Бөтә яңылыҡтар

Сөкәк (хикәйә)

Миңә утыҙ, уға егерме алтынсы йәш. Беҙ танышҡанда уға егерме ине. Дүрт йыл мин уны ҡосаҡламаным да, үпмәнем дә. Дүрт йыл буйы мин уның йәш ғүмерен урлап йөрөнөм.

Сөкәк (хикәйә)
Сөкәк (хикәйә)

Тормош иптәшем күңелһеҙләнеп оҙатып ҡалды. Инде алтынсы тиҫтәне ҡыуһам да, үҙемдең дә йөрәгем семтеп-семтеп ала. Әммә ваҡыт тигәнең көтөп тормай.

– Йә, гүзәлем, оҙаҡҡа түгел бит. Бер ай үтер ҙә китер. Иң мөһиме – иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға Аллаһы Тәғәлә насип итһен, – тип ҡулын еңелсә генә ҡыҫып, вагон купема кереп ултырҙым.

Бына поезд һыҙғыртты. Шыуғандай, тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып киттек, тәҙрә аша бер-беребеҙгә ҡул болғайбыҙ. Перронда тороп ҡалды. Тик ҡыҙыл яулығы ғына уны башҡа кешеләрҙән айырып, ана тора ҡатының, тип күрһәткәндәй. Боролмала бөтәһе лә юғалды.

Күңелемде ғәмһеҙ бушлыҡ, яңғыҙлыҡ тойғоһо солғап алды. Тормош ағышында нисә тапҡыр айырылышып, нисәмә осрашыу бәхетен кисергәнем бар. Айырылышыу хисе әсерәк. Ауыр айырылышыуҙан һуң ун йыл күңел бушлығын кисерергә лә тура килде. Тормош бит. Йә дәүләт ғауғалары, йә үҙ тәҡдирең... Тыуған ерҙең киң яландарын, вағыраҡ тауҙар, шырлыҡтар араһында ятҡан туғайҙарын күҙәтеп килә торғас, поезд Урал армыттары араһына боролдо. Юлаусыларым, нигеҙҙә, йәштәр, бөтәһе лә поезд үткән ҡалаларға йә уҡырға, йә эшкә баралар. Араларынан береһе, күрәһең, хоҡуҡи белем алыу өлкәһендә уҡыйҙыр. Диплом яҙыр өсөн архив материалдарынан бер ваҡиғаны нигеҙ итеп алып, шул ваҡиғаны төрлө йүнәлештә өйрәнеүен иптәштәренә һөйләй. Һөйләгән ваҡиғаһы миңә бик таныш кеүек тойолдо. Шуға күрә лә иғтибарҙы йүнәлтеп тыңлай башланым һәм һөйләнелгән ваҡиғаларҙы бөтә нескәлегенә тиклем тағы ла иҫкә төшөрҙөм. Сөнки уны хәтерләү мине утыҙ йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтты. Бер юлы йәшлек осорона ла.

Ниңәлер шул ваҡиға миңә тыныс йоҡо бирмәне. Иртә менән баш ҡалаға килеп еттек. Йәш юлдаштарым төшөргә йыйынғас, кисә кис һөйләгән егеттән диплом ваҡиғаларындағы кешеләрҙең, ә иң мөһиме, баланың артабанғы яҙмышын һораным. Дипломсы баланың артабанғы яҙмышын белмәй икән. «Архив материалдарын артабан өйрәнмәнегеҙме?» – тип тә һораным. «Юҡ, ул баланың артабанғы яҙмышы билдәле түгел», – тип ҡыҙыҡһыныуҙы һүндергәнсе һыу һипте. Был ваҡиғаларҙың артабанғы ағышын мин дә белмәй инем. Был студент архив материалдарында минең һәм минең иптәштәрҙең тикшереп тапшырған эшенә тап булғандыр, тигән фекергә килдем. Юлым артабан Ҡаф тауҙары яғына дауам итте.

Шулай итеп, мин шифаханаға китеп барам. Юлда төрлө кешеләр осрай, уларҙы ла күҙәтәм. Күберәк «Ҡаф тауҙары яғында булып уҙған ваҡиғаларҙан һуң кешеләрҙең ҡараштары ил уртаһында йәшәгәндәргә үҙгәрмәнеме икән?» тигән уйға яуап эҙләйем. Юлда һәр ваҡыт кешеләр тиҙ дуҫлаша, тәртипһеҙҙәргә ҡарағанда инсафлылар, ярҙамсылдар һәм фекерҙәштәр күберәк осрай.

Минең купеға Һамар ҡалаһы тирәһендә утыҙ йәштәр самаһындағы ир кереп урынлашты. Оҙон ғына буйлы. Асҡаҡ. Ҡара сәсле, ҡара күҙле. Поезд барған ҡала, етер еребеҙ булғас, бер-беребеҙгә «Ҡайҙа бараһың?» тигәнерәк һорауҙар бирмәнек. Ул сисенде. Еңелсә кейемдәрен кейҙе. Исем-шәрифтәребеҙҙе әйтеп таныштыҡ. Әммә, ятыр ваҡыт етеп килгәнгә, икебеҙ ҙә йоҡларға әҙерләнәбеҙ. Юлдашым урыҫ телендә һөйләшә. Миңә ул йә христиан сыуаш, йә мари кешеһе булып тойолдо. Башындағы фуражкаһын сискәс, ул муҡсайынан башҡорт тирмәһе өлгөһөндә сит-ситтәре нағышлап тегелгән сигеүле теүәтәй алып кейҙе. Үҙе әҙ һөйләшә. Һорауҙарҙы үҙенә нимәлер кәрәк булғанда ғына бирә. Кешегә мөғәләмәһе бик йомшаҡ, инсафлы, тыйнаҡ. Юлдашым кергәнсе киске сәйҙе эсеп өлгөргәйнем, шуға ла уға ҡушылманым. Сәйгә ултырыр алдынан ул тубығына таҫтамал йәйҙе лә доға уҡый башланы. Уҡып бөткәс, «Аллаһу әкбәр» тине лә ашарға ултырҙы. Үҙ урыныма ятҡан инем. Һәр саҡ урыҫ телендә генә һөйләшкән был кешенең ислам тәғлимәтле булыуы аптыратты. Иғтибар менән уны күҙәтә башланым. Алдындағы ризыҡтарға иғтибары ла, уның һәр валсығына мөнәсәбе лә, ултырышы ла мосолманса. Һәр тарафты диҡҡәт менән тыңлап, яй ғына аш ҡабул итә. Минең биргән һорауҙарыма, ашаған еренән туҡтап, асыҡ һәм ҡыҫҡа ғына яуап бирә.

Артабан беҙ һөйләшмәнек. Әммә мин уны бер күҙем менән булһа ла күҙәтә инем. Ашап бөткәс, ул яйлап, һис ҡабаланмай доға уҡыны. Өҫтәлен тейешенсә таҙартты. Сығып бер аҙ елләп керҙе. Унан һуң муҡсаһынан Ҡөрьән-Кәримде сығарып уҡый башланы. Уның йөҙ-сырайынан маңлай һырҙарының бер йыйырсыҡланып, бер ҡәҙимге һырҙарына ҡайтып үҙгәреүенә ҡарап, сүрәләрҙе аңлап, уларҙы зиһене менән йотоп уҡығанлығы күренеп тора.

Был күренеш оҙаҡ ҡына дауам итте. Поезд тәгәрмәстәре бер туҡтауһыҙ туҡылдап, йоҡоға бәүелтһә лә, аң, ҡыҙыҡһыныуымды туҡтатмайынса, һыңар күҙгә күҙәтергә ҡушҡан. Бына ул ашауынан туҡтаны, өҫ кейемдәрен сисеп элде. Бер аҙ торғас, ул бит-ҡулдарын, аяҡтарын ғөсөлләндереп, тәһрәтле булып керҙе лә ентекләп һөртөндө. Иҙәнгә газеталар йәйҙе. Өҫтөнә йоҡа намаҙлыҡ түшәп, төнгө йәстеү намаҙына баҫты. Намаҙлыҡҡа баҫыр алдынан, ул өҫтәлендә ятҡан ҙур сәғәтенә ҡарап, торошон билдәләп алды. Уның һәр саҡ ҙур сәғәтенә ҡарап торошон үҙгәртеүен һуңынан төшөндөм: компас аша ҡибла йүнәлешен билдәләгән икән. Йәстеүҙән һуң ҡаты йоҡоға талғанмын. Әллә мейе туҡтауһыҙ туҡылдауға арып, әллә таң һарыһы күҙ ҡабаҡтарын яҡтыртыуына уянып күҙҙе асҡанда, Ибраһим тағы ла намаҙлыҡ өҫтөндә тора. Сабаһ йәки, ҡайһы бер мосолмандарыбыҙ әйтмешләй, зухр намаҙын уҡый ине. Шулай биш намаҙҙы ла еренә еткереп уҡып көн үтте. Тәүлек ашыу килгәс, беҙ тейешле ҡалаға етеп, мин үҙ шифаханама барып урынлаштым. Әллә милицияның перронда һыҙғыртҡыс һыҙғыртып кемделер, күрәһең, азатлыҡ даулаусыларҙы, баҫтырыу шау-шыуы аҫтында иғтибарҙы юғалтып, беҙ Ибраһим менән хушлаша алманыҡ. Ығы-зығылы халыҡ араһында бер-беребеҙҙе юғалттыҡ. Ҡалала, ғөмүмән халыҡта Ҡаф тауҙары араһында йәшәүселәр холҡо, үҙһүҙлелек, ҡыҙыулыҡ, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ һиҙелә. Бында уйнап һөйләшһәң дә, уйлап һөйләшергә кәрәк. Урындағы халыҡтың ғөрөф-ҡылыҡтары үҙенсәлекле, бер тин урынына биш тин һурырға әҙерҙәр. Төрлө телдә һөйләшәләр. Хатта бер-береһен аңламайҙар, әммә тәбиғи булмыштары күп яҡтан оҡшаш. Уңайлы урынлашып, тирә-йүнгә күҙ һалып керәйем тип торғанда, ҡапыл ишек асылып китте лә, бүлмәмә Ибраһим килеп керҙе.

– Ба, вот тебе встреча! – Беҙ ихлас ҡосаҡлашып, тағы ла күрештек.

Ул сисенеп, ул-был итеүгә, ашарға саҡырҙылар. Ашау өҫтәлдәребеҙ ҙә бергәлер, тип уйлаһам да, улай булмай сыҡты. Ибраһимды дини кешеләр ризығы бирелгән бүлмәгә ултырттылар. Нимә ашайҙарҙыр, миңә билдәһеҙ. Әммә беҙҙең өҫтәлдәге тәғәмдәр юҡтыр, уныһы билдәле.

Артабанғы көндәр дауаланыуҙар һәм башҡа саралар менән үтте лә үтте. Яйлап яҡынданыраҡ танышырға бер ҙә форсат сыҡмаған кеүек.

Көндәр үтә торҙо. Кис ҡайтҡас, шәхси мөнәсәбәттәрҙе асыҡламай ғына урыҫ телендә һөйләшәбеҙ ҙә, уның йәстеүен үткәреүе менән йоҡоға талам. Ибраһимдың бейергә сыҡмауы, йәш ҡатын-ҡыҙға яҡын да килмәүе мине һағайта башланы. Бер һөйләшкәндә ул ғаиләһе юҡлығын, яңғыҙ йәшәүен белдергәйне.

Һәр кем сит ерҙә үҙенә йә рухташ, йә диндәш кеше менән яҡынлаша. Миңә лә үҙ ҡорҙашым тура килде. Ул алтай милләтенән, Талтан исемле.

Талтан менән дөйөм ҡыҙыҡһынған һүҙҙәребеҙ күп. Мин унан Алтай тауҙарын, халҡының ғөрөф-ғәҙәтен һорайым. Ә ул минән Урал тауҙары һәм башҡорттар менән ҡыҙыҡһына.

Шулай бер көн Ибраһим менән минең бүлмәгә, ҡулына ҙур һауытлы йөҙөм шарабы тотоп, Талтан килеп керҙе. Ер-һыу атамалары, ғөрөф-ғәҙәт буйынса фекер алышыу башланғас, беҙгә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Ибраһим да ҡушылды. Хәҙер мин белә инем: Ибраһим уғыр ҙа, сыуаш та түгел, йә башҡорт, йә татар кешеһе. Әммә урыҫ мөхитендә үҫкәс, улар телен үҙләштереп, үҙ иткән һәм нисектер, кемдеңдер йоғонтоһо аҫтында үҙ диненә ҡайтҡан.

Талтан алтайҙарҙың туй йолаһын һөйләй башланы ла, ҡыҙыҡһынып, башҡорттарҙың сөннәтлеме, әллә түгелме икәнлеген белергә һорау бирҙе.

– Эйе, беҙ сөннәтле. Бына ялға китер алдынан ғына иң кесе ейәнемде сөннәткә ултырттыҡ, – тинем.

– Ә нисә йәштә ине? – тип һорай Талтан.

– Беҙ ете һанын тотабыҙ. Ете йәшкә тиклем сөннәтле булырға кәрәк. Ә беҙҙең сабыйыбыҙ бәләкәй генә ине…

Шул һүҙҙәрҙе әйтеүем булды, Ибраһим ниндәйҙер өн сығарҙы. Унан ике ҡулы менән яңаҡтары аша башын тотто ла тороп сығып китте. Талтан уның был ҡылығын аңламаны, һис бер ни булмағандай, үҙ хәбәрен сурыта бирҙе. Насар һүҙ ҙә һөйләмәнек шикелле, ни бары йола тураһында гәпләштек. Әммә мин уны күрҙем. «Баланы сөннәтләгәндә сабый бәләкәй генә ине» тигән һүҙҙәремдән һуң Ибраһимдың ҡапыл йөҙө боҙолдо. Маңлайын йыйырып, миңә ут ҡарашын ташланы. Үҙем дә һиҙмәҫтән, тәндән сыбыҡ тимерҙәр сәнсеп, өҫтән аҫҡа китте. Ибраһимдың был ҡарашында сирҡаныу һәм ҡурҡыу бар ине. Үлеме алдынан ғына кешенең шулай ҡото алыналыр. Уның был ҡылығы мине тамам аптырауға ҡалдырҙы. Талтан менән артабан әңгәмәләшеүҙең тәме китте. Шуға ла мин: «Барыр ерем бар», – тип Талтандан ғәфү үтенеп, ҡорҙо йомғаҡланым. Бүлмәлә йәм тапмағас, баҡсаға сыҡтым. Таҙа, күркәм баҡсала тар юл менән китеп бара инем, ағас аҫтындағы ултырғыста Ибраһимды алыҫтан уҡ күрҙем. Ҡулдарын күкрәгенә ҡаушырып, башын юғары күтәреп, күңеле менән ҡайҙалыр йыһанда йөҙә ине. Мине күргәс, урын бирҙе. Янына ултырғас, мин Ибраһимдан:

– Әллә мин һиңә ҡарата берәй оҡшамаған һүҙ әйттемме? Миңә асыуландыңмы? Ниңә ҡорҙо ташлап сығып киттең? – тип һораным.

Ибраһимдың үҙен нисектер сәйер тотоуын күреп торһам да, сәбәбен аңламай инем. Шулай ҙа Ибраһимдың йәшлеген аңлап, шулай булғас, йәштәрсә шуҡлығы ла барҙыр, тигән уй менән:

– Йыраҡҡа килгәнһең. Дауаға ла һирәк һәм дөйөм алымдарына ғына йөрөйһөң, – тинем.

– Бүре үҙ ояһы янында һарыҡ йыҡмай, – тип көлөмһөрәне күршем.

– Бүре өсөн һарыҡ ҡайҙа ла бер инде, – тип ҡуйҙым.

– Тик мин тешһеҙ бүре. Бер ваҡытта ла һарыҡ йығып ашай алмайым. Тешемде көсөк ваҡытымда уҡ бысып алғандар.

Ысын мәғәнәһенә төшөнә алманым. Шулай тине лә уйға батты. Әҙерәк ултыра биргәс:

– Ағай, һеҙ минән байтаҡҡа оло... Донъяны күп күргәнһегеҙ. Бына кеше ғүмере буйына үҙе йәшәгән ерҙә, бөтә кеше менән бергә йәшәһә лә, ысынбарлыҡта улар менән дөйөм маҡсатта, дөйөм теләктә йәшәү мөмкинселеге булмай. Һәр саҡ, һәр ерҙә үҙең күренеп йөрөһәң дә, күңелеңде, мөмкинселегеңде күрһәтмәй, йәшереп йәшәп буламы? – тип һораны.

– Юҡ, әлбиттә. Кешеләр менән ике йөҙләнеп йәшәп булмай. Иртәме-һуңмы ул асылырға тейеш. Үҙенең эске фиғелен күрһәтергә тейештер, – тип һығымта яһаным.

– Шулайын шулай. Әммә төрлө осраҡтар була бит. Бына мин, мәҫәлән, асыла алмайым. Мөмкинселегем булһа, теләр инем. Һеҙ минән ике тапҡыр ниңә кис йәштәр янына бейергә сыҡмауымды һоранығыҙ. Ә мин һеҙгә яуап бирә алманым. Шулай ҙа һеҙ минең ҡайҙан, кем икәнемде белмәйһегеҙ. Әммә кеше ҡасан да асылырға тейеш! Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ. – Шунан, беҙҙең яндан үтеп барған өс йәш ҡатын-ҡыҙға ҡарап: – Нишләйем һуң?! Бүре булһам да, оянан йыраҡ булһам да, «ашай» алмайым, тешем юҡ, – тип уфтанғандай итте Ибраһим.

Ә мин һаман да хәбәрҙең асылына төшөнә алмайым. Ибраһим йыраҡта, киң даръялай яланда күренеп ултырған Биштауға оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы.

– Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙемдең ҡайҙан, кем балаһы булыуымды ла, ата-әсәйемдең исем-шәрифтәрен дә белмәйем. Кем булғандыр улар? Милләттәрен дә белмәйем. Икеһе ике даръяныҡымы, бер шишмә башыныҡымы – билдәһеҙ. Күп йөрөнөм мин эҙләнеп. Ҡутармаған архивтарым, һөйләшмәгән кешеләрем ҡалманы шикелле. Шулай ҙа һеҙҙә, Башҡортостанда, медицина архивтарында шуны таптым: мине, яңы тыуған баланы, етмеште уҙған ике ҡарсыҡ шәфҡәт туташтарына биреп ебәргән... Ибраһим тип пәйғәмбәр исемен яҙырға һорағандар. Исемемде шул ике ҡарсыҡ ҡушҡан. Ләкин миңә уларҙың кем булыуы билдәһеҙ. Ғөмүмән, ул ҡағыҙ медицина яҙмаһы һәм булған хәл-әхүәлде яҙған протокол киҫәге ине. Ә ундай сетерекле яҙмаларҙы милиция алып китә лә кире ҡайтармай. Үҙ эштәренә ҡушып архивтарына ебәрәләрҙер, тигән фекер әйттеләр. Ә Эске эштәр архивтарына кереү, ай-һай. Артабан ҡайҙа булғанмындыр, белмәйем. Хәтерләйем, ул йортта беҙ барыбыҙ ҙа бер йәштәр самаһында булғанбыҙ, күрәһең. Беҙҙе йәберләүсе ҙур балалар булманы. Күрәһең, ҡайһы беребеҙ атай-инәйҙәрен белеп, аңлап, күреп, шунан һуң ғына был йортҡа эләккәндәрҙер. Ҡайһы берәүҙәре атай-инәйҙәрен һағынып илай, тәрбиәсе апайҙарынан уларҙы саҡырып килтереүҙәрен һорай ине. Ә беҙ, бер төркөм бала, атай-инәйҙең кем булыуын, уларҙан ниндәй йылы еҫ килгәнен төшөнмәһәк тә, беҙ ҙә уларҙы таптыра торған инек. Нисектер йылы, яҡын кешем булыуын бик теләй инем. Тәрбиәсе булғандыр. Бер апайҙың еҫен мин иң яҡын кешем, күрәһең, әсәйем еҫе кеүек аңлағанмындыр. Әммә мин уның әсә түгеллеген белә инем. Шулай ҙа ул апай кейгән халатын элгескә элһә, йә булмаһа яулығын һалып торһа, аңдып торам да, тиҙ генә барып яулығына йә кейеменә танауымды терәп еҫкәйем-еҫкәйем дә, күреп ҡалмаһындар тип, йүгереп ҡаса инем. Унан берәй мөйөшкә ултырам да шул еҫте тағы ла иҫкә төшөрәм. Әммә оло апайҙар беҙҙе нимә менәндер әүрәтеп, иғтибарҙы икенсегә борһалар, ата-инәйҙәрҙе онотабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Ә тегеләр онотмайҙар, илайҙар ҙа илайҙар. Беҙ әле беребеҙ ҙә уҡымайбыҙ. Күңелгә ниҙер етмәгән кеүек булһа ла, өҫ бөтөн, тамаҡ туҡ булды. Бер-беребеҙҙең әйберенә тейеү ҡәтғи тыйыла ине. Урлашыуҙың ни икәнен дә белмәнек. Әммә был йортто ҡалдырып китергә ваҡыт етте. Бөтә әйберҙәребеҙҙе йыйнаттылар ҙа, автобусҡа ултыртып, беҙҙе ҡайҙалыр алып киттеләр. Элек бер ваҡытта ла автобусҡа ултырмағас, был ваҡиға айырыуса хәтерҙә ҡалған.

«Ура, ура! Автобуста китәбеҙ!» – тип беҙ йүгерешеп кереп ултырҙыҡ. Әммә бынан, өйрәнгән йортобоҙҙан, мәңгегә китеүебеҙҙе аңламай инек. Беҙҙе тәрбиәләгән апайҙар, күҙҙәренән йәш тәгәрәтеп, берәм-берәм автобусҡа кереп, һәр беребеҙҙең башынан ҡосаҡлап хушлаштылар. Шунда ғына мин аңлай төштөм: апайҙар менән хушлашыуыбыҙҙы, башҡаса бында килмәйәсәгебеҙҙе. Мине яратҡан апай башымдан килеп ҡосаҡлағас, мин уның шул тиклем үҙ, шул тиклем яҡын еҫен еҫкәнем. Уның менән мәңгелеккә айырылышыуымды һиҙмәһәм дә, иланым да ебәрҙем. Ниңәлер: «Беҙ ҡасан ҡайтабыҙ?» – тип һораным. Әле юлға сыҡмаҫ борон уҡ мин уны һағынғайным. Дөрөҫөрәге, уның үҙенән дә, башымды һыйпаған йомшаҡ ҡулынан да, бөтә зиһенемә яҡын еҫенән дә айырылғым килмәй ине. Бына автобус бипылданы. Апай башын эйеп, минең ҡолағыма: «Ибраһим, һин сит балалар йортона китәһең. Унда барғас, бер ваҡытта ла балалар алдында шыр яланғас сисенмә. Мунсала ла, һыу төшкәндә лә... Юғиһә, үҙеңдән көлөрҙәр... Берүк онотма», – тип ҡат-ҡат иҫкәртте. Уның тауышында ҡушыу ҙа, үтенеү ҙә бар ине. Шулай ҙа, аңлағанымса, әйткән һүҙҙәрен башыма һалып ҡуйҙым.

Икенсе ергә барғас, унда тормош бөтөнләй башҡаса булып сыҡты. Көндәлек тормоштоң байтаҡ өлөшө үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә күсте. Ятҡан урыныңды йыйыу, иҙән һепереү, саң һөртөү, йыуыу, йыуыныу һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә өйрәттеләр. Бында үҙ-ара мөнәсәбәт тә башҡаса. Ҙурҙар, көслөләр хаким! Көслөләр бойора, кәрәк икән, йомошҡа ебәрә, хатта тәмәке төпсөгө сүпләтә. Тормошта шулай етемлекте, бушлыҡты ғына түгел, ғәҙелһеҙлекте, хакимлыҡты, бурыслылыҡты һәм һәр ваҡыт буйһоноулы, яуаплы булыуҙы белдек. Бына шул биш төшөнсә кешене артабанғы тормошонда ғүмере буйы оҙатып йөрөй. Кеше ғүмере, нигеҙҙә, шул биш төшөнсә араһына ишелгән. Береһенән дә ҡотолоп булмай. Әммә кеше ғүмере буйы шул төшөнсәләрҙән ҡотолорға ынтыла... Азат булырға... Шуларҙан башҡа тағы ла һәр кем татымаған ғәриплелек тойғоһо бар. Уның емеше – үҙеңдең башҡаларҙан түбәнлегеңде аңлау. Быныһы иң ауыры...

Ибраһим күктә йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап тынып ҡалды. Мин дә өндәшмәйем, һөйләшһәк, аҙағы нисек булырын да белмәйем. Сөнки Ибраһимдың күңел етемлегенең сәбәбен һис төшөнә алмайым. Ҡарап торһаң, Ибраһим һап-һау, таҙа, урта көрлөктә, ауырыуға оҡшамаған. Өҫтө бөхтә, таҙа.

– Минең һиҙемләүем буйынса, ниндәйҙер бер ауыр яраң бар, шәт. Тик ул әллә тән, әллә йән яраһы, – тим.

– Дөрөҫ һиҙемләйһең, ағай, дөрөҫ! Миндә төҙәлмәҫлек тән яраһы бар. Шул яра үҙе һыҙламаһа ла, иҫ белеп йәшәй башлағандан алып – ауыр, тәрән, төҙәлмәҫлек йәнем яраһы. Детдомда йәшәгәнемә икенсе йыл тигәндә, бер ваҡытта ла сисенеп йөрөмәһәм дә, ҡайҙандыр белеп ҡалып, малайҙар миңә «Сөкәк» тигән ҡушамат таҡтылар. Шул ҡушаматты мин балалар йортонда һигеҙ йыл йөрөттөм. Күпме ғәрлек, түбәнһетеү күрҙем... Мунсала ла, һыу төшкәндә лә, эҫе көндәрҙә урамда йөрөгәндә лә еңел кейемемде малайҙар түбәнгә тарталар ҙа шарҡылдап көлөшәләр. Шул тиклем ауыр була торғайны. Ә минең холҡомда ҡапма-ҡаршылыҡлы тормош алымдары ла, эске хистәр ҙә барҙыр. Балалар йортонда һәр саҡ ике төшөнсә, ике тәрбиәүи алым һуғыша. Тәрбиәселәр дөрөҫлөккә, хеҙмәткә, тәртипкә өйрәтәләр. Әммә бер кем тарафынан уҡытылмаған алымдар ҡайһы ваҡыт тәрбиәселәрҙең барлыҡ тәрбиәһен еңә лә ҡуя. Ҙурҙарҙың бәләкәйҙәрҙе ҡыйырһытыуы, үҙ-ара ваҡ-төйәкте урлау, бер-береңдең танауын емереү, ҡушаматтар тағып түбәнһетеү. Унда берәү ҙә һиңә «көслө», «батыр» йә «бөркөт» тип исем таҡмай. Иң ауыр ҡушамат – ағзаларыңа ҡағылышлыһы. Йә «һаңғырау», йә «һуҡыр», йә... йә... «сөкәк»... Унан һуң, кис булһа – көслөнөкө замана. Көслөгә хеҙмәт итә башлайһың. Көслөләр сығып китһә, яйлап үҙең көслө урынына ҡалаһың. Бына шулай килә тәртип, уҡытылмаған күсәгилешлек. Ғөмүмән, ғаиләлә үҫкән бала менән балалар йортонда үҫкәндәр холоҡтары, тормоштағы алымдары менән ҡырҡа айырмалы. Дәүләт йә сәйәси йәмғиәт тарафынан ҡыйырһытылмаһа ла, тирә-йүн, үҙ мөхитендә йәберһетелеп үҫкән кешеләр бөтә тирә-йүнгә, ғөмүм кешелеккә үсле булалар. Улар өсөн бер кеше лә яҡшы түгел. Бөтәһе лә насар, ундайҙар яҡшы сифаттарҙың ниндәй икәнен дә белмәйҙәр, аңламайҙар ҙа.

Улар бөтә кешелеккә үсле түгелдәр. Ә үҙ мөхите тарафынан ҡыйырһытылып үҫкәндәр башҡаса. Ниңә мин һәр ваҡыт ғәйепле, тип уйлайҙар. Ни өсөн тик мин? Ниңә башҡалар түгел? Мине йәберләүселәр был йорттан сығып китһәләр, күрһәтер инем мин ҡуштандарына, тигән өмөт эстә йөрөй. Ололар сығып киткәс, иң көслөһө булып мин ҡалдым. Хәҙер миңә берәү ҙә «сөкәк» тип әйтә алмай ине. Әйтеп ҡараһын! Хәҙер үк тешен ҡанатҡансы тондорам. Эйе, өҫтөңдә хакимдар торһа ла, әгәр зиһенеңде егеп, ул хакимға кәрәк урында өҫтөнлөгөңдө күрһәтә алһаң, ул һағая, һиңә иғтибарлы була башлай. Башыңды күтәрергә мөмкинселек тыуа. Нахаҡтан бәлә һалып рәнйетһәләр, үҙ-үҙеңде тыйыу, сабыр булыу ауыр. Балалар йортонда уҡығанда бер уҡытыусы апай дәрес ваҡытында уҡытыусылар бүлмәһенән онотолоп ҡалған китабын килтерергә ҡушты. Кластан сығып, күрше биналағы уҡытыусылар бүлмәһенә йүгерҙем. Минең йүгереп барғанды дәрескә ҡыңғырау биреүсе апай күрҙе. Мин бүлмәгә керешләй унан беҙ «Батя» тип йөрөгән Виктор килеп сыҡты. Бармағын тештәренә ҡыҫтырып: «Ни гу-гу!» – тип минең эскә йоҙроғо менән төрттө лә һуңлап килгән ҡиәфәттә уҡыған класына кереп китте. Мин ҡушылған ерҙән география китабын алып, дәрескә ашыҡтым. Бынан һуң тағы ла ике сәғәт башҡа фәндәр уҡыныҡ. Һуңғы дәрес бөтөр алдынан класҡа мәктәп директоры менән урынбаҫары, бая мин география китабын килтереп тотторған уҡытыусыбыҙ һәм... милиционер килеп керҙе.

Дәрес туҡтаны. Милиционерға ниңәлер мине күрһәттеләр. Ул туп-тура яныма килде лә, партанан тороп, ҡаршыға, ҡара таҡта алдына, баҫырға ҡушты. Кеҫәңә ҡулыңды тыҡма, тип тә бойорҙо. Бөтәһенең күҙе алдында минең портфелде, китап-дәфтәр араларын ентекләп ҡараны. Бында юҡ, тип портфелде өҫтәлгә ҡуйҙы ла, бишмәтте систереп, һәр йөйөн ентекләп тикшерҙе. Унан һуң салбар кеҫәләрен, эсенә үк ҡулын тығып, уның эске яғын, балаҡтарҙы ҡапшап сыҡты. Барса класс шаҡ ҡатты. Барыһы ла аптырашып, ҡурҡып ултыра. Мин үҙемде яҡлап ниҙер әйтер хәлдә түгел инем. Милиционер: «Айда пойдем на допрос, воришка», – тип ҡолағымдан тотоп кластан алып сығып китте. Шул саҡта ғына мин ҡысҡырып илап ебәрҙем. Класс бинаһынан сыҡҡас, мин китап алған уҡытыусылар бүлмәһенә керетте лә һорау ала башланы. «Ун мең һум аҡсаны ҡайһы сумканан алдың!» – тип екерҙе. Мин ун мең күләмендәге аҡсаны түгел, ғөмүмән, үҙ ғүмеремдә өс тәңкәнән артыҡ аҡса тотҡаным да, күргәнем дә юҡ ине. «Ҡайһы сумканан алдың?» – Екереп, өҫтәл өҫтөндә торған биш сумкаға күрһәтте. Өндәшмәйем. Өҫтәүенә, ҡотом осҡан. Үҙем һығылып-һығылып илайым. Милиционер йәнә ҡолағымды ныҡ бороп: «Әйт, тиҙерәк әйт, юғиһә, хәҙер эт менән еҫкәтәм. Аҡсаны йәшергән ереңде әйт», – тип бышылданы. Шул ваҡыт мәктәп директоры, бер төркөм уҡытыусылар килеп керҙе. Директор минең яныма килеп, ҡолағыма: «Аҡсаларҙы йәшергән ереңде әйт. Алып бирһәк, милиционер ҡайта ла китә. Әйҙә, икәү барайыҡ», – тип ҡулымдан етәкләп үк алды. «Ҡайҙа? Бер ниндәй аҡса алғаным да, күргәнем дә юҡ». – Һулҡылдап-һулҡылдап тағы ла илап ебәрҙем.

Оҙаҡ һорау алдылар. Ул көндө мине үҙебеҙҙең дөйөм йоҡо бүлмәһенә керетмәнеләр. Төнгө тәрбиәсе апайҙар бүлмәһенә урын йәйеп, шунда уҡ аш ашатып, йоҡларға һалдылар. Бер апай төнө буйы минең янда ултырҙы. Туалетҡа барғанда ла эйәреп барып, ҡарауыллап торҙо. Икенсе көнө мине иртәнге физзарядкаға сығарманылар. Ашарға бүлмәгә генә килтерҙеләр. Ярты сәғәттән һуң ике милиционер килде. Төрлө ҡиәфәткә кереп, төрлө алымдар ҡулланып, минән оҙаҡ һорау алдылар. Ун меңде урлау түгел, мин ул ваҡытта ун меңде яҙа белгәнменме икән?

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: осона сыға алманылар, буғай. Әммә бөтә мәктәп миңә ҡушамат таҡты – «Сөкәк бур». Миңә бөтәһе лә, ҡайһы бер уҡытыусылар ҙа ҡараштарын үҙгәрттеләр. Мин ҡыуылыу сигенә еткән мөртәт фиғелендә ҡалдым. Дуҫтарым да ситләште. Бөтәһе лә үсекләй, йә төртә, йә тибеп ҡаса. Башҡаса түҙер әмәл ҡалманы. Ҡастым. Ҡасаҡ булып, ике ай тормоштоң әсе һыуын эстем. Ябыҡтым, керләндем, бетләнем. Ниһайәт, бер вокзалда мине тоттолар. Шул вокзалда уҡ, ҡайҙандыр белеп, милиция тағы ла минән һорау алды. Урлаған аҡсаға гулять итеп йөрөйһөңмө, тип бет тулы, туҙып бөткән кейемдәремде тентене. Иҫемә төшөрөп, минән алда уҡытыусылар бүлмәһенән Виктор Акиньшиндың сығыуын һөйләнем. Ул ваҡытта Батя-Виктор унынсыла, мин алтынсы класта уҡый инем. Балалар йортона ҡасан хәбәр ебәреп, мине килеп алғансы тағы ла өс-дүрт көн үтте.

Мине алып ҡайтҡан машинаны, ниңәлер, бөтә уҡытыусылар ҙа ҡаршы алды. Элек тә миңә иғтибарлы булғандары арҡамдан һөйҙө. Унан һуң бөтә мәктәпте теҙеп, минең ғәйепһеҙ булыуымды әйттеләр. Ғәфү үтенделәрме-юҡмы, уныһын хәтерләмәйем. Был хәлдән һуң минең «бур» ҡушаматымды башҡаса әйтмәнеләр. Әммә тәүгеһенән ҡотолорға сәбәп юҡ ине.

...Ибраһим тағы ла һөйләүенән туҡтап ҡалды. Бер ни тиклем ваҡыт беҙ шулай ултырҙыҡ. Ул беҙҙең алдан ҡултыҡлашып үтеп барған ике ҡыҙға ҡараны ла:

– Бына, ағай, бирге ҡыҙға бөтә йәнемде бирер инем... Әгәр мин уға тормош юлдашы була алһам... Көнө-төнө эшләр инем. Уға тормошта бер етешһеҙлек тә күрһәтмәҫкә тырышыр инем. Тик ул минең был теләгемде белмәй. Белмәүе лә хәйерле. Минең – уға, уның миңә булған мөнәсәбәте тәрән булған һайын, ғазабы икеләтә ауыр һәм һулҡылдап һыҙлар ине...

– Ниңә улай тиһең, Ибраһим? Йәш, көслө, матур егетһең. Ауырымайһың да шикелле. Ағзаларың теүәл. Нимәгә төшөнкөлөккә биреләһең? – тип һорайым.

– Әйткән һүҙең хаҡ кеүек тә ул, ағай... – Ҡапыл ул миңә боролдо ла: – Һеҙ уҡытыусымы? – тип һораны.

– Юҡ, мин ҡырҡ йыл тәфтишсе булдым.

– Шулайҙыр. Мин кисерештәремде һеҙ поезда уҡ уҡып килгән кеүек инегеҙ. Әммә төп сәбәбенә төшөнә алмайһығыҙ. Кәрәкмәй ҙә, – тине.

Ул тағы ла түбәндәрәк ятҡан ҡалаға, унан алыҫ уҡ күренмәгән Биштауға ҡарашын төбәп тынып ҡалды. Беҙҙең алдан төрлө музыка ҡоралында уйнап, туп-туп булып йәштәр үтәләр ҙә үтәләр.

– Балалар йортон тамамлағас, мин, хәрби училищела уҡып, хәрби булып китермен, тип өмөтләндем. Был тирәлә береһе белмәһә, икенсеһе ишетеп, минең хәлемдә әҙме-күпме хәбәрҙар ине. Хәрби булһам, йыраҡҡа китермен, унда мине берәү ҙә белмәҫ, тип уйланым. Ләкин тәүге комиссияла уҡ мине, аптырап йә көлөмһөрәп, браковать иттеләр. Йәнәһе, унда һап-һау кешеләр кәрәк. Бөтә ағзалары эшләгән... Ә минең бер ерем дә һыҙламай. Ҡыҫҡаһы, училищеға комиссия үтә алманым. Әммә армияға алдылар. Комиссия үтә алдым. Яланғас уҡ сисенмәнем. Һис бер еремә зарланманым. Ике йыл хеҙмәт осоронда иптәштәрем минең хәлде төшөнмәне. Уларға һиҙҙермәнем. Ике йыл хеҙмәттән һуң, мине берәү ҙә көтөп тормаһа ла, ҡайтыр өйөм булмағас, дөйөм ятаҡҡа кире ҡайттым. Ярҙам иттеләр. Унда тағы ла бер йыл эшләгәс, юллама бирҙеләр. Биш йыл уҡыным. Инженер-электронщикмын. Эшләйем. Матди яҡтан тәьминәтлемен. Икенсе курста уҡығанда иптәш егеттәр мине пединститут кисәһенә алып барҙы. Әлегә тиклем мин ҡыҙҙарға һис иғтибар итмәй инем. Улар минең өсөн, гүйә, шул уҡ малайҙар. Ҡыҫҡаһы, мин ҡыҙҙарҙы күҙем менән ҡарап, икенсе енес кешеләре тип белһәм дә, уларҙы тоя белмәй инем. Улар миндә егеттәргә булған тойғоно ғына уята ине. Күңел тартылманы. Ҡыҫҡаһы, мин уларҙы кеше тип кенә аңланым. Бейейҙәр, көлөшәләр. Ситтәрәк тора инем, мине бер ҡыҙ бейергә саҡырҙы. Үҙ ғүмеремдә бер ҡыҙҙы ла шул рәүешле ҡосаҡлап тигәндәй бейегәнем юҡ ине.

Музыка тулҡынында бәүеләбеҙ. Ҡыҙыҡайҙың нәзәкәтләп үрелгән сәс өлпәттәре өйөрөлгән саҡта битемә тейеп ҡала ла ҡытыҡлау аралаш еңел генә йомшаҡ йылы елдең һыйпап үтеүенә оҡшаш хис тыуҙыра. Ундай хисте бер ваҡытта ла тойғаным юҡ ине. Өҫтәүенә, унан миңә донъяла татыған иң ҡәҙерле еҫ килә. Бындай яҡын еҫте ҡайҙа тойҙом һуң әле, тип иң алда аптырап ҡалдым. Уға өҫтәп, сәсенә, ҡолаҡтарына, маңлайына, бите уртаһында урынлашҡан бик килешле танауына ҡарайым. Туҡта-туҡта... Тәүләп тойҙоммо был еҫте? Әллә бик бала саҡтан уҡ миңә һеңешеп ҡалған күңелем заруратымы? Әллә мин үҙ ғүмеремдә күрмәгән әсәйемдең еҫеме? Һәм ул еҫ иҫемә төштө. Был еҫ мине башымдан һөйөп, миңә тормошта иң кәрәкле кәңәштәр биреп, күҙ йәштәрен ағыҙып, балалар йортонан оҙатып ҡалған апайҙың еҫе ине. Ниңәлер ул ваҡытта мин был еҫте үҙем ғүмерҙә күрмәгән әсәйемдең еҫе тип ҡабул иткәйнем. Шул осорҙан алып ул еҫте мин әлегә тиклем эҙләнем. Әйтерһең дә, шул еҫ ҡайҙандыр килеп сығыр ҙа, минең бөтә ауырлыҡтарым, бөтә күңелем һыҙлауҙары бөтөр ҙә ҡуйыр, мин башҡалар кеүек күңел тигеҙлегенә ҡайтырмын төҫлө тойола. Ләкин мин атайымды ла, әсәйемде лә белмәгәс, уларҙың еҫтәрен түгел, үҙҙәрен дә күңелем алдына килтерә алмайым. Бына хәҙер ҙә. Миңә утыҙ беренсе йәш булһа ла...

Ибраһим тағы ла туҡтап ҡалды. Сәғәтенә ҡарап, процедура барлығын, ләкин уны һуңыраҡ та алып булғанлығын белдергәс, мин унан ваҡиғаның артабанғы үҫешен һораным. Ул миңә ҡарап көлөмһөрәне лә дауам итте.

– Шул көндән башлап мин ул ҡыҙыҡайҙы үҙ иттем. Өс йыл дуҫлашып, көн һайын тиерлек осрашып йөрөнөк. Тормошҡа дөйөм ҡараш, дөйөм фекер тупланыҡ. Ләкин мин Ғәлиәне бер тапҡыр ҙа ҡосаҡламаным. Бер тапҡыр ҙа үпмәнем. Ҡосаҡларға ла, үбергә лә теләгем юҡ ине.

Иптәштәр өйләнешеп бөттө. Күбеһенең туйында бергә булдыҡ. Беҙгә лә тиҙ арала шул ваҡиғаны тормошҡа ашырыуҙы теләнеләр. Ә мин ул ваҡиға яҡынайған һайын ҡыҙыҡайҙан ситләшә инем. Башта ул мине ҡыйыуһыҙ, хатта мәмәй итеп баһаланы, буғай. Ваҡыт үтеү менән ул, күрәһең, миңә яраҡлашырға теләпме икән, холҡо ла ҡырҡа үҙгәрҙе. Көндәрҙән бер көн ул мине бүлмәһенә саҡырҙы. Иптәштәренең бер-ике көнгә ҡайтып китеүен һөйләне. Мин ул-был хәлде белмәгәс, алдан әҙерләнгән фекерем юҡ ине. Ултырҙыҡ, сәй эстек, ниҙер ашаныҡ. Шараптан ауыҙ иттек. Ғәлиә музыка һалды. Тойғом булмаһа ла, уны ҡосаҡлап, яй ғына оҙаҡ өйөрөлдөк. Ҡыҙ барлыҡ яҡтан бик тә, бик тә камил ине. Ул миңә һырыға. Уны ғәйепләп булмай. Тәбиғәт шулай ҡушҡан бит. Уның һөйөлгөһө килә. Тик мин үҙемде ни тиклем көсләһәм дә, зиһенемде һалып тырышһам да, ҡыҙға яҡын килеп ҡосаҡларға, үбергә, башҡаһына ла бөтөнләйгә мөмкинлегем юҡ. Былай оҙаҡ өйөрөлөү ялҡытты. Уны ла, мине лә. Мине ҡурҡыу, шом баҫты: алдағы минуттар мине донъяла иң ҡәҙерле Ғәлиәмдән айырасаҡ. Сөнки ул минән төңөләсәк. Әлбиттә, иң тәүҙә ул аңламаҫ. Әммә бөгөнгө кис уның минән йыраҡлашыуға төп сәбәпсе буласаҡ. Бер ниндәй нигеҙле сәбәп юҡ сығып ҡына ҡайтып китергә. Бер ниндәй. Исмаһам, сит кешеләрҙең ҡайтыуын тикшереп йөрөгән ятаҡ ҡараусы ла ишекте шаҡымай. Кергәндә күренмәҫкә тырышып кергәйнем. Сәғәт инде өсөнсө яртыны күрһәтә. Көтмәгәндә Ғәлиә ятырға тәҡдим итте.

– Хәҙер бик кисәү, ятырға урын бар, иртәнсәк ҡайтырһың, – тине. Күңелемде ҡурҡытҡан, иң теләмәгән һүҙе шул булғандыр. Егет булып бындай аулаҡта ҡыҙ янына ятмау – үҙе үк һинең йә сикле, йә бөтөнләй яраҡһыҙ булыуыңды күрһәтәсәк. Был ғазаплы төн миңә кәрәкмәй ине. Барлыҡ батырлығымды йыйып, мин уның янына килдем. Уға тартылыу хисем булмаһа ла, үҙ-үҙемде еңеп, иркәләп, наҙлаған кеүек булып, уға: «Ғәлиә! Миңә ҡайтырға кәрәк. Төнгө поезд менән ағайым килә», – тип алданым. Үҙем уны иркәләгән кеүекмен. Ә үҙем ул хисте кисермәйем. Минең бер ниндәй ҙә ағайым юҡ, булғаны ла юҡ, бәлки, булһа ла белмәйемдер. Үҙемде үҙем ышандырам. Хатта ҡыуанғандай кеүекмен. Имеш, минең ағайым бар. Ғәлиәне бер үҙен ҡалдырып, төн уртаһында уның янынан киттем. Сығып киттем дә ул китеүен. Ләкин... Ләкин миңә бик ауыр булды. Ниңә Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡтарҙы, һыҙланыуҙарҙы тик миңә биргән? Ниңә, ниңә мин башҡа кешеләр кеүек йәшәй алмайым? Һәм йәшәй ҙә алмаясаҡмын...

– Ниңә, Ибраһим, улай күңел төшөнкөлөгөнә биреләһең?

Ибраһим өндәшмәй. Бер аҙ ултырғас, ул:

– Ашарға ваҡыт етте, ағай, барайыҡ, – тип урынынан торҙо.

Бер-ике көн беҙ Ибраһимдың хәтирәләренә ҡағылманыҡ. Беләм: Ибраһим көнөнә биш тапҡыр мәсеткә йөрөй. Әммә ул бөгөн йәстеү намаҙына барманы. Өйҙә, бүлмәлә генә уҡыны. Ғәҙәттә, йоҡларға ятҡас, күҙен йома ла һис бер һүҙ өндәшмәй, ята-ята йоҡлап китә ине. Ә бөгөн күҙҙәре асыҡ. Йоҡламай. Уйланып ята. Хәйер, элек тә, күҙе йомоҡ хәлдә лә ул йоҡламай ята торғайны. Мине лә йоҡо алмай.

– Ибраһим, Ғәлиә менән артабанғы яҙмышығыҙ нисек булды? – тип дуҫтарса һораным.

– Нисек булһын инде, ағай. Яйлап һүнде. Һүнә инде. Усаҡҡа яғыулыҡ өҫтәп тормаһаң, һүнә бит. Ә мин яғыулыҡ һалып тора алманым... Миңә утыҙ, уға егерме алтынсы йәш. Беҙ танышҡанда уға егерме ине. Дүрт йыл мин уны ҡосаҡламаным да, үпмәнем дә. Дүрт йыл буйы мин уның йәш ғүмерен урлап йөрөнөм. Ә хәҙер килеп мин унан баш тартырға мәжбүрмен. Үҙем теләп түгел – яҙмыш ҡушҡанға. Уға яҡшылыҡ теләп. Мин бергә йәшәргә ҡарар итһәм дә, беҙ барыбер айырылышыр инек. Ғәлиә менән минең осрашыуҙар тағы ярты йыл самаһы дауам итте. Ниһайәт, ул минең хәлде төшөндө, буғай. Һуңғы осрашыуыбыҙҙа ул иланы ла иланы. Ул икенсе кешене табыр, уға ҡамасауламайым, тип ул ҡаланан ҡырға китергә булдым. Эске тойғо, тартым көсө бер нәмә икән ул! Ә йөрәк? Ә хис? Ул бөтөнләйгә башҡа. Башҡа төшөнсә, башҡа һиҙемләү. Ғәлиә интегә-интегә хәҙер минең юҡлыҡҡа өйрәнәлер. Өйрәнергә, икенсене яратырға тейеш, ә мин – юҡ. Сөнки икенсене ярата алмайым. Бигерәк тә Ғәлиәнең миңә: «Ибраһим, минең әсәй булғым килә. Йомро ғына башлы етеҙ малайҙы, күбәләктәй осоп йөрөгән ҡыҙыҡайҙы һөйгөм килә... Ә һин – уларҙың атаһы...» – тип күҙемә ҡарағанын һис онота алмайым. Минең дә нәҡ шундай хисем бар ине. Әммә тәҡдирем улай ҡушманы.

Ибраһим, һөйләүенән туҡтап, бер аҙ ята биргәс:

– Йөрөй торғас, милиция архивтарына керергә рөхсәт алдым. Тыуған йылымды беләм бит инде. Башҡа төҫмөрләүҙәрҙе лә ҡушып, шул йылдарҙы эҙләй торғас, миңә ҡағылышлы тикшереү ҡағыҙҙарына юлыҡтым. Мине, бер көнлөк тә булмаған, әсә һөтөн, әсә имсәген бер тапҡыр ҙа татымаған, бер тапҡыр ҙа кесе ярау эшләмәгән баланы, больницаға тапшырырға мәжбүр булғандар. Больницаға килгәндә үк мин ағзаһыҙ булғанмын. Әсәйем ҡырҡып алған ағзамды. Мине әсәйем Шәһиҙә исемле әбейенең өйөнә ҡалдырып киткән булған. Әлбиттә, ул язаһын алғандыр. Тейешлеһен... Күп уйландым мин үтеп барған ғүмерем тураһында. Шуға инандым. Һәр кем – ғүмере осорондамы, ахырындамы – үҙ әжерен ала. Аллаһы Тәғәлә уға үҙ хөкөмөн сығара. Ел сәскәндәр дауыл ура. Боҙоҡлоҡтан башы сыҡмаған йәки уйламаған аҙымдар яһаған әҙәмдәрҙең ғүмере аяныслы. Әгәр ҙә ул маҡсатлы йә еңел аҡыллылыҡ менән башҡаларҙың ғүмерен ҡыйһа йәки ғәрип итһә, ул йәмғиәт һәм Аллаһы Тәғәлә алдында юйылмаҫлыҡ гонаһлы! Гонаһ эшләгәндән һуң, ул иманһыҙ кеше игелек ҡылып маташһа ла, элек ҡылған насарлыҡтары уны юҡҡа сығара. Тапҡан малы ла хәләл ризыҡ булып йоҡмай. Уларҙың ғәмәле ел туҙҙырған саң кеүек.

Ибраһим тағы ла уйланып ята бирҙе. Унан һуң ниңәлер күтәренкерәк тауыш менән:

– Әммә мин әсәйемде белмәйем. Белергә теләгем юҡ ине, – тине. – Исемде миңә Шәһиҙә ҡартинәйем яҙҙырған. Сөнки ул мине, сөннәтле тыуып, күктән килгән бала, тип уйлап, Ибраһим пәйғәмбәрҙең исемен яҙҙырған. Ана шулай мин сабый сағымда пәйғәмбәр шәүләһендә, ҙурая төшкәс, ҡәҙимге сөкәк булып йәшәргә мәжбүрмен.

Әммә хәҙер минең күңелем һыҙланыуҙарҙан бер ни тиклем еңеләйҙе. Минең бер хеҙмәттәшем бар. Минең кеүек үк инженер. Дингә һығына. Ә атаһы шул олоҫтоң имамы. Күрәһең, имамдың ғилемлеге дин өлкәһендә тәрәндер. Бөтә тирә-йүн муллалары уға тартыла, уға кәңәшкә килә. Тормошта өмөттәрен юғалтҡандар, ауыр ҡайғылылар уның менән һөйләшкәндән һуң еңеллек таба, тигән даны сыҡҡан.

Дуҫым мине аят ашына саҡырҙы. Күрәһең, минең күңелем ғазаптарын ул күреп йөрөгән һәм был турала атаһына ла һөйләгәндер. Шул табында имамдың халыҡҡа һөйләгән вәғәздәре күңелемә һеңде. Уның донъяға, тереклеккә ҡарашы, һәр эште, һәр ғәмәлеңде яйлап, уйлап, һөҙөмтәһе кешегә, ғәмгә файҙалы, маҡсатҡа йүнәлешле булыуын, теләген тәрән итеп күңелеңә һалыу кәрәклеген өйрәтте. «Бисмиллаһир-рахманир-рахим! Мәрхәмәтле, шәфҡәтле Аллаһ исеменән, тип уға мөрәжәғәт итеп башлау уңышҡа юл асыр». Был – дөрөҫ. Һәр эшеңде төптән уйлап, теләп башҡарһаң, һөҙөмтәһе була. Быға мин күп тапҡыр инанғаным бар. Ғәлиәскәр бабай менән һәр осрашҡан һайын, ул тормоштоң асылын, мәғәнәһен миңә киңерәк асты. «Аҡыл яңылышырға, ихтыяр зәғифләнергә, ә кеше булмышы, йәғни тәбиғәте ауырлыҡтар алдында көсһөҙ ҡалып, икенсе «тоҡан» яҡҡа алып китеүе бар. Шуға ла: «Иһдинәс сиратал мүстәҡим. Сиратал ләҙинә әнғәмтә ғәләйһим – мине тура юлға, үҙең һөйгән, үҙең ниғмәттәр биргән кешеләр юлына төшөр», – ауыр ваҡытта шулай уйларға, әйтергә кәрәк, тине. Кешенең был донъяға килеүе һәм йәшәүе – игелек. Йәшәүҙең игелек булыуын аңлаһаң, бәхет. Тағы ла, тағы ла йәшәгең килер. Бәхетле тормош тураһында уйлап йөрөү аҙ. Уны тормошҡа ашырыу – бәхет, тип өйрәтте.

Уйлай торғас, инандым. Көндәлек ғүмер ҙә, ҡылған ғәмәлең дә, үҙе бер тәртиптә һуҙылған сылбыр кеүек, бер-береһе менән бәйле икән. Сынйырҙың бер ҡулсаһы өҙөлһә, ул юҡҡа сыға. Әле генә бөтә тормош ауырлыҡтарын тағып һөйрәр сылбыр юҡҡа сыға. Тормошта ла нәҡ тә шулай... – Ибраһим тағы ла туҡтап ҡалды. Бер ни тиклем ултырғас, фекерен үҫтерә бирҙе.

– Һәр кешенең күңелендә үҙ тәғлимәте булырға тейеш. Күңелендә үҙ Аллаһы йөрөргә тейеш, тип әйтеүем. Бына шул инаныуым да мине намаҙға баҫтырҙы. Ул, ғәрип булһаң, күңел һыҙланыуынан арындыра. Дини тәғлимәтле булһаң, йәшәүе еңелерәк. Исмаһам, һин үҙ-үҙеңә баһа биреп, үҙеңдең кем икәнлегеңде аңлайһың. Минең бындай ғәриплегем, бәлки, башҡалар ҡабатламаһын өсөн иҫкәрмәлер. Шул яҙмышта мине күрһәтеп, кешеләргә кире миҫал килтерәлер. Уны кемдер ҡабатламауын иҫкәртәлер.

Ғәлиәскәр бабай мине мәсеткә йөрөтә башланы. Уйлана белгән кешегә мәсеттәге вәғәздәр, ислам тәғлимәтенең асылы барлыҡ нәмәгә лә ҡарашымды үҙгәртте. Минән берәү ҙә көлмәне, үткәндәрем өсөн тәнҡитләмәне. Намаҙлыҡҡа Ғәлиәскәр бабай артынан үҙем баҫтым. Үҙ инаныуым һөҙөмтәһендә... Намаҙға баҫҡас, мин балалар йортонда өйрәнгән ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы – ғәҙеллек, тупаҫлыҡты, кеше ихтыярына хакимлыҡты – түҙемлек, сабырлыҡ менән кисерергә, дөрөҫ, тура һүҙ, асыҡ миҫал, тәртип, сафлыҡ менән еңеп булыуын да төшөндөм. Киреһен эшләһәң, көрәшкә, туранан-тура һүҙ йәки ғәйрәт һуғышына керәһең. Сабыр булыу нәфсене лә тыйырға өйрәтә. Ҡыҫҡаһы, Аллаһы Тәғәлә үҙе тыйғандарҙан тыйыла белергә өйрәтә түгелме?

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Дөрөҫ. Ул ситкә төшә алмай. Уға башҡа сара юҡ. Ләкин ул төшөп тә, ятып сереһә, унан бер кемгә лә файҙа булмай. Бөтә әттәхиәт шунда. Һин алма булһаң да, кеше йәки йәмғиәт өсөн файҙалы булырға тейешһең. Ғәлиә мине уны ташлағаным өсөн, әйҙә, яманлаһын. Әммә мин уны әсә итә алмағас, нәфсемде тыйҙым. Әгәр мин, үҙ-үҙемде тыймай, уның менән туй эшләгән булһам, уның тормошон, киләсәген боҙор инем. Эске тәғлимәтем миңә үҙ-үҙемде еңергә бойорҙо. Быны ла мин Ғәлиәскәр бабай вәғәздәренән төшөндөм. Әммә тормошта бит бер нәмә лә хәрәкәтһеҙ ҡала алмай. Тутыға, серей, ваҡлана, ҡартая. Бер ғәмдең дә үҙен йәш көйөнсә ғүмер буйы тота алырлыҡ һәләтлеге юҡ. Минең дә, Ғәлиәнең дә. Ул да бит алма кеүек. Кемгәлер ризыҡ булырға тейеш бит. Мин күрмәгән, белмәгән әсәйемә, мине ғәрип яһап, тормоштоң бөтә матурлығынан мәхрүм иткән кешегә, намаҙға баҫҡанға тиклем яһилға ҡараған кеүек ҡарай инем. Әммә Ғәлиәскәр бабай мине шуға инандырҙы. Асыуланғанда, хатта нәфрәтләнгәндә лә, нәфрәтен еңә алғанды Алла һөйә, тине. Төптән уйлап ҡараһаң, ниңә мине тыуҙырғанды күрә алмаҫҡа тейешмен? Тәбиғәттә ниндәй генә һында, фиғелдә булыуыма ҡарамаҫтан, мин булмаҫ инем бит, йәнем булмаҫ ине. Шуға ла әсәләргә асыулы булыу үҙе гонаһ икән. Йә, Хоҙайым, мине тыуҙырған әсәйем мине ғәфү итһен инде... Ғәйепле уйҙарым өсөн...

Ибраһим урынынан тороп ултырҙы. Ҡайнатырға сәй ҡуйҙы. Мин уға, фекер ебе сыуалмаһын тип, өндәшмәнем. Сәй эскәндә бәйән дауам итте.

– Ислам тәғлимәтенән, диндән башҡа имам булыуы мөмкин түгел. Имамдың үҙ мөриттәре, халҡы бар. Фекерен һөйләргә мөнбәре, аш алдында тыңлаусылары... Донъялыҡта кеше үҙе теләгән, йә аңлы рәүештә үҙ алдына ҡуйған маҡсатын үтәргә йәки үтәмәҫкә Аллаһы Тәғәлә юлды үҙе күрһәтә икән. Һәм уны башҡарырға мөмкинселекте лә бер нисә тапҡыр үҙе бирә икән. Быға мин ышандым, сөнки минең менән ошондай хәл булды.

Ғәлиәне аңым менән мәжбүри ташлап йөрөгән ваҡыт ине. Көнө-төнө уны уйлайым. Ул да мине уйлай. Беләм. Илай ҙа илайҙыр. Тормоштоң йәме китте. Эштә кешеләр һәм хеҙмәт менән үҙемде албырғатам. Ҡайтырға кейенә башлау менән, бөтә уйымды Ғәлиә һыны солғап ала. Барлыҡ нәмәгә ҡул һелтәп, янына елер инем... Ул йыраҡ. Уның янынан ситкә китеүҙе лә миңә ниндәйҙер эске көс, эске инаныу мәжбүр итте. Әммә йоҙаҡ торған буш, һалҡын өйгә яңғыҙ ҡайтыу ғазап уттарының ялҡынын йөҙләтә арттыра. Минең башыма йыш ҡына шундай уйҙар керә башланы. Мин был донъяла ниңә йәшәйем? Кем өсөн? Маҡсатым нимә? Үҙемә үҙем яуап таба алмайым. Ғаилә ҡороп булмай. Яратҡаным менән донъя ҡороуҙан мәхрүммен. Балаларым да булмай. Ауыр саҡта таянырға ата-әсәм, туғандарым юҡ. Миңә матди яҡты ҡалынайтыуҙан да файҙа юҡ. Вариҫым юҡ, донъяның ҡыҙыҡлығынан шулай ваз кисеп йөрөнөм. Кәрәкмәй миңә был тормош. Ниңә көнөн дә, төнөн дә ғазап кисеп йәшәргә? Минең кемгә кәрәгем бар? Китергә кәрәк был донъянан, тип уйлап йөрөйөм. Тик ул ниәтте ниндәй алым менән ҡасан башҡарырға? Күңелемә кереп, мине тынысландырыр әҙәм юҡ. Ниһайәт, көнөн билдәләнем. Алымын да әҙерләнем. Ул кисте мине баҡыйлыҡҡа китеү аҙымынан ниҙер туҡтатты. Үҙенән-үҙе. Туҡта, иртәгә тағы эшкә барып киләйем әле, тигән ниәт туҡтатты. Һәм шул көнө хеҙмәттәшем аят ашына саҡырҙы. Шунда мин Ғәлиәскәр бабайҙы осраттым. Уның менән иң алда танышлыҡ мөнәсәбәтендә, унан һуң фекерҙәш үк булып киттек. Тормошта мин маҡсатҡа эйә булдым. Ә ул үҙ-үҙеңә хужа булыу тигән һүҙ. Ғөмүмән, һәр йән эйәһе нимәгәлер хужа булырға тейеш. Бүре – ояһына, үрмәксе – ауына, ир – ғаиләһенә, ҡатын-ҡыҙ өй эсенә хужа. Ғаилә балаһы – атай-инәһе тапҡан малға көтөүсе. Ул мал – байлыҡ, киләсәктә уға буласаҡ. Ә мин үҙемдән ҡалырҙай мал тапһам, кемгә ҡаласаҡ? Әлегә тиклем был һорауға яуап бирә алмай инем. Хәҙер мин беләм. Был һорауға яуапты ла Ғәлиәскәр хәҙрәт фекеренән алдым. Минең хәләл хеҙмәтем менән табылған малды мин үҙем тәрбиәләнгән етемдәр йортона ниәтләйәсәкмен. Ул күберәк булған, һайын етемдәр нығыраҡ ҡыуанасаҡ. Тормошҡа минең маҡсатым тыуҙы. Ул бар. Мин хәҙер шуның менән бәхетлемен. Ысынлап та, Ғәлиәскәр бабай әйтмешләй, кешенең йәшәүе – үҙе игелек. Ә йәшәүҙең игелек булыуын аңлау – үҙе бер ҙур бәхет икән дә! Әммә мал һанына, кимәленә тыйнаҡ булыу, күңел сафлығын һаҡлауына ла ышанам. Үҙ яҙмышыңа үҙең хужа була белмәһәң, һөҙөмтәһен әйтеүе ауыр. Дингә инаныуың һәр насар аҙымдан һаҡлай. Әгәр асылына төшөнә алып, уны тормошоңда ҡулланһаң, боҙоҡлоҡтан тик шул Аллаһы Тәғәлә өйрәткән юл ғына ҡурсалай ала. Бына шундай йүнәлеш алды ҡапыл минең фекерҙәрем. Хәҙер инде икеле уйҙарымдан да кире ҡайттым.

Ибраһим туҡтаны. Мин дә ризалаштым. Башҡаса өндәшмәнем. Сөнки был әсе яҙмыштың алғы өлөшөн мин Ибраһимдан яҡшыраҡ белә инем. Утыҙ-утыҙ биш йыл элек тәфтишсе булып эшләгәндә был эште тикшереүҙә ҡатнашырға тура килгәйне. Ул ваҡытта был ваҡиға беҙҙең төбәк халҡының йөрәген ҡалтыратҡайны. Шул бала, шул сабый бит Ибраһим! Әммә мин уға был ҡиссаның башын һөйләмәҫкә ниәтләнем. Ә һеҙгә һөйләргә кәрәктер...

* * *

Бала күрер көнө етеүен һиҙгән һайын, Гөлзарҙың күңелен тотош шом баҫа. Әллә ҡайҙан килгән ел, ҡара пәрҙәне осороп килтереп, бөтә көн яҡтылығын баҫыр кеүек тоя. Шул ҡара пәрҙә уны һурып эсенә керетер ҙә тәнен йомарлап тонсоҡторор кеүек. Эсендәге йән эйәһенең көндәр үткән һайын нығыраҡ тибешеүе, аҫтан эсе буйлап төртөп-төртөп алыуы ла Гөлзарға ҡара шаршауҙың өҫтөнә осоп төшөр көнөн тиҙләткәнен иҫкәртә. Эсенең ауыртыуынан ҡурҡмай ул. Әйҙә, әллә ни тиклем һыҙлаһын, хатта эсе ярылып, үҙе көтмәгән, күрергә теләмәгән йән эйәһе буғырҙап-буғырҙап, ҡанға болғанып төшөп ҡалыуын да бик- бик теләй. Әммә юҡ. Ул йән эйәһе эсенә сат йәбешкән дә һис кенә лә төшөп ҡалырға теләмәй. Гөлзарҙың иҫәбе буйынса, хәҙер ете ай тулып килә. Нишләп был аҡҡан ваҡытты туҡтатып булмай әле? Аллаһы Тәғәлә уға бер ярҙам ҡулын һуҙмаҫ микән ни? Көттө ул ваҡыттың туҡтауын. Хатта, шул ниәт менән өҫтәл өҫтөндә һәр ваҡыт саҡ-саҡ ҡына тыҡылдап ултырған бәләкәй генә зыңғыр сәғәтте лә мендәр аҫтына тығып ҡуйҙы. Үҙе шул мендәргә башын һалып иланы ла иланы. Унан һуң рәхәт төшлө йоҡоға сумды. Төшөндә ул Ҡасымды күрҙе. Имеш, ул Гөлзарҙың өйөнә ҡулына күгәрсен күҙе сәскәләрен тотоп, уны ҡотларға килгән. «Гөлзар, барлыҡ насарлыҡтарҙы ла онотайыҡ, бергә йәшәйек. Мин һине анау зәңгәр күл уртаһындағы йәшел утрауға алып барырмын», - тип әйтә икән, тигән һүҙҙәренә ул төшөндә йылмая ине. Тик ғүмеренең һуңғы йылы эсендә әллә беренсе, әллә һуңғы йылмайыуы булды. Татлы йоҡонан уны эсендәге тулғағы уятты. Күҙен асҡанда өйөнөң бәләкәй генә тәҙрәләре аша ҡояш нурҙарын күрҙе. Тағы ла ҡояш сыҡҡан, тағы ла көн башланған. Ваҡытты туҡтатыу өсөн, эсендәге йән эйәһе яҡты көндө күрмәүе өсөн күпме һораны, ялбарҙы ул Аллаһы Тәғәләнән. Тик ниңәлер ишетмәй уны Аллаһы! Әллә ишетергә теләмәне, әллә был тәҡдир уны ысынлап та осоп етеп килгән а-а-анау ҡара пәрҙә эсенә йомарлап ураны. Ҡояш нурҙарының яңынан төшөүен, уның ҡаршы тауҙар артынан килеп сығыуын ул һис теләмәй. Сыҡма, сыҡма инде, ҡояш! Һин сыҡмай туҡтаһаң, ҡәбәхәт Ҡасымдың, мин теләмәһәм дә, көсләп ебәргән тамсыһынан яралған «тулғаҡ» та булмаҫ ине. «Аҡ һәм ҡыҙыл раузалар үҫкән гөл-баҡсалы йортомда йәшәтермен... Ул йорт бик ҙур... Һеҙҙең яҡтың Иҙеле ҡойған даръя һыуы ярында тора. Унда аҡҡоштар йөҙә», - тип матур киләсәк һәм әллә ниҙәр вәғәҙә иткәйне. Ул төндә Гөлзар шул оло даръялағы аҡҡоштар менән бергә йөҙҙө. Бер ни тиклем еүеш, сирҡандырғыс, ныҡ уҡ булмаған һыҙлауҙы баҫып, күҙҙәрен асты. Асты ла эргәһендә ятҡан аҡ һәм ҡыҙыл раузалар үҫкән йорт хужаһын һәрмәне. Әммә ҡулы йорт хужаһын тойманы. Юҡ ине ул урынында. Түбәндәге еңелсә ауыртыуҙы арттырмаҫ өсөн, ғөсөлләнеү бүлмәһе яғына күҙ һалды. Һыу шаулауын тыңланы. Әммә бер ерҙә лә һыу шаулап аҡмай. Бүлмәлә тып-тыныс. Ҡасымдың кисә кис сисеп элгән бишмәтен күрергә кейем һаҡлағысты асып ҡараны. Ләкин уның әйберҙәре урынында юҡ. Өҫтәлдә ултырып ҡалған ҡалдыҡ шарап, бер аҙ емеш-еләк тә Гөлзарға раузалы йорт хужаһы тураһында бер ни һөйләй алманы. Шулай тәүге төнөнөң тәүге ләззәте уны сафлыҡ зөфәфлегенән мәхрүм итте. Ләкин ул мәхрүмлегенең мәңгелеккә булыуын әле аңы менән төшөнә алманы. Мендәр аҫтындағы сәғәт туҡтаһа ла, ҡояштың туҡтамауына, уның көн һайын шул уҡ ерҙән, Үркәс тауҙың сатамаҡайынан, сығыуына эсе әсене. Тимәк, эсендәге йән эйәһе, ҡояш ҡағиҙәһенә эйәреп, ваҡыты етеү менән тыуасаҡ. Тыуасаҡ та Гөлзарҙы киләсәгенән яҙҙырасаҡ. Шул ауыр уйҙарынан ҡотола алмай, урынында ята бирҙе. Эсендә теләмәгән ҡыбырлау иң алда беленер-беленмәҫ булһа ла, көндәр үтеү менән яйлап көсәйә төштө. Нимәләр генә эшләмәне Гөлзар был теләмәгән тибешкәктән ҡотолор өсөн. Иң тәүҙә ул, әле эсендәге яралғының барлығын бигүк һиҙмәгән осорҙа, унан ҡотолоу юлдарын һорап, күрше ауылдағы ҡарт инәйҙәргә мөрәжәғәт итеп ҡараны. Уны ҡаранылар. Арҡаһын да, эсен дә әмәлләп, төрлөсә имләнеләр. Тик һис баҫманылар, ауыртыу килтермәнеләр. Ләкин береһе лә йән эйәһенән ҡотолоу юлын өйрәтмәне. «Сабыр бул, балам, сабыр бул», - тигән дөйөм тынысландырыу менән сикләнделәр. Был тәҡдимдәргә риза булмаған Гөлзар күрше урыҫ ауылындағы насрани ҡарсыҡтарға мөрәжәғәт итте. Улары ла Гөлзарҙы сабырлыҡҡа өндәмәне. Тейешле әжерен алғас, төрлөһө төрлө һол тәҡдим итте. Береһе - ауыр ағасты көн һайын күтәрергә өйрәтте, икенсеһе - бейек ярҙан йомшаҡ балсыҡ өҫтөнә һәр төн өсәр-дүртәр тапҡыр һикерергә кәңәш бирҙе, өсөнсөһө насрани диненең ниндәйҙер псалмаларын уҡығандан һуң, бик эҫе мунсала хәле бөткәнсе сабынып, бик һалҡын һыу менән ҡойонорға, йә көнө буйы ауыр эш эшләргә ҡушты. Эҫе һәм һыуыҡ ҡойоноуҙарҙан һуң, иҫергәнсе араҡы эсергә тәҡдим итте. Араҡыны шарап менән алмашлап эсеү теләккә ирешеүҙе тиҙләтәсәк, тип белдерҙе. Барыһын да эшләне Гөлзар. Тик ниңәлер береһе лә теләккә килтермәне. Әйтерһең дә, тулаҡ эскә сатырман йәбешкән. Йәбешкәндер, моғайын. Юғиһә, Гөлзарҙың был тиклем һелкенеүҙәренән, сүллек эҫеһе кисереүҙәренән тулаҡ тәнен йәбешкән еренән ысҡындырыр ине. Ә ҡояш көн һайын сыҡты ла байыны, сыҡты ла байыны. Уның башынан: «Эстәге был төйнәктең барлығын тиҙҙән бөтә кеше һиҙә башлаясаҡ. Әгәр уны һиҙһәләр, уйнаштан ауырлы булыуым бөтә халыҡҡа фаш буласаҡ. Киләсәктә мине яратҡан кешем дә, теләп тапҡан сабыйым да булмаясаҡ. Мәңгегә, мәңгегә мин бәхетһеҙ! Ә уға эсемдәге шул ҡәһәр һуҡҡыр тулаҡ ғәйеплеме? Ниңә төшмәй ул? Ниңә мине бөтә ғазаптарҙан ҡотолдороп, минән айырылып, үҙ юлы менән китмәй?» тигән уй үтте.

* * *

Гөлзар был ғазаплы көндәрҙе кисергәндә ауылда ата-инәһенән мираҫ булып ҡалған бәләкәй генә өйҙә яңғыҙ ғүмер кисерә ине. Нишләптер, уның ағай-апайҙары ла булманы. Атаһы күптән инде фажиғәле рәүештә донъя ҡуйһа ла, инәһе менән ул оҙаҡ ҡына бергә донъя көттө. Илдәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә, ауыл тирәһендә элекке дәүләттәге кеүек күмәк көс менән эшләү алымы бөтөрөлгәс, хеҙмәт етештереү көстәре шәхсиәткә күсте. Гөлзар кеүектәр яңы, сит хужаға ялланып эшләргә мәжбүр булдылар. Ҡалаға китер ине, инәһе ҡарт. Уны ташлап, эш эҙләп сығып китеп булмай. Инәһенең алған пенсияһы ла - икеһенең тормошонда төп матди сығанаҡ. Киләсәге тураһында уйланһа ла, аңы билдәһеҙлекте үтеп, зиһене алдағы тормошҡа асыҡ ҡына юл таба алманы. Инәһенең был фани донъяны тыныс ҡына ташлап, баҡыйлыҡҡа китеүенә лә ике йыл ваҡыт үтте. Эшләгән урынында яңы тәкәббер хужалар бер ҙә ыратып эш хаҡы түләмәүҙәре уны инәһенең ҡалалағы апаһына килтерҙе. Ҡалала эш табырмын, унда, бәлки, эшләп тә, уҡып та булыр, тигән өмөт ҡанатландырҙы. Инәһенең апайы - әбейе уны үҙ фатирында йылы ҡабул итте. Көн һайын ул ҡала буйлап күңеленә ятышлы эш эҙләне. Әлегә эшкә кереү бәхете уға йылмайманы. Әммә һәр ваҡыт кистәрен әбейе менән үткәреүҙән талсығып, өй янында даңҡ та доңҡ һуғып йәштәр бейешкән ергә сыҡты. Тәүге кис сығыуҙа уҡ уны йәшел күҙле, ялбыр сәсле йәш кеше бейергә саҡырҙы. Гөлзарҙың ҡолағына ул кис буйы һәр төрлө көләмәстәр, хатта енси йөкмәткеле көлкөлө мәҙәктәр һөйләне. Был кистең уның тормошона ҡапыл икенсе төҫ керетеүенә Гөлзар хатта ҡыуанды. Осрашыу икенсе һәм өсөнсө көндө лә дауам итте. Гөлзарҙың ҡалаға эшкә китеүен белеп, уны оло юлға тиклем сумкаһын күтәрешеп оҙатырға килгән ауылдашы һәм тиҫтере Айбулат менән үҙенең исемен, урыҫ теленә яраҡташтырып, Ҡасым тигән бынау ир менән сағыштыра ла, яңы танышы уға күпкә асыҡ, күңелле, үҙе үткер, өҫтәүенә, аҡсалы кеше булып тойола. Ул барлыҡ донъяның ауырлыҡтарын теле менән еп-еңел хәл итә лә ҡуя. Ә Айбулат башҡаса. Күп һүҙле лә, вәғәҙәсел дә түгел. Һәр мәсьәләнең, һорауҙың сиселешен бер нисә төҫтә һәм тармаҡта фекерләй. Үҙе инанған дөрөҫ юл тапһа, шуға йомола. Ләкин бит ул Айбулат бер нәмә лә вәғәҙә итмәй. Өҫтәүенә, әле һалынып ятҡан өйө лә юҡ. Киләсәк яҙмыш өсөн уртаҡ тел тапһаҡ, йорт һалғансы әлегә һиндә йәшәп торорбоҙ, тигән фекер еткерә. Сөнки Айбулаттың оло, өйләнгән ағаһы бар. Әле күмәкләп уға йорт төҙөйҙәр. Айбулатҡа өй һалыу сираты - унан һуң ғына, әҙерәк мал-тыуар үрсеткәс, күкрәк күтәргәс кенә етәсәк. Айбулаттың фекерен Гөлзар төптән зиһененә һалып уйламаны. Ярай, әйҙә әле һин йорт төҙөү сиратын көтөп ауылда йөрөй бир. Ә мин ҡала ҡаласын, тәмле емештәрен татый торайым, тигәнерәк фекер йөрөттө. Әммә был фекеренең дөрөҫмө, түгелме икәнлегенә баһа бирә алманы.

Күңелле, етеҙ ир ул көндө тағы ла ҡыйыуыраҡ, үткерерәк ине. Ауылдағы оло ҡарт инәйҙәрҙең һәр ваҡыт: «Тәүфиҡлы бул, сабыр бул! Билдәһеҙгә билең тотторма. Сабырлыҡтың төбө һары алтын!» - тигән нотоғон һәр саҡ күңелендә тотһа ла, зиһене уларҙың мәғәнәһен аңламаны.

Ә өнөндә йылғыр егет уны сәстәренән, битенән һыйпаны, һаҡ ҡына йомшаҡ итеп ҡыҫты, һыйпаны ла ҡыҫты, хатта ҡаштарын төҙәтә башланы. Бындай иркәләүҙе үҙ ғүмерендә күрмәгән Гөлзар өсөн был кис бигерәк ләззәтле ине. Шуға ла ул Ҡасымдың үҙ бүлмәһенә саҡырыу тәҡдименә ҡаршы тора алманы. Бүлмәгә кергәс, улар аҡ һәм ҡыҙыл раузалар үҫкән гөл баҡсаһында өйөрөлөргә керештеләр...

* * *

Күңеленә хуш килерлек эш таба алмай, өҫтәүенә, Ҡасым менән осрашҡандан һуң алған тәрән, ғүмерҙә лә һис бөтәшмәҫ күңел яраһы алған Гөлзар ҡарт әбейен ташлап, бер йөк әрнеү тейәп ауылына, буш торған йортона, кире ҡайтты.

Йоҙаҡ торған буш йортҡа ир-атҡа ғына түгел, ҡатын-ҡыҙға ла яңғыҙлап килеп кереүе еңел түгел, сирҡандыра. Шундай хистә ҡайтып керҙе ул өйөнә. Һалҡынлыҡтан өшөп, яңғыҙлыҡтан һырҡырап, өмөтһөҙлөктән күңеле һыҙлап. Ҡараңғы өйҙә саҡ-саҡ ләүләп янған усаҡ алдында һулҡылдап-һулҡылдап иланы ла иланы.

Ауылға ҡайтҡан көндәрендә эсендәге йән эйәһе хәҙерге кеүек беленмәй ине. Ул һәр кис эсе бошоп, шомланып, ялбарыр өсөн өй артындағы ҡар ҡаплаған баҡсаға сыға. Баҡса ашаһындағы үркәс тауға һәр кис ҡояш килеп ҡуна ла туҡтай. Ян-яҡты барлап күҙәтеп, бер аҙ ампайып торғандан һуң, тауҙар үркәсендә үҫкән ҡарағастар артына теләр-теләмәҫ кенә яйлап шыуышып, йә алһыу, йә шәмәхә төҫ йотоп, һеңә башлай. Гөлзарҙың эсендәге тулағын яҡты көнгә сығармау теләге шул тиклем көслө - әйтерһең дә, уның күренеүе йә күренмәүе шул ҡояшҡа бәйле. Һәр көн ҡояш батҡан һайын уны мәңгелеккә тау артына оҙатҡыһы һәм ваҡытты шулай туҡтатҡыһы килә. Ваҡыт туҡтаһа, тулаҡ та үҫеүҙән туҡтар. Тимәк, ул юҡҡа сыға. Тимәк, Гөлзар тулаҡтан еңел генә ҡотола ла ҡуя. Ваҡыттың үҫешмәүе тулаҡтың да үҫешмәүенә килтерә. Юҡ була ул тулаҡ, юҡ була! Ә нисек юҡ була? Уныһының сәбәбен Гөлзар уйлап еткерә алмай. Барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең ихтыярында һәм тик уның ғына хөкөмөндә!

Йәшәү мөрхәте матди яҡтан бик ҡыҫылғас, Гөлзар элек эшләгән хужаһына эш һәм аҡса һорап барырға мәжбүр булды. Бөгөн был ауылда һис бер кемдең киләсәге билдәле түгел. Бигерәк тә ҡурсалар, ярҙамлашыр өсөн таянысың һәм йәмғиәтең булмаһа. Махсус һөнәрһеҙ кешегә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға, тәьминәтле хеҙмәт бәхете тәтемәү ихтималлығы бик ҙур... Хужа Гөлзарҙан ун-ун биш йәшкә оло таныш булмаған ҡатынды саҡырҙы ла шуны тыңларға ҡушты. Әммә эшкә алыу-алмау тураһында бер һүҙ өндәшмәне. Күрәһең, улар был мәсьәлә буйынса бер-береһе менән яҡшы аңлашалар.

Эш биреүсе яңы хужа ҡатын ҡәтғи күренә. Төп хужаның әллә ҡушыуын, әллә бойороғон тыңлап та бөтмәҫтән, Гөлзарға эйәрергә күрһәтеп, аҫтан ғына ҡул һелтәне лә сығыу яғына атланы. Күктән теләгән теләк ерҙә, йәнәш кенә йөрөй икән дә. Ҡырыҫ, аҙ һүҙле хужа ҡатын Гөлзарға ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ауыр эштәр күрһәтте. Йыуан-йыуан бүкәнле утындарҙы ярыу, ун ике литрлыҡ биҙрәләр менән ҡойонан һыу ташып малдарҙы эсереү, күбәләй өйөлгән керҙе ҡул менән йыуыу... Көн аша мунса яғыу, тағы ҡырҡмаһы ҡырҡ эштәрҙе ентекләп өйрәтте. Аҙаҡтан руссалап: «Смотри, девка, лентяем будешь, вылетишь без копейки. Никаких договоров письменно не будет. Проверять буду каждый час», - тине лә ҙур йорттоң бәләкәй ишегенән эскә керҙе. Утын ярырғамы, һыу ташырғамы, тип икеләнеп торған Гөлзарға ишекте асып: «Обедать будешь вечером, после труда», - тип кире ишекте япты. Гөлзар асыҡһа ла, тамаҡ тураһында уйламаны. Уға, иң мөһиме, ауыр эш бирҙеләр. Хәҙер ул ҡойонан бынауылай ҙур биҙрәләр менән мал-тыуар эсә торған кәмәне тултырғансы һыу ташыясаҡ. Сыҡмай ғына ҡараһын тулаҡ! Ауыр эштән һуң йәбешкән еренән тулаҡ «ҡулдарын» ыскындыра башлаһа, әлбиттә, Гөлзарҙың эсе бик ныҡ, бик ныҡ һыҙлар. Һыҙлаһын әйҙә. Шул һыҙлау Гөлзарҙы киләсәген ябырға осоп килгән ҡара пәрҙәнән ҡотолдорор кеүек. Йыуан ҡарағасты өңөп эшләгән ҙур кәмәгә әллә нисә тиҫтә баш мал өсөн урамдағы ҡоҙоҡтан ике биҙрә менән һыу ташыны ла ташыны. Әллә ун бишенсе, әллә егерменсе тапҡыр һыуға юлланыуында эсенең түбәнге яғы ул көткәндәгесә әсетеп, һулҡылдай-һулҡылдай һыҙлай башланы. Гөлзар был һыҙлауға тешен ҡыҫып түҙҙе. Һыҙлаһын ғына. Шул теләген бойомға ашырыр өсөн ҙур биҙрәләрен алып тағы ла һыуға китте. Эсе әсетеп-әсетеп һыҙланы. Ул килгәндә хужа ҡатын тулған ағас кәмәгә ҡарап башын һелкте лә, Гөлзарға бер ни өндәшмәйенсә, бармағы менән төртөп, өйөлөп ятҡан түмәрҙәргә күрһәтте. Көндөң ҡалған өлөшөндә кискә тиклем түмәр ярҙы. Утынды ул ауыр эш тип ярманы. Үҙе теләп ярҙы, өмөтө эшләтте Гөлзарҙы.

Кискә тартым ул әғәлегә килгәнсе арығайны. Шул тиклем асыҡты. Эсе, әллә асығыуҙан, әллә ауыр эштән, ауырта. Әйтерһең дә, унда суйын туп ята. Үҙе ауыр, аҫҡа тарта, үҙе һалҡын. Һулҡ-һулҡ итеп һыҙлауы бер баҫыла, бер тағы ла йөрөп киткән сәғәт кеүек туҡтауһыҙ һулҡылдай башлай.

Ашарға саҡырманылар. Хужа ҡатын кереп-сығып йөрөгән бәләкәй ишектән үҙе керҙе. Танауына шунда уҡ тәмле аш еҫе бәрелде. Был йорт ике ҡатлы икән. Өҫкө ҡаттан баҫҡыс буйлап уға таныш булмаған икенсе ҡатын төштө лә Гөлзарға ҡулы менән ситтә, мөйөштә торған бәләкәй өҫтәлгә күрһәтте. Был ҡатын да Гөлзар менән һөйләшеүҙән ваз кискән. Үҙе ҡаҙандан һурпа, икенсегә төйөлгән бәрәңге өҫтөнә туралған ит һалып килтерҙе. Әммә Гөлзарҙың был өйҙә ашағыһы килмәне. Өйөнә ҡайтып, иркенләп, ауыҙына ҡапҡан һәр ҡалағын иҫәпләгәндәй ҡарап тороусыһыҙ ашарға теләне. Икенсе һауытҡа һалдырып алып, ҡайтырға ниәтләне. Үҙен һораныусы хәйерсе хәленә төшөргөһө килмәне. Ғәрләнде. Күңелендә бик түбәнселлек тойғоһо кисерҙе. Әммә өйгә ҡайтып ял итеү, аулаҡта тамаҡ туйҙырыу тойғоһо һораныусы хисен еңде. Бирелгән ашты өйгә алып ҡайтырға рөхсәт һораны. Уның ҙур, ауыр эше был биш-алты ҡалаҡлыҡ тәғәмдән хаҡы буйынса күпкә артыҡ булһа ла, ашты ул байҙыҡы тип иҫәпләне. Хәләл ризығы уның үҙенеке булыуына зиһене төшөнмәй ине. Шулай ҙа һөйләшмәҫ ҡатын һурпаһын, бәрәңге иҙмәһен ваҡ иттәре менән ҡушып, өҫтөнә өс-дүрт киҫәк икмәк һалды ла һауытты Гөлзарға шыуҙырҙы.

Ҡараңғыла көрт баҫҡан тар ғына һуҡмаҡтан бата-сума атлап саҡ етте өйөнә. Өйөндә бер аҙ еңеләйеү һиҙҙе. Бөгөнгө көндөң һөҙөмтәһен көттө. Ниһайәт, бәлки, теләк бойомға ашыр, был туп суйын тулаҡ мине ҡалдырыр, тигән өмөт тә еңеллек килтерҙеме? Хужа йортонан килгәнсе ашы һыуынып өлгөрҙө. Соланда ятҡан әҙ генә ҡалдыҡ утынды керетеп, мейесен яҡты. Һүрән генә мейес утынан өйгә йылылыҡ, танау ҡымыржытырлыҡ ялҡын еҫе таралды. Күмер һүрелеүен көтөп, мейес торбаһын баҫыуын хәтерләй. Башҡаһы нисектер башынан ел булып сығып, таралды ла ҡуйҙы. Бөгөн ул ҡояшты тау өҫтөндәге ҡарағастар артына оҙата алманы. Шуға ла эсе бошто. Тәңреһе алдында бөгөн үҙенсә ғибәҙәтен ҡылып, көндәлек ялбарыуын үтәмәгәс, ул үҙен ғәйепле тойҙо. Инәһенән ҡалған ҙур түшәккә нисек ятты, шулай иҙерәп йоҡоға талды. Төндә эсе әсетеп, сәнсеп һыҙлап алһа ла, арыуы, йоҡоһо уны баҫты. Таң менән тороп, ҡараңғыла уҡ ҡышҡы көндөң иртәнге етеһе ашҡас, эшенә китте.

Шулай көн артынан көн үтте. Бөгөн ул көнө буйы эйелеп ҡул менән ялғашта бер күбәләй кер йыуҙы. Кискә биле таш булып ҡатты. Эс ауырайҙы. Ҡапыл эстән бото буйлап йылы ғына еүешлек тамсылап һарҡа башланы. Был ғилләнән Гөлзар ҡурҡманы. Кешегә һиҙҙермәне. Мөмкин тиклем ғөсөлләнде лә өйөнә йүгерҙе. Үҙенең дөйөм хәленән ул тулаҡтың тыуыуын йә төшөүен һиҙә ине. Буласаҡ йән эйәһен ул тере икән тип күҙ алдына ла, зиһененә лә һала алманы. Уға ҡарата яратыу, ҡурсалау, әсәлек хисе элек тә, хәҙер ҙә, бына-бына ул донъяға килер алдынан да, тыуманы. Үҙен буласаҡ әсә тип уйына ла килтермәне. Ҡыуҙы ул хисен. Тулағына тулы нәфрәт хисендә булды. Уны бөтә аҡылы менән күрә алманы. Сөнки ул - Гөлзарҙың бөтә киләсәген тартып алып һоғонған Ҡасым. Ҡасым шәүләһе ул! Гөлзарҙы йоҙаҡҡа бикләүсе, сафлығын, бәхетен тартып алыусы. Шул тулаҡ Гөлзарҙың йәшәү мәғәнәһен бөтөрҙө. Тормошо маҡсатһыҙ тотош ҡараңғылыҡҡа сумды. Юҡ, ҡотолорға кәрәк был вәхшәттән! Юҡ, юҡ, ҡотолорға кәрәк... Юҡ итергә кәрәк уны һис шикһеҙ. Шулай инде нисәнсе тапҡыр ҡәтғи ҡарарға килде. Нисек етте шулай төндө үткәрҙе. Һаҡ ҡына тороп, иртә менән ҡараңғыла автобусҡа ултырып ҡалаға әбейенә китте. Ҡалала әбейенең фатирына етер саҡта уның күҙ алдары ҡараңғыланып, ҡоҫҡоһо килә башланы. Хәле бөттө. Икенсе ҡатҡа һөйәлә-таяна саҡ менеп етте. Асҡысын алып, асып керҙе. Әммә әбейе өйҙә юҡ ине. Көндөҙ уны тулғаҡ тота башланы. Түҙеп торғоһоҙ. Янында һис бер әҙәм юҡ. Кеше булмауы ла уның өсөн бик яҡшы. Әммә был тулаҡты, әгәр ул тере булып тыуһа, ҡайҙа итергә? Нисек итеп уны эҙһеҙ юғалтырға? Башын һыуға тығырғамы? Әммә был йән өшөткөс, сирҡандырғыс эшкә уның ҡулы бармаҫ төҫлө. Шулай ҙа үҙе ятҡан ергә биҙрә тултырып һыу, әбейенең боронғо еҙ тасын ҡуйҙы. Тыуҙырыу ҡағиҙәһен, алымдарын Гөлзар үҙе күрмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙың һалпы-һолпо хәбәренән ишетеп белә. Үҙе лә аңламаҫтан аҡылының әмеренә буйһоноп, әбейенең һандығынан сепрәк-сопраҡ, йод, аҡ еп һәм ҡайсыны эргәһенәрәк һалды. Йөрөрлөк әмәле ҡалманы. Тәне йә тартыша, йә ебәрә. Аҫҡа килеп төртөлөп, тупаҡ булып төйнәлгән йомғаҡ урынынан һис ҡуҙғалмай тик тора. Эстә ул әллә борғалана, әллә сығырға ынтыла. Тәне уттай яна. Көсәнә торғас, шыбыр тиргә батты, хәле бөттө. Бер-ике уртлам ғына һыу эсәһе килә. Әммә Гөлзар һыу һауыты янына барырлыҡ хәлдә түгел. Ә эсе, эскенәһе... Борола ла борола, йомарлана ла ҡыҫыла. Көсәнеү үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. Һуңынан - әсетеү. Оҙ-а-а-аҡ әсетеү... Унан һуң - тағы ла сәнсеп-сәнсеп әсетеү. Тупаҫ һыҙлауҙан ҡайһылыр миҡдарҙа аңын да юғалта Гөлзар. Әммә ул көсәнеүҙән һуң тын алып, тәненә әҙ генә хәл кереткәс, арҡаһын ятаҡ арҡалығына терәй биреп, әҙ генә ҡалҡыныбыраҡ ярым ятыу, ярым ултырыу фиғеленә килде. Әҙ генә еңеллек тойғандай булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән эстән шыбыр һыу китте. Алдан хәстәрләп маҡсатлы урын әҙерләмәгәс, ятыр аҫ лыҡы һыу булды. Һыу ғына ла түгел, ҡан аралаш һыу. Әммә әйбер еүешләнеүендә түгел ине уның иғтибары... Көсәндерә ине. Үҙенән-үҙе көсәндерә...

Шул минутта ул ҙур ҡара туптың үҙенең эсенән сығып килеүен күрҙе. Ярты яланғас хәлгә ул, тулғаҡ көсәйеп, еңелсә һүл аға башлағас килгәйне. Быныһы файҙаға булды. Ҡара баш, көсәнгәндән-көсәнеү һайын тәнде йыртып, ҙурайғандан-ҙурайҙы. Хәлһеҙ булып, Гөлзар башын артҡа һалды. Әммә нәүбәттәге тартышыу уны әсе итеп сәрелдәү аша ҡысҡырыуға килтерҙе. Һултыҡ-һултыҡ булып өңрәне лә көсәнде, ҡысҡырҙы ла көсәнде. Унан күпме ваҡытҡалыр аңын юғалтты. Һыҙлауға ыҙырғаланып ҡысҡырыуы мейеһенә шул тиклем тәрән яҙылған. Хәҙер уға ул ҡысҡырыу тоташ бер ыҙалыҡ ауазы булып, бөтә башында шаулай. Унан һуң нисектер еп-еңел булып ҡалды. Аҫтына ҡурҡып ҡына, ынтыла биреп ҡарағайны, ҡулдарын болғап, яп-яланғас Ҡасым ята. Үҙе ҡысҡыра, үҙе теге ваҡыттағы кеүек, шарап эсеп шайтан фиғеленә кергәс, үҙ телендә ниҙер йырлай ҙа йырлай. Йырлаймы ул, юҡмы, әммә Гөлзарҙың ҡолағына был тауыш Ҡасымдың ниҙер тураһында йырлаған зөфәфен юғалтҡан төн йыры кеүек ине. Хәҙер үк тороп, башын һыулы биҙрәгә тығып сәсәтер ине Гөлзар уны. Тик уның хәле лә, кәре лә юҡ. «Мине, мине мәңгелеккә һин бәхетһеҙлеккә дусар иттең, ләғнәт! Хәҙер мин дә һиңә шул уҡ мәңгелек бәхетһеҙлек бирәм. Һин булмаһаң, һинең шәүләңдән булһа ла үс алам!» Уның ҡулдары янында ятҡан ҙур ҡайсыны эләктереп алды ла иң тәүҙә үҙен шул бәдбәхет Ҡасым менән тоташтырып торған кендек эсәген уның эсе өҫтөнән киҫеп өҙҙө. Үс алыр, шул Ҡасымға ла мәңгелек яра, мәңгелек һыҙланыу килтерер өсөн һул ҡулы бармаҡтары әле ятҡылыҡтан да таҙарып сисенмәгән бәләкәй Ҡасымдың йән ерен һәрмәй ине. Бына ул ятҡылыҡ ярылары араһынан бәләкәй Ҡасымдың ике сантиметр оҙонлоғондай тире эсендәге йомшаҡ кимерсәкте тотоп алды ла, уны тарта биреп, ҡайсы асаһы араһына ҡыҫтырып, ҡатырға ҡағыҙ ҡырҡҡандағы еңел тауыш сығарып, кертелдәтеп киҫеп алды. Ҡырҡҡан саҡта тәүге тәбиғи ҡысҡырыуын, тәүге илауын да башҡармаған бәпес Ҡасымдың шул тиклем әсергәләнеп, сайылдап, һыҙланыуҙан ярһып-ярһып илап ебәреүе Гөлзар өсөн иң һөйөнөслө тауыш, иң ләззәтле ҡәнәғәтлек ауазын ишетеү булды.

Был кескенә, кескенә ағзаны ниңә үҙ тәненән айырып киҫеп алыуын Гөлзар әле аңламай ҙа, ҡылған ғәмәленә ниндәйҙер баһа бирерлек хәлдә лә түгел. Уның бөтә теләге: үҙен мәңгелеккә мәсхәрәләүсегә үҙе кеүек үк яза биреү... Ул - Ҡасымға ла мәңгелеккә күңел һәм тән яраһы әселеген татытыу, уға үҙенеке кеүек үк һыҙланыу һәм әрнеү хистәрен тойҙороу. Ана ята ул Гөлзарҙың алдында бәләкәй, бик бәләкәй яуыз Ҡасым. Ҡайсы асаһы араһына йәбешкән ҡанлы бәләкәй генә был ит киҫәген ҡайҙа итергә икән, тип ҡулында тотоп торҙо ла, ҡәтғи ниәт, менән үҙенән әле сығып бөтмәгән ятҡылыҡ араһына тыҡты.

Тормош ҡанундары буйынса, ир менән ҡатын һәр осраҡта ла үҙ-ара булған хәл-әхүәлде сер итеп тотоу бурысын йөкмәһәләр ҙә, әгәр хәҙер Ҡасым шәүлә булып түгел, үҙе килеп сыҡһа, Гөлзар бөтә ғәләмгә уның ҡылған ғәмәлен ҡысҡырырға көс табыр кеүек. Янында һис бер кеше булмаһа ла, ул ҡысҡырырға, Ҡасымдың исемен ҡәһәрләргә тырышып ҡараны. Ләкин тауышы сыҡманы. Гөлзарҙың ыңғырашыуын һыҙланыуҙан ярһып-ярһып илаған бәләкәс Ҡасымдың тауышы баҫты.

Гөлзар, үҙен көсләтергә үҙе үк шарт тыуҙырыуын һәм уның һөҙөмтәһе алдында ятыуын үкенсесле һыҙланыу һәм сирҡаныу аша хәҙер аңлай, буғай.

Ә, бәлки... Ә, бәлки... Ниндәй генә ауыр осраҡ булмаһын, уға әсә булырға кәрәктер, тигән уй ҙа башынан йәшен сатҡыһылай булып үтте. Әммә шунда уҡ Ҡасымдың нәҙек муйыны, алға сыға биреп торған ҙур теше күҙ алдына килде лә был изге уйын ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡты. Ул кисте ниңәлер нимәһе менәндер оҡшай биргән Ҡасым - хәҙер Гөлзар өсөн нәфрәт сығанағы. Гөлзарҙың бөтә аҡылы егерме ике йыл уны тәрбиәләгән, әхлаҡи ҡанундарҙы ҡырҡа рәүештә бөгөн инҡар итергә ҡарар иткәндер. Яҙмышҡа буйһоноу, тәбиғәт ҡушҡанды үтәү уны үҙ юлына саҡыра. Әммә уны үтәргә Гөлзарҙың хәҙер көсөнән килмәй. Уның алдында - ҡанға батҡан, мәңгелеккә енси ағзаһыҙ ҡалған йән эйәһе. Бер ҡараһаң - үҙ сабыйы, бер ҡараһаң - ҡәбәхәт ҙур тешле Ҡасым ята. Эйе, Ҡасымдан, бик булмаһа, уның тоҡомонан үс алдым, тип ҡәнәғәтләнеү тапһа ла, Гөлзарҙың күңелен элеккеге кеүек шом, ҡара пәрҙә баҫа башланы. Тере йәндең ағзаһын киҫеп алыу үҙе бик ҙур, бик ҙур енәйәт түгелме, тигән фекер йүгерҙе башына. Дәүләт ҡануниәте буйынса ла ул ғәфү итерлек эш түгел бит, тигән шомло уй башына килеп, ятҡан еренән торорға булды. Әммә ятҡан ере, эске күлдәктәре еүеш һәм ҡанлы ине. Ә бала ваҡ-төйәк сепрәк араһынан туҡтамайынса нескә генә, сибек тауышы менән ҡарлыҡҡансы иланы ла иланы. Хәҙер инде үҙенең киләсәк тормошон ситлек эсендә күреп, уның ҡобараһы осто. «Тиҙ генә, тиҙ генә өҫ-башты йыуырға ла, бер нәмәгә лә ҡарамай, был өйҙән сығып олағырға. Һәм мәңгегә. Һәм тиҙерәк. Әбейе килеп кергәнгә тиклем...»

Шул уйҙарын тормошҡа ашырыр өсөн, ашығып, бик ашығып йыуынырға кереште. Уға был ғәмәлдәрҙе эшләргә ҡала фатиры шарттары ярҙам итте. Гөлзарға бер төркөм милиционерҙарҙың, уны тотоп, зинданға ябыр өсөн, машинаға тейәлеүҙәре күҙ алдына килде. Һыуһағайны, эсе өҙөлөп асыҡҡайны ул. Йүгереп йөрөп йыуынған арала һалҡын булһа ла сәй яһап һемерҙе. Ике-өс тешләм икмәк ҡапты. Хәҙер Гөлзарҙың барлыҡ хәрәкәте тиҙерәккә ҡоролдо. Тиҙерәк, тиҙерәк! Юғиһә, хәҙер бер өйөр милиция килеп керә лә Гөлзарҙың ҡулдарына бығау һала. Үҙенең ҡотолғоһоҙ яҙмышы ҡосағына үҙ-үҙен кереткәнен хәҙерге көндәлек аҡылы менән түгел, бөтә булмышы, бөтә зиһене менән ҡапыл аңланы. Аңланы, һәм үҙ яҙмышы үҙенә ҡот осҡос ғәрәсәт булып, бөтә аңын томаланы. Ул хәҙер бәпестең киләсәк яҙмышы, әле генә ҡылған енәйәте тураһында түгел, ә әлегә азатлығы бар булыуы, әле төрмәлә түгеллеге өсөн һөйөндө. Әммә ул азатлыҡтың сикләнгәнлеге, бына-бына уның бөтәсәге - Гөлзарҙың иң ҡурҡҡан һәм ҡобараһы осоп киткән сиккә еткергән тойғоһо. Тимәк, уның холҡо, тәбиғәте шулай. Уға был донъяла иң-иң ҡәҙерлеһе - азатлыҡ! Юҡҡа ғына уның һәр саҡ бейек тауҙарға менгеһе, хатта күктә йөҙгән болоттарҙың ситенә аяғын һәлберәтеп ултырып, өҫтән бөтә ғәләмгә ҡарап осоп йөрөгөһө килмәне. Аң кергәне бирле уны шул тойғо оҙатып йөрөнө. Һәр саҡ өҫкә-өҫкә менәһе килде, әммә уның тормошҡа ашыуы насип булманы. Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһа, тормошта бер нәмә лә насип булмай. Донъялағы барлыҡ нәмә - яҡшы һәм яман ғәмәлдәрҙең бөтәһе лә, хатта көн менән төндөң алмашыныуы ла, ҡояштың яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүе, ә айҙың нәзәкәтлек таратыуы - бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән бар ителгән. Әммә ул һәр ваҡыт эштәрҙең хәйерлеһе менән риза, ә яман ғәмәлгә бер ваҡытта ла ризалығы юҡ. Шуға күрә лә һәр аңлы йән яманлыҡ менән насарлыҡты айыра белергә бурыслы. Бигерәк тә кеше ағзалығын һәм ағзаһын боҙоуҙы, әхлаҡһыҙлыҡ һәм енәйәт эшенән йыраҡ тороуҙы үҙе аңларға тейеш. Әммә Раббың һәр кемдең тәҡдиренә яраҡлы яҙмышын бар итә. Унан, тәҡдиреңдән ҡасып ҡотолоу сараһы юҡ! Яман тәҡдирҙе алдан иҫкәртеү өсөн ул алдан иманға саҡыра. Иман юлының башын күрһәтә. Иман юлынан киткәнгә лә, ул юл менән китмәгәнгә лә Раббы ул шәхсән үҙе теләп алған тәҡдирҙе, үҙе теләгәнде, ихтыяр иткәнде яралтып бар итер. Һәм донъяла шулай була ла. Ни сәсһәң, шуны урырһың.

Ваҡыт - тәҡдир емеше. Тәҡдир ҙә - ваҡыт балаһы. Ул көтөп тормай. Бала сәсәп-сәсәп, ҡарлығып илауҙан көсһөҙ генә безелдәгән ауаз менән шыңшыуға күптәнән күскән ине инде. Гөлзар йыуынып бөттө. Үҙенә ҡағылған барлыҡ әйберҙәрҙе йыйҙы. Уның аңы әбейе танырлыҡ һис бер нәмәне ҡалдырмауҙы өйрәтте. Шул ваҡытта ишек аръяғында күтәрмәнән менгән аяҡ тауыштары, шыбыр-шыбыр һөйләшкән тауыштар ишетелде. «Килделәр. Бөттө баш... Өлгөрмәнем», - тигән уйҙар тәнен сәнсеп үтте. Ятҡылыҡта аслыҡтан, һыҙланыуҙан һаман да безелдәп ятҡан бәләкәй Ҡасымдың битенә, уға ҡарамай ғына, сепрәк япты ла, сумкаһын тотоп, сығыу ишегенә ҡолаҡ һалды. Тышта күрше ишектең ябылыуы менән һөйләшеүҙәр ҙә тынды. Шул тыныслыҡты ҡулланып, ул тиҙ генә ишекте асты ла, уны ябып, бикләп тә тормаҫтан, тышҡа, иреклеккә, ҡараңғылыҡҡа һәм һалҡынлыҡҡа ынтылды. Гөлзар сығып киткәндән һуң нисә сәғәт үткәс, Шәһиҙә әбейҙең өйөнә ҡайтып кереүен берәү ҙә әйтеп бирә алмаҫ. Әммә был ваҡытта тыуғандан алып ауыҙына бер тамсы ла һөт таммаған, өҫтәүенә, ауыр яралы сабый, илай-илай ҡарлығып, тәҡәте бөтөп, ҡанға туҙып ята. Шәһиҙә әбей ҡаланың икенсе осондағы әхирәтенә күршеһе Гөлбаныу менән аят ашына саҡырылған ине. Оҙаҡлап киттеләр ике күрше ҡунаҡта. Хужабикә әхирәте уларҙы, ашҡа саҡырылған ҡунаҡтар таралғас та, тағы ла алып ҡалды. Үткәндәрен, йәшлектәрен, бабайҙарын хәтерләнеләр. Шулай көн үтте. Ниңә ашығырға? Килеп көтөп торорлоҡ кешеһе юҡ. Ишек бикле. Уға һис бер кем кермәҫ. Берәүҙә лә асҡыс юҡ. Шәһиҙә ҡарсыҡ ҡасандыр үҙенең бер туған һеңлеһенең ҡыҙы Гөлзар уға килеп йәшәгәнендә ишек асҡыстарының бер ҡушын уға биргәнен дә хәтерләмәй. Гөлзар ул асҡыстарҙы алды ла, әбейенең күҙе алдында борғандамай, үҙ муҡсаһына һалды ла ҡуйҙы. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, кәрәге булыр, тип уйлағайны. Әйтерһең дә, үтә күргән. Кәрәк булды бит асҡыс Гөлзарға. Әгәр асҡыс булмаһа, ни эшләр ине ул? Тулғаҡ тота башлаһа, ҡайһылыр мөйөшкә барыбер йығылыр ине. Уның ыңғырашыуын ишеткән үткенселәр «Ашығыс ярҙам»ды саҡырырҙар ине. Ул саҡта Гөлзар бәләкәй Ҡасымды тыуымханала табыр ине. Ул осраҡта, теләйме ул, теләмәйме, балаһын үҙе аҫрарға мәжбүр булыр ине. Бына бит асҡыстың ҡөҙрәте. Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә сәбәп бар. Гөлзарҙың үҙе енәйәт тип иҫәпләгән ғәмәленең ҡылынмышының төбөндә шул асҡыс ята икән дә баһа... Был ғилләнең шулай килеп сығыуын, бәлки, аҙаҡ аңлар...

Әммә әле әбейе ҡараңғыла бармағы менән ишектәге асҡыс соҡорон һәрмәй. Уның ҡолағына ҡайҙандыр, әллә күршенән, әллә урамдан, үҙәген өҙөп, көсһөҙ генә тоноҡ тауыш сығарып, үкһеп-сырылдап илаған йәш сабыйҙың тауышы ишетелә. Шул тауышҡа аптырап, ул ишектәге асҡыс соҡорон тиҙ генә таба алманы.

Ниһайәт, асҡыс үҙ урынын табып, ишек асылып китте. Шәһиҙә әбей фатирына керҙе лә ут яҡтыртты. Бала тауышы, әйтерһең дә, уның өйөнән сыға. Юҡ, ул тауыш урамдан киләлер. Аяғын да сисмәй, тәҙрәгә барып, урамға ҡараны. Әммә урамда ул кешеләрҙең өйөлөшөп торғанын да, бала тауышы сығарырлыҡ башҡа сәбәп тә күрмәне. Ҡапыл уның ҡолағына был көсһөҙ тауыш уның йоҡо бүлмәһенән килә кеүек тойолдо. Тын да алмай, торған ерендә шаҡ ҡатып, тыңлай башланы. Ысынлап та, ҡарлыҡҡан бала тауышы уның йоҡо бүлмәһенән килә ине. Ҡото осто Шәһиҙә әбейҙең. Берәй бур балаһы менән кереп, мине үлтерергә аңдып ятамы? Әллә өй эйәһеме? Бәлки, уның балаһы илайҙыр? Маңлайына һалҡын тир бәреп сыҡты. Бөтә быуыны хәлһеҙләнде. Ана йығылам, бына йығылам тигәндә, үҙ-үҙендә көс табып, күршеһенә ҡысҡыра башланы. Әммә тауышы сыҡмай. Нисек етте шулай һәрмәнеп тышҡа сыҡты ла, йән асыуы менән ҡысҡырып, күршеһенең ишеген ҡаға башланы. Уға ишек астылар. Әммә Шәһиҙә әбей хәбәр һөйләрлек хәлдә түгел ине. Өйҙә бур, мине үлтерергә көтә, тип саҡ-саҡ әйтә алды.

Әхирәтенең ҡапыл бындай хәлдә килеп кереүен күргән Гөлбаныу ҡарсыҡ та шаҡ ҡатты. Уның да быуындары ҡалтыраны, хәле бөттө. Шулай ҙа Гөлбаныу, Шәһиҙә күршеһен диванға ултыртып, хәлдең асылын һорарға кереште. «Өйҙә минең йоҡо бүлмәһендә балалы бурҙар йәшеренеп, минең килгәнде көтөп ултыралар. Минән аҡса талап итмәкселәр инде», - тине Шәһиҙә ҡарсыҡ. Күршеһенең был хәбәренә ышанырғамы-юҡмы тип уйлап, Гөлбаныу ҡарсыҡ үҙе, Шәһиҙәнең фатирына башын тығып булһа ла, ниндәйҙер тауыш ишетмәксе булды. Шулай эшләне лә. Һаҡ ҡына баҫып, икәүләп Шәһиҙә ҡарсыҡтың фатирына керҙеләр ҙә туҡтанылар. Тыңланылар. Әммә һис бер тауыш-тын юҡ. Бер-ике минуттай ваҡыт үткәндер. Ҡапыл төптән, Шәһиҙә ҡарсыҡтың йоҡо бүлмәһенән, көсәнеп һырҡырағандай ауаз ишетелде. Туҡтағандай булды ла тағы бызылдай башланы.

«Был баланы тыйыусы кеше юҡ. Ул бер үҙе шикелле», - тине Гөлбаныу. Тағы тыңланылар. Бала бер көсәнә, бер туҡтай. Унан һуң тағы ла сырылдай башлай. Башҡа һис бер тауыш юҡ. Уны бәүеткән дә, тауыш биреп һәпелдәткән дә әҙәм беленмәй. Күрәһең, Гөлбаныу Шәһиҙәгә ҡарағанда батырыраҡ та, тәүәккәллерәк тә булып сыҡты. Ул яй ғына йоҡо бүлмәһенә атланы. Әхирәтенең камзул салғыйына тотоноп, Шәһиҙә лә уға эйәрҙе. Бер-ике аҙым атлайҙар ҙа туҡтайҙар. Тыңлайҙар. Ә бала бер туҡтағандай, бер башлағандай булып һаман зырылдай. Тауышына ҡарағанда, бала яңғыҙ кеүек. Был һиҙемләү ике әбейгә лә тәүәккәллек өҫтәне. Гөлбаныу тағы ла ике-өс аҙым атлап, башын йоҡо бүлмәһенә тығайым ғына тигәндә, уны Шәһиҙә туҡтатты. «Һаҡ бул. Башыңа эстән бәреп ебәрмәһендәр», - тине. Был иҫкәртеүҙән һуң Гөлбаныу ишек ҡорғандарын һул ҡулы менән йыраҡтаныраҡ һыпырҙы ла көтә бирҙе. Шул саҡта бала эстә тағы ла бызылдап, был юлы инде көсһөҙ генә, ҡарлыҡҡан тауыш сығарып, әллә шыңшый, әллә илай башланы. Ҡапыл Гөлбаныуҙың йәш ваҡыттағы әсәлек хисе әллә ҡайҙан бәреп килеп сыҡты ла, бер ниндәй ҡурҡынысҡа ла, ишеккә лә, хатта һағалап торған үлемгә лә ҡарамай, уны аяҡтары йоҡо бүлмәһенә атлатты. Гөлбаныуҙың был аҙымына нимә тип әйтергә белмәй торған Шәһиҙәгә лә батырлыҡ килде. Баланың, әллә янына кеше килеүен һиҙеп, асырғаланып сәрелдәп ебәреүе Шәһиҙә ҡарсыҡтың да йөрәген күкрәге эсендә болғалап, тамағына килеп тығылдырғайны. Уны шул сәрелдәү ҡарһаландырҙы. Шунда уҡ ул да йоҡо бүлмәһенә үтте. Унда Шәһиҙә йоҡлай торған ятаҡ янында ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, ни эшләргә лә белмәй Гөлбаныу тора. Ә ятаҡта йыртыҡ сепрәктәр араһында саҡ-саҡ тауыш биреп, ҡулдарын болғап, сеп-сей, ҡанға батҡан ҡып-ҡыҙыл ит киҫәге ята.

Шулай күренде ике ҡарсыҡҡа был йән эйәһе ярым ҡараңғылыҡта. Ҡайҙандыр килеп кергән был сабыйҙың ҡурсалаусыһы ла булырға тейеш, тип тиҙ генә икәүләп өйҙөң мөйөш-ҡыйышын тикшереп сыҡтылар. Әммә өйҙә, тере ит киҫәгенән башҡа, һис бер әҙәм булманы. Ни әйтергә белмәй аптырап, икеһе ике урындыҡҡа ултырып, доға уҡып, «Аллаһы әкбәр» әйттеләр. Был ваҡиғаға, Гөлбаныуға ҡарағанда, Шәһиҙә нығыраҡ шаңҡығайны. Нимә тип әйтергә лә белмәне. Хәйер, Гөлбаныу ҙа шундай хәлдә ине. Ул арала бала тағы ла сырылдай башланы. Тәҙрә ҡорғандарын асып, ут яҡтыртҡас, бүлмә ап-асыҡ булып китте. Өй хужаһы булараҡ, бала янына иң тәүҙә Шәһиҙә әбей килде. Килде лә уның фиғелен, өҫ-башын күҙәтеп, бер ни тиклем ваҡыт күҙәтеп торҙо. Унан һуң бала уралған сепрәк-сапраҡты бармаҡ осо менән тотоп аса башланы.

Әллә ҡул тейеүен һиҙеп, әллә ҡан аралаш еүешлектең тәнгенәһенә ҡатҡан ерен тартып айырыуҙан әсетеп һыҙланғаны өсөнмө, бала ҡапыл тибешеп, йән өҙгөс тауыш менән сәрелдәп илап ебәрҙе. Ике бото араһындағы ҡанлы сепрәкте тартҡас, бала тағы ла йән әсергәнеп сарылданы. Шул саҡта Шәһиҙә әбей был сей ит киҫәген инәнән тыумалай сифатта күреп, иҫе китте.

- Гөлбаныу, Гөлбаныу! - Саҡ тауыш сығарып, күрше әхирәтен саҡыра алды. - Кил әле, кил. Күктәнме, әллә ер өҫтөнөң берәй ғәффәтле йә зәхмәтле мөйөшөнән ебәрелгән йән эйәһе микән был? Ҡара әле, ҡара, Гөлбаныу, был сабый фиғелле йән эйәһенең ғәүрәт ере тоташ шеш һәм ҡанға уҡмашҡан бит. Кем сабыйы булһа ла, уны ғөсөлләндерер кәрәк, Гөлбаныу. Һин ҙур ялғашҡа ла, бәләкәйенә лә йылы һыу әҙерләй күрсе. Ә мин ғөсөл әйберҙәрен табайым, - тип баланың өҫтөн яба бирҙе лә үҙе ашығып кәрәк-яраҡ әҙерләргә кереште. Әйберҙәр әҙер булғас, Шәһиҙә менән Гөлбаныу ҡарсыҡ кире бала ятҡан бүлмәгә керҙеләр. Сабый хәҙер илай ҙа алмай шикелле. Илауы әллә безелдәү, әллә көсһөҙ генә ғырылдау ауазы. Ниңәлер уның бер аяғы ҡыбырламаған да кеүек. Ә һул аяғы тибешкәнгә оҡшаш хәрәкәттәр яһай. Ике бот араһы шеш һәм ҡатҡан ҡан. Нимә тип тә уйлай алманылар Гөлбаныу менән Шәһиҙә ҡарсыҡ. Улар ҡунаҡҡа ишекте бикләп бергә киттеләр. Бергә ҡайттылар. Шәһиҙә ҡарсыҡ берәүгә лә фатирының асҡысын биргәне юҡ. Ситтән килергә уға сәләм ебәргән кеше лә булманы. Ағай-энеләренән, туған-тыумасалары араһынан килер кеше юҡ кеүек. Бергәләп дуҫ-иштәрен дә, әхирәттәрен дә барлап сыҡтылар. Әммә хәтерҙә исемен әйтергә тел осонда торған лайыҡ кеше лә булманы. Баланы бик һаҡлыҡ менән күтәреп, ялғаш бүлмәһенә алып сыҡтылар ҙа, Шәһиҙә ҡарсыҡ уны башы менән күкрәк тирәһенә терәп, ике ҡулы менән аҫтан тотоп, йылы һыулы ялғаш өҫтөнә ҡуйҙы. Гөлбаныу баланың яралы ерен ебетеп йыумаҡсы булғайны ла, яҡындан күргәненә ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе: - Шәһиҙә! Шәһиҙә, тим! Был бала - Аллаһы Тәғәлә тарафынан һинең менән минең аша ергә ебәрелгән бала пәйғәмбәр! Ул беҙгә күктән ата-инәһеҙ ебәрелгән! Күрәһеңме, ул сөннәтле. Пәйғәмбәрҙәр ергә сөннәтле булып киләләр! Ул әле генә, яңы ғына яралған. Уға кеше ҡулы әле теймәгән. Әнә, күрәһеңме кендек осон? Кендек әллә киҫелгән, әллә өҙөлгән. Кендеклек осондағы ҡан да ҡатмаған. Унда һаман да кипмәгән ҡан, ирегән һүл йәбешкән.

Шәһиҙә ҡарсыҡ ни эшләргә лә белмәй, ҡурҡыуынан ҡулдары ҡалтыраны. Ә Гөлбаныу, ялғаш ситенә артын терәп, доға уҡый башланы. Шәһиҙә, ҡулында баланы тотоп торорлоҡ хәле ҡалмағас, уны ялғаш төбөнә һалынған йылы һыуға һаҡ ҡына төшөрҙө. Икеһе лә кире ҙур бүлмәгә сығып, диванға ултырып, доға уҡый башланылар. Тәүләп тағы ла Гөлбаныу телгә килде: «Был бала, әхирәткәйем, ябай яҙмышлы бала түгел. Был - пәйғәмбәр бала! Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә ололарҙы үҙ ғәмәлдәренә, үҙҙәренә үк лайыҡ булырға саҡыра икән, балаларға ла күҙәтеү, саҡырыу, өйрәтеү кәрәктер. Уның тарафынан, балаларға ла төбәп, үҙ пәйғәмбәре ебәрелмәнеме икән? Юғиһә, хәҙер йәш быуында иман һәм әхлаҡ тигән төшөнсәләр һайыҡты». Шәһиҙә ҡарсыҡ уны өндәшмәй генә тыңланы. Әммә аҡылы ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Шулай ҙа был ваҡиға уның зиһенен тулыһынса томалап, Гөлбаныу әхирәтенең фекеренә ҡушылырға әҙерләнде.

Әллә дөрөҫмө икән? Минең дә бит оло инәйемдең һәм оло әбейҙәрҙең, бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә донъяға сөннәтле булып яралған, тигәне хәтеремдә. Хатта шул риүәйәтте һөйләгәндә инәйемдең: «Һуңғы пәйғәмбәребеҙ ҙә донъяға шулай ярлыҡағанмы?» - тигән һорауына Аҡбикә, оло инәйем: «Эйе, һуңғы пәйғәмбәребеҙ ҙә был донъяға сөннәтле килеш килгән», - тигәйне. Шул һүҙҙәр Шәһиҙә ҡарсыҡтың хәтеренә төшөп, уның ҡотон алды. Нисек итеп пәйғәмбәр балаға йоғанырмын икән? Уны тоторға ярармы? Уға тотонмаһаң, әле сабый ғына булған пәйғәмбәрҙең рухы йәберләнмәҫме? Юҡ. Сабыйға ярҙам ҡулы һуҙмау гонаһ булыр. Киләсәктә, киреһенсә, бала пәйғәмбәргә изгелек ҡылмау касафат йә зәхмәт килтереүе мөмкин. Иң сауаплы эш - Аллаһы Тәғәләне бөйөкләй белеү, уға инаныу, ул ебәргән пәйғәмбәрҙәргә, тәғлимәтенә тоғро хеҙмәт итеү...

Әллә был йән эйәһе беҙҙең күҙҙе томалаған берәй фәрештә микән? Әллә иблис микән? Улай булғас, ул ниңә беҙгә, Гөлбаныу әхирәт менән миңә, күренә икән? Юҡҡа беҙҙең ҡаршыға пәйҙә булмағандыр ул. Аят табынында Хәлиҙә абыстай: «Алдығыҙҙа күк ҡабағындай йоҡа ҡанатлы бәхет фәрештәләре осор», - тип юҡҡа ғына һынамыш фекер әйтмәгәндер.

Ҡайҙан килеп керҙе һуң әле ул йән эйәһе? Берәйһе үҙ алымын табып ишекте асып, ҡалдырып киттеме? Әллә башҡа төрлө ғилләме? Әллә Гөлзарҙың эшеме был, тигән уй ҙа башына килде. Сөнки башҡа зат-зәүер - ир-ат... Улары ла ситтә. Юҡ, юҡ! Гөлзар ауырлы түгел ине лә баһа! Һәм ул был нәмәне эшләмәҫ. Миңә әйтер ине. Әммә был уйҙарын үҙенән дә, Гөлбаныуҙан да йәшерҙе.

Әллә Гөлбаныу дөрөҫ әйтә микән? Бына шундай икеләнеүҙәрҙән һуң ҡәтғи ҡарарға килеп, ялғашта һай ғына йылы һыуҙа тыныслыҡ табып, бәлки, ғүмерендә был донъяла тәүге тапҡыр йоҡоға талған сабый янына килде. Шәһиҙә әхирәтенең бала яҙмышына ҡағылышлы ниндәйҙер бер ҡәтғи ҡарарға килеүен төҫмөрләгән Гөлбаныу уның артынан шәүлә кеүек шым ғына эйәрҙе. Баяғы хәрәкәттәрҙе ҡабатлап, Шәһиҙә баланы тотто. Ике оло аҡ инәй уны ҙур һаҡлыҡ менән, яй ғына, һәр ерен ентекләп ғөсөлләндерҙеләр, шул ваҡытта икеһе лә баланың сөннәтле еренә иғтибар иттеләр. Ете-һигеҙ тиҫтә йыл эсендә кешенең бөтә ғәүрәт ерен дә, ғиффәт ерен дә күргән был ике оло кешегә сабыйҙың сөннәт ҡылынмышы һис ғәҙәти түгел икәнлеге күренеп тора. Сабый ғиффәтенең был ерен, ни тиклем һаҡлыҡ менән йыумаһындар, ҡан ҡатҡан ере ҡубып та төшмәне, йыуылып та асылманы. Йылылыҡтан, йомшаҡ аҡ сепрәккә төрнәлеүгә, бәлки, рәхәтлек табып, әллә нисә сәғәттәр буйы ҡарлыҡҡансы илаған сабый тынғандай булды. Әммә ул аҫҡы ирендәрен ҡабырға һәм имергә тырыша ине. «Гөлбаныу, мә аҡса. Һин тиҙ генә кибеткә барып, балаға имеҙгес, эсерергә һөт һәм биләүестәр алып ҡайт», - тине Шәһиҙә. Гөлбаныу киткәс, ул тағы ла уйға батты. Ҡапыл уның зиһененә был баланың киләсәк яҙмышы, киләсәк яҙмышы ғына түгел, бөгөнгө киләсәге күҙ алдына баҫты. Был бала бит минең өйгә килеп кергән. Аллаһы Тәғәлә үҙе кереткән. Ләкин бит көндәлек тормош та бар. Көндәлек тормошһоҙ көн юҡ. Ә беҙ - шул көндө күҙәтеүселәр, ә, бәлки, хужалары ла. Унан һуң... Донъяла килеү бар, китеү бар. Ашау, эсеү бар. Ашау-эсеү булғас, уның ҡалдыҡтарынан ҡотолоу ҙа бар. Ә нисек ҡотолор был сабый, әгәр хәҙер беҙ уға һөт эсерһәк? Сөннәтле ере бит шеш. Үҙе яралы, ҡан ҡатҡан. Һыҡыра һарҡыу өсөн юлы кәрәк. Ә ул юҡ. Һыҡыра аҡмағас, эсе тула бит. Юҡ, был тирәлә беҙ көсһөҙ. Гөлбаныу килеү менән, дауаханаға хәбәр итергә кәрәк. Унан һуң... Унан һуң, киләсәктә нисек итеп бала пәйғәмбәр менән бергә йәшәп була? Юҡ! Пәйғәмбәр менән йәшәргә ҡурҡам мин. Шунан һуң... Ул ай үҫәһен көн үҫер. Йыл үҫәһен ай үҫер. Пәйғәмбәрҙәргә хас алдан тормош асыҡлыҡтары, төрлө ғилләле ваҡиғалар башланһа? Унан һуң... Уға хәҙер үк хәжәт итергә кәрәк бит. Ә мин уны хәжәт иттерә алмайым. Был - гонаһ, ҙур гонаһ! Ризыҡ тәғәмен бирербеҙ ҙә ул...

Шәһиҙә ҡарсыҡ сабый пәйғәмбәр хаҡында Гөлбаныу килгәнсе дауаханаға хәбәр итеү тураһында ҡырҡа фекергә килгәйне. Баланың үҙ иренен үҙе имергә маташыуын күргән Шәһиҙә ҡарсыҡ, үҙҙәре йәш ваҡыттағы алымды ҡулланып, йомшаҡ икмәкте балға бутап, уны ауыҙында сәйнәп иҙеп, сепрәккә төрөп, имеҙлекте баланың ауыҙына ҡаптырҙы.

Сабый шунда уҡ тыныслыҡ тапты. Ул, туймаҫтай булып, төймәләй генә сепрәкте супылдатып һурырға кереште.

Гөлбаныу бала биләргә биләүес, һымыраҡ һәм һөт килтерҙе. Икәүләп онотола башлаған һолдарын яңыртып, кескәй пәйғәмбәрҙе биләнеләр, һөт имеҙҙеләр. Шул арала Шәһиҙә әхирәтенә был сабыйҙың бөгөнгө һәм яҡын киләсәге яҙмышын үҙенсә һүрәтләне. Икеһе бер һүҙгә, бер ҡарарға килеп, хәҙер үк «Ашығыс ярҙам»ға шылтыратырға булдылар.

Телефон трубкаһынан булған хәл-әхүәлде урыҫса әҙ-мәҙ һупалаған Гөлбаныу аңлатты. Әммә «03»-тәге туташтар тәүҙә Гөлбаныуға ышанманылар. Хәлде тағы ла берәүҙең аңлатыуын һоранылар. Сөнки Гөлбаныуҙың ситтән, әллә күктән-фәлән йортҡа бала килеүен, ул баланың сөннәтле булып тыуып, киләсәктә пәйғәмбәр булыуын раҫлаған һүҙҙәренә ышаныу шәфҡәт туташтарына ауыр ине. Шул уҡ һүҙҙәрҙе Шәһиҙә ҡарсыҡ та ҡабатлағас, әллә шикләнеп, әллә шөбһәләнеп, оҙаҡ та көттөрмәй килделәр шәфҡәт туташтары. Килделәр. Баланы ентекләп ҡаранылар. Бүлмәләрҙе лә тикшергән рәүешле күҙ йөрөтөп сыҡтылар. Үҙҙәре килтергән аҡ сепрәктәргә баланы төрөп, дауаханаға алып киттеләр.

Береһе, башлыҡҡа оҡшағаны, ҡалып, бөтә булған хәл-әхүәлде ҡағыҙға ентекле итеп яҙҙы. Шәһиҙә менән Гөлбаныу ҡарсыҡтан имза алды. Сығыр алдынан ул: «Иртәгә, ихтимал, һеҙҙе милиция саҡыртыр. Йә үҙҙәре килерҙәр. Өйҙә булығыҙ», - тип иҫкәртте.

* * *

Шифаханалағы көндәр үтеп, ҡайтыр ваҡыт етә башлағас, беҙ кистәрен сәйханаға барып ултыра торғайныҡ. Һуңғы көндәрҙә Ибраһим миңә бик ныҡ эйәләште. Әллә ағай, әллә атай рәүешле итеп күрә башланы. Асылды. Эс-бауырын асып һөйләй башланы. Донъяның төрлө өлкәһендә лә үҙенсәлекле фекер йөрөтә.

– Ә шулай ҙа, - ти ул, - был донъяға хасил булған һәр үҫемлек, һәр бөжәк, йән эйәһе йәшәргә тип килгән. Аңға эйә булғаны ла, булмағаны ла йәшәү шартына ҡулайлаша. Үҫемлектәр донъяһы күршеһе менән яҡтылыҡ, еүеш ер һуты бүлешә. Күберәк йоторға өлгәшһә, йәнәштәгеһен баҫа. Уға үҫергә лә, тамыр йәйергә лә ирек бирмәй. Йән эйәләрендә был алым күпкә ҡатмарлы. Ул, йәнһеҙҙәр донъяһындағы кеүек, бер-береһенә ҡамасаулау менән генә сикләнмәй. Бер-береһе менән туҡланыу, вәхшәтлек алымдарын ҡулланыу - һәр береһенең аңлы йәки аңһыҙ алымы һөҙөмтәһе. Йыртҡыстың, суртандың, үрмәксенең - аңһыҙ маҡсат. Йәшәр өсөн ашарға кәрәк. Кешенең һәр маҡсаты аңлы. Сөнки ул аңлы йән эйәһе. Ҡылған эше маҡсатына ярашлы. Әммә аңлыларҙың да маҡсаты ике төрлө була. Вәхшәтлек, боҙоҡлоҡ маҡсаты бар. Уға ҡаршы кешелектең үҙе яралтҡан изгелек ҡанунына нигеҙләнгән маҡсат та бар. Иманлылар маҡсаты кешене кеше итеп ҡалдыра. Иманһыҙы үҙ юлы менән үҙ тәҡдирен ҡаршылай. Күп бәхетһеҙлектәр, кәмһетеүҙәр татып, хатта баҡыйлыҡҡа китеү сигенә еткәс, мин маҡсатлы булдым.

Маҡсатһыҙ икәнһең, иманлы тормош юҡ! Ул маҡсатты миңә ғүмере буйы аҡыл, ғилем туплаған, тәжрибә йыйған, ислам диненән иман эскән Ғәлиәскәр бабай мине дин юлына төшөрөп ҡайтарып бирҙе. Ҙур рәхмәт аҡһаҡалға!

Спартак Ильясов.

Читайте нас: