Бөтә яңылыҡтар

Берҙән-бер бәхетемде күпһендеңме, яҙмыш? (хикәйә)

Берҙән-бер балаһының аяныслы үлеменән һуң ауыр ҡайғыға тарыған әсә йөрәге бер минутта әллә нисә төрлө халәткә инә: берсә үкһеп илай, берсә сабыр булырға тырыша, берсә улының ожмах ҡошона эләгеүен теләп, доға ҡыла...

Берҙән-бер бәхетемде күпһендеңме, яҙмыш? (хикәйә)
Берҙән-бер бәхетемде күпһендеңме, яҙмыш? (хикәйә)

Ә ҡайһы саҡта уның иҫән саҡтағы шаянлыҡтарын, йор һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, йылмайып ҡуя ла, бер нисә секундтан кире ҡайтмаҫ ергә киткәнен иҫләп, тағы илап ебәрә.

Дилә апайҙың йыйырсыҡлы биттәре буйлап күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Уның иңендәге хәсрәттең, йөрәгендәге яраның тәрәнлеген башҡалар тулы ҡеүәттә аңлай алмағандыр ҙа. Ни тиһәң дә, киләсәккә өмөтө, таянысы, йыуанысы булыр тип үҫтергән улын – Илүсте юғалтты бит. Ел-ямғыр тейҙермәҫкә, мохтажлыҡ күрһәтмәҫкә тырышып, күңел баҫҡан берҙән-бере.

– Ҡаты ауырыу менән яфаланып, табиптар, өмөт юҡ, тип ҡайтарған осраҡ булһа ла йәнем әсемәҫ ине. Бик булмаһа, күңеле төшөп, донъянан ваз кисеп йөрөгәнен күрһәм дә ул тиклем ауыр булмаҫ ине. Ә бит балаҡайым йылмайып-көлөп: “Әсәй, көн эҫеһендә йылға буйында ял итеп ҡайтайыҡ та, бер аҙ һүрелгәс, картуфты утап бөтөрбөҙ”, – тип кенә сығып китте. Һыуға батырын белһәм, юлына арҡыры ятыр, һис ебәрмәҫ инем. Ә мин, алйот, асығып китһәгеҙ ашарһығыҙ, тип бешереп торған бәлештәрҙе төрөп, һыуытҡыстан ҡымыҙ алып бирҙем, – тип үкһей-үкһей һуңғы күрешеүҙәрен һөйләй Дилә апай.

Ул бала саҡтан яратып йөрөгән егеткә кейәүгә сығып, берҙән-бер балаһын мөхәббәттән таба. Әммә үткән быуаттың аҙағындағы ауырлыҡтарға түҙмәй, Илфат ағай эскелек һаҙлығына батҡан. Көндән- көн кешелек сифатын юғалта барған иренән үҙен, улын йәберләтмәҫ өсөн Дилә апай һигеҙ йылдан айырылып ҡайтты. Шунан бирле күрше йәшәнек, ул – әсәйем, мин Илүс менән дуҫ булдыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беренсе мөхәббәтем ине – аҡыллы, эшсән һәм матур егет. Тик ул ғына хистәремде белмәне һәм дуҫ күреп, оҡшатҡан, ғашиҡ булған, иғтибарын яулаған һәр ҡыҙ тураһында иң тәүҙә миңә һөйләй торғайны. Көлә-көлә тыңлаған, кәңәштәр биргән булам да, төнө буйы илап сығам. Серемде бер туған ағайымдан башҡа бер кем дә һиҙмәне.

– Һәр ҡыҙға күҙ уйнатып йөрөгән шул әҙәм өсөн күҙ йәшеңде әрәм итмә әле. Асыуҙы килтерһәң, әпәй шүрлегенә менеп төшәм. Йәки танауын ҡыйшайта һуғырмын да, тәтәй егет булып йөрөүҙән туҡтар, ниһайәт, – тип һөйләнеп тә алғыланы.

Әрме хеҙмәтенән ҡайтышлай уҡ Илүс Өфөлә эшкә урынлашты. Шунан һуң беҙгә артыҡ аралашырға тура килмәне. Тәүге осорҙа телефон аша аралаштыҡ ул. Аҙаҡ икебеҙҙе лә донъя мәшәҡәте баҫты. Ауылға ҡайтҡанда һирәкләп осраштыҡ, тик элеккесә серҙәр берекмәне. Социаль селтәргә теркәлгәс, ара-тирә: “Сәләм. Хәлдәр нисек? Берәй осрашып, һөйләшеп ултырырға ине...” – тип дежур һүҙҙәр яҙышыуҙан уҙманыҡ. Дуҫлыҡты дауам итергә, аралашыуҙы яңыртырға беребеҙ ҙә тәүге аҙымды эшләмәне. Бәлки, ул минең мөхәббәт хистәрен һиҙемләп, яуап бирә алмағанына уңайһыҙланғандыр. Ә мин үҫмерлек ҡоронан сығып, бер аҙ үткәс, Илүстең ысын булмышын күреп, алһыу күҙлектәр ватылды. Элекке хистәрҙән бер нәмә лә ҡалмағайны, әммә күңелдә шул саҡтағы ҡылыҡтарым, күҙ йәштәрем өсөн уңайһыҙланыу, үкенеү хистәре генә ине.

Юҡ, ул насар егет булманы. Бары тик ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһенә лә (йәшенә, милләтенә, тәртибенә, хатта ғаиләһе бармы-юҡмы икәненә ҡарамайынса) битараф ҡала алманы. Сәскәнән сәскәгә ҡунған күбәләк кеүек йөрөп, 40-ҡа яҡынлағайны инде. Ике тапҡыр өйләнеп ҡараны (беҙ белгәне генә, ә ысынбарлыҡта күпме булғанын үҙе генә белгәндер), тик ғаилә тормошо оҙаҡҡа барманы. Әйтеүҙәренсә, ҡатындары уның туҡтауһыҙ ситкә йөрөүенә түҙмәгән.

Балалыҡ дуҫымдың вафаты мәлендә ауылда түгел инем. Был фажиғәнән һуң 3 – 4 аҙна үткәс кенә тыуған яҡтарға юл төштө. Ваҡыт дауа, тиһәләр ҙә, Дилә апайҙың ҡайғыһы ғүмер буйына йөрәген әрнетеп торасаҡ. Һәр көнө берҙән-бер балаһын һағынып башланасаҡ та, уның тураһындағы уйҙар, хәтирәләр менән йоҡоға таласаҡ. Күҙҙәрендә йәштәр кипһә лә, күңел түрендәге хәсрәт кәмемәҫ.

Ғәҙәттә, кеше менән ниндәй генә хәл булмаһын, имеш-мимештәр барлыҡҡа килә. Шуға ла тәүҙә Илүстең үлеме тураһында һөйләгәндәргә ҡолаҡ һалманым. Әммә һүҙ көндән-көн ҡуйырып, бер аҙ артып, класташтар чатына килеп ингәс, аптырашҡа ҡалдым, асыҡлыҡ индерергә була һораша башланым.

“Илүстең һыуҙа батып түгел, ә туҡмалып үлеүе ысынмы икән?” – Мәскәүҙә эшләп йөрөгән Ҡәҙриә шулай тип яҙғас, ауылда йәшәүсе Илшат шаяртыуға бороп маташты: “Күрше хәлен аша ауылдан бел, тигәндәй, ауыл хәлдәрен Мәскәү аша белешәбеҙ инде. Кремль һөйләйме? Тимәк, ысындыр...” Тик Ҡәҙриәлә шаяртыу ҡайғыһы юҡ ине: “Хәҙер бөтә хәбәр интернетта йөрөй. Ана, “Подслушано” төркөмөндә берәү аноним итеп яҙған. Ысын булһа, бигерәк йәл.” “Ә нимә тип яҙғандар һуң?”

– Ауылға бер ҡатыны менән ҡайтҡан булған. Һыу буйына төшкәс,  ял итеп ятҡан турист ҡыҙ менән танышҡан. Үҙ ҡатынын дуҫы менән ҡалдырып, яңы танышы менән туғай буйына инеп киткән. Аҙаҡ ҡайҙандыр тегеһенең егете килеп сыҡҡан да, һуғышҡандар, талашҡандар. 15 минуттан, Илүсте батты, тип яр һалғандар.

Артабан хәбәр Илүстең кемдәргә ғашиҡ булып йөрөүе, ҡасан кемде киске уйындан оҙатыуы тураһында дауам итте. Ғәйбәт булһа ла, күңелгә шом инеп ултырғайны. Киске ашҡа ултырғас, әсәй менән ағайымдан булған хәлде һорашырға булдым.

– Илүс үлер алдынан ҡатынын алып ҡайтҡайнымы ни? Бөгөн ҡыҙҙар чатта шулай тип яҙҙы.

– Эйе, һуңғы арала Рәмзиә исемле бергә эшләгән ҡатын менән ҡайтып йөрөй ине. Хәйер, уның яңғыҙ ҡайтҡан сағы һирәк булды, шуға иғтибар ҙа итмәнек. “Киленме әллә?” – тип һорағас, “Юҡ, картуф уташырға ярҙамға алып ҡайттым”, – тип көлдө. Ҡуй инде, идеаль кеше булмай, тигәндәре дөрөҫ инде. Һыу һөлөгө кеүек егет булды: эшкә шәп, эсмәй, ярҙамсыл, мөләйем...

– Хатта! Уйнаш һәм алдаҡсы икәнен әйтергә онотма! – ағайым әсәйҙе ярты һүҙҙә өҙҙө. – Ә алйот бисәләр шундайҙарға балға эйәләгән һағыҙаҡ кеүек йәбешергә генә тора. Тапҡандар бит ҡыҙығырлыҡ ир!

– Һинең кеүек етди, йөрөмтәл булмаған егеттәр ҡыҙҙарға һүҙ ҡушырға ла оялып яңғыҙ йәшәп ятҡас, әлбиттә, шундайҙарға ҡарайҙар. 43 йәш тулды, өйләнергә уйламайһың да!

Был һөйләшеү ҙә килеп сыҡманы: әсәйем яратҡан темаһына – ағайымдың яңғыҙлығына барып төртөлдө. Хәҙер ул һәр өйҙәге яңғыҙ ҡатындарҙы барлап, димләп бөтмәйенсә туҡтамаясаҡ. Ә мин Кәрим ағайымдың ниңә һаман яңғыҙ йөрөүен дә, Илүсте яратмауын да һиҙемләйем. Дүрт йыл буйы дуҫлашып, әрме хеҙмәтенән көтөп алған һөйгәне бер осор күрше егеткә әүрәп киткәйне. Тегенеһе уйнаны ла ташланы. Ә ысын күңелдән яратҡан ағайымдың йөрәгендә уңалмаҫ яра ҡалды. Хаталаныуын аңлаған ҡыҙ аҙаҡ ғәфү үтенеп, әллә күпме хат яҙһа ла, файҙа булманы. Әллә уны онота алмауҙан, әллә, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙарға ышанысын юғалтыуҙанмы, ағайым һаман яңғыҙ.

Киске эштәр тамамланғас, баҡсалағы урындыҡҡа сығып ултырҙым да йондоҙҙар емелдәй башлаған күккә текәлдем. Хәҙер битараф булһам да, балалыҡ хистәремә эйә булған дуҫымдың үлеме үкенесле ине, барыбер. Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Эх-х, Илүүс, Илүс...” – тип ҡуйҙым.

– Уйланым инде, шуның өсөн йәш түгергә   кейәүҙе өйҙә ҡалдырып ҡайтҡанһың, тип, – ағайымдың тауышына тертләп ҡуйҙым.

– Кит әле, бушты һөйләмә. Һаман уны яратһам, бөтөнләй кейәүгә сыҡмаҫ инем. Күптән онотолдо...

– Ә ниңә бөгөн уның тураһында һорашып ултыра инең?

– Ғәйбәт ишеткәс, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белгем килде.

– Башыңды ҡатырма, буш хәбәр ул. Ысынлап һыуға батҡан. Кеше аңды-тоңдо ҡарап тормай һөйләй бирә бит инде. Ысынлап та, йылға буйында бер ҡыҙ менән танышып, ҡосаҡлашып торғанда егете килеп сығып һуғышҡандар. Аҙаҡ үҙенең ҡатыны менән дә әрләшкән. Уныһы ла инде, ниндәй икәнен белә тороп, эйәреп йөрөүен әйтер инем. Ир бөткәндәй булып!

– Хәбәреңдән тайпылма, аҙағын һөйлә...

– Шул, әрләшкәндәр. Аҙаҡ һыуға сумған да сыҡмаған. Биш минуттай ваҡыт үткәс, ҡатыны менән дуҫы яр һала башлаған. Кешеләр йыйылып киткән, эҙләгәндәр. Аҙаҡ райондан килгән водолаздар мәйетен һыу ингән урындан ике саҡрым алыҫлыҡта тапты. Кешегә ни етә ҡалды, йәнәһе, һуғышҡан егет уны батырып, кәүҙәһен икенсе яҡҡа алып барып ташлаған. Аңлатып торалар: йылға ағымы мәйетте ағыҙып алып китә тип. Юҡ, бер телгә индеме, хәбәрҙе тыйып булмай. Йәшләй үлеүе йәл... Тик кемделер ғәйепләргә маташыу ахмаҡлыҡ булыр.

Үҙ уйҙарыбыҙға бирелеп бер аҙ ултырҙыҡ та йоҡлар өсөн өйгә йүнәлдек. Ә иртәгәһенә хәл белергә ингәндә Дилә апай тағы ла күҙ йәштәре түгә ине:

– Балаҡайымдың йәне ҡайҙарҙа икән? Һыу төбөндә, тиһәләр, уның менән осрашыу өсөн ике лә уйлап тормай шул йылғаға үҙем төшөп үлер инем. Ҡағып-һуғып йөрөтә торғас, яҙмышым берҙән-бер бәхет бүләк иткәйне. Уныһын да күпһендеме, ҡабат тартып алды...

Әҙәм өсөн кеше үлеме лә, тыуымы ла ғәйбәт, имеш-мимештәргә үрелеп барһа, ҡыҙыҡлы. Һәр ерҙән һүҙ, насарлыҡ эҙләй. Бары тик иң яҡындарға ғына ғәзиз кешеһен юғалтыу оло ҡайғыға әүерелә. Илүс беҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙға битараф булмаған елғыуар булһа, әсәһе өсөн иң-иң ҡәҙерле кеше бит. Кисә чаттағы хәбәргә ышаныуым, ғәйбәтте юллауым өсөн оят ине. Ғәфү үтенергә теләнем... Тик кемдән? Илүс өсөн был донъялағы һүҙҙәр барыберҙер инде. Ә Дилә апай үҙ балаһын ниндәй булһа ла яратты һәм яратасаҡ.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: