

Ятайыҡ, йә, Аллаһ,Торайыҡ, иншалла!
Шул йоҡонан торалмаһаҡ,
Баҡыйлыҡта иман бир, Аллаһ!
Ҡатынҡай, ғәҙәтенсә, доғаһын уҡып, бисмиллаһын әйтеп, ҡыҙҙарының уртаһына ята. Өсөһөнә ҡорама юрған буйтым етә: ҡосаҡлашып ҡына ятһалар, йылыраҡ була.
Санияның бөгөн бигерәк кәйефе юҡ. Тышта ялҡытҡыс ямғыр яуа. Иҙәнгә тас, биҙрә, көршәк теҙеп ҡуйғайнылар, шуларға тып-тып, тап-топ итеп тамсылар тама. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуыуына, тамсыларҙың туҡтауһыҙ тыпылдауына мейес аҫтындағы сиңерткәнең сырылдауы ҡушылып китә лә эс бошоуҙы бермә-бер арттыра. Күпме эҙләп тә, шул бөжәкте таба алмайҙар.
Ямғырҙар башланмаҫ борон, көндәр ҡоро саҡта, ҡыйыҡ аҫтын һыларға Сания ваҡыт еткерә алманы. Йыл әйләнәһенә һис бөтмәгән колхоз эшенән бушап буламы ни… Ун дүрт йәшлек Раҡияһы менән ун алтыһы яңы тулған Раушанияһы ла ферманан ҡайтмай: мал ҡарайҙар, һыйыр һауалар. Бесән эше башланһа, хатта аҙналар буйы күрешмәйҙәр. Бесәнселәргә ауылға ҡайтырға мөмкин дә түгел: таң менән, һалҡыныраҡ мәлдә, сабалар ҙа, төшкөлөктө ашағас, элегерәк сапҡанын, кибергә өлгөргәнен, йыялар, күбәләйҙәр. Йәшерәк, таһыллыраҡ ҡатын-ҡыҙ кәбән ҡоя.
Санияны күңелһеҙ уйҙарынан арындырырға теләгәндәй, кәзәкәйҙәре Машка мыҡырлап ҡуя.
– Килде бит заманалар: хәләл малыңды йәшереп аҫра инде. – Сания, кәзәне йә урларҙар, йә бүреләр тамаҡлар, тип ҡурҡып, ишек төбөндә, оло мейес артындараҡ, ситлек эшләгәйне. Септә ҡорған ҡороп ҡуйҙы – Машка ауылдаштар күҙенә лә салынмаҫҡа тейеш. Был донъяның кеме юҡ: күрерҙәр, Әширәфкә еткерерҙәр…
– Раҡия, Машкаға бесәнде аҙ һалдыңмы әллә?
– Үҙең самалап һалырға ҡуштың бит…
– Иртәгә күберәк ашат, ҡайын япрағы менән кесерткән керетергә лә онотма. Миктәһә, йә бәрәсләй алмаҫ. Күҙ терәп торғаныбыҙ шул кәзә. Аллам һаҡлаһын, әрәм генә була күрмәһен, бөлөрбөҙ, – Сания көрһөнөп ҡуйҙы.
Һары таңдарҙа йә эңер төшкәс, колхоз бригадирынан ҡасып-боҫоп Машкаға, тыуасаҡ бәрәстәргә етерлек бесән әҙерләнеләр. Йылға аръяғына сығып, үләнде ураҡ менән уралар ҙа, киндер тоҡҡа тултырып, алып ҡайталар. Раҡияһы менән Раушанияһы ураҡ тоторға оһолланып бөттө. Әлдә лапаҫтары ныҡ: ҡыйыҡ аҫтына ямғыр үтмәй. Тоҡтағы үләнде йәйеп ебәрәләр. Бер-ике көндән һурыға, ике-өс көндән кибеп тә сыға. Кипкән бесән өҫтөнә тағы яңы үлән йәйәләр. Ямғырға сыланмай ғына кипкән бесән йәм-йәшел була. Ҡайын япрағы, кесерткән ташынылар. Уларын, «Машкаға витамин», тип кинәнә-кинәнә миндек итеп бәйләп элделәр. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Тик үҙҙәренә ризыҡ табыуы ифрат ҡыйын.
Раҡия ҡапыл йомартланды:
– Машка бәрәңге ҡабығын да ярата! – тине, инәһенә һыйынып.
– Бәрәңгене әрсеп бешермәгеҙ, барлыҡ ризығыбыҙ шул – һаҡсыл булығыҙ. Быйыл сәсергә орлоҡ тапмай, яфаланғаныбыҙҙы онотмағыҙ. Әлдә Катерина бар. Ул бәрәңге бирмәһә, сәсә алмаҫ инек. Сашаһы һуғыштан имен-һау ҡайтһын инде. Карауаты ҡаршыһындағы бала ҡосаҡлаған ҡатын төшөрөлгән кәртинкәгә ҡарап, көнө-төнө суҡына, улының тере ҡалыуын теләй. Изгелекле мәрйәкәй, ҡырҡ биштә генә булһа ла, йыш ауырый, аяғы бик һыҙлай, ҡайһы саҡ бөтөнләй баҫа алмай икән. Ире хеҙмәт армияһында ине, үпкәһенә һыуыҡ тейеп, иллеһе лә тулмай, гүр эйәһе булды. Әлдә әтейе бар: уныһы ла олоғайған – етмешкә етеп бара. Гриша ҡарт һаман сос, егәрле, һис тик тормай, рәхмәттәр яуғыры.
– Инәй, әлдә улар бай: беҙгә аҡмаһа ла тамып тора – эшен эшләйбеҙ ҙә беҙгә кәрәк нәмәне бирәләр, – әлегәсә һүҙгә ҡыҫылмай ятҡан Раушания ла хәбәргә ҡушылды.
– Элек-электән хәлле йәшәгәндәр. «Урыҫ байыһа, өй һала, башҡорт байыһа, бисә ала» тиҙәр бит. Йорто ҙур – әллә нисә бүлмәле, болдорҙары бейек. Ниндәй генә йәшелсә үҫтермәйҙәр ҙә нисәмә төрлө бәшмәк йыймайҙар – ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуялар. Бәрәңгегә ҡушып ашаһаң, хатта тәмле. Бәшмәктең бер төрлөһөн яҙҙан уҡ йыя Гриша ҡарт, көҙөнә икенсе төрлөләрен. Сусҡа майында ҡыҙҙырып ашайҙар. Катерина күпме ҡыҫтаһа ла, ни ҡәҙәре ас булһам да, ауыҙыма алғаным юҡ. Тәүбә, гонаһтан ҡурҡмай, нисек сусҡа итен, майын ашамаҡ кәрәк…
– Их, әпәкәйгә аҡ май һылаптырып, бәрәңгене йәш ҡаймаҡҡа маныптырып ашаһаң ине! – Раҡия төкөрөгөн йотоп ҡуйҙы.
– Һуғыш бөткәс, ашарбыҙ. Совет Армияһы фашистарҙы, дөмөккөрҙәрҙе, дөрә генә икән. Оҙаҡламай һуғыш тамамлана, тиҙәр, – Раушанияның тауышында тантана һиҙелде.
– «Оҙаҡламай» тигәндәре ҡасанғаса һуҙылыр бит әле… Һуғыштың бер көнө йылға тиң. Утыныбыҙ ҙа яҙғаса етмәҫ. Былтыр ҡыш кәртәләрҙе лә яғып бөттөк. Күҙ асҡыһыҙ бурандар башланһа, тағы утынға йөрөй алмабыҙ. Яҡыныраҡ нимә осрай – сытыр-фәләнме, ерекме, уҫаҡмы, ҡайынмы – бер нимәгә ҡарамай, хәлебеҙсә ташып ҡалырға кәрәк, – Сания, хафаланғанын һиҙҙермәҫкә, балаларын ҡурҡытмаҫҡа тырыштымы, хәбәрен ҡапыл икенсегә бороп ебәрҙе. – Раҡия, әтейеңә хат яҙҙыңмы!
– Бәй, хатын алғас та, яуап яҙҙым бит – ҡат-ҡат уҡып ишеттерҙем, әллә оноттоңмо! – Ҡыҙыҡай, сикһеҙ аптырап, тороп ултырҙы.
– Ә һин тағы яҙ, тик Раушанияның ауырығанын яҙма – көйөнөр.
– Ни ере яраланғанын әтейем ниңә яҙманы икән? Һауыҡһа, тағы фронтҡа ебәрерҙәр микән? – Раушания ла урынынан торорға аҙаплана башланы.
– Нимәгә йыбырланығыҙ ҙа киттегеҙ!? Ятығыҙ, ябынығыҙ? Инде йылындым, тиһәм… – Сания, һуҡрана-һуҡрана, юрғанды ҡымтыны.
– И-их, иртәгә әтейем ҡайтып керһен ине! – Раҡия көн оҙоно уйлағанын әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
– Имен-аман булһын – тып итеп ҡайтыр ҙа керер, иншалла! – Санияның шундуҡ кәйефе күтәрелде, йөҙө яҡтырҙы, тауышы баҙыҡланды.
– Әтейем ҡайтҡас та, бураға тотонор. Яңы өйгә керһәк, «тамсылар таҡмағын» һағынырбыҙ әле… – Раушания шаяртҡан булды.
Сания уның һүҙен бүлдерҙе:
– Әтейегеҙ ифрат егәрле ине.
Раҡия тағы тороп ултырҙы:
– Инәй, «ине» тип һөйләмә. «Ине» үткән заманды белдерә. Шөкөр, ул тере, хаты килеп тора.
– Хәҙерге балалар һүҙгә шәп тә инде. Шулай, әтейегеҙ – ауылыбыҙҙың данлыҡлы балта оҫтаһы. Ошо бураны ихласлап тиҙ арала бураны. Өмә менән бер көндә мүкләп күтәрҙеләр. Өйҙөң ярты эше эшләнгәйне. Сурағол өйгә ҡарап тора ла: «Гриша Ципишев белештең йорто һымаҡ төҙөрмөн: өй башын тимер менән ябырмын, болдорҙо бейек, иркен итермен, тәҙрә яҡтарын, кәрниздәрҙе буярмын. Урыҫ ҡапҡа эшләрмен. Көҙгә яңы өйгә керәбеҙ», – тип кинәнә. Ҡапталғыр Гитлер бөтә хыялдарҙы емерҙе. Лабырлай торғас, ярты төн етте, шай. Йоҡлайыҡ. Әй–й, онота яҙҙым: Раҡия, иртәгә ямғыр туҡтау менән мөрйә төбөн, түбәнең ярғыланған ерҙәрен һылап төш. Дуйын балсыҡ әҙерләп ҡуйҙым. Былай ни, ҡар яуғансы таҡмаҡ тыңлап интегербеҙ.
– Бәй, иртәгә ямғырҙың туҡтарын ҡайҙан беләһең? – Раҡия ғәжәпләнде.
– Кинәт башланған ямғыр тиҙ туҡтай. Бөгөн, дүшәмбе, яуырға тотондо. Ә мына йома көн башланғаны аҙнаға һуҙыла. Әммә көҙгө көнгә ышаныс юҡ: яҙғы ямғыр – көн аҡыл, көҙгө ямғыр ни аҡыл, тиҙәр. – Күпмелер һүҙһеҙ генә ятҡас, Сания хәбәрен ялғаны. – Бригадир иртәгә келәттә ашлыҡ әйләндерергә ҡушты – иген ҡыҙа башлаған. Көндәр сыуаҡ саҡта элеваторға ташып бөтә алманылар. Исраф була күрмәһен – Әширәф ағайҙың башын ашарҙар.
– Ашатыр ул башын! Үҙе һоғона бит әҙәм баштарын. Уның… – Раушания һүҙен дауам итә алманы, эсе бығырҙай башланы. Шуны ғына көткәндәй, Раҡияның эсе лә тауышланырға тотондо.
– Шул тирәм генә һәләк ауырта, – инәһенең ҡулын һыҙлаған ергә һалды Раҡия.
– Ашау етмәй, балалар. Өс көлсә бар, хәҙер ашатһам, иртәгәгә ҡалмай. Нисек тә түҙегеҙ. Келәттән бер-ике ус арыш алып ҡайтһам, ҡурмас ҡыҙҙырыр инек… – Сания шыбырлауға күсте.
– Көнһылыу апай көнөнә төшөргә уйлайһыңмы? – Ҡурҡҡан ҡыҙҙар инәкәйҙәренә һыйынды.
– Ҡуй инде, ундай көндәрҙе күрергә яҙмаһын. Был Әширәф ағайҙың ҡанһыҙлығы, таш бәғерлеге ни ҡәҙәре: өс балаһын һис йәлләмәйенсә, Көнһылыуҙы төрмәгә оҙатты бит. Йә инде, ике ус арыш өсөн кеше башына етсәле… Көнһылыу колхоз эшендә көн-төн эшләне, әле лә күпме файҙаһы тейер ине. Район үҙәгендәге балалар йортона алып киткән бахыр сабыйҙары ни хәлдәлер инде… Йә, нисек тә йоҡларға тырышайыҡ, иртәгә һары таңдан торорға кәрәк, – Сания ҡыҙҙарын ҡыҫып ҡосаҡланы ла тымып ҡалды.
Ишек дөбөрләгәнгә уяндылар.
– Хоҙайым, әтейегеҙ ҡайттымы әллә?!. – Сания, юрғанды һирпеп ташланы ла, ҡалтыранған ҡулдарын саҡ тыңлатып һуҡыр шәмде ҡабыҙғас, быуыны бушаған аяҡтарын һөйрәп, ишеккә йүнәлде. Раҡия пәрҙәһеҙ тәҙрәгә күҙ һалды: тышта ҡараңғы әле. Көҙгө көндәр ҡыҫҡа шул – эңер тиҙ төшә, һуң яҡтыра. Әле сәғәт нисә икәнен дә белерлек түгел.
Раушания ла, һәрмәнеп, һике ситенә яй ғына шыуышты. Уның күҙҙәре ипләп күрмәй – эренләп ыҙалата. Сания тәҙрә пәрҙәләрен һелтелә йыуып, күҙҙәрен һөртөргә биреп ҡуйған. Раушания, һыҙлаған күҙҙәренә сепрәк ябып, күберәген ятып ҡына тора – бер нимәгә лә эшкинмәй.
– Әтейегеҙ ҡайтҡандыр! – Сания, кем килгәнен дә һорамай, ишекте асып ебәрҙе.
Әммә ишектән ауыл Советы рәйесе Әширәф менән йәш кенә һалдат килеп керҙе.
– Һаумыһығыҙ! – Әширәф көр тауыш менән сәләмләште.
– Әкренләп… – баҙанған Сания артҡа сигенде, ҡурҡыуҙан ҙурайып киткән күҙҙәрен ят кешегә төбәне: әллә Сурағоло хаҡында бер-бер яман хәбәр килтергәнме?..
Раушания, урынына кире ята һалып, юрғанын бөркәнде.
Раҡия ла һалдатҡа текәлде, әммә әтеһе түгеллеген күргәс, шундуҡ бөршәйҙе, күҙ алдары ҡараңғыланып, яй ғына иҙәнгә сүгәләне…
Раҡия күҙҙәрен асҡанда теге һалдат һике ситендә уға ҡарап ултыра ине. Ҡыҙ бала үҙен һикегә күтәреп һалғандарын да һиҙмәгәйне. Әширәф менән Сания йәнәш баҫып тора. Өйгә ниндәйҙер дарыуҙың ҡырҡыу еҫе таралған – Раҡияның танауын ярып бара. Ҡыҙыҡай, тырышып-тырмашып тороп ултырҙы ла, былар һауыттарға абынғандыр, тип уйлап, иҙәнгә ҡараны. Иҙәнгә теҙелгән һауыт-һаба юҡ ине – Сания уларҙы йыйырға, һыуҙарын түгергә өлгөргәйне. Раҡия иркен һуланы. Уның тороп ултырғанын, күҙҙәрен тултырып, тирә-яҡты байҡағанын күргәс, Сания шым ғына иларға тотондо:
– Балаҡайымдан яҙҙым тип, ҡоттарым осто. Рәхмәт, туғанҡай, ҡотҡарҙың, – тине ул һалдатҡа.
Әширәф, әлеге көтөлмәгән хәлгә асыуы килеүен белдереп, тамағын ҡырҙы, артһыҙ ултырғысҡа ашыҡмай ғына уңайлап ултырҙы ла ҡулынан мәңге төшмәгән күн сумкаһын тубығына һалып, ҡәләм алды:
– Сания ҡәрендәш, түләп бөтмәгән былтырғы һалымың бар. Ә быйылғыһын түләй ҙә башламағанһың. Мына налог агентына ниндәй яуап бирерһең?
– Ит һалымына һыйырыбыҙҙы тотондоҡ. Былтырғы-быйылғы ит һалымы түләнде. Һыйырҙы һуймаҫ борон һөт менән майҙы ла тапшырҙым. Мәрйә белешем Катеринанан ике һарыҡ тиреһе килтереп бирҙем. Өмрәхилә апайға, үҙеңдең бисәңә, әллә күпме йөн иләп, ун пар бейәләй-бәшәй бәйләнем. Ғаиләгеҙ менән шуларҙы кейәһегеҙ. «Был эштәрең өсөн йөҙ күкәй, ике кило йөн менән иҫәпләшермен. Налогҡа тиһәң, Әширәф келәткә үҙе алып барыр», тигәйне лә… Шулай булғас, былтырғы һалым вис түләнеп бөткән.
Әширәф агент алдында оятҡа ҡалырын көтмәгәйне – маңлайын ҡул һырты менән һыпырҙы:
– Белмәйем… Өмрәхилә бер ни ҙә әйтмәне. Ярай, асыҡлармын. Әле быйылғы һалымына күсәйек. Тәк, илле килограмм итеңде ысынлап та тапшырҙың микән? – Ауыл Советы рәйесе ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы күҙенә терәп тиерлек ҡарай башланы.
– Бәй, был ни хәл? Ит хаҡында яҙманыңмы ни, ағай? Һыйырыбыҙҙы ике йылдың һалымына тотондоҡ. Үҙебеҙ баш–тояғы, эсәк-ҡарыны менән хушландыҡ. Былтырғы, быйылғы ит һалымыбыҙ бөткән. Раҡия, яҙып барғайның бит: килтер әле шул ҡағыҙҙы! – Ифрат хафаланған Санияның йөҙө ап-аҡ булды.
Раҡия шүрлеккә үрелде: иҫәп-хисап теркәлгән дәфтәрҙе шунда һаҡлайҙар. Исеме генә дәфтәр – ысынында иһә төрлө ҡағыҙ киҫәктәрен, гәзит ситтәрен беркетеп, тегеп ҡуйған нәмә.
Ҡыҙ ҡысҡырып, асыҡ итеп уҡырға тотондо: 1943 йыл. Мең литр һөт, туғыҙ килограмм май, илле килограмм ит, ике килограмм йөн, ике һарыҡ тиреһе, йөҙ дана күкәй түләнгән. 1944 йыл. Илле килограмм ит түләнде».
– Яр-а-ай… – тип һуҙҙы Әширәф, шунан, ҡапыл ҡурҡып уянған кеше кеүек, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ҡалғандарын ҡасан тапшыраһың!?
– Һарығыбыҙ юҡ шул, – Сания, ғәйепле бала һымаҡ, башын аҫҡа эйеп, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Һарыҡ тиреһе булмаһа, кәзәнеке лә ярай! – Әширәф бөлөнөп киткән ҡатынға күҙенең ағы менән ҡараны.
Кәзә тиреһе лә ярай, тигәнде ишеткәс, Раҡияның йөрәге дарҫлап тибергә тотондо: ҡорған артындағы Машкабыҙ мыҡырҙамаһа ғына ярар ине… Әширәф бабай уны шәйләмәһә генә ярар ине… Әллә кәзәбеҙҙең барлығын беләме икән?.. – Ҡыҙ бала тағы иҫтән яҙыр сиккә еткәйне.
Әширәф ҡапыл хәбәрен икенсегә бороп ебәрҙе:
– Ништәп оҙаҡ йоҡлайһығыҙ? Сания, һиңә келәткә барырға ҡушманымы ни бригадир?
– Ҡушты, ҡушты. Тик… бармам, ахыры. Бердяевка ауылындағы Катерина белешемдән һарыҡ тиреһе алып ҡайтырға кәрәк. Ул ҡул эшен белмәй – бәшәй-бирсәткәләрҙе минән бәйләтеп, фронтҡа оҙата. Әжеренә ни һораһам да бирә – һыҡмыр түгел. Ваҡ мал һуйып торалар. Әтеһенең ҡулы оҫта – тиреләрҙе дан итеп эшкәртә.
– Биләмдә һәптәндәгәс, ашлыҡ нимәштәр? Вредительство бит был!
Шул саҡ Раушания юрған аҫтынан башын сығарҙы ла, ғауғаны артабан тыңлай алманы, ахыры, тороп ултырҙы.
Әширәф шаҡ ҡатты:
– Раушания, ниңә фермала түгелһең!
– Маһигөл апай минең һыйырҙарҙы ла һауа. Күҙҙәрем һәләк ауырта! – Хәлһеҙ ҡыҙ хәбәрен саҡ һөйләп бөттө.
– Әле һеҙ шулаймы! Хөкүмәткә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ икән. Мин һеҙҙеме!.. Бригадир был ҡәҙәре баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуямы!? Мин унымы?.. Мына, күрәһегеҙме, иптәш Полищук, беҙҙең ауыл халҡының ялҡаулығын! Йоҡонан башҡаны белмәйҙәр! – Ауыл Советы рәйесе ҡыҙып китте: бүртенде, ауыҙынан төкөрөктәр сәсеп, аҡырҙы–баҡырҙы, былай ҙа оло күҙҙәре яман аҡайҙы.
– Ағай… Әширәф ағай, ипләп… Раушанияның битенә һыйыр ҡойроғо менән һелтәгән, күҙенә сүп кергәндер – эренләп яфалай. Күҙҙән яҙһа, бөтөнләй һуҡырайһа, нишләрбеҙ!?. – Балаһы өсөн инәкәйҙәр сараһыҙҙан саяға әйләнә, Санияның тауышы нығынды, бахыр хәленән шунда уҡ арынып, рәйестең күҙҙәренә тура ҡараны.
Әлегәсә бер хәбәргә лә ҡыҫылмай ултырған һалдат ҡапыл һикенән торҙо, йондоҙло бүреге менән һоро шинелен сисеп, сөйгә элде. Фанер ҡумтаһын асып ебәрҙе, ҙур киҫәк кер һабыны алып, ҡулын йыуҙы, аҡ ҡына, таҙаҡай ғына шаҙра таҫтамалына ҡулдарын һөрттө.
– Раушания һеңлем, үҙем тикшерәйем әле, – ул йәһәт кенә ике күҙҙең ҡабаҡтарын күтәреп ҡараны. – Был – трахома. Трахоманың бик йоғошло икәнен беләһегеҙ. Әширәф Шәрәфетдинович, төшкөлөккә мин бында киләм, – тине ят ҡунаҡ. Ауыл Советы рәйесенә фарман биргәндәй, өҫтәп ҡуйҙы: – Бында аш бешерерлек мөмкинлек тыуҙырығыҙ! – Һалдат Санияға боролдо. – Бурыслы кешеләрҙе күреп, һөйләшеп бөткәс тә, килермен.
– Полищук иптәш, Өмрәхилә апайың табындарҙы мул әҙерләй – әлегәсә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Әллә, аңғармайынса, үпкәләттекме? – Әширәф баҙанды: ҡиәфәте ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине.
Һалдат яуап бирмәне, йәһәт кенә кейенде лә сығып китте. Уның артынан эләгә-һарыға Әширәф эйәрҙе.
Көтөлмәгән хәбәргә өсөһө лә шаңҡып, бер килке тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Шул саҡ Маһигөл килеп керҙе:
– Һаумыһығыҙ! – тип, ғәҙәтенсә, һапалы сәләмләште ул.
– Әлегә теребеҙ, – тигән булды Сания.
– Әширәф ағай ниндәй һалдат эйәртеп алған? Ниңә килгәндәр? Әле ҡапҡағыҙҙан сыҡҡандарын күрҙем – силсәүит яғына киттеләр.
– Һаман шул һалым инде. Былтыр Өмрәхилә апай минән әллә күпме эш эшләтте: күкәй, йөн менән иҫәпләшергә һүҙ биргәйне, һалымға тигәнен келәткә Әширәф үҙе алып барыр, тигәйне. Вәғәҙәһен онотто микән? Йөҙ күкәй, ике килограмм йөн түләнеп бөтмәгән тип, налог агенты алдында йөҙ йырта.
– Өмрәхилә апайҙың кеше малына өңрәйеүен беләһең дә! Бер туҫтаҡ аш өсөн бер баҡса ҡаҙытҡан ҡанһыҙ ҡатын бит ул! Уның янында яҡын йөрөргә ярамай! – Маһигөл күптән йөрәгенә йыйылғанын бер юлы тышҡа сығарҙы.
– Юҡлыҡ йөрөтә, юҡлыҡ! Тырышып-тырмашып һыйыр аҫраныҡ – ауыҙыбыҙға май теймәне. Бала-сағаның ауыҙынан өҙөп, тартып ала бит был һалым тигәнең! Ҡасан бөтөр икән мындай ыҙалар, мындай асығыуҙар? Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, анау һалдат төшкөлөккә беҙгә киләм, тине. Шуға аптыранып ултырабыҙ: уның тамағын нисек туйҙырырбыҙ? Әллә йүләр микән ул бәндә: миктәүҙең сигенә сыҡҡаныбыҙҙы аңламай, күрмәй микән? Астың хәлен туҡ белмәй шул… – Сания сайҡалып ҡуйҙы, тәрән һуланы.
Инәһенең ауыр көрһөнөүе Раҡияның да телен асып ебәрҙе:
– Бигерәк әрпеш тә ул: гимнастеркаһын ҡайыш менән быумаған, күкрәгендә наградалары ла юҡ. Мыйығы бер көнлөк бәпкә йөнөнә оҡшаған. Үҙе һимеҙ генә…
– Һимеҙ булмай – тыл ҡомағы бит: ҡайһы ауылға барһа ла, уполномочтарҙың тамағы һыйлы: келәттәге иң затлы ризыҡтар уларға. Колхоз хужалары күстәнәстәр биреп оҙата. Шул арала, Раҡия иркәм, ни ҡәҙәре етешһеҙлеген күрергә өлгөргәнһең – бигерәк осло күҙһең дә инде? – Маһигөл йылмайҙы, ҡәрендәшенең арҡаһынан һөйҙө.
Апаһының осло күҙ тигәне оҡшап ҡалдымы, ҡыҙыҡай өҫтәп ҡуйҙы:
– Тауышы ла бисәләрҙеке һымаҡ бит.
– Һалдат киткәнсе Катерина белешемә бармам, ахыры. Ҡасан китер икән? – Санияның – һаман бөтмәҫ хәсрәте менән донъя хәстәре.
– Уларҙың ҡайһылары аҙна буйына ята торған, – Маһигөл Раушанияға боролдо. – Күҙҙәрең аҙыраҡ арыуланамы?
– Бөгөн күҙ ҡабаҡтарымды күтәрә лә алмайым. Һуҡыраям бит! – Раушания ыңғырашып ҡуйҙы.
Шул саҡ ике ҡулына ике төйөнсөк тотҡан Фәҡилә, келәт ҡарауылсыһы Хәмиттең ҡатыны, килеп керҙе.
– Силсәүит ебәрергә ҡушҡан: мына ит, май, ярма, он, сәй, шәкәр! – тине лә төйөнсөктәрҙе дыңҡ итеп һикегә ултыртты, үпкәләгәндәй тырт-мырт баҫып, сығып та китте.
Өйҙәгеләр көтөлмәгән хәлгә телһеҙ ҡалды.
Тәүләп Сания иҫенә килде:
– Был ҡәҙәре ризыҡ хаҡын аҙаҡ түләтерҙәр микән? Һалымға ҡушып һораһалар, бәлә бит.
– Әллә инде… Түрә-ҡараны ашатырға тип ташыған аҙыҡ-түлек хаҡын Өмрәхилә әллә түләй, тиһеңме? Түләргә булһа, яҡын юлатмаҫ ине. – Маһигөл хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа йүнәлтергә ашыҡты. – Раушания иркәм, тыныс ҡына, борсолмай ғына ят, йәме. Төшкө һауынға Раҡия барырмы, тигәйнем, мында инәһенә ярҙам итһен. Нисек тә үҙем өлгөрөрмөн.
– Әй, ҡаңғырып ултырамсы, мейес яғайым, аш һалайым. Туҡмасҡа он бар, күкәй юҡ. Туҡмасым таралып торор инде! – Сания ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырырға тотондо.
– Ике-өс күкәй бар ине, хәҙер керетермен, – Маһигөл ишеккә йүнәлде.
– Һинһеҙ ни эшләр инек: һөт-ҡатыҡ килтереп тораһың, мең-мең рәхмәттәр яуһын, Мөҙәрисең имен-аман ҡайтып, балалар үҫтереп, бәхетле йәшәргә насип итһен, – тип һамаҡланы хужабикә.
– Амин! Теләктәрең ҡабул булһын! – Маһигөлдөң тауышы өҙөлдө. Йәш ҡатын башын баҫып, шым ғына сығып китте. Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышыуын өсөһө лә аңлағайны: аҙна-ун көн элек Маһигөлдөң ире Иҙрисов Мөҙәристең ҡара ҡағыҙын – похоронкаһын алғайнылар… Йәренең мәрхүм булыуына йәш ҡатын тамсы ла ышанманы. Ышанмаһа ла, йәндәй йәмәғәте хаҡында һүҙ сыҡһа, күҙҙәренә йәш тула.
Ҡаҙанда ҡайнаған иттең илерткес еҫе өйҙәгеләрҙең башын әйләндерҙе, ауыҙ һыуҙарын килтерҙе.Һәр кем ғазаптан үҙенсә ҡотолорға тырышты: Раушания, башын ҡаплап, юрғанға уранып ятты; Раҡия өй ҡыйығына менеп китте. Санияның юрауы дөрөҫ булды: ямғыр төндә үк туҡтағайны. Инәһе әҙерләгән дуйын балсыҡты ҡыҙыҡай тырышып баҫты, мөрйә төбөн, түбәнең ярғыланған ерҙәрен һылап төштө. Кәзәкәйгә ҡайын япрағы, кесерткән менән бесән керетте.
Күтәренке кәйеф менән табынға ултырҙылар.
– Таныштырайым әле, – тип һүҙ башланы Саша, – беҙҙең яныбыҙҙа минең класташым Динә ултыра. Һеҙгә, Айҙаҡай ауылына, фельдшер булып эшкә килде. Динәнең ире лә фронтта. Колхоз председателе: «Медпунктыбыҙ бик иҫке. Фельдшерыбыҙ Сәрүәр ҡустыны фронтҡа алдылар. Фельдшерыбыҙ дан ине, Мәскәү янындағы ғәрәсәттә һәләк булды. Ә иҫке медпункт ҡаралмағас, яғылмағас, ике-өс йылда емерелеп бөттө. Һуғыш тамамланып, ауылдаштар фронттан ҡайтҡас та, яңыһын төҙөрбөҙ. Почта өйө иркен: иртәгәнән ике бүлмә итеп бүлерҙәр – береһе медпункт булыр. Фатир мәсьәләһен дә иртәгә хәл итербеҙ», – тине.
– Ә ниңә иртәгәне көтөргә? Бөгөн үк, хәҙер үк үҙебеҙгә алып ҡайтам. Өйөм ҙур, яңы. Һуғыш башланыр йылда ғына кергәйнек. Түр яҡ тотош һиңә, Динә! Әлегә яңғыҙмын, бер-беребеҙгә таяныс булып йәшәрбеҙ. Мөҙәрис ҡайтҡас, йәнә бер йүне табылыр әле.
Маһигөлдөң, Мөҙәрис ҡайта, Мөҙәрис нимә тиер, Мөҙәрис эшләр, тип һөйләгәненә өйрәнеп бөткәйнеләр – хужабикәләр өндәшмәй генә бер-береһенә ҡарашыуҙан уҙманы.
– Ҡайһылай ыңғай килеп тора – уңған юлға сыҡҡанбыҙ икән. Саша бит Айҙаҡайға эшкә килергә өгөтләне: «Яҡындағы Йүкәлеморон ауылында ла фельдшер юҡ. Халыҡ ауырый, трахома таралған» тигәс, ризалаштым. үҙебеҙҙә лә, район больницаһында ла эш муйындан. Ярай, Маһигөл, һиндә урынлашырмын.
– Улайһа, киттек. Ике өй аша ғына йәшәйем, – Маһигөл, әппәр итеп, ултырғыстан тора һалды.
– Динә, кырандастағы әйберҙәреңде алғанда, сепрәккә төрөлгән һабындарҙың өсөһөн бында ҡалдыр, ике киҫәге һеҙгә, – тине Саша.
Ул да булмай, Динә, һабындарҙы керетеп, Санияға тотторҙо.
«О-һо, еҫле һабындар! Ни ҡәҙәре байлыҡ! Саша һабындарҙы ҡайҙан ала икән? Кешегә таратырға нисек йәлләмәй икән?» – Раҡияның иҫе китте.
– Динә, мин таң менән ҡуҙғалам. Хәҙер хушлашайыҡ. Күрешергә насип итһен. Инәйең менән улыңды күрергә ҡайтһаң, беҙгә лә кер – белмәй ҡалмайым. – Саша Маһигөл менән Динәне оҙатырға сыҡты ла фонарь алып керҙе.
– Мындай шәмең дә бар икән – һәләк һәйбәт булды. «Атты урлап ҡуймаһындар, бүреләр өйөрө менән йөрөй – шулар ташланмаһын…» тип эстән көйгәйнем. Бүре килгәнен белдереп өрөрлөк эт тә ҡалманы – йыртҡыстар ашап бөттө. Һоҙғаҡҡа тәртешкә менән һуғып, бүре ҡыуған булабыҙ – үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Туғанҡай, хафаланмай ғына иркенләп ял ит. Ҡыҙҙар менән һаҡ йоҡларға өйрәнеп бөткәнбеҙ. Шикләнерҙәй нәмә булһа, фонарь тоҡандырып сығырбыҙ – бүре яҡтылыҡтан ҡурҡа.
– Шуға мин ҡайҙа барһам да ҡалдырмайым. Шырпығыҙ бармы? – тип һораны Саша.
– Өс-дүрт бөртөк ҡалғайны, кәрәкме? – Сания мейес ҡашағаһына үрелде.
– Үҙем бер-ике ҡап ҡалдырам! – Саша хужабикәгә шырпылар һондо.
– Әй Аллам, ни ҡәҙәре байлыҡ! Мең-мең рәхмәттәр яуһын! Әллә күпмегә етәсәк! Шырпыны сарыфламаҫҡа тырышабыҙ: көл аҫтында тере ҡуҙ һаҡлайбыҙ. Ҡуҙ һүнһә, урамға сығып, ҡайһы өйҙән төтөн сыға – шунда йүгерәбеҙ. Ауылыбыҙ менән шулай йәшәйбеҙ – юҡлыҡ өйрәтте.
– Беләм, Сания апай, беләм. Һәр ауылда шулай көн күрәләр. Фонарҙы ҡабыҙып ҡуяйыҡ – ашығырға тура килһә, әҙер торһон.
– Кәрәсине әрәм бит әле… – Сания икеләнде.
– Атыбыҙ өсөн йәл түгел, – Саша, фонарҙы тоҡандырып, хужабикәгә тотторғас, түр яҡҡа үтте.
– Улайһа, филтәһен ҡыҫайым, – Сания фонарҙе ишек буйындағы стенаға ҡағылған оҙон тимер сөйгә элде лә ҡыҙҙары янына йүнәлде. – Ятайыҡ, йә, Алла – торайыҡ, иншалла!
… Ишек дөбөрләгәнгә һикеләгеләр өсөһө бер юлы уянды.
– Ат менән бер-бер хәл булдымы әллә? Кем икән? Әллә ниңә ҡаты йоҡлап киткәнмен дә… – Сания, фонарҙың филтәһен күтәрә һалып, үрһәләнеп ишек келәһенә үрелде. Ишекте асып ебәрһә, ябыҡ ҡына һалдат менән көрәк һаҡаллы ҡарт тора… Улар яй ғына өйгә керҙе лә, артабан атларға ҡурҡҡандай, ишек төбөндә туҡтаны.
– Арыумыһығы-ы-ыҙ!! – тип һуҙҙы һалдат.
Ифрат ҡаушаған Сания, ҡулдарын ҡаушырып, баҫҡан урынында тапанды. Яңаҡтары эскә батҡан, йөҙөн шырт йөн баѕҡан, иҫке шинель, таушалған бүрек, һҫңар аяғына табаны ҡыйшайған ботинка кейгән һалдат Санияның ағарынған йөҙөнә ғәйепле бала һымаҡ баҙнатһыҙ ғына ҡараны ла:
– Шундай матур егетте тәки танымайһыңмы? – тигән булды.
– Әй, Аллам, әллә Сурағол инде?!. Раушания, Раҡия, әтейегеҙ ҡайтты, тороғоҙ! – Сания, ҡото осҡандай, ҡысҡырып ебәрҙе.
Ә ҡыҙҙар аяғөҫтө ине инде.
– Әтейем! Әтейебеҙ бит ул! – Раҡия, һалдаттың күкрәгенә башын ҡуйып, шым ғына иларға тотондо.
Сурағол, ҡултыҡ таяҡтарын стенаға һөйәгәс, бәләкәй ҡыҙын һөйҙө, шунан ҡатыны, оло ҡыҙы менән күреште. Протез аяғын туҡылдатып, һикегә табан атланы:
– Айда, Егор Егорыч, садись! – тип саҡырҙы көрәк һаҡаллыны.
Раҡия тиҙ генә ултырғыс килтереп ҡуйҙы.
– Бөркөт ҡарашлы, баһадир кәүҙәле инең дә, Сурағол… – Сания, артығын сурытыуын аңлап, телен тешләне.
– Һеҙгә бәлә булып ҡайттым мына … – Сурағолдоң тауышы ҡапыл ҡарлыҡты, һауа етмәгәндәй, тын алышы йышайҙы.
– Ниндәй «бәлә», ти! Аллаға шөкөр, тереһең – ҡалғаны үҙебеҙҙең ҡулда. Бәхеткә, яңыраҡ кәзәбеҙ бәрәсләне. Кәзә ҡымыҙы эсерһең, тыуған илдә сыпсыҡ үлмәй. – Сания йәһәтләп самауыр ҡуйырға тотондо.
Ҡатындың ошо һүҙҙәренә яйлап тынысланған Сурағол хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо:
– Лапаҫ янында ниндәй кырандас тора?
– Беҙгә налог уполномучы туҡтағайны, түр яҡта йоҡтап ята… – Сания ниңәлер ҡаушаны: ҡулындағы һоҫҡоһо иҙәнгә төшөп китте.
– Ала-а-ай икән… И күптән мындамы? – Сурағол, һикереп торорға уйланымы, ҡалҡынып ҡуйҙы.
– Кисә, төшкө һауын ваҡытында, килгәйнеләр. Уполномуч бөгөн ҡайта. Сашаның беҙҙең ауылға икенсегә килеүе. Был юлы Айҙаҡай менән Йүкәлеморон ауылдарына фельдшер апкилгән.
– Аты ҡайҙа?
– Бәй, лапаҫ эсендә! Тыштан бикләп ҡуйҙыҡ. Ҡурҡмай ат тиклем атты нисек ихатала ҡалдыраһың.
– Ала-а-ай икән… ә ништәп мында төшкән? Райондан килгән һәр начальникты силсәүит, колхоз түрәләре үҙҙәрендә һыйлай: майлай ҙа, яйлай ҙа, тигәндәй. үҙен, балаларын саҡ аҫраған бисәгә эйәләшкән ниндәй уполномуч икән ул!.
– Ҡыҙҙарыңдың береһен һуҡырлыҡтан, икенсеһен үлемдән ҡотҡарған һалдат ул! – Сания бартанланы.
Нәҡ шул саҡта түр яҡтан Саша килеп сыҡты. Сәләмләшә, күрешә, таныша башланылар.
– Саша Полищук, – тине йәш һалдат.
– Аҡсурин Сурағол, – яралы һалдат, Полищукка һынамсыл ҡарап, теләр-теләмәҫ кенә күреште.
– Егор Егорыч, район больницаһының ат ҡараусыһы, – һаҡалтай, ифрат кинәнеп, ике ҡулын Сашаға һондо.
Юлдан килеүселәр бит-ҡулын йыуғансы, Сания менән ҡыҙҙар түр яҡҡа сәй табыны әҙерләнеләр.
Сәй эскәндә, фронт хәлдәренә төшөп киттеләр.
– Танкист мин. Беҙҙең танк корпусы Украинанан фашистарҙы ҡыуғанда яраландым. Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡалаларҙы – Симферополде, Севастополде, Херсонды – азат итеүҙә ҡатнаша алманым – шуныһы йәл. Мына аяҡты киҫтеләр ҙә тылға оҙаттылар. Өфөгә килеп еткәнсе әллә нисә госпиталдә аунарға тура килде. Протезды Өфөлә кейҙерҙеләр. Өфөнән район үҙәгенә килеп еттем тигәндә хәл тағы хөртәйҙе. Поездан мына Егор Егорыч беҙҙе, өс яралыны, ҡаршыланы. Район больницаһында аҙнаға яҡын тоттолар ҙа Егор Егорыч ҡарамағында Айҙаҡайға оҙаттылар.
Саша менән Егор Егорыч ҡайтырға ашыға ине.
– Присядем на дорожку! – тине ҡарт.
– Обязательно присядем – и у нас, у башкир, тоже такой обычай есть, – Сурағол, салбар кеҫәһенән кисет алып, гәзит киҫәгенә махорка төрҙө лә береһен Егор Егорычҡа, икенсеһен Сашаға биреп, өсөнсөһөн ауыҙына ҡапты. Сурағол менән ҡарт тәмәке ҡабыҙҙылар.
Саша ла тәмәкеһен тоҡандырып ебәрҙе, тәрән итеп һуланы ла төтөндө ситкә өрҙө.
«Мунса мөрйәһенән төтөн урғыламы ни…» – Раҡия аптырап та, ҡыҙыҡ күреп тә, берсә Сашаға, берсә әтеһенә ҡараны.
Саша Раҡияның сәйер ҡарашынан уңайһыҙландымы, әллә бүтән сәбәптәнме, тәмәкеһен ҡапыл мейескә ташланы:
– Ғәҙәт буйынса… Миңә ярамай…
Егор Егорычтың ләззәтләнеп төтөн һурыуына Раҡия ғәжәпләнмәне. «Һуғышҡа ҡәҙәр әтейем Бердяевкаға барып ҡайтһа: «Григорийҙың өйө тәмәкенән һаҫыҡ – тыным тарыға», – тип һуҡраныр ине. Хәҙер үҙе көйрәтеп ултыра… Оҙаҡламай беҙҙең өйөбөҙ ҙә һаҫыр инде…» – тип көйәләнде.
– Ҡайһы яҡтарҙа хеҙмәт иттең? – Сурағол Сашаға һынамсыл текәлде.
– 1944 йылдың авгусында Каунас ҡалаһынан тыуған яҡтарға боролдом, – Саша ҡул сәғәтенә күҙ төшөрҙө. – Егор Егорыч, юлға бергә сығайыҡ. Мин сәғәт унда райкомда булырға тейешмен!
– Ҡуҙғалайыҡ. Атыңды үҙем егәйем, – Егор Егорыч ашығып көләпәле плащын кейҙе.
– Саша, фонарыңды онотма! – Сания йәһәт кенә фонарға үрелде.
– Ҡалһын. Хәҙер миңә юлда йөрөргә тура килмәҫ… Уның файҙаһы һеҙгә күберәк булыр.
– Мең-мең рәхмәттәр яуһын! – Сания фонарҙы сөйгә кире элде.
Ҡунаҡтарҙы бөтәһе лә оҙата сыҡты. Юлсылар күҙҙән юғалғансы ҡул иҙәнеләр.
Хужалар артынса тиерлек Маһигөл килеп керҙе:
– Раушания иркәм, тиҙерәк бул, һуңлайбыҙ! Динә менән төнө буйы лабырҙаштыҡ, таңға табан иҫ белмәй йоҡлап ҡуйғанбыҙ! Саша ҡайтып киткән икән, ихатала кырандас юҡ. – Ул, түр яҡтан протез аяғын туҡылдатып, әкрен генә сығып килгән Сурағолдо күргәс, сикһеҙ аптырап, ҡарап-ҡарап торҙо ла, ҡапыл хәле бөткәндәй, шыбырланы, – и-и-и, Сурағол ағай, тиһәм инде?..
– Шулай тиерһең, Маһигөл! Һаумыһың! Мына Хоҙай осрашырға насип итте, – Сурағол күрешергә ҡулдарын һондо.
– Хатың булмағас, ҡурҡҡайныҡ. Шөкөр, ҡайттың да төштөң, – Маһигөл, яралы һалдаттың ҡулдарын ауырттырып ҡуймайым, тинеме, һаҡ ҡына күреште.
– Мөҙәристең хәбәре килеп торалыр?
– Хатын көтәм… – Йәш ҡатын ҡапыл ҡаушаны, һүҙҙе йәһәтерәк икенсегә борҙо, – ферманан ҡайтышлай керермен, шунда ашыҡмай һөйләшербеҙ.
– Бөгөн келәткә бармам – Сурағолдоң өҫ–башын йыуырға, мунса яғырға кәрәк. Һыуҙы күберәк ташырмын да утын йәлләмәй яғырмын – бөтәбеҙ ҙә йыуынырбыҙ, Динәне лә саҡырырбыҙ, – Санияның йөҙө балҡып тора, хәрәкәттәре етеҙләнгән.
– Мунсаны йыш яғып булмай, кинәнеп килербеҙ, – Маһигөлдөң ҡарашы Раҡияға төштө: – Кисә соҡор тәрәнлеген тикшергәнеңде әтейеңә һөйләнеңме?
– Өлгөрмәне әле: әтеһенең ҡайтҡанына ни бары ике-өс сәғәт кенә бит, – Сания ҡыҙы өсөн яуап бирҙе.
– Хәлдәрең нисек? – Маһигөл Раҡияның арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.
– Гөлдәр кеүек! Ни бит, апай: соҡорҙоң тәрәнлеген нығыраҡ тикшерергә форсат бирмәнегеҙ – тиҙ генә тартып сығарҙығыҙ! – Раҡия кинәнеп көлдө.
– Былай хихылдарлыҡ булғас, хәлдәрең, ысынлап та, гөлдәр кеүек. Ярай, беҙ ҡуҙғалдыҡ, – Маһигөл ишеккә йүнәлде.
Раушания уға эйәрҙе.
… Был кис байрам төҫөн алды: таштары шартлап торған мунсаға тәүҙә Маһигөл һәм Динә, аҙаҡ Раушания, Раҡия, шунан Сания менән Сурағол инде.
– Мәтрүшкә ҡушып бәйләгән ҡайын миндегенең еҫтәрен һулап туйырлыҡ түгел. Нисәмә йыл мунса төҫөн күрмәнем бит – бик танһыҡлағайным. Мына был, исмаһам, дауа! – тип шатланды Сурағол.
– Саша мунса яҡҡан саҡҡа тура килмәне, – Маһигөл бошонҡо ғына әйтеп ҡуйҙы.
– Гел юлда йөрөгән кешегә һәләк килешер ине, – тип йөпләне Сания.
– Ауырлы ҡатынды агент итеп ҡуймаһалар, бүтән кеше тапманылар микән? – Сурағол һаҡал-мыйығын ҡырғайны, яланғас яңаҡтарын һыйпаны.
– «Ауырлы ҡатын»?!. – Сания сикһеҙ ғәжәпләнеп, иренә күҙҙәрен тултырып ҡараны ла Динәгә текәлде, – Саша ир-ат затынан түгелме ни?
– Апай, ни һөйләйһең?!. Сашаның биш айлыҡ йөгө бар. Һалым агенты Һәүбәнов Һибәт ағай сирләп китте лә уның урынына ваҡытлыса Александра Сәлиховна Полищукты ҡуйҙылар. Донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған фронтовичка бит ул. Етеҙ, зирәк, егәрле йәш ҡатынды етәкселәр ҡулай күргәндер. Әле Һәүбәнов ағай һауыҡты, эшенә сыҡты. Ә Саша был юлы агент булып түгел, мине алып килде.
Бер мәлгә барыһы ла шымып ҡалды. Һәм ҡапыл өйҙө күтәрерҙәй итеп көлөп ебәрҙеләр.
– Ваянный ҡатын-ҡыҙҙы бер ҙә күрмәгәс ни, егет кеше, тип уйланыҡ шул, – Сания, аҡланғандай, һөйләнде.
– Исемен Саша, фамилияһын Полищук, тигәс, уны күрмәҫ борон мин дә ир-ат, тип уйлағайным… – Сурағол мут йылмайҙы.
– Шикләнгәнеңде мин шундуҡ шәйләнем: йөҙөң йәмрәйҙе, тауышың үҙгәрҙе… Уны күргәс, күрешкәс, үҙгәрҙең дә киттең – күптәнге танышыңды осратҡандай, илгәҙәкләнеп һөйләшергә тотондоң, – Сания, шаян ҡарашын йәмәғәтенән алмай, алсаҡ йылмайҙы. – Мына ниҙә булған ғилләһе…
– Ғиллә менән донъя тулды… Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ шөғөлө түгел. Ҡатын-ҡыҙ – сәскәгә тиң нескә зат. Ә һуғыш уларҙы ҡаты ҡуллы ирҙәүкәгә әйләндерҙе. Сараһыҙҙан үҙҙәре лә ирҙәүкәләнә – ирҙәргә хас сифаттарға өйрәнә: ҡайһылары тәмәке тарта, эсеп тә ебәрә, тоҙло-боросло һүҙҙәр менән әрләшә лә… – Сурағолдоң маңлай һырҙары нығыраҡ тәрәнәйҙе.
– Кисә һинең менән күпме һөйләштек, ни әмәлдер, Саша тураһында һүҙ булманы, – Маһигөл Динәгә күҙ һирпте.
– Беҙҙең класташтар икәнде, медучилищела бергә уҡығаныбыҙҙы бая әйткәйнем инде. Саша һуғыш алдынан ғына һөйгән егете Евгений Богданович Полищукка кейәүгә сыҡҡайны. Украин милләтенән Евгений. Фронтҡа бергә киттеләр. Саша ялан госпиталендә хеҙмәт иткән. Ауырға ҡалғас, ире уны ҡайтарып ебәргән.
– Врачҡа оҡшап тора ине шул: дарыуҙары ла, бинт менән марляһы ла үҙе менән. Шундай оҫта дауалай, – Раушания һүҙгә ҡыҫылды.
Әлегәсә шым ғына хәбәр тыңлаған Раҡия апаһын бүлдерҙе:
– Әйтәм дә, гимнастеркаһын ҡайыш менән быумағайны… Салбары ла килешмәй. Сәсе ҡыҫҡа, мыйығы бар – шуға…
Сания ҡыҙын тыйып ҡуйҙы:
– Өлкәндәр һөйләшкәндә тик кенә ултыр!
– Юлда йөрөгәндә салбар уңайлы. Ә сәсен, фронтҡа китергә булғас, киҫтерҙе. Мәхшәрҙә сәс тәрбиәләп буламы ни. «Мыйығы бар» тиһең инде… Мыйығы ике-өс көнлөк бәпкә йөнө һымаҡ ҡына бит – һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә. Ҡуйыраҡ мыйыҡлы ҡатын-ҡыҙ ҙа осрай, – Динә йылмайҙы ла Раҡияға күҙ ҡыҫты.
– Саша ла күҙ ҡыҫырға ярата. Ә уның миҙалы бармы? – тип төпсөштө ҡыҙыҡай.
– Киҫекһеҙ! Һаман телеңде тыймайһың! – Сания, ҡыҙына шелтәле ҡарап, башын сайҡаны.
– Иркәләнеп ултыра бит, – Раушания һеңлеһен яҡлашты.
– Александраның миҙалдары ла, Ҡыҙыл Байраҡ ордены ла бар.
– Әллә хәлле йәшәйме: ит кәнсире, һабындар килтерҙе. Беҙгә ҡалдырған өс киҫәк күҙ һабынының береһен дүрт балалы Маһруйға, икенсеһен трахоманан йонсоған Мәхмүзә әбейгә бирҙек. Еҫле һабынды беҙ «күҙ һабыны» тибеҙ – күҙгә генә тотонабыҙ, – Сания көрһөнөп ҡуйҙы.
– Сашаның тормошо ла беҙҙеке кеүек. Тушенка менән һабындарҙы ире посылка итеп һалғайны. Шуларҙы бүлеп алып килде.
– Бәпәйе имен-аман, аҡылы камил, ағзалары теүәл, ғүмерле, бәхетле булып тыуһын. Алла бирһә, кәзә дебетенән балаһына, үҙенә, иренә бейәләй-бәшәйҙәр бәйләрмен, – Сания, үҙе бүләк алғандай, алсаҡ йылмайҙы.
Кәзә ҡымыҙының файҙаһы тиҙ арала күренде: Сурағолға ит ҡунды, хәүефле ҡараштары тынысланды, һәр саҡ ҡымтылған ирендәре яҙылды, йыш фронт хәлдәре тураһында шатлыҡлы хәбәр алып ҡайтып һөйөндөрҙө. Совет Армияһының бер-бер артлы Европа илдәрен фашистарҙан азат итеүе аслыҡ-яланғаслыҡтан, ауыр эштән миктәгән кешеләргә киләсәктә еңелерәк, матурыраҡ, туҡ йәшәүгә өмөт уятты.
Сурағол да дәртләнде:
– Ауылдаштар фронттан ҡайтҡас, өмә яһап, түшәмен, иҙәнен түшәтермен. Башын яптырғас, ҡалғанын үҙем дә эшләп бөтөрмөн. Әл дә бүрәнә баштарына йүкә ҡабығы ябырға аҡылым еткән. Шулай эшләмәһәм, серей башлар ине, – ул, һөйләнә-һөйләнә, бура тирәләп йөрөй.
– Шуға ҡыҙҙарың менән мин дә кинәндек, – Сания ирен йөпләй.
1945 йылдың февраль аҙаҡтарында Динә Дауытова район үҙәгендә йәшәгән инәһе менән улының хәлен белеп, медпунктҡа дарыуҙар алып ҡайтты ла, шунда уҡ Аҡсуриндарға кереп, Сашаның улы тыуыуын һөйөнсөләне.
– Сания апай, һинең күстәнәстәреңде тапшырҙым. Киптерелгән гөлйемешкә, еләк ҡағына, кәзә ҡымыҙына бик һөйөндө Шура, рәхмәттәр әйтте.
– Шифаһы тейһен! – Кеше шатландырыуына Сания үҙе лә ифрат ҡыуана.
– Шура, тигәнгә, Сания апай, аптырама. «Саша» исемле ҡатын-ҡыҙға «Шура» тип тә әйтәләр, – Динә йылмайҙы ла өҫтәп ҡуйҙы, – барыһы ла «Саша» ти, ә мин «Шура» тиергә яратам.
… Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла донъя көтөү ауыр булды. Шулай ҙа көнитмеш әкренләп яйға һалынды: колхоз-совхоздар йылдан-йыл хәлләнде – баҫыуҙарҙа иген диңгеҙ кеүек тулҡынланды, сәселмәгән ер ҡалмай торғайны; мал-тыуар ишәйҙе – яңы фермалар төҙөлдө; бала-саға күп тыуҙы – мәктәптәр гөр килде; клубтарҙа кино күрһәтеү, спектаклдәр ҡуйыу йышайҙы; китапханалар китаптар менән тулды – олоһо ла, кесеһе лә китап уҡыны; әҙиптәр менән осрашыуҙар күркәм күренештәргә әйләнде; колхозсыларға хеҙмәт хаҡын аҡсалата түләй башланылар һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә пенсиялар тәғәйенләнде.
Ҡыҫҡаһы, тормош алға барҙы.
… Хикәйәләге персонаждар, һәр береһе үҙенә насип яҙмыш йөгөн йөкмәп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә татый-татый, ғүмер кисерҙе.
Сурағол яңы өйөн төҙөп бөткән йылда, Санияһы шалҡандай улан табып һөйөндөрҙө. Улына яугир «Радмир» тигән исем ҡушты. «Бигерәк ят исем. Мындай исемде ишеткәнем юҡ», тип Сания ҡаршы төшөп ҡараны. «Күрерһең, нәҡ ошо исем күптәргә оҡшар: «Радуюсь миру» – «Тыныслыҡҡа шатланам» тигәнде аңлата»,– тип йыуатты ҡатынын Сурағол.
Тик яралы яугирҙең ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды: Радмирының туйын күрҙе, улының балаларын һөйөргә өлгөрмәне – алтмышы тулыр-тулмаҫ борон яҡты донъянан китте.
Сурағолдоң илһөйәрлеге улына ла күскәйне: Радмир, университет тамамлағас, сит яҡтарға тартылманы – тыуған ауылының урта мәктәбендә тарихтан уҡытты, директор булып эшләне.
Ҡатыны менән биш балаға ғүмер бирҙеләр.
Раушания менән Раҡия икеһе лә медучилище бөтөрҙө. Раушания Йүкәлеморон ауылында ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе, хаҡлы ялға сыҡҡансы медсестра булып эшләне. Һәйбәт эшләне: Маҡтау грамоталары алды, нисәмә йыл рәттән район Советына депутат итеп һайланды, иренән, балаларынан уңды, ауылдаштарының хөрмәтен ҡаҙанды.
Раҡияны яҙмышы үҙенең тыуған ауылында, Айҙаҡайҙа, һағалаған. Алдынғы механизатор егеткә кейәүгә сыҡты. Ире менән татыу, һөйөп-һөйөлөп йәшәне – тик бала бағыу шатлығынан мәхрүм булды (түлһеҙлеге, моғайын, үҫмер сағында боҙло һыуға төшөүҙең ғилләһелер). Сания балаларына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, улар менән ғорурланып, тыныс күңел менән баҡыйлыҡҡа күсте.
Ә Маһигөл Мөҙәрисен мәңге көттө. Йәмәғәте менән һуғышҡа тиклем йәшәгән йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы, бергә үткәргән һәр көндө шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләргә әүәҫләнде: быларҙы әллә нисә ишеткән кешеләр ҙә һис ялҡмай, ихлас тыңлай, хатта Мөҙәристең бына-бына ҡайтып кереренә Маһигөл менән бергә ышаналар.
Юл фажиғәһенә тарып, вафат булған һеңлеһе менән кейәүенең өс балаһын үҙ ҡанаты аҫтына алды, матур тәрбиәләне, уҡытты, һәр береһенә туй яһап, башлы-күҙле итте. Хәҙер уларҙың яратыуын, ихтирамын тойоп, ярҙамдарын күреп йәшәй.
Динә Айҙаҡай менән Йүкәлеморон ауылдарының халҡын яҡшы ҡараны. Көн тимәне, төн тимәне, асы һыуыҡтарҙа, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа, ҡарлы-боҙло ямғырҙарҙа ауырыу янына барып етер ине – ике ауыл халҡы уның фиҙакәрлеген онотмай.
Динәнең йәмәғәте мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ һигеҙенсе йылда ғына демобилизацияланды ла ҡатынын үҙҙәренә, район үҙәгенә, алып ҡайтты. Аҡсуриндар һәм Маһигөл менән һаман ҡатышалар.
Александра Сәлих ҡыҙы Полищуктың ризығы ситкә сәселгәйне. Ире, хәрби академия тамамлаған кадровый офицер, СССР-ҙың төрлө республикаларында хеҙмәт итте. «Энә ҡайҙа – еп шунда» тиҙәр: Саша һәр саҡ йәмәғәте янында булды: ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, һөйгән һөнәрен ташламаны – медсестра булып эшләне.
Ике улан үҫтерҙеләр – хәҙер улар ҙа, Евгений Евгеньевич менән Анатолий Евгеньевич, хәрбиҙәр.
Саша менән Айҙаҡай ҡыҙҙарының бәйләнеше өҙөлмәне: байрамдар, бигерәк тә Бөйөк Еңеү көндәре менән ҡотлаштылар. Ғүмер эсендә уларға ни бары өс тапҡыр ғына осрашырға тура килде.
Александра Полищук етмеш ете йәшендә донъя ҡуйҙы. Иренең дә, уның да ҡәберҙәре Украинала.
Һуңғы тапҡыр күрешкәндәрендә Саша йәшерәк саҡтарында төшкән фотоһын Раҡияға бүләк итте. Фотола – ҡуйы сәстәре тулҡын булып яурынын ҡаплаған, ифрат килешкән, сағыу сәскәле күлдәк кейгән һылыу Саша, эргәһендә – оҙон буйлы, көйәҙ, сибәр Евгений.
Хәҙер инде һарғая төшкән был фотоның рамын Раҡия алтын төҫкә буятып карауаты ҡаршыһына элеп ҡуйған. Йыш ҡына стенанан алып, Сашаның йөҙөнә ҡарарға ярата. Был юлы ла ошо фотоны ҡулында тотоп, эс серҙәрен систе:
– Әй, тиҙ үтә икән ғүмерҙәр! Әммә һуғыш йылдарында күргәндәр, кисергәндәр хәс тә кисә генә булғандай, һаман да иҫтә. Мына быйыл Еңеүҙең 67 йыллығын билдәләйбеҙ. Замандар үҙгәрҙе – кешеләр ҙә үҙгәрҙе. Хәҙер үҙенең ауыҙынан өҙөп ризыҡ өләшеүселәр, эскерһеҙ ярҙам күрһәтеүселәр бик һирәк. Иң аяныслыһы шул: кеше өлөшөн талаусылар, бәғерһеҙ бәндәләр күбәйә. «Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер; балыҡ белмәһә, халыҡ белер» тигәндәр. Саша, һинең изгелегеңде беҙ, һинең хәстәрлегеңде күреүселәр, үҙебеҙ гүргә кергәнсе онотмабыҙ.
Нажиә Игеҙйәнова.