Бөтә яңылыҡтар

Ул бит етем (булған хәл)

Ҡомло тупраҡ булғанлыҡтан, ҡәберлек тиҙ арала ҡаҙылып та бөттө. Виталийҙы һуңғы юлға оҙатҡанда серле ҡарағай урманы ла шымып ҡалғандай тойолдо. Гүйә, тирә-яҡты сәйер тынлыҡ солғап алды. Йәнә ҡәберлек янында кешеләрҙең дә аҙ булыуы, егерме бер генә йәшлек егеттең баҡыйлыҡҡа китеүе лә күңелдәрҙә тик ауыр тойғолар ғына тыуҙыра ине...

Ул бит етем (булған хәл)
Ул бит етем (булған хәл)

Виталийҙың бала сағы балалар йортонда үтте. Әсәһенең балиғ булмаған көйөнсә бала табыуы был хәлде, әлбиттә, йәшерергә мәжбүр итте. Бер-бер артлы көндәр, айҙар, йылдар үтте. Виталий янына килеүселәр бер ҙә генә тойолманы. Йәнә ул саҡта әсәй, атай тигән төшөнсәләрҙең мәғәнәһен дә аңламай ине ул. Иҫле-аңлы булғас, аңланы, әсәй-атай тип иркәләнгеһе килде, өмөт итте, килерҙәр ул тип уйланы. Уның менән үҫкән балалар бер-бер артлы атайлы-әсәйле булыу бәхетенә ирешә торҙолар. Виталий үҙенең һағышын йырҙарға һалып йырланы. Оҫта итеп гитарала уйнарға өйрәнеп алды. Үҙенең ҡиәфәте, фиғеле, шөғөлө менән итальян йырсыһы Тото Кутуньоға оҡшағас, уға Тото тигән ҡушамат та таҡтылар.
Виталий Ырымбур ПТУ-һын уңышлы тамамлағас, техник ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса слесарь һөнәрен үҙләштерҙе. Ырымбур ҡалаһы уның күңелендә яҡшы хәтирәләр ҡалдырманы, шуға күрә тиҙерәк сит-тарафтарға китеү яйын ҡараны ул. Йүнәлеш буйынса уны Пермь тарафтарына ебәрҙеләр. Иркен, асыҡ Ырымбур далаларынан һуң тайга зонаһына килеп кереү йәш егеткә ҡыҙыҡ тойолдо.
Икенсе көн тигәндә Виталий Красновишерск ҡалаһына килеп етте. Ҡала ситендә урынлашҡан геологтар ҡасабаһы Набережныйҙағы контораға юлланды. Кадрҙар бүлегендә уны ентекләп тикшергәндән һуң, Волынка ауылында урынлашкан байыҡтырыу фабрикаһына слесарь вазифаһында эшкә теркәнеләр.
Юл ҡаланан ауылға ҡәҙәре бик алыҫ ҡына булып сыҡты, Виталий саңлы, һикертмәле юлдан тамам йонсоно. Автобус ауыл ситендәге күпер янына килеп туҡтағанда, көн һүрәнләнә башлағайны.
Ауыл бик ҙур булып тойолдо Виталийға. Әйтерһең дә, өс утрауҙы биләгән. Ауыл уртаһынан таҙа, үтә күренеүсән, мул һыулы Щугор йылғаһы аҡһа, уға тағы һул яҡтан бер исемһеҙ йылға килеп ҡушыла. Йылға яр буйҙары буйлап моңайышып, ҡарайышып бөткән, бер аҙ ергә һеңешкән барактар теҙелгән, көнбайышта офоҡ ситендә, гүйә гигант маяҡ шикелле тау түбәһе ағарып күренә. Был күренештәр Виталийҙа һоҡланыу ҙа, берҙән нимәнәндер ҡурҡыу ҙа тойғолары уятты.
Фабрика директоры Краснов Александр Петровичты эҙләп табыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Өй хужабикәһе Галина Николаевна тиҙ арала матур итеп өҫтәл әҙерләне. Тәү күреүҙән был ғаиләнең шундай ихтирамлы, ҡунаҡсыл булыуы Виталийға бик ныҡ оҡшаны. Тәмле сәй ваҡытында Петрович уның тураһында ентекләп, төпсөнөп һорашты, ә һуңынан эшселәр ятағына алып китте.
Ятаҡ ауыл уртаһындағы ике ҡатлы ағас йортта урынлашҡан булып сыҡты. Икенсе ҡаты был участканың контораһы булһа, беренсе ҡатта эшселәр ятағы ине. Алыҫтан ҡарайып күренгән, бер яҡҡа ауышайған был йортҡа яҡынлашҡан һайын Виталийҙың аяҡтары тартышҡандай тойолдо. Йәнә эшселәр ятағынан шау-гөр килгән йәмһеҙ тауыштар ҙа ишетелде. Виталийға яңғыҙ йәшәгән быраулау мастеры Алексей Буланов эргәһенән урын табылды.
“Ниңә, Алексей ағай, оло йәшеңдә булыуыңа ҡарамаҫтан һаман эшләйһең?” тип аптыраны уға Виталий. “Ғаиләле булһаң, аңларһың, ҡустым”, – тине ир. Ысынлап та, ярты ҡанаты ҡайырылғас, уны үҙ балалары, туғандары ҡарауҙан ваз кискәндәр икән, эшселәр ятағына урынлаштырғандар. “Эш хаҡы алыу мәле етһә, аҡса таптырып йонсоталар”, – тине ул.
Алексей ағай был тормоштан йәм тапмай, шуға күрә араҡы менән мауығыуын да әйтте.
Тәүге эш көнө Виталийға бик ныҡ оҡшаны. Фабрикала тиҫтерҙәрен дә осратты. Йәш геологтар – Рәмил Башҡортостандан булһа, Люба уның яҡташы булып сыҡты. Эштән ҡайтышлай магазинға кереп, һатыусы Валя апай менән дә танышты ул. Валя уның менән ентекләп ҡыҙыҡһынды, төрлө фәһемле кәңәштәр бирҙе. Үҙҙәренә киске сәй табынына саҡырҙы. Уның ире молдаван Константин да үҙенең алсаҡлығы менән бик ныҡ оҡшаны. “Витя, һин бында һаҡ йөрө, яуыз, мәкерле кешеләр ҙә етерлек”, – тип иҫкәртте.
Ярты йыл уҙғас, яҡшы кешеләргә ҡарағанда яуыз уйлы кешеләрҙең был донъяла күберәк икәнен аңланы Виталий.
Тәү күреүҙән үк уның борсағы техрук Александр Соколов менән бешмәне. Александр, машина алыр өсөн аҡса кәрәк булғанлыҡтан, ике урында эшләп йөрөнө, кисен дөйөм мунсала һаҡсы эшен дә башҡарҙы. Яңы ғына төрмәнән сыҡҡан Александрҙың тышҡы ҡиәфәте, уға ҡарата күптәрҙә этәргес тәьҫир яһай ине. Һирәк, ерән һаҡал-мыйыҡлы, бәзрәйеп торған йәшел күҙле, дәү кәүҙәле һәм көрәк ҡуллы был әҙәм бөтә халыҡты үҙенә генә ҡаратырға уйланы, буғай. Уның эргәһендә ялағайланыусы, шешәләштәрен Александр үҙ итте. Виталийҙы иһә үҙ арбаһына ултырта алмағанына үсләнде, йәне көйҙө. Йыш ҡына кәләшенә, өлкән геолог Татьянаға ла ҡул күтәреүсән булып китте. Үҙ малайы кескәй Алеша һәр саҡ ҡурҡты.
Алтын һары төҫкә мансыла башлаған август айында булды был хәл. Виталий икенсе сменала эшләү сәбәпле, бик һуң ғына ҡайтты. Саңланып, туҙанланып та бөткәйне. ”Бәй, бөгөн мунса көнө бит, барып йыуынып киләйем әле”, – тип уйлап алды. Тиҙ арала сепрәк тоҡсайға әйберҙәрен тултырҙы ла юл ыңғайы геолог Рәмил эргәһенә кереп сығырға булды.
Рәмил эштән һуң өйҙә документтар менән шөғөлләнеп ултыра ине. Виталий ишектән килеп инеү менән:
– Рәмил, әйҙә минең менән иптәшкә мунсаға барайыҡ әле, – тип һүҙ башланы. Рәмилдең ай-вайына ҡуймайынса уны кинәт кенә күндерә һалды. Рәмил ыңһарлай-ыңһарлай ризалашты, сөнки дөйөм мунса йыраҡ, ауыл ситендә урынлашҡан.
Ауыл өҫтөн киске эңер ҡараңғылығы солғаған саҡ. Мунсаға яҡынлашҡас, күҙгә ишек төбөндә торған Александр Соколов пәйҙә булды. Үҙе ауыҙ эсенән мыңғырҙап, ниҙер һөйләп ишек бикләп маташа. Йәнә, егеттәрҙе күргәс, ауа-түнә аяғында саҡ баҫып торғанын белдермәҫкә тырышты.
– Егеттәр, мунса ваҡыты бөттө, мин бикләйем”, – тине ул. – Һеҙҙе бында көтөп ултыра алмайым, мине өйҙә ҡунаҡтар көтә, – тип өҫтәне ул.
Мунса бикләнергә утыҙ минуттай ваҡыт ҡалғайны. Был хәл, әлбиттә, Виталийҙың асыуын бик ныҡ ҡабартты.
Егеттәр ҡайтыу юлына йүнәлделәр. Бер аҙ барып, ҡараңғылыҡҡа сумғас, Виталий кинәт кенә Рәмилгә өндәште:
– Тороп тор әле, хәҙер Александр ҡайтһа, мунсаға керәбеҙ. Мин беләм нисек керергә – тип һүҙ башланы. Александрҙың шәүләһе күҙҙән юғалғас та, мунса яғына юлландылар.
Виталий ишек яғына ҡараған ҙур тәҙрә өлгөһөн ипләп кенә сисеп алды ла ергә һөйәне. Рәмил:
– Виталий, хәҙер Александр килеп тикшерһә, әйҙә иң яҡшыһы йылға буйына төшөп кенә йыуынып ҡайтайыҡ, – тип өгөтләне. – Ҡурҡма Рәмил, үҙең күрҙең бит уның нисек иҫерек икәнен, килмәй ул, минең эҫе мунсала рәхәтләнеп сабынғым килә, – тиеп яуапланы ла, алынған ҡараңғы тәҙрә өлгөһө урынынан инеп ғәйеп булды. Рәмил дә сараһыҙҙан уның артынан эйәрҙе. Һәрмәнә торғас, рубильник та табылды, мунса кинәт яҡтылыҡҡа сумды. Иркен мунсала Виталий менән Рәмил рәхәтләнеп сабынып алдылар. Виталий шул саҡта Рәмилгә үҙенең тәүге серен асып һалды. Бүлмәләше Алексей Булановтың ейәнсәренә ғашиҡ булыуын әйтте. Рәмил уға:
– Виталий, ул бит әле бала ғына, туғыҙынсы класта ғына уҡый, шуны аңла, – тип өгөт-нәсихәт уҡырға тырышты. Әммә ғишыҡ утында янған Виталийҙың томанлы уйҙары тик ситтә генә йөҙҙө ул саҡта.
– Ярай, Рәмил, миңә булды, етте эҫене яратмайым, сайынам да кейенә торам, һин дә оҙаҡлама, – тип сығыу яғына ыңғайланы...
Күп тә үтмәне тыштан күкле-йәшелле тауыш яңғыраны:
– Сығығыҙ, бер-бер артлы, үлтерәм, атам һеҙҙе!
Был, әлбиттә, тамам иҫерек Александр Соколовтың тауышы яңғырағанын бик тиҙ аңланылар егеттәр. Рәмил ҡаушап ҡалманы – тиҙ арала рубильникка йүгерҙе. Мунса төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа сумды. Ярым яланғас ҡапшанып әйберҙәрҙе йыйып алғас, егеттәр мунса осондағы запас ишеккә йүгерҙеләр, бәхеткә ҡаршы, ишек эстән генә элеүле булып сыҡты.
Кинәт шығырлап тышҡы ишек асылды, йәнә мунса эсе яҡтылыҡҡа сумды. Александр Соколовтың екеренеп һүгенгәне бөтөн ауылға яңғырағандай тойолдо. Виталий менән Рәмил был ерҙән тиҙерәк эләгә-йығыла һыпыртыу яғын ҡараны.
Ах-ух килеп ауыл осона еткәс, Рәмил Виталийға:
– Әйҙә, Витек, миңә киттек, кофе эсербеҙ, бөгөн миндә йоҡларһың, йәнә ятаҡҡа Александр килеп бимазалап йөрөр, – тип һүҙ башланы. Рәмилдең ай-вайына ҡарамай Виталий эшселәр ятағына ҡарай ыңғайланы.
– Ярай, Рәмил үпкәләмә, бөгөн Оля менән осрашырға һөйләшкәйнек, ҡурҡма, бөтәһе лә яҡшы булыр, – тип яуапланы ла ашығып ҡайтыу яғына йүнәлде.
Айһыҙ, ҡараңғы шөкәтһеҙ төн. Барак тәҙрәләренән төшкән яҡтылыҡ ҡына урам юлын төҫмөрләтә. Виталий эшселәр ятағына килеп кергәндә, төпкө бүлмәләрҙән кемдәрҙеңдер шаулашҡаны ишетелде. Алексей бүлмәлә юҡ ине. Виталий тиҙ генә мунса әйберҙәрен тумбочкаға урынлаштырҙы ла Оля эргәһенә ашыҡты. Шул саҡ кинәт ишек асылып китте, бүлмәгә ажғырып, туҙынған Александр килеп керҙе.
– Ә-ә-ә, ҡайттыңмы, волчонок, күптән һине көтә инем, хәҙер күрмәгәнеңде күрһәтәм, – тине лә билендә элеүле торған ҡындан оҙон һунар бысағы килтереп сығарҙы. Виталий хәлдең ҡапыл бындай йүнәлеш алыуына аптырап та, ҡаушап та ҡалды.
Александр, грек мифологияһындағы циклоп шикелле, дәү ҡулдары менән һелтәнә-һелтәнә Виталийға яҡынлашты. Өҫтәл өҫтөндәге сеүәтә, кружкаларҙы атып бәрҙе, тумбочка өҫтөндәге китаптар бер яҡҡа осто. Александр яйлап Виталийҙы бер мөйөшкә ҡыҫырыҡланы, кинәт бысаҡ менән бер-ике тапҡыр һелтәнде. Виталий һаҡланып ҡулын ҡуйып өлгөрҙә. Шул саҡ беләк буйҙарынан ҡара ҡуйы ҡан һиптерҙе, стена буйҙары, койкалағы одеял, әйберҙәр ҡан тамсыларына мансылды, шау-шыуға күрше бүлмәләрҙән эшселәр йүгереп килеп керҙеләр. Улар Александрҙы тотоп өлгөргән арала, Виталий ҡанлы ҡулын тотоп тышҡа йүгерҙе. Шок хәлендә әлһерәп Валяларға килеп ауҙы ла, аңын юғалтты.
Рәмил таңды йүнләп йоҡлай алмай үткәрҙе. Әйләнде-тулғанды, насар төштәр күреп һаташты, йөрәге ниндәйҙер насар хәл булырын һиҙенде, ахыры.
Ул эшкә килгәндә контора эргәһенә йыйылған эшсе ир-заттарҙың үҙ-ара ҡыҙыу-ҡыҙыу ниҙер һөйләшкәнен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрендә ҡурҡыу ҡатыш аптырау сағылғанын шунда уҡ абайлап алды.
Контораға килеп кергәндә өлкән геолог Татьяна борҡолдатып тәмәке төтәтеп ултыра ине. Тәмәкеһен яйлап, тәмләп һура-һура кисә ниндәй хәл-ваҡиға булып уҙғанын ҡыҫҡаса бәйән итеп уҙҙы. Александрҙы милиция алып китһә, Виталийҙы больницаға оҙатҡандар икән, ҡан күп юғалтҡан. Рәмил шаңҡып ни әйтергә белмәне, үҙен бик ныҡ ғәйепле итеп тойҙо. Татьяна, Рәмилде аңлағандай:
– Уға шул кәрәк ине, һуңғы осор бик ныҡ шашынғайны, эске яҡшыға алып бармай ул, – тип яуапланы.
Ике көндән ҡаланан ағарынған, һурыҡҡан Виталий ҡайтып төштө. Рәмил Виталийҙы үҙенең фатирына алып ҡайтырға булды. Уның барлыҡ кәрәк-ярағы бер төргәк тә булманы, ахыры.
Ун биш көн үткәс, суд ҡарар сығарып, Александрҙы өс йылға төрмәгә ултырттылар. Татьяна быға бер ҙә бошонманы, киреһенсә, шатланды, буғай.
Йәмле, көләс май айы еткән осор. Ярты йыл эсендә ауылда бик күп хәл-ваҡиғалар ҙа булып уҙҙы. Унынсы класты тамамлар саҡта Оляның ауырлы булыуы асыҡланды. Виталий быға айырыуса ныҡ шатланды, киләсәккә яҡты пландар ҡорҙо. Оляның ата-әсәһе быға, әлбиттә, ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Йәнәһе, ул ташландыҡ бала, ундай кейәү беҙгә кәрәкмәй. Был һүҙҙәр Виталийҙың былай ҙа яралы йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ул үҙенә урын таба алманы. Был тормошто Оляһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай ине шул.
Ата-әсәһенең һүҙенә ҡарамай ял көнө Оля йәшертен генә Рәмилдәргә Виталийҙың хәлен белергә килде. ”Беҙ тиҙҙән Силәбе яғына күсенеп китәбеҙ, бәлки, бүтән күрешмәҫбеҙ ҙә”, – тине Оля, моңһоу ғына. Виталий был хәбәргә ағарынды-ҡалтыранды, нимә эшләргә белмәне, әммә ләкин Оляға һиҙҙермәне. Ҙур бүлмәгә сығып китте. Оля менән Рәмил кухняла сәй әҙерләп маташтылар.
Күпмелер ваҡыт уҙғас, төпкө бүлмәнән ҡаҡ иҙәнгә гөрһөлдәп нимәлер ауғаны ишетелде. Оля менән Рәмил бер-береһенә аптырашып ҡаранылар ҙа тиҙ генә йүгереп сыҡтылар. Бындай ҡот осҡос хәлгә тарығандарына ышанмай, ҡаушап ҡалдылар. Ҡаҡ иҙәндә салҡан төшөп Виталий ята ине, ҡара күҙҙәре аларына башлаған, күперекләнгән ауыҙ эсенән хәлһеҙ генә ғырылдаған тауышы ишетелә. Рәмил хәлде бик тиҙ аңлап алды. Койкала ятҡан демидрол ампулаларын һәм буш кружканы шәйләне. Виталийҙың теле эскә ҡарай көрмәләнә башланы. Рәмил тумбочка өҫтөндә ятҡан аш ҡалағын алып Виталийҙың теленә баҫты ла, һулыш алыу туҡтамаһын өсөн, бар хәленсә беренсе ярҙам күрһәтергә кереште. Оля, төҫһөҙ шәүлә шикелле, һынташтай ҡатып ҡалғайны. Рәмил, хәленән килгәнсә тыныс булырға тырышып, Оляға ярым шыбырҙаны:
– О-л-я... Тиҙ генә йүгер фельдшерға..
Виталий, дауахананың һыуыҡ коридорында, бер аҙна тирәһе аңына килә алмай ятҡандан һуң, вафат булды. Уның ҡыҫҡа ғына аяныслы тормошоноң кинәт шулай селпәрәмә килеүен ауыр кисерҙе Оля. Бер аҙнанан улар Силәбе тарафтарына күсенеп киттеләр. Рәмил дә күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙы хәтерләткән был ерҙәрҙән тиҙерәк киткеһе килде – тыуған төйәгенә ҡайтырға уйланы. Ҡайтыр мәл еткәндә Рәмилгә почтальон бер хат тоттороп китте. Оляның табаҡ-табаҡ яҙған хатын уҡып, Рәмил уның Вика исемле ҡыҙы тыуғанын белде...

Фәнил Мәжитов.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: