Бөтә яңылыҡтар

Бурыс (хикәйә)

Барыһы ла бик тиҙ булды. Инсафты иҫтән яҙған килеш таптылар. Был сүрәттә күпме ятҡандыр, реанимацияға индергәндә аңына килмәгәйне әле. Инсульт булған, бер аҙнанан яҡты донъянан китте. Ете һәм биш йәшлек улдары менән ҡатыны тол ҡалды. Һөйөклө Гөлназының йөрәк аҫтында тағы ла бер йән йөрөткәнен Инсаф белмәй китте.Ирен һуңғы юлға оҙатыу төш һымаҡ булды кеүек. Уяныр ҙа ысынбарлыҡка ҡайтыр. Һап - һау, матур ире, йәнеләй күргән Инсафы, йылмайып ҡайтып инер...

Бурыс (хикәйә)
Бурыс (хикәйә)

Инсаф исеменә есеме тура килгән иҫ киткес итәғәтле , ипле ир. Дуҫтары, туғандары өсөн йәнен бирергә лә әҙер булды. Ҡатынын, балаларын өҙөлөп яратты.

Йәре Гөлназға тауыш күтәреү түгел, яңылыш ҡына ла ауыр һүҙ әйтмәгәндер ул.

Йәштәр матур донъя ҡороп, татыу йәшәне. Һөйөү емештәре булып бер-бер артлы дың өләсәһенән ҡалған иҫке йортто һүтеп, кирбестән яңы йорт һала башланылар. Инсаф ике ҡатлы йорт хаҡында хыялланды. Тик яҡты хыялын тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ тир түгергә тура килде шул...
Икенсе балаға бирелгән әсәлек капиталы ғына етмәне, кредитҡа аҡса алырға ла тура килде. Уңған тырыш булды ир, һис йәлләмәне үҙен, ял көндәрендә Өфө менән район араһында пассажирҙар ташыны. Башҡаларға ҡарағанда арзаныраҡ алғас , клиенттары ла етерлек булды. Хәленән килгәнсә тырышты шулай Инсаф.
Ҡулдан булһа ла, иномарка алып ебәрҙеләр. Кредит өҫтөнә кредит алмаҫ өсөн бер туған ағаһынан бурысҡа алып торҙо.
Бер ҡарында ятып, бер әсәнән тыуған балалар тимәҫһең уларҙы. Холоҡ фиғеле менән икеһе ике төрлө.
Вэзих ҡомһоҙ, үҙ файҙаһын ҡайырырға ярата.
Әле лә ул:
– Бурысҡа бирермен дә ул, тик проценттары менән түләрһең. Риза булмаһаң башҡаларҙан һора, – тине.
Ризалашты Инсаф, бер йылдан етмеш мең ҡайтарырға расписка яҙып ҡарындаш ағаһынан алтмыш мең алды.
Ун ай үтеп ҡырҡ меңен ҡайтарғайны ул.
Барыһы ла һәйбәт кенә бара ине кеүек. Ғаилә яңы өйгә лә күсте. Өр - яңы йыһаз яҡты, иркен бүлмәләрҙә урын алды. Өй туйлап шатланып - ҡыуанып йәшәргә, балалар үҫтерергә ине лә бит... .
Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, бәлә һәр саҡ уйламағанда - көтмәгәндә килә.
Иртәнән эшкә киткән Инсаф үҙен насар тойҙо. Башы ауыртып күҙ алдары ҡараңғыланып торһа ла әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышты. Яҡты өмөттәр менән янып йөрөп, һаулығын уйларға ваҡыты ҡалмағандыр инде.
Барыһы ла бик тиҙ булды. Инсафты иҫтән яҙған килеш таптылар. Был сүрәттә күпме ятҡандыр, реанимацияға индергәндә аңына килмәгәйне әле. Инсульт булған, бер аҙнанан яҡты донъянан китте. Ете һәм биш йәшлек улдары менән ҡатыны тол ҡалды. Һөйөклө Гөлназының йөрәк аҫтында тағы ла бер йән йөрөткәнен Инсаф белмәй китте.
Ирен һуңғы юлға оҙатыу төш һымаҡ булды кеүек. Уяныр ҙа ысынбарлыҡка ҡайтыр. Һап - һау, матур ире, йәнеләй күргән Инсафы, йылмайып ҡайтып инер. Улар элеккесә йәшәп китер...
Тик көн артынан көн үтте. Гөлназға балаҡайҙары хаҡына йәшәргә , яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫкә тырышырға кәрәк.
Инсафтың дуҫтары Азамат менән Динис ҡатынға хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте.
Әхирәттәре, күршеләре көн һайын тигәндәй инеп йөрөнө.
Ире үлеп бер ай үткәс, ҡайнағаһы Вәзих килде. Килененең ҡиәфәтенә шундуҡ иғтибар итте ир. Нескә һыны ярайһы тулыланған Гөлназдың, йөҙөн һорғолт таптар ҡаплаған. Ҡасандыр ҡурсаҡтай матур ҡатын йәмһеҙләнгән, төҫ ташлаған.
– Нихәл, Гөлназ?
– Хәлдәр шәптән түгел, күреп тораһың.
– Инсаф миңә бурыслы китте. Ҡасан түләргә уйлайһың?
– Ҡырҡын үткәргәс түләйем, аҙ ғына көт инде.
– Бер йыл көттөм, тағы күпме көтәйем?! Йәлләр тип уйлама ла. Ике балаң етмәгәнме, нимә уйлап ауырға ҡалдың, аңра һарыҡ! Нечево нищету плодить! –ярайһы тупаҫ әйтте Вәзих. Бар көсөнә өҫтәлгә һуҡты.
Өҫтәл дер һелкенде. Ситтә торған нәфис сынаяҡ иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде. Бар донъяһы онталған, аҫты өҫкә килеп түңкәрелгәндәй булды бахыр ҡатындың...
–Бурысыңды түлә, теләһә ҡайҙан табып бир! – Вәзихтең йәмһеҙ бите ҡурҡыныс йәмрәйҙе, ул күҙҙәренә ҡан һауған йыртҡысты хәтерләтте. Әйтерһең дә, ҡорбанына ташланып, уны ботарларға йыйынған, ҡанға һыуһаған йыртҡыс...
"Эсенә типһәм шәп булыр, балаһы дөмөгөр был бисәнең..." –тип кинәнеп уйланы ир, түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыуҙан тулаған киленен күҙ алдына килтереп,–Ярай, йәшә, көсөктәреңде ҡара! "
Гөлназ күршеләренә йүгерҙе, илап ингән ҡатынды йәлләп, улары ун мең биреп сығарҙы.
– Ҡалғаны ҡайҙа?
– Башҡа бер тин дә бирә алмайым.
– Ярай, мин үҙемсә эшләйем, – ярһыған ир кухняға атылып инде, бер нисә ай элек кенә алынған газ плитаһы күҙенә сағылды. Шуны һүтеп багажнигына ташыны, һуңғы сыҡҡанында ишекте шапылдатып ябып китте.
Ауырлы ҡатын әрнеп- ярһып үкһене генә. Күҙ йәшкәйҙәре йылға булып аҡты. Ҡайнағаһының ҡомһоҙлоғона иҫе киткәйне уның. Нимә - нимә, иренең ҡарындаш, туғандан-туған ағаһынан быны көтмәгәйне. Йөрәк аҫтындағы сабыйы ярһып туланы, ярһып тыпырсынды, әсә борсолоуо уға ла күскәйне.
Күршеһе Сәүилә ингәндә илап хәле бөткән ҡатын диванда ята, эргәһендә улдары үҙҙәренсә йыуатып маташа ине.
– Бирешмә, Гөлназ. Вәзих һине рәнйетте. Үҙе лә күрер әле ул.
– Эй апайым, һин әйтәң дә ул. Ҡайғыларҙы күберәк мин күрәм...
– Матурым минең, өсөнсө сабыйың тыуырға тора. Алла бирһә, иҫән- һау булыр ул. Вэзихтең балаһы юҡ, ҡатыны менән күпме дауаланып маташтылар, ярҙамы теймәне. Хәҙер суд аша мөлкәттәрен бүлешеп, айырылып йөрөйҙәр. Егерме йыл йәшәгәндән һуң бит әле, егерме йыл.... Миләүшә килендәшең йәш ҡыҙҙар кеүек. Күҙе- башы уйнап, дәрте ташып бара. Всяк һөйәре бар уның. Түлһеҙ Вәзих уға булған үсен һиңә төшөрмәк була.
– Уның ҡайғыһы ҡайғымы ни, мин күргәнде күрһә, нимә эшләр ине икән?! Ҡәбәхәт ул, ҡанэскес йыртҡыс!
– Минең әйткәнем дөрөҫ була ул. Берәй ваҡыт ул ғәфү итеүеңде үтенеп килер әле.
–Ҡайҙан беләһең барыһын да.
– Күпте белгән тиҙ ҡартайыр, тиҙәрме әле?Тыныслан, борсолмаҫҡа тырыш.
Яҡшы кешеләр ҙә етерлек. Ирең өсөн дә йәшәргә, балаларыңды аяҡка баҫтырырға кәрәк. Үҙеңде һаҡла, матурым. Ныҡ булырға тырыш.
Донъяла яуыздар булған кеүек, яҡшы, изге күңелле кешеләр ҙә етерлек. Ҡайһы саҡта бөтөнләй уйламаған, көтмәгән яҡтарҙан ярҙам килергә мөмкин.
Август айының иҫ киткес йәмле, сыуаҡ көндәренең береһе ине. Алмалар ҡыҙарып бешә, өй янындағы миләш - кәләштең сағыу тәлгәштәре күҙҙең яуын ала...
Аҙыраҡ тынысланған ҡатын ҡоймаҡ ҡоя ине. Өй эсенә яңы бешкән алма бәлешенең әскелтем хуш еҫе таралған.
Ҡапҡа төбөнә "Тойота" туҡтаны. Унан затлы костюм кейгән, ҡара күҙлекле таныш булмаған ир сыҡты. Кем һуң ул, ниндәй хәбәр менән килә уларға?
– Һаумыһығыҙ. Минән ҡурҡмағыҙ, яҡшы ниәт менән килдем мин.
– Һаубыҙ. Кем һеҙ?
– Мин Руслан. Инсаф яҡын дуҫым ине. Ерләшергә генә килә алманым. Һеҙгә хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә теләйем. Зинһар өсөн, риза булып ҡабул итегеҙ, – ир өҫтәлгә ҡалын пакет һалды.
Күҙенә йәш эркелгән ҡатын аяҡтарының хәле бөтөүен тойҙо.
Шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәне ул. Яңыраҡ ҡына иренең туғаны аҡса таптырып яньял күтәргәйне, бөгөн иһә ете ят ир ярҙам тәҡдим итеп маташа. Ышанырғамы быға, юҡмы?
–Ярҙам итергә теләүегеҙгә ҙур рәхмәт. Тик мин ала алмайым. Бурысым булып торор бит. Нисек түләрмен. –Ҡатын үкһеп илай башланы, һулҡылдап бөттө бахырҡай.
– Тыныслан, килен. Мин ихлас ярҙам итәм бит. Инсафты яҡын күрҙем. Һеҙгә изгелек эшләргә теләйем. Ваҡытында ул ныҡ ярҙам итте. Хатта аварияға осрағанымда ҡанын биреп, мине ҡотҡарҙы. Ғүмерем буйы бурыслымын, – шундай ихлас әйтте Руслан. Яҡын күреп, ихтирам менән әйтте ул, әйтерһең бер туған ҡустыһының ҡатынына өндәшә.
– Сәй эсеп китегеҙ.
Ҡунаҡ хужабикәнең тәҡдимен кире ҡаҡманы. Иҫ киткес тәмле бәлеште маҡтап- маҡтап сәй эсеп рәхмәт әйтте лә китеп барҙы.
Русландың пакетында һумлыҡтар ғына түгел, евро-долларҙар ҙа байтаҡ ине.
Был аҡсаға бурысын түләү, яңы плита алыу ғына түгел, бер нисә йыл иркен йәшәргә мөмкин бит. Ҡатын түгелеп илап алды, быныһы инде шатлыҡ йәштәре ине.
Эйе, Гөлназ, һинең аҡ менән ҡара көндәрең алмашлап килә шул. Ауыр ҡайғың урынына көтөлмәгән шатлыҡ ишек ҡаға. Тик ҡыуанғанда, ҡайғырғанда берҙәй илайһың һин. Һиндәй нескә һәм саф күңеллеләр генә барыһын да йөрәгенә яҡын алалыр...
Вәзих ҡустыһының ҡырҡына килмәне. Инсафтың ғаиләһе менән араларын өҙҙө, буғай. Килене менән ҡатыны Миләүшәгә генә түгел, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ затына үсле ине ул.
Шулай ҙа өс йыл үткәс, Инсафтың ҡыҙының тыуған көнөндә килде ул. Йонсоу, бик меҫкен ҡиәфәттә ине Вәзих.
— Ғәфү ит, килен. Япа-яңғыҙ ҡалдым бит. Ҡустымдың балаларын күрергә рөхсәт ит, зинһар... – ул Гөлназ алдында теҙләнде, бите буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне...

Римма ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: