Беҙҙең ауылға былтыр уҡытырға килгән Гөләндәм менән лесничий Ҡәүи араһында ысын мөхәббәт ҡабынды – ундайҙы бер китапта ла уҡығаным, бер кинола ла күргәнем юҡ әле. Бер-береһенән һөйөү тулы ҡараштарын да алмай, етәкләшеп кенә йөрөйҙәр, әйгенәм. Мөхәббәт тау ҙа аҡтарта, диңгеҙ ҙә кистертә, ти. Ҡәүи, былай, диңгеҙ кисеп йөрөмәне, буғай, тау аҡтарыу түгел, уға үрмәләгәнен дә шәйләмәнем. Шулай ҙа егетлеген күрһәтте ул – Гөләндәмгә өйлөк ағас бүләк итте. Тура килһә килә бит – “КамАЗ”дар ҡәҙерле йөктәрен бушатып та китте, мөхәббәттең ҡайнар ялҡыны һүрелә лә башланы.
Күп тә үтмәй, Гөләндәм менән ауылдың иң данлыҡлы балта оҫтаһы Кәбир араһында ҡупҡан ғишыҡ усағы бөтә донъяны йылытырлыҡ ҡайнарлыҡта дөрләне. Кәбир үҙенең бригадаһы менән хәтәр ҙур бураның һуңғы рәттәрен һалғансы дауам итте ул.
Бер аҙҙан шәхси пилорамаһынан көн-төн таҡта һатҡан Ғәлимйән, район үҙәгендә пластик тәҙрәләр менән сауҙа иткән Вафир, электрик Сәғәҙәт, “Газель” машиналы Мәрүән дә ошо уҡ мөхәббәт даръяһына сумып-сумып алды. Шуныһы: һәр береһе көсөнән, дарманынан килгәнсә әлеге йортто төҙөүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Гөләндәмдең йорто ауылыбыҙҙың оло биҙәге хәҙер. Туй күлдәге кейгән ҡыҙ кеүек, барыһын да күрке-матурлығы менән һоҡландыра. Шулай булмай, баҡса йә аҡса емеше түгел, мөхәббәт емеше ләһә!
Марат ӘМИНЕВ