргә ебәрелгән тракторҙарға ҡаршы төшә. Шунда бер тракторсы, эскән сағы булғандырмы, ағайымды бәрҙереп үтә... Түше тулы орден, миҙаллы кителен кейҙереп ерләнек ағайымды. Партизан Сәхи, пулеметсы Сәхи йәшәп өлгөрҙөмө, юҡмы – күрәһен күреп китте. Иренең вафатынан оҙаҡ та ҡалмай Дуся еңгәм дә фани донъя менән хушлашып, ағайым эргәһенә гүргә ятты».

... Хәй ағай миңә ошоларҙы һөйләгәйне. Ағай иҫән сағында уның хәтирәләрен донъяға сығара алмауым бик йәл, әлбиттә.

Түләк ҒИРФАНОВ.

Читайте нас