Бөтә яңылыҡтар

Бала осраҡлы тыумай

Һауынсыларҙың эшен ситтән күҙәткән биш минут эсендә генә Әғләм Хәлитов шундай һығымта яһаны: Мәтәл һөтсөлөк фермаһының районда ғына түгел, республикала алдынғылыҡты бирмәүе тап Ҡәмәриә Саматоваға ғына бәйле икәнлеген һуҡыр ҙа күрер, һаңрау ҙа ишетер. Буйға әллә ни ырамаған ошо тәпәшәк кенә, ҡырыҫыраҡ йөҙлө, ирҙәрҙекенә тартым ҙур танаулы, әммә мөләйемлеге күҙ-ҡараштарынан, һып-һыпатынан түгелеп торған ҡатындың янына барып уны хатта күрһәтелгән сәбәп буйынса тәнҡитләргә баҙнаты етмәне лә ҡуйҙы кисәге һуғыш яугиренең. Әллә баҙнатлығы етмәне, әллә оялды, дөрөҫөрәге, намыҫы ҡушманы...

Бөйөк Еңеүгә алты йыл үтеп китһә лә, һуғыш туптары гөрһөлдәп торғандай, бер-бер артлы снарядтар ярылғандай, атыу тауыштары ишетелгәндәй. Миллионлаған кешеләрҙең яҙмыштарына уйылып, тормоштарына күсеп яңғыраған шаңдауҙар бик оҙаҡ йылдар яңғырап торор әле. Шаңдауҙар йәшнәүҙәрҙән һуң ишетелә шул. Йәшендәрҙән һуң күк дөһөрләй...

Ҡырҡҡа ярылырҙай, меңгә сәрпелерҙәй булып һуғыштан ҡалған емереклек-өҙөклөктәрҙән арынырға, илде аяҡҡа баҫтырырға, тип ҡырталашҡанда, билдәрҙе биштән быуып, астан-ас килеш миктәгәндә, Таулы районы партия комитетына сетерекле йөкмәткеле хат килеп төштө. Башҡа ваҡыт булһа, бер асыу.

Хат авторҙары үҙҙәрен “Беҙ, Мәтәл ауылының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары”, тип атаған, тик исемдәрен әйтеп тормаған. Әгәр ҙә хат яңыраҡ ҡына район комитетының беренсе секретары булып эшләй башлаған Любимов Василий Викторовичҡа адресланмаған булһа, ундай уҡ ғауға ла тыуҙырмайса, башҡа ҡағыҙҙар араһында юғалған булыр ине. Һәр хәлдә, күрмәмешкә һалышырҙар ине.

Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән Василий Любимов. Күптән түгел генә был вазифаны биләгәндән һуң үҙенә йомош менән килеүсе һәр кешене оло сабырлыҡ менән тыңлап, һәр үтенесте, һәр хатты хәленән килгәнсе ыңғай хәл итеү яғын ҡараны. Уның башҡортса һөйләшеүе район халҡы өсөн көтөлмәгән мөғжизәгә тиң булды. Ырымбур өлкәһенең Туҡ йылғаһы буйындағы башҡорт ауылдары уратыуындағы  урыҫ ауылында тыуып үҫкәйне Василий Викторович. Таулы райкомына беренсе секретарь булып тәғәйенләнгәндән һуң ул тәүге партия йыйылышында телмәрен башҡортса тотто. Уның ҡарауы, урындағы аҫабалар телдәрен вата-емерә урыҫса һупаланы.

Бығаса райондың етәкселәре урындағы халыҡ вәкиленән булғас, улар аноним хатта яҙылған бындай хәлдәргә иғтибар итеүҙе “өйҙән сүп-сар сығарыу” тип кенә ҡараны, шуға иғтибар ҙа итмәҫ ине. Етмәһә, һуғыш тыуҙырған шаңдауҙар тормоштоң бындай ваҡлыҡтарына

Василий Викторович иһә авторҙары күрһәтелмәгән хатҡа айырым диҡҡәт бүлде. Өҫтәүенә, райком инструкторы, кисәге һуғыш ветераны

һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикабыҙ райондарының береһендә булған ваҡиға хикәйәгә нигеҙ итеп алынды. Исем-шәрифтәр үҙгәртелде.

Әғләм Хәлитовҡа бүлмәһенә саҡырып  хатты тапшырғанда шундай һүҙҙәрҙе әйтте: “Мәтәл ауылына барырға, хатҡа яҙылған факттарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә. Бер көндән миңә хәбәр итергә!”

Хаттың йөкмәткеһе Мәтәл ауылында күҙәтелгән ғәҙәттән тыш хәл хаҡында, түбәндәгесә ине:

“Хөрмәтле Любимов иптәш!

Беҙ, Мәтәл ауылының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары түҙеп торғоһоҙ хәлде һеҙгә еткерергә кәрәкле тип таптыҡ. Эш шунда: колхозыбыҙ фермаһында һауынсы булып эшләүсе, 1941 йылдан партия ағзаһы Ҡәмәриә Саматова үҙенең коммунистарға хас булмаған ҡылығы менән ауылыбыҙға, намыҫлы хеҙмәт итеүсе һуғыш ветерандарына, уларҙың һөйөклө кәләштеренә, тол ҡатындарға тап төшөрә. Саматованы ураған һайын “Һәр һыйырҙан шунсама һөт һауыуға, 30 һыйырҙан 35 быҙау алыуға өлгәшә” тип маҡтап район гәзитенә яҙалар, өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Әммә ул быҙау ғына алдымы икән? Ул һуғыш йылдарында бер-бер артлы ауылыбыҙҙың төрлө ирҙәренән ғәйептән биш бала тапты. Тап уның ошондай аҙғынлығы арҡаһында бер нисә ғаилә тарҡалыу сигенә барып етте.

Ҡ. Саматова  ошо ҡылығы менән ауылыбыҙҙың намыҫлы коммунистарынан, районыбыҙҙың партия комитетынын, Василий Викторович, һеҙҙең йөҙҙән көлә. Беҙ был мәсьәлә буйынса һеҙҙән алда беренсе секретарь вазифаһын башҡарыусы ике иптәшкә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, әммә яуап урынына киҫәтеү генә алдыҡ. Шуның өсөн дә үҙебеҙҙең исем-шәрифтәрҙе яҙмайбыҙ, сөнки ҡурҡабыҙ. Ҡ.Саматова хеҙмәт алдынғыһы булып йөрөй. Ул, хеҙмәттәге уңыштары менән башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаһа ла, йылмаяҡ холҡо, көләс тәбиғәте менән барыһына ла ярай һәм үҙенә иғтибар иттерә белә.

“Ир бирмәк, йән бирмәк”, ти халыҡ үҙенең бер мәҡәлендә. Беҙ, йәғни Мәтәл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хәләл ирҙәребеҙҙе шундай битһеҙ аҙғын бисә менән уртаҡлашырға теләмәйбеҙ. Һуғышҡа беҙҙең ауылдан киткән һәр биш ирҙең икәүһе генә имен-аман әйләнеп ҡайта алды. хәҙер сама менән һәр иргә ике-өс ҡатын тура килә. Әгәр ҙә ошо аҙғын ҡатындың башбаштаҡлығын туҡтатмаһағыҙ, уның насар йоғонтоһонда тыумалар аҫыраған ауылға әүерелмәҫбеҙ тимә.

Василий Викторович! Беҙ һеҙҙе принципаль иптәш, ысын коммунист, намыҫлы етәксе итеп беләбеҙ. Шуға күрә ауылыбыҙҙа боҙоҡлоҡ таратыусы, ирҙәребеҙҙе аҙҙырыусы Ҡ. Саматоваға партияның ғәҙел хөкөмө менән яза биреүегеҙҙе, уны партия сафынан сығарыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ, талап итәбеҙ...”

х  х  х

Был - Таулыла яңы эш башлаған Василий Любимовтың Әғләм Хәлитовҡа ышанып ҡушҡан тәүге партия йомошо. Хәлитов үҙе лә райкомда яңы кеше. Ураҡ осороноң тынғыһыҙ, ултырып хәл йыйғыһыҙ, баҫып тын алғыһыҙ ваҡыты. Барлыҡ диҡҡәт баҫыуҙарға йүнәлтелгән, тәүлектең һәр минуты ҡәҙерле, һәр колхозсы иҫәптә. Аяғына баҫып, арты менән шыуғанына тиклем ҡырҙа. Райком инструкторы көн кисәүләй барыуға ҡарамайса, тәүге осраған йөк машинаһына һағып Мәтәл яғына елдерҙе. Ауылға барып төшкәс тә, тура силсәүит рәйесе Борхановтың йортон эҙләп тапты. Һыңар аяҡлы һуғыш ветераны эштән әле генә ҡайтып тупһаһында ултыра ине. Хәлитов уның менән иҫәнләшкәндән һуң Любимов ҡултамғаһы һалынған мәтәлдәрҙең хаты менән таныштырғас, тегенең күҙенән йәш сыға яҙҙы.

-Ауылыбыҙға бер бәлә булды инде ул Ҡәмәриә. Тегеһенән – бер бала, мыныһынан – икенсеһе, анауынан – өсөнсөһө... Ғәйептән биш бала тапты, мына тағы алтынсыға ауырлы, тиҙәр...

-Һуң, Мирғәле Әфҡәтович, алтынсыға ауырға ҡалғанса тиклем  Саматованың үҙе менән һөйләшмәнегеҙме ни?  – Хәлитов нисек кенә үҙен тыныс тоторға, рәсми тонды һаҡларға тырышмаһын, ярһыуын барыбер тыя алманы. –Партия ойошмаһы нимә ҡарай?

-Һөйләшергә  саҡырып ҡараныҡ, партия йыйылышында да тикшерҙек. Файҙаһы ғына булманы. Әле бына кисә генә кантурға саҡыртып икәүҙән-икәү һөйләшергә, оялтырға теләнем... – Шулай тине лә силсәүит рәйесе, әйтергәме-юҡмы, тигәндәй тынып ҡалды.

-Шунан?

-Шунан ней шул, ултырған да шыу... Ул оялмайынса, күҙемә тура ҡарап: “Һин дә шулай уйлайһыңмы, ағай, улай уйлаһаң, башҡалар кеүек мине күрәлмаһаң, бөтә балаларымды һинең исемеңә яҙҙырам да ҡуям”, - тип сыҡты ла китте. Ҡустым, мин ҡалайтайым. Бынау ҡартайған көнөмдә үҙ балаларымдың күҙенә нисек ҡарайым? Ҡатыным менән нисәмә йыл йәшәйем, уның күҙенә нисек ҡарайым? Балаларының аталары кем икәнен белмәйем, әммә минең унда һис бер ғәйебем юҡ”, - ти рәйес аҡланырға иткәндәй.

-Күмәкләп бер ҡатындың нәфсеһенә баш була алмайһығыҙмы ни Мирғәле Әфҡәтович? Был хаттан шул да күренә: Саматованың ҡылығы ун йыл самаһы дауам итә. Ике йылға – бер бала.

-Үҙен күрһәгеҙ, бөтөнләй икенсе төрлө уйлар инегеҙ, Әғләм Нүрфәйезович. Һеҙ райкомда яңы кеше. Күп нәмәне белмәйһегеҙ. Район хужалары уны әрләргә, тәнҡитләргә тип килә лә, ниәте бойомға ашыра алмай, ҡайтып китә. Сихыры бар уның...

-Ҡарап ҡарарбыҙ. Әйҙә, Мирғәле ағай, һин мине уға алып барып күҙләштер. Үҙем һөйләшәм...

-Әғләм Нүрфәйезович, хәҙер һауын ваҡыты. Ҡәмәриә - һауынсыларҙың звено башлығы, хеҙмәт алдынғыһы. Киске һауындары тамамланыуға байтаҡ ваҡыт бар. Әйҙә, тәүҙә сәй эсәйек тә...

-Сәйләп-мәйләп торорға ваҡыт юҡ, Мирғәле Әфҡәтович. Мин иртәгә Любимов алдына Саматова эше буйынса отчет һалырға тейешмен...

Ферма тигәндәре ауыл осонда, революцияға тиклем төбәктәге байҙарҙан ҡалған ян-яғы ялан кәртә менән уратып алынған оло һарай ине. Килеүселәрҙе ялан кәртәлә һыйыр һауып  ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ара-тирә “Һәүкә!” тип әйтеп ҡуйыуҙары, күнәктәргә өҙлөкһөҙ гөбөрҙәп аҡҡан һөт тауыштары ҡаршы алды. Эштең иң ҡыҙған мәле. Ошо мәлдә әгәр ҙә үҙ ағышына барған эште туҡтатып, Любимов ҡушҡан йомошто үтәргә тотонһаң, күнәктәргә күңелле ағылған “һөт музыкаһы” туҡталып ҡалыр ҙа, уның урынына һуғыш шаңдауҙары яңғырай башлар һымаҡ. Инструктор үҙен уңайһыҙ хәлдә тойҙо, сөнки уны ошо ауылға килтереүсе сәбәп тә шул уҡ һуғыш шаңдауы икәнлеген ул яҡшы аңлай. Ҡәмәриәнең ире 1941 йылда уҡ һуғышҡа алынып, оло яуҙың тәүге сарпыуына эләгеп һәләк булған.

Үҙ эштәренә мөкиббән бирелеп, уларҙың килеүенә бөтөнләй иғтибар ҙа итмәне һауынсылар. Бая Борхановтың ҡатынының сәйенән баш тартырға кәрәк булмаған да икән, тип тә уйлап өлгөрҙө. Йылмайып ҡуйҙы.

Силсәүит рәйесе эйәк ишараһы менән генә ялан кәртә уртаһында гөбөрҙәтеп һыйыр һауып ултырған хат “геройына” ишараланы: таныш бул, йәнәһе, һеҙ күрергә теләгән Ҡәмәриә Саматова ана шул ҡатын була. Игеҙәге лә түгел, төп нөхсәһе, үҙе, барлыҡ яуызлыҡ унан килә, йәнәһе.

Хәлитовты ошоғаса интуицияһы алдағаны юҡ ине. Ҡәмәриәгә тәүге тапҡыр күҙ һалғандан һуң уның күңеленә шундай һүҙҙәр килде: һөймәлекле ҡатын. Әлегә шул ғына. Бындай тәжрибәне райком инструкторы дәһшәтле һуғыш барғанда меңәрләгән кешеләр менән төрлө шарттарҙа осрашып-аралашып туплағайны. Шуға күрә уны тәүге тәьҫораты ялған юлдан йөрөтмәй.

Йөҙгә сибәр булып та матур булмаған, киреһенсә, йөҙ матурлығы менән айырылып тормаһа ла, һөймәлекле, йылы һөйәкле кешеләр була. Ҡәмәриә бындай бүленештең икенсе төркөмөнә ҡарай. Әммә уға һәм дөйөм ялан кәртәгә иғтибарыңды йүнәлткәндән һуң ҡатын хаҡындағы икенсе фекер үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә: ул звено башлығы булараҡ, һауын гуртында ойошторолған эше сәғәт механизмы кеүек хәрәкәт итә, улай ғына ла түгел, урталыҡта ултырып һыйыр һауыусы шул сәғәт механизмының пружинаһы ролен үтәй. Фермаға барып еткәнсе Хәлитов Борхановтан шуны белеп өлгөрҙө: Ҡәмәриәне ике тапҡыр звено башлығынан бушатҡандар. Әммә көндәлек һауым шундуҡ төшкәс, колхоз рәйесе уны киренән үҙ вазифаһына ҡайтарырға мәжбүр булған.

Звено башлығының һауынсылар араһында биләгән урынын шундуҡ аңлап өлгөрҙө Хәлитов. Ҡатын әллә ни көслө булмаған тауышы менән йәш һауынсыларға бер туҡтауһыҙ кәңәшен еткереп өлгөрә, үҙе лә һауа. Йәштәр сираттағы һыйырға яҡынлап, ыратып һауа алмаһа, звено башлығының “Тылҡыт” тигән әмеренә шул тирәлә йөрөгән ун йәштәр самаһындағы малай аталғаны ҡулына баулап тотҡан кескәй быҙауҙы елтерәтеп алып килеп һөтөн бирергә теләмәгән һыйырҙың имсәктәрен эйҙерергә тылҡыта башлай. Бер аҙҙан мулҡып аҡҡан һөттөң шаулы гөбөрҙәүе ишетелә башлай.

-Ҡәмәриәнең өлкән малайы Ғилуан, - Борханов һауынсылар араһында “тылҡытыусы” вазифаһын башҡарыусы етеҙ малайға ишараланы. – Әсәһенән бер аҙым ҡалмай, үтә теремек малай...

Һауынсыларҙың эшен ситтән күҙәткән биш минут эсендә генә Әғләм Хәлитов шундай һығымта яһаны: Мәтәл һөтсөлөк фермаһының районда ғына түгел, республикала алдынғылыҡты бирмәүе тап Ҡәмәриә Саматоваға ғына бәйле икәнлеген һуҡыр ҙа күрер, һаңрау ҙа ишетер. Буйға әллә ни ырамаған ошо тәпәшәк кенә, ҡырыҫыраҡ йөҙлө, ирҙәрҙекенә тартым ҙур танаулы, әммә мөләйемлеге күҙ-ҡараштарынан, һып-һыпатынан түгелеп торған ҡатындың янына барып уны хатта күрһәтелгән сәбәп буйынса тәнҡитләргә баҙнаты етмәне лә ҡуйҙы кисәге һуғыш яугиренең. Әллә баҙнатлығы етмәне, әллә оялды, дөрөҫөрәге, намыҫы ҡушманы. Ферманан байтаҡ ҡына ара алыҫлашһа ла, күнәктәргә ағылған һөттөң күңелле гөбөрҙәүе һаман да ишетелеп торҙо. Артынан саҡ-саҡ эйәргән Борхановтың тауышы ғына ошо күңелле көйҙө өҙгәндәй, гармонияны емергәндәй:

-Әғләм Нүрфәйезович, Ҡәмәриә Саматова менән һөйләшмәйһегеҙме ни?

х  х  х

Иртәгеһенә Хәлитов Василий Викторовичҡа төнө буйы яҙған отчетын тотоп инде. “Беренсе” уның яҙғандарына күҙ ҙә һалып торманы, шундуҡ һораны:

-Саматованың үҙе менән һөйләштегеҙме?

-Юҡ, Вик... Василий Вик... – инструктор тотлоҡто,  үҙен ҡулға алды. –Василий Викторович, уның менән һөйләшеү килеп сыҡманы. Йәғни, мөмкин булмаған эш...

-Бына нимә... – Любимов уны ҡырҡа бүлдерҙе. –Хәҙер үк минең машинаға ултырығыҙ ҙа, Мәтәлгә барып Саматованы райкомға алып килегеҙ, колхоздың парторгы менән ауыл советы рәйесен дә ултыртып алығыҙ. Бындағы бүлек мөдирҙәре һеҙ килгәнсе документтар әҙерләһен. Саматованың тәртибенә ҡағылышлы бығаса йыйылған башҡа документтарҙы ла күтәрһендәр. Теүәл ике сәғәттән минең кабинетта осрашабыҙ...

Район үҙәгенән егерме саҡрымда ятҡан Мәтәлдән “беренсе” әйткән кешеләрҙе, шул иҫәптән Саматованы алып килер өсөн бер сәғәт ваҡыт та етте. Юлда Хәлитов ҡатындың ҡылын тартып ҡараны ҡарауға, әммә Ҡәмәриә бер һүҙ ҙә өндәшмәне, машина тәҙрәһе аша ҡырға ҡарап тик барҙы. Райком хеҙмәткәрҙәре үтә ҙур әүҙемлек күрһәтеп Саматованың шәхесенә бәйле райком канцелярияһында һаҡланған барлыҡ ҡағыҙҙарҙы бергә туплап “папка һимертеп” өлгөргән. Документтар  шундуҡ Любимовтың өҫтәленә инеп ҡунаҡланы. Әйтелгән ваҡытҡа барыһы ла уның кабинетына үтте, “беренсе”нең күрһәтмәһе буйынса Саматова ҡабул итеү бүлмәһендә үҙ язаһын көтөп ултырып ҡалды. Беренсе секретарь шундуҡ һүҙгә күсте.

-Иптәштәр, бында беҙ кеше яҙмышын хәл итергә йыйылғанбыҙ, - Любимов алдында ятҡан ҡағыҙҙарға ишараланы. - Мәтәл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яҙған хат менән барығыҙ ҙа танышып сыҡтығыҙ. Кемдә ниндәй фекерҙәр, тәҡдимдәр булыр? – Кабинет хужаһы Мәтәл ауылы вәкилдеренә ҡарап баш һелкте. - Һүҙҙе һеҙҙән башлайыҡ...

Тәүҙә колхоз парторгы Фәйезов һүҙ алды. Ул хат “геройы” хаҡында бер генә лә ыңғай һүҙ әйтмәне. Ҡыҫҡаһы, ул хатта яҙылған фекерҙәрҙе бермә-бер, әммә үҙ һүҙҙәре менән ҡабатлап, телмәрен шулай тамамланы:

-Мин уны, тыумалар инәһен, партиянан сығарыу, эшенән бушатыу ғына түгел, ҡулымдан килһә, ауылдан ҡыуыр инем...

Уның юғары тондағы сығышына  райкомдың бүлек мөдире Хафизов  ҡул сабыуы  менән баһалап, парторг һөйләп бөтөр-бөтмәҫ, үҙ һүҙен ялғаны.

-Миңә Фәйезов иптәштең принципиаль позицияһы бик оҡшай. Беҙ, ирҙәр, Гитлер фашистарына ҡаршы яуҙа йөрөгән бер ваҡытта үҙенең яуҙа һәләк булған иренә тоғролоҡ һаҡлай алмаған Саматова кеүек аҙғындар башҡа ҡатындарҙы ҡан илатып, уларҙың ирҙәре менән типтереп, кәнтәй кеүек көсөкләп ятҡан. Шуның өсөн ҡан ҡойҙоҡмо ни беҙ утлы яу яланында?  Саматованы ауылынан ғына түгел, райондан ҡыуырға кәрәк...

Ауыл советы рәйесе Борханов ыҡ-мыҡ килде. Уның һөйләгәненән бүлмәләгеләр Саматованы яҡлағанын да, уға ҡаршы булғанын да аңлай алманы. Сират Әғләм Хәлитовҡа килеп етте.

-Әлбиттә, Саматова иптәш коммунистарға хас булмаған яҙыҡ юлға баҫҡан. Ул бының өсөн язаһын да алырға тейеш. Әммә... – Хәлитов артабанғы фекерен ялғар өсөн кәрәкле һүҙен таба алмай туҡталып ҡалды.

Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Любимов та башын түбән эйҙе. Райком инструкторының өҙөлөп ҡалған телмәренең дауамы хаҡында ул да баш вата ине. Эйе, нәҡ “беренсе” әйтергә тейеш ул һүҙҙәрҙе. Хәлитовтың туҡталып ҡалыуы ла шуға бәйле. Дөрөҫөрәге, “Әммә...” тип башланған  һүҙ теҙмәһендәге төп фекерҙе Виктор Васильевич әйтһен өсөн Әғләм Нүрфәйезович телмәрен өҙгәйне буғай.

Тик стенаға беркетеп ҡуйылған сәғәт кенә текелдәп уларҙың сабырлығын һынағандай. Бүлмәлә ултырыусы дүрт ирҙең дә йөрәктәре текелдәгән сәғәт телдәре менән уҙышҡандай. Йөрәктәр дөпөлдәүе йышайған һайын сәғәт телдәре лә шәбәйә барғандай. Тынлыҡты Любимовтың тауышы бүлде:

-Саматованы саҡырығыҙ!

Ҡәмәриә  беренсе секретарҙың өҫтәленә яҡын килеп баҫҡас, бүлмә хужаһының ишара менән ултырғысҡа табан эйәк ҡағыуына ла иғтибар итмәй баҫып тора бирҙе. Любимов менән Саматова араһында шундай һөйләшеү булды:

-Ҡайҙа эшләйһең?

-Һыйыр һауам...

-Планды үтәйһеңме һуң?

-Үтәйем. Ай һайын һауымым артып килә...

-Балаларың бармы?

-Бар...

-Нисәү?

-Бишәү...

-Ирең ҡайҙа?

-Һуғышта һәләк булып ҡалды...

-Ярай, бар ҡайт та, эшеңде дауам ит. Бер нәмә өсөн дә борсолма, тыныслан...

Ҡатын сығып киткәс, Василий Викторович бүлек мөдиренә төбәлеп:

-Һин ҡатының менән бергә ятмайынса нисә көн түҙә алаһың? – тип һораны.

Бүлек мөдире өнһөҙ ҡалды. Артабан Виктор Васильевич был һорауҙы колхоз парторгына һәм райком инструкторына йүнәлтте. Улар ниндәйҙер һүҙ әйтерлек хәлдә түгел ине. Парторг Фәйезов ҡына әллә һорауҙы аңламаны, әллә уға оло мәғәнә һалды. Шуға күрәлерме:

-Партия нисек ҡуша, шул ҡәҙерле, - тип әйтеп һалмаһынмы.

Бүлмәләгеләр шарҡылдап көлөп ебәреүҙән көскә тыйылды. Барыһы ла Любимовтың реакцияһына иғтибар итте. “Беренсе” иһә яйлап ҡыҙара барған йөҙөн устары менән ҡаплап бер аҙ торҙо ла, бар көсөнә пырхылдап көлөп ебәрҙе. Был башҡаларға бирелгән сигнал кеүек яңғыраны. Бер аҙҙан бүлмәне биш ирҙең гөрһөлдәп көлөүе тултырҙы. Күмәк көлөүҙәр тамам булғас, Любимов тамағын ҡырып етди төҫ алды һәм “Саматова эше” буйынса һуңғы һүҙен әйтте:

-Саматованың ире һуғышта һәләк булған. Ул бит бала табыр йәштәге ҡатын кеше, нисек беҙ уны тәнҡитләй алабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға, әсә булырға теләгәне өсөнмө? Үҙенең ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә ҡаршы тора алмағаны өсөнмө? Гитлер уның әсә булыу теләген бойомға ашырырға ҡамасаулағаны өсөнмө? Ул бит тере организм. Белгегеҙ килһә, донъяға бер бала ла осраҡлы тыумай. Бынан был яғына миңә ундай ҡатындарҙы алып килеп йөрөмәгеҙ...

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: