Йәшем һикһәнгә еткәндә бабайға бармам инде

- Эшләмәгән эш ҡалманы заманында. Әле лә һаулығым шәп, шөкөр: йүгереп йөрөйөм, ашайым-эсәм, тик бына саҡ ҡына аллергия йонсота. Шуға күп ризыҡтарҙы сикләргә тура килә, - ти  83 йәшлек Факиһа Бикбаева. Яңғыҙ йәшәһә лә, бер ҙә яңғыҙ ултырмай ул. Ауылда улдары Зөфәр төпләнгән, яҡында ғына һылыуы 78 йәшлек Маһикамал инәй йәшәй, Ҡыуандыҡтан, Ҡужанаҡтан балалары, туғандары килеп тора. Ауылдаштары менән дә яҡшы мөнәсәбәттә. Шәп, йүгереп йөрөгән инәй әле лә бәйләм эштәре менән була, ултырғысҡа япмалар, тәпешкәләр бәйләй. - Әле кисә күрше ауылдан тәпешкә бәйләргә өйрәнергә килделәр, ҡот ҡойҙорорға, өшкөртөргә, ноҡот бүлдерергә лә кеше килеп кенә тора... Ҡыҙылъяр ауылының иң оло кешеһе тураһында сайтта һәм "Ейәнсура таңдары" гәзитендә уҡығыҙ.

Йәшем һикһәнгә еткәндә бабайға бармам индеЙәшем һикһәнгә еткәндә бабайға бармам инде
Йәшем һикһәнгә еткәндә бабайға бармам инде

Шундай кешеләр була: энергиялары менән эргә-тирәләгеләрен дә зарядлап, дәртләндереп, үҙҙәренең кешеләрҙе ҡыуандыра алыуына шатланып йәшәйҙәр. Ҡыҙылъяр ауылының иң оло кешеһе тип һаналған Факиһа Бикбаева ла шулар иҫәбендә.

Башҡорт Бармағында ун балалы күмәк ғаиләлә тыуып-үҫкән ҡыҙға, ауырыу сәбәпле, 5-се кластан һуң уҡыуын дауам итергә тура килмәй. Эшкә ярағас, колхозда һыйыр ҙа һауған, быҙау-бәрәс тә ҡараған, трактор менән ер ҙә һөргән ул.

  • Эшләмәгән эш ҡалманы заманында. Әле лә һаулығым шәп, шөкөр: йүгереп йөрөйөм, ашайым-эсәм, тик бына саҡ ҡына аллергия йонсота. Шуға күп ризыҡтарҙы сикләргә тура килә. Әле үҙемә ашарға ярамаһа ла ҡайнатма ҡайнаттым. Баҡсаға өс күнәк картуф сәсеп, биш тоҡ йыйып алдым. Үҙемә етә, – тип хәбәрҙәрен теҙә Факиһа инәй. – Балаларыма көс һалмай, ошолай йәшәргә яҙһын инде, – тип тә теләй ул.

Яңғыҙ йәшәһә лә, бер ҙә яңғыҙ ултырмай ул. Ауылда улдары Зөфәр төпләнгән, яҡында ғына һылыуы 78 йәшлек Маһикамал инәй йәшәй, Ҡыуандыҡтан, Ҡужанаҡтан балалары, туғандары килеп тора. Ауылдаштары менән дә яҡшы мөнәсәбәттә. Шәп, йүгереп йөрөгән инәй әле лә бәйләм эштәре менән була, ултырғысҡа япмалар, тәпешкәләр бәйләй.

  • Әле кисә күрше ауылдан тәпешкә бәйләргә өйрәнергә килделәр, ҡот ҡойҙорорға, өшкөртөргә, ноҡот бүлдерергә лә кеше килеп кенә тора, балаларым да яңғыҙлатмай, – ти ул.
  • Ғүмер буйы тракторсы булды, ағыу һиптерҙе. Шуның зыяны тейҙе, иртә китте бабайым, – ти 68 йәшендә вафат булған тормош иптәше Ғиззәт ағай тураһында хәтирәләргә бирелеп. – 18 йәшемдә генә димләп бирҙеләр мине уға.

– Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләйем. Иртәнге биштә барып мейескә яғып киләм дә, тракторҙы йылытырға паяльник ҡуйып, йорт-тирәһен көрәй башлайым.  Фрунзе улым: “Әней, минең тракторҙы тәүҙә йылыт, унан атамдыҡын,” ти. Һыу йылытам, алып сығып ҡоям, тоҡандырмайым ғына. Ат менән йөрөгәнендә эшкә барғанында бабайҙың атын да егеп, ҡайтҡас туғарып ҡуя инем әле, –Факиһа инәйҙең һөйләгәнен тыңлап, егәрлелегенә иҫ китә.  Инәйҙең шәплегенә әлә лә хайран ҡалырлыҡ. Ул дүрт саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡужанаҡҡа магазинға йәйәүләп кенә барып килә.

Йыл да күрше-тирә менән бергә “Хуш, йәй!” үткәрә торғайныҡ. Быйыл ауырып, үткәрә алманым. Хәҙер бына Ололар көнөнә берәй нимә ойошторорға кәрәк. Музыкаль колонкаларым да бар, балаларым алып бирә, – ти 84-се йәше менән барыуына ҡарамаҫтан, Ҡыҙылъярҙың 19 өйөндә йәшәгән ауылдаштары өсөн байрамдар ойоштороп, дәртләндереп, аралаштырып йәшәгән инәй.

Факиһа инәй таҡмаҡтар ятларға ярата, уларҙы телевизорҙан тыңлап яҙып ала. Уларҙы йәтеш кенә итеп темаһын тура килтереп кәрәк урынында әйтеп ебәрә. Шулай, уны тол ҡалғас һората киләләр. Ул:

– Ер еләге бешкән тиеп,

Ятып ашамам инде.

 Йәшем һикһәнгә еткәндә

Бабайға бармам инде, – тип таҡмаҡлап кире бороп ҡайтара.

26 йыл бейеме менән бергә йәшәгәндәр. Ете балаһы ла ҡәрсәй тәрбиәһе күреп үҫкән. Факиһа инәй ҡот ҡойоу, ноҡот һалыуҙы ла бейеменән өйрәнгән, хатта уның ноҡот таштарын да иҫтәлек итеп һаҡлай.

  • Балаларым һау булһын, күстәнәстәре килеп торһон. Илдәр имен торһон. Ошо һаулыҡтан Хоҙай айырмаһын, тием, – тип теләп кенә тора ағинәй.

Ауылыңдың йәме, ҡото булып тағы оҙаҡ йылдар һау-сәләмәт ғүмер кисерергә яҙһын, инәй. Балаларыңдың “Һаумы, әней!” тип  ҡайтып инер атай нигеҙе һыуынмаһын әле.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас