Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
17 Сентябрь 2023, 09:05

Һыуһынды ҡандырмаған тормош йәки оло юл буйындағы һуҡмаҡ (хикәйә)

Бер ваҡыт мин унан ауырға ҡалдым. Нишләргә белмәй ыуаландым, кәңәш итергә кеше юҡ(ата-әсәйгә әйтергә ҡурҡтым). Илгиз дә юғалып торҙо.Ҡатын -ҡыҙҙар консультацияһына барғас, сиратта һөйкөмлө, алсаҡ Әлфиә исемле ҡатынға иғтибар иттем. Һиҙемләүемде әйт-ул һөйгәнемдең ҡатыны булып сыҡты. Икенсегә ауырлы ине.

Һыуһынды ҡандырмаған тормош йәки оло юл буйындағы һуҡмаҡ (хикәйә)
Һыуһынды ҡандырмаған тормош йәки оло юл буйындағы һуҡмаҡ (хикәйә)

-Йәштәр минең хатаны ҡабатламаһын, запас аэродром була күрмәһен, бер ваҡытта ла өсмөйөшкә ризалашмаһын,-Гөлназ ханым ҡәтғи рәүештә усы менән һауаны ярҙы.-Кемделер яратам тип, бөтә ғүмерен заяға үткәрмәһендәр. Мин бына егерме йылдан ашыу "запас тәгәрмәс", һөйәркә булып йәшәнем. Ә бит минең дә үҙ ғаиләм булыр ине. Хәләл иремдән балалар табып, ошо заманда ҡәҙерле өләсәй ҙә булып ултырыр инем әле. Йәшлек күҙ асып йомғансы үтте, үкенестәргә күмелеп, әрнеүем эсемә һыймағанға бүлешәм...
Үкенесле һөйөүем ямғырлы бер кистә башланды. Һыуыҡ ятаҡ бүлмәһендә шәлгә уранып, бер үҙем китап уҡып ятҡанда, ишеккә туҡылдатып, Гөлназды аҫта көтәләр, тип ҡысҡырып китеп барҙылар. Кем килде икән, тип аптырап, вахтаға төштөм. Унда, тәҙрә янында, лысма һыу бер егет кенә бар. Вахтерҙан һорайым: "Ә кем мине, ө!:-сы бүлмәнән Гөлназды саҡыртты?"- тип. Ул тәҙрә буйында торған егеткә ымлай:"Ана тора". "Вертушка" аша сыҡтым да, егеткә барып, һаумыһығыҙ, ә һеҙ кем булаһығыҙ, тп өндәштем. Уның күҙҙәре йомрайҙы:
-Һаубыҙ әле, һылыу. Мин-Илгиз. Ә һеҙ үҙегеҙ кем әле?
-Һы, һеҙ мине саҡытрҡанһығыҙ ҙа һуң...Гөлназ мин.
Егет киң йылмайҙы:
- Мин ни ауылдаш ҡыҙҙы эҙләп килгәйнем, Гөлназ, 216-сы бүлмәлә йәшәйем. тигән һымаҡ булғайны. Яңылышҡанмын, ахыры.
Инде мин йылмайҙым:
-Юҡ-юҡ, дөрөҫ! Беҙ Гөлназ апай менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ. Улар, дүртенсе курстыҡылар, әле практикала.
-Ә һин нисәлә уҡыйһың, матур бәпес?-ҡара сәсле егет "һин"гә күсте.
-Беренселә,- уның үткер ҡарашынан баҙаным.-Мин бәпес түгел,өлкәнмен, 15-ем тулды.
-Ҡарале, улай ныҡ өлкән булғасһың, миңә сәй эсереп сығармаҫһыңмы?Өшөттөрҙө.
Вахтала документын ҡалдырып, беҙҙең бүлмәгә күтәрелдек. Мин уға сәй эсергән булдым. Көлә-көлә хәбәрен теҙгән мыҡты кәүҙәле шаян егеткә хайран ҡалып, ҡарашына, тауышына арбалғандан-арбалдым. Ул мине яғымлы тауышы менән сорнап алғандай тойолдо. Тауышын тыңлап, эргәһендә ултырыуы ла оло ләззәт, кинәнес ине....
Илгиз бүлмәләш Гөлназ апайҙың егете булып сыҡты, бергә йөрөй башлауҙарына бер ай самаһы ғына ине. Ул да мине тәү күреүҙән оҡшатып, тиҙҙән ауылдашы менән араларын өҙҙө. Гөлназ апай уны яратҡан булған, һыр бирмәҫкә тырышһа ла, байтаҡ ваҡыт яуапһыҙ һөйөү утында янды. Осло беҙҙе тоҡта йәшереп һаҡлап булмай- бүлмәләш ҡыҙҙар минең Илгиз менән осрашып йөрөүемде белде. Әлбиттә, кәрәкте бирҙеләр: мине илатҡансы әрләп-әрләп, һөйләшмәй, ваҡ-төйәк этлек ҡылдылар..Түҙер әмәл ҡалмағас, уларҙан ҡасып, бер әбейгә фатирға късеп сығырға мәжбүр булдым. Фатир өсөн аҡса түләргә кәрәк бит, иҙән йыуырға эшкә төштөм. Уҡып та, эшләп тә йөрөүе ауыр ине, шуға ла кире ятаҡҡа ҡайттым, миңә икенсе бүлмәнән урын таптылар. Дүртенсе курстар уҡыуҙарын тамамлағас, еңел тын алдым.
Тиҙҙән Илгизде армияға алып киттеләр. Ул тәүҙә Ашхабадта "учебка" үтте, шунан Афғанстанға эләкте.
"Бында ни рәхәт, ҡыҙыу ҡояш аҫтында ҡыҙынып тик йөрөйбөҙ, ике ҡулға бер эш-руль әйләндереү, саң ғына йонсота",-тип хаттар яҙҙы. Хаттарына ҡарағанда, тып-тыныс урында еңел генә хеҙмәт итәме ни! Аҙаҡ ҡына унда тамуҡ булыуын, һыуһыҙ интегеүҙәрен , туҡтауһыҙ сирләүҙәрен, иптәштәрен юғалтыуҙарын һөйләне. Илгиз яраланып, госпиталдә ятыуы хаҡында ла белдермәгәйне, аныҡ ҡына ҡасан ҡайтып етерен дә хәбәр итмәне, сөнки үҙе лә белмәне. Хаттары тулы һөйөү, киләсәкккә пландар ине.
Ул армиянан ҡайтҡан мәлдә мин ата-әсәйем менән күрше өлкәлә туғандарҙа булдым. Ағайым менән еңгәм аварияға тарып, хәлдәрен белешергә барғайныҡ. Барабыҙ ҙа ҡайтабыҙ, тип уйлағайным. Ләкин мине шунда ике айға ҡалдырҙылар-туғандарға ауыр ваҡытта бала ҡарарға ярҙам итешергә...Хәҙерге кеүек кеҫә телефондары, Интернет, социаль селтәрҙәр булһа, Илгиз менән хәбәрләшеп, юғалтышмаҫ инек, ә ул заманда хаттар аша ғына бәйләнеш тотҡайныҡ. Икенсе өлкәгә юлланыуыбыҙ тураһындағы хатым уға барып өлгөрмәгән. Илгиз армиянан ҡайтҡан булған. Ул мине юғалтып, Гөлназ мине ҡаршы алманы, ташланы, тип бошонған.
Август аҙағында өйгә ҡайтыуыма Илгиздән килгән телеграмма, әллә нисә хат мине көтә ине. Ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикереп, илай-илай хаттарын уҡыным, яуап яҙҙым. Күп тә үтмәне Илгиз күрешергә килеп етте. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ. Минән бәхетле кеше юҡ ине. Ләкин бер нисә айҙан ҡурҡыныс хәбәре менән шаңҡытты:
-Минән бер ҡыҙ ауырлы. Мин өйләнергә мәжбүр...
Уның хыянаты мине быуынһыҙ итте. Илгиз армиянан ҡайтҡас, бер нисә көн буйына дуҫтары менән эсеп, байрам итеп йөрөгән. Шунда ауылға әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ менән йоҡлап, эште боҙғандар.Ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы асыҡланғас, уның ата-әсәһе Илгизде эҙләп килгән...
-Йәшәмәйем мин уның менән, өйләнешеүебеҙ-формаль, тиҙҙән айырылышам, мин һине генә яратам, ташлама мине,- тип Илгиз күҙ йәшен түгеп инәлде. Һәм мин уның хыянатын ғәфү итеп, аралашыуҙы дауам иттем. Бер егетте лә яҡын юлатманым. Илгиз ана айырылыша, бына айырылыша, тип көттөм. Ә уларҙың улдары тыуҙы. Игеҙәктәр. Илгиз, минең алда шатлығын күрһәтмәҫкә тырышһа ла, сикһеҙ ҡыуанғайны. Улдарым әҙерәк үҫһен, нығынһындар ҙа, айырылышырмын, көт инде, тип өмөтләндерҙе. Игеҙәктәрҙең береһе йыш ауырыны. Ауырыу баланы ниндәй намыҫ менән ташлап китәәйем, көт, түҙ, тип Илгиз тағы көттөрҙө. Бер ваҡыт мин унан ауырға ҡалдым. Нишләргә белмәй ыуаландым, кәңәш итергә кеше юҡ(ата-әсәйгә әйтергә ҡурҡтым). Илгиз дә юғалып торҙо.Ҡатын -ҡыҙҙар консультацияһына барғас, сиратта һөйкөмлө, алсаҡ Әлфиә исемле ҡатынға иғтибар иттем. Һиҙемләүемде әйт-ул һөйгәнемдең ҡатыны булып сыҡты. Икенсегә ауырлы ине. Илгиздең, ҡатыным менән беҙҙең арала бер ни ҙә юҡ, айырым йоҡлайбыҙ, тик улдарым хаҡына ғына уның менән йәшәйем, тип әйтеүенә ышанған мин алйот... Алдағын шундай ауыр кисерҙем, тоттом да беткә үсегеп, тунын утҡа яҡҡан әҙәмдәй, ауырымды алдырҙым. Илгизгә, башҡа килмә лә, йөрөмә лә, бөттө, мөхәббәтте скальпель менән ҡырып алып ҡалдылар, тип иланым. Ә ул бер ни өндәшмәй, башын баҫып ултырҙы-ултырҙы ла:
-Баланың бында ни ғәйебе бар ине, Гөлназ? Мине ысынлап яратҡан булһаң,уның ғүмерен ҡыйыу уйы башыңа ла инеп сыҡмаҫ ине,- тип сығып китте.
Илгиз менән башҡаса һис ҡасан осрашмаҫҡа, күрешмәҫкә ниәтләһәм дә, ул мине үҙенән ебәрмәне. Хәйер, үҙем дә, иҫәүән, унан киткем килеп тормағандыр. Сөнки икенсе ирҙәргә ҡараманым, яралы күҫелемде эшкә баҫтым. Гел Илгизде һағындым, көттөм.
Бер йылдан Илгиз ҡабаттан тормошома килеп инде. Ҡыҙыбыҙға һинең исемде ҡуштым, тип әйтеүе етте. Кисерҙем. Һәм егерме йылдан ашыу, гүйә, Илгиз менән Әлфиә араһында күләгә булып йәшәнем. Тәүге йылдарҙа, айырылышам да һиңә өйләнәм, тигән Илгиз тора-бара ул һүҙҙәрен онотто:балалары ишәйҙе, ҙур йорт һалып инделәр, улдарын армияға оҙаттылар, ҡыҙҙарын кейәүгә бирҙеләр һ.б...
Миңә Илгиздең тормошоноң ҡалдыҡ-боҫтоғо ғына эләкте. Өс-дүрт айға бер килеп китә, килгәнендә лә балалары тураһында һөйләүҙән ары уҙмай. Мин бындай һыуһын да ҡанмаған тормоштан ялҡып, булды, бөттө, етәр, артабанһин- үҙ тормошоң менән, мин үҙ тормошом менән йәшәйем, тип тулаһам, Илгиз тиҙ генә ике-өс көнгә яныма йәшәргә килеп етә һала, бүләктәр менән күмеп ташлай, яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип күҙгә мөлдөрәп ҡарай. Һәм мин ярҙарыма ҡайтам, тағы ла шул бер юлдан, дөрөҫөрәге, оло юл янындағы һуҡмаҡтан, тәгәрәүҙе дауам итәм.
Йәшерәк сағымда бер ир минең арттан ныҡлап йөрөп алғайны ул, шуға кейәүгә сығырға дәртләнеп тә ҡуйғайным, әммә Илгиз, мин һиңә йәшәргә килдем, тип сумаҙанын күтәреп килеп ишегемде ҡаҡты бит, хәйерһеҙ. Бер аҙна бергә йәшәгәс, теге иргә мин "отворот поворот" биргәс, Илгизҙә тиҙ арала өйөнә ҡайтырға тура килде, йәнәһе лә бәләкәстәре ауырый...
Әле үткәндәрҙе уйлайым да, Илгиздең донъяһы түңәрәк булған, тим: һәп-һәйбәт, тыныс, уңған ҡатыны янында, балалары ла тәгәрәшеп үҫә, һылыу һөйәркәһе лә, йәғни мин, ауыҙына күндәм ҡарап торғанмын. Уға нимәгә айырылышыу?! Ҡай саҡ Әлфиәһенә лә асыуым ҡабарҙы. Бөтөнләй ғорурлығы булманымы икән ни?! Илгизде ҡыуып сығарһа ла сығарыр ине бит , ә ул бала өҫтөнә бала тапты. Байрамдарҙа, оҙайлы ялда яңғыҙлыҡ үҙәккә үтеп, әллә өйҙәренә барып, бөтәһен дә һөйләп бирәйемме икән, тип ғәйрәтләнгәнем дә булды. Тик батырсылығым етмәне.
Илгиз яҡты донъянан киткәс, кеше һымаҡ оҙатырға ла бара алманым. Нимә тип, кем рәүешендә барыр инем?! Мин уның менән һирәк-һаяҡ түшәк бүлешкән һөйәркәһе, типме?! Балабыҙ булһа, ул улымдың йәки ҡыҙымдың атаһы тиер инем, исмаһам, ә былай ни, бары енәйәтсе ише , кешенән ҡасып-боҫоп, ҡәберенә сәскә һалып китә алдым.
Гөлназ ханымдың тормошо, моғайын да, тик үкенестәрҙән генә тормағандыр, һөйөнөстәре лә байтаҡ булғандыр. Ләкинэсен бушатҡан мәлдә улары онотолоп, йөрәге яныуын иҫерткес эсемлек менән баҫып ултырҙы.
Үҙе һайлаған яҙмыш, бер кемде лә ғәйепләй алмай. Быны ул үҙе лә яҡшы белә.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: