Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Аяҡһыҙ ҡартҡа аҡ эшләпә

Хикәйә

Аяҡһыҙ ҡартҡа аҡ эшләпә
Аяҡһыҙ ҡартҡа аҡ эшләпә

Йылға быуылған урынға күпер һуғылған. Бәлки, киреһенсәлер: күпергә терәп быуа быуғандарҙыр, йылға ниндәй замандарҙан бирле аға, күпер ҙә шул саҡта уҡ булғандыр – теге ярға нисектер йөрөгәндәрҙер бит. Оноттоңмо әллә, күперҙе кире сығып, һулға боролоп, аҙ ғына атлаһаң, ҡуйы шыршылыҡта – ҡәберлек, шуға оло кешеләр, бик ҡартайһалар: «Аръяҡҡа китергә ваҡыт етте-е», – тиҙәр.

Яңылышаһың, дөрөҫөрәге, шулай тип әйтә торғайнылар, сөнки улай тип әйткән әҙәмдәр барыһы ла аръяҡҡа күсеп бөттө инде, ә хәҙер кешеләр был һүҙҙәрҙе әйтеп уфтана торған йәшкә инеп өлгөрмәй. Ашығып йәшәйҙәр ҙә кинәт үлеп китәләр. Боронғолар әйткәнсә, аръяҡҡа китергә тейешле ваҡыттары етмәй ҡала. Шундай болғансыҡ заманалар.

Һинеңсә, заманаларҙың икенсе төрлөһө лә буламы? Минеңсә, заманалар һәр ваҡыт болғансыҡ. Болғаталар, сөнки. Эйе шул, ҡартинәйем нисек әйтә ине әле: болғансыҡ һыуҙа... Юҡ, хәтерҙә ҡалмаған...

Нимә тынып ҡалдың, ярай, онот ул турала, барыбер беҙҙең баш етерлек әйбер түгел, ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып ташла. Әйҙә, ауыл тураһында ғына һөйләшәйек әле.

Беҙ күпергә еткәйнек.

Күпер аша егелгән арба сыҡҡанда, бүрәнәләр ат дағаһы аҫтында, йән ингәндәй, тәгәрмәс артынан йүгерә башлай. Ҡарап торһаң, иртәнән кискә тиклем күпер дөбөр-шатыр килә.

Юлсылар йә күрше ауылдарға сыға, йә беҙгә килә. Ҡайһыһы ниндәй йомош менән йөрөй, ә күптәре күпер төбөндә көноҙоно геүләп ултырған тирмәнгә он тарттырырға килә.

Тирмән алдында һәр ваҡыт аттар бәйләүле тора, асыҡ ишектән арҡаларына тоҡ һалған кешеләр инеп-сығып йөрөй. Улар әйтер һүҙен тирмәнсенең ҡолағына терәлеп ҡысҡыра. Барыбер геүелдәүҙе еңә алмай, шуға ла күберәк ымлап аңлаша. Эстә, ярыҡтарҙан төшкән яҡтыла, туҙан бөртөктәре аҫылынып тора, бында, ҙур тирмән таштарынан тыш, ҡыҙыҡлы әллә нәмә юҡ. Ыштан балағы шикелле, өҫтән аҫылып ҡуйылған киндер тоҡ эргәһендә һәр ваҡыт кешеләр тора. Сөнки уның аҫтындағы тоҡто асып, ике ҡуллап тотоп тормаһаң, оноң иҙәнгә лә ағып ятыр.

Ә беҙ ни эшләп һәр ваҡыт шул тирмәндә йөрөнөк икән? Кем беҙгә унда инергә рөхсәт итте? Кем булһын – тирмәнсе. Ул беҙгә кем тейешле ине? Иҫтә ҡалмаған. Әммә беҙ эскә инһәк, ул, онға батҡан кеше, өҫтөгөҙҙө бысратаһыҙ, бер ергә лә һөйәлмәгеҙ, тип йылы устарына беҙҙең ҡулды алып, йылға буйлап атлай, ә уның кирза итектәре аҫтында бер ни уйламай йөрөп ятҡан мөгөҙөмсыҡтар һытылып, шырт итеп ҡала.

Көслө ағым мүк баҫҡан ҡуласаларҙы әйләндерә, һыу, ҡояш нурында мең төҫкә инеп, шаулап аҫҡа төшә. Йылға менән көрәшә торғас, уның таҡталары серей башлаған, ҡайһы бер урындарында мүк, ләм үҫкән. Оҙон һаҡалға оҡшап торған үләнде лә һыу туҡтауһыҙ тарап, ағыҙып алып китергә тырыша, тик көсө етмәй, үҫентеләр йәшел йылан кеүек борғолана ла борғолана. Ниндәй ҙур таштарҙы йөрөтә, ә бына шул ебәк кеүек кенә үләнгә көсө етмәй.

Хәтереңдәлер, быуа яҙлы-көҙлө ташып китә ине, ел сыҡһа, тулҡындары ярға бәрелә, улар әрһеҙләнеп, хатта бәрәңге баҡсаларына килеп инә. Бындай саҡта меҫкен әсәйем туҡмай-туҡмай иҙән балаҫтарын йыуа, шунан теҙе-е-п кәртә буйлап элеп сыға. Уларҙан үлән өҫтөнә тәүҙә бик шәп булып һыу аға, ары-бара һирәкләтеп кенә тамсылай, шунан бөтөнләй туҡтай. Тирә-яҡ тәлмәрйен балалары – сүмесбаш менән тула. Улар шул тиклем күп – яр буйындағы һыу йыраҡтан ҡап-ҡара булып күренә. Беҙ уларҙы һауыт менән һоҫоп алабыҙ ҙа ергә түгәбеҙ, мәхлүктәр тәүҙә ҡойроҡтарын шәп-шәп һелтәп, йөҙөп китмәк була, шунан ҡояш аҫтында ҡороп, ҡатып ҡала. Бер заман беҙҙән ҡотолғандары һыуҙан сығып, үләндә һикереп йөрөй башлай, аяҡ баҫырлыҡ та ер ҡалмай.

Йәй көнө быуа һайығып ҡала, уны үлән баҫа, йылға сәскә ата. Һыу ебәгенең тырпайып сығып торған алһыу төҫлө башағына, селтәрле ҡанаттарын ватылып китер тип ҡурҡҡандай һаҡ ҡына бәүелтеп, сиңерткәләр, бызылдашып бал ҡорттары төшә.

Йылға сәскә ата, тиһеңме? Йылғалар, дөрөҫөн әйткәндә, сәскә атмай. Һин инша яҙғанда былай тип әйтә күрмә, Тәммәпа асыуланыр. Әммә беҙҙең йылға ысынлап йәмле йәй көндәрендә сәскә атыр ине.

Был үлән шулай шашынып үҫеп китә, хатта ишкәк тығыр әмәл ҡалмай, бындай саҡта кәмә менән йөрөйөм тиһәң, уны тамыры менән тартып сығарып, ситкә ырғытып, һуҡмаҡ һалырға кәрәк.

Бына шул уралатып ситтәрен үлән баҫҡан, күктә йөҙөп йөрөгән болоттар сағылған быуа уртаһында ағас кәмә сайҡала. Кешеһе йыраҡтан бик күренмәй. Ә бына уның башына кейгән аҡ эшләпәһе әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора.

Нимә тип ҡысҡыра? Эшләпә ҡысҡырамы?

Һин мине әйткән һайын бүлдереп торһаң, беҙ бер ҡасан да балыҡсы ҡарт тураһында һөйләргә өлгөрмәйбеҙ. Бүрәттән һуң, Гөлсөм апаны алыштырып килгән яңы апа рөхсәт итмәһә, һаман да дефективный интернаттың ике ҡатлы йоҡо корпусында булыр инек, ә беҙ инде быуа уртаһында сайҡалған кәмәгә барып еттек. Шуның өсөн шауламай ғына ултыр.

Эшләпә ҡысҡыра, тиме? Ул шулай булып күренә генә. Ҡарайһың, тирә-йүндә күҙгә төртөлөрҙәй бер нәмә юҡ. Йәшел урмандар, үлән баҫҡан быуа... Һәм шунда... Ап-асыҡ булып бер әйбер күренеп ҡала. Ап-асыҡ булып... Бындай саҡта шулай күренгән әйбер әллә ҡайҙан: «Мин! Мин!...Мин бында-а-а!» – тип ҡыс-ҡырған кеүек тойола.

Балыҡсы туҙ иретеп яһалған ҡалҡыуыстары һыу өҫтөндә саҡ-саҡ күренеп торған йылымын ҡарап сыға ла быуаның ҡаршылағы ярын ҡаплаған ҡамышлыҡҡа йүнәлә.

Шул ҡамыштар араһында бала сығарған бер инә өйрәк, ояһын эйәртеп йөрөп ятҡанда, кинәт алдына килеп сыҡҡан кәмәне күреп, ҡурҡышынан оло тауыш күтәреп, тәүҙә ҡанаттарын һыу сәсрәтеп ҡаға-ҡаға, бәпкәләрен сыр-сыу тирә-яҡҡа таратып ебәрә, аҙаҡ, уларҙы йыйып ала алмай, бик оҙаҡ ҡаңғырып йөрөй.

Ниңә таратып ебәргәнен аңланыңмы? Ул һунарсыға, был осраҡта кәмәлә ултырған кешегә, былай ти: «Бында мин бер үҙем генә, ҡулыңдан килһә, ат», – ти. Үҙе шунда уҡ һауаға күтәрелә.

Меҫкен генә бисара ҡош, тиһеңме. Улай тимә, ҡыланышы бер ҙә меҫкендәрсә түгел.

Бына шундай ожмахтай урында ыҫмалаға буялып ҡара төҫкә ингән ағас кәмәлә инә өйрәкте ҡурҡытып, һунарсы түгел, ә бер балыҡсы ултыра. Ни эшләп мин шул балыҡсы тураһында һөйләргә ҡаныҡтым әле. Сәбәбеме? Сәбәбе бик тә ябай, сөнки ул балыҡсы – беҙҙең атай.

Уның башында – эшләпә. Был эшләпәнең төҫө тәүҙәрәк ап-аҡ ине, аҙаҡ ул, ҡояшҡа уңып, елгә елләп, ямғырға сыланып, һороға әйләнде. Был фыртауай әйберҙе беҙ уға магазиндан һатып алманыҡ. Сабыр әсәйем уға баш кейемдәренән һәр төрлө баштарҙы ла ҡапларға яраған кепка йә фуражка алып биргән булыр ине, ә эшләпә... Хәйер, кем белә, бәлки, эшләпә лә алған булыр ине... Магазинда һатылһа, тим.

Килеп керәһең, ти, ауыл кибетенә, унда рәт-рәт булып эшләпә теҙеп ҡуйғандар, бөтөн халыҡ ҡырылышып ала. Иртәнсәк ирҙәр бөтөнөһө бер юлы урамға эшләпә кейеп сығыр ине микән. Бына ирмәк булыр ине. Тик ҡартинәйем, кеше ышанмаҫ хәбәрҙе, ысын булһа ла, һөйләмә, ти ине?

Иҫеңә төшөр, ауылда эшләпәне кемдәр генә кейә торғайны? Әлбиттә, урында ултырған кешеләр.

Мәҫәлән, колхоз рәйесе. Хәйер, беҙҙең яҡта улай тип тә әйтмәй торғайнылар, урыҫ араһында ултырғанғамылыр, персиҙәтел тиерҙәр ине. Эшләпәнең бик тә еллеһен – башы тирләп йонсоған бер аҡыллы уйлап сығарған, тишкеләп сыҡҡан кеүеген ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе – мәктәп директоры кейә ине.

Был эшләпәне атайыма бүләк иттеләр, тип әйтһәм дә, дөрөҫ булмаҫ. Ҡунаҡҡа барған ерҙән, бына атайыңа күлдәк кейҙереп ҡайтарҙылар, тип әсәйемдең маҡтанып һөйләгәнен хәтерләйем. Ундай хәл дә би-и-к һирәк була торғайны. Ә, эшләпә кейҙереп ҡайтарҙылар, тип әйткәне иҫтә ҡалмаған.

Был эшләпәне уға килтерҙеләр ҙә бирҙеләр.

Теләһә кем урамдан күтәреп кертмәне инде. Берҙән-бер яратҡан абзыйыбыҙ...

Ауыҙҙарынан һеләгәйе ағып торған ат хәтле үгеҙҙәрҙең муйынына арҡан ырғытып, күҙ асып йомғансы башын бороп, бағанаға бәйләп ҡуйған. Хәтереңдәлер, ул калхуз малын дауаланы. Усын йомарлатып ҡына себенде эләктереп алып, шап итеп иҙәнгә бәреп үлтерә белгән. Эйе шул, аҡ халатлыларҙа булған сирҡаныуҙы белмәү кеүек һыҙат, малдарҙы ғына дауалаһа ла, уға ла хас ине. Себендән үгеҙгә хәтлем һәр йән эйәһе менән оҫта эш итә белгән, көслөһөнә – икеләтә көс, йылғырына етеҙлек ҡаршы ҡуя алған... Тик, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ҡайһы саҡта ҡырлы стаканға ҡойолған шайтан әсеткеһенә генә көсө етмәгән ...

Абзыйыбыҙ, Хужа бабайҙы күмеп ҡайтҡас, беҙгә килде. Аҙыраҡ һалып та алғайны, буғай. Ҡулында ап-аҡ төҫтәге фетр эшләпә, өп-өр-яңы, бөтөнләй ҙә кейелмәгән. Кейһәләр, бер-ике мәртәбә генә кейеп сыҡҡандарҙыр. Кем кейгән, тиһеңме? Эшләпә хужаһы Хужа бабай инде, башҡа кем булһын.

Ҡояшта уйнап, һимеҙ мал тиреһе кеүек йылҡылдап тора. Ышанмаҫһың: тульяһын уратып һуҙылған таҫмаһы ла, ҡыбырҙатһаң, йылан кеүек, мең төҫкә инеп ялтырай. Мә, кей, оҡшаһа... тине шикелле. Ҡыйынһынып та торҙо, буғай, ағайымды әйтәм.

Бәлки, ҡыйынһынмағандыр ҙа әле, эсеп тә алған булһа. Хужа бабайымдыҡы, мә, әтей, мужыт, оҡшатырһың, тине, буғай.

Бәлки, бер нәмә лә әйтмәгәндер, килтергән дә тотторғандыр, ундай саҡта күп ләпелдәп тормайҙар ҙа инде, үҙен беләһең.

Юҡ, юҡ! Бына бит хәтер тигәнең. Яҡшылап ҡына барыһын да иҫеңә төшөр әле.

Йәйҙең ҡыңғырау кеүек бер көнө. Тәүҙә баҡса артында беҙ атайым менән икәү генә, өсәү генә(?) инек. Ул балыҡҡа китһә, өйҙә кем бар – шул уны ҡаршы алырға йылға буйына төшә. Был юлы әсәйем мине, беҙҙе ебәрҙе.

Буш биҙрәне бәргесләп, шалтыр-шолтор бәрәңге баҡсаһы буйлап ярылған һуҡмаҡтан йүгереп килдек. Көнө-төнө тыпыслауҙан ялтырап ҡатҡан был юлды һәр ваҡыт шулай саптырып үтәбеҙ. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй елдереүҙең сәбәбе – ҡыяр түтәлендә ҡояшҡа ҡыҙынып ятҡан туҙбаш йыландар. Кеше-ғара булмаһа, улар йомғаҡ кеүек йомарлана ла тиҙәктән бейек итеп күтәрелгән түтәлдә, ҡыяр япрағының өҫтөндә, ҡымшанмай ҙа ҡояшҡа ҡыҙынып ята. Әгәр инде беҙҙең кеүек шаталаҡтар биҙрә доңғорлатып осоп килһә, ул һары ҡашлы йомро башын күтәрә лә, ике тарбаҡлы оҙон ҡара телен сығарып, ыҫылдай башлай. Хоҙа-а-й!.. Елдермәҫ ереңдән елдерерһең.

Кәмәлә һикерешкән балыҡтарҙы сүпләгән арала, атайым һүҙһеҙ генә тәмәке көйрәтеп ултырҙы. Шул саҡта баҡсалағы һуҡмаҡтан, талғын ғына атлап, ағайым килеп төштө. Башҡа ваҡытта ул тубыҡланыр ҙа, телен сатлатып, ҡойроҡтарын ян-яҡҡа бәргесләгән, тос бәрҙеләрҙе ҡулына алыр, беҙгә шаяртып берәй һүҙ өндәшер ине. Ә бына ул көндө уның күҙенә балыҡ та, мин дә, һин дә, атайым да күренмәне, ул уйҙары менән һаман аръяҡта, ҡуйы шыршылыҡ эсендә урынлашҡан ҡәберлектә, ине. Сөнки, әйтеүемсә, был көн ул, Хужа бабайымды һуңғы юлға оҙатып ҡайтҡас, матайын тырлатып, беҙгә килде.

Бына барыһы ла бөгөн генә булғандай иҫкә төштө. Ағайымдың өҫтөндә – кешелеккә генә сыҡҡанда кейә торған күлдәк, башында – фуражка, ә уң ҡулына ул, ватылып китер тип ҡурҡҡандай, һаҡ ҡына бер әйбер тотоп алған. Яҡыныраҡ килгәс, ул алып килгән нәмә ап-аҡ төҫтәге фетр эшләпә икәне күренде.

Ул кәмә сылбыры эленгән баҫмаға кермәне, ә атайым эргәһенә сүгәләп ултырҙы ла:

– Хужа бабайымды күмдек... – тине. Уның уйҙары ошо минутта әллә ҡайҙа, ә күҙҙәре ҡулындағы баш кейемендә ине. – Бына, төҫө итеп кейһен, тинеләр. Атайым эшләпәне бик оҙаҡ ҡулында тотоп уйланып торҙо. Кем шулай тине, тип тә һораманы, ни өсөн тап миңә биреп ебәрҙеләр, тип тә әйтмәне.

Сөнки кем мәрхүмдең әйберҙәрен таратҡаны былай ҙа билдәле ине – ҡатыны барлағандыр. Ни эшләп тап шунда атайымды иҫенә төшөрөүе генә аптыраш. Сөнки уларҙың туған-тыумасаһы, таныш-белеше беҙҙән башҡа ла бихисап. Ә, бына бит, атайымды иҫенә төшөргәндәр. Бәлки, шул ваҡыт хужабикәнең күҙенә ағайым салынғандыр. Йә иһә уның менән дуҫ булып йөрөгән оло улдары әсәһенең ҡолағына шыпырт ҡына төшөргәндер:

– Әйҙә, атайымдың аҡ эшләпәһен Ғәлиәкбәр абзыйыма ғына бирәйек, Әсҡәр алып барыр, – тигәндер.

Әсәһе Әмилә әбей был эшләпәне тотоп, уйланып та торғандыр. Ташкентҡа ҡыҙы менән кейәүенә ҡунаҡҡа барғанда ҡояш аҫтында көноҙоно йөрөп, иренең башына эҫе ҡабып, ауырып ятҡаны иҫенә төшкәндер. Икенсе көндө, хаҡын күргәс, ҡатындың күҙе аҡайһа ла, улар иң тәүҙә ошо эшләпәне һатып алдылар.

– Тиҙ бул, ана, Әсҡәр ҡайтырға йыйына, – тип улы уның уйҙарын бүлгәндер. Шул ваҡыт ул, аҡ эшләпә менән һис кенә айырылырға теләмәй, күкрәгенә ҡыҫып торһа ла:

– Мә, улым, тиҙ генә сығарып бир, атайыңдың төҫө итеп кейһен, – тигәндер. Әллә ҡайҙарҙан ҡырҡ һыу үтеп килеп кергән эшләпәне ҡулына алғас, атайым да тынып ҡалды.

Мәрхүмде иҫенә төшөргәндер, яҡшы кеше ине, ауыр тупрағы еңел булһын, тигәндер. Ул, әлбиттә, был һүҙҙәрҙе ҡысҡырып әйтмәне. Ғөмүмән, ул артығын һөйләп бара торған кеше түгел ине (эсмәгән сағында).

Ул эшләпәнең түбәһенә усының ҡыры менән йомшаҡ ҡына итеп һуғып уртаға бөкләне лә, башына кейеп ҡуйҙы. Кейеп ҡуйҙы ла ҡабат сисмәне. Ә беҙ, атайымдың яҡтырып, йәшәреп киткән йөҙөнә ҡарап, иҫебеҙ китеп торҙоҡ.

Шул тикле лә килешә ине уға был баш кейеме ... Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тип ҡартинәйем бик дөрөҫ әйтә икән.

Беҙҙең яҡта шулай үлгән кешенең әйберҙәрен яҡындарына таратҡан булалар. Элек шулай була торғайны. Хәҙер улай итмәйҙәрҙер инде... Элек әйбер ҡәҙерле булғандыр, тим. Бәлки, кеше лә ҡәҙерле булғандыр, кем белә инде.

Мәрхүмдең исеме Хужа булып, ул ауылда ғына түгел, ә тирә-яҡта ихтирам ҡаҙанған, өс ауылға власть булып, халыҡты тотоп торған, бик тә аҡыллы, бойороусан холоҡло, ҡаты кеше ине.

«Хужа абзыйым ғүмере буйы председатель булып торҙо...» Ағайы тураһында һүҙ сыҡҡанда, мишәр танауын күтәрә биреп, әсәйем шулай тип әйткеләр ине. Кемдеке – уныҡы, йәнәһе. Ғүмере буйы председатель булып торманы, әлбиттә, әсәйем аҙыраҡ ҡуйыртып ебәрә.

Һеңлеһе уға һәр ваҡыт хөрмәтләп – Хужа абзыйым – тип өндәшер, ҡартинәйем ололап «Хужиәхмәт» тиер, ә атайым «Хужа» тип кенә ебәрер ине. Сөнки атайым бер ҡасан да, бер кем алдында ла башын эймәне, эйә лә белмәне. Арҡыры кеше ине, ҡайһы саҡта. Эйе шул, бигерәк тә, власта торғандарҙы яратманы.

Тулы исеме тап шулай яңғыраған ул бабай ҡартатайымдың – әсәйемдең атаһының бер туған энеһе ине. Ә минең атайыма килгәндә, уның, балалар йортонан ҡасып, теләһә ҡайҙа йөрөгән урам малайының, беҙҙең ауылда туған-тыумасаһы булманы, шикелле.

* * *

Ә ҡартатайымдың исеме Шакирйән булып, ул йәшләй генә яуҙа үлеп ҡалған. Был һуғыштан уның менән бергә киткән ауылдаштарының, ҡартинәйемсә әйткәндә, әрмейестәрҙең, күбеһе ҡайтмаған. Ә бына олатайымдың кесе туғандары бәхетенә һуғыш эләкмәй. Ҡайһыһының йәше етмәй ҡалған, ҡайһыһына аҡ билет биргәндәр. Улар барыһы ла иҫән-һау ауылда хәлле генә тормош көттө. Шуға күрә энеләр үҙҙәрен оло ағалары алдында бурыслы тип иҫәпләгәндәр. Бәлки, улай уҡ гәзитсә булмағандыр ҙа, кем белә инде?!

Әммә уларҙы өйҙә:

– Киленгә булышың, малайҙар, барың, утын булһа ла алып төшөп, тураҡлап бирең, – тип гел генә ҡолаҡ итен ашап торған әсәләре, Ҡазан етеме Бибикамал ҡыуғанғамы, өс малай егет саҡтарында еңгәләренә килеп, донъя көтөргә аҙ-маҙ ярҙамлашҡан.

Шулай һуғышҡа эләкмәгән өс туған ҡыҙылармеец булып үлеп ҡалған абзыйҙары алдында бурыслы икәнен онотмаған. Оноттормағандар.

Бәлки, эшләпәһен дә үлер алдынан, Хужа, Шакирйән абзыйҙың кейәүенә генә бирегеҙ, үҙе етем ине, ҡайны кешеһе лә һуғыштан ҡайтманы, тигәндер.

Шулай Шакирйән йәш кенә килеш Сталинград ҡаҙанында мәңгелеккә тороп ҡала.

Ҡала – утлы ҡаҙан, шунда кешеләр үлә, йөҙәр кеше, меңәр кеше...

Шулар араһында – минең олатай. Тәүҙә уның ҡулына ярсыҡ тейә, бәйләп, ул артабан атышып ята. Сөнки уға бер ҡайҙа ла китергә форсат теймәй, тирә-яҡта – ут. Шунан ул үлемесле яра ала.

Әгәр һалдат шул саҡта кинәт кенә аңын юғалтмаһа, үлер алдынан ул тылда ҡалған ғаиләһе хаҡында уйлағандыр. Өс ҡыҙының иң кесеһенә ул киткәндә – өс аҙна, уртансынына – һигеҙ, олоһона – ун бер йәш тулып, ҡатыны баланан һуң саҡ шәбәйә башлаған була.

Иманым камил: шул саҡта яраланған һалдаттың туҙанлы бите буйлап тамсы-тамсы күҙ йәше тәгәрәгәндер. Ул ғаиләһенә өй генә лә һалып бирә алмай китә.

Атай ҡартының өйөнә егет кәләшен ун өсөнсө йән итеп алып ҡайта, һыйыры ла, аты ла шул булған «Зингер» машинаһында көн-төн туҡылдап, оло ғаиләһен туйҙырған тегенсе ҡарттың бәләкәй генә өйөндә, йәй әле һәр кем ҡайҙа, бесәнлектәме, соландамы үҙенә төртөлөр урын тапһа, бына ҡышын иһә арт борор ҙа урын булмай.

Шуға күрә Шакирйән олатай, әле уртансы ҡыҙҙары тыумаҫ борон уҡ, берәүҙәр менән ваҡытлыса торорға хаҡына килешеп, атаһынан башҡа сыға. Йәй ул ураҡта эшләп, һыйырлы була, ә бына өй рәтләй алмай ҡала.

Бына шуға илағандыр ҙа һалдат, йәштәре субырлап ағып төшкәндер, ә күҙҙәре төтөн араһынан саҡ-саҡ күренгән ҡояшҡа ҡарап ҡатып ҡалғандыр.

Ул, әсәйем һөйләүенсә, зәңгәр күҙле, оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле кеше була. Колхоздар ойошторғас, уны бригадир итеп һайлап ҡуялар, сөнки әлегә тиклем эшләгән әртилдә ул үҙен техниканы аңлай торған оҫта кеше итеп күрһәтә. Холоҡ-фиғеленә килгәндә, ниндәй ҡыйын саҡтарҙа ла ҡатынын рәнйетеп ауыр һүҙ әйтмәй. Былары – ҡартинәйемдең һүҙҙәре.

Ҡартатай юҡҡа илай, уның ғаиләһен бер кем дә урамға ҡыуып сығармай. Өйҙөң хужаһы, күрше ауыл бабайы, алыусы таптым, һатам, тип һалдат ҡатынына, йәғни минең ҡартинәйемә, килә.

Меҫкен ҡатын ни әйтһен инде, шунда уҡ илай башлай. Ә минең әсәйем ҡарттың ҡаршыһына һикегә барып ултыра ла (быларын һөйләгәндә ул, бына, мин йәш кенә булһам да, ниндәй үткер булғанмын, тип өҫтәп тә ебәрә), былай ти:

– Әгәр һин беҙҙе өйөңдән ҡыуып сығарһаң, Хоҙай Тәғәлә һине башыңдан орор. Шуға күрә һин әлегә беҙҙең ала быҙауҡайҙы ал, икенсе йылға тағы килерһең, беҙ һиңә икенсеһен үҫтереп торорбоҙ.

Бына хәҙер ҡулыма аҡса керә, тип торғанда, уйҙары селпәрәмә килеүенә аҙыраҡ эсе бошһа ла, хужа ут эсендә йөрөгән һалдат ғаиләһен урамға ҡыуып сығарырға баҙнат итмәй. Ул бер самауырҙы бушатып, ярай, йөрөүем бөтөнләй бушҡа булманы, тип үҙ-үҙен йыуатып, йәш быҙауҙы арбаһына бәйләп, кәлтер-көлтөр ауылына ҡайтып китә. Ҡарт тағы бер килә әле бурысы артынан, шунан һуң вафат та була.

Был заманда ауыл кешеләре бик ҡырыла – ҡайһыһы сирләп, ҡайһыһы ҡартайып. Күптәре, бигерәк тә бала-саға, урамы-урамы менән аслыҡтан шешенеп үлә, шуға күрә ҡартинәйем яңылыҡты тыныс ҡабул итә:

– Урыны ожмахта булһын, бик яҡшы кеше ине, – тип, ауыр һулап ҡына ҡуя.

Ә ҡартатайға килгәндә, ул һуғышҡа алып киткәндә лә, күҙ йәше түгә. Бик йомшаҡ күңелле кеше булғандыр инде, ахыры.

Мобилизацияға эләккәндәр, ә был ярты ауыл тигән һүҙ, арбаларға ултыра, ә ул, барыһын да янынан этеп ебәрә лә ауа-түнә сирәмгә барып ҡаплана. Йоҙроғо менән ерҙе төйә-төйә:

– Үлтерергә апаралар беҙҙе, ҡайталмабыҙ инде, һеҙ нисек кенә донъя көтөрһөгөҙ икән, сабыйҙарым... – тип үкереп илай. Аяҡтарында нығыраҡ баҫып торған ике ауылдашы уны ҡултыҡлап торғоҙа ла, һөйрәп тигәндәй, арбаға алып барып һала. Шунан ул ҡабат тороп ултыра ла оло ҡыҙын, минең әсәйемде, ҡул менән эргәһенә тартып алдына ала.

Ҡартинәйем, кешеләрҙән оялып, имсәк балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш шунда тора, иренең ҡыланышына эсе бошһа ла, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә, ауылды сыҡҡансы, илай-илай, уны оҙатып бара. Һуңғы өйҙәрҙе үткәс, ҡартатайым әсәйемде биленән тотоп ергә баҫтыра ла:

– Бар, ҡыҙым, – тип еңе менән күҙ йәштәрен һыпырып төшөрә.

Һиҙгәндер, күрәһең, Шакирйән ҡартатайымды әйтәм, үлемен һиҙгәндер, бахыр.

Уның нисек һәләк булғанын фронтҡа бергә эләккән яҡташы һөйләй. Ул кешеләр арҡылы, Шакирҙы үҙем ерләнем, ҡатыны килһен, тип хәбәр ебәрә.

Был ваҡытта инде ҡартинәйем «Без вести пропал» тип яҙылған ҡағыҙ алған була.

– Быныһы инде, хөкүмәттең политикаһы, – тип аңлата уға күрше Бәҙерттин. Дүрт атын калхуз двурына йүгертеп төшөрөп, кулак исеменән ҡотолоп, Себерҙән саҡ ҡалған ҡарт хөкүмәттең палитикаһын бик яҡшы аңлай. – «Бизвести» булһа – бушлай, Сәлимә, «геройски пагип» булһа – түләүле. Һинең кеүектәргә артыҡ аҡса сығармаҫ өсөн шундайын ебәргәндәр.

– Э-эй... Һуғышта төрлө хәлдәр була, бәлки, яраланып яталыр, шуға хәбәр ебәрә алмайҙыр – тип уфтанып, Сәлимә ирен һаман көтә.

Ҡыш көнө йәйәүләп әсәле-ҡыҙлы китәләр был кеше йәшәгән ауылға. Юлда туҡтап, ят ауылдарҙа төрлө кешеләрҙә ҡуналар, өсөнсө кискә хәбәр ебәргән һалдаттың ауылына көскә барып керәләр. Өшөп бөткән юлсыларҙы өҫтәл артына ултырталар, алдарына ризыҡ ҡуялар. Бына ошонда, шул тиклем ер килеп, ишетергә теләгән хәбәрҙәрен тыңлай улар. Һуғыштан сулаҡ булып ҡайтҡан һалдат һау ҡулы менән ҡырлы стаканды бушата ла, өҫтәл артында буш еңен һелкей-һелкей:

– Сәлимә, көтмә, үҙем бына шул ҡулдарым менән яр буйына күмдем. Әй, ундағы мәхшәрҙе иҫкә төшөрһәң...- тип сәсрәп килеп сыҡҡан күҙ йәштәренә иғтибар итмәй, тағы берҙе ҡойоп, ҡаплап та ҡуя.

Уның бәләкәй генә буйлы, табаҡ битле ҡатыны ике һүҙ һайын:

– Хөпөттин... Хөпөттин... – тип өлтөрәп йөрөй, – Һурпа эс әле, ас ҡорһаҡҡа хәҙер башыңа сыға ла инде, илаһым.

Юлсылар, ҡараңғы төшкәнсе аҙыраҡ атлайыҡ, ҡыҙҙар көтә бит, тип ҡуҙғалғас, хужалар бер тауыштан:

– Кис ҡоро юлға сығалармы, эт-ҡошҡа осрауығыҙ бар – тип ҡаршы булһалар ҙа, уларҙың, балалар көтә, тип аҡланыуын йыға алмай.

– Бына, юлда ҡапҡыларһыҙ, – тип хужабикә килтереп сығарған арыш икмәген күргәс, Сәлимә тәүҙә аптырап, күҙҙәрен тултырып ҡатынға ҡарап тора. – Ирем ранин булып ҡайтты, тип персеҙәтелдән яҙҙырып алдым. Ал, ал, нисек тәғәм ризыҡһыҙ шундай юлға сығаң, – тигәс, ҡатын, уларҙы көтөп ҡалған бәпестәрен уйлап, уны ҡуйынына тыға. Сәлимәне аңлағандай, Хөбөттиндең ҡатыны тағы бер таба икмәкте ашъяулыҡ аҫтынан алып, Сәлимәгә һона:

– Быныһын өйҙәгеләреңә алып ҡайт.

Илап ултырған сабыйым юҡ, сулаҡ булһа ла, хужам бар, үлмәбеҙ, тип ҡарай ине Хөбөттин ҡатынының күҙҙәре. «Ысынлап та, һинең, исмаһам, ирең ҡайтҡан», – тип уйлап, Сәлимә уныһын да ҡуйынына ҡыҫтыра. Ошо ике табикмәк йылы биреп, ике ҡанат булып осортоп алып ҡайта уларҙы ауылға. Оҙон юл буйы әсәле-ҡыҙлы, ишетеп көйгәнсе, ишетмәй-күрмәй көйһәксе, тип илашып та алалар, шунан, үлгән артынан үлеп булмай, тип, танауҙарын тартып, үҙ-үҙҙәрен йыуатып атлайҙар ҙа атлайҙар...

Әммә ҡартинәйем барыбер ғүмере буйы ирен көтә, әхирәте Бәҙернисаға төшөн һөйләй:

– Ап-аҡ ҡаҙҙар, йорт уртаһына ҡанаттарын йәйеп, килеп төштө ...

– Э-эй, әхирәтем, Шакирйәнең ҡайтырыналыр, бары шуға ғына. Бына шундай-шундай ауылда, әллә нисә йыл үткәс, бер салдат ҡайтҡан, плендан... Ниместекенән ҡайтҡас, үҙебеҙҙекеләрҙә егерме биш йыл урман киҫкән... Һуғышҡа ла кермәнек, мылтыҡтарҙы йыйҙылар ҙа, эшелоныбыҙ менән ырҡылып ҡул күтәрҙек, тип илай, ти, меҫкен.

Әммә Шакирйәндән башҡа бер хәбәр ҙә булмай, күрәһең, сулаҡ һалдат күмгән кеше, ысынлап та, минең ҡартатайым булып сыға.

Олатайым хаҡында хәбәрем шул ғына. Бибикамал ҡартинәйҙең вагон баштарында күтәреп йөрөткән, бик тә яратҡан тәүге балаһының шулай бигерәк тә бәхете булмаған. Малайы ла тыумаған, өй ҙә һала алмаған, ҡәбере лә билдәһеҙ.

Еңеүҙең нисә йыллығына арнап һуғыш темаһына инша яҙырға ҡуштылар. Мин олатайымдың иҫтәлегенә бағышланым һәм буйлы дәфтәрҙең уртаһынан йыртып алынған ике табаҡты тултырып, байрам алдынан ғына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәммәпаға тапшырҙым.

Оҡшатманы. Нимәһен килештермәгәндер инде. Үҙемә ҡалһа, бик тырышып яҙғайным. Һеҙгә лә үҙ һүҙҙәрем менән генә һөйләп бирәйем әле. Бәлки, оҡшар. Ул былай тип башланды. Миллиондарҙан-берәү. Инша.

Һәр йыл Еңеү байрамы алдынан һуғышта һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алабыҙ. Сөнки улар ғүмерҙәрен аямай көрәшкән. Башын һалған миллиондар араһында минең олатайым Рамазанов Шакирйән дә булған. Ул аяуһыҙ алышта батырҙарса һәләк булған. Уның кеүектәр бик күп була, хатта тарих уҡытыусыһы ла был һанды теүәл генә итеп әйтеп бирә алманы. Ул беҙгә былай тине: һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙа академиктар һәм йәнә тағы әллә ниндәй билдәле шәхестәр бәхәс күтәрә. Һуғышта нисә миллион кеше һәләк булған, тигән һорау тулҡынландыра икән был сал сәсле уҡымышлыларҙы. Төрлөһө төрлө һандар килтерәләр. Шунса, шунса миллион, тиҙәр.

Мин уйлайым, ҡат-ҡат тылҡырға, берәй ҡаҙаныш бармы был нолдәр теҙелгән һанда? Берәүҙәре, документтарҙы йәшерәләр, икенселәре, һандарҙы кәметәләр, тип әйтә икән.

Был һандың осона сығыр өсөн мин, алтынсы «а» синыфы уҡыусыһы Гөлдәр Хәйбуллина, иң еңел юл тәҡдим итәйемме?

Шул бәхәсләшкән кешеләрҙе беҙҙең ауылға саҡырам, иҫәпләгеҙ башта беҙҙә, шунан күрше ауылға китерһегеҙ, аҙаҡ сығырһығыҙ туралап ҡына Әкәтәйгә, Ҡорғатҡа, Тимербайға, Һалҡын шишмәгә, Ҡурғашҡа, Абдуллаға... Һәр ауылда бар ундай ташҡа уйылған исемдәр. Беҙҙең төбәктә йөрөп сыҡҡас, китерһегеҙ Өсөйлө аша Ямашҡа, Нөгөшкә, Жарлыханға, Балаҡатайға, бер республикала иҫәпләп бөтөргәс, күсерһегеҙ икенсеһенә... Шунан еректәре генә тороп ҡалған, ҡороған ауылдарҙың ҡайтмаған һалдаттарын яҡынлата ғына булһа ла ҡушырһығыҙ.

Ә һеҙ ул ауылдар ниңә бөткән тип уйлайһығыҙ? Яуабы билдәле инде. Буш ҡалған улар. Ирҙәре һуғыштан ҡайтмаған, ә ғаиләләре астан ҡырылған.

Үҙегеҙҙең ғүмерегеҙ етмәһә, улығыҙға, улығыҙ улына васыят итеп ҡалдырыр. Барыбер бер заман осона сығырһығыҙ.

Бына шулай иҫәпләп сығарған һан иң дөрөҫө булыр, бер кем дә бер нәмәне лә йәшермәй, кәметмәй, арттырмай, барыһы ла күҙ алдына баҫыр.

Исемлек төҙөлгәс, уны уҡый башлаған кешене генә ҡыҙғанам. Танкыларға ҡаршы ҡылыс һелтәп сапҡан атлыларҙы ҡыра торғас, аҡылдан яҙған немец пулемётчиктары шикелле, (Хоҙай һаҡлаһын!) еңеләйеп китмәһен.

Кемдер, бары сатан Хәким менән сулаҡ Ғәйнетдин генә ауылға иҫән ҡайтҡан был һуғышты бөйөк тип атаған. Минең фекеремсә, хаталанған ул кеше. Бөйөк еңеүҙең еңеүселәре була.

Олатайымдың бары клуб алдында аҡбурға буялған һәйкәл эргәһенә ҡуйылған ташта исем-шәрифкәйе генә ҡалған. Мәңгелеккә. Мәңгелек инде, ташҡа уйылғас.

Ундағы исемдәр теҙмәһен тулыһынса күҙаллайым тиһәң, бик оҙаҡ торорға кәрәк, шуға мин барыһын да рәттән уҡып тормайым. Мин түгел, үҙ балалары ла бик хәтерләмәгән Шакирйән олатайҙың исеме ҡайҙа яҙылғанын беләм, шуға хәҙер эҙләп табам.

Миллиондарҙан берәү олатайым Шакирйән Ниғәмәтйәнов беҙҙең күңелдәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған.

Оҡшатманы Тәммәапа. Билдә лә ҡуйып тормаған, «см» хәрефтәрен генә ҡуйған да вәссәләм. Төнө буйы ултырҙым бит әле, бишле ҡуймаҫын белһәм, берәй ерҙән күсереп кенә алыр инем шартлатып...

Ни эшләп уны әсәһе вагон башында күтәреп йөрөткәнме? Минең әсәйемдең олатаһы, бөтә ауылды баштан аяҡ кейендергән тегенсе Ниғәмәтйән ҡарт – телгә оҫта, хәйләкәр, дини һәм дә ки бик дәртле кеше була. Ҡара эштән баштары сыҡмаған ауыл ҡарттарынан бер башҡа айырылып тора. Ул, ҡышын башына ҡупшы папаха, бай яғалы һәйбәт туҡыманан пальто, күн менән өҫтөнән йөрө-төлөп тегелгән быйма, ә йәй аҡ күлдәк өҫтөнән ҡап-ҡара камзул кейеп, бик ыҫпай ғына йөрөй. Эшкә лә бик егәрле була. Ике мәртәбә үҙе бура бурап, өй күтәрә. Икенсе өйөнә сыҡҡанда, ул инде етмеште ары атлаған була.

Һуғыш ваҡытындағы аслыҡта үҙ балаларын ғына ҡайғыртмай, мохтаж булған туған-тыумасаһына ла булышырға тырыша, тәү сиратта һуғышта ятып ҡалған оло улының ғаиләһен ситкә типмәй. Әсәйем һеңлеләрен эйәртеп, өйгә килеп инеп, ишек тупһаһынан төшөүе була, ул, эшен ташлап, ейәнсәрҙәренең сәстәренән һыйпап сыға, шунан ҡарсығынан сәй ҡуйҙыра. Балалар тамаҡтарын туйҙырып, ҡайтырға сыҡһа, артығы булмаһа ла, ҡуйын-ҡултыҡтарына нимәлер төйөнләп ҡайтара, буш ҡул менән өйҙән сығармай.

Йәше байтаҡ булһа ла, ул бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡар иреү менән, ейәндәрен йыйып, кәсепкә сыға. Улар шау-гөр килеп Ямаш тауына урыҫ ерҙәренә башаҡ сүпләргә, балтырған, ҡаҡы, һарына, Һоябашҡа йыуа йыйырға йөрөй.

Был көндө ҡыҙ-ҡырҡын өйҙән өйгә йүгереп, тиҙ генә бер-береһен саҡырып, ҡартатайҙары өйөнә йыйыла, һәр кем арҡаһында биштәр, тоҡ аҫып, ауылдан сығып китә. Күмәкләшеп улар Һоя буйындағы әрәмәлеккә... ҡарға бәпкәләрен сүпләргә бара. Аслыҡтың яманыраҡтарын иңендә күтәргән ҡарт, күрәһең, бәпкәләрҙең ҡасан күҙҙәре асылып, ит ҡуна башлаған ваҡытын бик яҡшы белә.

Әрәмәлә бала-саға ян-яҡҡа таралып китмәй, ҡартатайҙарын уратып алып, ул нимә ҡушһа, шуны эшләй. Ҡарға оялаған ағасты күреп ҡалыу менән, ул етеҙе- рәк бер малайҙы ағасҡа мендерә. Был бәхет йышыраҡ ҡарттың һонтор Исмәғил, Ибраһим исемле кесе малайҙарына тейә. Уларҙың ялт-йолт килгән ҡин – драҡтарына ҡарап тора торғас, аҫтағы ҡыҙҙарҙың муйындары тала, күҙ алдында осҡон сәсрәй башлай. Малайҙар ояға ҡулдары етерлек булғас, туҡтап ҡала, шунан ауыҙҙарын асып, сәрелдәшкән ҡошсоҡтарҙы берәмләп ҡуйынына тултыра. Өҫтә, инә ҡарға пыран-заран килә, ул әлдән-әле таш кеүек атылып, ояһын туҙҙырыусыларға ташлана, уларҙың башындағы бүреген тибеп төшөрә. Бала- саға береһен-бере уҙҙырып ҡарғаны ҡыуалай, ағас-таш бәрә. Ниһайәт, малай, бушаған ҡулы менән таҡыр башын инә ҡарғанан ҡаплап, аҫҡа төшә башлай. Аҫтағылар, дәрт биреп, уға ынтылған ҡошҡа айт-һайтлап ҡысҡырыша. Малай ергә баҫыу менән түшендә сәрелдәшкән табышын бушата. Был арала кемдер икенсе ағасҡа үрмәләй. Ҡарт тубыҡлана ла:

– Бисмилләһи-рахман-иррахимм!

Битен һыйпап, килтергән себештәрҙе салып, һуйған берен биштәр-тоҡҡа тултыра бара.

Улар шулай көтөүе менән оя туҙҙырып, кискә хәтле йөрөйҙәр, һәр кемдең тоғо һиҙелерлек ауырайғас, уны арҡаларына аҫып, ҡайтырға сығалар.

Хужабикәләр табышты тасҡа тултырып, эҫе һыу менән бешекләп таҙарталар ҙа ҡаҙан аса. Исмаһам, бер тамаҡтары туйғансы һурпа эсә.

Шәберәк сағында, кейем тектерергә килгән ҡатын-ҡыҙ бик йылмайып ҡараһа, ул, һаҡалын һыпырғылап, эйәреп оҙатып та сығып киткеләгән, һәр ваҡыттағыса, ниндәйҙер бер юҡтан ғына килеп сыҡҡан зыу-ғәләмәттән һуң, ҡартатайҙың әсәһе, ул заманда йәш ҡатын, имсәк балаһын күтәрә лә, тыуған яғына ҡайтырға сыға. Зыу-ғәләмәттең ҡайҙан килеп сығыуының сәбәбе билдәле инде, сәсе оҙон да башында сыбар яулыҡ.

Тимер юлына хәтлем йөҙ саҡрымды Бибикамал йәйәү атлай. Станцияла ла бер кем дә меҫкен ҡатынға ул заманда «люкс» тәҡдим итмәй. Уға балаһын яулыҡ менән алдына бәйләп, тауар вагонының башында, елгә елферҙәп барырға тура килә.

Сей йәш бала күтәреп, иренән ҡасып ҡайтҡан ҡатынды, тыуған илендә лә бер кем дә ҡосаҡ йәйеп ҡаршыламағандыр. Ниндәй туғанына күпмегә генә һыйған-дыр, бәлки, артыҡ ҡалаҡтан туйған береһе, ҡатыныңды килеп ал, тип хәбәр ҙә ебәргәндер – уныһы ҡараңғы.

Тик күпмелер ваҡыт үткәс, бабай, яйына сығып, әбейе артынан бара. Ҡайт-ҡанда уларҙың был оҙон юлды нисек үтеүе хаҡында тарих – ләм-мим.Әммә ба-байҙың ул холҡо үҙгәрмәй, сөнки, билдәле булыуынса, холоҡ тигәнең ул сисеп кенә ырғытырға күлдәк түгел.

Тик ары-бара йәш ҡатындың балалары яулыҡҡа ғына төрөп, алдына бәйләп ҡуйып килештерелек кенә булмай, Шакирйәндән тыш өс малайы, ике ҡыҙы, инде илле дүрткә кергәс, тағын бер төпсөк балаһы булып китә. Шуға күрә ул, сабыр итеп, бабайы менән йәшәй бирә.

Тора-бара Бибикамал инәй зыу-ғәләмәт ҡубармаҫҡа ла өйрәнә, ҡарты күлдәк тектерергә килгән ҡупшы артынан сығып китеүе була, эйәреп кенә арттарынан килә икән дә, улар сәй эсергә генә ултырһалар, эскә керә лә, ян-яғына мендәр ҡыҫтырып, һикегә аяғын бөкләп менеп ултырған ҡартына:

– Эсмәгән сәйеңме? Донъяңды онотоп, нимә эшләп ултырмаҡ кәрәк. Әйҙә, ҡайт, – ти икән. Аҡырмай, баҡырмай, йомшаҡ ҡына тауыш менән әйтә. Бабайға, кәрәге сыҡмаған мендәрҙәрҙе ситкә этеп, ҡупшы кәзә һаҡалын һыпыра-һыпы- ра, ҡарсығы артынан эйәрергә генә ҡала.

Шулай Шакирйәндең туғандары үлеп ҡалған ағаларының ғаиләһенә ярҙам итергә кәрәк икәнен беләләр, әммә белеү менән эшләү – икеһе ике нәмә бит әле ул.

Бына колхоз председателе булып торған Хужа, ҡартинәйем хөрмәтләп әйткәнсә Хужиәхмәт, халыҡ, Хужа үҙенекеләрҙе ситкә типмәй, тип әйтер тип, ҡурҡып, туған-тыумасаһын киреһенсә ситкә тибергә тырышып ята.

Ямашҡа, тракторислыҡҡа уҡырға ике туғанын ебәрә, ярай, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ул бит шунда уҡ ике һеңлеһен дә оҙата, йәш кенә ҡыҙҙар ҡара яҙҙан ҡара көҙгә хәтлем көн-төн ҡырҙан ҡайтмай эшләйҙәр.

Хәлимә исемлеһе, һыуы ҡайнап сыҡҡан тракторҙың капотын, уйламай, кинәт аҫып ебәреп, битен, муйынын, түшен парға бешерә.

Утын киҫергә урманға ебәрергә кешеләр йыя икән, иң тәүгеләрҙән исемлеккә минең әсәйемде, ул саҡта ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙы, яҙып ҡуя. Балалы ҡатындарҙы урманға ебәрергә ярамай, яңғыҙаҡтарҙы була.

Әсәйем үҙе кеүек йәш ҡыҙҙар менән урмандан ҡасып ҡайта. Югуз тиклем Югуздән – ҡыш көнө, йәйәү. Уның юлы ниндәй бит әле, йәйәү йөрөрлөкмө: ҡара урман, тау-таш. Ауылға ҡайтып еткәнсе әллә нисә ергә кереп ҡуналар әле улар. Өшөп-туңып өйгә ҡайтып йығылған балаһын күргәс, ҡартинәйемдең сәсе үрә тора:

– Эх, нимә була инде хәҙер, нимә генә эшләтерҙәр инде һеҙҙе?

Ә ҡыҙы ҡысҡырып илай.

– Көнө-төнө ҡара урмандабыҙ. Күҙ асыр әмәл юҡ, ирҙәр бәйләнә... Үҙебеҙ ас-быҙ, ә норманы бир, үтәмәһәң, борсаҡ оно ла эләкмәй. Ул борсаҡ онон да брига-дир Зәкерей, башта ҡалаҡтың өҫтөн тигеҙләп, өйөлөп торғанын бармағы менән һыпырып төшөрә әле ул, ҡыйшыҡ, шунан ғына һинең тоғоңа бушата. Кис ҡу-нырға ҡайтҡанда беҙ көрт йырып йәйәү атлайбыҙ, ә Ҡазый беҙҙең эргәнән, атына һыҙырып, һыҙғырып үтеп киткән була, муйыны боролғор...

Бер заман, толобон санаһында ҡалдырып, еңелсә генә, бик йонсоған ҡиәфәтле Хужа, Хужиәхмәт өйгә килеп керә лә тупһанан уҡ йоҙроҡ төйөп ҡысҡырып ебәрә:

– Бузатйо-о-р.! Бузат-йо-о-р! Беләһеңме, бының өсөн һеҙҙе нимә эшләтергә була? Тирмәнтауға сығарып атырға була. Бына шулай, арҡағыҙға терәп, шарт-латып атырға. Ҡушҡандар икән, эшлә! Ҡылды ҡырҡҡа ярған заман. Бөтә халыҡ тырыша, һуғыштан һуң аяҡҡа баҫырға кәрәк. Кем илде аяҡҡа баҫтырыр? Америка килеп эшләрме? Юҡ, беҙҙән башҡа бер кем дә килеп эшләмәҫ. Әйт: кем ҡо- тортто! Әйт! Бына йөрөрһөң әле һикергеләп, бик йөрөрһөң, олаҡтырһам ба-шыңды...

– Асбыҙ, бригадир борсаҡ онон да норма менән бирмәй, үләйемме хәҙер, бармайым бер ҡайҙа ла, – тип илай һеңлеһе.

Председатель ҡыҙҙарҙы йыйып, ат биреп, һалам аҫтына ярты тоҡтай арыш оно тығып, кире урманға ебәрә. Ебәрә инде, эше шул етәксе кешенең, арыраҡ та ебәрә алыр ине, власть ҡулында. Әммә ул ҡыҙҙарҙы санаға ултыртып, кире урманға ғына ебәрә. Уныһына ла рәхмәт. Ҡартинәйем илай-илай, ҡыҙының өҫ-башын ямаштырып-ялғаштырып, юлға йыя.

– Сей тирегә ут ҡапмай, түҙ инде, балаҡайым, ни эшләйһең...

Бына шундай ҡаты кеше була Хужа, Хужиәхмәт. Партийный кеше була. Ул үҙе лә башта тракторист булып эшләй, шунан, эшен күрһәткәс, уны партияға алалар, МТС-та бригадир итеп ҡуялар, аҙаҡ ваҡ колхоздар ойошторолғас, ул председатель булып китә. Бына шундай кешенең фетр эшләпәһен үлгәнсе кейҙе инде минең атай. Улар дуҫ та түгел, дошман да түгел тигәндәй, шуға күрә Хужа бабай теге донъяға киткәс, ағайым күтәреп килгән уның фетр эшләпәһен атып бәрмәне, ә башына кейеп ҡуйҙы. Күрә алмаған булһа, кеймәҫ ине.

Урман ул заманда әсәйемдең бигерәк йәненә тейә: икенсе мәртәбә ҡасып ҡайтҡас, ул, иҫән булһам, ике аяғымдың береһен дә атламайым, Һояға батам да үләм, ти. Ҡыҙының улай ҡысҡырғанын бер ҡасан да ишетмәгән Сәлимә ҡайны ҡартына йүгереп бара. Үҙенә ҡалһа, ул былай тип уйлай: әйтәйем ҡартҡа, улы, йәғни Хужиәхмәт менән һөйләшеп ҡараһын, ебәрмәһен минең ҡыҙымды башҡа урманға, колхозда эш бөткәнме, ҡуйһын, ана, һыйыр һауырға, быҙау ҡарарға... Бер туған ағаларының ҡыҙы бит, ул беҙгә аҙыраҡ булышмаһа, кем булыша...

Бик ҡыҙып килгән киленде һикегә самауыр артына ултырталар, алдына сәй- шәкәр ҡуялар. Ян-яғына мендәр ҡыҫтырып, аяҡтарын бөкләп сәй эскән хәйләкәр ҡарт башта өндәшмәй, оҙаҡ ҡына уйланып ултыра. Шунан, ап-аҡ кәзә һаҡалын оҙон бармаҡтары менән һыпыра-һыпыра, былай ти:

– Беҙ ҡыҙҙы кейәүгә бирәбеҙ.

– Кемгә? – тип аптырай килен кеше.

– Бына миндә йәш егет эшләй, мин уның атаһын белә инем, бик яҡшы кеше ине, мәрхүм...

Буласаҡ атай кеше, балалар йортонан ҡасып, теләһә ҡайҙа йөрөп үҫкән зи- магур, был заманда инде ултырып та сыҡҡан була, кемгә өй, кемгә нимә бурап, беҙҙең яҡтарҙа ауылдан ауылға йөрөп ята. Була уға был заманда егерме өс йәш. Бысаҡтай үткер, һыу һөлөгө кеүек фыртауай егет, урыҫсаны һыу кеүек эсә, ҡулында балтаһы уйнап тора, ут инде ут, ә инде хром гармунда уйнап, йырлап та ебәрһә... бөтөн ҡатын-ҡыҙ ах тип ебәрә икән.

Ул заманда ауылда ирҙәр юҡ, атайыма һый-хөрмәт, ҡайҙа эшкә яллана,- шунда бер ҡатын алып ебәрә, урыҫ ауылы булһа – мәрйәне, марый, сирмеш бисәләре лә була бының.

Ҡайны менән килен урындағы власть менән кәңәшләшәләр. Хужа, әлбиттә, риза була, беренсенән, һеңлеһен урмандан алып ҡалды, тип һүҙ тыҡһалар, сәбәбе бар: кейәүгә сыҡты, икенсенән, Сулеянан орлоҡ ташырға кеше кәрәк, йыраҡ юлға шундай үткер егетте эҙләп тә таба алмаҫһың. Бына йәш кейәүҙе иртәгәнән үк шунда егергә була. Шулай Хужа, минең буласаҡ атайымдың килде-китте дө- кәмиттәренә лә иғтибар итмәй, ат тоттороп, станцияға ашлыҡҡа ебәрә.

«Кемгә булһа ла кейәүгә сығам, тик урманға бармайым», – тип илаған ҡыҙ шулай кейәүгә сыға. Әммә үҙе ғүмере буйы:

– Урамда йөрөгән зимагурға тотоп бирҙегеҙ! – тип ҡартатаһы менән әсәһенә үпкә йөрөтә. Бына шулай Хужа бабай, уйламаҫтан, минең әсәйемдең атайыма кейәүгә сығыуына һәм минең апай-ағайымдарҙың донъяға килеүенә сәбәпсе була.

Ҡасандыр ап-аҡ төҫтә булып, йәндәй генә түрҙә эленеп торған эшләпәне ба-шына кейгән саҡта, бәлки, ул бына ошоларҙы иҫенә төшөрөп ултырғандыр.

Бына бит, берәү әйткән ти: минһеҙ мине өйләндерҙеләр. Бында ла шулай килеп сыға, ҡыҙҙың уйы – нисек булһа ла урманға бармау: әсә кеше инде, билдәле, балаһына бары яҡшылыҡ ҡына теләй. Ҡартатай кешенең дә уйы аныҡ: ул, ҡыҙ баланың был йәштә кейәүҙә булыуы хәйерле, ти: ә кейәү кешенең килеп сыҡҡан хәлдә ниндәйерәк уй йөрөтөүе хаҡында бер һүҙ ҙә сыҡманы.

Оҡшатҡандырмы ҡыҙҙы, әллә был өйләнешеүгә һәр ауылда тороп ҡалған би-сәләре рәтендәге сираттағы мауығыу тип кенә ҡарағанмы – билдәһеҙ. Бәлки, ул был ваҡытта эргәһендә яҡын кешеләре булыуын теләп, туғандарса мөнәсәбәткә һыуһап йөрөгәндер. Нимә менәндер егелмәгән тайҙың муйынына арҡан ыр-ғыталар.

Бәлки, ысынлап та оҡшатҡандыр. Ашау яғы бик ҡыҫан булһа ла, әсәйем ҡыҙ сағында матур ғына була.

Һуғыштан һуң төшкән бер фотоһүрәт һаҡланып ҡалған. Унда өләсәйем ҡыҙҙары менән өйҙәренең эргәһендә ултыра. Әсәйемдең унда буй-һыны өрөп тултырған кеүек, ерән төҫтәге сәсен икенән үреп, толомон алдына төшөргән. Бик тә һөйкөмлө генә ҡыҙ бала.

Уның артынан да күҙ атып йөрөгән күрше егете була, әлеге шул сәүит палитикаһын, дүрт атын етәкләп двурға төшөрөп биргән Бәҙертдиндең оло малайы. Уның биргән бүләктәрен, ҡурҡып, ҡыҙ ҡара бураға күмә.

Әммә инәһе егеттең исемен дә әйттермәй, ышанма, алмаҫ ул һине, улар бай, беҙ ярлы, алыр булһа, йәрәшеп китер ине, ә был беҙҙең тиң, беҙ ҙә етем, ул да, тип ҡыҙының ауыҙын яба.

* * *

Бәлки, бына ошолар иҫенә килеп төшкәндер, тим, эшләпәне күргәс. Йә иһә, уйлап-уйлап торғандыр ҙа, был эшләпә башына әлегә хәтлем кейеп йөрөгән уңған кипкәгә ҡарағанда шәберәк тә инде, өр-яңы, етмәһә ап-аҡ төҫтә, төшөңә лә кермәҫ бындай байлыҡ, тип кенә уйлағандыр.

Бәлки, ни эшләп эшләпәне бары колхоз председателе менән мәктәп директоры ғына кейергә тейеш әле, мин кемдән кәм, тип тә ебәргәндер.

Минең атайым ғүмерендә лә председатель дә, директор ҙа булып торманы, тинем.

Бер заман нисек мәктәп директорының хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып торғанда, алып ҡайтып уҡытыусыларға, иҙән йыуыусыларға таратырға тейешле аҡсаны Ямашта эсеп йөрөп туҙҙырып бөтөргәнен, аҙаҡ әллә нисә йыл буйы бушҡа эшләп йөрөгәнен һөйләмәйем. Оят.

Нисек ултыртып ҡуймағандар, тиң, әлеге лә баяғы колхоз рәйесе алып ҡалған. «Эшләр, түләр» тигән, итәк тулы бала менән ул ҡатын, йәғни минең инәйем, нимә эшләргә тейеш? Утыны кәрәк, бесәне кәрәк, тигән. Ултыртмағандар.

Ә тартырға, сәй-шәкәргә инәйем менән улар аҡсаны былай эшләйҙәр. Атайым балыҡсы тип әйттем инде, ул, төн йоҡламай, ҡара таңдан мурҙаларын ҡарап китә икән дә, бер ыңғай, балыҡ уйнағанда берәй сәғәт ҡармаҡ менән дә ултыра. Шунан инәйем балыҡты биҙрәгә тултырып, яурын башына ултыртып, тау аша ғына ятҡан урыҫ ауылына саба, иптәшкә оло малайын, йәғни минең абзыйымды эйәртә.

Ямаш тауын артылып, тәүҙә Нөгөш ауылына төшәләр. Унда һата алмаһалар, ары Ямашҡа китәләр. Урамға килеп кереү менән урыҫсалап «Балыҡ! Балыҡ!» тип инәле-уллы ҡысҡырып йөрөйҙәр. Осратһалар, әсәйемдең знакум мәрйәләре уны ҡосаҡлап алалар, ҡайҙа ултыртырға, нимә менән һыйларға белмәйҙәр.

Унда ҙур һыу юҡ, шуға балыҡ бик ҡәҙерле. Был кәсептән ҡулға кергән аҡсаға улар шул ауылдағы лавкаға кереп, таҡта сәй, ҡумыҡ шәкәр, атайыма тартырға алалар.

Төшкә хәтлем, хазина тапҡандай, осоп ҡайтып керәләр, ә атайым кәсепселәр- ҙе ауыҙын йырып ҡаршы ала. Инәйем үҙе сәйһеҙ тора алмай, беҙҙең өсөн шәкәр үҙе бер байрам, ә атайыма тартырына булмаһа... Атайымдың тартырына булмаһа нимә булырын бик яҡшы белгән инәйем, шулай балыҡ һатып булһа ла, уға тәмәке табып тора.

Минең атайым, был эшләпәнән тыш, өҫтөнә тағы нимәләр кейә торғайны әле? Иртәнән кискә хәтлем һыу буйынан ҡайтмай йөрөгән йәй көндәрендә ул өҫтөнә ҡояшта уңып, ең остары ҡыршылып бөткән, ҡултыҡ аҫтары әсәйемдең ҡулы менән эре-эре сәнскеләп тегеп тә ҡуйылған, әммә тын алдыра торған хыбы пинжәк кейә торғайны. Уның кеҫәләре һәр ваҡыт төрлө яҡҡа ҡабарып торор ине. Барыһы ла бар ине ул кеҫәләрҙә. Сөнки ул бөтөн кәрәк нәмәһен үҙе менән йөрөтә торған кеше ине.

Пинжәген йыуырға бирергә булһа, мөйөштәренә тәмәке валсығы йыйылған кеҫәләрен аҡтарып, өҫкә күтәреп, бармаҡтары менән буйынан-буйын ҡапшап сыҡҡас ҡына, уны кер машинаһы янына ырғытыр ине. Беҙ уны ҡабаландырмайбыҙ, сөнки балыҡ тәңкәһе йәбешеп, ләм еҫе һеңеп бөткән уның әйберҙәрен, бөтә керҙәрҙе йыуып бөткәс кенә әйләндереп алабыҙ. Кеҫәләрен бушатҡас, ул йыйылған әйберҙәрен башта ентекләп тикшереп сыға әле. Бысраҡ ҡулъяулыҡтар ҙа кер өйөмөнә оса, ҡаҙаҡ, шөрөп кеүек ваҡ-төйәкте ул таҙа пинжәгенең ке-ҫәләренә тыҡмай, иҙәндә ҡалдыра – уларын беҙ алып ҡуябыҙ, ә төгәл урыны шунда булған әйберҙәре: сигареты, шырпыһы, асҡыстары, бысағы һәм тағы әллә нәмәләре өҫтөнә кейгән таҙа пинжәге кеҫәләренә күсә.

Көндәр буйы һыу буйынан ҡайтмай балыҡ, балыҡ тип йөрөгән сағында атайым тағын нимәләр кейә торғайны әле ул? Эшләпәһен әйттем инде, пинжәген... Кеймәгән әйберҙәрен һанап китһәм, моғайын, еңелерәк булыр. Ул аяғына итек кеймәй торғайны, сөнки уның ике аяғы ла төгәл тубығынан юғары киҫелгән ине.

Аяҡтарын ул, әсәйем әйтеүенсә, Себерҙә боҙло һыуҙа ағас ағыҙғанда өшөткән. Кем белә инде... Минең ҡартинәйем бындай саҡта, әҙәм балаһы күрәсәген күрмәй гүргә кермәй, тип әйтә ине. Бәлки, атайымдың да аяҡһыҙ ҡалыуы уның күрәсәге булғандыр. Был тормошта уның күрәсәктәре шулай бик еңелдән булмай.

Ауыл буйлап кәлтер-көлтөр үшән бейә егелгән арба бара. Уның бер яғында, – халыҡ йөрөткәнсә, уполномошный, урта йәштәрҙәге ир кеше, икенсе яғында ялан аяҡтарын һелкетеп ике бала ултыра. Ҡыҙ бала ҙур ғына, был ваҡытта уға ун биш йәш самаһы, ә малай кешегә – дүрт-биш тирәһе. Ауыл буйлап арбаға бик оҙаҡ келтерләргә тура килә, сөнки был ауыл Ыҡ йылғаһы буйлап әллә ҡайҙарға һуҙылған. Юл буйлап кем китеп барғанын аңлаған ҡатын-ҡыҙҙар дилбегә тотоп ултырған иргә ҡул һелтәйҙәр ҙә йүгереп өйҙәренә кереп китәләр, шунан алъяпҡыс итәктәренә ҡайһыһы икмәк телеме, йоморҡа һалып килеп сығалар ҙа ризыҡтарын тиҙ генә балаларҙың алдына бушаталар.

Ат ҡуҙғалып китә. Оҙатыусылар, эй, Хоҙайым, был балаларҙы үҙең ҡурсала инде, тип бышылдап, яулыҡтарына күҙ йәштәрен һөртөп тороп ҡала.

Ауылдың бер осонан икенсе осона барып еткәнсе йыйылған аҙыҡты ағай кеше ике тоҡҡа бүлеп тултыра, сөнки шул ваҡытта уларҙың юлы айырыла. Ҡыҙыҡайҙы башта ФЗО-ға уҡырға, аҙаҡ Иркутск яҡтарына торф сығарырға ебәрәләр. Ә малай кешене балалар йортона урынлаштыралар.

Тик хөкүмәт аҙығы тиҙ туйҙыра, ул яҙ етеп, көндәр йылытҡас, ялан аяҡ китә балалар йортонан. Ни эшләп ялан аяҡмы? Ә бер-ике мәртәбә аяҡ кейемендә ыс-ҡынғас, тотоп алып ҡайталар, шунан, был бала ҡабат сығып ҡасмаһын тип, ка-зённая ботинкаларҙы йәшереп ҡуялар, ә ул ялан аяҡ тая, был юлы инде эҙләп тә маташмайҙар... Ботинкалары урынында.

Йәйен етем малай ауылдарҙа ялланып мал көтә, ҡыш кешеләрҙә бала ҡарай. Ул шулай буй еткерә, егет ҡорона инә. Бөтөн етемдәрҙең нужалы юлы менән бә-релә-һуғыла йөрөй торғас, эләгә, ултыртып ҡуялар быны. Үҙе кеүек тай-тулаҡ ҡараҡтар, шайкаға ойошоп, түбәнән төшөп, магазин талап йөрөйҙәр.

Бер ашап-эсеп йылға буйында ятҡанда, ат аунаған ерҙә нимә ҡала тиҙәр әле, бына бында ла ҡайһыһылыр сылғауын онотоп ҡалдыра, шуның эҙенән эт эйәртеп килеп сыға пагонлылар.

Егеттәрҙе ҡайһыһын ҡайҙа оҙаталар, ә ул тайгала урман киҫә, шуны йылға менән ағыҙа. Аслы-туҡлы көноҙоно бил тиңәлтен һалҡын һыуҙа тороу туйҙыра, ҡаса ул сплавтан.

Был ваҡытта бер урыҫҡа тормошҡа сыҡҡан апаһы янына нисектер барып сыға. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан еҙнә тейешле кеше урында ултыра һәм ҡәйнешенә дөкәмиттәр юллап бирә. Был турала атайым, әлбиттә, бер кемгә лә бер ҡасан да һөйләмәй, ул заман кешеләре, ауыҙы тулы ҡан булһа ла, кеше алдында тө-көрмәгән, тешен ҡыҫҡан. Был турала әсәйемә атайымдың апаһы һәм уның ауылдаштары һөйләй, нимәнелер ул үҙе лә уйлап өҫтәп ебәргәндер, ундай ҙа оҫ-талығы бар ине, ә ҡалғанын инде мин үҙем соҡоп сығарҙым. Кемдеке – уныҡы.

Әгәр ҡулға эләкмәгән булһа, бәлки, йәше еткәс, һуғышҡа ла алып киткән бу-лырҙар ине. Тик уны ултыртып ҡуялар, шуға һуғыш уға теймәй. Кем белә инде, бәлки, ул һуғышҡа эләккән булһа, уның яҙмышы бөтөнләй икенсе юл менән киткән булыр ине. Эйе шул, эләккән булһа, иҫән ҡалһа... Һуғышта ябай һалдаттың ғүмере бәйәһе хаҡында уйлаһаң, уның тере ҡалыуы бигерәк тә шикле.

Бәлки, боҙло һыуҙа ағас ағыҙыу ҙа сәбәп булмағандыр әле, ул заманда кем ағас киҫмәгән дә кем ағыҙмаған. Тик бер сәбәбе булғандыр инде – атайымдың оҙаҡ йылдар аяҡтары һыҙлай.

Нимә генә эшләп ҡарамай ул: ерҙә усаҡ яғып, шунда ла ятып ҡарай, һәр төрлө үләндәр бешекләп яба, бал ҡортонан да саҡтырырға маташа, улары яҡын да кил-мәй, ҡул бармаҡтарын ғына шештереп бөтөрә. «Коммунист» колхозы алдынғы малсыһын ял йортона ла ебәрә. Тик барыбер бер нәмәнең дә файҙаһы булмай.

Иллене үткәс, баш бармағы ҡарайып сыға. Башта ҡалала бер аяғын киҫәләр, ул әле ҡултыҡ таяҡ менән булһа ла кеше рәтендә, үҙ аяғында үҙе йөрөй.

Шунан – икенсеһен, уныһын инде районда ғына ҡырҡып ырғыталар. Ҡатын- ҡыҙ эшенең рәте бармы, тип тиргәшеп ултырыр ине һыҙланғанда. Операция уңышһыҙ була, хирург Сафиуллина һөйәкте бөтөнләй яланғас ҡалдыра, ул, протез яһатһа ла, кейеп йөрөй алмай. Баҫып та булмай, тип ҡул һелтәп ҡуя. Шунда үҙенә ерҙән шыуышып ултырып йөрөргә кейеҙҙән оя тегеп, ергә терәп, ҡулы менән кәүҙәһен күтәреп йөрөргә ағастан тотҡос юнып ала.

Бер заман уға, инвалидтар ултырып йөрөй торған машина бирәбеҙ, тип ра-йондан ҡағыҙ ебәрәләр, шулай инде, хәйерсегә ел ҡаршы, машинаһын бирәләр, ә аҡсаһын ҡайҙан табырға? Мисәтле ҡағыҙҙарҙы аҡтарып, Хәйҙәр исемле бер ауылдашы менән ултыралар икәүләп.

Шулай, элек аралашып йөрөгән ауыл кешеләре, уның хәлен белеп, һирәгерәк булһа ла, килеп сыға ине.

Был юлы Хәйҙәр колхоз йыйылышына тип килгән дә, юлы урауыраҡ булһа ла, беҙгә һуғылған. Әсәйем, йомартланып китеп, ҡайҙандыр килтереп сығарған ше-шәнең дә яртыһы бушаны, баштары эшләп китте ирҙәрҙең.

Хәйҙәр, Ташкент яҡтарын хутҡа ебәреп ҡайтҡан, донъя күргән кеше, әсәйем- дән ҡағыҙ-ҡәләм һорап ала ла, былар икәүләшеп колхоз идараһына ғариза яҙа.

Шунан китә Хәйҙәр йыйылышҡа, унда, атайым менән икәүләшеп яҙған ға-ризаны һелкә-һелкә халыҡ алдына сығып былай ти:

– Ғүмере буйы ҡара таңдан, ҡара төнгә хәтлем һыҙырылып эшләне, миҙалдары, Почет грамоталары бер һандыҡ, бар байлығы шул. Бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ул ҡыҙыл флаглы Лилин бабай төшөрөлгән ҡағыҙҙар өсөн генә йө-рөнөмө ни ул, ә-ә-ә? Аҙраҡ бына шундай саҡта ярҙам да итмәгәс. Таҙа сағында кәрәк ине, хәҙер ултыра бына ике аяҡһыҙ. Бер кемгә лә кәрәге юҡ. Ул таҙалығын ҡайҙа юғалтҡан? Калхузда. Ә калхуз? Шундай мохтаж кешеләргә берәй ярҙам күрһәтәме? Юҡ. Бына машинаға ҡағыҙ килгән, өстән бер өлөшөн хөкүмәт үҙе түләй, икенсеһенә йыйған аҡсалары ла бар, ә ҡалғанына ике пенсионер ҡайҙан аҡса алһын, ике бала уҡыталар. Бер айҙан түләп килеп алмаһағыҙ, икенсе кешегә бирәбеҙ, тип шылтыратҡандар.

Бындай ҙа сығыштан һуң, әлбиттә, идара элекке алдынғы колхозсыһына биш йөҙ һум аҡса бүлә.

Һары төҫтәге был машинаны алырға мәрхүм уҡытыусы Марс абзыйҙың оло малайы менән китәләр. Егет аҙаҡ, көлөп-көлөп, был хаҡта ошолай һөйләне:

– Карпашауҙа туҡтаныҡ бер магазинға, асыҡтырҙы, малай, ашарға берәй нәмә алайым тип керһәм – кеше-е-е, аяҡ төртөр урын юҡ. Нимә һаталар, тим, өндәшмәйҙәр... Ике сәкүшкәне, кешеләрҙең башы өҫтөнән күтәреп, тотоп алып сығып килгән бер мужикты күргәс, аңланым, малай. Бындай байлыҡты инде ҡасандан күргән юҡ. Киттем кире машинаға. Абзый, шундай-шундай хәл, тим, йә пан, йә прапал. Кейҙе абызый сиҙүшкәләрен, таяҡтарын тотто ҡулына, киттек икәү. Ишекте киң итеп асып ебәрҙем, керҙе эскә абзый.Ҡысҡырам халыҡҡа: «Инвалидҡа юл бирегеҙ!»

Кассаға тар ғына бер кеше үтерлек юл асылды, киттек икәү. Аҡса бар, һатыусы һорай, күпме кәрәк, ти, абзый күҙен дә йоммай: «Йа-щ-щ-ик» -ти, малай. Нисауа, ҡарайым, һатыусы артындағы йәш малай беҙҙең алға бер тартманы ултыртып ҡуймаһынмы! Түләне абызый аҡсаһын, китте алдан, мин йәшникте күтәреп – уның артынан. Күңелдәр күтәрелеп китте, малай.

Киләбеҙ, киләбеҙ. Инде Малаязды ла үттек, бер заман абзыйым һуҙып йырлап ебәрмәһенме:

Йырлағыҙ, ҡыҙҙар, йырлағыҙ,

Бар бит һеҙҙең һырғағыҙ...

Тартма йәнәшендә бит инде, ултыра торғас, әкертен генә һурып килә икән был...

Әсәйем шуға күрә уға аяҡ кейеме һатып алып мәшәҡәтләнмәй ине, ә булған аяҡ кейемдәрен... Уның кирза итегенән тыш аяҡ кейеме лә юҡ ине, буғай. Ә, юҡ, ҡулыңда ғына тотоп торорлоҡ, баҫҡан һайын шығырҙап торған, һабантуйҙарға ғына кейеп сыҡҡан, бына тигән хром итеге бар ине бит. Уны атайым, ит һатып, Әртәнән алып ҡайтҡайны. Ярай, беҙҙең ауыл, Ер шарының иң аҡыллы кешеләре йәшәгән беҙҙең ауыл, Ер шарының иң хәйерсе ауылы булһа ла, башы эшләп, хәлле генә урыҫ ауылдары, ҡалалары араһына кереп ултырған әле. (Әллә, киреһенсә, урыҫ ауылдары, ҡалалары беҙҙе уратып алғанмы? Уларҙың уратып алырға хәлдәренән килгәс, беҙҙең ата-бабаларҙың ураттырмаҫҡа хәлдә- ренән килмәгәс, бер һүҙ ҙә юҡ.) Колхоз техника бирһә, алдынғы колхозсылар, үҙҙәренең өҫтөнә яҙҙырып. Урал, Пермь кеүек ҡалаларға барып әйләнәләр.

Хром итеген атайым Әртәнән алып ҡайтҡайны, буғай.

Юҡ, юҡ, Әртәнән түгел. Уралға тимер алырға барғанда алып ҡайтты, шикелле. Һин салага ғына инең ул саҡта, ҡайҙан беләһең инде ул итекте ҡайҙан алып ҡайтҡанын, тиҙәр инде тағын оло апа-ағалар. Еңешергә оҫта улар, ә бына мин шуларҙы бөгөнгөләй хәтерләйем.

Төнөн ҡашъяҡтан ишетелгән тауышҡа уянып китәм дә аҡыртын ғына ул яҡҡа атлап сығам. Өҫтәл артында аңҡы-тиңке булып атайым ултыра, төнөн ҡайҙандыр ҡайтҡан. Бына бит, хәтерләмәйем ҡайҙан ҡайтҡанын: Уралданмы, Әртә- нәнме?!

Хәйер, барыбер түгелме, ҡайҙандыр ҡайтҡан инде... Ул он тарттырырға киткән ине. Беҙ уны көнө буйы түҙемһеҙләнеп көттөк.

– Бына атайым ҡайта, атайым ҡайта, беҙгә берәй нәмә алып ҡайта... Иң мөһиме беҙҙең өсөн бына шул инде: нимә алып ҡайта. Көтә-көтә көтөк булып, йоҡлап киттек.

Бына бит, мин торҙом, ә һеңлем йоҡлай. Бүләктең шәбе кемгә тейә инде? Тәү ҡаршы алған кешегә.

Мине күргәс, атайымдың ауыҙы йырылып китә:

– Бына минең бәпесем... Уяндыңмы?

– Уянмай ни, таңға хәтлем ҡаңғылдап ултыраң да, бөтә балаларҙы уятаң инде хәҙер. Был арыған тауыш инде әсәйемдеке.

Шешәнең әле яртыһы ғына бөткән. Тәҙрә артында саҡ ҡына ағарып тора – күрәһең, таң да атып килә. Атайым мине ҡосаҡлап ала. Ҡырылмаған бите менән минең яңаҡты сыя, мин ситкә тартылам.

– Колбаса, колбаса киҫ әле балаға...

Колбасаның еҫе баланың танауын ярып керә. Әсәйем ҡалын итеп уны тураҡлай, түңәрәк эсенә кемдер тығып-тығып ҡуйғандай, ап-аҡ май ауыҙҙа ирей. Мин тәүге тапҡыр колбасаны ауыҙ тултырып ашайым.

– Әпәйләп аша, әпәйләп, эсең китер...

Әпәй ашаған бар ҙа инде, мин икмәк телемен миңә һонған ҡулды ситкә этәм. Беҙҙең келәттә ит бото-бото менән аҫылынып тора, әммә колбаса күргәнебеҙ юҡ.

– Ҡая, ҡая, алып бир әле, мин бына нәмә алып ҡайттым.

Әсәйем ҡайҙаңдыр юғарынан алып, атайыма бәләкәй генә аҡһыл һоро төҫтәге, йомшаҡ ҡына күндән тегелгән ике ридикюль алып бирә. Атайым миңә бәләкәй генә ҡул сумкаһының йоп-йомро, көҙгө кеүек ялтырап торған ике түңәрәк тимерен шаҡ-шоҡ итеп, башта уны бер асып, бер ябып күрһәтә лә шунан ғына ҡулыма тоттора. Мин уның май кеүек яғылған сатин эсенә ҡулымды тығам. Бына бәхет ҡайҙа ул: атайым миңә ридикюль алып ҡайтҡан! Бындай әйбер беҙҙең урам ҡыҙҙарының төшөнә лә кермәгәндер әле. Урам тағы, ауылда берәүҙер.

– Бына икегеҙгә лә алдым...

– Әллә күпме торғандыр әле...

Әсәйемдең мыңғырлауын ишеткән кеше юҡ.

– Быныһы – һиңә, быныһы – һеңлеңә...

– Эйе, атыу талашырҙар... – тип, әсәйем һүҙ ҡыҫтыра.

– Талашмайҙар, һандуғас бипейҙәре бит улар...

Һандуғас бипейҙәренең холҡон бик тә яҡшы белгән инәйем «талашмайҙар»ға бик ышанып китмәй, бер ридикюлде кире йәшереп ҡуя.

Мин инде колбаса ла ашап туйҙым, бүләгемде лә алдым, китһәм дә була.

– Әтей, әйҙә ят...

Быныһы, ишетелмәй генә яңғыраған бойороҡҡа буйһоноп, минең исемдән атайыма әсәйем ялына.

– Шулаймы, ҡыҙым.

Өҫтәлдә ултырған яртылаш бушаған шешәгә томанлы ғына итеп ҡарап ҡуйғас, ауыр һулап, ул оло усына минең ҡулды ала ла ауырлыҡ менән тора.

Аҡса беҙҙең ғаиләлә һирәк ҡунаҡ икәнен әйткәйнем инде, ҡышҡа кергәндә берәй ергә барып, ололар ит һатып ҡайтһалар, йылына бер байып китәләр. Унда ла был аҡсаға тоғо менән ҡумыҡ шәкәр, ҡалай кеүек хужалыҡта кәрәкле берәй ҙур әйбер алып ҡайтырға тырышалар, сөнки беҙҙең магазинда рәт-рәт булып теҙеп өйөлгән ялтыраҡ башлы араҡынан башҡа бер нәмә лә юҡ тиһәм, ялған булыр, тоҙ, шырпы, грузин таҡта сәйе бар.

Ҡулына аҡса килеп эләккәндә, атайым, иң тәүҙә беҙҙе уйлап, бүләк алып ҡайтҡанын әйт әле һин. Хром итеген шул ваҡытта алып ҡайтҡандырмы, юҡмы, бына иҫтән сыҡҡан. Юҡ. Беҙгә ридикюлде ул он тарттырырға барған ерҙән алып ҡайтҡайны, ә итекте Пермгә ит һатырға барғанда алған булғандыр. Эй, хәҙер уныһы барыбер инде, ҡайҙа ғына ята икән ул – ҡулыңда ғына тотоп торорлоҡ ҡә ҙерле әйбер.

Хром итеге, ялҡылдап торған, әллә ни итеп кенә айына бер кейеп сыҡҡан хром итеге бар ине бит атайымдың.

Аптырап һүҙлек аҡтарам, ни эшләп ул итек хром итеге тип аталды икән. Әһә. Хромдың мәғәнәләре бик күп икән. Бына мин эҙләгәне. Хром тоҙҙары менән дубланып эшләнгән йомшаҡ йоҡа күн. Хром күн.

Ауыл ерендә хром итек кейеп ҡайҙа ғына йөрөгән тиһең.

Э-ээ... һин улай тимә әле. Атайым уны кейеп сыҡмағанда ҡайҙа ғына ултыра торған ине әле ул. Шифоньер янында ғына торор ине мөйөштә, урыны шунда ине. Һин уға тейеп ҡара, иҙән йыуғанда ситкә алып ҡуябыҙ, аҙаҡ тағын кире урынына ултыртабыҙ.

Ни эшләп кеймәй, ти, кино күрһәтһәләр, клубҡа барғанда, атайым мотлаҡ шул итеген кейеп ебәрер ине. Колхозсыларҙың йыйылыштарына йөрөгәне булманы, ғөмүмән, ҡыҙыл әләмле сараларҙы яратманы, депутаттар менән осрашыу, һайлау кеүек нәмәләргә, аяғы булғанда ла әле, ике аяғының береһен дә баҫманы, ә аяҡһыҙ ҡалғас, һайлау ваҡытында, санаға тартманы ултыртып, силсә- үиттекеләр килер ине өйгә. Уҡырға-яҙырға белмәне, нимә әйтһәләр, шуны арлы-бирле һыҙғылап төшөрөр ине ҡағыҙҙарҙы ҡумтаға, ә бына концерттарға, киноға барғыланы.

Әсәйем, етмәһә, беҙҙе тағып ебәрә.

– Барың, барың, ҡалмаң атайыңдан...

Ҡайҙа тороп ҡалыу ул, ҡайтҡанда уның елкәһендә йоҡлап китәһең, йоҡо аралаш ҡына ишетелеп ҡала. «Шығыр-шығыр, шығыр-шығыр».

Зарлана-зарлана ҡайта итек, һирәк кейәһең, йәшерәк сағындағы кеүек, көҙгө кеүек ялтыратҡансы таҙартмайһың, ышҡып, сепрәк менән йылҡылдатып ҡуя торғайның, тиме.

Әллә атайым зарланамы...

Яңғыҙ ҡатын Әсмәкәй, алғы рәттән, әйләнгән һайын башын бороп ултырҙы инде, шыуып төшөп мәшәҡәтләгән яулығын рәтләгән һайын артына ҡараны, би-и-к ҡараны...

«Ҡойроҡтарыңды ниңә эйәртеп йөрөйһөң, үҙең генә килһәң булмаймы? – тигәндер. – Юл ыңғайында кереп сәй эсеп сығыр инең... Эх, һин», – тигәндер.

Кем булһа ла зарланғандыр инде шунда: атайыммы, итекме?

Шулай әсәйемә кешеләргә таратып мәшәҡәтләнергә уның аяҡ кейемдәре лә булманы, буғай, ә хром итекте йәлләгәндер, әллә ни итеп ҡәҙерләп, ит һатып ҡына алған итекте әллә ҡайҙан күтәреп алып ҡайт та кешегә бушлай биреп сығар. Бирмәгәндер бер кемгә лә, бәлки, абзыйыма ҡалдырғандыр. Бына-бына, йәнеләй күреп, улына биреп ҡайтарғандыр, ә ул, атайымдың төҫө булыр тип, күтәреп алып ҡайтҡандыр ҙа солан мөйөшөнә ултыртып ҡуйғандыр. Шунан еңгә, иҙән буятҡанда, кейелмәгән әйберҙәр менән өй башына мендергәндер, яталыр ул шунда туҙанға батып. Шунда яталыр ул уфтанып.

Эх, бар ине бит шығыр-шығыр һабантуйҙарҙа ғына йөрөгән замандар, һеҙ ҡайҙарҙа ҡалдығыҙ, тип.

Үлән баҫҡан быуа уртаһында кәмәлә бер балыҡсы ултыра.

Йыраҡтан ҡарап торһаң, ул һис тә ҡыбырҙамаған кеүек. Ә ысынында иһә һис тә улай түгел. Ҡарт балыҡ тота.

Арты менән шыуышып яр буйына килеп еткәс, ул ултырып йөрөгән сиҙүшкә- ләрен сисә лә кәмәгә күсә. Шымарып бөткән таяҡ менән этеп, баҫманан һалынған юлы менән төпкә йөҙөп китә.

Үҙәккә хәтлем барғас, ул йылым ырғыта, һыуға ташлар алдынан уның ике яғына ла, тәрәнлеккә тура килтереп, төпкә ныҡ итеп батырып ҡуйырға таяҡ бәйләй. Таяҡты тыҡҡас, кәмәне ҡуҙғатып ебәрә лә ул ыңғайға йылымды аҡрын ғына һыуға төшөрә бара, бөткәс, икенсе осто ла шулай ергә нығытып ҡуя.

Балыҡ килеп бәрелеү менән ҡалҡыуыстар һыу өҫтөндә уйнай башлай. Балыҡсы ағым булмаған урынға күсеп уларҙың һикерешкәнен күҙәтеп ултыра ла ултыра. Тәмәкеһен тартып бөткәс, икенсеһен ҡабыҙа. Шунан ул, ауыр һулап, тәмәке төпсөгөн һыуға сиртеп ебәрә, уныһы, ағымға эләгеп, бер аҙ бара ла, өйөрмәгә тап булып, уралып-уралып бер-ике әйләнгәс, һыу төбөнә инеп күҙҙән юғала.

Хужа председатель атайымды ниндәй генә эшкә ебәрмәй? Ҡыш булһа – урманға ҡыуа, яҙлы-көҙлө – ашлыҡ ташырға ҡуша, ә ҡыш – тирмәнгә. Атайым башын баҫып эшләй ҙә эшләй, ҡайҙа барһын, өй тулы ваҡ ҡына бала. Шулай, килмешәк кейәүен бик һанламай Хужа, хәйер, атайым, һанлаймы уны председатель, һанламаймы – бик иҫе лә китеп бармағандыр, сөнки ул, әйтеүемсә, власть алдында бик башын эйеп барған кеше түгел ине.

Ә Хужанан ҡалған эшләпәне маңлайына төшөрөп йылға уртаһында кәмәлә ултырғанда инде, элек тә буй бирмәгән кеше, был турала ыжлап та бирмәгәндер, сөнки был ваҡытта инде уларҙың барыһы ла әллә ҡасан аръяҡҡа күсеп бөткәйнеләр.

* * *

Шулай, ваҡытты өскә генә бүлгән булалар: үткән, хәҙерге, киләсәк заман. Бер ҙә дөрөҫ түгел, минеңсә. Әйттем бит инде: улар барыһы ла, тирмәнһеҙ ҡалған күперҙе аша сығып, аръяҡҡа күсеп бөттөләр. Хужа, минең ҡартатайым менән бер туған бабай, һуңғы йылдарҙа бик сәйер сир менән йонсоно: ул муйынын ҡы- бырҙата алмай, йәнәшендәге кеше менән һөйләшкәндә лә, саҡ ҡына башын борор урынға, бөтөн кәүҙәһе менән әйләнер ине, сөнки уның елкәһен сәйер шеш баҫып алды. Уларҙы Хужа бабайымдың түҙемле һәм сибәр ҡатыны әллә ниндәй һаҫыҡ дарыу менән көндә һылай ине, ә улар, оялағандай, береһе бөтһә, артынан икенсеһе сығып, уны тамам йонсотоп, теге донъяға алып китте.

Уның ҡәберенә, исемен яҙып, йондоҙло таш ҡуйҙылар. Йондоҙһоҙ булмай, сөнки ул бит партийный кеше ине. Ундай ҡәбер ауылда берәү, башҡаларҙы ағас бура менән генә кәртәләйҙәр, күпмелер ваҡыт үткәс, ул буралар серей, кешеләр, шулай булырға тейеш, ҡәбер яңыртырға ярамай, насар ғөрөф-ғәҙәт, тиҙәр. Теүәл бер йылдан һуң Хужа бабайҙың ҡәберенә ҡуйылған ташы ҡыйшайҙы. Бабайҙың оло малайы, абзыйымды саҡырып, улар икәүләшеп уны тигеҙләнеләр.

Бында бер төрлө лә иҫ китерлек нәмә юҡ, була торған хәл.

Ә бына шуны миңә кем аңлатыр, ни эшләп әле мең дә туғыҙ йөҙ ҙә нисәнсе йылда үлгән атайым, бына ошо минутта, ләм баҫҡан быуа уртаһында балыҡ тотоп ултыра. Башында – председателдән ҡалған эшләпә, ауыҙында – тәмәке. Элек ярылып ятҡан кәмә эҙе генә бөтөнләй күренмәй.

Ә үткән көҙ мин уны бөтөнләй боҙ өҫтөнән йәйәү атлап ҡайтып барғанын күрҙем. Эйе, эйе, атлап. Аяҡтарын киҫтеләр, тинем бит инде, һуңғы йылдарҙа ул ике аяҡһыҙ ултырҙы, ултырманы инде, хәленән килгәнсә йөрөп ятты. Кешегә һөйләһәң, кеше ышанмаҫ: тирмән геүелдәп эшләп ултыра (ул тирмәнде инде нисә йыл элек бөтөрҙөләр), сыр-сыу килеп бала-саға боҙҙа йөрөй, ҡайһыһы – конькиҙа, ҡайһыһы былай ғына йүгерешә, ә минең атайым, кирза итектәре менән һаҡ ҡына баҫып, төшкө аш ашарға турынан ғына өйгә ҡайтып бара.

Беҙҙең өй инде нисә йыл буш тора, йәй көнө генә бал ҡорто күсе шикелле геүләп китә, ә ҡыш көнө бөтә йортто көрт баҫа.

Төшкө аш бешереп уны көтөп торорға бер йән эйәһе лә юҡ. Ә ул ян-ғына ҡарамай ҙа, һыпырта ғына.

Бына хәҙер ҙә, иҫе лә китмәй, балыҡ тотоп ултыра, башында – һаман шул Хужа бабайымдан ҡалған аҡ эшләпә, ауыҙында – тәмәке, төтөнө нәҙек кенә булып өҫкә күтәрелә. Аптыраш.

Бәлки, был донъяла нимәлер үҙгәргәндер, элекке заман кире әйләнеп ҡайтты микән, улай тиһәң, хәҙерге заман ҡайҙа? Бына, әйтәм бит, ваҡытты өскә генә бүлеп бик яңылыш эшләгәндәр. Үткән заман, хәҙерге заман... Урталыҡта тағын бер заман булырға тейеш. Мотлаҡ булырға тейеш.

* * *

Ә Ямаш ауылының фитилле лампалар менән генә яҡтыртылған бала табыу бүлмәһендә, был донъяның әҙәм балалары өсөн бик тә яраҡһыҙ, бик тә һалҡын икәнен аңлап, тәүге тапҡыр ҡысҡырып ебәргән бала ҡайҙа ҡалды? Ул сабый аҙашманымы икән был буталсыҡ заманала?

Аҙашмаҫҡа тейеш, сөнки һалҡын ҡайсы ҡыртлатып киҫеп төшөрһә лә, иманым камил, уны бәйләгән ептәр өҙөлмәгәндер.

Ул күрер күҙҙән йәшерен ептәр, күҙ, ҡаш, ҡул, аяҡ кеүек, тере кешенең бер ағзаһы. Ул – әҙәм балаһының кендеге. Күҙ күрә, ҡолаҡ ишетә, аяҡ йөрөтә, ҡул тота, ә кендек бәйләй. Ул ағза ғүмер иткән нәҫел менән тоташтыра һәм ул, кеше әле үҙ аяғы менән ерҙә йөрөгәнсе, уны етәкләп йөрөтә. Эйе, эйе, етәкләп йөрөтә.

Ҡайһы бер хәтерһеҙ әҙәмдәрен етәкләмәй, ташлап ҡуя. Быныһы инде – үкенесле хәл, бик үкенесле. Кендекһеҙ кеше был донъяла – ҡарурманда аҙашып йөрөгән берәҙәк. Меҫкен кеше, бәхетһеҙ кеше... Кендегең булмағас, аяғың да юҡ, ҡулың да, күҙең дә. Булһа ла, улар аяҡ аҫтындағын, күҙ алдындағын ғына күрә, ишетә, ә әҙәм балаһына тормош итер өсөн был бик аҙ, бик аҙ... Тамыры юҡ бындай кешенең, тамыры...

Беҙ бәхетле, шундай ҙа бәхетле кеше, сөнки бик тәрәнгә киткән тамырҙарыбыҙ бар. Улар беҙҙе өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә өндәй.

Беҙҙе әҙәм иткән кешеләр барыһы ла бына улар, береһе лә ҡара гүрҙә түгел, яҡты донъяла. Һәр береһенең үҙ урыны бар: ҡайһыһы түрҙә, ҡайһыһы ишек тө-бөндә. Ни эшләтәһең, беҙ түгел, улар үҙҙәре шулай һәр береһе, донъя тип аталған ҙур сыбар сатырҙа үҙҙәренә тейешле өлөштө бүлешеп алды ла шунда көн итәләр.

Ә һеҙ әйтәһегеҙ, үткән заман, хәҙерге заман, киләсәк тип. Ниндәй тилеһе шулай еңел генә уйлап, ваҡытты бүлеп сыҡҡан. Юҡ ундай нәмә – ваҡытты өс өлөшкә генә бүлеү. Бына улар һәр береһе күҙҙәрен терәп миңә ҡарап тора.

Иҫән генә булығыҙ. Йәшәгеҙ. Беҙҙең уйҙарыбыҙҙа ғына булһа ла йөрөгөҙ, һөйләшегеҙ, йылмайығыҙ, көлөгөҙ, сөнки гүр ғазаптары бик ауырҙыр. Хоҙай Тәғәлә һәр берегеҙгә түҙем бирһен. Ә иң беренсе ул түҙемлелекте беҙгә бирегеҙ, беҙ инде барығыҙға ла уны тигеҙ итеп бүлербеҙ.

Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Читайте нас