Бөтә яңылыҡтар

Хисап көнө (хикәйә)

– Зариф Камил улы! Улығыҙ каникулдан килгәс, бүлмәләштәренән бе­реһенең тыуған көнөн билдәләгәндәр. Бер аҙ ҡыҙып алгас, урамға сыҡҡан­дар. Уларға ҡала егеттәре төркөмө осраған. Былары ла ҡыҙмаса булған. Бәйләнешеп киткәндәр. Эш дөмбәҫләшеүгә еткән. Шунда бүлмәләше кеҫәһенән бәкеһен сығарған да тегеләрҙең береһенә сәнскән.

Хисап көнө (хикәйә)
Хисап көнө (хикәйә)

Төшкөнө ашағандан һуң Зариф Камил улы диванға килен ултырҙы.

Ҡатыны өҫтәлдән һауыт-һабаны йыйыштырырға кереште.

– Йәмғиә, кисәгә тиклем ике сәғәт самаһы ваҡыт бар. Мин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тәртипкә килтереп алайым. Малдар ҡаралған. Уларҙы кискегә Бу­лат тәрбиәләр, бесән һалыр. Һөйләшкәнмен, килешкәнмен, – тине Зариф Камил улы ҡатынына.

– Ярай, атаһы. Был арала мин клубҡа барып килермен. Аш-һыуҙа ки­ленгә ярҙамлашырға кәрәк.

Зариф Камил улы түр яҡҡа сыҡты. Шифоньерҙы асып, кейемдәрен бар­ланы. Бөтәһе лә әҙер. Ул яҡтан егәрле лә инде ҡатыны. Өйләнешкәндәренең икенсе көнөнән алып Йәмғиәһе уның өҫ-башын таҙартыу, бөхтә йөрөтөүҙе үҙенә йөкмәне. «Һин минең өлкән улым», – тип мәрәкәләй ул.

– Хәҙер кисәлә һөйләйәсәк бәләкәй телмәрҙе уйлап, әҙерләп ҡуйырға ла була, – тип Зариф Камил улы өҫтәл артына килеп ултырҙы. Нимәнән башларға икән ул сығышты? Нимәләрҙе һөйләргә икән?

Тормош булғас, төрлөһө булды инде: алға барыу ҙа, яңылышыу ҙа. Тик иң мөһимен – кешелек һыҙаттарын юғалтмаҫҡа тырышты ул. Шуға ирешә алдымы икән?

Уйҙар, уйҙар... Улар үҙҙәренән-үҙҙәре бала саҡтарға елдерҙе. Аҙ ғүмер түгел, был донъяларҙа алтмыш йыл йәшәлгән, кисерелгән. Уйлай китһәң, барыһы ла кисә булған кеүек.

Зариф ошо ауылда тыуып үҫте. Ата-әсәләре уҡытыусылар ине. Бала сағында әллә ни мохтажлыҡ кисермәне ул. Башҡалар кеүек, тыуған тупраҡта аунап, тәгәрәп үҫте.

Йәйге каникулдар башланыу менән, колхоз эшендә булды: күбә лә тарт­тырҙы, бесән дә йыйҙы, күбә лә ебәрҙе, бесән дә сапты, ырҙын табағында ла эшләне. Өйҙә ат менән эшләүсе булмаһа ла, атҡа әүәҫ ине. Һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙә һыбай йөрөргә, ат туғарып егергә лә өйрәнеп алды. Хатта ике йыл йәй көндәрендә көндөҙ бригада аттарын көтөп тә йөрөнө.

– Бигерәк ат йәнлеһең, улым, һин йә зоотехник, йә ветеринар бу­лырһың, ахырыһы, – тип мәрәкәләй торғайны атаһы. Ә йорт эштәрендә За­риф атаһының беренсе ярҙамсыһы булды. Һәр бер эштә улын үҙе менән йөрөтөр ине ул.

Ауылда ете синыфты тамамлағас, ата-әсәһе аптырап ҡалманы. Бәләбәй ҡалаһында бер яҡындары йәшәй ине. Тик «бишле»гә мәктәп тамамлаған малайын шул әллә ҡайҙа ятҡан Бәләбәйгә алып барҙы. Имтиханһыҙ уҡыуға ҡабул иттеләр. Шулай итеп, ун дүрт йәшлек үҫмер ата-әсә иркәләүенән айырылды. Бөтәһен дә үҙенә хәстәрләргә, үҙен үҙе ҡарарға, тәрбиәләргә тотондо ул. Уҡыу уға еңел бирелде. Ауылда аттар менән мәж килһә, бында техника төп шөғөлөнә әүерелде. Трактор, комбайн, ауыл ху­жалығы машиналарын ентекләп өйрәнде, практика ваҡыттарында һәр бе­реһендә эшләп ҡараны. Ә һуңғы курста уҡығанда хәрби комиссариат уларҙы кистәрен шофер һөнәренә уҡытты. Шулай итеп, техникумда ул бер нисә һәнәр үҙләштерҙе.

Һуңғы курс. Бына дәүләт имтихандары ла башланырға тора. Шул саҡта дүрт егетте хәрби комиссариатҡа саҡырын алдылар ҙа ҡулдарына повестка тотторҙолар. Техникум етәкселәренә лә еткергәндәр икән. Уларҙан һәр көн һайын берәр имтихан ҡабул иттеләр ҙә, бер аҙна ваҡыт биреп, ҡайтарып ебәрҙеләр. Зариф ике генә көн өйөндә булды. Килеүҙәренә дипломдарын да тултырғандар.

Хеҙмәтте Көнсығыш Германияла үткәрҙе. Тәүҙә шофер булып башлағай­ны. Аҙаҡтан, белеменә, сослоғона, техниканы яҡшы белеүенә ҡарап, меха­ник итеп үрләттеләр.

Декабрь аҙаҡтарында хеҙмәтен тултырып, тыуған ауылына – ата-әсә йортона ҡайтып төштө. Эй ҡыуанды ла һуң ата-әсәһе. Ни тиһәң дә, баш ба­лалары бит. Үҙенән кеселәре – ике ҡыҙ туғаны үҫеп килә. Береһе күрше ауылда унынсыла, икенсеһе Өфөлә институтта уҡый.

– Бына нимә, улым, һин егет кеше – беҙҙе ҡарарға тейеш кеше. Беҙ һинән айырылырға теләмәйбеҙ. Уҡыйым тиһәң, ситтән тороп уҡырға була, – тине атаһы.

Зариф бәхәсләшеп торманы. Эш белешергә тотондо. Колхоздарында ме­ханик урыны булмай сыҡты. Күрше колхозға барырға тәҡдим иттеләр. Өйөнә кәңәшләшергә ҡайтып китте.

– Бик булмаһа, ауылда тракторсы булып эшләрмен, – тине ул.

Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит. Ауылдарындағы завучты икенсе ергә директор итеп күсерҙеләр. Математика дәрестәре уҡытыусыһыҙ ҡалды. Мәктәп директоры уны ошо эшкә саҡырҙы. Ата-әсәләре ҡыуандылар гына. Зариф хәҙер Зариф Камил улына әүерелде лә уҡыта башланы. Июнь айында Башҡорт дәүләт университетының матема­тика факультетына ситтән тороп уҡырға керҙе. Яҙмышы бына шулай хәл ителде лә ҡуйҙы. Бер ниндәй ауырлыҡ тоймай, университетты тамамланы. Уҡытҡанының икенсе йылында уҡ мәктәп китапханаһында эшләгән Йәмғиәгә өйләнеп ебәрҙе. Икеһе лә бергә эшләй: бергә мәктәпкә китәләр, бергә мәктәптән ҡайталар. Тәүге улдары Самат та донъяға килде. Бөтәһе лә ал да гөл, бөтәһе лә шыма ғына бара кеүек.

Университеттың дүртенсе курсында уҡығанда завуч итеп ҡуйҙылар. Уҡыуын тамамлағас, директор пенсияға китеп барҙы. Был ҡамытты ла Зарифҡа кейҙерҙеләр. Эш һәүетемсә генә тәгәрәне: мәктәбе алға ла айырылып сыҡманы, бик үк артта ла һөйрәлмәне. Район хужалары Зариф Камил улында тәжрибәле, төплө белемле етәксене күрҙеләр. Абруйы арта барҙы. Район Советына депутат итеп тә һайланылар. Ата-әсәһенең ҡыуанысы икһеҙ-сикһеҙ ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, әҙәпле, тәртипле, кеселекле, кешелекле килендәренә һөйөнөп, улының уңыштарына ҡыуанып, пеисияға сыҡҡас та йорт-ҡура эштәрендә ҡыштыр-ҡыштыр йөрөп торҙолар.

Зариф бер үк ихатала үҙҙәренә йорт та һалып ебәрҙе. Әммә ашау-эсеү бергә булды. Иртәнгене килене әҙерләһә, төшкөлөктә ололар аш-һыу менән көтөп ултырҙы. Донъялары түп-түңәрәк ине. Ғүмер буйы шулай дауам итер һымаҡ тойолдо.

Зариф Камил улы төштән һуң дәрестәренә әҙерләнә. Мәктәп тып-тын. Оҙайтылған көн төркөмө уҡыусылары ла өйҙәренә ҡайтып китте. Зариф Камил улы ла, дәрестәрен әҙерләй бөтөргәс, ҡайтып йорт эштәренә тотонор. Шул саҡ мәктәп ишеге асылды. Кемдер, ныҡ баҫып, дежурҙа ултырған йыйыштырыусы янына килде.

– Директор бындамы? – тип һораны ул.

– Бында, бында. Әле генә кабинетына инеп китте.

Аяҡ тауышы былай йүнәлде. Ишек шаҡынылар.

– Уҙып китегеҙ, – тине Зариф Камил улы. Ишектә почтальон күренде. – Зариф Камил улы! Һеҙгә телеграмма. Ҡул ҡуйып алығыҙ, – тип поч­тальон ниндәйҙер ҡағыҙға ҡултамға ҡуйҙырҙы. Шунан тиҙерәк сыгып ки­тергә ашыҡты.

Зариф Камил улы телеграммаға күҙ һалды. «Срочно приезжайте. Ваш сын арестован. Деканат.» Ни бары биш кенә һүҙ яҙылған. Ул аптырап ҡал­ды. Улы китеүенә аҙна ғына бит. Нимә булыр икән? Өс-дүрт минут шулай аптырап ултырғандыр. Ҡәтғи ҡарарға килде. Поезд китергә ике сәғәт ваҡыт бар. Өлгөрөргә була, тип уйлап ҡуйҙы. Район мәғариф бүлегенә шыл­тыратты. Хәлде аңлатып, Өфөгә барып килергә һораны. Рөхсәт булғас, за­вучына китте. Ул икенсе йыл ғына эшләй. Юғары белемле. Шофер докумен­ты ла бар. Өйөндә, ҡатынына телеграмманы күрһәтеп, тиҙ генә юлға әҙерләнде.

Машинаһы кәзәләнмәне. Тиҙ генә эшләп китте. Поезд китергә ун минут ҡалганда, ул вокзалда ине.

Поезд тәгәрмәстәре, таҡ-тоҡ килен, ваҡыт һанай. Зариф Камил улы тәҙрәгә ҡараған да уйға сумған. Уға поезд бик аҡрын ҡуҙғала кеүек тойола. Ни булды икән? Ошо һорау уға тынгы бирмәй.

Улдары Самат тәртипле, әҙәпле, уҡыуға бик тырыш малай булып үҫте. Үҙҙәрендә һигеҙ синыфты тамамлағас, колхоз үҙәгендә урта белем алды. Ат­тестатында ла тик «4», «5» билдәләре генә. Ауыл хужалығы институтына барып, агроном булырға уҡырға инде.

– Мин ауыл хужалығы буйынса уҡыһам да, эшләй алманым. Теләгемде малайым тормошҡа ашырасаҡ, – тип һөйөнгәйне Зариф Камил улы. Улы­ның каникулы бөткәс, үҙе алып барып, поезға ултыртып ебәрҙе.

Был төндө вагонда керпек тә ҡаҡмай үткәрҙе ул. Ниндәй тәр­типһеҙлек ҡылды икән? Тәрбиәлә ниндәй яңылышлыҡ ебәрҙе икән? Вагонда сәй йөрөттөләр. Аҙығы сумкаһында ла бар. Әммә тамағына бер ни ҙә барырлыҡ түгел. Иртәнгелә Өфөгә килеп тошто. Таксиҙа институтҡа кит­те. Декан үҙендә икән. Күрештеләр. Бер-береһенә һынаулы ғына ҡарашып та алдылар.

– Зариф Камил улы! Улығыҙ каникулдан килгәс, бүлмәләштәренән бе­реһенең тыуған көнөн билдәләгәндәр. Бер аҙ ҡыҙып алгас, урамға сыҡҡан­дар. Уларға ҡала егеттәре төркөмө осраған. Былары ла ҡыҙмаса булған. Бәйләнешеп киткәндәр. Эш дөмбәҫләшеүгә еткән. Шунда бүлмәләше кеҫәһенән бәкеһен сығарған да тегеләрҙең береһенә сәнскән. Уныһы йығылған. Һуғыш тынған. Шул саҡ милиция машинаһы күренгән. Улар шулай һәр саҡ эш аҙағында йөрөй бит. Яралыны – дауаханаға, ә башҡаларҙың бөтәһен дә милиция бүлегенә килтергәндәр. Хәҙер тикшереү бара. Йәрәхәтләнгән егеттең атаһы ҙур ғына түрә икән. Бөтә бәләне беҙҙең егеттәргә япһарырға маташалар. Деканат яғынан тейешле документтар әҙерләп бирҙек. Тикшереүсе һеҙҙе саҡырырға ҡушҡайны. Шуга телеграмма һуҡтыҡ. Яралы егет хәҙер дауаханала. Яраһы үтә ауыр түгел, тиҙәр. Беҙҙең егеттәрҙә лә ғәйеп бар, күрәһең. Ятаҡта эске ойоштормағыҙ, тип күпме әйтә килдек...

– Хәҙер миңә нимә эшләргә? – тип Зариф Камил улы деканға ҡараны. Төн буйы йоҡламай килгәнгә, йөҙө йонсоу ине.

– Үтә борсолоп китмәгеҙ әле. Тикшерерҙәр, төпсөнөрҙәр. Дөрөҫ хөкөм сығарырҙар. Инде егеттәргә көндөҙгө бүлектә уҡыу тәтемәҫтер, моғайын, – тине декан. – Бына ошо ҡағыҙ буйынса тикшереүсегә барығыҙ, – тип ад­рес тотторҙо.

Тикшереүсе уны әҙәпле генә ҡаршы алды. Күп һорауҙар бирҙе. Аҙаҡтан бер ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырҙы. Зариф Камил улы уны уҡып та торманы.

– Улымды күрергә мөмкин булмаҫмы икән? – тип һорағайны. Тикше­реүсе, әлегә ярамай, тине. Аҡҡа төшкәнсе буҡҡа төш, тиҙәр шул. Тимәк, эш үтә етди. Хөкөм ҡарарын ғына көтөргә ҡала.

Шул уҡ көндө Зариф Камил улы кире яҡҡа юлланды. Бындай хәлдә үҙенең көсһөҙлөгөнә, бер ни эшләй алмауына үртәнде ул. Районда бер аҙ булған абруй бында бер тингә лә тормай икән.

Оло ҡайғы йөкмәп ҡайтып төштө ул өйөнә. Ҡатыны сабырһыҙланып көтөп торған. Уға ҡыҫҡаса ғына аңлатты ла оҙон-оҙаҡ сурытып торманы. «Ҡайҙа, нимәлә хата ебәрҙем икән?! Инде уҡырға кереп, юғары белемле һөнәр эйәһе буласаҡ, тип ҡыуанып йөрөгәндә, ниндәй оло ҡайғыға тары­ныҡ. Ундай ҡайғының хәрефе лә быға тиклем осраманы. Бөтәһе лә ал да гөл һәм ғүмер буйы шулай дауам итер һымаҡ ине», – тип уйланды ул.

Мәктәптә лә, мәғариф бүлегендә лә, яраһына тоҙ һибеп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. Әммә ул турала барыһы ла ишеткәйне. Яҡшы һүҙ тиҙ тарал­маһа ла, яман хәбәр тиҙ йөрөй шул. Ил ауыҙын иләк менән тығып булмай. Хәҙергә көтәһе, яҙмышҡа буйһонаһы ғына ҡала.

Хөкөм булаһы көндө белдереп, саҡырыу ҡағыҙы килде. Был юлы Өфөгә ах та ух булып, ҡапымлап китмәне Зариф Камил улы. Әммә хөкөм ҡарары нисек булыры уйландыра... Аллаға шөкөр, коллективта уҡытыусылар үҙен үҙ итә, яҡын күрә. Ауылда ла халыҡтың күбеһе уның ҡайғыһын уртаҡла­шып, хәл-әхүәлен белешеп тора. Кем белә: бәлки, үсәүселәр ҙә барҙыр. Әммә әлегә күҙгә ҡарап, йөҙҙө йыртып әйтеүселәр юҡ.

Был юлы ла поезда йоҡлай алманы ул. Төрлөһөн уйланы: мәктәп дирек­торы, уҡытыусылар уҡытыусыһы, тәрбиәлә башҡаларға кәңәш биреүсе улы хөкөм эскәмйәһендә ултырһын әле. Ғәрлектең ғәрлеге бит. Нимәлә ха­та ебәрҙе икән? Улы – Саматы, эскән хәлдә лә, иптәштәре менән сығып китмәҫкә тейеш ине. Тимәк, теге йәки был эш-хәрәкәт, ҡылыҡтан һуң ниндәйҙер һөҙөмтәләр булырға тейешлеген уйларға өйрәтмәгән. Ғөмүмән, малайға тейешле иғтибар бирҙеме икән ул? Юҡ шикелле. Үҙе директор була тороп, малайы тәртибенә әһәмиәт бирмәгән. Бөтә тәрбиә эшен ғаиләлә тик ҡатынына йөкмәткән. Йәнәһе, уның ваҡыты юҡ. Йәнәһе, ул – эш кешеһе. Шундай сыуалсыҡ, теүәл яуап биреп булмаҫтай һорауҙар борсоно уны. Әйтерһең, поезд – уйланыр өсөн иң ҡулай урын.

Өфөгә килеп төшөү менән, суд булырға тейешле йортто эҙләп китте. Уның килгәнен билдәләнеләр. Шаһит булараҡ сығыш яһарһың тип, икенсе бүлмәгә ултыртып көтөргә ҡуштылар. Бында байтаҡ кеше бар ине. Зариф Камил улы бер яҡ ситкәрәк ултырҙы ла тирә-яғына күҙ һалды. Ул килеп кергәс, башҡалар бер күҙ һирпеп ҡаранылар ҙа, таныш булмағас, үҙ хәбәрҙәрен дауам иттеләр.

Байтаҡ ғүмер кисерһә лә, Зариф Камил улының суд, прокуратура, ми­лиция менән эш иткәне булманы. Бындағы тәртип, эштәр барышы уға ят та, ғәжәп тә ине. Хөкөм башланды. Бүлмәләгеләрҙе берәм-берәм саҡырып индерҙеләр. Сират уға ла етте. Ул сәркәтип ҡыҙ артынан хөкөм залына ин­де. Ундағыларҙы күрен, бер аҙ туҡтап ҡалды. Ҡыҙыҡай уны үҙ артынан ба­рырға әйҙәне. Күҙе ситлек артындағыларға төштө. Малайы бер яҡ ситтә бөршәйеп кенә ултыра, һурылып, ябығып киткән. Күп уйланғандыр инде. Атаһын күреү менән, Саматы башын түбән эйҙе.

Хаҡты, бары дөрөҫтө генә һөйләргә тейешлегенә ҡул ҡуйҙырҙылар. Шу­нан, әҙәпле генә итеп, улы тураһында һөйләүен үтенделәр. Уҡытыусы була­раҡ, Зариф Камил улы барыһын да һөйләп бирҙе.

– Өйөгөҙҙә спиртлы эсемлек йыш ҡунаҡмы? – тип һораны судья.

– Беҙҙең өйҙә ҡунаҡ йылына ике-өс тапҡыр ғына үткәрелде. Унда ла балалар өләсәләрендә кис үткәрҙеләр. Һыуытҡыста араҡы айҙар буйы ул­тырҙы. Тейеүсе кеше булманы. Улымдың аттестат алыу кисәһендә лә тик ҡымыҙ ғына эстек. Каникул осоронда ла өйҙә спиртлы эсемлек ҡулланыл­маны.

– Ә Өфөлө улығыҙ ни өсөн эсте икән? – тип һораны прокурор.

– Күрәһең, контроль булмауы үҙен һиҙҙергәндер. Иң беренсе сиратта һәр кем үҙенә үҙе талапсан булырға тейеш. Малайҙа ошо сифатты тәрбиәләй алмағанбыҙҙыр инде, – тине ул.

Яуапҡа ҡәнәғәт булдылар шикелле. Башҡаса борсоманылар. Залда ул­тырырға рөхсәт иттеләр. Әммә Зариф Камил улы суд барышын иғтибар менән тыңлай алманы. Үҙ туҡһаны туҡһан ине шул уның был мәлдәрҙә.

Һорауҙарға яуап алып бөткәс, суд кәңәшләшергә сыҡты. Бөтә халыҡ хөкөм ҡарарын сабырһыҙлыҡ менән көттө. Бына ҡарарҙы уҡып ишет­терҙеләр. Бәке менән сәнскән егеткә ете йыл, эске ойошторғанына алты йыл, ҡалғандарына дүртәр йыл сәпәнеләр. Суд был хәлде төркөмләп һөжүм итеү тип баһаланы. Шуға ҡаты ҡыландылар. Уларға бәйләнгән һәм һуғыш ойошторғандарға штраф ҡына һалғандар. Хатта уларҙы суд залына ла саҡырмағандар. Яраланған егет тә хәҙер дауахананан сыҡҡан, тиҙәр. Төп «зыян күреүсе»нең дә судта булыуын кәрәкле һанамағандар. Ә рәшәткә ар­тындағылар – бөтәһе лә ауыл малайҙары... Хатта яҡлаусы ла йүнле һүҙ әйтә алманы.

Хөкөм ҡарары иғлан ителгәс, ата-әсәләргә балалары менән һөйләшергә рөхсәт иттеләр. Зариф Камил улы Самат янына барҙы.

– Атай, атай! Мөмкин булһа, ғәфү ит инде. Икегеҙгә лә оло ҡайғы кил­терҙем. Бында ултырғанда, бөтәһен дә уйлап сыҡтым. Срок бөтөү менән, мотлаҡ һеҙҙең янға ҡайтасаҡмын, көтөгөҙ мине, – тине лә улы ситкә ҡара­ны. Күҙҙәренән йәштәре, юлаҡ-юлаҡ эҙҙәр һалып, ағып төштөләр.

– Улым, үтә бөтөрөнмә! Әсәйең дә, башҡалар ҙа күп итеп сәләм әйтеп ҡалдылар. Үҙеңде ныҡ тот! Егет бул! Ваҡыт үтер ҙә китер. Һаулығыңды һаҡла! – тине Зариф Камил улы.

– Ярай, атай! Һинең һүҙен миңә закон булыр, – тине Саматы. Йәш аша күҙҙәрендә ниндәйҙер өмөт сатҡылары балҡып китте. Зариф Камил улы ҡулында ҡатыны биреп ебәргән күстәнәс бар ине. Тик бирергә рөхсәт итмәнеләр. Милиция тотҡондарҙы алып сыға башланы. Зариф Камил улы ҡулын кеҫәһенә тыҡты. Ҡул биреү һылтауы менән улының усына күпмелер аҡса йомдорҙо.

– Кәрәге тейер, кеҫәңә тыҡ! – тип шыбырланы ул.

– Рәхмәт, атай, ҙур рәхмәт! Мине көтөгөҙ, мотлаҡ ҡайтасаҡмын, – ти­не Самат ишеккә ыңғайлағанда. Зариф Камил улы ла улар артынан атланы.

Хөкөм ителеүселәрҙе «ҡара ҡоҙғон» машинаһына ултырттылар ҙа алып та киттеләр. Зариф Камил улы бер үҙе урамда торҙо ла ҡалды. Шунан башы һуҡҡан яҡҡа атланы. Әллә тынсыу бүлмә шауҡымынанмы, әллә башы әйләнеп китеүҙәнме, ул тротуарға йығылды. Портфеле бер яҡҡа, улына тигән күстәнәсе икенсе яҡҡа осто. Башы тротуарға шаҡ итеп ҡалды. Иҫенән яҙҙы...

– Әхирәт, ҡара әле бынау алкашты. Көпә-көндөҙ иҫереп йығылған, – тип ике ҡатын шарҡылдап үтеп китте. Зариф Камил улы уларҙы ишетә, әммә бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Ана, йәштәр етеп килә, үҙ-ара ниҙер һөй­ләшәләр.

– Сәғит, ҡара әле, берәү йығылып ята, – тине береһе.

– Дуҫҡай, туҡта әле! Был бит минең уҡытыусым! – Егет шулай тине лә Зариф Камил улына эйелде.

– Зариф Камилевич! Әллә ауырып киттегеҙме? – Шунда Зариф Камил улы күҙҙәрен асты. Егеттәр уны торғоҙҙолар ҙа яҡындағы эскәмйәгә ултыр­ттылар. Портфелен дә, күстәнәсен дә эргәһенә һалдылар. Зариф Камил улы йылмайырға тырышып ҡараны. Әммә йөҙөндә сытыйыу ғына сағылды.

– Зариф ағай, Өфөлә ниндәй эш менән йөрөйһөгөҙ? – тип һораны Сәғит.

– Саматты хөкөм иттеләр. Әле генә суд булды.

– Ишеткәйнем. Оло ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, – тине Сәғит. – Әле ҡайҙа китеп бара инегеҙ?

– Бер ҡайҙа ла бармайым. Поезға тиклем бушмын. Ошо тирәлә берәй ашхана бармы икән?

– Зариф ағай, әйҙәгеҙ беҙгә! Кискә тиклем ял итерһегеҙ. Тамаҡ та ялғап алырбыҙ, – тине Сәғит.

Зариф Камил улы Сәғит бүлмәһендә кискә тиклем ял итте. Тамаҡ туйҙырып, сәй ҙә эсеп алды. Ҡатыны ебәргән күстәнәсте Сәғиткә тотторҙо.

– Мә, ҡустым, был күстәнәс һиңә булһын, – тине.

– Зариф ағай, иртәгә үк уны Саматҡа алып барырмын. Моғайын, тиҙ генә алып китмәҫтәр әле, – тине Сәғит. Ул күстәнәсте, ысынлап та, Са­матҡа тапшырған. Был хаҡта Самат хатынан белде.

Кисенә Сәғит Зариф Камил улын поезға алын төштө. Билет алғас, вагонына ултыртып, оҙатып ҡуйҙы. Зариф Камил улы уға ниндәй генә рәхмәт әйтһә лә аҙ кеүек тойолдо.

Сәғит – уның ауылдашы, уҡыусыһы. Өләсәй ҡулында ғына тәрбиәләнде. Кескәйҙән бик шуҡ булды. Зариф Камил улы был уҡыусыһына талапсан, хатта артыҡ талапсан булды шикелле. Һигеҙҙе тамамлағас, уҡымайым, колхозда эшләйем, тип кәзәләнеп алды. Ул заманда «һәр уҡыусыға – урта белем» тигән закон көслө ине. Мәғариф бүлеге Сәғиттең уҡыуын талап итте. Шунан Зариф Камил улы үҫмерҙең өләсәһе менән һөйләште, Сәғиттең уҡырға тейешлеген аңлатты.

– Үҙем дә шулай өгөтләйем. Арҡырылана бит. Һиңә ярҙам итәм, һине ҡарайым, ти ҙә ҡырҡыша. Аллаға шөкөр, хөкүмәт биргән бинсем бар, – тип ҡарсыҡ та ейәнен уҡытырға теләген аңғартты.

Зариф Камил улы мәктәп иҫәбенән Сәгиттең өләсәһенә утын ауҙартты, һигеҙенсе синыф уҡыусылары ҡарсыҡты шефҡа алды. Сәғитте машинаһына ултыртты ла колхоз үҙәге булған урта мәктәпкә алып китте. Ятаҡҡа урын­лаштырҙы. Мәктәп, ауыл Советы, колхоз етәкселәре менән һөйләшеп, түләүһеҙ ашау исемлегенә индерҙе. Мәғариф бүлеге фондынан, ауыл Советы, колхоз етәкселәренән кейем һатып алыуҙы ойошторҙо. Бер ҡат тигәндәй, уны өр-яңынан кейендерҙеләр. Сәғит үҙе лә уҡыуға бик тырыш булды. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Имтиханһыҙ ғына ауыл хужалығы ин­ститутына уҡырға керҙе. Колхоз стипендиаты булып уҡып йөрөй. Әле дүртенсе курста. Өләсәһе үткән йыл вафат булып ҡалды. Сәғит ауылға ҡайтҡан һайын мәктәпкә килмәй китмәй. Бик кешелекле егет үҫеп килә.

Бына шундай уй ҡайнаны Зариф Камил улында: хәҙер ни эшләргә? Ошо һорау башынан сыҡмай. Улы төрмәлә ултырған кеше мәктәптә эшләргә хаҡлымы? Директор булыу тураһында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел.

Бер нисә айҙа Зариф Камил улы һурылып, ябығып китте. Ике сикәһендөге сәстәре көмөшләнде. Ул, һәр көндәгесә, мәктәпкә йөрөнө, дәрестәр үткәрҙе. Мәктәптәге көндәлек эштәргә сумды. Улынан хат йыш килеп торҙо. Яуапты, билдәле, ҡатыны яҙа. Әммә бергәләп уҡыйҙар, тик­шерәләр.

Киләсәктә ни эшләйөсөген Зариф Камил улы ныҡлап хәл итте. Әлегә был хаҡта ҡатынына ла әйтмәгән. Улының шундай бәләгә тарыуына үҙен, бары үҙен генә ғәйепләй ул. Мәктәптә имтихандар бара, ремонт үткәрелә, утын әҙерләнә. Уҡыу йылын уңышлы тамамларға кәрәк. Ә унан...

Мәғариф бүлегендә ғәҙәти кәңәшмә башланды. Мәктәптәрҙә сығары­лыш кисәләрен үткәреү. Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышы. Бына шундай көндәлек мәсьәләләр ҡаралды унда. Ҡайһы бер мәктәп дирек­торҙары маҡталды, икенселәре иҫкәртелде. Төрлө һорауҙар ҙа яуҙырылды. «Инде бөтә мәсьәләләр ҡаралды», тип директорҙар ҡуҙғала башланы. Үҙҙәре тәртип тураһында тылҡый, талап итә торған кешеләр араһында ла төрлөләре бар. Берәүҙәр сабырһыҙлана, кәңәшмә барышында һөйләшә. Хат­та бүлек мөдиренең иҫкәртеүе, ҡатыраҡ әйтеүе лә кәрәк. Әле лә дирек­торҙар шаулаша башланы.

– Иптәштәр, сабыр итегеҙ. Әле тикшерәһе мәсьәләләр бөтмәгән. Бергәләп кәңәшләшәһе һүҙ бар, – тине мәғариф бүлеге мөдире. Шул саҡ райсовет рәйесенең мәктәптәр буйынса яуаплы урынбаҫары ла килеп инде. Директорҙар үҙ-ара ҡарашып, аптырап ҡалдылар.

– Хөрмәтле коллегалар! Бер сетерекле ғариза бар. Дөрөҫ, уны мин бойо­роҡ яҙып ҡына ла хәл итә алыр инем. Әммә мәсьәлә ҡатмарлыраҡ, фәһем­лерәк. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә хөрмәтле коллегабыҙ Зариф Камил улының ауыр ҡайғы кисереүен беләһегеҙ. Улының бәләгә осрауында ул үҙен ғәйепле һанай һәм эштән бушатыуҙы һорай. Ошо мәсьәләне бергәләп хәл итәйек. Коллегабыҙҙы, тәжрибәле директорҙы эштән ебәрәбеҙме, юҡмы? – тине мәғариф бүлеге мөдире Хәйбуллин. Бөтәһе лә Зариф Камил улына әйләнеп ҡараны. Дөрөҫ, был хәбәрҙе ишеткәйнеләр ишетеүен. Әммә, мәсьәлә былай боролор, тип бер кем дә уйламағандыр. – Зариф Камил улы менән бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараным. Юғарғы етәкселәр менән дә фекерләшеү бул­ды. Зариф Камил улы, минең директор булып эшләргә әхлаҡи хоҡуғым юҡ, тип ныҡыша. Йә, кемдәрҙең ниндәй фекерҙәре, кәңәштәре, тәҡдимдәре бар?

– Был хәлдә Зариф Камил улының бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Эшләргә лә эшләргә генә ҡала. Ундай-бындай сетерекле мәсьәләләр беҙҙең һәр беребеҙ менән, көн һайын булмаһа ла, ай һайын сығып тора. Танауҙы төшөрмәҫкә, ең һыҙғанып эште дауам итергә кәрәк. Зариф Камил улы, Һеҙҙең хәлде аңлайбыҙ, беребеҙ ҙә һеҙҙе ғәйепләргә уйламайбыҙ ҙа, – тип нотоҡ һөйләп алып китте район үҙәгендәге ҙур мәктәптең директоры Хөснуллин. Уның сығыш яһауын мөдир һорағандыр инде. Тәүҙә тынлыҡ урынлашты. Шунан күп йылдар директор эшен атҡарған, бына-бына пенсия йәшенә етеп килгән Ғәйфуллин урынынан баҫты. Уның ғәҙәте шундай: бер ҡасан да, миңә һүҙ бирегеҙ, тип һорамай. Тора ла баҫа. Мөдир теләһә, теләмәһә лә һүҙ бирергә мәжбүр була.

– Иптәштәр! Беҙҙең, билдәле, Зариф Камил улынан эшендә ҡалыуҙы һорарға, талап итергә, хатта мәжбүр итергә хоҡуғыбыҙ бар кеүек. Ярай, шулай иттек тә, ти. Коллегабыҙ эшләп өйрәнгән. Һәүетемсә генә дауам итер кеүек. Әммә уның эске донъяһын уйламайбыҙ бит. Ул көн һайын һыҙып йөрөйәсәк. Үҙен үҙе ашаясаҡ. Ә был теләһә ниндәй язанан да ауыр. Әйҙәгеҙ, беҙ уның ғаризаһына риза булайыҡ. Алмаштырыр кешеһе бар. Кәрәк саҡта, йүгереп барып кәңәш һорар. Ә Зариф Камил улы – тәбиғәте менән уҡытыусы ул. Киләсәктә мотлаҡ мәктәпкә ҡайтасаҡ. Әйҙә, хәҙергә үҙе теләгәнсә эшләһен. Ҡамасауламайыҡ уға. Уның күңел донъяһы шулай ҡуша икән, әҙерәк башҡа эштә лә йөрөп алһын. Мәктәп эшенә ситтән ҡарап анализ яһаһын. Шуны беләм: Зариф Камил улы теләһә ниндәй эште лә на­мыҫ менән башҡарыр һәм үҙенә тейешле абруй яулай алыр, – тип телмәрен осланы аҡһаҡал. Бөтәһе лә уның төплө фекере менән риза булды. Зариф Ка­мил улы, бына шулай итеп, егерме йылдан һуң мәктәптән китте.

Йәмғиә сабырһыҙлыҡ менән урамды, оло юлды күҙәтә. Ире колхоз идараһына эш белешергә киткәйне. Әллә ни эшләп оҙаҡланы. Бына ауыл осондағы түбәлә таныш машина күренде. Йәмғиә йүгереп сыҡты ла ҡапҡаны киң итеп асып ебәрҙе. Иренең ауыҙы ҡолағына еткән. «Бер ҡасан да юлдан шулай шатланып ҡайтмай торғайны. Хоҙайға мең шөкөр», – тип ҡатыны шатланды.

Машинаһын гаражға индереп ултыртты ла Зариф Камил улы өйөнә керҙе. Бит-ҡулын йыуып, өҫтәл артына ултырыуға, унда ашамлыҡ тулы ине.

– Бына шулай, бисәкәй. Комбайнер иреңде һәр саҡ шулай яҡшы ҡар­шы ал, ҡара, тәрбиәлә, – тип кеткелдәп көлдө ул. Был мәрәкәләү уның үҙенән үҙе көлөү кеүек яңғыраны. – Ҡайҙа, берәй торлө зәмзәм һыуың юҡмы? Яңы эште йыумай булмаҫ.

Йәмғиә иренә аптырап ҡараны ла һыуытҡыстан бер аҡты ире алдына ултыртты.

– Ә рюмкалар ҡайҙа? Шешә ауыҙынан эсә алмайым бит, – тип көлдө Зариф Камил улы. – Икәүҙе килтер, – тип өҫтәне. Ҡатыны ике рюмка килтереп ултыртҡас, уларға тултырып ҡойҙо.

– Әйҙә, бисәкәй, буласаҡ комбайнер өсөн, уның киләсәктәге уңышы өсөн күтәрәйек әле, – тине.

– Һин нимә? Ауыҙыма ла алған нәмәм түгел бит.

– Инде механизатор бисәһе булғас, эсергә тура килер, – тип мәрә­кәләне Зариф Камил улы.

Сәкәштерҙеләр. Ауыҙына алыу менән, бисәһе сәсәп китте. Уртлағанын йыуынты биҙрәһенә түкте.

– Һинән механизатор бисәһе сыҡмай, былай булғас. Бына шулай эсәләр уны, – тип ауыҙына түңкәрҙе Зариф Камил улы. Тағы бер рюмка эсте лә араҡыны һыуытҡысҡа ҡуйҙы. Бер аҙ ҡапҡылап алғас, Йәмғиәне яңылыҡ­тар менән таныштырҙы.

– Колхоз рәйесе тәүҙә риза булмай маташты. Техникум дипломын күрһәткәс, оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы ла комбайн бирергә булды. Иртәгә ре­монтҡа барам. Уңыш йыйыуға тиклем өлгөртөргә кәрәк. Комбайн ху­жаһын, йәш егетте, майҙа армияға алғандар икән. Инженер менән комбайн­ды ла күрҙем. Былай эшләрлек. Бер аҙ ҡарайһы, төҙәтәһе урындары бар, – тип уйҙары менән бүлеште Зариф Камил улы. Был һүҙҙәрҙе ул үҙ-үҙен ты­нысландырыр өсөн һөйләй ине.

Тамаҡ ялғап алгас, Зариф Камил улы гаражына инде. Ундағы ҡорамал­дарҙы, инструменттарҙы ҡараштырҙы, барланы, иртәгә эшкә алып барырға кәрәктәрен машина багажнигына һалып ҡуйҙы. Бына шулай яңы эшкә әҙерләнде.

Шул комбайнында дүрт йыл эшләне ул. Беренселәрҙән булмаһа ла, ҡойроҡта ла һөйрәлмәне. Иң мөһиме: техниканы яҡшы ҡараны, тәрбиәләне, майланы, тикшереп торҙо. Бер ҡасан да рекорд өсөн тип ашҡынманы. Комбайнының мөмкинлегенә ҡарап эшләне. Колхоз рәйесе бер йыл буйына уны тыуған ауылына комплекслы бригада бригадиры итеп ҡоҙалап йөрөнө. Яуабы бер булды: улым ҡайтҡас, уйлашырмын. Самат ҡай­тыу менән, колхоз рәйесе тағы килеп етте. Юҡ, идара йортона саҡырманы, ә үҙе килде. «Етәкселәр ҙә эш кешеләре менән һөйләшергә өйрәнеп килә», – тип уйланы ул. Зариф Камил улы тағы бер шарт ҡуйҙы: комбайнын улына ҡалдырһындар. Самат мәктәптә уҡығанда ике йыл комбайнер ярҙамсыһы булып эшләгәйне. Урта мәктәптә махсус дәрес булып, хатта эшләргә хоҡуҡ ҡағыҙы ла биргәйнеләр. Колхоз рәйесе бер һүҙһеҙ риза булды. Сәғит тә был саҡта колхозда агроном булып эшләй ине.

Зариф Камил улы тағы ла ауылға түрә булып китте. Был юлы бөтә ауы­лы уның ауыҙына ҡаран тора. Хатта элек үҙе эшләгән мәктән тә уның ҡарамағында. Бер юлы улының комбайны менән дә көн һайын ҡыҙыҡһынып торҙо. Бына шулай Зариф Камил улы үҙ уҡыусыһы Сәғит ҡулында, етәксе­легендә эшләй. Юҡ, Сәғит түрәлеген күрһәтмәй. Һәр осрашҡан һайын ни ҙә булһа кәнәш һорай, төбәшә, өйрәнә.

Ҡара көҙҙө, уңыш йыйыу бөткәс, Сәғит Саматты үҙе менән Өфөгә алып китте. Институт етәкселәре менән яҡшы мөнәсәбәттә уҡыған, күрәһең. Саматтың документтарын эҙләп таптырып, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсер­теп ҡайттылар. Яңы йылда өс имтихан бирһә, икенсе курсҡа күсәсәк. Был яҡшылыҡ, изгелек Зариф Камил улын бөтөнләй дәртләндереп ебәрҙе. Ә Саматы, әҙ генә ваҡыт булһа, китаптарға сумды, имтихандарға әҙерләнде.

Улы институт тамамлағансы, Зариф Камил улы бригадир булып эшләне. Эйе, насар эшләмәне. Халыҡҡа ла күп изгелеге тейҙе. Колхоз уңышы өсөн дә тырышты. Ошо эшендә күргән кеше, ҡасандыр был мәктәп директоры булған, тип ғүмерҙә уйламаҫ ние. Ауылда бейеү залы менән ҙур клуб, балалар баҡсаһы эшләтте. Медпунктты ремонтлатты. Бөтәһе лә бригада аҡсаһынан булды. Хөкүмәттән йәки колхоздан бер генә тин дә би­релмәне. Өй күтәреүселәргә күпме ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Саматы ҡайтҡан йылды үҙенең ата-әсәһе бер-бер артлы үлеп китте. Уларҙың өйөн күтәртте лә улын өйләндерҙе. Бер ҡапҡа эсендә әле лә килен-ҡәйнә бик татыу йәшәй. Бала-сағалары туптырҙап үҫеп килә. Ҡыҙҙары ситтә төпләнделәр. Йыш килеп, хәл белешеп торһалар ҙа, Зариф Камил улы бар тормошон, яҙмышын Саматына бәйләгән.

Улының агроном дипломы алып ҡайтыуы ғаилә өсөн оло ҡыуаныс бул­ды. Зариф Камил улы, моғайын, үҙе диплом алғанда ул тиклем үк шатлан­мағандыр. Беренсе булып Сәғит килеп ҡотланы. Хәҙер колхозды етәкләй ине инде. Мәктәп директоры ла килеп етте.

– Зариф Камил улы, эшегеҙҙе ҡабул итегеҙ. Мәктәпкә һеҙҙең кеүек тәжрибәле кеше кәрәк. Уҡытыусыларҙа тәжрибә етеңкерәмәйерәк. Киләсәк быуын, тейешле белем бирмәһәк, беҙгә ғүмер буйы үпкәләйәсәк, – тип үтенде ул.

– Мин инде директор булып эшләй алмам, ҡустым. Ә бригадала ла мин кәрәкмен бит әле. Уны ҡайҙа итәйем? – тип Сәғиткә һораулы ҡараны.

– Самат – юғары белемле агроном, ауылды, халыҡты яҡшы белә, За­риф Камил улы. Саматҡа бригаданы ышанып тапшыра алаһыгыҙ, – тип ебәрҙе Сәғит.

Бына биш йыл элек Зариф Камил улы ҡабат мәктәпкә математика уҡытыусыһы булып күсте. Өйрәнгән эше онотолмаған икән. Элеккесә уҡытты ла китте. Уның уйҙарын бүлеп, тышта машина сигналы ишетелде. Ул сәғәткә күҙ һалды. Егерме минуттан дүрт тула икән.

Йүгереп ҡатыны килеп инде.

– Һин һаман да тик ултыраһың даһа. Хатта бер юл да яҙмағанһың, – тип борсолдо ул. – Район, колхоз түрәләре килеп бөткән. Бер һин ҡалганһың. Әйҙә, кейенә һал. Мин дә тиҙ генә өҫтөмдә алмаштырып алайым.

Ишектә, ҡояштай балҡып, Сәғит күренде.

– Йәмғиә апай үҙеңде ҡыҙҙыра түгелме? – тип килеп күреште ул. – Ашыҡма, Зариф ағай. Һәйбәтләп, яйлап кейен. Бер нисә минутҡа көтөрҙәр, клуб ҡасмаҫ, – тип өҫтәне.

Зариф Камил улы кейемдәрен алмаштырырға кереште. Бер ыңғайы Сәғит йомошон да әйтеп өлгөрҙө.

– Зариф агай, агрономды күрше колхозға рәйес итеп алдылар. Баш аг­роном урынына кемде тәҡдим итерһегеҙ икән? – тип һораны.

– Агрономды алып киткәндәрен ишеткәйнем. Әммә урынына кемде ҡуйырҙар икән, тип уйланғаным юҡ. Идара тирәһендә юғары белемле агро­ном юҡмы шунда? – тип һорауға һорау менәп яуап бирҙе Зариф Камил улы.

– Бар ҙа ул. Тик ерҙе яратҡан, үҙ иткән кеше генә юҡ, – тине рәйес.

– Был тәңгәлдә мәсьәлә үҙеңә асығыраҡ, яҡшыраҡ күренә торғандыр, ҡустым, һин бит ҡул аҫтындағы кешеләрҙе яҡшы беләһең.

– Һеҙ ҡаршы булмаһағыҙ, мин был урынға Саматты тәҡдим итмәксе­мен.

– Саматты минән йолҡоп алырға уйлайһың инде.

– Юҡ, юҡ! Уны Һеҙҙән тартып алмайым. Ошонда, ауылында, йәшәр. Хәҙер техника заманы бит. Машинаһына ултырһа, ун биш минуттан идара­ла була, – тип ныҡышты Сәғит.

– Улайһа, үҙе менән һөйләш. Һиңә бергә эшләргә. Хәҙер мин мәктә­бемдән башҡаны белмәйем, – тип көлдө Зариф Камил улы.

Улар өсәүләп «Волга»ға ултырҙылар ҙа ауыл клубына киттеләр. Юби­лярҙың килеүен клуб алдында етәкселәр һәм мәктән уҡыусылары көтә ине.

– Бигерәк шаштыраһығыҙ түгелме? – тип Зариф Камил улы Сәғиткә ҡараны.

– Юҡ. Зариф ағай, бөтәһе лә үҙ тәртибендә бара, – ти тегеһе.

Ишек башына «Оло юбилейың менән, Зариф Камил улы!» тип яҙып ҡуйғандар. Уҡыусылар уға бағышлап йыр йырланы һәм сәскәләр бүләк ит­те. Етәкселәрҙең һәр береһе ҡул биреп ҡотланылар ҙа клубҡа инергә юл бирҙеләр. Клуб халыҡ менән шығрым тулы. Уны бөтәһе лә аяғүрә баҫып, алҡышлап ҡаршы алды. Ике йәш кеше – егет һәм ҡыҙ – уны етәкләп сәхнә түренә ҡуйылған ултырғысҡа тиклем оҙаттылар. Егеттәр баянда күңелле көй уйнай. Зариф Камил улы ултырғысҡа ултырғансы, алҡыштар баҫылманы.

Сәхнәгә Сәғит менеп баҫты. Дилбегәне үҙ ҡулына алған. Ул берәм-берәм ҡотлауҙар буйынса һүҙ бирә. Ҡотламаған кеше, әйтелмәгән тәбрик һүҙе ҡалмағандыр. Район, ауыл етәкселәре һөйләп кенә торалар. «Әйтерһең, шул ҡотлауҙар буйынса махсус курс тамамлағандар», – тип уйлап ҡуйҙы За­риф Камил улы. Бына сәхнәгә мәғариф бүлеге мөдире баҫты. Ул юбилярҙы Башҡортостан Президенты Указы менән бирелгән «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исем менән ҡотланы. Бүләктәрҙең ниндәйе генә булманы, әммә ошо исем яҙылған ҡатырға уға барыһынан да яҡыны­раҡ һәм ҡәҙерлерәк ине шикелле. Уҡыусыларының hәp яғымлы һүҙе йөрәгенә яғылған май кеүек булды.

Иң аҙаҡтан һүҙҙе уға – юбилярға бирҙеләр. Ул әкрен генә трибуна артына барып баҫты. Ҡара әле, бөтәһе лә уның уҡыусылары, ауыл­даштары, таныш-белештәре. Ниндәй ихлас йылмайып ултыралар улар. Бер аҙ һүҙһеҙ торғанғамы, әллә көс-дәрт өҫтәргә уйлапмы, тағы геүләтеп ҡул саптылар.

– Туғандар, ауылдаштар, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусыларым! Мине шулай ололағанығыҙ өсөн, һеҙгә ҙур рәхмәт! Эйе, алтмыш йәшкә етеү – оло ҡыуаныс. Был яҡты допъяла алтмыш йыл ғгүмер кисергәнмен. Халыҡҡа файҙалы нимәләр эшләнем икән, тип уйланып ултырҙым. Был бөгөнгө бай­рам, тантана минең генә ҡыуанысым түгел, уртаҡ шатлыҡ ул. Мин һеҙҙең алда эшләгән эштәремә хисап тотам. Эйе, хисап көнөм бөгөн. Эшләгән эштәрем, ҡылған ҡылыҡтарым бөтәһе лә тик яҡшы булғанмы? Әле мине шул уйҙар борсой. – Ул клубтағыларга текләп ҡарап сыҡты ла эҙләгән ке­шеһенә:

– Ғәйнетдин ағай! Хәтерендәме икән? Директор булып эшләгәндең икенсе йылында клубта һине ата-әсәләр алдында баҫтырып әрләгәйнем. Ниндәй хаҡым булғандыр инде. Биш бала атаһын, улдарын дөрөҫ тәрбиәләмәй, тип тәнҡитләгәйнем. Саматым ул саҡта әле бәләкәй генә ине. Шул заман һине әрләгәнемә әле булһа оялып йөрөйөм. Үкенәм. Башта өйөңә барып һөйләшергә кәрәк булған да бит. Әлеге йәшлек, дорфалыҡ инде. Йылдар үткәс булһа ла, шул саҡтағы ҡылығым өсөн ғәфү итһәң ине мине, Ғәйнетдин агай!

– Ней, Зариф ҡустым, ул саҡ өсөн өҙгөләнмә улай. Ысынлап та, малайҙарыма иғтибар итмәгән булғанмын шул. Һин ҡыҙҙырғас, малайҙарҙы үҙемә ылыҡтырҙым. Бөгөн, Аллага шөкөр, улдарым бына тигән итеп донъя көтә. Ней, үпкәләмәйем, ҡустым. Бары рәхмәт кенә әйтәм, – тип Ғәйнет­дин ҡарт үҙ һүҙен әйтте. Зал геү килеп ҡул сапты.

Сәғит ҡустым! Шуҡ малайға һәр саҡ таяҡтың йыуан башы төшә ин­де. Һине кабинетҡа саҡырмаған аҙнам булдымы икән? Хәтереңдәме, бик асыуланған саҡталыр инде, ҡолағыңды борғайным. Ғүмер буйы шул ҡылығым өсөн үкенәм, һине күргән һайын үкенәм, бына әле лә үкенәм. Һин дә, йылдар үткәс булһа ла, ғәфү ит мине. Иң ауыр саҡтарымда, йәп-йәш көйө, тап һин миңә ярҙам иттең. Кәңәшсем булдың.

– Зариф ағай, ҡуй, үткәндәргә улай үкенмәйек. Үткән эшкә – салауат, тиҙәр бит. Ул саҡта Һеҙ мине тәртиптә тотмаһағыҙ, мин артабан уҡый алыр инемме икән? Эшләгән яҡшылыҡтарығыҙ алдында бер ҡолаҡ бороу – пүстәк ул, – тине Сәғит.

Зариф Камил улы тагы бер нисә кешенән үҙен гәфү итеүҙәрен һораны. Алтмыш йәштә байтаҡ гонаһтар ҙа, ҡырын эштәр ҙә ҡылынған икән. Әммә халыҡ уны ғәфү итте, шат йылмайып, алҡыштарға күмде.

– Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Ауылдаштар! Хисап көнөмдә ҡырын эштәремде ғәфү иткәнегеҙ өсөн, алдығыҙҙа сал башымды эйәм! Ә хәҙер бөтәгеҙ ҙә күрше бүлмәләге табынға рәхим итегеҙ! Минең шатлығым ул һеҙҙең шатлыҡ!

Ишмөхәмәт ШАРАПОВ.

Читайте нас: