Ян (хикәйә)

Шәғәле Шаҡмандың яны юғалған, тигән хәбәр, пенсия йәшен арттыралар, тигәндән тиҙерәк таралғандыр, моғайын. Социаль селтәрҙәге "Юлдаш ауылы төркөмө"нә төшөп ятҡансы, хәбәр ауылды урап сыҡты. Олораҡтар араһында ахырызаман етеүенә ишара яһаусылар ҙа табылды. Йәштәр иһә был хәлдән хөсөтлөк эҙләп, интернет аша яу һалып, хатта сәйәси яҡтан ҡуйырттылар.

Ян (хикәйә)Ян (хикәйә)
Ян (хикәйә)

Ғәле Ҡаһарманович тыуған яҡты өйрәнеү музейына бөгөн бик теләмәй генә килде. Бала башы ҙурлығындағы келәт йоҙағын башбармаҡ йыуанлығындағы асҡыс менән борғослағанда ла элеккеләй аңлашылмаған ләззәт кисермәне. Иғтибарға мохтаж булмаған майланған йоҙаҡ һәр саҡтағылай өн-тынһыҙ асылды. Ғәле Ҡаһарманович ҡараңғы музей эсенә үтте, һәр ваҡыттағыса, йәһәт кенә ут тоҡандырҙы. Шомло тынлыҡ юҡҡа сыҡты, экспонаттар йоҡоһонан көсләп уятылған тере заттар кеүек, музей хужаһына текәлде – хужа уларға баҡты. Һәр ҡомартҡының бында килеп эләгеп, ғүмерҙәрен дауам итеүенең үҙ тарихы бар. Ҡаһарманыч (ауыл халҡы уны шулай атап йөрөтә) экспонаттарҙы үҙ балалары кеүек яҡын күрә. Был сағыштырыу, бәлки, урынһыҙҙыр, бала балаһы балдан татлы тигәндәй, музей етәксеһе ҡомартҡыларға олатайҙарса мөнәсәбәттә. Ул боронғонан ҡалғанды ҡурсалай. Оҙаҡ йылдар берәмләп туплаған болды урлап ҡуймаһындар, тигән хәүеф йылдар үткән һайын, ниңәлер, артҡандан-арта бара.

Болғаныш 90-сы йылдарҙа бурҙар музей ишегендәге йоҙаҡты онтап, үҙҙәре өсөн ҡиммәтле тип тапҡандарҙы алып сыҡҡандан һуң Ғәле Ҡаһарманович күңеленә инеп оялаған шом юҡҡа сыҡманы. Әлегеләй хәтерләй: батша заманынан ҡалған көмөш тәңкәләргә ҡушып, Ленин бабай башы төшөрөлгән тимер бер һумлыҡтарҙы сәлдергәйне бурҙар. Күрәһең, Нух заманынан бирле аҡсалар ҡиммәтен юғалтмайҙыр. "Деньги – зло", тигән осорҙа умыртҡаһы нығынған Ҡаһарманычтың аҡсалар юғалыуға артыҡ иҫе китмәне. Һуғыш ветерандарына арнап эшләнгән стендтағы орден-миҙалдарҙың юҡҡа сығыуына өҙгөләнде. Кем уйлаған, атай-олатайҙарҙың данына ҡул һуҙырҙар тип! "Зингер" тегеү машинаһын алып киткәндәр, күмер һалып йылытыла торған ике үтек юғалған. Бурҙар теймәгән үтектәрҙең табансалары оҙонлоғон үлсәп ҡарағас, милициянан килгән тәфтишсе һығымта яһаны: "Бында музей буйынса спецтар эш иткән, нимә алырға белгәндәр. Эҙҙәренә төшөү еңел булмаҫ". Тапманылар. Һыуға төшөп батҡандай, юҡҡа сыҡты ҡиммәтле экспонаттар. Музейҙың ағас ишеге тимерҙән эшләнгәненә алыштырылды, әммә Ғәле Ҡаһарманович күңеленә инеп оялаған шик-шөбһә арта төштө. Дәү амбар йоҙағы ла тынысландырманы оло кеше күңелен. Шунан бирле ул көн дә, эшкә йөрөгәндәй, музейға килеп урар булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен йәштәргә тапшырырға баҙнат итмәне. Элек был вазифаһы өсөн эш хаҡы түләнә ине, хәҙер ҡыҫыр рәхмәт иҫәбенә бушлай эшләй. Буштың атаһы үлгән, тиһәләр ҙә, үлмәгән икән, ҡомартҡыларҙың "олатаһы" бушлай эшләргә лә әҙер, тик тарих юғалмаһын, ул төрлө фараздарға ҡоролмаһын, ошо музейҙағы кеүек, ҡомартҡыларға таянһын, боронғо ысынбарлыҡ бөгөнгө ысынбарлыҡҡа үҙ йөҙө менән балҡыһын. Үҙе белгән, үҙе тойған тарихты баҡыйлыҡҡа үҙе менән бергә алып китә алмаҫын аңлай Ғәле Ҡаһарманович. Аңлай, әммә музей етәксеһе вазифаһын башҡа кешегә тапшыра алмай – ышанысы юғалған, өмөтө һүрелгән. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдарында ауыл тарихы буйынса биш тапҡыр сығыш яһаны. Һәр сығышын үҙе эҙләп тапҡан яңы мәғлүмәттәр менән байытты, тотоп ҡарарлыҡ, ҡолаҡҡа ятышлы дәлилдәр менән оҙон-оҙаҡ һөйләргә тырышты. Байрам биш йылға бер уҙа, тимәк, сирек быуат ваҡыт үткән. Ғәле Ҡаһарманович шуға иғтибар итте: йәштәрҙең үткәндәргә иҫе китеп бармай. Ә ул ана шул тарихты йәштәргә еткерергә ашыға.

* * *

Ғәле Ҡаһарманович музей буйлап йөрөп сыҡты. Бында тынлыҡ, бында һиллек. Ваҡыт, гүйә, туҡтаған. Тормош-көнкүреш әйберҙәренә күҙ йөрөттө. Тыныс тормош өсөн тәғәйен һауыт-һаба, кейем-һалым, эш ҡоралдары – бөтәһе лә зауыҡ менән матурлап-һырлап, семәрләп-биҙәп эшләнгән. Етеш, мул, тулы тормош менән йәшәгән ауылдаштары. Оҫта ҡуллы булғандар, киләсәккә, мәңгелеккә иҫәп тотоп йәшәгәндәр. Экспонатҡа әйләнһәләр ҙә, бөгөн дә йырлап торалар – ал да ҡуллан, халҡың өсөн ғорурлығың кәмемәҫ.

Уйҙарынан арынып, Ғәле Ҡаһарманович төрлө ҙурлыҡтағы болан мөгөҙҙәре беркетелгән стенаға текәлде. Эйе, Шәғәле Шаҡмандың яны мөгөҙҙәрҙән өҫтәрәк ошо стенала эленеп тора ине! Музейға ингән һәр кем янды ҡулына алырға атлығып торғас, өҫкәрәк, кеше ҡулы етмәҫ урынға нығытҡайны. Үҙ ҡулдары менән тоттороп сығарҙы. Ней исмаһам, теркәү кенәгәһенә яҙып, ҡул ҡуйҙырманы. Айбулаттың һүҙҙәренә ышанып, уның шауҡымына бирелеп, янды биреп ебәрҙе. Хәҙер килерҙәр, һорау алырҙар, ҡара буяу һөртөп, бармаҡ эҙҙәрен ҡағыҙға төшөрөрҙәр. Иң ҡыйыны ҡағыҙға төшөү. Теге юлы ғәйеплене тапманылар, хәҙер бар. Үҙе ғәйепле! Яуап бирер. Тәү тапҡыр түгел – күңеле теләмәгәнде эшләп, тәүбәгә килгән саҡтары бихисап. "Виноват, исправлюсь"тан һалдырһа, шул яуапты ғына көткән ғәйепләүселәр ғәфү итергә ашыға торғайны. Бөгөн нисек булыр? Полицияға шылтыратмаһа, яндың юғалыуын бер кем дә белмәҫ ине. Хәҙер беләләр. Бөтә ауыл халҡы белә. Эш ҡағыҙға төшәсәк… Бармаҡ эҙҙәрен аласаҡтар… Айбулатҡа бирҙем, тип әйтмәйәсәк, әлбиттә. Ни тиһәң дә, ул бит нәҫел тармағы – ян уға булырға тейеш. Йәштәрҙе яндан атырға өйрәтәм, олимпия чемпиондары тәрбиәләйем, тип янып йөрөгәнендә нисек ҡаршы киләһең инде? Ә полицияға шылтыратмайынса булмай ине, сөнки музейҙағы һәр экспонат өсөн ул яуаплы. Тәртип булырға тейеш. Тик, музей йоҙағын асып ингәндәр, яндан башҡа бер нәмәгә лә теймәгәндәр, тип оло башы менән алдашырға тура киләсәк. Бында бит эш алдауҙа түгел, алданыусыларҙың алданырға әҙер булыуында, тип йыуата үҙен Ғәле Ҡаһарманович. Эҙләп ҡарарҙар ҙа тапмаҫтар. Ян да булдымы улар өсөн ҡиммәтле нәмә?

* * *

Айбулат район үҙәгенә төшкә ҡарай килеп етте. Егерме йыл ситтә йөрөп, Себер гиҙеп, тыуған яғына ҡайтыу менән ауылында өс көн дә тормай, үҙәккә ашыҡты. Сәбәбе лә елле шул: төшөндә олатаһын күргәйне. Бала саҡтағылай күҙ алдына баҫты олатаһы. Йылдар туҙҙырмаған тарамыш кәүҙә, йыйырсыҡһыҙ аҡ һаҡаллы аҡ йөҙ. Башында аҡ түбәтәй. Ҡулына ҡырағай үгеҙ мөгөҙөнән эшләнгән Шәғәле Шаҡмандың яны. "Ҡайттыңмы? – тип һораны олатаһы, – бына һиңә ян, анау боланды атып ал." Олатаһын ярты һүҙенән аңлап, һәр ҡушҡанын кисектермәй үтәп өйрәнгән Айбулат ул күрһәткән яҡҡа ҡараны. Тап Ирәндек башында мөһабәт болан баҫып тора. Айбулатҡа боландың һәр мускулы күренә, сөм-ҡара төҫтәге тояҡтары ялтлап тора. Байып барған ҡояш болан мөгөҙҙәре араһына төшөп ятҡан. Айбулатты иң аптыратҡаны – боландың төҫө. Улай ҡып-ҡыҙыл төҫтә лә буламы икән болан? Бая олатаһы башлап һүҙ ҡушҡанда үҙен бәләкәй бала итеп тойған Айбулат, боланға ҡарап һоҡлана торғас, үҙен көсө тәненә һыймаған баһадир итеп тоя башланы. "Ат!" тине бит олатаһы. Олатаһы әйткәнде үтәмәй ярамай. Айбулат ҡулындағы ян керешен бар көсөнә тарта. Ай-һай, ауыр икән кереш тартыуы, бармаҡтарҙы ҡанатып, эскә батып инеп бара. Ә уғы ҡайҙа һуң? Уҡһыҙ булмай. Ҡабаланып, ҡулын кеҫәһенә тыға. Ә унда шаптырлап торған аҡсаларҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. "Олатай, уҡтар ҡайҙа?" тип ҡысҡырмаҡ була, тауышы сыҡмай. Үҙен тағы ла бала һымаҡ хис итә. Бая көс ташып торғанда ҡалай рәхәт ине!

Быҫлығып, тирләп-бешеп уянды Айбулат. Уянғас, бер килке иҫенә килә алмай ятты. Төшөн нисек юрарға ла белмәне. Ғәжәп, олатаһын бер ҙә төшөндә күргәне юҡ ине! Шундуҡ бала саҡ хәтирәләре аңында яңырҙы. Яндан атырға олатаһы өйрәткәйне уны. Башҡа малай-шалай менән уҡ атып йөрөгәнен күреп ҡалды ла янына саҡырҙы. "Йыраҡ осамы уғың?" – тип һораны. Айбулат муйыл ағасынан бөгөп эшләнгән янына кәкре уғын һалып, атып күрһәтте. Әлбиттә, йыраҡҡа османы уғы. Олатаһы арҡаһынан тупылдатып һөйөп: "Иртәгә мин йәйләүгә барам, әгәр теләһәң, мин һине ысынлап уҡ атырға өйрәтәм", – тине. Ҡаҡ ҡайын менән муйыл ағасын йәбештереп эшләнгән янды ҡулына алғас, Айбулаттың ауыҙы ҡолағына етте. Әсәһенән әрләнә-әрләнә, ҡаса-боҫа атышыу түгел ине бында, аулаҡта йәне теләгәнсә атасаҡ!

Ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы, уҡ атыу урынына олатаһы уға сүкеш менән тишке тотторҙо. "Мә, балам, ошо ташҡа ырыу тамғаһын соҡоп яҙ әле", – тине. Аптырап торған ейәненә тамғаны ташҡа үҙе сыймаҡланы һәм донъяһын онотоп, телен сығарып ташты соҡоған малайҙы күҙәтә башланы. Ныҡ тырышты Айбулат, сөнки белә: олатаһы бушҡа ҡушмаған. Тыңлашмаһа, яндан атырға өйрәтмәүе лә бар. Таш ҡаты, тишке осонан осҡондар сәсрәп китә. Онотолоп китеп Айбулат яңылыш бармағына тондорҙо. Яра урынынан ҡан бәреп сыҡты. Иламаны, түҙҙе, эшен дауам итте. Ҡулдары талды, күпме тырышһа ла яҙа һуға башланы. Олатаһы ләм-мим, өндәшмәй күҙәтеп ултыра. Айбулат тағы яҙа һуғып, бармағын ауыҙына тыҡҡас, олатаһы сүкеш менән тишкене алды. "Сүкеш менән һуҡҡан саҡта ҡайҙа ҡарайһың?" – тип һораны. Айбулат танауын мыш-мыш тартып, тишкенең төйәһен күрһәтте. Олатаһы сүкеш менән тишкене алып, үҙе ташты сүкей башланы. Ҡулында уйнаған сүкешкә ҡарап, Айбулат шаҡ ҡатты, бер тапҡыр яҙа һуҡһасы! "Бына, балам, ошолай эшләргә кәрәк", – тип ҡорамалдарҙы кире уға тотторҙо. Уҡ сойорғотоу өсөн тәүҙә таш соҡорға өйрәнергә кәрәкме икән, тип уйланы Айбулат. Тағы маташты, тағы яраланды. "Һуҡҡан саҡта ҡайҙа ҡарарға кәрәклеген төшөнмәнеңме ни?" – тип тағы белеште олатаһы. Айбулат өндәшмәне.

– Беләһеңме, ни өсөн мин яҙа һуҡмайым?

– Һин ней, өйрәнеп бөткәнһең, – тип бирешергә теләмәне ейәне.

– Бына, ҡарап күҙәтеп ултыр, мин сүкеш менән һуҡҡан саҡта ҡайҙа ҡарайым? – Олатаһы етеҙ хәрәкәттәр менән таштан осҡондар сәсә башланы. Күпме тырышһа ла аңлай алманы Айбулат – таш соҡоу өсөн дә оҫталыҡ кәрәкме икән ни? – Аңланыңмы?

– Юҡ.

– Күрҙеңме?

– Юҡ.

Олатаһы сүкеш менән тишкене кире ейәненә бирҙе.

– Иғтибарлы булып өйрән, балам, был – иң мөһиме. Ашыҡма. Ашығыу – шайтандан. Мин тишкегә һуҡҡан саҡта уның осо тейергә тейеш урынға ҡарайым. Яндан атҡан саҡта ла шулай – янға ла, уҡҡа ла ҡарама, уҡ тейергә тейеш урынға ҡара. Күрҙең бит, мин күпме һуҡһам да яҙа һуҡмайым.

– Яндан атҡанда ла яҙа атмайһыңмы? – тип һорай һалды Айбулат.

– Бөгөнгә ошо эшеңде бөт, иртәгә күрһәтермен, – тине олатаһы.

Шулай башланып киткәйне яндан атыу дәрестәре. Күп нәмәгә өйрәтте олатаһы: аяғүрә атырға ла, тубыҡланып атырға ла, хатта йүгереп барышлай сәпте күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ла өйрәтте.

* * *

Айбулат машинаһын хакимиәт алдында ҡалдырып, өс ҡатлы йортҡа табан йүнәлде. Спорт комитеты начальнигын күреп, ниәте һыуынмаҫ элек уйындағын тиҙерәк һөйләп бушаныу ине. Ашығып, йүгерә-атлай өсөнсө ҡатҡа күтәрелде. Тик уны бикле кабинет ҡаршы алды. Айбулатҡа хыялдары селпәрәмә килеп ватылғандай тойолдо. "Ашҡынма. Ашығыу – шайтандан", ти торғайны олатаһы. Эстән генә үҙен әрләп, тышҡа сыҡты. Бәлки, тәүҙә спорт мәктәбе директорын күреп һөйләшергәлер, тигән ҡарарға килде. Уйынан кире ҡайтты: ҡолағас, юғарынан ҡоларға кәрәк.

Асфальтҡа сыҡҡансы ярты көн урман юлынан килеп, баштан-аяҡ бысранған машинаһы янына килде. Тимер аты арыған, йонсоған төҫтә күренде. Ул да ашҡынды бит – Айбулат ашыҡтырҙы уны. Машинаһын ҡабыҙҙы. Төҙөк двигатель көсәнеүһеҙ-ниһеҙ тигеҙ тауыш менөн эшләй башланы. Айбулат та уйҙарын ситкә һирпеп, көсөргәнеүенән арынырға тырышты. Ана бит, машинаһының төҫө ҡасҡан, ә эшләүе көйлө, әйтерһең дә, йөҙәр саҡрым ара үтмәгән. Тигеҙ ритмда эшләгән машина тауышын тыңлап, Айбулат та тынысланғандай булды, уйҙары ипкә килде, эсендә бүреләр олой башлағанын һиҙҙе. Иң тәүҙә тамаҡ туйҙырырға кәрәк, аҙаҡ машинаһын йыуҙырыр. Ас кеше асыулы була – туҡ тамағы менән таҙа машинаһында барыр хыялын тормошҡа ашырыу кәрәк башта. Бөҙрәханаға инеп, сәсен алдыртыр, төҫ-башын да яңыртырға кәрәк. Ситтән ҡарауға әрпеш күренгән "Нива" еңел ҡуҙғалып, ашханаға табан юлланды.

* * *

Төш ваҡыты, ашхана алдына бихисап машина йыйылған. "Нива"һын ҡуйырға урын таба алмағас, юл ҡағиҙәһен боҙоп, ситтәрәк торған бер машина артына ҡыҫтап булһа ла теркәне. Артҡа бирмәйенсә, алға сығып китергә урын бар, тип уйланы. Эргәһенә батҡаҡҡа батҡан машина терәлгәс, ялтлап торған ҡыҙыл төҫтәге иномарка уфтанып ҡуйғандай тойолдо Айбулатҡа.

Элек был ашхана урынында ҡарағас бүрәнәләрҙән һалынған билмәнхана була торғайны. Эй тәмле була торғайны билмәндәре! Ни сәбәптәндер, ут ҡабып, бина янып юҡҡа сыҡты. Тиҫтә йыллап кесерткән баҫып буш торған урында яңы ашхана – өс ҡатлыһы ҡалҡып сыҡты, асарбаҡтар төйәк иткән харабалар урыны яңырып, матур төҫ алды. Элекке райпо ҡарамағындағы туҡланыу урынын заманса эшләнгән шәхси ашхана баҫып алды. Тупһанан – түргә, тигәндәй, тау битендә урынлашҡан йортҡа бейек күтәрмә эшләнгән, яйлап баҫҡыс һанап күтәрелгәнсе, аппетитың асылыр, тигәндәрҙер. Беренсе ҡаттағы ҙур зал, төптән йыуан, урынынан ҡымшанмаҫ ҙур өҫтәлдәр, ауыр ултырғыстар ашханаға ныҡлыҡ өҫтәгәндәй тойола. Икенсе ҡатҡа күтәрелгән баҫҡысҡа "Банкет залы" тигән яҙыу беркетелгән. Өсөнсө ҡат, күрәһең, байыраҡтар өсөн тәғәйенләнгән, бер төркөм үҙ ҡәҙерҙәрен белгән ҡиәфәттә, беренсе ҡатта туҡталып тормай, баҫҡыстан юғары менеп китте. Айбулат яңы ашхананы ҡоронан йөҙөүсе "Титаник"ка оҡшатты – йорт баҙында күмер саңынан ҡарайып тиргә батҡан кочегарҙары ла бар һымаҡ тойолдо. Океанда, ярай, аңлашыла, байы ла, урта хәллеһе лә бер карапта, кеҫә ҡалынлығына ҡарап һыйышып йәшәргә мәжбүр. Ә бында? Тупһанан төшкәс, һәр кем үҙ юлынан китә. Кухняла ашнаҡсыларҙың нимә менән шөғөлләнеүе күренеп тора – йәшерен-батырыны юҡ, бер ҡаҙандан тәғәмләнәбеҙ, йәнәһе. Ҡыҙыҡ, өсөнсө ҡаттағыларға ла ошонда бешерәләрме икән? Шеф-поварҙары ир кешелер, күрәһең. Башына табиптарҙыҡы кеүек саф аҡ башлыҡ кейгән дорфа ҡиәфәттәге ир аш бешереүҙе шым ғына күҙәтеп тора. Бөтөн урында таҙалыҡ, тәртип һиҙелә. Ашнаҡсыларҙың аҡ халаттарына ҡарап, "Ашамлыҡ дарыу булһын, дарыу ашамлыҡ булмаһын", тигән, ҡайҙалыр уҡыған фекер иҫенә төштө. Менюлары бик бай икән, Айбулат хаҡтарға иғтибар итмәйенсә, йәне һөйгәнде һайлап алды. Ашаған саҡта залдағыларҙы күҙ уңынан үткәрҙе, ҡыҙыл иномарканың хужабикәһен (һис шикһеҙ – хужабикә!) танырға тырышты. Өсөнсө ҡатта туҡланалыр ундай машина эйәһе, тип, ризыҡтың тәмен тойоп, яйлап ашай башланы: ашамлыҡ дарыу булһын…

* * *

Ашханан сыҡҡас та Айбулат "Бизон"ының көр тауышын ишетте. Машинаһын шулай атай ул. Шәғәле Шаҡмандың яны ла бизон мөгөҙөнән эшләнгән, тиҙәр бит. Бик тә ихтимал. Тик америка индеецтары башлап уҡ-һаҙаҡ ҡулландымы икән, әллә башҡортмо? "Нива"ға ҡушылып, теге ҡыҙыл иномарка нәҙек, нескә тауышы менән сипылдай. "Ну, ҡомған, тәки артҡа биргән!" – Айбулат эстән генә машина хужаһын тиргәне. Әгәр ҙә хужа ир кеше булһа, биллаһи, яғаһынан бөрөп һелкетәсәк! Булмаған асыуын көсләп йөҙөнә сығарып, машинаһы эргәһенә килде. Уның "үгеҙ"енә ни булһын, мин ғәйепле түгел, үҙе килеп бәрелде, тигәндәй, шым ғына үҙ урынында ултыра. Машинаһының сигнализацияһын һүндереп, Айбулат иномарканың водителе ултырған ишеккә килде – хәҙер һөйрәп сығарасаҡ булдыҡһыҙ "чайник"ты. Тотҡаға йәбешеп тә өлгөрмәне, тәҙрәләре эстән күренмәҫлек итеп ҡарайтылған машинанан кинәт өҫтөнә оҙон итәкле аҡ тун кейгән йәш ҡыҙ килеп сыҡты. Айбулатҡа бәрелеп, башындағы бүрке төшөп китте, оҙон сәстәре таралды. Ҡыҙ ярһыу менөн Айбулатҡа ниҙер ҡысҡырмаҡсы булғайны, осло дағалы итектәре тайып китеп, сыйылдап ебәрҙе. Айбулат ҡыҙҙы биленән тотоп ҡалды. Бер нисә секунд бер-береһенә ҡарап, тындары менән өтөп, шым ҡалдылар. Айбулат өсөн күҙ асып йомған ара мәңгелеккә тиңәлгәндәй тойолдо.

– Пардон! – тигән булды шым булмаҫ өсөн. – Был машина һинеке…то есть һеҙҙекеме?

Һорамаһа ла билдәле бит инде, һай, иҫәр! Уйламаҫтан килеп тыуған хәлдән ҡыҙ ҙа ҡаушаны шикелле.

– Ебәр, нимә айыу һымаҡ йәбештең? – тине ҡыҙ күкрәк төбөнән сыңлап сыҡҡан тауышы менән.

– Башта үҙең ебәр, – тине Айбулат. Ҡыҙ, ысынлап та, уға сытыраман йәбешкәйне.

– Ебәрә алмайым… Һеҙҙе ебәрһәм, хәҙер ҡолайым да баһа! – Урамды ҡыҙҙың сәйер ярһып көлөүе яңғыратты. Байтал кешнәнеме ни!.. Үтеп барыусылар көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып, хахылдашып тороусы был икәүгә әйләнеп ҡарай башланы. Айбулат та бер аҙға шаңҡып ҡалды. Ҡыҙ ҙа иҫенә килде, ишек тотҡаһына йәбешеп, егетте ебәрҙе.

– Әйҙә, ҡарайыҡ, кемебеҙ ғәйепле? Машинаңды алғараҡ ал әле, – тип бойорҙо егет. Ҡыҙҙың бүркен күтәреп, башына кейҙерҙе.

– Үҙең артҡа бир, – ҡыҙ бойороҡҡа иғтибар итмәй, үҙ дәғүәһен белдерҙе. – Минең ҡотом осто, – тип ғәйепле тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы.

Айбулат "Нива"һын артҡа биреп, иномарканың бамперын һаҡлыҡ менән һыйпап ҡараны. Онталған, сыйылған урыны күренмәй. "Ҡыҙыл болан" (Айтуған иномаркаға үҙенсә исем биреп өлгөргәйне) хужабикәһе кеүек ҡото осоп, шымып ҡалғанға оҡшай. Шымыуын шымған, һаҡһыҙ ҡыланһаң, нескә тауышы менән тағы сипылдай башлар һымаҡ. Айбулат кеҫәһенән аҡса сығарып, ҡыҙға һондо.

– Ошо етәме? Әхлаҡи зыянды ҡапларға…Ҡотоңдо осорған өсөн.

Ҡыҙ егет усындағы биш меңлеккә текәлде.

– Етмәһә, иҫәбеңде әйт, номерыңа күсерәм, – Айбулат кеҫәһенән телефонын сығарҙы.

Өҫ-башы төпкөл ауыл кешеһенекенә оҡшаған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бысраҡ машина хужаһының был ҡылығына ҡыҙ аптыраны, буғай. Айбулаттың усындағы аҡсаны ипләп кенә алып, кеҫәһенә һалды.

– Ошо ла етә, – тине ул һыр бирмәй генә.

– Юлды бушат, мин ашығам, – тине Айбулат. Әйтеүен әйтте, ә үҙе был сәйер ҡыҙ менән һис тә айырылғыһы килмәгәнен тойҙо. – Ҡабат минең юлда йөрөмә, тапап та китермен, – тигән булды ярым шаярыу, ярым ҡурҡытыу менән.

– Мин барыбер һине артҡа сиктерҙем, – тине ҡыҙ. Күҙҙәрендә шундай аңлашылмаҫ осҡондар сәсрәне – Айбулат аңламаны: уйлап әйттеме ҡыҙ, уйнап әйттеме?

* * *

Спорт комитеты начальнигы төштән һуң эшенә сәғәте-минуты менән ваҡытында килде.

– Һеҙ миңәме? – тип һораны ул Айбулатҡа һынсыл ҡараш ташлап.

– Эйе.

– Бәй, Айбулат ағай түгелме? – начальник шундай ихлас йылмайҙы, Айбулат уңайһыҙланып китте хатта.

Ҡушҡуллап күрештеләр. Йәш егеттең йылмайыуы шундуҡ юҡҡа сыҡты.

– Көтөп тороғоҙ, минең мөһим шылтыратыу бар, – начальниктың һуңғы һүҙҙәре үҙе менән бергә кабинетҡа инеп китте. Ярты сәғәттәй көткәндер Айбулат, саҡырыу юҡ. Ихтыярын туплап, тағы көттө. Ней, ултырыр урын юҡ коридорҙа. Ярһыуы көслө булһа ла үҙен тынысландырырға тырышты. Һөйләрен тағы уйында барланы: дәлилләп, ышандырырлыҡ итеп әйтергә кәрәк. Сәғәттәй ваҡыт үткәс, начальник ипләп кенә һағайып асты кабинет ишеген. Һеҙ һаман да бындамы ни, тигән һымаҡ: "Үтегеҙ", – тине.

Айбулат йылдан-йыл нығына барған уй-хыялын бер тынала һөйләп аңлатырға тырышты. Республикала Бөрө ҡалаһынан башҡа ян спорты менән бер ҡайҙа ла шөғөлләнмәүҙәрен, уҡты мәргән сойорғотоу башҡорттоң ҡанында булыуын, үҙенең дә мәргән уҡсы булыуын аңлатты. Районда ян спорты буйынса спортсылар тәрбиәләргә кәрәклеге тураһында һөйләне. Олатаһының уны нисек өйрәтеүе тураһында ла әйтергә онотманы. Яңыраҡ күргән төшө тураһында һөйләргә уйлап ауыҙын асты ла начальниктың битараф ҡарашын тойоп, туҡтап ҡалды.

– Мин һеҙҙе бик иғтибар менән тыңланым, – йәш егет һәр һүҙен үлсәп, һәр һүҙенә сөй ҡатҡандай баҫым яһап һөйләй башланы. – Идеяғыҙ шәп тип әйтә алмайым. Бер башҡорт ҡына уҡтан мәргән ата тиеүегеҙ төптө хата, башҡа халыҡтарҙа ла ул шөғөл борондан булған.

– Ә шулай ҙа "Төньяҡ амурҙары", тип, нәҡ башҡорттарға әйткәндәр, – Айбулат начальниктың тын алышын тойоп, үҙ фекерен нығытырға тырышты.

– Мин һеҙҙе бүлмәнем, хәҙер мине тыңлап бөтөгөҙ. "Төньяҡ амурҙары" – ул әҙәби фараз ғына. Фэйк! Был, беренсенән. Икенсенән, һеҙҙең идеяғыҙ – ул боронғолоҡ шөғөлө. Өсөнсөнән, был иң мөһиме, ян спорты – дорогое удовольствие! Теләгән хәлдә лә уның өсөн аҡса бүленмәйәсәк.

– Мин бушлай эшләргә лә риза, – Айбулат һуңғы һаламға йәбеште.

– Но это совсем не серьезно, Айбулат ағай. Инвентарь ҡиммәт, тимәксемен. Бала-саға һымаҡ, уҡ атыу уйындары үткәрәләр бит, шул да еткән.

– Һин, ҡустым, мине аңламаның! Мин профессиональ спорт тураһында һөйләйем, – Айбулат ҡыҙа башлауын тойҙо.

– Ағай, давай на чистоту. Һин дә бит ҡасандыр ошо урында ултырғанһың. Ниңә шул ваҡытта ҡайғыртманың? – йәш егет тә ныҡыш. Сибек кенә күренһә лә каратэ буйынса ҡара билбауға эйә тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең.

– Ул осорҙа ысынлап та аҡса ла, мөмкинлек тә юҡ ине, ҡустым, – Айбулат урынынан торҙо.

– Бөгөн дә шул уҡ хәл, Айбулат ағай, мөмкинлектәр күп, аҡса юҡ. Бына ошо анонсты уҡып сығығыҙ әле, – начальник иғландар баҫылған гәзит һуҙҙы. – Бәлки һеҙгә бәхет йылмайыр, призовой фондтары бик елле күренә.

* * *

Хакимиәт йортонан күңелһеҙ генә сыҡты Айбулат. Былай килеп сығыр тип һис тә күҙ алдына килтермәгәйне. Уй-ниәте һис шикһеҙ бойомға ашыр һымаҡ ине. Себерҙә йөрөгән саҡта ла тыуған яҡҡа ҡайтҡас яңы шөғөлө булыр, яндан атыу спорты райондың брендына әйләнер, тип хыялланғайны. Юғарынан ҡоламаҡ булды, килеп сыҡманы. Юғарынан ҡолаһаң, оҙағыраҡ ҡолайһың шул, шаңҡыуы оҙағыраҡ була. Әллә ситтә йөрөп, тормоштан артта ҡалдымы икән? Айбулат ундайҙарҙан түгел, юғарынан терәк булмағас, аҫтан башларға кәрәк. Хыялының буш ҡыуыҡ түгеллеген иҫбат итергә кәрәк. Хәҙер үк район гәзитенә инеп, ян спорты менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе йыйыу тураһында иғлан бирәсәк. Башы булһа, аҙағы булыр – спорт комитеты һуңғы терәк түгел дә! Ғөмүмән, Айбулат өсөн һуңғы тигән һүҙ юҡ – һуңғы тигәнде ул яңының башы тип өйрәнгән: ҡайҙа ғына йөрөмәне, ҡайҙа ғына эшләмәне, һәр саҡ яңынан башларға тура килде.

Гәзит тураһында уйлағас, бая спорт комитеты начальнигы биргән гәзиткә иғтибар итте. Тормош дауам итә! Бына бит берәү иғландарҙан торған гәзит сығарып бушлай тарата, аҡса ла эшләй, башҡаларға ла ярҙам итә. Тимәк, йәштәр буш ятмай, алға ынтыла, яңы шөғөл таба. Беренсе биттә иң өҫтә торған иғлан шундуҡ иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡараны ла тәне эҫеле-һыуыҡлы булып сымырлап китте. Аҡ түбәтәйле ап-аҡ һаҡаллы олатаһына оҡшаған берәү ҡулына ян тотоп тора ла баһа! Аҫҡа ҡалын хәрефтәр менән иғлан яҙылған: "Шәғәле Шаҡман исемендәге призға яндан атыу буйынса ярыш үткәрелә". Беренсе урынды яулаусыға автомобиль, тип, бер нисә өндәү билдәһе ҡуйылған. Етмәһә, приздың фотоһын да урынлаштырғандар. Сәскәләр менән биҙәлгән ҡыҙыл төҫтәге еңел машина аҫтына "Приз эйәһен көтә!", тип яҙылған. Өнмө был, әллә төшмө? Айбулат телефон номерҙарына иғтибар итмәй, билдәләнгән адрес буйынса барырға булды. Яңы төҙөлгән ҡунаҡхананың беренсе ҡатындағы 102-се бүлмәгә мөрәжәғәт итергә ҡушҡандар. Ниңәлер, ҡапыл олатаһын күргән төшө иҫенә төштө…

* * *

Ярһып килеп инде Айбулат ҡунаҡханаға. 102-се бүлмәнең ҡайҙалығын һорап, тура шул яҡҡа ынтылды. Ишекте бар көсөнә асып ебәрҙе. Бүлмәлә олатаһы йылмайып ҡаршы алыр һымаҡ тойолдо уға. Елкенеүе көслө булғандыр, ишектән сығып килгән ҡыҙ уның ҡосағына килеп тә инде.

– Пардон! – Айбулат шаҡ ҡатты. Бәй, бая ашхана эргәһендә осратҡан ҡыҙ ҙа баһа!

Ҡыҙ ҙа был хәл булырын күҙ алдына килтермәгәндер, егеткә текәлде.

– Әйттем бит мин һиңә, минең юлда йөрөмә тип! Аяҡ баҫыр урын юҡ, эләгеп ҡоларға була, – әлбиттә, Айбулат бик йомшаҡ итеп әйтте был һүҙҙәрҙе. Ҡыҙ егеттең шаярыуын ҡабул итте.

– Тышта көтәм, моғайын, бәйгегә килгәнһеңдер, – тине мут йылмайып.

* * *

– Бәй, һинең машинаң аҡ төҫтә икән дә баһа! – ҡунаҡхананан сығып килгән Айбулатҡа ҡыҙҙың әйткән тәүге һүҙе шул булды.

– Мин үҙем дә ҡара түгел, – егет үҙенсә мәғәнәле итеп яуап бирҙе.

Айбулаттың һүҙҙәре йоғонто яһанымы, ҡыҙ егеткә һынсыл ҡарашы менән баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Ҡараштар осрашты. Һаҡал-мыйығы ҡырылған, сәсе ҡупшы итеп алынған, өҫтөнә килешеп торған яңы кейем кейгән Айбулатҡа ҡарап, баяғы урман айыуын таныуы ҡыйын ине.

– Алыш бармы, биреш бармы? – Айбулат тик ошо ҡыҙға ғына үҙенең оҫталығын күрһәтергә тейеш һымаҡ һанай ине.

– Мин риза, әйҙә, ярышабыҙ, – тине өҫтөнә ҡыҙыл төҫтәге спорт кейеме кейгән ҡыҙ. Баяғы аҡ тунлы Ҡарһылыу әкиәтенән сығып, сибәр башҡорт ҡыҙына әйләнгәйне…

* * *

Ҡасабанан сығып, район һабантуйы үткәрелгән аҡланда туҡтанылар. Ҡыҙ машинаһынан уҡ-һаҙағын алды, сәптәре лә үҙе менән икән.

– Нисә метрҙан атышабыҙ? – ҡыҙҙың хәрәкәттәренә ҡарап, Айбулат ҡаушай төштө, үҙен бигерәк ышаныслы тота, оятҡа ҡалмағайны.

– Һеҙ һайлағыҙ, мин ҡушылырмын, – тигән булды уңайһыҙ хәлдән ҡотолор өсөн.

– Улайһа, олимпиадалағы һымаҡ, етмеш метрҙан атышабыҙ, – ҡыҙ машинаһынан янын алғас, Айбулат саҡ ултыра төшмәне. Бындай ҡорамал үҙе бер машина хаҡы торалыр, тип уйлап ҡуйҙы.

Теүәл етмеш метрҙы үлсәп, сәпте нығытҡас, ҡыҙ оҙаҡ ҡына тоҫҡап торҙо ла атып ебәрҙе. Айбулат шаҡ ҡатты. Атыу булманы был – ҡыҙ кәүҙәһен тура тотоп, бейеү хәрәкәттәре яһанымы ни! Моноклен сығарып, сәпкә ҡарағас, бала һымаҡ ҡулдарын сәпәкәйләп ҡуйҙы.

– Ун очко! Хәҙер һеҙҙең сират, күрһәтегеҙ оҫталығығыҙҙы, – һынаулы ҡараш Айбулатты үтә тиште.

– Хәҙер, – тигән булды егет. Машинаһынан ян сығарҙы.

– Уау! – ҡыҙҙың иҫе китте. – Ҡарарға мөмкинме? Шәғәле Шаҡмандың яны ҡыҙҙың нескә ҡулдарына күсте. Ул үҙенең янын егеткә тоттороп, бер күреүҙән ғашиҡ кешеләй, янға текәлде. Яндың керешен тартып ҡараны – көсө етмәне. – Был ҡорал ирҙәр өсөн генәлер, – тип янды кире Айбулатҡа бирҙе. – Дөрөҫөрәге, батырҙар өсөндөр… Мә, атығыҙ, һеҙҙең сират.

Айбулат тимер башаҡлы иң оҙон уҡ һайлап алды, ҡыҙ иҫенә килгәнсе төҙәп тә тормай атып ебәрҙе. Атты атыуын, элеккеләй ышаныс кисермәне – уғы яҙа осһа, ер тишегенә инерҙәй буласаҡ. Ҡыҙ монокленән сәпте ҡараны.

– Ҡотлайым, уғығыҙ һөт эсергә китте, – тине. Айбулаттың сикәләре уттай баҙлап яна башланы.

– Әйҙә, барып ҡарайыҡ! Минең яҙа атҡаным юҡ!

Йүгерә-атлай сәп янына килделәр.

– Әйтәм бит, минең яҙа атҡаным юҡ! – Айбулаттың ауыҙы ҡолағына етте. Ҡыҙҙы ҡосағына алып, үҙ ҡыйыулығына үҙе хайран булып, ҡыҙҙы өйрөлтә башланы.

Уҡ ҡыҙҙың уғы эргәһенән генә сәпте үтә тишеп, ары осҡайны, саҡ эҙләп таптылар.

* * *

Ярыш ҡыҙыу барҙы. Ҡатнашыусылар бик күп булып сыҡты. Интернет заманы бит, бәйге тураһында ишетеп, күрше өлкәләрҙән дә килгәндәр. Ярыш ҡомарына бирелеп, Айбулат ҡыҙҙы күҙ уңынан юғалтты. Ярымфиналға үткәс, уны яның спорт стандарттарына тура килмәй, тип, ярыштан алырға булып киттеләр. Традицион яндан атырға рөхсәт, тип, кире ҡалдырҙылар. Әйтеүҙәре буйынса, ярышты ойоштороусы шәхсән үҙе рөхсәт иткән, тинеләр. Өсөнсө көндә финалға сыҡҡан биш кеше араһында күптәнге танышын осратҡас, Айбулаттың йөрәге тағы ялп итте. Ҡыҙ янына килеп: "Мин һиңә нимә тинем?" – тип һораны шым ғына.

– Нимә тинең? – ҡыҙ аңламаны.

– Минең юлда йөрөмә, тинем.

– Ә мин һине теге ваҡыт барыбер артҡа сиктерҙем, – ҡыҙ ошоноң менән һүҙ бөттө тигәндәй, боролоп китеп тә барҙы.

Финалда икеһе генә тороп ҡалғас, егет менән ҡыҙ бер-береһенә әйләнеп тә ҡараманылар – ярыш сәме икеһен дә йотто. Оҫталыҡ еңмәне, таһыллыҡ еңде, стандарт отманы, боронғолоҡ көслөрәк булып сыҡты. Олатай мәктәбе Айбулатты беренсе итте.

* * *

Шау-шыу уҙҙы. Өс көн гөрләп торған ҡунаҡхана алды бушап ҡалды. Айбулат үҙе йәшәгән бүлмәнең асҡысын тапшырғас, әйберҙәрен йөкмәп, тышҡа сыҡты. Кисә ярыштан һуң булған осрашыу иҫенә төштө. Эйе, сәйер осрашыу булды ул. Ярышты ойоштороусы уның менән шәхсән осрашып, бик оҙаҡ һөйләште. Бәлки, ул тиклем оҙаҡ та булмағандыр, әммә Айбулат өсөн был диалог ярты ғүмерендәй тойолдо. Әйтерһең дә, быға тиклем ул шул хәтлем дә эскерһеҙ булған, ваҡытын бушҡа әрәм иткән, мәғәнәһеҙ тормош менән йәшәгән. Еңеү шатлығынан башы әйләнгән Айбулатты һалҡын һыу менән ҡойондорҙолармы ни! Был кешене, ярышты ойоштороусыны, Айбулат тәү күреүҙән үҡ оҡшатмағайны. Башта ул уның ярыш хужаһы икәнен дә белмәне, тамаша ҡылыусыларҙың береһелер тип уйлағайны. Айбулат ярыш һыҙығына баҫыуы була, тып итеп эргәһенә килеп тә баҫа. "Һин мотлаҡ беренсене алырға тейеш!" – әйткән һүҙе шул. Нисектер бойороҡ һымаҡ итеп әйтә. Ҡаты итеп, артҡа сигер урын ҡалдырмай әйтә. Айбулат тәүҙә был бәйләнсек әҙәмгә иғтибар итмәҫкә тырышты, аҙаҡ, түҙмәй, уның тауышына оҡшатып, ҡаты итеп: "Не мешай, а!" – тине. Теге ҡабат өндәшмәне, әммә уның талапсан ҡарашын Айбулат ярыш бөткәнсе арҡаһы менән тойҙо.

Нимәһе менән оҡшамағандыр был әҙәм, үҙе лә аңламаны. Тәү ҡарауға үҙе бик тә һөйкөмлө күренә. Төҙ, нәҙек көмөрө танауы шыма итеп ҡырылған сирышһыҙ йөҙөнә килешеп тора. Ҡыйғас ҡаштары аҫтында хәйләкәр ҡарашлы дөм-ҡара күҙҙәр йәшеренгән. Ыҫмала төҫөндәге бөҙрә сәстәре сибәрлек өҫтәгәндәй. Быға иҫе китмәне Айбулаттың. Унан һәр саҡ хушбуй еҫе аңҡып тороуына ла аптыраманы. Иң асыуы килгәне, моғайын, уның килешле кейеменә өҫтәп, күбәләк-галстук тағып йөрөүе булғандыр. Ярайһы уҡ һыуыҡ, ҡай саҡ әсе ел дә өрә, ә ул көн дә, цирктағы клоун кеүек, күбәләген ҡалдырмай. Өшөп ҡыҙарған танауы шаян образды тулыландырғандай тойола. Себерҙә эшләгәндә лә нәҡ шундай әҙәм була торғайны. Егеттәр үҙ-ара уны "Майонез" тип йөрөттө. Йәнәһе, ҡиәфәте бар, файҙаһы юҡ. Етмәһә, ул үҙе лә майонез ашарға ярата торғайны. Тәүҙә Айбулат уны шул ҡылығы өсөн "Майонез" ҡушаматы алғандыр тип уйлай торғайны. Ҡушамат мәғәнәһе төптәрәк ятҡан икән: ҡиәфәт бар, фәтүә юҡ. Ғәҙәттә, тәрән мәғәнәгә эйә ҡушамат ныҡ йәбешә шул. Айбулат уны ғаиләһен онотоп, тик үҙе өсөн генә фырт йәшәгән әҙәмгә оҡшата торғайны. Әллә шул иҫенә төшкәндер, кем белә инде, ярышты ойоштороусы менән тәүге аралашыуы шулайыраҡ килеп сыҡты. Беренсе урын өсөн бирелгән машина асҡыстарын тапшырғанда, ул Айбулаттың ҡулдарын оҙаҡ ҡына һелкетте, әрһеҙ ҡараштары менән йоторҙай итеп ҡарап, үтә лә аҡ (күрәһең, махсус ағарттырғандыр), тигеҙ тештәрен ыржайтып йылмайҙы. Кисәге осрашыуҙа ла ярышты ойоштороусы үҙен бик иркен тотто. Айбулат бүлмәгә инеү менән бер яҡ беләгенән матҡып тотоп алды.

– Мин һине оҙаҡ эҙләнем, ниһайәт, таптым, – тәү әйткән һүҙенән үк теҙгенде үҙ ҡулына алды был. – Был рәсми осрашыу түгел, әммә беҙ бөгөн бик тә мөһим Килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш. Мә, ултыр, уҡып сыҡ.

Айбулат ҡағыҙға текәлде. Башта рәсми тел менән яҙылған, дөрөҫөрәге, төҙөлгән, документтың эстәлегенә төшөнә алмай, иҫе китте. Яратмай ул рәсми ҡағыҙҙарҙы, уларҙан ниндәйҙер һалҡынлыҡ бөркөлә, ихласлыҡтың тамсыһы ла юҡ уларҙа, әрһеҙлек үҙ ҡоршауына ала. Баҡһаң, Айбулат ошо ҡағыҙға ҡул ҡуйһа, ярышты ойоштороусының мөлкәтенә әйләнә. Әлбиттә, килешеүҙә мөлкәт тигән һүҙ юҡ, әммә ябай телдә уны шулай аңлатырға була. Бер ни ҙә аңламағас, Айбулат ойоштороусыға ҡараны, йәнәһе, ябай тел менән төшөндөрөүен һорай.

– Тиҙҙән уҡ атыу буйынса халыҡ-ара ярыш була. Беҙ унда мотлаҡ беренсе булырға тейеш.

– Ни өсөн беҙ? Һеҙ ҙә ҡатнашаһығыҙмы ул ярышта? – Айбулат буласаҡ хужаһының тел төбөнә төшөнә башланы.

– Әлбиттә! Мин һинең продюсерың булам. Тренировкаларҙы, ял итеүҙе, юл сығымдарын үҙем ҡаплайым. Иң мөһиме, елле гонорар түләйәсәкмен. – Берәү ҙә күреп ҡуймаһын тигән һымаҡ, ул сумманы ҡағыҙға яҙып күрһәтте. – Долларҙарҙа… Ризамы? Айбулат ҡаушап ҡалды. Сумма елле!.. Ундай аҡсаны ул ғүмере буйы ла эшләй алмаясаҡ. Ун йыл буйы Себерҙә йөрөп туплай алмаған аҡсаны бер ярыш өсөн генә тәҡдим итһендәр әле, башың әйләнмәҫ ерҙән әйләнер.

– Ризамы? – бәйгене ойоштороусы нәҙек оҙон аҡ бармаҡлы ҡулын Айбулатҡа һондо. – Бик яйлы мәл булмаҡсы, икеләнмә.

– Уйларға ваҡыт бирегеҙ. – Айбулат хушлашмайынса бүлмәнән сығып китте. Артабанғы ваҡиғалар булмаһа, бәлки, ризалашыр ҙа ине…

* * *

Айбулат Гөлнәзирәгә шылтыратты. Ҡулындағы сәскә гөлләмәһен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, призға бирелгән машинаһының эсенә һалды. Бөгөн һыуыта төшкән, сәскәләр йылы ярата. Ҡыҙ көттөрмәне, йылмайып килеп тә сыҡты. Айбулат сәскәләрҙе машинаһынан алып, ҡыҙға тотторҙо, артабан нимә әйтергә белмәй, баҙап ҡалды. Ҡыҙ ҙа өндәшмәй. Шул саҡ ҡыҙ менән егет эргәһенә полиция кейемендәге ике ир килде.

– Айбулат Юлдашев һеҙ булаһығыҙмы?

– Эйе, мин булам.

Ирҙәрҙең береһе ҡыҙыл тышлы танытмаһын күрһәтте.

– Беҙҙең менән полиция бүлегенә барырға тура килер. Ялыу бар, һеҙ Юлдаш ауылы музейынан Шәғәле Шаҡман янын урлауҙа ғәйепләнәһегеҙ.

Айбулат аптырап ҡалған ҡыҙға текәлде. Кеҫәһенән асҡыс сығарып, уға тотторҙо.

– Ҡыҙыл төҫтәге машинала ҡыҙҙар йөрөргә тейеш. Был машина, әйҙә, һиңә булһын. Әгәр бөгөн ҡайтып китмәһәң, кискә осрашыуға саҡырам.

– Мин көтөрмөн, – тине ҡыҙ.

– Улайһа, Бизонды һаҡла, – тине Айбулат.

– Аңланым, Айбулат ағай, – Гөлнәзирә егеткә шундай наҙлы итеп ҡараны, буйҙаҡтар араһында йөрөп, күңеле ҡатып бөткән егет ҡолап китә яҙҙы. – Бизондың багажнигында ятҡан Бизонды әйтәһеңме?

– Тап шулай, – тине лә егет, полиция машинаһына табан йүнәлгәйне генә:

– Айбулат улым, туҡта! – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, Ғәле Ҡаһармановичты күреп, ҡатып ҡалды. "Әһә, Ғәле олатай эҙләтә икән янды", тигән уй йүгереп үтте шунда башынан.

– Айбулат улым, ғәфү итә күр, музейҙан Шәғәле Шаҡмандың янын һин алып киткәнде ауылда кемдер күргән, полицияға хәбәр иткән. Шунан ауылдаштар мине яндың юғалыуы тураһында полицияға ғариза яҙырға күндерҙеләр, – тине Ғәле Ҡаһарманович, шунан полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итте:

– Егеттәр, һеҙ ҙә ғәфү итегеҙ. Хәҙер мин үҙем полиция бүлегенә барып, ян юғалыуы тураһындағы ғаризамды кире алам. Аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡты бында...

Полиция машинаһына табан атлаған ерҙән туҡтап, Айбулатҡа боролоп, Ғәле Ҡаһарманович тағы шулай тип өҫтәне:

– Янды оҙағыраҡ килтермәй тотҡас, етмәһә, ауылдаштар музейҙа ян юҡҡа сыҡҡанын шәйләгәс, үҙем дә аптыранғайным шул. Бәлки, янды юғалтып-фәлән ҡуйҙымы икән, тип тә шикләнгәйнем. Әле бына яндан атыу буйынса ярыш булғанын, шунда һинең еңеүең тураһында ишеттек. Ауылдаштарға аңлаттым: ысынлап та, йәштәрҙе яндан атырға өйрәтәм, олимпия чемпиондары тәрбиәләйем, тип янып йөрөгән кешелә булырға тейеш артабан был ҡомартҡы, тинем. Музейҙа оҙаҡ һаҡланды, халыҡҡа хеҙмәт итер ваҡыты етте был Шәғәле Шаҡман янының…

Шулай тине лә, тәүәккәл аҙымдар менән полиция хеҙмәткәрҙәре артынан атланы…

Радик Өмөтҡужин.

Читайте нас