Бөтә яңылыҡтар

Көйгән ағас серемәй. (Хикәйә)

Уларҙың дәртле наҙ тулы ҡараштары осрашыуҙан ялпылдап киткән ялҡын быяла үтәһенән гөрф итеп бөркөлөп, инде китергә уйлап торған Мәрхәбәнең битен өтөп алды. Ҡатын ошо ҡыҙыулығы менән өйгә бәреп килеп инде лә ҡаушауҙан ҡатып ҡалған Ғирфанға бар рәнйешен атып: «Башҡа ҡайтып күренмәһәң дә була», – тип сығып китте.

Көйгән ағас серемәй. (Хикәйә)
Көйгән ағас серемәй. (Хикәйә)

Яңы өйҙөң ҙур тәҙрәләренән кинйә улы Рәмил менән буласаҡ килендәре Йәмиләнең пәрҙәләр элеп йөрөгәне күренә. Бына Йәмилә кәкрәйгән ҡаҙауҙы төҙәтеп ултырған Рәмилдең яурыны аша килеп ҡосаҡлап алды. Уныһы башын артҡа ташлай, балҡыу ҡараштары менән һөйгәненә баҡты. Эңер ҡараңғылығынан уларға ҡыуанып ҡарап торған Мәрхәбәнең ҡапыл эсе янып китте: был күренеш хәтерендә тормошоноң иң әрнеүле мәлен яңыртты.

– Әсәй, балаҫты ла бөгөн түшәп ҡуябыҙмы?

Уртансы ҡыҙы Нәсимәнең һаҡ ҡына ҡағылыуына һиҫкәнеп киткән Мәрхәбә, еңел һулап, әсе үкенесен һирпеп ташланы ла, егерме йыл буйы ал-ял белмәй, тырышып-тырмашып яҡынайтҡан бөгөнгө ҡыуанысына сат йәбеште.

Әле алдында мөһабәт булып ҡалҡып торған йорт хыялындағыһынан бер ҙә ҡайтыш түгел. Түшәме терәүле иҫке өйҙөң урындығына теҙелешеп мыш-мыш килеп йоҡлаған береһенән-береһе бәләкәс балалары янында йоҡоһоҙлоҡтан йонсоп ятҡан ваҡыттарында ошо хыялы уға рәхәтлек бирә, күңелен йылыта торғайны. Ул өйҙө нисегерәк итеп матурлау хаҡында тәфсирләп уйлай-уйлай балаҫтар һуҡты, өҫтәл ябыуҙары сикте. Ниһайәт, йорт әҙер булды. Бөгөн иртәнсәк уға күсенә башланылар.

Иң алдан һап-һары ҡарағай тупһаны ап-аҡ бесәйен тотоп ейәнсәре аша атланы. Унан һигеҙ тәҙрәнең һәр береһенә инселәп үҫтергән шау сәскә гөлдәрен тотоп ҡыҙҙары, килендәре инде.

Көнө буйы яңы өйгә әйбер ташып арманһыҙ булһалар ҙа, күңелдәре күтәренке.

– Башҡа нәмәне күсереп бөтһәк, тү­шә­йек һуң, – тине Мәрхәбә үҙенә һорау­лы ҡарап торған ҡыҙына. – Икәүләп апсыҡмаһаҡ, яңғыҙ кешегә күтәргеһеҙ бит ул.

– Кейәүең менән түшәрбеҙ, һиңә бөгөнгә етер инде. Иртәгә һабантуйға сығырға хәл йый, – тине Нәсимә, әсәһенә яратып ҡарап.

Ыҙаланып үҫтергәнгә күрә, балаларының барыһынан да уңды Мәрхәбә. Көллөһө лә һәйбәт күңелле, арыу кеше булып сыҡтылар, «әсәй» тип үлеп торалар. Ошоларҙы уйлап ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып яратҡыһы килеп китте. Тик теләгенә аяҡ салған нәмәне: ҡырыҫлығынмы, артыҡ тотанаҡлығынмы еңә алманы. Үҙенең тартынсаҡлығына ризаһыҙлыҡ, хатта үкенес тойғоһо кисерһә лә наҙлы һүҙҙәр урынына:

– Ял ит тиһең дә, балам, әле һыйыр­ҙар ҡайтмаған. Әллә нишләп һуңлайҙар бөгөн? – тигән булды. Әсәһен яҡшы белгән Нәсимә уның ҡырыҫлығын абайламаны ла, яҡты булмышынан ағылған наҙға иркәләнеп:

– Үҙебеҙ өйҙә саҡта һинән һы­йыр һау­ҙырып тормабыҙ инде, – тип йылмайҙы. – Апам менән икәүләп тырыштырырбыҙ.

– Буралай ике һыйырҙы ошо ап-аҡ ҡына, матур ғына ҡулдарығыҙ менән ҡасан һауып бөтөрһөгөҙ икән һуң? – тип көлөмһөрәне Мәрхәбә. Ғорурлығы тауышына сыҡҡайны. Ғүмер буйы һыйыр имсәге тартып ҡатып бөткән суҡмарҙай ҡуллы Мәрхәбәнең ике ҡыҙы ла нәфис кенә ҡуллы врач булып киткәнгә ҡыуа­ныстан ине был. Йәнә лә, хужалы кешеләрҙең дә һәр береһе баҙнат итә алмағанды, үҙенең яңғыҙ башына ике өлкән һыйыр, ишле ваҡ мал аҫрай алыуына маһайыу ҙа ҡушылғайны.

Ҡыҙының:

– Бирешмәбеҙ. Арыһаҡ, ярҙамға еңгәмде саҡырырбыҙ, – тигән яуабынан һуң, Себерҙә эшләгән еренән иртән иртүк ҡайтып төшөргә тейешле өлкән улын уйлап йәһәтләне.

– Ағайың килеп инеүгә өй сынъяһау булып балҡып торһон, йыйыштырып бөтөп ятайыҡ.

Мәрхәбәнең матурлыҡҡа мөкиббәнлеген, бар оҫталығын, хыялын, күңелендә ҡайнаған тойғоларын һалып һуҡҡан балаҫын яландай өйҙөң иҙәненә түшәп ебәргәс, барыһы ла һоҡланыуҙан бер килке өнһөҙ торҙо.

Күркәм йәйҙең гүзәллеге күскәйне балаҫҡа: күпереп үҫкән йәм-йәшел бәпкә үләне араһына алһыу-аҡ туҡранбаштар һыйынған, бер яҡ ситен кәрешкәләр ҡаймалаған, урта бер ерҙән һуҡмаҡ кеүек булып ҡаҙ үләненең ваҡ ҡына һары сәскәләре теҙелгән.

– Кит, әсәй, быға нисек ҡыйып баҫмаҡ кәрәк?! Ишегалдындағы сирәмде күсергәнһең дә ҡуйғанһың! – тине өлкән ҡыҙы Ғәрифә. Башҡалары уға ҡушылды.

«Ошо мәлде Ғирфан күрһә икән...» Бөгөн нисәнсе ҡат инде ошо уй Мәрхәбәнең башында гөлтләп ҡабына ла һүнә. Ғирфан менән барлыҡ ҡыуаныстарын уртаҡлашҡыһы киләме, әллә барыбер хур булманыҡ, тип үсәгеһеме – үҙе лә аңлай алман.

– Бөгөн атайҙы күреп ҡалдым әле. – Әллә ҡайһы арала инептер һүҙһеҙ генә торған Нәғим әсәһенең уйын уҡығандай, шулай тип әйтеп ҡуйҙы, – Мине таныманы, шикелле... Әллә күрмәнеме, баш баҫып үтте лә китте. Ныҡ бөлөнгән, һуҡмыш та ине.

– Һаулыҡ ҡушһаң, саҡырһаңсы.

Бөтә балаларының да үҙенә «әсәй нимә әйтер», тигән кеүек һораулы ҡарап тороуынан ҡаушаңҡыраны Мәрхәбә.

– Килер инеме икән? – тине Рәмил. Атаһы киткәндә имсәк бала булып ҡалғанға күрәме, уның күңелендә ҡыҙыҡһыныуҙан башҡа бер тойғо ла юҡ. Уға өлкән ағаһы атай кеүек булды шул.

– Ихласлығыбыҙға барыбер ышанмаҫ ине, – Ғәрифә иһә тере етем ҡалғанда буйтым аңды-тоңдо белерлек ине, шуға күрә күңелендә ғүмерлек рәнйеше ҡалды. – Мыҫҡыл итеп саҡыралар, тиер ине.

– Оялмайынса килеп ултырмаҫ инде, – тип уға ҡушылды Нәсимә. – Йүнһеҙ.

Нәсимә һәр саҡ шулай киҫкенерәк булды. Тик әсәгә ҡыҙының был һүҙҙәрен ишетеү барыбер ҡыйын.

– Йүнһеҙҙән ҡуш бармаҡ кеүек балалар тыуамы ни? – тип ҡаршы төштө ул. – Улай тимәгеҙ. Беҙ уға хөкөмдар түгел, һәр кемдең үҙе теләгәне менән үҙенсә йәшәргә хаҡы бар. Унан, икәү көткән донъя сатнаныниһә, һис ваҡытта ла бер генә кеше ғәйепле булмай.

Мәрхәбә быны балаларына тәрбиә булһын өсөн генә һөйләмәне, егерме йыл буйы йоҡоһоҙ төндәре, болоҡһоу көн­дәрендә ҡат-ҡат урап, ҡат-ҡат тағатҡан уйҙарының һығымтаһы ине был.

Ризалаштымы балалар, әллә әсә­лә­ренә ҡаршы төшөүҙе кәрәк күрмәнеләрме – һүҙ ошоноң менән бөттө. Әммә Мәрхәбәнең былай ҙа иләҫләнеп торған күңеле әптән урынынан ҡупҡайны инде.

Ятҡас та тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Бая, атаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған кинйәһенең кәләшенә яратып баҡҡан ҡарашын күргәндән һуң хәтеренә төшкән ваҡиға шул йылдарҙың ауыр тойғоларын ҡабат өҫтөрәп сығарҙы. «Шул саҡта туҙынып китмәй, әйҙә ҡайтайыҡ, өйҙә һине балаларың көтә, тип етәкләп алып ҡына сығып кит­һәм, бөгөн, моғайын, бөтәһе лә һәйбәт булыр ине».

* * *

...Тәҙрә пәрҙәһенең саҡ ҡына тартылып етмәгән мөйөшөнән Ғирфандың ун бер-ун ике йәштәрҙәге малай менән шахмат уйнағаны күренә. Был – уҡытыусы ҡатындың улылыр, күрәһең.

Ғирфан былай ҙа ҡалын иренен бүлтәйтә биреп ҡыҙыҡ итеп уйланып ултыра ла, фигураны шап иттереп күсереп, ҡәнәғәт ҡиәфәт менән устарын усҡа һуғып ышҡып ала. Тәҙрәгә арты менән ултырған малайҙың йөҙө күренмәй, әммә яурындарын һикертеп, башын сайҡап ҡуйыуынан уҡ күңеле бөтөн икәнеп аңларға мөмкин.

Тышта көрткә баҫып ҡарап торған Мәрхәбәнең йылы, яҡты өй эсендәге был хөрлөктән йәне әсеп китә, сөнки Ғирфандың үҙ балалары менән ошолай иркенләп ултырып берәй уйын уйнағанын йәки әңгәмәләшкәнен иҫенә төшөрә алмай.

Бына мейес ауыҙын ҡаплаған шаршау эсенән уҡытыусы ҡатын үҙе килеп сыҡты. Ул һылыу йөҙөн балҡытып Ғирфандың яурынынан ҡосаҡланы. Тегенеһе эйәген уның ҡулына терәп бесәй кеүек иркәләнде, йылмайып ҡайырылып ҡараны. Уларҙың дәртле наҙ тулы ҡараштары осрашыуҙан ялпылдап киткән ялҡын быяла үтәһенән гөрф итеп бөркөлөп, инде китергә уйлап торған Мәрхәбәнең битен өтөп алды. Ҡатын ошо ҡыҙыулығы менән өйгә бәреп килеп инде лә ҡаушауҙан ҡатып ҡалған Ғирфанға бар рәнйешен атып: «Башҡа ҡайтып күренмәһәң дә була», – тип сығып китте.

Сабыр тәбиғәтле Мәрхәбә шул кистәге үҙенә үҙе аптырай: «Һыйыр тулаһа – аттан яман, тигәндәре шулдыр инде», – тип ҡуя.

Үҙен ялмап алған ялҡынға сыҙай алмайынса урам буйлап йүгергәнен, һарай башындағы бесәнгә ҡасып туйғансы илағанын һаман да өшәнеп хәтерләй. Тик өйгә ҡайтып ингәс, сабыйҙарының йәшле күҙҙәрен күреп, бөтөп хәсрәттәрен ситкә һирпте. Ни тиклем ауыр саҡта ла уларҙы онотоп бөтөрөнөргә үҙенә рөхсәт итмәне башҡа Мәрхәбә.

Һәp береһенә йылы һүҙен табып, һөйөп, яратып, бәпләп йоҡлатты. Имсәк ҡапҡан килеш ҡуйынында иҙерәгән Рәмилен сәңгелдәгенә һалманы. Ошо ыуыҙ ғына сабый ҡайғы даръяһына батмаҫ өсөн таяныс булып тойолдо.

Йоҡо ҡайҙа инде! Яртыһын урындыҡ, яртыһын мейес алып торған иҫке өйҙөң шыҡһыҙлығы матур итеп йыйыштырылған мәктәп өйө менән сағыштырғанда бигерәк тә ныҡ күренә. Быйыл ғына институт тамамлап ҡаланан ҡайтҡан Ғирфанға был хәйерсе тормош ҡот осҡос тойолғандыр, әлбиттә. Өй тулы ваҡ бала: ни дәрескә әҙерләнә алмай, ни йүнләп ял итә алмай. Йонсоғандыр. Унан кире, мал ҡарау, утын-бесән әҙерләү кеүек ауыл эштәрен Ғирфан элек тә өнәмәй ине. Дипломлы йәш белгескә көнө-төнө ферма юлы тапаған, кейеменә генә түгел, тиреһенә силос еҫе һеңеп бөткән бисә менән йәшәргә лә ғәрлектер. Ғирфанды аңларға һәм аҡларға тырышып, ғәҙел булырға маташып ятҡан Мәрхәбәгә үҙе лә йәл. Күҙҙәренә тағы йәше төйөлә.

Шулай хәсрәткә батып ятҡанға, ҡыҙы Ғәрифәнең тороп йөрөгәнен абайламаған икән. Өндәшкәс, тертләп китте.

– Әсәй, иртәнсәк эҙләп ҡаңғырма. Эшкә кейгән итегең менән куфайкаңды мейес буйына индереп ҡуйҙым.

Ғирфан, тиҙәк еҫе һеңгән, тип Мәрхәбәнең эш кейемдәрен өйгә индертмәй. Шунлыҡтан ҡараңғынан тороп фермаға киткән ҡатынға соланда боҙланып ҡатҡан бишмәте менән итеген кейергә тура килә ине. Балалар шуны күреп йәлләп йөрөгән икән. Ҡыҙғынаһының төн йөҙөндә шуны иҫләп, әсәһен ҡайғыртып йөрөүенә күңеле булды Мәрхәбәнең.

Ә бит үҙе Ғирфандың был ҡылыҡһыҙлығына артыҡ иғтибар ҙа итмәгәйне. Әллә уны беренсе синыфтан уҡ яҡшы белгәнгә, кәмселектәрен дә, күркәм сифаттарын да аңлағанға, ире үҙен кәмһетә, тип уйлау башына ла килмәгәйне ул саҡта. Хатта институт дип­ломы алһа ла, Ғирфандың үҙенән аҡыл йәһәтенән артыҡ йыраҡ китмәгәненә иманы камил ине ҡатындың.

Нимә, нимә, уҡыуға бер ҡасан да барымы булманы иренең. Хатта институтта ла уның төшөнмәй ултырған ҡайһы бер мәсьәләләрен аңлатып ебәргеләй ине Мәрхәбә.

Ул үҙе мәктәптә иң алдынғы уҡыусы булды. Гел күренекле урында йөрөнө, төрлө фәндәрҙән үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашты. Ә Ғирфандың башы «өслө»нән сыҡманы. Уның байы сослоғо менән йылғырлығы биш кешегә етерлек ине. Арбау оҫталығы ла. Юғиһә, сәүкә күкәйе кеүек һипкелле, йомро битле малай елле егеттәр рәтендә йөрөй алмаҫ ине.

Елле тигәндән, һигеҙенсе синыфта уҡып йөрөгәндә ҡыҙыҡ ҡына хәл булды. Бығаса ҡыҙҙар менән ултырмайбыҙ, тип ҡыу ғәләмәт сиккән малайҙар, үҙҙәре үк теләк белдерҙе.

«Имтихан бирә торған йыл. Ярҙамдары тейер», – тип шул Ғирфан ҡотҡо һалған икән. Үҙе тиҙ генә Мәрхәбәне һайлаған.

Быға Мәрхәбә тәүҙә бик ныҡ ғәрләнгәйне. Ғирфанды эшкә һанамай маташыуы булғандыр. Аҙаҡтан оҡшатып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Ҡыҙ педагогия училищеһына барырға уйлағас, Ғирфан да ҡалманы. Бергәләп уҡый башлағайнылар, Мәрхәбәгә ҡайтырға тура килде, әсәһе ҡазаға осрап һуҡыр ҡалды. Ә Ғирфан, бер ингәс, этеп-төртөп булһа ла уҡып сыҡты, дөрөҫөрәге, уҡытып сығарҙылар.

Бала саҡ мауығыуы тәрән тойғоға әйләнгән Мәрхәбә егеттең хеҙмәттән йөрөп ҡайтыуын да көтөп алды. Өйләнештеләр. Башланғыс кластарҙы уҡытып йөрөгән ирен институтҡа инергә лә үҙе өгөтләне ҡатын. Дөрөҫ, ситтән тороп уҡыр, тип иҫәп тотҡайны. Тәүҙә ыжлап та бирмәгән ире тора-бара ныҡ дәртләнеп: «Уҡығас, уҡығас, өҫтөнә ятып уҡырға инде», – тигәс, ихтыяр ҡуйҙы. Дүрт баланы ҡарауҙы өҫтөнә алып, ирен «белем эстәргә» ҡалаға ебәрҙе. «Бына торған Эстәрле, аҙна һайын ҡайтып торор».

Бисәләр шунда уҡ:

– Ай-Һай, Мәрхәбә, күңелең киң дә... Тик Ғирфаның юғары белемле булып алһа, һине һанлар микән?! – тип шикләнгәйне.

Борсолманы ҡатын. Үҙенә ышанғайны. Ә бит бына нисек килеп сыҡты.

Бер гәзиттән уҡыны ул аҙаҡ. Береһе белемен арттырып, икенсеһе артта тороп ҡалғанда бындай хәлдәр йыш була икән. «Юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелгән кешенең офоғо киңәйә, мөмкинлектәре арта, шуға күрә ул үҫмәй ҡалған хәләл ефетенә киләсәккә юлды быуып торған тышау кеүек ҡарай башлай, унан ҡотолорға тырыша», – тип яҙылғайны унда.

Хәҙер үкенә Мәрхәбә. Шунда үҙенә лә тәүәккәлләргә булған. Йырып сығыр ине бер нисек. Ун йыл уҡыһа ла уҡыр ине. Исмаһам, Ғирфан ҡатнашҡан кешеләр менән аралашып, Ғирфан ҡайнаған тормошта буталып йөрөр ине. Ә ул, беребеҙ булһа ла күтәрелһен тип, ире менән үҙен үрелеп үҫкән, айырылыуҙы белмәҫ ҡуш ағастай күрҙе. Ир күңелен яҡшылыҡ менән арбап була, тип отолдо. Бергә булам, тиһәң, бергәләш, шыуышып булһа ла йәнәшәһенән үрмәлә. Шул аҡылды мәлендә биреүсе булмағаны ҡайһылай үкенес.

«Рәмил дә, килен дә уҡыуыбыҙҙы ташламайбыҙ, тигән булалар ҙа, – тип алыҫ көндәрҙең фәһемен бөгөнгөгә алып килеп бәйләп ҡуя Мәрхәбә. – Ир кеше уҡыр ул. Ә бына бәпәйҙәре булһа, әсәгә ауырға тура килер. Балаларын үҙем көтөп, уҡыуҙарын тиң бөтөртөрмөн инде».

Шулай итеп әле иртәгә, һабантуйҙан һуң ғына һоратырға барасаҡ килененең бәпесен ҡарарға уйлап та ҡуя Мәрхәбә. Киленсәк булаһы ҡыҙҙың илгәҙәклеге лә, наҙлылығы ла оҡшай уға. «Ирҙе тота белер был һылыу. Минең кеүек иҫәүәнләнеп үҙ ҡулы менән яттарға тоттороп ебәрмәҫ», – тип хуплай.

Ә Ғирфан теге кистән һуң кире ҡайтманы. Нисек сығып китергә белмәй баш ватып йөрөп, Мәрхәбәнең ҡылығын һылтау итеп алдымы, әллә кинәт кенә хәл иттеләрме?

Нисек булһа ла булды. Ҡатын өйҙә булмағанда әйберҙәрен генә инеп алды ла, уҡытыусы ҡатын менән матур итеп йәшәнеләр ҙә киттеләр. Уларҙың ҡултыҡлашып эшкә барыу-ҡайтыуҙарын, эшләпә кейгән ҡатындың башын Ғирфандың яурынына һала биреп килештереп үтеүҙәрен ауыл халҡы ирмәк күреп көлә торғайны. Мәрхәбә башҡа барып, туҙынып, тәмһеҙләшеп йөрөмәне. Әммә ауылдаштары биш балаһын терәүле өйҙә ташлап сығып киткән ирҙе яратманы ла ҡуйҙы. Ғирфан менән уҡытыусы ҡатын илла-алла менән уҡыу йылын бөтөрөп ситкә китергә мәжбүр булды. Теге ҡатыңдың тыуған районында, татар яғында төпләнмәксе булғандар икән, тип һөйләнеләр.

Иренең ҡайтырына өмөтөн өҙгән Мәрхәбәне Ғирфандың туғандары бик оҙаҡ ҡурсаланы. «Ағайым оҙаҡҡа сыҙамай ул, еңгәй. Ҡайтыр. Ул яҡтарҙы оҡшатмай, дорфалар, ти. Станцияға быларҙы ҡаршы алырға еҙнә тейешле кешеләре мәшәү, йүнһеҙ ат егеп төшкән, ти. Юл буйы шул малҡайҙы: «На, ялҡау «Башҡорт», – тип ярып килде. Тешемде ҡыҫып саҡ барып еттем, тип яҙған аға­йым», – тип һөйләгәйне бикәсе.

Сәмсел Ғирфандың кире боролоп китмәй ул ауылға барып йәшәп ятыуына ҡарап, яңы ҡатынын бик яраталыр, күрәһең, тип һығымталағайны Мәрхәбә. Шуға уның бына-бына ҡайтып төшөрөнә артыҡ өмөтләнмәне. Ә бикәсенең һүҙе дөрөҫкә сыҡты. Яртылаш. Бер йыл сыҙанымы, юҡмы, ул ҡатынын да ташлап ҡайтты Ғирфан. Былай өйгә килеп күренмәне. Аша ауылда бер тол ҡатынға йортҡа кергән, тинеләр. Бик әрнене Мәрхәбә балаларының атаһының был ҡылығына. Үҫәләрме, ни хәлдә йәшәйҙәр, тип бер ҡыҙыҡһынмаһа, бер ҡыҙыҡһыныр ине кеше!

Ул арала балалар ҙурайҙы, тормош еңеләйҙе. Күмәкләшеп Мәрхәбә йылдар буйы бәхеттең һынланышы кеүек күҙ алдына килтергән йорт өсөн тәүҙә нигеҙлек, унан буралыҡ, иҙән-түшәмлек тупланылар. Әле бына, балалары үҙҙәре бала-сағалы булып ситкә һибелгәндә, уларҙы яландай өйҙә ҡунаҡ итермен тигән хыялы тормошҡа ашып тора.

«Рәмилдең туйын үткәргәндә йөҙ ҡыҙартырға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы тырым-тыраҡай өләшергә тура килмәйәсәк, – тип уйлай Мәрхәбә ҡыуанып. – Бәлки...»

«Бәлки» ти ҙә, уйын быуа. «Саҡыр­һаҡ, бәлки, Ғирфан да килер. Бәхетең булып, табын түрендә хужаң менән парлашып ултырһаң ине ул», – тигән хыялын хатта үҙенә лә белгертергә ирек ҡуймай. Шулай уйға сумып ята торғас, июндең ҡыҫҡа төнөн алһыу таң ҡыҫырыҡлап, торор ваҡыт та етә.

...Иртәнге сәйҙе яңы өйҙә, аҫалы балаҫ өҫтөнә түшәлгән оло табын янына түңәрәкләп ултырып эстеләр. Оло улы ла ҡайтып өлгөрҙө. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Унан гөрләшеп һабан туйына киттеләр. Кискә табан ҡыҙ һората барырға булғас, ныҡ оҙаҡламанылар, уйын-көлкө һүлпәнәйеү менән өйгә ыңғайланылар. Хәйер, йәштәр ҡалды. Мәрхәбә ашыҡты: әллә нишләп түҙгеһеҙ итеп эсе яна. Түңгә күтәрелеп, ауыл күренеү менән «Жигули»ҙың рулендә ултырған оло улы:

– Әллә Гөлфайза инәй беҙҙең мунсаны яҡҡан инде?! –тип ҡуйҙы.

Ҡапыл йөрәге тертләп киткән Мәрхәбә үрелеберәк ҡарап:

– Мунса төтөнөнә оҡшамаған ул. Өй тапҡырынан сыға түгелме?! Тиҙерәк ҡайтайыҡ әле, – тип хәүефләнде.

Яңы өйҙөң асмалы тәҙрәһенән ҡара төтөн урғылып сыға. Ишеккә йүгерҙеләр. Уны кемдер балта менән шаҡарып асып ингән. Өйгә инеү менән танауға бензин еҫе лә бәрелде. Төтөн. Күҙ асҡыһыҙ. Ҡулға нәмә тура килә шуның менән ҡаралдыларҙы, стеналарҙы ялмаған ялҡынды һүндерергә керештеләр. Ул арала дөбөр-шатыр кешеләр килеп тулды. Ярты сәғәт эсендә янғынды һүндерҙеләр һүндереүен дә, күҙ алдында ҡот осмалы күренеш асылды. Иртәнсәк кенә сәскәле болон шикелле сағыу, сынъяһау өй ҡара торомбашҡа оҡшап ҡалған. Барлыҡ ҡаралды янып бөткән тиерлек.

Өйгә күҙ-ҡолаҡ булырға тип ҡалған Гөлфайза әбей ҡара көйгән Мәрхәбә янында ни ҡылырға ла белмәй өйөрөлә.

– Картуфлыҡҡа ҡорт сүпләргә генә төшкәйнем. Бер өрәк кеүек бәндәнең баш баҫып туғай яғына үткәнен абайлау менән кире сыҡҡайным...

– Ниндәй өрәк ул? – тип һиҫкәнде әсәһенә йөрәк дарыуы эсереп торған Ғәрифә. Әллә ҡайҙан килеп инеп Нәғим менән һөйләшеп торған ике милиционерға барып әйтте. Әбейҙән ул шикле кешенең ҡиәфәтен һораштыра һалып, ирҙәр туғай яғына ашыҡты.

Бер аҙҙан бәләкәс кенә канистр тотоп Нәғим кире килде.

– Туғайға сытыр араһына бырғап кит­кәндәр, – тине ул. – Табылһын ғына, үҙен бензин һибеп үртәйем мин ул ҡәбәхәтте!

Башҡаһы башҡа – иҫке өйҙөң нигеҙе буйында башын һәлендереп ултырған Мәрхәбәгә ҡарауы йәл ине. Һабантуйҙан һуңғараҡ ҡалып ҡайтҡан Рәмиле һөйгәне менән алдына килеп тубыҡланғас ҡына башын ҡалҡытып:

– Ярар, ҡайғырмағыҙ. Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны ул, – тигән булды. «Их, Ғирфан күреп өлгөрмәне...» тигән үкенес килде йәнә күңеленә.

Ул арала милиционерҙар бер өлкән генә ирҙе ике яҡтан беләгенән матҡып тотоп алып килде. Өлкәнерәктәр, яҡынайыу менән, был йонсоу бәндәлә Ғирфанды сырамытты.

– Юҡтыр. Булмаҫ, – тип шы­быр­ҙаштылар.

– Ул, ул. Ғәйебен таныны инде, – тине милиционерҙарҙың береһе. – Бына бит кейеменән бензин еҫе аңҡып тора. Ҡойонғанһың да инде, абзый, ә! Әллә үҙеңә лә ут төртмәксе инеңме?

– Төртөрһөң дә, – тип көтмәгәндә телгә килде бүре кеүек уҫал ҡарап торған Ғирфан. – Шыңғырҙан торған ҡандай донъяны ҡалдырып киттем, әле килеп «атай» тип һүҙ ҡушыусы юҡ. Шуға үс итеп эшләнем.

Бер һүҙ ҙә әйтә алмай шаңҡып ҡарап ҡатҡан Мәрхәбәнең ялҡынһынған тәненә бер биҙрә боҙло һыу түңкәрҙеләрме ни?! Һиҫкәнде. Әйтерһең дә, алдындағы томан таралды ла, ул йылдар буйы әсенә-үкенә һағынған Ғирфандың сөрөк булмышын ап-асыҡ күрҙе. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй кире боролдо, әле һаман төтәй биреп торған өйгә инеп китте. Ҡазаның күләмен байҡаны. Ҡаралдыға, йыһазға ҡарарлыҡ та түгел. Ә бына стеналар ныҡ янмаған, ялҡын алтынһыу бүрәнәләрҙе көйҙөрөп кенә өлгөргән.

– Көйгән ағас серемәй, – тип ҡуйҙы Мәрхәбә булмышында ниндәйҙер сәйер еңеллек тойоп. Гүйә, ғүмер буйы йөрәген өткән утлы ҡулса юҡҡа сыҡты.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: