Бөтә яңылыҡтар

ИКЕ ТАПҠЫР

Улар форумда осрашты. Ниндәй форумда булғандыр, береһе лә хәтерләмәй. Ҡушҡас, йыйылдылар, күндәм генә тыңлап ултырҙылар. Кәрәк тип тапҡан урындарында ҡул саптылар, хатта алҡышланылар. Ошо форум булмаһа, бәлки осрашмаҫтар ҙа ине. Ни әйтһәң дә, ун биш йыллап ғүмер үтте бит. Улар уҡыған осорҙа бер-береһен Фәнисә менән Шамил яратҡан һымаҡ мөкиббәндәр булдымы икән?

Дөрөҫ, Фәнисәне ире көс-хәл менән ебәрҙе. Ҡыҙғанғандан, көнләшкәндән, яратҡандан түгел, өйҙө ҡарарға ла кәрәк, ике бала – ҡыҙ менән малай. Ана, ҡыҙҙары шым ғына телефондан әллә нимәләр эҙләй. Өҫтәүенә, һарай тулы – мал-тыуар. Уныһы ла кәрәк. Кеше ыңғайына донъя көтмәйенсә булмай.
Фәнисә мәктәп директоры булып йөрөй. Ире шунда ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара. Кәрәк булһа, автобусҡа ла ултыра.
Ире Фәнисәне, икенсе көнөнә кискә ҡайтып етәһең, тигән шарт менән ебәрҙе. Тәүге тәнәфестә стендтарҙы ҡарап йөрөй ине, эргәһенә берәү килеп, ҡулынан тотоп алды. Бәй, Шамил бит!
– Һаумы, Фәнисә!
Ҡосаҡлап алды, сикәһенән үпте. Ҡатын менән ир ситкәрәк китте.
– Үҙгәрмәгәнһең, – тине Шамил, – һаман элекке Фәнисә!
– Үҙгәрмәй буламы һуң инде, олоғайта.
– Йәп-йәш күренәһең, – тип ныҡышты Шамил.
– Рәхмәт! Ысын булһа, шәп булыр ине.
Хәл-әхүәл белештеләр. Шамил да ошо тирәлә мәғариф өлкәһендә эшләй икән.
– Йә, был “баҙар” һиңә оҡшаймы?
– Бик шәп фекерҙәр ишетелеп ҡала, – тине Фәнисә, – бына, блокнотыма теркәп барам.
– Әйҙә, балконға күтәреләйек. Шунда һөйләшеп ултырырбыҙ.
– Әйҙә һуң.
Бында кеше аҙыраҡ икән. Иң тәүҙә ғаилә хәлдәрен асыҡланылар. Фәнисә өлкән ҡыҙы Азалия, улы Шакир тураһында һөйләне. Ҡыҙы, уның йәше хаҡында ишеткәс, Шамил аҙ ғына һиҫкәнер, уйға ҡалыр, тип көткәйне Фәнисә, тегеһе һелкенмәне лә, үҙ алдына ләпелдәне. Әллә зарланды, әллә маҡтанды:
– Мин өйләнеп ҡараным, уңманым, – тине, – үҙемдә лә ғәйеп бар, артыҡ иркәләттем, ахыры. Әле лә яңғыҙмын. Кем әйтмешләй, әүҙем эҙләү юлындамын.
– Табыламы?
– Юҡ, Фәнисә, һинең һымаҡтар осрамай. Һинән башҡа ҡатын-ҡыҙ юҡлығына төшөндөм. Мине һин генә яратҡанһың, аңлағанһың икән.
– Ысынлапмы? – тине ҡатын. – Уға был һүҙҙәрҙе ишетеү рәхәт ине.
– Эйе, мин һине һаман яратам икән.
– Ҡуй, бушты. Булмаҫ, – ти ҡатын.
Ҡолаҡтары яна, күңеле күтәрелә. Әллә ул да яратамы икән?
Фәнисәнең теле ҡысый, әйткеһе килә, ниңә үҙе һорамай, әллә саҡ ҡына ла һиҙмәйме? Шул тиклем дә бошмаҫ ир булыр икән. Ҡатын, уралтып, тағы ҡыҙын һөйләй башланы. Кемгә оҡшағандыр, музыкаға һәләтле, һүрәт төшөрә, матур йырлай. Шамил үҙе баянда уйнап, йырлай, һүрәттәрен дә ҡойоп ҡуя торғайны.
Юҡ, үҙенекен һөйләп тик ултыра:
– Мин һинең менән яңынан башлауҙан баш тартмаҫ инем. Үҙең ташлап киттең бит. Хәҙер балалар үҫеп бөтөр ине, – тип уфтанды ир.
Ни хәл итәһең, шулай булды шул. Шамил хәлле студент ине, ятаҡта түгел, фатир яллап йәшәй. Диплом алһа, атаһы машина вәғәҙә иткән. Өйләнһә, фатир һатып аласаҡ. Яңғыҙ түгел, фатирҙа Фәнисә менән йәшәйҙәр.
Бер көн, шикләнеп, табипҡа барып килде.
– Атаһы бармы? – тип ҡыҙыҡһынды табип, ҡыҙҙың хәлен асыҡлағас.
Ҡайтҡас, Фәнисә бик оҙаҡ уйланды. Аҙаҡ тәүәккәлләне.
– Балабыҙ булһа, ни эшләрбеҙ икән? – тине.
Шамил оҙаҡ ҡына һынап ҡарап торҙо.
– Мин ҡаршы түгел, бала – бәхет бит ул. Тик әле түгел, һуңыраҡ.
Һуңыраҡ, тимәк, һуңыраҡ.
Фәнисә, диплом алған көндө үк юҡ булды. Ауылға ҡайтҡайны, еңгәһенең ҡустыһы килгән. Бер йәшкә кесерәк, ләкин түҙерлек. Вахтаға йөрөп, нефть сығара икән. Ситтән тороп, пединститутта уҡый. Бер аҙна эсендә геүләтеп туй үткәреп, Фәнисәнең яҙмышын хәл иттеләр. Дөрөҫ, Шамил, бер нисә тапҡыр шылтыратып, килергә уҡталып та ҡуйғайны. “Кейәүгә сыҡтым, туй үткәрҙек”, – тип өмөтөн өҙгәс, күнергә мәжбүр булды.
Шамил Фәнисәнең бөгөн бында ҡунасағы хаҡында ишеткәс, ҡыуанып китте:
– Ҡунаҡханала ҡалмайһың, мин һиңә фатирымды күрһәтәм, – тине.
Һәм шунда уҡ адресын яҙып бирҙе. Үҙәктән йыраҡ та түгел икән, йәйәүләп кенә барырлыҡ.
Шамил Фәнисәнең эше, уны ҡалдырыу, бында күсенеү, эш табыу хаҡында уй-ниәттәре менән уртаҡлаша башланы.
– Ә минең балалар бар бит, – тине Фәнисә, иргә һыйыныбыраҡ ултырып, – уларҙы ни эшләтербеҙ икән? Ҡыҙым ун дүрт йәштә – иң ҡатмарлы ваҡыт. Нисек ҡабул итер икән? Улымды атаһы бирмәүе лә ихтимал.
– Бәй, балаларыңдың атаһы бар бит? Атай кеше ҡараһын.
Был һүҙҙәр Фәнисәнең башына һуҡҡан һымаҡ булды. Был ниндәй бошмаҫ ир? Өсөнсө тапҡыр ымлап-ишаралап ҡарай, һаман төшөнмәй бит әле.
– Аталары риза булыр, тиһеңме? – тип мөлдөрәне Фәнисә.
Үҙенә күрә түгел, харап үҙ һүҙле!
– Өйҙән бер нәмә лә алмайһың, кәрәкмәй. Беҙҙең бында бөтәһе лә бар. Бик кәрәк булһа, ҡыҙың менән улыңды ваҡыт-ваҡыт бында килтерербеҙ. Барыбер, ошонда уҡыясаҡтар.
– Һин еңел генә әйтәһең, – тине Фәнисә, – мин уларҙы нисек ташлап китәйем?
– Ә беҙҙең үҙебеҙҙең балаларыбыҙ буласаҡ! – тине Шамил. – Ниәтләгәс, өр-яңынан башлайбыҙ.
– Юҡ! – тине ныҡ итеп, Фәнисә, – мин балаларымды ҡалдырыуҙы күҙ алдыма ла килтерә алмайым, Шамил.
Ир уйға ҡалды, күңеле төшкән һымаҡ тойолдо.
– Ярай, – тине ул, күнгән һымаҡ, – балаларыңдың һүрәттәрен күрһәт әле, фотолары бармы?
Фәнисә телефондағы һүрәттәрҙе асып һалды. Бик ентекләп, тағы ла ҡараны ир. Эстән генә ниндәйҙер пландар ҡорҙо. Ҡыҙына күҙ генә һирпеп алды, оҙаҡлап, улын ҡараны.
– Мин уларҙы алып килеүеңә риза булыр инем, – тине Шамил, – тик улар мине өнәп бөтмәҫ шул.
Ул арала булмай, форумдың тәүге өлөшө тамамланды, тип иғлан иттеләр. Фәнисә менән Шамил төштән һуң тағы осрашырға һөйләштеләр. Ир магазиндар буйлап йөрөп, аҙыҡ-түлек һатып алырға теләк белдерҙе, ҡатындың да ошо тирәлә ваҡ-төйәк йомоштары бар икән.
Уй-ниәттәре тормошҡа ашырлыҡ, улар алдында хәҙер бер кәртә лә юҡ. Әлбиттә, кеше аптырар. Аптыраһындар. Һөйләрҙәр ҙә оноторҙар. Фәнисә нығыраҡ балаларын уйлай. Нисек һәм ни йөҙө менән ҡалдырып китер икән? Ҡайҙан бынауы Шамилының килеп сығыуын әйт! Әллә ирҙе һаман да яратамы икән? Әйтһә ине, улыңды ҡалдыр, ҡыҙыңды килтер, тиһә, ни үпкә. Ярай, Фәнисә әйтмәне, өндәшмәне. Ҡыҙ һинеке бит, тимәне. Әйтә яҙып ҡуйғайны ла, серҙе үҙендә ҡалдырыуҙы хуп күрҙе.
Форумға йыйылғандар ҡаланың төрлө мөйөшөнә таралды. Фәнисә кисте көтөп йөрөймө? Ана, Шамил ниндәй хәстәрлекле! Нимә тип шылтырата? Һин ниндәй шарап яратаһың, тисе. Эх, ауыл ҡатынының яратҡан шарабы булһасы! Шарап түгел, балалары борсой уны. Йә инде, Шамилға ышанып йөрөүен әйт. Бер тапҡыр булһа, тағы бер хәл. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә үҙ балаһынан ике тапҡыр баш тартты. Бер кешегә ике тапҡыр күп түгелме икән ул?
Ана, Фәнисә таксиҙар торған мөйөшкә килеп сыҡты. Хаҡын белеште. “Аҡсағыҙ етерме икән?” – тип ышанмайыраҡ ҡаранылар. Иҫәпләп ҡарағайны, таман ғына икән. Район үҙәгенә барып етһә, ирен саҡыртып алыр.
Бер йәшерәк егет юлланырға ризалашты. Юл ыңғай, иренә шылтырата һалды.
– Һин ҡайҙа? – тине ире, ҡәнәғәт түгеллеге тауышына сыҡҡан.
– Ҡайтып киләм, – тине ҡатыны.
– Иртәгә кис ҡайтам, тигәйнең түгелме? – тине ире, әллә ҡыуанды, әллә аптыранды.
– Миңә тәғәйене бөттө, ни эшләп ятайым мин бында. Өс сәғәттән район үҙәгендә булам, килеп алырһың.
– Ярай, – тине ире күндәм генә.
Шунан Шамил шылтыратты. Бик оҙаҡ, ҡат-ҡат шылтыратты. Бер нисә тапҡыр “смс”-ка төшкәне ишетелде. Ҡатын өндәшмәне, яуап бирмәне...

Рәлиф Кинйәбаев.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: