Ел осорған ауыл

Эх, алдан белгән булһа икән Франгиза Сәғитовна был төкөрөктөң ниндәй хафаларға илтәсәген. Әллә ҡайҙан бөтөрөлөп сығып көсәйеп киткән ел ергә осоп төшөп барған төкөрөктө күтәреп алып, хакимиәт башлығының битенә сәпәне.

Ел осорған ауылЕл осорған ауыл
Ел осорған ауыл

Ел осорған ауыл

САТИРИК ПОВЕСТЬ

1

Франгиза Сәғитовна – математика уҡытыусыһы. Вуз тамамлап килеп, Тәпәләп ауылына урта мәктәпкә эшкә урынлашыуына ла ике тиҫтә йыллап ваҡыт уҙған. Эшен еренә еткереп башҡара ул. Уҫаллығы ла бар. Ғәҙеллекте ярата. «Дөрөҫлөк һинең яғыңда булһа, ҡырҡ мең кеше ҡаршы торһа ла, ҡурҡма», – тигән ныҡлы ҡараштан сығып эш итә. Хәҡиҡәт өсөн судлашырға ла күп һорамай, тегендәй-бындай түрәләр алдында ла баш эйеп йөрөй торған заттан түгел. Шуға күрә үҙен ауыл халҡы ла, коллегалары ла, уҡыусылар ҙа хөрмәт итә. Ләкин хөрмәттең дә төрлө сорттары бар: ысын йөрәктән хөрмәт, яһалма хөрмәт, дуҫтарса хөрмәт, ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт... Бына һуңғыһы тап Франгиза Сәғитовнаға ҡағыла ла инде. Миҫалға уҡыусылар араһындағы һөйләшеүҙе ишеттереү ҙә етәлер тип уйлайым:

– Малайҙар, «матем»дан кем өй эшен эшләне? Күсерергә бирегеҙ әле, әтүһә Франция, дәрестән һуң алып ҡалып, нервыла уйнаясаҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, о-о, крутая!

«Франция», әлбиттә, – уҡыусылар араһында Франгиза Сәғитовнаға тағылған ҡушамат.

– Берегеҙ ҙә эшләмәнеме ни?! Улайһа бөгөн дә төштән һуң футбол уйнап булмай инде... Ә һин, Уйҡыя, нимә ҡараның? Ҡыҙ башың менән ялҡауланаһың. Тырышҡан – таш ватҡан, тиҙәр. Ниңә таш ватмайһың?

– Һеҙ малай башығыҙ менән ватмағанға күрә! – Ҡыҙыҡай, ауыҙын бүлтәйтеп, малайҙарға телен күрһәтте лә ситкә китте.

Бына бөгөн дә Франгиза Сәғитовна, ғәҙәттәгесә, мәктәптән бер ҡулына – ҡосаҡ дәфтәрҙәр, икенсеһенә ауыр сумкаһын күтәреп үҙәк урам буйлап һуң ғына ҡайтып килгәндә, тирә-йүндә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгәндәй, уйҙарынан бүленде. Уйҙарынан бүлеүсеһе ҡайҙа баҡһаң да биҙәнеп ултырыусы май айының ҡупшы ағастары муйыл, сирендәрҙән аңҡыған хуш еҫтәргә ҡушылған буяу еҫе ине. Уҡытыусы туҡтап, үткер ҡарашы менән донъя йөҙөн байҡаны. Ҡапыл күңеле күтәрелеп китте: бөтә ҡоймалар ҙа зәңгәр төҫкә буялып, ялт итеп балҡып тора. Урамдың ике яғынан, гүйә, зәп-зәңгәр шишмәләр сылтырап ағып ята.

«Самат Сәлимовичтың тырышлығы был. Рәхмәт үҙенә. Һүлпәнерәк ҡыланһа ла, ҡулынан килгән, – тип уйлап ҡуйҙы ул күңеленән, ауылдың хакимиәт башлығы тураһында яҡшы фекер туплап. – Зыярат ҡоймаларын да ул яңыртты. Ете класс белеме менән дә алдыра егетең. Вуз белеме алғандарҙың да күптәре хужалыҡ эшен тарта алмай».

Ана теге башта бер нисә ҡатын-ҡыҙ, көлөшә-көлөшә, бумала тотоп ҡойма буяй. Тауыштары ел ағышына ап-асыҡ булып бында тиклем ишетелә. Ел көсәйә барып, ағас япраҡтарын да шыбыр-шыбыр һөйләндерә, Франгиза Сәғитовнаның косынкаһын да тартҡылай.

«Ярай, ҡоймамды буяп өлгөрмәгәйнем әле. Ә бит һарыға манырға ине иҫәп», – ошо уйҙар менән ул үҙе йәшәгән тыҡрыҡҡа боролдо. Ләкин унда бер үҙгәреш тә күрмәне. Үҙ йорто ла, тыҡрыҡты тыҡрыҡ яһап торған ҡалған биш-алты йорт та әүәлгесә ҡояшта ашалған ҡайһы йәшел, ҡайһы һары, ҡайһы ҡыҙыл ҡоймалы. Күрәләтә бындай ғәҙелһеҙлек ғүмере буйы йәш быуынды ғәҙеллеккә өйрәткән уҡытыусының йөрәген тетрәтте.

«Ә, бәлки, өлгөрмәгәндәрҙер, иртәгә буяйҙарҙыр», – тигән өмөт сатҡылары үтте уйынан.

Франгиза Сәғитовна тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ярата. Иртәгәһе көндө көтөп торманы ул, мәсьәләгә бөгөн үк, хатта минуты-секунды менән асыҡлыҡ индерергә булды. Ул, өйөнә лә инеп тормайынса, сумка-дәфтәрҙәрен күтәрмә өҫтөнә ҡуйҙы ла тура буяусылар эргәһенә китте. Юлында һәр бер тыҡрыҡҡа күҙ һалды: Пролетар тыҡрығы ла, Һаҙламыҡ менән Мәктәп тыҡрыҡтары ла, һуғышта ирҙәре ятып ҡалған тотош тол апайҙар йәшәгән Хәтер тыҡрығы ла буялмаған.

Һаулыҡ һорашҡас та, Франгиза Сәғитовна һүҙҙең ағышын үҙен борсоған төп мәсьәләгә борҙо:

– Ҡыҙҙар, Үҙәк урамдың ҡоймаларын буяп бик тә матур иткәнһегеҙ. Ә бына тыҡрыҡтарҙы ниңә ҡалдырҙығыҙ, әллә иртәгә буярға уйлайһығыҙмы?

– И-и, беҙҙән генә торһа икән ул, – тип яуапланы мәҙәниәт йортонда техничка булып эшләүсе Зөбәйҙә. – Ҡоймаларҙы ғына түгел, тотош ауылды буяп сығыр инек. Тәпәләп, исемен алмаштырып, Зәңгәркүл ауылына әйләнер ине. Нәсәлство нисек бойора, шуны үтәйбеҙ.

– Нәсәлство бойорһа, өйөңдөң түбәһен дә буяп төшөрбөҙ, ялт итеп торор, – тип Зөбәйҙәнең һүҙен ҡеүәтләне мәҙәниәт йорто методисы Тәлиға. – Ана, Самат Сәлимовичҡа мөрәжәғәт итегеҙ, – ул хакимиәт бинаһынан сығып, был яҡҡа табан атлаусы ауыл хакимиәте башлығына ишараланы.

– Һаумыһығыҙ, Франгиза Сәғитовна! – Башлыҡ аҡ бейсболкаһын һалып, маңлайына бөрсөк-бөрсөк бәреп сыҡҡан тирҙәрҙе шаҡмаҡлы ҡулъяулығы менән һөрттө.

– Һаумыһығыҙ, Самат Сәлимович!

– Йә, беҙҙең башҡарған эштәребеҙ Һеҙгә оҡшаймы? Ниндәй баһа ҡуйырһығыҙ? – тип һораны башлыҡ, йылмайып.

– «Икеле», – тине уҡытыусы, күҙ ҙә йоммай.

– «Икеле?» – Башлыҡ, аптырап, ауыҙ асҡан килеш ҡалды. – Хараша. Ни өсөн?

– Үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ. – Франгиза Сәғитовнаның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Юҡ, оялыуҙан түгел, башлыҡтың белмәмешкә һалышыуына асыуы ҡабарып. – Үҙәк урамды буяғанһығыҙ, ә тыҡрыҡтарҙы ҡалдырғанһығыҙ!

– Ә... бына Һеҙ нимә тураһында... Хараша, аңлатып бирәм. Эш былайыраҡ тора бит, Франгиза Сәғитовна, – Самат Сәлимович түңәрәк башындағы аҡ бейсболкаһын маңлайына табан этеп, киң елкәһен ҡашып ҡуйҙы: – Иртәгә ауылға оло нәсәлство килеүе көтөлә. Үҙегеҙ беләһегеҙ: яңы мәҙәниәт йортон төҙөп бөттөк. Бына хәҙер ҡыҙыл таҫманы киҫеп, ишектәрен асып инергә лә бейеп-йырлап ғүмер итергә... Нәсәлство район үҙәгенән генә түгел, баш ҡаланың министрлығынан да килә икән. Ә лимит буйынса ҡоймаларҙы буярға бирелгән буяу самалы. Шуға күрә етәкселәр күҙенә салынаһы Үҙәк урамды ғына матурларға булдыҡ. Тыҡрыҡтарға буяу ҡалманы.

Был яуап, әлбиттә, уҡытыусыны ҡәнәғәтләндермәне.

– Урамды буя, тыҡрыҡтарҙы ҡалдыр, имеш. Күҙгә төртөп торған ғәҙелһеҙлек! – тине Франгиза Сәғитовна, тағы ла ҡыҙа төшөп. – Ә беләһеңме, кемдәр йәшәй унда? Фронтта, яу ҡырында ирҙәре башын һалған инәйҙәр, ауыр һуғыш йылдарында илебеҙгә еңеү өлөшө индергән тыл батырҙары, Афғанда, Чечняла ҡан ҡойоп, яраланып, инвалид булып ҡалған егеттәребеҙ... Бына үҙегеҙҙең ҡоймағыҙҙы, тыҡрыҡта ултырһа ла, буятҡанһығыҙ бит.

Хакимиәт башлығының битен аҡлы-ҡыҙыллы тимгел-тимгел бөрсөктәр ҡапланы:

– Минең йортом тыҡрыҡтың был башында, йәғни килгән ҡунаҡтарға күренеп тора. Бәлкем, өйгә инеп, сәй эсеп тә сығырҙар, кем белә, – тине ул. – Үҙ аҡсама һатып алып буяйыммы ни һуң?

– Һеҙ – ха-ки-ми-әт! Табығыҙ! Халыҡты сорттарға айырмағыҙ! Урынығыҙҙа мин ултырһаммы, әғүҙи биллаһи, табыр инем дә, буятыр инем дә! – тип төкөрҙө уҡытыусы, әсенеп.

Эх, алдан белгән булһа икән Франгиза Сәғитовна был төкөрөктөң ниндәй хафаларға илтәсәген. Әллә ҡайҙан бөтөрөлөп сығып көсәйеп киткән ел ергә осоп төшөп барған төкөрөктө күтәреп алып, хакимиәт башлығының битенә сәпәне.

Ҡулы аҫтында эшләүсе хеҙмәткәрҙәре алдында көтөлмәгән хәлдән оятҡа ҡалған башлыҡтың күңелендә ажғырғыс февраль бурандары уйнаны. Шулай ҙа ул үҙен сабыр тотор көс тапты:

– Күрҙегеҙме?! – тине, төкөрөктө пинжәгенең еңе менән һөртөп.

– Эйе, – тинеләр, ҡурҡышып, Зөбәйҙә менән Тәлиға, улар менән бергә малярлыҡ итеүсе китапханасы Динә, мәктәптән ярҙамға ебәрелгән социаль педагог Ҡәмәр, химия уҡытыусыһы Мәстүрә. – Эйе. – Шаһиттар ҙа күп икән...

– Һеҙгә төкөрөргә теләмәгәйнем, ел ғәйепле бит, – тип тәүҙә Франгиза Сәғитовна хакимиәт башлығынан ғәфү үтенергә лә теләгәйне, ләкин, тегенең шаһиттар йыйыуын күреп, зәһәр йылмайыу менән өндәшмәҫкә булды.

– Иртәнән бирле бөтә нәмә арҡыры тора. Тфү, шайтан! – тип ләскелдәтеп ергә төкөрҙө Самат Сәлимович. Абынып йығылырымды алдан белгән булһам, аҫтыма мендәр һалған булыр инем, тигән берәү. Һуң, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ергә осҡан төкөрөк шундуҡ Франгиза Сәғитовнаның ел ҡабартып алға этәргән күлдәк итәгенә килеп төшһөн инде! Бына ҡайҙа ул тантана! Уҡытыусының йөҙө хатта яҡтырып уҡ китте:

– Ҡыҙҙар, шаһит булырһығыҙ: Самат Сәлимович мине «шайтан» тип мыҫҡыл итте һәм итәгемә төкөрҙө. – Ошо һүҙҙәр менән уҡытыусы, уҡыусыларға картина күрһәткәндәй, итәген йәйеп, төкөрөктө ҡойма буяусыларға күрһәтеп сыҡты. – Тиҫтә йылдар бергә йәшәп, иремдән дә бындай яманлыҡты күргәнем булманы.

– Һеҙҙең менән телгә тел килешеп башты төрмәгә тығырға мөмкин, – тип ҡул һелтәне Самат Сәлимович һәм малярҙарға бойороҡ бирҙе: – Зөбәйҙә! Хәҙер үк биҙрәңдәге буяуың менән Франгиза Сәғитовнаның ҡоймаһын буяп кил. Өнө тығылһын. Ярҙамға Тәлиғаны ла ал!

– Ярай, ярай. Ә ҡалған өйҙәрҙекен?

– Юҡ! Бары тик ошо ҡомһоҙ уҡытыусыныҡын!

Был һүҙҙәр Франгиза Сәғитовнаға төкөргән ише генә түгел, башына күҫәк менән тондорғандай тәьҫир итте. Ул иҫәңгерәне, күҙ алдары ҡараңғыланды. Һуң, шулай булмай ни, үҙе өсөн тырышамы ни ул, халыҡ өсөн бит! Уҡытыусы, үҙен үҙе белештермәй, Зөбәйҙәнең ҡулынан буяулы силәкте тартып алды ла Самат Сәлимовичтың башына кейҙерҙе. Уҡытыусынан бындай уҡ криминаль еҫе аңҡыған хәлде көтмәгән башлыҡтың түңәрәк башын ярым ҡаплап торған аҡ бейсболкаһы буяуға мансылап, ергә шыуып төштө, сөм-ҡара сәстәре лә, вельвет костюмы ла, тулышып ҡыҙарған бите лә яңы буялған ҡойма төҫөнә инде. Берауыҡ ул ни эшләргә белмәй өнһөҙ торҙо, теле тотлоҡто, бушап ҡалған силәкте башынан тартып алып, ергә ҡуйҙы:

– Ха-ра-ша! Һыйыр тулаһа, аттан уҙыр. Әҙәм тулаһа, эттән уҙыр. – Ул салбар кеҫәһенән шаҡмаҡлы ҡулъяулығын алып, тәүҙә ауыҙ тирәһенән, унан күҙ ҡабаҡтарынан буяуҙы һөртөп алды. Ҡаршыһында берсә ҡурҡышып, берсә түрәнең тышҡы ҡиәфәтенән көлөүҙәрен саҡ тыйып тороусы малярҙарға ҡарап, һүҙен оҙаҡҡа һуҙыуҙы кәрәкһеҙ тапты:

– Бына күрҙегеҙ. Бөтәгеҙ ҙә понятой булырһығыҙ. Этенән дә, бетенән дә үҙемде мыҫҡыл иттерә алмайым! Был криминалға нөктә ҡуйырға кәрәк! – Артабан һүҙ көрәштереүҙең мәғәнәһеҙ икәнлеген аңлап, ул тәүәккәл аҙымдар менән хакимиәт бинаһына инеп китте лә милиция бүлегенә шылтыратты.

Ярты сәғәтләп ваҡыт үткәндерме-юҡмы, мигалкаларын яндырып, сиреналарын үкертеп, ҡаланан ауылға милиция машинаһы килеп тә етте. Тәүҙә ул хакимиәт бинаһына килде, унан тура Үлмәҫҡолова Франгиза Сәғитовна йорто ҡаршыһына барып туҡтаны. Өйөнә ҡайтып, тынысланыу түгел, көндөҙгө ашын да ашарға өлгөрмәгән уҡытыусыны, ай-вайына ҡуймай, тәртип һаҡсылары милиция бүлегенә алып та кителәр.

Кесе йәшенән пионер, комсомол ойошмаларын етәкләп үҫкәнгә, төрлө рангылағы чиновниктар менән аралашҡанға һәм, әйтергә кәрәк, ҡырыҫ тәбиғәтле совет мәктәбендә заман һулышын тойоп сыныҡҡанға, бөгөнгө властар ҡаршыһында Франгиза Сәғитовна бөгөлөп төшмәне:

– Дөрөҫлөк барыбер еңәсәк! Йөҙ яуызлыҡты бер дөрөҫлөк еңә, докажу! – тип ҡысҡырҙы ул пистолетлы, погонлы бәндәләргә, ярым урыҫсалатып һәм, башын ғорур тотоп, юғары сөйөп, «Варшавянка»ны йырлай-йырлай, машинаға инеп ултырҙы. Йыр тауышы машина ауылдан сығып киткәнсе ишетелде:

...Вихри враждебные веют над нами,

Темные силы нас злобно гнетут...

Ошо хаҡта уҡытыусыны оҙатырға сыҡҡан күршеләре һөйләне.

2

Мәктәп директоры кабинетында телефон шылтыраны.

– Тәпәләп мәктәбе директоры Мөслим Надирович Яушев тыңлай! – тине, трубканы күтәреп, сәсен бер яҡҡа ҡырын һалып «Йәшлек» прическаһы яһатҡан утыҙ – утыҙ биш йәштәрҙәге ир заты.

– Һаумыһығыҙ, Мөслим Надирович! Был мин – урындағы хакимиәт башлығы.

– Һаумыһығыҙ, Самат Сәлимович! – Гүйә, бүлмәһенә башлыҡ үҙе килеп индеме ни: ултырғысын артҡа этеп, ул аяғүрә тороп баҫты. – Һеҙҙе, хөрмәтле Самат Сәлимович, тауышығыҙҙан уҡ танып торабыҙ. Бөтә зиһенем менән тыңлайым Һеҙҙе...

Трубка бер аҙға тынып торҙо.

– Алло! Алло!

– Нисек унда, иртәгәһе тантаналы сараға, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерһегеҙме?

– Ә-ә-ә...

– Уҡыусыларҙы әҙерләнегеҙме, тимен?

Оло түрәме ул, кесеһеме – үҙенән өҫтәгеләрҙән ҡурҡа торған ғәҙәте бар Мөслим Надировичтың. Өҫтән ниндәй бойороҡ төшһә лә, сәғәте-минуты менән үтәргә әҙер. Әгәр юғарынан «һыуы ҡайнап торған ҡаҙанға һикер!» тиһәләр, ыһ та итмәй һикерәсәк. Әле лә ҡаушау ҡатыш яуап бирҙе:

– Ең һыҙғанып әҙерләнеп ятҡан көн, Самат Сәлимович. Йыр, бейеү, шиғыр номерҙарынан торған бынамын тигән монтаж әҙерләнек.

– Хараша. Уныһы яҡшы. Әммә ләкин минең Һеҙгә әйтә торған бик важный сообщение бар. Имынны Һеҙгә үпкә белдерәм һәм имынны Һеҙгә бойороҡ та бирәм.

– Бер нәмә лә аңламайым, Самат Сәлимович, мөмкин булһа, асыҡлабыраҡ һөйләгеҙ әле. Ниндәй үпкә ул? Һеҙҙе үпкәләтерлек эштәр ҡылманым шикелле. Бирегеҙ бойороҡто, үтәрмен. Һеҙ тигәндә – мин иҙәндә...

– Хараша, аңлатып бирәм. Уҡытыусыларығыҙ менән абсолютно эшләмәйһегеҙ бит, бөтөнләй тәртәнән сыҡҡандар! Нәсәлствоға ҡул күтәрәләр. Әле генә береһен төрмәгә оҙаттым...

– Ғәфү,.. кемде? – Шаҡ ҡатмалы хәбәрҙән ҡаушап ҡалған директорҙың ҡулынан ручкаһы төшөп китте.

– Франгиза Сәғитовнағыҙҙы! Үҙенең урам ҡоймаһын буятмаған өсөн ул тәүҙә битемә төкөрҙө, унан башыма бер биҙрә буяу кейҙерҙе. Не хараша бит. Понятойҙар етерлек – бөтә халыҡ күрҙе. Әле лә өҫ-башымдан буяу тамып тора. Кисекмәҫтән үҙен статьялап эштән ҡыуырға кәрәк!

Бойороҡто ишеткәс, Мөслим Надировичтың башында вулкан ҡайнаны. Ҡайнар ҙа, сөнки, беренсенән, ете класс белемле мужик һиңә, йәғни юғары белемле етәксегә, приказ биреп ултырһын, етмәһә, һин уны еренә еткереп үтәргә тейешһең. Икенсенән, үтәмәһәң, был буйһонорға теләмәй тип, үҙеңде лә креслоңдан осороуҙары мөмкин. Өсөнсөнән, эшенән бушатҡан хәлдә, әрһеҙ математик барыбер тынғы бирмәйәсәк. Бына ошондай ике ут араһында ҡалды директор.

– Һеҙҙең бойороҡҡа нимә тип яуап бирергә белмәйем. Башҡа һыймаҫтай хәл. – Мөслим Надирович үҙе лә һиҙмәҫтән ҡолаҡ артынан бер ус сәсен йолҡоп алды. Ә хакимиәт башлығының тауышы күтәрелгәндән-күтәрелә барҙы:

– Башҡа һыймаҫтай хәл, тиһегеҙ. Ләкин биҙрәне һыйҙырҙы бит башыма.

– Уныһы шулайын шулай ҙа... Франгиза Сәғитовнаға уҡытыу өлкәһендә бәйләнерлек урын тапмайым: дәрескә ваҡытында килә, белем кимәле һәйбәт, дәфтәр-пландары тәртиптә, – тип ҡарыулашты директор.

– Мөслим Надирович! – Трубкалағы тауыш ҡолаҡ барабанын ярырҙай булып яңғыраны. – Миңә ҡалһа, кеше битенә төкөргән, етәксегә ҡул күтәргән кешенең йәш быуынды тәрбиәләргә хоҡуғы юҡ.

– Ыһы...

– Шуға өҫтәп, «Уҡытыусылары ниндәй – директоры ла шундай» тигән халыҡ мәҡәле лә бар. Тәрбиә Һеҙҙең арҡала аҡһай ҙа баһа. Һеҙ армияла хеҙмәт иттегеҙме?

«Ҡара әле һин уны, мине директорлыҡтан бушатып, армияға оҙатырға уйлай микән ни?»

– Ике йыл хеҙмәт иттем, – тип яуапланы ул.

– Хараша. Приказ нәсәлникә – закон для подчиненного. Подчинятса итергә өйрән, йәғни хәҙер үк ул енле бисәне эшенән алып ат! Аңланыңмы?

– Аңланым. Тимәк, Һеҙҙең һүҙҙәргә таянып, Үлмәҫҡолова Франгиза Сәғитовнаны эшенән бушатыу тураһында приказ яҙам. – Директор, ауыр һулап, телефон трубкаһын һалды.

3

Оло юлдан, ауылға табан осоп барған аҡҡоштар кеүек, бер-бер артлы теҙелешеп килеүсе машиналар колоннаһы күренде. Иң алдан, мигалкаларын яндырып, милиция машинаһы, уның артынса бер нисә яңы аҡ «Волга» күпер уртаһында икмәк-тоҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусы халыҡ эргәһенә килеп туҡтаны. Тәртип һаҡсылары, өркөшөп торған ағай-энеләрҙе артҡа ҡыҫырыҡлап, машинанан төшөүсе етәкселәргә юл асты.

Гармун, ҡурай моңдары аҫтында ҡунаҡтар биҙәкле таҫтамал өҫтөнә һалынған икмәк-тоҙҙан, аҙ ғына әскелтем «зәм-зәм» һыуы өҫтәлгән ҡымыҙҙан ауыҙ иттеләр. Кистән махсус рәүештә Самат Сәлимович, техничка Зөбәйҙәгә әйтеп, һәр сирек ҡымыҙға берәр шешә «зәм-зәм» һыуын өҫтәп һалырға ҡушҡайны. Бирелгән нарядтың үтәлеү-үтәлмәүен иртән иртүк үҙе тикшерергә лә онотманы.

– Нисек, мин әйткәндәрҙе үтәнеңме? Ҡымыҙҙың ҡеүәтен арттырҙыңмы, тип һорауым.

– Арттырмаймы һуң! Араҡы ла өҫтәнем, «төндә тыуған»ды ла ҡуштым.

– Хараша, – тип ҡәнәғәтлек белдерҙе хакимиәт башлығы, эселгән бер көрөшкә ҡымыҙҙың күңелен күтәреүен самалап. – Һин нисек тә ҡунаҡтарҙың ауыҙын ошоноң менән нығыраҡ «майларға» тырыш. – Ул муйынына тағылған галстук осо менән ауыҙ ситен һыпырып ҡуйҙы.

– Ауылға аяҡ баҫыу менән, үҙҙәрен ҡымыҙҙы тәрән фужерҙарға һалып һыйласаҡбыҙ, Самат Сәлимович.

– Хараша, килештек.

Ысынлап та, ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйланы ошо сараға беркетелгән, уның тейешле кимәлдә үтеүе өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр. Техничка Зөбәйҙә лә, методист Тәлиға ла, ҡумыҙсы Исрафил да, гармунсы Миңлебулат та, музыка аҫтында күбәләктәй осоп бейей-бейей, таҡмаҡтар әйтте:

Әйҙә, бейергә төшәйек,

Уйнат, егет, ҡумыҙҙы.

Күтәрелһен күңелегеҙ,

Йә, эсәйек ҡымыҙҙы!..

Өфөнән килгән вәкил дә, район хакимиәте башлығы ла, башҡа ҡунаҡтар ҙа йола шарттарын тейешенсә еренә еткереп үтәргә тырыштылар: ҡымыҙҙан да ауыҙ иттеләр, ябай халыҡ менән күңелле аралашып, бейергә лә төшөп киттеләр.

Яңы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы ишеккә арҡыры бәйләнгән ҡыҙыл таҫманы киҫеү йолаһы менән башланды. Әлбиттә, ундай ҙа үтә яуаплы бурысты Өфөнән килгән вәкилгә тапшырҙылар.

Ҡулына ҡайсы тотоп, таҫманы киҫер алдынан, өлкә ҡунағы йыйылыусылар алдында сығыш яһаны:

– Хөрмәтле әфәнделәр! – тине ул, һүҙҙе артыҡ оҙонға һуҙмайынса, кәлүш һөйрәп килгән халыҡҡа мөрәжәғәт итеп. – Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә яңы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы менән ихлас ҡотлайым. Был йортта мәҙәниәт уты, культура усағы бер ҡасан да һүнмәһен. Хәйерле сәғәттә! – Ошо йылы һүҙҙәр менән ул, таҫманы киҫеп, бер киҫәген ҡала һәм район хакимына, икенсеһен Самат Сәлимовичҡа тапшырҙы. Уның артынса район үҙәгенән килгән башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа, береһенән береһе уҙҙырып, яңы йортҡа мәҙхиә уҡынылар. Сығыштарҙың һәр береһе көслө алҡыштарға күмелде. Әллә ҡунаҡ һыйы ауыл халҡының да ауыҙын ситләп үтмәгән – тирә-йүн шаян көлкө, күтәренке кәйеф аҫтында шау- гөр килеп торҙо.

Бары ауыл башлығы трибуна артына сығып һүҙ башлағас ҡына, гөрләп торған халыҡ, бер мәлгә, ауыҙға һыу уртлағандай, тынып ҡалды. Әллә Самат Сәлимовичтың килештереп һүҙ һөйләүенә ҡолаҡ һалды ағай-эне, әллә зәңгәр сәсле башын күреп һушынан яҙҙы, белмәҫһең. Эйе, әллә нисә төрлө шампунь менән дә, һабын ышҡып та ҡат-ҡат йыуып ҡарағайны буяу йәбешеп ҡатҡан сәстәрен Самат Сәлимович: кисен дә, иртән әтәстәрҙән алда уянып көтөү киткәнсе лә, көтөү ҡыуғас та, тик сәстәр генә һаман зәңгәр күктәй зәңгәр килеш ҡалды. Ҡатыны Әнисәнән, хатта, бер мәл сәстәрен үткер бәке менән ҡырҙырып алдырырға ла уйлағайны, тик был уйынан кире ҡайтты. Ниндәй генә төҫкә инмәһен, сәс бит әле ул! Сәстәреңдән бер ҡолаҡ ҡаҡһаң иһә, ҡолаҡ артын күреп булмағандай, яңынан өс-дүрт айһыҙ ҡулға тараҡ алам тимә. Дөрөҫ, битендәге буяуҙарҙы Әнисәһе оҙон тырнаҡ остары менән, ауырттырып, йәрәхәтләп булһа ла, ҡуптарып төшөрҙө, артынан эйәк остарына тиклем хуш еҫле крем өйкәп ҡуйырға ла онотманы.

– Иптәштәр! – тип һүҙ башланы Самат Сәлимович, тамаҡ ҡырып. – Бына күрәһегеҙ: яңы мәҙәни һарайлы булдыҡ. Элек, совет осоронда, клуб бар ине. Ағай-эне баҡсаһында клубника үҫтереп, шул йортта клубника һатып аҡса эшләй ине. Шуға клуб тип атағандар уны. Ә бына һарайға килгәндә, ауылыбыҙҙа ат һарайы ғына бар ине. Колхоздарҙы таратҡас, ул һарай ҙа аттары менән бергә юҡҡа сыҡты. Нәкәнис, бына бөгөн халыҡҡа ла һарай төҙөнөк. Мәҙәни йорт тип атала. Харашамы был? Хараша! Хәҙер уйна ла бейе, башҡаһын да майтар. Ләкин, хакимиәт башлығы булараҡ, ҡәтғи әйтәм: төнгө яҡта... Эсеп килеп, унда һуғышып, күҙ сығарып ятмайыҡ. Конюх Бадыхшан ағай ат һарайын нисек бөхтә тота ине, иҫегеҙҙәме?! Мәҙәниәт һарайы ла ат һарайынан бер яғы менән дә ҡалышмаһын! Ә көндөҙ ең һыҙғанып эшләргә, ипәштәр!

Шул саҡ ҡала ҡунағы еткергән наказ, авиапочта шикелле, ҡылт итеп Самат Сәлимовичтың иҫенә килеп төштө. Хәҙер ул «Наказығыҙҙы тейешенсә үтәрбеҙ!» тип әйтергә тейеш тә баһа. Нимә тигәйне әле? Эй, был тишек хәтерҙе, иҫкә төшмәй тора... «Усаҡ...усаҡ һүнмәһен... Культура усағы...» «Нимә ул культура? – Башы, компьютер кеүек, шалт та шолт яуап эҙләй. – Тә-әк. Культура – ул гәзит- журналдар, китаптар, бейеү, йыр... Бейеү менән йырҙы, әлбиттә, усаҡҡа яғып булмай. Былары отпадает... Гәзит-журнал, китап яғырғамы? Ә ниңә утын яҡмаҫҡа, брикет, күмер ҙә етерлек... Ғөмүмән, йылытҡыс торбалар үткәрелгән мәҙәниәт йортона ни бысағыма кәрәк икән ул усаҡ, янғын сығарырғамы ни?!» Баш та әйләнә, уға эйәреп күҙҙәр ҙә орбитанан сығырҙай булып зырылдап әйләнә. Ә яуапты ыңғай биреү һорала. Ниһайәт, ул күтәренке рух менән телмәрен дауам итте:

– Усаҡты беҙ уны, хөрмәтле етәкселәребеҙ, бер ҡасан да һүндермәҫкә һүҙ бирәбеҙ. Мәҙәни усаҡҡа ла утын, күмер өҫтәп торорбоҙ. Ишек алдында ла айлы кистә усаҡ яғып, күктәге йондоҙҙарға ҡарап, һанап ултырырбыҙ. Ә бына мәҙәниәт йортона мотлаҡ рәүештә йыйнаҡ ҡына бер мөрйә сығарып ҡуйырға бөтәгеҙ алдында вәғәҙә итәм. Торбаһы ла йылытһын, мөрйәһе лә. Килештекме? Хараша.

Сығыш тамамлағандан һуң оҙайлы алҡыштар, яҙғы ташҡындай, тиҙ генә тынманы.

– Һай, маладис! Һай, афарин! Башың юморлы икән. – Ҡунаҡтарҙың ҡайһыһылыр хатта Самат Сәлимовичты арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.

Маҡталыуҙан ҡәнәғәт йылмайыусы хакимиәт башлығының ауыҙы ҡолағына етте:

– Эйе, башым тыуғандан бирле йомро, – тине ул, ҡунаҡтың һүҙен йөпләп. – Шуға унда кәпәс тә йүнле-рәтле тормай, шыуа ла төшә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа тиҫтерҙәрем мине гел генә «Ҡабаҡ баш» тип йөрөтәләр ине.

Кисәнең тантаналы өлөшө тамамланғас, ҡунаҡтарҙы табын артында һыйлау ғәҙәте бар. Тәпәләплеләр ҙә был изге йоланан ситкә тайпылманы. Рюмкаларға «Федор Шаляпин» шешәләренән хәмер ҡойола, этикеткаһына һайрар ҡоштар ҡунаҡлаған оҙон муйынлы «Калина»лар үҙ сиратын көтә. Арала йондоҙло «Наполеон» да ҡорһаҡ киреп ултыра. Ә закускаларҙың ниндәйе генә юҡ: заморский ҡыҙыл икра, уның эргәһендә табаҡ-табаҡ ҡаҡлаған ҡаҙ, бешкән өйрәктәр... Ауыҙҙы ғына ас – үҙҙәре осоп инергә әҙер торалар.

Самат Сәлимовичтың урыны тап министрлыҡ вәкиленең ҡаршыһына тура килде. Бай табын артында һүҙ байлығы ла ташып тороусан.

– Һеҙҙең башығыҙ – океан, – тине, һыйҙан ҡыҙарған йөҙөн балҡытып, өлкә ҡунағы.

– Рәхмәт ҙурлауығыҙға. – Эйе, кем генә үҙен маҡтағанды яратмай икән был фани донъяла. Иркәләп ҡолаҡ артын ҡашыһаң, һыйыр ҙа, муйынын һуҙып, рәхәтлек кисерә. Самат Сәлимович та һүҙен дауам итте:

– Хакимиәт эше үтә яуаплы. Шуға күрә глобаль масштабта, океандай тәрән фекерләргә тура килә.

– Юҡ, мин ул мәғәнәлә түгел. Сәстәрегеҙҙең зәңгәр төҫкә буялыуына ишара итеүем. Әллә берәй төрлө ойошмала ағза булып тораһығыҙмы?

Әле генә үҙен океанға тиңләгән өлкә ҡунағының маҡтау һүҙҙәренән ғорурлыҡ хисе кисереп ултырыусы Самат Сәлимовичтың ҡолағына ҡапыл күңелде йәрәхәткә һалған «зәңгәр» һүҙе килеп ингәс, кикреге шиңеп төштө. Шулай ҙа уға ҡунаҡтар алдында үҙен һынатмау бурысы йөкмәтелгән.

– Аңлап бөтмәнем, – тине ул, буяулы башын ҡашып.

– Ярай, тәрәндәнерәк аңлатайым. – Вәкил рюмкаһын бушатып, артынан тоҙлаған ҡыяр киҫәге ҡабып ҡуйҙы. – Хәҙер бит төрлө группалар, әкәмәт ойошмалар донъя тулы. Әйтәйек, скинхедтар, панктар, гел генә ҡара кейемдән йөрөүсе готтар, эмо, рэппер, металлистар... Мин «голубой»ҙар тураһында ла былай ишетеп беләм, ләкин улар бер ҡасан да сәстәрен зәңгәр төҫкә буятмайҙар.

Бындай һүҙҙәрҙе ишеткәс, Самат Сәлимович сәсен ҡырҙырмауына үкенеп тә ҡуйҙы, хатта кисә булған хәлдәрҙе һөйләмәй саҡ тыйылып ҡалды. Ярай әле, һүҙ дилбегәһен бында уҙған ваҡиғалар менән хәбәрҙар булған район хакимиәте башлығы ваҡытында үҙ ҡулына алды:

– Беҙҙең яҡтар шифалы шишмәләргә, йылға-күлдәргә бай. Һыу байлыҡтарын һаҡлау, экология йөҙөнән сығып, беҙҙең уңған Самат Сәлимовичыбыҙ «Зәңгәр һыу» ойошмаһы төҙөнө. Унда тиҫтәнән ашыу егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ ағза булып тора. Әйтәйек, ситтәр килеп күлдән рөхсәтһеҙ балыҡ тота икән, Самат Сәлимович бөркөттәре, пограничниктар кеүек, килеп тә етәләр, балыҡтарын тартып алып, күҙ алдында усаҡ яғып, бешереп тә ашайҙар. Бындай үтемле саранан һуң тегеләрҙең аяҡ эҙҙәре һыуына.

– Уйлап эш итәләр, әтнәке, молодцы! – тип хупланы өлкә ҡунағы.

– Бына ошо бөркөттәр, – тип дауам итте мэр, – бөтәһе лә сәстәрен зәңгәр төҫкә буяп йөрөй.

– Ләкин мин бында зәңгәр башлы бер Самат Сәлимовичты ғына күрәм. – Вәкил, ата ҡаҙ шикелле, башын юғары һуҙып, тирә-йүнде байҡаны. – Ҡалғандары ҡайҙа?

– Бөгөн беҙҙә экологик өмә уҙғарыла. Шуға күрә ҡалғандар бөтәһе лә шишмә баштарын сүп-сарҙан таҙартып, буралап йөрөйҙәр.

– Бындай хеҙмәт һөйөүсән халыҡ алдында мин билгә тиклем баш эйәм, – тип өлкә ҡунағы аяҡ өҫтө тороп баҫты, ләкин түбәтәй аҫтына күберәк «тейәгәнлектән», аяҡтары йомшарып китте, һәм уны, башын аҫҡа һалындырған килеш, ике яҡтан ике кеше ҡултыҡлап, халыҡты йырып, машинаға һалып оҙаттылар. Ә ул ни өсөндөр бәләкәстәр генә йырлай торған «Голубой вагон»ды йырлап китте.

4

Милицияның дежур бүлегенә килтергәс тә, Франгиза Сәғитовна нәсәлник менән осраштырыуҙарын талап итте. Ләкин ҡыҙыл бәйләмес таҡҡан дежур лейтенант та, уның ярҙамсыһы кесе сержант та һүҙҙе ҡоро тотто:

– Етәкселәрҙең эш сәғәте сыҡты. Һеҙҙең менән иртәгә тикшереү органдары шөғөлләнер. Ә бөгөнгә, гражданка, ҡылған енәйәтегеҙ өсөн изоляторға ябабыҙ.

– Мин бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылманым. Был – миңә ҡаршы ойошторолған провокация. Хәҙер үк иреккә ебәреүегеҙҙе талап итәм!

– Ебәрә алмайбыҙ, гражданка, – тине лейтенант һәм уҡытыусы алдына ҡағыҙ менән ҡәләм ҡуйҙы. – Ауыл хакимиәте башлығына ҡул күтәреүегеҙ тураһында аңлатма яҙығыҙ.

Ғәрлегенән донъяның аҫтын өҫкә килтерерҙәй ине Франгиза Сәғитовна был минуттарҙа. Теле менән туҡтауһыҙ үҙенең ғәйепһеҙлеген иҫбатлап, ҡулы менән бит ярымлыҡ аңлатма яҙып бирҙе. Унда Самат Сәлимович адресына ошаҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ ине: төкөрөү ҙә, ҡул күтәреү ҙә, гүйә, уйҙырма....

– Миңә хәҙер үк адвокат килтереүегеҙҙе талап итәм. Закон буйынса һеҙ теләгемде кире ҡағырға тейеш түгелһегеҙ, – тип сираттағы дәғүәһен белдерҙе ул.

– Адвокат та булыр, тикшереүсе лә, тик бөтәһе лә – таң атҡас! – Дежурный, ошоноң менән һөйләшеү тамамланғанды аңлатып, ярҙамсыһына ҡулға алыныусыны изоляторға оҙатырға бойорҙо.

Иртә менән һорау алыуҙар башланды. Бәхетенә күрә, һорау алыусы капитан үҙенең ҡасандыр вузда бергә уҡып йөрөгән танышы, аҙаҡ профессияһын алыштырып, ситтән тороп юрфакты тамамлаған, бөгөн килеп тикшереү органында эшләүсе Илгиз Харрамович Марданов булып сыҡты. Уны күргәс, уҡытыусы берауыҡ аптырап ҡалһа ла, тикшереүсе аптыраманы, сөнки ул ваҡиға менән осрашыр алдынан танышып өлгөргәйне.

Франгиза Сәғитовнаны изоляторҙан оҙата килеүсе сержант артынан ишек ябылып, кабинетта икәүҙән-икәү генә тороп ҡалғас, Илгиз Харрамович, йылы ҡараш менән йылмайып, күрешергә ҡулға алыныусыға ҡулын һуҙҙы... Уңайһыҙ хәлдә ҡыҙарынып торған элекке курсташына ул нисек тә ярҙам ҡылырға әҙер ине.

– Һин, Франгиза, ваҡиғаны нисек бар шулай, бер эпизодын да ҡалдырмай һөйләп бир, – тип башланы ул һүҙен. – Минән ҡурҡма: бөтәһен дә протоколға индермәбеҙ.

– Ярай, һиңә ышанам, Илгиз. Тик, зинһар, миңә ярҙам ит, кемдәндер мыҫҡыл ителгем килмәй. – Уҡытыусы башынан кисергәндәрен энәһенән ебенә тиклем үҙенә генә хас ҡыҙыу темперамент менән һөйләп биргәс, капитан күпмелер ваҡыт ручкаһын өҫтәл өҫтөндә бейетеп ултырҙы.

– Да-а, наломала дров, – тип ҡуйҙы ул бер аҙҙан, көрһөнөп.

– Бына күр ҙә тор, Илгиз Харрамович, ғәҙеллектең еңеүе өсөн көрәшәсәкмен. Дөрөҫлөк – ул һәр ваҡыт еңә! – Уҡытыусы йоҡоһоҙ, борсоулы уйҙар эсендә үткәргән төндән һуң ҡыҙарған күҙҙәрен ҡулдары менән ыуғылап алды.

– Уныһы шулайын шулай ҙа... Тик бына ауыл хакимиәте башлығының башына биҙрә ҡаплаған факт ҡамасаулай бит. Етмәһә, был мәхшәрҙе унда эшләүсе бөтә халыҡ күреп торған. Нисек кенә итмә, был фактты ғәмәлдән һыҙып алып булмай...

– Ҡайғырма, Илгиз Харрамович, уныһын үҙ өҫтөмә алам.

– Нишләмәксе булаһың?

– Бөтә понятойҙар менән дә һөйләшеп сығасаҡмын.

– Шунан?

– Улар биргән мәғлүмәттәренән баш тартасаҡтар. Һәр береһе менән индивидуаль һөйләшеп, килешеп ҡуясаҡмын. Эйе, ауыҙҙарына һыу уртлаясаҡтар! Дәрестәрем ҡала, Илгиз Харрамович, зинһар, ебәр мине...

– Башҡарған енәйәтең өсөн һине мәктәп директорың эштән бушатып та өлгөргән. Бер нәмәне ҡолағыңа кертеп ҡуй: кешегә ҡул күтәреү – енәйәт тип һанала.

– Юҡ, Илгиз Харрамович. Минең осраҡта былар – дөйөм ғәҙелһеҙлек емештәре. Ғәҙеллек тантана итһен өсөн бөтәһенә лә барасаҡмын. Дөрөҫлөк үҙе генә еңә алмағас, булышлыҡҡа ялғанды саҡырған, тиҙәр бит. Изге ниәт өсөн ялғандан да баш тартмам! Үҙемә яҡшы ғына адвокат яллайым да бөгөн үк хакимиәт башлығы менән мәктәп директорын үҙҙәрен судҡа бирәм! Ятмаһындар мин-минләнеп! Беренсеһен – халыҡты сорттарға айырып ҡойма буятҡаны өсөн, икенсеһен – үҙемдең ризалығымдан башҡа бер ғәйепһеҙгә эштән бушатҡаны өсөн. Маҡсатыма ирешмәй ҡалһам, исемем Франгиза булмаһын!

– Тел төбөңдө аңланым, курсташ, – тине капитан. – Ярай, әлегә ебәреп торам. Тик үҙеңде ҡулда тот, сынйырҙан ысҡынмаҫҡа һүҙ бир.

– Йөҙ процент менән бирәм. Бынан һуң бары тик аҡыл көсө менән көрәшәсәкмен, – тип хушлашты уҡытыусы тикшереүсе менән.

5

Эйе, Франгиза Сәғитовнаның мәшәҡәттәре йырып сыҡҡыһыҙ: әле ул суд юлын тапай, әле ҡулынан эш килерҙәй булдыҡлы адвокат эҙләй. Барыһы ла оло сығымдар һорай. Июнь айының гүзәл сәскәһеләй күпереп, һоҡландырып торған урта йәштәрҙәге ханым, октябрь айының һалҡынға бөрөшкән япраҡһыҙ ағастары кеүек, күҙгә күренеп шиңде: ут янып торған көләс күҙҙәре эскә батты, уң күҙе хатта, был шыҡһыҙ йәмғиәтте күргем килмәй тигән шикелле, ситкә ҡыйшайып ҡалды. Табиптарға барғайны, «нервылар көсөргәнешлеге» тигән диагноз ҡуйҙылар. Биргән дарыуҙарына өҫтәп, күберәк бал менән мәтрүшкәле сәй эсергә ҡуштылар, саф һауала йөрөргә, күңелле ял итергә һәм, әлбиттә, йоҡларға.

Йоҡларһың бында, алдыңда тауҙай проблемалар өйөлөп торғас! Хәҙер теге маляр ҡатындарҙы күреп, һәр береһе менән һөйләшеп, килешеп сығырға тейеш ул.

Тәүҙә, мәҙәниәт йортона һуғылып, швабра тотоп иҙән йыуып йөрөүсе техничка Зөбәйҙәне күреп һөйләште ул:

– Һаумы, Зөбәйҙә, хәлдәрең нисек?

– Ярайһы, Франгиза Сәғитовна, – тине тегеһе, резина перчаткаларын алып. – Үҙегеҙ ни хәлдәһегеҙ?

Уҡытыусы суд юлдарында йөрөүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе.

– Һине лә понятой итеп саҡырасаҡтар, – тине ул. – Әгәр ҙә минең теге саҡ ҡул күтәреүем тураһында һораһалар, ундай хәл булманы, тиген... Тел менән генә әйтештеләр, тиген. Ауылдың бөтә ҡоймаларын да буятырға теләүемде еткер судьяларға!

– Ой, ул судтарынан ҡурҡам. Ә бөтөнләй бармаһам?

– Барырға тейешһең, Зөбәйҙә! Мин һиңә ышанам. Повестка менән саҡырғас, баралар. Бармағандарға ла енәйәт кодексы ҡаралған...

– Ә, ялған һүҙ һөйләнең, тип язаға тарттырмайҙармы?

– Тарттыралар, әлбиттә. Шуға күрә мин әйткәнде башҡаларға ла еткерергә тейешһең.

– Ой, ҡурҡам, харап бит, – тине Зөбәйҙә, уфтанып. – Ә нисек бар шулай һөйләһәм, нимә була?

– Бына быныһы категорически ярамай. Мин баш бирмәйем, судта еңәсәкмен. Судьяларҙы төбө-тамыры менән һатып алдым. Ә һиңә, һүҙемде йыҡһаң, бик насар буласаҡ. Теге саҡ Сатан Ғәләүи минең менән алышҡайны, иҫеңдәме?

– Иҫемдә. Үҙен шоферлыҡтан алдырттығыҙ ҙа эшһеҙ ҡалдырттығыҙ...

– Бына, бына, аңлайһың. Ябай уҡытыусы тигәс тә, минең тотҡаларым күп һәм ныҡлы. Ә һинең мәктәптә белем алыусы өс балаң бар. Мин кластан класҡа күсерәм ул шыр наҙандарҙы. Күсермәй ҙә ҡалдыра алам. Етмәһә, эскесе ирең өйҙә эшһеҙ ята. Бөтә килемегеҙ – һинең техничка зарплатаһы...

– Аңланым, Франгиза Сәғитовна. Бынан ары ыҙғышҡанығыҙҙы күрмәнем дә, белмәнем дә.

– Молодчина! Ошо фекереңде судта әйтерһең!

Методист Тәлиғаны ла уҡытыусы, ошондайыраҡ ҡурҡытыу юлын ҡулланып, үҙ яғына ауҙарҙы.

Китапханасы Динә лә бумала тотоп ҡойма буяп йөрөгәйне ул көндө. Уның менән һөйләшеү айырыуса еңел булды. Ни тиһәң дә, ҡоҙағыйҙар бит. Ҡоҙағый ашы менән ҡунаҡ һыйлашҡан саҡтары әллә нисек яҡынайта бер-береһен. Динә – йомарт ҡатын ул. Тәкә һуйҙырһа ла, ауыҙ итергә ҡоҙағыйына керетә, ҡаҙ өмәһе үткәрһә лә, табындың иң түрендә, йомшаҡ мендәр өҫтөндә, ҡоҙағыйы урын ала. Әлеге мөһим үтенесен еткергәс тә, Динә Фәтиховна тартҡылашып торманы:

– Франгиза, ҡоҙағый, – тине ул. – Кәрәкһә, һинең өсөн утына ла, һыуына ла инергә әҙермен. Шулай булмай ни, беҙҙең уртаҡ ғаиләгә уртаҡ килгән бәлә лә баһа был. Тимәк, ҡайғыңды ла уртаҡ күтәрербеҙ.

– Рәхмәт, ҡоҙағыйым, изгелегең ерҙә ятмаҫ, бер саҡ беҙҙең урамда ла ҡояш сығыр әле, һәр саҡ иҫемдә тотормон. – Күңеле тулған математиктың күҙҙәренән ҡайнар йәштәр эркелеп сыҡты.

Кеше менән нисек эш итергә белә стажлы педагог. Теге мәхшәр көндө тағы ла кемдәр булды икән? Әһә, коллегалары: социаль педагог Ҡәмәр Ҡыямовна менән химия уҡытыусыһы Мәстүрә Зиннәтовна, о-о, былар – уҫал халыҡ. Ябай ҡурҡытыу юлы менән алдырып булмай. Һин дә мин белгәнде былар Батый хан заманында уҡ киптереп элгән. Эйе, быларға ҡарата башҡасараҡ берәй әмәл уйлап табырға кәрәк. Көс менән ала алмаған нәмәне хәйлә менән алалар түгелме һуң?..

Быларын кис ҡорон ҡунаҡҡа саҡырҙы Франгиза ханым, ирҙәренән башҡа, ҡатын-ҡыҙ ашына. Өҫтәлде мулдан әҙерләне. Ҡартына ишек алдында ла, аҙбар эстәрендә лә тауыҡ еменә эйәләшеп киткән бер нисә күгәрсенде тотоп һуйырға ҡушты. Унан уларҙы тиҙ арала эшкәртеп, табаға картуф менән бергә турап һалып бешерҙе лә табын уртаһына ҡуйҙы. Ҡоймаҡ-бәрәмәстәр ҙә өҫтәл өҫтөн биҙәне. Оло ҡорһаҡлы графин менән «сәмиғулла»һын да ултыртырға онотманы.

– О-о! Ниндәй мул табын! Президент өҫтәле лә был тиклем бай булмайҙыр, – тип һоҡланды килгән ҡунаҡтар табын артына үткәндә. – Булмаһа бында, бәлкем, күгәрсен һөтө генә юҡтыр!

– Эйе, күгәрсен һөтө юҡ, әммә күгәрсендең ите бар, – тип хужабикә таба ҡапҡасын асып ебәрҙе.

– Китсәле?!

– Ысынлап әйтәм, йәле ауыҙ итегеҙ – деликатес!

Сәнске алып, ышанмайыраҡ иттән ауыҙ итеүсе коллегаларынан:

– Йә, нисек, оҡшанымы? – тип һораны.

– Иҫ китмәле! – Уҡытыусылар тел шартлатты, баш бармаҡтарын өҫкә күрһәтте. – Күгәрсен ите майһыҙ була икән дә баһа.

– Дөрөҫ иҫләнегеҙ. – Хужабикә фекерҙе күтәреп алды. – Холециститҡа ҡаршы бынамын тигән ризыҡ. Бына мин әйтте тиерһегеҙ: киләсәктә хужалыҡтар, тауыҡ-ҡаҙ аҫрамайынса, күгәрсен генә үрсетәсәк...

Тоҙланған ҡыяр сәйнәп, уның менән бергә дошмандарын «сәйнәп», йорт хужаларына береһенән береһе йөрәккә май булып ятмалы маҡтау һүҙҙәре яуҙырып төн уҙғарҙы уҡытыусылар. Революцияға әҙерләнгән эшселәр шикелле, был мәжлестә гел генә революцион йырҙар яңғыраны, айырыуса «Смело, товарищи, в ногу!» күңелдәренә хуш килде:

Смело, товарищи, в ногу,

Духом окрепнем в борьбе...

Икенсе көндө Франгиза Сәғитовна күтәренке кәйеф менән эш урынына – мәктәпкә барҙы, ишек шаҡып тормайынса, әммә рөхсәт һорап, директорҙың бүлмәһенә үтте. Ултырғысҡа барып ултырҙы ла, бер аяғын икенсеһе өҫтөнә ҡуйып, өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарыусы директорға мөрәжәғәт итте:

– Мөслим Надирович, – тине ул, – мин юристарға барҙым... Һеҙҙең приказ дөрөҫ түгел. Ул приказды ғәмәлдән сығарыуығыҙҙы һорайым, юҡ, талап итәм. Мине хәҙер үк вазифама ҡайтарығыҙ!

– Енәйәт ҡылған бәндәне ҡайтанан эшкә алырға башыма тай типмәгән. – Директор элекке математикка үтәнән-үтә тишеп ҡараны.

– Үкенерһегеҙ, – тип һүҙен дауам итте Франгиза Сәғитовна. – Юридик консультацияла миңә, директор эш бирһә лә, бирмәһә лә, судҡа тиклем хеҙмәт урыныма килеп, эш сәғәтемде тултырып йөрөргә ҡуштылар. Ә мин Һеҙҙең өҫтөгөҙҙән судҡа бирҙем!

– Бирһәгеҙ биргәнһегеҙҙер, ләкин Һеҙ еңеләсәкһегеҙ!

– Ҡара уны, егет, – тине уҡытыусы, – кәк бе эшһеҙ ятҡан көндәрем өсөн кеҫәңдән сығарып түләмәгәйең! – Ул, директорҙың кабинетынан сығып, тура уҡытыусылар бүлмәһенә үтте һәм, эш көнөн файҙалы уҙғарыу маҡсаты менән, педагогик журналдар атҡарырға кереште.

Франгиза Сәғитовна суд эштәре буйынса районға киткән көндәрҙең береһендә, оҙон тәнәфес ваҡытында, Мөслим Надирович коллективты акттар залына йыйып алды:

– Хөрмәтле коллегалар! – тип һүҙ башланы ул – Бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ, Франгиза Сәғитовна тарафынан мәғарифҡа ҙур ҡара тап төштө. Ә беҙ йәш быуынды эт-бесәйҙәргә лә мәрхәмәтле булырға өндәйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, мин уны эшенән бушаттым. Ул, әлбиттә, хеҙмәт урынына киренән ҡайтырға теләй, хатта мине судҡа ла биргән. Беҙҙең бөгөнгө йыйылыуыбыҙҙың төп маҡсаты ла ошо мәсьәләгә бәйләнгән. Мине район мәғариф бүлегенә саҡыртып алып та һөйләштеләр. Һеҙҙән йәшереп тормайым: ҡарар ҡабул иткәндә аҙ ғына хата ебәргәнмен – приказды ашығыбыраҡ яҙғанмын. Ошо хатаны һеҙҙең менән бергәләшеп хәҙер үк төҙәтергә кәрәк.

Коллектив бер мәлгә дауыл алдынан ғына була торған сәйер тынлыҡ эсендә ҡалды.

– Ниндәй хата ул, сер булмаһа? – тип һорап ҡуйҙы бер аҙҙан профсоюз ойошмаһы рәйесе Вәсим Ширҡәтович Әхмәтҡужин.

– Ул шунан ғибәрәт, – директор тамаҡ ҡырҙы. – Мин приказ яҙырҙан элек, беҙгә профсоюз йыйылышы үткәрергә кәрәк булған. Унда уҡытыусыбыҙҙың ғәйебен фашлап, уны вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар сығарып, администрацияға, йәғни миңә тапшыраһығыҙ ҡалған. Профсоюздың ошо протоколы нигеҙендә приказ яҙырға тейеш инем. Ә приказды, беләһегеҙ, Самат Сәлимович ҡушыуы буйынса, теге мәхшәр ҡупҡан көндө үк яҙғайным. Тимәк, бөгөнгө йыйылышты ла артҡа күсереп, приказ яҙылған көнгә тура килтереп билдәләргә кәрәк. Юҡһа, бөтә бәлә-ҡазаның бер минең елкәгә төшөүе ихтимал. Мин һеҙҙең бөтәгеҙгә лә яҡшы хеҙмәт хаҡы түләп киләм. Хәлемә инерһегеҙ, тип уйлайым. Эйе, кем әйтмешләй, һуң булһа ла, уң булһын... – Директор берауыҡ коллективҡа төбәлеп, ни тиерҙәр икән тигәндәй, тынып ҡалды.

Ләкин ел ул теләгән ағышҡа ғына иҫмәне. Иң элек профсоюз рәйесе ҡаршы төштө:

– Франгиза Сәғитовна – прекрасный уҡытыусы. Ундай белемле педагогтар ерҙә аунап ятмай. Хакимиәт башлығының башына биҙрә ҡаплаған икән – по делом! Ултырмаһын унда кешеләрҙе сорттарға айырып! Беҙҙең уҡытыусы дөрөҫлөк өсөн көрәшкән. Бынан тыш, биҙрә ҡаплау-ҡапламау мәсьәләһен иҫбатларға кәрәк тәүҙә. Ялған яла яғыу өсөн дә законда статья ҡаралған. – Профсоюз лидерының, ҡурҡмайынса, былай аяҡ терәп һөйләшеүе директор яғына ауышҡан коллективты икегә бүлде. Әлеге йыйылыштан элгәреге көндәрҙә Франгиза Сәғитовна профсоюз рәйесен дә ныҡлап әҙерләп ҡуйғайны шул.

– Вәсим Ширҡәтович, Өммөгөлсөм Баяновна, – тип мөрәжәғәт иткәйне ул табын артында, ирле-бисәле Әхмәтҡужиндарҙы сәйгә алып. – Һеҙҙең үҙегеҙгә директор йүгәнен ҡулға алырға ваҡыт. Һеҙ, Вәсим Ширҡәтович, йәш тә, шәп тә, энергияғыҙ ҙа ташып тора. Ә Мөслим Надировичҡа килгәндә, ул ябай ғына уҡытыусы булырлыҡ та түгел... Үҙ фекере юҡ, флюгер кеүек: ел ҡайҙан иҫһә, ул шул ыңғайға ҡарай. Бер һүҙ менән әйткәндә – шыр ҡурҡаҡ. Үҙ күләгәһенән дә ҡурҡып йәшәй. Юғарыла минең таныштарым бар. – Математик баш бармағы менән түшәмгә күрһәтте. – Улар һинең кандидатураңды оҡшаттылар, перспективалы, тинеләр. Һин – йәш кенә түгел, үҫә торған шәхес, оса торған бөркөт. Дөрөҫ әйтәмме, Өммөгөлсөм Баяновна?

Оло ҡорһаҡлы графиндан «сәй» һемереп, бит алмалары ҡыҙарған йыр уҡытыусыһы:

– Мин только за, – тине лә «Аҡҡоштар» йырын һуҙып та ебәрҙе. Йырҙы тыңлап бөткәс, хужабикә, теманан ситкә тайпылмайынса:

– Йә, Вәсим, директор булырға ризаһығыҙмы? – тип һораны.

– Барып сыҡһа – риза, – тине тегеһе. – Ярай, мин Һеҙгә таяныс булырға һүҙ бирәм.

Күмәк көс яу ҡайтарған. Коллективты үҙ яғығыҙға ауҙарырға кәрәк. – Хужабикә уны кисекмәҫтән директорға ҡаршы үҙе ҡорған тоҙаҡтар менән таныштыра башланы.

Әле бына бөгөнгө йыйылышта профсоюз лидеры әтәсләнеп китте:

– Йә әле, әйтегеҙ, – тине ул, трибуна артынан ҡул болғап: – кем күргән битенә төкөргәнде лә башына биҙрә кейҙергәнде? – Светофорҙай янып торған йәшел күҙҙәрен директорға төбәне.

Тегеһе, ултырған еренән эйәген алға һуҙып, хакимиәт үтенесе буйынса мәктәптән ул көндө ҡойма буярға ебәрелгән социаль педагог менән химия уҡытыусыһына ымланы:

– Бына, улар күргәндәр: Ҡәмәр Ҡыямовна менән Мәстүрә Зиннәтовна.

– Юҡ, юҡ, беҙ күрмәнек, – тиеште теге уҡытыусылар икеһе бер юлы, бер-береһенә һынаулы ҡарашып.

– Шунда бумала тотоп, буяу менән булашҡас, нисек инде күрмәнегеҙ?! – Үҙенә йәтешле яуапты ишетмәгәс, етәксе уларға һөҙөп ҡараны.

– Беҙҙең башҡаларҙа эшебеҙ юҡ, улар талашҡанда, беҙ артыбыҙ менән торҙоҡ, ҡойма буяныҡ, – тине Ҡәмәр Ҡыямовна.

– Ауыртмаған башыма тимер таяҡ һуҡтырып, судтарына бер аҙым аяҡ та баҫмаясаҡмын! – тип яуапланы Мәстүрә Зиннәтовна.

– Һеҙҙе, шаһит булараҡ, повестка менән саҡырасаҡтар, ә миңә ҡаршы сығаһығыҙ икән, бөгөндән үк үҙ теләгегеҙ менән ғариза яҙып эштән китегеҙ!

– Эйе, Мөслим Надирович өйҙә – арыҫлан, ҡырҙа – ҡуян холоҡло.

– Нишләп китәйек, ти, китмәйбеҙ!

– Үҙегеҙ китә белмәһәгеҙ, китешергә ярҙам итермен! – Түрәнең металл тауышынан коллектив тертләп ҡуйҙы.

Шул саҡ республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлимә Мәрҙәновна һүҙ һораны. Ул, ғәҙәтенсә, бер аҙ ҡабаланыбыраҡ һәм ҡыҙыбыраҡ һөйләргә кереште:

– Халыҡ араһында һүҙ сыҡҡан икән, был, һис шикһеҙ, дөрөҫ. Йөрөмәһен Франгиза инә хулиган булып. Кеше башына буяулы түгел, буяуһыҙ силәк кейҙерергә лә хаҡы юҡ уның! Тәрбиә ғаиләнән килә. Бына беҙ ишле булып үҫтек. Беребеҙ ҙә кеше башына биҙрә кейҙермәне. Дошман кешенең йәнен ҡыйһаҡ ҡыйҙыҡ, әммә – тел менән, ҡул менән түгел. Рәхмәт атай-әсәйемә ошондай аҡыллы тәрбиә биргәндәре өсөн. Мин, икеләнеүһеҙ, директор яҡлымын. Эштән ҡыуып, ул дөрөҫ эшләгән.

Үҙенә ышыҡ табыуҙан тағы ла батырайыбыраҡ киткән директор артҡы рәттә башын эйеп, боҫобораҡ ултырыусы мәғариф алдынғыһы Хәлит Хәмитовичҡа мөрәжәғәт итте:

– Был факт буйынса Һеҙ ни тиерһегеҙ?

Үткән аҙнала ғына директор ҡулынан әлеге юғары бүләкте алған оялсаныраҡ уҡытыусы һиҫкәнеп китте, ҡайҙа ҡуйырға белмәгән һонтор ҡулдарын бергә тотоп, бер ауыҡ уйланыбыраҡ торҙо ла көсһөҙөрәк сабыр тауыш менән:

– Мин директор яҡлы, – тине. – Әйтһәң, яман булаһың, әйтмәһәң, ишәк булаһың. – Ул ҡара костюмының түш кеҫәһе өҫтөнә беркетелгән ете тажлы ҡурай һәм китап төшөрөлгән билдәгә ҡарап алды. – Миңә тиклемге оратор һөйләгәнсә, кешегә ҡул күтәргән кешенең педагог булырға хаҡы юҡ!

– Рәхмәт, – тине директор, күңеле булып, – әйткәндәй, хеҙмәттә ирешкән уңыштарығыҙ өсөн Һеҙҙе аҡсалата премияға тәҡдим иттем.

– Һеҙҙең тарафтан һәр саҡ хәстәрлек тойоп йәшәүем менән бик бәхетлемен. Һеҙгә киләсәктә лә оҙаҡ йылдар буйы ошо коллективты етәкләргә яҙһын, хөрмәтле Мөслим Надирович! – Йыуашланып ҡалған Хәлит Хәмитович баҫалҡы ғына кире урынына ултырҙы.

– Һүҙ Әҙеһәмов Айнур Ғиндулловичҡа бирелә, – тине директор.

Беренсе хеҙмәт йылын башлаған йәш уҡытыусы ла директорҙы маҡтаны.

– Ағайҙар, апайҙар, – тине ул, коллективҡа ҡарап. – Мин ошо мәктәпте тамамлағас, вуздың математика бүлегендә уҡыным. Үҙ ауылыма ҡайтып эшләгем килде. Ләкин Франгиза Сәғитовна, математика дәрестәре үҙемдән артмай, тине. Ә бына директор ағай арттырҙы: уның дәрестәренең бер өлөшөн миңә йолҡоп алып бирҙе, шуға күрә мин – директор яҡлы.

– Яҡшы, – тине етәксе. – Тиҙҙән бөтә сәғәттәрҙе лә Һеҙгә йөкмәтәсәкбеҙ.

– Хужалыҡ эштәре буйынса мөдир Әкрәм Барлыбаевич нимә тип әйтер? Һүҙ дилбегәһен Һеҙгә тотторабыҙ, иптәш Ҡоҙаҡаев.

– Мин нимә тип әйтәйем, – тине тегеһе, баҫып. – Иптәштәрҙең һүҙенә ҡушылам, – тине, ҡулындағы таушалған кәпәсен һыулы сепрәк борғандай бора-бора. – Дөрөҫ әйтә улар...

– Туҡта, бөтәбеҙ ҙә иптәш бында, – тип директор уның һүҙен бүлдерҙе, – һин минең яҡлымы, әллә миңә ҡаршымы?

– Нишләп ҡаршы булайым, мин Һеҙҙең яҡлы, теге списать иткән компьютерҙарҙың иҫкеһен миңә бүләк иттегеҙ, яңыһын үҙегеҙгә алдығыҙ. Юҡһа, минең компьютер алырлыҡ аҡсам бармы ни! Балаларым хәҙер, донъяларын онотоп, төндәр буйы компьютер төбөндә ултыра.

– Нишләп яңы компьютерҙы списать иттегеҙ? – тип һикереп торҙо профсоюз рәйесе.

– Икеһе лә иҫке улар, хан заманындағы ватыҡ-мотоҡ, – тип тынысландырҙы директор. – Ултыр, аңғыра баш! – Эйәк ҡағып, Ҡоҙаҡаевҡа ултырырға ҡушты.

– Эйе шул, – тип тегеһе, кәпәсен йомарлай-йомарлай, урынына һеңде.

Һөҙөмтәлә профсоюз йыйылышы илле бер процент тауыш менән «Уҡытыусы Франгиза Сәғитовнаны эшенән бушатырға!» тигән ҡарар ҡабул итте. Протоколға ул ошо хаҡта приказ яҙылған дата менән теркәлде.

7

Суд бинаһына кереүсе кешеләрҙе пристав металл әйберҙәрең барлығын-юҡлығын һиҙҙертә торған ишек аша үткәрҙе. Әлеге тикшереү суд әһелдәрен ҡораллы һөжүмдән һаҡлау сараһы булараҡ башҡарыла. Металл әйберең бар икән, ишек һыҙғырған тауыш сығара. Килгән халыҡтың күбеһе кеҫәләрендәге асҡыстарын, тимер башлы ҡайыштарын, йөҙөк-беләҙектәрен һалып ҡараны. Ләкин, кеҫәләрендә был тиклем дә күп тимер-томор йөрөтөүселәргә шаҡ ҡатҡан шикелле, ишек һыҙғырыуын дауам итте. Инде ҡайышһыҙ салбар менән бер ҡат күлдәктән тороп ҡалған Хәлит Хәмитовичты үҙ һүҙле ишек үткәрмәй торғас, шикләнгән пристав уҡытыусыны баштан-аяҡ салбар төптәренә тиклем тикшереп, ҡапшап сыҡты.

– Бер нәмә лә юҡ миндә, үҙем дә ике күҙем, – тине уҡытыусы, ҡыҙарынып.

– Әһә, тештәрегеҙ тимер икән дә баһа! – Пристав Хәлит Хәмитовичты залға үткәрҙе, әммә тулҡынланыуҙан нервылары ҡаҡшаған педагог тура судья кабинеты эргәһендә урынлашҡан туалетҡа инеп китте. Уның ул тарафта үткәргән биш минут ваҡыты суд приставына биш сәғәт кеүек тойолдо.

– Шикле күренә был әҙәм. Террорист түгелме икән?! Биш минут буйы нимә эшләгән ул унда? Берәй төрлө шартлатҡыс ҡуймағанмы? – Ошо уйҙар биләне приставтың башын.

– Нәкәнис! – тип еңел һулап ҡуйҙы ул, Хәлит Хәмитович сыҡҡас, һәм, атлығып, уның артынса үҙе бәҙрәфкә инеп китте. Әгәр ҙә мәгәр шартлатҡыс матдә тапһа һәм террорҙы булдырмау сараһын күрһә, о-о-о, приставҡа миҙал бирәсәктәр, ә, бәлки, Президент үҙе... Ярай, быларын аҙаҡ уйлар ул. Әлегә шартлатҡысты табырға кәрәк. Ишек төбөндәге ҡағыҙлы кәрзинде лә аҡтарып ҡараны, һыу багын да, туалет тишеген дә ҡалдырманы. Шикләнерҙәй бер нәмә юҡ.

Йәш ине шул әле пристав, армиянан яңы ғына ҡайтҡайны, ҡырҡ йәштән һуң ир-аттарҙың күпселегенә хас простатит ауырыуы тураһында ишетеп тә белмәй ине әле.

Миҙалға өмөтө өҙөлгән пристав ҡалған халыҡты тиҙ үткәрҙе.

– Кемдәр йәнә тимер тешле? – тип һораны ул.

Биш кеше ауыҙҙарын асып күрһәтте. Тешһеҙ, һыңар күҙһеҙ, уң аяҡһыҙ, бер ҡолаҡһыҙ бәндә алдында ишек һыҙғырып торманы: «Рәхим итегеҙ!» – тип яғымлы ғына өндәште лә, йәшел ут яндырып, шар асылып китте.

– Бына был әфәнденән ҡурҡыныс янамай, бер тимер әйбере лә юҡ, – тине пристав.

– Минең һынған ҡулбашымды тимер таяҡ тығып ялғанылар. – Урман киҫкәндә ағас аҫтында ҡалған хеҙмәт уҡытыусыһына суд залына шулай аҡлана-аҡлана инергә тура килде.

– Баҫығыҙ, суд килә!

Залдағы бөтә халыҡ, аяғөҫтө баҫып, суд әһелдәрен ҡаршыланы. Һәр ҡайһыһы үҙ урынын алғас, судья суд ултырышын асыҡ тип иғлан итте һәм прокурорға һүҙ ҡушты. Һуңғыһы Франгиза Сәғитовнаның мәктәп директоры менән ауыл хакимиәте башлығы өҫтөнә биргән ғаризаһын уҡып ишеттерҙе лә ошо мәсьәлә өҫтөндә алып барылған тикшереү эштәре менән таныштырҙы. Унан һуң һорау алыуҙар башланды.

Судья Мөслим Надировичты баҫтырҙы.

– Үҙегеҙ хаҡында белешмә бирегеҙ, – тине ул.

– Мөслим Надирович Яушев булам, Тәпәләп урта мәктәбе директоры.

– Һеҙгә ошондай һорау. – Судья пауза яһаны. – Ни өсөн Һеҙ Үлмәҫҡолова Франгиза Сәғитовнаны үҙ теләгенән башҡа эшенән ҡыуҙығыҙ?

Директорҙың башына ҡан йүгерҙе, тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы, шуға тауышы ҡарлығып сыҡты:

– Беренсенән, ул хакимиәт башлығының битенә төкөргән, башына буяулы силәк кейҙергән; икенсенән, ауыл хакимиәте башлығы миңә шылтыратып, уны эшенән бушатырға бойорҙо...

– Тимәк, Һеҙгә юғарынан бойорһалар, ата-әсәгеҙҙе лә атып үлтерергә әҙерһегеҙ?! –Был һорауҙы ҡаршы яҡтың адвокаты бирҙе.

«Эх, хәҙер үҙемдең адвокатым булһа, яҡлашыр ине лә, ялламаным шул», – тип уйлап ҡуйҙы эсенән директор, ә тыштан, әйтер һүҙе булмағас, ғәйепле уҡыусы шикелле, башын аҫҡа эйҙе.

– Унан башҡа ла сәбәп бар, – тине бер аҙҙан.

– Ниндәй сәбәп? – Адвокат һөжүмен дауам итте.

– Мин приказ яҙырҙан алда, беҙ мәктәптең профсоюз йыйылышын үткәрҙек. Унда коллектив күпселек тауыш менән Франгиза Сәғитовнаны амораль ҡылығы өсөн эшенән бушаттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ошо ҡарар нигеҙендә мин приказ яҙҙым.

– Дөрөҫ түгел, ялған һөйләй, – тип һикереп торҙо урынан Франгиза Сәғитовна.

– Тынысланығыҙ, гражданка Үлмәҫҡолова, Һеҙгә әлегә һүҙ бирелмәне, – тип судья киҫәтеү яһаны.

– Ғәфү итегеҙ, Ваша честь. – Математик урынына ултырҙы.

–Тағы ла өҫтәр дәлилдәрегеҙ бармы? – тип һораны судья директорҙан.

– Юҡ.

– Ултырығыҙ.

– Ул саҡта Франгиза Сәғитовнаны тыңлап китәйек, – тине судья. – Ни өсөн Һеҙ директор һөйләгәндәр менән килешмәйһегеҙ?

– Ваша честь! – тип өҙөлгән һүҙен дауам итте дәғүәсе. – Уның бөтә һөйләгәндәре лә дөрөҫлөккә тап килмәй. Ни өсөнмө? Беренсенән, мин хакимиәт башлығына төкөрмәнем. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: дөйәме ни мин тиктомалдан кеше битенә төкөрөргә?! Буяулы силәкте лә башына кейҙермәнем. Уның аңғыра башына ҡаплағансы, берәй тол ҡалған инәйҙең ҡоймаһын буярға сарыф итәм мин ул буяуҙы...

– Гражданка Үлмәҫҡолова, кешене кәмһетмәүегеҙҙе һорайым! – Судья киҫәтеү яһаны.

– Ғәфү итегеҙ, Ваша честь, тулҡынланам. Икенсенән, директор приказды профсоюз йыйылышы үткәнсе яҙған, власть ҡулланып, протоколды аҙаҡ үҙе теләгән дата менән ҡуйҙыртҡан, ә был – законды тупаҫ рәүештә боҙоу, беләһегеҙ, уға статья ҡаралған.

– Әлеге әйткәндәрегеҙҙе иҫбатлай алаһығыҙмы?

– Әлбиттә, шаһиттарым быуа быуырлыҡ.

– Ярай, ултырып тороғоҙ. Хәҙер Тәпәләп ауылы хакимиәте башлығы Самат Сәлимович Фәйзуллиндың судҡа мәғлүмәт биреүен һорайбыҙ.

Самат Сәлимович – кеше менән артыҡ эләгешеп бармайынса, ниндәй мәсьәләне лә тыныс юл менән хәл итергә тырышыусы шәхес. Уның да аяҡ аҫтында тыуған бәлә арҡаһында суд йортона тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы ине. Шуға ла ул, үҙ исемен ишетеүгә, теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды. Теге саҡ милицияға хәбәр иткәненә, директорға приказ яҙырға бойорғанына, хатта, үкенеп тә ҡуйҙы. Тик йөрөһөн ине мәктәбендә уҡытып. Ә буяуға ҡатҡан костюмын ул әллә ҡасан утҡа һалып яндырҙы инде. Сәсенә йәбешеп ҡатҡан буяуҙы ла уңған ҡатыны йыуып төшөрөп бөттө. Нимә менән, тиһегеҙҙер, моғайын. Нимә менән булһын, әлеге лә баяғы шул трактор соляркаһы менән. Ике-өс көн буйы әсетеп, эшләп торған двигатель кеүек ҡыҙып йөрөнө башы. Радиаторы булһа икән баштың, юҡ бит. Ҡояш аҫтында йөрөп керә лә һыу краны аҫтында һыуыта был «двигателен».

Судья биргән һорау уйҙарынан арындырҙы:

– Һеҙгә гражданка Үлмәҫҡолова төкөрҙөмө, ҡул күтәрҙеме? Биҙрә ваҡиғаһы дөрөҫлөккә тап киләме?

Әллә ҡаушауынан, әллә хөкөмдарҙарҙың үҙенә төбәлгән һынаулы ҡараштарынан нисектер кесерәйеберәк ҡалған хакимиәт башлығы, бер алға, бер залға күҙ һалғас:

– Булды ундай хәл, – тине. – Битемә лә төкөрҙө...

– Төкөрмәнем, – тип ҡысҡырҙы урындан дәғүәсе. – Бына һин минең күлдәк итәгемә төкөрҙөң. Бөтәһе лә күрҙе. Был – факт.

– Һеҙҙең күлдәк итәген ел ҡабартҡанға мин ғәйепле түгел. Мин асыуымдан ергә төкөргәйнем.

– Үәт, үәт! Бына мин дә, һинең шикелле, ергә генә төкөргәйнем. Ә һин, биткә төкөрҙө, тиһең. Тимәк, ел ғәйепле.

– Гражданка Үлмәҫҡолова, мин Һеҙгә һүҙ бирмәнем. – Судья йәнә киҫәтеү яһаны.

– Ғәфү итегеҙ, Ваша честь.

– Гражданин Фәйзуллин, фекерегеҙҙе әйтеп бөтөгөҙ.

– Хараша, дауам итәм. Битемә лә төкөрҙө, башымды ла, күптән түгел генә промтауарҙан һатып алған өр-яңы вельвет костюмымды ла зәңгәр буяуға батырҙы.

– Ни рәүешле? Асыҡлабыраҡ әйтегеҙ.

– Ун литр һыйышлы буяулы биҙрәне ҡойма буяусы Зөбәйҙәнең ҡулынан тартып алды ла көтмәгәндә башыма ҡапланы.

– Аңлашылып бөтмәй. Биҙрә ҡапларлыҡ хәлгә нимә еткергән гражданка Үлмәҫҡолованы?

– Хараша, аңлатам. Ауылда өҫтәге етәкселәрҙең ярҙамы менән яңы мәҙәниәт йортон төҙөп бөттөк. Уны асыу тантанаһына ҙур нәсәлство килә, тинеләр. Урам ҡоймаларын буятырға ҡуштылар. Хараша, мәйтәм, буярбыҙ. Ләкин лимит буйынса буяу Үҙәк урам ҡоймаларына ғына етә.

– Тимәк, гражданка Үлмәҫҡолованың дәғүәһендә күрһәтелгән факттар дөрөҫ? – Судья һораулы ҡараш ташланы: – Тимәк, ысынлап та, ветерандар йәшәгән тыҡрыҡтар буялмаған?

– Ысынлап та. – Самат Сәлимович ҡарашын тәҙрәгә борҙо.

– Һеҙҙеңсә, халыҡ йәшәгән урамдарҙың ҡайһыһын буятып, ҡайһыһын буятмау дөрөҫмө?

– Юҡ, әлбиттә.

– Тимәк, хатағыҙҙы таныйһығыҙ?

– Хараша. Таныйым.

– Уҡытыусы миңә ҡул күтәрҙе, тиһегеҙ. Шаһиттарығыҙ бармы?

– Нишләп булмаһын, ти, клуб хеҙмәткәрҙәре, библиотекарь, уҡытыусылар...

– Ялған! – тип ҡысҡырҙы дәғүәсе.

– Гражданка Үлмәҫҡолова, тыныс ултырыуығыҙҙы һорайым. – Судья киҫәтеү яһаны.

– Шаһит булараҡ, һүҙ Сәфәрғәлиева Зөбәйҙә Муллағәли ҡыҙына бирелә. Үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ.

Етди ҡарашлы сит-ят суд әһелдәре алдында үҙен нисегерәк тоторға белмәйенсә, Зөбәйҙә һул ҡулының имән бармағын уң ҡулы менән борғолағандай итте:

– Мин, ней,.. клубта эшләйем, техничка булып. Ней, хакимиәт башлығы беҙҙе ҡойма буярға ҡушты. Ней, ҡойма буяғанда эргәбеҙгә Франгиза Сәғитовна килде...

– Һүҙегеҙҙе бүләм... – тине судья – Һеҙ әле генә хакимиәт башлығы әйткән фактты раҫлай алаһығыҙмы? Бер нәмәне иҫегеҙгә төшөрөп китәйем: законда ялған мәғлүмәт биргән өсөн шаһитты язаға тарттырыу статьяһы ҡаралған...

Төнө буйы Франгиза Сәғитовнаның сәмәйен һемереп, иртә менән судҡа уны яҡларға килгән айнып бөтмәгән иңле-шәйле Зөбәйҙә, судьяның киҫәтеүен ишеткәс, ҡурҡып ҡалды, теле кирегә һуҡалай башланы:

– Бәй, ней... мин... беҙ... улар эләгешкәндә бөтәһен дә күреп торҙоҡ. Тәүҙә Франгиза Сәғитовна лас итеп... – Ул, һиҫкәнеп, нимә әйтер икән тигәндәй, ситтәрәк ултырған уҡытыусыға күҙ һалды, тегеһе өттөргөс уҫал ҡарашы менән аҫтан йоҙроҡ күрһәтте. Ә һабантуйҙарҙа йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелә торған ҡул көрәше бәйгеһендә был дәғүәсенең еңеү яулағанын бик яҡшы хәтерләй Зөбәйҙә, уның суҡмар йоҙроғо башыңа төшһәме, буяулы биҙрә төшкән ише генә булмаҫ. Унан туҡмалып көн күргәнсе, төрмәлә ятыуың биш артыҡ, тип уйлап алды ул һәм ашыға-ҡабалана һүҙ ағышын үҙгәрте: – Ней... лас итеп хакимиәт башлығының битенә төкөрөр, тигәйнек, ул ергә төкөрҙө, ә буяулы биҙрәгә тотонманы ла. Уға тотоноп, ап-аҡ ҡулдарын бысратмаҫ бит инде.

– Тимәк, Һеҙҙеңсә, гражданка Үлмәҫҡолова гражданин Фәйзуллинға ҡул күтәрмәне?

– Юҡ-юҡ. Ул кешегә түгел, серәкәйгә лә ҡул күтәрмәй.

– Ә нимә генә эшләнеләр һуң улар, һеҙҙең эргәлә осрашҡас? – тип төпсөндө судья.

– Улар икеһе лә ергә төкөрә-төкөрә һөйләштеләр. Ней... Франгиза Сәғитовна бөтә ҡоймаларҙы ла буярға ҡушты. Самат Сәлимович, ней... тыңламаны. Бына шул.

– Ултырығыҙ. Шаһит булараҡ, гражданка Ҡәйүмова мәғлүмәт бирергә саҡырыла. Үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ.

– Мин Ҡәйүмова Тәлиға Мөзәһит ҡыҙы булам. Тәпәләп ауылы мәҙәниәт йортонда методист вазифаһын башҡарам.

– Гражданка Үлмәҫҡолова гражданин Фәйзуллинға ҡул күтәрҙеме, һеҙ буяу эше менән шөғөлләнгәндә?

– Мин, мәҫәлән, күрмәнем. Улар юғары тонда һөйләштеләр үҙ-ара... ошо ҡойма буяу мәсьәләһендә. Франгиза Сәғитовна ауылдағы бөтә ҡоймаларҙы ла Самат Сәлимовичтан буятыуын үтенде.

– Тимәк, ҡул күтәрмәне? – Һүҙгә адвокат ҡушылды.

– Нишләп күтәрһен инде, – тип яуапланы Тәлиға Мөзәһитовна. – Хакимиәт башлығы менән уҡыусыны айырмаҫҡа Франгиза Сәғитовна һуҡыр түгел бит, наҙан уҡыусыларҙың тимер кеүек туң баштарына һуғып та ҡулдары ауыртып бөтәлер уның...

Суд әһелдәре лә, залдағы халыҡ та, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йылмайышып ҡуйҙы.

– Гражданка Ҡәйүмова, әгәр әйтер һүҙҙәрегеҙ бөтһә, урынығыҙға ултырырға мөмкин, – тине судья. – Судҡа мәғлүмәт биреү өсөн гражданка Казакова саҡырыла. Үҙегеҙ менән таныштырығыҙ.

Ҡәмәр Ҡыямовна ҡыйыу ғына урынынан тороп баҫты, ғүмере буйы ошо һорауҙы көткәндәй, тәмен белеп һөйләй башланы:

– Казакова Ҡәмәр Ҡыямовна булам. Тәпәләп урта мәктәбендә социаль педагог булып эшләйем. Әйтергә кәрәк, үтә лә яуаплы эш. Быны мәктәптә минән башҡа бер кем дә тарта алмай, сөнки...

– Гражданка Казакова! – Судья, бүлдереп, һорау бирҙе: – Хакимиәт башлығы менән дәғүәсе араһындағы низағ тураһында, шаһит булараҡ, нимә әйтә алаһығыҙ?

– Бер нәмә лә әйтә алмайым. Улар ҡоторонғанда, мин тыныс ҡына ҡойма буяу менән мәшғүл инем. Артым менән торғас, бер нәмә лә күрмәнем.

– Һуң, ҡолаҡ-күҙҙәрегеҙ бар бит, – тип һүҙ ҡушты прокурор. – Күҙ күрмәһә, ҡолаҡ ишетергә тейеш ине бит?!

– Нимә тиһегеҙ? Һорауығыҙҙы ҡысҡырып бирегеҙ! – тине Ҡәмәр Ҡыямовна. – Күп уҡый торғас, күҙҙәремдең нурҙары ла бөткән. Етмәһә эргәмдә күҙлегем дә юҡ. Әллә һин биргәйнеңме һорау? – тип залда эргәһендә ултырыусының ҡабырғаһына төрттө.

– Аңлашылды, гражданка Казакова, ултырығыҙ. – Судья алдында ятҡан ҡағыҙға ҡарап алды: – Шаһит булараҡ, Тәпәләп ауылы китапханасыһы Муллаянова Динә Фатих ҡыҙын тыңлап китәйек.

– Ауырыу сәбәпле, ул судҡа килә алмаған, – тип белдерҙе ишек төбөндә тороусы хеҙмәткәр.

– Бер ниндәй ҙә ауырымай. Кистән башмағы көтөүҙән ҡайтманы. Иртә менән шуны эҙләргә сығып китте. – Ҡәмәр Ҡыямовна белдекле ҡиәфәт менән яңынан тороп баҫты. – Динә лә бер нәмә лә күрмәне. Минең аша ошо турала әйтергә ҡушты.

Самат Сәлимовичтың йөҙө бүртенеп сыҡты:

– Һуң, мине мыҫҡыл иткәнде бөтәгеҙ ҙә ауыҙ йырып ҡарап торҙоғоҙ ҙаһа! – «Әйҙә, ҡыланығыҙ» тигәндәй, ул ҡул һелтәне. Килгән халыҡ шаулашып алды.

– Залдың тынысланыуын һорайым, – тине судья, – юҡһа тәртип боҙоусыларҙы сығарып ебәрәсәкбеҙ. Был мәсьәлә буйынса беҙҙең тағы ла бер шаһитыбыҙ бар. Ул да булһа – Тәпәләп мәктәбенең химия уҡытыусыһы Имәнғолова Мәстүрә Зиннәтовна. Уны тыңлап китәйек.

– Гражданка Имәнғолова, ауырыу сәбәпле, судҡа килә алмаған, – тип белдерҙе баяғы хеҙмәткәр.

– Тарт танауыңды, ауырыған, ти. – Ҡәмәр Ҡыямовна мыҫҡыллы ҡараш менән яңынан тороп баҫты. – Бөгөн ире менән икәүһе улдарын Себергә оҙаттылар... эшкә. Таң һарыһы менән, еңел машиналарына ултырып, үҙен Өфө аэропортына тиклем оҙата киттеләр. Көтөү ҡыуырға малдарын, күрше булараҡ, миңә ҡуштылар.

– Аңлашылды, – тине судья һәм социаль педагогҡа ултырырға ымланы ла ҡабат Самат Сәлимовичҡа мөрәжәғәт итте: – Гражданин Фәйзуллин, дәлил йөҙөнән буяуға ҡатҡан вельвет костюмығыҙҙы, зәңгәр сәстәрегеҙҙе судҡа күрһәтә алаһығыҙмы?

– Мин ул турала уйламаным да, – тине аптырап ҡалған хакимиәт башлығы. – Костюмды, эшкинмәгәс, яндырҙым, сәстәремде солярка менән йыуҙым...

Әлеге хәбәрҙе ишеткәс, Франгиза Сәғитовна иркен һулыш алып, еңеүсе ҡиәфәтендә йылмайып ҡуйҙы.

– Бына нисек бит, гражданин Фәйзуллин! – Судья һығымта яһаны. – Һеҙҙең гражданка Үлмәҫҡоловаға ташлаған ғәйептәрегеҙ, күреп тораһығыҙ, шаһиттар тарафынан раҫланманы. Тимәк, Һеҙҙең әйткәндәрегеҙ дөрөҫлөккә тап килмәй, яуыз ниәт менән һөйләнгән?! Һеҙ, ошоға ярашлы статья нигеҙендә, яуапҡа тартырылаһығыҙ. Ултырығыҙ!

Судтың бындай йүнәлеш алырын көтмәгән Самат Сәлимович алан-йолан ҡаранып алды ла, бөршәйеп, өндәшмәй генә кире урынына ултырҙы.

– Дәғүәсе белдереүенсә, – тип дауам итте судты алып барыусы, – профсоюз йыйылышы приказ яҙылғас үткәрелгән, ә протоколы приказға нигеҙ итеп алынған. Әйҙәгеҙ, ошо мәғлүмәтте лә асыҡлап китәйек. Шаһит булараҡ, гражданин Әхмәтҡужин саҡырыла. Үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ.

– Хөрмәтле суд! – тип һүҙен башланы Вәсим Ширҡәтович, ҡулдарын ҡаушырып. – Мин мәктәптә география уҡытам, профсоюз ойошмаһын етәкләйем.

– Һеҙгә һорау! – Быныһын прокурор бирҙе. – Гражданка Үлмәҫҡоловаға арналған профсоюз йыйылышын ҡасан, ҡайҙа, ниндәй составта үткәрҙегеҙ, ниндәй ҡарар ҡабул иттегеҙ?

– Эш былай тора. – Профсоюз етәксеһе ҡырын ятҡан сәстәрен һыйпап ҡуйҙы. – Беҙ, ғөмүмән, Франгиза Сәғитовнаның хакимиәт башлығы менән эләгешеүе турһында ишетмәнек. Бары тик приказ яҙылып, уны эшенән бушатҡас ҡына, был турала директорҙан һорашып белдек. Ә профсоюз йыйылышы һуңынан, Франгиза Сәғитовна тарафынан эш судҡа алып барып еткерелгәс кенә, Мөслим Надировичтың баҫымы аҫтында, уға суд алдында аҡланыу йөҙөнән көсләп үткәрелде, һәм директор йәтешле ҡарарҙы сығартыуға иреште.

– Тимәк, профсоюз йыйылышы приказ яҙылған көндән һуң үткәрелде?

– Имынны шулай.

– Ә ниңә Һеҙ, профсоюз лидеры, белә тороп, ялған документҡа ҡултамға һалдығыҙ? Кеше яҙмышы менән уйнайһығыҙ ҙа баһа! – Адвокат биргән һорау әсе ине. Эйе, был мәсьәләлә хаҡлыҡ өҫкә ҡалҡа, ялған төпкә бата башланы.

– Йыйылыш, күпселек илле бер процент тауыш йыйып, Франгиза Сәғитовнаны эштән бушатыу тураһында ҡарар сығарҙы. Был – бер. Икенсенән, протоколға ҡултамғаңды ҡуймаһаң, бер ставкаға ҡалдырам, тине директор, ә минең әлеге зарплатам ставка ярым тәшкил итә. Аҡсаға алданып ҡылған хатам өсөн мин Франгиза Сәғитовна алдында ғәфү үтенәм... – Боролоп, дәғүәсегә түбәнселек менән баш эйҙе, унан, ҡабат суд әһелдәренә боролоп: – Һеҙҙең алда бөгөн ошо хаталарымды төҙәтәм, – тине.

– Хеҙмәт урынында үҙен нисек тота Франгиза Сәғитовна? – Был һорауҙы ла дәғүәсе яллаған йыуан кәүҙәле, пеләш башлы адвокат бирҙе. Ғыж-ғыж һулауына ҡарағанда, астма ауырыуы менән яфалана, күрәһең.

– Абруйлы уҡытыусы, предметын биш бармаҡтай белә. Ы-ы-ы... – Вәсим Ширҡәтович бесәй ҡойроғондай һалынып тороусы һорғолт сәстәрен өҫкә һыйпап алды ла телмәрен дауам итте: – Ата-әсәләр, ғөмүмән, халыҡ араһында абруйы ҙур, прекрасный педагог...

– Бик кәрәкле мәғлүмәт бирҙегеҙ, рәхмәт. Профсоюз лидерына минең башҡаса һорауым юҡ, – тине адвокат.

Йыйылыштың шаһиты булараҡ, Хәлит Хәмитовичҡа һүҙ бирелде.

– Үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ, – тине судья.

– Ҡоҙаҡаев Хәлит Хәмитович, Тәпәләп урта мәктәбендә немец теле уҡытам.

– Гражданка Үлмәҫҡолова мәсьәләһе тикшерелгән профсоюз йыйылышы ҡасан үткәрелде?

Хәлит Хәмитовичтың ғүмерендә суд залына тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы ине. Шуға ла, тороп баҫҡас, аяҡ быуындарының ҡалтыраныуын тойҙо, тамағына төйөр тығылды. Башы сыуалды:

– Дас ист... Дас ит... Ғәфү итегеҙ, мин теүәл генә әйтә алмайым... склероз... Протоколға дата ҡуйылған көндө үткәрелде, буғай...

– Буғаймы? Дөрөҫөн әйтегеҙ!

– Әйтәм бит, склероз. Энтшулдиген зи битте... Ғәфү итегеҙ, старческий...

– Франгиза Сәғитовнаға ниндәй ҡылыҡһырлама бирер инегеҙ? – Һүҙгә йәнә адвокат ҡушылды.

– Ҡыҙыулығы бар инде. Урта һәләтле уҡытыусы. Зо-зо-ля-ля... Методиканы бик белеп бөтмәй. Дәрестә күберәк үҙе һөйләргә ярата. Уҡыусылар менән эшләп бармай...

– Күреп торам: Һеҙ уны өнәп бөтмәйһегеҙ. Ни өсөн? Әллә электән берәй төрлө конфликтығыҙ бармы? – Адвокат ғыжлай-ғыжлай төпсөнөүен дауам итте.

Франгиза менән йәштәштәр улар, бер класта уҡып үҫтеләр. Сәстәрен ике толомға үреп, остарына ҡыҙыл таҫмаларҙы бантиклап бәйләп йөрөүсе, уҡыуҙа алдынғы, төҫкә сибәр был ҡыҙға ул һәр ваҡыт һоҡланып, ғашиҡ булып йөрөнө. Франгиза ҡайһы партаға күсеп ултырһа ла, арттағы парталағы урын уныҡы булды. Һиҙҙермәй генә ҡыҙҙың йомшаҡ толомдарын тотҡолап та ала ине. Ул ғына ла түгел, ҡыҙҙы үҙенә нисек тә йәлеп итеү өсөн тегенең сәстәрен ҡара һауытына тыҡҡыланы һәм, әлбиттә, бының өсөн унан йыш ҡына «ялҡынлы сәләм» алғыланы. «Ялҡын»дан ҡыҙарып сыҡҡан битен устары менән ышҡып, мөхәббәте тураһында уйланды. Танау аҫтына яҙғы үлән шикелле сәс бөртөктәре ҡалҡып сыҡҡас, ҡыҙға, яйын тура килтереп, мөхәббәтен тәҡдим итте, хатта, тегенең ай-вайына ҡуймай, бер нисә тапҡыр өйөнә лә оҙатҡыланы. Анауы армиянан ҡайтҡан Бөркөт Ғабдрахман малайы араға инмәһәме, Франгиза эргәһендә башҡаса эҙең булмаһын, тип танауын емереп ҡайтармаған булһамы, бәлки, яҙмыш уны һөйгәне менән ҡауыштырған да булыр ине. Тик Сәғиттең шул тиҫкәре ҡыҙы үҙенә ғүмерлек йәр итеп әлеге Ғабдрахман малайын һайланы, уға кейәүгә сығып, ике ул, ике ҡыҙ тапты, ошолай итеп Хәлит Хәмитовичтың иң нескә күңел хистәрен – ҡайнар мөхәббәтен дорфа рәүештә ергә һалып тапаны. Бына һиңә бөтә конфликт! Күңелендә ҡайнаған фекерҙәрҙе ул, әлбиттә, судҡа сығарманы.

– Арабыҙҙа бер ниндәй ҙә конфликт юҡ, – тине.

Хәлит Хәмитовичтан һуң мәғлүмәт биреүсе шаһит Ғәлимә Мәрҙәновна ла дәғүәсенең кире яҡтарын асып һалырға тырышты:

– Ул үҙе былай һәйбәт кенә уҡытыусы, ләкин уның миңә характеры оҡшамай. Кешенең уңыштарынан көнләшә, башҡалар тураһында маҡтап һүҙ әйтмәҫ. Мин-минлеге айырыуса көслө...

– Беҙ бында характер тикшермәйбеҙ, – тип бүлдерҙе судья. – Факттар буйынса мәғлүмәт бирегеҙ.

– Мин һөйләгәндәр бөтәһе лә факт. – Һүҙен бүлдергәнгә шаһит ҡыҙыбыраҡ китте. – Эйе, факт – мин директор яҡлымын. Ул һөйләгәндәргә ҡушылам, бөтәһе лә дөрөҫ.

– Ялған күрһәтмә биргән өсөн шаһиттар ҙа язаға тарттырылыуын тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәм, – тип киҫәтеү яһаны судья.

– Ҡурҡытмағыҙ! Минең бер гонаһым да юҡ. Кеше үлтермәнем, бәндә таламаным. Бәйләнерлек бер нигеҙегеҙ ҙә юҡ!

– Юҡ икән юҡ. Аңлашылды, ултырығыҙ... – Телсән шаһит менән артабан һөйләшеүҙең файҙа бирмәйәсәген аңлаған судья тағы ла бер мәғлүмәт биреүсене баҫтырҙы:

– Үҙегеҙ менән таныштырығыҙ, – тине ул, Айнур Ғиндулловичҡа мөрәжәғәт итеп.

Ҡуңыр күҙҙәрен ҙур асып, залға нисектер ҡурҡыбыраҡ ингән Айнур трибуна артына үтте:

– Мин Әҙеһәмов Айнур Ғиндулла улы булам. БДУ-ны тамамлап ҡайтҡас, мәктәптә беренсе йыл математика уҡытам.

– Франгиза Сәғитовнаға ҡағылышлы ниндәй мәғлүмәт бирә алаһығыҙ? Ғөмүмән, уның тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ?

Шаһит берауыҡ танауын ҡул арты менән ышҡып уйланып торғандай итте:

– Мәктәптә әле мин яңы ғына уҡыта башланым, шуға күрә коллегаларымды ныҡлап белеп бөтмәйем. Франгиза апай ул, былай, уртаса ғына уҡытыусы инде.

– Һеҙ Тәпәләп урта мәктәбен тамамлағанһығыҙ, – тип һүҙгә ҡушылды ғыж-ғыж быуылып йүтәлләүсе адвокат, – һорауым бар: – математиканан Һеҙҙе кем уҡытты?

– Кем тип... Франгиза Сәғитовна, – Айнур Ғиндуллович ҡул арты менән йәнә танауын ышҡып алды.

– Ул уҡытҡан, тимәк, Һеҙгә ул төплө белем биргән. Башҡа фәнде һайламайынса, ул уҡытҡан фән буйынса артабан белем эстәгәнһегеҙ. Дөрөҫ әйтәмме? – Адвокат тешен тәрәнерәк батыра барҙы.

– Мин улай тимәҫ инем. – Шаһит, тиктормаҫ ҡулдарын тыйыу йөҙөнән, трибунаға йәбеште, – мин был фәнде күберәк үҙ алдыма өйрәндем, ә дәрестә тыңламай инем...

– Тыңламаған уҡыусыға уҡытыусы сара күрмәнеме ни?

– Нишләп күрмәһен, ти, күрҙе: башҡа аҡбур менән ҡундыра ине.

– Ә үҙегеҙ ошондай осраҡта нимә эшләйһегеҙ?

– Ҡул күтәрмәйем. Уҡыусыны елкәһенән генә тотам да дәрестән ҡыуып сығарам.

– Профсоюз йыйылышы ҡасан үтте? – Был һорауҙы прокурор бирҙе.

– Франгиза Сәғитовна ауыл хакимиәте башлығын тәпәләгән көндө, – тип яуапланы Айнур Ғиндуллович, күҙ ҙә йоммайынса.

– Тәпәләгән, тиһегеҙ, үҙегеҙ күрҙегеҙме һуң?

– Юҡ, халыҡ һөйләй бит...

– Башҡаса мәғлүмәтегеҙ булмаһа, ултырығыҙ.

Франгиза Сәғитовнаға ҡарата судта кире мәғлүмәт биреү өсөн Әҙеһәмовтың үтә мөһим сәбәптәре бар ине. Әгәр ошонда ул дәғүәсене яманлап сығыш яһаһа, директор уға ставка урынына ставка ярым эш хаҡы түләргә вәғәҙә итте. Ә аҡса тигәнең ғаиләле, бер балалы атай кешегә ҡара төндә ут кәрәккән шикелле би-ик кәрәк.

Әлеге һорау алыуҙан һуң судтың ҡалған өлөшө Франгиза Сәғитовна файҙаһына китте. Тик кенә, алдағы яҙмышын көтөп ҡул ҡаушырып ултыра торған бисәләрҙән түгел Үлмәҫҡолова ханым. Бөгөнгө судҡа ул ҡасандыр үҙе уҡытып, хәҙер илебеҙҙең алыҫ һәм яҡын мөйөштәрендә юғары вазифалар биләүсе, исемдәре массаларға шаҡтай киң билдәле төрлө дәрәжәле түрәләрҙе лә саҡырҙы. Әлбиттә, бөтәһе лә уның үтенесен аҡламаны, ҡайһылары, эш тығынлығына һылтанып, килмәне. Шуға ҡарамаҫтан, килгән өс-дүрте генә лә суд барышын йөҙ һикһән градусҡа бороуға иреште.

– Һеҙ кемдән көләһегеҙ, кемде мыҫҡыл итәһегеҙ?! – тип һүҙ башланы сауҙа министрлығынан килеп төшкән ҡалын тауышлы, оло ҡорһаҡлы, тәпәш буйлы, сәскәле галстук таҡҡан түрә. – Франгиза Сәғитовна – ғилем үҙәге ул, бик белгең килһә. Бына мине, ябай крәҫтиән балаһын, нисек итеп сауҙаның иң юғары нөктәһенә менеп етте, тиһеңме, әйтәм: алгебраик ысул менән, хөрмәтле математигым өйрәткәнсә, бөтә нәмәне лә тигеҙ өлөштәргә бүлеп. «Бер алманы бишкә бүләйек» тип юҡҡа йырламайҙар бит. Дүрткә бүлдеңме, үҙең өлөшһөҙ ҡалаһың, ә бөтөнләй бүлмәй һаранлашһаң, ғүмерең буйы ана шул һыңар алмаға ҡарап ҡалыуың да ихтимал. Уның кеүек оҫта белгес районда ғына түгел, республикабыҙҙа ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Эшкинмәгән буш ҡыуыҡтарға грамота бирмәйҙәр. Остазымдың Маҡтау грамоталары минең ҡулда ғына өсәү, бына күрегеҙ, – ул ҡултамғалы мисәт һуғылған ялтыр ҡағыҙҙарҙы өҫкә күтәреп күрһәтте, – бына берәүһен үҙем әле кисә генә министрҙан ҡул ҡуйҙырып әҙерләп ҡуйғайным, тырыш уҡытыусыма рәхмәт йөҙөнән. Икенсе грамотаны Франгиза Сәғитовнаға йәшерәк сағында «Сибәр ҡыҙҙар» конкурсында еңеп, «Иң сибәр мисс» титулына лайыҡ булған өсөн биргәндәр. Бына өсөнсө грамота: һабантуйҙа ҡул көрәше буйынса иң көслө ҡатын-ҡыҙ призын яулаған. Тимәк, эшсән шәхес! – Мәғлүмәт биреүсе тағы ла юғарыраҡ тонға күсте: – Бына әле лә ул, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, ауыл хакимиәте башлығы менән конфликтҡа ингән. Бөтә ҡырын эштәргә башҡалар шикелле күҙ йомоп, өйөнә ҡайтып тыныс ҡына ял итһә, беҙ ҙә бөгөн суд залында ултырмаҫ инек. Ул йәмғиәтебеҙҙе төрлө яманлыҡтан арындырыу өсөн, бер үҙенең генә көсө етмәгәс, ярҙамға беҙҙе – үҙе уҡытҡан уҡыусыларын саҡырҙы. Мин күҙгә бәреп әйтәм: хакимиәт башлығы ҡойма буямаған – күҙ буяған, – ул арттараҡ ултырыусы Самат Сәлимовичҡа ишара яһаны: – Ни хаҡың бар һуғышта Ватан өсөн баштарын һалған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа?! Яңғыҙ көн күреүсе ул тол ҡалған инәйҙәр яҙмыш тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған, ә һин уларҙың ҡоймаһын буяуға буяу тапмайһың? Миңә шылтыратҡан булһаң, ҡоймаларҙы ғына түгел, аҙбар-ҡураларҙы ла буярлыҡ буяу табып бирә инем. Хөрмәтле суд! Мин Һеҙҙән гражданин Фәйзуллинға ауылдың бөтә ҡоймаларын да буятып сығыуын йөкмәтеүегеҙҙе һорайым, ә ҡәҙерле уҡытыусым Франгиза Сәғитовнаға гражданин Фәйзуллин мораль зыянды үҙ кеҫәһенән аҡсалата ҡаплаһын! – Тир бәреп сыҡҡан йөҙөн ҡулъяулыҡ менән һөртөп, сәскәле галстук таҡҡан түрә урынына ултырҙы.

Шаһиттар тирләп-бешеп, береһенән-береһе уҙҙырып мәғлүмәт биргән ваҡытта, судьяның кеҫә телефоны шылтыраны:

– Был Өлкә Юғары судынан, – тине судьяға таныш тауыш. – Нисек унда беҙҙең Франгиза апай, еңәме? Ярҙам кәрәкмәйме?

– Судтың ҡыҙған мәле. Шаһиттарҙың күпселеге уның мәнфәғәтен яҡлай, борсолмағыҙ, – тип бышылданы судья һәм телефонын һүндерҙе.

Эйе, Өлкә Юғары судында ла кесерәк вазифала бер уҡыусыһы эшләй ине дәғүәсенең. Суд алдынан уның менән дә элемтәгә инеп, аһ-зарҙарын еткергәйне ул.

Һөйләр булһа – тел яҡшы, сәскә атһа – гөл яҡшы, тип әйтәләр халыҡта әйтеүен. Оҙонға киткән суд ултырышында һәйбәт һүҙҙәр ҙә ялҡытты. Ниһайәт, һуңғы мәғлүмәт биреүсе тороп баҫты:

– Хөрмәтле суд! – тине ул. – Мин – Франгиза Сәғитовнаның уҡыусыһы. Оло урында халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап ултырам. Әлбиттә, математиканан бик көслө түгелмен. Ошо көсһөҙлөгөм арҡаһында байыным. Әйтәйек, дүрт ғәмәлдең өсөһөн ярайһы ғына үҙләштерҙем, ә бына бүлеү ғәмәле башыма инмәгәс инмәне. Алыу ғәмәле – иң оҡшағаны. Йәшерен-батырын түгел, тура килгәндә әле лә тегеһенән-быныһынан бушлай алып йәшәйем. Унан уларҙың бөтәһен бергә ҡушып, байлыҡ туплайым. Иң күңеллеһе – байлыҡты байлыҡҡа ҡабатлау. Мәгәр бүлешә белмәйем. Шуға күрә баш ҡалала өс квартирам, ике дачам, дүрт еңел машинам, өс компьютерым, алты телевизорым бар... Бына ошо бүлеү тигән яуыз ғәмәлде өйрәтә алмағаны өсөн хөрмәтле уҡытыусыма үҙебеҙҙең «Эрзинкә итек» компанияһының Маҡтау грамотаһын тапшырырға рөхсәт итегеҙ! – Шаһит рәт араһынан үтеп, Франгиза Сәғитовнаның ҡулын ҡайнар ҡыҫып, уға герб төшкән ҡатырға тапшырҙы. Был сара, бәлки, оҙаҡҡараҡ та һуҙылыр ине, тел ҡыҫҡартыусы судья бүлдерҙе:

– Мәғлүмәт биреүсе, теманан ситкә тайпылмауығыҙҙы һорайым. Конкретыраҡ һөйләгеҙ.

– Ғәфү итегеҙ, судья әфәнде! Ниндәй булдыҡһыҙ директор ултырттығыҙ унда Тәпәләп мәктәбенә?! Яушевты әйтеүем... – Мөслим Надировичтың күҙҙәренә тура ҡарап, уны утта бейетергә кереште: – Өйҙә өйрә бешерә белмәгән башы менән илдә бутҡа бешерергә тотонған. Наҙанлыҡ – яманлыҡ. Төптән уйлап эш итмәйенсә приказ яҙғаны өсөн кисекмәҫтән үҙен эшенән алып осорорға кәрәк, ә уҡытыусыға түләнмәгән хеҙмәт хаҡын һуңғы тиненә тиклем ҡайтарып бирһен!

– Суд ҡарар сығарырға китә! – тигән иғлан яңғыраны. Суд әһелдәре урындарынан ҡуҙғалып, күрше бүлмәгә инеп юғалды.

(Аҙағы бар)

Камил ФАЗЛЫЙ.

Читайте нас