

Шунда һеҙ булмаһағыҙ, мин тере булмаҫ инем бит...
Балалыҡ менән һеҙгә рәхмәт тә әйтергә баш эшләмәгән, ә шулай ҙа гел һеҙгә эстән генә рәхмәт уҡып йөрөйөм! - тип һөйләне.
Хәҙер инде мин аптырауға ҡалдым.
Ферма янында ҡырсында һыу төшөп йөрөгәндә төптәрәк, тал ағасы янында сөмгөл тәрән урыны бар ине, аңламай ҡалһаң, өйөрөлтөп сумдыра ла алып китә, һыу йотоп сәсәп килеп сығабыҙ.
Шуғалыр бәләкәй балаларҙы шунда ебәрмәй, аңғартып аралай инек.
Бер ике баланы шулай тартып сығарған булды, тик был малайҙы иҫләмәйем шул.
-Ҡустым, мин иҫләмәйемсе, берәйһе менән бутайһыңдыр ул, ярай инде, рәхмәтеңә рәхмәт! - тип ултырып ҡалдым.
- Һуң, апай, нишләп кенә бутайым инде, һеҙ булдығыҙ бит! - тип сығып китте.
Был хәлгә тағы тиҫтәнән ашыу йылдар үтте.
Былтыр тыуған ауылымда ҡунаҡта булғанда ошо хаҡта һөйләй ҡуйҙым.
Шунда тағы бер ауылдаш егет:
- Апай, унда мин дә булдым бит! - тип әйтеп һалды. Шунан һөйләп бирҙе.
Бәләкәй күперҙә маз булып малайҙар һыу төшәбеҙ. Шулай һыу төшөп йөрөгәндә, ҡапыл берәүебеҙ бата башланы, һыу аҫтына китә лә, кире сыға, ауыҙына һыу тулып сәсәй башланы, батам тип ҡысҡырһа ла, беҙ янына бармайбыҙ тей. Балалыҡ менән аңламай ҙа торғанбыҙҙыр инде, йә үҙебеҙ ҙә батып ҡуйырбыҙ тип уйланыҡ микән.
Шулай ҡарап тороп батыр ҙа ине инде.
Юл буйлап күпер өҫтөнән ҡыҙҙар ҡайтып килә ине. Көлөшә - көлөшә ҡайтып килдегеҙ ҙә, арағыҙҙан тик һин генә беҙгә боролоп, ҡараның да кинәт туҡтап ҡалдың, беҙҙең аптырап торғандан уҡ хәлдең айышына төшөнөп, кейемеңде лә сисмәй, тура күперҙән һыуға һикереп, беҙҙең янға йөҙөп килеп етеп батып барыусыны ( исемен яҙмайым, бәлки хәҙер уңайһыҙланыр) ярға тартып сығарып, йөҙтүбән һалып, арҡаһына баҫып ауыҙының һыуын сығарырға ярҙам иттең.
- Тәрәнгә бармағыҙ, аңғарып йөрөгөҙ! - тип йылмайҙың да, күпер өҫтөндә көтөп торған ҡыҙҙарыңа эйәреп ҡайтып та киттең.
Нисек тиҙ килеп сыҡтың, шунда уҡ юҡҡа ла сыҡтың, апай. Беҙ малайҙар менән аптырап тороп ҡалдыҡ.
Һине үҙе Аллаһ апа беҙгә ебәргәндер ул ярҙамға тип һөйләшәбеҙ тигән була😊
Шулайтып һөйләгәс кенә, кинәт иҫкә төштө...
Ярай инде, шундай ваҡытта яндарынан шулай үтеп барыуыбыҙ тура килгәнгә.
Беҙҙең дә шул бала саҡ бит инд , әллә еләк ашарғамы сыҡтыҡ микән, әллә сөгөлдөр утап ҡайтып килгән саҡ булдымы ...
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр тиҙәр бит, иткән изгелек онотолмауы , бәлки мине лә күп бәләләрҙән аралағандыр , кем белә.
Әле бөгөн рәхмәт белдереү көнөндә ошо хәл дә ҡапыл иҫкә килеп төштө...
Бер - беребеҙгә ихтирамлы, рәхмәтле булайыҡ, дуҫтарым🙏