Сафиуллин Хәбибулла – үҙ ауылында ғына түгел, тотош районда, хатта бөтә Башҡортостанда иң хөрмәт ителгән кешеләрҙең береһелер әле. Гәзиттәрҙә уның һүрәтен баҫып сығарҙылар; шундай ҙа иттереп маҡтап яҙғандар, шундайын да иттереп тасуирлағандар, Хәбибулла бер уҡыны, ике уҡыны, тағы баштан төшөп уҡып сыҡты – үҙен танығандай ҙа булды ул гәзиттә, таныманы ла. Бүтән райондарҙа ла, моғайын, грамоталы кешеләр йәшәйҙер бит. «Юлдаш ауылында Хәбибулла Сафиуллин тигән ана ниндәй кеше бар икән дә баһа!» – тип уйлай торғандарҙыр инде. Сөнки уға «Почёт Билдәһе» ордены бирҙеләр. Усыңа һалып ҡараһаң, шундай һәлмәк, үҙен көмөшләп-буталлап ниндәй ҙә матур итеп ҡойғандар. Тик уны гел генә түшкә тағып йөрөп булмай. Нимә, эш ваҡытында һырмаңа бормаслап ҡуяһыңмы ни? Байрамдар бик һирәк; ҡунаҡҡа барғанда, әллә нисек, уңайһыҙ... Шкафта, ал бәрхәт ҡумтаһында, ята шунда. Ята бирһен, Хәбибулланың ордены барын кеше былай ҙа белә бит. Тик бына Хәбибулла шуныһына ғына төшөнөп етеңкерәмәй: ниңә ул «Почёт Билдәһе»? Орден булғас, ниңә ул «Почёт ордены» түгел? «Билдә» булғас, «тамға» тигән төҫлөрәк ишетелә. Торараҡ ул Мәскәүгә барҙы. Ҡаҙаныштар күргәҙмәһенә.
Кем ул Сафиуллин Хәбибулла? Сафиуллин Хәбибулла – көтөүсе. Ябай көтөүсе генә түгел, өлкән көтөүсе. Дөрөҫөн генә әйткәндә, өлкән көтөүсе ни ул, кесе көтөүсе ни – барыбер көтөүсе инде ул. Башҡалар ыңғайына йүгерә, хаҡы ла бер түләнә. Бына Хәбибулла гәзиттә үҙе хаҡында ла уҡыны, «Почёт Билдәһе»н дә алды, Мәскәүгә лә барып ҡайтты, уның тормошонда барыбер бер үҙгәреш тә булмаған кеүек. Көтөүсеме, өлкән көтөүсеме инде шунда, һаман көтөүсе булып ҡалды. Тик уның күңеле генә әллә ни рәүешле үҙгәреп киткәндәй ине. Әйтерһең дә, уның берҙән-бер тәнендә хәҙер ике кеше йәшәй. Берәүһе – әүәлгеһе, «Почёт Билдәһе» булмағаны; икенсеһе – әлегеһе, «Почёт Билдәһе» таҡҡаны. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул үҙенә орденды ни өсөн биргәндәрен аңлап та еткермәне. Ҡайһы мәлдә был ҡиммәтле нәмәне уға үтескә биргәндәрҙер ҙә шул бурысын ул ғүмере буйы эшләп түләргә тейештер һымаҡ тойола. Әүәле, орденһыҙ сағында, көтөүсе ғәйебе менән һөт кәмеһә, шыйыҡланһа – артыҡ ыжламай торғайны. Хәҙер, ҡайҙа ул, ярамай – хәҙер Хәбибулланың яуаплылығы министрҙыҡынан кәм түгел.
Бына бөгөн көтөүҙән ҡайтышлай ҙа Хәбибулланың күңеле тулы борсолоу ине, иңен оло яуаплылыҡ баҫҡайны. Ҡыуарып барған ҡоро йәй. Ямғыр юҡлыҡтан хатта Шайтан һаҙы ла шыңғырап ултыра, һары йылға ҡорор хәлгә етте, малҡайҙарға морон сылатыр һыу юҡ. Бәләкәс кенә быуа ла яһап ҡаранылар, тик унда һыу тиҙ үк йәшелләнеп һаҫыны. Һыйыр малы бит ул селтерәп аҡҡан таҙа һыуҙы ярата – нимә әйтһәң дә, уның еленендә һөт ярала... Колхозда бульдозер бармы? Бар. Торба табылырмы? Табылыр. Булғас һуң, ҙур быуа быуығыҙ, торба һалығыҙ, һыу сәскә атып ултырмаһын, ағып торһон. Күпме генә эше бар. Теләһә ҡайһы күләүектән быҡырлатып эсергә һыйыр сусҡа түгел дә баһа! Һыйыр бит ул, кеше һымаҡ, талымлы, һиммәтле, һиҙгер йән эйәһе. Ел тиҫкәренән иҫтеме, ҡапыл һыуытып ебәрҙеме, йәиһә ҡапыл йылыттымы, һауа баҫымы үҙгәрҙеме, көн йонсоуға киттеме – һәммәһе лә һыйырҙың елененә тәьҫир итә... Әгәр ҙә бер-ике көн эсендә быуа булмаһа – райкомға барам. Нимә, Хәбибулла алама кешеме, ошаҡсымы, янъялсымы, ялыу менән йөрөймө?! Бына һиңә! Мин үҙ файҙама сабаммы әллә? Һин, иптәш рәйес, миңә екеренмә! Мин нужаны үлән апараһы менән ҡушып һемергәндә, һин ыштанһыҙ көйө ағас атҡа атланып йөрөй инең әле... Нимә?! Мин насар көтөүсеме?! Ишеттегеҙме, Хәбибулла насар көтөүсе! Ниңә, улай булғас, миңә «Почёт Билдәһе» бирҙерттең? Хөрмәт тамғаһы?! Мин уны һинән һорағайныммы? Йә, иртәгәнән ҡалмай, быуа быуҙыраһың, йә орденды кире алаһың – бына шул. Ә хәҙергә иҫән-һау бул!..
Хәбибулла көтөүлектән үҙенең туры атына атланып ҡайтып килә. Башында әлеге шул һыйырҙары хаҡындағы ауыр һәм йөҙәткес уйҙары ҡуҙғып ҡымйыша, күңеленән шундай туҙып китеп, рәйестең яғаһынан ала. Аралаш, башы ошондай ауыр ғәм-хәсрәттәрҙән әҙгә генә арынып, күңел күге аяҙайып торған мәлдәре булып ала. Шул арала ғына ул ғәйре күңеллерәк уйҙарға бирелеп алырға өлгөрә. Әйтәйек, мунса хаҡында, быйыл унынсыны тамамлап, институтҡа инергә әҙерләнеп йөрөгән кинйә улы хаҡында... Быныһы тағы бер ҡайғы. Ә инә алмай ҡайтһа? Шундай тырыша егет, уҡыуға шундай әүәҫ. Һуң Сафиуллиндар нәҫеленән дә берәү юғары белемле булырға тейеш тә инде? Шул арала ла Хәбибулланың хәстәрле зирәк күҙе әллә нәмәләр күреп алырға өлгөрә: бынау бойҙайҙы ҡара һоло баҫҡан – сабып, йәшел көйө малға ашатырға кәрәк; тау башына аҡ болоттар өйөлгән – их, ямғыр кәрәк хәҙер; юл буйлап рәйестең «бобигы» саң борҡотоп елә – икенсе бригадаға елдерҙе булһа кәрәк... Бына Мышағар тауының итәге. Бында, анау ҡайындар аръяғында, арыу йылда дүрт кәбән бесән ҡойоп ултыртыр ине. Быйыл йыл ҡоро, үлән таҡыр, ҡайын араһынан ҡараштырырға тура килер инде. Ҡайырылып, ҡарап әйләнергә кәрәк әле. Эйе-е, бесән йоҡа.
Ә бына мәтрүшкә бил быуарынан булып үҫкән, ҡотороп сәскә атҡан. Ул талымлы үлән түгел, ҡоролоҡтан ҡурҡмай, тик уны мал һөйһөнмәй. Хәбибулла атынан ырғып төштө лә бер услам мәтрүшкә йыйып алды. Ул мәтрүшкәне ярата. Уның хуш еҫен ярата. Мәтрүшкәнән ниндәй еҫ аңҡый? Юҡ, үлән еҫе түгел унда. Күңелдә шом ҡуҙғата торған әллә ниндәй ҡырҡыу еҫ, кешенең ҡайнар ҡанын хәтерләткән еҫ... Көтөүселәр, бесәнселәр мәтрүшкәне сәй урынына ҡайнатып эсә. Һалҡын алдырғанда мәтрүшкәне ҡаты итеп ҡайнатып эсәләр, шуның менән тәндән сирҙе ҡыуып сығаралар. Мәтрүшкәне ҡайын миндеккә ҡушып бәйләйҙәр ҙә шуның менән рәхәт сигеп мунса сабыналар. Тау битләүҙәрендә, ҡоро ҡашлаҡтарҙа, ҡайын араһында мал ашамай торған ҡырҡыу хуш еҫле ваҡ-ваҡ ҡына алһыу сәскәле ҡаты үлән үҫмәгән булһа, бәлкем, Хәбибулла яҡты донъяла йәшәмәҫ, ҡулына бер услам мәтрүшкә тотоп тормаҫ, алашаһына атланып, көтөүлектән өйөнә ҡайтып бара алмаҫ ине...
Ауыл буйындағы тапандыла ул атын тышаны ла, эйәрен, йүгәнен, һырмаһын, плащын йөкмәп, өйөнә табан тыртанланы. Баҡсаһы аша уҙғанда эсе бошто – картуф бик зәғиф сыҡҡан, ҡоронан ҡыуарып, әлһерәп ултыра. Ә тегендә, тау түбәһендә, ҡабарышҡан болоттар бында ыңғайларға уйламай ҙа, ашлыҡ баҫыуҙарын да ситләп үтергә самалай; ул инде күкшелләнә, бүртенә бара, тик ямғыр булыр булһа ла, йә, мунса ташына һыу һипкән шикелле, тауҙағы таштарҙы ҡойондорор, йә ҡала өҫтөнә табан ҡайырып сығып китер. Кеше нимә генә уйлап сығармай ҙа, нимә генә төҙөп ҡуймай. Айҙа ниндәй ҙә трактор йөрөп ята әле. Ә бына анауы болот ярпыһын иген өҫтөнә ҡамаулап килтереп, һуңғы тамсыһына хәтлем һауып алыу сараһын һаман булһа уйлап таба алмайҙар. Болотто ауыҙлыҡлау ҡайҙа әле, йүнле-башлы быуа быуып ҡуя алмайбыҙ. Бульдозер бар. Торба табылыр. Бер сәғәтлек эш, асыуым да килмәһә. Тик берәүгә лә кәрәкмәй. Бер Хәбибуллаға кәрәк.
Арт ҡапҡаны асып ингәс, ул әсәһен күрҙе. Би-и-к ҡартайған инде ул. Нисә йәш инде уға? Бикһәнме, күберәкме икән? Хәбибулла кәләш алғанда уҡ ҡарсыҡ ине бит инде ул. Хәҙер кәләше үҙе олоғайҙы. Әжәл ҡарт әсәне әллә бөтөнләй онотҡан, әллә өнһөҙ-тынһыҙ сибек кенә ҡарсыҡты шәйләмәй, һуңғы һулышын алған бүтән ҡортҡаларҙы алырға уҙып китә. Тамам иҙрәп, туҙып бөткән инде ҡарсыҡ, тик уның тәнендә оҙон ғүмерле, сыҙамлы йөрәк йәшәй, ул күкрәк ситлегендә һаман леп-леп тибенгән була, тамырҙар буйлап йылы, ҡуйы ҡанды ҡыуалай; ҡаны бик яй йүгерә хәҙер, ул ҡарсыҡтың һәммә ағзаларын да, мейеһен дә туйындыра алмай. Шуға күрә ҡарт әсә насар күрә, насар ишетә, кисә ни булғанын бөгөн хәтерләмәй, кешеләрҙе танымай, ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәй; тамағына сәйҙән башҡа тәғәм ризыҡ ҡапмай. Йәш сағында Хәбибулла әсәһенән ҡурҡа, уның һүҙен тыңлай торғайны. Нисә әйтһәң дә, шаҡтай уҫал, өҙә баҫып йөрөгән, тотҡан еренән һындырыусан бөтмөр ҡатын ине бит ул. Ә хәҙер, бөтөнләйе менән йүне киткәс, эшкинмәгән ҡарсыҡҡа әйләнгәс, Хәбибулла уны ҡыҙғаныу ғына түгел, фани донъя мәшәҡәттәре, ығы-зығыһы араһында бөтөнләй онотоп йөрөй. Әсәһе, ҡомған тотоп, күтәрмәнең өҫтән икенсе баҫмаһына баҫҡан. Унда ла ярты сәғәт торор әле, шунан өсөнсөһөнә төшөп, йәнә ярты сәғәт торор. Нишләп тора икән ул? Нимә уйлай икән? Бәлки, бер ни уйламайҙыр ҙа. Бәлки, өйҙән сыҡҡандыр ҙа ни өсөн сыҡҡанын онотҡандыр, икенсе баҫмаға төшкәндер ҙә өсөнсө баҫма ла барын онотҡандыр.
Хәбибулла әсәһен урап уҙҙы ла соланға инде, эйәрҙе иҙәнгә ҡуйҙы, плащы менән һырмаһын сәйгә элде; итеген һалып ойоҡсан ғына өйгә үтте.
Ул түр яҡҡа уҙҙы. Өҫтәлдә сүсәреп бөткән күңелһеҙ дәреслектәр туҙышып ята; шунда уҡ ваҡ ҡына итеп яҙыу яҙылған нәҙек оҙон ҡағыҙҙар гармун ҡартаһы кеүек һырланып һуҙылған.
– Рәмил ҡайҙа?
– Һыу инергә китте.
Уға баш баҫып ултырырға, ултырырға, ултырырға кәрәк, ә ул, йүнһеҙ, әллә ҡайҙа олағып йөрөй. Юҡ, институтҡа инә алмаҫ ул малай аҡтығы, Сафиуллиндар нәҫеленән ғалим сыҡмаҫ.
– Мунса яғыр инең, исмаһам...
– Яғылған ул, – тине бисәкәйе. – Әхмәтйәрҙәр яҡты. Эҫеһе шартлап тора, һыуы ла етерлек. Миндек ал да хәҙер үк бар. Мин тамағыңа әҙерләй торормон.
Бисәкәйе уға гәзиткә төрөп эске кейем, һабын, йыуғыс тотторҙо; ул соланға сыҡты, итеген ҡуңалтаҡ ҡына кейҙе лә, әлеге мәтрүшкә усламын тотоп, ишек алдына сыҡты. Инде өсөнсө баҫмаға төшкән әсәһен урап уҙҙы, шунан миндек алырға баҫҡыс буйлап аҙбар ҡыйығы эсенә менеп төштө һәм картуф баҡсаһы аша күршеһе Әхмәтйәрҙәр мунсаһына йүнәлде. Мунса соланында сисенде, өҫкө кейемен сәйҙәргә элде, шыраулы иҙән таҡталары буйлап ялан аяҡ атланы, ишекте асты һәм ҡыҙыу бөркөп торған мунса ҡараңғылығына сумды. Мунсаның тығыҙ эҫеһе уны ялмап алды. Хәбибулла миндеген, мәтрүшкә бәйләмен ләүкәгә ырғытты, төргәген кескәй тәҙрә төбөнә ҡуйҙы; әсе тир, ат еҫе, көтөүсе ҡыуышы еҫе аңҡытҡан керле эске кейемен өҫтөнән һыҙырып алды. Шунан ләүкәгә менеп, аяғын һәлендереп ултырҙы. Ҡайнар быуҙан тән ҡабарып бүртенгәндәй була, күҙәнәктәр асыла, һәм тирене рәхә-әт иттереп ҡытыҡлай, буй-буй булып тир аға башлай. Хәбибулла шап-шоп килтереп күкрәген сәпәштерҙе, уң ҡабырғаһында күгелйемләнеп торған ҙур йөйҙө тырнаштырҙы. Шунан ләүкәнән төштө, ҡайын миндектең йүкә бауын систе; көҙгө урман еҫе аңҡытып торған япраҡтар араһына мәтрүшкәне йомдороп кире ҡыҫып бәйләне. Миндек байтаҡ һәлмәкләнә төштө. Хәҙер инде уны бешерергә кәрәк. Миндек йомшарғансы, һабынланабыҙ, тирҙе, керҙе йыуып төшөрәбеҙ. Тән бит ул таҙарынғас, күҙәнәктәр шар асылғас ҡына миндек менән иркәләүҙе ярата. Ә хәҙер миндекте ташҡа һалып бешерергә кәрәк. Төпкәрәк, иң ҡыҙыуға, уты сығып торған ергә! Шыжылдай! Ә мунса быуланып бығып бешкән мәтрүшкәнең ҡырҡыу еҫе менән тула. Хәбибулла таш ятҡыһының өңрәйеп, ялҡындай ҡыҙыу бөркөп торған ауыҙынан боҫорлап ҡайнап торған мәтрүшкәле миндекте тартып сығара; икенсе ҡулы менән мискәнән бер сүмес һыу алып ташҡа йәнә тондора. Таш өңөнән янар тауҙар һулышы булып дөһөрләп утлы быу атлыға, уға эйәреп әллә ниндәй йоҡа ҡара юнысҡылар осоп сыға. Тағы бер сүмес, тағы янар тау даһырлауы, тағы ҡара юнысҡылар... Хәҙер йәһәтерәк ләүкәгә. Ә унда... тамуҡ! Танау тишектәрен өтә. Ҡыҙыуҙан башыңда сәстәрең сытырлап көйгәндәй, божраланып-божраланып йомарланғандай була. Бына шунда инде татлы һәм ғазаплы сихыр ғәләмәттәре башлана: утлы миндек менән һелтәнеп-һелтәнеп үҙеңдең ғәзиз тәнеңде ҡайыҙларға тотоноп китәһең, ҡайһы ҡабырғаң ҡысый! Рәхәткәйҙәре! Донъяла инде һыйыр ҙа юҡ, ҡороп бөткән һары йылға ла юҡ, һаҫыған һыулы быуа ла юҡ, рәйес менән алышаһы ла юҡ. Рәмил инә торған институт сәсрәп кенә китмәйме; донъяла бына ошо ләүкә генә бар, ҡыҙарып бүртенгән, ыуыҙ кеүек йомшарған, йәннәт ләззәттәре татыған тән генә бар, ҡайын миндек бар ҙа, быуҙа быҡҡан мәтрүшкә еҫе генә бар. Ох, был мәтрүшкәнең еҫкәйҙәре-е!
Бына, ахыр килеп, үҙен татлы ғына итеп һуштан яҙып барған хәлдә тойоп, Хәбибулла ләүкәнән ишелеп төшә; башына бер тас һалҡын һыуҙы ҡаплай һәм, соңҡаһына миндекте ҡыҫтырып, тар һикегә салҡан һуйҙая. Уның бүртенгән тамырҙарында ҡан яҙғы ташҡын һыуҙары ише гөбөрләп аға, йөрәк ҡағышы уҫлаптай кәүҙәһен тотош гөпөлдәп ҡалтырата, күҙ алдында сатҡы сәсрәтеп әллә ниндәй йәшел тәңкәләр өйөрөлә. Ә мәтрүшкә еҫе, тулҡын-тулҡын булып, уны әленән-әле күмеп китә тора. Һәм ул ҡанының геүләүе аҫтында сәңгелдәктәй бәүелеп, мәтрүшкә еҫенән иҫереп, әллә йоҡомһорап, әллә иҫен юйып, ятты ла ятты...
...Ул вагон һәндерәһендә ята. Юҡ, Хәбибулла хәтирәләргә бирелмәне; ул аңлы рәүештә үҙенең тормош йомғағын эҙмә-эҙ тағатып сыға белмәй. Уның өсөн уҙған ғүмере үле тормош, ташҡа әйләнеп үткәндәргә осҡан йәнһеҙ нәмә түгел. Уҙған ғүмере әле лә уның ҡашында ғына, ул бары бөгөнгөһө көндән йоҡа яры менән генә айырыла, унан йәшәлгән ғүмерҙең тере тауышы геүләп ишетелеп тора, һәм уға шул тормошона, уҙғанына кире әйләнеп ҡайтыр өсөн ни бары шул яры аша үрелеп ҡарарға ғына кәрәк.
Бына ул ғүмеренең бөгөнгө көнө буйлап атлап бара, ә әлеге ярының артында уҙғандың тоноғая төшкән ауаздарын, аһәңдәрен ишетә – һәм ҡапыл күҙ алдында, күк ҡабағы асылғандай, ялтлап китә. Был ялтлау – быуланып быҡҡан мәтрүшкә еҫе. Һәм ул вагон һәндерәһендә ята.
Вагон ҡалтырана, бәүелтә, келтерләй, суйын тәгәрмәстәр, туң рельстар ялғауында шаҡ-шоҡ килеп, Рәсәйҙең сикһеҙ киңлегендә саҡрымдар һанай.
Ул бөтә һуғыш осоронда, хатта ғүмерендә беренсе мәртәбәлер әле, һалдат теплушкаһында түгел, йәшел пассажир вагонында бара. Тәндәре шырауланып тупаҫланған, окоп тупрағы, госпиталь хлоркаһы, йодоформ үтәнән-үтә һеңгән, инде һуғышҡа яраҡһыҙ рядовой һалдатҡа былай иркәләнеп килеүе нисектер уңайһыҙ ҙа, оят та кеүек. Бер мәнфәғәткә эшкинмәгән әҙәм балаһы ҡыйып баҫҡыһыҙ, тап-таҙа пассажир вагонында бер үҙе һәндерә биләп килһен әле. Сафиуллин Хәбибулла, немец снарядының ярсығы үпкәһен үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан һуғыш инвалиды, ярты йыл госпиталдә аунағандың һуңынан өйөнә ҡайтып бара. Йәшәргә ҡайтып барамы ул, үлергәме – бары шуны ғына белә: бөтөнләйгә ҡайтып бара. Табип әйтеп ҡайтарҙы: яҡшы ашарға, ауыр эш эшләмәҫкә. Ҡар-бурандар артында, ҡырлас тауҙар араһындағы һил ауылында уны ниҙәр көтәлер?
Уны госпиталдең шәфҡәт туташы – йәш кенә ҡыҙ оҙата килә. Ҡыҙ һары сәсен ҡыҫҡа ғына ҡалдырып киҫкән, ҡолаҡсын бүрек, иҫке шинель кейгән. Ул – Хәбибулла өсөн алты айлыҡ госпиталь тормошоноң әле һаман өҙөлмәгән бер дауамы; уның аша әле булһа табиптарҙың, сестраларҙың, палаталағы иптәштәренең тауышы ҡолаҡ төбөндә эйәреп килә төҫлө. Шул ҡәҙәре күнегелгән икән, айырылышыуҙары ла бик тә яманһыу булғайны. Шәфҡәт туташы уға үтә лә яғымлы итеп: «Ауырыу!», «Йән киҫәгем!» – тип өндәшә. Шул ҡәҙәре лә яҡын, шул ҡәҙәре лә ғәзиз, туғандан да яҡын берҙән-бер йән эйәһе ул был поезда, юҡ-юҡ, бар донъяла... Ул Хәбибуллаға әле ҡыҙғаныусан хәстәрле әсәһе булып, әле өрмәгән ергә ултыртмаусы һөйкөмлө бисәкәйе булып күҙ алдына килә.
Хәбибулла, сибәр ҡыҙға күҙ ташлай-ташлай, бәхет тураһында хыял итеп ята. Поезд тәгәрмәстәре менән рельс өҙөктәрендә таҡы-тоҡо килеп, уны урман, тауҙар аша көнө-төнө елдерә лә елдерә; госпиталь урынлашҡан ҡала алыҫайған һайын, тыуған төйәк яҡынайғандан-яҡыная бара... Һәм, ниһайәт: «Йә, йән киҫәгем. Бына килеп еттек. Беҙҙең станция», – тип ҡашын сөйөп йылмая шәфҡәт туташы. Көньяҡ Уралдың бәләкәй станцияларының береһендә йәшел вагондан икәү сыға: йәш кенә медсестра һәм яралы һалдат. Станциянан район үҙәгенә ҡәҙәре буран ғәрәсәте ярып етмеш саҡрым ҡайтаһы бар, шунан һуң да ауылға ҡәҙәре егерме саҡрым интегәһе.
Машиналар юҡ инде ул мәлдә, юл ыңғайы ылауҙар булыуы ла икеле. Станцияның шыҡһыҙ бинаһында ҡаты һары эскәмйәләр, дезинфекция, махорка еҫе һәм эт сыҙамаҫ һыуыҡ. «Йән киҫәгем, һин ултырып тор. Мин һораштырып киләйем. Әгәр бында була торған булһа, комендантты эҙләп табырмын». Шәфҡәт туташы бер сәғәт самаһынан әйләнеп килде. «Шылтырата-шылтырата район үҙәгегеҙҙе саҡ ала алдым. Ауылығыҙ менән дә осло-ҡырыйлы ғына һөйләшеүгә ирештем. Ылау ебәрербеҙ, тинеләр. Ә хәҙергә фатир төшәйек. Бында бер бисәкәй менән һөйләштем. Алыҫ түгел».
Иҫке ағас өй, оло яҡтан таҡта менән айырылған бәләкәс кенә бүлмә, тормош ауырлығы һуңғы тамсыһына тиклем ҡанын һурған йонсоу, хәсрәтле йөҙлө һалдат ҡатыны Хәбибуллаға һағайып ҡарай. Береһенән-бере кесе бер итәк бала. «Хоҙайым, үҙе ниндәй йәш, яраланып та өлгөргән! Уф, минекеләрҙең атаһы ни хәлдә икән унда? Калинин ҡалаһынан һуңғы хатын алғайныҡ. Шунан бирле бер хәбәре лә юҡ!»
«Ағай, ә һин нисә фашист үлтерҙең?» – тип, балалар Хәбибулланың ауыҙына инеп бара. Бөтәүләй бешерелгән бер табаҡ картуф алға килеп ултырҙы. Ай-һай, һағындырған шул. Йылы мейес, йыйнаҡ өй. Кис. Хәбибулла оло яҡтан таҡта менән бүленгән кескәй бүлмәлә ята.
Иртән медсестра тағы ла ҡайҙалыр йүгерә, яралы кешегә ылау ебәргәндәрме тип белешә, талон буйынса ҡайҙандыр паек алып ҡайта.
Өсөнсө көнөнә Хәбибулланың әсәһе менән ҡустыһы килеп төштө. Әсәһе ошо бер-ике йыл эсендә һиҙелеп ҡартайған, йөҙө һөрөнкөләнгән, кәүҙәгә бәп-бәләкәс кенә булып ҡалған. Ул Хәбибуллаға бик ҡыҙғаныс тойолдо.
Иламаны. Улын ҡосаҡланы ла һеңерле бәләкәс ҡулдары менән улының арҡаһынан гөпөлдәтеп һөйҙө: «Әй-й, йөрәккәйем минең! Ҡайһылай ябыҡҡан!» Ғөмүмән, ғүмер баҡый ул иркәләүгә һаран булды, сабыйҙарын бары йоҡлаған мәлдәрендә генә һөйөр ине. Балалар ҙа шуға наҙға ҡырыҫ инеләр, һөйә башлаһа, аяҡ-ҡулы менән тыпырсынып ҡастылар. Әле лә бына, әсәһе әҙ генә иркәләүгә лә, Хәбибулла үҙен сабый һымаҡ һиҙеп, ҡойолдо ла төштө. Әсәһенән һәм ҡустыһынан күптән төңөлөп бөтөлгән әүәлге тормош еҫе, тыуған өй еҫе, тире тун еҫе, усаҡ төтөнө, фәҡирлек еҫе ап-асыҡ булып борҡолдо. «Әсәй, бына был ҡыҙ мине госпиталдән оҙата килде, медсестра». – «Рәхмәт, рәхмәт, ҡыҙым!» Ҡыҙ инде үҙенең хеҙмәт бурысын атҡарҙы, ауырыуҙы өйөнә тиклем оҙатып, әсәһе ҡулына имен-аман тапшырҙы, хәҙер инде ул уларҙан алыҫ, уның уйын яңынан юл мәшәҡәттәре, госпиталь хәстәрҙәре тотош биләп алған. «Һау бул, йән киҫәгем! Һиңә хәйерле ғүмер теләйем. Онотма, беҙгә, госпиталгә хат яҙ». Һәм ошо мәрхәмәт тулы күңелле сибәр мәрйә ҡыҙы Хәбибулланың тормошонан бөтөнләйгә киткәйне...
Бесән санаһы еккәндәр, санаға тәрән ситән алап ултыртҡандар. Хәбибулла атаһы мәрхүмдән ҡалған толопҡа төрөнөп, бесәнгә күмелеп өйөнә ҡайтып бара; әллә үлергә ҡайтып бара, әллә йәшәргә ҡайтып бара Хәбибулла һалдат. Буранлы далала сана табандары бер көйгә һалып һыҙғыра ла һыҙғыра, шуның көйө ыңғайына әсәһе талғын ғына итеп ауыл хәлдәрен һөйләй: кемдәр үлгән, кемдәрҙең ҡара ҡағыҙы килгән, кемдәр һуғышҡа киткән, кемдәр ғәрипләнеп ҡайтҡан...
...Ауылда шундай ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ – йылғала лом менән боҙ ватып мәке уйғандары ла, әллә ҡайҙа сана табаны сыжлауы ла бер саҡрымдан ишетелеп тора. Ҡайҙалыр шулай уҡ һаман да фронт гөрләй-гөрһөлдәйме икән, вокзал биналарын һиңкетеп, ауыр хәрби составтар уҙамы икән? Ә ҡышҡы ауылда күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы төндәр, тын алғыһыҙ сәсмә бурандар, йылға артындағы әрәмәлә ас бүреләр олоуы... Ә иртән урам аша тәҙрә тиңенте булып мәрмәрҙәй ҡаты йылтыр аҡ һырынты һуйҙайып ятҡан... Ағаһы утыҙ туғыҙынсы йылда уҡ алынғайны, ҡырҡ беренселә хәбәрһеҙ ғәйеп булды... Хәбибулла инде эшкә ярар әҙәм түгел. Хужалыҡ әсәһенә һәм кесе туғандарына терәлеп ҡалды. Табип, яҡшы ашарға кәрәк, тине. Әсәһе ҡул тирмәнен туғыр-туғыр өйләндерә, яртылаш картуф менән ҡушып сөсө табикмәктәр әүәләй.
Ҡыш ахырында Хәбибулла тамам аяҡтан йығылды. Тәне ут кеүек яна, аяуһыҙ йүткерә, ҡан төкөрә, тәне ҡоро һөйәккә ҡалды. Ер ҡуйынына инер көн дә яҡыная, ахыры, инде. Хәбибулла ята, моңая, күңеленән генә госпиталдәге ҡыҙға хаттар яҙа.
Ул инде бер нисә мәртәбә, ҡалҡынып ултырып, ысынлап яҙырға ла тимтәлгәйне, кире уйланы. Ниңә? Хәтерләйме икән инде ул Хәбибулланы? Уның ише һуғышыр әмәле ҡалмаған бәндәләрҙе госпиталдән өйөнә аҙ оҙатҡан тиһеңме ни ул? Бер аяғы ҡәберҙә булған ошондай тере күҙ көйөгө уға ниңә кәрәк?..
Бына тағы ла әсәһе уны атаһы мәрхүмдән ҡалған толопҡа төрөндөрөп бесәнгә күмде лә районға врачҡа алып китте. Үпкә сире! Ҡалаға тубдиспансерға оҙаттылар... Йәнә ап-аҡ стеналар, хлорка еҫе, төрлө порошоктар, уколдар... Барыһы ла госпиталдәге кеүек. Тик ундағы шикелле аҡ икмәк менән бәләкәс кенә дүрткел май киҫәге генә эләкмәй.
«Миңә, бәлки, күп ҡалмағандыр инде!..» Әсәһе ике тапҡыр килде. Әҙерәк аҡ май, ҡорот, туңдырылған һөт килтергән. Шөкөр, һыйырҙары быҙаулаған икән.
Яҙға сыҡҡас, Хәбибулла тамам биреште. Был яҙҙы ла этеп-төртөп уҙҙырһам, көҙҙән дә ҡалмай был донъяны ҡуйырмын, тип уйланы... Үпкә сирлеләр яҙ китә, тиҙәр. Тик был яҙҙа Хәбибулла үлмәй ҡалды. Йәй уртаһында әсәһе тағы ла килде. «Әйҙә, улым, өйгә алып ҡайтайым. Үҙем дауалармын. Колхоз беҙгә бер бейәһен беркетте. Ҡымыҙ эсерһең. Инде һауыҡтыра алмаһам да, исмаһам, үҙ ҡулымда үлерһең...»
Тау араһындағы юлдан арба тыҡырлап бара, арбаға, яңы сапҡан үлән өҫтөнә, Хәбибулла ҡырын ятҡан. Ул саф һауаға иҫергән. Үләндәрҙе күреүенә шатлана, сәскәләргә, ағастарға, йылғаларға, тауҙарға, пырылдап осҡан ҡоштарға һөйөнә һәм йәшәү хаҡында өмөтләнеп уйлай. Кешеләр больницала үлә, ап-аҡ дүрт стена эсендә үлә. Ә бында, зәп-зәңгәр күк көмбәҙе ҡаплаған йәм-йәшел ерҙә, ҡояштың шифалы нурҙары аҫтында кеше үлә тиме ни? Юҡ, үлергә түгел, йәшәргә ҡайтып бара Хәбибулла.
Йәй көнө ауылда ҡышҡы һымаҡ түгел шул. Йылы, саф һауа, яҡты. Хәбибулла тәҙрә тапҡырында бейек мендәрҙәр өҫтөндә ята, ишек алдына ҡарай, урамды күҙәтә, ҡыбырлашҡан һәр төрлө йән эйәһенә, өй тапҡырынан үтеп-һүтеп йөрөгән ҡыҙҙарға күҙ һала. Моғайын, улар: «Бында һуғышта яраланып ҡайтҡан Хәбибулла меҫкен үпкә сире менән ыҙаланып ята», – тип ҡыҙғанып уйлай торғандарҙыр инде. Уны күрергә нәҫел-ырыуы, күрше-күләне килә, ҡарттар, ҡарсыҡтар, бисә-сәсә, йәш-елкенсәк килә, йәиһә үҙе ише һуғышыр рәте киткән, берәүҙәре буш еңен бил ҡайышына ҡыҫтырған, икенселәре һыңар салбар балағын күтәреп тубығынан юғары булавка менән ҡуша ҡаҙап ҡуйған ғәриптәр һирәкләп инеп сыға; йыуатырға тырышалар, хәҙер өйҙәһең инде, төҙәлерһең, бына көҙгә өйләндереп, туйыңда типтерербеҙ әле, тип, күңелен үҫтерәләр.
Бер мәл күрә Хәбибулла: ихата уртаһында, бесәй тарыһы баҫҡан ерҙә, әсәһе менән ҡустыһы соҡор ҡаҙалар. Хәс тә ҡәбергә оҡшаған нәҙек оҙонса соҡор. Әллә, ысынлап та, ҡәбер ҡаҙалар инде? Хәйер, кем үҙ өйөнөң ишек алдына ҡәбер ҡаҙһын инде? Соҡор тәрән түгел. Ҡустыһының бил тиңенте генә. Ҡаҙып бөтөрҙөләр ҙә соҡор янына бер йөктәй сыбыҡ-сабыҡ ташып өйҙөләр. Шунан яланға барып, бер күбә мәтрүшкә тейәп алып ҡайттылар. Шунан соҡор эсенә ҙур итеп усаҡ яҡтылар. Соҡорҙа ут ләүкей. Уның өҫтөнән ҡайнар һауа ағыла, шул ағым үтә ситән дә, уның буйында ҡотороп үҫкән кесерткән һәм башҡа үләндәр ҙә һауа ағымына йыбырлашҡан һымаҡ күренә.
Усаҡ янып бөттө, соҡор эсе ут кеүек ҡыҙҙы, ҡустыһы көрәк менән көлдө соҡорҙоң иң ситенә көрәп өйҙө лә төпкә ҡосаҡлап- ҡосаҡлап мәтрүшкә ырғытырға кереште. Был ни ғәжәп, тип уйлай Хәбибулла. Шул ике арала ҡустыһы соҡорҙо мәтрүшкә менән күмде, өҫтөнә өс таҡтаны арҡыры һалды ла шуға кейеҙ түшәне. Ҡыҙыу соҡорҙа мәтрүшкә быуланып бешә. Ахырҙа әсәһе өйгә инде, Хәбибулланы өйҙән ҡултыҡлап сығарҙылар ҙа соҡор янына килтерҙеләр. «Әйҙә, сисен, улым, өҫтәңдә бер ни ҡалдырма». Шунан: «Әйҙә, улым, соҡорға инеп ят». Хәбибулла соҡорға инеп ятты. Әсәһе уны муйынына тиклем ҡайнарланып боҫрап ятҡан мәтрүшкә менән күмде. «Эҫе, әсәй!» – «Зарар юҡ, түҙ, улым, түҙ...» Һәм өҫтөнән кейеҙ менән ҡаплап ҡуйҙы. Ята Хәбибулла ҡайнар соҡорҙа, кейеҙ аҫтынан башы ғына күренеп тора, ә тәненә шул ҡәҙәре лә эҫе, тир бөртөкләп кенә түгел, йырғанаҡтар булып йыбырлашып аға. Тир менән шашынып Хәбибуллаға баш булып алған сирҙәр сыҙаша алмай сыға. Ауыҙы ҡороно, теле лә әйләнмәй. Үлтереп һыуһатты. «Әсәй, тием, һыу!» – «Һыу бирмәйем, улым. Һаумал бейә һөтө эс». Йылы бейә һөтө үтә шәрбәтле һымаҡ, үҙе сөсө, эсергә тәмһеҙ. Эсәһең, эсәһең – һыуһынды һис ҡандырмай. Тағы әсәһең. Хәбибулланың ҡыл өҙөрлөк хәле ҡалманы, йөрәге ойоно. Күҙ алдары ҡараңғыланды. «Ярар, бөгөнгә етер, улым». Толопҡа төрҙөләр ҙә, өйгә индереп, түшәгенә кире һалдылар. Икенсе көнөнә һәммәһе лә яңынан ҡабатланды; айырма шунда ғына: Хәбибулла соҡорҙа оҙағыраҡ ятты ла бейә һөтөн күберәк эсте. Һәм... тотондо уҡшып-уҡшып кире сығарырға. «Зарар юҡ, улым, эсең әшәкенән, сир-сорҙан таҙара».
Ул өс көн йәнәш бейә һөтө эсте, ҡайнар соҡорға ла күнегә башланы инде; унан сығыу менән үлек кеүек йоҡоға талды. Дүртенсе көнөнә әсәһе соҡор эргәһенә яңы ғына әсеп сыҡҡан бер сәйнүк ҡымыҙ ҡуйҙы. Хәбибулла ҡайнар мәтрүшкә быуына күмелеп, тоҙло тирен түгеп ята, һыуһаһа, һонолоп ҡына зәңгәр сәйнүкте ала ла моронона һөлөк кеүек ҡаҙалып, ыңҡылдатып һурырға керешә – яңы ҡымыҙ шунда уҡ юлын табып, ҡан тамырҙары буйлап йүгерергә тотона, тәне сәләмәт һәлмәклелек менән ауырая бара, быуындары йомшара, ә башында шул ҡәҙәре бушлыҡ, бер төрлө уй юҡ. Ята Хәбибулла, күкте байҡай, ә унда еңел, йылы аҡ болоттар ағыла ла ағыла. Ҡайҙарға ағыла икән улар? Башҡа ерҙәргә, тауҙар, урмандар артындағы башҡа кешеләр өҫтөнә – икһеҙ-сикһеҙ ер йөҙө өҫтөнә. Күктә төйлөгән оса; ул Хәбибулланы күрә лә уйлай торғандыр инде: «Ана, соҡорҙа бер кеше ята, ул да мине күрәлер» . Яҡында ғына тауыҡтар тибенеп йөрөй; әтәс тамағын ярып ҡысҡыра. Ситән бағанаһына һайыҫҡан килеп ҡуна, алалы-ҡолалы ҡойроғон ҡыйғалатып, шыҡырлап ултыра-ултыра ла күрше аҙбарына йомортҡа урларға оса. Ҡайһы берҙә Хәбибулла янына күрше эте Юлбарыҫ хәл белергә килә; соҡор буйында ултыра, аҡыллы күҙҙәре менән унда ятҡан кешегә ҡарай, дуҫтарса йылмайып, ҡойроғон болғай ҙа үҙ йомошо менән ары китә. Хәбибулла йәнә бер тын ҡымыҙ эсә лә тәрән йоҡоға тала. Уны көс-хәлгә уяталар, толопҡа төрөп, өйгә күсерәләр. Килеп тороп аппетиты асылып китте, емереп ашай башланы. Әсәһе һарыҡ һуйҙырҙы, итте бары Хәбибуллаһы өсөн генә бешерер булды. Егет һимеҙ ҡалъяларҙы тумыра ғына, ә әсәһе менән туғандары ҡоро сәй менән ҡорһаҡ йыуҙыра. «Әсәй, ниңә үҙегеҙ ашамайһығыҙ? Юҡ, мин улай яңғыҙым ашай алмайым!» – «Аша, аша, улым, бер ни ҙә уйлама. Беҙ сәләмәт кешеләр, беҙгә ҡайһылай ҙа ярар, бары һин генә сихәтлән!» Шулай бер аҙна үтте, икенсеһе, өсөнсөһө. Иртән Хәбибулла соҡорҙа ята, ҡымыҙ эсә, шунан ит ашай ҙа тәрән йоҡоға тала, аш һеңдерә. Был ямға өйөп инде тауҙай сыбыҡ-сабыҡ яндырҙылар, бер кәбән мәтрүшкә быуланылар. Мәтрүшкәнән инде уның тиреһе зәңгәрһыу-ҡарағусҡылға әйләнде, әйтерһең дә, зәңгәр ҡараға сумып сыҡҡан, мунсала ҡырғыслап йыуып та бөтөрөп булмай. Ул ике тәкә ашап бөтөрҙө, ҡымыҙҙың инде иҫәбе-һаны юҡ. Уның йәш, тормошҡа ҡомһоҙ ағзалары нығына барҙы. Уға төҫ ҡунды, көҙгөгә күҙ һалыштыра, әсәһенең тарағы менән сәсен ҡырын тарай башланы. Урам буйлап шырҡылдашып ҡыҙ-ҡырҡын уҙғанда уларҙы күҙҙән юғалғансы иркә ҡараш менән оҙатып ҡалды, күңеле күтәрелгәндән-күтәрелә барҙы. Әсәһенә уллыҡ рәхмәте йөрәгенән ташып түгелеп бара, бөтә донъяны ҡыҫып ҡосаҡлап һөйгөһө килә. Көҙгә табан ул урынынан тороп йөрөү генә түгел, ишек алдындағы ваҡ-төйәк эштәргә лә ярай башланы, ә ҡыш алдынан идараға барып эш һораны.
...Ул баш аҫтына хуш еҫле мәтрүшкә ҡушып бәйләгән ҡайын миндек һалып, мунса һикеһендә рәхәт сигеп ята. Үткәндәре уның мейеһенән ошо рәүешсә бары әлһерәгән йөрәге бер-ике һикергәнсе генә сарпылып үтте... Хәл алғас, ул торҙо ла, йәнә ләүкәгә менеп, күҙ алдарында ҡабатлап йәшел дүңгәләктәр зыр-түңәрәк әйләнә башлағансы, һушынан яҙыр сиккә еткәнсе сабынды. Шунан һалҡын һыу менән ҡойондо. Бөркөү ҡараңғы мунсанан яҡты соланға бәхетле кеше Сафиуллин Хәбибулла сыҡты. Уның күңеле ғәжәп тыныс ине, ул донъялағы оло ғәҙеллеккә ышана, кешеләрҙең яҡшылығына, түрәләрҙең ғаҡыллылығына инана. Моғайын, иртәгә үк көтөүлеккә бульдозер ебәрерҙәр, ҙур итеп быуа быуырҙар һәм һыйырҙар сәскә тажына ҡунған иртәнге ысыҡ тамсыһы кеүек саф, тоноҡ һыу эсерҙәр. Рәмил институтҡа инер һәм Сафиуллиндар нәҫеленән дә ғалим сығыр... Шкафта, ал бәрхәт ҡумта эсендә, «Почёт Билдәһе»ме шунда, «Почёт ордены»мы – шулай ҙа сикһеҙ ҡиммәтле бүләк ята.
Ул мунсанан сыҡты. Өмөтһөҙ күренгән теге болот, тау һыртынан ысҡынып, тотҡан да был яҡҡа ыңғайлаған, йылға аръяғындағы туғай өҫтөндә һыҙырып яуа ла башлаған инде, хәҙер ул ауыл өҫтөнә килеп етер, баҡсаларҙы туйҙырғансы ҡойор-ҡойор ҙа бейей-бейей иген баҫыуҙары өҫтөндә уйнаҡларға китер...
Картуф баҡсаһы аша үтеп, ул үҙҙәренең ишек алдына инде һәм йәнә иң тәүҙә әсәһе күҙенә салынды. Ул күтәрмәнең икенсе баҫмаһында тора ине, тик хәҙер – аҫтан икенселә, тик хәҙер – ишеккә табан ҡарап тора, кәрәк еренә имен-аман барып әйләнгән икән. Әле генә бит әле, мунса һикеһендә әлһерәп ятҡан еренән, ул әсәһенең элекке, әллә ҡасанғы һынын ап-асыҡ күргәйне; ул мәлдә әсәһе бигүк йәш булмаһа ла, өҙә баҫып йөрөүсе ҡырыҫ холоҡло арымаҫ-талмаҫ ҡатын ине. Хәбибулла уның алдында йыуашлана ла ҡала торғайны. Хәҙер инде Хәбибулла уны бик оҙаҡҡа онотоп йөрөй, иҫкә алғанда ла үҙенең донъяһынан китеп юҡҡа сыҡҡан, онотолған, үлгән итеп кенә хәтеренә ала ине. Баҡһаң, ул бар, имеш, әүәлге үк әсә, имеш, тик бик тә ҡартайған, бәлтерәгән, көс-ҡеүәтенән тамам яҙған, имеш. Хәбибулла әсәһе ҡаршыһына килде, тегеһе уға ғәжәпләнгәндәй итеп, өңрәйеп эскә батҡан күҙҙәренең ҡараңғы төпкөлөнән килгән ҡарашы менән ҡарап торҙо. Был ҡараш хас та әллә ҡайҙан алыҫтан – үткән ғүмерҙән һыҙылып килгәндәй була ине. Уның ҡарашы тыныс, ҡырыҫ, талапсан ине. Хәбибулла әүәлгесә уның алдында ҡаушаны ла төштө. Уның әсәһенә күтәрмәгә менергә булышҡыһы килде, ҡоро ботаҡ кеүек нәҙек кенә булып ҡорошҡан беләгенән тотоп, юғарыға әйҙәне, ләкин ҡарсыҡҡа ҡуҙғалыу сиктән тыш ауыр ине, ул өсөнсө баҫмаға саҡ-саҡ күтәрелә алды. Шунда Хәбибулла әсәһен ике беләгенә күтәреп алды һәм аптырап китте: әсәһе ҡаурыйҙан да еңелерәк ине, әйтерһең дә, эсе буш кипкән ҡурай. Уның элек әсәһен бер генә мәртәбә лә күтәреп ҡарағаны булмаған икәнсе. Биш бала тапҡан, уларҙы күтәреп йөрөткән, юҡты бар итеп туйындырған, бар ғүмере буйы, шуларҙы әҙәм итәйем тип, бил бөккән, тир түккән, нужаһын да, ҡайғыһын да кисергән, тол бисә татыған михнәттең һәммәһен дә муйындан татыған ҡарт әсәһе ҡаурыйҙан да еңелерәк имеш тә баһа... Хәбибулла уны күтәреп өйгә алып инде...
Талха ҒИНИӘТУЛЛИН.
Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.