Бөтә яңылыҡтар

Үгәй әсәй

Сумып сығыуы бер нисә тапҡыр ҡабатланды, әллә күпме һыу йотто, үлемем ошонда икән, тип уйлай башланы хатта. Ҡатындың ҡулдарын ысҡындырырға тырышып ҡараны, әммә ҡыпһыуыр һымаҡ ҡыҫҡан беләктәрҙән ҡотола алманы.

Үгәй әсәй
Үгәй әсәй

Хикәйә

Тәҙрә артында июль көнө яй һәм йонсоп байып бара. Ҡояш күптән йылға аръяғына, ҡуйы зәңгәрлек сорнаған киң туғайҙар яғына, ауышһа ла, саҡ ҡына ҡарағусҡыл төҫ кергән бейек күктә көндөң сағыу буяуҙары һаман һаҡлана әле. Зөһрә йондоҙо мут ҡына күҙ ҡыҫа, тимер юлының бағаналарында уттар ҡабына, күктәге буяуҙар уңып һүнергә етешкән мәлдә генә йәнә яҡтырып-балҡып китә, әйтерһең дә, ҡояш хәҙер кире бороласаҡ һәм, төн булмайынса, йәнә көн тыуасаҡ.

Ғәзиз тәҙрә янынан китте лә стена буйындағы тар ғына диванына ултырҙы. Күңелен ниндәйҙер сәйер тойғолар тырнай, ә сәбәбен үҙе лә ныҡлап төшөнә алмай. Тыуған йортона ҡайтҡан шикелле хис итә, байтаҡтан бирле хәрәкәтһеҙ ятҡан ауырыу әсәһенең янында ултыра һымаҡ. Ул көндө, улын ҡаршы алып, әсәһе аяҡҡа баҫты. Ғәзиздең ҡулдарын, уның һалдат формаһын, күкрәгендәге йылтыр значоктарын һыйпаны. Быны ҡарап-күреп ултырған атаһының күңелендә өмөт сатҡылары уянды – әсәһе йөрөп китер, һәм барыһы ла әүәлгесә дауам итер: өйгә йән, йәм керер, ул йәнә көлөү, шаярыу, бәхет менән тулыр, ҡунаҡтар килер. «Мин һине оҙаҡ көттөм, көтөп алдым, улым, – тип бер нисә мәртәбә ҡабатланы әсәһе. – Хәҙер мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, һин тере, иҫән-һау, кәләш әйттерербеҙ, ейәндәрем булыр...»

Бер нисә көндән һуң әсәһе йәнә аяҡтан йығылды, йәнә бер аҙнанан үлеп тә ҡуйҙы. Уны ерләгәс, Ғәзиз ҡалаға сығып китте. Теүәл бер йылдан атаһы мәктәптә инглиз теленән уҡытҡан уҡытыусыға өйләнде. Хәҙер улар биш йыл инде бергә йәшәп яталар. Ошо дәүер эсендә Ғәзиз тыуған йортона ла, ауылына ла ҡайтҡаны булманы. Ул үгәй әсәһенең атаһынан күпкә йәш икәнеп генә белә.

Һирәкләп булһа ла атаһы уға хат яҙа. Улына үпкәһе юҡ уның. Һәр хәлдә һиҙҙермәй. Ғәзиз йорттан сығып киткән ваҡыттағы ише йәш түгел инде хәҙер. Ситтән тороп институтта уҡый, үҙен оло тормошҡа әҙерләй һәм атаһына ҡасандыр булған үпкәһе бөгөн балаларса мәҙәк тойола. Тормош бит атаһына ла арты менән боролдо – күпме йылдар бергә ғүмер иткән ҡатынын тартып алды, улын ҡалаға олаҡтырҙы.

Тәҙрә артында көндөң һуңғы буяуҙары юғалды, ергә төн ҡараңғылығы ятты. Ҡараңғылыҡҡа сумған донъянан бер нәмә лә ҡалмай, ҡайһы бер нәмәләрҙе генә иҫәпләмәгәндә. Әйтәйек, балалар. Әгәр улар яҡшы булһа, тейешле тәрбиә алһа, атай менән әсәйҙәрен оҙаҡ йөрөтә күңелдәрендә. Быға тиклем ошондай уйҙар Ғәзиздең башына бик килмәй торғайны, бына әле килде. «Ярар», – тине ул төрән көрһөнөп һәм йоҡларға ятты.

Иртәгәһе көндө кис ул поезға ултырҙы ла тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Төнөн йоҡламаны, тәҙрәгә текәлеп поездың тауҙар артылып, ҙур һәм бәләкәй йылғалар аша һикерә-һикерә гөрһөлдәп алға ынтылыуын тыңлап барҙы.

Станциянан ул йәйәү атланы. Юлы – тауҙар һәм урмандар аша үткән тар ғына һуҡмаҡ. Таныш һуҡмаҡ. Уның буйлап Ғәзиз кисеүгә килде. Юлаусы ҙур ғына таш өҫтөнә ултырҙы ла тыуған ауылына, йылға яры буйлап һибелгән өйҙәргә баҡты. Барыбер яҡын шул ауылы. Бейектән ҡарап ултырыуы нисектер рәхәт, күңелле, шул уҡ ваҡытта һағышлы ла. Ғәзиз төрән итеп көрһөндө лә, сумаҙанын эләктереп, еңел аҙымдар менән аҫҡа, ауыл яғына атланы. Тыуған йортто танырлыҡ та түгел. Атаһы өй түбәһен тимер ҡалай менән япҡан, уны асыҡ ҡыҙыл төҫкә буяған. Ситән урынына штакетник ҡаҡҡан, ел ҡапҡа урынында – машина һыйырлыҡ киң һәм ныҡлы ҡапҡа. Әсәһе картуф сәскән урында йәшел баҡса гөрләп ултыра.

Атаһы ныҡ ҡына бирешкән. Ул ир ҡорона кергән улын ҡосаҡланы ла башын уның яурынына һалып илап ебәрҙе. Уның тоҙло күҙ йәштәре Ғәзиздең йоҡа күлдәген сылатты, күңелен тултырҙы, хатта бынан алыҫтағы ҡала лабиринттарында йоҡҡан күңел ҡатылығы йомшарҙы.

Ғәзиз атаһын һаҡ ҡына ҡосаҡланы, яурынынан һыпырҙы. Шул саҡта үгәй әсәне күрҙе. Ул ябай, әммә бөхтә кейенгән, сәстәрен ҡалалағыса ҡыҫҡа ҡалдырып ҡырҡтырған. Иң аптырағаны шул булды: ҡатын үтә йәш ине. Асыҡ, нурлы күҙҙәр мөләйем йылмая һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән егетте күҙәтә. «Минән нисә йәшкә өлкәнерәк икән? – тип уйланы Ғәзиз, тегенең өтөп барған ҡарашынан уңайһыҙланып. – Ысынлап та алты йәш кенәме икән ни айырма?»

Ҡатын уға яҡын уҡ килгәс, Ғәзиз ҡабаланып күрешергә ҡулын һуҙҙы.

– Ләйлә, – тине ҡатын, эҫе бармаҡтары менән егеттең ҡулын ҡыҫып. Ул үҙенең исемен һуҙып, хатта йырлағандай итеп әйтте. Бынан үҙе лә ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисерә ине шикелле. Ғәзиз атаһының хаттары аша үгәй әсәһенең исемен былай ҙа белә ине инде.

Ҡапыл ғына тынлыҡ урынлашты, барыһы ла уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Ләйлә ниндәйҙер һүҙҙәр көтә, йылмайырға тырыша һәм иренә ҡарай, ә ул өндәшмәй. Ғәзиз дә һүҙ ялғай алырлыҡ хәлдә түгел.

Атаһы ҡапыл ғына ҡуҙғалды ла Ғәзизде ихатаға, үҙенең хужалығына, саҡырҙы. Ҡулын һелтәй ҙә ҡабат-ҡабат, үҙем, барыһын да үҙем, тип ҡабатлай. Йәнәһе, барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләгән.

Сәй эскәндә ул күберәк ҡала, Ғәзиздең эше тураһында һорашты, юғары белем алырға тырышҡан улы менән ғорурланыуын әйтте. Ә Ғәзиз иркенләп, йәйелеп китеп һөйләшә алманы, нигеҙҙә, атаһының һорауҙарына ҡыҫҡа яуап биреү менән генә сикләнде – уға атаһы менән үҙенең һәр хәрәкәтен, һәр һүҙен ҡарап-күҙәтеп, иғтибар менән тыңлаған үгәй әсәһе ҡамасаулай ине.

Юлдан арыным, тигән һылтау менән Ғәзиз мөйөштәге бүлмәгә инде лә, тәҙрәне шар асып, төрлө үлән, сәскә еҫтәре менән тулы эҫе һауаны һуланы. Бер аҙ ултырғас, ятты һәм көндөң ҡалған яғын, унан төндө йоҡлап үткәрҙе. Иртән иртүк, ҡояш ҡая баштарына үрмәләгән саҡта уҡ, торҙо ла соланға сыҡты. Атаһының брезент салбары менән курткаһын, резина итектәрен кейеп алды, башына фетр эшләпәһен һалды, унан күтәрмәгә сыҡты. Аяҡ аҫтындағы үләндәр, урман, ауылды ҡамаған тау теҙмәләре уянып, ҡояштың тәүге нурҙарына тартыла.

Ғәзиз йылғаға төштө, һай урындарҙа кисеп йөрөнө, һыу төбөндә аҡ таштарҙың ялтырап ятыуына һоҡланып ҡарап торҙо. Ысыҡ кисеп тау битләүенә күтәрелде, урман эсенә сумды. Ҡарағай һәм шыршылар ҡыуаҡлыҡтар менән аралаша. Ғәзизгә бәләкәй сағынан уҡ таныш шишмәләр осрай, ул һәр ҡайһыһы янында туҡтай ҙа күҙ йәше кеүек саф, һалҡын һыуҙы устары менән һөҙөп эсеп китә.

Ул ҡалала төшөнә кергән бар ерҙәрҙе лә йөрөп сыҡты. Ауыл янындағы ҙур таш эргәһендә туҡтаны – ошо ерҙә ул беренсе тапҡыр үҙенең класташ ҡыҙын ҡосаҡлап үпкәйне. Бәхетле көнө тураһында ҙур сер итеп дуҫына һөйләне, ә уныһы – бар класҡа. Ҡайһыһылыр Ғәзиз менән ул ҡыҙ хаҡында таҡмаҡ сығарып көлдө, һәм улар башҡаса осрашманы.

Өйҙә уны ҡайнаған самауыр, ризыҡ менән тулы өҫтәл көтә ине. Атаһы менән Ләйләнен ҡәнәғәтһеҙ ҡараштарын шәйләп, Ғәзиз: «Һеҙҙә рәхәт», – тип яуапланы.

Төштән һуң атаһы йоҡлап йөрөгән бүлмәгә ингәйне, стенала үҙенең ҙурайтылған фотоһын күрҙе. Ғәзиз ҡыҙыҡһынып һәм ниндәйҙер ышанмаған тойғо менән һалдат формаһындағы йәш егеткә, уның ныҡыш ирендәренә, ирен ситтәрендәге ярым көлөүгә, ярым мыҫҡыллауға оҡшаған оялсан йылмайыуына ҡарап торҙо. Әсәһе уны ошо килеш ярата ине. Армияға китер алдынан һуңғы төнөндә ул, йоҡламай, Ғәзиздең баш осонда ултырып сыҡҡайны. Ғәзиз уның берҙән-бер ышаныслы терәге һәм өмөтө ине. Апаһы ла булған уның, тик йәшләй генә үлеп ҡалған. Уның әсәһе был донъяға яратҡан улы өсөн генә килгән, ер йөҙөндә үҙе урынына ошо өмөтөн, ҡыуанысын ҡалдырып шым ғына китеп тә барған.

“Был йылдар эсендә атай мине барыбер ҙә уйлағандыр“, – тип күңеле тулды Ғәзиздең, атаһына ҡарата йөрәгендә ниндәйҙер йылылыҡ уянды. Туҡта, ә әсәйҙең фотоһы ҡайҙа һуң? Күпме эҙләп ҡараһа ла, Ғәзиз уны тапманы. Йыйғандыр йә Ләйлә алырға ҡушҡандыр.

Иртәгәһенә иртәнсәк атаһы район үҙәгенә йыйынды. Балыҡҡа барғанда һуғышта ҡатнашыусы танытмаһын һыулаған да хәҙер шуны янынан юлларға теләй икән. “Уны нимә тип үҙең менән алдың инде, әллә документ менән күберәк эләгәме“, – тип көлдө Ғәзиз. Был урынһыҙ шаярыу Ләйләне ифрат ҡыуандырҙы. Ул ҡысҡырып көлөп ебәрҙе, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдө лә ҡуйҙы, хатта хәле бөтөп мендәргә ауҙы. Көлгән арала үҙе өҙөк-өҙөк былай ти: «Ул көн буш ҡайтты... Уға күп кәрәкмәй... Һыу инәһен эләктерһә ине... балыҡ тәңкәле һыу инәһен...»

Әйткәненә үкенеп һәм үҙенең атаһы менән үгәй әсәһе араһындағы ниндәйҙер йәшерен сергә ҡағылыуын аңлап. Ғәзиз өйҙән сыҡты ла ауыл буйлап атланы. Ул ҡарт-ҡоро, йәштәр, хатта бала-саға менән иҫәнләште, уларҙың ҡулдарын ҡыҫты, ә үҙе күптәрен таныманы ла. Ҡайҙа барһа ла, Ләйләнең иғтибарлы, һынсыл ҡарашын тойоп йөрөнө. Ул Ғәзиз менән һөйләшергә гел генә яй эҙләгән, нимәлер әйтергә йыйынған һымаҡ. Шуға ла был ике көндә ул үгәй әсәһе менән яңғыҙ ҡалырға ҡурҡты. «Ҡаланы һағыныусы йәш ҡатын... Уға шул ҡаланан ҡайтҡан һәм үҙе һымаҡ уҡ йәш кеше менән ниңә һөйләшмәҫкә? Был бит тәбиғи теләк, – тип фекер йөрөттө Ғәзиз. – Беҙ бер-беребеҙгә ят кешеләр түгел. Тик аралары ул менән әсәй һымаҡ ҡалһа ярай ҙа...»

Ауыл осонан юл ҡапыл өҫкә, йәш ҡайындар үҫкән тау битләүенә, тартты. Ғәзиз тын алышын тигеҙләне, ҡәбер өҫтәрендә ятҡан аҡ таштарҙы, ҡалайҙан ҡырҡып яһалған ҡыҙыл йондоҙҙарҙы, һирәк рәшәткәләрҙе күҙенән үткәреп барҙы.

Әсәһенең ҡәбере бынан биш йыл элек зыяраттың ситендә ине, хәҙер уртала ҡалып бара. Ғәзиз уны саҡ эҙләп тапты. Йомшаҡ, бейек үләндәр ҡәберҙәрҙе йәшел веноктар һымаҡ уратып алған, йылы ел, ҡайын баштарын туҙғытып, япраҡтар араһында йөрөй. Аҫта – эҫе ҡояш нурҙарында әлһерәп ятҡан ауыл. Тирә-яҡ үҙе бер мөғжизә, тик теге донъяға мәңгелеккә киткән ауылдаштары был хозурлыҡты күрә алмай. Ғөмүмән, уларға хәҙер бер нәмә лә кәрәк түгел.

Ғәзиз әсәһенең ҡәбере янына сүгәләне лә берауыҡ ҡоштар йырын тыңланы, унан үҙенә ғүмер биргән кеше менән һөйләшә башланы: «Кисә килә алманым, килгем килмәне, һиңә таҙа килеш кенә килгем килде. Мин хәҙер еткән егет, күп нәмәне аңлайым. Биш йыл ҡайтмағаныма асыуланаһыңдыр ҙа, бәлки. Шулай килеп сыҡты, дөрөҫөрәге, ҡайтҡым килмәне – атайымдың һине тиҙ онотоуы минең өсөн ныҡ ҡыйын ине. Мин хаҡлы булмағанмын. Үҙеңә тормош бүләк иткән кешеләргә, улар хаҡлы булмаған осраҡта ла, үпкәләргә ярамай. Атайым хәҙер ҡарт инде, уға терәк кәрәк. Шуға ла мин уны ғәфү иттем. Ләйләне лә ғәфү иттем. Уның ни ғәйебе? Белмәйем, ул атайым менән бәхетлеме икән? Юҡтыр. Ул йәш, атайҙың бөгөнгө көнөн түгел, уның үткәнен ярата. Ә атайҙың үткәне – мин. Һин үҙең, атайың менән бер-берегеҙгә ныҡ оҡшағанһығыҙ, тип әйтә торғайның бит. Уларҙан мин бөтөнләйгә китер инем, тик нисек итеп уны, һине ташлайым?..»

Тәрән тынлыҡ урынлашты, тик Ғәзиз башын күтәрмәне. Ошо мәлдә ниндәйҙер мөғжизә менән уның алдына әсәһе килеп баҫһа, ул бер ҙә аптырамаҫ ине, аяҡтарына йығылыр ҙа үҙе, үҙенең йөрәген тынысландырыуын үтенер ине. Бер нисә минут үтте, ҡоштар яңынан һайрарға тотондо, йылы ел Ғәзиздең битенән һыйпап үтте.

“Вәғәҙә бирәм, – тине ул үҙенә, әсәһенә, иң яҡын кешеһен үҙ ҡуйынына алған ошо ергә. – Атайҙы, һине онотмаҫҡа, янығыҙға ҡайтҡылап торорға вәғәҙә бирәм, йәнә шуныһы: Ләйләне лә үҙемдең йөрәккә яҡынайтаһым юҡ. Ул миңә апай булыр...“

Тамам тынысланған Ғәзиз кеҫәһенән икмәк алды ла ваҡлап ҡәбер өҫтөнә һипте. Әсәһе янынан ҡоштар өҙөлмәһен, әсәһе уларҙың йырҙарын тыңлап ятһын...

Киске сәйҙе соланда эстеләр. Ләйлә үҙенең яланғас беләктәрен, ҡош ҡанаттары ише, өҫтәл өҫтөндә еңел һәм талғын йөрөтә. Ғәзизгә йә бал, йә ҡаймаҡ, йә ҡоймаҡ этә.

– Беҙҙең атай киске автобусҡа өлгөрмәне, ахыры, – тине ул бошонмай ғына. – Йә эштәрен иртәнсәккә ҡалдырғандыр. Уның унда дуҫ-иштәре күп, йыш ҡына ҡунып та ҡайтҡылай.

Сәйҙән һуң болдорға сығып ултырҙылар. Юҡ-бар хәбәр һөйләшә торғас, Ләйлә көтмәгәндә былай тине:

– Ҡайһылай томра, әйҙә, һыу инеп киләйек.

– Һин нимә? – Ғәзиз ҡурҡып китте. – Юҡ, бынау ваҡытта ниндәй һыу инеү ти ул?

– Бармаһаң, мин үҙем генә барам, – тип ирендәрен бүлтәйтте Ләйлә һәм йыйына ла башланы.

Ә Ғәзиз ҡуҙғалманы. Өҫтөнә халат, аяҡтарына еңел генә ҡата эләктергән, яурынына таҫтамал ташлаған Ләйлә бәләкәй баҡсаға сыҡты ла артына боролоп кинәнеп көлдө:

– Әйҙә. Батһам, атайың алдында яуап бирергә тура киләсәк бит.

Ғәзизгә ҡатын артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Улар баҡса артына сығып, кәртә аша артылдылар ҙа бейек яр башында туҡтанылар. Йылға бында боролош яһай, һөҙөмтәлә һыу, ҙур таш ванналағы ише, үҙенен йүгереүен ҡырҡа талғынлата.

Ләйлә, бер ҙә оялып тормай, халатын сисеп ырғытты, сағыу зәңгәр купальникта ҡалды. Бәләкәй ҡыҙҙарса ҡәнәғәт сәрелдәп ташҡа баҫты ла һыуға һикерҙе. Ярты минут самаһынан тауыш-тынһыҙ ғына килеп сыҡты, башындағы һыуҙы сәсрәтеп салҡатан ятты. Ғәзиз уның янына йөҙҙө.

– Һин яҡшы йөҙәһеңме? – тип һораны ҡатын арҡаһында ятҡан көйө.

– Юҡ, әллә ни түгел, – тип яуапланы Ғәзиз. Ул да арҡаһына ятты.

Ҡояш ныҡлап байымағайны әле. Шулай ҙа күктә ай йомороһо беленә.

Киске һил тынлыҡты ауылда өргән эттең ҡарлыҡҡан тауышы ғына боҙа.

– Бата башлаһам, ҡотҡара алырһыңмы?

– Нишләйһең, тура килер инде, – тине Ғәзиз теләр-теләмәҫ кенә. Ошондай ғәжәп матур кистә шундай мәғәнәһеҙ яуап биреүенә үҙе аптыраны.

Шундуҡ тигәндәй, ҡатындың кәүҙәһе һыу төбөнә китте. Ғәзиз ауыҙын ҙур асып саҡ һауа йыйып өлгөрҙө, үҙе лә һыу эсенә сумды, унан ҡото алынып өҫкә ҡалҡты. Шунда ғына Ләйлә үҙенең биленән саҡ ҡына аҫтараҡ ҡосаҡлап аҫҡа тартҡанын шәйләне. Йәнә һыуға сумды, йәнә ҡалҡты, йәнә сумды...

– Нишләйһең, ебәр, батыраһың бит! – тип саҡ әйтеп өлгөрҙө бер ҡалҡҡанында, әммә Ләйлә уны ишетмәне лә. Ишетһә лә ишетмәмешкә һалышҡандыр.

Сумып сығыуы бер нисә тапҡыр ҡабатланды, әллә күпме һыу йотто, үлемем ошонда икән, тип уйлай башланы хатта. Ҡатындың ҡулдарын ысҡындырырға тырышып ҡараны, әммә ҡыпһыуыр һымаҡ ҡыҫҡан беләктәрҙән ҡотола алманы. “Тамам аҡылынан яҙҙы был“, – тип уйлап өлгәрҙө, хәле бөтөп, ҡулдары менән һыуҙы сәпелдәтте. Ниһайәт, уйындан уймаҡ сығара яҙғанын аңлаған ҡатын уны ысҡындырҙы. Ауыҙына һыу тулып, Ғәзиз һыу төбөнә китте, шунда Ләйлә уны көслө ҡулдары менән эләктерҙе лә өҫкә ҡалҡытты, сәстәренән тотоп, бер ҡулы, аяҡтары менән ишә-ишә ярға йөҙҙө.

Һыу һайыҡҡас, ҡатын беренсе булып ергә баҫты. Ғәзиздең биленән ҡосаҡлап, уға ташлыҡҡа сығырға ярҙамлашты. Икеһе лә хәлһеҙ булып үләнгә ауҙылар.

– Ҡоторған, – күҙ алдары ҡараңғыланып башы әйләнде Ғәзиздең. – Һыуҙа шулай шаярырға яраймы ни?

– Мин бит, һин йөҙә беләһеңдер, тип уйлағайным, һыу буйында үҫкән егет, – ул ҡалҡынды ла ғәйепле төҫ менән Ғәзиздең күҙҙәренә ҡараны. – Бала саҡта беҙ гел генә шулай, батып барыусыны ҡотҡарабыҙ, тип уйнай торғайныҡ. Бына, тәжрибә ярап ҡалды. Мин бит һинең бата башлағаныңды тәүҙә аңламаным, ҡыланаһыңдыр, тип уйланым. Ә һин ысынлап баттың да киттең. Ғәфү ит инде, пожалуйста!

– Ярай, итәм, – тине Ғәзиз һәм шаяртып өҫтәп ҡуйҙы. – Батырыр өсөн һин үгәй әсәй бит.

– Мине үгәй әсә тимә, – тине Ләйлә, йөҙөнә күләгә ятты.

Оҙаҡ хәл кермәне Ғәзизгә, ҡоҫҡоһо килә, күҙ алдындағы ҡараңғылыҡ һаман китмәй. Байтаҡ ятҡас, ҡалҡынып, ҙур таш яғына күҙ ташлаһа, аптырап китте: Ләйлә купальнигын һыға. Ай яҡтыһында кәүҙәһе аҡ мәрмәр кеүек булып күренә. Ул, Ләйлә, Ғәзиз күрҙе тип өркмәне, ҡысҡырманы, хатта сүкәймәне лә. Эсенең аҫҡы яғын ҡулдары менән ҡаплап тыныс, хатта иркә тауыш менән егеткә былай тине:

– Плавкийыңды һыҡ, һыуыҡ тейер.

Ғәзиз һыуға төштө, һыулы плавкийын сисеп һығып кейҙе. Ләйлә уның яурынына ҡоро таҫтамал һалды. Ғәзиз, кәрәкмәй, тип ҡарағайны ла. Ләйлә көлә-көлә үҙе һөрттө.

– Һин миңә энем кеүек. Мин бит һине үлемдән ҡотҡарҙым.

Ай болоттар араһына йәшенде. Улар өйгә ҡараңғы төшөрөп кенә ҡайттылар. Ишек бикле ине.

– Беҙҙең атай йоҡлап ҡалды, – тине Ләйлә, болдор аҫтындағы асҡысҡа эйелеп.

Ғәзиз сәйҙән баш тартты – йотҡан һыуы һаман күңелен болғандыра ине.

– Мин ҡалалағы һыуҙы был ҡәҙәре йотһам, күптән үлгән булыр инем, – тине ул тыныс ҡына һәм үҙенең бүлмәһенә йоҡларға китте.

Байтаҡ ваҡыт ул тынлыҡты тыңлап ятты – осраҡлы берәй машинаға эләгеп булһа ла атаһының ҡайтырына ышана ине әле. Тауыш юҡ, тик кухня яғында Ләйләнен ҡашығаяҡ йыуғаны ишетелә. Оҙаҡламай ул да эшен тамамланы, утты һүндерҙе. Бер мәлгә Ғәзиз ойоп китте, әммә үҙе лә аңламаған ниндәйҙер бер хәүефтән уянды. Тәҙрә артында ныҡыш бер ҡош ҡысҡыра, ара-тирә эт тауышы ишетелеп ҡала. Ғәзиз арҡаһына әйләнеп ятты. Борсолоу китмәй. Ул ҡапыл мәктәптә телефон барлығын иҫенә төшөрҙө. Булырға тейеш. Һәр хәлдә элек бар ине. Моғайын да, шунан дуҫ-иштәренә шылтыратып атаһының хәлен белергә булалыр.

– Ләйлә, – тине ул, саҡ ишетелерлек итеп. – Ә Ләйлә, – тине шунан көслөрәк итеп.

Ишек уйымынан ап-аҡ эске кейемдә Ләйлә шылып үтте лә, эйелеп. Ғәзиздең башын көслө ҡулдарына ҡыҫты, шунан ҡабаланып унын маңлайынан, битенән, ирендәренән үбергә кереште. Ғәзиз уға өндәшеүенең сәбәбен әйтергә маташһа ла әйтә алманы, кипкән ирендәре уны тыңламаны, һәм ул ҡатындың эҫе ҡосағынан ҡасырға теләп стенаға һырыҡты. Шуны ғына көткән Ләйлә одеялды һирпте лә йылт итеп бушаған урынға сумды ла ҡуйҙы. Ҡайнар тән Ғәзизде ҡосағына алды.

Ҡатын ирендәрен егеттең яурынына терәне лә бер мәлгә генә тынып ҡалды. Ә егет уңайһыҙланып, ирекһеҙҙән үҙе саҡырған ҡатын алдында ифрат ҡыйынһынды.

– Ғәфү ит, Ләйлә. Булдыра алмайым, һин бит атайымдың ҡатыны.

Бер нисә секунд элек кенә йәйә кеүек тартылған, яратырға, яратылырға әҙер булған тәндең ҡапыл бушауын, йомшарыуын тойҙо Ғәзиз. Ул одеял аҫтында бөгәрләнеп ятҡан ҡатындан һаман ояла, шул уҡ ваҡытта ҡатын теләген, үҙенең теләген ҡәнәғәтләндерә алмауына үкенә ине.

– Ғәфү ит, – тип йәнә һүҙ башларға ниәтләнгәйне лә Ғәзиз, ҡатын уны ярты һүҙҙә өҙҙө:

– Ниңә саҡырҙың? Хәҙер һин һәйбәт, мин насар, хыянатсы бисә булып сығаммы?

Ҡапыл уның яурындары һелкенергә тотондо, йөҙөн мендәргә йәшереп тағы ла нығыраҡ бөгәрләнде. Ғәзиз ҡулын уның яурынына һалды, арҡаһынан һыйпаны, һәм ҡатын бер аҙ тынысланды.

– Нимә уйлаһаң да уйла, – тине ул, ниһайәт, ярайһы уҡ битараф тауыш менән. – Иҫәр инде мин шулай, иҫәр. Алты йыл элек атайың һинең һымаҡ ныҡ, көслө ине. Һәм мин, яңғыҙлыҡтан арыған ҡатын, уға тартылдым. Нимә килеп сыҡты? Ул ҡапыл, көтмәгәндә, ҡартайҙы ла ҡуйҙы, хатта атлауы ла бабайҙарҙыҡы һымаҡ булып китте, эше, бурыстары тураһында һөйләй башланы. Ә йәш бисәгә улар нимәгә хәжәт?

– Тыныслан, – тине Ғәзиз. – Ул холҡо үтер.

– Үтмәй шул, – тип тәрән көрһөндө Ләйлә. – Уже үтмәй. Үтергә, йәшәрмәй бит инде хәҙер, көндән-көн ҡартая. Йәш саҡта, бабай ҡарап ултырырмын, тип хыялланғанмы мин? Беҙ хәҙер инде ярты йыл ир менән ҡатын булып йәшәмәйбеҙ. Тормошомда үҙемде тынысландыра торған берҙән-бер нәмә шул: һинең фотоңа ҡарайым да, минең ҡарт ирем ҡасандыр шулай йәш, сибәр, һөйкөмлө булғандыр инде, тип уйлайым.

Ғәзиз өндәшмәне, өндәшә алманы. Ҡатын ҡыйыуһыҙ ғына уның ҡулын алды.

– Мин бит һиңә ситтән тороп ғашиҡ булдым, һине күргем килде, шуға ла атайыңа, йышыраҡ хат яҙ, тип әйтә торғайным. Ә ул һине бик иҫенә алманы...

– Ул турала кәрәкәй, – Ғәзиз йөҙөн йыйырып стенаға ҡараны. – Беҙ уның менән икәү генә ҡалдыҡ, беҙгә бер-беребеҙ менән тәмһеҙләшергә ярамай.

– Улайһа, ҡалығыҙ, – Ләйлә ҡулдарын баш аҫтына һалды. – Мин бынан барыбер китәм. Бер кем дә тота алмай, һиңә берәй ҡарсыҡ менән йәшәргә ҡушһалар, йәшәр иненме?

– Мин бит һине бер нәмәлә лә ғәйепләмәйем, – тип яуапланы Ғәзиз һәм тороп ултырҙы. – һин йәш, сибәр ҡатын. Мин әсәйемде шулай тиҙ онотҡан өсөн атайҙы оҙаҡ ғәфү итә алмай йөрөнөм. Хәҙер хаҡлы булмағанымды аңланым. Үлгән артынан үлеп булмай, уға йәшәргә кәрәк. Ә ауылда хужабикәһеҙ ҡыйын.

– Һин бер нәмә лә аңламайһың, – тип мыҫҡыллы ғына көлдө ҡатын. – Ошоға тиклем ҡатын тәмен татымаған малай нимә аңлай ала инде?

– Әгәр беҙҙең арала һин уйлаған нәмә булһа, мин тыныс йәшәй алмаҫ инем, – тип ҡаршы төштө Ғәзиз. – Һин үҙен дә бөтәһем белеп бөтөрмәйһең. Кисә мин әсәйемә атайға үпкә һаҡламаҫҡа һүҙ бирҙем.

– Нимә? Һүҙ бирҙем, тиһеңме? – Ләйлә аяҡтарын иҙәнгә төшөрҙө.

– Беҙгә, ир менән ҡатын-ҡыҙ затына, – Ғәзиз, уның һорауына яуап бирмәй, үҙ хәбәрен дауам итте, – үҙебеҙҙең яҡшы кешеләр икәнебеҙҙе, бер-беребеҙҙе ихтирам итеүебеҙҙе иҫбат итеү өсөн мотлаҡ ошо эш аша үтергә кәрәкме ни?

– Ярар! – Ләйлә одеялды ҡырҡа хәрәкәт менән Ғәзиз өҫтөнә һирпте лә урынынан торҙо. – Етте, бүтән дауам итмәһәң дә була. Китә алһаң, иртәгә үк кит. Бүтән һин мине бер ҡасан да күрмәҫһең. Хуш.

* * *

Ул Ғәзизгә ҡара көҙ көндәренең береһендә килеп инде. Тупһаға баҫҡан көйө рәхәтләнеп көлдө лә Ғәзизде ҡосаҡлап алды, студенттар ятағындағы бәләкәй генә бүлмәһендә өйөрөлтөп әйләндерҙе. Ямғырға ҡарайған плащын яурынынан ташлап, көҙгө алдына баҫты, ҡуйы ҡара сәстәрен тараны. Ул бер ҙә үҙгәрмәгәйне.

– Һыуҙа батыра яҙғанымды иҫләйһеңме? – тип һораны ул, үҙе кинәнеп көлдө.

Ғәзиз сәй ҡайнатты, булған бар ризыҡтарын сығарып өҫтәлгә ҡуйҙы, үҙе сибәр, көләкәс ҡатын артынан күҙәтте. Ул йәйен атаһында күргән ҡатындан нимәһе менәндер айырыла ине.

– Һин тағы ла матурланғанһың, – тине ул һоҡланып. Ихлас әйтте, күңелендәгеһен әйтте.

– Маймыл рәтендә йөрөмәйем, – тине Ләйлә ҡәнәғәт рәүештә һәм ултырған еренән ҡалҡынып Ғәзизден битенән үпте. – Институтыңды ҡасан бөтәһен?

– Яҙға. Оҙаҡламай диплом проекты башлана. Уҡыу еңелерәк булһын тип заводтан киттем, хәҙер мин – ғилми сотрудник. Институтта эшләп йөрөйөм. Бына, бүлмә бирҙеләр.

– Күрәм, – тине Ләйлә һәм сәйнүккә ынтылды. – Сәйең бигерәк тәмле. Йөрөгән берәй ҡыҙың бармы?

– Юҡ, улар ҡайғыһымы? Ә үҙең һаман яңғыҙмы?

– Яңғыҙ ҙа, түгел дә, – Ләйлә уйсан ғына башын эйҙе. – Һин ҡайтып киткәндең икенсе аҙнаһына уҡ тайғанымды атайың яҙғандыр инде. Бер көн иртән сумкамды тотоп тышҡа сыҡтым да – унда күпмелер аҡса, документтар – район үҙәгенә киттем дә барҙым. Артыма ла боролоп ҡарау юҡ. Атайың йүгереп ҡараны, өгөтләй, ҡысҡыра, инәлә, ә мин атлайым, көләм, яңы тормошом яҡында, киләһе боролош артында ғыналыр, тип уйлайым.

– Атайым хаттарында һине ныҡ әрләй ысынлап та.

– Хәҙер мәктәптә эшләйем, йәшәүем – туғандарҙа. Бөтәһе лә һәйбәт, – тине Ләйлә ҡабалан ғына. – Бөгөн кис буйы ямғыр ҡойҙо, нисектер күңелһеҙ булып китте лә һиңә кит та бар. Туҡта, мәйтәм, энекәшем нисек йәшәп ята икән, барайым, хәлен беләйем, тим.

– Рәхмәт килеүеңә. Тимәк, һинең ирең бар?

– Ирем юҡ, ир кешем бар. – Ләйлә Ғәзизгә яҡыныраҡ шылды ла йөҙөн егет йөҙөнә яҡын уҡ килтереп йәнә көлдө. – Яҡшы ирҙе табыуы еңел тип уйлайһыңмы әллә? – Ул сынаяғын шылдырҙы ла яңағына таянды. – Уның тураһында нимә уйлайым, бөгөн бөтәһен дә битенә бәреп әйттем. Бер ҡарағанда арыу ғына һымаҡ, ну, мыжыҡ инде. Ултыра, үҙенең, минең тормошто бизмәнгә һалып сағыштырып ултыра. Шунан йә ЗАГСҡа барайыҡ, тип өгөтләй, йә һаулығына зарланырға тотона, беренсе ғаиләһен иҫенә төшөрә. Бер ҡайҙа ла бармайым, бүтән килеп йөрөмә, тинем бөгөн. Яңғыҙ башым, тыныс ҡолағым.

Ғәзиз уны оҙатырға ниәтләнгәйне лә, Ләйлә, кәрәкмәй, тип баш тартты.

– Ҡыҙҙарың күрһә, әллә нимә уйларҙар, – тине ул. Шунан Ғәзизде ҡосаҡланы ла маңлайынан үпте. – Һиңә үҙең һымаҡ саф, йәш ҡыҙға өйләнергә кәрәк. Тик тәүҙә миңә күрһәт, йәме? Мин һинең апайын бит әле.

Плащын ҡыштырҙатып ул коридор буйлап китте. Ғәзиз уның яңғыҙ һынының урамды аша сыҡҡанын, автобус туҡталышындағы кешеләр араһына сумғанын тәҙрәнән ҡарап торҙо.

Ҡышын атаһы килде. Хәле бигүк шәптән түгел ине: олоғайған, сүккән, төпләнгән быйма кейеп алған. Сисенеп өҫтәл артына ултырғас, керәндил менән оҙаҡ итеп эҫе сәй эсте. Унан ҡалҡынды ла ваҡ ҡына аҙымдар менән бүлмә буйлап йөрөргә кереште. Тик ауыл киңлегендәгесә иркенләп йөрөй алманы: йә тәҙрәгә килеп төртөлә, йә диванға.

– Киләме? – тип һораны ул ҡапыл ғына.

– Килә, тик бик һирәк килә, – тине Ғәзиз ҡоро ғына.

– Вәт оятһыҙ бисә! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе атаһы. – Һиңә ул мине түбәнһетер, минән көлөр өсөн килә!

– Атай, ул миңә апай һымаҡ, һин уйлағанса, бисә түгел, һин шулай икәнен белмәйһеңме ни? Беҙҙең арала бер нәмә лә юҡ бит.

– Беләм, – тип яуапланы атаһы һәм ишек төбөндә туҡтаны. – Һине яратҡанын миңә әйтте, тик һин әсәйең хәтерен бысратмағанһың. Уныһын да беләм.

Атаһы сал башын ишеккә терәне, ҡулдары менән яҡтарына тотондо.

– Мин һиңә ышанам, улым. Һин минән яҡшыраҡ. Ә мин... мин әсәйеңде уйламайым да тиерлек. Аҡылымдан шашам, ахыры, йә уже шашҡанмындыр.

Ғәзиз атаһын диванға йоҡларға һалды, үҙе иҙәнгә ятты. Иртәгәһенә ҡарт иртүк торҙо, сәй эсте лә ҡайтырға йыйынды. Ҡарашын күтәрмәй генә һораны:

– Берәйһе менән еҫкәшмәгәнме?

– Белмәйем, үҙенән һора.

– Һиндә адресы бармы?

– Юҡ.

Тун, быйма кейгән, бәләкәй бала шикелле яғаһының тышынан шарф ураған атаһы ишек төбөндә Ғәзиздең ни әйтерен көтә. Ғашиҡ атаһы уға йәл булып китте. Мөхәббәт атаһын йәнә бер түбәнселеккә этәрҙе. Ишекте асып, ул былай тине:

– Ғәзиз, килһә, әйт әле, хат яҙһын. Юҡ, ауылға килһен. Исмаһам әйберҙәрен алып китһен. Йәме?

Ғәзиз баш ҡаҡты. Ишек ябылды. Коридорҙа байтаҡ ваҡыт ваҡ аҙымдар тауышы ишетелеп торҙо.

Дипломын яҡлағас, Ғәзиз институтта ҡалды, хәҙер үҙе ситтән тороп уҡыусы студенттарҙы уҡыта. Ҙурыраҡ бүлмә бирҙеләр. Мебель ишараты алды. Ләйлә матур обойҙар килтереп, үҙе үк йәбештереп китте.

– Күҙҙәреңә иш итен алдым, энекәш, – тип шаярта ул һәм нисәнсе тапҡыр инде сәй ҡуя. Уға Ғәзиз менән рәхәт, күңелле. – Һин минең берҙән-бер яҡын кешем, – ти ул. – Һинһеҙ был ҡалала нишләр инем?

Йыш ҡына ул өҫтәлдә атаһының хаттарын күрә. Нисектер бер ваҡыт ул Ғәзизгә былай тине:

– Минән сәләм әйт. Ҡыуанысы бер аҙнаға етер. Һәйбәт кеше, миңә яҡшылыҡ ҡына теләне.

– Артисыңды ташламаныңмы әле? – тип көлдө Ғәзиз.

– Тап өҫтөнә баҫтың, – ти ул һәм рәхәтләнеп көлә. Көлөүе ихлас, эскерһеҙ. Ғәзизгә оҡшай Ләйләнең көлөүе, уның сөм ҡара сәсле башын артҡа ташлап, кинәнеп көлөүе, бер бөртөк йыйырсыҡһыҙ шыма йөҙө, ап-аҡ тигеҙ тештәре ифрат оҡшай.

– Аңламаным.

– Нимәһен аңламаҫҡа? Артист хөрт ир булып сыҡты. Минең менән осрашып йөрөгән, яңыраҡ ҡына белдем, баҡһаң, өйөндә ҡаты ауырыған ҡатыны бар икән. Ярар, ҡатын-ҡыҙ наҙына тартылды ла ти, төрлө хәл була, ир кеше, тик ниңә алдарға? Үҙен ниңә түбәнһетергә? Ниңә тейешенән алда ҡатынын ерләргә? Шуныһын аңламайым, ирҙәрҙең алдағанын яратмайым.

– Һинең өсөн бөтәһенә лә барырға була, – тип ҡаршы төшә Ғәзиз, һылыуһың, сибәрһең бит, донъяларын оноттораң да ҡуяң инде.

– Ә бына һин баш тарттың, – ти йомшаҡ ҡына итеп Ләйлә һәм Ғәзиз уның тонында, ҡалтырап киткән ирен ситтәрендә әллә ҡасандан бирле килгән үпкәне, рәнйеүҙе күрә.

Өндәшмәй Ғәзиз, өндәшә алмай, уңайһыҙлана, ә Ләйлә, киреһенсә, һөйләнә, ғаиләһен ташлап уны әллә ҡайҙарға, хатта Камчаткаға алып китергә әҙер завуч тураһында бәйән итә, мауығып китеп, яҡынлыҡтарының деталдәренә тиклем тасуирларға тотона. Бындай хәбәрҙе тыңлау Ғәзизгә йәпһеҙ, һәм ул һөйләшеүҙе икенсе юҫыҡҡа борорға тырыша.

Ҡуҙғалыр алдынан ул трюмо алдына шулай итеп килеп баҫа – башынан алып туфлиҙарына тиклем күренә лә ҡуя. Ғәзиз уның артында тороп ҡатындың бөтә һынын көҙгөлә күрһә, йылғала һыу ингәндәге ғәжәп матур төндө иҫенә төшөрә. Бына ул бөтә һылыулығында, әйтерһең дә, тарих төпкөлдәренән ҡалҡҡан мәрмәр һын, уның ҡаршыһында баҫып тора. Ул төн үткәндәргә күсә барған һайын Ғәзизгә тәмлерәк, яҡыныраҡ, хатта әсерәк һымаҡ тойола... Бәхет ҡошо осоп килде лә усына ултырҙы һәм, бер генә ҡаурыйын ҡалдырып, шундуҡ осон та китте.

Ҡатын уны ҡосаҡлап үбә лә ишекте йомшаҡ ҡына ябып сығып китә. Ғәзиз уның дәртле аҙымдарын тыңлап ишек төбөндә оҙаҡ баҫып тора.

Ваҡыт-ваҡыт Ғәзизгә Ләйлә йәл дә. Ул ярата, икеләнә, йөрөгән ирҙәрен ташлай, ә улар, алданғандар, ҡәнәғәт ҡалмағандар, билдәле, асыулана. Ирҙәр үҙҙәрен ташлағанды күтәрә алмай. Шуныһы сәйер: Ләйлә килгән һайын матурлана, ниндәйҙер гонаһлы гөл кеүек сәскә ата. Ләйлә ҡайтып киткәс, Ғәзиздең башына әллә ниндәй ҡырағай уйҙар ҙа килеп ҡуя: ҡатын ирҙәр менән осрашҡанда уларҙың матурлығын, аҡылын, ғәйрәттәрен эсә лә, һуты һурылып алынған емеш кеүек итеп ташлап китә. “Ни өсөн ташлай һуң? – тип уйлай шунан үҙе. – Уға был нимәгә кәрәк?“ Уйланып ята торғас, йәнә бер уй килә Ғәзиздең башына. Ул, Ләйлә, мөғжизә тулы теге төндө, ҡулдарына килеп ҡунған бәхетте онота алмай, ошо бәхет ысҡынып осоп киткәс, ул бар ирҙәрҙән дә, шул иҫәптән Ғәзиздән дә, үс ала.

Уй-үкенестәргә бөтөнләй батмаҫ өсөн, Ғәзиз үҙен эш менән албырғатырға тырыша, тик ҡатындың аҡ, йомшаҡ ҡулдары күҙ алдында тик тора. Һәм ул ҡулдар осоп барған ҡошто һаман эләктерергә сәмләнгән кеүек тойола башлай...

Шамил ХАЖИӘХМӘТОВ.

Читайте нас: