Бөтә яңылыҡтар

Гөлбаныу

Шуны ғына көткәндәй, эшкүрем иртәнге ел ҡамыш, ағас, ҡыуаҡтарҙың сәстәрен тарап уҙа, күлдең тулҡынын сайпылтып, ялбырбаш талдарҙың тыңлауһыҙ толомдарын сайҡай, һыу төбөнән ҡалҡып, көндө һағыныуын йәшермәй, йәш аралаш көлөп торған ап-аҡ томбойоҡтарҙың йәшен һөртә. Төнө буйы ғашиҡтарҙы иләҫләндереп, әҙәм балаларының күңелен яҡты нурға ҡойондороп моңландырыусы һандуғастар, яңы көнгә һөйөнөп, телһеҙ ҡала...

Гөлбаныу
Гөлбаныу

Гөлбаныу

Повесть

I

Тигеҙ йәшеллек уртаһындағы оҙон күлде Ологүл тип йөрөтәләр. Ҡуйы толомдарын һыуға һалындырған муйыл, талдар, әҙ генә елгә лә ҡушылып йырларға торған шиҡандаҡ ҡамыштар уратҡан был күлдән тыш, Дим туғайында эреле-ваҡлы күлдәр һәттәй үк: Шымакүл, Уҫаҡлыкүл, Алтынкүл, Ярсүгермәк, Түңәрәккүл... Әммә иң дәүе, иң күрмәлеклеһе – Ологүл. Ике башы менән дә әҙ генә Димгә етмәй туҡтаған ул, һәм күренеше менән һис кенә лә күлгә оҡшамаған. Ҡарттар һөйләүенсә, ҡасандыр Дим ошонан аҡҡан. Йылдар үтеү менән йылға үҙенә яңы юл алған, иҫке үҙәк Димдән айырылған һәм «үле йылға» булып ҡалған. Ошо үле йылға яҙ һайын терелә лә үҙенең ҡасандыр ысын йылға булыуын иҫенә төшөрә: юлын быуып ятҡан ҡоршауҙарҙы емереп, тышауҙан арынған йәш тай шикелле сабырһыҙланып, ҙур һыуға табан уҡтала. Туғайлыҡтарҙағы ваҡ-ваҡ күлдәр, ҡар һыуҙары ағып төшөп, ярҙары мөлдөрәмә тулғас, йәндәй күргән туғандарына ашыҡҡандай, уға табан атлыға. Аҫау айғырҙай ҡотороноп, Дим дә ярҙарынан ташып сыҡҡас, киң туғайҙар, болондар урынында ажарлы бер даръя барлыҡҡа килә. Өйөрөлөп-өйөрөлөп, ярһып, хатта ҡайһы саҡ яһилланып аҡҡан был ҙур һыуға һоҡланып та, бер аҙ һағайып та баға кешеләр. Тик берәү ҙә зарланмай: тәбиғәттең сая был ҡылығы үҙ һәм яҡын башҡорт балаһына. Шуға күрә лә күрше ауылдарға йомоштары төшһә, эһ тә итмәй, кәмәгә ултырып сығып китәләр. «Аллаға шөкөр, таҙара күлебеҙ, балыҡҡа байый», – тип һөйөнөп туя алмайҙар.

Күп урындарынан шишмәләр сығып ятҡанға ла, тәмле, йомшаҡ һыулы, тәрән ул Ологүл. Күлдәр ауылын, көтөү-көтөү малдарын һуғара. Төбө ваҡ таш, ҡомдан торғанға, һис ҡасан болғанмай, бысранмай. Унда йыл әйләнәһенә балыҡ тоталар, өҫтәүенә, йәйҙәрен ул аҡсарлаҡтарҙың, өйрәк-ҡаҙҙарҙың да тамағын туйҙыра, текә ярҙарында ҡара ҡарлуғастарға ла төйәк бирә.

Йәй башындағы иртәләрҙә айырыуса һөйкөмлө был күл. Йәнтеүәл тауы артынан йылмайып килеп сыҡҡан ҡояш: «Наҙланып ятма, тор», – тигәндәй, ипләп кенә күл өҫтөндәге ебәк сымылдыҡты тартып ала. Шуны ғына көткәндәй, эшкүрем иртәнге ел ҡамыш, ағас, ҡыуаҡтарҙың сәстәрен тарап уҙа, күлдең тулҡынын сайпылтып, ялбырбаш талдарҙың тыңлауһыҙ толомдарын сайҡай, һыу төбөнән ҡалҡып, көндө һағыныуын йәшермәй, йәш аралаш көлөп торған ап-аҡ томбойоҡтарҙың йәшен һөртә. Төнө буйы ғашиҡтарҙы иләҫләндереп, әҙәм балаларының күңелен яҡты нурға ҡойондороп моңландырыусы һандуғастар, яңы көнгә һөйөнөп, телһеҙ ҡала...

Күлдәр ауылы һыу буйлап ике саҡрымға һуҙылған. Тирә-яғында ҡалын урмандар булмаһа ла, бай, күркәм, данлыҡлы ауыл. Ул ҙур өс урамдан тора. Тимер һәм таҡта менән ябылған бейек өйҙәр, буялған ҡоймалар, йәмле баҡсалар, таш амбарҙар, ҡушарлап-ҡушарлап һалынған аҡ келәттәр ауылдың байлығы, тормоштарының муллығы хаҡында һөйләй. Оло урамдың урта тошондағы йәшелгә буялған ике мәсет – ауылдың иң ҙур күрке. Уның алтынланған айҙары төндәрен дә әллә ҡайҙарҙан уҡ ялтлап күренә.

Ауылдың көнбайышыңда – йыраҡҡа, әллә ҡайҙарға һуҙылып киткән далалар. Унда өйөр-өйөр йылҡылар, меңәрләгән ҡуйҙар, туҡ, һимеҙ һыйырҙар сәхрәлә кинәнеп йөрөй.

Көнсығышта, Ологүл менән Дим араһында, ҡамышлы, бөҙрә таллы түңәрәк күлдәр һибелгән. Ҙур зәңгәр күҙҙәргә оҡшаш был күлдәрҙә ҡаҙ-өйрәктәр, аҡҡоштар ҡара көҙгәсә рәхәт ғүмер кисерә. Туғайҙа турғай башы ҙурлығындағы еләктәр бешә, өйөрмә талдарының эсенә барып инһәң, һутлы ҡара бөрлөгәндәр томрап ултыра, һыу тартымында суҡ-суҡ булып үҫкән ҡарағаттары, муйыл, баландары «мине йый» тип юлыңды бүлә. Күҙҙең яуын алып торған сәскәләргә күмелеп ятһаң, Ер-әсәнең һаҡ ҡына тауышын да тояһың: «Балам, йәмле донъяның ҡәҙерен белеп, изгелеген күреп, үҙең дә изгелек ҡылып, ҡыуанып йәшә», – тип әйтә һымаҡ ул.

Йәй урталары. Көн кисәүләп бара. Ҡояш инде һүрелгән, һауа талғын ғына булып ҡалған. Уҫаҡлыкүл өҫтөндә кәмәлә халыҡ геүләй:

– Уратығыҙ, урат шул яҡлап!

– Ҡайҙа китте һуң Аҙнабайҙар – көслөрәк йәштәр?

– Улар тегендә – Ҡарауыл ауыҙында...

– Олатай, ҡара әле, бер ҙур балыҡ күренеп ҡалды, әллә һыу инәһеме икән? Ана, сумды!

– Балыҡтарҙың батшаһы эләккәндер, улым.

– Олатай, һыу инәһе балыҡ батшаһынан да көслөрәк буламы?

– Бөтәһенән дә көслөрәк була. Ул маңҡа танаулы ҡара малайҙарҙы ярата, сыҡҡан көйгә эләктереп ҡуймаһын тағы.

– Йылымға уралған булһа ламы? Ул минең арттан етә алмаҫ, Һаратты менеп ҡасырмын.

– Кинйәғол ағай, ике боттар самаһы булыр, елле бит, әй!

– Булыр, ни тикле тулай, йылымдың аҫтын-өҫкә килтерә!

Ир-ат, йылымды һөҙәк ярға һөйрәп сығарғас, балыҡтарҙың төрө, уҫаллыҡтары хаҡында ишеткән-күргәндәрен һөйләй-һөйләй, эләккән табышты сүпләп ала башланылар. Балыҡ, ысынлап та, күп һәм төрлө ине: бәләкәй ауыҙлы, һары тәңкәле яҫы табан балыҡтар, йәшкелт һыртлы, түңәрәк ҡанатлы ҡарабалыҡтар, йыртҡыс суртандар, көмөш төҫөндәге йыуаш сабаҡтар, йәшкелт-ала тәнле, сәнскеле алабуғалар, ҡурҡаҡ ҡыҙылғанаттар – бөтәһе лә бар. Шулар араһында киң ялпаҡ ауыҙлы, шыма тәнле тәкәббер йәйен, йыртҡысланып, мыйыҡтарын һикертә, ҡойроғо менән бәргеләнә. Балыҡсылар, балыҡтарҙы йылдам сәнсеп, йүкә тоҡтарға тултыралар, үҙҙәренә оҡшағандарын бер яҡҡа – бешерергә алып ҡуялар. Ете йәштәрҙәге, көнгә янған түңәрәк йөҙлө йыуантыҡ Аҙнағол, ҡыҙыл ыштанының балаҡтарын теҙҙән юғары ҡайтарып, улар араһында өйөрмә һымаҡ бөтөрөлә, серәкәй тешләгән ерҙәрен тырнай-тырнай:

– Һыу инәһе төшөп ҡастымы ни, йылымды йыртҡанмы әллә? – тип бөтәһенән дә һораша, ләкин уға берәү ҙә рәтле яуап бирмәй. Ҙур аҡ һаҡаллы, ҡыҙыл ыштан, аҡ күлдәк кейеп, биленә киндер алъяпҡыс бәйләгән олатаһы Кинйәғол, йәмшәйгән кейеҙ эшләпәһен елкәһенәрәк этәреп, бойороҡтар биреп йөрөй. Шундай уҡ алъяпҡыслы ир-ат уның ҡушҡанын ашығып үтәй.

– Йәмәғәт, ҡайһығыҙ балыҡтарҙы алып ҡайта?

– Миңлеғол инде, уның ҡар баҙы ла ҙур, – тине Аҙнабай.

– Бөтә мәшәҡәт Миңлеғолға, – тип йөҙөн сирылтты тегеһе.

– Эш бөтәбеҙгә лә етә, улым, – Кинйәғол, егетте тынысландырып, ҡулын уның елкәһенә һалды. – Хәҙер бөтәһен дә килешәбеҙ. Һин алып ҡайт та ҡар баҙыңа урынлаштыр. Иртәгә билдәләнгән кешеләр килеп алыр ҙа баҙарҙа һатырҙар. Ә теге һыу тәкәһен үҙ-ара бүлешербеҙ, һимеҙ ул, һурпаһы арыу булмаҡсы...

Һикерҙем ситәндәрендә,

Йүгерҙем, етә алманым.

Ни булды икән был телемә:

«Һау бул», тип әйтә алманым.

Һыу аръяғынан килгән йырға ҡарттар әһәмиәт бирмәһәләр ҙә, йәштәрҙең ҡолағы ҡарпайҙы: эшләпәләрен күтәрә биреп, еләктән ҡайтыусы ҡыҙҙарҙы күҙләп, шымып ҡалдылар. Аҙнабай әллә ҡайҙан уҡ оҙон ҡара толомло, зифа буйлы Гөлбаныуҙы таныны. Йәнкиҫәге бөгөн уға айырыуса һөймәләкле, айырыуса яҡын. Итәкләп тегелгән ситса күлдәге лә, ситеге лә матурлығын арттырып, үҙенә килешеп тора тағы, тауышы ла моңло. Егет бирелеп тыңланы, йырҙың бар ялҡынын, бар моңон йөрәгендә кисерҙе. Һөйгәне уның өсөн генә йырлай һымаҡ тойолдо уға.

«Йырлай, Гөлбаныу йырлай. Шул, үҙе», – тип уйланы Аҙнабай, арғы яҡтан күҙен ала алмайынса. Оҙаҡламай ҡыҙҙар һөрәнләй ҙә башланы:

– Кинйәғол бабай!

– Олатай! Беҙҙе сығып алығыҙ!

– Ҡара һин шилмаларҙы, уйна, Хөснулла, ҡурайыңды! – тине ҡарт. – Буштан- бушҡа кәмә ҡыуып булмаҫ.

Хөснулла – ауылда ғына түгел, тирә-яҡта данлыҡлы ҡурайсы – инәлтеп торманы. Еҙ ҡурайын алды ла өҙҙөрөп бейеү көйөн уйнап ебәрҙе.

Ҡыҙҙар хәлгә тиҙ төшөндө: һауыттарын сиҙәмгә ҡуйып, көлә-көлә тыпырҙап бейергә керештеләр. Өс-дүрт кәмә бер юлы аръяҡҡа йүнәлде. Ҡурай һаман уйнаны, ҡыҙҙар, осҡон сәсрәтеп, йәшел сиҙәмдә йәнле сәскә булып әйләнде. Кәмәләр ҡомло ярға килеп төртөлгәс, Гөлбаныу, күнәген алып, Аҙнабай янына һикереп менеп ултырҙы, ике әхирәте лә уға эйәрҙе. Егет юрый кәмәне ҡыйығайтҡайны, ҡыҙҙар «Сый-й-й!» итеп ҡалды, Гөлбаныу, йығылыуҙан ҡурҡып, Аҙнабайҙың беләгенә сат йәбеште. Тегеһе, шау-шыуҙан файҙаланып, ҡыҙҙы биленән алды, үҙенә табаныраҡ тартты: «Ҡурҡма», – тигән булды. Был хәл йәшен тиҙлеге менән булғанға, бер кем һиҙмәне, шулай ҙа оялыуҙан, тулҡынланыуҙан ҡыҙҙың яңаҡтарына ут ҡапты. Ул, һиҙҙермәҫ өсөн, башын эйҙе, ҡулын һыуға тығып, тулҡындар менән шаярғандай итеп барҙы. Аҙнабай, уны тынысландырыу өсөн, башҡалар менән шаярҙы, ҡыҙыҡ һүҙҙәр әйтеп көлдөрҙө, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә йәнекәйен күҙәтте: «Асыуланмаһа ярар ине...» Гөлбаныуҙың асыуланырға уйында ла юҡ ине, ул үҙҙәре менән йәнәшәләге кәмәләгеләргә һыу сәсрәтергә кереште. Тегеләре лә яуапһыҙ ҡалманы – китте ике арала сәмле алыш. Күҙҙәре осҡонланып янған, күлдәге һомғол тәненә һылашҡан, ҡалын толомдарынан тамсылар тамып торған йәнкиҫәген ҡосаҡлап алыуҙан саҡ тыйылды егет. Ошо һоҡланғыс минуттарҙы оҙағыраҡ һуҙырға тырышты: һынсыл ҡарттар күҙенән ҡасып, кәмәне өйөрмә талдың һул яғына сығарҙы. Лысма һыу булған йәштәрҙең юрамал әрепләшеүе, ғауғалашыуы араһында, ваҡыт табып, бер нисә һүҙ әйтә алды:

– Бөгөн сығырға тырыш.

Ҡыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалманы: ең эсенән бөтәрләнеп бөткән хат киҫәген алып төрттө лә, мәғәнәле йылмайып, әхирәттәренә ҡушылды. Аҙнабай шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Уғаса булмай, ҡарттар тауыш бирҙе:

– Балалар, килегеҙ беҙҙең менән балыҡ ашарға!

– Рәхмәт хөрмәтегеҙгә, кис була!

– Үҙегеҙгә рәхмәт, күңелде астығыҙ!

Аҙнабай эшләпәһен тултырып еләк йыйып алды, ҡыҙҙарҙы уйын һүҙҙәр һөйләп көлдөрөп, тыҡрыҡҡа ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙы, аҙаҡ ҡулын яндырып барған хатты уҡымай түҙмәне.

– Һе, ҡыҙҙар күҙләп, балыҡтар иҙелеп бөткән, – тип кет-кет көлөп ҡаршы алды уны Хөснулла ҡарт. – Күңел, бисараҡайың, ҡартаймай шул. – Көлөшә-көлөшә күнәкте усаҡтан алдылар ҙа, түңәрәкләп ултырып, һурпа эсергә, балыҡ ашарға керештеләр. Кәйефе күтәрелгән Аҙнабай:

– Ялан ашы иллә тәмле була икән, Кинйәғол бабай, – тине.

– Әйтерең бармы! – Ҡарт һүҙ ҡушҡан егеткә шикләнеңкерәп күҙ һалды. Аҙнабай алдан уҡ быға әҙер ине: ҡыҙарманы, ҡаушаманы, ҙур ҡабып ашауында булды. Кинйәғол уның көнгә янған, эшсәнлек бөркөлөп торған тығыҙ, таҙа беләктәренә, киң күкрәгенә күҙ төшөрөп, эстән генә: «Малай яҡшы, – тип ҡуйҙы, шунда уҡ Гөлбаныуҙы һоратыуын, үҙенең ризалыҡ бирмәүен иҫләп, шөбһәләнде: – Бөгөн Гөлбаныуҙан күҙ яҙлыҡтырмайһы булған икән дә, был нәмә ҡыҙҙың башын әйләндеререргә лә күп һорамаҫ. Заһиҙулла хәҙрәт менән ҡоҙалыҡты емереп ҡуймаһындар, танауына еҫ кергәнсе оҙатырға кәрәк. Ҡарсыҡ ауырыу, килен йомшаҡ».

Ҡарт өндәшмәҫ, күндәм улын иҫәпкә лә алманы. Ҡыҙыҡһынып һүҙ башланы:

– Аҙнабай улым, балыҡсы булырға теләйһеңме?

– Юҡ, ағайым урынына ғына килдем, Дурасауға киткәйне.

– Нимә, балыҡ һатамы әллә урыҫтарға?

– Берәүгә мунса бурағайныҡ, шуның хаҡын алырға тейеш.

– Ағайыңдар ҡаршыһындағы бураң да зәһәр. Уныһын да һатаһыңмы?

– Үҙемә өй күтәрергә самалап торам.

– Хуп, бик хуп, – ҡарт балыҡсы шулай тиһә лә, күңеленә йәнә шик төштө, «Туйҙы йәһәтләргә кәрәк» тигән ниәт мейеһендә ныҡлы урын алды.

– Балыҡсы булмайым тиһең инде.

– Йорт эшен эшләргә, мал-тыуар ҡарарға ла кәрәк бит.

– Шулай шул, улым, дөрөҫ, – тине Кинйәғол аталарса. – Балыҡ менән генә мандырмын тимә. Минең олатай мәрхүм бик бай старшина булған. Көтөү-көтөү малының иҫәбен-хисабын йүнләп үҙе лә белмәгән. Улын, йәғни атайымды, өс тапҡыр Ырымбурға кадет корпусы тигән һиммәтле урынға уҡырға алып барып урынлаштырған, ҙур кеше итергә өмөтләнгән, ә атайым гел ҡасып ҡайта ла Дим, Уҫаҡлыкүл, Ологүлдә балыҡ ҡармаҡлап тик йөрөй икән. Көтөү-көтөү малдарҙан нимә ҡалғаны үҙегеҙгә мәғлүм инде. Малды тырышып, ҡәҙерләп ҡараһаң ғына мал ул.

Көнө буйы һыу кисеп, балыҡ аулап асыҡҡан балыҡсылар «Шулай, шулай» тигәндәй баш ҡағып, ашауында булдылар, берәү ҙә ас ҡарынға һүҙ сурытырға теләмәне.

Аҙнабай, бөтәһенән алда туйып, тороп китте. «Осло морондар ҡотороп китте» тип бер ҡосаҡ ҡоро сатыр-сотор йыйып, усаҡҡа ташланы. Сүгәләп, усаҡтағы утындарҙы рәтләштерҙе, үҙе яңы ғына булып үткән ваҡиға, Гөлбаныуҙың хаты хаҡында уйланды. Хат былай ине:

«Аҙнабай!

Мине Төркмән ауылы Заһиҙулла муллаға икенсе ҡатынлыҡҡа бирергә йыйыналар. Олатайымдар риза, ҡалым хаҡында ғына тартыш бара, буғай. Әле асыҡтан-асыҡ әйтмәйҙәр, еңгәм Айһылыу арҡылы ғына белдем. Ысынлап бирергә уйлаһалар, һин әйткәнгә ризамын. Гөлбаныу». «Ниндәй матур, аҡыллы һүҙҙәр», – тип уйланы егет. Йөрәге сығынсы ат шикелле ярһып тибергә кереште. Гөлбаныуҙың һомғол кәүҙәһе, оҙон керпектәре аҫтынан серле йондоҙ һымаҡ балҡыған ҡара күҙҙәре йәнә күҙ алдына килеп баҫты...

Табында әңгәмә ҡуйырып китте: данлы арғымаҡтар, уҫал юлбаҫарҙар, ен-пәрейҙәр – береһе лә ҡалманы. Ен-пәрейҙәр хаҡында иң күп белеүсе – Хөснулла. Ул йөрәккә үтерлек серле, аҡрын тауыш менән һөйләй. Таҡыр башы киске шәфәҡ нурында ялтырай, һирәк кәзә һаҡалы һелкенә, ҡарағусҡыл йөҙө ут яҡтыһында ниндәйҙер селтәр ептән үрелеп яһалған һымаҡ булып тора, ҡара күҙҙәре осҡонланып яна. Тыңлаусыларға ул ҙурая, ҡабара, ябыҡ сандыр ҡарттан ендәр менән көрәшеүсе батырға әйләнә бара һымаҡ. Хәҙер генә күккә күтәрелер ҙә ен- пәрейҙәр иленә ҡарай тауҙар аръяғына осор кеүек. Еҙ ҡурайын бер уйнау менән бөтә шайтандар, хатта ендәр батшаһы үҙе лә ҡалтырап ҡалыр шикелле.

Ауыҙын аса биреп Хөснулла ҡарттың алдына уҡ килеп ултырған Аҙнағол, саҡ иҫен йыйып:

– Ендәр бөтәһе лә көслө буламы? – тип һораны.

– Улар көслө, әммә Хоҙай Тәғәлә кешене мең тапҡыр көслөрәк итеп яралтҡан.

– Һин уларҙы күргәнең бармы, бабай?

– Булмаймы һуң, ер сүбе кеүек осрай улар. Төрлө сүрәткә инә алалар: ҡайһылары эт, бесәй булып күҙгә күренә, кеше рәүешендә лә йөрөй. Минең олатайымдың олатаһының әсәһенең олатаһын ендәр урлаған бит.

– Нисек?

Барыһының да ҡыҙыҡһыныуҙарын күргәс, Хөснулла, кәйефләнеп, ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла һөйләргә кереште:

– Олатайымдың олатаһының әсәһенең олатаһы бик бай булған. Малдары һин дә мин, ә бына көтөүселәре һәр көн юғалып тик торған. Ахыр быға көтөүсе табылмай башлай. Бик күп аҡса биреп, ике кеше яллаған алай ҙа. Яҡшы кейендергән, яҡшы ҡоралландырған: тағы юғалғандар. Аптырағас-алйығас, ҡарт үҙе киткән. Арлы-бирле йыртҡыстан һаҡланыр өсөн тип, кәбән башына менгән дә йоҡламаҫҡа тырышып ултырған. Һиҙмәҫтән ойоп киткән. Бына бер заман дағалы ат тояҡтары тупылдауын, тимер арбалар шылтырауын, һай-һыулап ат ҡыуыуын ишетеп, тороп ҡарайым тиһә, тора алмай, доға уҡыйым тиһә, тауышы сыҡмай – теле әйләнмәй икән. Тегене ендәр сихырлап өлгөргән. Шулай итеп, быны төндә урлағандар ҙа ете урман, ете диңгеҙ аръяғындағы бейек тауҙағы мәмерйәгә алып килгәндәр. Бер ниндәй кеше лә унда бара алмай, ти. Ҡулдарына эләккән әҙәм балаларын ендәр теләһә ни эшләтәләр икән. Ҡайһы ваҡыт, төрлө әшәке нәмәләргә өйрәтеп, кире килтереп тә ҡуйғылайҙар. Унда «бисмилла» тип әйтергә ярамай, бөтә ашамлыҡтар тиҙәккә әйләнә лә ҡуя, ти. Быны төшөнөп алғас, олатайым, Хоҙайҙан ярҙам һорап, белгән доғаларын уҡырға тотонған. Ендәр асыуланалар, өҙгөләргә етешәләр, ә ул, бөтә күңелен һалып, уҡына ла уҡына. Мәлғүндәрҙең барса ашантыһы эшлектән сыға. Аптырағас, тамам йонсоп, үҙҙәре эҙләп алған бәлә ҡамытын кире килтереп ташлайҙар.

– Ә убырҙар ниндәй була?

– Убырҙар улар ут булып мөрйәнән инәләр, табан аҫтынан кешенең эсәктәрен һурып үлтерәләр.

Хөснулла ҡарт, баҙрап ятҡан ҡуҙҙарға текләп, шымып ҡалды. Уның үткер күҙҙәре берәм-һәрәм ҡоро-һарыны ҡомһоҙланып ялмаған ялҡын телдәрендә башҡалар күрмәгән нимәнелер күрә төҫлө ине. Ҡатыны вафатынан һуң яңғыҙы ғына йәшәгән был әҙәмгә ауылда әллә нисә ҡушамат тағылған. Ҡарттың оҫталығына ғашиҡтар – «Ҡурайсы Хөснулла», мал-мөлкәт йыймай, тапҡан-таянғанын йәлләмәй таратҡанға аптыраусылар «Хоҙай бирә Хөснулла», хатта «Ыштанһыҙ Хөснулла» тип ебәрә. Ул, ысынлап та, ҡулындағын, ҡурай моңо кеүек үк, йәлләмәй түгә, аҡыл өйрәтеүселәрҙең ауыҙын бер үк яуап менән яба: «Байлыҡ моңмо әллә? Хоҙай бирә ул». Был һүҙҙәрҙе ул шул ҡәҙәр ышаныс менән әйтә – әллә ниндәй бәйләнсектәрҙең дә өнө тығыла. Хәйер, ауылда уны хәҙер өйрәтергә тырышыусы юҡ, нисек бар – шулай ҡабул итәләр. Хөснулла ҡарттың ҡышҡы оҙон төндәрҙә бәйләгән ау, йылымдарын бөтә ауыл кинәнеп тотона, ҡыйын саҡта уға барып эстәрен бушаталар, һәр бәндәгә уның йылы һүҙе, күңелде йыуатырға ҡурайы әҙер, үҙе лә, ҡайҙа барһа ла, ҡәҙерле ҡунаҡ. Сит-ят яҡтарҙа, йыйын-һабантуйҙарҙа берәйһе Күлдәр ауылынан тигәнде аңламай аңшайып торһа: «Аһ-аһ, ҡурайсы Хөснулланың ауылын белмәҫкә ни!» – тиеүҙәре була, әңгәмәсенең ауыҙы йырыла, бик яҡын танышын осратҡандай, ҡурайсы хаҡында, ауыл хәлдәре хаҡында һораша башлай. Күлдәр халҡы Хөснулла ҡурайсының исемен, үҙҙәренең тыуы һымаҡ, ана шулай алдан йөрөтә. Мир эшенән ҡартты ҡалдырмаҫҡа тырышалар, сөнки унһыҙ байрамдар йәнһеҙ, толҡаһыҙ, китек кеүек. Йылым менән балыҡ һөҙөүгә лә, эшенән бигерәк, күңел өсөн саҡыралар. Яр буйында ҡурай тартып, хәбәрен генә һөйләп ултырһа ла йәм.

Көн һүрелде. Киске шәфәҡ нурҙарынан һирәк аҡ болоттар ялҡынланды, күл өҫтөнә емелдәп торған алтын юлаҡ һуҙылды. Усаҡ та һүнде. Аҙнағол иҫке биҙрә менән һыу килтереп һипкәс, баҙлап ятҡан ҡуҙҙар быҫылдап орошоп алдылар ҙа тынып ҡалдылар. Күңелгә шом һалып, баш өҫтөнән тауыш-тынһыҙ ғына ҡарға тубы осоп үтте.

– Кил, улым, – тип ашыҡтырҙы Кинйәғол усаҡ тирәһендә ыу-арама килгән ейәнен. Аттар егелгән, балыҡсыларҙың һәммәһе арбаларға тейәлешкән. Аҙнағол да йүгереп барып олатаһына һырылды. Малай ниңәлер шыртланы: йә күлдән баяғы һыу инәһе сығыр, йә ен-пәрейҙәр тотоп алыр, йә табанына убырҙар йәбешер кеүек тойолдо.

Йыраҡта, Дим аръяғында, бейек сағылдың ҡыҙғылт таштары емелдәй. Мәсеттең тәҙрәләренә лә алтын ҡабынған. Бисә-сәсә бейә ағыта, өйөр-өйөр йылҡылар ауылдан ситкә, иркен яланға, ашыға. Туҙан болотона ҡойоноп, һыйыр көтөүе ҡайтып килә. Ул болот, көтөү үтеп киткәс тә, шәфәҡ нуры менән аралашып, һауала оҙаҡ ҡына аҫылынып тора. Ауыл өҫтөндә тәмле икмәк, итле һурпа еҫе аңҡый. Көнө буйы һыу инеп, мөлө һөҙөп, балыҡ ҡармаҡлап арыған ҡара йылтыр малайҙар, ҡармаҡ сыбыҡтарын, ыштандарын күтәреп, өйҙәренә ашығалар. Әсәләренән шөрләгәндәре һыулы кейемдәрен ҡомға йәйеп киптереп маташа, улары ҡараңғы төшкәс, ҡасып-боҫоп ҡына ҡайтасаҡтар. Ана бер киленсәк яңы аҡ баҫманан һыу алды ла тар тыҡрыҡҡа инеп юғалды. Аттың, арбаның оҙонайған күләгәләре көлкөлө булып эргәнән үрмәләп бара. Арбала ултырыусылар ҙа салыш-солош күләгәләр бирә. Аҙнағол уларға ҡарап барҙы ла: «Ендәргә оҡшағандар», – тип ҡуйҙы. Ул тынлыҡты яратмай, ә бында ғәжәп тынлыҡ – бөтәһе лә ауыҙҙарына һыу уртлағандай килә. Алдағы арбала күңелле, исмаһам, – ҡурайсы Хөснулла ҡарт ҡыҙып-ҡыҙып һаман ниҙер тылҡый.

– Дим аръяғында ниндәй таштар ята ул, олатай?

– Йорт урындары ул, улым.

– Кемдәрҙең йорто булған һуң унда?

– Анау бейек ярҙы күрәһеңме, боронораҡ беҙҙең ауыл шунда булған. Күркәм ерҙә, ҡалын урман ҡырында, Дим һыуын һыулап йәшәгәндәр. Көньяҡтағы яландарҙа иген иккәндәр, Димдең бирьяғына сығып, бесән эшләгәндәр. Ҡулдағы малдарҙы шул урман тирәһендәге киң яландарҙа туйындырғандар, ҡалған артыҡтарын һимертер өсөн был яҡҡа – хәҙерге беҙҙең ауыл яғына ебәргәндәр. Тормоштары иркен, мал-тыуары күп... Ер-һыу кибеү менән йәйләүгә сыҡҡандар. Килмешәктәр килгәс, рәхәт көндәр бөтә. Ҙур һуғыш була. Халыҡ, тамыр тартҡан үҙ ерен ситтәргә бирмәҫ өсөн, яуға күтәрелә, тик дошман күп һәм ныҡ ҡоралланған була, башҡорттар еңелә. Яу башлыҡтарын язалап үлтерәләр, ауыл халҡын ҡамсы менән һуҡтыралар, өйҙәрен яндыралар, малдарын ҡыуып алып китәләр. Был афәттән һуң халыҡ оҙаҡ мандый алмай, күптәре аслыҡтан ҡырыла...

Анау ҡалҡыулыҡ Таштүбә тип атала. Беҙҙең бабайҙар шунан тороп таш атҡандар. Нисек тип, оҙон еп осона таш бәйләгәндәр ҙә көс менән һелтәп ебәргәндәр. Таш дошман яғына осҡан. «Таш атып ҡына дошманды еңеп булалыр шул?» Аҙнағолға был мәҙәк тойолдо. «Беҙҙең үрьяҡ Сәүкә Батырйән, Бозор Вәлиҙәр менән һуғышҡандағы һымаҡ булған инде», – тип уйлап ҡуйҙы. Һүҙ, һыртҡы урамға сыҡҡас, аҙашып баҡырып йөрөгән һарыҡ бәрәсе тауышы менән бүленде. Йәш бәрән әсе итеп баҡыра ла ҡолаҡ һалып тыңлап тора, үрге остан бер нисә һарыҡ йыуан тауыш менән яуап ҡайтарғас, һикерә-һикерә шул яҡҡа ҡарай елдерә.

Ҡапҡаны йөҙө-торошо менән Кинйәғолға оҡшаған ҡырҡ йәштәр самаһындағы Йомағол – Аҙнағолдоң атаһы – асты. Кинйәғол:

– Улым, аттарҙы туғар инде, икендегә һуңлап барам, иртә ҡайтаһым икән бөгөн, – тип һөйләнә-һөйләнә, еҙ ҡомғанын алып, аҙбар яғына йүнәлде. Аҙнағол, атаһынан тотам ҡалмай, һыу инәһенең йылымға эләгеп нисектер ысҡынып ҡасыуын, аҡайған күҙҙәрен, ялбыр сәстәрен күреп ҡалыуын һөйләне. Уның үҙенең күҙҙәре лә яман аҡайғайны. Йомағол, атты туғарғас:

– Бар, улым, яланға ебәр, оҙаҡ эш менән арыны, ял итһен, – тине.

Гөлбаныу көйәнтәләп һөт айыртып ҡайтты. Ергә соҡоп яһалған усаҡҡа ҙур ҡаҙан ултыртып, ҡайнатырға һалды. Әсәһе, ишек алдындағы йомшаҡ үләнгә сепрәк балаҫ түшәп, аш ултыртты. Ҡарт мәзин аҙан әйтә башланы. Яйлап шау-шыу тынды. Ауыл киске һиллеккә күмелде. Табынға йыйылғас, Аҙнағол:

– Олатай, һин бит күл аръяғындағы таштар хаҡында һөйләп бөтмәнең, – тип иҫенә төшөрҙө.

– Ә-ә,- ҡарт сәй һемерә-һемерә дауам итте: – Ауыл урынында көл-күмер генә ҡала. Беҙҙең бабайҙар унда яңынан ауыл ҡороп маташмайҙар. Уҫаҡлыкүл буйына күсеп киләләр. Һин һораған таштар – шунан ҡалған нигеҙ таштары. Унда йәмле булһа ла, ташҡындарҙа һыу баҫа. Аптырағас, ошо Ологүл буйына күсенәләр. Бында килеп ултырғас та, ҡанлы яуҙар һанһыҙ була. Ауыл күп мәртәбәләр үртәлһә лә, күсмәйҙәр. Күсеп тә ҡайҙа бараһың, ерҙәр көндән-көн наҡыҫая, килмешәктәр аҡрынлап беҙҙең иркен ялан, туғайҙарға хужа булалар, сафалы тормош бөтә.

– Олатай, ниңә улар беҙҙең ерҙәргә яҫҡындылар икән?

– Ер – иң ҙур байлыҡ ул, улым.

– Тейеп ҡараһындар бына беҙҙең ергә, Таҙ Вәлиҙең ауыҙына тондорған һымаҡ тондорормон үҙҙәренә! – Аҙнағол, йоҙроғон төйнәп, һикереп үк торҙо. Әтәс һымаҡ ҡуҡырайған малайға ҡарап бөтәһе лә рәхәтләнеп көлөп ебәрҙеләр.

II

– Әсәй, бынау ҡатыҡты, ойоғас, ҡар баҙына төшөрмәгәнһең, күпсеп, эштән сығып ултыра.

– Эй, балаҡайым, миндә уның ҡайғыһы булдымы әллә, оҙон көн ҡунаҡ менән мәшәҡәт сиктем, ни һин өйҙә юҡ, ни Аҙнағол әллә ҡайҙа китеп олаҡты. Бейә өйөрөп килтерергә лә кеше юҡ, илаһым.

– Ниндәй ҡунаҡ һуң, әле ҡайҙа улар?

– Ҡайтып киттеләр ҙә. Гөлбаныу, иртәгә атайыңдарҙы баҙарға оҙатайыҡ та, эшкә төшкәнсе анау киндереңде һуғып ал.

– Ниңә, әсәй, ҡышҡа һуғырһың, емеш-еләкте күберәк йыйып ҡалайыҡ, сәйгә өҙәрем ваҡытҡа еләк, ҡарағат япрағы ла кәрәк, тигәйнең?

– Шулай тигәйнем дә, әҙер ептең эшкә ингәне яҡшы, донъя хәлен белеп булмай.

Шул саҡ, ҡоңғорт толомдарын ялпылдатып, Гөлбаныуҙың әхирәте Сәғиҙәбаныу йүгереп килеп инде.

– Иҫәнмеһегеҙ, Гөлбикә еңгә!

–Арыу әле ҡапылда, үҙегеҙ ни хәлдә?

– Аллаға шөкөр, әсәйемдәр күрше ауылға ҡунаҡҡа киттеләр, мин Гөлбаныуҙы ҡуна алырға килгәйнем, еңгә.

– Килгәнһең дә бит, бармай шул ул бөгөн. Олатаһы асыулана, «Хәҙер ул еткән ҡыҙ, елбәҙәкләнеп ҡуна йөрөмәһен» ти.

– Улар белмәҫ әле, еңгә.

– Ҡуйығыҙ инде, балалар, мине утҡа һалмағыҙ.

– Әсәй, гөлдәрем кипкән, күлгә һыуға барып ҡайтайым әле әтеү?

– Оҙаҡ йөрөй күрмә.

Гөлбикә ҡыҙының яҙмышы өсөн ҡайғыра, үҙ башынан үткән фажиғәләргә тарып ҡуймаһын, тип ифрат борсола ине. «Илаһым, Хоҙайым, ни булыр, Заһиҙулла муллала игелек күрерме? Ҡарт ҡатыны Сәхибә оҫтабикә яһил нәмә түгелме икән? Кемдәргә йөрәгемде асайым, кемдәрҙән кәңәш һорайым һуң? Уҫал икәнен белеп тә, ни нәмә ҡыла алаһың? Ҡыҙымды бирергә һис кенә лә күңелем тартмай. Көндәш көнө – эт көнө бит», – тип оҙаҡ бошоноп, бынан ун алты йыл элек үҙ башына төшкәндәрҙе иҫенә төшөрҙө.

Гөлбикә ярлы ҡыҙы ине. Донъя көткән малдары бер ат та бер һыйыр булһа ла, әсәһе Гөлниса уғата уңған, тырыш, һөнәрле ине. Шуға күрә Гөлбикәгә кешегә эшләп, ҡәҙерһеҙләнеп йөрөргә тура килмәне. Дан тегеүсе ине мәрхүмә. Кемгә яҡшы елән, ниндәй байға яҡшы күлдәк кәрәк – барыһы ла Гөлнисаға килә. Ҡалынға тигән ҡашмауҙар ҙа Гөлниса ҡулынан үтә. Тапҡан-таянғаны яңғыҙ ҡыҙына булғанға, Гөлбикә бай ҡыҙҙары кеүек кейенеп үҫте, һандыҡ әйбере лә уларҙан кәм әҙерләнмәне. Артынан эйәртер көтөү-көтөү малдары ғына булманы – ни тиһәң дә, ярлы ҡыҙы.

Алсаҡ, һылыу Гөлбикә ун бишкә еткәс, баш ҡоҙалар был ярлы өйҙөң буҫағаһын күп тапаны. Сәй эстеләр ҙә «ҡарарбыҙ, йәш әле» тигән яуап менән китә торҙолар. Өйҙөң эсе-тышы ҡыҙ һайлаусыларҙы үҙенә йәлеп итерлек ине шул: балсыҡ менән һылап, шымартылып, аҡбур менән ағартылған, эсе йыйнаҡ, таҙа, иҙәндәре нисә инһәң дә һап-һары итеп ҡырып йыуылған, тәҙрә төптәрендәге балсыҡ көршәктәрҙә күпереп гөлдәр үҫә, барса еҙ нәмәләр ҡом менән ышҡып ағартылып, тәртип менән мейес ҡырына ҡуйылған, ҡаҙанлыҡ менән түрҙе икегә бүлә торған ҡыҙыл сүпләм шаршау һәр ваҡыт төшөүле. Ситән менән уратылған ишек алдында ла шундый уҡ бөхтәлек: таҙа итеп һеперелгән, йәшел хәтфә кеүек бәпкә үләне үҫә. Арыраҡ – һыланған, ағартылған аласыҡ, ат, һыйыр аҙбары, ҡый шайған тауыҡ кетәге...

Ярлы ата малға ҡыҙҙы. Ун биш йәшлек Гөлбикәне тирә-яҡта байлығы, бәйелһеҙлеге менән дан алған сатан, бер күҙенә аҡ төшкән Арыҫланбәккә өсөнсө ҡатынлыҡҡа бирҙеләр. Күҙ йәштәре лә, ялбарыуҙар ҙа ярҙам итмәне. Һөйгәне Йомағол да, Гөлбикә үҙе лә ҡурҡтылар: Арыҫланбәк менән шаярыу уйын эш түгел. Уға барып ике ай тигәндә, иркә генә үҫкән Гөлбикә һыуһыҙ интеккән гөл шикелле һарғайҙы. Йәш ҡатынды йыш ҡына илауҙан шешенгән, ҡыйнауҙан күгәргән хәлдә күрәләр ине. Бөтә ауыл уның хаҡында шауланы, ә шау-шыуҙың иң ҙурын Арыҫланбәктең оло ҡатыны Мәфтуха ҡуптарҙы:

– Беҙҙә инде йыйын әрәмтамаҡ, әтрәгәләм. Тағы бер һепертке, аяҡлы ҡаза артты. Эт тиһәң, яуы юҡ, әҙәм тиһәң, йүне юҡ. Килде лә күтен күлгә һалды. Йүнләп һыйыр ҙа һауа белмәй, аш-һыуын, ташҡа үлсәйем, ауыҙға алырлыҡ түгел, йоҡоһонан айный алмай, тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа тип, эште әштер-өштөр эшләй ҙә әсәһенә йә һыу буйына тайыу яғын ғына ҡарап тора. Ыштанһыҙ килгәне етмәгән, тамағы туйғас, ҡотора.

– Гөлбикәне тағы ҡыйнағандар. Күл буйына кер сайҡарға төшкәндә Арыҫланбәктең уртансы ҡатыны Сәфәрбикәне күргәйнем, шул һөйләп торҙо: «Гөлбикә ята, ҡуҙғала ла алмай. Ҡашығаяҡ йыйыштырғанда бер сынаяҡты төшөрөп ватҡайны, эй, шуның өсөн теге ҡарт убыр тетмәбеҙҙе тетте, бер нәмә лә ҡалдырманы. Йәнем түҙмәй, ҡаршы бер-ике генә һүҙ әйткәйнем, илла, ҡарт ҡайтҡас, ошаҡлап, икебеҙҙең дә кәрәкте бирҙерҙе. Таяҡтың ҡаты башы Гөлбикәгә эләкте – эт итеп һалып ҡуйҙы. Уныһы ла саҡ ҡына ҡуштанланып һырпаланһа, һалпы яғына һалам ҡыҫтырып йүпәләһә, туҡтай бит инде, юҡ, тешегеп өндәшмәй тик торасы», – ти.

– «Байлыҡ кешенең күңелен ташҡа, күҙҙен аҡҡа әйләндерә» тигәндәре дөп- дөрөҫ.

– Ҡара бауырҙың бер күҙенә аҡ төшкән инде, икенсеһенә лә төшөр әле.

– Самалап һеҙ, таҡылдаҡтар, уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән.

Ошо һүҙҙәрҙе ишетеп йөрөгән Йомағолдоң йөрәге әрнене: «Ниңә ауыҙ асып ҡалдым һуң? Нисек ҡотҡарырға йәнекәйемде?»

Гөлбикә баш ҡалҡытып бер нисә көн үткәс, ауылға: «Йомағол Арыҫланбәктең йәш ҡатынын урлап ҡасҡан икән», – тигән хәбәр таралды...

Йомағол менән Гөлбикә төрлө ерҙә ауыр эш эшләп көн күрҙе. Гөлбаныуы йыраҡта, байҙың ҡыҫынҡы, бысраҡ мал өйөндә, бәрәндәр, быҙауҙар араһында донъяға килде. Ҡасыуҙарына өс йыл тигәндә, Арыҫланбәктең һыуға батып үлеү хәбәре килгәс, илгә ҡайтып, рәтле генә донъя көтөп алып киттеләр. Тыныс, рәхәт йәшәнеләр. Һүҙсән ҡарсыҡ Мәхүпьямал ғына ваҡыт-ваҡыт сәнсеп ала ине. Мәгәр Йомағоло, ун ете йыл бергә тороп, бер ауыр һүҙ әйтмәне. Ҡай саҡ көлөп: «Арыҫланбәктә өс ай күргәнең дә ғүмереңә етерлек», – тип ҡуйыр ине. Ҡатындың уйҙарын ҡайныһы Кинйәғолдоң:

– Килен, ҡымыҙың булһа, эсәйек әле, балыҡ ашы һыуһата, – тигән һүҙҙәре бүлде.

Гөлбикә ҡар баҙынан ҡымыҙ алып сыҡты, батмусҡа кәсәләр теҙеп, табынға илтте. Бер кәсәгә һалып, һаумал ҡушып, әжәл сире менән ятҡан ҡәйнәһе Мәхүпьямал ҡарсыҡҡа индерҙе. Тегеһе ыңғырашып, башын саҡ күтәрҙе лә, бер-ике йотҡас:

– Шунда ҡуй, төндә эсһәм, – тип кире урынына ауҙы. – Бәхил бул, балаҡай, төрлө саҡ булды, рәнйемә.

Гөлбикәнең рәнйер сәбәптәре күп булды. Ауылға көҙгө һуғым осоронда ҡайтҡайнылар. Мәхүпьямалдың ҡаҙҙары бик уңғайны ул йылды. Туған-тыумасаны саҡырып, ҙур өмә яһанылар. Башҡалар эште теүәлләп табын янына йыйылғанда, Гөлбикә бушамағайны әле – бала-сағаны туйындырып мәж килде. Йомағоло янына байтаҡ һуңлап барып ултырҙы. Ҡәйнәһе уға өлөш килтерергә ашыҡманы. Аранан берәү, уңаһыҙланып: «Бәй, килендең өлөшө юҡ бит», – тип иҫенә төшөргәс, «Һуңлап киләләр ҙә», – тип бупылданы ла тарҫ-торҫ ҡаҙанлыҡ тирәһендә йөрөй бирҙе. Гөлбикә ғәрлегенән ни эшләргә лә белмәне. Аптырағас: «Минең иткә барымым юҡ ул, бына Йомағолдоң өлөшөнән аҙ ғына ҡапһам», – тигән булды. Ахырҙа алдына шап итеп туҫтаҡ менән ит килеп ултырҙы. Гөлбикәнең ул итте ашарға күңеле тартманы, семсенеп бер аҙ ултырҙы ла тороп китте. Ошо ваҡиғанан һуң ул иттән ысынлап биҙҙе, иткә ҡарата хатта ытырғаныу хисе барлыҡҡа килде. Үсле лә, кенәсел дә түгел Гөлбикә, әммә ҡәйнәһенең өмәләге ҡыланышы ошоғаса онотолмай, ике арала кәртә һымаҡ тора бирҙе, әле бына ҡәйнәһе бәхиллек һорағас ҡына ишелеп төшкәндәй булды, ауырыу кешенең донъялыҡтағы оло йөгөн еңеләйтергә тырышып:

– Үткән эштән төш яҡшы, ҡәйнәм, һин дә бәхил бул, – тип күңелен йыуатып сығып китте.

Ҡояш офоҡҡа етеп бара. Киске шәфәҡ нуры көҙгө һымаҡ шыма, тын күл өҫтөндә ҡойона. Ҡыҙҙың үҙен сорнап алған ауыр уйҙарҙан ҡотолоп, ошо сихри һуҡмаҡтан күккә ашҡыһы килде, үҙе лә һиҙмәҫтән йырлап ебәрҙе:

Ишек алдым йәшел үлән,

Тапамам тигән инем,

Тыуып-үҫкән ауылымды

Ташламам тигән инем.

Гөлбаныуҙың йырына әкрен генә тағы бер тауыш ҡушылды. Унан бер нисә аҙым ситтә Аҙнабай баҫып тора ине.

– Хоҙай ҡушҡас, тағы осраштыҡ.

– Эйе шул.

– Гөлбаныу, йәнем, әллә бер-бер хәл булдымы?

– Юҡ та...

– Бар. Йырың, күҙҙәрең, һағышлы тауышың әйтеп тора. Ни булды, иркәм?

Егет дым тартымында күпереп үҫкән үләнгә сүгәләне. Гөлбаныуҙы, ҡулынан алып, үҙенә яҡынайтты.

– Күрерҙәр бит, Аҙнабай, яҡшы түгел.

– Бер кем дә юҡ, ҡурҡма, һөйлә.

Гөлбаныу үҙе һиҙгән тиклемен бәйнә-бәйнә һөйләне: еләккә киткәс, кешеләр килеүен, әсәһенең ҡышҡа эшләрбеҙ тип ҡуйған эштәрҙе: «Теүәлләп ҡуй!» – тип ашыҡтырыуын, Сәғиҙәләргә ҡуна ебәрмәүҙәрен.

– Ҡайғырма, – тине Аҙнабай. – Улар тиҙләтһә, беҙ ҙә йоҡлап ятмабыҙ. Ошо аҙнала өмә яһап, өйҙө күтәртәм. Гөлбаныу, һин нисек уйлайһың, уны ҡайһы тирәгәрәк ултыртайыҡ икән?

Гөлбаныу, бөтөнләй үҙен уның менән донъя көткәндәй хис итеп:

– Сәлимйән ағайҙарға урам аша урын бар бит, шунда һалайыҡ. Һыу ҡыры, сәхрә. Теге яғы иркен ялан, бейә бәйләргә лә уңайлы булыр, – тине.

– Улайһа шулай итербеҙ, дан урын ул.

– Эңер төшөп килә, оҙаҡланым. – Гөлбаныу һикереп торҙо, көйәнтәһен алды. Аҙнабай уның көйәнтәһен һаҡ ҡына ҡулынан алып, кире ярға һалды, йән һөйгәнен яр ситендәге ялбыр тирәк ышығына табан тартты, сатыр һымаҡ үҫкән япраҡтар ҡыуышында ҡыҙҙы ҡайнар ҡосағына алды. Гөлбаныу үҙендә иҫерткес хәлһеҙлек тойҙо, ирендәрендә, яңаҡтарында Аҙнабайҙың беренсе ҡат ялҡынлы үбеүен тойҙо. Ҡыҙ тиҙ айныны, йән һөйгәненең ҡосағынан ауырлыҡ менән айырылып, яңынан көйәнтәһенә йәбеште.

– Хуш.

– Хуш, йомошоң булһа, Айбикә еңгәгә әйт, үҙең әҙерлән. Алла бирһә, киләһе аҙнаға...

Ярлы ҡатай ырыуы башҡорто Зиннәтулла улдары Сәлимйән менән Аҙнабайға иҫке өй менән туры бейәнән башҡа нәмә ҡалдырманы. Йорт бар ғына йыһазы менән – Сәлимйәнгә, ат Аҙнабайға булды – үҙ-ара тауыш-тынһыҙ ғына шулай килештеләр. Аҙнабай, ике йыл эшләшеп, Сәлимйәнгә һыйыр алырға булышты. Еңгәһе Айбикә сикһеҙ шатланды. Көтөп алған таналары быҙау килтереп, ыуыҙ ҡой мағы бешергәс:

– Аҙнабай ҡәйнеш, рәхмәт, емерелгән хужалығыбыҙҙы төҙәтештең. Инде былай булғас, донъябыҙ алға китер, Алла бирһә. Яҡшылығыңды онотмабыҙ, йорт йыйырға булышырбыҙ, – тигәйне. Ысынлап та, һүҙҙәрендә торҙолар: һыйырҙа-рының беренсе быҙауы Аҙнабайға инселәнеп, инде ҙур башмаҡ булып йөрөй, ҡолонло ике бейәһе бар, Хоҙайҙан булып, өйөн күтәртһә...

Аҙнабай ҡайтҡанда еңгәһе менән ағаһы өйҙә ине.

– Һуң ҡайтҡас, аш та һалып торманым. – Айбикә йоҡлаған балаһын келәткә индереп һалды ла күстәнәскә бирелгән ит янына ҡымыҙ килтерҙе.

Уйсан ғына ултырған Аҙнабайға шикләнеп ҡараны:

– Нимә, балтаң һыуға төштөмө әллә, ҡәйнеш? – Гөлбаныуҙы һоратыуҙарын Айбикә ишеткәйне, ҡәйнешенең шуның өсөн көйәләнеүен һиҙеп тора ине. Әле шуға: – Аҙнабай, Гөлбаныуҙы ҡоҙалайҙар бит, минеңсә, тик ятыу ярамаҫ ине, – тип һүҙ башланы. Аҙнабайға еңел булып китте, еңгәһенә сикһеҙ хөрмәт һәм ялбарыу менән ҡараны:

– Еңгә, берәй кәңәш бирсе, ни ҡылырға һуң миңә?

– Ни ҡылырға тип, бөгөндән ал да кил. Ирмен тигән ир-егет ебеп, һөйгәнен ятҡа ебәреп тормаҫ инде.

– Еңгә, ваҡ-төйәк мәшәҡәткә йәш бейәне һатырбыҙ инде?

– Һатырбыҙ ҙа ул, инәһе күк бейәгә оҡшап, үҙе оҙамлы, үҙе һөтлө. Урынына туры бейәне һатып, йәш бейә беҙгә ҡалһа, тигәйнем, һин нисек уйлайһың? Ҡолоно ла ҙур, һатыулыҡлы ла булыр, туй, өй мәшәҡәттәренә етер ине.

– Миңә барыбер. Ағайым менән үҙегеҙ хәл итегеҙ.

Аҙнабай ҡымыҙҙы төп күтәрә эсте лә, тамам тынысланып, эске шатлыҡ, тәмле уйҙар менән әүеҫлеккә менеп ятты. Былай ҙа арыған тәне ҡымыҙҙан ойоп, тиҙ үк йоҡоға талды.

III

Ҡыш... Әсе ыжғыр буран. Ауылдар ҡарға күмелгән. Йән эйәһе барлығын күрһәтеп, тәҙрәләр генә секерәйә. Урамдар буш. Ярҙамсыһыҙ ҡалған ас ауылдарға һалҡын тырнаҡтарын батырып, буран туй туйлай. Йыраҡтан, далаларҙан, ас бүреләр тауышын килтерә, үлем йырын йырлап, тәҙрәләрҙе шаҡый, өй түбәләрендә һыҙғыра. Шундай ҡурҡыныс, шомло кистәрҙең береһендә ауылдың ситендәрәк, ҙур өйҙөң алғы яғындағы тәҙрәләрҙә тоноҡ ҡына ут күренә. Ябыҡ, һарғайған йөҙлө йәш ҡатын өҫтәл ҡырында туҫтаҡтарға аш бүлә. Ғәжәп матур ҙур ҡара күҙле биш йәштәр самаһындағы йыуаш ҡыҙ менән өс йәштәр тирәһендәге таҙа ир бала өҫтәл артында тауыш-тынһыҙ ғына ултыралар. Ҡатын ыумаслы ашты туҫтаҡтарға һалды ла, ҙур телем ҡара икмәкте тигеҙ өс өлөшкә бүлеп:

– Ашағыҙ, балаҡайҙар, – тине. Балалар, ҡашыҡтарын алып, аштарын болғап:

– Миндә ыумас күп!

– Миндә лә, – тип ашарға тотондолар. Ҡатын аҡрын ғына, теләмәй генә ашай, хәсрәтле күҙҙәре менән балаларға ҡарап ҡуя. Ауыр ҡайғының билдәһе булып күҙ төптәре эскә батып, күгәреп торалар.

Буран тәҙрә ҡапҡастарын зыңғылдата, мөрйәгә инеп, ҡурай уйнай. Ап-аҡ ҡарт бесәй, хужаһының иғтибарын көтөп, сабыр ғына ултыра. Түҙемлеге бөткәс, хужабикәһенең аяғына һырпаланып, күҙҙәренә ҡарай.

– Мә-әү-ү! – тип мыйылдап ҡуя.

– Эй аҡыллы хайуан, һине онотҡанбыҙмы ни? Туҫтағың ҡайҙа?

Бесәй, аңлаған кеүек, мейес алдындағы туҫтағы янына килеп, һуҙып мыяуларға кереште. Ҡатын уға ла аш һалып бирҙе.

– Ашайыҡ, балалар. Төн оҙон, асығырһығыҙ.

Балалар ашап туйҙылар ҙа, әпәр итеп, тороп киттеләр, ҡулдарын йыуып, шым ғына уйнарға тотондолар. Ҡатын ҡашығаяҡты йыуҙы, балалар янына килеп:

– Йоҡоғоҙ килмәйме ни әле? – тип ир баланы алып һөйҙө, ҡыҙ баланы ла сәсенән һыйпаны, һөйөп, яратып алды. Икеһен дә алдына ултыртып, буран көйөн тыңлай-тыңлай, һамаҡларға кереште:

Аллаһу, аллаһу,

Кәзәләрҙе талға ҡыу.

Кәзә япраҡ ашаһын,

Юлдыбай менән Гөлсәсәк

Йоҡлай ғына башлаһын.

Әлли-бәлли бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әсәһе?

Туғайҙарға еләккә

Балаларға бүләккә.

Бәү, бәү, бәү!

Балалар йоҡомһорай башлағас, урын йәйҙе, өҫтәренә ҡалын юрған ябып, арҡаларынан һөйөп, шәмде һүндерҙе. Йылы мейескә һөйәлеп, аҙыраҡ торғас: «Көн яманы үтер», – тип үҙен-үҙе йыуатып, балалар янына барып ятты. Уларҙың тигеҙ һулыш алып, тыныс йоҡлауҙарын тыңланы. Был Гөлбаныу ине. Ул бер яҡтан икенсе яҡҡа әйләнгеләп, үткәндәрен уйлап, Аҙнабайҙы һағынып, оҙон, буранлы ҡышҡы төндө йоҡоһоҙ үткәрҙе.

Өләсәһе Мәхүпьямал ҡарсыҡ донъянан үтеп, йорт уның ҡырҡын үткәреү менән мәшәҡәт сиккәндә, Гөлбаныу Аҙнабайға ҡасып сыҡты. Юғиһә олатаһы, һис нигә ҡарамай, туйҙы тиҙләтергә самалай ине.

Иртәгеһен ҙурҙан шау-шыу ҡупты. Кинйәғол ҡарт донъяға һыймай тулап китте: «Ул ҡәбәхәт, башбирмәҫ ер битте буҫағаға баҫтырмағыҙ, йыртыҡ яулығын да бирмәгеҙ, урамдан үтмәһен, күҙемә күренмәһен, күрһәм, һуғып үлтерермен! Битен йыумаған нәмәнең алдымда исемен дә телгә алмағыҙ!» – тип киҫәтеп ҡуйҙы.

Кисләтеп кенә Гөлбикә Гөлбаныуҙың кейемдәрен, байтаҡ һандыҡ әйберҙәрен килтереп:

– И, балам-балам, ҙур тилелек эшләп ташланың шул, олатайың ҡотороп сыҡты, һинең өсөн беҙҙе һүкте, – тип илап ебәрҙе. Гөлбаныу ни әйтергә белмәй баҙап ҡалғас, дилбегәне Айбикә үҙ ҡулынына алды. Йомалап сәйгә ултыртты ла:

– Йә инде, ҡоҙағый, ҡарт муллаға биреп тә уңмаҫ инегеҙ. Ике йәш донъя көтмәҫме? Ике күңел бер булғас, сүплек башы гөл булыр, тигәндәй, хәҙер үк донъялары бөтәйҙе. Алма кеүек ҡыҙҙың йән һөйгәненә барыуы тилелек буламы? Йәмле ғүмерҙең йәмен ебәреп, һөймәгәнгә һөйкәлеп йәшәһенме ни?

– Эй, ҡоҙасаҡайым, Йомағол менән икәү-ара риза ла ул, ҡайным тәҡәтте алды. Мулла ҡайныһы булырға ифрат та дәртләнгәйне, яңы сапан, ситегенә ҡәҙәр алып ҡуйғайны.

– Кит инде, ҡартайған да тыртайған – аҡыл кермәгән. Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, тигәндәр, үҙ тиңеңә етәме ни!

– Ҡайнымды әйтәм, кисә яңы кейемдәре күҙенә салынғас: «Йә, алтын өҫтөнә баҫтырырға уйлағайным бит мин ул бумала башты – тип тағы оторо туҙып китте. Шунан, миңә бәзерәйеп ҡарап: – Инәһен күреп, ҡыҙын ал, иңен күреп, бәзен ал икән шул», – тисе.

– Арыҫланбәк байҙан ҡасыуыңа ишаралайҙыр инде?

– Әтеү. Нәҫелдәре менән ир битенән көләләр, тиерҙәр инде.

– Көлһөндәр. Көлә әйтә, артынан һөйрәй етә.

– Эй, Айбикә туғанҡайым, йән тартмағаның менән түшәк бүлешеүҙәре – үлем. Ә Арыҫланбәккә нимә, бар тип белде ул һине. «Йәш ҡатын алдым, – тип әйтмәй ул. – Түшәк яңырттым әле», – тип һөйләй торғайны мәлғүнең. Сиратымды нисек тә үткәреү өсөн ниндәй генә сүрәткә инмәй торғайным: ауырыуға ла һабыштым, булған алтын-көмөштәремде оло бисәләренә өләшеп бөттөм. Арыҫланбәк һиҙеп ҡалғас, бына кәрәкте бирә минең. Иҫләһәм, әле лә тәнем зымбырҙап китә.

– Бәй, шулай булғас, ҡыҙыңдың бәхетенә һөйөнөп, матур теләктәреңде теләп кенә тик йөрө инде.

– Әйтерең бармы, теләкте уны ятһам да, торһам да теләйем, нахаҡ һүҙ ише теүе генә ҡыйын.

– Ни хәл итәһең, асыу – ағыу, йотһаң – дарыу, бала хаҡына түҙәһең, сабыр итәһең инде.

– Ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә, боҙо китмәй. Бигерәк үҙәккә үтерлек итеп әйтә ҡайным.

– Ата йөрәге лә таш түгел, бөгөн булмаһа, иртәгә ирер әле. Килеп, фатиха биреп, хәл белеүеңә рәхмәт. – Айбикә ҡоҙағыйын оҙатырға сыҡты.

– Әллә шул, бында килгәнемде белһә, шартлар.

– Ҡурҡыу күлдәктәрең туҙһын инде, ҡоҙағый, йәшең дә олоға һан. – Айбикә шулай тиһә лә, тегеһе, шөрләңкерәп, һыу ҡырлап баҡса артынан ғына ҡайтып китте.

Иртәгеһен Сәлимйән менән Аҙнабай арба эсен тултырып йәшел бесән алып ҡайтты, яңы йортҡа мал күсерҙе, дәртләнеп ишек алдарын, ҡаралтыны рәткә һалды, эш ҡоралдарын барлап йөрөнө. Гөлбаныу менән Айбикә лә ғәжәп бер күңеллелек менән өй йыйыштырҙы: икегә бүленгән оло өйҙөң түр яғындағы киң һикегә сәскәләп һуҡҡан аҫалы балаҫты йәйеп, түшәк-яҫтыҡты өйөп ҡуйҙы, шаршау ҡорҙо, арыуыраҡ кейем-һалымды урҙаға, сигеүле таҫтамалдарҙы тәҙрә араларына элде. Һыңар герле сәғәтте, ҙур көҙгөнө, үҙенә күрә ҡупшы ғына сынаяҡтар менән кәштәне лә ҡуйғас, өйгә ҡот ҡунды, күркәм төҫ алды. Айбикә сәскә атҡан тамсы гөлөн килтереп,түрьяҡтың өҫтәленә ултыртты ла:

– Ошо гөл кеүек, тормошоғоҙ сәскә атһын, – тип тәбрикләне.

Өйҙөң ҡаҙанлығы кескенә булып, ике яҡты йылытыуға хеҙмәт иткән мейестең ҙур өлөшө шунда ине. Бында ла һике, өҫтәл ҡуйып, барынса йыйыштырҙылар. Ситән үреп, һылап ағартылған яңы аласыҡҡа Сәлимйән ялан мейесе сығарып бирҙе, Аҙнабай ҡаҙан өсөн усаҡ урыны соҡоно.

Яңы донъяны, ике йорт бер булып, оло шатлыҡ менән ҡороп бөткәс, өй ҡотлау һәм никах уҡытыуҙы ҙурҙан алдырмайынса, ыҡсым ғына итеп уҙғарырға булғайнылар ҙа, ауыл муллаһы: «Төркмәндәр, Кинйәғол менән әселешле булаһым юҡ», – тип килеүҙән ҡырҡа баш тартты. Аҙнабай ҙа, Сәлимйән дә уны бер нисек тә ризалата алманы. Быны ишеткәс, Гөлбаныуҙың күҙе шәмәрҙе. Гөлбикә лә ах та ух килде. Ахырҙа, ниндәйҙер ҡарарға килеп, китергә йыйынғайны, ҡапҡала Хөснулла ҡарт күренде:

– Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас, тинем дә иртәрәк килдем әле, – тип ул ихласлап һәммәһе менән күрешеп сыҡты. Ни ҡәҙәр генә өлтөрәп ҡаршы алмаһындар, эштең мөшкөллөгөн һиҙҙе ҡунаҡ.

– Хәл-әхүәлдәр нисек, нишләп йөҙөгөҙгә күләгә төшкән? – тип һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Эштең айышына төшөнгәс: – Йән биргәнгә йүн бирә ул, йөрөп киләйем әле, – тип сығып китте. Бер сәғәт самаһы үттеме-юҡмы, Йомағол менән Гөлбикәне, мулланы эйәртеп кире әйләнде. Ниндәй һүҙҙәр табып, ниндәй дәлилдәр килтереп уларҙы күндергәндер – Хоҙай үҙе белә, иллә мәгәр мәжлес Гөлбаныу менән Аҙнабай хыялланғандан да мең артыҡ килеп сыҡты. Ата-әсәһенең килеүенә Гөлбаныу һөйөнөп бөтә алманы, йөҙөнән йылмайыу китмәне.

Никах уҡылғандан һуң, ашап-эсеп кәйефләнеп алғас, Хөснулла ҡарт итек ҡунысынан еҙ ҡурайын тартып сығарҙы:

– Мөхәббәт – Раббының донъялыҡтағы иң ҙур бүләге, – тине ул, йөҙө яҡтырып. – Һәр кемгә лә бирелмәй был изге хис. Бирелгән сүрәттә лә, берәүҙәр йә күрмәй, йә һаҡлай алмай уны. Һөйөүегеҙҙе күҙ ҡараһындай ҡурсалап тороғоҙ, әләф-тәләф итмәгеҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, ул һеҙгә ҡанат булыр, ауырҙы еңел, ҡыйынды рәхәт итер. Ғишҡығыҙ өсөн көрәшергә йөрьәт итеүегеҙгә мин һоҡланам, шатланам, иң моңло көйҙәрҙе һеҙгә бағышлайым.

Хөснулла урынында башҡа кеше булһа: «Хәҙрәттән уҙып, сурытып хәбәр һатып ултырма әле», – тип күптән ҡабырғаһына төртөрҙәр ине инде, ә уға – ләм-мим. Йәштәрҙең яңы өлгөргән йортон, ғаиләһен тәбрикләп ҡурай моңо берсә дәртләнеп, берсә һағышланып кис буйы түгелде лә түгелде. Аҫылташ йөҙөктө ни ҡәҙәр матурлаһа, табын йәмен ҡурайсы шул ҡәҙәр күтәрҙе. Күңел төптәрендә ҡатып ятҡан юшҡындарҙы йыуып, сафландырып аҡты уның моңо. Ҡураныс кәүҙәле, ҡарар күҙгә күрмәлекһеҙ генә күренгән был кешенең – ҡурайын ҡулына алыу менән – икенсе ҡиәфәткә инеүенә хайран ҡалып: «Һөйкөмлө һөйәге бар бының», – тип ултырҙы берәүҙәр. Икенселәренең башынан: «Ҡурайында бер-бер хикмәт барҙыр, юғиһә ямаҡ ҡына бәндә һөймәлеклегә әйләнмәҫ ине, шәт», – тигән уй йүгереп үтте.

Гөлбаныу менән Аҙнабай ҡунаҡтарҙы оҙатырға сыҡҡанда төн ине инде. Барыһы ла ике йәшкә тигеҙ оҙон ғүмер, аҡ бәхет, етеш тормош теләп, бик ҡәнәғәт булып таралдылар. Уларҙың көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкән, көлөшкән тауыштарын тыңлап ҡапҡа алдында байтаҡ һүҙһеҙ ҡосаҡлашып торҙо хужалар.

– Гөлбаныуым, һылыуым, быйыл көҙгә, Алла бирһә, ситән үреп, ҡарағат, ба-лан, муйыл ултыртайыҡ, – тине йәш ир.

– Өй тирәһенә лә кәрәк, мин йәйге эҫелә ағастарҙың тәҙрәне күләгәләп тороуын яратам.

– Эйе, һылыуым, шундай итеп йәшәрбеҙ беҙ һинең менән... Әйҙә, хәҙер йоҡлайыҡ инде, иртәгә Сәлимйән ағайымдар менән бесәнгә барабыҙ бит.

Аҙнабай Гөлбаныуын еңел генә күтәреп алды ла түр яҡтағы киң һикегә индереп һалды. Йәш ҡатын бәхетле йылмайып иренә һыйынды. Улар үҙ өйҙәрендә... Улар бергә... Улар икәү генә... Башҡа бер кем дә уларға ҡамасауламай. Әрһеҙләшеп тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөгән ай ҙа кәрәкмәй уларға. Ҡатын, ашығып, тәҙрә ҡорғанын тартты.

...Таң саҡ алланып, һыҙылып килә. Йомшаҡ йылы ел иҫә. Таң әтәстәре, кинә-неп йоҡлаған ауылды уятырға теләгәндәй, берәм-һәрәм һөрән һалалар. Гөлбаныу һалҡын һыу менән йыуынғас, йоҡоһо асылып, еңеләйеп китте. Сәскәле күлдәге өҫтөнән камзулын кейҙе, сигелгән алъяпҡысын быуҙы, яулығын сөйөп бәйләне һәм, ҡоймаҡ туғығас, ҡоро ҡайын утынын дөрләтеп, усаҡҡа яғып ебәрҙе. Унан өйгә инеп, Аҙнабайҙы уятты. Ире, йоҡо аралаш йылмайып, уны ҡосағына тартты. Гөлбаныу, көлә-көлә сәбәләнеп, Аҙнабайының көслө ҡулдарынан саҡ ҡотолдо, аласыҡҡа сығып, самауыр ҡуйҙы, ҡоймаҡ ҡоя башланы.

Ҡояш, алтын терпе һымаҡ, Йәнтеүәлтау өҫтөнә менеп ҡунаҡлағанда, бесәнселәр йылы ҡоймаҡ менән сәй эсәләр ине инде. Сәйҙән һуң Аҙнабай менән Сәлимйән ат екте. Эш ҡоралдарын барлап һалдылар. Айбикә Гөлбаныу әҙерләп биргән ашантыны, сәй кәрәк-ярағын арбаға урынлаштырҙы. Йәш ҡатын күбәләктәй осоп-ҡунып өй эсен тәртипкә килтергәс, болдор янындағы көрәк менән ишекте терәтеп ҡуйҙы (йәнәһе, өй бикле, хужалар өйҙә юҡ). Майланған ҡапҡа тауыш-тынһыҙ ғына асылды, Гөлбаныу уны ябып, ғәжәп бер етеҙлек менән арбаға һикереп менеп ултырҙы. Бесәнселәрҙе аттан ҡайтыусылар, йоҡлап һыйырын көтөүҙән ҡалдырған, еләне сиселгән, йүгереп ахмалға төшкән ҡатындар һоҡланыу ҡатыш көнләшеп ҡарап ҡалдылар.

Ҡырға сыҡҡас, Гөлбаныу, иркен һулап, ысыҡ һыуы менән көмөшләнгән сәскәләргә ҡарап йылмайҙы. Иртә әйтеп бөтөргөһөҙ йәмле ине. Талдарҙа ваҡ ҡошсоҡтар сырҡылдаша, туғайҙағы ҡамыштар, ап-аҡ томбойоҡтар менән уратылған йомро күлдәрҙән өйрәктәрҙең баҡылдағаны ишетелә. Аҡсарлаҡтар эшен биреп тулҡын яра – балыҡ аулай. Шымакүл яғына табан шыуышҡан көтөүҙән һарыҡтарҙың баҡырыуы, көтөүсе Шаһвәлиҙең ҡарлыҡҡан тауышы тоноҡ ҡына булып ишетелә.

Һары бейә дәртле юрта. Күбә тарттырырға тип саҡырылған күрше малайҙар, Кәрим менән Хәйбулла, атҡа икәү атланып, йә алға, йә артҡа сығып, ҡолондо ирештереп баралар. Арбалағылар тын ғына килә. Күрәһең, улар ҙа, Гөлбаныу һымаҡ, иртәнге ҡыр моңон, хозурлығын тамаша ҡыла. Бары Гөлсәсәк кенә, Айбикәнең күкрәгенә танауын төртөп, иҙрәп йоҡлай.

Сәлимйән, бишек элергә өстаған яһап биргәс, аттарҙы эйәрләп, малайҙарҙы атландырып маташҡан Аҙнабайға өндәште:

– Йә, кемде башҡа мендерәбеҙ? – Аҙнабайға ҡәҙәр тал күләгәһенә ашантыны урынлаштырып йөрөгән Гөлбаныу яуап бирҙе:

– Кәбән башына мин менермен. Айбикә еңгәм күбә ебәрер: Гөлсәсәкте имеҙергә кәрәк бит.

Сәлимйән икеләнеп Гөлбаныуға ҡараны. Тегенең эшкә йылдам, тилбер тотоноуын күргәс, өндәшмәне.

Эш геүләп алға барҙы. Айбикә, йүгергеләп, ике атҡа күбә ебәрҙе. Малайҙар, һай-һыулап һыҙғырып, сабышып, эшкә дәрт өҫтәне. Ирҙәр генә ҡабаланманы: йәш ҡатынды аяп, бесәнде йәбе менән аҙлап ҡына бирергә тырышты. «Аҙнабай, бейегерәк бир, күтәреп алыуы ҡыйын бит», – тип Сәлимйән әленән-әле Гөлбаныуҙы ҡайғыртты. Ашыҡмай ғына эшләһәләр ҙә, төш еткәнсе сәскә, еләк еҫе генә аңҡып торған хуш еҫле бесәндән тауҙай кәбән ҡойолдо. Уны ослағас, Гөлбаныу, иркен тын алып, тирә-яғына күҙ һалды. Туғай кеше менән тулы: ҡай берәүҙәр кәбән һала, ҡайһылары йыя, сүмәләләй, ҡайһылары яңы саба. Был һуңғылары инде – үҙ өлөшөнә туймай, ярлыларҙан һатып алып, бесәнде хисапһыҙ әҙерләүсе байҙарҙың ялсылары, көнлөксөләре. Сәлимйән арҡанды үҙе бирҙе һәм Гөлбаныуҙы аҡрын ғына шыуҙырып төшөрҙө:

– Иртә бөттөк. Булмаһа, сәй ҡайнатайыҡ, хәл йыяйыҡ, аттарҙы ял иттерәйек тә аҙаҡ туғай эсен бөтөрөп ҡайтырбыҙ.

Малайҙар Ологүлгә ат эсерергә киттеләр. Ир-ат кәбән тирәһен тәртипкә килтергән арала, Гөлбаныу Димдән һыу алып килде, ең һыҙғанып сәй ҡайнатырға, табын әҙерләргә кереште, сәйгә һалырға ҡарағат япраҡтары, мәтрүшкә йыйып килтерҙе. Күләгәлә балаһын имеҙеп ятҡан Айбикә алдына ла бер туҫтаҡ ҡарағат килтереп ултыртты. Гөлбаныуҙың эшкә етеҙ, белеп тотоноуына һоҡланып ҡарап ятты килендәше: «Аллаға шөкөр, ҡатындан уңды минең ҡәйнеш», – тип һөйөндө.

IV

Һөйгәне менән һөйөп-һөйөлөп йәшәлгән бер йылы бер көн һымаҡ ҡына тойолдо Гөлбаныуға. Ғүмер баҡый бәхет нурына ғына ҡойоноп йәшәрҙәр һымаҡ ине лә бит, яҙмыш уларҙы сыныҡтырыу өсөн, күрәһең, яңы һынауҙар әҙерләп ҡуйған: аяҙ август көндәрендә ашҡыныулы дәрт менән ашлыҡ һуҡҡанда, мәрйен кеүек эре бойҙайҙарҙы келәттәргә урынлаштырғанда, шомло хәбәр таралды: «Герман һуғыш асҡан!»

Бик күптәр фронтҡа алынды. Сәлимйән дә, Аҙнабай ҙа китергә тейештәр ине. Ҡайғы күреп өйрәнмәгән Гөлбаныу илай-илай бер тәүлектә ауырыуға һабышты. Әсәһенең әрнеү-һыҙланыуҙары балаға ла күсте. Ул, яҡты донъяға килеп йәш әсәһен тынысландырырға теләгәндәй, ярһый, тулғана башланы. Ҡатыны әсе тулғаҡҡа сыҙай алмай ишекле-түрле йөрөй башлағас, Аҙнабай кендек инәһе Шәмсебаныу ҡарсыҡҡа сығып йүгерҙе, ҡайтышлай Гөлбикәне алып сыҡты.

Кинйәғол ҡарт, уртаға өҙөлгән йылан шикелле, ейәнсәре өсөн һыҙланып, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй аптырап тороп ҡалды. Быйыл ул ҡыр эштәре башланырҙан алда ғына, Гөлбаныу менән Аҙнабайҙы саҡырып, фатиха биргәйне. Гөлбаныуҙың барса нәмәләрен тейәп килтереп, яңы йортта ҡунаҡ булып, йыл буйы һаҡланған асыуҙары елгә осҡайны. Инде бөтәһе лә яйланды тигәндә, яңы бәлә һәм ниндәйерәк бәлә...

Аҙнабай ярым һушһыҙ ятҡан Гөлбаныуы янына инеп, сәйнәлгән, күгәргән ирендәренән үпте: «Хуш, йәнекәйем, мин китәм инде». Гөлбаныу уға яуап бирмәне, тағы өҙгөләнеп, ауыр итеп ыңғырашырға кереште. Шәмсебаныу ҡарсыҡ: «Тәҡдир нишләтә, ярар, бар инде, балам, иҫән-һау йөрөгөҙ», – тине. Аҙнабай әрнеүле күҙҙәрен ҡатынына төбәп бер аҙ торҙо ла, барыһы менән хушлашып, Гөл-бикә һонған муҡсаны аҫып, арбаға сығып ултырҙы.

Аттар ҡуҙғалды. Илау, һыҡтау, йөрәк әрнеткес һағышлы йыр, әйтеләһе һуңғы һүҙҙәр, арба тәгәрмәстәре сылтырауы ҡот осҡос төҫ алды. Ата-әсәләр, һылыу ҡыҙҙар, йәш килендәр, балалы ҡатындар йәштәренә төйөлөп, һушһыҙ булып ҡалдылар.

Ҡурайсы Хөснулла барыһы менән хушлашты ла, ябалаҡтыҡы шикелле йәшле күҙҙәрен китеүселәргә төбәп, ҡурайын уйнап ебәрҙе. Ауылды һағышлы моң баҫты.

Ауыл шулай һыҡрап илағанда, ҡурай моңланғанда, хәсрәтле донъяға бала тыуҙы. Бала әсе тауыш менән илап ебәрҙе. Атаһы уны йыуатырға килмәне, әсәһе арыған күҙҙәрен асып, кемделер эҙләне, кипкән ирендәрен саҡ ҡыймылдатып, эргәһендә ултырған әсәһенән: «Ҡайҙа?» – тип һораны.

...Буран һаман геүләй, йүшкәләр зыңлай. Гөлбаныуҙың күҙ алдына Аҙнабайҙың һарғылт ҡағыҙға зәңгәр ҡәләм менән яҙылған һуңғы хаты килеп баҫты. Ул уны тағы бер ҡат күңеленән уҡып сыҡты:

«Гөлбаныуым!

Һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй һәм тиҙ генә күренмәҫ тә. Һин ҡайғырмаҫҡа тырыш. Сәлимйән ағайға хат яҙҙым, ул ярҙам итер. Үҙем хәҙергә һау-сәләмәтмен. Һеҙҙең иҫән-һаулыҡты ишетеп бик шатландым. Гел һеҙҙе уйлайым, төштәремдә күрәм, осрашыр минуттарҙы тыным менән тартып алырҙай булып көтәм. Борсолма, йәнем, ныҡ булырға тырыш. Нишләтәһең, ил өҫтөнә төшкән ҡайғыны бергә күтәрмәй хәл юҡ. Түҙ, көт, һылыуым. Йәш баланы минең өсөн дә һөй, иркәлә. Әгәр бығаса исем ҡушмаған булһағыҙ, Юлдыбай тип ҡушығыҙ».

Юлдыбай, һаташып: «Әсәй!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Гөлбаныу уны тыныс-ландырып күкрәгенә ҡыҫты, белгән сүрәләрен уҡый-уҡый ҡорама юрғанды яҡшылап япты, аҙаҡ тағы уйҙарына сумды.

Сәлимйән ҡыш ҡайтты, йөрәге сирле булған икән. Гөлбаныуҙы ситкә ҡаҡманы, башҡа һалдаткалар кеүек ир көсө эҙләп тилмереп йөрөргә ирек ҡуйманы: һөрҙө, сәсте, бесәнен әҙерләне, утынын килтерҙе. Гөлбаныу менән Айбикә хәлдән килгәнсә уға булыштылар. Өҫтәүенә, ҡайғы Кинйәғолдар ғаиләһен дә урап үтмәне: олатаһы донъя ҡуйҙы, күптән түгел генә һуғышҡа алынған атаһының хаттары туҡталды.

Гөлбаныу, һуңғы ваҡыт ни ҡәҙәр арыһа ла, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоно, йоҡлаған хәлдә лә ҡурҡыныс төштәр күрҙе. Бер төшө тынғылыҡ бирмәй, иҫенән сыҡмай аптыратҡас, Гөлбаныу әсәһенә китте.

– Имеш, ажғырып ятҡан даръяла һалда йөҙөп барам. Һалым дер ҡалтырай, бүрәнәләрем таралып төшөп бара. Мин уларҙы ашығып-ашығып сырмаған булам. Бер урынын нығытһам, икенсе урыны ишелә. Аяҡ аҫтымдағы бәләкәй генә таянысты һаҡлап ҡалырға тырышам, алышам, бирешмәйем. «Ебеп төшөргә ярамай, балам бар», – тип уйлаған булам, үҙемдең баҫып торорлоҡ урыным юҡ. Тулҡындар менән айҡаша торғас, көс-хәл менән ярға ҡарай үрмәләнем. Даръя тынысланды, ләкин һиҙәм: был һиллек оҙаҡҡа түгел. Ҡапыл ҙур ҡара тулҡын күтәрелде, донъя ҡараңғыланды, һыу өҫтө сыбарланды. Ә тулҡындар араһында – Аҙнабай менән атайым сайҡала! Уларҙы ҡотҡарам тип тулҡындарға ташланыуым булды, кире ҡаҡ ярға йыуылып төштөм. Ул арала атайым менән Аҙнабайҙың баштары һыу эсенә инеп, зым-зыя юҡ булды.

Гөлбаныу һөйләп бөттө лә, яуап көтөп, әсәһенә баҡты. Гөлбикә өндәшмәне, мейес алдынан ҡомғанын алып, тәһәрәт алырға сығып китте. Ингәс, намаҙға баҫты. Әсәһенең шөбһәләрен аңланы Гөлбаныу, эстән генә атаһы менән Аҙнабайына иҫәнлек-һаулыҡ теләй-теләй ҡайтып китте. Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, тәүҙә Аҙнабайҙың, унан Йомағолдоң ҡара ҡағыҙы килде.

Бәлә ҡапҡаңды бер ҡағып әрһеҙләшеп килеп инһә, тиҙ генә сығып китергә ашыҡмай икән ул. Ошо ауыр заманда Айбикәнең ваҡытһыҙ яҡты донъяларҙан китеүе аяҙ көндө йәшен һуғыу менән бер булды. Быҙауҙарын көскә табып ахмалға төшөп ҡайтып килгән ҡатын теште зәңкетерлек һалҡын ҡойонан эйелеп рәхәтләнеп һыу эскән... Өйөнә аяғын саҡ һөйрәп ҡайтып йығылған һәм шул ятыуҙан тора алмаған ҡатын Сәлимйәне менән Гөлбаныуҙы бергә саҡырып бәхилләште:

– Гөлбаныу, һин миңә иң яҡын туғанымдан да яҡыныраҡ булдың. Гөлсәсәгемде һиңә тапшырам, үгәй ҡулына биреп ғазаплатма йән киҫәгемде. Күңелеңә ауыр алма, Аҙнабай ҡайтмаһа, ҡайнағаңа бар. Әгәр шулай булһа, мин ҡәберемдә тыныс ятырмын, бөртөкләп йыйған донъямда яттар кинәнмәҫ. Гөлсәсәгемде... – Айбикәнең арыҡ йөҙө буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне. – Гөлсәсәгемде ситтәрҙән ҡаҡтырма – үтенесем шул.

Хәлһеҙләнеп мендәренә кире ауған Айбикә шул ятыуҙан кире торманы. Гөлбаныу, йәшенә төйөлөп, бер нәмә лә өндәшмәне. Сәлимйән шаңҡыған хәлдә баҫып торҙо.

Килендәше вафат булғас, ике йортто, балаларҙы Гөлбаныу ҡараны. Сәлимйән айҙар буйы бойоғоп, ҡулына эш бармай ҡаңғырып йөрөнө. Бер көн килеп, күҙҙәрен мөлдөрәтеп тәҡдимен әйтергә батырсылыҡ итте:

– Гөлбаныу, өйөңдө бикләп торайыҡ, күс һин беҙгә.

Гөлбаныуҙың Аҙнабай шундай тырышлыҡ, һөйөү менән ҡорған нигеҙен ташлап киткеһе килмәне, ҡайтырына өмөтө лә ҙур ине, кеше ғәйбәтенән дә ҡурҡты.

– Һин беҙҙә торһаң, йортҡа сит кеше килтермәҫ инем. Йылдар ауыр, Аҙнабайҙың ҡайтҡанын бергә көтөр инек.

– Юҡ, ҡайнаға, кеше һүҙенә кергәнсе, гүр ҡуйынына кереү артыҡ. Аҙнабайымды үҙ йортомда ҡаршы алам.

Сәлимйәндең икенсе ҡатыны йышылған, яман уҫал нәмә булып, Гөлсәсәкте ҡаға, йортто туҙҙыра, артынан килгән ҡыҙын ғына тығындыра, кейендерә... Йәш йыуаш ҡатын быларҙы күреп торһа ла, өндәшмәне. Өндәшеп тә ни ҡыла алаһың, юҡҡа ғына, ир менән ҡатын араһына ингәнсе, ике ут араһына ин, тимәгәндәр. Гөлсәсәк кенә йәл, йәнә Айбикә рухы алдында оят.

Ҡыштың сатнама һыуыҡ көндәренең береһендә һыуҙан ҡайтҡанда Гөлбаныу үҙәкте өҙөп сеңләп илаған бала тауышын ишетте һәм, шөбһәләнеп, күнәктәрен урамда ҡалдырҙы ла Сәлимйәндәр ишек алдына ҡарай йүгерҙе. Барһа, ни күрһен: ҡар өҫтөндә әле бер аяғын, әле икенсеһен күтәреп, йыртыҡ күлдәкле, туҙған сәсле Гөлсәсәк асырғанып илай. Гөлбаныу уны йәһәт кенә ҡармап, ауыр ишекте көскә асып, эскә уҙҙы, баланың аяҡтарын, ҡулдарын ыуырға тотондо.

– Шәмсебанат еңгә, бынау һалҡында остоҡ ҡына баланы әрәм итеүең бар бит.

– Әстәғәфирулла, кем мине оялтып маташҡан була бит әле, әйкәйем. Уның буғын-һейҙеген мин түгәйемме?! Уғата йәлләһәң, алып аҫыра, атаһын яратаһың бит!

Сарға бисә, бөйөрөнә таянып, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсеп, ҡаршыһына ки леп баҫты.

– Ҡуштан кәнтәй, кеше ирен аҙҙырыуың етмәгән, минең өйөмә инеп, сүптән сүмәлә өйөп йөрөгән була, арт һыныңа тибеп сығарырмын. Олаҡ күҙемдән яҡшы саҡта! – Эсендәге ҡара эренен түгергә яҫҡынған Шәмсебанат ярһып, ағыуына сәсәп тороп ҡалды.

Гөлбаныу ҡайтып мейесенә яҡты, баланы йыуындырҙы, йылы һөт эсереп, икмәк ашатҡас, мейес янындағы һикегә юрғанға урап һалып ҡуйҙы. Апаһының килеүенә шатланған Юлдыбай ҙа, шырҡ-шырҡ көлөп, уның янына барып сумды.

Ҡатын һандығында ятҡан бәздән күлдәк тегә башланы. Кискә ҡәҙәр шуның менән мәж килде. Сәлимйәндең ике ат менән утындан ҡайтып бушатыуын да, мал эсереп, бесән һалыуын да, Шәмсебанаттың тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп, асыуҙан шартларҙай булып үрһәләнеүен дә күрмәне. Гөлсәсәккә яңы күк күлдәк кейҙергәс, ҡыуаныстан өсәүләшеп таҡмаҡ әйтеп бейеп алдылар, күлдәкте ҡотлап ҡоймаҡ ҡойҙолар. Һуңлабыраҡ ҡына мал ҡырына сыҡҡан Гөлбаныу, утын өйөп торған ҡайнағаһын күреп, уңайһыҙланып китте:

– Ай, ҡайнаға, күрмәй ҙә торам, утынды ҡалай күп килтергәнһең.

– Күп булмай ул, ҡыш бауыры оҙон. Ашығыс ҡына бушатып, ҡапҡа ла япмай ҡайтып киткәнмен. Мал ҡарап, сәй эсеп, был яҡҡа күҙ һалһам, ҡапҡа асыҡ, ишек алдына сит мал ингән, еңгәңә: «Килен ауырыймы әллә? Бар, ҡарап кил әле!» – тигәйнем, тыңламаны, әллә ниңә асыуланған. Шунан үҙем килдем.

Сәлимйән һөйләнә-һөйләнә утынды өйөп бөттө, бейәләйҙәрен ҡаҡҡыланы ла, яуап булмағас, әйләнеп ҡараны, Гөлбаныуҙың йәшкәҙәгән күҙҙәрен күреп, ҡурҡып китте.

– Нимә булды, килен?

– Шәмсебанат еңгә харап икән бөгөн, – Гөлбаныу килеп сыҡҡан хәлде ҡыйынһынып ҡына аңлатып бирҙе.

– Көнсөл көнө – көйөнөс, Шәмсебанат үҙе лә рәхәтлек күрмәй, башҡаларға ла тынғылыҡ юҡ. Айбикәнең өҙөлөп әйткән һүҙен тыңламаныҡ шул, – ир Гөлбаныуҙың ни әйтерен саҡ ҡына көттө лә, күҙҙәрен дә күтәрмәй, өйгә инеп китте. Матур күлдәк кейеп, шатланып йөрөгән ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйҙө, Юлдыбайҙың башынан яратты ла, бер аҙ ултырғас, ауыр аҙымдар менән Шәмсебанат янына ҡайтып китте.

Сәлимйән Гөлбаныуҙарға йышыраҡ инә башланы. Ихаталағы ауыр ир-ат эшен гел үҙе эшләргә тырышты, инеп, кинәнеп балалар менән уйнаны, ҡай саҡ күстәнәсен дә тотоп килгеләне. Бының өсөн Шәмсебанат өйҙә олоғара дау ҡуптарҙы. Былай ҙа саҡ торған тормоштары сатнап, тора-бара ул ярыҡ ҙур упҡынға әйләнде. Йорт эсендә йәм бөттө, ҡот ҡасты. Ахыр килеп, Шәмсебанат, йорт-юшанын тейәп, Сәлимйәндекен дә өҫтәп алып, ауылына ҡайтып китте.

Гөлбаныу, Сәлимйәндең яңғыҙ ҡалған ата ҡаҙ кеүек үрһәләнеүен, күңеленә толҡа таба алмай интегеүен күреп, үҙен битәрләне. Йәлләп Гөлсәсәкте алып ҡайтҡанда араларын һис боҙорға теләмәгәйне. Ниндәйҙер арыу һүҙҙәр табып, араларын нығытырға кәрәккәндер ҙә бит, баланың аяныслы хәлен күреп, ифрат ҡыҙғанды шул, аралары һыуыныр, тип уйламаны. Эшләгән яҡшылығың да ике осло була икән ҡайһы саҡ. Унһыҙ ҙа ҡалтырап торған донъялары, ана, ҡалай емерелеп төштө. Хәйер, ҡойолоп төшөргә торған нәмәне терәү һалып ҡына эшкиндереп булыр инеме икән?

Күктә яҡты Сулпан йондоҙо емелдәй. Йыраҡтан, тау артынан, таң атып килә. Йомшаҡ ҡулы менән асты иркәләп, йылы яҙ килә. Көндөҙ түбәләрҙән тып-тып тамсылар тама, тау биттәре ҡарайып асыла, йырғанаҡ, күләүектәрҙең аҫтында үләндәрҙең йәшел баштары күренә. Ҡара ҡарғалар эшлекле ҡиәфәт менән тыуған яҡтарының ҡыр-яландарын ҡараштырып йөрөй. Яҙ һулышынан баштары әйләнеп, турғайҙар дәртле сырҡылдаша, әтәстәр ҡысҡыра, ҡаҙҙар ҡаңғылдай, көн битендә малдар арҡаларын ҡояшта ҡыҙҙыра. Сыйырсыҡтар, һабантурғайҙар ҡыуаныстарын, моңға сорнап, ергә түгә. Һәр тамсыла, һәр күләүек, һәр йырғанаҡта ҡояш көлә.

Гөлбаныу яҙғы байрам иртәһендә йөрәкһеп уянды. Тәһәрәт алып, намаҙға баҫты, белгән сүрәләрен ҡат-ҡат уҡып күңелен бушатты. Аҙнабайы ҡәһәрле шул һуғышҡа киткәне бирле ул намаҙын ҡалдырмаҫҡа тырышты. Уҡыған сүрәләрем кәрәк ерҙә ҡанат, кәрәк ерҙә ҡалҡан булһын йән киҫәгемә, утты-һыуҙы кисергә ярҙам итһен, тип теләне.

Өй һыуынғайны. Гөлбаныу мейескә яҡты, ҡуҙ төшкәс, ҡоймаҡ ҡойҙо, аҙаҡ, бәрәместәр яһап, мейескә тыҡты. Бер аҙҙан, тәмле ризыҡ еҫен тойоп, балалар ҙа тороп ултырҙы. Мейестән яңы сыҡҡан бәрәместәр, тәҙрә төбөндә шау сәскә булып ултырған ике гөл, әсәләренең яҡты йөҙө әкиәти сихри донъяға саҡырыу һымаҡ тойолдо уларға.

– Бөгөн байраммы, әсәй? – тип һикереп торҙо Юлдыбай.

– Байрам, балалар, байрам. Тороғоҙ, йыуынығыҙ ҙа сәй эсергә ултырығыҙ.

Балалар мейес янындағы ҡомғанды алып, бер-береһенә алмаш-тилмәш ҡойоп йыуындылар ҙа йәһәт кенә табынға килеп ултырҙылар.

Гөлбаныу уларға ҡаймаҡ һалып сәй яһаны, алдарына бәрәмес, ҡоймаҡтар ҡуйҙы.

– Сәйҙән һуң өләсәйегеҙҙе, Ҡәмәр инәйегеҙҙе саҡырып ҡайтырһығыҙ. – Гөлба-ныу хәбәрен һөйләп тә бөтмәне, Сәлимйән килеп керҙе. Күптән уны күрмәгән балалар, һикереп тороп, уға һырылдылар. Сәлимйән, уларҙы һикертеп һөйөп, өҫтәл янына кире ултыртты һәм, артыҡ ҡыҫтатып тормай, үҙе лә табынға ултырҙы. Ул бөгөн элеккесә шат, күңелле күренә ине. Гөлбаныу һөйөнөп ҡуйҙы: Айбикә вафат булғаны бирле Сәлимйәндең ҡаштары яҙылғанын, йөҙө асылғанын күргәне юҡ ине.

– Һә, минең кескенәләрем, суҡтай итеп кейенеп ҡуйғандар байрамға, – тип ихласлап балалар менән һөйләнеп ултырҙы.

– Ҙурая, Гөлсәсәккә кейемдәр кәрәк, – тине Гөлбаныу, балалар сығып киткәс.

– Шулай шул, икеһенә лә кәрәк. Иген үҫһә, Алла бирһә, шуны рәтләрбеҙ, – тине тегеһе. – Байрам үтһен дә, орлоҡҡа тигән ашлыҡты таҙартырға кәрәк булыр. Әрйәләге игендәргә һыу үтмәгәнме, ҡараманыңмы?

– Юҡсы, ҡоро торалар, ҡараным.

– Һары бейәне һабанға егеп борсолдормабыҙ, йәй башында ҡолонларға тейеш. Яһа әле тағы бер сынаяҡ, ҡалай рәхәт һеҙҙең менән бергә. Өс йылдыр инде минең былай иркенләп, шатланып ашап-эсмәгәнгә.

Самауыр ҡумыҙ тауышы сығарып сыңланы. Айбикәне иҫләгәс, икеһенә лә яманһыу булып китте. Сәлимйән һаҡ ҡына, кемделер йоҡоһонан уятыуҙан ҡурҡҡан кеүек, һүҙ башланы:

– Гөлбаныу, нисек уйлайһың, ике ара донъя көтөүе ҡыйын бит. Көсәнеп, тырышып ҡараныҡ, алдыра алманыҡ. Ҡырҡ ҡатын килтерәйем – йорт һинһеҙ етем, бигерәк тә Гөлсәсәк... Аҙнабайҙың өнө лә, тыны ла юҡ, ҡара ҡағыҙына ла йылдан ашыу, иҫән булһа, ҡош телендәй генә хәбәре килер ине. Юлдыбайға яҡшы ата, Гөлсәсәккә яҡшы әсә булмаҫ беҙ ике ары торғанда.

Ир эш ваҡыты етеүен, йәшәүҙең ауырлығын аңлатырға тырышты. Гөлбаныу самауыр артына йәшеренә биреп тыңланы, өндәшмәне. Быны Сәлимйән ризалыҡ һымағыраҡ ҡабул итте.

– Мин, Гөлбаныу, ҡоҙағыйға хәлде яҡшылап аңлатырмын, ул риза булырға тейеш. Ә һин аш һал. Мулланы, тағы бер нисә кешене саҡырып алырбыҙ. Байтаҡтан бирле яңғыҙбыҙ бит инде. Һинең тикле саф, аҡыллы әүлиә йән юҡ ул. Бар ине Айбикә, бик иртә әрәм булды. Беҙҙең ҡауышыуға ул үҙе фатиха бирҙе.

Гөлбаныу самауыр артынан Сәлимйәнгә ҡараны. Аҙнабайҙыҡы ише буй-һын, тулҡынлып торған дөм-ҡара сәстәр, тауышына ҡәҙәр хәс Аҙнабай. Аҙнабайҙыҡы ише күҙҙәр мөлдөрәп, ялбарып уға баҡҡан. Йомошҡа ебәрелгән балалар ҙа йүгереп килеп инделәр. Улары ла ниҙер көткән, өмөт иткәндәй уға ҡарап туҡтап ҡалдылар. «Алты күҙ, ҡояшҡа тартылған көнбағыштарҙай, уға текәлгән, унан таяныс эҙләй. Алты күҙем илағансы, ике күҙем илаһын, ошо алты күҙҙә шатлыҡ, ошо алты күҙҙә яҡты нур уйнаһын өсөн мин бөтәһен дә эшләргә тейеш”, – тип уйланы ҡатын.

– Бар, Сәлимйән, мулланы саҡыр. Ә әсәйемдәр былай ҙа ашҡа килергә тейештәр.

Тораташ кеүек ҡатып, ағарынып уның һүҙен көткән иргә йән керҙе. Ул, сырайы яҡтырып, ике баланы ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып өйөрөлттө лә йәш кәзә бәрәсе шикелле сығып йүгерҙе. Бер аҙҙан ахылдап кире йүгереп инде.

– Ҡасанғараҡ тип саҡырайым?

– Төшкө ашҡа килһендәр. Сәлимйән, туҡта әле...

Инде ҡапҡа төбөнә етеп барған ир, яҡшы атҡа оҡшатып юрғалап, кире әйләнде.

– Әү, Гөлбаныу.

– Ҡөрьән уҡытырға тип кенә әйт, бер үк никах тураһында өндәшмәй тор, мин тағы бер ҡат уйлайым әле.

Ирҙең йөҙөнә күләгә йүгерҙе. Ул күҙҙәрен тултырып Гөлбаныуға ҡарап торҙо ла яй ғына сығып китте. Донъяның ауыр йөгөн йөкмәгәндәй, бөкрәйә биреберәк атлап барған ҡайнағаһы үтә лә бәхетһеҙ булып күренде Гөлбаныуға.

– Хоҙайым, әҙәм балаларының йөҙө яҡты, нурлы булһа ине... Кәңәш бирсе, Раббым, нимә эшләргә тейеш мин?

Гөлбаныу намаҙлығын йәйеп, өмөт менән ҡиблаға йөҙөн борҙо, ҡат-ҡат белгән сүрәләрен уҡыны, үҙе лә һиҙмәҫтән субырлап йәше аҡты.

– Ҡыуанып, һөйөп, һөйөлөп йәшә, бәхетле була бел. Бәхетлеләр, күңелдәре мөхәббәт менән тулы булғандар ғына башҡаларға ла бәхет өләшә ала. Һәр бер сәскә, һәр ҡыяҡ, ағас тирә-йүнгә һөйөп баға, һәр ҡоштоң теле – тулы моң. Хоҙай ҙа был донъяны иҫ киткес ҙур һөйөү менән тыуҙырған. Донъя тотҡаһы – һөйөү.

Ҡайҙандыр килгән ошо һүҙҙәрҙән Гөлбаныуға йән керҙе. «Донъя тотҡаһы – һөйөү, – тип ҡабатланы ул, сырайы яҡтырып. – Рәхмәт һиңә, Раббым! Нишләр инем һинһеҙ?! Сыраһыҙ, утһыҙ ҡалған йорт кеүек булыр инем. Хоҙайым, яҡты нурыңдан айырма!»

Бибинәғимә ХАЖИЕВА.

Әсәйем Бибинәғимә Хажиева ғүмерен кешеләрҙе дауалау эшенә бирһә лә, бөтә күңеле менән ижадҡа, әҙәбиәткә тартылып йәшәне. Уның шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр яҙғанын беләм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нишләптер, әҫәрҙәрен үҙендә тотмаған, әхирәттәренә таратып биргән. Был Сталин репрессияһы шауҡымылыр, тим, сөнки медицина техникумында бергә уҡыған дуҫ ҡыҙҙарының күбеһенең яҡындары (улар араһында күренекле яҙыусылар ҙа бар) ошо ҡанһыҙ режимдың ҡорбаны булған.

«Әҫәрҙәрен төрлө конкурстарҙа яттан һөйләп, беренсе урынды алған яратҡан шағирҙарым ҡапыл ғына халыҡ дошманына әйләнде лә ҡуйҙы. Шуҡ малайҙар: «Бында тағы бер дошман ҡалған бит», ­– тип мине үсекләй торғайны. Әҫәрҙәремде баҫтырһам, миңә лә көн күрһәтмәҫтәр ине», – тигәндәре хәтеремдә.

Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, ҡулында йә китап, йә ҡәләм булыр ине, әммә әсәйем әҫәрҙәрен, билдәле сәбәптәр арҡаһында, баҫтырырға тырышманы. Шулай ҙа, һәр бер ижадсы кеүек, уларҙың донъя күреүен теләгәндер, тип уйлайым. Хикәйәләре «Ағиҙел» журналында, «Башҡортостан», «Йәншишмә» гәзиттәрендә донъя күргәйне инде. Латин хәрефтәре менән яҙылған, «1939 йыл» датаһы ҡуйылған әлеге мираҫы ҡул теймәй байтаҡ ятты. Вафатынан саҡ ҡына алда әсәйемдең ғүмерлек әхирәте Ғилмиә апай ебәргәйне уны. Повесҡа тартым был әҫәр әсәйемдең һөйөклө тыуған төйәге – Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылына, уның алсаҡ күңелле, эшһөйәр халҡына бағышланған. Әҫәр, минеңсә, социаль-тарихи, этнографик йәһәттән дә бик ҡыҙыҡлы.

Әҫәрҙе әҙерләүсе Әлисә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: